Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Июнь , 15:41

Асығыҙ, килделәр бит!

Бер таныш майор һөйләне был булған тетрәндергес хәлде.

Асығыҙ, килделәр бит!
Асығыҙ, килделәр бит!

2010 йылдың 31 декабре ине, йылдағыса,  Яңы йылды ҡаршыларға ғаиләбеҙ менән ҡаланан 35 саҡрым урынлашҡан ауылға, өләсәй менән олатайға йыйылдыҡ. Кәйеф шәп, өҫтәл һый-ниғмәттән һығылып тора, яҡындар янда, барыһы ла үҙ урынында. Беҙ унау: мин ҡатыным менән, ҡыҙыбыҙ, өләсәй, олатай, ике ағай, уларҙың ҡатындары, ағайымдың алты йәшлек улы Сәлим. Ун өс булырға ла тейеш инек, ғаиләбеҙҙең дуҫтары – Линар ҡатыны һәм ҡыҙы менән, эштән һуң бушау сәбәпле, ун икенсе яртыға килеп етергә тейештәр.

Сәғәт яҡынса ун бер тула, ултырабыҙ, мәжлес ҡорабыҙ, ҡапҡылайбыҙ. Икмәк ҡырҡып торған еренән ҡатыным бармағын ҡырҡты ла ҡуйҙы, яра тәрән генә. Пыр туҙып бинт эҙләйбеҙ, юҡ, ахыры, ҡанды туҡтатырға була, сепрәк менән бәйләп торҙоҡ. Һуңлап сыҡҡан дуҫыма шылтыратам, бинт йәки лейкопластырь алығыҙ әле, тим.

Ары ултырабыҙ. Ағайымдың улы Сәлим бик тиктормаҫ малай, тышҡа сығам ти ҙә ҡуя бит әй. Ә тышта күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты, һуңғы илле йылда былай булғаны юҡ ине әле, тинеләр телевизорҙан хатта. Ағай  Сәлимде кейендерҙе, ихатаға алып сыҡты ла, урам ҡапҡаһын элде. Ундағы йоҙаҡҡа буйы етмәй малайҙың, шуға урамға сығыу ҡурҡынысы юҡ. Уға тәҙрә эргәһендә, күҙ уңында уйнарға ҡушып, атаһы кире инде.

Сәғәт инде ун ике тулып килә. Бөгөнгөләй иҫләйем – Линарҙар оҙаҡлай тип уйланым, әммә шылтыратманым, былай ҙа юл насар, әүрәтмәйем әле, тим. Тағы ун биш минут үтте, ҡуй, шылтыратайым әле, бер-бер хәл булмағайы. Гудоктар... Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған гудок тауышы сымдың теге осондағы кемдәрҙеңдер үҙ-ара һөйләшеүенә олғашты.

— Алло, — тинем мин.

Өс секундлыҡ тынлыҡ.

— Алло, — тип яуапланылар миңә, әммә тауыш бөтөнләй таныш түгел.

— Ҡайҙа һеҙ? — тип һораным мин, инде аптырай төшөп.

— Кем шылтырата?

— Нисек инде кем? Әхәт мин, ә һеҙ? — бөтөнләй ҡаушап ҡалдым.

—ЮХХДИ хеҙмәткәре, Һеҙ шылтыратҡан кеше... Аварияға эләкте, — тип яуапланылар телефондың теге осонда.

— Нисек? Ныҡмы?

— Өс мәйет.

Яңы йыл хөрмәтенән түңкәргән рюмкалар шауҡымы секунд эсендә баштан сығып осто, әммә тел көрмәлә, бер һүҙ әйтеп булмай.

— Ҙур тиҙлектә ҡаршыға килгән КАМАЗ аҫтына инеп киттеләр, шунда уҡ йән биргәндәр, — тип һүҙен дауам итте ЮХХДИ хеҙмәткәре. — Бар мәғлүмәтте һуңыраҡ белерһегеҙ, ғәфү итегеҙ. — тине лә, трубканы һалды.

 

Телефонды ҡолағыма терәгән килеш ҡатып ҡалдым.

 

— Ниңә йөҙөң ағарҙы? — ти ҡатыным.

— Аварияға осрағандар... — тим мин.

 

Артабан барыһы ла томан эсендә һымаҡ иҫтә ҡалған: башта барыһы ла шаҡ ҡатты, аҙаҡ күҙ йәштәре ағылды. Ағай авария урынына йыйына, алйотмы әллә, тим, эскәнһең бит, юлда ла бер нәмә күренмәй. Айныҡ шофер эҙләйбеҙ, Яңы йыл төнөндә 35 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылға кем килһен инде.

 

Бар шау-шыуҙы өйгә йүгереп ингән Сәлим бүлде, ҡап-ҡар үҙе:

— Барығыҙ, асығыҙ, килделәр бит! Минең буйым етмәне!

— Кем килде?! — тип һораны атаһы.

— Линар ағай менән Мәрйәм апай, Динара — тип яуапланы малай.

Беҙ аптырап бер-беребеҙгә ҡарашҡан булдыҡ.

— Аварияға эләккәндәр, үлгәндәр, тип шаяртҡандарҙыр, тереләр бит, — тип шыбырланы олатай.

Тәҙрәгә күҙ ташлайым, фонарь яҡтыһы Сәлим өйгән ҡар тауына төшә, ә ҡапҡаны ла, ҡойманы ла төн ҡараңғыһы йотҡан.

— Барығыҙ, асығыҙ! — тип ҡысҡырҙы йәнә Сәлим.

 

Барыһы ла кейенергә лә онотоп  урамға йүгереп сыҡты. Ҡапҡа артында ла,   ҡойманан ары ла бер кем дә юҡ ине, ҡар өҫтөндә эҙҙәр ҙә күренмәй.

— Киттеләр инде, әле генә ошонда инеләр бит, — тип әсенеп тә, үпкәләп тә әйтте алты йәшлек Сәлим.

— Ниңә улай шаяраһың ул? — тине  әсәһе.

— Шаяртмайыыыым! Мин ҡар ташып йөрөгәндә улар бында ине! Килгәндәрен алыҫтан күрҙем, ҡапҡаға йүгереп килдем, сығам тиһәм, ул бикле, асырға буйым етмәне. Улар ҡойма эргәһендә тороп ҡалды, мин өйгә йүгерҙем. Нишләп улар китте, әсәй? Минең Динара менән уйнағым килә ине... — тине лә Сәлим, илап ебәрҙе.

 

Ошо урында майорҙың телефоны шылтыраны, ул, һөйләп торған еренән туҡталып, ситкә китте. Ҡаҙ йөндәре ҡалҡҡан тәнемә хужа булалмай торҙом әле, аҙаҡ әңгәмәсемдән артабан нимә булғанын һораным.

 «Шул инде, ашыҡҡан Линар,  КАМАЗ аҫтына инеп киткәндәр, өсөһө лә шунда уҡ йән биргән. Ғаиләне ерләгәс, Сәлимдән был хәл хаҡында оҙаҡ һораштыҡ. Кемдер ышанмай, алдай, ти, кемдер башҡа берәүҙәрҙе күргәндер, тип фараз ҡыла. Кем йөрөһөн инде, эҙҙәр юҡ, иң яҡындағы кеше йәшәгән өй 1,5 саҡрым алыҫлыҡта. Сәғәт ун ике тулғанда 31 декабрь урамда кем булһын? Ә шулай ҙа иң сетереклеһе мартта, ҡар ирегәс булды. Ҡапҡа янында көрт аҫтында һыуланып бөткән лейкопластырь табып алдыҡ. Ҡатыныма Линар тәким алып килгән инде...»

Майор миңә бойоҡ күҙҙәре менән тултырып ҡараны ла, тәмәкегә үрелде.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: