Лиуар менән Әмилә Батырға текәлде.
– Ишеткәнем бар, әлбиттә, – Батыр быларҙың ниңә был хаҡта һүҙ башлауын аңламаны. – Беҙҙә һуңғы осор был хаҡта күп яҙалар.
– Ә Урҙа инде мең йыл шуны яһау, үҫтереү менән шөғөлләнгәндәр, – тип һөйләй башланы Лиуар. – Тәүҙә төрлө машиналарға, механизмдарға аҡылды самалап ҡына биргәндәр. Торараҡ роботтарға көслөрәк аҡыл ҡуя башлағандар.
Уларҙың аң кимәлен кешенең кимәленә еткергәс, һеңдерелгән программа буйынса ғына хәрәкәт итмәһен өсөн, төрлө ауыр хәлдән нисек сығырға, ҡотолорға үҙе юл тапһын өсөн мейеләренә тәбиғи нейрондар индерелгән. Шунан тәнен дә органик матдәләр ярҙамында тулыһынса кешенекенә оҡшатыуға өлгәшәләр.
Хәҙер Урҙағы яһалма интеллекттар, йәки роботтар кешенән айырылғыһыҙ.
– Бер айырма бар, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Әмилә. – Улар бөтәһе лә бик сибәр, егеттәре лә, ҡыҙҙары ла.
– Эйе, – тине Лиуар. – Әгәр белмәһәң, һис тә уларҙы кеше түгел, ә робот, тип уйламаҫһың, хатта аңғармаҫтан ғашиҡ булырға мөмкин.
Батыр быларҙы аптырап тыңлап ултырҙы. Беренсенән, хәбәрҙәре иҫең китерлек, ышанырлыҡ түгел, икенсенән, ниңә һөйләйҙәр уны Батырға?
Лиуар һүҙен ары нисек дауам итергә белмәгәндәй туҡтап ҡалды. Тынлыҡты Әмилә боҙҙо.
– Беҙ ана шул интеллектлы роботтар арҡаһында килдек тә инде, – тине ҡыҙ. – Аҡыллы роботтар арҡаһында.
– Яһалма аҡыллы роботтар кеше кеүек аңлы, белемле, тибеҙ. – Һөйләшеүҙе Лиуар дауам итте. – Күп урында улар кешенән дә аҡыллыраҡ. Уларҙың мейеһе компьютер кеүек эшләнгән. Мәҫәлән, аҡыллы роботтар 5-6 урынлы һандарҙы бербереһенә “һә” тигәнсә ҡабатлай ала, миллионлаған мәғлүмәтте хәтерләй. Улар ҡалын-ҡалын китаптарҙы һүҙмә-һүҙ яттан һөйләй. Мәҫәлән, һеҙҙә Дейл Карнегиҙың нисек кешеләр менән дөрөҫ аралашырға, шулай итеп уңышҡа өйрәтеүсе китабы бар. Ябай кеше уны уҡый, ләкин күп урынын онота. Ә роботтар бер уҡый ҙа, һис бер урынын хәтеренән сығармай, шуға бик тиҙ уңышҡа өлгәшә, анһат ҡына карьера яһай. Аҡыллы роботтарҙы күпләп сығара башлағас, бөтәһе лә уларҙы һатып ала башланы. Сөнки улар өйҙә, хужалыҡта алмаштырғыһыҙ ярҙамсы, хеҙмәтсе – бөтәһен дә әйтеп торғанды көтмәйенсә, үҙҙәре белеп, кәрәккәнсә еренә еткереп эшләп ҡуя. Уларҙы сәнәғәттә, предприятиеларҙа күпләп файҙалана башланылар. Сөнки ябай кеше төрлө сәбәптәр арҡаһында бурысын күп осраҡта үтәй алмай, йә ауырып китә, йә онота, йә икенсе сәбәбе табыла. Роботтар бер ҡасан да ауырымай, эштән ҡасмай, ҡуйылған маҡсатҡа бөтә көсөн һалып ынтыла һәм ваҡытында үтәп ҡуя. Ҡыҫҡаһы, улар бөтә ерҙә кешеләрҙе алмаштыра башланы. Бер аҙҙан аҡыллы роботтар кешеләрҙе кәрәкмәгән йән эйәләре итеп күрҙе һәм берләшеп (был ваҡытҡа улар илдә лә, ҡалаларҙа ла, төрлө предприятиеларҙа ла иң юғары вазифаларҙы яулап алған ине) кешеләрҙе юҡ итә башланылар.
– Нисек юҡ итә? – Батыр аңламаны.
– Нисек... Үлтерҙеләр. – Лиуар ҡоро ғына яуап бирҙе.
– Үлтерҙеләр?.. – Был һүҙҙәргә Батыр хайран ҡалды. Ул ҡурҡыныс әкиәт тыңлаған кеүек ине. Ысынмы икән? Юҡ хәбәр, тиер ине, Әмилә лә шул уйҙа икәне күренеп тора. Ә ҡыҙҙы Батыр яҡшы белә. Ул буш һүҙ һөйләмәҫ.
– Бына шулай беҙҙә кешеләр менән роботтар араһында һуғыш башланды, аҡыллы машиналар Ур планетаһының яртыһын баҫып алды ла инде, бик күп заводтар, фабрикалар уларҙың ҡулында.
– Ниндәй аҡыллы машиналар? – Батыр төшөнөп етмәне.
– Шул яһалма интеллекттар – роботтар, – тип һүҙгә ҡушылды Әмилә. – Улар бит кеше түгел, машина, механизм.
– Хәҙер улар үҙҙәре кеүек роботтарҙы сығара башланылар, кеше кеүек тыуҙыра алмайҙар, ундай функциялары юҡ, әммә яһауға оҫталар... Иң ҡурҡынысы – Урҙы тулыһынса баҫып алыу менән генә туҡтарға уйламайҙар, башҡа планеталарҙы үҙ ҡулдарына төшөрмәкселәр. Беҙҙән алыҫ булмаған ике планетаны баҫып алдылар инде. Бына хәҙер һеҙҙең Ергә лә шул ҡурҡыныс янай. Беҙ бар көсөбөҙҙө һалып уларҙың был ниәттәренә юл ҡуймаҫҡа, туҡтатырға тырышабыҙ. Теге ике планетаны яулауҙарын һиҙмәйерәк ҡалдыҡ. Ә бына Ерҙе һаҡларға ине, ниәтебеҙ шул.
– Нисек? – Батыр түҙемһеҙләнеп бер Әмиләгә, бер Лиуарға ҡараны. Ул Ергә янаған афәтте тулыһынса аңламаһа ла, күңелендә шом барлыҡҡа килде. Әгәр бындай аҡыллы машиналар планетаны баҫып алһа, ни булырын күҙ алдына килтерергә тырышты.
– Кешеләр берәй илде баҫып алырға ниәтләһә, һуғыш башлағандар. Ә роботтар аҡыллыраҡ, хәйләкәрерәк эшләйҙәр. Улар әлегә Ергә ун робот ебәрҙе. Һуңғараҡ тағы ла күпләп оҙатмаҡсылар. Уларҙың маҡсаты – Ерҙә әкренләп төп завод-фабрикаларҙа, ҡалаларҙа етәкселекте үҙ ҡулдарына алыу! Шулай итеп унда эшләгән бар кешеләрҙе үҙҙәренә буйһондорорға, кәрәкмәгәндәрен юҡ итергә йыйыналар.
– Ә элекке етәкселәрҙе ҡайҙа итәләр? – Батыр былар һөйләгәнде бер нисек тә күҙ алдына килтерә алманы. Ерҙә төп етәкселәрҙе тәғәйенләү, һайлау системаһы бик ҡатмарлы, төрлө урында төрлөсә, үҙенсәлекле, бер нисә баҫҡыстан тора.
Ситтән килгән кешеләргә, бигерәк тә йәнле механизмдарға уға өлгәшеүе мөмкин түгел кеүек. Нисек өлгәшергә уйлайҙар улар үҙ маҡсаттарына?
– Етәксегә яҡынайып алалар, ышанысҡа тулыһынса инәләр. – Лиуар анһат ҡына аңлатты. – Карьера яһауҙың төрлө ысулы бар. Дейл Карнегиҙың китабында ул бик ентекләп аңлатылған. Ур планетаһында шундай әсбаптар бик күп. Роботтар ундай китаптарҙың һәр береһен бик яҡшы үҙләштергән, шуны оҫта файҙаланалар.
Етәксе һаман ҡаршылашһа, үлтерәләр.
– Үлтерәләр?! – Батыр шаҡ ҡатты. Шулай булыуы мөмкинме? Бындай нәмәләр тураһында бер ҡасан уйламаған егет ошоларҙы ишетеүҙән тетрәнде. Үҙен фантастик кино ҡараған һымаҡ йәки шундай китап уҡып ултырған кеүек тойҙо.
– Шунан? Ни эшләтергә итәһегеҙ уларҙы? Һеҙ әйткән роботтарҙы? – тип һораны ишеткәндәренән шаңҡып ҡалған Батыр. – Үлтерәһегеҙме?
Әмилә Батырҙың кисерештәрен һиҙенде, егетте тынысландырыу өсөн беләгенә тейеп алды.
– Һин... ҡайғырма. Улар бит кешеләр түгел – ябай механизм. Машина.
Лиуарҙы Батырҙың хәле борсомай ине шикелле, ул тыныс ҡына шулай тине лә һүҙен дауам итте.
– Беҙҙә уларҙың исемлеге, фотолары бар. Яҡынса ҡайҙа йөрөүҙәре лә билдәле. Өсәүһен табып юҡ иттек инде. Уларҙың берәүһе һеҙҙең комбинатҡа урынлашҡан. Һин беләһең уны.
Был яңылыҡты ишеткәс, Батыр тулҡынлана башланы, бик ҡурҡыныс, хәүефле күренеш менән осрашырға йыйынғандағы кеүек, йөрәге дөпөлдәп тибергә тотондо.
Ә Лиуар, бер ни булмағандай, кеҫәһенән бер нисә фото сығарҙы ла, берәүһен өҫтәлгә, Батыр алдына һалды.
Батыр рәсемде ҡулына алырға ынтылған ерҙән биҙгәк тотҡан кеүек ҡатып ҡалды. Алға һуҙылған ҡулы, фотоны алыуҙан ҡурҡҡандай, һауала эленеп туҡтаны.
Егеттең алдында Камила Федоровна Иҫәнбаеваның фотоһы ята ине. Батырҙың йөҙө ап-аҡ булды.
Ниҙер һиҙенеп, Әмилә менән Лиуар ҡурҡҡан күҙҙәрен Батырға төбәне.
– Ни булды? – тип һорай һалды Әмилә.
Әле генә ишеткән хәбәрҙәр, алдында ятҡан фотоға ҡушылып, Батырҙың күңелендә буран, юҡ, дауыл(!), шторм(!) тыуҙырҙы. Уларға килеп егеттең ул йәш ҡатынды оҡшатыуы, хатта ярата башлауы өҫтәлде. Ә инде Әмиләне күптән уйлап йөрөүен, онота алмауын, бөгөн көтмәгәндә уның пәйҙә булыуын иҫләгәс, егеттең башы әйләнеп китте, сикә тамырҙары һулҡылдап, ауыртып тибергә тотондо.
Юҡ! Юҡ!!! Камила Федоровна роботмы?! Лиуар менән Әмилә әйтмешләй, кеше түгел, ә ябай механизммы?! Булыуы мөмкин түгел! Юҡ!
Батыр, ултырып сыҙамай, урынынан тороп китте, ҡайҙа баҫҡанын белмәй ишеккә ыңғайланы.
Әмилә менән Лиуар аптырап ҡалды, ни тиергә белмәй бер-береһенә ҡарашты.
– Батыр! – тип ҡысҡыра һалды Әмилә.
Батыр туҡтаны, ҡыҙ менән егеткә, былар кемдәр әле, тигәндәй аптырап ҡарап торҙо ла кире урынына килеп ултырҙы. Алдында ятҡан фотонан ҡурҡҡандай, ситкә, Лиуарға табан этеп ҡуйҙы.
Әле булған хәлде аңларға, уның айышына төшөнөргә теләгәндәй, бер аҙ өндәшмәй ултырҙылар.
– Батыр! – Әмилә Батырҙы уятырға теләгәндәй, егеттең өҫтәлдә ятҡан беләген һелкетеп алды һәм һорауын ҡабатланы. – Һин был ҡатынды беләһеңме?
– Беләм. – Егеттең тауышы ғыжылдап сыҡты. Батыр тамағына килеп торған төйөрҙө йотоп ебәрҙе лә, асығыраҡ итеп ҡабатланы. – Беләм...
Ары ни тураһында һөйләшергә төшөнмәгәндәй, тынып ҡалдылар. Батыр һаман да, бында ишеткәндәренә ышанырға теләмәй, үҙен ары нисек тоторға белмәй ултыра, ә Әмилә менән Лиуар яңылыҡтарының Батырға шул тиклем көслө тәьҫир итеүен, шаңҡыта һуғыуын күреп, һүҙҙәрен ҡайһылайыраҡ дауам итергә аңламайыраҡ ҡаушап ҡалды.
Бер аҙҙан үҙен ҡулға алған Батыр беренсе булып һүҙ башланы.
– Һеҙ... – Батыр ҡаршыһында ултырған ҡыҙ менән егеткә алмашлап ҡарап алды. – Һеҙ Ергә... ни өсөн килдек, тинегеҙ әле?
Был һорауға һин яуап бир, тигәндәй, Әмилә Лиуарға ҡараны.
– Беҙ... яһалма интеллектлы роботтарҙы юҡ итергә килдек, – тине Лиуар. – Сөнки улар Ер кешеләрен...
Батыр Лиуарҙы бүлдерҙе.
– Нисек юҡ итергә? – Егет уҫал ҡарашын Лиуарға төбәне. – Үлтерергәме?
– Эйе, – Лиуар ҡот осҡос һүҙҙәрен тыныс ҡына әйтте.
Батыр ышаныу түгел, уйларға ла ҡурҡҡан һорауын бирҙе:
– Камила Федоровнанымы?
– Әлбиттә. Сөнки ул кеше түгел, ә робот. Робот! – Лиуар, әйткәне Батырҙың аңына барып етһен өсөн, көслөрәк тауыш менән ҡабатланы. – Ул – Ерҙе баҫып алырға йыйыныусы роботтарҙың береһе. Кешелекте тулыһынса үҙҙәре кеүек роботтар менән алмаштырғас, әҙәм балаларының кәрәге ҡалмай. Уларҙы ҡырасаҡтар!
– Мин Камила Федоровнаны яҡшы беләм. Ул робот түгел! – тине Батыр уҫал тауыш менән. – Мин ышанмайым!.. Әмилә!.. Һеҙ яңылышаһығыҙ!
– Батыр! – һүҙгә Әмилә ҡушылды. – Урҙа беҙгә ҡат-ҡат тикшерелгән исемлек бирҙеләр! Ул исемлеккә юҡтан эләкмәйҙәр! Беҙ ҙә бында ҡапыл юҡ итмәйбеҙ бит уларҙы. Тәүҙә тест үткәрәбеҙ. Ул тесҡа ысын кеше менән робот төрлөсә яуап бирә. Сөнки роботтарҙың эмоцияһы юҡ. Улар фәҡәт аҡыл менән эш итә. Бында кемдең нимә тиеүе мөһим түгел, башына, йөрәгенә, ҡан тамырҙарына, бит тиреһенә ҡуйылған датчиктар бөтәһен дә теркәп бара, һәр һорауға нисек үҙгәрә ҡан тамырҙары, йөрәк, мейе һәм башҡа органдары.
Әмиләне Лиуар бүлде:
– Батыр, һин Камила Федоровнаны яҡшы беләһеңме?
– Ул һеҙгә нимәгә кәрәк? Камила Федоровна робот түгел! Ул кеше! Минең иманым камил! Мин һеҙгә ҡәтғи әйтәм: роботтарҙы юҡ итеүгә ҡаршымын. Роботтарҙың да йәшәргә хаҡы бар!
– Әгәр планетаны баҫып алырға, шундағы кешеләрҙе бөтөрөргә йыйынмаһалар, йәшәһендәр. Тик улай түгел шул! – Лиуарҙың үҙ-үҙенә ныҡ ышаныуы һиҙелә. – Аңла, Батыр! Ергә, кешелеккә ҙур ҡурҡыныс, ҡара афәт янай! Беҙ һеҙҙе оло бәләнән ҡотҡарырға килдек. Был роботтар ҙур вазифалар яулағас, тиҙҙән йөҙәрләгән роботтар киләсәк. Улар һеҙҙе ҡыра башлаясаҡ. Һин шуны теләйһеңме?
Батыр башын эйгән хәлдә бер аҙға тынып ҡалды. Шунан ҡарашын Лиуарға күтәрҙе.
– Камила Федоровна менән таныш булыуымды ниңә һорағайның?
– Әгәр таныш булһаң, уның кешеме, роботмы икәнлеген тикшереүҙең бер нисә ысулы бар. Аҙаҡ беҙ медицина тикшереүе тип уға үҙебеҙ тулыһынса тест үткәрәсәкбеҙ, робот икәнлеген раҫлау өсөн. Һин Камила Федоровнаға тест үткәрергә ярҙам ит. Сит кеше тота һалып ундай тикшереү үткәрә башлаһа, шикләнеүе, ҡаршы төшөүе бар. Әлегә иң ябайын һин үҙең үткәрә алаһың. – Лиуар Батырға һораулы ҡараны. – Һин ризамы уны тикшерергә?
– Мин уның менән таныш, тик мин уға ундай һорау бирмәйем. Мин былай ҙа беләм уның кеше икәнлеген! – Батыр Лиуарға уҫал итеп ҡараны.
– Ә беҙ беләбеҙ уның робот булыуын! – тине лә Лиуар тыныс тауыш менән, һүҙен дауам итте. – Һин борсолма, улар ябай ғына һорауҙар. Мәҫәлән, береһе: һин, йәнәһе, кисә күргән кино, йәки уҡыған китабың тураһында Камила Федоровнаға һөйләйһең. Шунда өс герой кеше йәшәмәгән утрауға эләгә. Ашарға бер ни юҡ. Улар аслыҡтан интеккәс, йәрәбә һалып бер-береһен ашарға булалар. Икенсе һорау: һеҙҙең телевидениела шоу бара, һин күргәнһеңдер, шунда ҡатнашҡан, асыҡҡан йырсыларға, башҡа әртистәргә төрлө бөжәктәрҙе, тараҡан-ҡандалаларҙы ашарға бирәләр. Һин бөжәктәрҙе ашар инеңме, тигән һорауға кешеләрҙең һәм роботтарҙың яуабы бер-береһенән ныҡ айырыла. Беҙ роботтарҙың яуабының үҙенсәлеген күрһәтербеҙ. Әгәр был яуаптар һине ышандырмаһа, икенсе төрлө тикшерергә була. Беҙҙең белеүебеҙсә, ул роботтар Ергә ярты йыл элек килде. Хәҙер Камила Федоровна комбинат директоры урынбаҫары булып эшләй, шулаймы?
– Эйе, – тине ҡаушап ҡалған Батыр. Ул һаман да Лиуар һөйләгәндәргә ышанырға теләмәй, әкиәткә, юҡ нәмәгә һанай. Әммә күңелен шом баҫып алды, былар ысын булһа, нисек була, тигән ҡурҡыу ялманы. Ни тиһәң дә, Камила Федоровна егеткә ныҡ оҡшай. Ул хатта ғашиҡ булды, тиергә була. Ә бөгөн ун йыл күренмәгән, көтмәгәндә килеп сыҡҡан Әмилә уның күңелен болғатып ебәрҙе, яфаға һалды, ни тиһәң дә, уның образын күптән үҙ йөрәгендә йөрөтә бит ул!
5
Батырҙың шаңҡып, бөтөнләй шымып ҡалыуын күргәс, Әмилә менән Лиуар егетте әлегә тыныс ҡалдырып тороу яҡшыраҡ булыр, тип оҙаҡҡа һуҙмай хушлаштылар.
Батыр ишеткән иҫ киткес хәбәрҙәрҙән һуң оҙаҡ айный алмай йөрөнө. Ысынмы улар, юҡмы? Бер ҡараһаң, уларҙы уйҙырма, әкиәт тиергә була. Улай тиһәң, Әмилә менән Лиуар ошо юҡ хәбәрҙе һөйләү өсөн килмәгәндәр бит йыһандың икенсе осондағы алыҫ Урҙан? Әммә ишеткәндәре аҡылға һыйҙырыр нәмә түгел бит.
Икенсенән, әгәр уларға ышанһаң, Батырға хәҙер ни эшләргә? Үҙен Камила Федоровна янында нисек тоторға?
Әмиләләр менән хушлашҡандан һуң ике көн эсендә Батыр ошо ауыр уйҙарҙан бер нисек тә арына алманы. Шуға ҡатынға шылтыратманы ла, күреү өсөн кабинетына ла барманы. Уға уй-тойғоларын тәртипкә килтерергә кәрәк! Әмилә лә шымып ҡалды, улар үҙ эштәре менән мәшғүлдер, бар роботтарҙы табып бөтмәнек тиҙәр ине, шуларҙы эҙләйҙәрҙер. Әмиләләр һуңғы осрашыуҙа, Камила Федоровнаның кешеме, түгелме икәнлеген асыҡлай башлау өсөн, тәүҙә теге ике һорауҙы ҡатынға бирергә ҡуштылар. Егеттең үҙенә лә быны асыҡлау бик мөһим. Сөнки ҡатындың робот икәнлегенә ул ышанмай. Ер кешеләрен буйһондорорға, кәрәкмәгәндәрен ҡырырға килеүен ысынға алырға теләмәй! Аҙаҡ медицина тикшереүе үткәреүгә һылтанып, тулы тест ярҙамында был һорауға дөрөҫ яуапты белерҙәр. Әлегә эште ана шул тәүге һорауҙарҙан башларға кәрәк һәм уны Батыр башҡарырға тейеш.
Әгәр Камила Федоровна менән осрашһа, күңелен баҫып алған тойғоларҙан ҡотолоп, үҙен элеккесә алсаҡ, шаян тота алырмы?
Ике көн икеләнеп, өҙгөләнеп йөрөгәндән һуң, егет түҙмәне, ҡатынды күргеһе килеү теләгенә буйһоноп, бар ихтыяр көсө менән эске тойғоларын йәшереп, төш мәлендә Камила Федоровнаға шылтыратты.
– Ҡайҙа юғалдың һин? – тип һораны шунда уҡ ҡатын шелтәле тауыш менән. – Һин булмағас, ике көн ас йөрөйөм, – тип шаяртты унан.
– Мин дә асмын бит, – тип көлдө Батыр. – Хәҙер үк ресторанға барып туйғансы ашап алайыҡ!
– Әйҙә.
Ресторанға Камила Федоровна сәскә тотоп килеп инде, иң алда егетте 23 йәш тулыу менән ҡотланы. Батыр быны һуңғы осор булған ваҡиғалар арҡаһында бөтөнләй онотҡан. Шунан ошо көндәрҙе нисек үткәреүҙәре хаҡында һөйләшеп ултырҙылар. Бер-ике мәсьәләне асыҡланылар. Батыр туҡтауһыҙ, теге ике һорауҙы ҡатынға нисек итеп бирергә, тип яфаланды. Һис тә уңайы килеп сыҡмай һымаҡ ине. Ҡатындың һәр хәрәкәтен, эмоцияһын күҙәтте, уларҙа кешегә хас булмаған һыҙаттар эҙләне, әммә тапманы. Ҡатын бөтә нәмәгә һәр йән эйәһе кеүек баһа бирә бит!
Ниһайәт, яйын табып, йәнәһе, бынан бер нисә ай элек күргән киноһын хәтерләне, шунан бер күренеште һөйләне.
– Шул фильмда бер эпизод аптыратты мине, – тине Батыр алдашыуын һиҙҙермәҫ өсөн мөмкин тиклем тыныс ҡиәфәттә. – Өс егет бер кем йәшәмәгән утрауға эләгәләр, ашарға бер ризыҡтары ла юҡ. Бер мәл аслыҡтан үлер хәлгә еткәс, йәрәбә буйынса береһен үлтерергә тигән ҡарарға киләләр, һәм шул көндө үк уны ашайҙар.
– Нимә, ул утрауҙа емеш, йәшелсә, үләндәр үҫмәгәнме ни? – тип һораны Камила Федоровна ҡыҙыҡһынған тауыш менән.
Батыр быны көтмәгәйне. Лиуар әйтеүенсә, ысын кеше, бигерәк тә ҡатындар, ошо урында: “Юҡ! Юҡ! Кәрәкмәй! Әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмәләр һөйләйһең! Етәр!” – тигән кеүек һүҙҙәр менән егетте туҡтатырға тейеш икән. Ә роботтар бер тойғоһон һиҙҙермәй, һис ниндәй хискә бирелмәй, тыныс ҡала, имеш. Камила Федоровна нисек булды, Батыр аңламаны. Ул ашығып ҡатындың һорауына яуап эҙләне, ниһайәт, ышандырырлығын тапты шикелле.
– Ул утрауҙа сүллек, бер ни үҫмәй, – Батыр сетерекле хәлдән анһат ҡотолоуона ҡыуанып, еңел һулап ҡуйҙы.
– Шундай хәлгә эләкһәң, үҙең ни эшләр инең? – тип һораны ҡатын көтмәгәндә.
Егет ҡатын ниндәй хәлдә булыуын аңларға теләп ултыра ине, шуға ни әйтергә белмәй ҡаушап ҡалды. Әкренләп һүҙ икенсе темаларға күсеп китте. Беренсе һорау менән Батыр бер ни ҙә асыҡлай алмауы арҡаһында яйын килтереп, шоу мәлендә йырсыларҙың бөжәк, тараҡан, үрмәкселәрҙе ашауы тураһында һөйләне.
– Улар бөтәһе лә органик матдә инде, – тине лә ҡатын аптыраған ҡарашын Батырға төбәне. – Туҡта, ниңә һөйләйһең әле һин миңә быларҙы?
– Ҡыҙыҡ бит, – тигән булды егет, ни тип әйтергә белмәй.
– Һис тә ҡыҙыҡ түгел, – ҡатын етдиләнде. – Бөгөн әллә ниндәйһең. Һине ниҙер борсой шикелле. Шулаймы?
– Эйе, шулай, – тине Батыр, бер аҙ тынып ултырғас.
– Нимә, әйт. Бәлки, ярҙам итә алырмын. – Ҡатын йәлләгән ҡиәфәттә егеттең күҙҙәренә ҡараны.
– Һеҙҙең турала бер ни белмәйем, шуға ҡыйын миңә.
– Шул ғынамы? – тип көлдө Камила Федоровна. – Нимә ҡыҙыҡһындыра һине? Кейәүҙә булманым, миңә 25 йәш. Һинең өсөн ҡарт ҡыҙ инде. Тағы нимә?
– Тағы? Һеҙ ниндәй милләттән ул?
– Минең әсәйем башҡорт, атайым рус милләтенән. Миндә башҡа милләт ҡандары ла бар. Мин тыуғанмын... Уныһын да белгең киләме?
– Эйе.
– Иваново ҡалаһында тыуҙым, Мәскәүҙә уҡыным, йүнәлеш буйынса Өфөгә килдем. Унан Сибайға ебәрҙеләр. Туҡта! Ә ниңә һин минең хаҡта быларҙы белешәһең әле?
– Сөнки... һеҙ миңә бик ныҡ оҡшайһығыҙ.
– Рәхмәт. Улайһа, үҙең тураһында ла һөйлә инде. Һин дә бит миңә ныҡ оҡшайһың.
– Рәхмәт. Мин ни... Сибайҙа тыуып үҫтем, Магнитогорск институтын тамам ланым, йүнәлеш буйынса үҙ ҡалама ҡайттым. Атай-әсәйем юҡ инде. Бына шул.
Төшкө ял ваҡыты аҙағына еткәйне. Кис осрашырға һөйләшеп, эш урынына йүнәлделәр. Батыр Камила Федоровна хаҡында белешкәндәре хаҡында бүлешер өсөн Әмиләгә шылтыратты. Ҡатындың яуаптары буйынса, уны кеше түгел, ә уйҙырма интеллект тип әйтерлек бер нәмә лә тапманы Батыр. Ур ҡунаҡтарына ла шуны аңлатырға кәрәк. Был бер булһа, егет һаман да Әмиләне күңелендә йөрөтә бит. Хәҙер унда Камила Федоровна ла инеп ҡунаҡланы. Инде ни эшләргә тейеш Батыр? Шуныһы асыҡ, бындай хәлдә оҙаҡ йәшәү мөмкин түгел, икеһенең береһен һайларға бурыслы егет. Кемеһен? Батыр белмәй, шуны ғына аңлай: Әмилә менән Лиуарҙың һөйләгәндәренең бер һүҙенә лә ышанмай ул, иң мөһиме – ҡатындың робот булып сығыуын теләмәй, унан ҡурҡа, шул шик егеттең күңеленә ҡаҙалды ла, уны ныҡ ауырттыра, туҡтауһыҙ һыҙлата. Шуға эштең аҙағын көтөргә түҙеме етмәй, бигерәк тә Камила Федоровна менән осрашырға һөйләшкәс, ашығыс эштәрен тиҙ генә осланы ла, Әмиләгә шылтыратты.
– Йә, Иҫәнбаева менән осраштыңмы? – тип һораны Әмилә шунда уҡ. – Теге һорауҙарҙы бирҙеңме?
– Осраштым, – тине Батыр бойоҡ тауыш менән. – Бирҙем.
– Йә, нимә тине?
– Әйҙә, осрашайыҡ. Шунда һөйләрмен. Тик һин бер үҙең кил.
– Ниңә? Әгәр Иҫәнбаева хаҡында һөйләшһәк, Лиуарһыҙ...
– Юҡ! – Батыр ҡыҙҙы ҡырҡа бүлде. – Лиуар янында мин асыҡтан-асыҡ һөйләшә алмайым! Ғөмүмән, икәүҙән-икәү осраша алабыҙмы беҙ, юҡмы?
– Алабыҙ, әлбиттә. – Тауышынан ҡыҙҙың ҡаушап ҡалғаны һиҙелде.
– Улайһа, ярты сәғәттән куранттар янында көтәм һине.
– Һин ниңәлер уҫалһың бөгөн, – тине Әмилә осрашҡас та, Батырҙың күҙҙәренә тура ҡарап. – Ни булды?
– Булманы. Мин аңламайым, был Лиуарҙы ниңә эйәртеп алғанһыңдыр.
– Беҙ бит аңлаттыҡ һиңә.
– Мин ышанмайым һеҙҙең был әкиәтегеҙгә! Тере кешене нисек робот тип әйтергә мөмкин?
– Һин уға беҙ әйткән һорауҙарҙы бирҙеңме?
– Бирҙем. Шунан?
– Уның яуаптарына анализ яһау өсөн бында Лиуар кәрәк ине. – Әмилә уйланып торҙо. – Аңламайым, уны ниңә яратмайһыңдыр... Шулай ҙа миңә һөйлә әле, ни тип яуап бирҙе икән? Бигерәк тә уның эмоциялары тураһында онотма. Йә?
Батыр Камила Федоровнаның һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй Әмиләгә еткерҙе лә:
– Шунан? – ҡыҙға текәлеп тынып ҡалды.
– Юҡ! – тине Әмилә күнелһеҙләнеп. – Бында Лиуар кәрәк. Мин уның яуаптарына баһа бирә алмайым. Беләһеңме, нимә? Иртәгә өсәүләп осрашабыҙ. Шунда күп нәмә асыҡланыр. Әлегә хуш. Беҙҙең Лиуар менән эшебеҙ бар.
Әмиләнең һүҙҙәре Батырҙың йөрәгенә көнләшеү уғы булып ҡаҙалды. Ниндәй бөтмәҫ эш ул? Һаман шул компьютер-кешеләрҙе эҙләйҙәрме? Нимәгә кәрәк ул юҡ нәмә!
Батырҙың Әмилә менән һөйләшеп йөрөгөһө килһә лә, уны туҡтатып торманы.
Сөнки уны алда Камила Федоровна менән осрашыу көтә. Ул сәғәтенә ҡараны ла, эшенә ашыҡты. Камила Федоровна менән Батыр киске етелә, ғәҙәттәгесә, үҙҙәренең яратҡан ресторандарында осрашты.
Һәр ваҡыттағыса, Батыр алданыраҡ килде. Ул Камила Федоровнаның ни яратҡанын белә, шуға ашарға заказ бирҙе лә, ҡулына алып килгән гәзитте алды. Ләкин уны уҡырға өлгөрмәне, ишектә ҡатын күренде. Ул был юлы ғәҙәттәгесә шат йылмайып килеп инмәне. Йөҙөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ борсолоу бар. Йылмайыуы ла һаран ғына.
Батыр ҡатынға ҡаршы барып еңелсә ҡосаҡлап алды ла, өҫтәлдәренә әйҙәне.
– Ни булды? – Батыр Камила Федоровнаның күҙҙәренә ҡарарға тырышты. – Һеҙҙең бөгөн кәйефегеҙ юҡ кеүек. Эштә берәй күңелһеҙ хәл килеп сыҡтымы?
– Булды инде, – тине Камила Федоровна өҫтәл артына килеп ултырғас. – Иң борсоғаны... Һин бая куранттар янында ниндәй ҡыҙ менән һөйләшеп тора инең?
Мин машинала үтеп барышлай күреп ҡалдым. Кем ул?
– Бер танышым, – тине Батыр.
Ул Әмилә тураһында һөйләргә теләмәй ине. Әммә ҡатын төпсөнә башланы.
– Мин уны ҡайҙалыр күргәндәй булам. Бик ихлас һөйләшә инегеҙ. Машина менән янығыҙҙан үткән арала ғына һин уны ике тапҡыр ҡосаҡлап алдың. Кем ул?
– Ҡосаҡлаһам да, дуҫтарса бит ул. Еңелсә. Дуҫ ҡыҙ ул.
– Оҡшамаған. Ентекләберәк һөйлә. Ҡайҙа эшләй, уҡыймы ул? Мин уны ҡайҙа күреүем мөмкин? Юғиһә, шул һорау күңелемде өйкәп тик тора.
Батыр уйланды. Әмилә үткәндә комбинат янында Камила Федоровнаға күренеүҙән ҡурҡа ине. Бер яҡтан ҡараһаң, икеһе лә Урҙан осоп килгән – Урҙа осрашыуҙары бик мөмкин. Икенсенән, миллионлаған халыҡ араһынан шул планетанан килгән бер-береһенә сит ике кеше нисек ошо Ерҙә тап булышһын инде.
Ғүмере булмаҫтай хәл бит. Шулай ҙа Батыр төрлөсә Әмиләнең ҡайҙан икәнлеген йәшереп маташты. Ләкин Камила Федоровна уның һәр алдашыуын тиҙ генә фашланы, уны мөйөшкә терәп ҡуйҙы. Аҙаҡтан Батыр, ҡулын һелтәп, ҡатынға дөрөҫөн әйтергә булды.
– Ярай инде, Һеҙҙән һәйбәт следователь сығыр ине, бер ни йәшереп булмай, – тип йылмайҙы егет. – Һәйбәт иҫбатлай беләһегеҙ. – Батыр тағы саҡ ҡына икеләнде.
– Мин әйткәйнем бит... Бик алыҫта күптән оҡшатҡан бер ҡыҙ бар, тип.
– Эйе! Шулмы? – ҡатындың бик ҡыҙыҡһыныуы ғына түгел, борсолоуы ла күренде.
– Шул.
– Нисә йыл күргәнем юҡ, ти инең әле?
– Ун йыл.
– Ун йыл?! – Камила Федоровнаның тауышында ҙур ғәжәпләнеү ҙә, ышанмау ҙа бар. – Шуның сама йылдан һуң!.. Һин бармағас, түҙгән-түҙгән дә килгән инде. Тимәк, ул һине ныҡ ярата!
– Мин нисек барайым уның янына? – Батыр аҡланырға теләгәндәй әйтеп ҡуйҙы.
– Ул бит килгән! Ә һин егет кеше булараҡ...
– Ул икенсе планетанан бит! – Батыр тулыһынса аҡланыу өсөн нисек шулай тип әйтеп ысҡындырғанын да һиҙмәне.
– Икенсе планетанан?! – Ҡатындың ҙур итеп асылған күҙҙәренән шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр ишеткәнлеге күренде. – Ҡайҙан?
– Бик алыҫта, ике парсек алыҫлыҡта Ур тигән планета бар. Шунан.
– Ур? – ҡатын тәҙрәгә ҡарап уйланып ултырҙы. – Шундай планета бармы?
– Эйе, ике парсек алыҫлыҡта. – Батыр ҡатынға Әмилә хаҡында серен сисеүе өсөн бер аҙ борсолһа, икенсе яҡтан, артабан алдашырға кәрәкмәйәсәген аңлап, еңеллек тойғоһо кисерҙе. Ул, иңенән ауыр йөктө алып ташлағандай, яурындарын һелкетеп ҡуйҙы.
Бер башлағас, Камила Федоровна ла бик ҡыҙыҡһынғас, егет ҡыҙҙы ҡайҙан белеүен, нисек танышыуҙарын, ун йыл элек улар кисергән мажараларының ҡайһы берҙәрен һөйләп бирҙе, Ур планетаһына барып ҡайтҡанын да йәшермәне. Ҡатын егетте ихлас тыңланы, ниңәлер йөҙө күңелһеҙләнгәндәй итте. Шунан үҙ алдына һөйләнгәндәй:
– Мин яңылышҡанмын тигәйнем, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Батыр аңламаны:
– Нимәлә?
Ҡатын аңлатып торманы.
– Ә, былай ғына. Тимәк, һеҙ ун йылдан һуң да осрашыу теләген юғалтмай осрашҡанһығыҙ, бер-берегеҙҙе яратаһығыҙ!
– Балаларса мөхәббәт инде, – тип аҡланырға теләне Батыр. – Ул саҡта беҙгә ун икешәр генә йәш ине бит.
– Мөхәббәттең балаларсаһы, ололарсаһы буламы икән? Мөхәббәт – мөхәббәт инде.
Быға Батыр ни тиергә лә белмәне. Икеһе лә тынып ҡалды. Егет үҙен ниңәлер ғәйепле кеүек хис итте. Шуға ни ҙә булһа әйтергә, аңлатырға, аҡланырға кәрәктер, тип ҡабаланып уйлана. Икенсе яҡтан, аҡланыу өсөн уның ниндәй ғәйебе бар әле?
Әмиләне һаман да онота алмауы өсөнмө? Онотмаған икән, онотмаған инде. Йөрәккә ҡушып булмай, тиҙәр бит. Бында ла шундай хәл. Камила Федоровнаны ҡапыл оҡшатыуын да аңлатырға була. Ул һис тә алдашып йөрөмәне. Бала саҡта ғына осрашып йөрөгән Әмиләне күрмәүенә ун йыл үтеп, уны тағы тап итеренә өмөтө өҙөлөргә торған мәлдә уның тормошона иҫ киткес һылыу ҡатын килеп инде бит. Һәм мөхәббәткә сарсаған, быҫҡып янған йөрәге ҡапыл дөрләп китте, был һылыуҡайға табан ашҡынды.
Был юлы оҙаҡ һөйләшеп ултырманы улар ресторанда. Камила Федоровнаның кәйефе төшкәнен күреп, Батыр ҙа күңелһеҙләнде. Быға үҙен ғәйепле һананы. Берике күңелле ваҡиға һөйләп ҡатындың кәйефен күтәрергә маташһа ла, Камила Федоровнаның ихлас көлмәүен күрҙе лә ни эшләргә белмәне.
Бер аҙҙан ҡатын:
– Башым ауырта. Ярай, ҡайтайыҡ, – тиеүенә ҡаршы бер һүҙ әйтмәне, тыңлаусан ғына урынынан торҙо.
6
Иртәгәһенә Батыр эшкә килеү менән телефоны шылтыраны. Был Әмилә ине.
– Батыр, һин эштәме? Беҙгә һине күрергә кәрәк. Ҡунаҡхана эргәһенә кил. Беҙ һине шунда көтәбеҙ.
– Кем ул һеҙ? – тип һораны Батыр ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән.
– Лиуар менән. Лиуар һине бик күрергә теләй.
– Ярай...
Лиуар менән Әмилә ҡунаҡхана янындағы эскәмйәлә ултыра. Батырҙы күргәс тә, икеһе лә урынынан торҙо.
– Ни булды? – тип һораны Батыр, килеп етеп, һаулыҡ һорашҡас та.
– Камила Федоровнаның һинең һорауҙарыңа нисек яуап биргәнен һөйлә әле, – тине Әмилә. – Лиуар уларҙы һинән ишетергә теләй. Бәлки, мин ҡайһы бер урындарын онотҡанмындыр. Тулы итеп һөйләргә тырыш.
Батыр, тағы шул балыҡ башы, тигәндәй, ҡыҙ менән егеткә ҡарап алды ла, ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән һөйләй башланы.
Әмилә:
– Уның эмоцияһын әйт, – тип, – Яуабын тулыһынса һөйләмәнең, – тип ҡыҫылып, Батырҙы төҙәткеләп торҙо.
Бына егет Камила Федоровна менән осрашыуы хаҡында һөйләп бөттө һәм һораулы ҡарашын Әмиләгә төбәне.
Ләкин һүҙҙе ҡыҙ түгел, ә Лиуар алды.
– Әлбиттә, ике һорау менән генә һығымта яһауы ауыр, – тине Лиуар, үҙ алдына һөйләнгән кеүек, уйсан ҡиәфәттә. – Шулай ҙа шик тыуҙырырлыҡ урындар бар. Иң мөһиме – ике һорау ҙа, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙа, ныҡ ытырғаныу, ерәнеү тойғолары тыуҙырырлыҡ ине. Һинең һөйләүеңсә, ҡатында ундай хистәр күренмәгән. Ул артыҡ тыныс төҫтә яуап биргән. Барыбер приборҙар ярҙамында үткәрергә кәрәк тесты. Приборҙар ҡан баҫымын, йөрәк тибешенең, мейеләге үҙгәрештәрҙе ныҡ һиҙә, ҡағыҙға төшөрә һәм йәшерен тойғоларҙы һандар менән күрһәтә. Унда яңылышыу мөмкин түгел.
Дауамы бар.