Бында, ҡалҡыулыҡ артында, йылға шауы ишетелмәй. Тик тынлыҡты ни
өсөндөр һауанан түгел, ә ҡайҙандыр аҫтан килгән яңғыҙ торна тауышы
боҙа. Туҙанлы юлдан ике йөҙ метр тирәһе ситтәрәк ҡыуыш янында ултырған
ҡартты күрҙем. Ҡыуыштан ымһындырып ананас ҡауыны еҫе аңҡый. Сарсауымды ҡауын телеме менән ҡандырғым килде, ҡыуышҡа боролдом.
Ҡарт ҡымшанмайынса ултыра, баҡсаға ҡуйылған тоҙаҡтарға осоп килеүсе
бытбылдыҡтарҙы өркөтөүҙән ҡурҡалыр, күрәһең. Уларҙың сутылдауына
ҡолаҡ һала. Ҡарт янындағы ғәрәп балаҫында оҙон аяҡтарын ҡанаты аҫтына
тыҡҡан... торна ята. Ҡош ҡалҡыулыҡ аръяғына китеүсе ҡояштың ҡыҙыл
йөҙөнә ваҡыт-ваҡыт ҡарап ала, үҙ телендә нимәлер ҡысҡырып ҡуя. Торна
ҡысҡырған һайын, шәмәхә өлпөһө һелкенә, ҡояш нурҙары аҫтында ебәктәй
балҡый. Был күренеш мине шул тиклем арбаны, хатта сәйгүнгә саҡ эләгеп
йығылманым. Ҡарт башын күтәреп миңә ғәжәпләнеп ҡараны. Көтмәгәндә
ҡарауылсыларҙың баҡсала һәр ваҡыт уҫал эттәр тотоуы иҫемә төштө,
уларҙың ҡайҙандыр килеп сығып, миңә ташланыуын көтөп, ҡатып ҡалдым.
Ҡурҡып һораным:
– Һеҙҙең этегеҙ ҡайҙа?
– Минең этем юҡ, юҡ, – тип яуапланы ҡарт. – Рәхим итеп, үтегеҙ. Эттәр
тотмайым – уларҙың торнаны тешләүе ихтимал.
Торна, сит кешене күргәс, тороп, ҡыуыш артына китте.
Ҡарт одеял түшәне, мине ултырырға саҡырҙы, башын торна киткән яҡҡа
бороп, тынысландырып һөйләнде:
– Ҡурҡма, ҡурҡма! – Шунан миңә мөрәжәғәт итте: – Ә һине беҙгә ниндәй
елдәр ташланы, улым? Түрә-маҙар түгелһеңдер бит?
Нисек танышырға белмәгәнлектән, ҡаушап, өндәшмәнем, шулай ҙа яуап
бирҙем:
–Һеҙҙең ауыл ҡунағы мин, бабай. Поезға ашыға инем, танауыма ҡауын
еҫе бәрелгәс, ҡыуышҡа боролдом, ситләтеп үтә алманым. Мин хәҙер һеҙҙең
ихтыярҙа: һыйлайһығыҙмы, юҡмы? Әлбиттә, түләйәсәкмен.
Ҡарт ризаһыҙлыҡ белдереп сырайын һытты.
– Баҡсала ҡунаҡтан аҡса алыу – крәҫтиән эше түгел. Беҙҙә ҡауын менән
һыйлайҙар, ә һатмайҙар. Һеҙгә килтерергәме әллә үҙегеҙ һайлап алаһығыҙмы?
Иң яҡшыһы – үҙегеҙ өҙөп алығыҙ, ул һеҙгә тәмлерәк тойолор. Баҡсаның
теге башына барығыҙ – унда ананастар.
Ҡарт түтәлдәргә юл күрһәткәс, мин саҡ эләгеп йығылмаған сәйгүнде
күтәрҙе, һыу ҡойғас, ҡоро ботаҡтарҙы тубығында шартлатып һындырҙы ла
усаҡ яғырға кереште. Ул миңә ҡысҡырҙы:
– Ысын ҡауын тәмләгегеҙ килһә, иртәнге ысыҡтан ярыҡтар барлыҡҡа
килгәнен һайлағыҙ, бындай ҡауын ҡырҡ йыл элекке сирҙәрҙе лә дауалай.
Баҡса ситенә барып еткәс, һоҡланыуҙан таң ҡалдым: әллә ел тынып
ҡалғанға, әллә бындағы һауа ҡауын еҫе менән тулғанға, – башым әйләнде.
Бөтә яҡтан да еңелсә сытырлау ишетелде, әйтерһең, тәжрибәле һатыусы
туҡыма йырта. Өлгөргән, шәкәр һутына тулышҡан ҡауындар ярыҡтар
селтәре менән ҡапланғайны. Аяҡтарым аҫтында тоҙаҡҡа эләккән бытбылдыҡ
сырылданы.
Ҡыуышҡа бер ҡулыма – ҡауын, икенсеһенә бытбылдыҡ тотоп урап
килдем. Ҡарттың сәйе ҡайнап сыҡҡайны инде. Ҡауынға күҙ һалғас, ул
йылмайҙы:
– Ҡала кешеһе икәнегеҙ әллә ҡайҙан күренә, өлгөргән түтәлендә ашамаһаң,
баҡсала ҡауын ашаным, тип әйтеп буламы ни?
Дуҫтарса йылмайып, ҡарт ҡунысынан бысаҡ алып, миңә һуҙҙы. Шунан
ҡыйыҡ өҫтөнә үк эленгән төйөнсөгөнән икмәк, кипкән өрөк, шәкәр алды
ла сәй табыны әҙерләргә кереште.
Ҡауынды телдем, әйтерһең, уға үҙ ғүмеремдә беренсе мәртәбә йомоламын,
тотош ашап бөткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҡарт миңә каса менән ҡаты
сәй яһап бирҙе. Бармаҡтарым йәбеште. Ҡарт көлдө.
– Бына беҙҙә ҡауындар ниндәй шәрбәт, – тип һөйләнде ул ҡулдарыма һыу
ҡойоп. – Был яңы сорт, ананастар. Күптәр орлоғон алырға хыяллана.
Алыҫта торна торҡолдауы ишетелгәндә ҡояш батҡайны инде. Ҡарт күккә
ҡараны, торналар тубы офоҡта үтә күренмәле, утлы шәфәҡ пәрҙәһендә
иреп юғалғансы унан күҙҙәрен алманы. Ҡыуыш артындағы торна борсолдо,
осоп китергә йыйынғандай, ҡанаттарын ҡаҡты, уларҙы йәйҙе. Осоусы
ҡоштарҙың тауышы әллә ҡасан тынды, ә ҡыуыш артынан ҡанаттарҙың
ауыр ҡағылыуы һаман ишетелде.
Ҡарттың йөҙө етдиләнде. Ирендәренән йылмайыу юғалды, ҡарашы
тоноҡланды, хатта маңлайҙарына һырҙар өҫтәлде. Ул борсолоп урынынан
ҡалҡынды ла торнаны ҡыуышҡа алып килде.
– Их, Хоҙай мәхлүге! Иптәштәреңде һағындыңмы? Улар йылы илдәргә
осто. Һин дә улар менән ос. Ос, ос! Һин дә улар һымаҡһың бит.
Торна, шәмәхә өлпөһөн һелкетеп, алыҫҡа, туп артынан тулҡынланып
һәм моңһоу ҡараны, туғандарына хәйерле юл теләне шикелле.
– Был торна ҡайҙан килеп сыҡты? – тип һораным. – Бында күптән йәшәйме?
– Иртә яҙҙа улым Андрюшанан телеграмма алдым, – тип яуапланы ҡарт.
– Ул алыҫ яҡтарға юлланыуын хәбәр итте, ҡайтыуын көтөп тороуымды
үтенде. Ә мин Ленинградҡа йыйынып бөткәйнем инде. Шунда аяҙ көндө
йәшен һуҡҡан кеүек, телеграмма килеп төштө. Ҡулымдағы ҡарбуз төшөп
китте, тиҙәрме әле. Бындай хәбәрҙән һуң миңә бер нәмә лә ҡәҙерле булып
тойолманы. Улымды ныҡ һағынғайным! Ашағым да, эскем дә килмәне,
йоҡом ҡасты. Нисектер шулай бер тапҡыр ойоп киткәнмен дә төш күрҙем:
Фазлетдин хәсрәтләнеп, ни өсөн ағайым хат яҙмай, тип һорай. Ә мин унан
Шәмсетдиндең һәләк булыуын йәшерәм. Шунан көтмәгәндә, уйламаған
ерҙән, Шәмсетдин барлыҡҡа килде, баҡтиһәң, ул үҙенә Фазлетдиндең һәләк
булыуын хәбәр итмәгән өсөн миңә үпкәләй икән. Шунда күп тауыштарҙан
уянып киттем. Чабандар өйөм эргәһенән һарыҡ көтөүе ҡыуа икән тип
торам. Ишек алдына ҡараным, ә унда торналар өйөрөлә, ҡысҡырыша. Ул
мәлдә беренсе мәртәбә торналарҙы бик түбәндә күрҙем. Баҫып торам,
ғәжәпләнәм, уларҙы тыңлайым. Өйөм өҫтөндә ярты сәғәт буйы өйөрөлдөләр,
ҡыҙғаныс торҡолдайҙар, әйтерһең, ыңғырашалар, ә ике торна ҡыйыҡ
кәрнизенә бәрелә яҙып йә ҡырҡа түбән төшә, йә күтәрелә, йә яңынан
төшә... Һуңынан туп көньяҡҡа осто. Ә иртән өй артынан ошо торнаны
тапҡас, ни булғанын аңланым. Торна яраланғайны. Артабан осорға хәле
ҡалмаған. Шунан бирле минең менән йәшәй. Ныҡ эйәләште. Өсөнсө көн
инде ғазаплана. Осоп барыусы торналарҙы күреү менән үҙенә урын тапмай.
– Ул һаман да оса алмаймы?
– Оса ала. Ҡайһы берҙә ҡайҙалыр оса, ә һуңынан кире әйләнеп ҡайта.
Ҡарт, нәмәгәлер ҡолаҡ һалып, тынып ҡалды.
– Улым, һеҙ поезға һуңға ҡалдығыҙ. Хәҙер өлгөрмәйһегеҙ инде, поезд
етеп килә, – тине ул, кәрәсин лампаһын тоҡандырып.
Бер нисә минуттан һуң паровоздың әсе гудогы ишетелде, йыш ултыртылған
тирәк рәттәре аша вагондарҙың яҡты тәҙрәләре күренеп ҡалды.
– Мин һеҙгә урын һалам, бында ҡунығыҙ. Иртәгә китерһегеҙ.
Баш аҫтыма һуғылған халат һалғас, ул тоҙаҡтарҙы тикшерергә китте.
Ҡауындарҙың нәҙек һабаҡтарына баҫмаҫ өсөн, түтәлдән-түтәлгә һаҡ ҡына
атлап, ҡарт бүҙәнәләрҙе тоҡҡа йыйҙы. Ҡыуыш артында йөрөгәс, мине
йоҡлай тип уйлап, ахыры, аяҡ остарына ғына баҫып ҡыуышҡа инде, үҙ
мөйөшөндә тауыш-тынһыҙ ултырған торна янына баҫып, уға нимәлер бышылданы. Бәлки, ул торнаға балалары тураһында һөйләгәндер. Тимәк,
уның ике улы һәләк булған! Ленинградта өсөнсө улы йәшәй... Ни өсөн уның
исеме Андрей?
Ҡулымды һоноп, шырпы менән папиросты һәрмәп таптым. Ҡарт минең
яҡҡа боролдо.
– Йоҡлай алмайһығыҙмы?
– Ниңәлер йоҡо килмәй.
Ҡарт өндәшмәй генә лампа янына барып, утты һүндерҙе лә, аяҡтарын
бөкләп, яныма ултырҙы. Ай яҡтыһында уның сал һаҡал менән уратып
алынған бите асыҡ күренде. Һил. Сиңерткәләрҙең сырылдауы ғына ишетелә.
– Бабай, минең һеҙҙән һорағым килә... Ҡыҙыҡһыныуым өсөн алдан уҡ
ғәфү үтенәм.
– Рәхим итеп һорағыҙ.
– Миңә улдарығыҙ һәм Андрей тураһында һөйләгеҙ әле.
Ҡарт ҡалтыранып ҡуйҙы булһа кәрәк, ул одеял алып, иңбашына һалды.
Ай көтмәгәндә йәшеренде, ҡараңғыла ҡарттың да йөҙө юғалды.
Ул нимәлер тип яуап бирергә теләне, ләкин уның урынына ауыр һуланы.
Былайтып ауыр юғалтыу кисергән кеше генә һулай ала.
Ҡарт маңлайын һөрттө, һаҡалын тотоп ҡараны, тубыҡтарына устары
менән әкрен генә һуҡҡас, ниһайәт, телгә килде:
– Эй, улым, әгәр кешелә сабырлыҡ булмаһа, уны әллә ҡасан ҡайғы баҫыр
ине. Бына, күрәһең бит, мин һаман да теремен, ә ҡолармын да ҡабат тора
алмам, тип уйлай инем. Ике улымды юғалттым. Ике! Һуғыш башланғанда
баш балама, Шәмсетдингә, егерме ике, ә кесеһенә, Фазлетдингә, ун туғыҙ
йәш ине. Өлкәнен күҙе арҡаһында һуғышҡа алманылар.
– Күҙенә ни булды?
– Улы тыуыу хөрмәтенә үткәргән туйҙа Ғүмәр хажи фейерверк ойошторҙо.
Шәмсетдин ул ваҡытта атламай ине әле, мәрхүм ҡатыным уны йоҡларға
сәңгелдәккә һалған. Бәлә булырын ҡайҙан беләһең инде! Зарядтарҙың
береһе сәңгелдәккә төшөп шартлаған. Малайымдың бите янған, һул күҙе
зыянлаған. Ул күҙе һуңынан бөтөнләй күрмәй башланы. Шуға күрә уны
хеҙмәт армияһына алдылар. Ә Фазлетдинде армияға саҡырҙылар. Мин уны
Байтук станцияһына ҡәҙәр оҙаттым. Ул Ленинградта булды, беҙгә хаттар
яҙҙы. Ә Шәмсетдин Подгорьенан яҙҙы. Һеҙҙең Подгорьела булғанығыҙ
юҡмы?
Яуабымды көтмәй, ҡарт дауам итте:
– Мин Подгорьела булдым. Һәйкәл ҡуйғанда саҡырҙылар. Унда, Подгорьела,
электр станцияһы бар. Немецтар Мәскәү янына барып еткәндә станция
заводтарҙы һәм баш ҡала халҡын ток менән тәьмин итә башлаған. Немецтар
уны сафтан сығарыу өсөн самолеттарын да, бомбаларын да йәлләмәгән.
Минең Шәмсетдин күмер бушатҡан. Бер мәл ул эшкә китеп барғанда
көтмәгәндә тревога иғлан иткәндәр. Күктә немец самолеты күренгән.
Бомбаларҙың береһе балалар баҡсаһындағы ҡом өҫтөнә төшкән. Ә эргәләге
өйҙә балалар. Шәмсетдин бомбаны ҡулына алған да йылғаға йүгергән.
Ләкин күҙе арҡаһында эләгеп йығылған, бомба шартлаған... Һуғыш бөтмәҫ
борон уҡ әле уның ҡәберенә барҙым. Балалар йортона улымдың исемен
биргәндәр, ишек алдына бронза бюсын ҡуйғандар.
Ҡарттың тауышы ҡалтыранды. Уны тынысландырырға нимәлер әйтергә
теләнем.
– Кәрәкмәй, улым, мине тынысландырмағыҙ. Илаһам, еңел булып ҡала.
Һуңынан ул йәнә телгә килде:
– Фазлетдингә ағаһының үлгәнен хәбәр итмәнем. Бер йыл буйы хаты
һайын уның адресын һораны. Көтмәгәндә тағы ла ҡара хат алдым, унда
кесе улымдың алыш ваҡытында йылғаға батыуын хәбәр иткәйнеләр.
Меҫкенемдең хатта ҡәбере лә юҡ. Бына шулай тороп ҡалдым мин...
Йондоҙло күктә, гүйә, бәүелсектәр осто – тағы ла торналарҙың бер тубы
күренде. Ҡарт каруандан күҙҙәрен алмай дауам итте:
– Япа-яңғыҙым тороп ҡалдым, әйтерһең дә, бер ваҡытта ла ғаиләм
булмаған. Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәнем, йәнемә урын тапманым, аҡылым
еңеләйгән кешеләй йөрөнөм. Аҡ көн ҡара төндәй күренде. Беҙҙең рәйес,
аҡыллы ҡатын, мине үҙе менән Андижанға алды. Ул осорҙа Ленинградтан
балаларҙы унда күсерәләр ине. Рәйес көтмәгәндә миңә ошо балаларҙы
күрһәтте, тәрбиәгә берәй малай алырға өгөтләне. Мин интеккән, сибек
кенә Андрюшаны алдым. Аяҡҡа баҫтырҙым. Шунан миңә уны ҡәрҙәше
эҙләүе тураһында хәбәр килеп етте. Мин өндәшмәнем, баланы биргем
килмәне. Малай, үҫә төшкәс, Ленинградты, атаһын, әсәһен йыш иҫкә
төшөрҙө. Йөрәгемә ҡан һауҙы. Түҙмәнем. Үҙем барып, Ленинградта Андрей
Карповтың ата-әсәһен эҙләүҙәрен үтендем. Баҡтиһәң, Андрейҙың әсәһе лә,
атаһы ла блокадала һәләк булған. Малайҙы әллә ҡасандан бирле апаһы
эҙләүе хаҡында хәбәр килде. Гүйә, унда ҡанаттар үҫеп сыҡты, унда осорға
әҙер. Йыйындыҡ та киттек. Малайҙы уның берҙән-бер ҡәрҙәшенә үҙ ҡулдарым менән бирҙем. Ә үҙем яңынан етем тороп ҡалдым... Йәнә һағыш... Андрюша унда, Ленинградта уҡыны, өйләнде, улы тыуҙы –– улына Сабир тип исем ҡушҡан. Улына минең исемде биргән! Яңыраҡ миндә ҡунаҡ булып киттеләр.
Байтук станцияһында һаубуллашҡанда ейәнем ҡосаҡлап үпте лә: “Олатай,
мин һинең яныңа йәшәргә киләм!” – тине. Уларҙың вагонына ун оло
ананаска һалдым... Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Ленинградҡа тиклем алып барып
еткерә алдылармы икән?
– Әлбиттә, еткергәндәр.
– Андрюшаны апаһына биргәс һәр иртәлә Алланан әжәл ялбарҙым. Хәҙер
ейәнемде күргәс, үлгем килмәй, уның туйына ҡәҙәр йәшәгем килә. Оло
йәштә булыуым ғына йәл... Йә, хәтирәләргә бирелеү етер, йоҡларға кәрәк.
Ҡарт тынып ҡалды. Оҙаҡ йоҡлай алманым. Уйҙағы ҡарашым алдынан
ошо кешенең тормошо үтте.
Торна тауышы ишетелгәндә йоҡомһорай башлағайным инде. Әйтерһең,
эргәлә генә ҡанат ҡаҡтылар. Ҡарт урынынан һикереп торҙо, мин дә башымды
күтәрҙем.
– Осоп китте! – тине ҡарт үпкәләп һәм әсенеп.
Мин бер нисә сәғәт элек кенә өлпөһөнә һоҡланған торна туп артынан
көньяҡҡа осто. Туп, ярым түңәрәк яһап, кирегә, уға ҡаршы килде. Саф
боҙолдо. Торналарҙың үҙ-ара торҡолдауы ҡатын-ҡыҙҙарҙың туйҙағы күңелле
һөйләшеүенә оҡшағайны.
Сафҡа теҙелгәс, торналар, беҙҙең ҡыуыш өҫтөндә һалмаҡ өйөрөлдө лә,
көньяҡҡа таң алды күк йөҙөнә осто.
Ҡарт яғымлы һәм моңһоу әйтеп ҡуйҙы:
– Китте!
Һәр яҙ һайын торналар каруанын күреп, уларҙың зәңгәр күктә осоуына
һоҡланғас, колхоз баҡсаһы ситендәге яңғыҙ ҡарт хәтеремә төшә.
Алыҫта торналар торҡолдауын ишетеү менән, һауа ананас ҡауындары
еҫенә тулғандай була.
Башындағы нәфис шәмәхә өлпөһөн һелкетеп ҡыуышҡа төшөүсе торнаны
яңынан күрергә теләр инем!
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.