Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Май , 17:59

ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть)

Наил ҒӘЙЕТБАЙ

ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть)
ҠАРА ҠУМТА – 7 ЙӘКИ УН ЙЫЛДАН ҺУҢ (Мажаралы фантастик повесть)

1

Телефон шылтыраны.

Батыр күптән түгел сыға башлаған “Ғаилә усағы” журналын ҡарап ултыра ине.

Унда комбинат директоры урынбаҫары Камила Федоровнаның төҫлө фотоһын баҫҡандар. Егет шул рәсемдә туҡталып ҡалды.

– Алло!

– Батыр, һинме? – Трубкала таныш түгел ҡыҙ тауышы ишетелде.

– Мин. Ә һеҙ кем?

– Мин... Мин... Әмилә!

– Әмилә? – Батырҙың башында “һә” тигәнсә йөҙҙәрсә һорауҙар йылтлап үтеп китте. Ниндәй Әмилә? Ундай исемле ҡыҙҙы бөтөнләй белмәй. Хәйер... Ләкин бының булыуы мөмкин түгел!.. Әмилә?!. Юҡ, юҡ! – Ниндәй Әмилә? Фамилияғыҙ нисек?

– Һуң – Әмилә. Батыр! Оноттоңмо ни?

– Ярай, шаярмағыҙ! Минең ваҡытым юҡ... Ни йомош?

– Батыр, минең дә ваҡытым бик тар. Был мин – Әмилә, Ур планетаһынан! Ергә килдем.

– Ур планетаһынан? Әмилә?! Һинме?! Һин – нисек? Әгәр ысынлап та һин икән, әйҙә, осрашайыҡ! Һин ҡайҙа?

– Мин комбинат ҡаршыһындағы аллеяла.

– Хәҙер сығам!

Батыр, ҡайҙа баҫҡанын белмәй, ишеккә ашыҡты. Батыр Әмилә исемле бер кемде лә белмәй. Шул Ур ҡыҙынан башҡа. Әммә ул Урҙа йәшәй, һуңғы тапҡыр күреп, мәңгегә тип хушлашҡандарына ун йыл үтте. Ул осорҙа Батырға ла, Әмиләгә лә 12- шәр генә йәш ине. Тимәк, хәҙер Әмиләгә лә 22 йәш! Шуға ла Батыр уның тауышын танымаған инде. Ә бына ҡыҙҙың үҙен төҫмөрләрме? Егеттең йөрәге тулҡынланыуҙан, ҡыҙҙы тиҙерәк күрергә теләп ашҡыныуҙан дарҫлап тибә. Үҙгәргәнме икән?! Әлбиттә, үҙгәргән! Теге осор Әмилә үҫмер генә булһа, хәҙер бит – еткән ҡыҙ!

Батыр йүгерә-атлай аллеяға килеп инде лә тирә-яғына ҡараны. Әммә ағастар теҙмәһе уртаһындағы киң тротуарҙың осонан килә ятҡан ике оло йәштәге кешенән башҡа бер кем дә юҡ ине. Береһе шаярттымы икән? Егеттең күңелен үкенесле ҡара бушлыҡ солғап алды. Их! Ул шундай өмөтләнгәйне! Ошо ун йылда ул күпме тапҡыр Әмилә менән осрашыуын күҙ алдына килтерҙе. Ҡасан да булһа бер мәл ҡыҙ барыбер Ергә килер, Батырҙы эҙләп табыр, тип хыялланды. Йәки, имеш, үҙе нисектер Ур планетаһына барып сыҡҡан. Ниндәй ҡыуаныслы, һағыныслы осрашыу булыр ине ул. Тик был – бары хыял, төш кенә ине шул!

– Батыр!

Егет терт итеп ҡалды. Үҙ ҡолағына үҙе ышанмай, йылт итеп артына боролдо. Шунда уҡ эргәлә генә ағастар араһында таныш түгел ҡыҙ тороуын шәйләне.

Әмиләме? Батыр бар күңеле менән уға уҡталды, тик үҙе урынынан ҡуҙғала ал маны. Әмиләме?! Был бит йәшлеге ташып торған сибәр, әммә... сит һылыуҡай, һис тә Батыр белгән, уның менән бергә ҡасандыр күпме мажаралы ваҡиғалар кисергән үҫмер ҡыҙға бөтөнләй оҡшамаған.

Ул арала ҡыҙ, ағастар араһынан сыға бирҙе лә, ҡулы менән егетте үҙенә әйҙәне:

– Батыр, кил бында!

Әмиләме?! Ниңә унда саҡыра? Бындағы эскәмйәгә ултырып, йәки аллея буйлап йөрөп һөйләшһәләр, уңайлыраҡ түгелме ни? Әммә Батыр һорауҙар биреп торманы. Ҡарашын ҡыҙға төбәгән хәлдә уға табан атланы. Егет һаман да был таныш түгел һылыуҡайҙа элекке Әмиләнең һыҙаттарын сырамытырға теләне.

Ҡарашында, йылмайыуында Батыр белгән, хәтерләгән үҫмер ҡыҙҙың сатҡылары бар кеүек. Шулай ҙа егет күпме йылдар һағынып көткән Әмилә түгел, ә таныш булмаған сит ҡыҙ бит был!

– Батыр! Ниңә һин әллә ниндәй? Әллә һағынманыңмы?

Бындай һорауҙы ишеткәс, егет ҡыуанып китте. Ҡыҙҙың һүҙҙәре аралағы ниндәйҙер кәртәне алып ташлағандай итте. Әмилә был, Әмилә! Ул да көткән осрашыуҙарын, һағынған!

– Һағындым, тик...

– Минең Әмилә икәнемә ышанмайһыңмы?

– Ышанам. Тик... һин нисек Ергә килеп сыҡтың?

– Әйҙә, күренеп тормайыҡ әле. Китәйек бынан.

– Ниңә? – тип аптыраны Батыр.

– Аҙаҡ аңлатырмын, – ҡыҙ егеттең ҡулынан етәкләп ситкәрәк тартты. Әмиләне ниҙер борсоған кеүек тойолдо Батырға.

Улар аллеянан сыҡтылар ҙа тыҡрыҡҡа боролдолар. Комбинат бинаһы

күренмәгәнерәк ергә үткәс, ҡыҙ тынысланғандай итте, аҙымдарын аҡрынайтты.

– Әмилә, ысынлап та был һинме ул? – Батырға һаман да был һылыуҡай һис тә

Әмилә түгел, ә сит ҡыҙ кеүек тойола.

– Мин, мин! Мин дә һине ҡапыл таныманым. Әллә ниндәй ят егет кеүекһең.

Тик күңелем менән барыбер һиҙәм, был – һин! Мин белгән, һағынған Батыр!

Әйҙә... бында кеше күренмәгән ерҙә бер ҡосаҡлашайыҡ әле!

Шулай тине лә Әмилә, егеткә боролоп, уны ҡосаҡлап алды. Батыр ҙа бар көсө менән ҡыҙҙы үҙенә ҡыҫты.

– Уф! Үлтерәһең бит, – тине Әмилә, егет ҡосағын бушатҡас. – Күпме тапҡыр ошолай осрашыуыбыҙҙы күҙ алдына килтерҙем. Ниһайәт, ул тормошҡа ашты! Хоҙайға рәхмәт!

Әмилә ҡыуанған кеүек күренһә лә, уның күҙҙәрендә борсолоу осҡондары ла бар ине. Ниңәлер асыҡ урында һөйләшергә теләмәйенсә, егетте ситкәрәк тартты.

Был нимәне аңлата?

– Һин кемдәндер ҡурҡаһыңмы?

– Миңә бер... кешегә күренергә ярамай.

Был һүҙҙәр Батырҙы шаҡ ҡатырҙы. Әмилә бит, уның аңлауынса, Ергә әле генә килгән. Шул арала кем менән танышырға өлгөргән, танышыу ғына түгел, араларын боҙорға һәм унан ҡасып йөрөргә мәжбүр?

– Кемгә? – Батыр ҙур асылған күҙҙәрен ҡыҙға төбәне. – Кем ул?

Әмилә саҡ ҡына уйланып торҙо. Ҡыҙ ниндәйҙер серен әйтергә лә, әйтмәҫкә лә белмәй икеләнде шикелле. Шунан бик етди ҡиәфәттә егеткә боролдо.

– Комбинаттың директор урынбаҫарын – Камила Федоровна Иҫәнбаеваны беләһеңме?

– Әлбиттә, беләм.

Батырҙың арҡаһынан һалҡын тулҡындар земберҙәп үтте.

– Уға күренергә ярамай миңә!

– Камила Федоровнаға?! – Батыр шаҡ ҡатты. Иҫәнбаева – комбинаттың иң билдәле шәхестәренең береһе. Әмилә ни арала уның менән мөнәсәбәтен боҙорға өлгөргән?

– Ни өсөн?

– Аңлатырмын. Тик унан алда мин һиңә күп нәмәләр һөйләргә тейеш.

– Һөйлә һуң, – Батыр ҡыҙҙан серле лә, хәүефле лә тарих ишетергә әҙерләнде. Әмилә сәғәтенә ҡарап алды, шунда уҡ уның борсолоуы, ҡайҙалыр ашығыуы һиҙелде.

– Батыр! Беҙ һинең менән берәй сәғәттән осрашырбыҙ, – тине ҡыҙ аҡланған тауыш менән. – Тик бында түгел. Әйҙә, сәғәт өскә куранттар янына кил. Яраймы?

Ә хәҙер мин бер кешене күрергә тейеш.

– Кемде? – Батыр бик аптыраны. Әмилә күптән түгел генә килгән Ергә. Шул арала кемдәндер йәшенеп маташа, кем менәндер осрашырға ашыға. Быларҙы

нисек аңларға?

– Ярай, хуш!

Ҡыҙ ғәйепле төҫ менән йылмайҙы ла, ашығып китеп барҙы.

 

2

Әмиләнең Камила Федоровнаны белеүе Батырҙы бик ғәжәпләндерҙе. Белеү генә түгел, унан ниңәлер ҡурҡа ла бит әле, уға күренергә теләмәй. Ә Батыр Камила Федоровнаны бик яҡшы белә, хатта уларҙың аралары һуңғы осор бик яҡынайып китте, тиергә лә була.

Батыр Магнитогорскиҙың тау-металлургия институтын тамамлап комбинатҡа эшкә килгәс, бер ҡатын-ҡыҙ уны ҡыҙыҡһындырманы, сөнки күңелендәге Әмилә образын этеп сығарырҙайҙары ла юҡ ине. Һәм бына бер мәл комбинатта Камила Федоровна хасил булды. Уға иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. Һомғол буйлы, ҡалҡыу күкрәкле Камила Федоровна бер ҡарауҙа бар ир-аттың иғтибарын үҙенә тарта. Уның нәҙек билен тағы ла нәфисерәк итеп күрһәтеүсе көслө янбаштары арҡаһында ҡыҙҙың кәүҙәһенә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Батыр Камила Федоровнаны комбинат коридорында тәү осратҡандан һуң оҙаҡ ҡына уның артынан ҡарап торҙо. Тиҙҙән күп ир-аттың ҡыҙға битараф түгеллеген һиҙенде егет. Ҡатын хаҡында төрлө хәбәрҙәр килә башланы: берәүҙәр, ул үҙе килеп урынлашҡан, тине. Икенселәр, уны Мәскәүҙән ебәргәндәр, ти, ә өсөнсөләре уны комбинат директорының туғаны, имеш, тип тә һөйләнеләр. Һуңғыһы дөрөҫөрәктер. Сөнки ябай инженер булып эш башлаған һылыуҡай ике-өс айҙа бүлек мөдире булырға ла өлгөрҙө, хәҙер бына бер ай инде директорҙың урынбаҫары! Иҫ киткес карьера!

Кемдер ярҙам итмәһә, нисек шулай тиҙ күтәрелергә мөмкин? Уның шәхси тарихы бигерәк тә серле. Килеп эшләй башлағас, күптәр ҡыҙҙың комбинат директоры урынбаҫары Роберт Сәлимович менән осраша башлауын күргән. Һис ғәжәпләнерлек хәл түгел, Роберт Сәлимович – утыҙ йәшлек буйҙаҡ ир. Төҫкә лә сибәр генә. Камила Федоровна ҡарамаҫлыҡ түгел. Тиҙҙән ҡыҙҙы бүлек мөдире итеп күсерәләр. Тағы ла бер ай тирәһе үткәс, бөтә комбинатты шаҡ ҡатырып, Роберт Сәлимович үлеп китә. Иң ғәжәбе – уның ни сәбәпле яҡты донъя менән хушлашыуын врачтар асыҡлай алмай. Эш өҫтәле артында ҡапыл йөрәге туҡтаған.

Ниңә? Һап-һау кеше, үлеменән ярты йыл элек график буйынса дауаханала тикшергәндәр, диспансеризация үткән, йөрәгенең хәлен күрһәткән кардиограммалары бар. Ундай йөрәк менән йөҙгә тиклем йәшәргә тейеш булған, әммә ярты айҙан ул туҡтаған. Башҡа ағзалары ла ауырымаған. Ниңә үлгән? Врачтар, күпме тырышһа ла, был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмаған.

Ә Камила Федоровнаны Роберт Сәлимович урынына директор урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Быныһы бигерәк тә ныҡ ғәжәпләндерә. Ул урынға ҡуйырҙай күпме тәжрибәле, инициативалы, көслө инженерҙар бар. Батыр ҙа дәғүә итә ине. Ниңә кисә генә комбинатҡа килгән, бындағы ҡатмарлы эш процестарын әле тулыһынса төшөнөп етмәгән йәш ҡатында туҡталғандар? Быға ла яуап юҡ ине.

Был ваҡиғалар Әмиләнең Ерҙә пәйҙә булыуына тиклем булды. Сибәр ҡатын тәүге күреүҙә Батырға ныҡ оҡшаны. Күңеленә инеп ултырҙы, тиергә була, шунан һуң йыш ҡына Камила Федоровна хаҡында уйлап йөрөнө, бер мәл нисек тә яҡшылап танышыу теләге тыуҙы. Шул уй менән йәшәй башланы. Ләкин ҡатындың иғтибарын йәлеп итеү өсөн, уның хәтерендә ҡалырға теләһә, үҙен көтөлмәгәнсә, ғәжәпләндерерлек, хатта шаҡ ҡатырлыҡ итеп тоторға тейеш ул! Бөтә ир-ат Камила Федоровнаның сибәрлеге алдында ҡаушап ҡалалыр. Батыр, һәр хәлдә, үҙе шундай тойғо кисерҙе. Хатта ни өсөндөр ҡыҙарып китте шикелле. Тотлоға биреп һаулыҡ һорашты, ҡатын үтеп киткәс, сикәләрен тотоп ҡараны, улар ут кеүек ҡыҙыу ине.

Ләкин хәтерендә ҡалырлыҡ итеп танышырға теләһә, Камила Федоровна алдында ул һис тә үҙен бала-саға кеүек тоторға тейеш түгел! Беренсенән, нисек тә һөйләшеп китергә кәрәк. Бының өсөн оҙаҡ ваҡыт Камила Федоровна менән йәнәш булыу, әңгәмә ҡороп ебәреү мотлаҡ. Ә Батырҙың ундай мөмкинлеге бөтөнләй юҡ! Камила Федоровна ҡатнашҡан юғары кәңәшмәләргә егетте саҡырмайҙар, коридорҙа тап булып, һаулыҡ һорашып үтеп китеүҙәрен һанамағанда, осраҡлы рәүештә башҡа урында бергә булырға ла тура килгәне юҡ. Хәйер, Батыр бит ҡатындың иҫендә ҡалыу өсөн үҙен баштан уҡ уйламағанса, көтөлмәгәнсә тоторға тейеш! Коридорҙа тап булып, бер ниндәй сәбәпһеҙ һөйләшеп, танышып китеү үҙе үк Камила Федоровнаны аптыратасаҡ, хәтеренә уйылып ҡаласаҡ. Бығаса бер кем дә уның алдында үҙен улай ҡыйыу тотмағандыр, ә Батыр тап шулай эшләйәсәк! Һис бер ҡаушау, ҡурҡыу тойғоһо кисермәйенсә, үҙен тәүәккәл, хатта нахал тоторға тейеш ул!

Шулай итеп, егет Камила Федоровна менән тап булышыуҙы төрлөсә күҙ алдына килтерҙе, бар оялыу, тартыныу, ҡаушау тойғоларын күңеленән алып ташланы һәм коридорҙа осрашыуҙарын ашҡынып көтә башланы. Бының өсөн төрлө сәбәп табып ҡатындың кабинеты янында уралды. Ә төшкө ял ваҡыты яҡынайыуға бөтөнләй шул тирәнән алыҫ китмәне.

Бына бер мәл коридорҙа Камила Федоровна күренде. Батыр үҙ-үҙенә ныҡ ышанған ҡиәфәттә тәүәккәл аҙымдар менән уға ҡаршы атланы.

– Һаумыһығыҙ! – Батыр ҡайҙалыр ашыҡҡан ҡатындың юлына ҡаршы тороп йылмайҙы. – Мин һеҙҙең менән күптән яҡшылап танышырға теләйем! Тик һеҙ һәр саҡ бик эшлекле ҡиәфәттә ҡабаланып үтеп китәһегеҙ, һис тә һөйләшеп китеү мөмкин түгел. Эштәр былай барһа, йәш ғүмерегеҙҙе сарыфҡа үткәреп ебәрәсәкһегеҙ! Бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйырға ярамай! – Батыр Камила Федоровнаға ҡулын һуҙҙы.

– Батыр!

Ҡатын Батырҙың оҙон монологын тәүҙә ғәжәпләнеп, аҙаҡ ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән түҙемле тыңлап торҙо ла, егеткә ҡулын бирҙе, шунан үтеп китергә итте. Тик Батыр уның юлына арҡыры торҙо.

– Хәҙер һеҙ, тәртип буйынса, исемегеҙҙе әйтергә тейешһегеҙ шикелле.

– Шулаймы ни? – Камила Федоровна йылмайғандай итте. – Камила Федоровна. Хәйер, мине беләһеңдер, тип уйлайым.

– Юҡ, белмәй инем! – тине Батыр етди ҡиәфәттә. – Коридорҙа бер нисә тапҡыр күреп ҡалдым былай.

– Түрәңдең исемен белергә кәрәк, тиҙәр, – Камила Федоровна йылмайҙы.

– Комбинаттың дүрт ҡатлы бинаһында түрәләр эт тубығынан. Уларҙың бөтәһен дә ҡайҙан белеп бөтәһең?

– Ярай, таныштыҡ, хәҙер үтергә мөмкинме?

– Юҡ әле, – тине Батыр һаман да ҡатындың юлынан ситкә тайпылмайса. – Ҡыҙ менән егет танышҡандан һуң, ғәҙәттә, осрашырға һөйләшәләр.

– О! – тип йылмайҙы Камила Федоровна. – Һин, йәш егет, бик күпкә өмөт итәһең түгелме?

– Әгәр өмөтөм булмаһа, һеҙҙе туҡтатып та тормаҫ инем. Конкрет һөйләшәбеҙ: мин һеҙҙе бөгөн кис ресторанға саҡырам. Һеҙҙең кеүек сибәр ҡыҙ, әлбиттә, юҡ, тиәсәк.

Ошо ерҙә Камила Федоровна көлөп алды.

– Мин, ысынлап та, шулай тиергә теләйем.

– Ә беҙ яҡшы беләбеҙ: ҡыҙҙарҙың “юҡ” тиеүе “эйе”не аңлата. Тимәк, барабыҙ!

Ошо ерҙә Камила Федоровна ҡапыл етдиләнде, тауышы ҡатыланды.

– Ярай, етте! – тине ул ҡоро ғына. – Шаярҙыҡ, булды! Мин ашығам. Минең ваҡытым юҡ!

Ҡатын ҡырҡа боролоп ситкә атланы. Егет аңланы – был мәлдә Камила Федоровна менән ары ирмәкләнеү мөмкин түгел. Ул баҫҡан урынында тороп ҡалды.

Ошонан һуң Батыр бер нисә тапҡыр Камила Федоровнаны тап иткәндә шул тонда һөйләшеүен дауам итергә ниәтләне лә, кире уйланы. Бында арттырып ебәрергә ярамай. Шуға күрә егет тап булышҡандарында, үткәндәге шаярыу булмағандай, етди төҫ менән һаулыҡ һорашып ҡына үтеп китте. Шулай итеп ул Камила Федоровнаны бер аҙ аптыратты шикелле. Сөнки һуңғы тап булыуҙарында ҡатындың ҡарашында ҡыҙыҡһыныу сатҡылары күренде.

 

3

Һәм бынан өс-дүрт көндән һуң улар комбинаттың коридорында йәнә тап булышты. Ҡатын егетте алыҫтан күреп йылмая башланы, әммә Батыр етди булып ҡыланды, һис тә осрашыуҙарына ҡыуанған кеүек түгел ине.

– Ә-ә! Уҫал ҡыҙ! – тине егет етди төҫ менән. – Кәрәкле ваҡыт үтте, бөгөн барабыҙ ресторанға.

Батыр, ҡыҙҙың яуабын көтөп тормайынса, һүҙен дауам итте:

– Әллә һаман да эшлекле кеше булып ҡыланабыҙмы?

– Үткәндә минең, ысынлап та, ашығыс эшем бар ине, – тине ҡатын был юлы йомшағыраҡ тауыш менән.

– Ә хәҙер?

– Хәҙер ҙә бар, – ҡатын етдиләнә төштө.

– Беҙҙең осрашыу йәнә шулай файҙаһыҙ булыр тиеүгә төрттөрәһегеҙме?

– Дөрөҫ аңлайһың.

– Ә мин ресторанға бер бармайынса һеҙҙе саҡырыуҙан туҡтамаясаҡмын.

– Бының менән беҙҙең мөнәсәбәтте тағы ла нығыраҡ боҙасаҡһың.

– Ә мин шуға өлгәшергә тырышам да инде.

– Ниңә?

Батыр был һорауҙы юрамал яуапһыҙ ҡалдырҙы. Әйҙә уйланһын, белергә теләһен.

– Күрәм, кәйефегеҙ юҡ. Кем боҙҙо уны?

– Һин.

– Мин? Хәйер, бар миндә ундай ғәҙәт. Матур ҡыҙҙарҙы күрһәм, обезәтельно кәйефтәрен боҙам. Сөнки яратам матур ҡыҙҙарҙы.

– Ярай, һау бул.

Камила Федоровна китергә булғайны, Батыр уның беләгенән тотоп, йәнә туҡтатты.

– Һеҙ минән шулай итеп ҡотолмаҡсыһығыҙ. Тик һеҙ бит инженер, тимәк, беләһегеҙ, һәр хәрәкәт ҡаршыһын тыуҙыра. Ньютондың икенсе законы. Һеҙ ни тиклем ныҡ ҡаршылашаһығыҙ, ул миндә шул тиклем көслөрәк еңергә ынтылыу теләге уята. Һәм был көрәштең аҙағы бик хөрт тамамланып ҡуйыуы бар.

– Һин миңә янайһыңмы?

– Иҫкәртәм. – Батыр һаман етди һөйләшә. – Белеп ҡуйығыҙ. Әгәр мөнәсәбәтебеҙ һаман да шулай дауам итһә, беҙҙең был алыш... насар бөтәсәк!

– Нисек? – Камила Федоровна егеткә ҡыҙыҡһынып ҡараны.

– Мәҫәлән... өйләнеү менән.

Ошо ерҙә ҡатын тәү тапҡыр ҡысҡырып көлдө.

– Борсолма! Был бер ҡасан да булмаясаҡ!

– Шулай ҙа кәңәш бирәм: әгәр минән ҡотолорға теләһәгеҙ, йомшарығыҙ. Ул саҡта беҙҙең аралағы көсөргәнеш бөтәсәк, минең өсөн аралашыуҙың ҡыҙығы ҡалмаясаҡ.

– Бөттөмө һүҙең?

– Бөтмәне. Әйтергә теләмәгән инем. Мәжбүр итәһегеҙ... Мин һеҙҙе яратам.

Камила Федоровна йәнә ҡысҡырып көлдө.

– Миңә тәүге осрашыуҙа уҡ, яратам, тип әйткәндәре юҡ ине әле.

– Был беҙҙең икенсе осрашыу.

 

– Барыбер. Ә мин һине... яратмайым.

– Бик һәйбәт. Статистика буйынса, ҡыҙҙарҙың 90 проценты яратмай кейәүгә сыға һәм бәхетле була.

Камила Федоровна тағы көлөп алды.

– Ә ун проценты?

– Яратып сыға, шунан егеттең бик үк шәп түгеллеген күреп, күңеле ҡайта ла айырылыша. Не создавай себе кумира! Йәғни үтә ҡыҙыл тиҙ уңа. Шуға күрә алмаған сағығыҙҙа миңә сығып ҡалығыҙ. Шунан көндән-көн минең төрлө һәйбәт яҡтарымды күрерһегеҙ. Һәм... – егет туҡтап ҡалды.

Камила Федоровна егеттең ары ни әйтерен бер аҙ көттө лә, һаман өндәшмәгәс, Батырға ҡыҙыҡһынып ҡарап:

– Нимә “һәм”? – тип һораны.

– Һәм... егеттең бик күп яҡшы сифаттарын белгәс, нимә була? Яратасаҡһығыҙ.

– Батыр! – Ҡатын тәү тапҡыр егеткә исеме менән өндәште. – Әйҙә, етди һөйләшәйек.

Камила Федоровна асыулана кеүек. Тик араны өҙөп китеп барырға ла теләмәй ине.

– Ә мин бик етди һөйләшәм.

– Етдиҙер, ләкин ул еңел-елпе, бер ниндәй нигеҙһеҙ тел болғауға оҡшаған.

– Тәүгә ишетәм, егет ҡыҙҙың ҡулын һораһа, уның еңел-елпе һөйләшеү икәнлеген.

– Ундай тәҡдимде нисектер икенсерәк әйтәләр. Әгәр ул ысынлап булһа, әгәр һаман да шаярмаһаң.

– Нисек – икенсе төрлөрәк?

– Тәүҙә үҙҙәре тураһында, бер-бере тураһында бөтәһен дә һөйләйҙәр.

– Бына быныһы ысынлап та – яңылышлыҡ! Беҙ хәҙер үк уны юҡҡа сығарабыҙ.

Егет кеше булараҡ, минән башлайбыҙ. – Батыр башын эйеп саҡ ҡына уйланып торҙо, шунан ҡапыл тәүәккәл төҫ менән ҡарашын Камила Федоровнаға күтәрҙе.

– Әңгәмә бик етдигә әйләнә бара. Ниңә коридорҙа торабыҙ әле? Был тантаналы ваҡиғаны хәҙер үк берәй етди урынға барып дауам итергә кәрәк! Юғиһә һеҙ беҙҙең был аралашыуҙы тағы ла еңел-елпегә һанарһығыҙ. Үс иткәндәй, йәнә төшкө ял ваҡыты килеп еткән. Закон буйынса... Һеҙ төш мәлендә ял итергә, сәй эсеп алырға тейешһегеҙ. Профсоюз ағзаһы булараҡ, мин һеҙҙең ошо законды боҙмауығыҙҙы талап итәм. Ҡабатлана, тимәгеҙ, әммә мин йәнә һеҙҙе ресторанға саҡырам!

– Әйҙә-әйҙә! – тип көлдө Камила Федоровна. – Һинең менән бер тапҡыр ресторанға барып ултырмайынса ҡотолоп булмаҫ. Киттек!

– Бына был – егеттәрсә! – Батыр ҡатынды ҡултыҡлап алды.

Комбинаттан сыҡҡан арала Батыр телефондан такси саҡырҙы.

– Минең машинала барайыҡ, – тип тәҡдим яһаны Камила Федоровна.

– Юҡ инде, – тине Батыр. – Егет башым менән ҡатын-ҡыҙ арбаһында йөрөмәм!

– О! – тип көлдө Камила Федоровна. – Патриархат!

Такси ҡала ситендәге бәләкәй генә ресторан янына килеп туҡтаны. Төшкө ял ваҡыты етеп килеүгә ҡарамай, бында бер-ике генә кеше ултыра ине.

– Ниңә ресторан буш? – тип аптыраны Камила Федоровна.

– Мин шулай теләнем, – тине Батыр етди төҫ менән. – Беҙгә һөйләшергә ҡамасауламаһындар өсөн.

– Һин етди һөйләшә беләһеңме ул? – Ҡатындың тауышында ҡәнәғәтһеҙлеге һиҙелде.

– Бында кисен йәштәр күп була, – тип аҡланды егет.

Камила Федоровна Батырға боролоп ҡарап алды, ләкин бер ни өндәшмәне.

Урынлашҡас:

– Мин һине тыңлайым, – тине Камила Федоровна етди тауыш менән, Батырҙың күҙенә тура ҡарап.

– Һеҙ беҙҙең әңгәмәне рәсми тонға күсерә алмай аптырайһығыҙ. Йәнәһе, һеҙ – комбинат директорының беренсе урынбаҫары, ә мин – һеҙҙең ҡул аҫтында эшләүсе. Йәғни үҙ урынымды белергә тейешмен.

– Дөрөҫ аңлайһың.

– Ха-ха! – тип көлдө Батыр. – Ә һеҙҙең этикет буйынса бүлек мөдиренең, йәғни ябай инженерҙың, комбинаттың генераль директоры урынбаҫарын ресторанға саҡырырға хаҡы бармы?

– Белмәйем, – тип егеткә аптырап ҡараны ҡатын.

– Ә мин беләм! – Батыр тәүәккәл төҫ менән Камила Федоровнаға йылмайып ҡараны. – Хоҡуғы юҡ! Ә инде тәнәфес ваҡытында шарап эсергә тәҡдим итеүе – енәйәт! Ундай кешене, беләһегеҙме, ни эшләтергә кәрәк?

Батыр йылмайҙы.

– Нимә эшләтергә? – Ҡатынға егеттең яуабы ҡыҙыҡ ине.

– Иң ҡаты яза... – Батыр Камила Федоровнаның күҙҙәренә тура ҡараны.

– Шунан – ни эшләтергә инде?

– Ә һеҙ белмәйһегеҙме ни, ҡыҙ кеше егетте нисек иң ҡаты итеп язалай?

– Юҡ. Үлтерәме?

– Унан да ҡатыраҡ!

– Үлемдән дә ҡатыраҡ? Нимә ул?

– Үҙенә өйләндерә!

Камила Федоровна ихлас көлдө.

– Был, ысынлап та, үлемдән ҡатыраҡ яза, – тип ҡуйҙы аҙаҡ, ниңәлер етдиләнеп.

– Һеҙҙең менән үҙемде артыҡ иркен тотоуым өсөн язалауҙың иң ҡаты ысулын күрһәттем. Рәхим итегеҙ! – Батыр йылмайып ҡулын йәйҙе.

– Мин изге кеше, – тип Камила Федоровна ла йылмайҙы. – Иң ҡаты язаға ҡулым бармаҫ. Еңелерәген табырбыҙ.

Официантка килде. Батыр ашарға һәм шарапҡа заказ бирҙе.

– Минең теләкте һорамайһығыҙмы ни? – тип аптыраны Камила Федоровна.

– Юҡ. Ҡатын-ҡыҙ тормошта ир-егет ыңғайына йөрөргә тейеш.

– Күрәм – һин патриархат патриоты, – тип көлдө ҡатын.

– Тәртип булһын өсөн донъяла патриархат булырға тейеш. Быны мин әйтмәйем, дини китаптарҙа шулай тиелгән.

– О! – Камила Федоровнаның ныҡ ғәжәпләнгәне күренде. – Һинең ғаиләлә лә патриархат буласаҡмы?

– Әлбиттә! – Батыр йылмайҙы. – Әммә донъя бөтөр алдынан донъяла тәүҙә барыбер матриархат урынлашасаҡ, шунан ахырызаман киләсәк.

Ҡатын, ни әйтергә белмәй, егеткә ғәжәпләнеп ҡараны.

– Һеҙ борсолмағыҙ, – Батыр ҡатынды тынысландырырға теләгәндәй шулай тине лә, етди төҫ менән һүҙен дауам итте. – Һеҙ генә түгел, бар ҡатын-ҡыҙ шуға ынтыла.

– Нимәгә ынтыла?

– Ахырызаманды яҡынайтырға!

Ҡатын ҡысҡырып көлдө.

– Һинең менән етди һөйләшеү тағы ла ҡурҡынысыраҡ икән, – Камила Федоровна йылмайҙы. – Әллә нимәгә килтереп сығараһың.

– Нимәлә туҡталдыҡ әле? – Егет ҡатынға ҡараны.

– Һин үҙең хаҡында һөйләү өсөн ошонда алып килгәйнең.

– Нимә һөйләйем? Өс тапҡыр өйләндем. Берәүһе мине ташлап китте, икәүһен үҙем ташланым. Ахырызаманды яҡынайтмаҫ өсөн.

Камила Федоровна көлдө.

– Ысынды һөйләйһеңме?

– Мәҙәктең көлкөһө. Юморҙы аңлайһығыҙ, – Батыр саҡ ҡына уйланды. – Минең хаҡта белергә теләйһегеҙ инде.... Биографиям ни, бик ҡыҫҡа. Институт бөтөп комбинатҡа килдем. Ябай инженерҙан башлағайным, тиҙҙән байыҡтырыу бүлегенең етәксеһе иттеләр. Бөттө.

– Уларҙы мин былай ҙа беләм.

– Ҡайҙан?

– Шундай мөләйем егет эргәлә эшләп йөрөһөн дә, ҡыҙыҡһынмаған, тиһеңме ни? Һинең йөрәк серҙәрең хаҡында ишеткем килә. Мөхәббәттәрең тураһында. Ошоғаса бер генә ҡыҙҙы яратмағанһыңдыр бит?

– Дөрөҫөн әйтһәм, тағы шаяра тиәсәкһегеҙ.

– Шулай күп ҡыҙҙарҙы яраттыңмы ни?

Батыр Камила Федоровнаға ҡайғылы төҫ менән ҡараны.

– Киреһенсә. Берәүҙе лә яратманым. Хатта осрашып та йөрөмәнем. Ысын.

– Тағы мәҙәктең көлкөһөмө? Кеше ышанмаҫ хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәрме әле? Шундай сибәр егет! Баһадир! Ышанмайым!

– Ләкин был ысын. Ун ике йәшемдә бер ҡыҙҙы оҡшата инем. Ләкин уны мөхәббәт тип әйтеп буламы? Балаларса мауығыу ғына булғандыр ул. Әммә шул ҡыҙҙы гел иҫләйем. Һағына инем. Уның образы күңелемә бик ныҡ инеп ултырҙы ла, башҡа ҡыҙҙарға урын ҡалманы ла ҡуйҙы. Шуға бер кемде лә ярата алмайым.

– Ул ҡыҙға өйләнмәнеңме ни?

– Уны шул ун ике йәшенән бирле күргәнем юҡ.

– Ниңә? – Камила Федоровна бик аптыраны.

– Сөнки ул бик алыҫта.

– Булһасы. Хәҙерге заманда барып етеп булмаған урын бармы икән?

– Бар.

– Булһын. Алыҫ, тип бармағанһың икән, тимәк, яратыуың шундай булған.

– Ун ике йәштә ниндәй яратыу булһын, – тине Батыр уйсан тауыш менән. –  Ябай балаларса мауығыу булған инде. Әммә йыш ҡына уның хаҡында уйлай инем.

– Шул мөхәббәт була инде, – тине Камила Федоровна.

Батыр шарапты фужерҙарға ҡойҙо.

– Белмәйем. Әйҙә, мөхәббәт өсөн! – ул фужерын күтәрҙе.

– Эш ваҡытында эсәбеҙме? – Камила Федоровна Батырға икеләнеп ҡараны, әммә фужерҙы ҡулына алды.

– Беренсенән, эш ваҡыты түгел. Тәнәфес. Икенсенән, егерме грамдан иҫермәбеҙ, моғайын.

Батыр фужерын сәкәштерҙе лә шарапты ауыҙ итте. Ҡатын иренен генә тейгеҙеп алды.

– Ашығыҙ тәмле булһын, – тине Батыр.

– Рәхмәт, һеҙгә лә.

Батыр тирә-яғына ҡарап алды ла официантканы саҡырҙы.

– Ҡәҙерлем! Һеҙ музыка уйнатаһығыҙмы ул?

– Беҙгә көндөҙ кеше бик аҙ йөрөй, – тип аңлатты официантка. – Кис оркестр уйнай.

 

Дауамы бар. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: