Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Май 2025, 21:40

МУСА

Мусаға саҡырыу ҡағыҙы килгәс, атаһы Ғайса тағы ла уйсанлана төштө. Былай ҙа өндәшмәҫ кеше бөтөнләй аҙ һүҙлегә әйләнде. Юҡ, үҙенә бикләнмәне ул, киреһенсә, улына яҡыныраҡ булырға тырышты. Атайҙарса кәңәштәр бирҙе.– Һин, улым, кем затынан икәнеңде онотма. Һин бында, Ташшишмәлә, Муса Ғайса улы, районға барһаң, ошо Ташшишмәнекеһең, ә инде Өфө тирәһенә етһәң, һинең исемдә беҙҙең район күҙаллана, унан ары – тотош Башҡортостан, аңланыңмы? – тине бер саҡ. – Бына китереңә бер нисә көн ҡалды, алыҫта-алыҫта булаһың. Унда иң беренсе – башҡортһоң. Һиңә ҡарап бар халҡыбыҙҙы баһалайҙар.– Аңланым, атай, – тип ризалашты Муса.

Хәйер, уныһын ул Өфөлә тимер юл техникумында уҡығанда уҡ аңлағайны инде. Ошонда ике йыл уҡып, аэроклубҡа йөрөгәндә үк белде. Ҡайһы бер уҡытыусылар, бигерәк тә инструктор Петров шулай ти торғайны. Байтаҡ ҡына шөғөлләнеп, осорға тәү тапҡыр рөхсәт алғас, һауаға күтәрелер алдынан былай тине:
– Һин, Муса, башҡорттарҙан иң беренселәрҙән һауаға осоусы икәнеңде онотма. Гелән шуны иҫтә тот: самолет ул дыуамаллыҡты, ҡыҙыулыҡты яратмай, уға айырым ҡараш кәрәк. Айыҡ фекер, тәүәккәллек һәм дә һалҡын ҡанлылыҡ. Ә улар һиндә бар...
Тәүге осош. Мәңгелеккә ҡаныңа һеңә лә ғүмерлеккә онотолмай. Ул саҡта Иван Митрофанович Петров палаткаға инеп, шым ғына ҡулбашына ҡағылды ла: «Учлет Гәрәев, самолетҡа!» – тине. Ошо мәл Муса һикереп торҙо, дуҫтарын уятмаҫ өсөн һаҡ ҡына кейенеп, тышҡа сыҡты. Һуңынан ҡабаланмаҫ инструктор артынан эйәрҙе. Ә таң атмағайны әле. Их, аэродромға барып еткәнсе, тиҙерәк атһын ине. Лагерҙары торған Ағиҙел буйында ҡуйы томан һаман таралмаған, Өфөнөң уттары емелдәүе генә бер аҙ күренә. Ә йөрәк түҙмәй, тиҙерәк ҡояш нурҙарынан томанды йырғылатҡыһы, осоу сәғәтен еткергеһе килә. Аэродромдағы самолеттарҙы, башҡа кәрәк нәмәләрҙе һаҡлаған ҡарт та:
– Ҡабаланма, был донъяла ҡабаланмай эшләһәң генә күберәккә өлгәшәсәкһең, – ти, кесәтенән махоркаһын алып.
Шулай ҙа тулҡынлана Муса. Нисек тулҡынланмайһың, күпмелер ваҡыттан һуң ул, ауыл малайы, ҡош һымаҡ һауаға осасаҡ бит!..
Ә ҡасан ғына...
Ҡасан ғына дуҫы Моталлап менән Ташшишмә буйында хыялға бирелеп яталар ине. Мотай тимер юлынан йөрөгән паровоздар тураһында һөйләй. Үҙе менән бергә машинислыҡҡа уҡырға барырға өгөтләй. Нәҡ шул саҡта өҫтәрендә генә бер ҙу-ур йәшел ҡош килеп сыҡты. Ҙурлығы бер булһа, тауышы бигерәк көслө, хатта ҡурҡыныс. Ҡанаттарын ғына елпемәй. Ҡанаттарында ҡыҙыл йондоҙ ҙа бар. Оҙаҡ ҡарап торҙолар уға. Ҡайтҡас ҡына атаһынан уның аэроплан икәнен белде. Их, тине шул саҡта малай, уға ултырып осһаң икән!
Һуңынан ҡулына бер китап эләкте. Унда шундай шиғыр юлдары бар ине:
Ике ҡанат аэроплан,
Осҡаныңды яратам.
Мин үҫкәс пилот булам,
Болоттан бейек булам...
Ә бөгөн...
– Башланыҡ, – тине Петров.
Бына У-2 самолеты һауаға күтәрелә. Ни ғиллә, баяғы тулҡынланыуҙың әҫәре лә ҡалманы. Ул оса! Осо-ҡыры күренмәҫ киңлектә ҡоштай оса!
– «Левый вираж»! – Петровтың командаһы яңғырай.
Был алымдан һуң Гәрәев үҙен бөтөнләй самолет менән бер бөтөн итеп тоя. Икенсе – уң виражды ла яҡшы үтәй.
– Шулай, Муса, молодец! Хәҙер минһеҙ – үҙ аллы ла оса алаһың...
Программа буйынса ҡаралған бер нисә күнегеү үтәлгәс, инструктор «посадка»ға барырға ҡушты. Нисек? Әле генә күтәрелде лә инде...
Петров көлә. Нисек әле генә булһын, ти, бөтә бензинды бөтөрҙөк тәһә. Учлет тиҙлекте аҡрынайтты. Самолет еңелсә бәрелгән һымаҡ ергә ҡағылды ла «йүгерә» башланы. И-их... Ошо тәүге тапҡыр һауаға күтәрелеүҙе, һуңынан инде үҙ аллы осоуҙарҙы оноторлоҡмо һуң?!
– Улым, мин бригадирға барып «трудоденым»ды ҡаратып киләм, йәме.
Бәй, атаһы ҡырында тороуын да онотоп, уйланып киткән дәһә!
– Ы-ы... Ярай, атай, ярай. Әлегә мин мал аҫтын ала торам.
– Ярай, улым. Тик хәл йыяр инең, ҡайтҡаны бирле эшләйһең дә эшләйһең. Китереңә нисә генә көн ҡалды...
Атай кеше бригада йорто яғына китте. Иртән ҡатыны Гөлнәфисә менән һөйләшкәнде тормошҡа ашырырға кәрәк. Борондан килгән йола бар Йәлдәк ырыуында: кеше оло юлға сыҡҡанда, ҡыш менән йәйге селлә булмаһа, мотлаҡ ағас ултыртып китергә тейеш. Ошо ағас тамырланып, ерҙән көс алып китеүенә ҡарап, сәфәргә сығыусының имен-аман йөрөүенә юрайҙар, уға бәлә-ҡаза ҡағылмаҫын беләләр. Был турала Гөлнәфисәһе лә белә. Ул да бит Йәлдәк ырыуы аҫабаларына ҡараған Имәнлекүл* ауылынан. Мусаның тимер юл техникумын ҡалдырып, әллә ҡайҙа ятҡан Энгельс ҡалаһындағы хәрби училищеға китерен белгәс, күҙенән йәш кипмәй. Тик бер ваҡиғаны иҫкә төшөрә лә илай, иҫкә төшөрә лә илай.
Ҡуй инде, ваҡыт хаттин ашҡан – барыһы ла бөгөнгөләй иҫендә... Етмәһә, Муса бәләкәй ине, фани донъяла ни ярай, ни ярамай икәнен белә булғандыр шул ул саҡта. Баланың ни ғәйебе бар? Ә бына үҙҙәренең уның иркенә барыуҙары үкенесле. Гонаһы ла үҙҙәренеке, ә сабыйҙыҡы түгел. Кире илттереп кенә ҡуйҙырырға булған да бит. Берҙән-бер улдарының үтенесен кире ҡаҡманылар. Хәл былайыраҡ ине. Муса менән тиҫтер малайҙар һаҙлыҡтағы торна ояһынан бер йомортҡа алып ҡайтҡан. Асыуланһа ла, улының һүҙен йыҡманы әсә, быны һике аҫтында оя баҫҡан ҡаҙ аҫтына һалды. Ни ғиллә, ҡаҙ бәпкәләре сиртеп тә өлгөрмәне, торнаныҡы «пип»елдәне. Тик ғүмере генә булманы, бесәй алды. Ошо арала йән өшөткөс хәл булды: һаҙлыҡ яғынан бер пар торна осоп килде лә уларҙың өйҙәре тәңгәлендә «тор-рыйҡ», «тор-рыйҡ» итеп өйөрөлдө. Өй ҡыйығына ҡағылырҙай булып остолар. Бер аҙҙан инде юғалдылар. Ә Гөлнәфисәнең күңелендә уларҙың әрнеүле тауышы ҡалды.
– Ғайса, ҡоштар бит хәҙер Мусабыҙҙы һауаға саҡыра. Беҙ әрнегәс, һеҙ ҙә әрнегеҙ, тиҙәр, – тип илауынан туҡтамай.
– Юҡты һөйләмә, үҙеңдең дә, минең дә йөрәкте боҙма. Улыбыҙ үҙе һауаға тартыла, күңеле осорға теләй. Хәтерләйһеңме, бәләкәй генә сағында мин атҡа мендергәс: «Атай, был атты эйәрләнем. Үҫкәс, “тимер ат”ты эйәрләйәсәкмен. Бына ш-шулай итеп, ауыҙын ҡайырып, ауыҙлыҡ кейҙерәсәкмен», – тигәйне, ҡулы менән рулде тартҡан хәрәкәт яһап. Беҙ ул саҡта көлдөк тә, тракторсы булыр улыбыҙ, тинек. Ә Хоҙай, ана, ниндәй юл күрһәткән, ниндәй “тимер ат” сығарып ҡуйған – ябай ер аты түгел – ҡанатлы Аҡбуҙат! Шулай булғас, теләгенә ҡаршы булмайыҡ, – тип ҡырт киҫте атай кеше. – Ә бына ата-баба йолаһын йола итәйек. Мин Топорниноға барып, өс төп булһа ла алмағас һатып алып ҡайтайым. Моғайын, хәлде аңларҙар. Үҫтерә башлағандарына байтаҡ ҡына йыл бит.
Ҡасандыр был Топорниноға нигеҙҙе аҫаба башҡорттарҙан ер һатып алған отставкалағы капитан Степан Топорнин һалған булған. Ә 1865 йылда имение I гильдия сауҙагәре, Көнгөр ҡалаһының Почетлы гражданы Михаил Грибушинға һатыла. Нәҡ Грибушин унда тәүләп 300 төп алмағас ултырта. Совет осоронда баҡса биш гектарғаса еткерелә. 1936 йылдан алып БАССР-ҙың ер эштәре буйынса халыҡ комиссары И. Кушнаренко исемен йөрөтә башлаған был ауыл үҙенең алмағастары менән дан ҡаҙанған. Шуға күрә Ғайсаның үҫентеләрҙе тап шунан алғыһы килә.
– Бәй, шунда саҡлы сығып китәһеңме? – тип аптыраны Гөлнәфисә. – Имән – ныҡлы ағас, имән ултырттырайыҡ Мусанан. Тал-тирәк ултырттырһаҡ та, тормоштоң ел-дауылында һығылһа ла, һынмаҫ. Миләш тә матур...
– Юҡ, алмағас ултырттырабыҙ, иң тәмле, иң хуш еҫлеләрен! – тине атай кеше. – Әле ноябрь аҙағы булһа ла, ер әллә ни туң түгел. Тиреҫ ҡушып ултыртһаҡ, тамыры туңмаҫ, яҙын мандып китер, Аллаһ бойорһа. Һин әйткәнсә, торналар алып осҡан Мусаны ағас тамырҙары аша тыуған ер тартып торор. Алмалары менән балаларҙы, ауылдаштарҙы ҡыуандырып, рәхмәттәрен алһын. Ә рәхмәтле кеше сауаплы була ул.
Ире менән һис һүҙ көрәштереп өйрәнмәгән ҡатын:
– Һинеңсә булһын, ысынлап та, яҙын матур итеп сәскә атырҙар, көҙөн алмалары алланыр... – тип ризалашты, тынысланғандай итте. Шулай ҙа шиген белдерҙе. – Тик бригадир һиңә көн бирерме икән? Калхуз атын ектерерме?
– Бирер. Аңламаҫ кеше түгел...
Бригадир Ғәфүр елкәһен тырнаны, башындағы сәсен бармаҡтары менән артҡа тараны. Тәҙрәгә ҡарап оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла, ҡолаҡ артына ҡыҫтырылған, күп ослауҙан бәләкәй генә ҡалған ҡәләм киҫәген алып, гәзит ситенең ағына ниҙер сыймаҡланы. Теле менән бармағын еүешләп, ошо яҙылған өлөштө йыртып алды. Уның был ҡыланышы махорка төрөүсене хәтерләтә ине.
– Уйға һалдың бит әле, Ғайса ағай, уйға-а...
– Нимәһен уйлайһың уның, миңә тегендә-бында урап ҡайтырға ике көнгә эштән бушат та, ат биреп тор. И всү! Әйтәм бит, алмағас алып ҡайтып, ошоларҙы Мусанан ултырттырып ҡалдырырға ине иҫәп. Малай оло юлға сыға. Ырыу йолаһын беләһең дә инде. Һинең атайың мәрхүм менән бергә һуғышҡа киткәндә беҙҙең атайҙар ҙа ағас ултырттырып ҡалдырғайны...
Атаһының Ғайса ағаһы менән Беренсе донъя һуғышына алынып, кире әйләнеп ҡайта алмауы тәьҫир иттеме, Ғәфүр ауыр һулап ҡуйҙы. Етмәһә, атаһының хәбәре килеүгә өс йыл тулыр-тулмаҫ үҙен – ғаиләләге иң өлкән улды, әсәһенең таянысын – тәүҙә ылауға тип ат ектереп аҡтар алып китте, унан ҡайтыуға – ҡыҙылдар. Ағаһы – ҡустыһына, ҡустыһы ағаһына ҡаршы торған Граждандар һуғышы ҡан ҡойош эсенә һурҙы. Ауылдан бер ҡайҙа ла сығып өйрәнмәгән үҫмерҙе бик тиҙ егет ҡорона индерҙе. Ул ғына етмәгән, эргәһендә снаряд ярылып, контузия алды – ғүмерлеккә баш сирлегә әйләнде. Ни генә тимә, үлемесле алыштың ысын мәғәнәһендә афәт икәнен аңлаған кеше ине Ғәфүр.
– Ғайса ағай, һуң, мин аңламаҫ кешеме ни... Тик бына прсиҙәтел белеп ҡалып, атты, һине, һиңә өҫтәп «трудоденың»ды таптырһа, ҡалай итермен?
– «Трудоден»дың үтәлгәне етерлек. Тик тормайым, уны беләһең. Кәрәк саҡта бөтә ғаилә менән ҡырҙа ятабыҙ. Ошо уҡ Муса дүртенсе класта уҡығанда йәйен ун һигеҙ «трудодень» эшләгәйне. Ошонан бирле һәр йәйҙе калхуз эшенә йүгерҙе. Ҡатын да тик торғаны юҡ...
– Уныһын беләм дә, Ғайса ағай, теге ней, оҙон теллеләр миңә, Муса техникумын ташлап ҡайтҡан икән, тигәс, йәшермәйем, бригадаға бер ир-егет ҡулы арта, тип шатланғайным.
– Ни-нимә-ә? Ә һин күберәк ләстит тыңла, йәме, иптәш-тауарищ, кем, фронтовик! – Һуңғы «иптәш-тауарищ»ын ҡаны ҡыҙып әйтте ағай кеше, йәне үртәлеп «фронтовигын» өҫтәне. Был уның, «һин дә ҡатын-ҡыҙ шикелле ләстит тыңлап йөрөйһөң» тиеүе ине. – Белгең килһә, Ғәфүр туған, минең Мусам күптән пилот инде! Тик хәҙер юғарыраҡҡа – хәрби пилот булырға китә. Летчик! Паровоз йөрөтөрлөк, мейесенә күмер ырғытырлыҡ ҡына техникумында ла уҡыны. Уны үҙе ташламаны, ә аэроклубта һынау тотҡандан һуң, хәрби училищенан килеүселәр йөҙ кешенән бер нисә генә егетте һайлап алған.
Ғайсаның тура һүҙле булыуын да, кәрәклеһен яра һуғып әйтерен дә бригадир ятлап бөткән. Шуға ла тынысландырыу яғын ҡараны.
– Уныһына шатланам, хатта ғорурланам, Ғайса ағай. – Ғәфүрҙең бармаҡтары тағы сәсен артҡа тарап үтте. Нимәгәлер үртәлһә, тулҡынланһа, шулай итә ул. Өҫтәл ситендәге банканан һыу ғорғолдатты. Үпкәһен тултырғансы һуланы ла, «һо-о» иттереп тынын кире сығарҙы. Битенә устары менән сәпәкәйләп алды. Ғайсаның «туған» тиеү урынына «иптәш-тауарищ»тан һалдырыуы ауыртҡан еренә уҡ булып ҡаҙалғайны. – Әйтәм бит, һинең улың, минең Муса ҡустым менән ғорурланам. Ғо-рур-ла-нам! Тик тәүҙә эшсе ҡулдар артыуына шатланғайным ғына, тимәксемен. Уныһы раҫ... – Бригадир тәҙрә ҡаршыһына барып бер аҙ тын торҙо. Һуңынан гәзиттән йыртып алған ҡағыҙ киҫәген һуҙып, шуның менән һөйләшеүгә нөктә ҡуйғанын белдереп, былай тине. – Йә, ярай, Муса ағай, бына һиңә яҙыу, шуны конюхҡа бирерһең. Әй, онотоп торам, юлға бер-ике услам ғына булһа ла һоло ла ал.
Ғайса рәхмәттәр яуҙырып сығып китте. Башынан «ҡатыраҡ та бәрелдем, ахыры» тигән уй ҙа үтте. Һуңынан уны башҡаһы алыштырҙы: шулай итмәһәң дә булмай, был донъяла ебеп торһаң, һүҙеңде тыңлау түгел, башыңа менеп хәжәттәрен үтәрҙәр. Ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгенә, усын йылытҡан, латин хәрефтәре менән сыймаҡланған юлдарға күҙ һалды. «Ат биргәнде үҙең бел дә, мин беләм», – тигән Ғәфүр. Ғайса йылмайып ҡуйҙы: сер һаҡлай торған кеше инде ҡартың, етмәһә, ғәрәп хәрефтәре менән яҙмағас, уҡый ҙа белмәй. Уныһы яҡшы, иң мөһиме, бригадир фамилияһы урынына ата-бабаһының тамғаһын ҡуйған. Ҡалған һүҙҙәрен Ғайса үҙенә кәрәккәнсә аңлатһа ла, тамғаны конюх ҡына түгел, Ташшишмәләге, Иләкшиҙеләге олораҡтарҙың барыһы ла таный.
Ғайса рәхмәт әйтеп, ат биргәнгә балаларса ҡыуанып сығып киткәс, Ғәфүр ҙә еңел һуланы. Изге, шул уҡ ваҡытта үҙе өсөн ҡурҡыныс эш башҡарғанын аңлай ине ул. Шуға ла:
– Нисауа, – тип тынысландырырға тырышты үҙен, – арабыҙҙан сығасаҡ тәүге пилотҡа бер ни йәлке түгел. Быны ғына прсиҙәтел дә, хатта, районға ишетелһә, ундағы түрәләр ҙә аңлар. Ә бына бригадала ир-егет ҡулы етешмәүе, ысынлап та, үҙен һиҙҙерә. Бигерәк тә ҡыр эштәре мәлендә...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл да үтмәҫ, бөтөнләй тиерлек ир-егетһеҙ ҡалырын белмәй ине әле бригадир...

* * *
Атай кеше Мусаға ҡайҙа, ни өсөн барғанын әйтмәне. Эш буйынса ике көнгә ебәрәләр, тине. Әсәһе лә өндәшмәне. Уны һаман теге торналарҙың сыңрай-сыңрай өй башына тейә яҙып осоуҙары, бер нисә көндән улының тыуған йортон ташлап китәсәге борсой ине. Тик иренең алмағастарҙы алып ҡайтып, яҙын тамырланыуы, шуның менән улын да һауанан ергә тыуған тупрағы тартып торасағына өмөтө генә тынысландырғандай итте. Хоҙайым, Ғайсаға иҫән-имен йөрөп, үҫентеләрҙе алып ҡына ҡайтырға насип итһәң ине, тип теләктәр теләне. Мусаны һис кенә лә эргәһенән ебәргеһе килмәне. Их, ҡулынан килһә, ауылдың берәй уңған ҡыҙын әйттереп, ошонда – атай йортонда ғына йәшәтер, үҙе ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләр ине лә бит. Булмай шул. Яҙмышты Хоҙай Тәғәлә тыуғанда уҡ билдәләй. Әҙәм балаһы маңлайына яҙылғанды күрә.
Былай ҙа ҡаҙандан, мейестән генә сыҡҡан тәмле-татлы ризыҡтарҙан өҙөлмәгән өҫтәл өҫтө һуңғы көндәрҙә бигерәк тә төрләнде. Гөлнәфисәнең улына һәр ҡайһыһын ашатып ҡалғыһы килде.
– Улым, – тине әсә, сәй әҙерләп, сираттағы табынға ултырғас, – иҫкә төшкәндә, һиңә бер нәмә күрһәтәйем әле...
Гөлнәфисә һандығын асты. Бала саҡтан таныш та, танһыҡ та һандыҡ. Ниңәлер ул Мусаға әкиәттәрҙәге осоп йөрөй торған балаҫты һаҡлаған серле ҡумта булып тойола торғайны. Бына-бына уның ҡапҡасын асырҙар ҙа, атаһы менән әсәһе балаҫты ике яҡлап тотоп, йорт алдындағы йәм-йәшел сирәмгә йәйер. Һуңынан, аяҡтарын бөкләп, икеһе өҫтөнә ултырыр. Тылсымлы балаҫ биргән ризыҡтарҙы, кәсәләрҙә нур уйнатҡан зәм-зәм шишмәһенең һыуын татырҙар төҫлө ине. Шул саҡ улдарын саҡырырҙар. Мусаның ултырғанын ғына көткәндәй, балаҫ дүрт мөйөшөнөң остарын елпей башлар. Улар бейеккә-бейеккә, болоттарға тиклем күтәрелер. Унан Муса апаларына, дуҫы Моталлапҡа сәләм күндереп ҡул болғар. Атаһы менән әсәһен «трудодень» тип ҡаңғыртҡан, ял итергә лә бирмәгән бригадир Ғәфүргә йоҙроҡ күрһәтер. Их, хыялы! Бәлки, Моталлап дуҫы менән йондоҙ төшөрөлгән ҡанатлы аэропланды күргәнсе үк, ошо бәләкәй сағында тыуған осоу хыялы күңеленә һалынып, ҡанына һеңгәндер ҙә тормошҡа ашалыр. Хоҙай Тәғәләнең «амин» тигән сағына тура килгәндер.
Бер шулай Муса өйҙә яңғыҙы ҡалды. Бикһеҙ һандыҡтың ҡапҡасын күтәреп, эсенә күҙ һалды. Балаҫ юҡ ине... Ләкин ул төшөнкөлөккә бирелмәне, әсәһе әйтмешләй, сабырлыҡтың төбө һары алтын – түҙҙе. Бына-бына үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш ҡарт килер ҙә, осоусы балаҫты һалып китер, тип көттө. Һис юғы, үҙҙәренең артелгә алынған аттарына ҡанат үҫтерер. Һоро бейә, Аҡбуҙатҡа әйләнеп, уны бейеккә-бейеккә алып осор.
Һандыҡ. Ундағы һәр нәмә тарих һөйләй: өләсәһе менән олатаһы йәш саҡтарында карауаттарын ышыҡлап ҡоролған биҙәкле ҡыҙыл шаршау, ырыу тамғалы таҫтамалдар, әсәһенең балитәкле, атаһының уҡалы еңле күлдәктәре, түшелдеректәге тәңкәләр... Тағы бик ҡәҙерле әйбер барлығын белә Муса. Уныһын иң төптә йәшереп һаҡлайҙар. Был турала кешегә һөйләргә ярамай. Батша заманында һуғышта күрһәткән батырлыҡтары, ниместе ҡырғаны өсөн атаһына бирелгән «Георгий тәреһе»* ул. Хәҙер генә аңланы Муса уны ни өсөн йәшереп йөрөткәндәрен. Ҡыҙылдар еңеп, Совет власы урынлашҡас, батша заманындағы барлыҡ нәмә тыйыла. Хатта Беренсе донъя һуғышы тураһында һөйләү ҙә. Шуға егет күберәк Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы, аҡтарҙың ҡанһыҙ, ҡыҙылдарҙың яҡшы булыуы хаҡында белә, ә уға тиклемгеһе... Хәйер, тимер юл техникумының комсоргы әйтмешләй, Николай заманындағы ла, хан заманындағылар ҙа комсомолға кәрәкмәй.
Һандыҡ. Әле лә, әсәһе өҫтөндәге пар күгәрсендәр төшөрөлгән селтәрле япманы алып ҡапҡасын асҡас, мөғжизә көттө. Ә ул, ысынлап та, бар ине – «Өлкәндәр өсөн Әлифба»**! Ҡасандыр Муса үҙаллы уҡырға өйрәнгән, латин хәрефле, матур һүрәтле әлифба!
Муса китапты асты. Тулҡынланды егет. Күңел ҡылдарын сиртеп, уй-хәтере бала – алты йәшлек сағына алып китте. Ул ваҡытта тыуған ауылы Иләкшиҙелә йәшәйҙәр ине. Ауылға ялтыр тәгәрмәсле велосипедына ултырып «уполнамуч» тигән кеше килеп төштө. Килде лә элекке мәсеткә, хәҙерге клубҡа халыҡты йыйҙы. Шунда атаһы менән әсәһенә эйәреп Муса ла барҙы. Кеше шул тиклем күп, ҡыҫылып саҡ баҫып торҙо малай. Ошо ваҡыт «уполнамуч»:
– Ерегеҙ күп, теләгәндәр алыҫҡараҡ, яңы ауылға нигеҙ һалып, күсенә ала. Барлыҡ ерегеҙ эшкәртелер, үҙегеҙ ҙә иркенлектә йәшәрһегеҙ. Күсеүселәр ике йылға һалымдан азат ителә, кәрәккәнсә ағас бушлай бирелә, – тип белдерҙе.
Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай, халыҡ гөж килде. Тик ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны ҡайтарып ебәргәс кенә тынысланғандарҙыр. Иллә-мәгәр атаһы бик дәртләнеп ҡайтты был йыйылыштан. Былай ҙа тура һүҙле, өҙә һуғыусы ғаилә башлығы:
– Хәл иттек, Гөлнәфисә, ауылдан егерме дүрт кеше күсенергә риза булдыҡ, Ташшишмә буйын һайланыҡ. Унда бесән сабырға ла, мал тоторға ла иркен...
Ошо ваҡиғанан һуң Муса өсөн уполномоченный бик көслө, теләгәндәргә ер бүлеп биреүсе һәйбәт кеше булараҡ күҙ алдына баҫты.
– Атай, мин дә үҫкәс «уполнамуч» булам. Вилсәпиттә генә йөрөйөм. Һиңә кү-үп иттереп ер бүлеп бирәм, – тине малай.
Тик, 1928-1929 йылдарҙан һуң ун ике генә йыл ғүмер үтеүгә, ошо уҡ уполномоченныйҙарҙың натуралата ит һалымы өсөн ауылдаштарының берҙән-бер быҙауҙарын да алып сығып китерен белмәй ине әле Гәрәевтәр. Ул саҡта атай кеше улын ҡосто ла: «Булырһың, улым, «уполнамуч», булырһың, – тине. – Уның өсөн күп итеп, бик күп итеп уҡырға кәрәк».
Күсенеүҙән, өйҙәрҙе һүтеүҙән, донъяларын туҙҙырыуҙан ҡыҙыҡ күреп йөрөгән, «тәтәй» эҙләгән малай-шалай эргәһендә Муса ла бар ине. Ташландыҡ алам-һалам араһынан уның ҡулына тышына матур һүрәт төшөрөлгән, серле лә, мөғжизәле лә китап килеп сыҡты. Был әлеге «Өлкәндәр өсөн Әлифба» ине! «Уполнамуч» булыр өсөн күп уҡыу кәрәклеген аңлаған малайға етә ҡалды – күлдәк иҙеүен ысҡындырып, тапҡанын ҡуйынына тыҡты ла өйөнә табан йүгерҙе. Ошонан һуң был китаптан айырылманы ул. Ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та ине әлифба. Ниндәй хәрефле битте асаһың, шуның баш хәрефе менән башланған һүҙҙең һүрәте төшөрөлгән. Өлкәндәр өсөн булһа ла, ярап ҡалды малайға. Яйлап, ижекләп уҡырға өйрәнгәс, айырым һүҙҙәр сыға башланы, һөйләмдәр теҙелде. Бәләкәйерәк хикәйәләр, шиғыр куплеттары китте. Атаһы волостан, район ойошторолғас, район үҙәгенән башҡа китаптар ҙа алып ҡайтты. Шулай итеп, Муса мәктәпкә барғансы уҡ үҙаллы уҡырға өйрәнде, иҫендә ҡалғандарын һөйләп күрһәтер булды. Тәүге тапҡыр Иләкшиҙеләге башланғыс кластың ишеген асты.
Иҫендә әле, ҡасандыр үҙенең тыуған ауылы малайҙары сит итеп, ҡыйырһытырға, «егетлек»тә һынап ҡарарға булғайны, тик килеп сыҡманы. Мусамы һуң бирешә торған – бер малайҙың эйәк төбөнә тондорҙо, икенсеһен көрәшеп йыға һалды. Тәүге уҡытыусыһы Фәтих Сабиров бик изге күңелле кеше ине. «Ине», сөнки әле ауылға ҡайтҡан сағында уның фин һуғышында һәләк булыуын ишетеп шаҡ ҡатты, күкрәгендә ҡәбәхәттәрҙән үс алыу теләге ҡайнаны. Ә бит әсәһенән адресын алып, уға хат та яҙғайны.
Муса үҙенең техникумда уҡып йөрөүе, бер үк ваҡытта аэроклубта шөғөлләнеүе тураһында хәбәр итте. Был сағында Фәтих ағаһы күптән ауылдан китеп, офицер-пограничник булып хеҙмәт итә ине. Оҙаҡ та көттөрмәй, яуап килде. Бер нисә юлы хәтеренә ныҡлы уйылып ҡалған: «Уҡы, дуҫҡай. Илгә ныҡлы ҡанаттар кәрәклеген әле – ут эсендә йөрөгәндә аңланым. Тик тағы шуны бел: һуғышта үлтерәләр ҙә...» Тәүге уҡытыусыһы был юлдарҙы яҙғанда иле өсөн башын һалырға бер генә көн ҡалған була. Кем белә, бәлки, иртәгәһенә һуңғы алышҡа күтәреләсәген һиҙеп, уҡыусыһына яҡынлашып килгән афәткә әҙерләнергә ҡушыуы – иҫкәртеүе ошо булғандыр...
Ул саҡта Иләкшиҙе малайҙары менән сәкәләшкән өсөн Фәтих ағаһы тиргәмәне лә, асыуланманы ла. «Тә-әк... Егетлегеңде белдек. Хәҙер бер генә хәрефте булһа ла атап ҡара әле, уҡыуға һәләтеңде тикшерәйек», – тине. Муса ҡаушап ҡалманы. Әлифбаның һуңғы битен, балалар хәрефтәрҙе өйрәнеп бөтөп, ҡыҫҡа ғына һөйләмдәрҙе үҙаллы уҡыһын өсөн бирелгән битте, асты ла шатырҙатып уҡырға кереште. Сит ауылдан килеүсе малайҙың хәреф тә таный алмағанынан мәҙәк көткән класташтары ғына ауыҙҙарын асып ҡалманы, уҡытыусы ла аптыраны. «Кем өйрәтте?» – тип кенә һорай алды. «Үҙем!» – тип яуап бирҙе малай, күкрәген киреп. Шунан бирле Фәтих ағаһы башҡаларға хәреф өйрәтте, Мусаға ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы китаптар биреп ҡайтарҙы. Малай иһә өйөндә уҡып, бында хикәйәләр, әкиәттәр һөйләне.
Иләкшиҙеләге башланғыс мәктәпте тамамлағас, Бишҡурай ете йыллыҡ мәктәбенә китте. Улар етәү ине: дүрт ҡыҙ, өс малай. Ошо етәү бер-береһенән һис айырылманы. Хатта эргәләрендә береһе булмаһа ла, башҡалар аптырар ине. Әйтерһең, кескәй генә коллектив бушап ҡалған. Үҙҙәренә лә шулай тойола торғайны. Их, ул саҡта-ар: латин хәрефле алфавит буйынса туған телдә уҡыуҙарға ҡушылып, тәүҙә сит булып тойолған, һуңынан инде әсә телеләй яғымлы рус теле, әҙәбиәте дәрестәре, концерт, спектаклдәр ҡуйыуҙар, танауҙарға еҫ тойҙороп, тәүге мөхәббәт хистәре менән егет ҡорона инә башлауҙар... Барыһы, барыһы һағындырып, ер, үлән, сәскә еҫен килтергән саф яҙ һулышылай күңелдә ғүмере буйы һаҡланыр.
– Рәхмәт, әсәй, «Әлифба» ошонда – ҡомартҡылар эргәһендә һаҡланһын. Ә мин ҡайтҡан һайын алып ҡарармын, йәме.
– Ярай, балам, һинең ҡайтыуыңды теләп ятыр. Мин уны өләсәйеңдең Ҡөрьән китабы менән йәнәш һалам...

Рәлис УРАҘҒОЛОВ.

("Муса" романын тулыһынса 2025 йылғы "Ағиҙел" журналының 5-се һанында уҡырға мөмкин).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас