– Беҙ димләгән ҡыҙҙы оҡшатмаған булдың. Имеш, ялҡау. Кейәүгә сыҡҡайны, ана, унан да егәрле килен юҡ хәҙер. Донъялары әйләнеп сыҡҡыһыҙ. Ә һеҙҙең?..
– Ыһы!
– Ярай әле, эшләгән ереңдән, аҡса түләп булһа ла, фатир ала алдың, кеше өҫтөндә йөрөр инегеҙ әтеү! Атайың менән беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ, ауыҙыбыҙҙан өҙөп булһа ла, үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек.
– Ыһы!
– Килендең элек тә эшкә барымы юҡ ине. Бала тапҡайны, сәпсим туғарылды. Имеш, күңеленә ятҡан эш юҡ. Ҡулымдан килмәй, тип тураһын әйтергә оялалыр инде. Пенсияла булһаҡ та, беҙ ҙә тик тормайбыҙ: атайың ҡарауылда, мин дә килен кеүек өйҙә түшәмгә төкөрөп ятмайым, иҙән йыуған булам үҙемсә шунда.
Иш янына ҡуш. Ә килен арҡыры ятҡанды буйға һалмай.
– Ыһы!
– Ейәнемде тыуған көнө менән ҡотларға тип барғайным. Тейәнеп. Ул яратҡан ваҡ бәлеш бешерҙем. Килен компьютерға ҡапланған, бала-саға һымаҡ. Башын күтәреп тә ҡараманы. Бер сынаяҡ сәйен йәлләне. Күтәренеп килеүең о`кей булды әле, ти. Бөгөнгә ашарға бешереүҙән ҡотолдом, ти... Эштән ҡайтҡас, тамағыңды туйҙырҙыңмы һуң? Әллә шунда уҡ ҡыуып сығарҙымы?
– Ыһы!
– Ултыр, һерәйеп торма, йәнемде көйҙөрөп. Хәҙер аш йылытырға ҡуям. Атайың ҡоро сәй менән генә хушһынмай, аш таптыра.
– Ыһы!
– Атайыңдан йәшереп кенә тотҡан ярты бар ине. Берәй йөҙ грамм тотоп ҡуяһыңмы? Хәл кереп китер.
– Ыһы!
– Ҡайтып йөрөмә, үҙебеҙҙә генә йоҡла. Әйҙә, бер үҙе ятһын тилереп теге күн бит!
– Ыһы!
– Әллә өйөңә генә ҡайтып йоҡлайһыңмы? Ҡатын-ҡыҙ шулай инде ул. Туҙынып, саңын ҡағып алмаһа, күңеле булмай. Тынысланғандыр инде.
– Ыһы!
– Быҙау һин!
– Ыһы!
– Тағы болара башлаһа, мах бирмә, ишекте шартлата ябып сыҡ та кит! Таштан яралмағанһың, түҙемлектең дә сиге бар. Әллә ҡайҙа йөрөмә төртәңләп, тура үҙебеҙгә кил, һиңә генә урын табылыр, тыуған йортоң бит.
– Ыһы!