Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Май , 17:09

ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 2-се өлөш)

Наил ҒӘЙЕТБАЙ 

ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 2-се өлөш)
ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть. 2-се өлөш)

– Уныһы һәйбәт. Ә беҙҙең хәҙер бейегебеҙ килә! – тине Батыр.

Тиҙҙән ресторанда талғын ғына бейеү көйө ағылды.

Батыр ҡатындың ҡаршыһына килеп уға ҡулын һуҙҙы.

– Һине минең фекер ҡыҙыҡһындырмаймы? – ҡатын урынынан тормайынса, һораулы ҡарашын егеткә төбәне. – Минең бейегем килмәй.

– Әлегә беҙҙә патриархат, – Батыр Камила Федоровнаның ҡулынан тотоп урынынан торғоҙҙо. – Шуға бейейбеҙ.

Улар бер-береһенә һыйынып музыка ыңғайына талғын ғына бәүелә башланы.

– Был патриархат-матриархат хаҡында шаярып һөйләйһеңме, әллә ысынлапмы? – Ҡатын егеттең күҙҙәренә ҡараны.

– Әлбиттә. – Батыр ары аңлатып торманы.

Камила Федоровна бер аҙ көттө лә, һорамай булдыра алманы.

– Нимә – әлбиттә?

– Һәр кем үҙенә нисек кәрәк, шулай уйлай.

Камила Федоровна йәнә көлдө. Батыр ҡатынға ҡарап йылмайҙы.

– Әлбиттә.

Камила Федоровна йәнә көлмәй булдыра алманы, әммә аҙаҡтан үҙе лә:

– Әлбиттә, – тип әйтеп ҡуйҙы.

Был юлы икәүләшеп көлдөләр.

– Ябай ғына һүҙ, – тине ҡатын. – Шулай күпте аңлаталыр, тип уйлағаным да юҡ ине.

– Әлбиттә, – тине Батыр.

Ҡатын уның шаярыуына ҡушылды:

– Әлбиттә.

– Әлбиттә, – тине егет тағы.

– Етте, – тип туҡтатты уны ҡатын. – Комбинаттың етди кешеләре – директор урынбаҫары менән бүлек етәксеһе! Юҡ нәмә менән булышабыҙ.

– Камила Федоровна, белеп ҡуйығыҙ: кешеләрҙең 99 процент һөйләшеүе – буш һүҙ. Хатта йыш ҡына 100 проценты ла.

– Эйе шул, – тип килеште Камила Федоровна. – Уға мин дә иғтибар иткәнем бар. Йыш ҡына кәңәшмәләрҙә буш ҡына нәмә хаҡында һөйләшәбеҙ. Аҡыллы төҫ менән, аҡыллы һүҙҙәр менән. Уларҙы бер-ике һүҙ менән генә хәл итеп була бит инде.

– Донъяла бер генә нәмә хаҡында һөйләшеү – етди һәм мөһим.

– Нимә хаҡында?

– Мөхәббәт тураһында һөйләшеү. “Мин һине яратам!” Ошонан да етди, актуаль, кәрәкле һүҙ юҡ!

– Әлбиттә! – тип көлдө Камила Федоровна.

– Бына уны ғына “әлбиттә” алмаштыра алмай.

– Нимәне?

– “Мин һине яратам”ды.

– Шулайҙыр, – тип ризалашҡандай итте Камила Федоровна.

Улар бер аҙ ҡапҡылап, шарапты ауыҙ иткәс, тағы бер бейеп алдылар.

– Ғәжәп, – тине Камила Федоровна. – Көн уртаһы. Ҙур ресторан. Бер кем юҡ. Һәм беҙ икәү генә! Музыка көйөнә әкрен генә бейейбеҙ. Ниндәйҙер хыяли, әкиәт донъяһы кеүек.

– Беҙ һәр ваҡыт әкиәт донъяһында йәшәйбеҙ, – тине Батыр. – Күҙ алдына килтерегеҙ. Иҫ киткес, сикһеҙ-ҡырыйһыҙ йыһан. Шунда саң бөртөгө ҙурлығы Ер шары ҙур тиҙлектә ҡайҙалыр оса. Һәм беҙ икәү шул кескәй шар өҫтөндә бейейбеҙ... Был әкиәт, мөғжизә түгелме ни? Шуны уйлаһаң, беҙҙе борсоған бар мәсьәләләр, проблемаларыбыҙ шундай буш...

