Күпме йылдар инде ҡағыҙҙарын ҡыштырлатып, калькуляторҙарын туҙҙырып, тыныс ҡына, бөгөн көн үтте, иртәгәһе лә үтер әле, тигән кеүек, замана үҙгәрештәренең зәһәр елпеүенә лә бигүк иғтибар итмәй, үҙ ыңғайҙарына ғына йәшәп ятҡан Ирәндек төпкөлөндәге бер колхоз бухгалтерияһы бер ваҡыт һис көтмәгәндә туҙҙырылған ҡырмыҫҡа иләүе кеүек зыҡ ҡубып алды. Уның бухгалтерҙары ҡайһыһы көлкөгә ҡалып, ҡайһыһы аҡылға ултырып, әммә уларҙың бөтәһе лә ошо хикәйәлә һөйләнәсәк хәлдәрҙән һуң, әлегә үҙҙәре белмәгән тормоштоң таныш булмаған яҡтарын үҙләштереп, ҡәнәғәт булып ҡалды.
Бер көндө төшкә табан колхоз бухгалтерияһына һуңғы мода буйынса кейенгән, яурынына крокодил тиреһенән тегелгән сумка аҫҡан, тәбәнәк кәүҙәле, мөләйем йөҙлө ҡыҙ килеп инде. Иң башта ул ҡаршы стенала эленеп торған ҙур көҙгө янына килеп буй-һынын ҡарап әйләнде лә, шунан ғына һүҙгә күсте:
– Драсьте, коллегустар! Мин һеҙгә бер айға практика үтергә килдем. Белеүегеҙсә, һеҙ миңә эштең секреттарын өйрәтергә тейешһегеҙ. Минең исемем Керри була, ә иҫкесә, паспортса Клара. Иң насар исем миндә инде. Хатта уны йоҡлау гарнитурына ҡушып ҡуйғандар. Керри Шәрифова тип әйтһәгеҙ ҙә була, “Керри бәпесебеҙ” тиһәгеҙ еще лә окей була. Сөнки һеҙ практика үткәндәргә айырыуса иғтибарлы, нежный булырға тейешһегеҙ. Грубость, неуважение исключается...
Шулай итеп был ҡыҙ, бер туҡтауһыҙ әллә нимәләр һөйләп, колхоздың күпте күргән, “йәшәмеш” бухгалтерия ҡатындарын шаҡ ҡатырҙы.
“Инеш һүҙҙе” тамамлағас, ул өлкән бухгалтерҙың урынбаҫары Гөлсирә апайҙың өҫтәле янына килеп баҫты ла:
– Йә инде, мин үҙем менән таныштырҙым, ә һеҙ кем булаһығыҙ, апай-с? – тип ҡулын һуҙҙы.
Конторала ғына түгел, бөтә колхозда үҙенең уҫаллығы, шарылдаҡлығы менән дан тотҡан Гөлсирә апай бер аҙ юғалып ҡалды ла:
– Бик яҡшы, бик яҡшы... Ней һеңлем... минең исемем Гөлсирә булыр, – тип яуап бирҙе.
– Дә-ә, тәк-с?! Үҙегеҙ былай ничево ғынаһығыҙ, но бына исемегеҙ... Фу, старье! Асыуланһағыҙ ҙа, асыуланмаһағыҙ ҙа, мин һеҙҙе “Гледи-апай” тип йөрөтәсәкмен, лады? Гледи һинд телендә – иң матур ҡатын-ҡыҙ, матурлыҡ аллаһы ул, – тип танышыусы һүҙен тамамлап, яуап та көтөп тормай, һулаҡайҙа ултырған колхоздың экономисы – тыныс тәбиғәтле, оялсан Хәсбиямал алдына килеп баҫты. Уның исемен ишеткәс, “Керри бәпес”тә ут тоҡандымы ни:
— Боже мой! То Гөлсирә, то Хәсбиямал?! Нимә был иҫке исемдәр сүплегеме ни? Һеҙ бит орденоносец колхоздың зеркалоһы! Юҡ. Бындай исемдәр һеҙгә килешмәй. “Перестройка” тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ юҡ что ли? Мин һеҙҙе “Хося-апай” тип атаясаҡмын. Америка конгресының баш бухгалтерының исеме шулай. Хося Айлен Моро! Ишетәһегеҙме? Нисек яңғырай?
Бухгалтерияның “Керри бәпес” кеүек үҙ шаталағы бар ине. Уның да исемен яңы тип әйтеп булмай, әлбиттә. Иҫәпләшеү өҫтәле бухгалтеры Ғәйшә ябай ауыл ҡатыны булһа ла, һис юғалып ҡалырға теләмәне, практикант ҡыҙға, Гейша, тип ҡулын һуҙҙы. Шул арала: “Йә, хәҙер ни әйтер икән?” – тигән мәғәнәлә башҡаларға күҙ ҡыҫып та өлгөрҙө.
– Тағы нимә?! Кем ҡушты һеҙгә ул исемде? Боже мой! Ну просто фантазия!
– Әлләсе, минең исемде беҙҙә иң матуры тип һанайҙар. Һиңә нимәһе оҡшамай һуң, Керри бәпесем? (Уны ысынлап та ауылда “Гейша” тип йөрөтәләр ине).
– Ужас! Ой, какой ужас! Белгең килһә, Гейша ул Батый хандың гаремдағы бисәләрҙең натирающий спины в банях и охраняющий их кастрат була ул. Тфү, ужас! В натуре, если ышанмаһаң, мин һеҙгә китабын принесу, почитатете. Ә үҙең такая симпуля, прям Индира Гандиға оҡшағанһың. Значит һеҙ минең өсөн просто Ганди булырһығыҙ.
Сират, иң мөйөштә, үҙ исеменән уңайһыҙланып ултырған Мәймүнә апайға килеп етте:
– Минең исемем... Мин Мәймүнә апайың булырмын, – тип әйтеп, уныһы исемен әллә насар, әллә яҡшы нәмәне аңлатамы икәнен белергә теләгәндәй, практикант ҡыҙҙың ауыҙына ҡараны.
– Кем, кем? Бына был исем исмаһам! Только Мәймүнә түгел, ә Мәймүн! Алжирҙа берҙән-бер хәрби осоусы ҡатын-ҡыҙҙың исеме ул. Авиация полковнигы Мәймүн Әл-Әхрәм! Вот звучит, да-а?! – тип ҡыуанып китте “Керри бәбес”.
Мәймүнә апай, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй көрһөнөп, ғорурлыҡ менән иптәштәренә күҙ йөрөтөп сыҡты ла урынына ултырҙы. Танышыусы колхоз кассиры Неллиның исемен дә бик хупланы. Шулай итеп танышыу байтаҡ ҡына ваҡытты алды. Артабан был сәйер ҡыҙ өсөн ҡайҙандыр, икенсе кабинеттан өҫтәл, ултырғыс пәйҙә булды һәм “Керри бәпес” бисмиллалап эш урынына ултыртылды.
Бер аҙ иркенләп урынлашып алған ҡыҙҙың йөҙөнә эшлеклелек ҡиәфәте инде:
– Тәк-с, ә супербух ҡайҙа ул? Нимә, ул гел шулай эшкә һуңлап йөрөйме ни? Какая несознательность! Юҡ, это не солидно. Ә исеме-есеме нисек һуң уның?
– Фәнис Ағзамович, – тине аранан берәү. – Тәк-с, ну исемдәр бында, Фәнис Ағзам... Фәнис Ағзам... Ну что ж, логично, – тине ул уйланып. – Һеҙ күҙ алдына килтергәс була, значит. Ярай, супербух урынында юҡ. Мин уны ждать не обязана. Өҫ-башты шмонға килтереп, ял итеп алырға кәрәк. Тәк-с, һеҙҙә ҡасан эш ваҡыты цу энде? – тип һораны “Керри бәпес”.
Хәҙер инде үҙен Америка конгресының өлкән бухгалтеры итеп хис иткән Хәсбиямал апай: “Цу энде” нимәне аңлата ул, Керри бәпесем?» – тип һораған булды.
– “Цу энде” немец телендә “бөттө” тигәнде аңлата. Ярай мин иртәгә эшкә килермен. Квартира өсөн не беспокойтесь, Маугли еҙнәмдәргә урынлашам. Ладно, чао бомбино, до завтра! – тине лә, “Керри бәпес” ишеккә йүнәлде.
Бухгалтерия бисәләре, донъяларын онотоп, практикант тураһында ғәпләшеп ултырғанда, район үҙәгенән баш бухгалтер Фәнис Әғзәм улы Камалов ҡайтып төштө.
Ишектән инер-инмәҫтән ул:
– Ҡарсыҡтар! (кәйефе шәптән булһа ул гел шулай шаярта ине) Һеҙгә яңылыҡ: бөгөн-иртәгә арағыҙға баш ҡаланан практика үтергә бер ҡыҙ киләсәк. Клара Исҡужина. Тәк, Гейша, һин үткән йылда теге практикантты бик һәйбәт кенә өйрәткәйнең, быныһын да үҙеңә алырһың инде, – тип һөйөнсөләгән булды.
– Ярай, ярай! Мин риза. Тик башҡаса миңә Гейша тип әйтмәгеҙ, ә Ганди тип атағыҙ, – тип сирылып ҡуйҙы Ғәйшә.
Һис бер нәмә аңламаған Камалов:
– Ярай, ярай, үпкәләмә Гейша, ой, Ганди. Практикант килһә, миңә инһен. Кабинетығыҙҙы бер аҙ ипкә килтерегеҙ. Онотмағыҙ, йәштәрҙә эшкә талапсанлыҡ, бөхтәлек тәрбиәләү – беҙҙең бурысыбыҙ, – тип бойороҡтар бирә башлағайны, колхоздың “матурлыҡ аллаһы” Гледи Гөлсирә уны өҙҙө:
– Ә беҙ уның менән таныштыҡ инде, Фәнис Ағзамович. Беҙгә ул оҡшанымы, юҡмы – үҙебеҙ ҙә аңламай ҡалдыҡ. Әле ул фатирына китте. Еҙнәһе йәшәй икән беҙҙә, исемен әйткәйне, аңламай ҡалдыҡ кем икәнен. Иртәгә эшкә киләсәк ул.
– Шулаймы ни? Ниндәйерәк ул, буй-һыны? Һеҙгә оҡшанымы? – тип баш бухгалтер төпсөнә башланы. Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһендә уның йомшаҡлығын бухгалтериялағылар бик яҡшы белә ине. Шуға ла күрә һәр кем “Керри бәпес” тураһында баш бухгалтерҙың һеләгәйе ҡойолорлоҡ итеп һөйләргә тырышты.
Иртәгәһенә эш көнө ғәҙәттәгесә башланды. Практика үтеүсегә колхоздың йыллыҡ материаль отчетын нисек төҙөлөүен ҡарап, үҙләштерергә бер аҙна ваҡыт бирелде. Төшкә тиклем “Керри бәпес” бик етди генә, сыҙамлы ҡиәфәт менән ҡалын отчет китаптары менән булышты. Кисәге тел биҫтәһе улай-былай ғына һүҙ алышыуҙан башҡа өнһөҙ генә эше менән мәшғүл булып, сәйерлеге менән бухгалтерия ҡатындарын тағы ла аптыратты.
Ләкин төштән һуң “Керри бәпес”тең кисәге кеүек тағы ла теле асылды. Ул баш бухгалтерҙан бик ҡәнәғәт кенә килеп инде лә:
– Һеҙҙең супербух былай ничево ғына икән. Беҙ бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ, по-моему. Тик бына тыуған көнөн һорарға онотҡанмын, – тип уфтанып урынына барып ултырҙы. Һорауына “Хося Айлен Моро”нан тейешле яуапты ишеткәс, “Керри бәпес” крокодил тиреһенән тегелгән сумкаһында ҡаҙына башланы:
– Әһә, таптым! Беҙҙең Фәнис Агзамович гороскоп буйынса кем икән? – тип, алдына ҡалын ғына китап алып һалды. Көнө буйы конторала, унан эштән ҡайтып мал-тыуар, бала-сағаһы менән булышып, мәңге ваҡыт еткерә алмаған, ҡулдарына һирәк-һаяҡ ҡына гәзит-журналдар тотҡан бухгалтерия бисәләре “гороскоп” тураһында арлы-бирле ишетһә лә, был нәмә улар өсөн әлегә таныш түгел ине.
– Вот тебе на! Беҙҙең «супербух» гороскоп буйынса “Тәкә” икән! – тип дауам итте “Керри бәпес”, — Тәк-с, бик тиҙ һәм ҡайһы саҡта бушҡа ҡыҙыусан. Гел алда, өҫтөн булырға ярата. Кешегә тиҙ ышаныусан, уны алдауы бик еңел. Интересно! Өйләнгәнме? Холостой, тәк-с... тоғролоҡ яғынан ышанысһыҙ, ҡатын-ҡыҙға әйләнгән һайын күҙе төшөргә мөмкин. Түшәктә бик әүәҫ, арыу белмәҫлек партнер... һәм башҡалар. Короче, беҙҙең Агзамович такой человек икән.
Үҙҙәренең хужаларына бирелгән “характеристиканың” тәүге өлөшөнөң дөрөҫлөгөнә хайран ҡалған бухгалтерҙар был “күрәҙәсе” китап тураһында ҡыҙыҡһынып зыу килде. Бер аҙҙан аранан иң хәйләкәрерәк һәм батыр — “Алжирҙың авиация полковнигы Мәймүн Әл Әхрәм” – Мәймүнә апай ишекте эстән бикләне лә, иркә бесәй кеүек ҡыҙ ҡаршыһына килеп ултырҙы. Үҙенең күптән инде ире тураһындағы күңелен өйкәгән икеле уйҙары был “зиннәтле” китап дөрөҫләрме икән, тигән өмөт ине Мәймүнә апайҙа.
– Ней, һеңлем... Керри бәпесем... 3 августа тыуған бер ир йораты тураһында һөйләп ебәр әле! Ул, ней... Минең ҡустым ул... – тигән булды ул, ҡыҙарынып-бүртенеп.
– Тәк-с, Меймун апай, бына таптым. Эшкә әрһеҙ, тыныс холоҡло. Аҡса табыу өсөн һәм үҙ ғаиләһе өсөн үлеп бара. Оҫта, ҡулынан бөтә эш килә. Тик күңеле ятмаған эшкә үлтерһәң дә тотонмай. Бик темпераментлы партнер. Матур бисәләрҙе ярата, уларға һис көтмәгәндә әүрәп китеүе ихтимал. Бик аҫтыртын, тормош юлдашы булараҡ ышанысһыҙ, үҙенең гонаһтарын тормош юлдашына һиҙҙертмәҫкә тырыша, – тип тамамланы практикант ҡыҙ.
Ошоға тиклем үҙенең ире менән ғорурланып: “Аллаға шөкөр, ирҙән уңдым. Аҡыллы, эшсән, эсмәй-тартмай һәм бисәләргә йөрөмәй,” – тип маһайып йөрөгән “Алжирҙың хәрби осоусыһы”ның «самолеты» ҡолай башлағандай булды. “Ух, хәсис, яуыз йән! Йә күңелем һиҙеңкерәй ине ул. Күрһәтермен әле мин һиңә!” – тип янды Мәймүнә апай. Ни әйтергә лә белмәй, ҡаушап ҡалғас ул:
– Ну, был ҡустыны... Бахыр киленкәйем йәлке шул. Нишләйһең инде, бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтә бит, – тип көрһөнөп ҡуйған булды.
Хәҙер инде һәр кем, үҙен ҡыҙыҡһындырған дата буйынса “ҡоҙам, ағайым, ҡустым...” тигән булып, бер-береһен ышандырырға тырышып, “Керри бәпес”те маҙаһыҙланылар. Әлбиттә, һәр кем үҙенең яртыһы тураһында ҡыҙыҡһына ине. Ғәйшә-Гейша-Гандинең яртыһы кеүек ир колхозда ғына түгел, хатта донъяла һирәктер, моғайын. Айыуҙай кәүҙәле, суҡмар йоҙроҡло, башкиҫәр йөҙлө булһа ла, характеры ҡыҙ баланыҡылай нескәрәктер ул. Ғәйшә үҙе һөйләгәне бар, Сәлименең, никах уҡығандан һуң аулаҡ өйгә индереп бикләнгәс, кәләше янына килмәй ишек тупһаһында нисек таң аттырғанын. “Бәғзене эсерһәң туҡтатып алып булмай, ә Сәлим эсһә, бөтөнләй һөйләшмәй ҙә ҡуя,” – тип һөйләйҙәр ине уның тураһында. Ул хужалыҡта ғына түгел, районда иң алдынғы мал табиптарының береһе булып һанала. Йондоҙнамә буйынса Сәлим баҫалҡы, әҙәпле һәм бик тыйнаҡ хужа булып сыҡты. Быны дөрөҫләп Ғәйшә “эйе шул” тигәндәй баш һелкеп ҡуйҙы. Ләкин мал врачының мөхәббәт өлкәһендә йыш партнер алмаштырырға яратыуы, “Үҙ ҡатыныңды һаҡла, башҡаларҙы йәлләмә” тигән принцип менән йәшәүе, бигерәктә үҙенән олораҡтарҙы яратыуы асыҡланды.
Гейшаның күңел шайтандары Сәлим өсөн “тамуҡ ҡаҙаны” аҫтына ут тоҡандырғайны инде:
– Ух, әй минең ҡоҙасам бәхетле икән, улай ҡоҙанан ҡәҙерләнгәс. Ысынлап та минең Харис ҡоҙам үҙенән туғыҙ йәшкә бәләкәс, – тип, көлөмһөрәп, ни әйткәнен үҙе лә аңламай, китаптағыларҙы дөрөҫләгән булды. Уның күҙ алдынан ауылдағы, Сәлимдән олораҡ булған етемһәтем, ирһеҙ бисәләре – арғы яҡтағы бөкөрө Әсмә, тәмәкесе Зифа, магазин янында йәшәүсе тол ҡатын Сәлиха, үръяҡтағы Фатима, мәктәп урамындағы Сәрбиямал хихылдашып үтте.
Америка конгресының баш бухгалтеры “Хосе Айлен Моро”ның ире һары сәсле, йыуан бисәләрҙе яратыуы асыҡланды. “Ах, ҡороғор! Бына һис белмәгәнмен бит! Кәнишнә, һөйәркәләрең танауың аҫтында булғас, ни. Йә, ҡороғороң, ҡайһы ваҡыт анау туҡал башмаҡты эҙләгән булып ҡараңғы төшкәс кенә йә уң яҡтан, йә һул яҡтан ҡайтып инә ине. Нисауа, мин һиңә рәтен табырмын әле!» – тип эстән көйөп, ҡара янды меҫкенең. Ысынлап та Хәсбиямал апайҙың ут күршеләре икеһе лә йыуан кәүҙәле һәм һары сәсле ине. Етмәһә, уларҙың ирҙәре лә юҡ. Аннаның ире өс йыл элек аварияла һәләк булды, ә Сәкинәнеке күсеп килгәндә үк юҡ ине.
Ә баш бухгалтер урынбаҫары Гөлсирә апайҙың тормош иптәше пенсияла булһа ла, колхоз рәйесенең тәьмин итеү буйынса урынбаҫары булып эшләй. Рәфҡәт ағай төҙәтеп булмаҫлыҡ “Дон Жуан” булып сыҡты. Ул китап буйынса йәш-елкәнсекте генә ярата, уларҙы нисек булһа хәйлә, аҡса менән дә үҙенә йәлеп итергә тырыша һәм мораҙына ирешә торған кеше икән. “Ах, ҡарт төлкө! Йә, йыл һайын “радикулитым” тип бәлә һалған булып, йәйгә санаторийға путевка юллай башлай. Ә мин, һиңмай, уға йәлләмәй аҡсаһын артығы менән биреп ебәрәм бит әле. Ух, ҡарт убыр! Бына был яғына булһын әле. Сухари менән арбарһың бисәләреңде!” – тип үҙен-үҙе йыуатҡан булды быны-бына хаҡлы ял көтөп йөрөгән “Гледи” апай.
Колхоз кассиры Нәзифә апай Әхмәтенең уйнашсы икәне бөтә ғәмғә билдәле һәм уны иҫбатлау ҙа кәрәк түгел, тип уйлап ситтән генә күҙәтеп ултырһа ла, башҡалар ыңғайына ҡыҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Йондоҙнамә буйынса уның ире – “Арыҫлан”. Көслө шәхес булараҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы бик ярата, шул уҡ ваҡытта үҙ мөхәббәтенә тоғро була ала. Тик уның менән үтә иғтибарлы булыу, күңелен табыу мотлаҡ. “Арыҫлан” уҫал, көслө булһа ла, иркәләүгә, наҙға бик мохтаж. Һәр саҡ кеше һүҙенә төшөп, ҡыҙғанып, өйҙә гелән ғауға ҡуптарырға, еңмешләнеп һауыт-һаба ватырға ихлас ғәҙәтле булған Нәзифә апайҙың башында хәҙер икенсе уйҙар ҡайнаша башланы. “Эй, Әхмәткәйем, кеше һүҙенә һылтанып та, ҡыҙғаныуҙан да һиңә ниҙәр генә күрһәтмәнем мин! Ун алты йыл эсендә ватылған һауыт-һаба бөтә ауыл кешеләренә етер ине, моғайын. Ә һин бына ниндәй кеше булғанһың икән”, – тип үкенес менән күҙҙәренә йәш алып ҡуйҙы.
Шулай итеп, был бухгалтерия ҡатындары, “Нелли”-Нәзифәнән башҡаһы, асыулы, мәкерле уйҙар менән өйҙәренә таралышты. “Нелли” эстән йырлай-көйләй йортона ҡанатлы ҡош кеүек ҡайтып инде. Йәһәт кенә бер турам итте үткәреп билмән борҙо. Баҙҙағы ҡайнатмаларҙың һәр төрлөһө өҫтәлгә теҙелде. Уның араһында хужабикә көҙгө алдында һыланып-һыйпанып ире яратҡан шау сәскәле күлдәген кейергә лә өлгөрҙө. Уның әмере буйынса тамаҡтары туйған балалар урамға сығып һибелде. “Ярай, уйнаһындар әле. Әхмәтемде, исмаһам, аулаҡта хөрмәт итермен”, – тип уйланы “Нелли”. Бына хужа эштән дә ҡайтып инде. Тупһа аша атлауы булды, һәр саҡ һуңлағанда һөҙгәк үгеҙ кеүек ҡаршылаған ҡатыны: “И-и, бабаҡайым! Ҡайттыңмы, асыҡҡанһыңдыр инде? Әйҙә, йыуында ашарға ултыр, һуңлап ҡына, һағындырып ҡына ҡайтаһың бит, йәнекәйем!” – тип янында өтәләнде. “Һөҙгәк үгеҙ”енең өҫтөнән кейемен алыуы, йыуынғанда эргәлә таҫтамал менән көтөп тороуы Әхмәт ағайҙы аптырауға ҡалдырҙы. Мул һыйлы өҫтәл артынан урын алған хужа алдына “шыҡ” итеп бер ярты араҡы ла килеп ултырҙы. Күрһәтелгән хәстәрләүҙе, һый-хөрмәтте тыныс ҡына ҡабул иткән Әхмәтте, ҡатынының таң менән яңағынан: “Уян инде матурым, аҡыллым, эшкә һуңлайһың бит”, – тип яндырып үбеүе тағы ла хайран итте. Сөнки ул Нәзифәһенең ғүмер буйы бисә-сәсәнән ҡыҙғанып, йөрәккә ауыр яра һалып әйтелгән һүҙҙәренән, бөтмәҫ янъялынан ялҡып, ҡатын наҙынан тамам төңәлгән ир ине. Өнөммө, төшөммө тигәндәй: “Был ни булды минең бисәгә? Йә раббым, һәр саҡ шулай булһаң, ниндәй бәхетле итер инең мине”, – тип уйланы Әхмәт ағай. Йыуынып, иртәнге ашҡа ултырғас, ул ҡатынын үҙ янына тартып алып, иркәләп тә алды. Тегенеһе бесәй кеүек наҙланып: “Ә-ә, бына нисек ир күңелен табалар икән. Ух, ата бесәй, ҡайһылай мырлап иреп китте. Ҡара уны теге “Керри бәпес”тең китабында дөрөҫ яҙылған икән”, – тигән һығымтаға килде. Ысынлап та был янъяллы өйҙә кинәт тыныслыҡ урынлашты, Әхмәт ағай һәр саҡ эштән иртәрәк ҡайтырға тырышты. Ә “Керри бәпес” был ғаиләнең иң ҡәҙерле ҡунағына әйләнде, хәҙер үҙен бәхетле һанаған Нәзифә апай ҙа уны буш сығарманы. Ай эсендә кетәктән бер нисә тауыҡ, ике ҡаҙ һәм ата күркә практикант ҡыҙҙың крокодил тиреһенән тегелгән ҙурайтылмалы сумкаһының ҡорһағына сумып, ҡалаға күстәнәс булып олаҡты...