– Әсәй!.. Әсәй, мин һыу буйына йүгерҙем.
Әле генә өйҙә ултырған улының ҡайһы арала урамға сығып өлгөрөүенә
аптыраған Гөлзәбирә:
– Унда һиңә ни ҡалған? – тип кенә һорап ҡалды.
Ашыҡҡан малай, әсәһенә яуап биреп тә тормай, һыу буйына төшөп китте.
– Тимерйән, тим... Тимерйән!..
Артынан ҡысҡырып, ниҙер әйтеп ҡалырға уҡталған әсә, уның бәрәңге
баҡсаһына кереп барғанын күреп: “Һә-ә-әй, бала! Ҙурҙан төшөп һөйләнһә лә,
иртә шул әле уға, иртә... Иннекте генә асып сыҡмай, балалығына барып, кәзә
мөгөҙө һыйырлыҡ ҡына кәртә араһына башын тыҡмаһа”, – тип уйланы. Шунан, ишек алдында ятҡан бүрәнәгә сабыулы балтаның юҡлығын аңғарып, “Ә-ә-ә...” – тип ҡәнәғәт йылмайҙы. Кисә улының “аръяҡҡа” тип һөйләнгәнен иҫенә төшөрөп, утын ҡырҡырға киткәнлеген аңлап ҡалды. Ҡасан билбау аҫтына балта ҡыҫтырып йөрөр сағы етә инде, тип көтә торғас... Ана лаһа! Кисә кис кенә үҙ алдына: “Кемдән бысҡыны игәтеп алайым икән?” – тип һөйләнеп йөрөгәнен ишетеп:
– Әс-ә-әй, мин иртәгә аръяҡҡа утын һөйәргә барам, йәме, – тип һүҙгә ҡушылғайны шул.
– Һөйәүен һөйәрһең дә ул. Кипкәс, әҙер һайғауҙарҙы алып китеп бөтмәҫтәрме һуң, балам? Әҙергә хәҙерҙәр бөткәнме ни...
– Аҙыраҡ һурыҡҡас та, яурынға һалып ташып алам мин уны.
Һүҙ шуның менән тамамланһа ла, улының тәүәккәл уйына берсә шатланды, берсә борсолдо Гөлзәбирә. “Әле ун бере лә тулмаған шул балаҡайымдың. Ҡартайыр көнөмә өмөтләндереп, ирҙәр кеүек ауыҙ тултырып һөйләгән хәбәре менән булһа ла шатландыра. “Бешмәгән”, – тип әйтеп ҡара һин уны. “Атаһының төҫөн дә күрмәй ҡалған бала, ана, нисегерәк һөйләшә. Аллаға шөкөр!”
Малай йылға буйына төшкәс, һабы шиҡылдай башлаған балтаһын төйҙәһе менән һыуға батырҙы ла яҡындағы сөмгөлдөң ҡумырыҡ аҫтын ҡарарға китте. Ҡасандан бирле күңеленә тынғылыҡ бирмәгән шундағы өс-дүрт бәрҙегә күҙ һалып йөрөй ул. Сосораҡ малайҙар белеп ҡалһа, күптән мәскәүләр ине. Тик был серҙе Тимерйәндең бер кемгә лә асҡаны юҡ. Мәскәү яһарлыҡ тимерсыбыҡ ҡына таба алмай. Ҡапыл ғына башына, ат ҡылынан мәскәү эшләгәндә, тигән уй килде лә, ҡул һелтәне! Ҡыл өҙәм тип аттан тибелеп, йә тешләнеп ҡуйһаң. Көн һайын шул бәрҙеләр күңелен ҡытыҡлап тик тора уның. Көнөнә бер күреп китһә лә, тынысланғандай була. Әле тамыр төбөн саҡ ҡына ҡыбырлатҡайны, тегеләр ҡумырыҡ аҫтынан атылып килеп тә сыҡты. Шунан сөмгөлдө йән-фарманға бер-ике урағас, шаптыр-шоптор итеп ҡабат тамыр аҫтына кереп йәшенделәр.
Береһенең ҙурлығы-ы-ы-ы! Беләк буйы, бер ҙә кәм түгел. Һырты ла ҡап-ҡара! Йөрәге дарһылдаған Тимерйән тамырҙан оса яҙып, үҙе лә саҡ һыуға ҡоламай ҡалды. Мәскәүе лә, ваҡыты ла булмағас, ул балыҡ ҡурҡытып башҡаса тамыр төбөн гөжгөләп тормаҫҡа булды. Артына әйләнеп ҡарай-ҡарай, балтаһын батырған урынға ыңғайланы. Әсәһе, бесән, тип һөйләнә башлағансы, әҙ булһа ла утын әҙерләп ҡалырға кәрәк. Игәп биреүсеһе булһа, бысҡының бер тотҡаһы барыбер үҙенеке икәнен яҡшы аңлай ул. Шуның өсөн утын әҙерләүҙе хәҙер үк ыратып ҡалырға уйы...
Сөмгөлдәге бәрҙеләрҙе үҙенекеләй күргән малайҙың күңеле көрәйҙе. Аяғындағы кәксәйеп ҡатҡан итек баштарын ҡаптырлатып, оло юлдан ситкәрәк, әрәмә төбөнә атланы. Һайғауҙай төҙ, һырғый ереклек тапҡас, береһен тумырып ҡараны. Тик йомшаҡ күренгән ағас уның ҡолас йәйеп, балтаһын бар көсөнә һелтәп сабыуына өҙөлмәне. Балтаһы үтмәҫ икән. Ҡаршы яҡтан сабып, этеп йығырға тура килде. “Эх, атайым булһа... Балтаһы ла үткер, бысҡыһы ла игәүле булыр ине лә!” Шундай уйҙарҙан көрһөнөп, ул маңлайынан бәреп сыҡҡан бөрсөк-бөрсөк тир тамсыларын, мыршылдаған танауын еңе менән һыпырҙы.
Шулай ҙа бирешергә иҫәбе юҡ. Әйләнә-тирәлә утынға ярарлыҡ ағас етерлек булыуын самаланы. Өйгә ташыуға ла яҡын. Уҙа ҡалһа, ярты ғына саҡрым, тип уйланы арҡаһында атай һөйөүе татымай ир ҡорона етеп килгән малай.
Асығыуҙан эсе һурыла башлауға, кәртә йыуанлығы байтаҡ ағас йығып ботаны Тимерйән. Уларҙы яурынына һалып ташырлыҡ оҙонлоҡҡа ҡырҡҡылағас, берәй сеүәтә булһа ла ҡатыҡ эсеп киләйем тип, ҡайтырға йыйынды. Өйҙәрендә икмәк булһа, берәй һыныҡ килтерер, ҡатыҡ эсәм тип ваҡыт әрәм итеп йөрөмәҫ тә ине. Он алырға аҡсалары юҡ. Һуғыштан ҡайта алмаған атаһының басувиеһы ла таҡы-тоҡо. Ысын пинсәһен юллай белмәйем, ҡалайтайым икән, ти әсәһе. Шуға күрә әрсемәй бешергән бәрәңге менән ҡатыҡ эсеп, осон-осҡа ялғап көн итәләр. Һуған турап һөткә иҙһәң, ҙур байрам инде ул бәрәңге лә. Тик әсәһе, ҡапсыҡҡа китеп әрәм була, яңы бәрәңге төбөн ҡул менән юллатып ашарлыҡ булғансы етмәҫ, тип әрсетмәй.
Ҡыш ҡаты булды, урам буйын ҡарарлыҡ тәҙрә туңы ла иремәне хатта. Яҙы ла теләр-теләмәҫ кенә килде. Бесән наҡыҫ булғас, һыйыр ишараты ла көйәнтә кеүек бөгөлөп ҡыш сыҡты. Ана күтәртәм, бына күтәртәм тигәндә, әсәһе дегәнәк тамыры менән ҡар аҫтында ҡоромай ҡалған ҡаулан ашатып, саҡ йәшел үләнгә баҫтырып, мал итеп алды уны. Атаһы булмағанға күрә, шул һыйырҙары бар әлдә. Ҡатығын да эсерә, үҙенең һалымын да үҙе түләй. Хәс тә әкиәттәге крәҫтиән менән айыу кеүек инде был тормош...
Улар уртаҡ һоло сәсһәләр, тамыры – айыуға, һолоһо крәҫтиәнгә була. Бәрәңге сәсһәләр, тамыры – крәҫтиәнгә, һабағы айыу бахырға. Тимерйәндәрҙең дә һыйыр аҫрап, май ашағандары юҡ. Өҫтәге Һөкөмәт тигән нәмәләре май иретеп тапшырырға йөкләмә һалып тик ултыра. Шуға хөкөмгә ҡалыуҙан ҡурҡып, ҡатыҡ менән ҡоротҡа ла риза улар. Малай тиһәң дә, Тимерйәндең уйҙары әле ул, яуырыныма һалып алып ҡайтам, тигән һайғауҙарҙан да ауыр.
Буш ҡайтҡансы, юл ыңғайы берәү булһа ла алайым тип, Тимерйән бишмәтен кейеп, яурынына һайғау күтәреп һалды. Шул саҡ ҡапыл ат бышҡырыуынан тертләп, ҡойолоп төштө. Мөкиббән эшкә бирелеп, эргәһенә һыбайлы туҡтағанын да һиҙмәй ҡалған, имеш. Иҫенә килеп, артабан ни булырын күҙ алдына килтергәнсе, алпамышалай урмансы эйәрҙән һикереп төштө.
Күреп ҡалһа, ҡармаҡ, йә мәскәү һабына тал, муйыл сыбығы һындырған өсөн дә малай-шалайҙың ҡотон алған ҡан эскес Хәйрүш ине эйәрҙән ырғып төшкән был әҙәм. Һуғышҡа бармаған, атаһы китеп етем дә ҡалмаған, астың хәленә кермәҫ бәндә итеп беләләр уны ауылда. Һыу буйында ботағын һындырып, муйылын ашаған өсөн бала-сағаны һыу эскеһеҙ итеп туҡмап киткән башҡа берәйһе булдымы икән ул саҡта? Әйтерһең дә, бер нисә сыбығын һындырғандан йөҙәр саҡрымдарға йәйелеп ятҡан урман кәмей. Әрәмәләге ағасты тамыры менән йолҡоп ҡына ҡоротоп булғанды белмәйме ни ул? Белә, әлбиттә. Ололарға, ирҙәргә йәбешмәй бер ҙә. Көсө еткәнгә көсөктәй булып, яҡлаусыһыҙ баласағаны ыҙалата. Малай-шалайҙың ыштанын һалдырып, сыбыҡ менән осаһын һыҙырмайынса ысҡындырмай. Шул ҡәҙәр сикһеҙ урмандарға бер үҙен хужа итеп кем ҡуйғандыр, уныһы Тимерйәнгә ҡараңғы. Ләкин Хәйрүштең тап шул яуыз бәндә икәнен яҡшы белә.
Ошо йыртҡыс ауыҙына эләккәненә төшөндө малай. Ҡасыр ине, ысҡыныр әмәле юҡ. Ул арала теге атын һуҡмаҡҡа арҡырыға бороп, бәйләп тә ҡуйҙы. Өйөп өлгөрмәгән ағас остары, тырым-тырағай ятҡан ботаҡтар араһынан ҡасып буламы тағы? Бер һикереүҙә матҡып аласаҡ. Малай шул турала уйлап та өлгөрмәне, Хәйрүштең ҡыпһыуыр кеүек ҡулы уның бишмәт салғыйҙарын әйләндереп, башына ҡапланы. Шунда уҡ икенсе ҡулындағы ат ҡыуып йөрөткән муйыл сыбығын шыйлатып, малайҙың арҡа буйына тамыҙҙы.
Тимер шеш баҙлатып баҫҡандай, осаһы яныуға түҙә алмай, Тимерйән ҡысҡырып ебәрҙе. Ләкин Хәйрүш туҡтарға уйламаны ла. Ҡорбаны нығыраҡ тауыш сығарһа, сыбыҡ та нығыраҡ һыҙғырҙы. Тимерйән тауышын сығармай түҙһә, кинәнес ала алмай, йәнә ҡоторҙо... Етемлектә һереләнеп үҫкән малай,
уны шатландырмайым тип, ирендәрен ҡанатҡансы тешләп булһа ла түҙергә тырышты. Үҙе ишетерлек кенә тауыш менән ыңғырашһа ыңғырашты, әммә теш араһынан да йәлләтерлек тауыш сығарманы. Муйыл сыбығы һыҙғырып осаһын яндырғанда, бәүеле тотмай, балаҡ буйына саптырып-саптырып ебәрһә лә, түҙҙе. Әллә арып, хәле бөттө Хәйрүштең, әллә Тимерйәндең имен ере ҡалмағанын күреп, уны шау кесерткән баҫҡан лапылыҡҡа ташланы ла: “Әсәйең килеп, балтаңды штраф түләп алһын!” – тип, итек үксәләре менән атының бөйөрөнә тибеп, юрттырып китеп барҙы. Күрше ауылдыҡы ул. Ирҙәре һуғыштан ҡайтмаған тол ҡатындарҙың, етем бала-сағаның балтаһын тартып алып, бирмәй ыҙалатырға ярата. Аталары “ятып ҡалған” малайҙарҙың бауыры ҡалҡҡансы алла ла, мулла ла булманы уның өсөн.
Муйыл сыбығынан теткеләнгән арҡаһын кесерткән яндырыуға сыҙай алмай, “Саҡ ҡына үҫәйем әле, һине лә һыу эскеһеҙ итәсәкмен!” тип ятып ҡалғайны шул саҡта Тимерйән. Үҫеүгә үҫте ул, бәһлеүәндәй кәүҙәле булып үҫте. Әсәһе әйтмешләй, бер кем дә тиреһен тегеп ҡуймағайны. Тик ауылда донъя ҡора алманы.
Һалдат ҡайышы менән билен һыҡтыра быуып, тамам ир ҡорона кереп ҡайтты ул әрменән. Донъяһын яңыртыу өсөн ағас яҙҙырып алғайны. Әммә Хәйрүш, уның тәжрибәһеҙлегенән файҙаланып, кеше баш тартҡан, эсе шау серек уҫаҡ бүлгән. Олононоң аҫҡы яғы һап-һары булһа ла, һынып төшкән ботаҡ төптәре мүкләнгән уҫаҡтың эсе серек булғанын Тимерйәнгә кем өйрәтһен? Йыҡҡан өйлөгөнән яҡшыраҡ мунса ла бурау мөмкин түгеллеген аңлағас, ул “юҡтың аты юҡ” тип, ҡалаға сығып китергә мәжбүр булды.
Хәҙер уның яҡшы эше лә, ашы ла бар. Яратҡан ғаиләһе менән бына тигән өйҙә шатланып донъя көтә. Хәйрүшкә ҡарата әйтелгән “үҫкәс һыу эскеһеҙ итермен әле” тигән һүҙенән дә ҡайтты, кенә тотманы. Ул яуызды язаға тарттырыусылар былай ҙа табылғайны. Хәйрүште урманда тотоп, эске ыштанда ғына килеш ҡалдырып сисендергәс, терһәк аҫтына оҙон һайғау тығып, ҡулдарын алъяҡлап ҡорһағы өҫтөнән шаҡарып бәйләп ҡайтарғандар... Уның тар һуҡмаҡтан арҡырыға бәйләнгән оҙон һайғауы менән ағастарға эләгә-эләгә ҡайтып килгәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, хатта йәл. Көндөҙ күгәүендән, төнөн серәкәйҙән таланып, үлем хәленә етеп ҡайтып тәгәрәгән иртәгәһенә. Һөҙөмтәлә себен-серәкәйҙән таланған тәне боҙолоп, оҙаҡ ҡына балниста ятып сыҡты. Ҡылған ҡылыҡтарына, кешеләрҙең рәнйешенә бәрәбәр алған язаһы таман булһа ла, Тимерйәнгә барыбер йәл тойолдо ул.
Теләһә ниндәй осраҡта ла кешелек сифатын һаҡлап ҡалған әҙәм затындағы ундай тойғоно томалап булмай. Тимерйән дә, арҡаһындағы яраларҙан ҡалған йөйҙәрҙең юҡ-юҡта тартышып, бала сағын хәтерләтеп торһа ла, был тойғоларына хыянат итә алмай.
“Берҙе юғалтмай, икенсеһен табып булмай” тигән хәҡиҡәткә төшөндө Тимерйән. Хәҙер ул – ҡалалағы маҡтаулы кешеләрҙең береһе. Яҙылмаған ҡанунға буйһоноп, ҡон ҡайтарыуҙы оноторға тырышты...
Бер көн ҡатыны менән баҙарға сыҡҡайны Тимерйән. Бына ул колхоз фермаһының мал лапаҫына оҡшаған асыҡ павильондар ҡаршыһында тора. Эреле-ваҡлы киоскылар, магазиндар алдын ҡарашы менән байҡағас, ит һатылған урындағы оҙон сираттың ҡойроғонан баш яғына табан күҙ йүгертеп алды. Таныш-тонош күҙенә салынманы. Шул ваҡыт ҡапыл йөрәге күкрәген ярып сығырҙай булып дөпөлдәй башланы, битен яндырып, сикәләренә ҡан йүгерҙе.
Оҙон лавка артында ит һатып торған бабай... Уның ылашҡа һалып ыҫлағандай йөҙөндә, һаман ғәйрәте ҡайтмаған һынында ҡарасҡылай ҡурҡыныс шәүлә сағылғандай булды. Күҙ асып йомған арала Тимерйәндең хәтерен буйһондороп, бәхетле тигәненән бәхетһеҙ көндәре күберәк булған бала сағына алып китте... Нимә икәнен үҙе лә аңламаған көс Тимерйәндең бармаҡтарын усына йыйҙырып, шытырлатып йоҙроҡҡа төйнәтте. Мейеһендә, йыртҡыс хайуандарҙыҡыса, дошманынан һаҡланыу рефлексын уятты.
Йыртҡыстар ысындан да юғалтмай ул һәләтте, рәнйетеүселәрен дә онотмай, ғәфү итә лә белмәй. Тимерйән дә бер мәлгә үҙен ҡорбанын өҙгөсләп ташларға йыйынған йыртҡыс хәләтендә тойҙо. Хатта артҡа сигә биреп, кәүҙәһен йыйырҙы. Ни өсөн шулай эшләгәнен үҙе лә аңламаны. Бала сағынан мейеһенә һеңеп ҡалған үс алыу инстинктының уяныуы ине был.
Ит һатыусының тарамыш ҡулдары, ырҙын табағындағы иген елгәргестең көслө шнектары кеүек, туҡтауһыҙ хәрәкәт итә. Ул эреле-ваҡлы сабылған ит киҫәктәрен һайлап, алыусыларға һуҙа. Ҡулына кергән аҡсаһын алъяпмаһының эске кеҫәһенә йәшергәс, секерәйгән күҙҙәрен сираттағы кешегә текәй. Ә уларҙың ҡайһы берәүҙәре әллә алыр, әллә алмаҫ бер бешерем ит өсөн дә оло һүҙ күтәрә. Бабай ҙур ғына һимеҙ киҫәкте алып, тауыш күтәреүсенең танау аҫтына уҡ терәп ала. Еҫкәп ҡара, йәнәһе, бүтән кем еҫкәтә әле һиңә бындай һимеҙ ҡалъяны осһоҙға.
Яурын баштары төшөп, арҡаһында көмөрөһө һиҙелә башлаған ҡарттың бындай сират алдында беренсе тапҡыр ғына тормауы аңлашыла. Ғәҙәттә, алыҫ ауылдарҙан килеп ит, бал, май һәм башҡа нәмә менән һатыу иткән башҡорттар йыуаш, ҡыйыуһыҙ була. Телде насар белеүҙәре лә быға сәбәп. Ә был ҡарасҡы шәүләһенән ундай үҙенсәлектәр ҡасып бөткәнгә оҡшай. Күрәһең, кемгәлер баш эйеп өйрәнгән әҙәм түгел. Тәү ҡарашҡа ҡылығы ҡырағайыраҡ күренһә лә, үҙен иркен тотоуы, русса яҡшы һөйләшеүе – урыҫтар менән аралашып йәшәгәнлегенә дәлил...
Шәүлә-бабайҙан үтә ҡарап, иҫе китеп торған Тимерйәндең зиһене ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды. Мең төрлө уйҙар йәшен тиҙлеге менән мейеһен телеп үтте. Бала сағы айлап-йыллап түгел, сәғәте-минуты менән бөтә теүәллегендә күҙ алдына баҫты. Нисәмә тиҫтә йылдар артта ҡалған. Тимерйән дә малайлыҡтан сығып, күптән ир уртаһына еткән. Был ҡала уны үҙ итте, үҫтереп, лайыҡлы урын бирҙе. Ҡасандыр әрәмәлә үтмәҫ балта менән ерек тумырып аҙапланған малай ошонда үҙен тапты. Ҡала иһә уның намыҫлы тырыш хеҙмәтен баһалап, исемен данлап, юғары күтәрҙе...
Кинәт ул бабайҙың кем икәнлеген төҫмөрләгәндәй булды. Шул, үҙе! Ул кеҫәһенән сығарған йоҙроҡтарының яҙылырға теләмәүҙәренә көлөп ҡуйҙы. Кеше күреп ҡалмаһын, тигәндәй, уларҙы тиҙ генә кире йәшерҙе. Ысынында иһә, “үҫеп етәйем әле” тип, сытырлатып йомған ун йәшлек баланың йоҙроҡтары ине улар. Хужаһын яҡлар өсөн, ҡасандыр мейеһенә һеңдерелгән инстинкт яҙылырға бирмәй ине уларға.
Был шәүләнең Хәйрүш икәненә тамам ышанды Тимерйән. Күп йылдар элек теләп тә тап итә алмаған, хәҙер уйламаған ерҙән осрап, алыҫтан килгән ауылдашы тип әйтерлек кешене күреүгә шатланаһы урынға, нәфрәт тулы йөрәгенең әрнеп тулҡынланыуын баҫа алманы. Ғәҙәтенсә, һәр нәмәне үҙенсә эшләүенә ҡарамай, ул ҡатынына өндәште:
– Рәйлә! Рәйлә, тим, ҡарале! – Ул, ҡасып китеүенән ҡурҡҡан кеүек, ҡатынының беләгенән тотто.
– Берәйһен күреп ҡалдыңмы әллә, әйкәйем?
– Анау ҡартты әйтәм, ҡайҙан икәнен белмәйһеңме?
– Күрше ауылдыҡы ул.
– Беләһеңме, ул... Һин минең арҡамдағы йөйҙәрҙе күреп һорағас, бәләкәй сағымда айыу таланы, тип шаяртҡайным. Хәтереңдәме?
– Эйе, шунан?...
– Ошо шәүлә һалды уларҙы. Әле ит һатыусы бабай һынында урмансы Хәйрүштең шәүләһен күреп, йомолған йоҙроҡтарымды яҙа алмай, кеҫәмдән тартып сығарырға оялып торам, ышанаһыңмы?
– Ҡырҡ йыл элек булған нәмәне иҫеңә төшөрөп, йөрәгеңде ярһытма, әйкәйем!
– Юҡ, кеҫәнән йоҙроҡ күрһәтә торған кеше түгеллегемде беләһең дәһә. Мин уны күптән ғәфү иттем. Тик ун йәшлек Тимерйәндең йоҙроҡтары яҙылырға теләмәй... Теләмәй!
Шәүлә яғына бер ҡарап төкөрҙө лә, Тимерйән йомолған йоҙроҡтарын яҙып яратҡан ҡатынын ҡосағына алды ла артабан атланы.