– Эйе шул, – тип килешкәндәй итте ҡатын.

Икеһе лә шымып ҡалды, уларҙы күңелһеҙ уйҙар солғап алғандай кеүек ине.

– Хоҙай шулай эшләгән беҙҙе, – тине Батыр. – Кеше үҙен ҡайғылы ла, бәхетле лә итә ала.

– Нисек?

– Бәхетле булғың килһә, бул бәхетле! Ишеткәнегеҙ барҙыр бит.

– Әлбиттә, – тип йылмайҙы Камила Федоровна.

– Мин бәхетле, тип күп тапҡыр ҡабатлайһың һәм үҙеңдең бәхетле икәнеңде аңлайһың, тояһың. Шулай уҡ бәхетһеҙ булыу өсөн дә.

– Эйе шул, – тип килеште ҡатын.

Ул арала сәғәт икегә яҡынлашҡан ине. Батыр йәнә такси саҡыртты. Был юлы Камила Федоровна бер ни өндәшмәне. Эшкә килеп еткәс, егет хушлашыр алдынан, ҡаршы булырға ваҡыт ҡалдырмаҫ өсөн һуңғы секундта:

– Бөгөн кис осрашабыҙ, – тине, – киске етелә мин кабинетығыҙға киләм.

Һәм ҡатындың ҡулын тотоп хушлашты ла:

– Кискә тиклем! – шунда уҡ ашығып эш урынына табан атланы.

Камила Федоровна уға бер аҙ аптырабыраҡ ҡарап торҙо ла үҙ кабинетына йүнәлде.

Ул ғына ла түгел, кисен дә Батыр үҙен көтөлмәгәнсә тотто. Эш бөтөр алдынан ул Камила Федоровнаға шылтыратты:

– Камила Федоровна! Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ресторанға бара алмайбыҙ – ашығыс эш килеп сыҡты. Ғәфү итегеҙ. – Ары Батыр бер ни аңлатыпторманы, шунда уҡ трубканы һалды... һәм бер аҙналай ҡатынға килмәне лә, шылтыратманы ла.

Егет алдан уйлап шулай эшләне. Мөхәббәт уйынында иң насары – бер төрлөлөк. Ул ойота, ялыҡтыра, хатта күрә алмаулыҡҡа әйләнеүе бар. Мөхәббәт ҡапма-ҡаршы тойғо, ҡылыҡтарҙы ярата, кешенең хәтерендә шулар ҡала. Шуға ла бик эҫе мөнәсәбәттән һуң (ә тәүге осрашыуҙа Батыр үҙен шулай тотто ла инде, хатта яратыуын әйтеп, өйләнешергә тәҡдим итеп бөттө) ҡапыл һыуынырға, битарафҡа әйләнергә кәрәк. Был Камила Федоровнаны аптырата, күңеленә һеңә, уйландыра. Камила Федоровна: “Ниңә шылтыратмай, кабинетына ла килеп сыҡмай, ни булды икән?” – тип уйланып йөрөһөн өсөн. Егеттең бындай сәйер ҡыланыштары, һис шикһеҙ, Камила Федоровнаны егет хаҡында уйландырмайынса ҡалмаясаҡ. Ә кемдер тураһында башыңда төрлө уйҙар туҡтауһыҙ уралһа, һин үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың, ул кешене уйлап йөрөйһөң һәм уға ғашиҡ булаһың.

Ә Батыр шуға өлгәшергә теләй ҙә инде.

Һәм сәбәп тә табылды. Учалы комбинаты менән күптән бер бәхәсле һорау килеп тыуғайны, телефон аша хәл итеп булманы, мотлаҡ барып ҡайтырға кәрәк ине, һәм Батыр, командировка алып, биш көнгә шунда юлланды. Камила Федоровнаға был хаҡта әйтеп торманы, шылтыратманы ла.

Ысынлап та, бер аҙнанан Батыр Камила Федоровнаны кискеһен ресторанға саҡырғас, ул шунда уҡ ризалашты, ә осрашҡас, ихлас йылмайып килеп күреште.

– Ҡайҙа юғалдың һин? Телефоның яуап бирмәй, йәки һүндерелгән, үҙең күренмәйһең.

– Командировкала булдым.

– Исмаһам, телефондан аңлатыр инең. Мин бик борсолдом.

Батыр был һүҙҙәрҙе ишетеп эстән генә ҡыуанды, тимәк, ул ҡатындың йөрәгенә мөхәббәттең тәүге осҡондарын ҡундырыуға өлгәшкән.

– Ваҡыт булманы, – тине егет вайымһыҙ тауыш менән.

Камила Федоровна егеткә ғәжәпләнеп ҡарап ҡуйҙы, ләкин бер ни өндәшмәне.

Ресторанға килеп, официантка заказдарҙы килтергәс, Камила Федоровна көтөлмәгән һорау бирҙе:

– Батыр, ғәфү ит, һинең ошо костюмыңдан башҡаһы юҡмы ни?

Егет ныҡ ғәжәпләнде. Уның, ысынлап та, был берҙән-бер костюмы. Батыр фекеренсә, ул үҙенә килешеп тора, төҫөн дә юғалтмаған. Икенсенән, эштән башҡа урындарҙа ул йыш ҡына толстовкала, джинсыла, күлдәксән дә йөрөй. Ниңә уға икенсе костюм? Шкафҡа элеп ҡуйыу өсөнмө?

– Эйе, – тине егет. – Ә ниңә?

– Юҡ, күпме күрәм, һәр ерҙә шул костюмда, эштә лә, оло кәңәшмәләрҙә лә, ресторанда ла. Әлбиттә, ул һиңә килешеп тора, һине тағы ла һомғолораҡ итеп күрһәтә, ләкин эштән айырмалы рәүештә, ресторанға икенсе төрлөрәк кейенергә кәрәктер бит. Бына мин бит, иғтибар иттеңме, ресторанға тантаналыраҡ кейенәм. Сөнки бында килеү – минең өсөн байрам.

– Ну, һеҙ бит – ҡатын кеше.

– Булһасы, – Камила Федоровна Батырҙы үпкәләтмәҫ өсөн мөмкин тиклем яғымлы тауыш менән һөйләй. – Бына мин Өфөлә эшләгәндә бер егет көн дә төрлө костюм менән эшкә йөрөй ине. Ҡатын-ҡыҙҙар һананы: ике аҙна буйы бер тапҡыр ҙа ҡабатланмай. Өсөнсө аҙна ҡәтғи бер исемлек буйынса киренән башлай. Хатта бер шаян ҡыҙ уның ҡасан ниндәй костюм кейерен белеп алған да: “Әйҙә бәхәсләшәйек, иртәгә ул шундай костюмда киләсәк!” – тип йәшерәк хеҙмәткәрҙәр менән бәхәскә инеп, ота ине. Әлбиттә, ҙур нәмәгә бәхәсләшмәйҙәр, йә кәнфиткә, йә шампан шешәһенә, йә ресторанға саҡырыуға. Уның костюмына ҡарап, туфлийы, галстугы, хатта ҡулъяулығы ла көн дә үҙгәрә. Ҡарап тороуға йәмһеҙ генә егет, әммә ана шулай матур кейенеүе арҡаһында бар ҡатын-ҡыҙ уны ныҡ хөрмәт итте, йәштәрҙең бик күбеһе уға ғашиҡ ине. Ә һин, Батыр, күренекле генә егет бит инде, сибәрһең, һомғол буйлы, әгәр дөрөҫ кейенһәң, бар ҡатын-ҡыҙ йығылып ҡалыр ине.

– Ә мин уларҙы йығырға йыйынмайым, – тине Батыр ҡоро ғына, шунан шаяныраҡ тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы, – әйҙә тыныс ҡына аяҡ өҫтө йөрөһөндәр.

– Юҡ, мин дә уларҙың һиңә ғашиҡ булыуын теләмәйем. Әммә ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ир-ат та хөрмәт итә башлар ине. Бигерәк тә оло түрәләр. Кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар, тигән мәҡәл дә бар бит. Был карьера өсөн бик мөһим!

– Мин карьера яһарға йыйынмайым, – ниңәлер ҡатындың һүҙҙәре Батырҙың йәненә тейҙе.

– Өҫкә күтәрелһәң, һинең мөмкинлектәрең дә киңәйә бит.

Батыр өндәшмәне. Официант килтергән шарапты фужерҙарға ҡойҙо ла, сәкәштереү өсөн уны ҡатынға табан һуҙҙы.

– Батыр, үпкәләмә. Мин ысын күңелдән әйттем. – Ҡатын фужерын сәкәштерҙе.

– Һинең кәүҙәң стандартҡа тап килеп тора. Һиңә яраулы костюмды табыуы еңел.

Нисәнсе размер кейәһең?

– 48, рост 4.

– Ундай размер һәр магазинда тулып тора. Тост! Һинең яңы костюмың өсөн!

Батыр был тост өсөн теләр-теләмәҫ кенә шарапты бер уртланы ла һүҙҙе тиҙерәк икенсе темаға борҙо. Оҡшамай ине уға яратып кейеп йөрөгән костюмын шулай юҡҡа сығарыу.

Ярты минут та үтмәне, улар был сетерекле теманы онотоп, бик күңелле һөйләшеп ултыра ине.

Иң ғәжәбе иртәгәһенә булды. Сәғәт 12 тирәһендә Камила Федоровна Батырҙы тиҙ генә комбинат алдына, үҙенең машинаһы янына саҡырҙы. Батыр бик аптыраны. Ни булды икән? Ул алдында ятҡан сит кешегә күренмәҫкә тейеш булған ҡағыҙҙарын сейфҡа бикләне лә, ашығып комбинат алдына сыҡты. Егет ҡатындың машинаһын таный, ләкин уның янында бер кем дә юҡ. Батыр улай-былай ҡаранып машинаға яҡынлашты. Шул саҡ уның тәҙрәһе асылып китте лә, унда ултырған Камила Федоровна ҡул болғаны.

– Батыр! Мин бында! Әйҙә, ултыр.

Аптырап ҡалған егет бер ни өндәшмәне, артҡы сиденьелағы ҡатын янына инеп урынлашты.

– Һаумыһығыҙ!

– Һаумы! – ҡатын ҡулын биреп күреште. Шунан шоферына өндәште. – Киттек!

Уныһы ҡайҙа барырға белгән, күрәһең, һорау биреп тормайынса, алға уҡталды.

Ҡатын өндәшмәгәс, Батыр, ҡайҙа барабыҙ, тип һорап торманы, һүҙ юҡта һүҙ булһын тип:

– Бөгөн көн матур, – тине. – Яратам көҙҙөң ҡояшлы әбейҙәр сыуағын! Бар донъя күҙ ҡамаштырырлыҡ ғәжәп һары төҫкә буялған. Ҡояш та, уның нурҙары ла, япраҡтар ҙа. Кешеләрҙең йөҙө лә, күңеле лә шундай һары, изге төҫтә кеүек. Һеҙгә нисек?

– Һин – шағир! – тип көлдө Камила Федоровна. – Әбейҙәр сыуағын яратмаған кеше юҡтыр ул. Йәйҙең донъяға һуңғы йылмайыуы бит. Хушлашыуы. Унда ҡыуаныс та бар, һағыш та. Шуға күңелгә ныҡ үтеп инә. Шатландыра ла, моңайта ла. Ҡыҫҡаһы, уйландыра!

– Матур әйттегеҙ, – Батыр ҡатынға ҡарап йылмайҙы.

Ул арала машина ҡайҙалыр килеп туҡтаны.

– Әйҙә сығабыҙ, – тине ҡатын ишекте асып.

Батыр, машинанан сыҡҡас, ишек башына эленгән алтаҡтаға күҙ һалды. Ниндәйҙер сит ил һүҙе. Был, һис шикһеҙ, магазин ине.

– Инәбеҙ! – Ҡатын эскә атланы. Батыр уға эйәрҙе.

Ҡайҙа килделәр, ни эшләргә йыйыналар – бер ни билдәһеҙ. Ҡатын өндәшмәгәс, Батыр ҙа төпсөнөп торманы. Был ир-ат кейеме магазины булып сыҡты. Бер мәл, костюмдар бүлеген үтеп, ситтәрәк эленеп торған ҡара-күк төҫтәге ирҙәр костюмы янына килеп туҡтанылар. Шунда уҡ һатыусы ҡыҙ йүгереп килеп етте. Ул Батыр менән һаулыҡ һорашты ла, костюмды ҡулына алып, эргәләге кейеп ҡарай торған урындың ҡорған-ишеген асты:

– Рәхим итегеҙ! – үҙе ҡулындағы костюмды эскә индереп элде лә китеп барҙы.

Батыр аптыраулы ҡарашын Камила Федоровнаға төбәне.

– Был нимәне аңлата?

– Кейеп ҡара әле. Ул һиңә таман булырға тейеш.

– Мин ниңә уны кейеп ҡарарға тейеш? – Батыр ҡорған артына инмәйенсә тора бирҙе.

– Ике көндән һинең тыуған көнөң. Был – минән һиңә бүләк. – Егеттең ҡаушап ҡалыуын күреп, өҫтәне, – Батыр, үпкәләмә. Ысын күңелдән бүләк итәм. Минең нимә теләйем – шуны бүләк итергә хаҡым барҙыр бит? Зинһар, кейеп ҡара.

– Шундай ҡыйбат бүләк буламы? – тине Батыр ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән. – Күрәм, был костюмдың хаҡы бик ҡыйбат! Икенсенән, минең үҙемдең дә костюм алырлыҡ аҡсам бар. Юҡ, алмайым мин бындай ҡыйбат бүләкте.

Камила Федоровнаның йөҙө ҡарайҙы.

– Алмаһаң, мин үпкәләйем. Мин бит хөрмәт йөҙөнән. Ҡәҙерле кешегә тип һайлап йөрөп алдым. Ә һин...

– Камила Федоровна, аңлағыҙ мине!

– Беләм, беләм, – тип ҡатын егетте беләгенән тотоп ҡорған артына әйҙәне. – Зинһар, мине уңайһыҙ хәлгә ҡуйма. Кейеп ҡара.

– Һеҙ үҙегеҙ мине уңайһыҙ хәлгә ҡуяһығыҙ!

Шулай ҙа ҡатындың бик үтенесле ҡарашын күргәс, ҡаршы тора алманы, ҡорған эсенә атланы.

Костюм Батырға бик оҡшаны, ул килешеп тора ине.

– Иҫ киткес! – Камила Федоровна ихлас ҡыуанды.

Ул арала һатыусы ҡыҙ ҙа килеп етеп, үҙенең һоҡланыуын белдерҙе. Батыр ғына ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән Камила Федоровнаға ҡараны ла кеҫәһенән банк карточкаһын сығарҙы һәм ҡаты тауыш менән әйтте:

– Мин түләйем!

– Ну, Батыр!.. – Камила Федоровна аңланы егеттең ҡиәфәтенән һәм тауышынан уҡ – уға ҡаршы торорлоҡ түгел ине. Бер аҙҙан Батыр:

– Рәхмәт, – тип әйтеп ҡуйҙы ҡоро тауыш менән.

Бер килке өндәшмәй барғандан һуң:

– Ни өсөн? – тип һораны Камила Федоровна.

– Матур костюм һайлағаның өсөн, – тине лә Батыр, аҡланғаныраҡ тауыш менән дауам итте. – Һеҙ аңлағыҙ, ҡатын-ҡыҙ егеткә ундай ҡыйбат бүләк бирергә тейеш түгел. Хатта тыуған көнгә лә. Мин уны бер нисек тә ҡабул итә алмайым. Көсләшеп таҡһағыҙ ҙа, кейә алмаҫ инем. Ана галстук өсөн түләнегеҙ, шул еткән. Ул костюмға бик килешеп тора, рәхмәт.

Камила Федоровна бойоҡ төҫ менән егеткә ҡарап ҡуйҙы.

– Хәҙер мин дә һинең бүләгеңде тыныс ҡына ҡабул итә алмам, моғайын.

– Асыуланмағыҙ инде! – Егет, үҙе лә аңғармаҫтан, Камила Федоровнаны яурынынан тотоп үҙенә ҡыҫты.

Батырҙың был уйламаған хәрәкәте икеһенә лә көтөлмәгәнсә тәьҫир итте: ҡатындың йөҙөнә еңелсә ҡыҙарыу йүгерҙе, егет үҙенең ҡылығынан үҙе ҡурҡып саҡ ҡына ситкәрәк шылды. Һәм уңайһыҙ тынлыҡтан ҡотолоу өсөн:

– Һеҙгә асыуланыу ҙа килешә, – тине, – матурайып китәһегеҙ.

– Былай матур түгелме ни?

– Тағы ла матурайып, тиергә теләйем.

Араларында тыуған киренке тойғо һаман һаҡлана ине. Унан ҡотолоу өсөн Батыр һүҙҙе икенсе яҡҡараҡ борҙо.

– Костюмды йыуыу өсөн бөгөн кискә һеҙҙе ресторанға саҡырам.

Камила Федоровна бер ни өндәшмәне.

– Ниңә тынып ҡалдығыҙ?

– Уйлап ултырам, хәҙер мин бара аламмы һинең иҫәпкә ресторанға?

– Һеҙ бигерәк. Ҡатын-ҡыҙ егеттең һәр бүләген тыныс алырға тейеш.

Камила Федоровна егеткә йылмайып:

– Тик һин яңы костюмыңда кил инде, – тип үтенде.

Батыр өйөндә ҡатындың һайлаған бүләген кейгәс, уның кәүҙәһенә тап-таман булып, килешеп тороуын тағы бер күрҙе. Уның күпкә һөйкөмлөрәк, һомғолораҡ, һоҡландырғыс итеүенә инанды. Батыр ресторанға юлға сыҡҡас, күп кешеләрҙең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә иғтибар итеүен күрҙе. Ә инде юлда үҙенә оҡшаған матур раузаларҙы һатып алғас, бер ҡатын хатта:

– Нимә, туйыңа китеп бараһыңмы? – тип һораны ла, егеттең яуабын көтөп тормайынса, – ҡотлайым! – тип йылмайҙы.

Батыр шулай ҙур иғтибар үҙәгенә эләгеүен күреп, аптырағандан, костюмын сисеп беләгенә элеп алды, әммә сем-аҡ күлдәк, ҡара-күк салбарына ҡушылып, егетте тағы ла һөйкөмлөрәк итеп күрһәтә, ҡараштарҙы үҙенә тарта ине. Шуға ла Батыр, кеше күҙенә күренеп тормаҫ өсөн, ресторан янында ҡатынды көтөп торманы, эскә инде, үҙҙәре яратҡан мөйөштәге өҫтәл артына барып ултырҙы. Шунан ҡатынға шылтыратты.

– Камила Федоровна, һеҙ ҡайҙа? Мин – ресторанда!

Батыр официантҡа заказ биреүгә ишектә Камила Федоровна күренде.

Егет сәскәне тотоп уға ҡаршы атланы.

Ҡатын йүгереп тигәндәй килеп егеткә һыйынды.

– Батыр! Костюм һиңә шундай килешә! – тине Камила Федоровна шат йылмайып. – Һине мөхәббәт аллаһы кеүек итеп күрһәтә. Ысын! Мин һине бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙан көнләшәм!

– Ниңә? – тип аптыраны Батыр.

– Сөнки бөтәһе лә һиңә ҡарай. Ана, күрәһеңме, бар официанттар һиңә текәлгән.

– Юҡты һөйләмәгеҙ! Улар икебеҙгә ҡарай. Сөнки был беҙҙең туйыбыҙ икән тип уйлайҙар. Әле килә ятҡанда бер ҡатын мине туйым менән ҡотлап китте.

– Сәскәләр бик матур. Рәхмәт!

Улар шулай итеп көн дә тиерлек кис осраша, йыш ҡына киске ашты ресторанда ашай ине. Аралары көндән-көн йылына барҙы. Моңло көйгә бейеп алалар, шул саҡта бик иркен һөйләшәләр, күңелдең иң төбөндәге серҙәрен йәшермәйҙәр, “яратам” тип әйтешмәһәләр ҙә, тойғолары шуға яҡынлаша ине. Бер мәл Камила Федоровнаның һыны бығаса башҡа ҡыҙҙарға Батырҙың күңелендә урын бирмәгән Әмиләнең образын этеп сығара башланы...

4.

Әмилә әйткәнсә, куранттар янында осрашайыҡ тигән бер сәғәт ваҡытты Батыр саҡ үткәреп ебәрҙе. Ҡайҙа китте Әмилә? Кем менән осраша? Әгәр бында ниндәйҙер танышы бар икән, бөгөн генә килмәгәнме Ергә? Улай булыуы мөмкин түгел, сөнки Әмилә шунда уҡ Батыр менән бәйләнешкә сығыр ине... Ваҡыты булмағанмы? Улай тиһәң, бына әле лә бик ашыға ине, шуға ҡарамай шылтыратты, осрашырға тәҡдим итте бит. Егет төрлөсә фаразланы. Ошоноң кеүек уйҙар уның башынан бер минутҡа ла китмәне. Ниһайәт, тәғәйенләнгән ваҡыт яҡынлашты.

Ике тулыр-тулмаҫтан Батыр куранттар янында тора ине. Тиҙҙән Киров урамы яғынан ашығып килеүсе Әмилә күренде. Батыр уға ҡаршы атлаған еренән туҡтаны. Әмилә янында оҙон буйлы, киң яурынлы таныш түгел егет бар. Кем ул?

Батырҙың йөрәген көнләшеү уты семетеп алды.

– Һуңланым шикелле, ғәфү ит. – Ҡыҙ Батырҙың беләгенә тейеп алды. – Таныш булығыҙ: Батыр, Лиуар.

Егеттәр ҡул биреште.

– Батыр, мин һинең хаҡта бөтәһен дә беләм, – тип йылмайҙы Лиуар. – Әмилә һөйләне. Беҙҙең Урҙа ла булғанһың икән. Һинең менән танышыуыма бик һөйөнәм.

– Мин дә, – Батыр был егет алдында үҙен нисек тоторға белмәне. Ниңә килгән ул Ергә? Етмәһә, Әмилә менән бергә. Шуға күрә Батыр күңелендә Лиуарға ҡарата кескәй генә көнләү кисерҙе. Был таныш түгел егет янында нимә хаҡында һөйләшергә мөмкин?

– Беҙҙең хәбәр оҙон булыр, – тине Әмилә. – Әйҙә, берәй ергә барып ултырайыҡ.

– Төшкө ашты ашамағанһығыҙҙыр әле, – Батыр сәғәтенә ҡараны. – Берәй кафеға инеп ҡапҡылап алайыҡмы әллә?

– Әйҙә, – тип ризалашты Әмилә.

Батыр уларҙы Таусылар проспекты менән Вәлиди урамы мөйөшөндәге кафеға әйҙәне. Унда кеше аҙ була, тыныс, аулаҡ. Рәхәтләнеп һөйләшерҙәр. Мөйөштәрәк өҫтәлде һайлағас, заказдар бирҙеләр.

– Һин Лиуарҙың башҡортса матур һөйләшеүенә аптырайһыңдыр әле. Ул русса ла белә.

– Һин өйрәткәнһең инде, Ергә килер булғас.

– Эйе, йыл буйы өйрәттем мин уға. Беҙҙең килеүебеҙҙең төп башҡарыусыһы – Лиуар. Мине уға ярҙамсы итеп ебәрҙеләр. Ерҙе, бындағы кешеләрҙе яҡшы белеүем арҡаһында.

– Төп башҡарыусы? – Был һүҙгә Батыр ныҡ аптыраны, Лиуарға ҡарап алды.

Нимәне аңлата ул? Ни башҡарырға йыйыналар бында?

Ошо ерҙә Лиуар көтөлмәгән һорау бирҙе.

– Батыр, һин яһалма аҡыл тураһында ишеткәнең барҙыр бит?

– Русса – искусственный интеллект, тиҙәр. – Һүҙгә Әмилә ҡушылды. – Башҡортса “яһалма интеллект” тиергә ярайҙыр.

 

Дауамы бар. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: