Искәндәр бишенсе класта уҡый. Ете йыллыҡ мәктәп Игеҙәктәр ауылының иң түбәнге осона һалынған. Тауҙар теҙмәһенең итәгенә һыйынып, Мәнәйер йылғаһы аға. Уның төбө ташлы, һыуы үтә күренмәле, ләкин һалҡын. Йәйҙең иң эҫе көндәрендә лә унда һыу инергә батырлыҡ күрһәтеүселәр бик әҙ була.
Әйткәндәй, Мәнәйерҙең һыу инерлек ятыу, сөмгөлдәре лә юҡ. Искәндәр был ауыл малайы түгел. Уның тыуған ере – Кесе Инйәр буйындағы Өкатҡан ауылы. Үҙҙәрендә башланғыс белем алған балалар ун ике саҡрымдағы ете йыллыҡ мәктәбе булған күрше ауылға йөрөп уҡый. Ун йәшлек Искәндәргә аҙнаға етерлек аҙыҡ-түлек күтәреп йәкшәмбе – шунда, шәмбе кире өйгә йәйәү йөрөү бик ҡыйын булыр тип, ҡырҡ саҡрымдағы Игеҙәктәр ауылында йәшәгән, ундағы мәктәптә уҡытҡан бер туған апаһы янына ебәрҙеләр. Ғаиләләре ҙур түгел – апаһы, еҙнәһе, уның әсәһе һәм бер йәшлек малайҙары ғына. Өйҙәре ҙур, һигеҙ тәҙрәле, ике яҡлы, ике яғының да үҙ ишектәре бар.
Ауыл тормошо өсөн кәрәк булған байтаҡ эште белгән Искәндәр апаһының ғаиләһенә бер ҙә артыҡ йөк түгел, киреһенсә, ярҙамсы булды. Утын бысыу, ярыу, мал аҫтын таҙартыу, ҡар көрәү, бәләкәй малайға иптәш булып ултырыу кеүек эштәрҙе Искәндәр бер ниндәй ауырлыҡһыҙ башҡара.
Еҙнәһе – почта начальнигы. Ул аҙнаға ике тапҡыр егерме саҡрымдағы станциянан почтаға тейешле әйберҙәрҙе алып ҡайта. Улар араһында урындағы Совет биләмәһенә ингән ете ауыл кешеләре өсөн гәзит-журнал, хаттар, оло йәштәгеләргә пенсия, күсерелгән аҡсалар була. Искәндәр еҙнәһенә ошо әйберҙәрҙе ете ауылға бүлергә, хаттарҙы айырырға, гәзит-журналдарҙың өҫкө өлөшөнә хужаларының исемдәрен яҙып сығырға ярҙам итә.
Бер көн шундай эш ваҡытында малайҙың бер ҙә яңылышмағанын күргән еҙнәһе:
– Искәндәр, һин хәҙер байтаҡ ваҡыт беҙҙең ауылда йәшәйһең, кешеләрҙең исемдәрен, кемдең ҡайҙа торғанын белеп бөткәнһеңдер? – тип һорап ҡуйҙы.
– Күбеһен беләм, таныйым, – тине Искәндәр.
– Әгәр һиңә, почтаны ауылға таратып сыҡ, тиһәм, булдыра алырһыңмы, яңылышмаҫһыңмы?
– Юҡ, буталмам. Әгәр кемделер таба алмаһам, урам тулы мин белгән малайҙар уйнай, шуларҙан һорашырмын.
– Ярай, улайһа. Мин хәҙер гәзит-журналдарҙы, хаттарҙы өйҙәр рәте буйынса һалып сығам, һин шул тәртиптә генә таратырһың, – тине еҙнәһе.
Хәҙер Искәндәр – Игеҙәктәр ауылының “почтальоны”. Уға оҡшай был эш. Аҙнаға ике тапҡыр бөтә ауылды йөрөп сыға. Почта йәшниктәре бер нисә өйҙөң ҡапҡаһына ғына ҡуйылған. Башҡаларҙың гәзит-журналын еҙнәһе өйҙәренә индереп бирергә ҡуша.
Ауылдың арғы, йылға ағышының өҫкө осонда иң һуңғы тип әйтерлек йәшәгән Ғиниәт бабайҙарға был юлы хат та бар. Искәндәр ингәндә улар бөтөн ғаиләһе менән сәй эсеп ултыра ине. Малай гәзиттәрҙе ишек янындағы эскәмйәгә һалды ла:
– Һеҙгә бөгөн хат бар, – тип ҡуйҙы.
Ғиниәт бабай:
– Ярар, хатты аҙаҡ уҡырбыҙ, Искәндәр улым. Һин беҙҙең сәй эскән ваҡытҡа бик әйбәт тура килдең әле. Әйҙә, ултыр. Әйтә торған һүҙем дә бар, – тип Искәндәргә өҫтәл янынан урын күрһәтте.
Был ауылда ғына түгел, үҙҙәрендә лә, күршеләрҙән, туғандарҙан тыш, бер кемгә лә инеп сәй эсеп, һыйланып йөрөмәгән Искәндәр уңайһыҙланып китте.
Юҡ, тип тә әйтә алмай, үтергә лә ҡыйынһына. Бабайҙың ейәне Харис Искәндәрҙән бер йәшкә бәләкәйерәк, өсөнсө класта уҡый. Малайҙар мәктәп буйынса таныш, бергә уйнарға ла тура килгәне бар.
– Харис улым, ултырт Искәндәр туғаныңды үҙеңдең яныңа, – тине Ғиниәт бабай. Искәндәр “туғаның” тигән һүҙгә аптырап китте, ә Харис, урынынан тороп, малайҙы өҫтәл янына етәкләп алып барҙы.
– Әйтә торған һүҙем шул, – тип дауам итте бабай, Искәндәргә әбейе сәй яһап биргәс. – Һин, улым, минең яҡын ғына туғаным бит, шуны беләһеңме? Искәндәр аптырап китте. Ғәжәпләнерлек тә шул. Ун йәшлек малай өсөн туғандар үҙ ауылыңда ғына була кеүек. Ҡырҡ саҡрым алыҫта ниндәй туған булыуы мөмкин икән?!
Ғиниәт бабай, малайҙың ғәжәпләнеүҙән сәй эсергә тотонмай ултырыуына иғтибар итеп:
– Һин, Искәндәр улым, сәйеңде эс, өҫтәлдәге ризыҡтарға ла етеш, ә мин яй ғына һөйләрмен дә, һорашырмын да, – тине. – Атайыңдың әсәһен,өләсәйеңдең, кем икәнен беләһеңме?
Искәндәр әсәһенең әсәһен белә. Ул өләсәһе әле лә иҫән-һау, кинйә улының ғаиләһендә йәшәй. Ә атаһының әсәһе тураһында бер ни ҙә әйтә алмай. Ул өләсәһенең атаһы бәләкәй саҡта уҡ вафат булғаны тураһында ололарҙың әйткәне яҙа-йоҙа ғына ҡолағына эләгеп киткән кеүек. Тик уның исеме кем, ҡайҙан, кемдәрҙең ҡыҙы икәнлеге хаҡында ишеткәне юҡ, бәлки, ишетһә лә, иғтибарға алмағандыр. Шуға ла ул әлеге һорауға:
– Юҡ, – тип кенә әйтә алды.
– Һинең өләсәйеңдең исеме – Гөлһылыу, ошо ауыл ҡыҙы, минең атайымдың бер туған һеңлеһе ине. Уны бик яҡшы хәтерләйем. Һинең әлеге йәшеңдән саҡ ҡына өлкәнерәк сағымда олатайыңа кейәүгә бирҙеләр уны. Шулай булғас,
үҙеңә ниңә “туғаным” тип әйткәнде төшөнгәнһеңдер инде? – тип һорап ҡуйҙы Ғиниәт бабай.
– Эйе.
– Почта таратыуы ауыр түгелме, Искәндәр улым? – тип һүҙҙе икенсегә борҙо бабай.
– Юҡ, миңә оҡшай.
Бына ғәжәп, Искәндәр Игеҙәктәр ауылына килгәне бирле еҙнәһенең әсәһенән, йәғни ҡоҙағыйынан, теге – һинең ҡоҙаң, был – ҡоҙасаң, тигән һүҙҙәрҙе ҡушып әйткәнде генә ишетә. Уның уйынса, бындағы бөтә кеше лә уға йә ҡоҙа, йә ҡоҙаса булып сыға кеүек. Улай ғына түгел шул. Ҡырҡ саҡрым ерҙә ятҡан Игеҙәктәрҙә лә туғандар бар икән. Ғиниәт бабай әйтеүенсә, улар бик әҙ ҙә түгел.
Тағы уға бығаса берәүҙең дә “улым” тип әйткәне булманы. Ата-әсәһе лә был һүҙҙе әйтә белмәй шикелле, исем менән генә өндәшәләр. Ғөмүмән, бар өлкәндәр шулай. Берҙән-бер кеше, еҙнәһенең әсәһе, ҡоҙағыйы ғына, малайҙың исеме янына гел “ҡоҙа” һүҙен ҡуша: “Искәндәр ҡоҙа, әйҙә, сәй эсергә ултыр”, “Искәндәр ҡоҙа, мин магазинға барып киләм, һин малайҙы ҡарап тор инде, йығылып китмәһен”. Ҡоҙағый ниндәй генә һүҙ әйтмәһен, ниндәй генә хәбәр һөйләмәһен, телендә һәр ваҡыт – “Искәндәр ҡоҙа”. Ә бына “улым” тип уға әлегәсә берәүҙең дә өндәшкәне юҡ. Ғиниәт бабайҙың үҙ исеме янына шул һүҙҙе өҫтәп әйтеүен ишетеү малай өсөн бер аҙ сәйерерәк булһа ла, уның ошо ят ауылда ҡатыбыраҡ киткән күңеленә май булып яғылғандай тойолдо.
Ғиниәт бабай дауам итте:
– Тағы бер һорау бирәйем әле. Ауылда эттәрҙең күп булыуы ҡамасауламаймы, яфаламаймы? Уларҙың береһе лә бит бәйләп ҡуйылмаған. Кеше күрендеме, ләүкелдәп өрә лә сығалар. Һиңә теймәйҙәрме?
– Яҡ, әлегә тейгәндәре юҡ. Шулай ҙа ҡайһы берҙәре арт яҡтан салбар балаҡтарын эләктереп-эләктереп ала.
– Еҙнәң почтаны үҙе таратҡанда, ҡулына таяҡ тотоп йөрөй торғайны. Һинең бер ҡоралың да юҡ. Ҡурҡмайһыңмы ни? – тип һорап ҡуйҙы бабай.
– Ҡурҡыта әҙерәк. Имам ҡоҙа шулай тип өйрәткәйне: “Беҙҙең ауылда йүнле эт юҡ, теләһә ҡайҙан алынған сәүектәр генә. Үҙҙәре ҡурҡып тора. Шул шөрләгәндәрен күрһәтмәҫ өсөн ләү ҙә ләү өргән булалар. Һин уларға иғтибар итмәйенсә атла ла атла, өрә-өрә лә тороп ҡалалар ул”. Дөрөҫтөр, моғайын. Әлегә береһе лә тешләмәне. Тик ҡайһы берҙәре бик йәнгә тейә, бигерәк тә бына һеҙҙең күршеләге Маһинур апайҙың ҡойроҡһоҙ алабайы. Ҡапҡанан сығып киткәнсе өҫкә ташланырҙай булып, тештәрен ыржайтып, сәүкелдәпме сәүкелдәй.
– Бушҡа ғына эттәр тураһында һорашманым. Ул алабайҙың һиңә өрә-өрә ташлана яҙғанын үткән таратҡаныңда күргәйнем. Маһинурға ла әйттем, этеңде бәйләмәйһең, почта килгән көндәрҙә солан аҫтына индереп бикләп ҡуй, тип. – Ғиниәт бабайҙың был һүҙҙәре Искәндәрҙең күңелен тағы йомшартып ебәрҙе.
Был сит ауылда кемдер уның тураһында ҡайғырта икән дә.
Искәндәр рәхмәт әйтеп һаубуллашты ла, эшен бөтөрөп ҡуйырға тип, артабан китте. Ысынлап та, Маһинур апайҙың алабайы бөгөн солан аҫтында ғына донъя ярһытып ләүкелдәп ҡалды.
Ғөмүмән, Искәндәр эттәрҙе бик яратып бөтмәй. Урам аша үткәндә ҡапҡа аҫтарынан ҡапыл килеп сығып, өҫкә ташланырҙай булып, ыржайып сәүкелдәүҙәре бигерәк тә йәнгә тейә. Унан эттәрҙең кеше бик бысраҡ тип йөрөткән әйберҙәрҙе лә ялап, яратып ашап ҡуйыуы малайҙың күңелен уларҙан тамам төңөлдөргәйне.
Халыҡтың “Уртаҡ эште эт тә еймәҫ” тигән мәҡәле юҡҡа ғына тыумағандыр инде.
Искәндәрҙең эттәргә булған был мөнәсәбәте, бәлки, артабанғы ғүмер юлында ла һаҡланыр ине. Ләкин беҙҙең тормошобоҙ төрлө-төрлө осраҡтарҙан тора. Улар инде кешенең ҡараштарын бөтөнләй икенсе яҡҡа бороп ебәрә ала.
Искәндәр менән дә шулай булды.
Тәүге ҡар яуып, сана юлы һалына башлаған ғына саҡ. Еҙнәһе иртә менән станцияға сираттағы почта әйберҙәрен алырға китте. Бөгөн ул беренсе тапҡыр атын кашауай санаға, Искәндәрҙәрҙең ауылында әйткәнсә, йәшәнкә санаға егеп юлға сыҡты. Өйгә кискә генә әйләнеп ҡайта. Искәндәр уны һәр ваҡыт көтөп ала: яңы гәзит-журнал килә бит. Ҡәйнешенә ышанысы нығынған еҙнәһе уның почта тоҡтарының мисәттәрен ватып, гәзит-журнал аҡтарыуына тыныс ҡына ҡарай. Әйҙә уҡыһын!
Бөгөн дә шулай ҡапҡа төбөндә ат бышҡырыуын ишеткән Искәндәр йүгереп тышҡа сыҡты. Еҙнәһе ишек алдына ингән атты туғара башланы. Искәндәр кашауайҙың алғы өлөшөндә ятҡан тоҡтарҙы тартҡыланы. Тик ҡапыл шулар артынан ҙур ғына көсөк килеп сыҡты. Өрмәй ҙә, тешләмәй ҙә, иркәләнергә ҡул аҫтына ла инмәй, сананың ситенә баҫты ла ян-яҡҡа ҡарап тик тора.
– Еҙнә, санала ниндәйҙер көсөк бар, – тип өндәште Искәндәр.
– Хәҙер беҙҙеке инде ул. Бар, өйҙән ашарға берәй нәмә алып сыҡ.
Искәндәр бер ит киҫәге сығарып көсөк алдына һалды. Асыҡҡандыр, күрәһең, бик яратып ашарға тотондо был.
– Бөгөнгә кашауайҙың күсер ултырғысы аҫтында йоҡлар. Иртәгә үҙенә урын әҙерләрбеҙ, – тине лә еҙнәһе тоҡтарҙы өйгә ташый башланы.
Өйгә инеп, сәй эсергә ултырғас, еҙнәһе көсөк тураһында һөйләп алды:
– Ҡайтырға сыҡтым. Станция урамы буйлап барабыҙ. Бер заман яҡында ғына эттәр өргән тауыш ишетелә башланы. Улар беҙҙең санаға табан яҡыная. Ҡапыл минең быймалар өҫтөнә нимәлер “тып” итеп килеп төштө. Ҡараһам, бик матур, һары төҫтәге, ҙур ғына бер көсөк. Станцияның берәҙәк эттәре шуны баҫтырған икән. Ҡотолоу өсөн санама һикереп менгән көсөктө ҡыуып төшөрмәнем, ҡайтһын әйҙә минең менән, тинем. Иң ғәжәбе шул: егерме саҡрым буйына бер тауышы ла сыҡманы, хатта ҡыбырламаны ла.
Шулай итеп, был һары көсөк Искәндәрҙәрҙә йәшәй башланы. Уны Ҡасҡын тип атанылар. Был көсөк ауыл эттәренең береһенә лә оҡшамаған, холҡо менән дә, тышҡы ҡиәфәте буйынса ла. Моғайын, берәй бик яҡшы тоҡомдандыр.
Юҡҡа-барға һис өрмәй. Берәй нәмәне “ярамай” тип әйтеү ҙә етә, бүтән уны ҡабатламай. Тауыҡ себешенә бик ҡыҙыҡһынып ҡарап торғанын күргән Искәндәрҙең уға ҡаты ғына тауыш менән “ярамай” тип бер әйтеүе етте. Бүтәнсә себештәргә ҡараманы ла, яҡын да барманы.
Ҡасҡын бик тиҙ үҫте. Үҙ белдеге менән бер ҡасан да ишек алдынан ситкә китмәне. Искәндәр берәй ергә барырға булып, өйҙән сыҡһа, Ҡасҡын уны ҡапҡа төбөнә тиклем оҙата ла эстә тороп ҡала. Әгәр малай уға “Әйҙә минең менән” тиһә, Ҡасҡын шундуҡ артынан эйәрә. Искәндәр уны почта таратҡанда алып йөрөтөр булып китте. Тәүҙәрәк ауыл эттәре Ҡасҡынды күргәс тә урам буйына сығып уҡ ләүкелдәй торғайны. Тик тегеһенең улар яғына ҡарай бер аҙым яһауы була, сәүектәр шунда уҡ үҙ урамдарына шыла. Маһинур апайҙың эте лә хәҙер, Искәндәр килеп инһә, йүгереп солан аҫтына боҫа. Ләүкелдәп кенә ҡара – ҡапҡа төбөндә унан ике-өс тапҡыр ҙурыраҡ Ҡасҡын көтөп ултыра бит.
Ғиниәт бабай ҙа был этте бик яратты.
– Хоҙай һиңә был дуҫыңды үҙе ебәргәндер ул, – тип ҡуя торғайны.
Ҡасҡындың тағы бер күркәм холҡо бар. Искәндәрҙәргә тәүгә килгән кешене ул бик ентекләп, яҡын бармай ғына ҡарай. Ә инде икенсе тапҡыр, йә унан да күберәк килгәндәргә күтәрелеп тә баҡмай. Тағы ла Искәндәр этте һыҙғырып саҡырғанға килеп етергә өйрәтеп алды. Уныһы инде уйламағанда ғына килеп сыҡты. Йылға буйында бер үҙе йөрөгәндә малай көслө итеп һыҙғырып ебәрҙе, былай ғына, бер ни ҙә уйлап түгел, һыҙғырыуын онотмағанмы икәнде белер өсөн. Бер саҡ ни күрә: Ҡасҡын уның яғына йән-фарман саба. Ә бит ара ярты саҡрымдан да күберәк ине.
Шунан башланды. Ауылдың түбән осондағы мәктәп Искәндәрҙең еҙнәһе өйөнән бер саҡрымға яҡын алыҫлыҡта. Иртән малай уҡырға киткәндә, Ҡасҡын, ғәҙәте буйынса, ҡапҡа төбөнә тиклем оҙатып ҡала. Искәндәрҙең һуңғы дәрестән һуң мәктәп күтәрмәһенән тороп һыҙғырыуы була, бер нисә минуттан Ҡасҡын килеп тә етә. Күңелдәре булған эт менән бала бергә ҡайтып китә. Башҡа малайҙар ҙа, Ҡасҡынды саҡырабыҙ, тип һыҙғырып ҡарай ҙа ул, тик шул тиҫтәләгән тауыш араһынан эт Искәндәрҙе генә ишетә.
Ҡасҡын бик тыныс холоҡло. Ул үҙенең шатлығын башҡа эттәр кеүек һикерәнләп, төрлө тауыштар сығарып белдереп бармай.
Искәндәр каникулдарҙа үҙ ауылына ҡайта. Ҡасҡын был ваҡыттарҙа, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса, ишек алдында ғына йөрөй икән. Искәндәр юҡта еҙнәһе почтаны үҙе тарата, ләкин Ҡасҡын уға эйәреп йөрөмәй, өйҙә ҡала. Каникул бөткәс, Искәндәр Игеҙәктәр ауылына йүнәлә. Почта ташый торған станцияға килә. Ҡалған юлды атҡа ултырып ҡайтыу өсөн, еҙнәһенең почта алырға килгән көндәрен һайларға тырыша.
Өйгә ҡайтып ингәндә, әлбиттә, Ҡасҡын ҡаршы ала. Ләкин һикерәнләп, аяҡ-ҡул араһына инеп, һыйынып түгел, ә эргәгә килеп, тауыш-тынһыҙ ғына ҡарап тороп. Иртәгәһенә Искәндәр почта таратырға сыҡҡанда, уның менән тотош ауыл буйлап үтә, оҙатып йөрөй.
– Ҡара әле, минең менән бер ҙә йөрөмәне, ә һинең артыңдан шунда уҡ сығып китте, – тип аптырай еҙнәһе.
– Бигерәк тыныс беҙҙең Ҡасҡын, – тип үҙ баһаһын бирә ҡоҙағыйы. – Һин ауылға ҡайтып киткәс, шул бер урында ята ла ята ул. Өйҙән берәйһе йомош менән, йә мал ҡарарға сыҡһа, урынынан да ҡуҙғалмай, ашарға алып сыҡһаң ғына тороп тасы янына килә.
Электән эттәрҙе өнәмәгән Искәндәрҙең Ҡасҡынға ҡарата ла яратыу тойғоһо юҡ һымаҡ. Ул этен иркәләмәй ҙә, уға ҡағылмай ҙа, яғымлы һүҙҙәр әйтеп наҙламай ҙа. Иң мөһиме – малай үҙен Ҡасҡындың хужаһы тип иҫәпләмәй, тоймай. Өй – еҙнәнеке, хужалыҡ – еҙнәнеке, эт тә – еҙнәнеке. Искәндәр бында ваҡытлыса ғына йәшәй, уның бында бер нәмәһе лә юҡ. Эткә лә өйрәнеп кенә киттем, тип уйлай.
Искәндәр үҙе лә бында бер кем дә түгел. Апай менән еҙнә барыбер әсәй-атай булмай. Был ауылда Искәндәрҙе яратып торған берҙән-бер кеше – Ғиниәт бабаһы, почтаны алып килгән һайын арҡаһынан һөйөп ҡала торған оло туғаны.
Уның менән малайға аҙнаға ике тапҡыр күрешеү, һирәкләп һөйләшеү ҙә насип була.
– Мин өләсәйеңде бик яҡшы хәтерләйем. Гөлһылыу апайым мине, ә мин уны бик ярата инек. Һинең олатайыңа кейәүгә сығып, һеҙҙең ауылға киткәс, бүтәнсә беҙгә ҡайтып күренә лә алманы. Ә мин һағына инем апайымды. Ул ауырыуҙан вафат булып ҡалды. Һин, Искәндәр улым, төҫөң менән өләсәйеңә оҡшағанһың. Үҙеңде беренсе тапҡыр осратҡас та Гөлһылыу апайымды күргәндәй булдым, – тип әйткәйне Ғиниәт бабаһы бер һөйләшкән саҡта.
Уның был һағышҡа тартым иҫкә төшөрөүҙәренең мәғәнәһен дә, асылын да Искәндәр ул ваҡытта аңлай алмай ине әле, шулай ҙа йөрәк түрендә бабаһына ҡарата ниндәйҙер яҡынлыҡ тыуа-тыуа яҙып ҡуя. Шуны иҫәпләмәгәндә, Игеҙәктәр ауылында малайҙы бер ни тотмай. Хатта инде ике йылдан ашыу бергә булған Ҡасҡын да уның күңелендә ныҡлы урын ала алмағайны.
Игеҙәктәрҙә өс йыл уҡығас, Искәндәр, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағанда бирелгән таныҡлыҡты алып, үҙ ауылына бөтөнләйгә ҡайтып китте. Һөйөнөп, һағынып ҡайтып китте.
Көҙгә ун өс йәшлек малай Иҙелбаштағы педучилищела уҡый башланы. Еҙнәһенең ауылына юл төшмәне. Искәндәр Ҡасҡынды ла онотто тип әйтерлек, һәр хәлдә, уны һағыныу тойғоһо булманы.
Өсөнсө курстың ҡышҡы каникулында үҫмер, ғәҙәттәгесә, ауылына ҡайтты. Һәм ошо ваҡытта уларға ҡунаҡҡа апаһы менән еҙнәһе килеп төштө. Шул уҡ ат, шул уҡ таныш йәшәнкә сана һәм уларға эйәреп килгән, эйе, оло юл буйына эйәреп килгән, ә Өкатҡанға ингәс, юл башлап, Искәндәрҙәрҙең өй ҡапҡаһына алдан килеп еткән Ҡасҡын. Еҙнәләре аптырай:
– Ҡасҡын бит һеҙҙең ауылда тәүге тапҡыр. Беҙҙең тап ошо өйгә килгәнде ҡайҙан белде икән?
Был һүҙҙәргә бер кем дә иғтибар итмәне шикелле. Искәндәрҙең дә иҫе китмәне. Эт эт инде ул. Уларҙың ишек алдына беренсе булып килеп ингән Ҡасҡынға атаһы менән әсәһе ҡараманы ла хатта. Ә уныһы шул тәүге тапҡыр һикереп менеп, таланыуҙан ҡотолоп ҡалған кашауайында ята бирҙе. Өйҙән Искәндәр килеп сыҡһа ғына аяҡ өҫтө баҫа, тик сананан төшмәй. Моғайын, дуҫының өндәшкәнен көтә, ә тегенеһенең ундай уй башына ла инеп сыҡмай.
Шулай ҙа бер мәл малай Ҡасҡынға ашарға ит сығарып бирҙе. Ә эт уға күҙҙәрен тултырып ҡарап, ҡойроғон һелкеткәндәй булды, рәхмәт әйтеүе шикелле.
Бер нисә көндән апалары ҡайтырға йыйына башланы. Ат егелде, әйберҙәр һалынды, ҡапҡалар асылды. Еҙнәләре атын ҡуҙғатып сығып китте. Тик Ҡасҡын ғына урынында, ишек алдының уртаһында баҫҡан килеш тора бирҙе. Хужаһы саҡырып ҡарай, эт ҡуҙғалмай. Еҙнәләре сананан төшөп, Ҡасҡынды кашауайҙың төбөнә һалды. Хушлаштылар, тағы ҡуҙғалдылар. Тауыш-тын юҡ. Оҙатыусылар ҡунаҡтар күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ла таралышты. Ярты сәғәтләп ваҡыт үткәс, ҡапҡа тырнаған тауыш ишетелде. Искәндәр сығып ҡарағайны, аптырап китте. Ҡапҡа төбөндә Ҡасҡын тора. Еҙнәһе, ике өс саҡрым үткәс, этте сананан төшөргәндер, ә тегеһе, шуны ғына көткәндәй, кире Искәндәрҙең ауылына елдергән.
Ҡасҡын, шулай итеп, үҙенең йәшәү адресын үҙгәртте. Тик бахыр хайуан Искәндәрҙең был ауылда ла оҙаҡ тормаҫын, бер нисә көндән кире Иҙелбашҡа оҙаҡҡа сығып китәсәген белмәй ине шул. Ләкин Ҡасҡын ҡалды, дуҫының тыуған ауылын үҙенеке итеп алды.
Малайҙың ата-әсәһе үҙ ғүмерҙәрендә бер ҡасан да эт аҫрамаған, инде олоғайып барған кешеләр булһа ла, Ҡасҡындың тыныс холҡо, юҡҡа-барға өрмәүе, ишек алдына килеп ингән кешеләргә һай-һайламауы өсөндөрмө, уға тиҙ эйәләштеләр. Искәндәр уҡыуын дауам итеү өсөн Иҙелбашҡа сығып киткәс тә, эт тыныс ҡына өй тирәһен һаҡлап йөрөнө.
Өкатҡандар Иҙелбаштан тар колеялы тимер юлынан йөрөй торған поезға ултырып ҡайта. Тәүлегенә бер тапҡыр төнгә ҡаршы үтеп китә ул. Был ауылдан һигеҙ саҡрымда ятҡан бәләкәй генә станцияла туҡтап, пассажирҙарын төшөрә.
Шул арауыҡты ҡараңғыла йәйәүләп үтергә тура килә.
Бына әле Искәндәргә тиҙ генә ауылға ҡайтып килергә кәрәк булды. Поездан төшкәс, егет тирә-яғына ҡаранды: тағы берәйһе юҡмы икән? Юлдаштар күренмәй. Ярар, яңғыҙы атлар, беренсегә түгел. Юл таныш, ҡулда фонарь бар.
Ауылға етергә саҡрым ярымдай ҡалғас, Искәндәрҙең башына, һыҙғырып ҡараһам, нисек булыр икән, тигән уй килде. Төнгө тын һауала һыҙғырыу тауышы әллә ҡайҙарға ишетелгәндер. Егет атлауын белә. Ауыл эттәренең өргән тауыштары ишетелә башланы. Ҡапыл кемдер ҡаршыға килә кеүек тойолдо.
Эйе, кемдер килә, шәп килә. Кеше түгелдер, кем төнөн ауылдан улай шәп шәп атлап ҡайҙалыр китеп барһын? Бына ул бөтөнләй яҡынайҙы. Искәндәр фонарын туралатҡайны, аптырап китте: ҡаршыла Ҡасҡын тора.
Шыңшымай ҙа, иркәләмәй ҙә, ҡойроҡтарын да болғамай, туп-тура ҡарап тик тора. Этен бер ҡасан да ҡосаҡламаған, һөймәгән, һыйпамаған, уға иркәләү һүҙҙәре әйтмәгән Искәндәргә Ҡасҡын был юлы бик яҡын тойолдо. Егет уны ҡосаҡлап алды, арҡаһынан һыйпаны. Ҡасҡын бөтә ғүмере буйына, бәлки, ошо иркәләүҙе көткәндер, бер ҡасан да булмағанса, Искәндәрҙең битенән ялап алды. Егет, ниһайәт, беренсе тапҡыр үҙен Ҡасҡындың хужаһы итеп тойҙо.