Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Ғинуар , 12:20

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. "Буранбай". Тарихи-фәлсәфәүи роман.

Дошманы өсөн иң ҡурҡыныс дәғүәсеһе – һулаҡай яугир. Сөнки һөжүмде һәр ваҡыт уның уң яғынан көтөп, йөҙмә-йөҙ алышҡанда һулаҡайы һәр ваҡыт өҫтөн сыға. Әммә был сардарҙың һул яҡҡа саҡ ҡына эйелеңкерәп ултырыуы, ике беләгенең дә берҙәй ат теҙгене менән алмаш-тилмәш идара итә алыуы, беләктәренең бер иш йыуанлыҡта булыуы ике ҡулы менән дә тигеҙ эш итә белеүсе уңлы-һуллы ҡуллы яугир икәнлеген аңғарта. Ергә төшөп алышҡанда, әгәр ҙә бындай яугир ике ҡулына ике ҡылыс тотоп алышһа, һәр ваҡыт өҫтөн сыға. Сардар нисек кенә үҙен талапсан, ҡаты күңелле хәрби юлбашсы итеп күрһәтергә, уңға йә һулға кәүҙәһе менән ҡуша боролорға тырышмаһын, йөҙөнә иғтибар итеү менән нескә хисле, үтә лә тойғоға бирелгән кеше икәнлегенә шаһит булаһың. Бер нөктәгә оҙаҡ текәлергә һәләтле йәшкелт күҙҙәрендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыш, йәшенә ҡарағанда йөҙөндә һырҙары күберәк булыуы уның донъяның әсеһен-сөсөһөн етерлек татыуын, нужа һурпаһын саманан артыҡ һемереүен күрһәтә. Эйәк аҫтындағы кескәй генә һаҡалын, мыйығын, сикә сәстәрен йөҙөндәге кисереште йәшерер өсөн генә йөрөтә кеүек. Шул уҡ ваҡытта уның йөҙөнә ҡарап шуны ла билдәләргә булалыр: бәләкәй генә, остоҡ ҡына шатлыҡтан бар донъяһын онотоп, йән рәхәте кисерәсәк. Ике күҙе араһындағы маңлай миңе был әҙәмдең өлөшлө, Хоҙайҙың тамғалы бәндәһе булыуын күрһәтә булыр. Эйе, ул 6-сы башҡорт кантонының дистанция башлығы, 14-се класлы чиновник Буранбай Ҡотосов. Уның Ырымбур губернаһы менән ҡаҙаҡтар сигендәге Илек нығытмаһына сираттағы төркөм егеттәрҙе алып барып, унда бығаса хеҙмәт итеүселәрҙе йортҡа алып ҡайтып барышы. Тап ошо мәлдәрҙә ауылдар һәм йәйләүҙәр, һис ҡасан булмағанса, байрам төҫө ала. Байрам булмай һуң! Туғандарын, кәләштәрен, балаларын һағыныуҙан үҙәкһегән егеттәр тыуған ауылдарына, йәйләүҙәренә атлыға. Менгеләренә тынғылыҡ юҡ бындай мәлдәрҙә. Уларҙың йортҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына ҡорбандар салып, табындар ҡороп, түҙемһеҙләнеп көтөп тороусыларҙы күрһәгеҙ!

“Баянан бирле тыңлап ятам: өйөр-өйөр ҡарғалар ҙа ҡарҡылдап, сәпсектәр ҙә сәпелдәп, турғайҙар ҙа сырылдап үтә. Баянан бирле һаҙҙа бер һандуғас һайрай һәм барыһының да тауышын ҡаплай. Ауылда тәҙрә башын маҡтап гөрләгән күгәрсен менән сипелдәгән сәпсектең дә тауышы моңло ине, һандуғас юҡҡа икән. Уралды маҡтаған һандуғас – Буранбайҙың онотолмаҫ моңо барҙа, кеше Уралды маҡтап, дан алмаҫ. Уралдың тәҙрә башындай берәй тауын, йә дан алған берәй ирен маҡтап ҡына күгәрсендәй булһаҡ та, ярар ине. Буранбайҙы күрә алманың...”

 Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевтың Ғәбит сәсән Арғынбаевҡа һөйләгәненән.

 

БЕРЕНСЕ ХАТ

Бәпәйләтеү

Барыһы ла ана шунан башланды. Кинйәбулат ауылын  бәпәйләтеүҙән. Йәйләү урындарына, йылға буйҙарындағы буш урындарға өйҙәр һалыуҙы, ауылдың айырым араларын шунда күсереп ултыртып, яңы ауылдар барлыҡҡа килтереүҙе “бәпәйләтеү” тиҙәр Һаҡмарҙың урта ағымында. Уландары башлы-күҙле булғас, атайҙар барлыҡҡа килгән ғаиләгә яңы урында өй һалып башҡаландыра. “Башҡаның эше башҡа, уның башы ауыртмай” тигән әйтем дә, күрәһең, шул саҡта барлыҡҡа килгәндер. Ололарға һалынмайынса, иркәләнеп һырпаланмайынса,  үҙ аллы йәшәргә лә өйрәтә бәпәйләтеү. Бер аҙҙан бәпәйҙең тешәр сағы үтә, үҫмер йәшенә етә, егет була, аҙаҡ ир ҡорона тулыша, утыға. Ул сағында инде ошо юл менән барлыҡҡа килгән ауыл ҙурайып, киңәйеп, аҫабалары күбәйеп, тулы хоҡуҡлы тораҡ хоҡуғын ала.

Ауылға иң абруйлы, башҡаларҙы үҙенең арбаһына ултыртып килгән, үҙенең ҡурайына бейетә алырлыҡ кешенең исеме бирелә. Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, уның исеме менән аталған ауылында ла йәшәрһең. Ауылдарға, асылда, кеше исемдәре бирелеүҙең сәбәптәре лә ошондалыр. Әгәр ҙә ки, Мәхмүт тигән ауылда йәшәйһең икән, Мәхмүткә оҡшарға, уныңса йәшәргә, уйларға, һөйләшергә тырышаһың инде. Нимә генә тимә – ауылы берҙең ҡәүеме бер. Йәғни ситтән килеп ауылға ултырғандар, теләйме-юҡмы, урындағы халыҡтың динен, йола-ғәҙәтен, бер һүҙ менән әйткәндә, милләтен үҙенеке итеп ҡабул итергә бурыслы.

Тағы ла бәпәйләтеү хаҡында. Бесән эшләгәндә кәбән күкрәкләнеп, осланып бөтөп, баҫтырма һалынып, унда һыймай артып ҡалған бесәнде, ҡырып алғандарына ҡушып кәбән янына күбәләп ултыртыуҙы ла “бәпәйләтәбеҙ” тиҙәр Кинйәбулат аҫабалары. “Кәбәндәрен күрҙем, бәпәйләткәндәр икән” тигән һүҙбәйләнеш тә йөрөй был төбәктә. Бында инде хужаларҙың хәстәрлекле, егәрле булыуҙарына ишара яһала. Берҙән, улар кәбән һынлы кәбәндән артып ҡалырлыҡ бесән эшләй алған, икенсенән, “бәпәй” һүҙе үҙе үк төрлө яҡшы башланғыстарға, муллыҡҡа, яңы ғүмергә ишара. “Утыҙ туғыҙ күбәнән кәбән ҡойҙом, ҡырындыһы менән ҡырҡ күбә булды” тип тә әйтеп ебәрәләр Кинйәбулат ауылында. Һәр хәлдә, бында ҡырҡтың утыҙ туғыҙ булмауына бәйле ишара, Ҡыҙыл буйы башҡорттары лөғәтенсә, ҡупайыу ҙа ята.

“Бәпәй” күбәне көҙгө ямғырҙар башланмаҫ элек ат арбаһына тейәп ауылға алып ҡайталар ҙа, ул бесәнде “көҙ байлыҡ” тиҙәр кинйәбулаттар. Көҙ байлыҡ малдар ҡураға инеп, ҡар ятҡансы морон төртөп, семсенеп емшергә, тамаҡ ялғарға ярап ҡала. Ҡыш бауыры оҙон – көҙ байлығы мулдың күңеле лә тыныс. Әйтәйек, кәбәндәр бишәү булһа, уларҙың “бәпәй” күбәләре лә бишәү, был байтаҡ ҡына бесән тигән һүҙ. Һыуыҡтар төшөп, ҡар ятыуға кәбәндәрҙе санаға тейәп, йә япраҡ ҡайын ағасынан һөшлөй әтмәләп, сыжлатып һөйрәтеп ялан кәртәһенә өйөп тә ҡуялар.

...Һижри буйынса 1446, Миләди буйынса 1810 йылдың эҫе йәйе.

Көҙ етеүгә лә күп ҡалмаған, сөмбөләнең һуңғы ун көнлөгө. Әммә йәй үҙенең хакимлығын көҙгә бирергә ашыҡмай. Хәс тә ҡартайыуы етеп барған, әммә донъя дилбегәһен ҡулынан ысҡындырырға теләмәгән, донъяға сытырман йәбешкән ҡаратырыш, еңмеш атай кеүек быйылғы йәй. Хатта ул күктәрҙе дөһөрләтен, йәшендәрен йәшнәтеп, уҡтарын ағастарға, тауҙарҙа, ҡаяларға алмаш-тилмәш даһырлатып атып, үҙенең донъяға хоҡуғын раҫларға тырыша. Әммә ҡарыуы ҡайта барыуын да танырға мәжбүр йәй аталғаны. Таңдарын тындарҙы ҡымжырайтҡан ысыҡ тора-бара ҡырауға әүерелә башлауға еңмеш йәй ҙә атын көҙҙөң урамына индереп туғарырға мәжбүр булыр. Әлегә тик башбаштаҡланыуы ғына. Аңлай белгән кешегә лә ишара миҙгелдәр алмашыныуы: әҙәм балаһы иһә ямғырлы көҙҙәр, ыжғыр ҡыштар үтеүгә ергә йылы бүләк итеүсе яҙылған ҡояшлы яҙҙар, йәйелгән көләс йәйҙәр килеүен белгәнгә күрә, сираттағы йәйҙәр үтеүен ҡалғандарының башланғысы итеп кенә ҡабул итә һәм күңелен ошоноң менән йыуатып йәшәй.

Ә бына Рәсәй мәмләкәтенең сик һыҙығында сираттағы хеҙмәт мөҙҙәтен тултырып, тыуған ерҙәренә табан һыбай елдереүсе башҡорт яугирҙарының күңелендә, ысынлап та, башланмаған йәй, йәшәлмәгән тотош ғүмер бар кеүек. Ғәмәлдә йәй ахыры етеүгә ҡарамаҫтан, улар өсөн йәмле көндәр алда. Аттарының тояҡтары тауышымы, йөрәктәреме, “дөп-дөп” килә. Хәйер, икеһе лә берҙер.

Донъяға яралғандан алып ат өҫтөнән төшмәгән, дөрөҫөрәге, эйәрҙә тыуған башҡорттоң йөрәк тибеше лә ат тояғы тауышына көйләнгән булыр. Шуға ла башҡортто атынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ул атына атланып сапмаһа, йөрәге туҡтар, йөрәге туҡтаһа, аты сапмаҫ кеүек. Атына атландымы, йөрәге ҡупҡалйый, йөрәге ҡупҡалйынымы, рухы күтәрелә башлай башҡорттоң. Ир һәм ат – икеһе бер!

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы...

Алты айлыҡ тынғыһыҙ хеҙмәт үтеп тә китте, барыһы ла артта ҡалды. Мажаралы хәлдәр ҙә булғылаштырҙы, ил сиген боҙорға ҡыялашҡандар менән ойпалашырға, улар лөғәтенсә әйткәндә, орошорға, уҡ атышырға, йөҙгә-йөҙ айҡашырға ла тура килгеләне. Ниҙәр генә булһа ла, ике яҡтан да йәндәр ҡыйылманы. Ике яҡ өсөн дә аяулы ине ҡаҙаҡ һәм башҡорт йәне.

Әле йортҡа ҡайтыу шатлығы барлыҡ күңелһеҙ хәлдәрҙе лә хәтерҙән юйҙы. Тағы ла алты айҙан әле сик буйында ҡалғандарҙы улар алмаштырыр. Киҙеү хәҙергә башҡалар өлөшөндә. Ул сағында инде яугирҙарҙы бөтөнләй башҡа кәйеф сорнар. Ә әлегә егеттәрҙең күңелендә тик һағыныу ғына. Һағыныуҙың ни икәнлеген һеҙ атҡа атланып донъя гиҙгән башҡорт яугирынан һорағыҙ! Кемеһендер һөйгән ҡыҙы, кемеһендер һөйөшөп танһығы ҡанмаған йәш кәләше, кемеһендер үҙе хеҙмәттә саҡта тыуған уланы, ҡыҙы, һөйөклө ата-әсәһе, туғандары көтә.

Сысҡан һыртлы, текә яллы туры атҡа атланып иң алдан килгән һыбайлы башҡаларынан ныҡ айырылып тора. Өҫтөндәге мундирлы кейеме лә, көмөш башлы билбауы, башындағы текә ҡыразлы ҡалпағы  ла, кәүҙәһен дәрәжәһенә тап килтереп тотошо ла уның юлбашсы, сардар икәнлеген раҫлай. Өҫтөндәгеһе, асылда, Дон казактарының хәрби кейеменә тартым булһа ла, йәшел һәм һары төҫтәрҙең өҫтөнлөк итеүе, менгеһенең бейек булмауы уның төрки ҡәүемдән икәнлеген раҫлай. Уртасанан саҡ ҡына бейегерәк кәүҙәһенә самаһыҙ киң яурындары хәрби мундиры аҫтында тимер күлдәге – көйәге һәм еләне барлығына ишара. Ни ғәжәптер, юлбашсының ҡылысы биленең уң яғында, һул билендә – хәнйәре, уң беләгенә ҡамсыһының мүлдерәге эленгән, был хәл һыбайлының һулаҡай икәнлегенә ишара.

Дошманы өсөн иң ҡурҡыныс дәғүәсеһе – һулаҡай яугир. Сөнки һөжүмде һәр ваҡыт уның уң яғынан көтөп, йөҙмә-йөҙ алышҡанда һулаҡайы һәр ваҡыт өҫтөн сыға. Әммә был сардарҙың һул яҡҡа саҡ ҡына эйелеңкерәп ултырыуы, ике беләгенең дә берҙәй ат теҙгене менән алмаш-тилмәш идара итә алыуы, беләктәренең бер иш йыуанлыҡта булыуы ике ҡулы менән дә тигеҙ эш итә белеүсе уңлы-һуллы ҡуллы яугир икәнлеген аңғарта. Ергә төшөп алышҡанда, әгәр ҙә бындай яугир ике ҡулына ике ҡылыс тотоп алышһа, һәр ваҡыт өҫтөн сыға.

Сардар нисек кенә үҙен талапсан, ҡаты күңелле хәрби юлбашсы итеп күрһәтергә, уңға йә һулға кәүҙәһе менән ҡуша боролорға тырышмаһын, йөҙөнә иғтибар итеү менән нескә хисле, үтә лә тойғоға бирелгән кеше икәнлегенә шаһит булаһың. Бер нөктәгә оҙаҡ текәлергә һәләтле йәшкелт күҙҙәрендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыш, йәшенә ҡарағанда йөҙөндә һырҙары күберәк булыуы уның донъяның әсеһен-сөсөһөн етерлек татыуын, нужа һурпаһын саманан артыҡ һемереүен күрһәтә. Эйәк аҫтындағы кескәй генә һаҡалын, мыйығын, сикә сәстәрен йөҙөндәге кисереште йәшерер өсөн генә йөрөтә кеүек. Шул уҡ ваҡытта уның йөҙөнә ҡарап шуны ла билдәләргә булалыр: бәләкәй генә, остоҡ ҡына шатлыҡтан бар донъяһын онотоп, йән рәхәте кисерәсәк. Ике күҙе араһындағы маңлай миңе был әҙәмдең өлөшлө, Хоҙайҙың тамғалы бәндәһе булыуын күрһәтә булыр.

Эйе, ул 6-сы башҡорт кантонының дистанция башлығы, 14-се класлы чиновник Буранбай Ҡотосов. Уның Ырымбур губернаһы менән ҡаҙаҡтар сигендәге Илек нығытмаһына сираттағы төркөм егеттәрҙе алып барып, унда бығаса хеҙмәт итеүселәрҙе йортҡа алып ҡайтып барышы. Тап ошо мәлдәрҙә ауылдар һәм йәйләүҙәр, һис ҡасан булмағанса, байрам төҫө ала. Байрам булмай һуң! Туғандарын, кәләштәрен, балаларын һағыныуҙан үҙәкһегән егеттәр тыуған ауылдарына, йәйләүҙәренә атлыға. Менгеләренә тынғылыҡ юҡ бындай мәлдәрҙә. Уларҙың йортҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына ҡорбандар салып, табындар ҡороп, түҙемһеҙләнеп көтөп тороусыларҙы күрһәгеҙ!

Яугирҙар ҙа йола, рәт белә: тораҡтарына аттарын саптырып ҡайтмай. Алабарман ыштанһыҙ үҫмерҙәй ҡыланмай. Ауылдарына, йәйләүҙәренә ике һағыт ара ҡалыуға ҡыҙған аттарының баштарын кинәт тартып, яйлатып, уларҙың ярһыулығын тыя-тыя, дәрәжә һаҡлап, ат уйнатып тораҡтарына килеп инәләр.

Аттары хәс тә “Байыҡ”ҡа баҫамы ни! Яугирҙар үҙҙәре шундай ыҡсымдар, ыҫпайҙар, һыпылар, олпатланып киткәндәр. Уларҙы көтөп тороусыларҙың был саҡта тулҡынланыуҙан йөрәктәре ярыла яҙа. Барыһының да эйәр ҡашағаларындағы күн моҡсайҙарҙа туғандарына тип алған ҡырыҫ һалдат хеҙмәте иҫтәлектәре, күстәнәс-бүләктәре күңелле тауыш сығарып мүлкелдәй. Яугирҙарҙы көтөүселәр араһында аталарын, ағаларын һағыныуҙан сыҙашмаған үҫмерҙәр ҡайтыусыларға ҡаршы бара башлай. Ололар сабыр, күбенә түҙгәс, инде әҙенә түҙә беләләр. Шулай ҙа уларҙың да “дөп-дөп” һуҡҡан йөрәк тауыштары бар майҙанға яңғырап ишетелеп тора шигетте. Ысынында ул ишетелмәй, бары һәр кем үҙенең тулҡынланыуҙан ҡупҡалйыған йөрәк тауышын бөтә тәнендә, булмышында, йәнендә тойоуҙан “дөп-дөп” килгән тауышты майҙанда яңғыраған һымаҡ ишетә генә. Бер аҙҙан хеҙмәттән ҡайтыусылар менән ҡаршы алыусыларҙың йөрәк тауыштары бергә ҡушылып һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ илаһи аһәңгә әүерелә.

Тап ошо саҡта инде аталары хеҙмәткә киткәндә яңы тыуып, ҡалғал тороп йә тәпәй баҫҡан сыҙамһыҙ бәләкәс малайҙар тал сыбыҡтарҙы ат итеп атланып, икенсе ҡамсы-сыбыҡ менән яланғас осаларын ҡайыҙлап, ҡайтып китеүселәргә ҡаршы сабырға тотона. Улар, күрәһең, атай менән атты бер бөтөн итеп күреүен дә ошо рәүешле иҫбатларға теләйҙер. Бестәтәүҙәр хаҡлы: атай менән ат – икеһе бер бөтөн! Үҙ атаңды тәүге тапҡыр атҡа атланған мәғрур зат – алпамыша итеп күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ бармы икән башҡорт балаһына?

Малайҙарын ат тояғы аҫтына ҡалыуҙан араларға теләп, йөрәктәре алҡымдарына килеп һырығып һулҡылдаған әсәләре, арттарынан йүгереп тотоп, күтәреп алып кире килгәндә яланғас осаларына сәпелдәтеп һуға. Майҙан малайҙарҙың сәрелдәгән тауышына күмелә. Бер аҙҙан уларҙың илауына ололарҙың гөрһөлдәп көлөүе ҡушыла. Һалдаттарҙы хеҙмәттән ҡаршы алыусыларҙың музыка ҡоралдары оркестры бире торһон ошо күренештән. Бестәтәүҙәрҙең сәрелдәге скрипка, ололарҙың гөрһөлдәп көлөүе ҡумыҙ, ҡурай, дөңгөр тауыштарын хәтерләтә булыр.

Егеттәрҙең гарнизон хеҙмәтен имен-аман үтәп, иҫән-һау илгә ҡайтыуына ғәм халыҡ ана шулай һөйөнә. Һөйөнмәҫлекме ни? Артабан инде ҡунаҡҡа саҡырышыуҙар, ҡунаҡ янына алыуҙар башлана: яугирҙар өйҙән-өйгә, тирмәнән-тирмәгә, йәйләүҙән-йәйләүгә, ауылдан-ауылға һыйланып йөрөй. Бындай мәжлестәрҙә иң йыш ҡабатланған йыр – “Әрме”.

Әрмеләргә барып, сәс еткерҙем,

Сәскенәйем етте үрмәгә.

Хоҙай ғына ҡушһа, бер ҡайтырбыҙ,

Тыуған илкәйҙәрҙе лә күрмәгә...

Ошо йыр яңғырай башлау менән табында ултырыусылар тәрән һағышҡа сума. Тик шул саҡта ғына әрмене ишетеп кенә белгән, унда бер тапҡыр ҙа булмағандар был хеҙмәттең ни тиклем ауыр, ялҡытҡыс, михнәтле икәнлеген аңлағандай булалыр.

Яугирҙар ауылдарға, йәйләүҙәргә таралып бөткәс, дистанция башлығы Буранбай Ҡотосов Таналыҡ буйындағы йәйләүенә ҡайтып, бер аҙ тын алғас, тәүҙә Һаҡмар буйына, тыуған ауылы Кинйәбулатҡа барып әйләнде. Йомошо ла юҡ ине, ниңәлер күңеле шунда тартты. Күңеле әйҙәгән тарафҡа үҙе лә ығышты. Башҡалар йәйләүҙә саҡта сират буйынса йәй буйына ауылды һаҡларға ҡалған, тораҡлаған оло йәштәге Мырҙабай Солтановтың өйөнә барҙы. Мырҙабай ҡарт сос ҡолаҡ, өйҙәре буш торған ауылға кеше килгәнен әллә ҡайҙан тойоп, Буранбайҙы йортонан сығып әйҙүкләп ҡаршыланы. Әбейе менән урындыҡта йәйелеп китеп ултырып сәй шөрпөлдәтә генә башлағайнылар, ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишетер Мырҙабай үҙҙәренә етешеп килгән ат тояғы тауышын шундуҡ шәйләне лә йүгереп сыҡты.

– Әссәләмәғәләйкүм, Мырҙабай ағай, – дистанция башлығы ауыл һаҡсыһына ике ҡулын һуҙып күреште, – ауыл  именлектәме, йорт-ер тынысмы?

– Вәғәләйкүмәссәләм, Буранбай ҡусты, – һикһән йәшенә етеп килеүенә ҡарамаҫтан һаман да сымыры ҡарттың беләк көсөн Буранбай ҡулдарын ҡыҫыуынан тойҙо, һөйәктәре шығырҙап ҡуйҙы хатта. – Арыу ғына әле, имен-аманбыҙ. Әүәлгесә төтөн сығарып ятабыҙ. Үҙләрең нисек? Йәйләүҙә малларың нисек, көҙгә көрөгәйәме? Егетләрҙе Илектән апҡайтҡаныңды ишеткәйнем, унда нисек хәл-торошлар?

– Мал ни, туйған ерендә инде, ир-егет – тыуған илендә. Егетләребеҙ илебеҙ сиген ышаныслы һаҡлай... – Буранбай ауылға ымлап ишараланы. – Ә эске сикләр нисек, Мырҙабай ағай? Маҙаһыҙлаусылар юҡмы?

– Мында ла тыныс әлеңгә. Беҙ бит һинең белән “айыулар” араһы, ҡустым, айыуға кем ҡурҡмай киһен инде? – Мырҙабай ҡарт шипкерт йылмайып шулай тине лә, нимәнелер иҫенә төшөрөп, ҡарашын берсә Буранбайға, шунан ауылға күсереп өҫтәп ҡуйҙы. – Әйтһәң – һүҙ, төртһәң – күҙ, тигәндәй. Төнәгөн Талҡаланан бер урыҫ санаунигы тажмыҡ Микола ҡолағын ҡарпайтып, ҡан һауып секрәйгән күҙҙәрен әзерәйтеп килеп китте килеүгә. Үҙенә мылтыҡ тотҡан аҙауандай ике һалдат та эйәргән...

– Микола, тиһеңме? Нимәгә кигән ул? – Буранбайҙы Мырҙабайҙың һүҙҙәре һағайта төштө. – Ул ҡыл түбә әҙәмһәләр нигә элмәндәп йөрөйҙәр мында?

– Юғалтҡан тип ни, юғалтмаған, бары ауылыбыҙҙың йәйләүҙәре урынлашҡан урындарҙы йылмандап һорашҡан булалар. Йәйләү ниндәй йылға буйында, янында урман, тау бармы, унда нисә ғаилә йәйләй, тип төбәшә, фәлән-төгән...

– Нимә тинең уларға?

– Уҡлау йотҡандай ҡыландым. Ләм-мим... Бер нәмә лә әйтмәнем. Урыҫ телен аңламағанға, ҡартайыуым сәбәпле ҡолағым ишетмәүенә һалыштым, – Мырҙабай шулай тине лә кеткелдәп көлөп алды. –Шунан ул аптырағас-алйығас, әбейемдән төбәшкән булдылар. Ул миңә ҡарағанда ла һаңғырауыраҡ бит инде, урыҫса ике һүҙҙе бергә ялғап әйтә белмәй. Икәүләп бер-беребеҙгә ымлашып, уның менән “ыҡ-мыҡ” бутҡаһын бешерҙек кенә. Шылдырып арҡанланыҡ. Ағасатҡа атландырҙыҡ тегене. Шунан ул беҙгә ҡарап ҡул ғына һелтәне лә, ҡайҙан килһә, шул яҡҡа китеп барҙы...

– Нисек уйлайһың, Мырҙабай ағай, Миколаның төпсөрләп төбәшеүе нилектән?

– Беҙҙең менән аңлаша алмағанға сыпраңлап, тыбызыҡлап алды алыуға. Сикә тамырҙары тулышып, йөҙө  буҙрайып китте тегенең. Тигенгә темеҫкенеп йөрөмәйҙер, тием уны, һәр хәлдә ҡулындағы ҡағыҙҙарына нимәлер сыймаҡлауына ҡарағанда, шипкерт яман уйы ла бар кеүек уның. Мыйыҡ аҫтына мыҙыҡ үргәнгә оҡшаған – аҫтыртын йылмая. Һаҡмар буйындағы башҡа ауылдарға ла юл һорашты...

– Ҡайһы тарафҡа юл тотто?

– Һаҡмар түбәненә табан, аҫҡы яҡҡа...

–...

Дауыл ҡуптымы ни. Дистанция башлығы ҡомһорайҙы. Буранбай, Мырҙабайҙы аптыратып, ҡапыл атына һикереп менде лә, юрттырып китеп тә барҙы. Исмаһам, хушлашып бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Боролоп башын ғына һелкеп һаубуллашты. Уның кәйефе кинәт ҡырылыуын нимәгә юрарға белмәне ауыл һаҡсыһы. Һәр хәлдә, белә-белгәндән, күрә-күргәндән Буранбайҙы бындай халәтендә тәүге тапҡыр шаһит итеүе. Өйөнә сәй эсергә саҡырырға ла өлгөрмәне, исмаһам. Урындығында әбейенең самауыры ла борҡоп ҡайнап ултыра ине. Башта уҡ саҡырырға кәрәк булған да бит. Аш янында, бәлки, үҙен бөтөнләй башҡасараҡ тотор ине. Дистанция начальнигының күңелендә ниндәй дауыл ҡупҡанын аңларлыҡ хәлдә түгел ине Мырҙабай Солтанов. Аңлаһа ла, ни хәл итһен.

Буранбайҙың ил, йорт хәстәре менән янып йәшәгәнен белгәнгә күрә лә, уның ҡапыл күтәрелеп китеп барыуының сәбәптәрен аңламаһа ла, күпте күргән ҡарт шуны төшөндө: ауылға Талҡаланан урыҫ санаунигының килеүен әйткәндән һуң Буранбайҙың кинәт йөҙөн ҡара болот ҡапланы. Тимәк, властар был тарафтарҙа ниндәйҙер йәшерен эштәр башҡарырға уйлай.

Буранбай менгеһен Һаҡмар ярындағы тирәккә бәйләп ҡалдырҙы ла, йылғала тәһәрәтләнеп, Ташаҫты ҡаяһы итәгенә ултырып намаҙ уҡып алды. Был урынға килгән һайын ул Хоҙайға мөрәжәғәт итмәйенсә, намаҙ уҡымайынса китмәй. Доғалары тап ошо ерҙә уҡылғанда ҡабул була. Был юлы бик-бик ҡабаланһа ла, йолаһын боҙманы Буранбай.

Әгәр ҙә ситтән уны күҙәтеп торған кеше булһа, моғайын да, иң тәүҙә ниндәйҙер ҙур эшкә тотонорға әҙерләнеп йөрөгәнен мотлаҡ тойор, аңлар ине. Намаҙы тамам булғас, ҡаяның үренә баҫып, ҡараштарын аҫта ятҡан тыуған ауылына, уның әлегә йәйгелеккә бушап ҡалған өйҙәренә йүнәлтте. Тиҙҙән һарысай тыуасаҡ, артабан ҡарасай башланыуға ул өйҙәр йәйләүҙәрҙән ҡайтыусыларҙың шат тауыштары менән туласаҡ. Тик артабанғы йылдарҙа ул өйҙәрҙә ул шат тауыштар ишетелерме?

Уйҙары ошо ергә килеп терәлгәс, Буранбай ауылына ҡарап ошо һүҙҙәрҙе әйтте: “Өлгөрөп ҡалырға кәрәк...”

Ошо һүҙенән һуң ҡараштары төйөрөмләнде. Кәүҙәһе турайҙы. Ташаҫтынан атлап түгел, йүгереп төштө. Үҙен көтөп мырҡырап кешнәгән атына һикереп менде лә, теҙгенен Таналыҡ буйындағы йәйләүе яғына тартты. Эске ярһыулығы атына ла күсте, бындай саҡта менгеһен теҙген тартып ҡыуыу ҙа кәрәкмәй. Эйәһенең ирендәре тик бер һүҙҙәрҙе генә ҡабатланы: “Өлгөрөп ҡалырға кәрәк...”

Өйөнөң тупһаһына баҫып ауыл янындағы Гәүһәркәй тауы итәгенән Һәрешкүжәгә ҡыя тартып йәйләүе яғына атын етеҙ юрттырып барған Буранбайҙы күргән Мырҙабай һуңынан әбейе менән урындыҡҡа ултырып сәй эскәндә шулай тиер: “Буранбайҙы күҙ менән ҡаш араһында ай күрҙе, ҡояш алды. Кисәгөн Илектән ҡайтҡан икән. Талҡаланан теге Миколаның килеп китеүе хаҡында һүҙ ҡатыуым булды, ғәрәсәт ҡуптымы, йәненә ут ҡаптымы ни. Хушлашмайынса ла китеп барҙы. Тигенгә түгел был, тигенгә түгел. Кем-кем,  Буранбай далаға йөрөп ятмаҫ. Уны бындай сүрәтендә тәүләп күреүем, яҡшыға юрайыҡ, әсәһе, яҡшыға...”

 

х  х  х

 

Иртәнге тәғәмгә төп тирмәгә йыйылдылар. Һәр ваҡыттағыса. Таңнамаҙҙан тороп, барлыҡ эштәрҙе теүәлләп сыҡҡандан һуң ҡатындары Мәҙинә менән Тутыйғош йүгереп йөрөп табын әҙерләне. Тутыйғош башҡа ғаилә ағзаларын саҡырырға күрше тирмәгә йүгерҙе. Буранбайҙың уландары: ун биш йәшлек Зөлҡәрнәй, уның артынса ун йәшлек Нәүширбан, туғыҙ йәшлек Йыһанша, биш йәшлек Мөхәмәтша килеп инделәр. Йылмайышып, балҡышып торалар алтын ашыҡтай уландары. Атай кеше һәр ҡайһыһы менән күрешеп, арҡаларынан ҡағып сыҡты. Ҡатындары, уландары үҙ урындарын белеп табын тирәләй урынлашыуға, барыһының да ҡараштары йорт хужаһына – Буранбайға төбәлде.

Йола буйынса бисмилланан һуң ир, атай кеше иң башта ризыҡҡа үрелергә тейеш. Тирмә хужаһы үҙенең алдына ҡуйылған көлгә бешерелгән түңәрәк сөсикмәкте ҡулына алып бер ситен һындырып ауыҙ итте. Ҡалған өлөштө уртаға бүлеп, береһен уң яғында ултырған өлкән улы Зөлҡәрнәйгә, икенсеһен һул ҡулында ултырған өлкән ҡатыны Мәҙинәгә тотторҙо. Зөлҡәрнәй ҡулындағы икмәкте ҡустылары менән бүлеште, Мәҙинә көндәше Тутыйғошҡа үҙ өлөшөн һондо.

Әсәләре иртәнге тәғәмгә тип бешергән тары бутҡаһы нисек кенә тәмле булмаһын, уландары танһыҡ ризыҡҡа ташланманы. Улар нимәлер көттө.

Бының үҙенә күрә хикмәтле сере лә бар. Аталары тап ошолай табын тирәләй ултырып, әүҡәтләнә башлар алдынан үҙенсә һабаҡ үткәреп ала. Буранбай уларҙы шуға өйрәткән: әгәр ҙә тап ошо саҡта берәр хикмәтле һүҙ, мәҡәл-әйтем килтереп үтһә, ризыҡ менән ул һабаҡ уландарына ғүмерлеккә һеңеп ҡала. Башҡа ваҡытта, йәғни аталары өйҙә булмаған саҡта ризыҡланыр алдынан уландары мотлаҡ рәүештә әйткәндәрен иҫенә төшөрәсәк. Көнөнә нисә тапҡыр әүҡәтләнһә, шунса тапҡыр ҡабатланасаҡ һабаҡтар. Был дәрестәр уларҙың хәтерендә ғүмер буйы, хатта аталары баҡыйлыҡҡа күскәс тә, һаҡланасаҡ. Ризыҡ менән һабаҡ биреүҙе Буранбай атаһы Ҡотостан, ә атаһы ҡартатаһы Һөйөндөктән мираҫ иткән. Әҙәм балаһы ризыҡланмайынса тора алмағандай, ололарҙың әйткәндәрен дә ураған һайын хәтеренә төшөрөп аласаҡ. Табын артына ултырғас та. Хәбәр күп осраҡта үтә атмалы кәртә кеүек бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сығып осоусан. Ә ризыҡ менән һеңгәне – ғүмерлеккә.

Был юлы Буранбай уландарын бер-бер артлы күҙ уңынан үткәргәс, өлкәне Зөлҡәрнәйҙең һыҙылып үҫеп килгән ҡара мыйыҡтарына ишаралап, үҙенең йәтеш һаҡалын һыйпап:

– Мәрҙәс, Зәлҡәрнәй улым, йола тотаһың, иғәнәтең күркәм...– тип уға кинәйәле йылмайып, күҙ ҡыҫып алды. – Мин һиңә изен бирәм...

– Ризалығың өсөн рәхмәт. Ниндәй йоланы һуң, атай? – булды улының һорауы.

– Атайым һаҡал ебәрмәйенсә, мин мыйыҡ үҫтермәйем, ти халыҡ. Был хаҡта мин һеҙгә әйткәнем юҡ, – тип Зөлҡәрнәйҙең арҡаһынан ҡағып та алды. – Үҙең белдеңме?

– Юҡ, әсәм аңғартҡайны, – булды улының яуабы, Зөлҡәрнәй әсәһе Мәҙинәгә ишараланы.

Был һүҙҙәрҙе ишеткән Мәҙинәнең йөҙөнә нур йүгерҙе. Ире менән улының шундай күркәм мөнәсәбәтенә ныҡ шатланды әсәй кеше. Эсендә шатлығы урғылып торһа ла, үҙен ныҡ тотто байбисә, күңеленә һыймаған һөйөнөсөн күркәм йылмайыу итеп кенә тышҡа сығарҙы. Уның йылмайыуы табында ултырыусыларҙың барыһына ла йоғонто яһаны. Башҡалар ҙа уның йылмайыуын бермә-бер ҡабатланы, һөҙөмтәлә тирмә эсе нурға тулды. Байбисә үҙенең дәрәжәһен белеп кенә янында ҡыуанып ултырған көндәше Тутыйғошҡа ҡараш һирпеп алды. Был ҡарашта ла оло мәғәнә бар ине. Буранбайҙың йәш ҡатыны иренең аш алдынан үткәргән һабағын һәр йәһәттән хупларға, унда әйтелгәндәрҙе үҙенең инаныуы итеп ҡабул итергә бурыслы. Тутыйғош көндәшенә ҡарап үҙен тоторға ла өйрәнә. Нимә генә булмаһын, кесе ҡатын табында, хатта эсендә ут янған хәлдә лә, ауыҙына һыу уртлап ултырырға тейеш. Кейәүгә сығып, йыл үтмәйенсә түркенләргә лә хоҡуғы юҡ уның...

– Ә һеҙ, Нәүширбан, Йыһанша, Мөхәмәтша уландарым, –Буранбай Зөлҡәрнәйҙең ҡустыларына ҡараш һирпте, – ҡолаҡ һалып ултыраһығыҙмы?

Тегеләр “эйе” тигәнде белдереп баш һелкте.

– Нәүширбан улым, ни ишеттең? – тип һабаҡ биреүен дауам итте атай кеше.

– Атайым һаҡал ебәрмәйенсә, мин мыйыҡ үҫтермәйем, тигәнде... – Нәүширбан был һүҙҙәрҙе әйткәс, ирәүәнләнеп йылмайып ҡуйҙы, атаһынан баһа көттө, булһа кәрәк.

– Һай, отҡор улым Нәүширбан, ҙурайғас, мотлаҡ мөғәллим булырһың ул. – Шунан ҡатындарына боролдо. – Губернатор Волконский Ырымбурҙа уҡыу йорто асырға йөрөймө-нейме тигән осҡартын ишетелгән хәбәр йөрөй. Әгәр ҙә асыла-нейтә ҡалһа, Нәүширбанды шунда уҡырға әҙерләргә кәрәк булыр, әсәләре...

– Урыҫса белмәгән көйөнәме, атаһы? – Һүҙгә Мәҙинә ҡушылды. –Бәлки, тәүлә берәй белешкә йәйгелеккә малайлыҡҡа биреп алырға кәрәктер...

– Урыҫсаға тормош өйрәтә ул, әсәһе, малайлыҡта йөрөргә етем бала түгел дә ул, ана, Зөлҡәрнәй минең менән Илеккә йөрөп, урыҫса һупалай бит. Уны ла алып барырмын, – тип ҡырт киҫте Буранбай, шунан Йыһанша менән Мөхәмәтшаға боролоп, үҙе йылмайып, –Йыһанша, һин ҡустыңа сөсикмәк биргәндә Мөхәмәтша ниндәй яҙыҡ эш башҡарҙы? – тип һорай ҡуйҙы.

– Икмәкте һул ҡулы менән алды Мөхәмәтша...

– Ҡайһы ҡул менән алалар?

– Уңы менән...

Шулай тине лә Йыһанша, атаһының йөҙөндәге йылмайыуҙы ҡустыһының да йөҙөнә күсерергә иткәндәй, яурыны менән уға төртөп алды. Йәнәһе, һинең был хатаң зарланырлыҡ түгел, бошонма, мин дә һинең йәштә шулайта инем. Ошо һүҙҙәрҙе тел менән түгел, ә яурыны һәм ым-ишараһы менән генә аңлатты ла бирҙе Йыһанша. Уларҙың был аңлашыуы шундайын мәрәкәле һәм мәғәнәле килеп сыҡты, тирмә эсендәгеләрҙең барыһының да йөҙөндә йылмайыу хасил итте. Ахыр сиктә кинйәкәү Мөхәмәтша ла йөҙөндә кинәнеү ғәләмәте сығарҙы. Өлкәндәргә шул ғына кәрәк ине: биш йәшлек Мөхәмәтшаның йылмайыуы.

Буранбайҙың атай булараҡ ашарға ултырған һайын үткәргән һабағы ошоноң менән тамам булды. Әүҡәтләнеп алып, әпәр иткәс, тирмә хужаһы ҡатындарына һәм уландарына өндәште:

– Әсәләре, уландарым, егеттәрҙең имен-аман Илектән  ҡайтыуына, уларҙың урынына барғандарға уңышлы сик буйы хеҙмәте теләп әйткән нәҙерем бар ине. Аҡ ҡорбан салып, ағай-энене тауыш итеп алайыҡ. Мәҙинә, һин, Аҫыл, Йосоп, Үтәбай ҡустыларға ҡорбан салырға әйтерһең. Эре мөгөҙлө мал һуйһындар. Ә һин, Зөлҡәрнәй, Нәүширбан ҡустың менән бөгәсә мин әйткән кешеләрҙе йәйләүҙәренә барып саҡырып ҡайтырһығыҙ... – Шунан Зөлҡәрнәй менән Нәүширбанды тирмәнән сығырға әйҙәне. – Әйҙәгеҙ минең менән, саҡырылған кешеләргә үҙ ҡулдарығыҙ менән тапшыра торған нәмәләрҙе күрһәтәм...

Барыһының да иғтибарынан ситтә ҡалған Йыһанша менән Мөхәмәтша уларҙың артынан эйәреп тирмәнән сыҡты.

– Атай, ә беҙгә ниндәй йомош ҡушаһың? – тип әйтеп ҡалды өлкәне Йыһанша. – Беҙ ҙә бит эшкиндек...

– Һеҙгәме? – Буранбай туҡталып ҡалды. Берсә Йыһаншаға, берсә Мөхәмәтшаға ҡарап уйланып торҙо, шунан. – Һеҙгә ҡыуыҡ тултырыу йомошон ышанып тапшырам...

Малайҙар күҙҙәрен асалаҡ-йомалаҡ итеп, бер-береһенә ҡарап, бер-бер артлы ҡабатланы:

– Ҡыуыҡ тултырырға?

– Нисек тултырырға?

– Ана, әсәләрегеҙ аңлатыр...

Кескәйҙәр кире тирмәгә инеп киткәс, Буранбай эйәр-ҡамыттар ҡуя торған әүеҫлеккә инеп, унан ике моҡсай сығарҙы. Бер моҡсай эсендә тиҫтәләгән кескәй янсыҡтарға төрөлгән тупраҡ, икенсеһендә серек ҡайын киҫкәләре өлөштәре.

– Үҫеп еткәс, аңларһығыҙ үҙегеҙ, әлегә һорашмағыҙ, – моҡсайҙарҙы аталары уландарына тотторҙо. – Мин әйткән кешеләргә барып, телдән уларҙы ҡорбан мәжлесенә тауыш итегеҙ ҙә, һәр ҡайһыһына берәр янсыҡ һәм ҡайын киҫкәһе тоттороғоҙ...

Таналыҡ буйындағы йәйләүҙә оло йәнлелек барлыҡҡа килде. Һәр кем үҙ бурысын яҡшы аңлай. Бер кем дә, бер кемгә лә ниндәй эште ҡайһылайтып эшләргә кәрәклеген өйрәтмәй. Бындай саҡта хатта йәйләүҙең иң кескәй ағзалары – балалар ҙа үҙҙәрен бер башҡа үҫеп киткәндәй тойоп, беләләрме-юҡмы, өлкәндәргә булышырға тотона. Әгәр ҙә ололар уларҙы эшенә ҡыҫылдырмаһа, ситтән ҡарап тороп булһа ла, тормош һабағы алалар. Танауы еҫ һиҙгән малайҙар иһә, көн һайын башҡарған ғәмәле ағас ҡылыс менән алышыуҙан туҡталып, йәйләүгә киләсәк ҡунаҡтарҙың аттарын бүлешеп алып тәрбиәләргә әҙерләнә. Улдар алыҫтан килгән ҡунаҡтың атын туғара, һыбай килгәненең эйәрен һалдыра, һыуындыра, йылғаға алып барып һуғара, Таналыҡҡа төшөрөп йыуындырып та ала. Килгән ҡунаҡтың атына ҡарата бындай мөнәсәбәт күрһәтеп, малайҙар уларҙың хужаларына ихтирам билгеһе белдереп, аталарына ярҙам ғына итә. Һуңынан ҡунаҡтар, ҡайтыр саҡта тәрбиәләнгән аттарын күреп, быны башҡарыусы малайҙың үҙенә һәм атаһына рәхмәт һүҙҙәре яуҙыра. Шуға күрә лә ҡунаҡтың атына күрһәтелгән иғтибарҙың хужаһына белдергән хөрмәт икәнлеген малай сағынан белеп үҫә малайҙар.

...Ҡунаҡтар әйтелгән ваҡытҡа барыһы ла йыйылды. Хатта иртәрәк тә килделәр. Буранбайҙың ҡош теле лә булышлыҡ иткәндер. Килеүселәрҙе бигерәк тә Йыһанша менән Мөхәмәтша түҙемһеҙләнеп көттө. Шулай булмай һуң, улар әсәләренән йәшертен генә һорашып “ҡыуыҡ тултырыу”ҙың нимә аңлатҡанын белеп ҡалдылар. Был серҙе белеүҙән малайҙарҙың күҙҙәре маңлайҙарына менде. Ҡорбанға тигән малдың ҡыуығын көтәүелләп тороп ҡулға төшөргәс, уны аулаҡ урынға алып барып өрөп тултырҙылар. Еңелсә генә итеп ауыҙын бәйләгәс, мәҙәк әҙер булды. Тирмәлә бер кеше лә булмаған саҡты файҙаланып, ололар өсөн табын янына һалынған яҫтыҡтың аҫтына ҡыуыҡ шарҙы тыҡтылар.

Хәҙер инде ҡунаҡтарҙың табын тирәләй урынлашыуын ғына көтөргә ҡалды. Ҙур түңәрәкте ир-аттар биләне. Ишек яғындағы бәләкәй табынды ҡатын-ҡыҙ түңәрәкләне. Йыһанша менән Мөхәмәтша тирмә ишеген аса ла эскә ҡарай, аса ла эскә ҡарай, тултырылған ҡыуыҡтың тамашаһына шаһит булып, рәхәтләнеп көлгөләре килә, күрәһең. Уларҙың бындай ынтылышын күреп, аталары Буранбай икеһен дә тирмә эсенә саҡырып уҡ индереп, табын артында ултырыусыларҙың ҡулдарын сайҙырыу мәшәҡәтен ҡушып ҡуйҙы. Йыһанша еҙ тасты һәр ҡунаҡтың алдына ҡуйып, ҡомғандан һыу ҡойоп йыуҙыра, Мөхәмәтша иһә яурынына һалынған таҫтамалды алып ҡунаҡтың ҡулына тоттора.

Ҡыуыҡлы яҫтыҡ Бәхтегәрәй Ҡасимовҡа эләкте. Тәүҙә барыһы ла уның “эш боҙоу”ына “ах” итте, аҙаҡ яҫтыҡ аҫтынан бушаған мал ҡыуығы килеп сығыуға көллөһө бер юлы гөрһөлдәп көлөүе менән тирмә эсен тултырҙы.

“Ай, әттәгенәһе...” булды “эш боҙоу”сы аҡһаҡалдың үкенес белдергән ауазы. Көлөүҙәр туҡталғас, аҡһаҡал өҫтәп ҡуйҙы: “Ҡыуыҡҡа тигәндә минең даланым бар инде ул, төнәгөн ҡаҙаҡ ҡоҙалар бер шулай шаяртҡайны...”

Кибәзә көбөнән ҡойоп, ижауҙар менән һәр ҡунаҡтың алдына һаумал ҡымыҙ килтерҙеләр. Юлда сарсап килеүселәр рәхәтләнеп һыуһын ҡандырҙы. Бында ла Йыһанша менән Мөхәмәтшаға эш табылды. Улар әсәләре ҡымыҙ ҡойоп тотторған ижауҙарҙы ҡунаҡтарҙың алдына ташып өлгөртә алмай ҡыран-ғәләмәт килде.

Аҡ ҡорбан аятын Кинйәбулат ауылының указлы муллаһы Ибаҡан Кинйәбулатов уҡыны. Үәзене оҙон көй һуҙғандай моңло, йәнгә ятышлы ине Ибаҡандың. Уның тауышын ишетеүҙән тирмәлә ултырыусы ҡайһы берәүҙәр ойоҡһоп китеп, еңелсә бәүелә башланы хатта. Тирмә хужаһының нәҙеренә ярашлы сик буйы хеҙмәтенән ҡайтҡан һәм улар урынына ҡалған ир-егеттәрҙең именлеге, ил-йорт тыныслығы өсөн доғалар башҡарылғандан һуң иркен тирмәгә йәйелгән ашъяулыҡ янында күберәген донъя, йорт-ер хәлдәре хаҡында һүҙ барҙы. Һуңғы ваҡытта йылдарҙың ҡоро килеүенә лә зарланып алдылар. Буранбай Ырымбур ҡалаһы, Илек сик буйы нығытмаһы яғында күргәндәрен, кемдәрҙән нимәләр ишеткәнен бәйән итте.

Аштар ашалып, иттәр мөйнәлеп, ҡунаҡтар алдына сәй килтерә башлауға тирмә хужаһы ҡатындарына баш һелкте. Алдан һөйләшеп ҡуйылғанса, өлкән ҡатыны Мәҙинә, кесеһе Тутыйғош ҡунаҡтарының ҡатындарын эйәртеп тышҡа ҡашығаяҡ йыуырға сығып китте. Тирмәлә тынлыҡ урынлашты. Ирҙәр үҙҙәре генә ауҡан ҡалыуҙан файҙаланып, йорт хужаһы төп һүҙгә күсте:

– Ағай-эне, хөрмәтле ырыуҙаштарым, ағайҙар, олатайҙар. Артабан да шулай аралашып, лөғәт алмашып, кәңәшләшеп йәшәргә насип итһен Хоҙай. Иншаллаһ! Ашҡа хуш иттек, бисмиилаһир...

Тирмәлә ултырыусылар һәр ҡайһыһы ярым бышырҙап доғаларын башҡарып устарын һыпырғас, тирмә хужаһы, ҡунаҡтарының барыһына ла алмаш-тилмәш ҡарап сыҡҡандан һуң, саҡырыуға ҡушып ебәрелгән ҡош теленең аңлатмаһына яҡын килде:

– Мәжлесебеҙҙә йорт старшинаһы ла, кантон башлығы ла юҡ. Бында Кинйәбулаттар ғына, үҙебеҙҙең әғәйне генә ҡорбан мәжлесенә йыйналдыҡ. Бөгөн һүҙемдең кәттәһе шул турала булыр, туғандарым. Кинәйәһе шундай: бурала, келәттә ем, кәбәк, көрпә, һоло барлығын тойоп, белеп алған башмаҡ аталғаны, үгеҙ ярпыһы ишеккә ниндәй генә бик, йоҙаҡ һалһаң да, барыбер яйын таба. Күҙе аларып, ем еҫе сыҡҡан урынға, ишекте онтап булһа ла, иртәме-һуңмы, барыбер ярып барып инә, шулай түгелме?

Буранбай һораулы ҡараш ташлап, ҡунаҡтарына берәм-берәм күҙ йүгертеп алды. Улары, хужаның кинәйәһенең мәғәнәһенә төшөнөргә теләгәндәй, ҡапыл тәрән уйға сумды. Хужаның бындай кинәйәләренә өйрәнеп бөткәндәр. Һис ваҡыт тураһын ярмаҫ сәсән. Йөҙҙән дә алмаҫ. Алыҫтан башлар хәбәрен. Һәр ҡайһыһы Буранбайҙың һүҙҙәрен үҙҙәре аңлаған юҫыҡҡа борорға ынтыласаҡ. Шунан тирмә хужаһы үҙ фекерен әйтәсәк. Һәр ваҡыттағыса, тынлыҡты табындағы иң өлкәндәрҙән берәү Йортбаҡ Этҡабулов емерҙе:

– Һүҙең кинәйә, унда ята булыр оло мәғәнә. Асыҡҡан түгел, ҡаныҡҡан яман, Буранбай ҡустым. Күҙе аларып анталашҡан башмаҡ ише ҡаныҡҡандар донъябыҙға бүһереп килеп инә. Күҙен дә йоммай. Кинәйәңде шулайыраҡ аңланым. Беҙгә ҡанығыусылар биниһая инде ул. Ерҙәребеҙгә ҡарап эстәре көтөрләүселәрҙең ҡараштарын беҙҙән айырыу өсөн баштарын ҡамтарып ҡуя алмайбыҙ. Әүәле лә шулай булған. Ер-һыуыбыҙҙы һәр даим ситтәрҙән һаҡлап йәшәргә мәжбүр ителгәнбеҙ. Башҡаса йәшәүҙе белмәйбеҙ. Илек, Себер нығытмаларында илебеҙ сиктәрен ситтәрҙән һаҡлау бер нәмә, эске нығытмаларыбыҙҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмау лазым...

– Мин дә шундай уйҙамын, Буранбай туғаным. Аңлауымса, бында һүҙ ер-һыуыбыҙға янаған ҡурҡыныс хәл тураһында баралыр, шулаймы? Саҡырыуға ҡушып янсыҡҡа һалынған тупраҡ, ҡорт төшөп серей башлаған ағас киҫкәһе ебәргәсең, барыһы ла мәғлүм булды. Шундуҡ аңғарҙыҡ. Тимәк, әңгәмәбеҙ тыуған еребеҙгә һәм уны баҫып инеүселәргә ҡаршы тороу хаҡында барасаҡ. Әммә ер-һыуҙы келәттәге ем ише йәшереп эт-ҡоштан һаҡлау мөмкин түгел. Иркен ерҙәребеҙҙе батша ғәли йәнәптәре кантонлыҡ менән сикләне, ул саҡта ла бер нәмә лә ҡыла алманыҡ... – Йортбаҡ ҡорҙашының һүҙен Мансур Бикбулатов ыңғайы бер эләктереп алды ла, әйләндереп тә һалды.

– Төнәгөн малдарҙы тамаҡлаусы ыржай бүреләрҙе аулау өсөн ҡырҙағы һарайға һарыҡ баҡыртып ҡуйғанды оноттоғоҙмо ни, ағай-эне? Үҙҙәрен дүрт көн буйына күҙ яҙлыҡтырмай боҡайып көттөк, барыбер килде бүреләр. Келәттәге ем дә һарайҙағы һарыҡ һымаҡ инде ул. Бер тапҡыр ҡан еҫен белгән бүре шул уҡ ем тәмен белгән башмаҡ ише инде ул. Ул бер белеп ҡалһа, нәмә ҡуймай... – Ҡорҙаштарының дәлилдәрен хуплап йөпләүсе Кинйәбулаттың атаҡлы һунарсыһы Табынбай Кинйәбулатов тағы ла ниҙер әйтергә тип уйланып-бәүелеп ултырҙы ла, өҫтәп ҡуйҙы: – Тамаҡ тамуҡҡа ла төшөрә инде. Бар бәләбеҙ ерҙәребеҙҙең үтә лә бай булыуында...

Ҡотой Хәсәнов та үҙ һүҙен әйтергә ашыҡты:

– Асҡаҡһыған алабайталдан да ажарыраҡ әсмәйел булмаҫ, тир ине атайым. Тубылдан Итилгәсә, Яйыҡтан Себергәсә аймандай һуҙылып ятҡан күпме йәйләүҙәребеҙҙән, көтөүлектәребеҙҙән ҡолаҡ ҡағып, Уралтау эсенә сигендек, – Ҡотой ярһып китте. – Дейеүҙең ҡапҡорһағы тулмаҫ та, туймаҫ та...

Ҡотой ярһып китеп, тағы ла ниҙер әйтергә булды ла, ней әйтһәң дә, шул инде, тигән ишара менән ҡулын ғына һелтәне. Тынлыҡты тирмә хужаһы емерҙе:

– Бәхтегәрәй ағай нимә уйлай?

Буранбай сәсән мәжлес башланғандан алып бер һүҙ ҙә өндәшмәгән табындың иң өлкән аҡһаҡалы Бәхтегәрәй Ҡасимовҡа диҡҡәтен йүнәлтте. Башҡалар ҙа уға төбәлде. Уның һәр мәжлестә иң төп һүҙҙе түңәрәкләп һамаҡлауына күптән өйрәнеп бөткәндәр. Бәхтегәрәй ҡапыл ғына өндәшмәне, ауыҙ эсенән генә ниҙер мығырҙағандай, өн сығарғандай итте. Күренеп тора, телен шымартҡанда, зиһенен шиғри һүҙ менән үткерләгәндә ул һәр ваҡыт шулай итә. Гүйә, әйтеләсәк һүҙҙәрен ул ошо рәүешле ауыҙы эсендә әйләндереп-тулғандырып, бешереп ала: туртаһын һөҙөп ташлай, тоҙ, башҡа тәмләткестәр һала. Аҡһаҡал оҙаҡ көттөрмәне, тирмә хужаһына ҡарашын төбәп һамаҡларға тотондо:

– Күпме генә сәйнәһәң дә,

Балыҡ башы бер инде.

Барыбыҙға ҡәҙерле

Тыуып-үһкән ер инде.

Алтын-көмөштән ҡеммәт

Тыуған-үһкән еребеҙ.

Шул еребеҙ барында

Һәр даимда теребеҙ.

Батшалыҡтың ҡанунын

Етерлек бит татыныҡ.

Иркебеҙҙе инҡар итте

Бы ҡороғор кантунлыҡ.

Пашпорт кәрәк Уралтауҙы

Ҡыҙырып та йөрөргә.

Бындайын да хәлдәрҙе

Яҙманы бит күрергә.

Бер тапҡыр киҫер алдынан

Ете тапҡыр уйлайыҡ:

Әрәсәйҙе тыштан һаҡлап,

Эстән бөлөп ҡуймайыҡ.

Кинәйәңдең әрәсәһен

Шулайҙыр тип уйлайым.

Күпме генә ашамаһын

Башмаҡ емгә туймай ул.

Йоҙаҡтарға ҡарамайса

Ишектәрҙе ҡуймай ул.

Илһеҙ-ерһеҙ ҡалырбыҙ

Йәшәй бирһәк һуйҙайып.

Күңелемдә шипкерт шом бар,

Берүк һуңлап ҡуймайыҡ.

Хәҙер инде сәсәнебеҙ

Буранбайҙы тыңлайыҡ!

Бәхтегәрәйҙең һамағы Буранбайға шул тиклем көслө тәьҫир итте. Бәғерен ҡанатҡан тынғыһыҙ уйҙарының сағылышын тапты ул Бәхтегәрәй сәсәндең һамағында. Кәйефенә ҡарап эсендә ниндәй уттар янғанын һүҙһеҙ ҙә аңланы аҡһаҡал. Йәне алҡымына килеп тығылғандай, бәғере һыҡығандай булды. Тамағы төбөндәге төйөрҙө саҡ йотоп ебәрҙе. Улар Бәхтегәрәй менән һәр мәжлес һайын тиерлек шулай әйтешеп алалар. Мәҙәк хәлдәр ҙә булғылай. Һүҙгә лә килешеп киткеләйҙәр, әммә ыҙғышҡа еткермәй туҡталып ҡала беләләр. Хәҙер килеп инде ул, сәсән исемен күтәреп йөрөп тә, өнһөҙ ҡала алманы.

– Бәхтегәрәй ағайым,

Һүҙең элеп алайым.

Сәсәнлектә маһирһың,

Һүҙең былай алайым,

Үҙең былай алайым...

Бәхтегәрәй ағайым,

Зирәклегең ҡандайын,

Ил хәстәрен күмәкләп

Иңебеҙгә һалайыҡ.

Бәхтегәрәй ағайым,

Йәнгә усаҡ яғайыҡ,

Бер уй менән янайыҡ,

Әмәлдәрен табайыҡ.

Бәхтегәрәй ағайым,

Беҙгә ҡарай халайыҡ,

Йәштәребеҙ ни әйтер,

Уларҙы ла тыңлайыҡ!

Ошо ергә килеп еткәс, Буранбай һамаҡлауынан туҡталып,  табында ултырыусы йәштәргә ҡараш ташланы. – Зөлкәрнәй улым, һин нимә әйтерһең? Хисмәтулла ҡусты, һин? Кинәйәләрҙең мәғәнәһен нисек аңланығыҙ?

– Аҙап ҡала алмайбыҙ. Атайымдың кинәйәһен мин бермә-бер ҡабул ҡылдым. Бында башҡа төрлө аңлау булырға ла тейеш түгелдер. Ер-һыуыбыҙ сит-боттоң күҙен шул башмаҡ ише, ҡанға сарсаған бүре ише ҡыҙҙыра инде. Аҫыл егеттәребеҙ Илек, Себер сик һыҙыҡтарын дошмандан һаҡлай, беҙ бында... – Зөлҡәрнәй атаһының ҡарашынан туҡталып ҡалды. Белә улы Буранбайҙың бындай хәлен.

– Хисмәтулла ҡусты ни уйлай? – тирмә хужаһы иң ситтә ултырған йәш егеткә ишара ташланы. – Әйт һүҙеңде, Хисмәт...

– Бында оҙон-оҙаҡ баш ватырға түгел. Мин дә Зөлҡәрнәй һымаҡ уйлайым. Емгә ынтылған башмаҡты һуйырға, бүрегә һунар итергә тәҡдим итәм...

Хисмәтулла Аралбаев, һүҙем бөттө, тигәндәй ҡапыл тынып ҡалды. Уның тәҡдиме йәштәрсә ҡәтғи яңғыраны. Быны нимәгәлер юрарға ла мөмкин түгел ине. Шуға күрә лә йорт эсендәгеләр, алдан һөйләшеп ҡуйғандай, барыһы бергә гөрһөлдәтеп көлөп ебәрҙе. Әммә улар был көлөүе менән йәштәрҙең тәҡдимен түгел, ә ярһыулығын ошо рәүешле баһаланы. Ололарҙың кемеһелер “ай-һай”ҙан һалдырып, тел шартлатып та алды. Табындағылар шымып ҡалғас, тирмә хужаһы төп һүҙгә күсте:

– Аша һөйләмәгеҙ. Йәшерәк саҡта беҙ ҙә тотҡан ерҙән һындыра, һындырып танһыҡ ҡандыра торғайныҡ, Зөлҡәрнәй улым, Хисмәтулла ҡустым. Әммә ярһыулыҡ менән генә тотош импергә ҡаршы барыу ахмаҡлыҡҡа тиң. Ҡара көс менән дә әллә ни эш ҡырып булмаҫ. Ҡороғул айыуҙы еңергә мантышыу был. Ололар һөйләүенсә, Батыршаның ҡотҡоһона бирелеп, ана, Әликәс ҡартатайҙар, Бикбулат олатайҙар, Ҡотлоюл Ҡолторсаҡ, Әмин, Темәс, Сураш батырҙар ни эш ҡылған? Үҙҙәрен генә түгел, тотош Һаҡмар буйы халҡын, күрше ырыуҙарҙы һәләкәткә алып килгән. Ауылдарыбыҙ яндырылды, халҡыбыҙ ситкә оҙатылып һатылды. Күпме ырыуҙаштарыбыҙ ҡаҙаҡ далаһына сығып йотолдо. Һүҙемдең әрәсәһе шул: атҡа атланып яуға сығыр мәлдәребеҙ тарихта тороп ҡалды. Беҙгә башҡа юлдар эҙләү лазым...

– Беҙ яуға сығыу һәләкәтле әмәл икәнлеген былай ҙа беләбеҙ, Буранбай ҡусты. Әйтмәһәң дә, аңлайбыҙ. Батыршаға,  Әликәскә эйәреп мин дә атҡа атландым йәш саҡта, ил ҡупҡалйығанда, беҙ ҙә ҡуҙғалдыҡ, тик ятманыҡ, – тип тирмә хужаһын бүлдерҙе табындағы иң оло аҡһаҡал, һикһән бер йәшлек Юлъяҡшы Рашев. – Әммә бөгөн бында әүәлгегә ҡарап зарланыуҙан тыш бөтөнләй башҡа сәбәптән йыйғаныңды һиҙеп торам. Нишләп һүҙеңде әйтеп бөтөрмәйһең, һаман да һуҙаһың, Буранбай ҡусты? Беҙҙең һабырлыҡты һынайһыңмы?

– Юлъяҡшы ағай, һүҙ башың хаҡ, дөрөҫ һиҙемләйһең. Минең Илектә ишеткәндәр тап шул турала. Батша тағы ла башҡорт ерҙәрен межалау тураһында Указ сығарған. Ырымбур хәрби губернаторы Волконский межалауҙы был юлы беҙҙең кантонлыҡ ерҙәренән башламаҡсы. Илектән ҡайтҡас, кисәгөн Кинйәбулатҡа барып килдем. Беләһегеҙ, быйылғы йәйҙә ауылыбыҙҙы Мырҙабай ағай Солтанов һаҡлай. Унда яңыраҡ Талҡаланан ниндәйҙер урыҫ Микола ике һалдат менән килеп киткән. Ағлар беҙҙең йәйләү урындарын һорашып яҙып алмаҡсы икән. Ярай әле, Мырҙабай ағайҙың башы етеп ишетмәгәнгә, урыҫса белмәүенә, алйорошҡа һалышып тай типтергән. Бының нимә менән тамамланырын яҡшы аңлайһығыҙ, ағайҙар. Ун йыл элек Верхнеуралдан килгән землемер Ярцевтың командаһын нисек ярып ҡайтарғанды иҫләйһегеҙҙер бит? Уның командаһында әлеге лә баяғы Микола бар ине. Әммә ул саҡта башҡа заман булды...

Тирмә хужаһы аҡһаҡалдарға төбәлде. Барыһының да хәтеренә төштө ул межалау командаһы менән ҡапма-ҡаршы тороуҙары.

Хәл шулайыраҡ килеп сыҡҡайны. 1800 йылда Сибай биләмәһе ерҙәрен межалау өсөн Верхнеуралдан беренсе класлы землемер Ярцев етәкселегендәге комиссия Сибайға килеп эш башланы. Һөҙөмтәлә тәүге осорҙа 1102 дисәтинә 768 сажин ер межаланып, шуның 529 дисәтинә 768 сажин ер “буш ятҡан ерҙәр” иҫәбенә индерелеп, унда Ҡыҙыл казачествоһы күсерелеп ултыртыла икән, тигән хәбәр таралды. Ошоға бәйле халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙы. Буранбай етәкселегендәге халыҡ Ярцевты һәм уның ярҙамсыларын туҙҙырып, Верхнеуралға тиклем эйәреп баҫтырып ҡайтарҙы. Землемерҙың ҡото алынғайны, ҡабат Сибай яғына аяҡ та баҫманы. Уның ҡарауы, Буранбай батша ярандарының сәбенә әүерелде. Уны вазифаһынан бушатырға тип яҫҡынып ҡараусылар ҙа табылды. Әммә халыҡтың һөйөүен яулаған сәсәнгә ҡаты итеп янауҙан башҡа бер ни эшләй алманылар.

Эштең нимәлә икәнлеген Буранбай кантон башлығы Аҡҡол Биктимеров менән булған һөйләшеүҙә генә аңланы. Кантон башлығы үҙенең ҡул аҫтындағы дистанция начальнигын иҫкәртергә онотманы, улай ғына ла түгел, яйын тура килтереп:

– Ырымбурҙа булғанда губернатор Бахметев Николай Николаевич һинең межалаусыларға ҡаршы тороуыңды, уларҙы туҡмап ҡайтарыуыңды ишетеп: “Ниңә Буранбай Ҡотосовҡа баш була алмайһың?“ – тигән киҫәтеү яһаны. – Бынан был яғына ниндәйҙер аҙым яһарға уйлаһаң, иң тәүҙә минең менән кәңәшләш, – тип Буранбайҙы сағып та алды.

– Һәр ваҡыт сигенһәк, ыңғайҙарына булһаҡ, бағынһаҡ, тағы ла бер-ике межалау комиссияһы үтһә, бөтөнләй ҡаҡҡа таянып ҡаласаҡбыҙ бит, кантон башлығы әфәнде, – Буранбай ҙа Аҡҡол Биктимеровҡа ҡаршы ныҡ торорға булды. – Ауылдарыбыҙға бикләп ҡуйһалар, ҡайҙа йәйләрбеҙ, ҡайҙа мал йөрөтөрбөҙ?

– Һине шул ҡотҡарҙы, Буранбай, Ярцев Талҡаланан Ырымбур губернаторы, Ер эштәре буйынса комиссияның бойороғона ярашлы түгел, ә үҙ белдеге менән межалауға килгән булып сыҡты. Губернатор алдында яҡшатланыр, форсатты файҙаланып үҙенә лә ер эләктерер өсөн. Шуға күрә лә һине язаға тарттырһалар, губернаның йөҙөнә тап төшөрөүҙән ҡурҡтылар, – был һүҙҙәренән һуң кантон начальнигы йомшара төштө.

– Хоҙай беҙҙең менән! Тимәк мин хаҡлы булғанмын бит, Аҡҡол ағай, хәйер, Верхнеурал яғына арттарына ла ҡарамай доҡойтоуҙарына ҡарағанда, эштең тигенгә түгеллеген шул ваҡытта уҡ аңлағайным инде, әйтерең бармы, һалдаттары ла ҡулдарында мылтыҡтары булған көйгә һыпыртып Ярцевты артынан еткермәне...

Кантон башлығы хәҙер инде, һәр ваҡыттағыса, был сетерекле хәлде шаяртыуға бороп ебәрҙе.

– Мулла менән талашһаң, динеңә тарлыҡ, хужа менән талашһаң, көнөңә тарлыҡ, Буранбай ҡустым. Властар һине барыбер ҡәләм осона алып, яҙыҡ аҙым баҫыуыңды һағалап ҡына торасаҡтар. Бынан был яғына абай бул. Әңгәмәбеҙ аҙағында Николай Николаевич һинең дистанция начальнигы булараҡ эшеңде юғары баһаланы. Ырымбур сик һыҙығында һинең турала легендалар һөйләйҙәр икән, – кантон начальнигы уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ебәрергә лә онотманы.

– Ниндәй легендалар икән, Аҡҡол ағай? – “легенда” һүҙе дистанция башлығына ҡыҙыҡ булып китте.

– Сик буйына егеттәрҙе апарып, уларҙы урынлаштырып йөрөгәндә кистәрен йырҙарыңды яратып тыңлайҙар икән. Ундағы башҡорттар, мишәрҙәр һине ныҡ ихтирам итә. Намыҫлы, кеше йәнле, ихлас  булыуыңды баһалай. Һиңә “Сибай атаманы” тигән ҡушаматты, белгең килһә, Яйыҡ казактары биргән. Был хаҡта белә инеңме?

– Кешегә исем тағыу тигәндә уларға ҡуш инде. Казагына ла, мишәренә лә, башҡаһына ла беҙҙең ирекле булыуыбыҙ оҡшап етмәй. Улар беҙҙе лә үҙҙәренә тиңләргә, үҙҙәре һымаҡ күрергә тырыша... – Буранбай әңгәмә юҫығын бөтөнләй икенсе яҡҡа бороп ебәрергә итте лә, артабан һүҙҙе ҡуйыртып торманы.

...Әле килеп землемер Ярцев менән сәкәләшеүҙәре, кантон башлығы менән һөйләшеүе иҫенә төштө лә, күҙ алдына килтерҙе: әле Буранбайҙың тирмәһендә барған әңгәмә хаҡында ишетһә, быны нисек ҡабул итер ине икән Аҡҡол Биктимеров? Әлбиттә, хупламаясаҡ. Сөнки уға биләгән вазифаһы бөтөнләй икенсе булыуын талап итә. Кантон башлығы Буранбай һәм башҡалар кеүек уйлаған хәлдә лә, был уйҙарын буйына ғына һеңдереп, губернатор нимә әйтә, шуны тормошҡа ашырып йәшәргә тейешле. Әгәр ҙә шулай булмаһа, ул иртәгәнән башлап кантон начальнигы түгел. Буранбайға иһә әле килеп тыуған хәл-ваҡиға мөһимерәк, сөнки халыҡтың киләсәге ошо мәсьәләнең хәл ителеүенә туранан-тура бәйле.

Әле бына уның тирмәһендә нәҡ уның һымаҡ фекер йөрөткән, тыуған ере яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылған. Улар барыһы ла яҙмыштарын Буранбайға ышанып тапшырған һәм уға өмөт менән ҡарай. Ана, аҡһаҡалдар ҙа һүҙгә тулышҡан.

– Межаланған ерҙәребеҙгә губернатор ситтәрҙе, сирмеште, керәшинде, муҡшыны, мариҙы, сыуашты, крепостной крәҫтиән урыҫтарын килтереп ултыртасаҡ... – Был һүҙҙәрҙе Юлъяҡшы аҡһаҡал әйтте.

Уның һүҙҙәрен Йортбаҡ, Мансур аҡһаҡалдар ыңғайы бер элеп алды.

– Яйыҡ, Туҡ, Соран, Ырғыҙ, Кәмәлек, Юшатыр буйҙарында күп ерҙәребеҙҙән тап шул межалау һөҙөмтәһендә баш сөйҙөк тә инде. Ул йылға буйҙарында ҡасандыр беҙҙең атай-олатайҙар йәйләгән... – тине ҡапыл ярһып киткән Йортбаҡ аҡһаҡал. – Беҙҙән хатта һорап та торманылар, тартты ла алдылар. Беҙҙең ауылдың Туҡ буйындағы йәйләү еренә мал сығарыу ҙа мең бәләгә әүерелде...

– Сигенә-сигенә килә, ҡаҡ сағылға, саңдауға ҡалынылды инде, ағай-эне, – тип уны йөпләне Мансур аҡһаҡал. – Ҡартатайҙар, олатайҙар әйткән сикһеҙ далалар хәҙер хатта төшкә лә инмәй инде.

– Күпме сигенергә була, атай, олатайҙар, ағайҙар. Ил сиген һаҡлаусы егеттәребеҙҙе кире ҡайтарайыҡ та, межалауға күмәкләп ҡаршы торайыҡ, батша кешеләрен еребеҙгә индермәйек, ана бит, Ярцевтарҙы ярғанһығыҙ бит, – тине тулҡынланыуҙан йөҙөнә ҡан һауып өлгөргән Зөлҡәрнәй. – Атайым дөрөҫ башланы әңгәмәне. Келәттәге емгә ымһынған һөмһөҙ башмаҡтың томшоғона берҙе бирмәйенсә аңламай инде ул...

Үҙенә һөйләргә сиратты саҡ көтөп алған Хисмәтулла аяғына уҡ баҫып йөрөргә тотондо, ярһыулы һүҙҙәрен маршҡа баҫҡан һалдат кеүек баҫырға тырышты. Үҙен бына-бына бейеп китер тиерһең:

– Межалау беҙҙең йәйләү ерҙәрен ҡырҡып алыу тигән һүҙ бит инде ул, ағайҙар һәм олатайҙар. Ерҙәребеҙҙән ҡолаҡ ҡаға-ҡаға һуңғы йәйләүгә генә тороп ҡалабыҙмы, олатайҙар! Буранбай ағай! Беҙ бының менән риза түгел. Салауат та юҡҡа ғына яуға күтәрелмәгән, һеҙҙе белмәйбеҙ, беҙ яуға сығабыҙ. Алдар батырҙай була алмайбыҙмы ни? Беҙ бит бөрйәндәр. “Тарауыл” ҡысҡырып ырыу йыйыны үткәрергә кәрәк. Мәсьәләне уртаға һалып хәл итергә лә, ҡуҙғалырға...

Егеттең ярһыулығы тирмә хужаһына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Үҫмер, егет сағынан үтә лә таныш  бындай асырғаныу. Уның шартлап китеүенән араларға иткәндәй, Буранбай ҙа аяғына баҫты. Арт яғынан килеп Хисмәтулланың яурынына ҡулдарын һалды:

– Бар, ултыр урыныңа, Хисмәтулла ҡустым. Йыйындар үткәреүҙе беҙгә күптән тыйҙылар бит инде. Хәҙер беҙ ошолайтып табын артында ғына әңгәмә ҡора алабыҙ... – Буранбай был һүҙҙәрен тыныс ҡына итеп әйтте. Тауышын күтәрмәне. Тирмәләге тиҫтәләгән йөрәктәрҙең дөпөлдәп типкәне генә ишетелгәндәй. Тәжрибәле хәрби начальник, дистанция башлығы быны бик яҡшы тоя. Дөйөм тоҡаныу, атҡа атланыу өсөн башҡортҡа бәләкәй генә осҡон да етә. Хисмәтулла саҡматашты сәкетте, унан сыҡҡан осҡондо ил ағаһы уның яурынына ҡулы менән баҫып һүндерҙе. Егет тирмә хужаһының һүҙҙәренә өнһөҙ буйһондо, урынына барып ултырҙы. Буранбай ҙа кире урынына сүгәләп һүҙен дауам итте:

– Ырымбурҙан ҡайтышлай юл буйына, ҡайтҡас та, көнө-төнө уйландым, ағай-эне. Межалауға ҡаршы ҡорал тотоп сығыу үҙебеҙҙе күрәләтә утҡа индереү генә буласаҡ. Быға тиклем ҡырылғаныбыҙ ҙа еткән. Ҡорал тотоп сыҡҡан һайын меңәрләгән батырҙарыбыҙ йәнен фиҙа ҡылған. Был беҙҙең юл түгел, көнө бөгөн түгел. Әммә, өмөтһөҙ шайтан тигәндәй, межалауҙан ҡотолоуҙың тәбиғи, әммә законлы юлы бар. Закон сигенән сыҡмайыҡ...

Шулай тине лә тирмә хужаһы, ниндәйҙер мөғжизә вәғәҙәләгән кешеләй йәшкелт күҙҙәрен аҡһаҡалдарға, ил ағаларына, йәштәргә төбәне. Тирмәләгеләр Буранбайҙың бындай халәтен бик яҡшы белә. Бигерәк тә яңы сығарған көйөн ҡурай сыңғыратып тартҡанда, йырлап ишеттергәндә сәсән ошондай сихри халәткә инеүсән. Ана бит, әле лә. Ҡайһылыр ике арала һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙөндә йылмайыу ғәләмәте пәйҙә булды һәм йыйылыусыларҙы йәнләндереп ебәрҙе. Буранбай иһә һаман да өндәшмәй ултыра бирҙе. Белә ул, тап ошо рәүешле халыҡты ҡыҙыҡһындырып, күпмелер ваҡытҡа өндәшмәй ҡалһаң, йөрәктәр дарһылдап тибергә тотона, зиһендәр тоҡана. Шуға күрә микән, тирмә хужаһы, гөлтләгән усаҡҡа ҡоро утын өҫтәргә иткәндәй, һуңғы һүҙҙәрен тағы ла бер тапҡыр ҡабатлап алды:

– Өмөтһөҙ шайтан, тигәндәй, межалауҙан ҡотолоуҙың тәбиғи, әммә законлы юлы бар...

Тирмәләгеләргә шул ғына кәрәк инде, улар бер нәмәне яҡшы аңлай: Буранбай йылмайҙымы, тимәк, хәлдәр әллә ни насар түгел. Буранбай йылмайҙымы, тимәк Туфан ҡалҡып, ахыры заман етеүгә тағы ла меңәр йылдар ҡалған, тимәк, әлегә өмөтләнеп йәшәргә лә йәшәргә. Кинйәбулаттар өсөн ана шундай мәғәнәгә эйә Буранбайҙың серле йылмайыуы. Тирмәләгеләр Буранбайҙың һүҙен шундуҡ берәм-берәм эләктереп өлгөрҙө:

– Ниндәй юл?..

– Ниндәй?..

– Ҡайһылайтып?

– Ней атаһы?

– Буранбай буһын да сара тапмай ҡалмаҫ инде ул...

– Бумаҫ тимә...

– Әүлиә бит ул...

– Ашып-ташып ятҡан Һаҡмарҙы атының тубығынан ғына кистереп сыға алған кеше бит әле...

– Йырын һуҙып ебәрһә, һалма ҡырҡҡан килендәр яңылыш бысаҡ менән бармаҡтарын ҡырҡҡан бит әле...

– Бумаҫ...

– Ни сыҡһа, шул Буранбайҙан сыға торған...

– Туҡта әле, башта тыңлап ҡарайыҡ уны. Нисек был хәлдән ҡотолорға була икән?

– Әйт һүҙеңде, Буранбай ҡусты...

– Һүҙеңде халыҡ көтә...

Буранбай ҡапыл етди төҫ алды. Алдында ултырған ижауҙы ҡулына эләктереп алды. Эсендәге ҡымыҙҙы  яртылаш уртланы ла, һауытын алға һондо:

– Бына был ижауға яртылаш ҡымыҙ һалынған. Ҡалған яртыһын һыу менән тултырһаң, ҡымыҙ айранға әүерелә. Беҙ был саҡта, ҡымыҙ ҡырҡылған, тибеҙ. – Буранбай ситтәрәк ултырған баҡырсаны ынтылып алып ижауға һыу өҫтәне. – Батша властары ла, беҙҙең араға муҡшыны, мариҙы, мишәрҙе, керәшендәрҙе, яһаҡ татарҙарын килтереп, беҙҙе айран итмәксе. Ҡорал менән ҡурҡытып еңә алмағас, эстән тарҡатмаҡсы. Үҙ күҙем менән Ырымбур, Силәбе, Һарытау, Һамар яғында күрҙем ундай ауылдарҙы. Ҡайһыларында башҡорттар Батырша, Салауат яуҙарынан һуң өс-дүрт тиҫтә йылдар эсендә килмешәктәрҙең теленә күсеп, йолаларын үтәп, милли асылынан тайпыла башлаған...

– Ҡымыҙҙан айранға әүерелгән... – Был һүҙҙәрҙе Бәхтегәрәй аҡһаҡал әйтеп ысҡындырҙы.

– Тап шулай. Шуға күрә лә беҙ иртәгәнән башлап төп ауылыбыҙ Кинйәбулаттың йәйләү урындарына өйҙәр һала башлайбыҙ...

– Бәпәйләтәбеҙме?

– Нисек итеп?

– Аһ-аһ...

– Тоҡтомалғамы?

– Әҙәм аптыратып...

– Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ, тигәндәр әүәле. Ҡылысты балтаға алыштырабыҙ. Межалаусылар килеп еткәнсе һис юғы һәр йәйләү урынында унар, ун бишәр йорт ултырырға тейеш. Күҙҙәрен буяр өсөн Кинйәбулаттағы иҫке өйҙәрегеҙҙе лә күсереп ултыртығыҙ. Йәнәһе, беҙ был урында әллә ҡасандан ауыл булып йәшәп ятабыҙ. Межалау беҙҙең яҡта әлегә тиклем булғаны ла юҡ, Ярцевты иһәпкә алмағанда. Өҫтәүенә, 1795 йылда үткәрелгән йән иҫәбе алыуҙа батша властарын күп кенә ауылдар үҙ биләмәһенә индермәне. Өйләнеп ата йортонан башҡа сыҡҡан йәштәр яңы буралар ултыртыр...

Тирмә эсе “аһ” итте. Буранбайҙың тәҡдиме барыһының да күңеленә хуш килде. Йәшерәктәр шундуҡ урындарынан ҡалҡып, еңдәрен һыҙғана, дәртләнә башланы. Йәштәрҙең дәрт-ғәйрәтенә йүнәлеш кенә бир. Хәҙер ҡулдарына балта ғына тоттор, ер аҡтарырға әҙерҙәр. Аҡһаҡалдар ғына ыжламағандай, бер-береһенең ҡолағына ниҙер бышырҙаша, һалма бешерә. Һаҡалдары һелкенеп ҡуйыуҙарына ҡарағанда, Буранбайҙың тәҡдиме менән бигүк риза ла түгел һымаҡтар.

– Нимә, ағайҙар, олатайҙар, минең был тәҡдим оҡшаманымы ни? – Буранбай аҡһаҡалдар янына барып сүгәләне. – Нимә әйтергә теләнегеҙ, әйҙә, уртаға һалығыҙ, үҙегеҙгә йомоп ҡалдырмағыҙ...

Аҡһаҡалдар бер-береһенә үҙҙәре генә аңлаған лөғәттә ымлашты. Йәмғеһенең исеменән Йортбаҡ ҡарт әйтергә булды.

– Әле бына ҡорҙаштарым менән кәңәш иттек тә, һорауыбыҙ бар һиңә. Йәйләү урындарыбыҙға ауылдар һалғас, алдағы йәйҙәрҙә малдарыбыҙҙы ҡайҙа ҡыуырбыҙ һуң, Буранбай ҡусты? Беҙ бит йәйләүһеҙ йәшәй алмаясаҡбыҙ, ауылдарҙа ҡаҡланасаҡбыҙ бит?

– Юшатыр, Туҡ, Кәмәлек, Ырғыҙ буйҙарында, ҡаҙаҡтарға сиктәш икһеҙ-сикһеҙ киң далалар кем менән уртаҡ. Беҙҙең атай-олатайҙар ғүмер буйы шул яҡта йәйләгән. Һаҡмар, Ҡыҙыл, Таналыҡ буйҙарында ғына ялҡауланып ятмаған. Ул далалар күптән беҙҙең ат тояҡтары тауышын һағынған. Төнә Ырымбурҙа Туҡ буйының Иҫәнгилде ауылынан бер туғаныбыҙҙы осратып һөйләшеп алдыҡ. “Беҙҙең яҡтар иркен, ҡасан малдарығыҙҙы беҙҙең яҡтарға ҡыуаһығыҙ, үҙегеҙ беҙҙең ерҙәргә килеп йәйләй алмаһағыҙ ҙа, малдарығыҙҙы беҙҙең далаларға килтерегеҙ”, – тип саҡырып торалар...

– Хәҙер кантонлыҡ беҙҙең аяҡтарға тышау булып ятты. Кешәнләп ебәрелгән ат, арҡанлап ебәрелгән һыйыр кеүекбеҙ. Кантон башлығы беҙгә ул яҡтарға сығырға пашпорт бирерме икән?

– Малға пашпорт кәрәкме инде? Уларҙың ҡайһы кантонға ҡарағаны маңлайҙарына яҙылғанмы ни? Һырттарындағы билдәләре дөйөм, бөрйән ырыуы тамғалары...

Буранбайҙың һүҙҙәре аҡһаҡалдарҙы тынысландырҙы. Уларҙың йылмайып баш һелкеүҙәре шуны аңлата ине. Шулай ҙа дистанция башлығын уларҙың еткергән шипкерте уйланырға мәжбүр итте. Буранбай быны яҡшы аңлай: башҡа кантонлыҡ ерҙәренә малдарҙы сығарыу оло мәшәҡәт тыуҙырырын бик яҡшы тоя ул.

– Йәйләү урындарын нисегерәк бүлешәбеҙ, Буранбай ағай? Кемдәр ҡайҙа? – тип һорай ҡуйҙы ҡапыл ең һыҙғанып дәртләнеп киткән Хисмәтулла.

– Әлеге ваҡытта кемдәр ҡайһы йылға буйында йәйләй, шул урында йорт һала башлай. Көҙ етеүгә барыбыҙ ҙа тирмәләребеҙҙән тура һалынған йорттарыбыҙға барып ҡышлауға инәсәкбеҙ. Кинйәбулатта ҡалған йорт ҡаралтыларын, тормош кәрәк-ярағын хәҙер үк йәйләү урындарына ташый башларға ла мөмкинһегеҙ, – тине лә тирмә хужаһы, һүҙем ошоноң менән тамам, тигән ишара менән ҡаты итеп тамағын ҡырып ҡуйҙы.

– Буранбай ҡайҙа барырға ҡушһа, беҙ шунда барабыҙ инде, – тип әйтеп ҡуйҙы Зөлҡәрнәй, – бөтә урындар ҙа, ундағы йылға-күлдәр ҙә, урмандар ҙа, болонлоҡтар ҙа – барыһы ла беҙҙең йорт, бөрйән ырыуы  мөлкәте...

– Һүҙең хаҡ, Зөлҡәрнәй! – Бәхтегәрәй аҡһаҡал старшина улының тәҡдимен йөпләп ҡуйҙы. – Буранбай ҡустым, беҙ һинең ихтыярҙа...

– Ауыл ташлап китә алмаған һәүерек ат, әйләнсек һарыҡ ише өйрәнгән урыныбыҙҙа ғына ойоп ятһаҡ, ерһеҙ ҙә, илһеҙ ҙә ҡалырбыҙ, ағай-эне...

– Бына быныһы эшлекле тәҡдим. Аллаһҡа тапшырып башлайбыҙ...

– Межаны үҙебеҙ балталар менән яһайбыҙ...

– Мәрҙәс!

– Хоҙай беҙҙең менән!

– Амин!

– Аһыл ҡустым, исемлекте әпкил бында, – Буранбай ҡул иҙәүе менән туғанын янына саҡырҙы. – Шуны ла алдан әйтергә тейешмен. Исемлекте яҡын туғандар бер ауылда йәшәргә тейеш тигән уйҙан сығып төҙөнөм. Әйткәнемсә, кемнәр хәҙер ҡайһы урында йәйләй, шунда һалынасаҡ ауылда йәшәргә күсергә тейешле. Әгәр ки кемләрҙер Кинйәбулатта ҡалырға теләй, йәки икенсе урындағы ауылды яҡын күрә, алдан уҡ миңә әйтерһегеҙ...

Яҡын туғаны Аҫыл Юнысов алдан әҙерләнгән ҡағыҙҙарҙы күндән эшләнгән ҡаптырманан сығарып, тирмә хужаһына алып килеп тотторҙо. Буранбай тирмәнең уртаһына уҡ барып баҫты. Йәштәр барыһы ла уның янына эркелде. Аҡһаҡалдар тирмә хужаһына боролоп ултырҙы. Буранбай тауышын артыҡ күтәрмәй генә, кемдең элек ҡайҙа йәйләүенә ҡарап, ҡағыҙға теркәлгән исемлектәрҙе бәйән итте. Дистанция башлығы шуны ла яҡшы аңлай: ошо мәлдән уның ауылдаштары өсөн көтөлмәгәнсә яңы тормош, дөрөҫөн әйткәндә, һынылыш башланасаҡ.

Киләсәктә ҙурайып, кешеләре артып киткән йәйләү урындарындағы яңы ауылдарға күсеүселәрҙең исемлеге ине Буранбайҙың ҡулындағы ошо яҙмалар. Дистанция башлығы документты урын-еренә еткереп, межалаусыларға ла, йән иҫәбе алыусыларға ла ярарлыҡ итеп әҙерләгәйне. Унда барыһы ла иҫәпкә алынған, яңы ауылдарҙа йәшәүселәрҙең, уларҙың балаларының исемдәре, нисә йәштә булыуҙарына тиклем теүәл аныҡлап теркәлгән. Кем уйлаған инде, киләсәктә йорт старшинаһы булып киткән Буранбай Ҡотосов ҡултамғаһын һалып төҙөгән ошо исемлектәр тарихи документтарға әүерелер тип:

 

Ырымбур губернаһының Верхоурал өйәҙе Бөрйән улысы Буранбай ауылы кешеләре (Кинйәбулат ауылынан күсеүселәр)

 

Буранбай Ҡотосов – 14-се класлы йорт старшинаһы, 51 йәштә, улдары: Йыһанша 15 йәштә, Мөхәмәтша 11 йәштә, Абдулмоталлап 1812 йылда вафат була, туғаны Иҫән Күсәпов 28 йәштә.

Аҫыл Юнысов – старшина ярҙамсыһы 33 йәштә, улы Әбделмәзит 8 йәштә, Мөхәмәтдин 1 йәштә.

Зөлҡәрнәй Буранбаев – 19 йәштә.

Һары Бикбов – отставкалағы йөҙбашы 52 йәштә, улы Ғәйбоғаҙат 9 йәштә, Шаһиҙән 2 йәштә.

Ҡарамырҙа Ҡарасов – 42 йәштә, улдары: Мөхәмәтдин 24 йәштә, Мөхәмәтхисам 19 йәштә, Сәхипкирйән 6 йәштә.

Үҙәнбай Туҡтамышев – 36 йәштә, улы Ҡадир 15 йәштә.

Бикарыҫлан Ҡайыпйәнов – 24 йәштә, ҡустыһы Бикмөхәмәт 22 йәштә.

Мырҙабай Солтанов – 86 йәштә, улы Ҡулимән 34 йәштә, (Ҡулимәндең улдары: Исмәғил 8 йәштә, Абдулмоталлап 4 йәштә, Батырша 1 йәштә).

Юлан Юнысов – 41 йәштә, улдары: Баймырҙа 16 йәштә, Мөхәмәткәрим 9 йәштә, Мөхәмәтйән 5 йәштә.

Үтәбай Ҡотосов – 34 йәштә, улдары Ғәбделхалиҡ 15 йәштә, Сәғәҙей 8 йәштә.

Танһыҡҡужа Абласов – 32 йәштә.

Һағынбай Ишҡузин – 25 йәштә, улдары: Әсфәндиәр 9 йәштә, Ҡотлозаман 4 йәштә, Һағынбайҙың ҡустыһы Бүләк 19 йәштә.

Ишкилде Сәлихов – 44 йәштә, 1812 йылда вафат була. Уның ҡустыһы Иманғол 48 йәштә, Иманғолдоң улдары: Ҡолонбай 17 йәштә, Арыҫланбай 1 йәштә.

Бүребай Сәлихов – йәштә йәштә, улдары: Ишҡол 10 йәштә, Серғол 4 йәштә.

Сербай Сәлихов – 41 йәштә, улдары: Баймырҙа 15 йәштә, Юнысбай 11 йәштә, Баһауетдин 5 йәштә.

Ирназар Ҡыҙрасов – 36 йәштә, улдары: Мөхәмәтшәриф 16 йәштә, Йәрмөхәмәт 7 йәштә, ҡустыһы Хәбикәй 33 йәштә (Хәбикәйҙең улы Сәйфулла 1 йәштә).

Ейәнғол Аҙнағолов – 35 йәштә, ҡустылары Көсөкҡол 31 йәштә (Көсөкҡолдың улы Баймөхәмәт 6 йәштә), Йомағол 27 йәштә, Ниязғол 1812 йылда вафат була.

Байназар Мырҙаев – 52 йәштә, улдары: Ғүмәр 19 йәштә, Әбйәлил 16 йәштә, Сәлимғор 9 йәштә, Сәйетйәғәфәр 5 йәштә, Мостафа 1 йәштә.

 

1812 йылда Иҙрис ауылынан да Буранбайға күсеүселәр булған:

 

Ҡарас Бикбов 70 йәштә, улдары: Ҡабанбай 31 йәштә (Ҡабанбайҙың улы Мөхәмәтғәли 1 йәштә), Сынгилде 25 йәштә, Ҡотлобай 17 йәштә.

Хоҙайбиргән Ҡарасов – 42 йәштә, улдары: Әбделғәфәр 17 йәштә, Әбйәлил 14 йәштә, Әбдрәхим 8 йәштә, Әбделхәлил 4 йәштә, Әмирхан 3 йәштә, Абдрахман 1 йәштә.

Мырҙагилде Ҡарасов – 36 йәштә, улдары: Мырҙабулат 7 йәштә, Кинйәбулат 3 йәштә, Сәйетйәғәфәр 2 йәштә.

Хөсәйен Ғәлекбаев – 48 йәштә, улдары: Дәүләтша 15 йәштә, Батырша 7 йәштә, Хөсәйендең яҡын туғандары: Рай Зыянов 22 йәштә, Мөкмин Дәүләтбирҙин 8 йәштә. Был ғаилә Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантонынан 1813 йылда күсерелә.

 

Йәноҙаҡ (аҙаҡ Аҫыл) йылғаһының Таналыҡҡа ҡойған тамағында барлыҡҡа килә Кинйәбулаттан айырылып сыҡҡан  Буранбай ауылы. Буранбай Ҡотосов үҙенең ғаиләһе, яҡын туғандары менән ошо ауылға күсенә.

Саҡ ҡына алғараҡ китеп шуны ла әйтеп үтеү кәрәктер:  Буранбай Ҡотосов, нахаҡ яға яғылып хөкөм ителгәс, уның урынына ярҙамсыһы Аҫыл Юнысов старшина ярҙамсыһы, аҙаҡ үҙе лә старшина булып китә. Ауыл исеме лә Аҫылға, Йәноҙаҡ йылғаһы ла уның исеме менән атала башлай. Һуңынан Аҫыл ауылының нигеҙендә хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы ҡалҡып сыға.

Кинйәбулат ауылында тороп ҡалыусыларҙың да исемлеген Буранбай Ҡотосов тарих өсөн теркәп ҡалдырып, аҫтына имзаһын һала. Йорт старшинаһы улы Нәүширбанды ла төп ауылда ҡалдыра. Бына улар Кинйәбулатта тороп ҡалыусылар:

 

Ырымбур губернаһының Верхоурал өйәҙе Бөрйән улысы Кинйәбулат ауылы кешеләре:

 

Хисмәтулла Аралбаев – отставкалағы есаул, 29 йәштә, улдары: Иҫәнғол 10 йәштә, Әхмәтдин 1 йәштә.

Нәүширбан Буранбаев – есаул, 16 йәштә.

Рамаҙан Аҫҡаров – 31 йәштә, 1815 йылда вафат була, улы Рыҫҡол 5 йәштә, ҡустыһы Ҡунаҡбай – йөҙбашы 35 йәштә, Ҡунаҡбайҙың улы Мөхәмәтсафа 3 йәштә.

Табынбай Кинйәбулатов – 60 йәштә, улы Фәйзулла – йөҙбашы 27 йәштә, уның улдары: Фәтҡулла 4 йәштә, Ғөбәйҙулла 1 йәштә. Табынбайҙың икенсе улы Сәйфулла 1815 йылда вафат була, уның улы Рәхмәтулла 1 йәштә.

Баймәмбәт Хоҙайғолов – 56 йәштә, ҡустыһы Алас 50 йәштә, Аластың улдары: Әбүталип 17 йәштә, Абдуллатиф 4 йәштә. Баймәмбәттең туғаны Вәлитйәлил – хорунжий 32 йәштә, уның улы Әбйәлил 8 йәштә.

Айытбай (Ғәйетбай) Йосопов – указлы мулла 28 йәштә, улдары: Сәхипкирйән 4 йәштә, Фәхретдин 1 йәштә. Айытбайҙың ҡустыһы Сәйетбаттал 22 йәштә.

Юныс Солтанғолов – 44 йәштә, 1815 йылда вафат була, улы Хәмит – указлы аҙансы 28 йәштә, уның улы Абдуллатиф 5 йәштә, Юныстың яҡын туғаны Ейәнсура Мырҙаев 56 йәштә.

Зиләй Рашев – 59 йәштә, улдары: Алтынса 25 йәштә, уның улы Мөхәмәтсәлих 4 йәштә, Алтынбай 23 йәштә, Рыҫҡол 21 йәштә, Ҡәҙерғол  18 йәштә, Әбделхалиҡ 16 йәштә, Әбделвәхит 14 йәштә.

Әбүбәкер Байназаров – 27 йәштә.

Ниғмәтулла Аралбаев – 27 йәштә, улы Шәрәфетдин 4 йәштә,  ҡустылары: Хәбибулла 22 йәштә, Мөхәмәткөнәсей 18 йәштә, Искәндәр 1815 йылда Этҡол ауылына күсерелә.

Мөхәмәт Ишбулатов – 45 йәштә, 1815 йылда вафат була, улы Сөләймән 27 йәштә, уның улдары: Хисамитдин 4 йәштә, Мөхәмәтдин 1 йәштә.

Баязит Ишбулатов – 70 йәштә, улдары: Исмаҡ 29 йәштә, уның улы Иҙрис 4 йәштә, Ильяс 23 йәштә, Муса 16 йәштә, Баязиттың яҡын туғандары Исламғол Исхаҡов 14 йәштә, Собханғол Исхаҡов 10 йәштә.

Майыҡбай Хоҙайгиров – 56 йәштә, улдары: Ҡолонбай 27 йәштә, Хөсәйен 12 йәштә, Хәсән 9 йәштә.

Сөрәй Хәсәнов – 93 йәштә, улы Алтынбай 35 йәштә, уның улдары: Әхтәм 5 йәштә, Ҡолмөхәмәт 2 йәштә.

Ҡаҙыбәк Касин – 64 йәштә, улы Искәндәр 21 йәштә.

Әхмәт Касин – 36 йәштә, 1816 йылда вафат була, улдары: Мөхәмәтәмин 19 йәштә, Мөхәмәтсәлих 11 йәштә, Әхмәттең яҡын туғаны Мөхәмәтғәли Ейәнбаев 12 йәштә.

Ҡотой Хәсәнов – 53 йәштә, улдары: Мәҡсүт 22 йәштә, Ырыҫтан 17 йәштә, Сәфәрғәли 4 йәштә.

Ниғмәтулла Юнысов – 34 йәштә, улдары: Ҡужаян 12 йәштә, Сәфәрғәли 4 йәштә.

Байрамғол Көпәев – 64 йәштә, улдары: Этҡол 29 йәштә, Ғәбиҙулла 27 йәштә, Мөхәмәтйәр 6 йәштә, Мөхәмәтрәхим 3 йәштә.

Турсынбай (Торһонбай түгелме икән?) Аҡанаев – 33 йәштә, улы Шәмсетдин 7 йәштә, ҡустыһы Балтағол 32 йәштә, уның улы Рамаҙан 4 йәштә.

Шаһингәрәй Аҡанаев – 28 йәштә, ҡустылары Сәғәҙәткирәй 22 йәштә, Абдулла 9 йәштә.

Ҡотлобай Аҡанаев – 58 йәштә, улы Мерәҫ 32 йәштә, уның улы Дәүләт 2 йәштә.

Рай Асҡаров – 39 йәштә, улдары: Рыҫбай 11 йәштә, Ибраһим 6 йәштә, 1812 йылда вафат була, Дәүләтша 3 йәштә, Ғәҙелша 1 йәштә.

Юлъяҡшы Рашев – 87 йәштә, улдары: Ҡорманғол 25 йәштә, Мөхәмәтшәриф 23 йәштә, Мөхәмәтғәли 11 йәштә.

Ишмөхәмәт Юлъяҡшин –  40 йәштә, ҡустыһы  Бикмөхәмәт 34 йәштә, уның улдары: Ҡолмөхәмәт 1813 йылда вафат була, Юлмөхәмәт 4 йәштә.

 

Өсөнсө исемлек Кинйәбулаттан ете саҡрымда урман араһында Батҡаҡлы йылғаһы буйында ятҡан йәйләүҙә Ғәҙелбай (Өҫкө Шырмай) ауылына нигеҙ һалып күсеүселәрҙе тәшкил итә. Улар араһында бөрйәндәрҙең яғылбай араһы аҫабаларына затташ ҡаҙаҡтың жағылбайҙары ла бар. Жағылбайҙар далала ҡаҙаҡты ҡырған йот йылында бөрйән яғылбайҙарына, Кинйәбулат ауылына килеп һыйына. Ғәҙелбайға бөрйән яғылбайҙары менән жағылбайҙарҙың ун бер ғаиләһе күсеп бара. Был исемлеккә лә Буранбай Ҡотосов ҡултамғаһын һала. Ауыл унда йәшәүсе Ғәҙелбай Ейәнғолов исеме менән аталып йөрөтөлә башлай.

 

Ырымбур губернаһының Верхоурал өйәҙе Бөрйән улысы Ғәҙелбай ауылы кешеләре (Кинйәбулат ауылынан күсеүселәр):

 

Ғәҙелбай Ейәнғолов – 45 йәштә, улы Дәүләтбай 25 йәштә.

Әхмәт Ейәнғолов – 49 йәштә, улдары: Диңгеҙбай 20 йәштә, Ҡаһарман 9 йәштә.

Күсәй Ҡорманғолов – 69 йәштә, улдары: Айытбай 39 йәштә, (уның улы Абдуллатиф 3 йәштә), Мәһәҙей 19 йәштә, Юламан (ревизияға инмәгән).

Юлдыбай Дәүләтҡолов – 49 йәштә, улдары: Сәйфулла 21 йәштә, Ғәли 19 йәштә, Юлдыбайҙың яҡын туғаны Байрамғол Иҫәнсурин 20 йәштә.

Абдулваһап Сурағолов –  48 йәштә, улдары: Солтангәрәй 26 йәштә, Фәйзулла 7 йәштә.

Әҙелгәрәй Сурағолов –  48 йәштә, улы Солтанғол 10 йәштә.

Баййегет Килмәков – 37 йәштә, улы Абдулғәли 2 йәштә.

Ҡотлоғужа Килмәков – 49 йәштә, улдары: Ҡотлоғәләм 14 йәштә, Моталлап 2 йәштә.

Уразбай Ҡәйепов – 42 йәштә, улдары: Ҡунаҡбай 11 йәштә, Ҡунаҡҡол 4 йәштә.

Ғәлекәй Сураҡов –  53 йәштә, улы Биктимер 14 йәштә, Ғәлекәйҙең яҡын туғаны Буранбай Ҡәйепов 39 йәштә, уның улы Мөхәмәтҡолой 5 йәштә.

Ишбулды Айытҡолов – 39 йәштә, улдары: Сикәнбай 20 йәштә, Утарбай 4 йәштә.

Алтынбай Рысаев – 34 йәштә.

Ҡәҙерғәли Өмөтҡолов – 59 йәштә, улдары: Иҫәнюл 23 йәштә, Иҫәнғәли 20 йәштә, Иҫәнгилде 2 йәштә.

Ишморат Солтанморатов – 44 йәштә, улдары: Вәлимөхәмәт 3 йәштә, Ғәлимөхәмәт 1 йәштә.

Мораҙым Солтанморатов – 44 йәштә, улдары: Хөсәйен 12 йәштә, Баязит 3 йәштә, Мораҙымдың ҡустыһы Ғәләүәт 33 йәштә.

Йортбаҡ Этҡабулов – 61 йәштә, улдары: Аҡмулла 30 йәштә, Байгилде 24 йәштә, Ғәлийән 22 йәштә, Мөхәмәтшәриф 12 йәштә, Мөхәмәткәрим 5 йәштә.

Ҡасҡын Этҡабулов – 46 йәштә, улы Бесәнсе 11 йәштә, Ҡасҡындың яҡын туғаны Зәҡәт Кинйәбаев 38 йәштә, Зәҡәттең улы Ишмөхәмәт 15 йәштә.

Иштан Ҡусҡаров – 51 йәштә, улы Бирҙеғол 11 йәштә, ҡустыһы Рәхимғол 43 йәштә, Рәхимғолдоң улдары: Аллағол 15 йәштә, Йомағол 5 йәштә.

Юлдыбай Айытҡолов – 30 йәштә, улы Ишбулды 5 йәштә.

Истәмәс Иҫәнғолов –  30 йәштә, ҡустылары: Сысҡанбай 18 йәштә, Шамбай 15 йәштә.

 

Ырымбур губернаһының Верхоурал өйәҙе Бөрйән улысы Бәхтегәрәй ауылы кешеләре (Кинйәбулат ауылынан күсеүселәр)

 

Бәхтегәрәй Ҡасимов – 74 йәштә, улдары Ирназар 32 йәштә (улы Зөлҡәрнәй 5 йәш), Ғүмәр 29 йәштә, Ҡулбулды 23 йәштә, Ғәбиҙулла 5 йәштә.

Нуралы Бәхтигәрәев –  44 йәштә, улы Йәнтүрә 12 йәштә.

Аллағыуат Алдаров – 69 йәштә, улдары Йәнғәли 20 йәштә, Йәнмырҙа 11 йәштә, Әбйәлил 3 йәштә.

Әзибай Кинйәбулатов – йорт старшинаһы 62 йәштә, улдары: Ибаҡан – указлы мулла 37 йәштә (улдары: Йәләлетдин 12 йәштә, Хисаметдин 4 йәштә, Тажетдин 2 йәштә, Сиражетдин 1 йәштә), Юлбарыҫ 21 йәштә.

Һабанғол Аллағыуатов – 33 йәштә.

Уразбай Алдаров – 51 йәштә, улы Ҡунаҡҡужа 21 йәштә.

Аҫылгәрәй Уразбаев – 31 йәштә.

Юлдашбай Хәлилов – 30 йәштә, улдары Һултантимер 5 йәштә, Юлтимер 1 йәштә.

Игебай Хәлилов – 28 йәштә, ҡустыһы Бүләк 18 йәштә.

Мөхәмәт Солтанов – 79 йәштә, улы Аҡназар 28 йәштә (улы Абдулмоталлап 2 йәштә).

Йосоп Ҡотосов – йөҙбашы 49 йәштә, улы Ҡаһарман 11 йәштә.

Төкән Ямғырсин – 80 йәштә, улдары Таңатар 30 йәштә, Бүҙән 26 йәштә, Тыумаҫ 24 йәштә, Ямантай 20 йәштә.

Нуртай Бүкәнов – 25 йәштә, ҡустылары: Монтай 20 йәштә, Бикташ 17 йәштә, Елекәй 16 йәштә, Ейәнғол 12 йәштә.

Йәнгилде Бикмөхәмәтов – 25 йәштә, ҡустыһы Байгилде 20 йәштә.

Хәмзә Мансуров – йөҙбашы (6-сы ревизияла исеме төшөп ҡалған).

Яңыбәк Төкәев – 37 йәштә, улдары: Йәнсәйет 15 йәштә, Ҡолсәйет 14 йәштә, Йәнтүрә 12 йәштә, Йәндәүләт 9 йәштә, Ҡотлоюл 9 йәштә.

Ғәббәс Мансуров – 31 йәштә, улы Һөйөндөк 2 йәштә.

Хәмит Мансуров – указлы аҙансы, 30 йәштә, улы Рәхмәтулла 2 йәштә.

Сәғит Мансуров – 25 йәштә.

Салкир Айҙағолов – 25 йәштә, ҡустыһы Айытҡол 17 йәштә.

Муса Таңатаров – 50 йәштә, улдары: Миңлебай 20 йәштә, Кинйәбай 12 йәштә.

Сыбыҡ Туҡтағолов – 25 йәштә, улы Теләпҡол 2 йәштә.

Ҡондоҙбай Дәүләтбирҙин – 25 йәштә, ҡустыһы Барсыҡ 19 йәштә.

Мансур Бикбулатов – 60 йәштә, улдары: Сабит 12 йәштә, Төхфәт 1 йәштә.

Ҡыуандыҡ Күсәев – 33 йәштә.

Искужа Солтанморатов – 36 йәштә.

Айбәк Истаҡаев – 20 йәштә, яҡын туғандары: Ҡазангик 15 йәштә, Һанғут 10 йәштә Менгебаевтар.

 

Буранбай Ҡотосовтың йәйләүенә килгән ҡунаҡтар ҙур дәрт менән үҙҙәренең тораҡтарына таралыша. Йәштәрҙең дәрт-дарманы ташып тора. Уларҙың ғәйрәтенә ихтыяр ғына ҡуш, йүнәлеш кенә бир. Тирмә хужаһы йәштәрҙе сығып торорға ҡушып, оло йәштәгеләрҙе бер аҙға ҡалыуҙарын һораны. Йәштәр геүләшеп сығып китте. Кемеһелер атын ҡарай, кемеһелер ярышып сәпкә уҡ атыша, кемеһелер йәш ҡыҙҙарға күҙ һалып, уларҙы шаяртып маташа, кемеһелер усаҡ янында ҡурай һыҙғырта, кемеһелер йәһәт кенә әтмәләп алған мәскәүе менән Йәноҙаҡ йылғаһының Таналыҡҡа ҡойған тамағында бәрҙе ҡармаҡлай – йәғни береһе лә эт һуғармай.

“Кинйәбулаттар хатта төнөн дә эш менән мәшғүл” тигән лаҡап та бар. Имеш, ситтән килгән кемдер уларҙың төнөн дә ниндәйҙер эш менән мәшғүл булыуы хаҡында ишетеп ҡалған. Кемдер уға, ышанмаһаң, төндә барып ҡара, тигән булған. Ҡыҙыҡһыныусан был әҙәм  кистән Кинйәбулатҡа килеп, таңға тиклем ауыл урамында күҙәтеп йөрөгән. Әммә күпме генә һағалап йөрөһә лә, өйөнән сығып, нимәлер башҡарып маташҡан берәүҙе лә тап итмәгән. Шунан ауыл көтөүен ҡырға ҡыуырға йөрөгән берәүһенән һорай ҡуйған:

– Олатай, кинйәбулаттарҙың төнөн дә ҡыран-ғәләмәт килеп эш менән мәшғүл булыуҙары, эт һуғарып ятмауҙары хаҡындағы хәбәр лаҡап булып сыҡты бит. Баҡһаң, мине мында алдап ебәргәндәр. Мына мин төнө буйына һәр өйҙө аңдып, байҡап сыҡтым. Береһе бер өйөнән сығып эш менән мәшғүл булып йөрөмәне, ай яҡтыһында хатта бесәй ҙә, эт тә йүгереп үткәнен шәйләмәнем. Бер йән эйәһе лә тәл булманы. Ниңә мине шулай алданылар икән? Кәләште ошо ауылдан алырмынмы-нейме тип йөрөй инем, был ниәтемдән дүндем инде.

Көтөүсе кеткелдәп көлгән дә:

– Ә һин ҡояш дилбегә буйы ҡалҡҡас Кинйәбулат урамын килеп ҡара, бына шул саҡ теге һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанырһың. Ауыл халҡы, ысынлап та, төнө буйына таңға тиклем бик ҡаты эш менән булаша, – тип әйткән.

Теге егет аҡһаҡал әйткән миҙгелде көтөргә булған. Бер мәл ҡояш дилбегә буйы ҡалҡҡан. Балалар мыжғып уйнаған ауыл урамына ҡарап, теге һүҙҙәрҙең мәғәнәһен һаман да аңлай алмағас, тағы ла ҡырҙа мал янында йөрөгән көтөүсе янына килеп:

– Олатай, теге һүҙҙәрҙең хаҡлығына һис тә генә ышанырлыҡ түгел бит, аңлатһаңсы, – тигән.

Көтөүсе тағы ла кеткелдәп көлгән генә. Егетте үҙен бер аҙ көтөргә ҡушҡан. Малын төшкөлөккә тирәк тирәһенә өйөрөп ҡуйып, теге егет менән ауылға килеп, урамда ҡыран-ғәләмәт килеп уйнап йөрөгән төрлө йәштәрҙәге йөҙәрләгән балаларға ымлап:

– Анаааауында уйнап йөрөгән балаларҙы күрәһеңме? – тип һорай ҡуйған.

– Эйе, күрәм, – тигән теге егет.

– Шунан, теге һүҙҙең асылын аңланыңмы инде? – тип йәнә һораған көтөүсе.

– Бер нәмә лә аңламаным, – тигән теге.

– Был ауыл халҡы ялҡау икән, тип ауыҙ һыуың ҡороған икән. Шуны ла аңламағас, ниндәй әҙәмһеңдер инде. Әгәр ҙә кинйәбулаттар төндә лә ниндәйҙер ҡаты эш менән мәшғүл булмаһа, йоҡлап ятһа, шунсама балалар ҡайҙан пәйҙә булған тиһең? – тип йәнә лә кеткелдәгән көтөүсе.

Ысынында, егеттең шундай ҡаратырыш ныҡышмал булыуы Кинйәбулат ауылының бер һылыуында икән. Ул ғашиҡ булған шул ҡыҙға өйләнергә йөрөгәнендә бер танышы: “Ниңә уға өйләнәһең, кинйәбулаттар ялҡау бит ул?” – тип егетте мөхәббәт тойғоларынан айнытырға иткән. Егет ике ут уртаһында тороп ҡалған: бер яҡтан “Кинйәбулаттар хатта төнөн дә эш менән мәшғүл” тигән лаҡап, икенсе яҡтан ялҡаулыҡтары хаҡындағы һүҙҙәр. Шуға күрә лә егет барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп инанырға ауылға төндә килгән, имеш.

Көтөүсенең дәлилдәре егеткә шул тиклем тәьҫир иткән. Ул тиҙ генә ауылына ҡайтып, ата-әсәһе, кейәү үңәре менән килеп теге ҡыҙ менән шул көндә үк “алдым-бирҙем” йолаһын атҡарып, никах та уҡытып ҡуйған. Туйҙары ла гөрләп үткән, ҡәйнештәренә таратырлыҡ бәкеләре, балдыҙҙарына өләшерлек тәңкәләре етмәгән кейәү егеттең. Кәләш алам, тип тамам ҡаҡҡа таянған. Кинйәбулаттар хатта төнөн дә мөһим эш менән мәшғүл булғас ни. Улар ҡатыны менән бик татыу, бәхетле йәшәгән, алтын ашыҡтай алты улан, ай көнләшерлек алты ҡыҙ үҫтергән, имеш...

Былары һүҙ ыңғайында ғына. Буранбай сәсәндең тирмәһенән дәртләнеп сығып, ҡарттарҙы көтөп, көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән йәштәрҙең ашҡыныуын аңлатыр өсөн генә. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, “Бер аяғын күтәргәнсә, икенсеһен эт ашаған” тигән мәҡәл-әйтем кинйәбулаттарға һис тә ҡағылмай.

Йәштәр тышта, тирмә янында, усаҡ эргәһендә, йылға буйында дыу килә, әммә бушты бушҡа бушатмай. Ә тирмәлә Йортбаҡ Этҡабулов, Мансур Бикбулатов, Табынбай Кинйәбулатов, Юлъяҡшы Рашев, Ҡотой Хәсәнов ултырып ҡалдылар.

Буранбай кесе ҡорҙо башлап ебәрҙе:

– Хөрмәтле аҡһаҡалдар, ағайҙар, ҡоҙғондоң күҙенә салынмаҫ өсөн беҙгә үтә һаҡ булырға тура килер. Әгәр ҙә яңы ауылдар һалыуыбыҙҙы межалауға ҡаршы эшләнгәнен Ырымбурҙа белеп ҡалһалар, башыбыҙҙан аслан һыйпамаҫтар. Шуға күрә беҙ икенсе маҡсаттан яңы ауылдарға нигеҙ һалырға тейешбеҙ...

Ошо урынға еткәс, Буранбай аҡһаҡалдарға, ни әйтерһегеҙ, тигән һораулы ҡараш ташланы.

– Ниндәй маҡсаттан? – тип һүҙгә ҡушылды Йортбаҡ Этҡабулов, һәр ваҡыттағыса иң беренсе тоҡанып.

– Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ, – тип уны күтәреп алды Мансур Бикбулатов.

– Ауылыбыҙ Кинйәбулат үтә лә ҙурайҙы хәҙер. Арабыҙға ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙҙы индергәс, бигерәк тығыҙайҙыҡ. Өйҙәребеҙ бытыш ултыра. Ике йыл элек сыҡҡан янғында саҡ-саҡ һаҡлай алдыҡ ауылды...

– Һүҙҙәрең хаҡ, Буранбай ҡусты, – тип әңгәмәгә ҡушылды Юлъяҡшы аҡһаҡал. – Ямаштар ҙа былтыр саҡ-саҡ ауылдарын һаҡлап ҡалды янғындан...

Буранбай һүҙен дауам итте:

– Әммә янғын сығыу ҡурҡынысы ғына яңы ауылға нигеҙ һалырға сәбәп була алмай. Бына нимә: беҙҙең уландар ир ҡорона ултыра, башлы-күҙле була. Боронғонан ҡалған йола буйынса атайҙар яңы барлыҡҡа килгән ғаиләне икенсе урынға йорт һалып күсерә. Тора-бара ул утарға, шунан ауылға әүерелә. Шулаймы, ағайҙар?

Буранбай аҡһаҡалдарға йылмайып баҡты. Тирмәләгеләр уның зирәклегенә баһа бирә була, аҡ тештәрен күрһәтте. Барыһы ла йылмайып баш ҡаҡты. Дөйөм хуплауҙы тойғас, тирмә хужаһы һүҙен дауам итте:

– Шуға күрә өйҙәр һалынғас, һарысай айында яңы ауылдарға иң тәүлә яңы өйләнгән йәштәребеҙҙе аяҡ баҫтырайыҡ. Унан ҡала ололар төйәкләнер. Кемдәрҙең улдары кәләш алырлыҡ булған, хәҙер үк башлы-күҙле итәйек. Был йәһәттән ашығыу фарыз. Йола үтәгән өсөн беҙҙе бер кем дә ғәйепләй алмаясаҡ. Межа тамғаһы һалынғансы бар ерҙәр ҙә, нишләһәк тә, үҙебеҙҙеке. Ә инде межа ҡаҙығы ҡағылһа, уның янына мынтыҡлы һалдат баһа...

Буранбайҙың был тәҡдиме аҡһаҡалдарға ныҡ оҡшаны, улар теремекләнеп ултырған ерҙәренән аяғөҫтө баҫып, тирмә хужаһын  тәбрикләнеләр. Кесе ҡорҙа башлап һүҙ әйтеүсе Йортбаҡ Этҡабулов ҡорҙо түңәрәкләп ҡуйҙы:

– Маҡсат ысулды аҡлай, ағай-эне. Алай ҙа күҙ терәгән Буранбайыбыҙ бар. Өйләнгән йәштәрҙе күсереп, яңы ауылдар һалайыҡ. Беҙҙе күрә алмаусылар ҙа, ошаҡсылар ҙа булмаҫ түгел, булыр. Эт өрөр, бүре йөрөр. Бер һүҙле, бер күҙле булһаҡ, һис тә бирешмәбеҙ, барыһын да Хоҙайға тапшырайыҡ...

– Кантунлыҡҡа, күрше кантундарға ҡараған һәммә ауылға ла атсабарҙар юллайыҡ, әғәйне, – был тәҡдимде Ҡотой ҡарт индерҙе. –Башҡорт иле бер Кинйәбулат менән генә бөтмәй...

...Ҡылысты балтаға алыштырып торалар кинйәбулаттар. Тап шул йәйҙә Батҡаҡлы, Урғаҙа йылғалары буйында, Оморҙаҡ йылғаһының Таналыҡҡа ҡойған тамағында балта тауыштары яңғырай башлай булыр. Олораҡ йәштәгеләр төп ауылдан, Кинйәбулаттан төп нигеҙҙәге йорттарын яңы урынға күсереп ултырта. Йәшерәктәр урманда ағас йығып, яңы ауыл урынына бүрәнә һөйрәтә. Аҙна-ун көн үтеүгә өс ауыл урынында ла яңы өйҙәрҙең буралары ҡалҡып сыға башланы, ай үтеүгә ҡайһы бер йорттар инеп йәшәй башларлыҡ ине инде.

Көҙ етеүгә Кинйәбулаттан айырылып сыҡҡан өс ауыл үҙ аллы көн итә башланы. Урғаҙа буйындағы ауылға Бәхтегәрәй Ҡасимовтың исеме бирелде. Һуңғараҡ ул ауыл йорт старшинаһы Мансур Бикбулатовтың исеме менән аталасаҡ. Мансурҙы халыҡ Манһыр тип тә әйтәсәк. Унда бар донъяға билдәле булыр Мөжәүир хәҙрәт донъяға ауаз һалыр. 1811 йылда Кинйәбулаттан Бәхтегәрәйгә күскәндә хәҙрәттең ҡартатаһы Әзибай Кинйәбулаттың улы Сиражетдингә бер йәш кенә тула. Бар донъяға даны таралған атаҡлы хәҙрәттең тамырҙары ҡайҙан икәнлеге, Буранбай сәсәнгә затлығы ла мәғлүм булһын.

Батҡаҡлы йылғаһы буйында ҡалҡып сыҡҡан ауыл Ғәҙелбай Ейәнғоловтың исеме менән йөрөтөлә. Халыҡ телендә ул Шырмай булып китәсәк. Оморҙаҡ йылғаһының Таналыҡҡа ҡойған тамағындағы ауыл йорт старшинаһы Буранбай Ҡотосовтың исеме менән аталасаҡ. Буранбай хөкөм ителгәс, уның ярҙамсыһы Аҫыл Юнысов тәүҙә старшина ярҙамсыһы, аҙаҡ старшина вазифаһын үтәп, ауыл һәм Оморҙаҡ йылғаһы Аҫыл атамаһын йөрөтәсәк. Ә Буранбай исеме фәҡәт 1934 йылда ғына ошо ауылдарҙың тамыры һаналған Иҫке Кинйәбулатҡа биреләсәк.

Былар барыһы ла быуаттан ашыу ваҡыт үткәндән һуң буласаҡ ваҡиғалар. Ә әлегә ун туғыҙынсы быуаттың башы. Буранбайҙың тыуған ауылы Кинйәбулатты “бәпәйләтеүе” хаҡындағы хәбәр Һаҡмар, Йылайыр, Ҡыҙыл, Ағиҙел, Ҡариҙел, Таналыҡ, Һүрәм, Ҡаҫмарт, Эйек, Әй, Йүрүҙән, Миәс, Яйыҡ, Танып, Ыҡ, Еҙем йылғаларын һыулаған барлыҡ башҡорт ырыуҙарына таралып, бөтә урындарҙа ла ҙур ауылдарҙан бәләкәй ауылдар бүленеп сығасаҡ.

Һаҡмар, Ҡыҙыл, Таналыҡ, Ағиҙел буйҙарында ғына ошо йылдарҙа йөҙәрләгән ауылдар ҡалҡып сыға. 6-сы кантон биләмәһенең Кинйәбулатҡа яҡын бер өлөшөндә генә Сыңғыҙҙан (Монаш) – Мотал, Аҡбулат, Абдрахман, Мерәҫ, Мерәҫтән – Иҙелбай (Әбделмөкмин), Мерәҫ менән Абдрахмандан – Мөхәмәт, Ямаштан – Сындәүләт, Тәтегәс, Иҙристән – Әмин (Ташауыл), Ишбирҙе, Муллаҡайҙан – Иҫәнбәт, Басай, Таһирҙан – Һәмән, Билал, Шаҙағай, Икенсе Этҡолдан – Күсей, Яҡшығол, Байым, Сәйетбаттал (Ҡуяндар), Моҡас, Моҡастан – Ниғәмәт, Сибайҙан (Атайсал) – Яңы Сибай, Ғәле, Хәсән, Баҡый, Байдәүләт, Таулыҡайҙан – Йәнйегет, Татлыбай, Исхаҡ, Әмин (Күсәбә йылғаһы буйында, Сыңғыҙға яҡын урында), Темәстән – Булат (Монаш), Ғәлиәкбәр, Собханғол, Мөсәт, Йомаштан – Ҡасимғол, Байыш, Йылгилде, Йылым, Исмаҡай, Исмаҡайҙан – Иҫәнгилде, Ишмөхәмәт, Һемәш, Йомаштан – Әптекәй, Әптекәйҙән – Баймырҙа, Ибраһим, Күктүбә, Ишмырҙа (Йүкәләр), Байыш менән Мырҙаҡайҙан – Әбсәләм, Мырҙаҡай, Йомаш һәм Ярат ауылдарынан – Мәмбәт, Мырҙаҡайҙан – Ғүмәр (Мортаҙа), Яраттан – Мырҙабулат, Ғүмәр менән Яраттан – Йәрмөхәмәт, Мырҙаҡай менән Байыштан – Теләүҡабыл, Яйыҡбайҙан – Әбдрәш, Муллаҡай һәм Иҙрис ауылынан – Ҡолсора, Ҡолсоранан – Тоҡтағол, Әхмәрҙән – Дәүләт,  Иҫәндән – Моҫтай, Моҫтайҙан – Назар (Атанғол) ауылдары барлыҡҡа килә.

“Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай

Башҡорт еркәйенең межаһы...”–

тигән юлдар бар “Урал” башҡорт халыҡ йырында. Был һүҙҙәр ҡурай фәҡәт башҡорт ерендә генә үҫә, башҡорт еренең үлсәү берәмеге – ҡурай тигәнде аңлата булыр. Ә тура мәғәнәһендәге “межа” һүҙенең йөкмәткеһе башҡасараҡ.

Башҡорт ерҙәрен иҫәпкә алыусы Ырымбур межалау контораһы 1798 йылда барлыҡҡа килеп, уның 27 межалау командаһы Өфөлә урынлаша. Команда 1765 йылдың 19 сентябрендә ҡабул ителгән “Империяның бар ерҙәрен Генераль Межалау Манифесы тураһында” тигән законға таянып төҙөлә. 1766 йылдың 13 февралендә иһә “Империя ерҙәрен генераль межалау буйынса ер үлсәүселәргә инструкция” ҡабул ителә.

Ырымбур, Һарытау, Пермь, Вятка губерналарында XIX быуаттың тәүге яртыһында башҡорт ерҙәре айырым “дача”ны тәшкил итә. Әле Киев Русы ваҡытында уҡ барлыҡҡа килгән “дача” һүҙенең нигеҙендә “дать”, йәғни “биреү” мәғәнәһе ята. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт ерҙәрен межалаусылар был һүҙҙе ҡулланып, аҫаба башҡортҡа үҙ ерҙәрен үҙҙәренә бирергә теләгәндер инде.

Межалаусылар тәүҙә ерҙең майҙанын үлсәргә, ошо ергә эйә булыусыларҙың уны файҙаланыу буйынса планын тикшерергә, межалау эштәре үткәргән өсөн пошлина түләтергә һәм ергә хоҡуҡлы булыуы тураһында документ эшләп бирергә тейеш була. Межалау командаһы тәүҙә ерҙең хужаларын иҫкәртеп повестка ебәргән, был ерҙәрҙә күптән йәшәгән понятойҙарҙы әҙерләргә ҡушҡан. Башҡорт теленә кире мәғәнәлә йөрөгән “бүнәтәй” һүҙе тап шул саҡта килеп инә лә инде. Әгәр ҙә ерҙе межалағанда бәхәсле хәлдәр килеп тыуһа, бүнәтәйҙәрҙең һаны 12, унан да күберәк кешегә барып еткән. Ҡаҙна ерҙәрен межалауҙа айырыуса диҡҡәт талап ителгән, сөнки бында рәсми палнамуш талап ителгән. Әгәр ҙә биләмәләр сиген межалағанда бәхәсле хәлдәр килеп тыуһа, ер биләүселәрҙән 1765 йылға, йәғни империя ерҙәрен межалау Манифесы ҡабул ителгәнгә тиклем ошо ергә хоҡуҡ ҡағыҙы йә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлиле талап ителгән. Әгәр ҙә мәсьәлә хәл ителмәһә, ер биләүселәргә апелляцияға биреү хоҡуғы ҡалдырылған. Межалау китабына межалау командаһы етәксеһе, ер хужаһы һәм бүнәтәйҙәр ҡул ҡуйған.

Межалау эштәре 1798 йылда башланып, 40 йыл һуҙымында дауам итә. Беренсе этап 1798 – 1805 йылдарҙа дауам итеп, дөйөм майҙандың 90 проценты иҫәпкә алына. Икенсе этап 1806 – 1842 йылдарҙа башҡарылып, аҫаба башҡорттарға йән башына 15-шәр, килмешәктәргә 6-шар дисәтинә ер тәғәйенләнеп, артып ҡалған 9 миллион дисәтинә ер ҡаҙна файҙаһына тартып алынырға тейеш була.

Сенат башҡорттар өсөн махсус межалау комиссияһы төҙөй. Был башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғына бәйле. XVI быуаттың икенсе яртыһында башҡорттар Рус дәүләте составына ингән саҡта төп шарт булып уларҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын таныу тора. XVII быуатта һәм XVIII быуаттың утыҙынсы йылдарына тиклем Рәсәй батшалығы уларҙың был хоҡуғын таный, ә артабан башҡорт ерҙәрендә ҡәлғәләр, заводтар төҙөгәндә, рус дворяндарын ер менән тәьмин иткәндә халыҡтың был хоҡуғын инҡар итеү, бер һүҙ менән әйткәндә, баҫып инеү башлана. Был үҙ сиратында урындағы аҫаба халыҡ менән ситтән килеүселәр араһында ыҙғыш-тартышҡа алып килә.

Ырымбур губернаһы ерҙәрен Генераль межалауҙың дөйөм һығымталары түбәндәгесә яҙыла: башҡорттарҙың ерҙәре 12 818 468 дисәтинә (был губернаның дөйөм майҙанының 45 проценты) тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта 41 117 ир һәм ҡатын кеше 3 179 661 дисәтинә (был губернаның 11 процент ере) ер менән файҙалана. Ә ҡалған 9 638 807 дисәтинә (губернаның 34 процент ере) башҡорт ерен ситтән килеүселәр файҙалана. Дөйөм алғанда губернала 113 724 аҫаба, 4 336 ситтән килгән (припущенник) башҡорт һәм башҡа милләткә ҡараған 144 957 ситтән килеүсе припущенник йәшәгән. Был осорҙа Пермь, Һарытау, Вятка губерналарында йәшәүсе башҡорттарҙың дөйөм һаны 40 мең кешене тәшкил итә. Улар 1 миллион дисәтинә ер менән файҙалана.

1 399 дворянға (ҡатындары, балалары менән) һәм 1878 завод хужаһына (ҡатындары, балалары менән 3 658 272 дисәтинә (Ырымбур губернаһының 12,8 процент ере) ер ҡараған. Крәҫтиәндәрҙең һаны 131 154 йән иҫәпләнгән. 72 897 хәрби хеҙмәттәгеләргә (ҡатындары, балалары менән) 3 908 287 дисәтинә (13, 9 процент) ер бирелгән. Ҡаҙна ерен биләүсе 243 309 крәҫтиәндәр (ҡатындары, балалары менән)  6 476 520 дисәтинә (23,5процент) ергә эйә булған. Губерна властары ҡарамағында 1 358 191 дисәтинә ( губернаның 4,6 процент ере) ер булған.

Башҡорт ерҙәренә Генераль межалау үткәреү зарурлығы ситтән мишәр, татар, сыуаш, мордва, мари крәҫтиәндәрен килтереп ултыртыу өсөн кәрәк була ла инде. Шулай уҡ межалаусылар башҡорт ерҙәрендә ситтән килеп ерҙәр һатып алыусылар өсөн бығаса буш ятҡан төпкөлдәге ерҙәрҙе эҙләп табырға, уларҙы межалау китабына индерергә тырыша. Ул ерҙәргә батшалыҡ хөкүмәте рус дворяндарын, хәрби ҡатлам кешеләрен күсереп ултыртыу маҡсатын ҡуя. Бының өсөн башҡорт ерҙәрен ҡайтанан межалау зарурлығы килеп тыуа. Межалауҙың 40 йылға тиклем һуҙылыуын ошоноң менән дә аңлатырға мөмкиндер.

XIX  быуаттың икенсе яртыһында инде аҫаба башҡорттарҙың ерҙәрен юридик яҡтан тәртипкә килтереү башлана. Сөнки ситтәрҙең башҡорт ерҙәренә күпләп килеп ултырыуы урындағы халыҡ менән ситтән килеүселәр араһында ыҙғышҡа алып килә.

XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуаттың тәүге яртыһында башҡорт ерҙәрен межалауҙың ике яғын билдәләп китеү мөмкин булыр ине. Беренсенән, межалау ырыу-ара, күрше халыҡтар менән ер өсөн ыҙғыштарҙы, мөнәсәбәт асыҡлауҙарҙы сикләп, тәртип урынлаштырырға мөмкинлек бирә. Икенсенән, барлыҡ башҡорт ерҙәрен иҫәпкә алғандан һуң батшалыҡ башҡа халыҡтарҙы күсереп ултыртыу өсөн аҫаба башҡорттарҙың ергә хоҡуҡтарын яйлап юҡҡа сығарыу сәйәсәтен башлап ебәрә. Межалауҙы ҡайта-ҡайта үткәреү ҙә тап шул маҡсатта үткәрелә.

“Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.

Аямаған йәнен, түккән ҡанын

Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, –

тип “Урал” йырында йырланһа ла, Салауат яуынан һуң ике-өс тиҫтә йыл үтеүгә “кантонлыҡ ҡамыты”н кейгән башҡорт яҡшы атҡа менеп, ҡулына уҡ-һаҙағын алып үҙ ерен һаҡларға түгел, ә Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәренә баҫып, тышҡы дошманға ҡаршы тороу өсөн йүнәлтелә. Шулай уҡ 1812 йылда Наполеон ғәскәре Рәсәй еренә бәреп ингән саҡта ла шул уҡ башҡорт уҡ-һаҙағын яңы дошманға, Европаға ҡарай төбәргә мәжбүр.

Атҡа атланған башҡорттоң нимәгә һәләтле булыуын Ырымбур губернаһы канцелярияһында ла, шулай уҡ Петрбургта ла бик яҡшы беләләр. Шуға күрә ғәскәри хеҙмәтте үҙ иткән, һуғышҡа маһирлығы булған халыҡты ҡораллы булған саҡта ла ситтәрәк тоторға тырышыу маҡсаты үҙенән-үҙе аңлашыла. Башҡорт ихтилалдары тарихын төрлө кимәлдәге канцелярия хеҙмәткәрҙәре бик яҡшы аңлай. Башҡорт ерендә тимерлектәр тотоу күптән тыйылһа ла, кәрәк саҡта ҡорал табыу башҡортҡа бер ни ҙә тормай. Шуға күрә батшалыҡ башҡортҡа ҡоралды үҙе тоттороп, үҙенә хеҙмәт иттереү юлын һайлай.

1812 йылғы Ватан һуғышында ғәскәр һаны буйынса рустарҙан ҡала икенсе урынды башҡорттар алып тора. Башҡорттар тарафынан ремонттағы ғәскәрҙәрҙе иҫәпкә алғанда йәмғеһе 28 алан-полк төҙөүгә рөхсәт биреү ҙә юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Сөнки ҡораллы башҡорт үҙ илендә ҙур ҡурҡынысҡа әүерелгәнен губерна канцелярияһы аҡыллы баштары бик яҡшы аңлай. Парижды алғандан һуң ғәскәре башында иленә ҡайтып барыусы юрматы батыры Ҡаһым Мырҙашевтың Владимир ҡалаһында ағыуланып үлтерелеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, батшалыҡ еңеү ҡоралының үҙенә ҡаршы йүнәлтелеүенән уттан ҡурҡҡандай ҡурҡҡан.

 

х  х  х

 

Буранбай Ҡотосовтың артабанғы тормошондағы ҡатмарлыҡтар, уның иркен бығаулаған ҡаршылыҡтар тап шул ауылдарҙы “бәпәйләтеүҙе” башлауға бәйле була ла инде. Буранбайҙың өлгөһөнә күптәр эйәрә. Йәйләү урындарына, буш ятҡан йылға буйҙарына йөҙәрләгән, меңәрләгән ауылдар һалына. Улай ғына түгел, алдағы быуаттарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәктә башҡорттарҙың күпләп һаҡланып ҡалыуы, тығыҙ аралашып йәшәүе тап Буранбай Ҡотосов ҡаһарманлығына бәйле лә. Киләсәк бының өсөн үҙ сәсәненә рәхмәтен әйтер ҙә. Теге саҡта Таналыҡ буйындағы тирмәһенә ҡунаҡ йыйғанда ҡулындағы ижауға һалынған ҡымыҙға һыу өҫтәп, ҡымыҙҙы айранға әйләндереү ысулын кинәйәләгән сәсәндең ни тиклем хаҡлы икәнлеген киләсәк үҙе раҫлар. Нимә генә тимә, ысын мәғәнәһендәге ҡымыҙ тап ошо төбәктә һаҡланып ҡалыр. Башҡортостан мөстәҡиллеге лә тап ошо төбәктә иғлан ителер. Әммә былар барыһы ла алда көтөләсәк ваҡиғалар.

Губерна үҙәгендә Буранбай Ҡотосовты шундуҡ контролгә, ҡәләм осона алалар. Был хәбәр Сенаттың йәшерен эштәр комиссияһына ла еткерелә. Әммә Ҡотосовтың дистанция начальнигы булараҡ дәрәжәһе, сик һыҙығын һаҡларға һәр яҡтан әҙерлекле яугирҙар алып килеүе, хәрби командирҙар араһында дан ҡаҙаныуы, өҫтәүенә, тотош башҡорт илендә сәсән, ҡурайсы, йыраусы булараҡ легендаға әүерелеүе – былар барыһы ла Буранбай Ҡотосовты тота килеп ҡулға алырға, хөкөм итергә мөмкинлек бирмәй губерна чиновниктарына. 1773 – 1775 йылдарҙа Салауат яуында ҡото алынғандан һуң батша ярандары был халыҡ менән икенселәй эш итергә ҡарар ҡыла.

Халыҡтың сәсәненә ҡул һалыу уның намыҫына ҡағылыу икәнлеген яҡшы аңлай улар. Дистанция начальнигының артында кантон ғына түгел, тотош башҡорт халҡы тороуы ныҡ шөрләтә губерна үҙәге санауниктарын. Шуға күрә лә улар, ваҡиғаларҙы үҙ ағышына ҡуйып, Буранбайҙың ҡулына бығау кейҙереү өсөн уңайлы мәлде, икенсе төрлө әйткәндә, сәбәпте көтөргә булды. Сәбәп түгел, һылтау кәрәк ине уларға.

Был маҡсатта Ырымбур губернаһы санауниктары Сенаттың йәшерен эштәр комиссияһы менән берлектә 6-сы Башҡорт кантонының дистанция начальнигы Буранбай Ҡотосов артынан күҙәтеү ойошторҙо, урындағы “вирнай” башҡорттар араһынан шымсылар, ошаҡсылар билдәләне. Уларға ҙур күләмдә бүләк, аҡса вәғәҙәләнде. Сәсәндең ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе, һәр аҙымы тейешле кешеләр тарафынан иң тәүҙә губерна канцелярияһына, аҙаҡ иң өҫкә еткерелде. Ошаҡтар, ялыуҙар яҙылған ҡағыҙҙар тора-бара папкаларға һалынған тотош томдарҙы тәшкил итте. Ҡағыҙ эшен бик теүәл алып бара ине санауниктар. Бер эләкмәһә, бер килеп эләгер, тип план ҡорҙо улар. Килер шундай заманалар, ундай көндәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ...

 

(Әҫәрҙе тулыһынса "Ағиҙел" журналының 2025 йылдың 1-се-2-се һандарында уҡырға мөмкин).

 

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: