– Булһын! – тине Батыр Камила Федоровнаның кеше икәнлеген иҫбат итәсәгенә ышанған, тәүәккәл тауыш менән. – Ысын кешеләрҙең күпмеһенең йөрәген эшләтергә лә кардиостимулятор ярҙам итә. Әммә уларға бер кем дә, һин кеше түгел, тимәй.
Ошолар хаҡында уйланып, икеһе лә тынып ҡалды.
Ошо ерҙә домофон шылтыраны.
– Улар! – тине Камила Федоровна, ҡурҡҡан тауыш менән шыбырлап. Кемдәр – “улар”? Әммә кемдәр икәнлеген икеһе лә шунда уҡ төҫмөрләне.
Әмилә менән Лиуар!
Тиҙҙән улар нисектер подъезға инеп ишекте шаҡый башланы. Бына Әмиләнең тауышы яңғыраны.
– Батыр! Был мин – Әмилә! Мин беләм – һин өйҙә. Әле генә бүлмәләге утты һүндерҙең! Батыр, ас!
Лиуарҙың тауышы ишетелмәй. Әммә уның ҡыҙ янында икәнлеге аңлашылып тора.
Батыр менән Камила Федоровна ым менән аңлаштылар ҙа, кухняға инеп, ишеген ябып ҡуйҙылар. Шунан мөмкин тиклем тауыш сығармаҫҡа тырышып шыбырлап һөйләшеүгә күстеләр. Уларҙың ҡурҡып типкән йөрәктәренең тауышы бөтә подъезға, хатта урамға ишетеләлер кеүек. Был хәлдән нисек тә ҡотолорға кәрәк.
Тик – нисек? Улар тәҙрә төбөнә килеп ҡорғандың мөйөшөнән генә урамды күҙәтәләр. Бәлки Әмилә менән Лиуарға өн дә бирмәүселәрҙең сыҡҡанын көтөү ялҡытыр ҙа, китерҙәр? Тиҙҙән, ысынлап та, шулай булды, Әмиләнең подъездан сығып комбинат яғына атлауы күренде.
– Лиуар бында ҡалды! – тип һығымта яһаны шунда уҡ Батыр менән Камила Федоровна.
– Нимә эшләйбеҙ? – тип һораны егет ҡатынға ҡарап. Әммә Батырҙың ҡарашынан уҡ уның ниндәйҙер ҡарарға килгәнлеге һиҙелде.
– Лиуар китмәйәсәк! – Батырҙың тауышы тәүәккәл. – Ул һуңғы сиккә тиклем беребеҙҙең сығыуын көтәсәк. Берҙән-бер ҡотолоу юлы – үҙебеҙ сығабыҙ!
– Нисек? – Камила Федоровна ҡурҡҡан күҙҙәрен егеткә төбәне. – Лиуар бит шуны ғына көтә!
– Тәүҙә мин генә сығам, – Батыр ниәтен аңлатырға тотондо. – Ишекте тулыһынса япмайым, саҡ ҡына асыҡ ҡалдырам. Ул шунда уҡ миңә ташланмаясаҡ, һинең хаҡта һораша башлар. Рәтле яуап ишетмәгәс, фатирға инергә маташыр. Шул мәлдә мин уны ҡулдарын ҡыбырҙата алмаҫлыҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡлайым,нисек тыпырсынһа ла, ебәрмәйем. Ә һеҙ сығаһығыҙ ҙа Байыҡтырыу ҡасабаһына, Лев Толстой урамындағы ун өсөнсө өйгә барып йомолаһығыҙ. Хәтерләгеҙ: Лев Толстой урамы, ун өсөнсө йорт.
– Лев Толстой урамы, ун өсөнсө йорт, – тип ҡабатланы Камила Федоровна.
– Унда минең туғаным Бибикамал апай йәшәй. Унан бер аҙым ситкә атламайһығыҙ!
– Ә һин?
– Мине ни эшләтһендәр? Уларға мин түгел, һеҙ кәрәк! Әмилә менән Лиуарҙан ҡотолғас, һиҙҙермәй генә һеҙҙең янға киләм. Шунда ары ни эшләргә һөйләшербеҙ, – тине лә Батыр тағы ҡабатланы. – Тик һеҙ бер ҡайҙа сыҡмағыҙ! Мине көтөгөҙ!
Тиҙҙән Батыр менән Камила Федоровна ишек янына килеп шымып ҡалды.
Икеһенең йөрәге ярһып тибә. Нимә менән генә бөтөр, Батыр фаразлағанса килеп сығырмы? Әллә...
– Әҙерләндек! – тине лә Батыр ишектең келәһенә тотондо, өҫтәмә тәүәккәллек алырға теләгәндәй, ҡатынға ҡарап алды. Камила Федоровна әҙерләнеп ишек артына баҫты.
Бына Батыр ҡырҡа хәрәкәт менән майҙансыҡҡа сыҡты ла, ишекте үҙенең артынан тулыһынса япмайынса ҡыҫыбыраҡ ҡуйҙы. Үҙе Лиуарға мөмкин тиклем яҡыныраҡ килеп торҙо. Быны көтмәгән егет ҡаушабыраҡ ҡалды. Батыр:
– Камила Федоровна! – тип ҡысҡырҙы ла Лиуарҙың ҡулдарын кәүҙәһе менән ҡуша ҡыпһыуыр кеүек, ҡыбырлай алмаҫлыҡ итеп ҡосаҡлап алды. Көрәш секцияһына йөрөгән осорҙа шундай ысулға өйрәткәйнеләр. Киләһе секундта ҡатын фатирҙан атылып сыҡты ла, баҫҡыс буйлап аҫҡа уҡталды.
Лиуар Камила Федоровнаны күргәс тә бөтә көсөн һалып туларға тотондо. Ләкин Батырҙың уны ҡосағынан ысҡындырырға ниәте юҡ. Был мәлдә Камила Федоровнаның үлтереләме, әллә тере ҡаламы икәнлеге хәл ителә ине. Бына улар көрмәкләшеп, иҙәнгә ауҙылар ҙа, унда көрәшеүҙәрен дауам иттеләр.
Бер мәл Лиуар тартҡылашыуын туҡтатты, ләкин Батыр һаман да егетте ҡосағынан ысҡындырырға йыйынмай ине. Лиуар тынысланғандай тауыш менән:
– Ебәр! – тине.
Батырҙың иҫәбенсә, Камила Федоровна ҡурҡыныс янамаҫлыҡ урынға алыҫайырға тейеш. Шуға ҡосағын ысҡындырҙы. Лиуар ҙа быны аңланы, Батырға уҫал итеп ҡарап алғас:
– Һин аңлайһыңмы ни эшләгәнеңде? – тип һораны үкенесле тауыш менән. – Беҙ шундай алыҫтан киләбеҙ... Ерҙең киләсәген уйлап... Ә һин!
Лиуар телефондан шылтыратты:
– Әмилә! – тине ул. – Һин беләһеңме, ни эшләне Батыр? “А-9” агентына ҡасырға ярҙам итте! Мә, һөйләш үҙе менән. Мә, һөйләш! – Лиуар телефонын Батырға һуҙҙы.
Унда Әмиләнең тауышы ишетелде:
– Был ысынмы?
– Әйҙә, осрашайыҡ, шунда һөйләшербеҙ.
– Көт мине, – тине Әмилә ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән. – Мин хәҙер килеп етәм!
Әле генә Лиуарҙы Батыр ебәрмәй тотоп алып ҡалһа, хәҙер, киреһенсә, Лиуар Батырға подъездан сығырға бирмәне. Тиҙҙән Әмилә, уның артынса тағы ике ир-егет килеп етте.
Әмилә килгәс тә егеткә үпкәләгән ҡиәфәттә ҡарап алды ла, шунда уҡ уның күҙ ҡарашынан бер ни ҙә әйтмәйәсәген аңланы, шуға һис ни өндәшмәне.
Лиуар килгәндәргә хәлде аңлатып бирҙе.
Прибор ярҙамында А-9 роботының телефоны әлегә мәлдә ҡайҙа икәнлеген белергә теләгәйнеләр, ул Батырҙа булып сыҡты. Бая белгән кеүек, ҡатындың телефонын үҙенә алғайны.
Үҙ-ара кәңәшләшкәс, әлегә Батырҙы үҙҙәре файҙаланған бер фатирға бикләп торорға, уның яҙмышын эш менән киткән етәкселәре ҡайтҡас хәл итергә һөйләштеләр.
11
Батыр бер үҙе ҡалғас, бүлмәне тикшереп сыҡты, ишек – тимерҙән, тәҙрәлә – тимер рәшәткә! Бынан нисектер сығып китеү тураһында уйларға ла ярамай. Ләкин ҡотолорға кәрәк. Батырҙы бикләгәндәрҙең һөйләшеүенән етәкселәренең бөгөн кис һуңлап ҡайтасағын аңлағайны егет.
“Һуңлап” тигәндәре ҡасан була? Әле көндөҙгө биш. Ни тиһәң дә, Батырҙың өс-дүрт сәғәт ваҡыты бар, тимәк, шул арала яйын табып был тоҙаҡтан ҡотола ала Батыр, ә инде бер ни ҙә уйлап таба алмаһа... ул саҡта ни булыры хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс...
Батыр йәнә бүлмәне, уның ишек-тәҙрәһен яңынан тикшереп сыҡты. Әммә бынан ҡотолоу сараһын күрмәне. Бына әгәр сварка аппараты булһа, ул саҡта ишектең келәһен, йәки тәҙрәһенең рәшәткәһен ҡырҡып ырғытырға булыр ине.
Туҡта! Уның таныш сантехнигы бар бит. Танышы ғына түгел, класташы. Бер тапҡыр Батырҙың фатирында ишек йоҙағы боҙолғас, уны сварка аппараты ярҙамында ҡырҡып ырғытты ла, икенсеһенә анһат ҡына алмаштырҙы. Аллаға шөкөр, Батырҙың телефонын тартып алырға баштары етмәне. Әгәр бөтәһе лә уңай килеп сыҡһа, бер-ике сәғәттә өлгөрәләр!
Батыр телефонынан шылтыратты ла, яуапты ҡурҡып та, түҙемһеҙләнеп тә көтә башланы. Телефоны һүндерелмәгән генә булһа ярар ине!.. Трубкала класташының тауышы ишетелде. Батыр өсөн ул шундай яғымлы яңғыраны.
– Батыр! Был һинме?
– Мин, мин!
– Күптән шылтыратҡаның юҡ ине. Ни булды?
– Әнүәр! – тине Батыр ашығып. – Мине бер фатирға бикләп киттеләр! Ишеге тимер, тәҙрәләрендә, балконда тимер рәшәткәләр! Ҡараңғы төшкәнсе миңә бынан сығырға кәрәк!
– Кемдең фатиры ул? – тип ҡыҙыҡһынды Әнүәр. – Һинекеме?
– Түгел! – тип бүлде Батыр класташын. – Аҙаҡ аңлатырмын. Тиҙ бул!
– Әгәр хужаһынан рөхсәт булмаһа, был – енәйәт!
– Ярай, һуҙма инде! Улар мине бикләп китте! Әгәр ярҙам итмәһәң... Минеке тип әйтербеҙ! – Батыр дуҫын ашыҡтырҙы. – Бынан сығып ҡасмаһам, миңә бик насар буласаҡ!
– Белмәйем, белмәйем, – тип икеләнде Әнүәр.
– Хужаһы ҡайтһа, ҡараңғы төшөүгә генә ҡайта. Миңә шуға тиклем бынан сығырға кәрәк. Ишетәһеңме?
– Ишетәм дә ул... – Әнүәр һаман икеләнде. – Ни булды һуң һинең менән?
– Аҙаҡ аңлатырмын. Тиҙ бул инде!
Ниһайәт, Әнүәр ризалашты кеүек.
– Ярай. Адресы ниндәй?
– Дөрөҫөн генә әйтә алмайым: Таусылар проспекты, “Горняк” магазинына ҡаршы. Икенсе ҡат!
– Ну, Батыр! – тип көрһөндө Әнүәр. – Шуны табыр тиһеңме мине? Балконға аҡ сепрәк эл, исмаһам!
– Нисек эләйем, балконды асып булмай. Тәҙрәгә элермен. Һин оҙаҡлама инде!
– Ну, Батыр, – тине Әнүәр тағы. – Мәктәптә уҡығанда күпме тапҡыр бөтә ҡаланы аптырата инең. Һаман шул ҡылығыңды ташламаған икәнһең.
Тиҙҙән Батыр тәҙрәнән Әнүәрҙең машинаһын күрҙе. Егет ҡарап торҙо ла өйҙө урап сыҡты. Тәҙрәгә эленгән аҡ сепрәкте күргәс, сәләм биреп ҡулын болғаны.
Бына Әнүәр сварка аппаратын күтәреп подъезға йүнәлде. Тиҙҙән ул ишекте шаҡыны.
– Ошомо?
– Ошо, ошо! – тип ашығып яуап бирҙе Батыр.
Тиҙҙән Әнүәрҙең:
– Ну, Батыр! Ну, Батыр! – тип һөйләшә-һөйләшә эшкә тотоноуы ишетелде.
Бер аҙҙан майҙансыҡта Әнүәр ниндәйҙер ҡатын менән һөйләшә ине. Шунда уҡ Батырға тауыш бирҙе:
– Батыр! Бында күршеләре “Һин кем?” тип һорай!
– Фатирҙы арендаға алдыҡ, асҡыс юғалды, фатирға инә алмайбыҙ, тиген.
Тағы бер күршеһе ҡыҙыҡһынды Әнүәр менән.
Күршеләре ҡурҡыныс түгел, Әмилә менән Лиуарҙың етәкселәре ҡайтып төшмәһен генә!
Күп тә үтмәй Әнүәр ишекте асып, фатирға килеп инде. Ул, әлбиттә, иң алда Батырҙың тарихын һорашты.
– Аҙаҡ, аҙаҡ! – Батырҙың бар уйы – был фатирҙан тиҙерәк сығып китергә!
– Ишекте асыҡ ҡалдырабыҙмы? – тип аптыраны Әнүәр.
– Ҡалдырабыҙ! – тип ашыҡтырҙы Батыр класташын. – Ишек асылып китмәһен өсөн ҡағыҙ ҡыҫтырабыҙ ҙа! Хужаһы оҙаҡламай ҡайта. Әйҙә тиҙерәк! Мине Байыҡтырыусылар ҡасабаһына илтеп ташла!
– Берәй сит кеше инмәҫме икән? – тип борсолдо Әнүәр.
– Кем инһен? Был бит Сибай! – тип тынысландырҙы уны Батыр. – Минең Айбулат тигән туғаным бар. Ул фатирын да, урамда ҡалған машинаһын да бер ҡасан да бикләмәй һәм бер кем теймәй. Кешеләргә ышанырға кәрәк, ти. Фатирың өсөн ҡурҡмаһаң, унда инеүсе булмай, ти ул. Ә инде, урларҙар, тип борсолһаң, мотлаҡ инәсәктәр, берәй әйбереңде урлаясаҡтар, ти. Мин үҙем дә хәҙер фатирымды бикләмәй эшкә китәм. Бер кем инмәй.
– Һе, – тип ҡуйҙы аптыраған Әнүәр.
Был фатирҙан алыҫайғас, Батыр бер аҙ тынысланып, Әнүәргә ниндәй хәлгә эләккәнен һөйләп бирҙе. Әлбиттә, бөтәһен дә әйтә алмай, шуға булғанын үҙгәртергә тура килде. Бибикамал апайҙың өйөнә барып еткәс, Батыр класташына аҡса һуҙҙы.
– Биш мең? – тип ғәжәпләнде Әнүәр. – Был бит өс тинлек эш!
– Һиңә шулайҙыр, ә һин мине бик ауыр бәләнән ҡотҡарҙың! Мә, мең һум булһа ла ал инде.
– Юҡ, юҡ! – Әнүәр Батырҙың аҡса тотҡан ҡулын кире этте. – Тик һин башҡаса бындай мажараларға эләкмә инде!
– Ярай, ҙур рәхмәт, – тине Батыр. – Тырышырмын!
Батыр Камила Федоровнаны ҡотҡара алыуына, үҙенең дә ауыр хәлдән именаман ҡотолоуына ҡыуанып, ҡатын менән осрашасаҡтарына кәйефе күтәрелеп, Бибикамал апайҙың өйөнә килеп инде.
Хужабикә кухняла ниҙер бешереп йөрөй.
Батыр Бибикамал апай менән һаулыҡ һорашты, ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөп алды. Егет, Камила Федоровнаның ҡаршы сыҡмауына аптырабыраҡ, төпкө бүлмәләргә уҡталғайны, Бибикамал апай:
– Камила өйҙә юҡ, – тине.
– Юҡ? – Батыр шулай ҙа залға күҙ һалды. – Ҡайҙа ул?
– Килде лә, оҙаҡ та ултырмай, сәй ҙә эсмәй, тиҙҙән киләм, тип сығып китте.
– Нисек? – Егет ышанырға теләмәне. Үҙенә үлем ҡурҡынысы янағанын яҡшы белә! Шундай хәлдә! Ҡайҙа китеүе бар уның?
Батыр хужабикәгә Камила Федоровна хаҡында бер-ике һорау бирҙе лә, рәтле яуап ишетмәгәс, ишек алдына сығып туҡтап ҡалды. Ҡайҙан эҙләргә Камила Федоровнаны? Уны тиҙерәк бында алып ҡайтырға кәрәк! Эҙләргә сыҡһа, Батырҙың үҙен дә эләктереүҙәре бар. Ләкин уның хәүефлеге ҡатынға янаған ҡурҡыныс менән сағыштырырлыҡмы ни?
Батыр аптырап, Камила Федоровнаның үҙендәге телефоны менән комбинатҡа шылтыратты.
– Эйе, Камила Федоровна бында, – тине ҡабул итеү бүлмәһендәге секретарша.
Батыр быны көтмәгәйне.
– Телефонға саҡырығыҙ!
Ҡатындың шулай тиҙ табылыуына ҡыуанды Батыр, юғиһә әллә нимәләр уйлап бөттө. Тик ҡатынға унда оҙаҡ булырға ярамай. Уны бит иң алда комбинатта эҙләйәсәктәр!
– Ул әле генә директорға инеп китте.
Ҡатындың етәксенән сыҡҡанын көтөргә Батырҙың түҙемлеге етмәне, такси саҡырып комбинатҡа ашыҡты.
Нимә ҡарай икән ҡатын директорҙа, шундай мәлдә?!
Батыр ҡабул итеү бүлмәһенә ингәс тә секретаршаны иҫкәртте:
– Кем генә һораһа ла, Камила Федоровна ла, мин дә бында юҡ! Ишетәһегеҙме?
– Ишетәм, – ҡыҙыҡай егеткә аптырап ҡарап ҡуйҙы.
– Мин коридорҙа булам.
Батыр оҙон коридорҙың осонан ҡапыл күҙгә ташланмаҫлыҡ урынға барып торҙо. Бынан аҫтан күтәрелеүсе һәр кем шунда уҡ күренә.
Бер аҙҙан Батыр беренсе ҡаттағы ишектән вестибюлгә Әмилә менән Лиуарҙың килеп ингәнен күреп ҡалды. Улар шунда уҡ икенсе ҡатҡа күтәрелеүсе баҫҡысҡа йүнәлде.
Егет уларҙың көтмәгәндә килеп сығырына әҙер булһа ла, ҡапыл ни эшләргә белмәй ҡаушап ҡалды. Хәҙер улар, әлбиттә, иң алда ҡабул итеү бүлмәһенә барасаҡ, һораша башлаясаҡ һәм Камила Федоровнаның тиҙҙән директор кабинетынан сығасағын беләсәк! Ни эшләргә?! Их! Юҡҡа секретаршаға, Камила Федоровнаның директорҙа икәнлеген бер кемгә лә өндәшмәҫкә, тип ҡатыраҡ итеп иҫкәртмәгән!
Хәйер, әйтерен әйтте инде.
Батыр, үҙенең киләһе секундта ни эшләрен белмәйенсә, йүгереп тиерлек ҡабул итеү бүлмәһенә барып инде лә, тура директор кабинетына йүнәлде.
Егеттең ғәҙәти булмаған ҡыланыштарын күреп, секретарша урынынан ырғып торҙо, шунда уҡ ҡурҡҡан тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:
– Инергә ярамай! Унда кеше бар! – Үҙе Батырҙы туҡтатырға теләп, уға табан ашыҡты.
Ләкин егет ҡырҡа хәрәкәт менән кабинетҡа барып инде, өҫтәл артында ултырған директор менән Камила Федоровнаның ғәжәпләнгән ҡараштарын күреп ҡалды.
– Ғәфү итегеҙ! – тине лә Батыр, барып Камила Федоровнаның ҡулынан тотто.
– Әйҙәгеҙ! Тиҙ булығыҙ! Улар әле генә комбинатҡа килеп инде! – Шунан директорға боролоп өндәште. – Ғәфү итегеҙ, беҙҙе эҙәрләйҙәр, арттан киләләр.
Запас ишегегеҙҙең асҡысын бирегеҙ, зинһар!
Директор ныҡ аптырап Камила Федоровнаға ҡараны:
– Камила Федоровна! Был нимәне аңлата?
– Зинһар, беҙҙе запас ишек аша сығарып ебәрегеҙ, – тине урынынан ырғып торған Камила Федоровна. – Беҙ тотолорға тейеш түгел!
Директор ни өсөндөр ҡыҙарып китте. Ул ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән башын сайҡаны ла запас ишек асҡысын Камила Федоровнаға һуҙҙы.
Батыр һуңғы секундта директор кабинетынан беренсе ҡаттағы ял итеү бүлмәһе барлығын иҫләне. Унда тура тышҡа илтеүсе ишек бар! Уны бер саҡ байрамда дежур иткәндә инеп күргәйне.
Камила Федоровна ниҙер әйтергә итте:
– Батыр!..
Ләкин егет ҡатынға ары һөйләргә бирмәне, директорға:
– Рәхмәт, – тине лә, Камила Федоровнаны етәкләп ял итеү бүлмәһенә алып инеп китте.
Аҫҡа төшөп барғанда:
– Әмилә менән Лиуар ошо минутта ҡабул итеү бүлмәһендә! – тип тағы иҫкәртте.
Бына егет менән ҡатын беренсе ҡаттағы ял итеү бүлмәһен үтеп, тышҡа килеп сыҡты. Ял итеү бүлмәһенең запас ишеге комбинат бинаһының арт яғында ине.
Бынан бер кемдең күҙенә күренмәй, тура күрше урамға эләгергә мөмкин. Тынысыраҡ урынға сыҡҡас та такси саҡырҙылар. Тиҙҙән улар Бибикамал апайҙың өйөнә килеп инде. Хужабикә ҡыуанып китте. Сәй ҡуя һалды.
– Әллә ҡайҙа сабышып тик йөрөйһөгөҙ, үҙегеҙҙе ҡунаҡ итеп тә булмай, – тип һөйләнә-һөйләнә залдағы өҫтәленә мул табын әҙерләп ташланы. – Әйҙә,
ултырығыҙ. Бөгөн ауыҙығыҙға тамсы ла ҡапмағанһығыҙҙыр әле. Йәштәр шул инде ул. Бер нимәгә өлгөрә алмайҙар. Ана Өфөнән Сибайға улым килһә, эш тә эш тип бер минут беҙгә инеп сығырға ваҡыт таба алмай. Ниндәй бөтмәҫ эштер инде ул. Мәрхүм атаһы уны әрләй ине. Өфө тиклем Өфөнән килгәс, инеп әсәйеңдең хәлен белеп сыҡ бит. Юҡ инде!
Бибикамал апайҙың күңелен күреп, уның тәмле сәйен эстеләр, уйынлы-ысынлы хәбәрҙәрен тыңланылар, хужабикә табынын йыйырға тотонғас, Камила Федоровна менән Батыр баҡсаға сығып ултырҙы.
– Ары ни эшләйбеҙ? – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтеп ҡуйҙы Батыр. – Һеҙҙе Урҙан килгән төркөм эҙләй. Хәҙер миңә лә ысынлап тотондолар.
– Мин был хәлдән ҡотолоу сараһын беләм, – тине ҡатын көтмәгәндә. Егет уға ғәжәпләнеп ҡараны. Ул Камила Федоровнанан бындай һүҙ көтмәгәйне.
– Тик, нисек тә Урға ҡасып ҡайтырға кәрәк, тимәгеҙ. – Батыр уға ҡурҡҡан ҡарашын төбәне.
– Минең дә тәүге уйым шундай булғайны. Тик мин дә уны теләмәйем. – Шунан ҡатын көрһөнөп ҡуйҙы. – Уны эшләп тә булмаясаҡ.
– Булмай? – тип һораны егет, сөнки Камила Федоровнаның һүҙҙәренән ул бер ни ҙә аңламаны. – Ниңә? Әгәр бында һеҙгә үлем янай икән... Тик ҡабатлап әйтәм, минең һеҙҙе мәңгегә юғалтҡым килмәй.
Ошо урында хәҙер Камила Федоровнаны ла Әмиләнеке кеүек һағышҡа тулы яҙмыш көтөүе хаҡында әйтергә итте лә тыйылды, икенсе нәмә һораны:
– Шулай ҙа аңлайышһыҙ, ниңә?
– Урға китеп кенә булмай, Батыр. – Ҡатын бер аҙ өндәшмәй уйланып ултырҙы.
– Мин бөтә яҡтан кешегә оҡшаған булһам да, минең мейем, уның программаһы кешенеке кеүек түгел. Кеше үҙенә ҡуйылған маҡсатты, үҙе теләһә, үҙгәртә ала. Быға уның өсөн ихтыяр көсө генә кәрәк. Ә беҙ – юҡ. Бер нимәгә ҡарамай, мейемә һалынған программаны үтәргә тейешмен. Әгәр уны үтәүҙән баш тартам икән, программаға ниҙер булған. Тимәк, мин боҙолғанмын, Ер кешеләре әйткәнсә, аҡылдан шашҡанмын...
Камила Федоровна тынып ҡалды.
– Шунан? – тип һораны егет түҙемһеҙләнеп. Ул ҡатындың һөйләүенән ниндәйҙер хәүеф янағанлығын һиҙҙе. – Хәҙер ни була?
– Беләһеңме, ниңә улай килеп сыҡты, Батыр? Мин ниңә үҙемә һалынған программаға хыянат иттем? – Ҡатын, егеттең һорауын ишетмәгәндәй, һаман үҙ уйҙарынан ҡотола алманы.
– Ниңә?
– Мин киләсәк тормошомдо һинһеҙ күҙ алдында күрмәйем. Сөнки мин һинһеҙ йәшәй алмайым. Мин һине үлеп яратам, Батыр! Мин һиңә ысын күңелдән ғашиҡ!..
Бөтөнләй бындай һүҙ көтмәгән егет ҡаушап ҡалды, шуға бер ни өндәшмәне, ҡатындың ары ни әйтерен көттө.
Камила Федоровна һағышлы күҙҙәре менән егеткә ҡараны ла ауыр итеп көрһөндө.
– Ә беҙгә, роботтарға, ғашиҡ булыу һалынмаған, – тине ҡатын. – Ана шул һиңә ҡарата тойғо минең бар программамды бутаны. Мин “аҡылдан шашҡанмын”. Кешеләрҙә лә аҡылын тыңламай мөхәббәтендә иҫергәндәрҙе шулай тиҙәр түгелме? – тип көлөмһөрәне.
– Эйе, шикелле, – тине егет. Уның бар уйҙары, бар тойғолары болғанды был хәбәрҙән. Ул ни тиергә белмәне. Фәҡәт баяғы һорауын ҡабатлай алды. – Шунан?
– Хәҙер беҙҙең етәксебеҙ, башҡа роботтар мине йүнәтергә тырышасаҡтар. Ә улар йүнәтә алмайҙар. Сөнки уны эшләү өсөн мейенең эсендә соҡона алырлыҡ белгес кәрәк. Бында килгән беҙҙекеләрҙең ул эш ҡулынан килмәй. Әгәр йүнәтеп булмаһа... – Камила Федоровна тынып ҡалды...
Батыр бик ҡурҡыныс хәбәр ишетеүҙән ҡурҡҡан хәүефле күҙҙәрен ҡатынға төбәне.
– Нимә?
– Мине юҡ итәсәктәр! Йәғни, үлтерәсәктәр. Төп маҡсатынан тайпылған аҡыллы интеллекттар бер кемгә кәрәкмәй.
– Юҡ! Юҡ! – тип ҡысҡырҙы Батыр, шунан ҡатынды ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты. – Мин бирмәйем һине бер кемгә лә! Беҙ ҡасабыҙ! Беҙ һинең уйыңды, маҡсатыңды үҙгәртәбеҙ! Программаңды!
Егеттән бындай наҙлылыҡ көтмәгән ҡатындың күңеле иреп китте, ул тыйыла алмай илай башланы. Батыр уны тынысландырырға теләп, нығыраҡ ҡосаҡланы, сәстәренән, арҡаһынан, ҡулдарынан һыйпап иркәләне, башын үҙенә бороп, күҙ йәштәрен һөрттө.
– Камила Федоровна, ҡурҡмағыҙ, – тине егет ышаныслы тауыш менән. – Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ! Беҙ быларҙың барыһынан да ҡасып ҡотоласаҡбыҙ! Мин иң һәйбәт белгестәрҙе табам. Беҙҙең Ерҙә лә бар улар! Бар! Мин гәзиттә беҙҙә яһалма аҡыл яһауҙары хаҡында уҡығайным. Мин шуларҙы табам. Улар беҙгә ярҙам итәсәк! Ишетәһеңме?
– Ишетәм, – тип ҡатын тыныслана бирҙе. Ул хәлен аңлағаны өсөн рәхмәтле күҙҙәрен егеткә төбәп йылмайғандай итте. – Рәхмәт һиңә, Батыр! Батырҡайым!
Ҡатын күңелен солғап алған наҙлы хистәргә бирелеп, үҙе лә егетте ныҡ итеп ҡосаҡланы.
– Рәхмәт һиңә! Һин генә был донъяла... был йыһанда мине аңлайһың...
Улар ҡосаҡлашҡан килеш, өндәшмәйенсә, оҙаҡ ултырҙылар. Икеһе лә үҙ уйҙарына, үҙ тойғоларына бирелеп тынып ҡалды. Тормошон Батырһыҙ күҙ алдына килтерә алмаған ҡатын үҙҙәренең киләсәге хаҡында уйланы. Ә Батыр Камила Федоровна һөйләгәндәрҙе аңларға, ниндәйҙер фекергә килергә тырышты, ҡатындың бығаса ҡылған ҡылыҡтарынан, яҙмышынан һығымта яһарға маташты.
– Камила Федоровна, – тине егет уйсан тауыш менән. Уның ҡараштары ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлгән ине. – Элекке директор урынбаҫары... – Батыр, бик мөһим һүҙ әйтергә йыйынғандай, туҡталып торҙо... – элекке директор урынбаҫары ниңә үлде ул?
Камила Федоровна ҡапыл егеткә боролоп, етди төҫ менән ҡарап алды.
– Батыр, әгәр беҙ киләсәктә бергә булырға йыйынһаҡ, бер-беребеҙҙән бер ниҙе лә йәшерергә тейеш түгелбеҙ, бер-беребеҙ хаҡында барыһын да белергә бурыслыбыҙ. Шулай бит?
– Эйе, шулай. – Егет ни өсөн ҡатындың был хаҡта һөйләй башлауын аңламаны.
– Был һорауҙы биргәнһең икән, һин дөрөҫ һиҙенәһең. Элекке директор урынбаҫарын... мин үлтерҙем.
Шаҡ ҡатырлыҡ был һүҙҙәрҙән Батырҙың ҡото осто. Ышанырға теләмәне. Юҡ! Юҡ! Булмаҫ! Шундай сибәр, наҙлы ҡатын ундай ҡурҡыныс аҙым яһай алмаҫ! Ул һаташалыр, ул, ысынлап та, аҡылдан шашҡан!
Күңелендә шундай ҡапма-ҡаршы уйҙар, тойғолар уралған Батыр ни әйтергә белмәйенсә тынып ҡалды, ҡатындың ары ни һөйләрен көттө.
– Бында, Ергә, килгән бар роботтарҙың бөтәһенә лә Ерҙәге төп завод-фабрикаларҙың, ҡалаларҙың беренсе етәксеһен юҡҡа сығарып, уның урынын алыу программаһы һалынған. Шулай итеп кешеләрҙе үҙебеҙгә буйһондорорға, аҙағыраҡ киләсәк өҫтәмә көс ярҙамында Ерҙе баҫып алырға, уның тулы хужаһы булырға тейеш бит беҙ. Аҙаҡ кешеләрҙең зыянһыҙҙарын, башын баҫып эшләп йөрөрҙәрен генә ҡалдырып, ҡалғандарын, буйһонорға теләмәгәндәрен, ҡырырға бурыслыбыҙ. Программабыҙға шул һалынған. Унан бер нисек тә ҡотолоп булмай. Мине генә һиңә мөхәббәт үҙгәртте. Бөтә программамды бутаны. Ана шул кешеләргә нәфрәт тороп ҡалды. Ул миңә йәшәргә ҡамасаулай! Ныҡ ҡамасаулай! Миңә унан нисек тә ҡотолорға кәрәк. Батыр, ярҙам ит миңә! Үҙем генә унан арына, бушана алмайым мин!
Камила Федоровна Батырҙы ҡосаҡланы, наҙлы, өмөтлө күҙҙәре менән егеткә ҡарап алды.
– Карьера яһағанда ҡамасаулаған һәр кемде тапап, иҙеп китеү һалынған беҙҙең программаға. Шуға бирелеп, мин һинең менән дә киләсәктә юҡ итеү өсөн таныштым бит. Сөнки миңә яңы инженерҙар араһынан һин иң көслөһө, аҡыллыһы, тинеләр, төҫкә лә мөләйемһең. Һин миңә иң ҡурҡыныс конкурент инең. Мин ысынын әйтәм. Ышанаһыңмы?
– Белмәйем, – тине тамам аптырауға ҡалған Батыр. Уның бындай хәбәрҙән һуң башы әйләнеп китте. Былар бөтәһе лә ниндәйҙер уйҙырма, әкиәт кеүек ине уға.
Батыр хәҙер ниндәйҙер фекергә килерлек, һығымта яһарлыҡ хәлдә түгел ине. Ул барлығы шуны белә: ҡатынды ныҡ ярата, уның күңелен, мейеһен яулап алған афәттән бер нимәгә ҡарамай ҡотҡарырға кәрәк.
Камила Федоровна был минутта бөтөнләй тынысланғандай булды, ул хәҙер егет алдында тулыһынса асылып китеүе өсөн уңайһыҙлыҡ кисерә ине шикелле, ул егеткә һыйынды, башын уның күкрәгенә һалды.
– Мине һиңә ҡарата мөхәббәт бөтә был афәттән һаҡлап алды, – тине ҡатын. – Шуның өсөн тағы рәхмәт һиңә!
– Ярай инде. Әйттең бит. – Егет уңайһыҙланып, ни тиергә белмәне.
– Тағы бер әйтәм, – ҡатын етдиләнде. – Батыр, хәҙер оҙаҡҡа һуҙмай, операция яһап, минең мейеләге программаны үҙгәртергә кәрәк. Әлегә көслө мөхәббәт тойғоһо уны баҫып тора ла ул, ләкин һөйөүем тыныслана төшһә, ни булыр? Мин белмәйем. Шуға, Батыр, һуҙмайыҡ. Беҙгә көслө программист менән осрашып һөйләшергә кәрәк. Ул үҙгәртә аламы минең мейеләге программаны, юҡмы?
Дауамы бар.