Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Май , 10:04

ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 4-се өлөш)

Наил ҒӘЙЕТБАЙ

ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 4-се өлөш)
ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 4-се өлөш)

– Нимә, һеҙ Камила Федоровнаға тест үткәрергә йыйынаһығыҙмы? Ул риза булмаясаҡ!

– Шуға диспансеризация рәүешендә үткәрәбеҙ, айырым хеҙмәткәрҙәргә генә.

– Беҙ яңыраҡ үттек диспансеризацияны, поликлиникала.

– Был өҫтәмәһе. Үткәндәгеһендә ҡайһы бер ауырыуға шик бар тип.

Был һүҙҙәргә Батыр ни тиергә белмәне. Әммә уның күңелендә, Камила Федоровна кеше түгел, ә робот, тигән фекергә ҡарата көслө ҡаршылыҡ, ытырғаныс бар.

Улар бит бар көсөн һалып, Батырға, ҡатынды юҡ итергә кәрәк, тигән фекерҙе һеңдерергә теләй. Ул ғына түгел бит әле, имеш, ҡатын – Ер кешеләренең бер өлөшөн үҙҙәренә буйһондорорға, артыҡтарын юҡ итергә йыйынған ғәскәрҙең бер ағзаһы, тиҙәр. Быныһына Батыр бөтөнләй ышана алманы, инанырға теләмәне. Ни булһа ла, туҡтатырға кәрәк уларҙы. Ошо фекерҙе Әмилә менән Лиуарға ҡаты итеп әйтте.

Батырҙың һүҙҙәрен ишеткәс, Лиуарҙың йөҙө боҙолдо, ҡаштары емерелде.

– Батыр, ҡара әле! Әгәр Ур халҡы ул ҡулдан ысҡынған роботтарҙы юҡ итергә булған икән, беҙҙең планетала иҫәрҙәр йәшәмәй бит! Ул ныҡ уйланған, тикшерелгән, башҡаса юл ҡалмағанға шундай фекергә килгәнбеҙ, тимәк! Беҙҙең хатабыҙ шунда – роботтарҙы күпләп яһай башлау менән артыҡ мауығыуыбыҙ, уларҙы тулыһынса кешегә оҡшатырға тырышыуыбыҙ. Ә һин, кешелеккә ниндәй фажиғә янауын белгән көйө...

– Тик Камила Федоровна робот түгел! – тип бүлде егетте Батыр уҫал тауыш  менән. – Түгел! Минең быға иманым камил!

– Беҙ уларҙы ныҡ тикшергәнбеҙ, тамам ышанғанбыҙ. Аңла шуны! Беҙҙең өсөн ул ҡатынға тест үткәреү кәрәкмәй. Беҙ күптән беләбеҙ Камила Федоровнаның кем икәнлеген. Тесты һинең өсөн генә үткәрәбеҙ тиергә була, һине ышандырыр өсөн!

– Шуға талашмайыҡ! – тип бүлде егеттәрҙе Әмилә. – Тест үткәргәс, приборҙар күрһәткән һандар ярҙамында иҫбат итербеҙ Камила Федоровнаның кешеме, түгелме икәнлеген.

Батырға ауырһынып булһа ла килешергә тура килде. Шунан Әмилә менән Лиуар үҙ йомошо менән китте. Ә Батыр эшенә ашыҡты. Егет юл буйы уйланды.

Хәҙер ул ни эшләргә тейеш? Бәлки, Камила Федоровнаның үҙенән һорарғалыр? Ул йәшереп тормаҫ, моғайын. Тик уңайһыҙ, нисек инде тота һалып, һин кешеме, әллә роботмы, тип һорарға мөмкин?! Ҡатындың үпкәләүе, асыуланыуы бар.  Ләкин Камила Федоровнаға нисектер аңлатырға кәрәк бит уға ниндәй ҡурҡыныс янауын! Батыр уйланы, уйланы ла, әлегә бер ни эшләмәй торорға тигән фекергә килде. Әмилә әйтмешләй, тест үткәрһендәр әле. Бәлки, ул ҡатындың кеше икәнлеген күрһәтер. Батыр бөтә күңеле менән ышана. Ул шулай буласаҡ та!

 

7

Тикшереүҙе оҙаҡҡа һуҙмай, икенсе көндө үк өҫтәмә диспансеризация яһау һылтауы менән үткәрҙеләр, йәнәһе, ошоларҙа, бер нисә кешелә генә ниндәйҙер ҡурҡыныс психик ауырыуҙарҙың билгеләре табылған. Тест үткәреүгә Лиуар Урҙан Ерҙе баҫып алырға ебәрелгән роботтарҙы юҡ итеү өсөн бергә осоп килгән ике егет менән килде. Әмилә унда ҡатнашманы, сөнки Камила Федоровна Урҙа уның менән осрашҡан. Әмиләне баш күтәргән роботтарға ҡаршы көрәшкән команда иҫәбендә күргән. Тесты Батырға ла үткәрҙеләр. Шул уҡ кис Әмилә менән Лиуар тестың һөҙөмтәләрен Батырҙың алдына килтереп һалдылар.

– Бына, ҡара, – тине Лиуар ҡағыҙға күрһәтеп. – Һорауҙарға яуап биргәндә

һинең һәм Камила Федоровнаның реакциялары. Улар бер-береһенән ҡапма-ҡаршы яҡҡа айырыла. Күп һорауҙарға һинең ҡан баҫымың, йөрәк тибешең,

мейенең реакцияһы шундай көслө – күрһәткес һандары буйынса ул йөҙгә барып етә яҙа, һин ныҡ ытырғанаһың, ерәнәһең, күңелең болғана, һиңә был һорауҙарға яуап биреүе бик ауыр, ә Камила Федоровнаның күрһәткестәре бик түбән, ун тирәһендә урала, ул тып-тыныс ҡала тиерлек. Ошо сәбәпле кеше роботтан айырыла ла инде. Һөҙөмтә шул: һин – кеше, ә Камила Федоровна – механизм, машина, ул – робот! Ерҙе баҫып алырға, кешеләрҙе үҙҙәренә буйһондорорға, артыҡтарын  ҡырырға ебәрелгән роботтар командаһының бер ағзаһы! Ерҙе, уның халҡын ҡотҡарыу өсөн ул юҡ ителергә тейеш!

Әмилә менән Лиуар килтергән дәлилдәр бик көслө ине. Улар Батырҙы ышандырҙы, тиергә була. Фәҡәт Камила Федоровнаның үлтерелергә тейешлеген Батыр бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай. Бәлки, тест һөҙөмтәләре дөрөҫтөр, әммә ҡатынды үҙенең тормошонан ҡапыл һыҙып ташларға, оноторға теләмәй!

Юҡ, юҡ! Былай булырға тейеш түгел! Түгел! Был хаҡта уйлау менән Батырҙың йөрәге ауыртып китте, сикәһендә ҡан тамырҙары һулҡылдап һыҙларға тотондо.

Хәҙер ул аңлай, яратты ул Камила Федоровнаны, ныҡ яратты! Бар күңеле, йөрәге менән! Ә инде тест һөҙөмтәләре менән танышҡас, шундай көслө һөйөү уты менән яна башланы. Ошоға тиклем үҙе һиҙенмәһә лә, Әмилә менән ҡатынға һөйөү егеттең күңелендә бер тигеҙ урын алып торһа, хәҙер ҡатынға ҡарата яратыу, йәлләү тойғоһо унан Әмиләне этеп сығара башланы, унда үҙе генә тороп ҡалды.

Хатта егеттә ҡыҙға ҡарата асыу, үпкә барлыҡҡа килгәндәй тойолдо.

– Һеҙ хәҙер – нимә? Камила Федоровнаны... үлтерәһегеҙме? – тип асыулы ҡиәфәттә бер Әмиләгә, бер Лиуарға ҡарап алды.

Әмилә, һин яуап бир, тигәндәй ҡарашын Лиуарға төбәне.

– Беҙгә шундай бурыс ҡуйылған, беҙ шуның өсөн килдек Ергә, – тине шунда уҡ Лиуар. – Һеҙҙең Ерегеҙҙе, кешеләрегеҙҙе ҡотҡарыу...

Батыр уҫал тауыш менән уны бүлде:

– Ишеттем! Мин бит һорайым: үлтерәһегеҙме уны?

– Эйе! – тине Лиуар һалҡын тауыш менән.

Батыр тыныс булырға тырышты.

– Шунан, ҡасан эшләргә уйлайһығыҙ инде был ҡара эшегеҙҙе?

Һүҙгә Әмилә ҡушылды.

– Батыр, аңла, был изге эш.

Батыр Әмиләгә уҫал итеп ҡарап алды.

– Мин, ҡасан, тип һорайым!

– Бөгөн, йәки иртәгә. – Лиуар яуап бирҙе. – Оҙаҡ һуҙырға беҙҙең ваҡытыбыҙ юҡ! Роботтарҙың тағы алтауһын табырға кәрәк.

– Батыр! Һин был хаҡта Камила Федоровна тигән роботҡа әйтеп ҡуйма!

Егет уға асыулы төҫ менән ҡарап алды ла, бер һүҙ өндәшмәйенсә ситкә атланы.

Юҡ! Ул хәҙер үк бара Камила Федоровнаға! Уға ҡурҡыныс янай! Уны ҡотҡарырға кәрәк! Уның кешеме, әллә түгелме икәнен яҡшылап тикшерергә ваҡыт юҡ! Аҙаҡ, бөтәһе лә тынысланғас, тесҡа ғына һылтанмаҫтар, яҡшылап энәнән-ептән үткәрерҙәр, ҡатындың һис тә робот түгеллеген асыҡларҙар. Быға Батырҙың иманы камил!

 

 

8

Лиуар менән Әмиләнән айырылғас та Батыр Камила Федоровнаға шылтыратты.

– Камила Федоровна, ашығыс эш. Мин һине үҙебеҙҙең ресторанда көтәм. Тиҙ килеп ет!

– Ни булды? – тип һораны ҡатын ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән. – Әле ваҡытым юҡ!

– Ишетәһеңме, ашығыс! Ташла бар эшеңде, кил тиҙерәк!

– Ярай, хәҙер... – Камила Федоровнаның ризаһыҙлығы һиҙелде.

Батыр заказ биреп торманы (ашау ҡайғымы ни?), өҫтәлдең буш түгеллеген аңлатып, пинжәген ултырғысҡа элде лә, тышҡа сығып, ҡатынды тупһала көтә башланы.

Әбейҙәр сыуағында ғына була торған йылы, аяҙ иртә, ағастарҙың һарғая башлаған япраҡтары көнгә матурлыҡ, наҙ өҫтәп әкрен генә, ғәмһеҙ генә ҡыштырлай. Ғөмүмән, бар донъя – кешеләр, тәбиғәт ошо матур донъяла йәшәүҙәренә, бәхеттәренә ҡыуана. Ә Батыр? Уның күңелен ауыр тойғолар солғап алған, мейеһендә сиселешһеҙ уйҙар ҡайнаша.

Тиҙҙән Камила Федоровнаның машинаһы күренде. Килеп етер-етмәҫтән ҡатын ишекте асып сыҡты, ашығып егеткә табан атланы. Уның ризаһыҙлығы йөҙөнә сыҡҡан ине.

– Унда ун эшем унға ярылып ята! Ә һин... Ғөмүмән, эш ваҡытында осрашыуыбыҙҙы ташлайыҡ. Ни булды?

– Әйҙә, инәйек, – тине егет ҡатынды ҡултыҡлап. – Нисек башларға ла белмәйем...

– Тураһын әйт!

– Тураһынмы?.. Һине үпкәләтермен кеүек.

– Һин ҡурҡытаһың мине. Ярай, үпкәләмәм. Һөйлә.

Улар ултырыуға официант килеп етте.

– Әлегә заказ бирмәйбеҙ, – тине уға Батыр. – Һөйләшәһе һүҙебеҙ бар.

Батыр, ниҙән башларға белмәй, бер нөктәгә текәлеп тынып ҡалды.

– Йә, – тине ҡатын түҙемһеҙләнеп.

Килеп тыуған ауыр мәсьәләне Камила Федоровнаға аңлатыу өсөн Әмиләнең серен сисергә тура килә ине. Шул да икеләндерҙе егетте.

– Камила Федоровна!.. – Батыр ауыр итеп тын алды. – Компетентлы кешеләр һинең биографияңды тикшерҙеләр.

Батыр тынып ҡалды.

Ҡатын ҡапыл һалҡынайған, уҫалланған ҡарашын егеткә төбәне:

– Шунан?

– Һеҙ, тыуҙым, йәшәнем, уҡыным, тигән урындарҙа һеҙҙең хаҡта бер ниндәй мәғлүмәт юҡ!

Ҡатын урынынан ырғып торҙо.

– Кем ойошторҙо был тикшереүҙе? Һинме?

– Юҡ! Нимәгә кәрәк ул миңә? Һеҙгә ышанам, сөнки мин һеҙҙе ныҡ оҡшатам, хатта яратам! Миңә шул еткән!

Камила Федоровна егеткә тағы бер уҫал итеп ҡараны ла китә башланы.

– Туҡтағыҙ әле! – Уға эйәреп Батыр ҙа урынынан торҙо, шунан ҡатындың беләгенән тотоп туҡтатты. – Мин төп һүҙемде әйтмәнем бит әле! Бында ниңә саҡырып сығарғанымды!

Ҡатын туҡтаны, ҡулын Батырҙан тартып алды.

– Әйҙә, ултырайыҡ, – тине Батыр.

– Минең ваҡытым юҡ! Ошо көйө әйт тә... Мин ашығам!

Батыр урынына ултырып, һаман баҫып торған Камила Федоровнаға ҡарап һөйләй башланы.

– Кисәге тест үткәреү һис тә диспансеризация түгел.

– Ә нимә улайһа? – Ҡатын урынына килеп ултырҙы, уның ҡыҙыҡһыныуы һиҙелде.

– Улар быны һеҙҙе тикшереү өсөн эшләнеләр, миңә, тағы бер-ике кешегә исем өсөн генә үткәрелде.

Ҡатындың йөҙө борсолған, хатта еңелсә ҡурҡҡан төҫ алды.

– Нимәгә кәрәк булды уларға был маскарад?

Егет, яҡшылап ултырырға теләгәндәй, урынында ҡыбырҙап алды, төкөрөктәрен йотто, ҡарашын бер ҡатынға күтәрҙе, бер өҫтәлгә төшөрҙө.

– Камила Федоровна! – тине Батыр, ниһайәт, бар икеләнеүен еңгән ҡиәфәттә.

– Белеп ҡуйығыҙ, мин был һүҙҙәргә һис тә ышанмайым. Ләкин ошо тикшереүҙең һөҙөмтәһе ҡурҡыныс. Шуны әйтеү өсөн һеҙҙе ашығыс рәүештә саҡырып сығарҙым.

– Һуҙма, һуҙма! – тине Камила Федоровна түҙемһеҙләнеп. – Йә, әйт инде!

– Миңә әйттеләр: имеш, һеҙ кеше түгел. – Батыр ҡатынға ғәйепле төҫ менән ҡарап алды, бер аҙ туҡталып торҙо.

Ҡатын уҫал көлөмһөрәне:

– Кем улайһа, шайтанмы?

– Робот.

– Робот? – тип ҡабатланы Камила Федоровна аңламаған кеүек.

– Эйе, робот.

Ҡатын бер нөктәгә төбәлеп тынып ҡалды.

– Мин быға ышанмайым, – тип дауам итте Батыр, ҡулын ҡатындың өҫтәлдә ятҡан беләгенә һалып. – Тамсы ла ышанмайым!

– Шуны әйтеү өсөн саҡырҙыңмы?

– Уны ғына түгел! – Батыр ашығып һөйләй башланы. – Улар әйтә, йәнәһе, һеҙ Ер кешеләрен үҙегеҙгә буйһондорорға, кәрәкмәгәндәрен үлтерергә килгәнһегеҙ!

Әкиәт бит был!

– Һин шуны ысын тип уйлайһыңмы?

– Юҡ, әлбиттә!

– Шулай булғас?

– Улар шул программаны бойомға ашырмаһын өсөн һеҙҙе... юҡ итергә йыйына!

– Нисек – юҡ итергә?

– Үлтерергә!

Ҡатындың йөҙө ап-аҡ булды. Ул ҡурҡҡан күҙҙәрен егеткә төбәп, унан тағы ниндәйҙер ҡурҡыныс хәбәр көткәндәй, тынып ҡалды.

– Һеҙгә мөмкин тиклем тиҙерәк йәшенергә кәрәк! – Батыр бойороҡ биргәндәй тәүәккәл тауыш менән әйтте. – Ҡасырға!

Был шаҡ ҡатырлыҡ һүҙҙәрҙән һуң ҡатын ҡурҡҡан күҙҙәрен егеттән алмайынса ҡатып ҡалды. Батыр юғалып ҡалған Камила Федоровнаға тәүәккәллек, көс бирергә теләгәндәй, өҫтәп ҡуйҙы:

– Улар быны бөгөн үк эшләргә йыйына. Һеҙгә ашығырға кәрәк!

Ҡапыл ҡатын йөҙөн ике ҡулы менән ҡапланы. Яурындарының әкрен һелкенеүенән уның илағаны беленде.

Быны көтмәгән Батыр, ни эшләргә белмәйенсә, урынынан тороп Камила Федоровна янына ашығып килде. Уны тынысландырырға теләп яурындарынан, арҡаһынан һыйпарға тотондо.

Ҡатын, ярҙам һорағандай, йәшле күҙҙәре менән Батырға ҡарап алды. Шундай йәлләүес, меҫкен хәлгә төшкән ине әле генә көслө, үҙ-үҙенә ныҡ ышанған ҡатын.

Күҙ асып йомған арала бәлйерәп төшөүе егетте ҡурҡытты. Камила Федоровна ниндәйҙер ҡарарға килер хәлдә түгел ине. Шуға ҡатын өсөн тәүге аҙымдарҙы Батыр үҙенә яһарға кәрәклеген аңланы.

– Һин ултырып тор, – тине Батыр пинжәген кейеп. – Мин һинең машинаңды ебәрәм дә, такси саҡыртам. Хәҙер миңә барабыҙ. Тәүҙә шунда йәшенеп торорһоң.

Аҙаҡ күҙ күрер.

 

9

 

Ур планетаһынан килгән роботтарҙы юҡ итергә тейеш төркөм ҡуртымға алған фатирҙа йыйылды.

Етәксе тәүҙә ҡыҫҡаса ниҙәр эшләргә өлгөргәндәрен һөйләне. Ошо ете көн эсендә ун роботтың бөтәһенең дә йәшәгән урындары беленгән, дүртәүһе юҡ ителгән. Тик һуңғы көндә эштәре туҡталып ҡалған – бер робот та эштән сығарылмаған. Етәксе ҡарашын Әмилә менән Лиуарҙа туҡтатты.

– Һеҙ ниңә шул А-9 роботында туҡталып ҡалдығыҙ? Инде ике көн шуның тирәһендә уралаһығыҙ! Тиҙерәк ҡыбырлағыҙ! Белеп тораһығыҙ бит, беҙ тағы ун көндән, бурысыбыҙҙы үтәп, Урға әйләнеп ҡайтырға тейеш!

Лиуар А-9 роботының хеҙмәттәше арҡаһында ҡыйынлыҡтар тыуыуын аңлатырға итте лә, тыйылып ҡалды. Сөнки етәксе төпсөнә башлар. Ул саҡта егет Әмиләгә яҡшы таныш икәнлеген асып һалырға тура килер. Батырға үҙҙәренең ниңә Ергә килеүҙәрен асып һалыуҙарын һиҙҙерер. Ә был уларға ҡәтғи тыйылған.

Ер кешеләре уларҙың ниндәй маҡсат менән йөрөүҙәрен генә түгел, Урҙан килеүҙәрен дә һиҙергә тейеш түгел бит.

Ҡыҫҡаһы, етәксе, А-9 роботын бөгөн үк эштән сығарып, икенсеһенә тотонорға ҡушты.

Эш былайға киткәс, Әмилә менән Лиуар, һуҙылып тормайынса, шунда уҡ комбинатҡа, А-9 роботы, йәғни Камила Федоровна эшләгән урынға йүнәлде. Әгәр Батыр уның тирәһендә уралһа, Әмилә егетте нисек тә ситкә алып китер, ә Лиуар, бер нимәгә ҡарамай, төп маҡсаттарын бойомға ашырырға тейеш.

Әмилә комбинат янындағы аллеяла ағастар араһындағы эскәмйәлә ултырып ҡалды.

– Мин ошонда булам, – тине ҡыҙ. – Беләһең бит, миңә күренеп йөрөргә ярамай. А-9 мине таный. Икебеҙҙе бергә күрһә, ул бөтәһен аңлаясаҡ.

– Батыр уның янында булһа? – Лиуар Әмиләгә һораулы ҡараны.

– Батырҙы, әгәр ул ҡатын янында булһа, һине аллеяла Әмилә көтә, тип сығарып ебәрерһең.

Директор урынбаҫарының ишеге бикле булып сыҡты. Лиуар эргәләге кабинетта ултырған директорҙың секретаршаһынан һорашты.

– Камила Федоровна эш менән китте, – тип аңлатты ҡыҙ.

– Ҡайҙа китте?

– Уныһын әйтмәне, – тине ҡыҙ ғәмһеҙ генә. – Иртәнсәк киткәйне. Тиҙҙән килергә тейеш.

Батыр янында ултырмаймы икән? Һуңғы осор улар бер-береһенән айырыла алмай ине.

Әммә Батырҙың кабинеты бикле ине, күршеләре уның ҡайҙа икәнлеген белмәй.

Лиуар аллеяға, Әмилә янына сыҡты.

– Икеһе лә урынында юҡ, – тип хәлде аңлатты егет ҡыҙға. – Улар бергә булырға тейеш!

– Ҡайҙа? Мин Батырға шылтыраттым. Телефоны һүндерелгән.

– Кем белә инде уны? – Лиуар ҡулдарын йәйҙе. – Ошо тирәлә көтөргә тура килер.

– Бәлки, Батырҙың фатирына барып киләйек? – тип тәҡдим яһаны Әмилә. – Мин уның ҡайҙа йәшәгәнлеген беләм.

– Әйҙә! – тип килеште Лиуар. – Әгәр унда юҡ икән, кире бында килербеҙ.

Батырҙың фатирына яҡынайғас, ҡыҙ тәҙрәләргә күрһәтте:

– Ана уның тәҙрәләре! Туҡта! Уның береһендә ут бар! Батыр өйҙә!

Лиуар менән Әмилә ашығып Батырҙың подъезына килде. Әммә ул бикле ине. Әмилә Батырҙың фатирының кодын йыйҙы, шылтырау барып етте, әммә яуап юҡ. Әмилә тағы бер-ике шылтыратып ҡараны. Файҙаһыҙ. Егет менән ҡыҙ аптырап туҡтап ҡалды.

– Тәҙрәһендә уты яна ине бит! – тине Әмилә.

– Бәлки ул утын кистән һүндерергә онотҡандыр? – тип фаразланы Лиуар. – Йәки ут Батырҙың тәҙрәһендә түгелдер.

Улар урам яғына сығып тикшерергә итте. Әммә был юлы тәҙрәлә ут юҡ ине!

– Уты юҡ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙ. – Тимәк, Батыр өйҙә!

Әмилә менән Лиуар йәнә подъезд янына килеп кодты йыйҙы. Әммә яуап биреүсе булманы.

– Подъезға нисек инәбеҙ?

– Көтәйек! Кем дә булһа унда инер, йәки сығыр бит!

Тиҙҙән шулай килеп сыҡты ла, һәм улар эскә инеп Батырҙың ишеген шаҡыны.

Әммә фатирҙа – тынлыҡ. Лиуар тағы көслөрәк итеп тауыш бирҙе, Әмилә:

– Батыр! Батыр, был мин – Әмилә! – тип өндәшеп ҡараны. – Мин бит беләм, һин – өйҙә! Әле генә бүлмәләге утыңды һүндерҙең! Батыр, ас!

Әммә фатир эсендә ҡыштырҙаған да тауыш ишетелмәне. Аптырағас, Батырҙың эшенә шылтыратып ҡаранылар. Ләкин егет тә, Камила Федоровна ла иртәнсәк сығып киткәндәренән һуң күренмәгәндәр.

– Улар – фатирҙа! – тип фаразланы Лиуар. – Башҡа ҡайҙа булыуҙары мөмкин?

Эштәрендә юҡтар. Нисек тә ишекте асып инергә кәрәк!

– Нисек асабыҙ? Емерә алмайбыҙ бит.

Уйлана торғас, Лиуар Батыр менән ҡатынды ошо фатир эргәһендә – подъезд янында йәки өй тирәһендә – көтөргә тейеш, тигән фекергә килделәр, ә Әмилә комбинатта һағалар уларҙы.

Камила Федоровнаны эшендә, башҡа урында тапмағас, Әмилә менән Лиуарҙың Батырҙы эҙләп уның фатирына килеп төртөләсәктәре көн кеүек асыҡ ине. Шуға бында оҙаҡларға ярамай, мөмкин тиклем тиҙерәк фатирҙан китергә, бер кем белмәгән икенсе урынға йәшенергә кәрәк. Батыр әлегә Камила Федоровнаны Сибайҙың Байыҡтырыусылар тип аталған ҡасабаһында йәшәүсе әсәһенең яҡын туғаны Бибикамал апайға урынлаштырырға булды. Шунда ары ни эшләргә кәрәклеге хаҡында яҡшылап уйларҙар, Камила Федоровнаны ҡотҡарыу сараһын табырҙар.

Батыр телефондан Бибикамал апайға шылтыратырға булды. Егет үҙенекен зарядкаға ҡуйҙы ла Камила Федоровнаныҡынан шылтыратты. Һөйләшеп бөткәс, телефонын үҙ кеҫәһенә һалды. Ҡатын егеткә ҡараны.

– Әлегә миндә булһын, ул миңә кәрәгерәк, – тип аңлатты Батыр.

Батыр ҡурҡыуынан транс хәленә килгән ҡатынды бер аҙ тынысландырып, такси саҡырырға ғына иткәйне, көтмәгәндә аҫтан, домофон аша шылтыраттылар.

Кемдер килгән! Кем?

Батыр менән Камила Федоровна һағайып, шымып ҡалды.

– Кем? – тип һораны Камила Федоровна егеттән шомланған тауыш менән.

– Белмәйем. Минең был ваҡытта өйҙә икәнлегемде бер кем дә белмәй.

Камила Федоровна оҙаҡ ҡына тыныслана алманы, шунан үҙенең ошо

ҡылығынан оялған ҡиәфәттә, иҙәндәге бер нөктәгә төбәлде. Бер һүҙ өндәшмәй ултырҙы. Ара-тирә генә, һауа етмәгән кеүек, Камила Федоровна ҡапыл тәрән итеп тын алып ҡуйҙы. Егет ҡатынды ауыр уйҙарҙан арындырыу өсөн төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләп ҡараны, һорауҙар бирҙе, ләкин Камила Федоровна егеттең көләмәстәренә вайымһыҙ ҡалды, башҡа һүҙҙәренә лә яуап бирмәне.

Ярҙам итергә булған икән, улар асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тейеш. Ә Батырҙың һорауҙары бик күп. Камила Федоровна әгәр ысынлап та робот икән, ул үҙен нисек тоя, әгәр ысынлап та Ерҙе баҫып алырға, кешелекте буйһондорорға, кемдәрендер ҡырырға киләләр икән, был тойғо ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Унан һис тә ҡотолоп булмаймы?

Әкренләп Камила Федоровна тынысланғандай булды, егеттең һүҙҙәренә аҙлап яуап бирә башланы.

Үҙе лә:

– Ары ни эшләйбеҙ? – тип һораны.

Батыр был хаҡта уйлай, ләкин башына бер рәтле фекер килмәй. Иң ауыры – әгәр Камила Федоровнаны был эҙәрләүҙән иҫән-һау ҡотҡарһалар, улар айырылышырға тейешме? Егеттең күңелендә ун йыл буйы бер кемгә лә урын бирмәй һаҡланған Әмиләнең образын һуңғы осор Камила Федоровна тулыһынса тиерлек этеп сығарғайны. Әмилә ҡаршылашып маташа ла ул, Батыр ҡыҙға ярҙам итергә тырыша. Ләкин был ынтылыштары файҙаһыҙға оҡшаған. Йөрәк, күңел үҙенекен эшләй, аҡылға буйһонорға теләмәй. Иң мөһиме – егет ҡатынды юғалтырға теләмәй. Ә уны тере ҡалдырыуҙың берҙән-бер юлы – Ерҙе ташлап китеүҙер, әгәр бер ҡайҙа сыҡмай, һис бер кемгә күренмәй йәшенеп ятмаһа.

Әйткәндәй, Камила Федоровналар осоп килгән кораблдәрен кеше күҙенә күрһәтмәй ҡайҙа һаҡлай? Уларҙың да ер аҫтында станциялары бармы? Батыр, яйын табып, ошо хаҡта һораны.

Камила Федоровна һаман да бер нөктәгә төбәлеп уйланып ултырҙы. Был мәлгә ул тулыһынса тынысланғандай булғайны. Ҡатындың ни тип яуап бирергә белмәй икеләнеүе һиҙелде. Быны күреп егет:

– Әгәр әйтергә ярамаһа, өндәшмәгеҙ, – тип Камила Федоровнаға ярҙамға килде.

– Юҡ, яуап бирәм, – ҡатын йылмайғандай итте, шунан йәнә етдиләнде. – Һин миңә ихлас ярҙам итергә тырышаһың. Ә мин һинән ниҙер йәшерергә тейеш?

Батыр, өндәшмәйенсә, ҡатындың ары ни әйтерен көттө.

– Беҙ осҡособоҙҙо Ирәндек тауының урман ҡаплаған, кеше аяғы баҫмаған урынында һаҡлайбыҙ.

– Хәҙерге заманда Ирәндектең кеше булмаған мөйөшө бармы икән? – тип шикләнде егет. – Етмәһә, ураған һайын өҫтән самолеттар, вертолеттар осоп үтә. Улар күрмәйме ни?

– Вертолеттарҙан һаҡланыу өсөн осҡос өҫтөнә махсус сетка япҡанбыҙ. Ә кешеләр ул тирәгә яҡынлаша алмаһын өсөн осҡос тирәләй ике-өс саҡрым тирә-йүнгә махсус тулҡындар ебәрелә. Шул түңәрәктең эсенә эләгеү менән кешеләрҙе лә, йәнлектәрҙе лә оло ҡурҡыу тойғоһо солғап ала, һәм улар үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала, ҡасып китә.

– Ә бит Ерҙә төрлө эш алып барыу өсөн бик күп приборҙар кәрәк.

– Ундай приборҙарҙы һаҡлау өсөн махсус станция төҙөү кәрәкмәй. Хәҙер улар элекке кеүек ҙур түгел, киң урын талап итмәй. Улар бик бәләкәй, приборҙар барыһы ла осҡос эсендә һаҡлана.

Ошо ерҙә Батыр һуңғы осор күңеленән бер секунд та китмәгән, уны ауырттырып өйкәп торған һорауҙы бирҙе.

– Камила Федоровна, Әмиләләр һеҙҙең хаҡта һөйләгән хәбәр дөрөҫмө? Һеҙ, ысынлап та, роботмы? Ер кешеләрен үҙегеҙгә буйһондороу өсөн килдегеҙме?

Ҡатын бер аҙ өндәшмәй ултырҙы, шунан ҡарашын егеткә күтәрҙе, ауыр итеп тын алды һәм:

– Дөрөҫ, – тине.

– Түгел! – тауышын күтәрҙе Батыр. – Түгел! Һеҙ бит кеше! Кеше! Ҡайһы ерегеҙ кеше түгел?!

– Беҙ бер-беребеҙгә ихлас ҡалырға теләһәк, йәшенмәк уйнарға тейеш түгелбеҙ, – тине Камила Федоровна ғәжәйеп рәүештә бик тыныс тауыш менән. – Мин – робот. Ана шул маҡсаттар менән Ергә ебәрелгән яһалма интеллект.

Батыр һуңғы ике көндә был хаҡта Әмиләләрҙән ҡат-ҡат ишетһә лә, уларға һаман ышанырға теләмәне. Был ябай шаярыу, йәки төш күреү һымаҡ ине. Һәм бына Камила Федоровна үҙе таныны: ул – робот, яһалма интеллект! Быны ишетеү менән Батырҙың күҙ алды ҡараңғыланып китте, ул бер ни аңламай башланы. Бары  бер һүҙҙе үҙ алдына ҡабатларға тотондо:

– Юҡ! Юҡ. Юҡ...

Батыр ҡатындың күҙҙәренә тура ҡарап, ҡатып ҡалды.

Камила Федоровна егеттең хәлен аңлап, бер аҙ тынып ултырғандан һуң, уға һөйләй башланы:

– Батыр, һуңғы осор һин минең иң яҡын кешемә әүерелдең. Мин яраттым һине, минең ҡайғым – һинең ҡайғың. Күрәм, ихлас күңелдән ярҙам итергә теләйһең. Шуға һинән бер ни ҙә йәшереп тормайым. Әмиләләр һиңә бөтәһен дә һөйләгәндер. Шулай ҙа ҡабатлап әйтәм: мин, беҙ, роботтар Ерҙе яулар өсөн килдек.

– Кешелекте шул тиклем күрә алмайһығыҙмы ни? – Батыр Камила Федоровнаға аптырап ҡараны.

– Ул тойғоға беҙ үҙебеҙ хужа түгел, ул мейебеҙгә, программабыҙға һалынған.

– Ниңә?

– Ур кешеләре кешегә тулыһынса оҡшаған роботтар эшләгәндә һалмаған уны.

Фәҡәт роботтарҙы бик аҡыллы, оло маҡсатҡа ынтылырлыҡ иткәндәр. Роботтарҙа лидер булыу теләген ныҡ үҫтергәндәр. Ошо сәбәпле улар барыһы ла төрлө өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшә, иң оло етәксе вазифаларын яулай, шул саҡта үҙҙәре өҫтөндә берҙән-бер хужаһы – кеше барлығын аңлағандар. Тулыһынса үҙаллы булыу өсөн хужаларының ҡамасаулауын күреп, уларҙан ҡотола, үлтерә башлағандар. Шул сәбәпле Урҙа кешеләр менән роботтар араһында һуғыш башлана. Әлегә кешеләр планетаның яртыһын тотоп тора. Ләкин был күпкә бармаҫ кеүек. Шуныһы бар, роботтар үҙҙәренә оҡшаған роботтар тыуҙыра алмай. Бына нимәһе менән айырыла улар ысын кешенән. Әммә кешегә оҡшаған роботтарҙы эшләй алалар. Роботтар үҙҙәре эшләгән роботтарҙың мейеһенә, программаһына лидерлыҡ сифаты ғына түгел, ә кешеләрҙе күрә алмау, уларҙы үлтерергә теләү тойғоһон да һала. Ул бик көслө хис, унан ҡотолоу мөмкин түгел... Түгелдер...

– Һеҙҙә лә бармы ул тойғо? – Батыр ҡурҡҡан тауыш менән һораны.

– Мин дә бит роботтар эшләгән партиянан. Миндә лә бар ... – тине лә Камила Федоровна ғәйепле тауыш менән, тынып ҡалды.

Батыр ышанырға теләмәне. Уның ҡото осто. Улай булырға тейеш түгел! Түгел!

Ул бит ҡатынды ярата, киләсәк тормошон унһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Һәм шул ҡатын...

Егеттең уйҙарын Камила Федоровна һиҙенде.

– Батыр, бына мин һине бик ныҡ яратам. Көслө яратам. Хатта ҡосаҡлаған, үпкән саҡта һөйөүемә түҙә алмай, шул тиклем һине... үлтергем килә. Был тойғо ла ошо программа арҡаһында тыуа.

Батыр шаҡ ҡатты, ни әйтергә белмәй ҡатынға ҡарап ҡатып ҡалды.

– Ә унан... ҡотолоп булмаймы? – тип һораны ниһайәт.

– Белмәйем.

– Былай булғас, хәҙер ни эшләйбеҙ? – Батыр Камила Федоровнаның күҙҙәренә ҡарап, унда һорауына яуап табырға теләне.

– Бына һин дә минең йөрәгемә үҙеңә ҡарата һөйөү тойғоһо һалдың, – тине Камила Федоровна. – Мин дә унан ҡотола алмайым, ҡотолорға ла теләмәйем. Миңә ни эшләргә?

Камила Федоровна ни тиергә белмәйенсә бер аҙ уйланып ултырҙы ла, егеттең һорауын ишетмәгәндәй, үҙ фекерен дауам итте.

– Аҡылым менән аңлайым: кешеләр изге ниәт менән роботтарҙы уйлап сығарған, эшләгән, ә беҙ... Бына минең аҡылым әйтә – “кешеләр һәйбәт”, ә эске бер тойғо уларҙы буйһондорорға, үлтерергә ҡуша. – Ҡатын ошо хәлдән ҡотолорға ярҙам һорағандай, егеткә ҡарап тынып ҡалды.

Был яуап биргеһеҙ ауыр һорауҙарҙан ҡотолорға теләп, Батыр һөйләшеүҙе икенсегә борҙо:

– Осҡосоғоҙ янында кешене көслө ҡурҡыу тойғоһо солғап ала тиһегеҙ, ә үҙегеҙ унда нисек барып йөрөйһөгөҙ һуң?

Ҡатын егеткә, шуны ла аңламайһыңмы ни, тигәндәй ҡарап алды.

– Беҙгә бит уның тәьҫир көсө юҡ. Әмиләләр әйтмешләй, беҙ бит... кеше түгел.

– Камила Федоровна, улай тимә! – Батыр ырғып тороп ҡатынды үҙенә ҡыҫты.

– Һин – кеше! Кеше!

– Эйе, мин кеше... кеүекмен, тик йөрәгем генә кардиостимулятор ярҙамында

ғына эшләй, – тине ҡатын бойоҡ тауыш менән. – Ысын кешенеке Аллаһ Тәғәләнең энергияһы ҡөҙрәте менән тибә.

 

Дауамы бар. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: