Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ғинуар , 17:22

БАЛА (хикәйә)

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА

БАЛА (хикәйә)
БАЛА (хикәйә)

Зәйнәп йәшле күҙҙәрен юлдаштарына күрһәтмәҫ өсөн ситкә ҡарап тик килде. Эргәһенә ҡунаҡлаған ҡатындар, бер-береһен бүлеп, сәфәрҙәре хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Хәйер, икәү-ара гәп менән айҡалашҡан юлдаштары Зәйнәпкә иғтибар ҙа итмәгән һымаҡ. Шулай ҙа водитель менән йәнәш креслоға ҡунаҡлаған Шәрғиә уға һүҙ ҡатмауҙы урынһыҙ тип һананы шикелле.

Ул, иҫке “Москвич”тың пружиналы ултырғысының йәнен алғандай, дәү кәүҙәһе менән шығырлата боролоп:

– Һиңә нимә тип әйтте әй? – тип һораны.

– Бер һынын да тапманым.

Яуап ҡыҫҡа булды.

Ҡәнәғәтләндергән яуап ала алмаған Шәрғиә бер ғауым шымып барҙы ла йәнә һүҙ башланы.

– Әлләсе. Миңә вис дөрөҫөн һөйҙәне. Атаҡ, атаҡ, хатта һыйырымды һүгенеп әрҙәп таштағанды ла белде бит. Аҡ биргән малдың ҡоһоро төшөр, ти. Һарыҡтарыңды ла һарайға матур итеп ҡыуып индер, типкеләмә, тисе. Аяҡһыҙ ҡалырһың, ти. Тәүбә, әстәғәфирулла! Белмәй тип нисек әйтмәк кәрәк, ә? – Шәрғиәнең һыу буйы хәбәрен тыңламаны Зәйнәп. Юлдаштары уның ниндәй хәсрәттәргә батып ҡайтып барғанын белһә икән дә...

Күрәҙәсегә иң һуңғы булып инде Зәйнәп. Өйҙөң буйынан-буйына һуҙылған ағас урындыҡҡа аяғын тартып ултырған ҡара күлдәкле урта йәштәрҙәге ҡатынҡай уның йөҙөнә ҡарамай ғына түрҙәге урынға ҡулын иҙәне. Башын күтәрмәйенсә генә һөйләй башланы:

– Ҡоймаң аша ыуаҡ таш һибелгән. Бөртөгөн дә ҡалдырмай, кире йылғаға бырға. Кеше аяғы һил саҡта дүрт юл сатына дүрт энә ташла. Ҡыҙыл эңерендә ағын һыуға ете яулыҡты төйнәп ағыҙырһың. Ҡара, йылға ситендәге тал ботаҡтарына эленеп ҡалмаһын. Күҙҙәрең күрә алғансы ҡарап тор.

Күрәҙәсе Зәйнәпкә бер тынала хәбәрен һөйләп бөттө лә, ана бара юлың тигәндәй, ҡулын сығыу яғына һелтәне. Ишек тотҡаһына үрелдем тигәндә генә ҡатындың тауышы яңғыраны:

– Бала килер!..

Бынан ары ашағаны – аш, йоҡоһо йоҡо булманы Зәйнәптең. Бисәләр ыңғайына күрәҙәгә барғанына йөҙ ятып, йөҙ үкенде. Бер бәләнең сеймәлгән башын тағаттырырға барған ерҙән, икенсе мөбәталаға тарып ҡайтырын белһә, ике аяғының береһен дә атламаҫ ине.

Өйөнә инмәҫ борон ихатанан ыуаҡ таш эҙләргә тотондо. Баҡһаң, кәртә-ере шуның менән тулы икән дәһә. Бына шуны ла күрмәй йөрөгән. Күрәҙәсе әйткәнсә, был тиклем ташты йыйып бөтөрөрһөң, бөтмәй ни. Етмәһә, ҡайһыһы рәнйеүле һибелгән, ҡайһыһы урынында әүәлдән ятҡан таш икәнен ҡайҙан беләһең? Әллә юҡты сурытты теге ҡара бисә? Һыны һын инеме ни! Ултырышынан мәңге тормағандай лапшайған да, ултыра юҡ-барҙы лығырҙап.

Әйләнгән-тулғанған һайын күрәҙәсене тиргәне Зәйнәп.

– Эйе, хәҙер аның ыңғайына дүрт юл сатының киҫешкән ерен эҙләп китеп ултырмаһа инде. Әллә ҡайҙа ятҡан Иҙелгә барып, яулыҡ ағыҙып йөрөргә шыр тиле түгел әле Зәйнәп. Бөтмәҫ ул күрәҙәселәр. Шәп булғастар, ана, илдәге боланы баҫһындар, ямғырын яуҙырһындар, кесерткәнгә тиклем ҡороп бөттө, янғындан аяһындар...

Туҡта, бала тинеме? Зәйнәптең әре хәүефкә әйләнде. Күҙенән ике бөрсөк йәш тәгәрәп төштө. Уларын һөртөргә онотто. Эштән ҡайтып ингән иренә күңел ҡуҙғыуын һиҙҙермәҫ өсөн йылмайырға тырышты. Килеп сыҡманы. Йөҙөнөң ҡомһарыуын ире һиҙмәй ҡалманы.

– Әллә ҡунағың күңелеңде күрмәй ҡайтарҙымы, кәйефеңдең рәте-сираты юҡ, – тине.

– Ниндәй ҡунаҡ?

– Бәй, Нурия ҡарындашыңа ҡунаҡҡа киткәйнең түгелме ни?

– Эйе, барып килдем. Нурия ауырыңҡырап тора.

Ир менән ҡатындың бүтәнсә һүҙҙәре берекмәне. Шым ғына киске ашты ашанылар. Баш ауырыуы һылтауы менән Зәйнәп йоҡо бүлмәһенә инеп ятты.

Уйҙарын икенсе юҫыҡҡа төшөрөргә күпме ынтылмаһын, күрәҙәсе әйткәне әленән-әле иҫенә төшөп тик торҙо. Ун тинлек ҡуяндан йөҙ тинлек зыян күреп ятыуына үҙен-үҙе тиргәп бер булды.

Теш-тырнағы менән теге ҡатындың әйткән ике-өс ауыҙ һүҙен инҡар итһә лә, күңеленә ингән шөбһә үҙенекен итте: төндө Зәйнәп керпек ҡаҡмай уҙғарҙы.

Иртәнсәк башы тубалдай ҡатҡайны, күҙ-йөҙ тирәһе һиҙелерлек шешмәкләнгәйне. Хәленең рәтле булмауын һиҙһә лә, эшенә ашыҡты.

Башланғыс класта әлдә дәресе оҙаҡҡа һуҙылманы. Мәктәп директорынан рөхсәт һорап, өйөнә ҡайтты. Магазин тәңгәленә еткәс, туҡтап ҡалды. Икеләнеүен еңеп, кибеткә ҡайырылды. Бер иштән ете яулыҡ һатып алды. Энәгә ҡалһа, өйҙә табылыр.

Бөгөнгө көн ғәҙәттәгенән оҙон тойолдо Зәйнәпкә. Тау өҫтөнә ҡояш күптән ултырырға тейеш, ә ул һаман урынынан ҡуҙғалмаған да һымаҡ күренде. Зәйнәп күрәҙәсенең әйткәндәрен теүәл генә үтәп ҡайтып ингәндә ярты төн ауышҡайны. Үҙе яңғыҙ ситтә йөрөү түгел, ирен дә бер үҙен йомош-юлға сығарып йөрөтөргә күнекмәгән ҡатынына ихлас аптырап ҡараны Хисмәт. Шулай ҙа әллә ни илтифат күрһәтмәне, вайымһыҙ ғына телевизор ҡарауын дауам итте.

Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы. Күрше бүлмәләге иңрәгес ауаз ирҙе урынынан ҡубарылырға мәжбүр итте. Аяҡ-ҡулдарын сатай-ботай ташлап, салҡатан ятҡан Зәйнәпте күреп шаҡ ҡатты Хисмәт. Күҙҙәрен быялаландырып ҡысҡырынған ҡатынына ҡарап, ни ҡылырға ла белмәне ул. Әүәлерәк, теләһә нәмә ҡыланыуына күнекһә лә, был юлы хәлдең киҫкен төҫ ала барыуы ирҙе хәүефләндерҙе.

Ҡатынына һыу эсерҙе. Бер төймә дарыу ҡаптырҙы. Эргәһенә ятты. Үҙ яғына тартып, сәстәренән һыйпаны. Зәйнәпте һағалап ята торғас, таңға табан ойоғайны ғына, ҡатынының бөтә тәне дерелдәп, үҙ алдына туҡтауһыҙ шыбырлауы уятты.

– Ниндәй бала? Ниңә килә? Миңә ул кәрәкмәй. Кәрәкмәй миңә бала-а-а-а!.. – Шыбырлау шыңшыуға күсте.

– Зәйнәп, ни һөйләйһең? Тыныслан. Насар төш күрҙеңме? Баҫлыҡтың мәллә?

Ятҡан еренән тороп ултырған ҡатын иренә аптырап ҡараны ла кире карауатҡа тәгәрәне...

Яр аҫтынан сыҡҡан яу һымаҡ ҡапыл хасил булған иңрәткес көндәр артта ҡалғандай тойолдо. Инәрле-сығырлы хәленән һуң байтаҡ тынысланған Зәйнәп ҡәҙимге тормошона ҡайтты. Күңелендә шик-шөбһәләр бөтөнләйгә юҡҡа сыҡмаһа ла, әүәлгеләй үҙен сәйер тотманы. Эшкә йөрөнө.

Унда ниңә барҙың, бында ниңә һуғылдың, тип иренә лә элеккеләй артыҡ бәйләнмәне. Көнсөллөгө менән даны сыҡҡан ҡатын йыуашайып ҡалды. Күберәк үҙ эсенә бикләнде...

Көҙҙөң көндәре оҙайлы торһа ла, ҡырпағай тыуыу менән үҙенекен итте: бер төндә сумыра ҡар яуып, таңға туңдырып та ҡуйҙы.

Көн алышыныу ғәләмәте булдымы, һин дә мин йоҡларға ятҡан Зәйнәп төндә баҫлыҡты... Ҡолағы төбөндә бала илаған йән өҙгөс тауыш иләүерәтте уны.

Шалҡан кеүек ап-аҡ тәнле сабый асырғанып иланы ла иланы. Зәйнәп ҡулын һоноп уға үреләйем тиһә, буйы етмәй ҙә ҡуя. Ҡатын ни ҡылырға белмәй, өҫтөндәге бер ҡат кейемен һыпырып бирмәксе булғайны, уныһы тирелеп төштө.

– Илама, бәпкәм, кил миңә, ҡуйыныма алып йылытайым. И-и, аяҡтарың, һуң аяҡтарың туңып бөткәнсе. Ҡулғыналарың...

Зәйнәп балаға яҡынайғандан-яҡынайҙы. Инде ҡулына алдым тигәндә генә сабый юҡ булды. Йән әрнеткес илау тоноҡланғандан-тоноҡланды, бүлмәне хахылдап көлөү тултырҙы.

– Ниңә ҡасаһың минән? Мин бит һине бары йылытайым тигәйнем. Ха-ха-ха...

Ҡатынының сираттағы ҡылығынан ҡобараһы осҡан Хисмәт ни ҡылырға белмәне, шулай ҙа үҙен ҡулға алып, ҡапылғара ҡаты бәрелмәне, һаҡ ҡына уятырға тырышты. Зәйнәп, ниңә мине уятаһың, тигән һымаҡ иренә вайымһыҙ ҡараш ташланы ла, һул яҡ ҡабырғаһына әйләнеп ятты. Иртәнсаҡ шым ғына тамаҡ ялғанылар. Һәр кем үҙ эше менән булышты.

