Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июнь , 16:17

«Тормошобоҙҙо тамуҡҡа әйләндерҙем шулай»

Ирем оло йәшенә ҡарамаҫтан ҡырҙа бил бөгә, сөнки ҡыҙҙарҙың береһе айфон йә тун һораһа, ҡалғандары ла һорай. Һеҙ беҙҙе ҡарарға бурыслы, тип ебәрәләр.

«Тормошобоҙҙо тамуҡҡа әйләндерҙем шулай»
«Тормошобоҙҙо тамуҡҡа әйләндерҙем шулай»

Яңыраҡ подъезд йыуырға беҙгә олораҡ апай килде. Йонсоу йөҙө, моңһоу ҡараштары менән иғтибарымды йәлеп китте. Кешене йәлләй торған холҡом бар шулай. Бер эштән ҡайтышлай сәйгә саҡырып индерҙем был апайҙы. Һөйләшеп киттек. Үҙенең тормош юлын ғибрәт булһын тип бәйән итте миңә.

Өс ҡыҙы бар икән, ире ҡырҙа эшләй. Бына шул өс балам тамуҡҡа төшөрҙө беҙҙе, ти. Шулай ҙа була икән!

"Йәш саҡта икебеҙ ҙә аҡсалы эштә эшләнек. Бер нәмәгә мохтажлыҡ булманы. Бер-бер артлы балалар тыуҙы. Аҡса мул булғас, бәләкәйҙән кеҫәләре аҡсалы ине. Ҡыҙҙарҙың шулай яйлап аҡсаға өйрәнеп киткәндәрен дә һиҙмәнек. Нимә теләй, ҡасан теләй – алдылар. Аҡсаны дөрөҫ итеп тотонорға, ҡәҙерен белергә өйрәтмәгәнбеҙ. Ҙурая килә күберәк аҡса һорай башланылар. Ярай, кеше алдында кәм-хур булмаһындар, тинем. Ә улар кешенән байыраҡ, яҡшыраҡ, матурыраҡ күренгеләре килде. Берәй класташы ҡиммәтлерәк телефон алһа, унан ике тапҡырға ҡиммәтлерәген һоранылар. Дуҫтарын һыйларға өйрәнеп алдылар. Бәләкәйе көн дә кибеттән туңдырма, һағыҙ, чипсы алып тарата ине бөтөн урамға. Өлкәндәре ураған һайын кафеға саҡырҙы теләһә кемде. Йәнәһе лә байҙар. Нишләп юл ҡуйҙығыҙ быға, туҡтатманығыҙ, тиерһегеҙ. Үҙем генә ғәйепле. Аталары ҡаты итеп өндәшер булһа, яҡланым, һүҙ тигеҙмәнем. Өләсәләрен бөтөнләй ҡыҫтырманым. Хәҙер аңлайым да хатамды, әммә һуң инде. Туҡтатырлыҡ түгел был хәлде. Тыйыуҙан файҙа юҡ. Үсегеү, өйҙән сығып китеү, талаш, үлем менән янау ғәҙәти күренешкә әйләнде беҙҙең өйҙә.

Үҙ балаларымдан үҙем ҡурҡыныс хайуан яһаным. Мәктәпте икәүһе көскә тамамланы. Түләп юғары уҡыу йортона индерҙек. Береһе уҡып бөттө, әммә эшләргә теләге юҡ. Уртансыһы уҡып бөтә алманы. Кесеһе әле мәктәптә уҡый. Ирем оло йәшенә ҡарамаҫтан ҡырҙа бил бөгә, сөнки ҡыҙҙарҙың береһе айфон йә тун һораһа, ҡалғандары ла һорай. Һеҙ беҙҙе ҡарарға бурыслы, тип ебәрәләр. Үҙемде ғәйепле тойғанға әҙ булһа ла иремә ярҙам булһын тип иҙән йыуа башланым. Пенсия етмәй бит. Тормошобоҙҙо тамуҡҡа әйләндерҙем шулай.

Балағыҙға ҡол булмағыҙ. Балаларығыҙҙы үҙегеҙҙән өҫтөн ҡуймағыҙ! Бала бит ул балсыҡ кеүек – нимә әүәләйһең, шул була. Үҙемә йәл ҡыҙҙарым. Беҙ бит мәңгелек түгел. Аҙаҡ кем ҡарар уларҙы? Тыуған минутынан башлап тәрбиәләгеҙ балаларығыҙҙы. Бер йәштә теләгәнен алып өйрәнгән бала ул ғәҙәтен ташламаясаҡ. Нәфсенән дә яман нәмә юҡ икән был донъяла. Нәфсене тыйыуы ай-һай ауыр. Йәнең теләгәнде алыр өсөн үҙеңә көс түгергә кәрәк икәнен аңлатығыҙ балаларға".

Ниндәй кәңәш бирергә лә белмәнем был апайға. Бик ҡыҙғаныс хәл... Беҙгә инде был хәлдән ғибрәт алырға ғына ҡала. Үҙе үтенеп һораны башҡаларға еткереүемде уның тормош тарихын.

 

"Хикәйәләр" төркөмөнән, авторы билдәһеҙ.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: