Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Июнь , 10:53

ТАМУҠ (хикәйә)

Ләйсән СӘЛИМОВА.

ТАМУҠ (хикәйә)
ТАМУҠ (хикәйә)

    Әсләм ямғыр тамсыларын сәсрәтеп, йырлай-йырлай тыҡрыҡ буйлап атлай. Таһир-шамандың тамашаһы бик күңелле булды. Ғүмер буйы ауыҙынан һүҙе сыҡмаған кешенең эсендә ана ниндәй талант ятҡан, тәбиғәт менән  идара итә. Вәт, әй. Әсләмдең ҡапыл күңеле болоҡһоно. Ә уның эсендә араҡынан башҡа берәй нәмә ятамы икән?… Ятҡан булһа, ауылдаштарына күрһәтмәй үлеп китә инде. Әтеү, уны бөтәһе лә эскесе Әсләм тип кенә белә.  Талант бит Хоҙайҙан, уны халыҡ файҙаһына ҡулланырға кәрәк. Эскесе ғүмере ҡыҫҡа, күбәләк ғүмере төҫлө генә. Иртән таңғы әтәстәрҙән иртәрәк тороп, ағас төбөндә шешә ҡосаҡлап, йыр һуҙаһың, ә төш еткәс, ауыл ситендә батҡаҡта аунайһың, кисен, баш төҙәтергә тапмаһаң, берәй бура эсендә бахмурҙан кәкерәйеп ятаһың. Һәм тамам. Хас күбәләк. Уйлап ҡараһаң, Әсләм күпме йылдар эсә, әшнәләрен теге донъяға оҙатып бөттө. Бәлки, уның таланты ошонан ғибәрәттер. Эсә, әммә үлмәй. Юҡ, шул да булдымы талант. Был турала мотлаҡ уйлап ҡарарға кәрәк. Тик башта тамаҡ сылатып алыу мотлаҡ.  Сәрбиямалдан берәй сикүй алырга була. Ир бишмәтенең эсен ҡапшаны. Минән тауар, һинән  зәм-зәм. Бая Таһир-шаман трансҡа кереп, күләүек эсендә ятҡанда, тегенең йәмкәһенә айыу майы һөрттө.  Йәмкә һәр ваҡыт кәрәк. Өҫтәүенә, был шаман йәмкәһе, тылсымлы йәмкә. Музейға ҡуйырлыҡ. Юҡ, бер шешә түгел, ике шешә һорарға кәрәк.

 

    Эйе,  Әсләм йөрәге менән һиҙә, уның эсенә лә мөғжизә йәшерелгән. Тыштан – алкаш, ә эсендә – сер. Әсләм үҙен ике аяҡлы киндер-сюрприз  итеп күҙ алдына килтерҙе лә, көлөп ебәрҙе. Шул арала аяҡ аҫтындағы ер убылды, Әсләмгә шулай тойолдо. Нисектер аяҡтары тырым-тыраҡай, бер-береһенән айырылып һауала аҫылынып ҡалды. Киләһе секундта ир аҫҡа табан оса ине. Оҙаҡ осто, ер менән бәрелеүҙе көтмәй, иҫен юйҙы.

 

   Әсләм аңына килде, бер юлы тын ятты. Ул бит тын алмай! Бар көсө менән танау япраҡтарын киңәйтеп һауа һурҙы. Шул ыңғайы тамағына, ауыҙ ҡыуышлығына тупраҡ ҡапланды. Ир ҡарлыға башланы, ҡулдары менән боғаҙына йәбешеп, күкрәк ситлеген йыртып асырҙай булды. Ауыҙ эсенә тығылған бысраҡ атылып килеп сыҡты. Уның тәне тартышып  кислород көҫәне. Әсләмдең башынан уй үтте: тереләй күмгәндәр. Ул үлгән тип уйлап ауылдаштары уны терелей күмгән! Ҡулдары менән тирә-йүнде, ҡәберлеген ҡапшап ҡараны. Тырнаҡтары аҫтына тик һыулы тупраҡ ҡына тулды.  Юҡ, ул ысынлап үлгән. Хәҙер нимә эшләргә инде? Әсләм теге донъя тураһында бер нәмә лә белмәй. Ҡыҙыҡһынғаны булманы. Сөнки ул үлергә әҙерләнмәне. Һин дә мин араҡы эҙләп китеп барғанда тайып йығыл әле… Ниндәйҙер мәғәнәһеҙ үлем. Ә үлем мәғәнәле буламы? Була, мәҫәлән, яу яланында, дошман пуляһынан, йә булмаһа, йылғала берәй ауылдашыңды ҡотҡарып. Матур үлемгә мотлаҡ лайыҡ булырға кәрәк. Ә ғүмере буйы эсеп йөрөгән Әсләмгә ошондайы ла яраған, ауырып түшәктә ятмағас шөкөр. Юҡ, был һис тә дөрөҫ түгел. Әсләмдең шансы булырға тейеш ине. Ул әллә нисә тапҡыр эсеүен ташлап, икенсе тормош менән йәшәргә хыялланды. Биллаһи, буш һүҙ түгел. Ҡалаға сығып китергә уҡталды, туҡталышҡа сығып баҫҡайны, автобус туҡтамай үтеп китте. Күрше ауылдан ултырып китермен тигән ине, йылға буйында эсеп ултырған эшнәләре осраны. Улар менән бер шешәне йыҡҡас та, уйынан ҡайтманы, бәүелә-бәүелә артабан атланы. Әрәмәлекте уҙғас Хәлиҙә осраны, быҙауы менән. Быҙауы ҡасҡан, өйгә тиклем ҡыуырға ярҙам һораны. Бер шешә сәмәй вәғәҙә итте. Әсләм риза булды, сәмәй өсөн түгел, ә ауылдашына ярҙам йөҙөнән. Быҙау аҙбарға ҡайтты, сәмәй Әсләмдең түш кеҫәһенә инеп ояланы, ҡала онотолдо. Яҙмыш, күрәһең, Хәлиҙәнең быҙауына атланып уның юлына бушҡа сыҡмаған. Эх, Әсләм ҡалаға сығып китһә шул ваҡытта… Әле һин дә мин берәй төҙөлөштә эшләп йөрөр ине, эсеүен ташлап. Бәлки, Мәскәүгә сығып киткән булыр ине. Ауылдан алыҫыраҡ булған һайын Әсләм өсөн яҡшыраҡ. Ҡалала эсеп йөрөүҙе күҙ алдына килтерә алмай, унда уның таныштары юҡ, берәү ҙә бурысҡа көмөшкә һатмай. Ауылда бит баҫҡан һайын әшнә, әсер өсөн сәбәп  кәрәкмәй. Тотмайым тиһәң, хөрмәт итмәйһең, килештермә тейҙәр. Ташлайым тиһәң, эстәрен тырнап көләләр.

 

   Әсләм ҡыбырлап ҡуйҙы, үлгән булыуына ҡарамаҫтан,  аяҡтарын, ҡулдарын яҡшы тойҙо. Ҡәберҙә көтөп ятырға кәрәкмәй, теге доньяның закондары бүтән. Ир яйлап ҡына ҡорһағына әйләнде лә, терһәктәрен түш аҫтына ҡуйып алға шыуыша башланы. Батҡаҡ, тупраҡ, мәте, һыу, әммә алға шыуып була. Эсләм, ахыры, тамуҡҡа эләккән. Бәлки, ул был доньяла хәҙер ер ҡортолор. Мәңге ошо рәүешле билдәһеҙлеккә шыуышырға тейеш. Ир шыңшып илай башланы, тамаҡ төбөнән сыҡҡан күкле-йәшелле ауазы тынлыҡты ярҙы. Әсләм үҙ тауышынан үҙе ҡурҡты, бысраҡ йоҙроғон тешләп, артабан шыуышты. Ҡапыл өҫкә үрмәләп ҡарарға тигән уй килде. Тырнаҡтарын ергә батырып, аяҡтарын шыуғаҡ мәтегә терәп, кәүҙәһен өҫкә етте. Ҡапыл дөбөр-шатыр күк күкрәүенә оҡшаш, тик йөҙ тапҡыр көслөрәк тауыш яңғыраны. Әсләмдең ҡолаҡтары тондо. Был иҫкәртеүме? Уның өҫтөнә юғарынан һыу ҡойолдо, теге донъяла ла ямғырҙар яуа икән. Ир барлыҡ көсөн йыйып тағы алға ынтылды, ер ҡортолай ҡорһаҡта шыуырға риза түгеллеген иҫбат иткеһе килде. Ҡулы уңайлы ташты һәрмәне, аяҡтары тырпайып торған нәмәгә баҫты. Инде кәүҙәһен өҫкә ырғыттым тигән дә, таш ысҡынып китте, Әсләм аҫҡа ҡоланы. Оҙаҡ осто ул, кәүҙәһе шап итеп йылы батҡан эсенә төштө, башы тыңк итеп нимәгәлер бәрелде.  Төпһөҙ ҡараңғылыҡты күҙҙәре менән һәрмәп, бер талай ятты,  тик ҡарашына бер нәмә лә эләкмәне. Йәшәүҙе төбө-тамыры менән йоторҙай сикһеҙ-ҡырыйһыҙ бушлыҡ. Тамуҡ, Әсләм тамуҡҡа әләккән. Ни өсөн тамуҡ, бер насарлыҡ та эшләмәне бит, яҡшылыҡ та эшләмәне. Бер тапҡыр бирелгән ғүмереңде эсеп үткәргәс, ней. Эх, әгәр ул алданыраҡ ҡайҙа эләгерен белгән булһа. Уға, исмаһам, бер тапҡыр ҙа киҫәтеү ебәрмәнеләр. Тамуҡҡа эләгеү мөмкинлеген белһә, башҡасараҡ йәшәр ине. Үкенеүҙән ни фәтәүә. Әсләм, һин хәҙер тамуҡ ҡорто, әйҙә, исмаһам, был донъяла тейешен үтә. Ир еүеш ерҙән йәһәннәм төпкөлөнә  шыуышты.

 

    Әллә күҙе өйрәнде, алда ниндәйҙер яҡтылыҡ пәйҙә булғандай. Юғарынан ҡойолған һыу ҙа кәмене. Әсләмгә был үҙгәрештәр көс өҫтәгәндәй тойолдо. Ул хәҙер ҡорһағында шыумай, ә дүрт аяҡлап имгәкләне. Ҡараңғылыҡ ҡуйылығын юғалта башланы. Әсләм телен арҡыры тешлап, тирә-яҡҡа бысраҡтар сәсрәтеп, ят-тауыштар сығарып алға ынтылды. Шәберәк-шәберәк тип кеүәтләне  үҙен. Алыҫта ҡуйы һөттәй аҡлыҡ пәйҙә булды. Әсләм шундай сикһеҙ ҡыуаныс кисерҙе, тубыҡтарына баҫты. Бәй, томанды йырып ат шәүләһе төҫмәрләнде. Үҙ күҙенә үҙе ышанманы. Был бит Аҡбуҙат. Аҡбуҙат уны ҡотҡарырға килгән. Тамуҡ эсенән йолҡоп алып ожмах сәхрәләренә алып китмәксе. Әсләм аяҡтарына баҫты, тәпәйҙәрен рәхәт итеп еүеш үлән ҡытыҡланы.  Ул, кемгәлер рәхмәттәр уҡый-уҡый, томан ҡуйынан айырылып сыҡҡан  Аҡбуҙатҡа атлыҡты.  Ҡотҡарыусыһының ем-ем иткән көмөш ялдарына ҡағылды, оҙон ҡупшы муйынан ҡосаҡлап ҡысҡырып илап ебәрҙе.

    Ауылға һыу үткәреү өсөн ҡаҙылған канауҙан  шыңшый-шыңшый, имгәкләп килеп сыҡҡан ауыл алкашын Хәлиҙә менән Айһылыу ҡыҙыҡһынып күҙәтте.  Айбулаттың ҡорсаңғы атын ҡосаҡлап илаған,  ялан аяҡ , батҡаҡҡа буялып бөткән Әсләмде күҙәтеү йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған  ҡарсыҡтар өсөн үҙе бер тамаша, көтөү ҡыуғанда  ауыл тултырып һөйләр һүҙ булды.

                                                                   

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: