Ағиҙел
-3 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Ғинуар 2025, 14:52
ЫШАНЫС КӨСӨ
Бер мәлде нур ҡояшҡа әйтә ти...
ЫШАНЫС КӨСӨ
— Мин көн дә Ергә осам да, бар тереклекте нурға күмәм, ә шулай ҙа минең инде кеше йөрәгенә йылы өләшкем килә.
— Ярай, һин ҡояш утының бер тамсыһын кеше йөрәгенә тамыҙа алаһың, - тип рөхсәт иткән ти ҡояш. — Был ут кешегә бөйөк ижадсы булып китергә ярҙам итер. Тик бер шарт: кешеләр араһынан ҡарап, иң яҡшыһын һайлап ал.
Нур Ергә осоп килгән дә, уйға талған: "Кешеләрҙең кем иң яҡшыһы икәнен ҡайҙан белергә?"
Тап ошо ваҡытта ул берәүҙең төшөнкөлөк менән һуғарылған тауышын ишеткән:
— Бер нәмә лә килмәй ҡулымдан. Рәссам булырға хыяллана инем, маляр булдым. Бер ҡыҙға ғашиҡ булдым, ул минең яҡҡа әйләнеп тә ҡарамай.
— Һинең бит һәләтең, йәшлегең һәм оҫта ҡулдарың бар! - тип ялтырап киткән нур һәм был кешене ҡарашын юғарыға күтәрергә, шиңгән яурындарын киреп ебәрергә мәжбүр иткән. Кеше буяуҙар алған да, һөйгән ҡыҙына иҫ киткес матур гөлләмәне һүрәткә төшөргән. "Был мөғжизә!" - тип ҡыуанған ҡыҙыҡай.
Аҙаҡ кеше шундай итеп өйҙө буяп ҡуйған, уға был эште йөкмәткәне һоҡланып туя алмаған: "Мин һеҙҙе маляр икән тиһәм, һеҙ ысын рәссам бит! Минең өйөм сәнғәт өлгөһөнә әүерелде!"
Нур ҡояшҡа әйләнеп ҡайтҡан да, ғәйепле генә әйтә ти:
— Кешеләрҙең иң яҡшыһын табырға икәнен онотҡанмын. Осратҡан бер кешегә утымды бүләк иттем.
— Һин тәү сиратта уға ышаныс белдерҙең, һәм тап ошо ышанысың уға яҡшыларҙан яҡшыһы булырға ярҙам итте, - тип ҡыуанып яуап биргән ҡояш.
Автор:
Айгөл Йәмилева
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"