Ур планетаһынан хаттар.
Беренсе сәләм.
«Һаумы, Батыр!
Бына минең Ерҙән ҡайтҡаныма бер йыл да үтеп китте. Бер йыл! Һин нисек үткәргәнһеңдер уны? Миңә бик ҡыйын булды. Бик һағындым. Һине башҡаса бер ҡасан да күрмәм, тигән уй бигерәк тә аҡылды ҡорота, күңелде туңдыра. Уйланым-уйланым да, һиңә хаттар яҙырға булдым. Сөнки башыма бер уй килде. Һиңә хаттар ебәрә алам бит! Нисек? Һеҙҙең планетаға һаман да беҙҙекеләр осоп йөрөргә тейеш.
Уларға алып барам да, Сибайҙың почта йәшнигенә төшөрөүҙәрен һорайым. Баш тартмаҫтар моғайын. Бигерәк тә “яратҡан кешемә” тиһәм. Былай мин көн дә һөйләшәм ул һинең менән. Нисек, тиһеңме? Һин бит беҙҙең өйҙә дивандың бер мөйөшөндә ултырырға ярата инең. Һине шунда тип күҙ алдына килтерәм дә һөйләшәм. Күберәген мин һөйләйем, әлбиттә. Көнөмдө нисек үткәрҙем, мәктәптә ниндәй ҡыҙыҡ хәлдәр булды. Барыһын да, барыһын да һөйләйем. Һин дә яуап бирәһең.
Уны ишетәм. Ысын. Тик бик аҙ өндәшәһең. Ләкин улар миңә бик ҡыҙыҡ, яғымлы. Һин күберәк мине нисек һағыныуың, күргең килеүе тураһында әйтәһең. Сәбәбен табып нисек тә кил Ергә, Сибайға, тиһең. Был юлы мин һине ҡайтармайым, сөнки һағышҡа түҙеүе ауыр бит, тиһең. Һиңә лә шулаймы, тип һорайһың. Эйе, тием дә, күҙҙәремдән йәштәрем килеп сыға. Мин үҙем дә һине көтөп тормай барыр инем Урға, тиһең. Яйы сыҡмаҫмы, тип күп тапҡыр һеҙҙең ер аҫты станцияһы урынлашҡан урында булғаным бар. Тик күпме көтһәм дә, унан сыҡҡан караптарҙы ла, кешеләрҙе лә осратманым, тип ҡайғыраһың.
Һин дә хаттар яҙ миңә, тием мин. Еңелерәк булып ҡалыр. Аҙаҡ осрашҡас, бер-беребеҙгә яҙған сәләмдәрҙе уҡып ҡыуанырбыҙ.
Ярай, һау булып тор. Һине һағынған Әмилә».
Икенсе сәләм.
«Һаумы, Батырҡай!
Бөгөн мин һине төшөмдә күрҙем. Бына ап-асыҡ күрҙем. Урҙа саҡта кейеп йөрөгән йәшел шортыҙа, аҡ футболкалаһың. Минең бүлмәмә килеп индең дә, йылмайып ҡарап тораһың. Мин аптырап киттем. Һин бит Урҙа түгел. Нисек килеп индең? Булмаҫ, тип уйлайым. Ләкин бөтәһен дә ап-асыҡ күрәм бит, ышанмаҫлыҡ түгел, бына минең бүлмә, ултырғыс. Бөтәһе лә ысын бит. Ысынға ҡарағанда ла асығыраҡ, яҡыныраҡ күренә. Тимәк, һин дә ысын! Тик мин урынымдан торғас та, “Мине онотма!” тинең дә, сығып киттең. “Батыр, туҡта!” тип ҡысҡырырға теләйем – тауышым юҡ. Мин ҡайғымдан илай башланым. Уянып китһәм, һулҡылдап илайым, күҙемдән йәштәрем аға. Шундай ҡыйын булды. Ысынға ҡарағанда ла ауырыраҡ. Көнө буйы шул арҡала йөрәгем ауыртып йөрөнө».
Бишенсе сәләм.
«Бөгөн дүрт хатымды алып осоусы караптар станцияһына барҙым. Унда индермәйҙәр генә түгел, яҡын да ебәрмәйҙәр. Шунда уҡ һорай башланылар, һин кем, ниңә килдең бында? Нимә кәрәк? Мин аңлатырға маташҡайным, Ергә хаттар ебәрәм тип, тыңлап та торманылар. Шулай ҙа, берәй түрәрәк кеше күренһә, йүгереп барам да йомошомдо аңлатам, тип уйлап ситкәрәк барып торҙом. Оҙаҡ ҡына көттөм. Шунан төҫкә бик абруйлы ғына күренгән бер ағай килеп сыҡты. Мин уңайын таптым да, уға табан йүгерҙем. Быны күргән һаҡсы минең юлыма арҡыры сыҡты:
– Туҡта! Унда ярамай!
– Ағай! Ағай! – тип ҡысҡырам!
Ишетте. Туҡтаны ла һаҡсыға өндәште:
– Туҡта, белешәйек, нимә кәрәк уға?
Мин шул ағайға яҡынлаштым да, бөтә ҡайғымды аңлаттым тиҙ генә.
– Бер генә үтенесем бар һеҙгә! Ошо хаттарҙы Ерҙәге Сибай ҡалаһына берәй почта йәшнигенә төшөрһәгеҙ ине.
Һаҡсы арабыҙҙа беҙгә ҡарап тора.
– Кемгә улар? – тип һорай ағай.
– Яратҡан кешемә, – дөрөҫөн әйттем, ышаныслыраҡ булһын, тип.
– Нисек? – тип аптыраны ул.
– Элек атайым Ерҙәге ер аҫты станцияһында эшләгәйне. Мине лә алып барҙы. Шунда танышҡайныҡ.
Ағай уйланып торҙо.
– Беҙгә Ер кешеләре менән бәйләнешкә инеү ҡәтғи тыйыла. Ярамай, – тине лә ағай китә башланы.
Һаҡсы шунда уҡ беҙҙең араға тороп, мине ҡыуырға тотондо.
– Ағай, ағай! – тип ҡысҡырып ҡараным, тик ул туҡтаманы, китте. Миңә бик ҡыйын булды. Шулай итеп, бар өмөтөм өҙөлдө.
Әммә минең хаттарҙы һин барыбер уҡыясаҡһың. Мин беләм».
Етенсе сәләм.
«Бөгөн тағы төшөмдә һине күрҙем. Төн. Мин йоҡлап ятам. Ҡараһам, һин бүлмәмә килеп индең. Минең юрғанымды төҙәтеп яптың. Батыр мине бик ярата, тип уйланым да, ҡапыл ҡурҡып киттем. Нисек инде? Һин алыҫта, Ер планетаһында бит... Ә былай һөйләрлек бер яңылығым юҡ. Бөтәһе лә элеккесә».
Иртәгәһенә таң менән Батыр менән Камила Федоровна егеттең машинаһында юлға сыҡты. Магнитогорскиҙан юл һәйбәт, улар өс сәғәттән Силәбегә лә килеп еттеләр. Юл буйы һәр кем үҙ уйына сумып килеп, һөйләшмәнеләр ҙә тиерлек. Батыр кисә Әмиләнән һуң Камила Федоровна янына ҡайтҡан саҡтағы һөйләшеүҙе хәтерләне... Өйгә инеү менән егет ҡатындың һорауҙарын көтөп өндәшмәне.
Камила Федоровна Батырҙың ҡулындағы төргәкте күреп:
– Нимә ул? – тип һораны.
– Хаттар, – тине егет.
– Ниндәй хаттар?
– Әмилә ун йыл буйы миңә хаттар яҙған. Урҙан Ергә ебәрә алмаған. Шуларҙы алып килгән. Миңә бирҙе. Мә, уҡыйһыңмы?
– Юҡ, мин ниңә уларҙы уҡыйым, ти? – тип баш тартты ҡатын. – Улар бит интим хаттар. Һин генә уҡырға тейеш уларҙы.
Камила Федоровна хаттарҙы уҡып тормаҫ, тип өмөтләнгәйне Батыр. Шуға уларҙы тыныс күңел менән ситкәрәк һалып ҡуйҙы.
Ошо ерҙә генә ҡатын Әмилә тураһында һораны.
– Шунан нимә һөйләштегеҙ?
– Ошо хаттар тураһында. Уларҙы ни өсөн, нисек яҙғандарын һөйләне.
– Миңә ул хаттар ҡыҙыҡ түгел. Әмилә менән үҙең хаҡында ни һөйләштегеҙ?
– Ул турала һөйләшмәнек, тиерлек, – Батыр ҡыҙға булған мөнәсәбәтен нисек аңлатырға ла белмәй.
– Тимәк, һөйләшкәнһегеҙ саҡ ҡына булһа ла. Шулаймы?
– Эйе, саҡ ҡына һөйләштек.
– Шунан? Ниндәй һығымтаға килдегеҙ инде?
Егеткә ҡатындың һорау алыу тоны оҡшамай. Батыр һиҙә, Камила Федоровнаны көнләшеү уты яфалай. Ләкин нисек итеп ул тойғоно итәғәтлерәк итеп туҡтатырға ла яйын тапмай.
– Һығымтаға килмәнек, – тине лә һүҙҙе икенсегә борорға итте. – Һеҙ юлға әҙерһегеҙме? Иртәгә таң менән ҡуҙғалабыҙ.
– Ниңә иртәгә? Силәбегә иртәнән һуңға барабыҙ, тигәйнең түгелме?
– Иртәгә Магнитогорскиға инеп, мин һеҙгә үҙем уҡыған институтты, йәшәгән ятағымды, ашап йөрөгән, төнөн ҡарауылсы булып эшләгән ашхананы күрһәтергә, тағы ҡала менән таныштырырға теләйем. Һеҙгә ҡыҙыҡмы улар?
– Ҡыҙыҡ, бик ҡыҙыҡ! – тип йәнләнеп китте Камила Федоровна. Ул егеттең беләгенән тотто ла күҙҙәренә тура ҡараны. – Мин уларҙы бик күргем килә! Ысын! Күрһәт!
Магнитогорскиҙа Батырҙың студент йылдары үткән урындарҙы Камила Федоровна бик ҡыҙыҡһынып ҡараны, аҙаҡ йылмайып әйтеп ҡуйҙы:
– Был экскурсияны “Магнитогорскиҙа Батыр урындары” тип әйтеп була инде!
– Шулай, – Батыр ҙа йылмайҙы, – тик ул берҙән-бер экскурсия булып ҡалыр инде.
Силәбелә программистар үҙәген тиҙ таптылар. Ул ике ҡатлы ҙур ғына бинаны алып тора икән.
Зөфәр төбәп ебәргән Сергей Петровичты оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Шул арала Батыр менән Камила Федоровна үҙ проблемаларын аныҡ та, аңлайышлы ла итеп нисек әйтеп бирергә тип фаразланы.
Ниһайәт, Сергей Петрович бушап, егет менән ҡатынды кабинетына саҡырҙы. Бына Батыр Зөфәрҙең сәләмен тапшырҙы, ҡыҫҡаса Сибай хәлдәрен һөйләп алды.
– Йә, ниндәй проблема алып килде инде һеҙҙе миңә? – тип һораны Сергей Петрович.
– Проблема бик ҙур. – Һүҙҙе ниҙән башларға, тип нисек кенә алдан уйлаһалар ҙа, һуңғы секундта Батыр уратып-суратып тормай тураһын әйтергә булды. – Һеҙҙең яһалма интеллект эшләү менән шөғөлләнгәнегеҙҙе беләбеҙ. Йәғни, аҡыллы роботтар. Шулай бит, Сергей Петрович?
– Эйе, шулай.
– Таныш булығыҙ – Камила Федоровна, – Батыр ҡатынға ымланы.
– Бик шатмын, – Сергей Петрович йылмайып башын эйҙе.
Камила Федоровна ла баш эйҙе.
– Мин дә шат.
Батыр бер аҙ тынып торҙо ла:
– Камила Федоровна... – робот, – тине.
Сергей Петрович әйткәндәрҙе ябай хәбәргә һанап, тыныс ҡына тыңлап ултырған еренән ҡапыл һағайҙы, хатта тертләне, тиергә була, бер Батырға, бер Камила Федоровнаға ҡарап алды, шунан ҡарашын егеттә туҡтатып, уның һүҙҙәренең ысын мәғәнәһенә төшөнөргә теләне:
– Нисек робот?
– Аҡыллы робот. – Сибәр ҡатын хаҡында былай тип әйтеүе Батырҙың үҙенә лә сәйер ине. Аңлайышлыраҡ булһын, тип өҫтәп ҡуйҙы, – Яһалма органик робот, яһалма интеллект.
– Рәсәйҙә беҙҙән башҡа тағы ла кемдер яһалма интеллект менән шөғөлләнәме ни? – Сергей Петрович Батыр әйткәндәргә һаман да ышанмайыраҡ, Камила Федоровнаға шикле ҡараш ташлап алды. – Әллә, беҙгә белдермәйенсә, хәйләкәр башҡорт Зөфәр эшләгәнме уны?
– Юҡ, ул түгел, – тип тынысландырҙы Сергей Петровичты Батыр.
– Улайһа, ысын робот булһа, ҡайҙан пәйҙә булған ул? – Хәҙер Сергей Петрович, тартынмайынса, ҡатынды тикшереүсе ҡарашы менән ҡапшаны. – Күктән төшмәгәндер бит? Һылыуым, – тип өндәште ул Камила Федоровнаға. – Һин ҡайҙан килдең?
Ҡатын, ни тип әйтергә белмәй, Батырға ҡараны.
– Ул, ысынлап та, күктән төштө, – тине Батыр, аңлатыр өсөн уңайлы ысул табыуына ҡыуанып.
– Ярай, шаярмағыҙ. Мин ысынлап һорайым. – Сергей Петрович егеткә асыулы ҡараш ташланы.
– Мин ысын әйтәм. Камила Федоровна икенсе планетанан.
Сергей Петрович Батырға уҫал итеп ҡараны.
– Һеҙ миңә әкиәт өҫтөнә әкиәт өймәгеҙ! Дөрөҫөн әйтегеҙ: нимәгә килдегеҙ һеҙ миңә?
– Сергей Петрович, мин әкиәт һөйләмәйем, дөрөҫөн әйтәм. Камила Федоровна – икенсе планетанан Ергә ебәрелгән роботтарҙың береһе. Улар Ерҙе баҫып алырға йыйыналар. Ҡаршылашыусыларҙы юҡ итергә килгәндәр.
Ошо ерҙә Камила Федоровна телгә килде. Ул һөйләшеүҙең һаман да төп темаға күсмәүе сәбәпле бик тулҡынлана ине.
– Сергей Петрович, минең мейемә кешеләргә ҡарата көслө агрессия һалынған. Ул миңә йәшәргә ҡамасаулай. Һеҙ минең мейемдәге агрессия программаһын алып ташларға ярҙам итегеҙ.
Камила Федоровна үтенесле ҡарашы менән Сергей Петровичҡа төбәлде.
Кабинет хужаһы әле ишеткәндәренә шаҡ ҡатып, уны аңларға, үҙләштерергә теләп, бер аҙ өндәшмәй ултырҙы, тәрән уйға бирелеп, егет менән ҡатынға алмаш-тилмәш ҡарап алды. Шунан тороп китеп, бүлмә буйлап улай-былай йөрөп алды ла, кире урынына килеп ултырҙы.
– Ә ниндәй планетанан килдегеҙ инде һеҙ? – тип һораны шунан. – Ниндәй маҡсат менән ебәрҙеләр һеҙҙе?
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, – тине Камила Федоровна, – беҙ, яһалма интеллекттар, Ер кешеләрен үҙебеҙгә буйһондорорға, һеҙҙең планетаны баҫып алырға ебәрелгәнбеҙ. Бынан ике парсек алыҫлыҡтағы Ур тигән планетанан.
– Шундай йыраҡтан осоп килә алдығыҙ инде?
– Ур планетаһы кешеләре беҙҙең Ергә инде йөҙ йыллап электән осоп килеп йөрөйҙәр, – тип һүҙгә ҡушылды Батыр.
– Һе, – тип ҡуйҙы Сергей Петрович, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә. Шунан Камила Федоровнаға боролдо. – Кешелекте буйһондорорға, тиһегеҙ инде?
– Эйе, буйһондорорға, буйһонорға теләмәгәндәрен ҡырырға. Беҙҙең һуңғы партия роботтарының мейеһенә махсус рәүештә кешеләргә ҡарата агрессия программаһы һалынған.
– Ә һеҙ ниңә ул программанан ҡотолорға булдығыҙ?
– Мин Батырҙы яраттым. – Камила Федоровна йәнә үтенесле ҡарашын Сергей Петровичҡа төбәне. – Зинһар, ярҙам итегеҙ миңә. – Шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Беҙгә.
Сергей Петрович Батырға ҡарап алды.
– Ә һин үҙең кешеме, исмаһам? Робот түгелме?
– Юҡ, мин – кеше. Ер кешеһе.
– Да-а. – Сергей Петрович уйланып ултырҙы. – Бик ауыр мәсьәлә ҡуяһығыҙ бит әле һеҙ миңә. Эйе, беҙ һуңғы осор яһалма органик мейе менән шөғөлләнәбеҙ. Бығаса уны төҫлө металдан, быяланан, пластмассанан яһай инек. Бына әле органик яһалма тән менән мейеләрҙең тәүгеләрен эшләйбеҙ. Бик ауыр, бик ауыр бурыс.
Сергей Петрович үҙ уйҙарына сумып, ҡунаҡтары тураһында бөтөнләй онотҡан кеүек ине. Бына уның алыҫҡа төбәлгән ҡарашы кире кабинетына әйләнеп ҡайтты.
– Тимәк, былай: тәүҙә һеҙгә тулы медицина тикшереүе үткәрергә тура киләсәк.
Тикшереү күрһәтер, операция яһарға яраймы һеҙгә, юҡмы? Әгәр операцияға тәүәккәлләргә хәл итһәк, беҙгә ярҙамға тәжрибәле нейрохирург кәрәк буласаҡ. Был – ике. Өсөнсөһө – операция. Ул бик ауыр, ҡатмарлы, хәүефле. Ләкин шуның менән шөғөлләнгәс, минең өсөн кәрәкле, фәһемле эш. Мин тотонормон, ахыры. Тик тәүҙә – медицина тикшереүе...
14
Сергей Петровичтың ҡатын менән ныҡ ҡыҙыҡһыныуы күренде. Шул уҡ көндө, оҙаҡҡа һуҙмай, Камила Федоровнаны тулы медицина тикшереүе үткәреүгә һалдылар. Ул өс көн барасаҡ, тинеләр. Сөнки операция бик ҡатмарлы, ауыр, тикшереүҙе төрлө яҡлап үткәрергә кәрәк.
– Һин, бәлки, Сибайыңа ҡайтып килерһең? – тине Сергей Петрович Батырға. – Һине Камила Федоровна янына индермәйәсәктәр. Бында аптырап йөрөгәнсе.
Сибайҙа ни ҡарай ул? Әмиләне бик күргеһе килһә лә, ошондай хәлдә уларҙың осрашмай тороуы хәйерлерәк. Үҙенең һөмһөрө ҡойолған ҡиәфәте, рәтле һөйләшә алмауы менән уның кәйефен генә боҙасаҡ, ҡайғыға һаласаҡ.
Батыр ҡунаҡханаға урынлашып, киоскынан бер ҡосаҡ гәзит-журнал һатып алды ла, бүлмәһенә бикләнде. Әммә баҫмаларҙағы мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр егеттең күңелен арбай алманы. Уларҙы уҡый Батыр, мәғәнәһен аңламай, сөнки башынан Камила Федоровна хаҡында уйҙар бер секундҡа ла сыҡмай. Нисек үтер тикшереү? Уныһы – бер. Тикшереү һөҙөмтәһенә таянып операциянан баш тартып ҡуйһалар, ары нисек йәшәргә Камила Федоровнаға, бөтә күңелен, булмышын баҫып алған шул ауыр тойғо менән? Ә инде операция яһарға хәл итһәләр, нисек үтер ул? Ябай операция түгел. Был хаҡта Сергей Петрович ҡатҡат иҫкәртте. Мейелә, иң нескә ағза эсендә, соҡонорға тура киләсәк бит.
Батырҙың бүлмәһе икенсе ҡатта, ресторандың өҫтөндә генә урынлашҡан икән. Кискә табан унан бик көслө музыка яңғырай башланы. Ошо ерҙә егет бөгөн көнө буйы ауыҙына бер ни ҡапмағанын иҫләне, асыҡҡанын тойҙо. Батыр бер аҙ икеләнеп ятты ла, аҫҡа төшөргә булды. Бәлки, ундағы дәртле музыка, атмосфера бошонҡо уйҙарынан арындырыр.
Ресторанда кеше байтаҡ ине, әммә буш урындар бар. Күбеһе йәштәр, ләкин урта йәштәгеләр ҙә, хатта бер-ике олораҡ кеше лә күренә. Улары Батыр кеүек ҡунаҡханала йәшәүселәрҙер инде. Ашарға төшкәндәрҙер.
Батырҙың аптырап туҡтап ҡалыуын күреп, администратор ҡыҙ килеп етте.
– Рәхим итегеҙ! – Сибәр ҡыҙ матур итеп йылмайҙы ла, егетте үҙе артынан әйҙәне.
Бына ул мөйөштәрәк торған өҫтәл артынан, ике ир янынан урын күрһәтте. Уларҙың береһе урта йәштәрҙә, икенсеһе олораҡ ине. Алдарында бер шешә коньяк та тора. Ирҙәрҙең кәйефе шәпкә оҡшаған. Шунда уҡ икеһе лә Батырҙы ихлас ҡабул итте, яңы компаньонға бик шат икәндәрен күрһәтте. Батырҙың һөйләшергә бик үк теләге юҡ, етмәһә, ҡыҙмаса булып алған кешеләр менән. Уның бар уйы Камила Федоровна хаҡында. Медицина тикшереүе ниндәй һөҙөмтә бирер? Юҡ, операциянан баш тартырға тейеш түгелдәр. Шунан – операция. Иң ҡурҡынысы – шул. Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, тип туҡтауһыҙ ҡабатланы Батыр үҙ алдына. Ләкин ҡарашын ресторан буйлап йүгертте, ошонан да уңайлыраҡ урын юҡ ине. Сөнки башҡа өҫтәлдәр артында – йәҡатын-ҡыҙҙар, йә йәштәр ултыра.
Ирҙәр шунда уҡ ҡул биреп, Батыр менән танышып алды. Береһе – олорағы – Юрий Павлович, тип атаны, икенсеһе, ҡаҙаҡҡа оҡшап торғаны – Бахытжан икән. Ысынлап та, ҡаҙаҡ, Алматынан.
Тиҙҙән официантка килеп етте, ирҙәрҙең Батыр менән ихлас әңгәмәләшеүен күреп:
– Ә-ә, танышырға ла өлгөрҙөгөҙмө? – тип йылмайҙы ла, ҡулына ҡағыҙ менән ручка алып, Батырға һораулы ҡараш ташланы.
Батыр ашарға заказ бирҙе.
– Нимә, эсергә алмайһығыҙмы ни? – тип аптыраны Бахытжан.
– Ә, эйе! Тағы сәй! – тип өндәште Батыр китергә өлгөрмәгән ҡыҙға.
Официантка сәйҙе ҡағыҙына теркәп ҡуйҙы ла, йәнә егеткә ҡараны, ул башҡаса өндәшмәгәс, китеп барҙы.
– Тағы бер рюмка килтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы уның артынан Бахытжан.
– Дөрөҫ! – Юрий Павлович шешәгә сиртте. – Был беҙҙең өсөбөҙгә етә!
– Мин эсмәйем, – тине Батыр.
Ирҙәр уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне.
– Ҡунаҡханала йәшәйһеңме? – тип һораны Юрий Павлович бик ҡыҙыҡһынған төҫ менән. – Беҙ ҙә шунда. Мин – Мәскәүҙән, Бахытжан – Ҡаҙағстандан. Икебеҙ ҙә командировкала. Бер бүлмәлә йәшәйбеҙ. Өсөнсө кис ваҡытты ошонда ҡыҫҡартабыҙ. Һин ҡайҙан?
– Башҡортостандан.
– Командировкаламы?
– Эйе, шулай тиергә була.
– Нисек – шулай тиергә була? Йә – командировкала, йә – түгел?
Батырҙың был хаҡта һөйләргә теләге булмаһа ла, әйтергә тура килде.
– Яҡын кешемде операцияға алып килдем.
– О-о! Операцияға?! – тине бик ҡайғылы тауыш менән Бахытжан. – Етмәһә, яҡын кешеңде! Әйҙәгеҙ, операция уңышлы үтһен өсөн!
Ирҙәр рюмкаларын күтәреп Батырға ҡараны. Егеттең ҡыбырҙамай ултырыуын күреп, ҡаҙаҡ ире официантка ҡайһы аралалыр килтерергә өлгөргән рюмканы Батырға һуҙҙы.
– Юҡ, мин эсмәйем! – тип ҡабатланы Батыр.
– Эс! – тине Юрий Петрович. – Ошондай хәлеңдә эсергә кәрәк. Ҡайғылы ваҡытта ярҙам итә!
Батырҙың рюмканы кире өҫтәлгә ултыртыуын күреп, ирҙәр ары өгөтләп торманылар, эсеп ебәрҙеләр.
Официантка ашарға килтерҙе. Ләкин ирҙәр, егеткә яҡшылап ҡапҡыларға ла бирмәйенсә, бер-бер артлы һорауҙар биреүҙән туҡтаманылар. Хатта Батыр был өҫтәл артына ултырғанына үкенеп ҡуйҙы. Уның һис тә асылып китергә, бигерәк тә бушты-бушҡа ауҙарып тел болғарға кәйефе юҡ ине.
Ләкин ҡыҙмаса булып алған ирҙәр ифрат ихлас ине, улар Батыр теләһә лә, теләмәһә лә, алмашлап һорау биреп, егеттән бөтәһен дә тиерлек һөйләттеләр. Бигерәк тә операцияны мейегә яһаясаҡтары уларҙы бик ҡурҡытты.
– Бына хәҙер мин аңланым, – тине Юрий Павлович, – һинең төҫөң ниңә шул тиклем ҡайғылы икәнлеген. Мин тәүҙә, һинең берәй туғаның, йәки бисәң үлгәндер, тип уйлағайным.
– Врачтар ни ти һуң, исмаһам? – Бахытжан рюмкаларға коньяк ҡойҙо. – Ҡурҡыныс түгелме операция? Ни тиһәң дә, мейегә бит. Аяҡҡа йәки ҡулға түгел!
– Ҡатмарлы, тиҙәр.
– Мин яңыраҡ журналда уҡыным, – ирҙәр сәкәштереп коньяктан ауыҙ иттеләр. – Әгәр өс йәки күберәк кеше бик көслө итеп бер теләк теләһә, ул тормошҡа аша икән. Ысын! Әйҙә, беҙ ҙә һинең... яҡыныңдың исеме нисек? – Бахытжан Батырға ҡараны.
– Камила Федоровна.
– Мәрйәме ни? – тип ғәжәпләнде Бахытжан. – Яратҡан кешеңме, әллә бисәңме?
– Яратҡан кешем.
– Әйҙәгеҙ, Батырҙың яратҡан кешеһенең, Камила Федоровнаның, операцияһы уңышлы үтһен, ул болнистан һауығып сыҡһын, тип эсеп ебәрәйек!
Бик ихлас теләйек, бөтә күңелдән! Әйҙәгеҙ!
– Юҡ, юҡ! Былай булмай! – Бахытжан Батырҙың рюмкаһын эсмәйенсә ултыртыуын күреп, кире уны егеткә тотторҙо. – Эсмәһәң, теләгең ихлас түгел. Эсһәң, һинең уйҙарың тәнеңә, күңелеңә һеңә һәм улар бик оҙаҡ һинең теләгеңде тормошҡа ашырыу өсөн бөтә көсөн һалып эшләй.
– Дөрөҫ! – тип ҡеүәтләне уның һүҙен Юрий Петрович. – Эсһәң, кәйефең дә күтәрелер, ҡайғылы уйҙарың онотолор. Эс!
Был турала Батырҙың бик йыш ишеткәне бар. Ләкин ошоғаса уны һынап ҡарағаны юҡ. Студент сағында бер эскәйне араҡыны. Оҡшаманы. Шунан һуң бер ҡасан да ауыҙына алманы. Күршеләре тағы шул хаҡта ныҡышмалы ҡабатлағас, әллә эсергәме, тип уйлай башланы. Ысынлап та, кәйефе лә юҡ. Бәлки, ауыр уйҙарҙан арына алыр. Етмәһә, Бахытжан әйткәндәргә ышанһаң, ихлас теләгең тормошҡа аша, ти бит. Бына быныһы хаҡында ул үҙе лә уҡығаны бар.
Тулы рюмкаларын тотоп ултырған ирҙәргә ҡарап, Батыр коньякты ауыҙ итте. Ирҙәр ҙә еңел һулап эсеп ебәрҙе, егетте хупларға тотондо.
– Ана шулай! Бына хәҙер күрерһең, кәйефең дә күтәрелер, – тине Юрий Петрович.
Батыр эсенә йылылыҡ төшөп китеүен һиҙҙе. Бер аҙҙан һөйләшкеһе килеп китте. Әйтеп бөтмәгән һүҙҙәрен был ихлас ирҙәргә һөйләү теләге тыуҙы, хатта Ерҙә сит планеталарҙан кешеләр йәшәүен һөйләп, ә үҙенең яҡын кешеһенең робот икәнлеген әйтеп аптыратҡыһы килде. Ләкин эске бер көсөргәнеш менән бының ярамағанлығын тойҙо, тыйылып ҡалды.
Тағы бер-ике рюмка коньяк та эсте, ысынлап та, кәйефенең күтәрелеүен һиҙҙе, бар ауыр уйҙар ҡайҙалыр алыҫҡа китеп бәләкәсәйҙе, элекке кеүек күңелде өйкәмәй ине.
Батыр бер аҙ ултырғас, ҡайтып ял итергә булды. Юрий Петрович менән Бахытжандың тағы ултырырға тәҡдим итеүҙәренә ҡарамай, номерына ҡайтты ла, сисенеп тормай карауатына ауып, шунда уҡ йоҡлап китте.
Иртәгәһенә Батыр үкенесле уйҙарҙан ҡотолоу өсөн ҡулына гәзиттәр алды, ләкин береһен дә ҡыҙыҡһынып китеп уҡый алманы. Батыр сәғәтенә күҙ һалды. Бәй, ун бер ҙә булып киткән! Ярты көн үткән бит! Уның ғүмере лә бығаса йоҡлап ятҡаны юҡ! Ни ҙә булһа эшләргә кәрәк бит! Нимә?
Мәҫәлән, Сергей Петровичты күрергә. Нисек бара икән Камила Федоровнаны тикшереү? Берәй нәмә асыҡланамы аҙыраҡ?
Ошо ерҙә Батырҙың телефоны шылтыраны. Был Хәлит булып сыҡты. Күптән һөйләшкәндәре юҡ ине. Әмиләнең Ергә килгәнлеген белгән кеүек шылтырата.
– Шунан, нисек йәшәп ятаһың? – тип һораны Хәлит шат тауыш менән. – Эштәр арыумы?
– Эштәр һеҙҙең Өфөлә арыу инде, – тип шаяртты Батыр. – Беҙҙең бында һәүетемсә.
– Ярай, меҫкенләнмә! Директор итеп ҡуйманылармы әле үҙеңде?
– Һинең күрһәтмәңде көтәләр.
– Мине көтһәләр, мин “һә” тигәнсә барып етәм! – тине лә Хәлит етди тонға күсте. – Ер аҫты станцияһы булған ергә барғылап йөрөйһөңмө? Бер кемде осратҡаның юҡмы?
– Мин үткәндә әйткәйнем бит, унда хәҙер өйҙәр, гараждар төҙөп бөттөләр.
Станцияны япҡандар, күрәһең. Бер кем, бер ни күренмәй.
– Ур кешеләре Ерҙе ташланылармы икән ни? – тип күңелһеҙләнде Хәлит. – Әмилә башҡаса бер ҡасан да Ергә килмәҫме, беҙ уның менән осрашмаҫбыҙмы икән ни?
– Әмилә Ерҙә, – тине Батыр тыныс тауыш менән.
Хәлит, ишеткәненә ышана алмай, бер нисә секунд тынып торҙо.
– Нимә?! Ерҙә?! – Бына ул иҫенә килеп, дуҫына ҡысҡырырға тотондо. – Ниңә уны миңә әйтмәй тораһың?! Әмилә һиңә нисек ҡәҙерле булһа, миңә лә шулай яҡын! Ҡасан килде? Мин бөгөн үк Сибайға осам!
– Туҡта, осмай тор! – Батыр дуҫын тынысландырырға тырышты. – Мин осраштыра алмайым әлегә һине Әмилә менән.
– Ниңә? – тип аптыраны Хәлит.
– Мин – Силәбелә.
– Силәбелә? Унда ни ҡарайһың? Ҡасан ҡайтаһың Сибайға?
– Ике-өс көндән. Ярай, мин һиңә шылтыратырмын.
– Туҡта! Һөйлә, һөйлә бөтәһен дә. Ҡасан килде, нисек осраштығыҙ?
– Хәлит, ғәфү ит, әлегә ваҡытым юҡ. Бик ҡәҙерле кешемде операцияға алып килдем. Бына осрашырбыҙ, шунда һөйләрмен бөтәһен дә. Әлегә ғәфү ит. Һау булып тор.
Шулай итеп күптән күрмәгән дуҫы менән бәйләнеште өҙөп ҡуйҙы. Сөнки иркенләп һөйләшергә теләге лә, кәйефе лә юҡ. Тиҙерәк Сергей Петровичҡа шылтыратып хәлдәрен белешергә кәрәк. Ә Хәлит менән һирәк осраша улар, күберәк телефондан һөйләшәләр. Дуҫы мәктәптән һуң Өфөлә нефть институтын тамамланы, армияла офицер булып хеҙмәт итеп ҡайтҡас, шул баш ҡалала төпләнде, хәҙер институтта эшләп йөрөй. Ярай, үпкәләмәгәндер, үпкәләһә, осрашҡас, аңлатыр барыһын да.
Сергей Петрович оҙаҡ ҡына алманы трубканы. Ниһайәт, телефонда уның тауышы ишетелде.
– Сергей Петрович! Хәйерле көн! Был мин – Батыр!
– Ә-ә, Батыр... – Программист уфтанып алды. – Һин кил әле бында. Телефондан һөйләп булмаҫ бөтәһен дә. Кил.
– Нимә, шулай хөртмө ни эштәр? – Батырҙың күңелен шом солғап алды. Сергей Петровичтан күңелһеҙ хәбәр ишетеүҙән ҡурҡты егет.
– Кил, кил! Килгәс аңлатырмын.
Батыр ҡыҫҡа тауыштар менән пипелдәгән телефонын һаман да ҡолаҡ төбөндә тотоп, уйланып торҙо. Ни булған?! Шулай уҡ бик бошонҡомо икән ни хәлдәр?!
Батырҙың үҙәккә тиклем йәйәү барырға түҙемлеге етмәне, такси саҡырҙы. Егерме минут та үтмәне, ул программистар үҙәгендә ине.
Сергей Петрович урынында юҡ. Батыр уға шылтыратты.
– Килеп тә еттеңме ни? – тип аптыраны Сергей Петрович. – Мин хәҙер. Бына улар кабинетта ултыралар.
– Тикшереү бөтмәгән әле. Әммә ҡайһы бер нәмәләр асыҡлана. Күрә алмау тойғоһо, икенсе төрлө әйткәндә, агрессия, мейенең ситендәрәк урынлаша. Ә Камила Федоровнаныҡы мейеһенең үҙәгенә яҡын, йәғни бик төптә. Быны Камила Федоровнаны эшләгән роботтар махсус шулай ҡорған. Ул тойғоно алып ташлап булмаһын өсөн.
– Нимә шуны баш һөйәген асмайынса белеп буламы ни? – тип аптыраны Батыр, ул Сергей Петровичтың һүҙҙәренә ышанырға теләмәне, күҙҙәренә өмөт менән ҡараны.
– Беҙҙең махсус приборҙар бар. Улар баш һөйәге аша ла мейенең хәлен тикшерергә мөмкинлек бирә.
– Шунан? – Батыр бар ихтыяр көсөн йыйып, ҡыйын булһа ла, Сергей Петровичтың ҡарарын ишетергә әҙерләнде.
– Яһалма мейенең нисек, нимәнән эшләнгәнен ныҡлап өйрәнмәй, белмәй тороп, унда соҡоноу бик хәүефле. Дөрөҫөн әйткәндә, мин бик ҡурҡам. Операцияның уңышһыҙ тамамланыуы бик мөмкин. Икенсе яҡтан, мейенең төҙөлөшө менән шөғөлләнеүсе булараҡ, мин бөтәһен дә үҙ күҙем менән күргем, тотоп ҡарағым килә. Ләкин... ләкин...
– Камила Федоровна беләме быны? – тип һораны Батыр, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырғас.
– Мин яҡынса аңлатып ҡараным. Бәлки, баш мейеһен асып маташмайыҡ, тинем. Ләкин ул, операция яһағыҙ, кәрәкһә, ҡағыҙ яҙып бирәм, үҙ теләгем менән ризалаштым операцияға, тип ныҡыша.
Йәнә тынып ҡалдылар.
– Камила Федоровнаның ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайыҡ, – тине Сергей Петрович бер аҙҙан. Мин һине шуға саҡырҙым. Ҡатын ныҡышмаһын. Яһамайыҡ операция. Ул агрессияны дауалар менән дә баҫып булалыр бит. Күп кеше мейеһендәге, күңелендәге кире тойғолар менән йәшәй ҙа баһа. Камила Федоровна ла йәшәр. Һис юғында, гипноз менән дауалап ҡарарға мөмкин.
– Камила Федоровна әле ҡайҙа?
– Уны тикшереү дауам итә әле. Тағы күп нәмәне асыҡлайһы бар. Әммә мин операция яһаясаҡ кеше булараҡ күрәм, һиҙенәм – төп һығымта бер нөктәгә бара: операция еңелдән булмаясаҡ.
– Тимәк, уның уңышлы үтеүе лә мөмкин? – Батыр Сергей Петровичтың күҙҙәренә өмөт менән ҡараны.
– Әлбиттә! Әгәр шулай булмаһа, беҙ бында һөйләшеп тә ултырмаҫ инек.
– Миңә Камила Федоровнаны нисек күрергә була?
– Тиҙҙән төшкө тәнәфес, – тине Сергей Петрович, сәғәтенә күҙ һалып. – Әйҙә, уның палатаһына алып барам. Ул бер үҙе йәшәй. Шундай һөйләшерһегеҙ.
Батырға яңғыҙы ҡалып, ни уйларға ла белмәй, аптырап оҙаҡ ултырырға тура килмәне, Камила Федоровна палатаһына килеп инде. Ул күңелһеҙ, һоро төҫтәге халатта, үҙе ошо ике көндә бирешеп, ябығып киткән. Матур зәңгәр күҙҙәре ҡарайып эскә батҡан, йөҙөн һағыш баҫҡан.
Батырҙы күргәс, ул:
– Батыр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе лә, йүгереп килеп уны ҡосаҡланы һәм йөҙө менән егеттең күкрәгенә ҡапланып, һулҡылдап иларға тотондо. Камила Федоровна ошо ике көндә күңелендә йыйылған ауыр уйҙарынан, ҡурҡыуынан, һағышынан нисек ҡотолорға белмәй. Үҙен баҫып алған бар бәләнән, фажиғәнән фәҡәт Батыр ғына ҡотҡара алыр кеүек ине уға.
Батыр бер ни өндәшмәй ҡатынды үҙенә ҡыҫты, сәсенән, арҡаһынан һыйпаны. Бындай наҙлылыҡты, яғымлылыҡты күрмәгән ҡатындың күңеле бөтөнләй йомшарып китте. Оҙаҡ ҡына күҙ йәштәре түкте. Бына Камила Федоровна илауҙан туҡтап, ғәйепле төҫ менән ҡарашын күтәрҙе.
– Ҡарама миңә, ҡарама! – тине ҡулдарын һелтәп. – Мин – йәмһеҙмен! Мин хәҙер!
Ҡатын йүгереп ванна бүлмәһенә инеп китте. Камила Федоровна төҙәтенеп сыҡҡас, егеткә ҡарап ғәйепле төҫ менән йылмайҙы.
– Һин Сергей Петровичты күрҙеңме? – тип һораны ул шунда уҡ. – Һөйләштегеҙме?
– Һөйләштек. Ә һеҙ үҙегеҙ нисек уйлайһығыҙ? – тип һораны Батыр.
– Батыр! – Ҡатын, бик оло хәбәр әйтергә теләп, егеткә ауыр итеп ҡарап алды.
– Мин һиңә бөтәһен дә һөйләмәгәйнем. Хәҙер әйтәм. – Ҡатын, нимәнән башларға белмәгәндәй, бер аҙға тынып ҡалды. – Мин күңелемдәге кешеләргә ҡарата көслө агрессияны, нәфрәтте Урҙа йәшәгәндә үк тоя башланым. Ул мәлдә кешеләр менән роботтар араһында һуғыш башланмаған ине әле. Мине бер заводҡа йүнәлеш менән эшкә урынлаштырҙылар. Беҙҙең етәксебеҙ ураған һайын хәлебеҙҙе белешеп, дәртләндереп тора ине. «Һин беренсе, һин директор булырға тейешһең, һин теләһә ниндәй кешенән йөҙ тапҡыр, мең тапҡыр аҡыллыраҡ. Бына шул заводта эшләгән һәр инженерҙы, йәки ошо директорығыҙҙы ал, улар өс, дүрт урынлы һанды икенсе дүрт урынлыһына ҡабатлай аламы? Юҡ. Ә һин “һә” тигәнсә эшләйһең уны. Һин хәтереңдә миллионлаған мәғлүмәтте һаҡлайһың, шуларҙың һәр береһен бер секундта иҫләй алаһың, һәр өлкәлә шулай. Тимәк, һин кешенән йөҙ тапҡыр аҡыллыраҡ, мең тапҡыр! Һин етәксе булырға, Ергә хужа булырға хаҡлы! Ә кешеләр беҙҙең ҡол булырға тейеш, беҙ ни әйткәнде тыңлап, ҡушҡанды
үтәп йөрөргә бурыслылар». Ошо ла миндә беренсе булырға теләүҙе ныҡ көсәйтте, бер мәл мин директорыма ҡарата үҙемдә көслө күрә алмау, нәфрәт барлығын тойҙом, үҙемә үҫергә бирмәгән дошманым кеүек күрә башланым, уны үлтергем килде. Мин аңлайышлы һөйләйемме? Һин ышанаһыңмы миңә?
– Аңлайым, ышанам, – тип ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе Батыр. Үҙе күңелендә был һүҙҙәргә ҡарата кире тойғо үҫә барыуын тойҙо.
– Мин ни эшләргә белмәнем. Бер яҡтан, директорҙы юҡ итергә теләйем, икенсенән, ул ауыр тойғонан ҡотолғом килә. Миңә бик ҡыйын ине. Шул мәлдә Ергә ебәрергә роботтар төркөмөн йыйыуҙарын ишеттем. Башыма бер уй килде: әгәр Урҙан, роботтар етәксеһенең диктатынан ҡотолһам, күңелемдәге агрессиянан ҡотола алырмын кеүек ине. Шулай итеп мин һеҙҙең планетаға килеп эләктем... Тик... Тик күңелемә, мейемә һеңдерелгән көслө агрессия тойғоһонан ҡотола алманым. Комбинаттың элекке директор урынбаҫарын... мин үлтерҙем.
Камила Федоровнаның һөйләгәндәре Батырҙы тетрәтте, уның арҡаһынан һалҡын земберҙәп йүгереп үтте, тәненә өшөгәндәге кеүек ҡош тәне ҡалҡты.
– Ә нисек? – тип һораны егет. – Врачтар уның үлеменең сәбәбен белә алмаған бит.
– Беҙҙә йөрәкте туҡтата торған магнит пистолеты бар. Шуның тулҡындарын тоҫҡап ебәрһәң, йөрәк “һә” тигәнсә эштән сыға. Туҡтауының сәбәбен дә белеп булмай.
Камила Федоровна егеткә ҡарап алды.
– Хәҙер һин мине күрә алмайһыңмы?
– Юҡ, Камила Федоровна! – Батыр ҡатынды ҡосаҡланы. – Мин һине йәлләйем. Тик һиңә нисек ярҙам итергә белмәйем.
Ҡатын уфтанып алды.
– Иң ҡурҡынысы унда түгел. Яңы директор урынбаҫарын һайлағанда һинең исемең яңғыраны. Бик күптәр һине көслө инженер тине, улар һинең етәксе булыуыңды теләй ине. Әлеге директор урынбаҫарын етәксе итһәләр ҙә, мин аңланым, тиҙҙән уның урынын һин аласаҡһың. Һәм миндә тәүҙә ошо директор урынбаҫарын, шунан һине юҡ итеү теләге тыуҙы. Миңә башта урынбаҫар, унан директор булып китергә кәрәк ине. Бәлки, бөтәһе лә шулай барып сығыр ине. Әммә мин һиңә үлеп ғашиҡ булдым. Бар йөрәгем менән яраттым һине. Шул саҡ күңелемдә бар тойғолар буталды. Мин аҡылдан шашыр хәлгә еттем. Һәм мин ошондай ҡот осҡос, йөрәк өшөткөс ауыр тойғолар эсендә инде нисәмә көн йәшәйем. Бик ауыр миңә, Батыр! Уларға түҙерлек түгел. Мин ни эшләргә белмәйем. Үлһәм, үләм, ошо операцияға барырға риза мин. Бәлки, тере ҡалырмын, әммә ҡурҡыныс, йән өҙгөс имәнес тойғоларымдан ҡотолормон. Ошондай тойғолар эсендә йәшәгәнсе... үлемең артыҡ.
– Камила Федоровна! Нимә һөйләйһегеҙ?! Туҡтағыҙ! – Батыр ҡатынды ҡосаҡланы.
– Мин беләм: Сергей Петрович һиңә “операция бик хәүефле, уны яһауҙан тыйылырға кәрәк”, тигән. Ныҡышмаһын, тип мине кире өгөтләргә ҡушҡан. Зинһар, мине тыйма. Барам мин ул операцияға, барам!.. Ярай, тәнәфес бөтә. Мине тикшереүҙе дауам итергә тейештәр. Мин киттем. Ә һин, Батыр, бында аптырап ятма, ҡайт Сибайыңа. Әгәр... – Камила Федоровна Батырға ҡарап бер аҙ өндәшмәй торҙо. – Әгәр... Һин Әмиләне ташлама. Бөтәһе лә һәйбәт булһа, мин шылтыратырмын. Хуш булып тор. Батыр!.. Белеп ҡуй! Һине бик! Бик ныҡ яратам! – Камила Федоровна егетте ҡосаҡланы, башын күкрәгенә һалып тынып ҡалды.
Батыр уны үҙенә ҡыҫты. Камила Федоровна Батырҙы ҡосаҡлап тағы бер аҙ торҙо. Шунан ҡулын күтәреп хушлашты ла сығып китте.
Хуш, хуш, һылыуҡай! Һуңғы тапҡыр күрәме һине Батыр? Бик ҡәҙерле кеше бит һин егеткә! Әгәр һине юғалтһа... Юҡ, юҡ! Осрашасаҡ улар, осрашасаҡ! Ирекһеҙҙән егеттең күҙҙәренән йәштәре ағып китте.
16
Ҡатындың палатаһынан егеттең сығыуы булды, телефоны шылтыраны. Был Сергей Петрович ине.
– Йә, – тине ул. – Һөйләштегеҙме Камила Федоровна менән? Нимә тине?
– Сергей Петрович, һеҙ кабинетығыҙҙамы?
– Эйе. Һеҙ ҡайҙа?
– Мин үҙәктә әле. Хәҙер киләм.
Батыр инеү менән Сергей Петрович уға ултырырға урын күрһәтте лә егеткә һораулы ҡараш ташланы. Батыр уфтанып алды.
– Сергей Петрович, – тине ул һүҙен нисек әйтергә белмәйенсә. Шунан уратыпсуратып тормаҫҡа булды. – Камила Федоровна бер нимәгә ҡарамай операция яһаттырмаҡсы. Нимә эшләйбеҙ?
Сергей Петрович урынынан тороп китте.
– Ул мине ауыр хәлгә ҡуя икәнлеген уйламай! Мин уның ғүмере өсөн яуаплы!
Батыр өндәшмәне. Ни тип әйтһен инде ул ошондай хәлдә? Камила Федоровнаны ла аңлай ул. Ләкин әгәр операция уңышһыҙ тамамланһа? Быны күҙ алдына килтереү мөмкин түгел!
Сергей Петрович ниндәйҙер ҡарарға килгән төҫтә урынына барып ултырҙы, оҙаҡ итеп Батырға ҡараны, шунан бик тәүәккәл ҡиәфәткә инде.
– Яһайым операция! Бар көсөмдө, һәләтемде һалырмын, Камила Федоровнаны имәнес, йән өшөткөс хәленән ҡотҡарыу өсөн бөтәһен дә эшләрмен!
Батыр операция эшләнеп, ул уңышлы тамамланғандай күреп, урынынан тороп, Сергей Петровичтың ҡулын ҡыҫты.
– Рәхмәт һеҙгә, Сергей Петрович. Ҙур рәхмәт!
– Ә һеҙ ҡайтығыҙ Сибайға. Һеҙ хәҙер беҙгә ҡамасаулаясаҡһығыҙ ғына. Беҙҙең алда бик күп әҙерлек эштәре тора. Мин операция тамамланғас та, уның нисек осланыуына ҡарамай, шылтыратырмын.
– Мин һеҙгә ышанам, Сергей Петрович, – тине Батыр. – Ул уңышлы буласаҡ.
– Мин дә шуға өмөтләнәм. Хушығыҙ!
– Хушығыҙ!
Етенсе повесть тамам.
Өфө, 20 февраль, 2024 йыл.