Зәйнәп, класында контроль эшкә әҙерләнергә кәрәклеген иҫенә төшөрөп, ваҡытынан иртәрәк мәктәпкә ҡуҙғалды. Әммә ҡулына эш барманы, башында йүнле фекер яралманы. Ул таңғы төшөнән арына алмай ине. Шау-гөр килеп ингән балаларҙың тауышына ла иғтибар итмәне. Хәйер, һуңғы ваҡытта уҡыусылары Зәйнәптең үҙҙәренә ҡарата дилбегәне бушатыуын тойомлағайны.

Бүтән саҡта ике күҙҙәрен мөлдөрәтеп, шым ғына йөрөгән балалар хәҙер иркенлек тоя. Уларға уҡытыусыларының тәнәфестә нимәлер яҙып, йә бер көйө тәҙрәгә текәлеп ултырыуы оҡшай. Теләгәнсе шаяралар, ҡысҡыралар, малайҙар ҡыҙҙарҙы сәрелдәтә.

Әле лә Зәйнәп контроль эште йәһәтерәк аңлатты ла уйҙарына сумды. Уны төшө бимазаланы. Ғәҙәттә, элегерәк күргәндәренә әллә ни әһәмиәт бирмәйсә, көндөҙгө хәл-ваҡиғаларҙың сағылышына япһара торғайны. Йә онота бөтөнләй.

Бөгөнгө таңғы төшөнөң осмотона ҡәҙәр хәтерендә тороуы ғәжәп итте. Ул эске хәүеф менән кис етеүен көттө.

– Әйҙә, төнәйекме? – иренең гөрөлдәк тауышы Зәйнәпте тертләтте.

– Юҡ, әлегә йоҡо килмәй, бар, һин ят!

Ҡатындың уйы – бөгөн йоҡламай төн сығыу. Ултырып ҡына. Ут яҡтыһында.

Йоҡо үлем менән бер, үҙенекен итә, Зәйнәп тә ойоно.

– Әннә, ән-нә, – тип илаған бала тауышы уны йәнә һаташтырҙы. Зәйнәп ҡулдарын уға һуҙа, бәпес янтана. Бала үҙәк өҙгөс итеп илай ҙа илай.

– Нисек тамағың ҡарлыҡмай, нисек хәлең бөтмәй һинең?! – тип ҡысҡыра Зәйнәп, ҡолаҡтарын баҫып. Тик тауышы үҙенән үтмәгән кеүек. Сабыйҙың зәһәр илауы теңкәһенә тейҙе, ҡанын ҡайнатты. Ул ҡулына эләккән мендәрҙе балаға бәрҙе...

Был мәлдә ҡатынының ике ҡулын шаҡара тотҡан Хисмәттең, йыш-йыш тын алыуҙан, күҙ алды ҡараңғыланып китте.

– Иламаймы? – күҙҙәре аларған Зәйнәп ире ҡулынан ысҡынырға тырышты.

– Ул бит миңә ҡарап илай. Күҙҙәремдең нурын һурып алғандай миңә генә ҡарай.

– Берәү ҙә иламай бит.

– Теге бала. Тағы килде. Илай, илай. Теңкәмде ҡоротто бит...

Ҡатынының холҡондағы ҡапылғара үҙгәреште, унан ғәйәр төнгө һаташыуҙарының төшкә генә ҡайтарып ҡалыуҙың ярамағанлығын аңғарғайны Хисмәт. Ул Зәйнәптә етди психик тайпылыш барлығын докторҙарҙан башҡа берәү ҙә асыҡлай алмаҫын төшөндө. Ир ҡатынын кисекмәҫтән дауаханаға һалырға кәрәк тип ҡарар итте.

Доктор менән башта үҙе генә һөйләшергә булды Хисмәт.

– Һеҙҙең һүҙҙәрҙән сығып, шуны әйтә алам. Төштәрҙе ҡабатлап күреү бөтөн кешегә хас булмаһа ла, һәр икенсе кеше быға һәләтле. Ҡатынығыҙҙың ошолай һаташыуын психологик йәрәхәт менән бәйләргә мөмкин. Бының, әлбиттә, ҡасандыр кисергән ҡурҡыу тойғоһонан да ҡалыуы бар. Депрессия хәлендә икән, башта амбулатор юл менән дауалап ҡарайыҡ. Аҙаҡ иһә дауаланыу процесынан сығып эш итербеҙ. Бәлки үҙен саҡырырбыҙ, ә? – Доктор Зәйнәпте күрергә теләүен белдерҙе.

Ир менән ҡатын ҡайтыр юлдың яртыһын һөйләшмәй уҙҙы. Хисмәттең мейеһен бары бер уй игәне: әгәр йүнәлмәһә? Былай ҙа бер-береһен күпмегәлер бәйләгән еп саҡ ҡына торған саҡта. Һуңғы мәлдә ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғолар ваҡыты-ваҡыты менән биләп ала күңелен.

– Тапатаһың бит! – Зәйнәп кинәт ҡысҡырып ебәрҙе лә машина руленә сат йәбеште.

Хисмәт аҙап ҡалманы, тормозға баҫты. Ҡаршыға килгән йөк машинаһына бәрелмәҫ өсөн автомобилен ситкә тартты. Машина, хужаһының хәленә ингәндәй, яйлап ҡына юл аҫтына шыуып төштө.

– Юл уртаһында торған баланы тапата яҙҙың бит! – тип тиргәшкән ҡатынын был минутта ботарлап ташларға әҙер Хисмәт уртын ҡанатҡансы тешләне.

Дарыуҙарҙың файҙаһы тейеүе булдымы, юлдағы ваҡиғанан һуң Зәйнәп тынысланып ҡалды. Йөҙөнә нур ҡунғандай булды. Өҫ-башын ҡараны. Һирәк-һаяҡ булһа ла улы менән ҡыҙына шылтыратып һөйләште. Хисмәт тә йөҙ ҡабынып, йөҙ һүнде. Артабан былай йәшәү мөмкин түгел, тип үҙенә ҡат-ҡат тәҡрарлаһа ла, аныҡ ҡына ҡарар ҡабул итергә ҡыйманы. Бындай хәлдә ҡатынын ташлап китә алырына выжданы ла ҡушмай. Ни тиһәң дә, ун йыл бер ҡыйыҡ аҫтында көн күрәләр.

Ҡауышҡанда араларында мөхәббәт тә бар һымаҡ ине, ә хәҙер ниндәйҙер вайымһыҙлыҡ, билдәһеҙлек. Тағы килеп, Зәйнәптең ауырыуы. Ауырыуы? Ысынлап, ҡатыны бит күңел сиренә дусар булған! Туҡта, доктор ҙа бит, тотороҡһоҙ хәлен һаташыуға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай, тигәйне түгелме?

Кисекмәҫтән Зәйнәптең улы менән һөйләшергә кәрәк. Ә ул берәҙәктән ни фәтүә? Ҡомарлы уйындан башы сыҡмаған бәндәнән нимә өмөт итәһең?

Әсәһенең алтын алҡа-йөҙөктәрен урлап ҡасҡаны бирле баш-күҙ күрһәткәне юҡ. Ике йыллап. Әлфиәһе тыңлармы? Уныһы ла туҙғаҡ ҡына. Атаһынан ҡалған ике ҡатлы ҙур йортто һаттырып, әсәһенән мул ғына өлөш алмаҡсы булғайны бер мәл. Зәйнәпте инде ризалатып бөткәс, араға Хисмәт төштө. Онға төшкән тараҡандай бутаның беҙҙең тормошто, тип Әлфиә уны дошманы һымаҡ күрә.

Шунлыҡтан әсәһенең йортона аяҡ һыуытыуына әллә күпме ғүмер уҙҙы. Зәйнәп шылтыратһа, тырт-мырт һөйләшә лә, шуның менән вәссәләм...

– Шулаймы ни? Ҡасандыр һиңә хан һарайындай йорт, аҡсалы, мал-тыуарлы әсәйем кәрәк ине. Ҡатыныңды илерттең дә, хәҙер миңә тағаһыңмы? Килеп сыҡмаҫ! Ана, апарып “һары йорт”ҡа тыҡ! Ә үҙең өйҙән отчаливай!

– Ниндәй “һары йорт”? – Хисмәт аңламаны.

– Дурдом! – Әлфиә зәһәрләнеп телефонды һүндерҙе.

Ниндәй балалар үҫтергән һуң Зәйнәп? Уҫаллыҡ ҡына түгел, яһиллыҡтары хаттин ашҡан. Нишләп тәрбиә бирә белмәгән? Атайһыҙ үҫкәнлектән, алдарынан алып шаштырғанмы? Ғүмер буйы кеше балаларына һабаҡ биреп, үҙенекеләргә тәрбиә етмәгәнме? Улайға ҡалһа, үҙ балаларының быуынға ултырған мәлендә Хисмәт ғаиләһен ташланы. Балалары терәкһеҙ үҫтек тимәне, көллөһө лә арыу донъя көтә. Малайҙары ир ҡорона тулғас, Хисмәтте лә ғәфү итте. Хәҙер, ана, һин дә мин аралашып йәшәйҙәр. Ул-был эштәрен дә аталары менән башҡаралар...

Йәй аҙағының һил төнөндә Зәйнәп төшөндә йәнә бала күрҙе. Был юлы ул тып-тыныс ине, иламаны. Шәрә лә түгел. Өҫтөндә ап-аҡ ебәк туҡыма. Баланың күҙҙәре зәңгәр һауанан да асығыраҡ күренде Зәйнәпкә. Бигерәк һөймәлекле икән дәһә! Тик ҡайһы енестән булғанлығын аңғара алмай. Ысынында, быларҙың барыһын да ҡатын күрмәй. Йөрәге менән тоя, күңеле менән һиҙә. Ана, бәпестең карауаты ҡырына терәлгәнен дә тоя. Йылы тын йөҙөнә бәрелә. Аһ, ҡайһылай татлы баланың һулышы. Бәпестән һирпелгән ипкенде Зәйнәп күкрәген тултырып тәрән итеп һулап ала. Сабый еҫе бөтөн тәненә таралып рәхәтләндерә. Унан баланың тыны йөҙ тәңгәленә күсә һәм нурға әйләнә лә ҡатындың йөҙөн яҡтыртып уйнай башлай. Зәйнәптең йөрәге елкенә, күңеле һөйөнә. Бөгөн ул баланың килеүенә ифрат шат. Күңелендә ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ. Зәйнәп йөҙөндә уйнаған нурға иләҫләнеп ултырҙы ла ултырҙы...

Хаҡлы ялда булһа ла, һаман башланғыс кластарҙы уҡытҡан ҡатындың сәйер  ҡылығы ауыл өҫтөнә таралмай ҡалманы. Зәйнәпкә бәйле ул-былды ишеткеләгән мәктәп директоры өлкән уҡытыусыны кабинетына саҡыртты.

Сөсөләнеп, бар ихтирамын күрһәтергә тырышты, ә үҙе педагогтың йөҙөндәге һәр күҙәнәкте тоторға теләгәндәй, тәфсирләп күҙәтте. Коллективты “йәшәртергә” теләүен белдерҙе. Уҡытыусының ҡатҡыл ҡарашынан күҙҙәрен ситкә алып:

– Ҡыҫҡаһы, Зәйнәп Шәриповна, һеҙҙең өсөнсөнө туғанығыҙ Әҡлимә Зәйетовнаға бирәбеҙ, – тине. Үҙе Зәйнәптең туҙына башлауын көттө, әммә ҡатындың өнһөҙ генә ишеккә ыңғайлағанын күреп, иркен тын алды.

Эшенән ҡалғас, Зәйнәптең хәҙер ваҡыты күп. Көноҙоно өйҙөң бер ҡатынан икенсеһенә йөрөштөрҙө, уҡыусыларының элекке дәфтәрҙәрен ҡат-ҡат тикшереп аҙапланды. Уны борсоған, хәстәрләгән кеше юҡ. Хисмәтенең дә эргәһендә ике айлап йәшәмәгәнен һиҙмәне Зәйнәп. Ҡыҙы һирәк-һаяҡ шылтыратһа ла, телефонды алманы. Көн яҡтыһында күберәк йоҡланы, төндәрен эш менән булышты. Беренсе ҡаттағы ашханала торған ҡашығаяҡтарҙың яртыһын икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәһенә ташыны. Үҙенең хәле-хәлсә генә йөрөгән күршеһе Байрамбикә ҡарсыҡ әленән-әле инеп тора. Бөгөн кергәнендә:

– Эй Аллам, мәүләм, ниндәй гонаһтары булды икән меҫкенкәйемдең? Алтмыш йәшенә лә етмәгән көйө кеше көнлө булып утырсале? Минең йәшемде йәшәһә, бер асыу. Әлүктән зиһенең таралып, асмы, туҡмы икәнеңде лә белмәй, көнө-төнө буталаныуыңды әйтсәле. Тәүбә, тәүбә! Көнөң етеп, әҙ ауырыу, анһат үлем бирһәсе Аллам. Ҡуй инде, ҡуй. Хан һарайында тороуың ни, берәүгә лә кәрәгең ҡалмағас. Дауна берәй балнисҡа апарып йүнәтерлек тә бит. Балаларың бала урынында булманы шул. Ней Хафиз ҡәйнеш йәштәй генә китеп барҙы. Бәҫһеҙҙәнеп ятҡаныңда таштар инеме...

Зәйнәп теләр-теләмәҫ кенә күҙҙәрен асты.

– Һыу!..

– И, балам, тере икәнең, ауыҙыңа май тулғыры, хәҙер, хәҙер...

Байрамбикә әбей һыу тапмай йонсоно.

– Эй Аллам, тамсы һыу юҡ. Бар нәмәһе доңғорҙап тора. Ҡуй инде, шутиктем гонаһлары булдымы ни, бытиктем аҙарындырғас. Ҡыуан елдәре ней ғорҙо булды быйыл. Шыу мәлдә шайтан килен күсерә, ти. Әллә, тием, шуның уртаһына тәл булып сарпыу ҡағылыуымы? – Илаулап һөйләнә-һөйләнә һыу эҙләне ҡарсыҡ. Әбейҙең килтергәнен көтөп алалманымы, әллә әйткәнен оноттомо, Зәйнәп тороп, крандан һыу ағыҙып эсте.

– Бына вит! – боронғоса йәшәп өйрәнгән Байрамбикә әбей кеткелдәп көлгән булды.

– Балам, ашарыңа бер нәҫтәң ҡалмаған. Арҙым-бирҙем әйвер әпкиләйем мәллә магазиндан? – Әбей кәзәкейе кеҫәләрен аҡтарҙы. – Эй Аллам, ауыҙыңа май тулғыры, аҡсамды апсыҡмағанмын.

– Мә! – Зәйнәп түш тәңгәленән дүрткелләп кенә киҫелгән гәзит киҫәктәрен сығарҙы ла әбейгә һуҙҙы.

Әллә үҙем дә яңылышаммы, тигән һымаҡ, Байрамбикә ҡарсыҡ ҡағыҙ киҫәктәрен күҙенә яҡын килтереп ҡараны. Эштең ниҙә икәнен аңламай буламы.

– Ярай, ярай, хәҙер әпкилеп еткерермен, – тигән булып сығып китте.

Өйөндәге запасҡа тотҡан ризыҡтарын алып кире Зәйнәпкә ингәндә, тегеһе аш табағында күлдәген йыуа ине.

Байрамбикә әбей сәй ҡайнатып, Зәйнәпте өҫтәлгә саҡырҙы:

– Әйҙә, балам, бары-барынса, юғы-юғынса булһа ла сәй эсеп алайыҡ.

Икмәкте ыуып, бөртөкләп кенә сүпләп ултырған Зәйнәпкә ҡарап, әбейҙең йөрәге һыҡраны.

Йыуылған күлдәген төнгә ҡарай кейҙе Зәйнәп. Сәстәрен тарап, башына ап-аҡ яулыҡ тарттырҙы. Өйөнөң икенсе ҡатына күтәрелде, йоҡо бүлмәһенә уҙып, карауатына һуҙылып ятты. Ята торғас, ҡолағына бала тауышы ишетелгәндәй тойолдо. Бер аҙҙан күҙенә кеше һыны салынғандай булды. Зәйнәп ихлас йылмайҙы, шунан орошҡандай әйтә ҡуйҙы:

– Ниңә оҙаҡ килмәнең? Мин һине көттөм дә көттөм.

Яуап булманы. Зәйнәп ҡараштары менән бүлмәне һөҙҙө. Бая ап-асыҡ көйө күҙенә салынған һындың юҡлығын тойоп, үкһеп илай башланы. Шул саҡ нимәлер иҙәнгә шапылдап төштө. Аҡ һын телгә килде:

– Мин ошо көндө көттөм. Иҫләйһеңме, әсәй?.. Етенсе февраль ине. Мин шул көндән йәшәргә тейеш инем. Ҡарыныңда уҡ өс тапҡыр үлемгә дусар ителгән бала булһам да, ул көндә мин тыуҙым. Хәтерләйһеңме? Беренсеһендә, ваҡытың үткән, тип доктор һине кире бороп сығарҙы. Икенсеһендә һарай башынан ырғының, тик үҙеңдең аяғыңды һындырҙың. Өсөнсөһөндә һин йәшәгән йорттоң хужабикәһе, инде бүлтәйә башлаған ҡорһағыңды һыҡтырғаныңды күреп, әрләп ташланы. Төндәр буйы илауыңды иҫәпкә алмағанда, тора-бара тынысландың шикелле... Ә мин яҡты донъяны күрә алыуыма шатланып үҫтем дә үҫтем.

Хәтерләнеңме, әсәй?.. Утыҙ һигеҙ йыл элек теремек кенә ҡыҙ бала булып тыуған инем. Шул ҡәҙәр яҡтылыҡты күрергә ашҡындым. Яңы ғына ҡалҡып килгән ҡояшты ла, йымылдаған ҡар бөртөктәрен дә күрҙем. Минең яҡҡа бер генә һирпкән зәңгәр күҙҙәреңә лә ҡарап өлгөрҙөм... Улар шундай һалҡын ине. Шул һалҡынлыҡ әле булһа мине өшөтә. Ауыҙыма сепрәк тығылған килеш асыҡ тәҙрә төбөндә туңғанда, ниңә яҡтылыҡҡа ынтылғанға үкенеп тә ҡуйҙым. Торараҡ ҡабаттан йылынғандай булдым. Һуш китмәле, матур йөҙлө инәй ҡулына алды...

Таң алдынан ҡатҡыл ҡулдар мине кире урыныма һалды. Һыуыҡтан таш кеүек ҡатҡан кәүҙәм имшегәс, ҡап-ҡара булғайны. Һау сабыйҙың ҡапылғара вафатына сал сәсле доктор телһеҙ ҡалды. Тәнем генә түгел, күбәләктәй йәнемдең туңғанын белһәң ине, әсәй!

Аҡ һын еңел генә шыуып тәҙрә төбөнә килде лә юҡ булды.

– Аһ, балам, туҡта! – тигән йән өҙгөс тауыш һауаны яңғыратты.

Иртәнсаҡ ихатала ятҡан Зәйнәптең ҡатҡан йәнһеҙ кәүҙәһен ап-аҡ ҡар ҡаплағайны...

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: