Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Май , 14:50

ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 6-сы өлөш)

Наил ҒӘЙЕТБАЙ 

ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 6-сы өлөш)
ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 6-сы өлөш)

Батыр институтҡа шунда уҡ шылтыратып, ул программистың телефонын тапты. Мостафин Зөфәр. Батыр уны белә булып сыҡты. Ваҡытында стадионға көрәш секцияһына йөрөгәйнеләр, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡайнылар. Таныш булыуы һәйбәт, уның менән ҡыҙыҡһыныуының сәбәбен аңлатыуы еңелерәк булыр.

Егет оҙаҡҡа һуҙмай Зөфәрҙең телефон номерын йыйҙы. Трубканы оҙаҡ алманылар. Батыр инде телефонын һүндерергә генә йыйынғайны, ниһайәт, трубкала Зөфәрҙең тауышы ишетелде.

– Алло?

– Зөфәр, был һинме?

– Мин, – тине үҙен эшенән айырыуҙары өсөн ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән Зөфәр.

– Һеҙ кем?

– Был мин – Батыр!

– Ә-ә, һинме ни? – Зөфәрҙең тауышы йомшарҙы. – Ул нисек шылтыратырға булдың әле?

– Һөйләшәһе һүҙем бар.

– Әйт.

– Юҡ. Осрашырға кәрәк. Телефондан булмай, – тине Батыр. – Һинең эшеңә барайыммы, әллә икенсе ерҙә осрашабыҙмы?

– Кил эшемә, – тине Зөфәр. – Бик мөһим эш менән ултырам. Айырылаһы килмәй.

– Булды! Ярты сәғәттән киләм.

Батыр Камила Федоровнаға ҡараны:

– Һиңә сығып күренергә ярамай. Яңғыҙ барайым.

– Минең һинән айырылғым килмәй бит, – Камила Федоровна Батырға һыйынды.

– Минең дә килмәй ҙә бит, – егет ауыр көрһөндө. – Ярай, мин оҙаҡламам. Тик бер ҡайҙа ла сыҡма инде, зинһар. Ана – китап кәштәһе. Бына – гәзит журналдар. Хәҙер һине Әмилә менән Лиуар ҙа, үҙегеҙҙекеләр ҙә эҙләй. Һаҡ булырға кәрәк.

– Үҙең дә һаҡ йөрө, Батыр!

– Ярай, ярай, – тип тынысландырырға тырышты ҡатынды егет.

Батырҙың машинаһы бар. Ләкин уның менән һирәк файҙалана. Күберәк йәйәү йөрөргә тырыша. Сибай – бәләкәй ҡала. Бөтә нәмә эргәлә. Иң алыҫ тигәне лә ярты саҡрым тирәһендә. Дөрөҫөн әйткәндә, Сибайҙа машинаның кәрәге лә юҡ инде. Уңайы килеп сыҡҡанда һатып алғайны, күберәк гаражда тора. Ә гараж ҡала ситендә. Уға такси менән барырға кәрәк. Шуға күрә Батыр такси саҡырҙы ла, тура институтҡа йүнәлде. Бында килгәс, егет кәрәк бүлмәне тиҙ тапты.

Зөфәр төрлө компьютерҙарға, башҡа приборҙарға күмелеп ултыра ине. Батырҙы күргәс, ҡул биреп күреште, шунан ултырырға урын күрһәтте, ләкин ҡапыл ғына компьютерынан айырыла алманы.

– Ғәфү ит, хәҙер! – тине лә байтаҡ ҡына һаман төрлө кнопкаларына баҫҡыланы.

Бына, ниһайәт, Зөфәр Батыр ҡаршыһына килеп ултырҙы.

– Йә, Батыр, һөйлә, – Зөфәр уның күҙҙәренә ҡыҙыҡһынып ҡараны. – Ниндәй елдәр ташланы һине бында?

– Һүҙ оҙон. Нимәнән башларға ла белмәйем, – Батыр бер аҙ уйланып ултырҙы.

– Иң мөһименән башла! – тип йылмайҙы Зөфәр. – Ҡалғаны аҙаҡ әйтелә ул.

– Зөфәр, һин уҡығанһыңдыр, ишеткәнһеңдер, һәр хәлдә, программист булараҡ беләһеңдер: беҙҙең илдә, бер нисә лабораторияла яһалма интеллект, аҡыллы интеллекттар эшләү менән шөғөлләнәләр.

– Беләм, әлбиттә! – тип үҙенә яҡын темаға һүҙ сыҡҡас, ҡыуанып китте Зөфәр. – Ҡайһы йүнәлештәре буйынса уларға ярҙам итергә лә тура килде. Хәҙер бит кешегә оҡшаған роботтар эшләп маташалар. Тимер роботтар түгел, органик тәнле, эске органдары кешенеке кеүек булған роботтар. – Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр һөйләүенән Зөфәр үҙе лә көлөп алды. – Мин уларҙы күргәнем юҡ. Сөнки тәүгеләрен генә эшләйҙәр әле. Ә бик күрге килә. Ғәфү ит, һүҙеңде бүлдем.

– Минең һүҙем дә шул хаҡта инде. – Батыр Зөфәрҙең был өлкәлә мәғлүмәтле булғанына ҡыуанды. Күп аңлатып торорға кәрәкмәй. – Һорауым шул: бына шул роботтарҙың мейеһенә һалынған программаны үҙгәртеп буламы?

Зөфәр Батырға аптырап ҡараны:

– Ә ниңә уны үҙгәртергә? Уға кәрәклеһе баштан уҡ һалынған бит инде.

– Бына, мәҫәлән... көслө агрессия һалалар башта, аҙаҡ ул программаны үҙгәртергә кәрәк.

– Булалыр, – тине Зөфәр, бер аҙ уйланып ултырғас. – Мин ундай өлкәлә белгес түгел. Шуның менән шөғөлләнгән кешеләрҙән һорарға кәрәк.

– Ҡайҙа ул кешеләр? Һин уларҙы беләһеңме? – тип һораны Батыр түҙемһеҙләнеп.

– Беләм.

Егеттең был яуабы Батырҙың күңеленә өмөт һәм ҡыуаныс бөрктө.

– Зөфәр, шулар менән осрашырға ине миңә!

– Силәбелә программистар әҙерләү үҙәге бар. Ана шулар яһалма интеллект менән шөғөлләнә. Силәбелә уҡығанда танышып киткәйнем. Улар миңә йыш шылтырата. Ҡулымдан килгәнсә ярҙам итеп ебәрәм. Минең байтаҡ студенттар шунда практика үтә. Уларға шылтыратырға була.

Батырҙың йөрәге ҡыуаныстан дарҫлап тибә башланы. Тимәк, Камила Федоровнаның проблемаһын хәл итеү мөмкинлеге бар! Зөфәр Силәбеләге танышы менән һаулыҡ һорашып, бер-беренең хәлен белешкәс, төп мәсьәләгә күсте.

– Сергей Петрович, миңә бер танышым килгән. Ул яһалма интеллект менән ҡыҙыҡһына. Мә, үҙе менән һөйләшегеҙ әле!

Зөфәр телефонды Батырға һуҙҙы.

– Һаумыһығыҙ, Сергей Петрович! – тине Батыр үҙенең тулҡынланғанын һиҙеп.

– Һеҙҙең менән осрашырға ине. Мин Силәбегә килә алам... Ҡыҫҡаса мөмкин, әлбиттә. Яһалма интеллектҡа һалынған программаны... үҙгәртергә буламы?.. Була? Рәхмәт! Ҙур рәхмәт! Миңә һеҙҙе мотлаҡ күрергә кәрәк!.. Тулыраҡ итеп?.. Юҡ, уны телефондан аңлатып булмай! Мотлаҡ күҙгә-күҙ осрашырға ине. Мин иртәгә үк килә алам!.. Иртәгә кәрәкмәй? Ә ҡасан мөмкин?.. Иртәнән һуңға?.. Сәғәт нисәгә?.. Рәхмәт, ҙур рәхмәт. Мин адресығыҙҙы Зөфәр Ғаяновичтан алырмын. Рәхмәт. Һау булығыҙ!

– Булды! – тине Батыр ҙур ҡәнәғәтлек менән. Егеткә Камила Федоровнаның бар ҡайғыһын һыпырып ташлағандай ҡыуаныслы ине был минутта.

– Ниңә кәрәк булды һиңә был? – тип аптыраны Зөфәр, Батырҙың хушлашырға йыйыныуын күргәс. – Программалау мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынмай инең шикелле?

Батыр үҙен борсоған һорауҙар хаҡында Зөфәргә өҫтән-мөҫтән генә һөйләне лә, рәхмәт әйтеп, Сергей Петровичтың телефонын, эш адресын алып, Камила Федоровна янына ашыҡты. Уның ҡатынды күреп, яңылыҡтары менән ҡыуандырғыһы килде.

Ҡатын егет көткәнсә ҡыуанып китмәне. Уны ниҙер борсой ине.

– Ә һин кешенең мейеһендәге программаны үҙгәртергә мөмкинме, тип әйттеңме уға? – Камила Федоровна ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән егеткә ҡараны.

– Телефондан бөтәһен дә һөйләп торманым. Бына иртәнән һуң барабыҙ Силәбегә, – тип Батыр тынысландырырға тырышты ҡатынды.

– Бушҡа йөрөү булмаһа ярай ҙа. – Камила Федоровна һаман да борсола ине.

– Баштан уҡ насарға юрамағыҙ, Камила Федоровна! – Егет ҡатынды ҡосаҡлап, үҙенә ҡыҫты. – Тик яҡшылыҡ тураһында уйлайыҡ! Һәйбәт һөҙөмтә хаҡында! Шул саҡта бөтәһе лә матур буласаҡ.

– Дөрөҫ! – тип, ниһайәт, йылмайҙы Камила Федоровна. – Һиңә рәхмәт, Батыр! Һинең шулай ихлас йүгереп йөрөүеңде күреп бик ҡыуанам. Бығаса бер кем дә минең өсөн ошолай тырышҡаны булманы. Рәхмәт һиңә, Батырым!

Ҡатындың “Батырым” тип әйтеүен ишетеү егеттең йөрәген бөтөнләй иретеп ебәрҙе. Ул ҡатындың сикәһенән үбеп алды. Быны көтмәгән Камила Федоровна ҡурҡҡан күҙҙәре менән Батырға ҡараны ла, ни әйтергә белмәйенсә, ҡаушап ҡалды. Уға, күрәһең, ошоғаса бер ир-егет тә бындай наҙлылыҡ күрһәтмәгәндер, шуға ҡото осто. Егет шуны күреп, ҡатынды тиҙерәк тынысландырырға тырышты.

– Хәҙер беҙгә, Силәбегә барғас, проблемабыҙҙы нисек аңлатырға икәнде яҡшылап уйларға кәрәк.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡатындың ҡарашындағы ҡурҡыу осҡондары юғалғандай итте, ул ниҙер әйтергә йыйынғайны, Батырҙың кеҫәһендәге Камила Федоровнаның телефоны шылтыраны.

Егет телефонды ҡулына алып, уның экранына ҡараны. Таныш түгел номер. Кемдең шылтыратыуы мөмкин? Туҡта! Был бит Әмиләнең номерына оҡшаған. Уныҡы бит! Ул нисек Камила Федоровнаның номерын белгән? Һөйләшергәме, юҡмы? Ҡатындың телефонының ҡайҙа икәнлеген барыбер белә алмайҙар, һөйләшһен әле. Ниңә шылтырата икән?

Ул арала Камила Федоровна телефон экранына күҙ һалды:

– Кем ул?

– Әмилә, – Батыр ҡатынға һораулы ҡараны, йәнәһе, һөйләшергәме? – Алайыммы икән?

– Алма! – тине Камила Федоровна ҡәтғи тауыш менән. – Барыбер ул беҙҙе таба алмаясаҡ. Нимәгә шылтырата икән?

Егет ҡатындың ҡәнәғәтһеҙ ҡиәфәтен күрһә лә, телефондың ҡабул итеү функцияһына баҫты.

– Алло!

– Батыр, һинме? Ниңә оҙаҡ алмайһың телефоныңды? Миңә һине күрергә кәрәк! – Әмилә, Батырҙың телефонын һүндереп ҡуйыуынан ҡурҡҡандай, һүҙҙәрен ашығып әйтте. – Хәҙер үк! Һиңә бирәһе әйберем дә бар.

– Нимә?

– Килгәс күрерһең.

Батыр саҡ ҡына уйланды.

– Нимәгә? Тағы бикләп ҡуйырға итәһегеҙме?

– Юҡ, юҡ.

– Мин барыбер Камила Федоровнаның ҡайҙа икәнлеген әйтмәйәсәкмен!

– Беләм! Миңә Камила Федоровна кәрәкмәй. Миңә һин кәрәк! Һинең менән икебеҙ хаҡында һөйләшергә кәрәк!

Ҡыҙҙың һүҙҙәре Батырҙы тетрәндерҙе! Нисәмә йылдар буйы ул ҡыҙҙың тауышын, ошондай һүҙҙәрен ишетергә хыялланды егет. Төшөндә күрҙе. Һәм бына бөгөн Әмилә, һөйөклө Әмиләкәй, егет өҙөлөп көткән Әмиләкәй уны күрергә ашҡынғанда, күрешеү мөмкинлеге үҙенән-үҙе ҡосағына инергә торғанда ҡапыл араһында көтөлмәгән кәртә үҫеп сыҡты.

– Батыр, Батыр! Ниңә өндәшмәйһең? – тип борсола ине был ваҡыт Әмилә телефонда.

– Һине тыңлайым, – тигән булды егет.

– Беҙгә кисекмәҫтән осрашырға кәрәк! Хәҙер үк! – тип ҡабатланы Әмилә. – Һин борсолма, мин бер үҙем киләм. Һинең менән осрашҡанымды бер кем белмәйәсәк. Мин һатлыҡ йән түгел, һине тотторорға йыйынмайым, – тине лә Әмилә яғымлы, әкрен тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы. – Кил, йәме. Минең һине бик күргем килә.

Телефонда ҡыҙҙың йыш-йыш тын алғаны ишетелде. Ул илай ине шикелле. Егет ҡаушап ҡалды.

– Хәҙер киләм, – тине ул шунда уҡ тәүәккәл тауыш менән, ҡыҙҙы тынысландырырға теләп. – Ҡайҙа осрашабыҙ?

– Ярты сәғәттән... куранттар янына кил.

Батыр хәлен һөйләргә теләп Камила Федоровнаға боролдо. Ләкин телефондағы бар һөйләшеүҙе ишеткән ҡатын бөтәһен дә аңлағайны.

– Бар, – тине ул егеттең биленән ҡосаҡлап. – Тик һаҡ бул. Әмилә белмәһә лә, уның артынан күҙәтеп килеп, һине ҡулға алыуҙары бар.

Төрлө һорау биреп аптыратмағаны өсөн Батыр ҡатынға рәхмәтле икәнлеген аңлатып, уны үҙенә ҡыҫты.

– Мин оҙаҡламам, – тине егет. Һәм тағы ҡабатланы. – Һин сығып йөрөмә!

Батыр осрашаһы урынға тура барманы, ҡаршылағы элекке театр, хәҙер колледж бинаһы артынан йәшенеп куранттар яғына ҡараны. Әмилә куранттар эргәһендә тора ине. Батыр бер аҙ көттө. Ҡыҙ сәғәткә ҡарай-ҡарай шул тирәлә өйөрөлдө, тирә-яғына ҡарап алды, бер ваҡыт телефондан шылтыратырға тотондо.

Батыр менән һөйләшергә теләне шикелле, әммә егет кеҫәһендәге Камила Федоровнаның телефонын һүндереп ҡуйғайны. Тағы ун минуттан һуң ғына, ҡыҙҙың артынан бер кем күҙәтмәүенә, бер ниндәй хәүеф юҡлығына ышанғас ҡына, йәшенгән еренән сығып, Әмилә янына килде. Ҡыҙ егетте күреп ҡалып, уға ҡаршы йүгерҙе, килеп еткәс тә ҡосаҡлап алды.

– Ниңә оҙаҡланың? – тип һораны Әмилә, егеттең күҙҙәренә ҡарап.

– Һинең арттан күҙәтмәйҙәрме икән, тип тикшерҙем.

– Шунан ышандыңмы? – Ҡыҙҙың тауышынан уның бер аҙ үпкәләгәне һиҙелде.

– Мин бит әйттем, бер кем белмәйәсәк беҙҙең осрашҡанды!

– Барыбер һаҡ булырға кәрәк. Әйҙә, бында тормайыҡ әле һерәйеп. – Егет ҡыҙҙы ҡулынан тотоп үҙе менән әйҙәне. – Квартал эсендә ышыҡ урында уңайлы эскәмйәләр бар.

Әмилә сумкаһынан егеткә ниндәйҙер пакет сығарып бирҙе.

– Ә был нимә? – тип ғәжәпләнде Батыр төргәкте әйләндергеләп.

– Хаттар.

– Хаттар? Ниндәй хаттар?

– Ун йыл буйы мин һиңә яҙған хаттар.

– Миңә? – тип аптыраны егет. – Ун йыл буйы?

– Эйе, – тине Әмилә уйсанланып. – Һуңғы тапҡыр хушлашҡаныбыҙҙан һуң ярты йыл үткәс, тәүгеһен яҙҙым. Тиҙ генә осраша алмаясағыбыҙҙы белеп, ә бәлки башҡаса бер ҡасан да күрешмәбеҙ, тип ҡайғырып яҙа башланым уларҙы. Ниҙәр эшләгәнемде, нисек йәшәгәнемде. Һине нисек һағынғанымды хатҡа һөйләй инем, шул саҡ ҡайғымды кем менәндер бүлешкәндәй еңел булып ҡала ине. – Әмилә боролоп Батырға ҡараны. – Ә һин мине һағына инеңме?

Батыр ҡапыл ғына ни тип яуап бирергә белмәне. Бынан бер ай ғына элек ул, икеләнеп тормай, был хаҡта ҡыуанып оҙаҡ-оҙаҡ һөйләр ине. Ә бөгөн... Юҡ, ошо ун йыл буйы Батырҙың да ҡыҙ хаҡында уйламаған көнө булмағандыр. Һуңғы мәлдә генә Камила Федоровнаға булған тойғолар күңелендә күберәк урын алғандай булды. Бигерәк тә уның ауыр хәлдә ҡалыуы арҡаһында. Әгәр Батыр ярҙам итмәһә, ҡатын яңғыҙы бер ни эшләй алмаясаҡ бит!

Әмилә егеткә ҡарап, уның ни әйтерен көтә ине. Тынлыҡтың оҙаҡҡа һуҙылып китеүен һиҙеп, Батыр ашығып яуап бирҙе.

– Эйе, мин дә... һинең турала уйланым.

– Мин бит “Һағындыңмы?” тип һорайым.

– Һуң шул уйлау – һағыныу булмаймы ни? – тип йылмайҙы егет.

– Хәтереңдәме, беҙҙең фатирҙа һин гел генә дивандың бер мөйөшөнә ултырырға ярата торғайның. Ун йыл буйы һине шунда ултыра икән тип, һинең менән һөйләшә торғайным. Мин ниҙер әйтәм дә яуабыңды ап-асыҡ ишетәм. Ысын. Бер уйлаһаң, иҫәрләнгән кеше кеүек булғанмын инде. Ярай, бер кем дә күрмәй ине. Йыш ҡына һине төшөмдә күрҙем. Унда ла рәхәтләнеп һөйләшә торғайныҡ. Тик мин һине һаман да ун ике йәшлек малай итеп күҙ алдына килтерҙем. Ә һин хәҙер ана ниндәй баһадирһың. Сибәрһең. Хаттарымда яҙылған ул хаҡта, уҡырһың. Урҙағы йыһанға осоусы караптар станцияһына барып, Ергә барыусыларға хаттарымды бында килтереп почта йәшнигенә төшөрөүҙәрен һорағайным, “Ярамай, беҙгә Ер кешеләре менән бәйләнешкә инеү ҡәтғи тыйыла” тинеләр. Туҡта! Ниңә бер ни өндәшмәйһең?

– Нимә өндәшмәйем? – Батыр ҡулындағы төргәкте өйөрөлдөргөләне. – Был хаттар үҙеңә кәрәкмәйме ни?

– Былар копияһы. Оригиналдары үҙемдә, Урҙа ҡалды. – Әмилә егеттең төргәкте нимә эшләтергә белмәүен күргәс, уны Батырҙың ҡулынан алып эскәмйәгә һалды. – Үҙең менән сумкаң юҡмы ни?

– Юҡ.

– Миндә пакет бар. – Ҡыҙ хаттарҙы үҙ сумкаһынан сығарған пакет эсенә һалып эскәмйәгә ҡуйҙы. Шунан боролоп егеткә ҡараны. – Йә, һөйлә?

– Нимә һөйләйем?

– Нисек йәшәнең? Ниндәй уҡыу йорто бөттөң? Ҡайҙа эшләйһең?

– Беләһең бит инде. Тау институтын бөттөм, комбинатта эшләйем.

– Кем булып?

– Бүлек етәксеһе. Ә һин уҡыйһыңмы, эшләйһеңме?

– Беҙҙә кешеләр менән роботтар араһында һуғыш бара бит. Мин шул көрәште алып барыусы ойошмала эшләйем. Инструктор булып. Ә былай иҡтисад буйынса белемем бар.

– Яһалма интеллект шул тиклем ҡурҡынысмы ни?

– Нисек ҡурҡыныс булмаһын? Беҙҙең ярты планетаны баҫып алдылар, кешеләрҙе ҡыралар. Хәҙер башҡа планеталарға ҡул һуҙалар. Иң ҡыйыны – улар хәҙер кешенән бер яғы менән дә айырылмаған роботтарҙы эшләргә өйрәнеп алдылар. Ҡайҙа – ысын кеше, ҡайҙа робот икәнлеген айырып булмай. Роботтар үҙҙәре бер ҡарауҙа уны күрә, ә беҙ – юҡ. Уларҙың шуны белеү тойғоһо бар. Иң хәүефлеһе – уларҙа ҡайҙа ла беренселеккә ынтылыу, лидер, етәксе булыу теләге көслө. Ҡамасаулаусыларҙы рәхимһеҙ рәүештә юҡ итәләр. Ә бөгөн кем уларға ҡаршы? Беҙ, кешеләр. Шуға иң алда беҙҙән ҡотолорға тырышалар. Белеп ҡуй: ул тойғо Камила Федоровнала ла бар. Һәм ул бик көслө. Аңының иң төбөндә һине юҡ итеү теләге ята.

– Мин беләм.

– Беләһең? – Әмилә бик ғәжәпләнеп Батырға боролоп ҡараны. – Ҡайҙан беләһең?

– Камила Федоровна үҙе әйтте.

– Шунан? Ул был тойғоно бөгөн нисек тә баҫалыр, ләкин киләсәктә ул барыбер ҡалҡып сығасаҡ.

– Әйҙә, Камила Федоровна хаҡында һөйләшмәйек, – тине Батыр ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән.

– Теләгең, – тине ҡыҙ тыныс ҡына. – Мин һине иҫкәрттем. – Шулай тине лә Әмилә, тирә-яғына ҡарап, ҡапыл урынынан ырғып торҙо. – Батыр! Был бит беҙ тәүге осрашҡан урын! Мин ошонда туңдырма ашап ултырғайным, һеҙ Хәлит менән улай-былай үткеләп, мине аптыратҡайнығыҙ. Нимә кәрәк икән был малайҙарға минән, тип. Хәтерләйһеңме?

– Әлләсе. – Батыр тирә-яғына ҡараны. – Миңә Сибайҙың һәр мөйөшө таныш. Һәр урында йөҙ ҡат булғанмындыр.

– Анау ҡаршылағы эскәмйәлә өс әбей һөйләшеп ултыра ине. Аҙаҡ үткән һайын күрә инем уларҙы. Ә хәҙер... улар юҡ...

– Ун йыл үтте, – тине Батыр. – Улар әллә иҫән, әллә юҡ.

– Эйе, Сибай ныҡ үҙгәргән. Күпме бейек-бейек яңы өйҙәр, урамдар барлыҡҡа килгән. Шул арҡала элекке ер аҫты станцияһын да яптыҡ бит – өйҙәр килеп баҫты.

– Хәҙер һеҙҙең карап шул тау башында торамы?

– Эйе.

– Ул ҙур ғына бит инде. Барыбер алыҫтан күренәлер бит.

– Нисек күренһен? Унда бейек-бейек ағастар. Икенсенән, уның төҫө ҡара. Формаһы ла ҡумта кеүек.

– Ҡара? Ә нисек ҡара? – тип аптыраны Батыр.

– Беҙ төнөн осабыҙ. Төнөн күренмәй.

– Күренмәй? Барыбер янған лампочкалары бар бит.

– Беҙ тирә-йүнде ультрафиолет нурҙар менән яҡтыртабыҙ. Уны кеше һиҙмәй. Бер аҙ тынып ултырҙылар.

– Ярай, мин китәйем, – тине Батыр урынынан тороп.

– Нимә, Камила Федоровна янына ашығаһыңмы? – тип һораны Әмилә ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән.

– Уның ни ҡыҫылышы? – Егеткә ҡыҙҙың һорауы оҡшаманы. – Башҡа эштәрем бар.

Әмилә эскәмйәнән торманы. Батыр ҙа бер аҙ икеләнеп торғандан һуң кире урынына ултырҙы.

– Их! – тине ҡыҙ бер ваҡыт ныҡ үкенгән тауыш менән. – Күпме тапҡыр ошолай икәүҙән-икәү осрашыуыбыҙҙы күҙ алдына килтерҙем. Көнө буйы ҡала буйлап йөрөрбөҙ, тип уйлағайным, Сибайҙың ун йыл элек беҙ булған бар урындарын барып ҡарарбыҙ, тигәйнем. Ер аҫты станцияһы урынлашҡан ерҙе лә күргем килә ине. Бөтәһен дә, бөтәһен дә хәтерләп алғым килә. Аҙаҡ ресторанға барып ултырыр инек. Их!.. Бөтә хыялдар селпәрәмә килде. Ниңә улай, Батыр?

– Әйҙә, барып ултырайыҡ һуң улайһа ресторанға, – тине юғалып ҡалған Батыр, ни әйтергә белмәй.

– Уны мин түгел, һин тәҡдим итергә тейеш инең, Батыр! Көсләп асылған күҙҙең нуры булмай, тиҙәрме әле? “Әйҙә һуң... улайһа...” – Ҡыҙ егетте үсекләп ҡабатланы. – Шулай саҡыралармы ни ресторанға? Ярай, бар. Кит шул Камилаңа! – Әмилә ҡапыл йөҙөн устары менән ҡапланы ла, алға эйелә биреп, тауышһыҙ ғына иларға тотондо.

– Әмилә! Әмиләкәй! – Батыр ҡаушауынан ни эшләргә белмәй, ҡыҙҙы ҡосаҡлап арҡаһынан һыйпаны. – Тым, илама... Миңә ҡыйын һинең илауыңды күреү.

– Миңә лә... ҡыйын бит... һуң... – тине ҡыҙ һулҡылдауы араһында өҙөп-өҙөп.

– Ғәфү ит мине, Әмилә!

– Ни өсөн? Шул Камиланы минән яҡыныраҡ күргәнең өсөнмө? – Әмилә йәшле күҙҙәре менән егеткә ҡараны. – Миңә һин йәлһең! Камила кеше түгел бит, ә робот! Аңларһың да, һуң булыр, мин инде Урға ҡайтып киткән булырмын. – Ҡыҙ тағы йөҙөн устары менән ҡаплап һығылып илай башланы. – Мин бит... был юлы... һин саҡырһаң... – Әмилә йәнә ҡарашын егеткә күтәрҙе. – Ерҙә мәңгегә ҡалырға тигәйнем!.. Ә һин!..

– Их, Әмиләкәй, Әмиләкәй! – тиеүҙән башҡа һүҙ тапманы егет.

Йәнә тынып ҡалдылар. Был юлы тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылды. Бына Әмилә әкренләп тынысланды, ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөрттө, көҙгөһөнә ҡарап йөҙөн рәтләгән еренән туҡтап егеткә ҡараны:

– Бар, кит, нимә ҡарап ултыраһың? Китәм, тигәйнең бит.

– Нисек китәйем? Һуң шундай һүҙҙәр әйттең...

– Ниндәй һүҙҙәр?

– Ерҙә мәңге ҡалырмын, тинең... Шул ысынмы?

– Ысын, әлбиттә.

– Ҡал һуң... Ысын – ҡал! Ҡал, Әмилә! – Егет ҡыҙҙың беләктәренән тотоп күҙҙәренә ҡараны.

– Нисек ҡалайым? Һин бит шул Камила тип үлеп бараһың! Нисек ҡалайым? Мин бит ҡалһам, һинең өсөн ҡалырға йыйына инем. Ә һин...

– Мин... мин... Мин Камила Федоровнаға ярҙам итергә тейешмен!..

– Ниндәй ярҙам? – тип һораны ҡыҙ ныҡ аптырап.

– Беләһеңме... Үҙең әйттең бит, уның мейеһенә кешегә ҡарата агрессия һалынған... Камила Федоровна унан ҡотолорға теләй.

– Шунан?

– Мин һөйләштем... Силәбелә уға операция яһап, мейеһендәге программаны үҙгәртәсәктәр.

Әмилә егеттең һүҙҙәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, ғәжәпләнеп ҡарап ултырҙы.

– Шунан ни була? – тип һораны аҙаҡ.

– Шунан – шул. Ул кешеләргә агрессияһыҙ, тыныс ҡарай башлаясаҡ.

– Шунан, шунан? Һин уны онотоп, миңә ҡайтаһыңмы?

Аҙаҡ ни булырын Батыр үҙе лә белмәй. Был уның өсөн иң ауыр һорау. Егет уларҙың икеһен дә яҡын күрә. Камила Федоровна уға ҡәҙерле, әммә Әмиләне лә юғалтҡыһы килмәй, ә ҡыҙҙың Ергә мәңгегә күсеп килеүе – егеттең ун йыл йөрәгендә йөрөткән хыялы! Ҡыҙ үҙе ҡалам тип торғанда, нисек уны кире Урға ҡайтарып ебәрәһең?! Юҡ, ҡалһын ул Ерҙә, ҡалһын! Ә был ике ҡатын-ҡыҙ араһында өҙгөләнгән йөрәгенә урын табыр. Бына Камила Федоровнаға операция яһатырға кәрәк, шунан бөтәһе лә асыҡланыр. Әмиләгә лә шулай яуап бирҙе.

– Операция яһатайыҡ әле. Шунан әйтермен.

– Ниңә – шунан? Хәҙер әйт.

– Өҙгөләмә мине, Әмиләкәй! Өҙгөләмә! Хәҙер мин бер ни әйтә алмайым! Миңә икегеҙ ҙә йәл! Операциянан һуң... бәлки...

– Нимә – бәлки?

– Өҙөп әйтермен... Әйтә алырмын...

– Әгәр һин... уны һайлап ҡуйһаң?

– Әйҙә, туҡтайыҡ был турала һөйләшеүҙән! Аҙаҡ, тинем бит инде! Аҙаҡ!

Әмилә урынынан торҙо.

– Ярай, мин китәм. Йөрәгемдә ауыр таш менән китәм. Хуш булып тор. Силәбенән ҡайтҡас шылтыратырһың. Ҡасан Силәбегә бараһығыҙ?

– Иртәнән һуңға.

 

Дауамы бар. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: