Кисә генә моронлағандар ине, бөгөн иртән, оҙаҡ көттөргәндән һуң, инә ҡаҙ, ниһайәт, бәпкәләрен баҫып сығарҙы. Әсәһе, солан мөйөшөндәге йәшниктәге ояһына лыпын ятып, ваҡытһыҙ бимазалағандарына ризаһыҙлыҡ белдереп, ыҫылдығы сыҡҡан Егәрлене ситкәрәк шылдыра биреп, аҫтынан бер осо тиртек йомортҡаны алып, ҡабығынан әрсеп, бәпкәне йоҡа аҡ ҡоршауынан, ҡабығынан арындыра ла, усында тырпырап ятҡан еүеш нәмәне дебет шәл йәйелгән иләккә һалып, ипләп кенә, һаҡ ҡына итеп төрөп ҡуя. Бына ошолай ярҙамлашыу, булашыу юлы менән донъяға килгән себештәр сиратлап сығып теүәлләнеп бөткәс, тәҙрә төбөнә ҡуйылды.
Әйҙә рәхәтләнһендәр ҡояш нурҙарында, әйҙә ирәүән йылыла кибенһендәр! Үткән йыл көҙ он һалдыра барғанда Ивановка тирмәненән ҡайтышлай күршелә ятҡан Михайловка утарына һуғылып, уларға ылғый һуғылып йөрөгән Захар знакумдарынан һатып алдылар бер оя шешәк ҡаҙҙы. Ҡарағусҡыл йөнлө, оҙон муйынлы, текә суҡышлы, үҙенсәлекле, ҡуҡылдаҡ тауышлы ҡаҙҙар ауылдыҡына шыпа ла ғына оҡшамағайны, үҙҙәрен тотоштары ла, атлап йөрөштәре лә башҡа.
Хәйбулла уларҙы шундуҡ яҡын күреп, үҙ итеп ҡабул итте, көн һайын ем ҡуйҙы алдарына, һыу ултыртты, тәпәйҙәре өшөмәһен, тип ҡалын таҡтанан ҡоршалған кәртәнең ер иҙәненә һалам түшәне, яҡындарына өндәшкәндәй, ҡаҙҙарға исемдәрен әйтеп һүҙ ҡушты. Һәр йән эйәһе йылыға тартыла, игелеккә яҡшылыҡ, бирелгәнлек, күндәмлек менән яуап бирә, ҡаҙҙар ҙа уға һылашып ҡына барҙы, кәртә-ҡура тирәһенә сыҡһа, артынан ҡалмай эйәрҙе.
Бына быйыл Алатүш менән Егәрле яңы урында тәүге тапҡыр себеш сығарҙы. Теп-теүәл етәү! Бер тәүлек ятып, апаруҡ теремекләнеп, үҙҙәренең барлығын белгерткән бәпембәләй һап-һары бәпкәләр иртә таңдан шәл ситенән баштарын күрһәтеп, сысаңлатып кемуҙарҙан сарғаланып тауышланды: “бип… бип… бип”, күрегеҙ, ишетегеҙ, беҙ бар, йәнәһе. Йәнендә урғылған ҡыуанысы саманан ашты!
Йорттоң таҡта менән бүленгән бүлмәләренә һыймай зыҡ ҡубып һикерәңләне башта, шунан түҙмәй ишек алдына йүгереп сыҡты, ҡулдарын зәңгәр күккә һоноп һөрәнләне: “Оһо-һой! Беҙҙә бәпкәләр бар! Матурҙар, һарыҡайҙар, йомшаҡҡайҙар!”
Ишек алдында тибенгән тауыҡтарға ем һибеп аҙапланған ҡартәсәһе ейәненең шарҙауайлығын оҡшатып еткермәне, уны елтерәтеп етәкләп кире өйгә керетте:
– Тирә-йүнде бер итеп, яр һалып һөрәнләмә шул саҡлы, ярыҡ барабан! Ат башындай алтын тапҡандай ҡыланаһың! Үткән-һүткәндәр ишетһен тағы...
– Ишетһендәр әйҙә, беҙҙең менән бергә ҡыуанһындар! – Аяҡ кейемдәрен
һалып ырғытып, төп яҡҡа үтте, бында ла урынында баҫып сыҙамай, улай-былай йөрөгөләне.
– Хәҙер һәр осраған әҙәм сит-яттарҙың уңышына, тапҡан табышына осона һалып бармай шул, ни хәл итмәк, замана башҡа, заң башҡа…
– Нишләп? Бәпкәләрҙе көндәр йылыныу менән урамдағы сирәмгә сығарһаҡ, улар беҙҙең тирәне генә түгел, тотош ауылды йәмләйәсәк!
– Кем генә күрер, кем генә иғтибар итер тиһең, көллөһө өйөнә бикләнеп йәшенде, боҫто бит әлеге көндә. Үләм тиһәң дә, ярҙам итеүсе табылмаҫ! – Ҡартәсәһе семтем дә ҡараһы ҡалмаған йоҡа сәстәрен ҡаҡ усы менән һыпырып яҙып ябынған яулығының эсенә йәшерҙе лә, ейәне артынан залдағы диван янындағы ултырғысҡа ултырып, күлдәгенең мул итәген яҙып төҙәтештергәс, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Ошондайыраҡ хәл-торошта ҡалһа, күңелле булмаған хәтирәләренә бирелә лә китә. Яңылышманы, көнгә уңып, тоҙ төҫөн алған күҙҙәрен тәҙрә аша билдәһеҙлеккә йүнәлтеп, ел һуғып ҡаҡлаған еңел кәүҙәһен алға эйелтә биреп, моңһоу хәбәргә күсте.
– Әүәле, йәш саҡта, мин быҙауҙар ҡараным фермала. Ферма тигәнем йылға аръяғындағы тигеҙлектә ине, элгәре баштары шифер менән ябылған оҙон һарайҙар теҙелгән тәңгәлдә хәҙер байман осорҙо хәтерләткән бер бағана ишараты булһа ла ҡалһасы, кесерткән, әрем, дегәнәк, шайтан таяҡтары ғына алҡынып тирбәлә. Ҡартатайың мәрхүм, билен биштән быуып, бүлексәнең һауын һыйырҙарын баҡты ғүмер баҡый, ҡыш көнө һарайҙарынан ҡайтып инмәһә, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә көтөү артынан эйәреп ҡыр-болондарҙы гиҙҙе. Эшсән ине ҡартатайың, бөтмөр ине, һәр ҡушылғанды урын-еренә еткереп башҡарырға яратты, мәктәп кластарын аҙағынаса теүәлләп сыға алмаһа ла, үҙенә күрә белемле лә ине. Завферма итеп ҡуйырға бер нисә тапҡыр димләнеләр. Аяҡ терәп ризалашманы. Көндәр буйы тәбиғәт менән аралашыуҙан ләззәт алды, мәғәнә тапты. Ә ул көткән йәмәғәт малы ер ябып утланы болон-туғайҙарҙа, иҫәбе-һанын кәнсәләрҙә генә хисапламаһалар, осо-башына сығырлыҡ түгел ине, билләһи. Эргәлә генә бура һуғылған келәттәр уратҡан ырҙын табағы, унда ла тауҙай-тауҙай өйөлөп, алтындай һары төҫ сәсеп ашлыҡ ята. Шуларҙы иҫләйем дә, борон тырыш хеҙмәт ҡорған, хасил иткән әкиәт илендә йәшәгәнбеҙ икән, тип хайран ҡалам. Бөгөн һәммәһе ҡырғын тейгәндәй ҡороно, ҡәҙер-баһаһы исрафланған тормошобоҙҙоң ҡото-бәрәкәте китте, тапҡан-таянғаныбыҙға көйәләй кейә төштө...
Ҡартәсәһе гел шул боронғоһон тыҡый ҙа ултыра инде, уны тыңлай башлаһаң, элеккене маҡтай, хәҙергене яманлай, һөйләгәндәренең күбеһе зиһенен дә ҡуҙғытмай, аҙағынаса аңлашылмай ҙа.
Ошолар хаҡында ишеткәс, булмышты елкендергән оло ҡыуаныс бәләкәйләнгәндәй, кесерәйгәндәй итте. Шарылдаҡ холоҡло Хәйбулла баҫалҡыланып ҡалып, шым ғына соланға сыҡты. Әсәһе мөйөштө таҡта менән ҡамап ҡуйған да, ҡаҙ баҫҡан оялағы мамыҡлы һаламды тигеҙ итеп тотош иҙәнгә йәйеп ебәргән. Яңы аяҡланып, төртәңләп аҙапланған себештәрен хәстәрлекле, һиҙгер күҙәткән инә ҡаҙ шунда йәйрәп китеп ята. Ул Хәйбулланы күргәс, ҡанаттарын ҡабартып, йоғоноп йөҙәтмә, тигәндәй уҫал ыҫылданы.
– Егәрлекәй, нимә, мине танымайһыңмы әллә?
Тегеһе ғәфү үтенгәндәй башын эйә бирҙе лә, бына күр тырышлығымды, тигәндәй ирәйеп китеп, эргәһендәге бәпкәләренә моронон һондо.
– Ысынлап та, егәрлеһең һин, Егәрлекәй, бер ай буйы тормаҫтан яттың йонсоп, асығып, сарсап, барыбер сығарҙың бит!
Инә ҡаҙ, әйткәндәр менән ризалашҡандай, суҡышын ғорур сөйөп, ҡуҡырая биреп ҡуҡылдап ҡуйҙы.
Хәйбулла бер яҡ ҡырғараҡ тартылған себеште усына алып юғары күтәргәйне,
ул әрһеҙләшеп йомшаҡ суҡышы менән уның ирендәренә сат йәбеште, айырып алырмын тимә.
– Һыуһап киттеңме, Наҙлы? – Ауыҙына инеп барған йомшаҡ суҡышты тойған Хәйбулла ирәйеп көлөп ебәрҙе. – Мә, эс, әйҙә, һыуһыныңды ҡандыр, минең ауыҙымдағы һут һәммәгеҙгә лә етә ул, иртән генә эсем йәйелгәнсе сәй һемерҙем, ә һеҙ эсергә лә, ашарға ла белмәйһегеҙ. Өйрәнерһегеҙ, өйрәтермен!
Икенсе хәрәкәтсәнен, тиктормаҫын ҡулына алды, ә уныһы ҡулдан ысҡынырға тырышып тыпырсынырға тотондо.
– Ҡурҡма улай, мин бит һиңә бер ниндәй насарлыҡ та эшләмәйем, ҡурҡма!
Ултырып сыҙамайһың шыпа ла, һинең исемең Етеҙ булыр! Ишетһен ҡолағың, – себештең башын ауыҙына яҡынлатты. – Исемең Етеҙ булыр! Көҙ етһә, етеҙ атлап уҡырға оҙатып барырһың, мине бит быйыл мәктәпкә беренсе класҡа алалар, сумкам да, китаптарым да, кәрәк-ярағым да, матурға ғына кейә торған кейемдәрем дә әҙер, тотош хәрефтәр теҙмәһен яттан әйтеп бирә алам, шулай булғас, уҡырға әҙермен тиерлек!
Артына килеп баҫҡан әсәһенең көлөүе ишетелде:
– Эй, мулла, себештәргә исем дә ҡуша башланыңмы?
– Ҡушам, һәр береһенә, етәүһенә лә. Атайым ҡайтыуға улар ҙур булып, күркәм булып үҫеп китер, эйеме, әсәй?
– Эйе, балам.
– Ә атайым ҡасан ҡайтыр?
– Көҙ еткәс, мал-тыуар ҡураға ингәс, уның киткәненә яңы. Райондағыларҙың
бер урынға тупланып вахтаға сыҡҡандарын беләһең. Шулай бергәләп, ойошоп барып ҡайтыуҙары арыу, ҡараулыраҡтар ҙа, һаҡлаулыраҡтар ҙа. Элек өс ай һайын алмашыналар ине, хәҙер эш ваҡытын алты айғаса оҙайтҡандар.
– Ул гел өйҙә, беҙҙең янда торһа, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине, эйеме, әсәй?
– Бында, ғаиләң эргәһендә йортоңа баш булып, хужалығыңды ҡарап йәшәүгә
бер ни ҙә етмәй инде ул, тик эш юҡ бит ауылда. Мине лә күреп тораһың, балалар һаны ҡырҡа кәмегәс, ҡыҫҡарттылар, хәҙер ике ҡулыма ярашлы йүнле шөғөл таба алмайым. Совхоз бөтөрөлгәс, иген дә сәсмәйҙәр, мал да аҫрамайҙар, фельдшер булмау һылтауынан медпунктты яптылар, хәҙер укол ҡаҙатырға эргәләге ауылға, дарыуҙар артынан район үҙәгенә барырға кәрәк. Күҙ терәгәнебеҙ – мәктәп тә почта, ә унда бармаҡ менән иҫәпләрлек кенә кеше эшләй. Ярай әле ҡартәсәйең ус яларлыҡ пенсия ала, унан да килмәһә, ни эшләр инек? Ғаиләне кемдер ашатырға, кейендерергә тейештер бит, шуға ла атайың китә инде ер аяғы ер башына. Ниндәйҙер яңылыҡ асҡандай, оҙон һүҙгә төштөм дә киттемсе, бөтәһе лә күҙ алдыңда.
– Уҡып, ҙурайып, белем алһам, мин һине барыбер эшле итәм ул.
– Ҡайһылай итеп?
– Фидәлиәгә өйләнһәм, балаларыбыҙ алтау, юҡ, беҙҙең Егәрленең себештәре ише етәү булыр! Ауылдағы башҡа ғаиләләр ҙә ишәйер. Бер өйҙә – етәү, икенсеһендә – алтау, өсөнсөһөндә – унан да күберәк. Балалар баҡсаһында урын етмәҫ, мәктәпкә барған балаларҙы ҡайҙа итергә белмәҫтәр әле.
– Фидәлиә, Фазылйәндең төпсөк ҡыҙы, беҙҙең килен була, әләйгәс?
– Хәҙер түгел, ҙурайғас инде!
– Һәйбәт ҡыҙыҡай!
– Мин дә уның һөйкөмлө икәнен беләм. Шулай ҙа шигем бар: үҫеп еткәс, миңә кейәүгә сығырмы икән ул?
– Һинең һымаҡ та аҫыл егеткә кейәүгә сыҡмағас! Сығыр! Уҡыуҙы бөтөрөгөҙ башта, шунан дипломлы булығыҙ, ары яратышып өйләнешеп, матур ғаилә ҡороп ебәрерһегеҙ, күп итеп балалар тәрбиәләрһегеҙ.
– Күп тимә, етәү, тиген!
– Килешәм, етәү булһын. – Әсәһе шулай тине лә тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы.
– Шәп тиһәм дә, атайым булмағанда барыбер һәйбәтерәк...
– Китсе, юҡ хәбәрҙе һөйләп, нишләп улай тиһең?
– Ул һис ҡасан мине етәкләп алып йөрөмәй, барлығымды күрмәй ҙә, күрергә теләмәй ҙә. Аралашҡан дуҫтары ла йәмһеҙ, ямаҡай һөйләшәләр, өҫтәүенә ике һүҙҙең береһендә һүгенәләр, оялмайҙар шыпа. Атайым теге ваҡыт, балыҡ ҡаптырырға алып барам, тине лә алданы, ваҡытым юҡ, тигән була, ә үҙе көн һайын иҫерек.
– Эсә шул, эсә, ҡайһылайтайым. Ул ғынамы, тотош ир-ат һөйрәлеп ҡыҙыра ауыл урамдарын, тиҙәк тибәләр шулайтып, эт һуғаралар. – Әсәһе мөйөштә теҙелеп киткән буш шешәләргә күҙ атты. – Сығарып ырғытайым әле ошо нәмәләрҙе ҡыйлыҡҡа. Шешәләрҙе шауҙырлатып ташлап ҡына ҡотолоп булмай шул эскелектән, уларҙы селпәрәмә һуғып та, йортҡа килгән бәләнән арынырмын тимә. – Күңел көйөгөн күңелле хәбәргә ялғаны. – Йә, үпкәләмә улай, бына атайың ҡайтыр ҙа, етәкләшеп балыҡҡа барырһығыҙ!
– Көҙ еткәсме?
– Туңған йылғала боҙҙо тишеп балыҡ ҡаптырыу әллә күпмегә ҡыҙығыраҡ та әле.
– Ә етәкләшеп балыҡҡа барабыҙ тип кем әйтте?
– Кем булһын, атайың үҙе инде!
– Ур-ра! Атайым ҡайтһа, беҙ уның менән етәкләшеп балыҡҡа барабыҙ! Ул мине гел яратасаҡ, эргәһендә генә йөрөтәсәк, беҙҙең менән бергә булһа, эсмәҫ тә әле!
Эсендәге тышында шул Хәйбулланың, ул шатлығынан һөрән һалып, тағы ла сығып йүгерҙе.
Өсөнсө көнгә, себештәрҙең аяҡтары бер аҙ нығына төшкәс, ҡояш тышау буйы күтәрелеп, көн йылытып ебәреү менән уларҙы ишек алдындағы сирәмгә сығарҙылар. Урамда күренеү менән, ғәҙәттә, ата ҡаҙ яғына оса-ҡуна йүгергән инә ҡаҙ был юлы урынында ҡалды, оло хеҙмәт атҡарҙым, бына күр себештәреңде, тигәндәй башын ғорур сөйөп ашыҡмай ғына арттан төштө. Уның ҡарауы, ата ҡаҙ, осоп китергә йыйынғандай, ҡанаттарын йәйеп килеп етте лә шул ыңғайы инә ҡаҙҙы, бәпкәләрҙе уратып тыпылдата баҫып бейергә төшөп тә китте.
– Ҡартәсәй, әсәй, ҡарағыҙ, Алатүш нисегерәк оҫта тыпырҙай!
– Ул шулайтып бәпкәләрен күреүгә ҡыуана. Ошонан аҙаҡ малды, ҡош-ҡортто аңһыҙ тип әйтеп ҡара! – Әсәһе тамашаға ҡыуанып ҡарай.
– Мин дә бейейемме? – Тупһа ауыҙында торған Хәйбулла бөйөрҙәренә таянып урынында әйләнгеләне.
– Һорап тораһың тағы, әйҙә! – Шуны ғына көткәндәй, ҡартәсәһе таҡмаҡлап та ебәрҙе:
Бейе, бейе, Хәйбулла,
Бейегән кеше бай була!..
Бейегән кеше бай булһа ла,
Кеҫә төбө һай була!
Кеҫә төбө һай булһын,
Күңеле генә бай булһын!
Һайт, һайт, ана шулай,
Һайт, һайт, ана шулай!..
Йөҙө кинәт яҡтырып киткән әсәһе ихлас сәпәкәй итә, инә ҡаҙ Егәрле бер яҡ ситтә ирәйеп ҡарай, Алатүшкә ҡушылып тетә баҫып, саң борҡотоп Хәйбулла бейей. Юҡ, улар ғына түгел, әйлән-бәйлән килеп тирә-яҡ, ауыл эргәһендә күренгән урман, арыраҡ, яңы ғына морон төрткән ҡаҙ бәпкә үләненән йәшәреп күренеп, йәйрәп ятҡан киң болон зыр әйләнә, өйкөм болоттар йөҙгән баш осондағы зәңгәр сатыр елкенеп һелкенә, ҡыуаныстары эсенә һыймай осонған икәүгә ҡушылып тотош донъя вальста әйләнә төҫлө.
Тамашаны ситтән күҙәтеп торған, күрәһең, ҡапҡа ауыҙында Әнәс күренде. Ҡартәсәһе әйтмешләй, өйөр тарафынан ситкә ҡыуылған һәүерек ул. Ошо һүҙҙең мәғәнәһен аңламай, төшөнөп етмәй, әммә, йәмһеҙ ишетелгәс, үтә лә насар ҡушаматтыр. Әнәс ил ҡыҙырып апаруҡ ваҡыт ҡайҙалыр юғалып торғандан һуң онотҡанда бер ҡайтып күренә, үҙе гелән ҡыҙмаса йөрөй, бөгөн дә һуҡмыш.
Өйләнмәгән, ауыл осонда туҙа барып харабаға ҡалған йортта әсәһе менән көн итә. Әсәһе лә ныҡ ҡартайып киткән, хәжәтенә генә тимәһә, урамға ла сығып күренмәй. Маҡтанырға, ҡупырайырға, ҡуҡырайырға әүәҫ Әтәс ҡушаматлы Әнәс, атаһының әшнәһе булараҡ, йомошо барҙа ла, юҡта ла һылтауын табып, уларға ылғый һуғыла.
– Удивителне! Кәпис! Байрам түгел, ни түгел, был ниндәй кәмит тағын? – Кейә барып эшлектән сыҡҡан алам-һоламды кейеп алған таушалған йөҙлө, йонсоу Әнәс ҡырылмаған һалпыш биттәрен, тымауҙан ҡыҙарған тумжыҡ танау осон тырнағандай итте лә ауыҙы ситендә төтәгән “кәзә тояғы” төпсөгөн
суғырмаҡланып ҡатҡан бармаҡтары менән эләктереп алып, һүндереп тә тормай,
бер яҡ ҡырға сиртте. – Нимә, йыйылышып алып себештәр теүәлләйһегеҙме? – Шулай тине лә, тамағы бөрөлгәнгә, әллә ғырылдаҡ тауышланып, моңһоҙ таҡмаҡлап алды:
Цыпленок жареный,
Цыпленок пареный,
Пошел по хутору гулять!.. жареный-пареныйҙарҙы, вапше-то, көҙ еткәс хисаплайҙар, миңә кәжетсә?!
– Бына баҫып ятҡан ҡаҙҙы ояһынан сығарҙыҡ әле, – Тантана бүленгәнгә кәйефе китеңкерәгән ҡартәсәһе былай ҙа йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөн ҡаҡ һөйәк бармаҡтары менән ыуып, ризаһыҙ сирҙы.
– Тимербулат быраттың уңышы саманан ашмаған икән. Әйткәндәй, ҡайҙа әле үҙе, ҡуҙғалды ламы?
– Һыныҡҡа һылтау табып, эйәртенешеп ошоғаса ауыл ҡыҙыра, әйенселәй инегеҙ бит, һин беләһеңдер, – тине әсәһе.
– Мин белмәгән нимә юҡ ул был донъяла, беләм, кәнишне! Ҡайтһа, китә алмай ыҙалана, тотҡарланғанмы икән әллә, тим дә. – Әнәс эс яҡта кемделер күрергә теләгәндәй аңшаңлап йорт тәҙрәләренә күҙ атты. – Ярай, киткән икән, ана бара юлы, хуш аяғына, пасашукка берәй нәмә ҡалдырманымы, баш ярылып бара юғиһә!
– Ҡалдырманы! – Ҡартәсәһе ҡоро яуапланы. – Теләнселәп хәйерселәгәнсе, үҙ аҡсаңды эсһәңсе, Ғәбиҙә әхирәттең пинсеһен бөтөрҙөңмө әллә?
– Нимәгә миңә уның бахыр баҡыр тиндәре! Аҡса тигәнең миндә етерлек! Мында аҡсала түгел эш, йола һаҡлай һәм уны үтәй белеүҙә, китәһең икән, урын-еренә еткереп тояғыңды йыуҙыра ла бел!
Аҙағы бар.