Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ғинуар , 09:50

СОҠОР (аҙағы)

Мөнир ҠУНАФИН 

СОҠОР (аҙағы)
СОҠОР (аҙағы)

Өсөнсө төн.

 

Йыраҡта эттәр өргән тауыштар ишетелгәндәй булһа ла, ир торманы ла, ҡолағын да тырпайтманы. Яҙмышына, әлеге хәленә күнеп тик ятты. Күңеле уяу ине. Һыуыҡ теймәһен, тип шешкән аяғын свитеры менән урап ҡуйҙы. Төн кисәге кеүек йылы, күк йөҙө йондоҙло ине. Һаҡал-мыйыҡ баҫып киткән йөҙөн, күҙ төптәрен ҡатып бөткән устары менән йыш һыпырғыланы. Шулай усының да, битенең дә йылыһын тоя ине. Күккә ҡарап ятыу ҙа ялҡыта икән. Ятҡан йә ултырған килеш быяла күҙҙәрен соҡорҙоң төпһөҙ стеналарына төбәп, шым ғына йыр һуҙҙы. Йырҙары ябай, ләкин танһыҡ ине. Ул йырҙарҙы бала сағынан алып иҫкә лә алғаны юҡ. Әле үҙҙәре телгә килде, аңға һеңде.

“Һәр ваҡыт булһын ҡояш,

Һәр ваҡыт булһын һауа,

Һәр ваҡыт булһын әсәй,

Булайым һәр саҡ мин”.

Йырҙы күңелендә “йырлап” бөткәс, кипкән ирендәрен ҡыймылдатып:

– Булайым һәр саҡ мин. Иҫкә төшөрөп эҙләгән кеше бармы икән? – тип ҡуйҙы.

“Әсәйем генә борсолоп ултырмаһа. Юлға сыҡмай тор, балам, тине, үтенеп тә һораны. Күҙҙәре ниндәй һағышлы ине, ә мин...”

Бая килмәгән моң әле килеп төштөмө күңел соҡорона, ир ҡапыл һикереп торҙо ла бер аяғында һикергеләп бейергә кереште.

– Баҫ ҡыҙым, Әпипә, һин баҫмаһаң, мин баҫам,

Һинең баҫҡан эҙҙәреңә мин дә килтереп баҫам.

Элеккесә хәл юҡ ине, йығылыуҙан ҡурҡып стенаға тотондо ла тағы ултырҙы. Килгән моң һағыш булып йөрәккә ятты. Йырлағыһы килде. Ҡысҡырып. Тик ауыҙ асылманы, күңел һәм уй ҡапҡалары ғына шар асылды ла, бар донъяға ауаз һалып, моң һәм ғәм тирбәлеп-тирбәлеп таралды.

“Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?

Толом-толом сәстәреңде көн дә килә күрәһем...

Их, мәктәп йылдарында, йәш саҡта күпме йыр белә инек. Гармун тартып ауыл урамын бер яңғыратып әле лә үт ине лә. Һантыйға һанаясаҡтар. Күҙҙәрен компьютер, телефон тәҙрәһенән алмаған әҙәмдәр һине аңламаясаҡ та. Ә ул йырҙар ниндәй моңло ине, иҫ киткес моңло ине. Ысын ине. Эй, ул саҡта сәй ҙә, шәкәр ҙә ысын ине. Ә шоколад, “Аленка”, ”Гулливер”, “Мишка на севере”, шәрбәт, мәктәп пирожныйы ҡалай тәмле... Колбаса тик иттән генә тора. Уныһына оло сират... Әле бер семтем генә тәмләп ҡарағанда... Юҡ, ашау тураһында уйларға ярамай”.

– Ярамай, – тип уйға ирен дә ҡушылды.

“Йырҙарҙы, ысынлап та, күп белә инек. Башҡортсаһын да, руссаһын да. Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Мәғәфүр, Ғүмәр ағайҙар, Нажиә, Ғәлиә апайҙар, “Битлз”, “Модерн Токинг”, Виктор Цой, “Ласковый май”, инглизсәһен, нимессәһен дә”, – ятҡан килеш кенә “гитара”ны ҡулына алды. Ҡылдарын сирткеләп, башындағы ҡалҡып торған төймәләрен борғолап, ҡоралының моңон, яңғырашын яйланы ла “уйнап” та, йырлап та ебәрҙе.

“Группа крови – на рукаве,

Мой порядковый номер – на рукаве,

Пожелай мне удачи в бою, пожелай мне:

Не остаться в этой траве,

Не остаться в этой траве.

Пожелай мне удачи, пожелай мне удачи!

Йыр кешене йәшәтә, йыр кешене йәшәргә өйрәтә. Һеҙ ҙә йырлағыҙ. Күңелгә рәхәт икән – йырлағыҙ, ҡыйын булһа... шулай уҡ йырлағыҙ. Йыр үлемдән дә ҡурсалай. Йырҙан хатта бүреләр ҡурҡа”.

Уға үҙенең театрында үҙе ҡуйған спектакль оҡшай ине. Ошо роленә инеп, үҙенең хәлһеҙ икәнен бер килке онотоп та китте. Бер мәл ул бүре булып олорға кереште. Оҙаҡ олоно. Кипкән тамаҡ төбө зыңлап-зыңлап ярылып киткәндә лә олоно. Олоған һайын, нисек кенә ҡыҙыҡ булмаһын, башы ял итте. Эйе, зиһене яҡтыра барғандай булды. Үҙ-үҙенәме, янындағы ярылып таралырға торған йоморо йомғағынамы хәтирәләрен һөйләне. Әлбиттә, уйында һәм хәтерендә.

– Тыңла мине, колобок. Хәтәр хәл һөйләйем.

Бер мәл шулай ир үҙе – алтыла, Шәкүр ағаһы һигеҙҙә уҡығанда, ҡышҡы каникулдан һуң ятып уҡыған Белореттағы интернатҡа китеп баралар ине. Аталары лесхоз эше менән ат егеп урманға киткәйне, шуға үҙҙәре генә юлланды. Йәйәүләп. Элек үҫмерҙәргә ышаналар ине бит ул. Ауылдан трассаға тиклем – ете саҡрым. Ул араны тиҙ генә үттеләр ҙә туҡталышта оҙаҡ “голосовать” итеп торҙолар. Тура килгән ылауға ултырып артабан 90 саҡрым ара үтәһе бар. Элек хәҙерге кеүек машиналар ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләп тормай ине шул. Осрағаны йә тулы була, йә туҡтамай. Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, ҡараңғы төшә башланы, өшөттөрә. Ҡыйығы булған тимер ҡалайлы туҡталышта яуған ҡарҙан, елдән оҙаҡ, эңер төшкәнсе ышыҡланып торҙолар ҙа, юл уңманы былай булғас, тип, нишләрһең, аптырап кире ҡайтырға сыҡтылар.

Кирегә яңынан килгәндәге ете саҡрымды тәпәйләргә. Бер аҙ атлағас, малайҙар үҙҙәре менән бергә юл ситенән ҡара хәрәкәттәр барлыҡҡа килгәненшәйләне. Улар бара – тегеләр ҙә килә, туҡтаһалар, хәрәкәт тә туҡтай. Йөрәк табанға төшөп китте – бүрелә-әр! Берәүһе олоп ебәрҙе. Шәкүр ағаһы, артыҡ һүҙ һөйләмәгән сабыр һәм аҡыллы ағаһы, ҡурҡма, тине лә бар көсөнә:

– Союз нерушимый республик свободных

Сплотила навеки Великая Русь...– тип гимнды һуҙып ебәрҙе. Уға Зөбәйер ҙә ҡушылды. Уның артынса:

– Башҡорттар китте һуғышҡа,

Оҙатып ҡалды күк Урал;

Ат уйнатып алдан бара

Шайморатов генерал, –

тип йырҙы өҙмәй дауам иттеләр. “Беҙ Ильич балалары”, “Орлята учатся летать”, “Күбәләгем-түңәрәгем”, “Ғәлиә менән Заһир йыры”, “Төнгө серенада”... – йырламаған йыр ҡалманы. Ауылға йырлап килеп инде егеттәр. Юлда утыҙҙан ашыу йыр һуҙғандарҙыр. Тамаҡтар ҡарлыҡҡансы ҡысҡырып һуҙҙы ла һуҙҙылар. Бүреләр хатта яҡын килеү түгел, олорға баҙнат итмәне, әллә улар ишетмәне. Шәкүр ағаһының батырлығын әйт әле. Ҡурҡмай, тыпырсынмай үҙен дә, яратҡан ҡустыһын да үлемдән ҡурсып алһын әле. Йылы өйгә ингәс, ҡустыһының ҡулын тотоп: “Ҡурҡтыңмы?” – тип һораған булды ағаһы, ә үҙе бар тәне менән ҡалтырай ине...

Ә иртәгәһенә... малайҙар торған трассалағы туҡталышта әсә менән балаға бүре өйөрө һөжүм иткәне хаҡында ишеттеләр. Әсә кеше туҡталыштың ҡалай башына ҡыҙын мендереп өлгөргән. Тик... баланың күҙ алдында әсәне өҙгөләй йыртҡыстар. Бала телһеҙ ҡала.

– Бала телһеҙ ҡала... – Шулай тине лә ир шымып ҡалды. Тәндәре ҡатты. Тик ятып аяғы, ҡулы, осалары ойоно. Кирелгеһе килде. Йыбанып ята бирҙе. Көскә стенаға тотоноп баҫты. Яралы аяғын һелтәп торҙо. Өшөгәндәй булғас, аяғына уралған свитерҙы кейеп алды. Йылынып китте.

– Аҡ тауыҡ ҡара булмай,

Ҡара тауыҡ аҡ булмай,

Ҡара тауыҡ аҡ булмағас,

Аҡ тауыҡ ҡара булмай, – күңелле таҡмаҡлаған булды. Тик бейемәне. Дәрте сатан, дарманы самалы ине.

“Ниндәй мәғәнәһеҙ һүҙҙәр, – тип уйланы. – Шуны ауыҙ тултырып һәр табында тиерлек йырлайҙар бит әле. Аҡ тауыҡтың ҡара була алмаҫы былай ҙа билдәле. Мейес эсендә көйөп ҡарайып ҡына сыҡмаһа, ха-ха, – ирен ситтәре хәрәкәткә килеп ҡуйҙы. – Торғаны менән ахмаҡлыҡ. Ә уйлап ҡараһаң, шул тиклем мәғәнәле һүҙҙәр. Ҡара тауыҡ аҡ булма-ай. Яҙмышың ҡара булғас, ғүмерең аҡ булмаҫ шу-ул”.

Шәкүр ағаһы юҡ инде хәҙер. Яҙмышы ҡара булды. Артыҡ ғәҙел булып, түрәгә лә, ябай кешегә лә, бисәһенә лә тураһын әйтеп, был ер шарында үҙ урынын таба алмай, китеп барҙы. Юҡ, эсеп тә үлмәне...

Уйҙарын бүлеп, яҡында ғына эт өргән тауыш ишетелде. Ир һағайып ҡына өҫкә ҡараны. Ҡарлыҡҡан тауыш менән тыныс ҡына:

– Кем бар унда? Эһе-һей. Маһ-маһ! Аҡтырнаҡ, Казбе-ек, Лайка, маһ-маһ. Һарыбай, Боцман, Баламут, маһ-маһ, – тип саҡырҙы. Ысынлап та, эт өрҙө шикелле. Өрҙө-өрҙө лә тынды. Шулайыраҡ аңланы ир. Шулай ҙа өндәшеүендә булды. – Вилли, Малыш, Ҡараба-ай... Бәлки, Барбосты-ыр. Китте шикелле.

Ярай, өрөп булһа ла күңелгә өмөт бирҙе. Бөтөнләй яңғыҙ түгелмен әле донъяла...

Эттең өрөп уйҙарын бүлеүенә ул асыуланманы ла. Ағаһы тураһында уйланы. Һағынды уны. Нишләптер күптән иҫкә алмаған икән дә. Их, соҡор, шәп булдың бит һин. Күптән шулай ултырып уйланырға булған Зөбәйергә. Ул күңеленең таҙарғанын, хәтеренең яңырғанын тойҙо.

Шәкүр ағаһы, юҡ, эсеп үлмәне. Аҫылынманы ла, аварияла ла һәләк булманы. Төн уртаһында күршеләренең өйө янғанын беренселәрҙән булып күргән дә бар халыҡты уятҡан. Шунан ут эсендә ҡалған өй хужаһын ҡотҡарам тип, кешеләрҙең, һуң инде, тип тыйғанына ла ҡарамай, янғынға ингән дә сыҡмаған. Бер кемде лә ҡотҡармаған да. Сөнки күршеһе мейесенә ныҡ итеп ут яҡҡан да арғы яҡтағы ҡоҙаһына эсергә сығып киткән... Хет ила, хет көл.

Әсәһе, Шәкүрҙең бик ырыҫы булманы инде, һин, исмаһам, кешесә йәшәргә тырыш, ти торғайны Зөбәйергә.

– Мин ырыҫлы булдыммы шунан? Ырыҫлы, ҡотло әҙәм ҡоҙоҡ төбөндә ултырамы? – Күҙен йомоп, ҡатҡан ҡытыршы ҡулдары менән битен, башын һыйпаны. – Шәкүр ағайым көслө ине. Һәр саҡ ғәҙел булды, ҡурҡманы, урлашманы. Намыҫһыҙ етәкселәрҙе күҙҙәренә ҡарап эт ашамаҫ һүҙҙәр менән һүгә ине. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ ултырған саҡтары ла булды. Бер кемгә йөҙ һыуын түкмәне, ярҙам һорап ултырманы. Еңгә, балалары ла түҙҙе. Ә мин?.. Мин тормошҡа яраҡлашып, бисә һүҙен йөпләп, яҡлашып, һәр бәхәсте еңел генә яйлашып ғүмер үткәрҙем. Шулмы ырыҫ?! Ә?! Ә?!

“Анау туҡталышта беҙҙе үлемебеҙ һағалап торған би-ит. Ә беҙ уны, йыр менән алдап, юлынан яҙҙырғанбыҙ ҙа теге әсәгә йүнәлткәнбеҙ. Юҡ, беҙҙең үлем унда булмаған. Әжәлде бер нисек тә алдап булмай, йыр менән дә. Үлемем – ошо соҡорҙа. Уны хәҙер йыр менән дә, таҡмаҡ менән дә өркөтөп булмаясаҡ. Ул бүренән көслөрәк тә, хәтәрерәк тә”.

Кешене әжәл ҡайҙа ла һағалай. Ғүмерең бөтмәһә, йәшәйһең инде. Төҙөлөштә эшләгәндә өсөнсө ҡаттан тәкмәс атып барып төшкән саҡтары булды ирҙең, иҫән ҡалды. Бәләкәй сағында йөклө трактор арбаһынан осоп төшөп китте лә... арба тәгәрмәсенең батҡағы сәстәренә һылашып үтте, улайһа, иҙә ине башын.

Тәҡдирең шул икән, йәшәйһең инде. Хоҙай үҙе генә белә. “Тик бер үкенес ҡала: дөрөҫ үлмәйем мин. – Былай уйланһа, иҫәргә әйләнәсәк был ир. Әллә ысынлап тәүбәгә ҡайтырға хыялланамы? – Эйе, бөтөнләй дөрөҫ түгел. – Ул башы һыҙлағанын тойҙо. Башын ике ҡуллап ҡыҫып тотоп ултырҙы. – Ысынлап та, бүренән таланғансы, йә бынау соҡорҙа һаҫып ятҡансы, дөрләп янған утҡа ташланыуың дөрөҫтөр? Ағайым кеүек. Кем белә. Үлемде һайлап алып булмай. Ахмаҡтар һәм аңһыҙҙар ғына һайлай уны. Аҫылынып үлгәндәрҙе әйтәм. Ә Матросов кеүек тәүәккәлдәрҙе үлем үҙе һайлай! Үлемһеҙ итер өсөн! Ә соҡорҙа нисек үлемһеҙ булырға мөмкин?!”

Аслыҡтан талсыҡҡан тән, уйҙарҙан тулышҡан йән ял һораны, таңға табан ир йоҡоға талды. Бөгөн ул төш күрмәне, бәлки, күрһә лә, иҫләмәгәндер.

 

Дүртенсе көн.

 

Шөкөр, ирҙең бәхетенә бөгөн дә салт аяҙ. Әбейҙәр сыуағы бар хоҡуғында ныҡлы тантана итә. Әллә бәхетһеҙлегенәме, ямғыр яуһа, шәберәк тә булыр кеүек. Һыуыҡҡа түҙеп тора алмаҫ ине, моғайын. Ир күҙен асыр-асмаҫ кеҫә төбөнән ҡаҙағын тапты ла дүртенсе һыҙыҡты теркәп ҡуйҙы. Оҙаҡ һыҙҙы. “Бәлки, бөгөн һуңғы көндөр!”

Шешә төбөндәге һары шыйыҡсаға ҡарап торҙо ла йөҙөн сирылдыра-сирылдыра йотоп ебәрҙе. Уныһы тәүҙә үтмәй тамаҡ төбөндә һикергеләп торҙо ла һуғыла-яндыра төшөп китте. Төкөргөһө, ҡоҫҡоһо килде. Башын күтәреп, нисек тә кире сығармай, аҫҡа төшөүен теләне.

Яҡты көнгә ҡулын һуҙып мөлдөрәп ҡараны. Ике күҙенән ике эре йәш бәреп килеп сыҡты, кипкән ирендәре:

– Сәриә ҡыҙым, тыуған көнөң менән! – тип шыбырланы. Ҡарашы иҫ киткес йәлләткес, бар донъя һағышы ошо күҙҙәргә һыйған ине. Ул ҡараштан хатта ҡояш тертләп китте, ҡарашын ҡулъяулыҡтай ғына болот араһына йәшерҙе. “Яныңда түгелмен инде. Алтынымды минең! Торғас та, атайым ҡайтманымы, тип һорағандыр инде, ҡәҙерлемде... Бәхетле, оҙон ғүмер теләйем, ҡыҙым, һиңә”.

– Ошо оло Ер шарын ҡалдырам һиңә, ҡыҙым. Бына соҡор эсендә, кабинала, – ҡулына түңәрәк “руль” алды. Уны тегеләй-былай борғоланы. Бер ҡулын бушатып, төрлө төймәләргә баҫҡыланы, “тиҙлек”кә лә һалып ебәрҙе, – Ер менән мин идара итәм. Уны һәләкәтһеҙ генә мин әйләндерәм, ҡыҙым. Ҡурҡмай, рәхәтләнеп йәшә, алтыным!..

Атай булмағас, тыуған көн үткәреү, байрам итеү ҡайғыһы ла юҡ инде. Бик йәл... Элек “Макдональдс”ҡа барырҙар ине. Төркиәлә ял иткән мәлдәренә лә тура килгәне булды. Бер йыл ошондай сыуаҡ көндә тәбиғәткә сығып шешлек бешереп, уйындар уйнап мәж килгәйнеләр. Ә быйыл...

– Нимә быйыл? – ирҙең күҙҙәре янып китте. – Тәк, Әминә, – тигән булды эстән, – бөгөн ҡунаҡ саҡырып алабыҙ. Сәриәнең тыуған көнө. Иң ҙур көн! Мин кешеләр менән аралашмаһам... Үләсәкмен. Аңла, бисәкәй. Мин мужик, нимә әйтәм, тыңлап ҡына тор! Түргә атайым менән әсәйемде ултыртайыҡ. Шәкүр ағайым еңгә менән уң яҡты биләр. Әтеү минең туғандарға бер ҙә хөрмәт күрһәткәнебеҙ юҡ. Бөгөн саҡырайыҡ, йәме. Һинең һалмаң шул тиклем тәмле бит ул. Ит һоғондорорбоҙ. Баҙарҙан үҙем майлы ғына түш итен һайлап алып ҡайтырмын. Ә һинең ҡойған ҡоймаҡтарың, бешергән ваҡ бәлештәрең телде йоторлоҡ. Һыйлайыҡ әле туғандарҙы, һыйлайыҡ, – ҡапыл тауышланып илап ебәрҙе ир. – Өҫтәлгә-ә, өҫтәлгә тултырылған тауығыңды сығарырға, зинһар, онотма инде. Йәлләмә-ә. – Тын алып, бысраҡ еңдәре менән күҙҙәрен һөрткөләне.

– О-о, тултырылған тауыҡ, ҡаҙылыҡ, быуы бөркөп торған самауыр сәйе. Башым әйләнеп китте. Иҫән саҡтарында һыйлайыҡ, йәме. – Тағы тамағына төйөр килеп тығылды. – Иҫән саҡтарында һыйлайыҡ, тим. Иҫән саҡтарында бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, һыйлашайыҡ әле. Теге һыуытҡыс артындағы йәшниктән йәшереп кенә тотҡан тәмле емештәреңде, йөҙөм-өрөктәреңде лә ҡуй. Әҙерәк кенә тоторбоҙ инде, улай уҡ тыйма әле, Әминә, артығын барыбер эсмәйем. – Ике бармағына “рюмка”ны эләктереп, ағаһы менән “сәкәштереп” алды. – Һаулыҡ өсөн, иҫәнлек өсөн тотайыҡ әле, туғандар. Башын артҡа ташлап, йәлп итеп “эсеп” ебәрҙе. – Минән бер тост. Ә нимә тип әйтергә икән һуң? Ә-һә, уйлап таптым. Бер ир ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән. Ҡоҙоҡта һыу булмаған. Ул бер көн ултырған, бер төн ултырған, ике көн ултырған, ике төн сыға алмай бынан, өсөнсө көн дә уны бер кем ҡотҡармай, өсөнсө төн дә һаман ул шунда интегә... Уның байлығы күп, хатта күп. Ҡунаҡ саҡырам тиһә, бар ауылды, бар туғандарын, бар дуҫтарын йыйып һыйлар байлығы бар уның. Тик ул ҡунаҡ саҡырмай. Ни эшләп? Сөнки ул соҡорҙа – шуға, сөнки сыға алмай. Юҡ шу-ул. Сөнки уның саҡырыр туғандары, дуҫтары юҡ. Юҡ! Нимә өсөн күтәрәйек, туғандар? Эйе, әйҙә, шул кеше соҡорҙа ҡалһын өсөн күтәрәйек! Ҡәбәхәт ул! Уға ер кәрәк. Бына һиңә ер, бер аршин ер. Был яҡҡа ла метр ярым, был яҡҡа ла метр ярым...

– Ҡәбәхәт ул! – Йөҙтүбән ятып, ҡоласын йәйеп соҡорҙоң киңлеген үлсәп алды. – Мин иҫерҙем инде, мин иҫерек. Ашап-эсеп ултырығыҙ әле, оялмағыҙ. Шәкүр ағайым, ҡәҙерлем минең, аша әле, аша, тормошта һис ҡәҙерең булмаһа ла, бөгөн булһа ла һыйланып, хөрмәт татып ултыр әле. Атайым, әсәйем бында, ана ҡалай беҙгә һөйөнөп ултырған булалар. Атайым ҡалай йәш. Әсәйем ҡартайҙы инде, бында сығып ултырырға хәл-кәр тапҡан әле. Әтеү эске бүлмәлә ятып ҡына тора ине. Балалар йыйылғанда сығып ултырайым, тигән булған. Әминә, мыжымай ғына әсәйемә сәй яһа әле. Ҡарағат япраҡтары, мәтрүшкә ҡушып яһа. Шәрифә һейҙеге менән эс таштырыуың етер, исмаһам, бөгөн ҡунаҡта рәхәтләнеп сәй эсһен. Ана, маңлайына тир бәреп сыҡты ҡәҙерлемдең. Сәй эсеп ултыр, әсәй. Атай, теге яратҡан йырыңды, “Буранбай”ҙы һуҙып ҡарамайһыңмы?

Ир аптырап китте. Ҡолағына, ысынлап та, әкрен генә ҡурай моңо ишетелде. Атаһының тауышы ла яңғырап китте. Эйе, “Буранбай”, әллә ни һуҙа алмаһа ла, ошо йырҙы йырларға яратты атаһы. Ир күҙҙәрен тултырып ҡаршы стенаға ҡараны. Өн менән уйҙары буталды. Моңға әүрәп, яйлап ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Тамағы ла, күңеле лә туҡ ине шул. Тик оҙаҡ йоҡламаны.

– Ҡунаҡтар, һеҙ бындамы? Әйҙәгеҙ әле тағы берҙе! – Күҙен асты. – Һе, ҡайтҡандар икән. Хөрмәт итмәйҙәрме? Нимә тип мине ҡәҙерләмәк кәрәк? Минең хатам ситтә, тип йәшәнем. Шәкүр ағайым түгел мин. Килмешәктәр ауылымда Әүлиә тауын эшкәртергә килгән, бар ауылдаштарым ҡаршы сығып шулар менән ҡан ҡойолғансы һуғышҡан... Тауҙы һаҡлап ҡалғандар. Мин интернеттан был мәғлүмәтте уҡыным да, йәнем һыҙланы бер аҙ, әлбиттә, һуңынан... оноттом. Башҡорт телен яҡлап митинг булған. Интернеттан ҡараным да, йөрөйҙәр инде, тел бөтә буламы, тип тағы оноттом. Ә мин – һәйбәт ғаилә башлығы, етеш йәшәйем, эшемдә маҡтайҙар, күршеләр ярата, бик яҡшы кеше ул, йәшәй белә Зөбәйер, тиҙәр. Бисә ҡыҙым менән вата-емерә русса һөйләшә, ҡот осҡос акцент менән, “мени ызваныт ни забуд” ти, фу, башҡорт теле кәрәкмәй һиңә, Мәскәүҙә уҡыясаҡһың, ти. Ә мин – ләм-мим. Әсәйем, үҙ телен онотмаһын бала, тип ыңғырашып ҡарай ҙа, уны ишеткән кеше юҡ. Башҡортса гәзит-журнал да күргән юҡ. Үҫкәндә шуларҙы уҡып кеше булдыҡ та һуң. Үҙ ҡабырсағымда, үҙ соҡоромда йәшәп тик ятам икән дә баһа. Оло донъя, етеш тормош шул була икән тип... Бына ҡайҙа ул соҡор. Күңелдә, зиһендә икән ул соҡор!

Ҡапыл ҡыҙының тауышын ишеткәндәй булды.

– Атай, минең башҡортса йыр өйрәнгем килә. Атай, тим, мин бит башҡорт, папа, тим...

Ир һағайып китте.

– Сәриә?.. Ҡыҙым, һин, ысынлап та, бындамы әллә? – Өҫкә ҡарап алды. – Ҡыҙым. Ҡолағыма ишетелә башланы. Иҫәрләнеп кенә китмәһәм ярар ине лә.

Бер көн өләсәһе ейәнсәренә һорау бирә:

– Башҡорт теле бөтһә, нимә була, ҡыҙым?

Ир иҫәп-хисап менән ултыра ине. Эш араһында шым ғына тегеләргә ҡарап ала. Сәриә оҙаҡ уйланы. Шунан икеләнеп кенә:

– Башҡорттар бөтәме? – тип ҡуйҙы.

Шунан әсәһе йылмайып: “Эйе, ҡыҙым, шуға башҡорт телендә һөйләшергә, уҡырға кәрәк. Әйҙә, башҡортса йырлайбыҙ, әкиәт һөйләйбеҙ”, – тип рухланып китеп ейәнсәре менән өҫтәл артына ултырғайны, әлеге шул Әминәһе: “Юҡ-бар менән башын ҡатырма инде баланың, ҡәйнәм”, – тип Сәриәне икенсе бүлмәгә алып сығып китте. Шуны күреп-белеп торҙо ир, бер ни өндәшмәне. Эшенә сумған берәү. Әсәһе уға ҡараны, ниндәй һыҙланыу, ниндәй һағыш ине ул күҙҙәрҙә.

– Бына ҡайҙа соҡор, мин үҙемә күптән соҡор ҡаҙғанмын икән... – Ир ҡаҙаҡ менән ерҙе соҡорға тотондо. – Сығырға түгел, тәрәнерәк төшөргә кәрәк...

 

Бишенсе төн.

 

Көн менән төнө алышынды ирҙең. Уға хәҙер күктә янған ҡояш та, күҙ ҡыҫҡан йондоҙҙар ҙа ҡыҙыҡ түгел ине. Быялалана барған күҙҙәр соҡорҙан башҡаны күрмәй ҙә инде. Хатта унда ултырғанын да онотоп китә.

Эт өргән тауышҡа уянды. Өҫкә баҡһа, ҡыҙыл шайыҡлы телдәрен һәлберәтеп бер алабай тора. Ир уға оҙаҡ ҡарап ятты.

– Нисек хәлдәрең, му-ужик? – Эт шулай тип өндәшкәс, тертләп китте. Аяҡ-ҡулдарын көҙән йыйырған төҫлө булды хатта. Ҡуҙғалмай ғына:

– Кит бар бынан! Юғал күҙемдән, – тип өндәште.

– Үҙең юғал күҙемдән, йәме. – Эт арҡырылашты.

– Кешесә һөйләшә, сабакы. Кем өйрәткән тиң.

Һау-һау килеп эт өрөргә кереште.

– Ана шулай, атыу күрһәтермен үҙеңә! Эттең эт булғаны яҡшы, – тороп ултырҙы.

– Һау-һау, хәлең хөрт, мужик, – эт тағы ла өндәшкәс, ир ҡулын һелтәне.

– Кит әле бынан.

Эт өрҙө-өрҙө лә китте.

“Дә-ә, эттәр һөйләшә башланы. Бөтөнләй һантыйланып бөтмәҫ борон хушлашыу хаты яҙырға кәрәк. Тәүҙә әсәйгә яҙайым. Түшәктә ята ине. Үлеп кенә китмәһә ярар ине. Был арала юлға сыҡмай тор, тип үтенде бит инде. Тыңламаным. Мал артынан ҡыуа берәү. Ер эҙләй. Эй, әсәкәйем. Әжәлеңде көтә инең, һиңә тигән үлем улыңа килде бына. Был ҡайғыны нисек күтәрерһең инде, белмәйем”.

Алдына һөйәк килеп төшкәс, ир тертләп китте. Уны тотоп әйләндереп, еҫкәп ҡараны. Шунан яларға тотондо, тешен батырҙы. Хатта өҫтә ҡойроғон болғап, өрөп маташҡан эткә лә иғтибар итмәне. Уныһы сыйылданы-сыйылданы ла китте.

– Һөйә-әк. Кәрәкмәй, мә, үҙеңә булһын. Бөткән әҙәм тип һанайһыңмы ни мине? Һөйәк ырғытырға... – һөйләнә-һөйләнә һөйәкте кимереүҙә булды үҙе.

Ялтырап бөткән һөйәктә ит тә, ем дә юҡ икәнен үҙе тойманы ла. Нисектер башҡа тәм, башҡа танһыҡ еҫ уға ләззәт бирә ине. Тештәре ҡанағансы, хәле бөткәнсе шулай һөйәк менән эш итеүҙә булды. Тотоп ҡулдары талһа, ятып алдына ҡуйып мөйнәне.

“Ҡалай ауыр үҙе, ҡалай ҡаты. Әҙерәк майы ҡалған. Эттән дә ҡалыр икән. Нимә, туйып һикермәйһеңдер. Аҡыллы эт һөйәкте ҡара көнгә күмеп ҡуя, ә һин... Ә һин... Кеше һымаҡ... Кешеләр – эт һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙем дә аңламайым. Рәхмәт һиңә”.

Шулай ҙа өҫтәге тере йәнде күреүе ысын булған икән.

– Эһе-һей! Кем бар унда? – ултырған килеш кенә өн биреп ҡараны. Тыңлап торҙо. Бер ниндәй ҙә тауыш сыҡмағас, һөйәкте тотоп ҡараны. Ысынмы, йәнәһе.

“Бер сынаяҡ сәй ҙә булһа... Һыу алып кил әле, Казбек. Исемең нисек һинең? Аҡтүшме, әллә Рексмы. Будулайҙыр ул, ҡара сиғанға оҡшап тораһың. Барбосмы әллә? Әхмәт ҡарттың да эте шулай кеше һымаҡ аҡыллы ине”.

Ауылдағы Әхмәт ҡарттың күркәм генә һунар эте иҫенә төштө. Аҡтырнаҡ ине шикелле исеме. Трассанан баяғы ете саҡрым араны йәйәүләп ҡайтып килгәнендә, буранда аҙашып, хәлһеҙ булып йығылған ҡартты шул Аҡтырнаҡ һөйрәп оло юлға сығарған да бер ылауҙы саҡырып килтергән. Шул йәнлек нисек аҡылһыҙ булһын инде. Айыуға ла, бүрегә лә шул эте менән йөрөнө. Уны ныҡ яратты Әхмәт бабай. Үҙе нимә ашай, шуның менән генә һыйлай торғайны. Этте өйгә индерергә ярамай, бәлә килер, тиһәләр ҙә, һыуыҡ көндәрҙә өйөнә индереп йоҡлата ине. Бер һунарҙа шул эте яңғыҙаҡ бүре менән айҡашып китә. Әхмәт уны-быны уйлап тормай бүрегә атып та ебәрә. Тик... йәҙрәһе үҙ этенә эләгә.

Ихатаһына алып ҡайтҡас, ергә ятып иланы һунарсы. Зөбәйер үҙе күрҙе. Ҡарт: “Ғәфү ит, ғәфү ит, яңылышлыҡ булды”, – тип этен ҡосаҡлап, башынан тотоп һелкеткәндә үле Аҡтырнаҡтың арҡыры ҡыҫылып ҡалған теле саңға буялып бөткәйне. Шуны иҫләй ул. Баҡса артына ҡәҙерләп күмделәр. Ике аҙналап эсеп йөрөнө лә, шул ҡәбергә ятып, ҡарт та йән бирҙе.

Һөйәк кимерә торғас, ирҙең теше килеп төштө. Уны тотоп ҡарап торҙо ла кеҫәһенә һалды.

– Аҡыл тешелер. Хәҙер уның кәрәге лә юҡ. – Ятып оҙаҡ һөйәкте яланы.

Ҡосағына ҡыҫып ятты.

Бөгөн төш күрҙе. Асыҡ күрҙе. Соҡорға арҡандар килеп төштө, күп арҡандар. Кешеләр ҙә күп соҡорҙа. Берәү арҡан буйлап менеп китте. Икенсеһе, Авраам, мине лә тарт, тип үрмәләне. Менеп еткәне, Моисей, Давид, минән ҡалма, тип тағы береһен тартып мендерә, тағы тарта. Икенсе арҡанда берәү менеп бара, таныш кеүек. Кем әле ул? Зөбәйер уға, Вәли, мине лә тартып мендер әле, тип үтенә. Вәли тигәне: “Ваҡытым юҡ”, – ти ҙә өҫкә үрмәләй. Тик, нишләптер, менә лә алмай. Баҡһаң, икенсе берәү уны аҫҡа тарта икән. Тартыша торғас, арҡан өҙөлөп китте лә... тертләп уянып китте ир. Юҡ, уяна алмай бер булды.

– Уятығыҙ, уятығыҙ тим! Был төшөм миңә оҡшамай, – тип аҡырҙы, сәбәләнде.

– Оҡшамай! Уятығыҙ. Уятығыҙ мине лә, уятығыҙ уны ла, уятығыҙ Вәли менән Ғәлиҙе, башҡаһын да. Был төшөм миңә оҡшама-ай!

 

Алтынсы көн.

 

Ир ыңғырашып көскә ҡалҡынып ултырҙы. Шешкән аяғын ҡарап алды. Шеше бөтмәгән, ләкин һыҙламай ине. Ҡаҙаҡ менән һыҙыҡ һыҙҙы. Ер битендә күренер-күренмәҫ кенә алтынсы һыҙыҡ барлыҡҡа килде. Уның аҫтынан ҡойолған тупраҡты усына йыйып, ауыҙына ҡапты.

“Ҡалай тәмле. Перәник тәме сығып тора, – тип уйланы. Һыҙыҡ өҫтөн ялап алды. Ирен ситтәре, теле һоро-ҡара төҫкә мансылды. – Ер тәмле була икән дә ул”, – бармағы менән ипләп кенә соҡоп тағы ауыҙына һалды.

– Их, кешенең сабырлығы етмәгән шул, әллә ваҡыты етмәгән. Тағы ике сирек ҡаҙыһа, һыуы ла сығыр ине. Ҡоҙоҡ эшләп, ҡаплап ҡуйыр ине. Мин төшмәҫ инем. Улай тип уйлаһаң, мин бөтөнләй тыумаҫ инем. Тимәк, үлемем ошонда булырға тейештер. Был әҙәм ҡоҙоҡ ҡаҙмаған, ә кешегә ҡәбер соҡоған. Минең ҡәберем был. Ләхет кенә алаһы ҡалған. Уйлаһаң, кешене йәшәткән ҡоҙоҡ менән мәйет ятыр ҡәбер араһы улай алыҫ та тү-үгел икән...

– Балам, һин үлергә ашыҡма!

Кемдең тауышы был? Уф, шул тиклем таныш, шул тиклем танһыҡ тауыш. Аҡылына еңеллек килдеме?

– Әсәй, һинме? Мин тотҡонлоҡта ятам. Һин шуны беләһеңме икән, әсәй?

Әсәһенең тауышы ап-асыҡ ишетелде.

– Беләм, балам, беләм. Һин өшөмәһен өсөн ҡояш булып мин янам бит, балам.

– Ә мин, йүләр, әбейҙәр сыуағы быйыл ҡалай оҙаҡҡа һуҙылды, тип ҡояшты әрләйем. Һыуһаным, шуға ғына, әсәй.

– Ямғыр яуҙырайым улайһа, балам. – Ямғыр яуған тауыш ишетелде. Юҡ ямғырҙа ир битен “йыуҙы”, һыу “эсте”. – Һыуһының ҡандымы, балам?

– Күпме эсһәм дә, әллә нишләп һыуһыным ҡанмай ҙа ҡуясы, әсәй.

– Ултырып ҡына минең менән ҡайнар сәй эсеп алһаң, килешер ине лә, бушамайһың шул, ваҡыт таба алмай бер булаһығыҙ бит.

– Әсәй, мин үлергә булдым. Ике үкенесем ҡаласаҡ. Береһе – һин, һине ҡайғыға һаласаҡмын. Икенсеһе – кредит, кем түләйәсәк уны? Ҡыҙыма үҫергә, уҡырға кәрәк. Ана шул ҡоршау тота. Кредитты түләр өсөн генә бынан сығырға кәрәк ине миңә, әсәй.

– Минең өсөн борсолмаһаң да була, балам, ҡайғырыр хәлдән уҙғанмын инде. Һин генә йәшәй күр.

– Был фани донъяға мине кредитҡа алмағанһыңдыр бит, әсәй? Әллә Аллаһ бабайҙан ғүмерҙе ҡуртымға ғына алып торҙоңмо миңә?

– Нишләп улай тиһең, балам?

– Бигерәк ауыр ҙаһа ғүмер кисереүе. Бар ғүмерем ошо тотҡонда үткән кеүек. Ҡол булып йәшәгәнмен. Байлыҡтың, әйберҙәрҙең, бисәнең, замандың ҡоло булып. Был минең ғүмер түгел һымаҡ.

– Мин ғүмерҙе һин йәшәһен өсөн биргәйнем. Ул хәләл, тик һинеке генә!

– Ә мин йәшәмәйем, көн итәм.

– Зарланма, улым, күктә ҡояш янамы әле?

Ир башын күтәрҙе.

– Көн бөгөн болотло, тик яҡты былай. Яна, эйе, яна. Ысынлап та, ҡалай миңә генә ҡарап тора ул. Йылы, рәхәт.

– Ҡояш йылыһын тойғас, зарланма. Гүрҙәгеләр уның яҡтылығын да күрә алмай.

– Нисек гүрҙәгеләр? Һин әле ул тарафтарға ашыҡма.

– Борсолма, улым, атайың мине бында көтөп торған, ул хөрмәләр өҙөп, өрөктәр йыйып ҡаршы алды.

– Атай? Мин уны ныҡ һағынам. Нисек атай ҡаршы алды, һин, һин...

– Юлға сыҡмай тор, улым, тинем дәһә. 273-сө автобусҡа ултырып киткәнеңде күрҙем мин.

– Минең илағым килә, әсәй.

– Күңелеңде бушат һуң, балам.

– Күңелем буш былай ҙа, буп-буш, уға күҙ йәше тейһә лә, таш ярсығы ҡағылһа ла, сиркәү ҡыңғырауҙары кеүек яңғырап китә, сөнки ул буп-буш.

– Кеше күңеле буш булмаҫ, балам. Шундай мәлең генәлер, улым, юлға сыҡмай тор, тигәйнем дә, тыңламаның.

– Беҙ бит байлыҡ йыйыр өсөн генә тыуғанбыҙ, әсәй, мин дә, киленең дә. Ни бысағыма бынау Иглин яланында ятҡан ер миңә. Тыуған ауылымда атай йорто буш тора.

– Баш ҡаланан йыраҡ тип, тыуған нигеҙҙе әллә нишләп һыуыттың шул, балам. Атайың, улдарыма ныҡлы нигеҙ, оло йорт ҡалдырам, тип тырышҡайны ла. Хәҙер етемһерәп ултыра инде. Ни мине алып киттең.

– Ауырыу килеш яңғыҙыңды нисек ҡалдырам инде, әсәй. Һин һаман...

– Зар түгел был. Хәстәреңде, йылы ҡарашыңды, килендең ҡайнар сәйен күреп йәшәнем, зар юҡ. Тик ауылды һағына торғайным. Һин киттең дә юғалдың, мин... Һеҙҙең эш тә эш, эш тә эш.

– Башымдан һыйпа әле, әсәй. Мин бында яңғыҙым бит.

– Баянан бирле һыйпайым бит. Ҡояш нурҙары менән, бына ошолай яғымлы ғына итеп...

Ир иҙрәп, рәхәтләнеп йоҡлап китте.

 

Алтынсы төн.

 

Күк йөҙөн болоттар ҡапланы. Ҡараңғы булды бөгөнгө төн. Ир ҡуҙғалмай тик ятты. Күҙенәме, аңынамы ап-аҡ кейемле кешеләр күренде, аҙан тауыштары, Ҡөрьән доғалары уҡыған илаһи моң ишетелде. Ул урынынан да ҡуҙғалманы. Ыңғырашманы ла.

 

 Етенсе көн.

 

Күк йөҙө ныҡ болотло ине. Ир, әле көнмө, әллә төнмө икәнен аңғармай тик ятты. Уға бер төрлө рәхәт тә ине. Аҡ кейемле кешеләр уны күтәреп ҡайҙалыр алып та киттеләр, берсә ҡаҡ ергә һалдылар.

Шул саҡ ҡоҙоҡ башынан кемдеңдер башы күренде. Дөрөҫөрәге, ир уны күрмәне. Ләкин “Зөбәйер, Зөбәйер! Утыҙ етенсе участок...” – тигән тауышты ул ишеткәндәй булды. “Соҡор башында кемдер бар”. – Эске тауыш аңына шундай хәбәр ебәрҙе. Аҡ кейемле әруахтар юҡҡа сыҡҡандай булды.

– Һыу бир... – тип ыңғырашып, ир ҡуҙғалып ҡуйҙы.

– Ул тере, ул тере! Бында килегеҙ! – тип һөрәнләне берәү. Ир яйлап ҡына ҡалҡынып ултырҙы.

– Зөбәйер, һинме ул? – Бисәһенең тауышын таныны ир. Таныманы ла.

– Һыу бир, фәрештә, – тип ҡулын һуҙҙы.

– Хәҙер, хәҙер, Зөбәйер, был мин, Әминә ләһә, – ҡатыны пластик шешә менән һыу төшөрөп ебәрҙе. Ир, уның боролмалы ҡапҡасын аса алмай, алдына ҡуйҙы ла тотоп тик ултырҙы.

– Хоҙайым, мең рәхмәт, минең үтенестәремде ишеттең. Эс, Зөбәйер, эс, – тип өтөкләнде бисәһе. Үҙе ҡалҡынып кешеләрҙе саҡырҙы. Ир шешәне асты ла бер-ике генә йотом һыу эсте. Ҡарһаланманы.

– Ысын һыу. – Был хәлдәрҙең өндә барғанын аңлай башланы, шикелле. Тын да алырға ҡурҡып, өҫтән бар хәлде ҡарап торған ҡатыны берсә иланы, берсә йылмайҙы.

– Үлмәйһең, үлмәйһең, һин тере, һин тере икәнһең, ҡәҙерлем минең. Эҙләмәгән еребеҙ ҡалманы. Полиция ла эҙләй, волонтер тигәндәре лә һәр соҡорҙо ҡарай. Йөрәгем бына ошонда алып килде. Ышанаһыңмы? Нисә көн Ҡырмыҫҡалыла эҙләнем. Эҙләнек. Беҙҙең бәхеткә генә күрә тере ҡалғанһың. Үлтереп кенә китмәһәләр ярар ине, тип доғалар уҡып бер булдым. Ҡайһы ерең ауырта, алтыным? – тип бер туҡтауһыҙ һөйләнде үҙе. Ирен тыны менән тартып алырҙай булып уға мөлдөрәп ҡараны. Ир тағы һыу уртланы ла:

– Әсәйемдең хәле нисек, фәрештә? – тип һораны.

– Фәрештә? Ҡыҙыҡ. Иҫән-аман ғына. Көн дә һине һорай. Юғалғаныңды әйтмәй торҙоҡ, эшкә китте, командировкаға, тип алдайым көн дә. – Ҡатын ни эшләргә белмәне. Ҡалҡынып кешеләрҙе саҡырҙы. Тағы соҡор ауыҙына ятып хәбәрен теҙҙе. Шулай хәбәргә әүрәтһә, ире ҡалҡыныр төҫлө ине уға. – Бөгөн иртән ҡәйнәм, 273-сө автобусҡа ултыр ҙа Зөбәйерҙе алып ҡайт, ти. Төшөмә инде, 273-сө автобус, тип асыҡтан-асыҡ итеп әйтте, ти һине. Аптырап шул автобустың маршрутын ҡараһам, “пригород, Иглино” тигән. Сәриә ҡыҙым түҙмәй илай, һағына, юҡһына һине. Аптырап, шуға ултырҙым да киттем. 37-се участок бар икәнен белгәс, ҡысҡырам-ҡысҡырам... Һин бында булғанһың, берҙән-берем минең. Ниндәй шатлыҡ!

– Өйгә ҡайтып арҡан алып кил, бар. Роналду терелдеме?

– Хәҙер алып киләм, хәҙер, аҡыллым. Кем уныһы, терелгәндер. Иң мөһиме – һин тере, ҡәҙерлем.

– Һин фәрештәме? – Ир быялаға әйләнгән күҙҙәре менән өҫкә баҡты. Тағы һыу уртланы.

– Эйе, эйе, фәрештәң, һинең фәрештәң, Әминә мин, Зөбәйер. Һине таптым.

– Мине әсәйем тапты. Мин ҡайҙа?

– Соҡорҙа. Хәҙер сығарам үҙеңде. Күпме әйтәм мин һиңә, һаҡланып, үҙеңде ҡарап йөрө, тип... Күпме әйтәм, тыңламайһың бит. Хәҙер сығарабыҙ!

– Мин сыҡмайым, мин соҡорҙа йәшәйем, – Ир һыуҙы уртланы ла яңынан бөгәрләнеп ятты.

– Нисек сыҡмайһың? – Ҡатын аптырап китте. Шунан эргәһендәгеләргә ҡарап өндәште: – Аҡылы зәғифләнә, тиҙерәк булығыҙ әле.

– Һыу, һыу кәрәк ине.

– Хәҙер ҡайтып сәй эсәбеҙ. Баллап, мәтрүшкәләп кенә, – ҡатын шулай әүрәтергә булды. Ир тағы тороп ултырҙы. Шунан стенаға йәбешеп һыңар аяғына баҫты.

– Һин мине яратаһыңмы, Әминә? – тине ишетелер-ишетелмәҫ кенә. Үҙе ҡарашын ерҙән алманы. Тегеһе ишетте:

– Яратмаһам, ете ҡат ер аҫтынан табаммы һуң мин һине, иҫәрем.

– Мин ҡайтмайым! Был – минең соҡор! Мин ҡалам. – Ир яңынан ултырҙы. Был юлы ҡалған һыуҙы ғорт-ғорт килеп ҡомһоҙланып эсте лә шешәне ситкә ырғытты. – Өҫтә соҡор ҡаҙырға ла кешеләр кәрәк.

Кешеләр килгән тауыштар ишетелде. Арҡан төшөрҙөләр.

– Кәрәкмәй миңә арҡан. Буш арҡан. Һыу бирегеҙ, һыу.

Арҡанды яңынан тартып алдылар, шунан уға ҙурыраҡ һыулы шешәне бәйләп төшөрҙөләр.

–Ҡабаланып эсмә, өҙлөгөрһең, – тип кәңәш тә бирҙе ҡатыны.

Ир яйлап, оҙаҡ итеп һыу эсте. Уф, ҡалай рәхәт. Тамаҡ төбөнән ярып төшөп киткән шыйыҡса аңды, күңелде таҙартты, кәйефте күтәрҙе. Ҡараңғы көндә соҡор эсе нурланғандан-нурлана барҙы. Рәхәт ине. Ҡалған һыуҙы башына ҡойҙо, битен, күҙҙәрен һыпырҙы. Өҫтә уға ҡарап ҡатҡан ҡатынының күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты.

– Күк аҫтында бер нимә лә мәңгелек түгел, тиҙәр, – ир үҙенсә һөйләнеп күккә ҡарап ҡатты. Уны күҙәткән күҙҙәрҙе ул күрмәне лә. – Бына ғазап, күҙ йәштәре мәңгелек, шуларҙы йотоп ебәрер өсөн бер йотом һыу, шуларҙы йыуып төшөрөр өсөн бер ус һыу етә. Бына нимә ул мәңгелек! Хәҙер бына таҙарындым.

– Тотон арҡанға! – тигән тауышҡа тертләп китте. Шунан өҫтә бер нисә кеше торғанын шәйләне.

– Миңә башҡа бер нимә кәрәкмәй. Ҡалдырығыҙ мине ошонда! Мин сыҡмайым, – тине ир.

– Тотон, тиҙәр һиңә. Баҫҡыс килтерегеҙ, үҙем төшмәйсә булмай, – тип екеренде кемдер.

– Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Бер аршин ер бар, һыу бар. Мин бында ҡалам. Мин ҡалам! Үҙегеҙ өҫкә менегеҙ! – тине ир...

Төбәлгән ҡараштарҙан ҡурҡып, үҙе стенаға һыйынды ла, һыҙлаған аяғы менән ҡулъяулыҡҡа төрөлгән йомғаҡты иҙгәнсе баҫҡанын да һиҙмәне...

 

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: