– Аҙна буйы тояғын ғына түгел, үкенмәҫлек итеп баштан-аяҡ йыуынды бит инде, әҙәп белергә лә кәрәк, – тине әсәһе.
– Самалы, тинең, мәнфәғәтен күрә белмәһәң, мул да бөтә, тәләфләмәй тотонһаң, бисмилла иткәне лә етә! – Быныһын инде ҡартәсәһе әйтте.
– Себештәрҙе әйтәһеңме? Барыбер күп түгел. Ярай, бары менән байрам! Биғәйбә, киттем. – Башын төҙәтә алмағанға эсе бошҡан Әнәс теләкһеҙ ҡымғырлап сығыу яғына йүнәлде лә, үҙе өсөн мөһим нәмәне хәтеренә төшөргәндәй, кире ҡайырылды. – Ҡаҙ өмәһенә йәүкәләргә онотмағыҙ, минең эшкә әрһеҙлекте беләһегеҙ!
– Тау башындағы ҡуянға һыу йылытмай торайыҡ әле! – Әсәһе лә өнәп еткермәй ошо ирҙе, килеп күренһә, үсеккәндәй, гел һыртын ҡуя, һорауҙарына ла килделе-киттеле яуаплай.
– Ә нимә ул ҡаҙ өмәһе? – Хәйбулла аңламағандай һораны.
– Ыслушай, малай, ҡаланан килмәгәнһең, күктән төшмәгәнһеңдер ҙә?! – Әнәс тәмәке ыҫынан һарғайған һирәк тештәре араһынан серт иттереп төкөрөп ҡуйҙы. – Әгәр бер ҡатлылығыңа барып аңшаяһың икән, төшөндөрәм: көҙ еткәс, үҫтерелгән, һимертелгән ҡаҙҙарҙы һуйыу ҡаҙ өмәһе тип атала!
– Нишләп уларҙы һуйырға? Ошо матурҡайҙарҙымы?
– Был матурҡайҙарың дүрт-биш айҙан как раз өлгөрөп етә! Шунан беҙ уларҙың һәр береһенең муйынын ҡых итәбеҙ! – Әнәс ҡурылдайы ҡалҡып беленгән арыҡ муйынын ҡул һырты менән арҡыры тартты.
– Ҡуй, улайтып баланың күңелен мәленән алда ҡыйма, күп нәмәне аңлап етмәй, бәләкәй әле ул! – Ҡартәсәһенең йөҙө төмһәрҙе.
– Уның нимәһен йәшерергә, был йәшәү тигәнең шулай ҡоролған, кем көслө, шул көсһөҙҙө тунай, кем ғәйрәтле – шул мөсһөҙҙө ботарлай, килем-табыш алыу өсөн береһе икенсеһенең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙер, это – закон тайги, где хозяином является медведь! Мына миңә түләһендәр генә, күп итеп һорағанымды бирһәләр, һәммәһен теҙәктән һуйып сығырға ла тартынмаҫ инем!
– Әсәйеңде ләме?
– Әсәйемде?! – Көтөлмәгән һорауға аптырағандай иткән Әнәс аҙға ғына туҡталып ҡалғандан һуң илтифатһыҙ ҡул һелтәне. – Ул ни былай ҙа бөткән, мөҙөрөүҙең сигенә еткән, теймәһәң-ҡағылмаһаң да, үҙ аяғына үҙе тышалып тәкмәсләргә әҙер!
Михайловка мәрйәләре
Картуф ашап һимерә.
Беҙҙең ауыл әбейҙәре,
Төртһәң, үлергә тора!
Оҙаҡ эсеүҙән миңрәүләнгән Әнәс мәғәнәһеҙ йырҙы таҡмаҡлай-таҡмаҡлай китеп барҙы.
– Иманы юҡ был һәүеректең, ошоноң ишеләр бермә-бер ишәйҙе! – Ҡартәсәһе шулай тине лә, янына килеп, ейәненә һүҙ бысрағы, йән әшәкеһе яғылыуын ҡарашы менән түгел, күңел күҙе менән һиҙемләп, тойомлап өлгөрөп, ана шул яманлыҡтарҙы, хаслыҡтарҙы һыпырып ырғытырға, ҡағып төшөрөргә теләгәндәй, таҡыр түбәнән һыйпаны башта, шунан ябыҡ арҡанан яратты.
Хәҙер ул көноҙоно себештәр көтә. Түшәгенән тора ла иртәнге сәйҙе ҡабаланып эскәндән һуң төшкөһөн тәғәмләнер аҙығын кескәй рюкзагына тултырып алып, ҡош көтөүен эргәләге йылға яғына йүнәлтә. Үҙ яйы менән, ашыҡмай ғына баралар. Йылғаның ауылдан төшкән тыҡрыҡ тәңгәле апаруҡ киң йәйелеп китеп, кескәй күлде хәтерләткән быуа хасил иткән. Төбө йомшаҡ ҡомайыл һыуҙың тәрәнлеге муйын тапҡырынан юғары күтәрелмәй. Бында ҡойонорға, балыҡ ҡаптырырға, теге яҡ ярҙағы ҙур булмаған ҡомлоҡта ҡыҙынырға мөмкин. Балыҡ тигәнең дә – ташбаш та күкен, ҡайһы берҙә, һирәкләп, ус аяһылай сабаҡтың, ҡыҙылғанаттың килеп эләгеүе ихтимал. Нимә менән булһа ла шөғөлләнергә кәрәк бит, шуныһына ла риза. Ә себештәр иһә кинәнеп сума, рәхәтләнеп, пыр туҙып шаптыр-шоптор килә, шунан шаярып арығас, еүешләнеп бөткәс, бөҙрә талдар ҡайыған яр ҡырына сығып, киң ҡанаттар аҫтына тығылып кибенәләр ҙә ярышып, кемуҙарҙан хәтфә тигеҙлекте утарға керешәләр. Тартҡылауҙан өҙөлгән үлән ыңғайына йығылып та киткеләйҙәр ҡайһы саҡ, ҡарап торһаң, көлкө, мәрәкә инде. Үҙе менән алып килгән киң табаҡҡа таратып, йәйеп ебәреп ебетелгән бойҙайҙы һала ла ҡырлауғараҡ барып ултыра, шул арала килтергән ризығын сығарып, ҡапҡылап алырға ла өлгөрә. Себештәр һорһаланып туйына ла, яңынан Егәрленең киң йәйелгән ҡанаттары аҫтына баштарын йәшереп, ҡош телендәге бишек йырын ярышып һуҙып, төнәп тә китә. Алатүш кенә һиҙгер, балаларын бик бейектә, күҙ күреме ерҙә табышын аңдып әйләнеп осҡан төйлөгәндән ҡурсып, шикле ҡарашын юғарынан алмай, йортһоҙ, ҡырағайға әүерелеп бөткән берәй ҡош-ҡорттоң яҡын юлауынан һипһенеп, тирә-яҡты байҡап йөрөп әйләнгеләй. Кисәге көн йолҡош рәүешендәге бурҙай себештәр биләмәһенә инергә самалағайны ла, аталыҡ уның өҫтөнә ташланып, тегенең ҡабырға йөнөнә йәбешеп, әллә күпме ер һөйрәлеп барҙы. Икенселәй килеп йоғоноп йөрөмәҫкә яҡшы булыр. Яр ҡырындағы талдар араһында балыҡ ҡаптырһа ла йылғаны буйлатып урынлашҡан башҡа ояларҙың себештәре килеп ҡушылып, буталып ҡуймаһын, тип ике күҙе был тарафта. Хәйер, бутау ҡайҙа, уның себештәре икенселәрҙекенән матурлыҡтары, һөйкөмлө булыуҙары, илгәҙәклектәре менән әллә ҡайҙан айырылып тора, әллә үҙенә генә шулай тойоламы, әллә икенсе сәбәпме, белмәҫһең.
Йәй урталарында себештәр күҙгә күренеп үҫте, нығынды, йомшаҡ һары йөндәре ҡытыршыланып һорғолт төҫкә инде, бармаҡ буйы булып күренгән ҡанаттарына ла шырт ҡауырый ишараты ҡунды. Улар уға шул тиклем дә өйрәнде, һис тартыныуһыҙ алдына менеп үк китәләр, уйнарға саҡырғандай, суҡып салбар балаҡтарынан тарталар, кинәнеп усынан ем сүпләйҙәр. Эҫе көндә һыу инергә булһа, тегеләр көтөүе менән уның артынан төшә лә сылбырға тағылғандай артынан эйәреп йөҙәләр, кәмәгә ултырып барғандай, арҡаһына уҡ менеп ҡуналар, ә ул оло кинәнестән, ҡытығы килеүҙән бигерәк күңеленә тулған шатлыҡтан шарҡылдап көлә... Кис етеп, ҡояш байыр алдынан эйәртенешеп ҡайтырға сығалар.
Көҙ еткәс, уҡыуҙар башланды. Беренсе сентябрь көнө, ул йоҡонан тороуға ҡартәсәһе урам яҡтағы баҡсала үҫкән сәскәләрҙе һайлап өҙөп, гөлләмә әҙерләп ҡуйғайны. Әсәһе менән етәкләшеп урамға сыҡҡайнылар, Хәсән тап булды. Ул ата-әсәһенең араһына инеп тығылып, уларҙы етәкләп атлай ине, башын сөйөп, икеһенә лә алмаш-тилмәш төбәлеп, тормошо теүәл кешеләй йылмайған була. Уны абайлап алғас, артына ҡайырылды ла, ирештергәндәй итеп телен сығарып күрһәтте, күр, йәнәһе, минең атайым үҙем менән, ә һинеке әллә ҡайҙа йөрөй олағып. Бәлки, улай насар уйламағандыр ҙа, кем белә, мәгәр йәне көйҙө, әллә ҡасандан көткән, буласаҡ байрам тантанаһының сағыулығы бүҫкәргәндәй, ҡайтышланғандай итте.
Мәктәптә саҡта себештәрҙе әсәһе көтә, ҡартәсәһе өй тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булып ҡала. Төштән һуң инде ашығып йылға буйына саба, әллә ҡайҙан абайлап өлгөргән себештәр ҡаршы йүгерергә тотона. Ә ул һамаҡлап һөрәнләп тә ебәрә:
– Етеҙ, Наҙлы, Еңмеш, Шаян, Аҙғын, Ҡупшы, Ҡыйыу! Килдем бына! Һағындығыҙмы! Ә мин ҡасан ғына ҡайтырмын инде, тип минуттарҙы һанап ултырҙым! Егәрле, муйыныңды алға һонаһың, моғайын да, ниндәй баһа алдың, тип һорамаҡсыһыңдыр, беҙгә әлегә билдә ҡуймайҙар. Шулай ҙа мин шәп уҡыйым. Тырышам!
Әсәһе уны тыйнаҡ ҡына бүлә:
– Китсе-китсе, шул тиклем дә мал йәнле булырһың инде, балам! Аңһыҙ себештәр бер ни ҙә төшөнмәй, ә һин бытылдығы сығаһың!
– Эсендә йәне булғандар бөтә нәмәне аңлап ҡабул итә! Ул ғына ла түгел, ағастар шаулап, шишмәләр селтерәп ағып һөйләшә!
Әсәһенең йөҙө моңһоулана:
– Бигерәк хислеһең, ә хыялыйҙар заманы уҙҙы күптән, күҙҙәре тонғандар ғына ҡалды! – Йөҙө хәсрәтләнә. – Ҡыйын булыр инде һиңә аяуһыҙ ысынбарлыҡта йәшәүе...
Көҙ урталарында үләндәр ҡатты, кипте, һирәгәйҙе. Ҡаҙҙарҙы көн буйына һыу буйында ла көтмәйҙәр, мәктәптән ҡайтҡас, йылға буйына алып барып бер аҙ һыуҙа ҡойондороуҙы, әҙерәк иркендә йөрөтөүҙе иҫәпкә алмаһаң. Уларҙы ялан кәртә янында бикләп тоталар, алдарынан ем, һыу өҙмәйҙәр. Себештәр ҙә ҙурайҙы инде хәҙер. Ата-инәләренән айырырмын тимә, әммә таный, һәр береһенә исеме менән өндәшә, һәр береһенең үҙенә генә хас ҡылығына, үҙенсәлегенә өйрәнеп бөткән. Ярата уларҙы, туғандарылай яҡын күрә. Ни сәбәптәнме? Сере үтә лә ябай: тере терегә тартыла бит инде ул, ни тиһәң дә, теренең саҡ ҡына, үҙенә етмәле генә аңы ла барҙыр, моғайын. Шундайыраҡ уйҙа, шундайыраҡ иҫәптә. Бөтә күңеле менән себештәргә тартылған. Ҡусты-һеңлеләре эргәләрендә йүгереп йөрөһә, бәлки, уларға әүрәр, ылығыр ине. Ә ул япа-яңғыҙы. Инһә лә, сыҡһа ла. Тағы ауылда уның тиҫтерҙәре юҡ кимәлендә.
Беренсе класҡа ла ҙур ауылдан өс бала ғына барҙы быйыл: арғы остан Фидәлиә, урта төштән Хәсән һәм ул. Уйнайым, тип әйләнгән һайын урам ҡыҙыра алмай бит инде. Хәйер, ниңә ҡыҙырырға? Бында бер тотам да артынан ҡалмай эйәртеп йөрөгән, уның менән мәж килеп уйнаған, эскерһеҙ ышанған яҡындары – ҡаҙҙары бар ҙа баһа! Башҡа уға бер ни ҙә кәрәкмәй!
Атаһы вахтанан ҡайтып төштө. Өҫ кейеме керләнеп, ҡатып бөткән, үҙенән тәмәке ыҫына әсе тир еҫе ҡушылған ауыр еҫ килә. Йүнләп ҡырынмаған да, йонсоу, күҙҙәре йоҡоһоҙлоҡтан интеккән кешенекеләй ҡан һауып ҡыҙарған, бар тирә-яҡҡа ғәмһеҙ, битараф, хатта ҡайһылыр кимәлдә асыулы ҡарай. Ҡайтып инде лә, эш боҙған кешеләй, үҙен ят, ситен итеп тотто, йүнләп һөйләшмәй ҙә, аралашмай ҙа. Ингәс, ҡартәсәһенә барып ике ҡулын һоноп күрешкән булды, әсәһенә иһә һынап ҡарап ҡуйыу менән генә сикләнде. Оло юл сумкаһынан ҡаҡашып бөткән кейем-һалымын сығарҙы, өңөлөп ҡарап торһа ла, күстәнәс-маҙар күренмәне. Янына барып, яраттырырға теләп һырпаланғайны ла, тегеһе арҡаһынан теләкһеҙ ҡағып ҡуйыу менән генә сикләнде. Ҡаҡты һәм ыңғайы бер уның донъяла барлығын онотто ла шикелле.
Барыбер күңелле, ни тиһәң дә, атаһы, өйҙәренә ир кеше ҡайтты. Ҡыуанысынан тышҡа сыҡты, эләгә-йығыла ялан кәртә яғына йүгерҙе, яҡындарына һөйөнсөләй һалды: “Атайым ҡайтты, ишетәһегеҙме, атайым ҡайтты!” Әсәһе теге саҡ өмөтләндергән теләге ташып барһа ла, иртәгә үк уның менән балыҡ ҡаптырырға еләбеҙ, тип әйтергә теле генә әйләнмәне. Себештәр, уның ҡыуанысын уртаҡлашҡандай, ҡанаттарын дәртле елпеп сыр-сыу килде.
Барыбер әҙер тороуың хәйерле, инешләй келәткә боролдо, тәңкләп һалып йомарлап ҡуйған ептәрен, төрлө ҙурлыҡтағы ҡармаҡтарын, селәүгә әҙерләгән кәнсирен, балыҡ һала торған оло күн сумкаһын тағы ла бер тапҡыр күҙҙән үткәрҙе, күңеленән генә теләген дә һамаҡланы:
“Атай менән барабыҙ,
Беҙҙең яҡҡа ҡарағыҙ!
Опто, йәйен, суртан, һайт,
Ялындырмай ҡарпып ҡап,
Яр башында ялтырап ят!..”
Күңелен уйлапмылыр, һөйләшеп эсен бүҫкәртһен, тип әсәһе табын ҡороп, атаһының аралашҡан яҡындарын йыйған булды. Дуҫ-иштәре билдәле – берәҙәкләнеп, аҙып-туҙып, өйләнмәй йөрөгән эт өйөрө ир-ат. Уларҙың ни
әңгәмәләре лә, ҡыҙыҡһыныуҙары ла үҙҙәренсә, кимәлдәре шешә бейеклегенән ары китмәгән. Өҫтәл артынан сыҡмайынса ғына тәмәке быҫҡыталар, һаһылдап көлөп, ҡыҙыҡ тип һөйләгәндәренә бер ҙә генә көлгө килмәй. Ҡунаҡ тигәндәре берәмләп йыйыла башлағас уҡ ҡартәсәһе ҡунырға тип өй аша йәшәгән Сәбилә ҡарсыҡҡа китте, әсәһе лә өҫтәл артына ултырманы, уныһын-быныһын, бешергән-төшөргәнен керетеп-сығарып аш бүлмәһе менән зал араһында йөрөнө, ә ул инде бүленгән өкәлтәгенән ваҡыт-ваҡыт башын күрһәтеп табынды күҙәтеп ала, ни тиһәң дә, кәпәс кейгәндәр затынан бит әле ул да. Эсеүе еткән иҫерек ҡунаҡтарҙың береһе ҡалҡты, өҫтәлдәге һауыт-һабаны шауҙырлатып ауҙарып иҙән уртаһына сығып баҫты ла, тигеҙлек һаҡлай алмай урынында болғаңлап тора биргәс, сәпәкәй итеп, яман аҡырып таҡмаҡлап, таҡмағына тап килтермәй баҫып бейеп аҙапланды:
Һайт тигән тауышҡа
Ҡуян ҡасты ҡамышҡа.
Эсәбеҙ ҙә типтерәбеҙ,
Ниңә беҙгә абышҡа!
Таҡмаҡ табын түренә йолҡош әтәстәй ҡунған Әнәскә оҡшаманы, ул йоҙроғо менән өҫтәлгә зыңҡылдатҡансы тондороп талап итте:
– Ултыр хәҙер үк, инәңде, һин ҡыяла торғанһың урынһыҙға, ҡойошҡанға ҡыҫылған тиҙәк ише! Күтән һурпаһын ғарҡ булғансы һемереп сит тарафтарҙы һин түгел, Тимербулат гиҙеп ҡайтҡан, уны тыңлайыҡ башта, уға һүҙ бирәйек!
Башын өҫтәлгә һалып төнәп киткән атаһы исемен ишетеү менән башын ҡалҡытты ла, һеҙ нишләп бында әле, тигәндәй табындаштарын теүәлләп тексәйҙе, шунан хәлдең айышына төшөнгәс, ауыҙынан һарҡҡан һеләгәйен ҡул һырты менән һыпырҙы ла ултырған килеш өҙә-йолҡа телмәр тоторға маташты:
– Ней... теге... Күпте күрелде инде, инәңде!.. Кире ҡайта алмам, буранда аҙашҡан боландай шунда ятып күшегеп дөмөгөрмөн, тип тә уйлап бөтөлдө бер саҡ... Һөйләһәң һүҙ, төртһәң күҙ инде, минең кисергәнде, күргәнде эт ашаһын! Әйтерем шу... вот... – Сығышын этеп-төртөп осланы ла, ҡорон йәмләргә теләпмелер, моңһоҙ ғына итеп йырлап та алған булды:
Эсеп ебәр һалғанын,
Һорама ҡайҙан алғанын.
Һораһаң ҡайҙан алғанын,
Сахалиндан алғаным!
Үҙәгенә үткәреп йонсотҡан, сей елкәһенә тейгән шул алыҫ ерҙе ҡабаттан хәтеренә төшөрөп әллә, оло ауыҙын түшәмгә терәп илап та ебәрҙе. Уны тыйыусы, йыуатыусы ла табылманы, тик яҡын дуҫы Әнәс кенә: “Үҙ теләгең менән һөргөнгә һөрөлгәнең шу, инәңде!” – тип бысраҡ йоҙроғо менән ҡайтанан өҫтәлде төйҙө.
Иҫереп болғаңлаған ҡунаҡтар ишараты урыҡ-һурыҡ таралышҡас, ул күҙәтеүен ҡуйып йоҡларға ятты, әсәһе карауатҡа урын йәйгәйне лә, атаһы ят, ваҡытлыса ғына бында килеп ингән кешеләй урынында бер аҙ һерәйеп ултыра биргәс, сисенеп тә тормай диванға ятып бөршәйҙе.
Иртәгәһен йоҡонан торғанда атаһы урынында юҡ ине инде. Мәктәптән ҡайтып инһә, өҫтәл артында Әнәс менән табын ҡороп ебәргән, ул кисәгегә ҡарағанда ла иҫерек ине. Залдағы өҫтәл менән түшәм араһында шыйыҡ томандай тәмәке төтөнө аҫылынған. Тәмәке, тир, ишек төбөндәге итектәр еҫе һауаны тын алғыһыҙ иткән. Әсәһе эштә, яңыраҡ ҡына мәктәпкә йыйыштырыусы булып ваҡытлыса урынлашты ул.
Әнәстең теле эт ашамаҫ әшәке. Ул уны күреү менән керҙән шыбаҡшыған етек сәсле, өҫтәлгә эйелгән башын кинәт ҡалҡытты ла семтем дә мәғәнә тойолмаған тоноҡ күҙҙәрен уға йүгерек йүнәлтеп ихлас лауылданы:
– Һо, малайың ҡайтты бит, инәңде!.. Йә, Хәйбулла бырат, һаумы? Ул бер ни тип тә яуап ҡайтарманы, бүлмәһенә инде лә, сумкаһын бер яҡ ситкә ырғытып, карауатына ултырҙы. Яратмай ул Әнәсте, күргеһе лә, һөйләшкеһе лә килмәй, урамда осратҡан сағында ла күрмәмешкә һалышып, урап үтергә тырыша.
Аш бүлмәһендә ике ирҙең өҙә-йырта мөңрәшкәне бермә-бер асыҡ ишетелә:
– Нисек йөрөп ҡайттың, инәңде эт талаған? – Быныһы билдәле – Әнәс.
– Рәт, сама, тәртип китте унда, йүнләп түләмәйҙәр, эш шарттары үтә лә насар, ашау яғы ныҡ хөртәйҙе. Эт типкеһендә йәшәйбеҙ, тиһәң дә артыҡ булмаҫ, беҙҙе кешегә лә һанамайҙар. Хәҙер эшсе көсөнөң күп икәнлеген самалап алдылар ҙа, теләмәһәң, ана бара юлың, ти ҙә ҡуялар. Минең урынды икенсе берәүҙең көткәнен белеп торалар. Себерҙән алып япон ярына еткәнсе беҙҙең халыҡ бит. Йөрөйһөң инде баҡыр тиндәргә бил бөгөп, сәләмәтлек тә китеп бара, элекке көс-ҡарыу ҙа ҡайтышланды, ни хәл итмәк, ҡымғырлайһың инде игәлеп. Ә һинсе?..
– Ә бында ике донъя бер мөрйә, хөрриәт! Әбейҙең аҡсаһын, пинсиәһен кимерәһең дә тиҙәк тибәһең, яйы сыҡһа, аслыҡ үҙәккә үтә башлаһа, шабашкыға барып әйләнәһең. Шабашкыһы ла кәмене һуңғы йылдарҙа, кеше йорт һалмай, кәртә-ҡура ҡормай бит хәҙер, өҫ-башын да ҡарамай, иң әүәл ашар тамағын ҡайғырта.
– Ауылдар ҡорой, бына нимәһе эсте бошора. Һин бынамын тигән ат ҡараусы, ә мин алыштырғыһыҙ алдынғы комбайнер булдым әүәле. Ике ҡулыбыҙға эш булһа, китер инекме ни ауылдан, биҙер инекме ни тыуған төйәктән?!.Тегендә, Сахалинда, өшөп-туңып ятҡанда гел бер бәйләнсек төш күрәм: йәнәһе лә, беҙҙең элекке баҫыуҙар йәйрәп ятҡан, алҡынған һары диңгеҙҙәй игенлек икән, ә мин комбайн менән шул емерелеп уңған ашлыҡты урып-йыйып бөтөрә алмай аптыранам, бункерым тула, бушатырға урын юҡ, гәрәбәләй бойҙайҙы ҡамыл өҫтөнә ауҙарам, ә ул тора-бара бейек тауға әүерелә, һәм уның аҫтынан саф шишмә урғылып аға башлай, шунан услап эй һыу эсәм, эй эсәм, танһығым ғына ҡанмай, нишләптер… Бына ошондай һаташыулы сәйер төш!
– Давай, ҡой әле! – Стакандар сәкәшкән тауыш ишетелә.
– У-у-х! Ҡайҙан алдың был көмөшкәне, эс-бауырҙы өҙөп бара!
– Кисә өҫтәлдәге суррогатты ҡоротҡансы һемерҙегеҙ бит инде, башты төҙәтерлек бер йотомдайҙы ла ҡалдырмағасығыҙ, таң менән барып Мәҙинәнән теләнселәнем. Ул һата, булашҡан кәсебе шул.
– Кәсеп? Күпме беҙҙекеләр ҡырылды инде уның ағыуын эсеп!
– Ә һин эсмәйенсә йәшәп ҡара? Иҫерек килеш донъя ҡотһоҙ күренә, айыҡ күҙ менән ҡараһаң, ҡот осмалылыр!
– Бәлки. Бына һин баҫыуҙарҙы һағынам, иген урған мәлеңде юҡһынам тинең, ә мин гел аттар менән һаташам. Йыш ҡына элекке, хәҙер ташландыҡҡа ҡалған ат һарайының ишекһеҙ ҡалған ҡапҡа ауыҙына барам да баҫам, әсе итеп һыҙғырып ебәрәм, ҡулымдағы йүгәнде зыңғырҙатам. Шулайтһам, аттарым өңөрәйгән ҡараңғылыҡтан кешәнәп сабып килеп сығыр төҫлө. Әгәр аттарым бөгөн дә янымда булһа, шулайтып тинтерәр инемме, инәңде?! Ир ҡанаты ат булыр, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар!
– Йәшәйбеҙ инде шулайтып, тибенгә тибелеп, елкәбеҙ өҙөлөп! Борон батша баш бирмәгәндәрҙе һөргөнгә һөрөп баҫҡан, бәҫтәрен алған, ә беҙ үҙ теләгебеҙ менән китәбеҙ унда.
– Һөрөлөгөҙ әйҙә, ә мин бында һеҙҙең бисәләрҙе…
– Нимә тинең, йә ҡабатла?! – Таһыр-тоһор килеп көрмәкләшә башланылар, сынаяҡтарҙың иҙәнгә төшөп ватылыуы ишетелде. Хәйбулла ҡурҡышынан мөйөшкә һыйына биреп ҡуйҙы.
– Йә, етте! Һинең бисәне тиһеңме әллә, унан башҡалар ҙа бында быуа быуырлыҡ, бик беләһең килһә. – Ҡурылдайы быуылған Әнәс ғыжылдап өндәште.
– Давв-а-ай, эс-ә-беҙ! Табындың йәмен, аштың ҡәҙерен ебәрмәйек, дуҫлыҡты боҙмайыҡ! – Ғолҡолдаған тауыштар ишетелде.
– Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, юғиһә башһыҙ ҡалыуың бар.
– Баш тигәнең былай ҙа юҡ, булмағас, рәхәт, күрмәйһең дә, ишетмәйһең дә, белмәйһең дә. Баш булмағас, кеше лә юҡ. Тимәк, беҙ бар ҙа һымаҡбыҙ: төртәңләп йөрөп ятабыҙ, ҡымғырлап тере икәнлегебеҙҙе лә белдерәбеҙ, ә асылда иһә – юҡбыҙ, сөнки бер кемгә лә кәрәгебеҙ, хәжәтебеҙ ҡалмаған. Берәҙәк, тиреһенә таҙ төшкән ас бурҙай ише! Үлеп ҡалғандарҙы, ер өҫтөн бысратып ятмаһындар, тигән һымаҡ йәлләмәй, илауламай, юҡһынмай ғына алып барып зыяратҡа ерләп тә ҡуялар. Ярай әле унда ерләргә рөхсәт итәләр, асылда, баштан-аяҡ гонаһҡа батҡан иблистәрҙең унда мәңгелеккә төйәкләнергә хаҡы юҡ. Йыназа сығып, аят бағышлап, өсөбөҙҙө, етебеҙҙе, ҡырҡыбыҙҙы уҡытмайҙар ҙа, миңрәүләнеп әҙәм фиғелен юғалтҡан әшнәләребеҙ тояғыбыҙҙы йыуып оҙата баҡыйлыҡҡа, бары шул ғына. Ә беҙ үҙебеҙҙән аҙаҡ ерҙә нәмә ҡалдырабыҙ?! Бер нәмә лә! Мына һинең малайың бар исмаһам, ә минең бер кемем дә юҡ! Ерҙә тоҡомомдо ҡалдырмай, быуындар сылбырын өҙөп китәм. Ҡурҡыныс, бырат!
– Һин дә уйлай, фекер йөрөтә беләһеңме ни әле? – Атаһы илтифатһыҙ ғына һүҙ ҡыҫтырҙы.
– Элек уйлай торғайным, хәҙер юҡ, башҡа берәй уй төшһә, уны араҡы менән йыуып төшөрәм, иң еңел ҡотолоу юлы ана шул! Йәшерәк саҡта хатта хыяллана ла инем әле, бик беләһең килһә.
– Әҙәм балаһын өмөт кенә түгел, хыял да йәшәтә. Хыял ул – көмөш ҡанатлы, алтын ҡойроҡло бәхет ҡошо. Бик һирәктәр генә ана шул ҡоштоң ҡойроғонан эләктерә ала. Эләктерҙеңме, һин – бәхетле, тимәк.
– Ә беҙ ҡотһоҙҙарға араҡы, көмөшкә ҡойроғона ғына үрелергә ҡала. Ҡой әле! Ухылдаған, уфылдаған тауыштар ишетелде, тимәк, тағы ла йотоп ебәрҙеләр.
– Дөрөҫ әйттең, Әтәс! Алай ҙа минең малайым бар, күңел йыуанысыбыҙ! Тик холҡо икенсерәк, үҙенсәлеклерәк, ул – хисле бала, донъяны үҙенсә ҡабул итә, ғәҙелһеҙлекте күтәрә алмай, рәнйеп бара.
– Ә һин уны туҡмап тәрбиәлә, түбәләп беҙҙең кимәлгә төшөр, һыҙырып ормош тормошҡа өйрәт!
– Һин нимә, уға бармаҡ осо менән дә ҡағылып рәнйеткәнебеҙ булманы ошоғаса, ҡарап, өмөтләнеп торғаныбыҙ ул, берҙән-беребеҙ!
– Берәү, тимә әле, һин уларҙы икәү, өсәү ит!
– Булмаҫтыр бынан бүтән. Ситтә оҙаҡ йөрөү ир кешенең хәлен, кәрен, ҡеүәтен ала икән ул, түшәкте йылынмаҫлыҡ кимәлдә һыуындыра, һуңғы сиктә тормошто селпәрәмә килтерә, ғаиләне емерә. Бәлә!
– Давай зарланмайыҡ әле йәшәүебеҙгә, нисек бар шулай ҡабул итәйек, юғиһә һин һандырайһың, мин һыҡрайым! Короче, ҡасан һуяһың ҡаҙҙарыңды, миңә өндәшерһең, әпсәңде!
– Алдағы аҙнала, һинһеҙ нисек инде...
Хәйбулла кинәт ҡалҡынып сығыу яғына йүнәлде. Ялан кәртәгә барҙы. Ҡаҙҙар, ниҙер һиҙенгәндәй, шымтайышып ҡалғайны.
Уҡыуҙың рәте китте. Ҡолағында Әнәстең иләмһеҙ һорауы яңғырап тик тора: “Ҡасан һуяһың ҡаҙҙарыңды? Ҡасан?!” Мәктәптә лә, ҡайтып инһә лә, башында шул һорау зыңҡый өҙлөкһөҙ. Яҡындарын һуйһалар, ул кем менән ҡалыр, кем менән һөйләшер ҙә, кем менән серләшер? Йоҡларға ятҡайны, яман төш күрҙе.
Сәстәре ялбыраған Әнәс бысағын әҙер тотоп уларға яҡынлай, үҙе аждаһалай ыҫылдай: “Хәҙер ҡаҙҙарыңды һуям, ҡаршылашһаң, бер юлы үҙеңде лә!” Ҡара
тиргә батып уянды. Уянды ла йоҡлап китә алмай ҡараңғы түшәмгә текәлеп ятты. Зал яғында диванда ятҡан атаһының тамаҡ төбө менән ғырылдауы, карауаттағы әсәһенең ауыр көрһөнөүе ишетелә. “Нишләп бер түшәктә йоҡламай улар? Береһе икенсеһенең йылыһын тойоп, еҫкәшеп ятһалар, яҡыныраҡ, ихласыраҡ булырҙар ине, бәлки. “Айырым йоҡлау ғаиләне айыра, түшәкте һалҡынайта”, тип кәңәшен биргәндәй әйткәйне кисәге көн ҡартәсәһе, һүҙҙән һүҙ сығып. Атаһы ла һәйбәт кеше һымаҡ, ҡатынын, йәғни уның әсәһен дә ихлас ярата, ә нишләп һуң уның өсөн ҡәҙерле кешеләр бер-береһен һөйә, хөрмәт итә алмай, сәбәп ниҙә?”
Хәйбулла бала аҡылы менән ололар хаҡында олонан ҡубып фекер йөрөтөргә маташа ла, башы бутала ла китә, зиһене тарала. Сәбәпһеҙҙән күҙҙәренә йәш төйөлә. Сәбәпһеҙҙән микән? Юҡтыр. Атаһы менән әсәһе яңғыҙ ҡаҙҙарҙай бойоғоп йөрөй, өҫтәүенә анау Әнәс ҡаҙҙарын һуймаҡ булып аңдып, көтөп ыҙалата. Ҡыйын уға. Ҡул һырты менән йәштәрен һөртөп ала ла, танауын мырш-мырш тартып, башын юрғаны аҫтына йәшерә...
Мәктәптән ҡайтып инеүенә өйҙәренә бер нисә ҡатын-ҡыҙ килгән, ишек алдындағы өс тимер тояҡлы тағанға урынлаштырылған ҡаҙанға һыу йылытып ебәргәндәр.
Күңелләнеп алырға өлгөргән атаһы унда-бында тилбер йүгермәләп йөрөп ята, Әнәс тә бында. Әсәһе уны абайлап алыу менән ғәйепле кешеләй өндәште:
– Бар сумкаңды ҡалдыр ҙа, ҡаҙҙарың менән йылға буйында йөрөп әйләнегеҙ, беҙ улай-былай иткәнсе...
Бына ул йәй оҙоно ҡаҙҙары менән ирәүәнләгән асыҡлыҡ. Ер өҫтөн буҙартып ҡырпаҡ ҡар ҡаплаған, йылғаның яр ситтәрен йоҡа боҙ япҡан. Эргәләге ағастар ярым-яртылаш яланғасланып ҡалған, япраҡтар һары келәмдәй һуҡмаҡтарға түшәлгән. Хәйбулла яр ҡырына барып ултырҙы ла, тайғаҡ боҙҙан тартынып һыуға төшөргә теләмәгән ҡаҙҙарына өндәште:
– Барығыҙ, йөрөп әйләнегеҙ. Таралмағыҙ. Әсәй оҙаҡ йөрөмәҫкә ҡушты. –
Шулай тине лә башын түбән эйеп тынып ҡалды. Бәлә килерен һиҙгәнгә әллә, тамағын әсетеп төйөр килеп тығылды. Һуңғы көндәрҙә күңеле болоҡһоу, ул бына-бына илап ебәрер хәлдә. Һуңғы осорҙа көндә лә, төндә лә тынғылыҡ бирмәгән уҫал ыҫылдау яңынан ҡолағында яңғырағандай итте: “Һуям! Ҡаҙҙарыңды ла, үҙеңде лә!..”
Ҡаҙҙарҙың сыр-сыу килеүенә һиҫкәнеп китте. Күҙ күреме ерҙә улар нимәнәндер өркөп тирә-яҡҡа һибелгәйне. Хәйбулла ырғып тороп шул яҡҡа йомолдо. Барһа, ни күрә – себештәрҙең берәүһен йәй буйы ошо тирәлә темеҫкенгән теге эт ҡанатынан эләктереп алған да урман яғына ҡарай һөйрәй.
– Пшол, сабакы! – Хәйбулла эргәлә ятҡан тос ҡына таяҡты эләктереп алып шул яҡҡа ҡарай йүгерҙе, яҡынлағас, киҙәнеп һуғып ебәрҙе. Таяҡ артҡы аяҡтарға барып эләкте, асырғанған сыйнау тауышы ишетелде, әммә аҡһаңлаған ас эттең бирешергә яйы юҡ, ул ғына ла түгел, яҡынлағайны, табышын ысҡындырҙы ла тештәрен ыржайтып беләгенән матҡып алды, шунан эргәләге сауҡалыҡ яғына һыпыртыу яғын ҡараны.
Ҡанат сәйнәлһә лә, һынмағайны шикелле, Хәйбулла бер яҡҡа ҡырын ятҡан ҡаҙҙы күтәреп алып, шымтайышып ҡалғандарын эйәртеп ҡайтыу яғына йүнәлде, үҙе өҙлөкһөҙ иламһырап һөйләнде:
– Аҙғын, һиңә күпме әйттем, ситтә бер үҙең йөрөмә, тип. Тыңламайһың да ҡуяһың бит, бына һөҙөмтәһе. Ярай, бирешмә, хәҙер ҡайтырбыҙ ҙа яраңды, минең тешләнгән беләкте йод менән эшкәртербеҙ. Төҙәлерһең, төҙәлербеҙ, ә һин бирешмә, йәме!
Ишек алдына инделәр. Атаһы ризаһыҙ һөйләнде:
– Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса, ваҡыт үткәреп, кеше көттөрөп, башҡа эштәр ҙә баштан ашҡан!
– Бына, Аҙғынды эт тешләне, хәҙер яраһын эшкәртеп бәйләйем.
– Ни һөйләйһең тағы, тапҡанһың эш, марш өйгә! – Ҡулындағы себеште асыу менән йолҡа тартып алды.
– Әйҙә, балам, өйгә, өшөп киткәнһең, бер аҙ йылынырһың, сәй эсереп алайым! – Ҡурсаларға теләгән ҡартәсәһе уны етәкләп өй яғына йүнәлтте. Ишек асылып та өлгөрмәне, артында асырғанып ҡысҡырған ҡаҙ тауышы ишетелде.
Хәйбулла уҡтай тышҡа атылды. Сыҡһа, Әнәс Аҙғындың ҡанатынан эләктереп алған да теге ас эттәй һарай яғына алып китеп бара. Үҙ-үҙен белешмәй, йән асыҡҡа ҡысҡырып ебәрҙе:
– Туҡта! Хәҙер үк туҡта!
Бер аҙға ғына аптыранып ҡатып ҡалған Әнәс ҡайырылды ла аңламағандай тексәйҙе:
– Һин кемгә? Миңә бойораһыңмы?
– Ебәр себеште!
– Не пунял, мин мында нишләп килгәнмен алайһа?
– Ҡайтып кит хәҙер үк!
– Үәт, дила, дурдомға килеп эләктем шикелле.
Хәйбулла баҫыу ҡырына барып Аҙғындың яралы ҡанатын ҡайырып баҫып маташҡан Әнәс янына етте лә уның бысаҡлы ҡулына йәбеште, ирҙе еңә алмаҫын аңлап, ҡапыл үрелеп беләгенән тешләп алды.
– Ай, инәңде! Тимер, нимә ҡылана ул бы маңҡаң! – Тешләнгән беләген ыуып бөгөлөп төшкән Әнәс себеште ысҡындырҙы. Хәйбуллаға шул ғына кәрәк тә: Аҙғынды эләктереп алып күкрәгенә ҡыҫты.
– Теймәгеҙ ҡаҙҙарыма, ишетәһегеҙме, теймәгеҙ! Мин уларҙы бер кемгә лә бирмәйем, бер кемгә лә!
– Ах һин, малай аҡтығы! – Ҡаҙан аҫтындағы усаҡҡа утын һалып маташҡан атаһы был тарафҡа йүнәлде, ҡайышын ысҡындыра башланы. – Аяҡ аҫтында рөхсәтһеҙ буталаһың икән, һыҙырам, юғал күҙемдән хәҙер үк!
– Юғалмайым, мин бер ҡасан да юғалмайым! Белдеңме?!
– Ах, һин шулаймы ни әле! – Ҡайышын ҡулына ураған атаһы уға яҡынлай башланы. – Имен сағыңда марш өйгә!
Артҡа, ялан кәртә мөйөшөнә ҡыҫырыҡлана барған Хәйбулла ҡулына һәнәк эләктерҙе лә кинәт алға ташланды: бер яҡҡа янтайып өлгөргән атаһынан аша үтеп ишек алдына сыҡты, йүгереп барып ҡайнап ултырған ҡаҙанды тибеп осорҙо ла ялан кәртәнән ишек алдына сығырға өлгөргән Әнәстең өҫтөнә бара башланы:
– Бар, сығып кит беҙҙән, хәҙер сәнсеп үлтерәм!
– Һин нимә, бырат! – Юғалып ҡалған Әнәс ҡурҡышынан ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырған маһмай ише сигенә башланы. – Бы малайың әллә һинең бишенныймы, ни ҡылана ул...
Хәйбулла бер яҡ ҡырҙа аптыранып торған ҡатын-ҡыҙға асыу менән өндәште:
– Бар, ҡайтығыҙ һеҙ ҙә, башҡаса беҙгә килеп йөрөмәгеҙ, ишетәһегеҙме!
– Барығыҙ, ҡайтығыҙ... Бөгөн бумаҫ ахыры, икенсе уаҡыт, күрәһегеҙ бит... – Кинәт йыуашайып ҡалған атаһы бирелгәндәй, бирешкәндәй итеп мығырҙаны.
Оҙаҡ тыныслана алманы Хәйбулла. Төшкө ашты ла ашаманы, кискелеген дә. Инеп карауатына бөгәрләнеп ятты. Ингеләп-сыҡҡылап йөрөгән әсәһе янына килеп ултырҙы, яратҡандай башынан һыйпаны:
– Йә, тыныслан инде, балам, бөтәһе лә үтте бит... Бөгөнгө ҡылығың насар булды, бик насар. Ауылда ишетеп ҡалһалар, көлөрҙәр инде сәйер ҡылығыңдан.
– Ҡаҙҙарҙы һуйыу сәйер түгелме?
– Тормош бит шулай ҡоролған. Аны һин, мин генә үҙгәртә алһаҡ, ҡана ла һуң...
Малды, ҡош-ҡортто шул ҡулланыу, мәнфәғәтен күреү өсөн үҫтерәһең бит инде...
– Ҡаҙҙарҙы минең өсөн үҫтермәнегеҙме ни?
– Һинең өсөн инде, кем өсөн булһын тағы? – Әсәһе килешкәндәй йөпләне.
– Әгәр улар булмаһа, мин ни эшләрмен?
– Иртәме-һуңмы ҡаҙҙар бер килеп йылы яҡҡа осоп китергә тейеш. Уларҙың яҙмыштары шулай, хас та әҙәм балаһыныҡы һымаҡ. Бына һин дә ҙурайырһың, беҙҙе ташлап алыҫҡа осоп китерһең, ә беҙ үҙеңде һағынырбыҙ, юҡһынырбыҙ...
– Ә мин бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым, ауылда ҡалам!
– Был ташландыҡта ни ҡалған һиңә... Бөтә кеше ситкә китә. Беҙҙең генә күсенергә рәт-самабыҙ юҡ. Ситтә ҡайҙа барып морон төртөрбөҙ, эшен ҡайҙан табаһың бөгөнгө көндә? Ятабыҙ шунда, Хоҙай тарафынан онотолған ҡәүемдәй...
– Ә мин ауылда ҡалам! Уны төҙөкләндерәм, халыҡ эшләрлек, көн һайын ҡыуанып барырлыҡ берәй эш асып ебәрәм...
– Ярай, шулайтырһың, хыялый... – Әсәһе тешһеҙ ауыҙын ҡулы менән ҡаплап күңелһеҙ генә көлдө лә сығыу яғына йүнәлде.
Ыҙаланып ята торғас, ниһайәт, ойоп китте. Төшөнә йәнә Әнәс инде. Был юлы инде ул өндәшмәй. Ҡыйыҡ айҙай бысағын үткер итеп ҡайрап алған да уның ҡулдарын ҡайырып, аяуһыҙ ҡыланып һарай яғына һөйрәй. Ялан кәртәлә ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙар араһынан Аҙғын килеп сыҡты ла Әнәскә ташланды, башына осоп ҡунды, ҡанаттары менән һуҡҡылап, уҫал итеп суҡый башланы.
Маңлайына алған Әнәс салҡан йығылып китте, ә Аҙғын уны өҫтөнә ултыртып алды ла, икәүләп юғарыға күтәрелделәр. Ғәжәп, Аҙғын шул тиклем дә көслө икән дә баһа, белмәгән, уны ҡауырыйҙай еңел генә итеп осороп алып китте.
Башта емерек, ташландыҡ өйҙәрҙән торған ауыл өҫтөнән әйләнделәр, шунан, был йәмһеҙлектә ҡалырға теләмәй, ҡайҙалыр йондоҙло Йыһанға юлландылар. Әнәс көтмәгәндә өс башлы дейеүгә әүерелде лә уларҙы ҡыуа төштө. Ауыҙынан ялҡын бөркөп өтөргә, яндырырға самалай...
Ҡурҡып уянып китте. Манма тиргә батҡан, тәне янып бара, башы зыңҡый. Зал яғында, ғәҙәттәгесә, атаһы өйҙө күтәреп алып барырлыҡ итеп ғырылдай, әсәһенең шул ауыр уфтаныуы.
– Әсәй, һыу... – Кипкән ирендәрен көскә ҡыбырлатып шыбырҙаны.
– Әү, балам! – Әсәһе йүгерә һалып килеп етте, усын маңлайына баҫты.
Ҡайһылай ҙа рәхәт.
– Әсәй?..
– Мин яныңда бит, ни кәрәк?
– Һыу кәрәкмәй инде хәҙер, янымдан китмә генә бары. Гел янымда бул...
– Һине ташлап ҡайҙа ғына барайым, берҙән-берем... – Елдә ярғыланған ирендәрен уның сикәһенә тейҙереп алды. Үпмәне, тейҙерҙе генә. Барыбер рәхәт.
– Әнәс беҙгә килмәһен, бер ваҡытта ла килмәһен.
– Ярай, килмәҫ, әйтермен.
– Ул бик насар кеше.
– Бер кешене ҡыуыу менән ҡана ла һуң йәшәү йәмләнеп китһә. Ундайҙар менән донъя тулған хәҙер...
– Яҡшы кешеләр ҡалмағанмы ни?
– Бар, тик улар бөгөн нишләптер һантый, диуана хисабында йөрөй. Бөгөн кемдең аҡсаһы бар, шул яҡшы, кем бай – шул хаҡлы. Ғәҙелһеҙлектәр хаҡында үҫә төшкәс бер килеп аңларһың әле...
– Әсәй, ҙурайғас, әллә мин касманаф булайыммы икән?
– Нишләп улай тиһең?
– Насар, эскерле кешеләрҙән ҡасам да, Йыһан гиҙеп йөрөйөм. Унда бары үҙең генә, һине бер кем яманламай, янамай ҙа, һуям, тип тә ҡурҡытмай.
– Унда ҡасһаң да, бер килеп барыбер ҡайтырға кәрәк бит. Бына мин дә кеше йәшәмәгән утрауға ҡасып китер хәлдәмен. Ҡулымдан ғына килмәй. Үҙеңдән ҡасып ҡайҙа ғына бараһың инде, маңлайға яҙғандан ҡасып ҡотолоп булмай ул, бик теләһәң дә... Йә, йоҡла, иртәгә миңә эшкә, ярай, әле ваҡытлыса булһа ла кеше урынына сығып эшләп йөрөйөм, аҡмаһа ла, тиндәр кеҫәгә ята, иш янына ҡуш... Миңә ҡалһа, был донъяға яңылыш тыуғанмын да төртәләнеп, үҙемә урын таба алмай, үҙем өсөн түгел, кемдер өсөн йәшәп ятам һымаҡ, ә йәнем, өҙгөләнгән йәнем, ҡайҙалыр аҙашып йөрөй төҫлө... – Түшәктән бер яҡҡа шылып төшкән йоҡа юрғанын тартып төҙәтештерҙе, тирә-яғын ҡымтыны. – Ә һин уҡырға бармаҫһың, бер аҙ тынысланғансы. Уҡытыусыңа әйтермен.
Иртәгәһен дә хәле һәйбәтләнмәне, һаман да башы сатнай, быуындары дерелдәй, өҫтәүенә күңеле болғана башланы. Аптырағас, төшкә яҡын ҡартәсәһе өй аша йәшәгән фельдшер Ғәлимәне саҡыртты. Теге килде лә ҡултығы аҫтына быяла таяҡ тыҡты, ҡалаҡ менән теленә баҫып тамаҡ төбөн ҡараны, шунан беләгендәге яраға иғтибар итте лә бер яҡ ситтә суҡайған ҡартәсәһенә эйәге менән ҡағып, сығыу яғына ҡарай ымланы, тимәк, хәл-торошо ябайҙан түгел.
Кискә ҡарай өйҙәре янына “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеп туҡтаны. Аҡ халатлы ир менән ҡатын ни сәбәптәндер битлек, ҡулдарына бирсәткә кейеп алған.
Оҙаҡ, ентекләп тикшерҙеләр, күҙ ҡараһының ҙурлығын үлсәп ҡағыҙға төшөрҙөләр, ҡапҡаслы һауытҡа төкөрттөләр, шунан әйләндереп осаһына укол ҡаҙанылар, ир кеше уны носилкаға һалды, ярҙамға водителен саҡырҙы. Һимеҙ кәүҙәле, буялған сәсле ҡатын сығыр саҡта оҙатырға йыйынған ата-әсәһенә, ҡартәсәһенә ҡарап: “Подозрение на бешенство”, – тине. Бер ни аңламаны, тик шуны ғына һиҙә: ул үтә лә етди сирләп киткән шикелле, шулай булмаһа, унан ерәнгәндәй, шикләнгәндәй, ауырыуҙы йоҡтороп ҡуйыуҙан һипһенгәндәй әйләнгән һайын ҡулдарын йыуып, арауыҡ һаҡламаҫтар ине.
Районға барғас, дарыу еҫе аңҡыған йортҡа индереп, өсөнсө ҡатҡа күтәрҙеләр ҙә тимер ишекле, рәшәткә тәҙрәле бүлмәгә бер үҙен һалып ҡуйҙылар. Көн һайын укол ҡаҙайҙар, ҡултыҡ аҫтына теге быяла таяҡты тығып алалар, һейҙеген, шайығын, оло ярауын алып әйләнгән һайын тикшереп торалар. Бер аҙна үткәс, янына өлкән йәштәге, сал сәсле бабай килеп инде лә янына ултырып башынан һыйпаны:
– Все нормально, мальчик, ты выздоровел, наконец. Мы подозревали, но нет никакого бешенства, у тебя был сильный нервный стресс. Домой приедешь, полежишь денька другой, и все будет в порядке.
Хәйбулла ла йылмайғандай итте:
– Рәхмәт...
– Спасибо, говоришь? Благодарить не надо, мы всего-навсего выполнили свой профессиональный долг. В этом мире невозможно нормально жить, потому что мир сходит с ума, бешеным темпом направляется не знаю куда... Поймешь, когда вырастишь...
Ҡайтты. Йылы ҡаршы алдылар. Ҡартәсәһе мул итәкле күлдәген елпеп, инеп-сығып, ни алып ни биререн белмәй йүгермәләп йөрөй, әсәһе лә ҡыуаныстан атылған күҙ йәштәрен итәген ҡайырып ҡоротоп алды ла, бәпкәһен ҡурсыған инә ҡаҙҙай, янынан тотам да китмәй. Атаһы ла был юлы нишләптер айыҡ ине.
Эскән саҡта шәптән һалдырып ҡылана ул, һәр хәлдә, шулай булып күренергә тырыша. Хәмер битлеген һалғас, бер байғошҡа әүерелгән, әйтерһең дә, төҙәлмәҫ сирҙән әле генә ҡотолоп, сәләмәтләнеп килгән ауырыу. Янына ултырып ғәйепле төҫ менән әйтеп ҡуйҙы:
– Һин юҡта ҡаҙҙарың йылы яҡҡа осоп китте, тотошлайы бер юлы. Ҡош тотоуҙан файҙа юҡ, беҙҙә бит ашлыҡ юҡ хәҙер, ситтән килтерелгәне ҡиммәт.
– Мин дә ҡиммәткә төшәмме?
– Нишләп улай тиһең?
– Мине лә бит ашатырға, кейендерергә кәрәк!
Яуап таба алмаған атаһы, тәмәкеһен бармаҡтарында ыуып, сығыу яғына йүнәлде.
Кискә ҡарай ишек алдына сыҡты, кәртә яғына йүнәлде. Ялан кәртә йолҡолған ҡаҙ ҡауырыйҙары менән тулғайны. Бер яҡ ситтә ҡан таптары йәйрәп күренә.
Хәйбулланың күңеле болоҡһоп ҡуйҙы. Уны ҡалдырып, ҡауырыйҙарын туҙҙырып, ҡанаттарын ҡанатып йылы яҡҡа осҡан ҡаҙҙары.
Хәҙер уларһыҙ ҡайҙа барыр, кем менән һөйләшер, серләшер?..
Урамдан ҡаҙ өмәһенән ҡайтыусыларҙың иҫерек йыры ҡолағына салынды:
Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап,
Ҡаңғылдашып оса, көҙ еткәс...