Ир “самоизоляция”ны боҙорға мәжбүр булды. Был үҙҡурсаланыуҙы, йәғни бер ҡайҙа сыҡмай түбәгә төкөрөп, дүрт стенаға ҡарап, фатирҙа ғына ятыуҙы КОВИД-19 тигән тажлы йәки батшалар вирусы барлыҡҡа килгәс уйлап таптылар.
Ҡытайҙа башланған был сир бар донъяны баҫып бара, тиҙәр. Рәсәйҙә лә бик таралмаһын өсөн, өйҙә генә эшләргә, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа булмаҫҡа, тип тыялар. Балалар мәктәпкә йөрөмәй хәҙер, өйҙә компьютер “тәҙрәһенә” генә ҡарап, уҡытыусыны тыңлайҙар, йәғни дистанция һаҡлайҙар, бер-береһен виртуаль күрәләр, виртуаль аралашалар, виртуаль һағынышалар.
Ирҙе лә ситтән тороп эшләүгә күсерҙеләр, офиста ултырмай, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы өйөндә эшләй ҙә үҙәк аппаратҡа ебәрә. Комбинатта бухгалтер ул.
Бисәһенә түләүле отпуск һымаҡ ял биреп ҡуйҙылар. Ул – ошо уҡ ойошмала ашнаҡсы. Өс бүлмәле фатирҙа бисәһенә, үҙенә, бишенселә уҡып йөрөгән ҡыҙына һәм берҙән-бер улына, икенсе йыл көн күреүсе ауырыу әсәһенә урын еткән дә кеүек. Ҡыҙы менән әсәһе үҙ бүлмәләрендә мәж килһә, ир менән ҡатын күп ваҡытын залда һәм кухняла үткәрә. Аҙна-ун көн шулай һәйбәт кенә йәшәнеләр: эш осоронда ныҡлы эләкмәгән йоҡо туйҙырыу, төрлө тәмле ризыҡ бешереп тамаҡ һыйлау, кино ҡарау, китап уҡыу кеүек танһыҡ шөғөлдәр шәп, уңай булды. Улар араһында өйҙәге төрлө ваҡ хәстәрҙәр, эш, ҡыҙының уҡыу мәшәҡәттәре менән булдылар – күңелле, хатта бер аҙ кинәнес менән үтте шулай ваҡыт. Ике көнгә бер тапҡыр ауыҙ-мороноңдо битлек менән ҡаплап, ҡулыңа резина бирсәткә кейеп, һаҡланып ҡына магазинға сығып киләһең дә ятаһың шулай хөрриәттә. Ә тағы ла, кибеттән ҡайтҡас, өйгә “зараза” алып ҡайтманыңмы, үлтерә һал паразиттарҙы тип, дезинфекция урынына ҡулдарҙы, ауыҙ-морондарҙы спиртлы һыу менән һөртөп ышҡып алғас, ҡатының теге утлы һыуҙы ла бер-ике рюмка һалып бирһә, кәйефтәр бөтөнләй күтәрелеп китә.
Ләкин икенсе аҙна аҙағында бындай тормош та ялҡыта башланы. Көн дә бер үк шөғөлдәр, бер үк күренештәр, бер үк кешеләр (нисек кенә яҡын булмаһындар) тамам биҙҙерҙе. Барыһынан бигерәк күңел дә, аң да был бүлмәгә генә түгел, был донъяға һыйыша алмай башланы. Самоизоляцияға түҙмәй берәү һигеҙенсе ҡаттан һикергән, Ҡырғыҙстанда һайлауҙан һуң дәүләт түңкәрелеше булған, ир менән ҡатын бер-береһенә сәнскән, оппозиционер Навальныйҙы ағыулауҙа ғәйепләп Рәсәйгә тағы ла санкциялар ҡабул ителгән, ҡарабойҙай менән көнбағыш майына тағы ла хаҡтар артҡан, Криштиану Роналду коронавирус менән ауырып киткәс, “Ювентус” футбол клубының акцияһы Милан фонд биржаһында ете процентҡа кәмегән... Түҙерлек ине был хәбәрҙәр ҙә.
Һигеҙенсе көндә бисәһе, ошо тәрилкәңде артыңдан йыуып ҡуйһаң да булыр ине, тип ғәйеп тапты, магазиндан ҡайтҡас туфлийын таҙартмай ингән өсөн бер “бөжәккә” әйләнде ир, бара-бара диванда аунап ни эшләргә белмәй йөрөгән “хайуан” ине. Түҙерлек ине әле.
Бер көн, ошо өс бүлмәле фатирҙа алты кеше нисек йәшәмәк кәрәк, был ваҡытта арыу кешеләр баҡсаһында йә дачаһында ял итә, тигәс, кем әйтмешләй, сыҙамлығының түҙемлеге шартланы.
– Нисек алты кеше? – тип кенә һорай алды.
– Әсәйең менән һин күҙемә дүрт кеше булып күренәһегеҙ хәҙер, – тигәс, ир ашығып кейенергә тотондо. Ғәҙәттә балыҡҡа йә тәбиғәткә сыҡҡанда кейә торған свитерын кейҙе, штормовкаһын елкәһенә һалды, юл ыңғайы ишек төбөндә ятҡан биштәрҙе эләктерҙе. Кәрәк булыуы бар.
– Ҡайҙа бараһың, хәйерсе?
– Мин ер, дача эҙләргә барам, – тине лә ир сығып китте. Үҙ бүлмәһе ишеген асып әсәһе генә оҙаҡ ҡарап торҙо, бер ни өндәшмәне. Ҡарашы моңло ине.
Машинаһын ҡыҙҙырманы. Дөрөҫөрәге, асҡыс үҙе менән түгеллеген тышҡа сыҡҡас ҡына аңланы. Кире ингеһе килмәне. Ҡайҙа барырға белмәй, оҙаҡ ҡына тапанып торҙо. Рәхәтләнеп көҙгө һауаны һуланы. Рәхәт тә кеүек, тик үҙен ирекле итеп хис итә алманы.
“Ысынлап та, ер ҡарап, тәбиғәткә сығып, ер-һыу күреп киләм әле. Кеше был осор ер биләмәләрен йә төҙөлгән дачаһын һатыусан, мәле шундай”, – тип уйланы ла автовокзал яғына ыңғайланы. Ҡала яны транспорты шунан хәрәкәт башлай.
Урамдан үткәндә лә, автовокзалда торғанда ла мейеһендәге ығы-зығы туҡтаманы. “Һатам”, “алам”, “ битлек кейегеҙ” кеүек тауыштар ишетелеп ҡала. Баҙар кеүек, тик баҙар түгел, беҙҙең тормош. Костюмлы кешеләр ҙә уҙа. “Нефттең бареле күпме?”, “Нишләп бензинға хаҡ арта?”, “Белорусияла митингтар тымдымы?”, “Кредит ставкаһы – 21 процент”, “ Америка һаман Сүриәгә бомба ташлай“, “Тағы ла теракт булған”, “Роснефть”, “Газпром” акцияларының хаҡы төшмәнеме әле?”, “Мин һине теләйем!”, “Беҙ яңы йорттан фатир алдыҡ, ура!”...
– Ныҡ шау-шыу менән тулған мейе тышҡа сыҡҡас та телевизорҙан, компьютерҙан тулған бысраҡтан, мәғлүмәттән арына алмай, шул тормош менән йәшәне әле.
Киоскынан бәләкәй шешә менән һыу һәм битлек алды. Шунһыҙ ярамай. Инспекторҙар, кондукторҙар, полицайҙар, ирекмәндәр һәм башҡалар: “Битлегең ҡайҙа?” – тип йәнде өтөп бара. Битлекһеҙ, ысын йөҙ менән йөрөргә ярамай.
Яһалмалыҡ ҡына вирустан ҡотҡара, яһалмалыҡ ҡына был донъяла йәшәргә форсат бирә ала. Беренсе тура килгән автобусҡа, дөрөҫөрәге, тыуған көнө һандары тура килгән, йәғни “27 март” тип алып 273-сө маршрутҡа ултырҙы ла китте. Автобуста артҡа йәйелеп ултырҙы ла... уф-ф, ниһайәт, иреккә сыҡты.
Билет тикшереүсенән:
– Ҡайһы яҡҡа был маршрут? – тип һораны.
Тегеһе асыуланып:
– Ҡайҙа барғанығыҙҙы ла белмәйһегеҙме? Иглингә, – тине.
– Беләм, – тигән булды.
Баҡсалар башланғас та тура килгән бер туҡталышта төшөп тә ҡалды. Уның менән бергә төшкән ҡатындан: “Был яҡта ер һатыусылар бармы икән?” – тип һораған булды. Алһа ла, алмаһа ла, ваҡыт уҙғарып, бауыр аҫтынан ел үткәреп, юҡ йомошто бар итеп йөрөп килһен әле.
– Ошо биҫтәлә һаталар тип һөйләйҙәр, тик ерҙәре бик уңдырышһыҙ, дым юҡ, тиҙәр.
– Шулай ҙа ҡараштырып киләйем әле, – тигән булды.
Яңғыҙы ҡалды. Оло юлдан төшөп баҡсалар яғына ыңғайлағас, ҡапыл ҡолағы һыҙлағанын тойҙо. Һәм кинәт... тынлыҡ, ҡолаҡ ярырлыҡ тынлыҡ. Ҡоштар һайраған кеүек. Шаптыр-шоптор килеп аяҡ аҫтында үлән, япраҡ ҡыштырлай. Ир йүгерергә тотондо, ҡоласын йәйеп яланға ҡарап торҙо. Бына ҡайҙа хөрриәт! Нефть тә, теракт та, Роналду ла, бисә лә юҡ. Битлеген систе лә елгә осорҙо.
“Бында мин – үҙ-үҙем. Далаларым, ҡырҙарым, күккә ашҡан Уралым! – Салауат Юлаев шиғырының юлдары автоматик рәүештә хәтеренә килде. – Эһе-һей!” – тип берҙе ҡысҡырып алды. Шаярғыһы килде. Тирә-яғына ҡаранып алды ла “ат менеп” сабырға тотондо. Иркенлекте тойҙо. Тыны ҡыҫыла башлағас, ергә һуҙылып ятты. Тағы һикереп торҙо ла аҙымлап ер үлсәргә тотондо. “Тә-әк, былай 25, буйға 40 метр, 10 сутый тиң. Бара-а, шулай ҙа, 15 сутый булһа, шәберәк булыр ине. – Ҡояшҡа күҙен ҡыҫып ҡарап, уйланып торған булды. – Ун сутый? Ерҙән кем туйған, ул күп булған һайын етмәй. Их, 20 сутый булғанда...”
Ерҙе тотоп, усына һалып ҡараны.
– Нишләп уңдырышһыҙ булһын инде, – тип һөйләнде. – Ҡара, ниндәй майлы тупраҡ. Мостай әйтмешләй, тот та икмәккә һыла. Уңдырышлы ер. Хужаһын табырға кәрәк.
Тағы аҙымлап һанап китте лә үҙенсә күҙ алдына килтерергә тотондо. “Бына бында өй торор, тә-әк, етегә һигеҙ, ҡабатлаһаң, 56 квадрат метр. Юҡ, бәләкәйерәктер ул, бер һалғас уны, әсәйгә лә иркенерәк булыр, ҡыҙыма ла – унға ун булһын. Оһо, бында – мунса, эргәһендә – беседка, сабынып тирләпбешеп сығаһың да мәтрүшкәләп тороп сәй һемерәһең. Теге яҡ ситкә гараж, оҫтахана ҡуйғанда... Бында – баҡса, картуф-кишер тигәндәй. Үҙ ҡыярың, үҙ помидорың. Тә-әк, мул ғына уңыш биргән бер алмағас та ултыртырға кәрәк. Бынау беседка эргәһендә булыр, үрелеп кенә алаһың да ҡабаһың”. Донъя яңғыратып көлөп ебәрҙе.
– Алма, беш, ауыҙыма төш... Шәп тә!
Тағы ла аҙымлап һанап китте. “Ун сутый. Әҙерәкме икән? Өфөгә йыраҡ түгел. Бер, ике...”
Оло Ер шарын аҙымлап үлсәп йөрөгән Ир ҡапыл юҡ булды. Шаптыр-шоптор соҡорға килеп төштө ул...
Беренсе көн.
Ир оҙаҡ ҡына ыңғырашып ятты. Мейеһен “ҡалала ҡалған” көндәлек мәхшәрҙәр быраулай башланы, ҡолағына бисәһенең ҡысҡырған тауышы ишетелгәндәй булды. “Икәүегеҙ дүртәү булып күренәһегеҙ!” Башын баҫып, ҡапланып ята бирҙе. Шунан ҡалҡынды, бер аяғының һыҙлауын тойоп, икенсеһенә генә баҫты.
Ҡағынып алды. Оҙаҡ өҫкә ҡарап торҙо. Тынлыҡ. “Быныһы һәйбәт”. Тубығын тотоп яңынан ултырҙы. Итеген систе лә, балағын күтәреп, тубығын ҡарай башланы. Тубыҡ түгел, ахыры, аҫтараҡ һыҙлағандай. Балағын төшөрҙө.
– Нимә был? Ҡоҙоҡ тиһәң, һыуы юҡ. Тәрән генә ҡаҙған, – тип һөйләнде.
Соҡор, ысынлап та, тәрән ине. Ике кеше бейеклеге бар. Бәлки, күберәктер ҙә. Ысынлап та, кемдер ҡоҙоҡ ҡаҙып маташҡан шикелле. Һыуы сыҡмағас, туҡтағанмы, әллә, миҙгел быйылға тамам, яҙын дауам итермен, тип уйланымы? Улай тиһәң, күптән ҡаҙылғанға оҡшаған, йәй урталарында, эҫелә. Төбө ҡатып бөткән. Стеналары ла. Кешенең ғәмһеҙлегенә аптырарһың, шуның ауыҙын бер-ике таҡта менән ҡаплап китһә булмаймы ни? Кешенән бигерәк, мал йә йәнлек-фәлән төшөп сыға алмай ятһа. Ярай, мин әмәлен табырмын да, тип уйланды.
Ир ике аяғына ла баҫып ырғып ҡараны ла шунда уҡ: “Әлеү, әлеү. Аяғым, аяғым”, – тип йәлп итеп яңынан сүкте. Һул аяғын ышҡып ултырҙы ла тағы баҫты.
– Юҡ, һынмаған былай. Ҡаймыҡҡан шикелле, өләсәйеңдең ата ҡаҙы, – тип төкөргән булды. Ипләп кенә тағы һикереп ҡараны.
– Нимә булды был? Мөгәрәп тиһәң... Әллә ҡоҙоҡмо? – тип һөйләнгән булды. Эсенә ҡурҡыу, шом ғәләмәте инеүен тойоп шулай һөйләнде ул. Үрмәләп ҡараны. Оҙаҡ ҡарап торҙо. Ырғып маташты. Ҡатҡан стеналарға тотоноп менерлек йөй ҙә, берәй тамыр-фәлән дә булмаһа ла, нимәлер табырға тырышты, тик өҫкә менеп булманы, яңынан килеп төштө. Ике аяғын ике яҡҡа йәйеп маташҡайны, һул аяҡ иркенләргә ирек бирмәне. Бер яҡҡа ике аяғын терәп, икенсе яҡ стенаға ике ҡулы менән таянып менергә уйланы, тик улай бөтөнләй килеп сыҡманы.
Кәүҙәнең оҙонлоғо етте лә, әммә көс һәм һығылмалылыҡ юҡ ине. Ултырып хәл йыйып алды. Тағы менеп ҡараны.
– Нимә һуң был? Бейек кенә. Ҡоҙоҡ тиһәң, һыуы юҡ. Эһе-һей. Бармы берәйһе, эһе-һей! – Ысынлап та, күңелен шом баҫты. Сығып булмаһа?
Ҡолағын тырпайтып тыңлап торҙо. Ҡыштырлаған кеүек тауыш ишетелгәндәй булғас:
– Кем бар унда? Участок номер тридцать семь, минеке. Мин һатып алам. Ере уңдырышлы. Ҡоҙоғо ла бар. Эй, эһе-һей, ишетәһегеҙме? Хәҙер сығам, – тип һөйләнде.
Бар көсөнә һикереп, нимәгә булһа ла йәбешеп сығырға маташты, тик ыңғырашып, сүкәйә биреп ултырҙы.
– Уф, аяғың, б... Һынмаған шикелле, – ҡалҡынып, тағы сүкәйеп ултырып ҡараны. “Приседание килеп сыға, тик һул аяҡ һыҙлай шулай ҙа”. Уфылдап тәненең башҡа урындарын тотҡолап ҡараны. Һаман күңелендәге әйтеп аңлата алмаҫлыҡ сәйер тойғоно ҡыуыр өсөн һөйләнеүен белде:
– Ҡалай елле килеп төштөм. – Арҡаһынан биштәрен һалды. – Бынау булмаһа, ҡабырға һыныр инеме икән? Ҡабырға, имеш, саҡ хана булманы һиңә. Һиңә? Һиңә, һиңә... Һе, кем әле мин? Исемем нисек әле? Бына шайтан. – Башын тотоп ҡараған булды. – Ҡайһы шөрөп былт итеп килеп төштө икән? Исемде онотсәле. Эһе-һей, кем әле мин? Шаяртам, шаяртам...
Бер аҙ өҫкә ҡарап тын ултырҙы. Үҙенсә шулай тынысланырға тырышты.
– Әйҙә, әйҙә, һикер, һикер әле, Зөбәйер! – тип үҙен дәртләндерергә тырышты. – Ҡара, ҡара, әллә менеп булмаймы шул, инәңдең ҡара сәйе. Эһеһей. – Сәмләнеп маташты. Тағы, тағы ынтылып ҡараны. Һикереп нимәгәлер йәбешергә маташты. Тирләп сыҡты, еңе менән генә маңлайын, күҙ-ҡашын һөртөп, тағы юғарыға ынтылды. – Ҡара әле, ысынлап та, менеп булмай, эт талағыр нәмә. Эһе-һей!
Шашып һикерергә тотондо, күҙен алартып өҫкә ҡараны.
– Ҡотҡарығыҙ! – Әсе итеп ҡысҡырҙы. Аяғын тотоп яңынан ултырҙы. – Әллә быныһы ҡаймыҡҡан, ней менеп булмай.
“Ҡара, ысынлап та, менеп булмай. Тә-әк. Был ваҡытта кеше ни эшләргә тейеш әле? Иң тәүҙә... паникаға бирелергә ярамай. – Күҙҙәрен йомоп, ҡулдарын алға һуҙҙы. – Мин тыныс, мин үҙ өйөмдә, мин тыныс.
Шул рәүешле әҙерәк ултыра бирҙе лә ҡапыл һикереп торҙо.
– Ниндәй өйөмдә булайым. Мин – йәһәннәм соҡоронда, эһе-һей, кем бар бында, ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ, тим. – Тырнаҡ аҫтарында ауыртыуҙы ла тоймай, стенаны тырнаны, шулай өҫкә тартылырға уйланы шикелле. Бер нисә тапҡыр һикергәс, һул аяғын тотоп яңынан ултырҙы.
– Уф, әллә ҡаймыҡҡан быныһы, ой, һыҙлай. Тынысланырға кәрәк. – Был юлы аяҡтарын сәнсеп ултырып ҡараны, тик һыҙлаған аяҡ ыҡҡа килмәне, уларҙы һуҙып стенаға терәлде. Шунан үҙенә хас булмаған яғымлы, нәҙек тауыш менән:
– Ҡотҡары-ғыҙ, мин бында, мин бик һәйбәт кеше, – тине лә тынып ҡалды.
Шылт иткән тауыш та юҡ. Йәне көйөп китте. Ҡалын тауышы соҡор эсен генә түгел, бар тирә-яҡты яңғыратты. – Шайтан алғыры нәмәкәйҙәр, ҡотҡарығыҙ, тим, сыҡһам, барығыҙҙы ла ҡырам, ишеттегеҙме, хөрәм тигәс хөрәм!..
Тик уны ишетеүсе булманы. Бер кем дә соҡор янына килмәне, ҡотҡарырға ла, хөрөлөргә лә.
– Тыныслан, тим. Үҙеңде ҡулға ал әҙерәк. Му-ужи-ик! – биштәрен ҡулына алғас ҡына бар тәненең ҡалтыранғанын тойҙо. Ҡапыл йөҙөнә йылмайыу хасил булды. Тик ҡурҡыу аша тыуған йылмайыу күҙендә лә, йөҙөндә лә нур уята алманы шикелле. – Һуң телефон бар ҙаһа, нимәгә шул тиклем бәргеләнергә!
Һаҡ ҡына кеҫәһенән телефонын сығарҙы. Ҡулы уның юҡҡа ҡалтырамай ине. Насар, юҡ, дөрөҫөрәге, ысынбарлыҡтағы уйын бахыр йылмайыу аша юҡҡа сығарырға тырышҡанын ул үҙе генә белә ине. Эйе, эйе, телефонының көсө автобуста килгәндә үк бөткәйне. Өйөндә белә-күрә зарядкаға ҡуймағайны. Өйҙә ятҡанда етәксеһе лә, башҡаһы ла теңкәгә тейеп шылтыратмаһын өсөн, сығып киткәс, бисәһе теңкәгә теймәһен, тип. Ул бөгөн ирекле... булырға тейеш ине бит. Баҡса ҡарау һылтауы менән ер күрергә, көҙгө япраҡ өҫтөнән ҡыштырҡыштыр килеп йөрөргә тип сыҡты. Һәм телефонһы-ыҙ. Бер кем дә борсомаһын, Әминә лә, эштән дә... Диуана. Кеше үҙенсә уйлай, Хоҙай үҙенсә йүнләй, тигәндәре ошолор. Ул ҡалтыранған ҡулдары менән телефонын тоҡандырырға тырышты, үҙе диуана кеүек бер туҡтауһыҙ йылмайҙы. Ошо ҡыҫыр һәм сәйер йылмайыуы аша үҙендә өмөт уятырға тырыша ул.
– Был донъяның ике килмәгәнен диуаналар ғына белмәйҙер, – телефонында яҡтылыҡ пәйҙә булғас, йырлап та маташты. Тауышы ҡалтырап-ҡалтырап сыҡты.
– Әһә-һә, әҙерәк көсө бармы әллә? Ба-ар, ур-ра!
Кемгә шылтыратырға, тип уйлап торманы, тәүҙә үк, әллә өйрәнеш буйынса, әллә... ҡыҫҡаһы, тиҙ генә бисәһенең телефон һандарына баҫты. “...Вне зоны действия...” – татлы ғына тауышлы ҡатындың хәбәрен ишеткәс, телефонын күтәреп бәрерҙәй булды. “Тиҙерәк, тиҙерәк нимәлер эшләргә кәрәк”, – тип уйланы.
– Тотмай, нисек? – аяғына баҫты. Һул аяғының һыҙлағанын да тойманы.
“Тә-әк, иң мөһиме – тыныслыҡ, паникаға бирелмәҫкә. Батарея бөтмәҫ борон хәбәр яҙып күккә ырғытырға кәрәк, бәлки, тотор”.
Ҡалтыранған ҡулдары тыңлашмай бер булды. “Шулай ҙа ҡул ҡалтырай. Нимә тип яҙырға? Тиҙ генә, тиҙ... Батарея ултырмаҫ борон”.
“Ҡотҡар, бисәкәй. Мин соҡорҙа, 37-се участок”, – тип яҙҙы ла телефонды өҫкә ырғытты һәм төшөп килгән ыңғай тотоп алды. Экранға күҙ һалды.
– Б... китмәгән. – Был юлы көсәнеберәк һелтәне. Тағы ла тотоп алды. – Батарея бөтә, тиҙерәк кит! – тип бойорҙо. Телефонына күҙ һалып өлгөрҙө, уныһы “пип-пип” тине лә һүнде. Тик ир унда “сообщение отправлено” тигән яҙыуҙы күреп ҡалды кеүек. Әллә күҙенә шулай күрендеме? Былай ҙа алйып барған күҙҙәргә нимә генә күренмәҫ.
– Китте. Шикелле. Фу-у, – тынысланып ултырҙы. Һул аяғын ышҡып алды. – Булды, табыр әле. Кәрәк булһам, табы-ыр, – тип һуҙҙы.
Ҙур эш башҡарған кешеләй яйлап ултырып биштәрен асты. Унан свитерын сығарып, штормовка эсенән кейеп алды. Өшөүҙән ҡурҡты. Эйе, бер өшөһәң, йылынып булмаясаҡ. Ҡасан эҙләп таба әле? Шешә төбөндә ҡалған һыуға ҡарап торҙо ла ғолт-ғолт килеп эсеп бөтөп ҡуйҙы. Һыуһатҡан икән. Нисектер күңеленә рәхәт булып китте. Саңлы зәңгәр төтөн араһынан күккә бағып ултырҙы. Һәм... ҡапыл һикереп торғанын да һиҙмәй ҡалды.
– Фу-у, шайтан алғыры! 37-се участок, имеш, минең ҡайҙа киткәнде белмәй ҙәһә. Ер ҡараштырып ҡына киләм, тинем дә. Күҙгә салынған беренсе автобусҡа ултырҙым, вәт, шайта-ан, – тип һөйләнә-һөйләнә тағы кеҫәһенән телефонын сығарҙы ла тоҡандырыу төймәһенә баҫа башланы. Тегеһе башҡа тоҡанманы.
Аптырап һелкетеп-һелкетеп алды. Тик ул йәнһеҙ ине.
– Дә, диуана һин, Зөбәйер. Минең тыуған көн 27 март, имеш, был юҡҡа түгел, тип 273-сө автобусҡа ултыр ҙа кит инде. Бисә белде ти һинең Иглин тарафтарына олаҡҡаныңды.
Элек ер алыу тураһында һөйләшкәндә Әминәһе, Өфөгә яҡыныраҡ райондарҙы ҡарарға кәрәк, Ҡырмыҫҡалы тирәһен, унда ер уңдырышлы, тип әйткәйне. Ир бөтөнләй икенсе яҡҡа ыңғайланы.
– Хәҙер ул тауыҡ баштың уйына ла инеп сыҡмай бит инде. Иглин уның төшөнә лә кергәне юҡ. Ҡырмыҫҡалы тирәһенән 37-се участокты эҙләп йөрөйәсәк. Һемәйттем мин уны. Әйҙә, эҙләһен, ә мин бында шым ғына соҡорҙа тик ултырам. – Ир ни эшләргә белмәй бер ҡалҡынды, бер ултырҙы. – Һемәйттем, һемәйттем! – тип йәмһеҙ итеп көлгән булды.
– Телефон ял итеп алһын да тағы бер тоҡандырып ҡарарбыҙ. Ял ит, өмөтөм, бар ышанысым минең, – телефонын ипләп кенә кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ир.
Ваҡыт бик әкрен үтһә лә, барыбер Ер шары артабан тәгәрләүен дауам итте. Яйлап ҡына эңер төшкәне һиҙелде. Соҡор эсе ҡараңғыланғандан-ҡараңғылана барҙы.
– Эһе-һей, бармы берәйһе? Ҡарауы-ыл, эһе-һей, – тип ҡысҡырып-ҡысҡырып алды ир. Яңғыҙы ҡалғыһы килгәйне, бына ултыра яңғыҙы. Үҙен бар донъянан йәшенеп ултырған кеүек хис итте. Ҡапыл ҡыҙы иҫенә төштө. Ярата ул Сәриәһен, берҙән-берен. Шыбыр-шыбыр килеп һанашмаҡ әйтергә тотондо.
– Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе боҙолған.
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
Аладан- баладан,
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал, был сыҡ!
Ҡайҙан иҫенә килгәндер. Бала саҡта шулай уйнай торғайнылар инде. Ниндәй уйынға тотонһалар ҙа, "Аҡ тирәк, күк тирәк" булһынмы, һуғыш уйыны тиһеңме, тәүҙә һанашмаҡ әйтеп командаларға бүленә, йә көтөүсе яллайҙар ине. Һуңынан ҡыҙы балалар баҡсаһында йөрөгәндә ошо һанашмаҡты уға ла ятлатҡайны. Бына хәҙер ҡайҙа кәрәк булып китте.
– Мин йәшендем, ҡыҙым, тап мине, тап, – тип бөгәрләнеп ятты. Әкрен генә күҙҙәренән йәштәр тамды. Кипкән ирендәре ниҙер шыбырланы:
– Аҡ суҡ,
Ҡара суҡ,
Бында торма,
Бар, сыҡ!
Сығырһың, сыҡмай ни, – йөҙ түбән күккә ҡарап ятты.
Ашҡаҙаны, был донъяла мин дә бар әле, тип шағыр-шоғор килеп тауыш бирҙе. Асыҡҡанын тойҙо ир. Биштәрен, кеҫәләрен тотҡолап ҡараны. Көнөндә әйләнәм, тип ашарға ла алмаған, исмаһам. Ҡапыл өс көндән ҡыҙының тыуған көнө икәне иҫенә төштө. Тағы торҙо, әйтерһең, хәҙер сығып ҡайта ла китә.
– Нисек тә ҡайтып өлгөрөргә ине ул, – тине ҡарлыға барған тауышы менән.
– Эһе-һей, товарищи, господа, йәмәғәт, әфәнделәр, мин бында! Эҙләйһегеҙме мине?
“Бына һиңә мә, бүреләр олой башланы... ҡорһаҡта. Өҫтә ысын бүреләр тешен ыржайтып олоһа ла ҡурҡмаҫ инем, – ашҡаҙан тирәһен тотҡоланы, – бында олоһа, ҡыйыныраҡ. Түҙеп булмаҫҡа мөмкин”, – тип уйланы.
– Берәйегеҙ ашарға алып килегеҙ әле. Эй, официант, 150 грамм “зәмзәмский” һыу, бутерброд с колбасой, юҡ, юҡ, ыуылдырыҡ менән, зинһар. – Ир, биштәрен әйләндереп, төбөндәге икмәк ваҡтарын устарына һыпырып алды ла, ҡулын күтәреп, ауыҙына ҡойоп ебәрҙе. – Ана шулай!.. Фу, араһында егерме бишле ҡаҙаҡ та килеп сыҡты. – Ауыҙынан ҡаҙаҡты тартып сығарҙы. – Саҡ йотоп ебәрмәнем. Берҙе кикереп ебәргәндә лә була. Иртәнге манный бутҡаһы эргәһенә был бер ус “икра” матур ғына барып ятты ул. Минең кеүек талымһыҙ әҙәмгә был да таман, – көсәнеп кикереп ебәргән булды. Шунан бер ауыҙ тын торғас, ҡапыл һикереп торҙо ла, аяғын тотоп, яңынан ултырҙы. Асырғанып ҡысҡырҙы. – Таман түгел, мин асыҡтым! Эһ-һе-һей, кешеләр, ҡотҡарығыҙ мине! Асыҡтым, өшөйөм, сыҡҡым килә!.. Әминәм табыр әле, ул мине ете ҡат ер аҫтынан да табасаҡ. Кәрәк бит мин уға...
...Әкрен генә ҡараңғы төштө. Ҡаҡ ергә биштәрен түшәп, бөгәрләнеп ятты ир.
Беренсе төн.
Оҙаҡ ҡына ятты. Ойоп киткеләне шикелле. Шулай ҙа һаҡ ятты. Бәлки, берәйһе килеп сығыр йә тауыш бирер, тип көттө. Ҡаҡ ерҙә ятып тәндәре ҡатты, тороп баҫып та алды. Оҙаҡ йондоҙҙарға ҡарап торҙо.
– Ниндәй сихри төн. Ҡара әле, ер аҫтынан да йондоҙҙар күренә икән, – тип ҡуйҙы. – Ә ҡалала, ер өҫтөндә йөрөһәк тә, ерҙән нисә ҡат өҫтә йәшәһәк тә, йондоҙҙар күҙгә лә салынмай. Күрмәйбеҙ ҙә. Ә мин күрәм. Бәхетле, тимәк.
Бында нисә көн ятырын белмәй әле ул. Хәҙер, хәҙер булмаһа, иртәгә килеп табырҙар, тип уйланы. Шуға үҙен тыныс тотто. Ҡыҙының тыуған көнөнә лә ҡайтып өлгөрөр. Кем дә булһа килеп сығыр әле. Тайгала аҙашмаған даһа.
Шуларҙы уйлап, шаярғыһы килде. Ярай ҙа төн йылы, һөйөнөп ултыра алыр ине лә, тик... Барыбер ҙә уңайлы түгел. Соҡор фатир түгел инде. Элек кешеләр ер аҫтында, землянкала нисек йәшәгән тиң?
“Көн аяҙ була икән, йондоҙҙар күп, – тип фаразланы. – Эх, күбәләк аулай торған селтәрле ҡулайламаны тотоп күккә мен дә бынау йондоҙҙарҙы рәхәтләнеп йыйып ал икән ул. Шунан ергә төшөп һәр кемдең маңлайына йондоҙ сәпәп сыҡ ине. – Шуларҙы күҙ алдына баҫтырып, йылмайып ҡуйҙы. – Шаяртам, маңлайға сәпәргә түгел, һәр йөрәккә һал ине. Ни өсөн йөрәккәме? Сөнки йөрәгендә йыһандағы йондоҙҙо йөрөткән кеше ерҙәге бысраҡҡа иғтибар ҙа итмәй”, – тынлыҡта башына шундай илаһи уй килгәненә һөйөнөп, ҡулдарын өҫкә һуҙып, устарын күк йөҙөнә һалып, йыһандың энергетикаһын һәм йондоҙҙарҙан килгән моңдо тойоп торҙо.
– Аладан-баладан, бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ, һин ҡал, был сыҡ...
Гөр-гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә,
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем! – эстән һанашмаҡты уҡыны ла аҡайып соҡор эсендәге ҡараңғылыҡҡа ҡарап торҙо. Ҡурҡып китте:
– Сәүкә, сыпсыҡ, һин ҡал, был сыҡ... – тип мығырҙаны. Тауышы ҡалтыранып сыҡты. “Балалар баҡсаһына йөрөгәндә ҡыҙым шулай тип һөйләй торғайны. Үҙем өйрәттем”, – тип уйланы. Һаҡ ҡына тауыш сығара биреп өндәште:
– Мине берәйһе табамы бөгөн, әйт әле, эй, Ай? Йондоҙҙар, мине берәйһе юҡһынамы, эҙләйме икән?
Моңайып ҡына башын баҫып ултырҙы:
– Аҡ суҡ,
Ҡара суҡ,
Бында торма,
Бар, сыҡ!
Төшөндә ул өҫтөнә бер нисә арҡан килеп төшкәнен күрҙе. Тик береһен дә тота алмай хитланды, инде тоттом, тиһә, уларға ҡунған күбәләктәр осоп китә лә, арҡандар бәүелә-бәүелә өҫкә менә лә китә.
Икенсе көн.
Өшәнеп уянды. Яҡтыртҡайны. Сағыу нурҙары соҡорға төшөп етмәһә лә, ер өҫтөндә ҡояштың донъяны иренмәй, бар күңелен биреп наҙлауы, йылытыуы аңлашыла ине. Ир кирелеп, бер кинәнес менән өҫкә ҡарап торҙо.
– Хәйерле иртә, ер өҫтө! Доброе утро, страна! Был ер шарында берәйһе бармы, эһе-һей? Нишләп бер кем эҙләмәй һуң ул? Эһе-һей, теш йыуырға ине, бит-ҡул сайҡарға ине, килтерегеҙ берәй сүмес һыу, – ирендәре кипкәнен тойҙо. – Һыу, һы-ыу, эсергә ине туйғансы.
Эйелеп биштәрен тотҡоланы, унда бер ни юҡлығын белһә лә, түңкәреп ҡараны. Кисәге буш шешәне ирененә терәп, өҫкә ҡалҡытты. Теле менән шешә башын яланы.
– Һе, бер тамсы ҡалған булған, ҡалай тәмле. Ныҡ тәмле.
Ватылып китмәһен тип һаҡ ҡына йомортҡа тотҡандай түш кеҫәһенән ипләп кенә телефонын килтереп сығарҙы. Тейешле нөктәһенә баҫып, тоҡандырып
ҡараны. Уныһы көсәнеп маташты шулай ҙа, “пип-пип” тине лә һүнде. Өҫкә күтәреп бәрергә уйланы ла кире кеҫәһенә һалды.
– Үлде-е... Беренсе булып телефон үлде, тип теркәйек. Сиратта кем? – Яңынан телефонын усына алды. – Үҙе ниндәй затлы! Айфо-он, имеш. Шуны көсләп бисә кредитҡа алдырған булды. Ҡырҡ бер мең һумға. Ай ярымлыҡ эш хаҡы.
Бисәһе булып ҡыланырға тотондо. Штормовка итәген башына ҡаплап, йәғни “яулыҡ ябынып”, артын уйнатҡыланы.
– Кеше араһында кәм-хур булып йәшәмәйек, интернеты ла, камераһы ла, ватсабы ла, инстаграмы ла бар. Хеҙмәттәштәрең күрһә, һоҡланасаҡ ҡына. “Заман кешеһе” тип әйтәсәк... – Нәҙек тауыш менән бисәһе булып һөйләнде. – Әйткәндер. Һоҡланғыс әйбер. Ә бөгөн ул... буш шырпы ҡабы.
Оҙаҡ ҡарап торҙо аппаратына. “Стив Джобстың, юҡ, хатта бер малайшалайҙың да умырып тешләп ырғытҡан алмаһы был айфондан ун тапҡырға ҡәҙерлерәк әле миңә. Ҡыйбатыраҡ та. Ырғытылған алманың икенсе яғынан бер умырып ҡына ҡапҡанда, ҡалай һыуһын ҡаныр ине”.
– Үлде айфон, ә мин тере. Әле, әлегә. Был күк аҫтында бер нәмә лә мәңгелек түгел. Бер нәмә лә! Көс бөтһә, мин дә – “пип-пип”, һүнермен.
Кеҫәһенә ҡулын тығып уйға ҡалды. Бармаҡтары кеҫә төбөнән кисәге ҡаҙаҡты эҙләп тапты. Шуның менән ер стенаны тырнарға тотондо. Асығыуы, һыуһауы үҙәгенә үтте. Селәү ҙә юҡ, исмаһам. Ҡабыр ҙа йотор ине.
Стенаны оҙаҡ тырнаны. Уйлаһаң, башҡа шөғөл дә юҡ инде. Шулай тырнап, бәлки, баҫҡыс эшләп булыр. Ләкин эш ырамлы барманы – ер ҡаты, ҡаҙаҡ ҡыҫҡа ине. Оһо, әллә ерҙә дым бар инде? Усына семтем генә ер һалып ҡабып ҡараны ла... төкөрөп ебәрҙе.
– Фу, ҡалай тәмһеҙ, эт буғы тәме сыға, – оҙаҡ төкөрөндө.
“Робинзон Крузо кеүек, көндәрҙе билдәләп барырға кәрәк. Ваҡыт менән дуҫ булһаң, ер шары менән бергә әйләнәһең тигән һүҙ, – тип уйланы. Ултырған килеш кенә оҙон таяҡ һыҙып ҡуйҙы. – Тә-әк, бында мин икенсе көн, кисә нисәһе ине әле? Шәмбе ине, ун дүрте, тимәк, бөгөн – ун бише. Бер һыҙыҡ, ике һыҙыҡ”, – тағы берҙе һыҙҙы.
– Ҡалай онота яҙғанмын даһа, – тип тағы аяғына баҫты. Ҡулын кеҫәһенә тығып уйға ҡалды. Ике көндән ҡыҙының тыуған көнө. Ун бер йыл элек унан да бәхетле кеше юҡ ине. Көтөп алған бала ине ҡыҙы. Өйләнешкәндән һуң туғыҙ йыл балалары булманы. Бала табыу йорто алдында, дөрөҫөрәге, ҡатыны ятҡан палата тәҙрәһе янында ярты көн буйы ҡулына сәскә тотоп, балҡып ҡатып торғайны. Нисектер шулай киткеһе килмәне. Ул китһә, Әминәһе, донъяға яңы ауаз һалған Сәриәһе, исемде алдан уҡ уйлап ҡуйғайнылар, менән бер ни булыр кеүек ине. Ҡатыны, бар ҡайт, әтеү мин илайым, тиһә лә, шулай уларҙың именлеген һаҡлап йылмайып, һөйөнөп тора бирҙе. Үҙ һүҙле булған, ҡәһәрең. Ямғырлы көн ине. Лысма һыу булды. Эңер төшкәс кенә ҡуҙғалды. Бәхетле ине ул. Ә бөгөн? Нисек тә сығырға кәрәк бынан. Тағы һикереп ҡараны. Был юлы ҡысҡырманы, тыныс ҡына нимәгәлер тотоноп үрмәләргә тырышты. Тик тотонор ек тә, еп тә, үрмәләр көс тә, форсат та юҡ ине. Өмөтләнеп өҫкә ҡарап ҡатыуҙан башҡа сара ҡалманы.
“Их, Сәриәм, алтыным, ҡояшым минең. Өйҙә мине яратҡан берҙән-бер зат. Үлеп китһәм, һағыныр инде балам. Бер үҙе илап торор инде ҡәберем ситендә. Һәм әсәмдең күҙ йәше түгелерме? Ул, бахырҡай, ҡайғыға түҙмәҫ, күбәләктәй генә йәне минең арттан эйәрер инде. Юлға сыҡмай тор әле, балам, тип бойоҡ ҡына күҙҙәре менән бағып ҡалғайны ла, их... Юлда ла, тормошта ла әсәйҙәр фатихаһы кәрәк шул...” – Ике күҙенән дә буй-буй булып йәштәре ағып китте.
Үҙе һиҙмәнеме, әллә һиҙһә лә, иғтибар биреүҙең әһәмиәте юҡ, тинеме, һөртмәне лә, йәше тын ғына аҡты ла аҡты.
– Йүгереп кенә ҡайтып кил ине, йылы ғына ҡосағыма алып ҡыҙымды һөй ине, – тине, тамағындағы төйөрҙө йотоп, аяныс тауыш менән.
“Нимә тип сығып киттем мин был юлға?! Ер кәрәк берәүгә. Ниндәй етмәҫ байлыҡтыр. Фатир бар, өс бүлмәле, нимә етмәй беҙгә? Йыл да Төркиәгә барабыҙ...”
Бисәһен күҙ алдына баҫтырҙы. Уның иркәләп, уға ярарға тырышып һөйләгән хәбәрен ишеткәндәй булып, тирә-яғына ҡаранып алды. “Юҡ, беҙгә яҡын-тирәлә ер кәрәк, хәҙер ҡала ситендә йәшәү модно. Ҡала саңын еҫкәп, химия ашап ятҡансы. Үҙебеҙ үҫтерәбеҙ картуф, үҙебеҙҙең кишерҙе ашайбыҙ”.
– Ашаның, ашамай ни! – Уртансы бармағын өҫкә күтәрҙе, әсе итеп һүгенеп ебәрҙе. – Бына һиңә кишер!
“Байлыҡ, байлыҡ, аҡса, аҡса!.. Ул бисәнең һаман байлыҡ тип яныуы. Уф! Йыйған аҡсаһы юҡ, бөтәһе лә кредитҡа. Иртәле-кисле бил бөгәһең, ике эштә эшләп. Ни хәжәтемә был баҡса? Ер кәрәк берәүгә. Бына бер аршин ер етә. Нишләп кеше түбән төшһә генә күкте күрә башлай икән?”
Ярай, ҡояш йылы. Әбейҙәр сыуағы. Ҡояш нурҙары соҡорҙоң өҫкө өлөшөнән аҫҡараҡ та төшә бирҙе. Ир ҡулын уға табан һуҙҙы, тик “ҡояш”ҡа буйы етмәне.
Тағы эсендә бүреләр олоуы уйланырға ҡамасаулай башланы. Тәғәм ризыҡ ҡапмағанына тәүлектән ашты. Һыу эсмәгәненә лә шулай. Кеше ашамай айҙар буйы йәшәй ала шикелле, ә бына һыуһыҙ оҙаҡҡа бармай, тиҙәр. Тапмаһалар, ошонда кибә икән. Уф, асыҡтырҙы.
– Э-э-һей! Ишетәһегеҙме, мин асыҡты-ым!
Штормовка кеҫәһенән аҡса янсығын килтереп сығарҙы ла унан меңлек тартып алды. Ҡулы менән өҫкә һуҙҙы.
– Бына, бына аҡ-са! Мә, кемгә кәрәк, мә. Тик мине бынан сығарығыҙ ғына, бар мөлкәтемде бирергә ризамын, – тип мығырҙаны. Үҙе уйында һаман һөйләшеүендә булды. – Был соҡорҙа, ошо тотҡонлоҡта был аҡсаның бер тинлек ҡәҙере лә, кәрәге лә юҡ. Теге донъяға киткәндә һиңә байлыҡ кәрәкмәй, тигәндәрен ишеткәнем бар ине, бына ул. Иҫ киткес бай булған, ярты донъяны ҡулында тотҡан Сөләймән хаким, үҙе үлгәс, табут өҫтөндә уның буш ҡулдарын күрһәтеп ятҡырыуҙарын һораған. Йәнәһе лә, фанилыҡта күпме байлыҡ йыйһаң да, теге ысын донъяла уның һис тә кәрәге юҡ икәнен шулай аңлатҡан. Унда алып барып та булмай, барыһы ла фанилыҡта ҡала. Аңлайым мин һине хәҙер, Сөләймән хаким, бик һәйбәт аңлайым...”
– Сөләймән хаким, мин һине аңлайым! – тип ҡысҡырҙы. Тик өнө үҙенән бик йыраҡ китмәгәнен аңларға теләмәне.
Машина – кредитҡа. Телефон – кредитҡа. Бисәһенә тун менән ҡыҙына алған затлы ноутбук – кредитҡа. Кредит, кредит. Бына нимә ул кредит? Ҡулдарыңда бығау ҙа юҡ, аяҡтарыңа тышау ҙа һалмағандар, – ҡулдарын алға һуҙҙы, һыҙлаған аяғын һелкеткеләп алды, – тик һин бер ҡайҙа ла китә алмайһың, ҡаса алмайһың, оса алмайһың, сөнки һин – әсир, һин – соҡорҙа. Бына минең һымаҡ соҡорҙа. Бына ошо була ул кредит! Бөтә ил кредитта, бөтә ғәм шулай тотҡонда, ипләп кенә күҙҙе бәйләйҙәр ҙә һине әсирлеккә алалар. Кредитҡа кермәйек, бурыс алмайыҡ, тип ул бисәгә күпме тылҡыйым, юҡ. – Тағы бисәһе булып ҡыланып дауам итте. – “Кешесә йәшәгең килмәйме ни һинең, ә? Бар донъя кредитҡа йәшәй”. “Тимәк, бар халыҡ минең һымаҡ соҡорҙа. Тотҡо-онда!”
– Эһе-һей, өҫтәгеләр, ер өҫтөндә йөрөүселәр, улай һөйөнмәй тороғоҙ әле, мин генә соҡорҙа түгел, һеҙ ҙә... Һеҙ ҙә бығаулы, һеҙ ҙә тышаулы, – сырт итеп төкөргән булды. Тик кипкән ирендәр, кипкән тамаҡ “сыртламаны”, киреһенсә, ярылып китерҙәй булып һыҙлап-әсетеп китте. Ир нисек тә уйланырға тырышты. Уй ғына уның ҡотолоу сараһы икәненә төшөнә ине. Уйһыҙ ҡалһаң, йәшәүең туҡтаясаҡ. Нисек тә бирешмәҫкә кәрәк. Йә берәйһе килеп сығыр, Әминә эҙләргә сыҡҡандыр, моғайын. Бер төн ҡайтманы бит инде. Уның бындай ғәҙәте һис тә булғаны юҡ таһа. Ул бисәһенә тоғро, ваҡытында ҡайта, ҡайта алмаһа, шылтыратып әйтә ине. Өлгөлө ғаилә башлығы икәнен барыһы ла белә инде.
“Урамда һәр икенсе затлы машина кредитҡа алынған. – Нисек тә үҙенең мейеһе-зиһене менән уйнап, үҙен уятырға, асыҡҡанын оноторға тырышты. – Банк кредит бирмәһә, фатир һиңә – мә. Уйлаһаң, шулай шул. Эш хаҡын йыйып ҡына алам тиһәң, пенсия йәшендә, бәлки, фатир ҙа алып булалыр. Кризис булып, аҡсаңдың ҡиммәте кәмемәһә! Иртәгәһе көнгә ышаныс та юҡ. Ә былай алаһың да ғүмер буйы, эйе, ғүмер буйы ипотека түләйһең. Бына фатир өсөн алған ипотеканы нисә йылдан... – устарын алдына һалып, бармаҡтарын бөкләп эстән иҫәпләп тә алды, – тә-әк, биш, һигеҙ... туғыҙ йыл ҡалды, миңә ул ваҡытта 61 йәш була. Пенсияға йыраҡ икән әле. Хәҙер ер алабыҙ, бер 950 мең һум буласаҡ ул, ете йылға. Тағы йорт, мунса һәм башҡаһын һалыр өсөн кредит алырға тура киләсәк. Инәңдең тоҙло сәйе икән... Юҡ, был соҡорҙан сыҡмағаның мең артыҡ. Эй, кешеләр, кәрәкмәй, ҡотҡармағыҙ мине. Борсолмағыҙ ҙа, мин соҡорҙа ғазап та кисермәйем, мин кредитта ғына ултырам, үҙем түләйем. Ғазаптарым булһа, үҙем күтәрермен әле. Үҙем түләйем кредит өсөн дә... гонаһтарым өсөн дә...”
– Соҡорҙан сығармағыҙ ҙа. Сыҡҡы ла килмәй! – тип биштәренә йәйелеп ултырҙы. Сыҡмайынса ла булмай, үлергә лә ярамай. Ул кредитты кем түләй һуң? Шунан фатирҙан бисәмде, әсәмде, ҡыҙымды, түләй алмайһығыҙ, тип ҡыуып сығарһалар? Юҡ, минһеҙ булмай.
– Сыҡмайым. Сыҡҡым килмәй! – тип ҡабатланы.
Шул ваҡыт эт өргән тауыш ишетелгәндәй булды. Ир урынынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Эһе-һей, ҡотҡарығыҙ, мин бында, мин бында. Ҡарабай, Аҡтырнаҡ, Аҡтүш, маһ-маһ! – Үҙе ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла, ҡолағын өҫкә ҡаратып, тынып-тынып алды. Башҡаса тауыш ишетелмәгәс, соҡор ауыҙына өмөтләнеп, мөлдөрәп оҙаҡ ҡарап торҙо ла яңынан шыуып төшөп ултырҙы. – Бәлки, һин Барбосты-ыр...
Бер баҫты, бер ултырҙы ул. Йәнә үрелеп һикергеләп тә ҡараны. Баяғы ҡаҙаҡ менән тағы ла стенаны соҡоп ҡулдарын ҡанатып бөттө. Ҡараңғы төшкәнсе, өмөтөн һүндермәйсә, күҙен өҫтән алманы.
Икенсе төн.
Ир ойоп та киткеләне. Күпме ваҡыт йоҡлағанын да белмәне. Нисектер, йоҡоһо һаҡ булһа ла, татлы ла ине. Донъяһын онотоп китеп ойоно. Быға тынлыҡ менән саф һауа булышлыҡ иттеме, әллә ҡотолғоһоҙ хәлгә яйлап ҡына ышана барыуы сәбәпсе инеме – ойоно, тәне ял итте. Әбейҙәр сыуағына тура килеүе – уның бәхете, көндәр – ҡояшлы, ә төндәрен көн йылыһы, ҡышын яғылған мейес кеүек, ҡапыл юғалманы, яйлап ҡына һүрелә ине, шуға улай һыуыҡ үҙәккә үтерлек итеп өшөтмәй ҙә. Таңға табан ғына өшәнеп уянды ул. Ҡараңғы ине.
Күҙен асыр-асмаҫ ҡына күккә ҡарап ятты. Бер йондоҙ күренә, артынан икенсеһе килеп сыға.
– Йондоҙҙар уйнаша. Тимәк, ер шары әйләнеүенән туҡтамаған, – тип һөйләнгән булды. Һөйләнәме, уйланамы, әллә уйҙары менән шулай әңгәмә ҡорамы ул – бик аңламай ҙа ине шикелле. – Ваҡыт та “ты-ыр” тимәй, бара, уҙа, китә. Мин генә туҡтағанмын. Әллә ер менән бергә әйләнгәс, мин дә хәрәкәттәме?!
Эһе-һей, ер өҫтөндә ниҙәр ба-ар? Елдәр иҫәме унда, ағастар япраҡ ҡоямы? Бында, ер аҫтында, тып-тыныс. Тауыш-тын юҡ. Ысынлап та, донъяла мин япа-яңғыҙмы ул әллә?
Яңғыҙ, тигәс, иҫенә йәш саҡтағы мәғәнәһеҙ генә бер көләмәс иҫкә төштө. Бер грузиндың бисәһе үлгән. Мәйетте ҡәбергә тапшыралар. Туғандары, яҡындары янында ир ҡайғынан түгелеп илай икән:
– Один, совсем один. Один, совсем один, – тип һөйләнеп күҙ йәше түгә. Бисәһенең ҡәбере янында яңғыҙы ултырһын, һағышын таратһын тип, яҡындары яйлап таралып бөтә. Грузин яйлап ҡына тора ла тирә-яғына ҡаранып ала һәм, бер үҙе генә икәнен белгәс:
– Один, совсем один! Один, совсем один! Один, совсем один! – тип ҡыуана, бейергә, йырларға тотона. Шул.
Зөбәйерҙең бер дуҫы грузин акценты менән эй килештереп һөйләй торғайны шуны. “Савсым одын” тип бейеп тә ала ине. Көлөшәләр. Зөбәйер генә, һуң яңғыҙ ҡалыуҙың ни ҡыҙығы бар инде, тип тыныс ҡала ине. Хәҙер бына аңлаған кеүек.
Ул дөм ҡараңғы соҡорҙо уратҡан стеналарҙы тотҡолап сыҡты.
– Мин дә савсем одын, савсем одын. Мин яңғыҙ, был ер шарында мин яңғыҙ, ур-ра, ур-ра! Уйлаһаң, бәхет бит ул япа-яңғыҙ ҡалыу, – шатланған булып, үҙ-үҙен ҡосаҡлап алған булды. – Оло ер шарында мин – Робинзон Крузо! Мин – Робинзон Крузо! – тип бышылданы ла тирә-яғына ҡаранып алды. Ысынлап та, мин яңғыҙмы ул, тип шикләндеме?
“Яңғыҙ саҡта үҙ серемде үҙемә сисә алам, бар донъя мәшәҡәтенән арынып,
тирә-йүндәге кешеләр ҡарашынан, миңә булған мөнәсәбәттәренән азат булып...
Ура! Хәҙер мин сер сисәм. Үҙемә. Мин Әминәне яратмайым. Бисәмде. Элек яраттым. Хәҙер – юҡ. Мин күршенең ҡатынын теләйем. Анфисаны. Уның һары сәстәрен еҫкәп, ҙур түштәренә башты һалып ятҡы килә. Килә! – Ипләп тағы ла тирә-яғына ҡаранып алды. – Ысынлап та, бер кем дә юҡмы бында?”
Бышылдап ҡына:
– Анфиса, я тебя хочу! Теләйем! – тип ипләп кенә салбар шәлтәүҙәрен ысҡындырҙы ла... блондинка күршеһен күҙ алдына баҫтырҙы. – Ҡабаланма, Анфиса. Ҡурҡма ла, бер кем дә юҡ, беҙ икебеҙ генә... Күрше тигәндән, ике ай элек уларҙың, эйе, Анфисаларҙың, фатирына бурҙар төштө. Стена аша Зөбәйер ҙә, ҡатыны Әминә лә бөтәһен дә белеп, ишетеп ятты. Күршеләрҙең Ҡырымға ял итергә киткәнен дә белә ине улар. Полицияға шылтыратам, тип ир бер нисә тапҡыр ынтылды. Ә Әминәһе, бәләһенән башаяҡ, кәрәкмәй, байҙар унан ғына ярлыланып китәме, тип күндерҙе, дөрөҫөрәге, дүндерҙе. Ә улар, күршеләр, ялдан ҡайтҡас, быларҙың нисек артисланғанын күрһәгеҙ. Әминә иң шәп актрисалар кеүек ни генә ҡыланманы ла, ни генә һөйләмәне:
– Ишетмәнек, белмәнек би-ит, асҡысығыҙҙы ҡалдырып ҡына китмәгәнһегеҙ ҙә, гөлдәрегеҙгә һыу һибеп, үҙебеҙҙекеләй күреп ҡарап ҡына торор инек.
“Анфиса, Анфиса!” – тип наҙлы ғына өндәшеп ләззәт алғас, ир ошо хәлде иҫкә төшөрҙө. Тапҡан төн уртаһында юҡ-бар хәлде хәтеренән соҡоп ултырырға.
– Шулай ҙа динһеҙ, аллаһыҙ бер әҙәм һин, Әминә. Мин дә шундай! Сволочь, йүнһеҙ бер! Мин һиңә хыянат иттем. Анфиса менән, уйҙа булһа ла, – тип ҡуйҙы үҙе.
“Был сер түгел, был беҙҙең ҡәҙимге тормош. Битлек кейеп, артист булып йәшәйбеҙ. Ысын йөҙөбөҙ ер аҫтына төшкәс кенә беленә икән. Табутҡа ятҡас. – Майлы ҡулын биштәренә һөрткөләп алды. – Мин яңғыҙ бөгөн. Мин бәхетле, миңә рәхәт. Мин артист түгел, сөнки мин – ер аҫтында. Теләһәм, Анфиса менән булам, теләһәм... – Ни әйтергә белмәй туҡтап ҡалды. – Ну, теләһәм, директорыбыҙҙың битенә төкөрәм, президентты һүгәм. Бына ҡайҙа ул ирек? Ер аҫтында!”
Башын тотоп ултырҙы ла ҡапыл йоҙроғо менән ҡаҡ ергә килтереп тондорҙо. Соҡор эсе генә түгел, күк һелкенеп киткәндәй булды.
– Юҡ! Һис тә рәхәт түгел! Яңғыҙлыҡ – иң ҡыйыны. – Йәмһеҙ итеп көлөргә тотондо. – Ха-ха, Анфиса, президент, имеш... Миңә әсәй кәрәк, ҡыҙым кәрәк. Һеҙ ҡайҙа? – Көлдө-көлдө лә ир, яйлап ҡына үкереп иларға тотондо. – Әсәй, әсәкәйем, мин асыҡтым, миңә һыу бирегеҙ. Юрған ябығыҙ әле, өшөйөм. Ҡыҙым, тим...
Йомарланып ятты. Оҙаҡ ятты. Йоҡлап киттеме, әллә тынысланыуы шулай булдымы – ҡымшанманы ла.
Таңға табан күк йөҙөн болоттар ҡаплай башланы. Ел иҫте. Ҡай саҡ киҫкен генә “байрағын болғаны”. Төн яҡтыра төштө. Ир үләндәр, япраҡтар ҡыштырлаған тауышҡа, штормовка эсенән ҡапланған башын сығарып, өҫкә ҡарап алды.
Һыуытмаһа ғына ярар ине. Ә шулай ҙа, ямғыр яуһа, ҡалай шәп булыр ине, һыуһатты.
– Яу-яу, ямғырым,
бот күтәреп ятырым, – тип һамаҡлап яңынан ойоп китте.
Төшөндәме, өнөндәме эт өргән тауыш та ишеткәндәй булды ир. Тик ҡалҡынманы, йыбанды, унан бигерәк, ҡолағына ишетеләлер, тип уйланы. Берсә соҡорҙа ятҡанын онотто, үҙен өйөндә тип хис итте. Төшөндә күп бығаулы кешеләр-тотҡондар күрҙе. Уның янынан бығауҙарын, сынйырҙарын шаулатып үтәләр. Үҙҙәре бер ни өндәшмәй. Берәүһе туҡтап, тубыҡланып ултырҙы ла бығауҙы тартып өҙөргә маташты. Тағы йөрөп килә лә, тағы өҙөп маташа, башҡа тотҡондар ҙа тартып ҡарай, тик бығау өҙөлмәй. Өҙөлмә-әй...
Ир тирләп уянып китте. Ҡулдарын ҡараны, баяғы тотҡон кеүек тубыҡланды ла “бығауҙарын өҙөп ташланы”. Иркен тын алып, күккә ҡарап ултырҙы.
– Үҙемде тотҡон тип... Изгегә булһын был төшөм дә. – Ҡулдарына ҡарап алды. Йылмайҙы. – Мин ирекле, ҡулдарым азат.
Ҡалҡынып, ҡулдарын йәйеп “осоп” ҡараны. “Ҡанаттарымды йәйеп осоп сығып китәм хәҙер был соҡорҙан. Хәҙер, хәҙер, – ярһып китеп “ҡанаттарын” нығыраҡ елпергә тотондо. Эй, елпене, тик осоп ҡына сығып китә алманы. Шунан хәле бөтөп, тынысланып, стенаға һөйәлде. – Юҡ, ҡанат булһа ла, осмаҫ инем. Мин был тормошта бығаулы. Эйе, осмаҫ инем. Сөнки мин осор өсөн яратылмаған. Мин ерҙә шыуышыр өсөн... Ул ҡанаттарҙы бына ошонда ғына йәйер инем дә шунда ятыр инем. Үҙе йомшаҡ, үҙе йылы. Ятыр инем, ятыр инем... – бөгәрләнеп ятты, ҡулдарын башы аҫтына һалды. – Һыуыҡ, ныҡ һыуыҡ, ҡайҙа минең ябыныр ҡанаттарым, ҡайҙа?”
Башына төрлө уйҙар килде. Кешегә өйрәнгән таяғын ташлап китеүе лә ҡыйын тигәндәй, уға үҙенең ошо соҡоро оҡшағандай ҙа тойола башланы. Бәлки, шулай күңелен тынысландырырға тырышалыр.
“Уйлаһаң, соҡор шәп нәмә икән ул. Бында тыныс, ҡурҡыныс түгел, – тигән һығымтаға килде. – Ер өҫтөндә йоҡлап ҡара. Өҫтөңә берәй машина килеп менергә мөмкин, йә берәй эт, йә берәй бүре йәнле әҙәм боғаҙыңа йәбешерен көт тә тор. Ә бында тыныс, бер кем һөжүм итә алмай. Хатта айыу ҙа. Акула ла! Ошо инде “самоизоляция”, үҙ-үҙеңде ҡурсалау. – Ир ауыҙын асып иңрәп, рәхәтләнеп ойоп бара ине. – Әле килеп берәйһе артыма типһә, һөйөнөр инем дә”, – йоҡо аралаш йылмайғандай ҙа булды.
Бер аҙҙан күҙен асып, йөҙөнә асыулы төҫ индерҙе:
– Тыныс түгел. Түгел, тим! Мин үҙемә үҙем һөжүм итәм бөгөн. Мин үҙ-үҙемә бүре бөгөн. Акула булам. Йоҡла, йоҡлай алһаң, мужик. Ана бүре булып аслыҡ, акула булып һалҡынлыҡ килә һиңә...
Өсөнсө көн.
Иртәнге болоттар таралып, бар йыһанды ҡояш иркәләй ине. Ир самолеттың геүләгән тауышына уянып китте. Тәүҙә күкте ярып килгән тауышты иҙрәп кенә тыңлап ятты ул, шунан, геүләү нығыраҡ ишетелә башлағас, ҡапыл һикереп торҙо ла:
– Ай-й, – тип йығылып китте. Гөп шешкән һул аяғын ҡосаҡлап ултырҙы. Кисә шешә башлағанын һиҙгәйне ул, насар уйға бирелмәҫкә тырышты, бәлки, бөтөр, тип өмөтләнде. Уныһы... бөгөн баҫырлыҡ түгел.
Самолет тауышы һүрәнләнә төштө. Хәҙер ҡәҙерле бер нәмәһен юғалтыр төҫлө ир уң аяғына баҫты ла һикерәнләргә тотондо. Сатан һайыҫҡан ише һикерә-һикерә дәртләнеп һамаҡларға тотондо:
– Самолет, самолет, посади меня в полет. Самолет, самолет, посади меня в полет!.. – Самолет тауышы йыраҡлашҡан һайын ирҙең дә дәрте һүнә барҙы. – А в полете пусто, выросла капуста. А в капусте – червячок. Дядя Ваня дурачок. Дядя Ваня түгел, дядя Зөбәйер дүрәк ул. Ер етмәй берәүгә.
Кеше ауыр хәлгә ҡалһа, балаға әүерелә икән. Шулай сафлана барамы икән аңы, күңеле? Бынау һанашмаҡ, тиҙәйткестәрҙе бер егерме, бәлки, утыҙ йылдар иҫенә алғаны ла юҡ бит инде, ә әле килеп... нисек хәтергә төшә тиң? Малай саҡта шулай күктәге самолетты ерҙән ҡыуа төшөп, үсектереп ҡала торғайнылар.
“Ашайым тиһәм – ашым, һөйәм тиһәм – ҡатыным, йәшәйем тиһәм – өйөм, йырлайым тиһәм, көйөм бар, һей, инәңдең йәшел сәйе, нәфсе ҡоторта әҙәмде. Һыуһаттырҙы”.
Унда һыу юҡ икәнен белһә лә, биштәрен аҡтарып ҡараны. Баяғы буш шешәне тағы ла түңкәреп ирененә терәне.
– Мөғжизә юҡ, Ҡыш бабай килмәгән, һыу ҡалдырмаған. Бер тамсы һыу юҡ. Битте, ҡулды йыуырға ла. Күҙ йәше менән буталған саң уның йөҙөн танымаҫлыҡ хәлгә килтергәнен үҙе белмәй ҙә ине. Бысрап, ҡан таптары ҡаплаған ҡулы менән ипләп кенә ҡоҙоҡ стенаһын һыпырғыланы ла битен терәп торҙо. – Ерҙә дым бар кеүек. – Теле менән ерҙе ялап ҡараны. – Фу-у... Ҡара әле, улай уҡ тәмһеҙ ҙә түгел. – Бер нисә тапҡыр яланы. Теленең йөҙө шайыҡланып бысрап китте. – Тыуҙырған да, үҫтергән дә, үҙ ҡуйынына алған да ер инде. Тәмле генә.
Башҡа сығып китте. Тыуған ер тупрағы һуты иҫертте тамам. Нисектер рәхәт булып китте. Әллә бер йыр һуҙып ебәрергәме? Үҙенән-үҙе теленә русса йыр килде.
– Мальчик хочет в Тамбов, ты знаешь чики-чики-чики-чики-та.
Мальчик хочет в Тамбов, ты знаешь чики-чики-чики-чики-та.
Но не летят туда сегодня самолеты и не едут даже поезда.
Но не летят туда сегодня самолеты и не едут даже поезда.
Тәк-тәк, иртәнге аш та, иртәнге концерт та тамам, радио тыңлаусылар. Бөгөн һеҙҙең менән “теге өсәүҙең” береһе генә булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Кеҫәһе төбөнән ҡаҙаҡты эҙләп тапты ла өсөнсө һыҙыҡты һыҙып ҡуйҙы.
– Өсөнсө көн. Кеше нисә көн ашамайса тора ала икән? Бер ай – илле көн шикелле. Ә һыуһыҙ нисә көн интегергә була? Өс көнмө, бер аҙнамы? Һыу тапмаһам, миңә кәйүк.
Күк күкрәгән тауыш ишетелгәндәй булды. Салт аяҙ көндә? Һағайып китте ир. Ҡолаҡҡа ғына ишетеләлер. Тик был дөрөҫ ине, иртәнге болоттар артыҡ йыраҡ китеп өлгөрмәгәйне, баяғы ел байраҡтарын болғап уны был яҡҡа яңынан алып килде шикелле. Уйнап-шаярып йөрөгән болоттарҙың елгә асыуы килеп киттеме, күкте күкрәтеп сыбыртҡыһын шартлатып ебәрҙе лә эре тамсылары менән ерҙе ҡайыҙлай башланы. Ир һикереп торҙо ла ике ҡулына йәйеп биштәрен тотто, күҙен йомоп, ауыҙын асып, күккә йөҙөн борҙо. Битенә, күҙенә тейгән тамсылар уны һиҫкәндереп-һиҫкәндереп ебәрҙе. Ярылған ирендәргә тейгән, килгән һыу әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт бирҙе. Соҡор өҫтөндә генә ҙур йәйғор торғанын соҡор төбөндә тороусы ир күрмәй ине. Күҙҙәре йомоҡ, хәстәре башҡа ине. Әлеге мәлдә күңелендә ине йәйғор.
Нисек килде, шулай тиҙ генә үтте ямғыр. Ир биштәргә йыйылған һыуҙы ебенә һеңмәҫ борон һемереп эсә һалды. Әлбиттә, һыуһын ҡанманы, шулай ҙа ҡырҡылып торған тамаҡ төбө йомшарып киткәндәй булды. Был ике-өс йотом һыу бер мәл, киреһенсә, ымһындырғысҡа, саҡырыусыға әйләнде. Бер аҙҙан түҙгеһеҙ булып, элеккенән дә нығыраҡ һыу эске килә башланы. Ҡапыл кесе ярау иткеһе килгәндәй булды. Нисә көн буйы бәҙрәфкә бармағанын уйлап алды. Эйе шул, һис кенә лә теләге булманы. Баяғы шешәгә ағыҙҙы. Шешә төбөн генә биләгән һары шыйыҡсаға ҡарап: “Запас торһон әле”, – тип йылмайған булды. Соҡор төбө әҙерәк кенә дымланғайны. Балсыҡлы тупраҡтың өҫтөн генә һыпырып алып йомарланы ла һыу һығып ҡараны. Сыҡманы. Йомарламын бәрергә уйланы ла туҡтап ҡалды.
– Яңғыҙ түгелмен дәһә. Бында колобок йәшәгән дә, – тип уға йән өрөрҙәй булып ҡарап ҡатты. Тик йоморо икмәк таралырға ғына тора ине, шуға шешәне ҡулына алды ла... кире ҡуйҙы. Һыламаны. Һуңғараҡ шыйыҡсаның күпкә кәрәгерәк булыуы бар. Кеҫәһенән ҡулъяулығын тартып сығарҙы ла, таралып ҡына китер йомғаҡты бар яҡлап бәйләп, бер генә урынын асыҡ ҡалдырҙы.
– Бына күлдәкле лә булдың, әллә яулыҡлымы шул! Тимәк, һин ҡатын-ҡыҙ затынан. – Яңы дуҫын ул ипләп кенә стенаға терәп ҡуйҙы. Ҡойолорға, таралырға торған йомғаҡ ирҙең күңелен күтәреп ебәрҙе.
– Хәҙер сәй эсербеҙ, йәме. Бер аҙ ял итеп алайыҡ та, – тине лә “ҡурсағы”на йөҙөн бороп ятты. Оҙаҡ ятты. Берәй тауыш юҡмы, тип һаҡ ятты. Бара-бара “ҡурсағы” уға йылмайғандай тойолдо. “Һе, иркә генә икәнһең үҙең. Миңә оҡшарға тырышаһыңмы? Йылмай-йылмай шулай. Нимә-ә? Мыҫҡыллап йылмаям? Минеме?” – ҡалҡынып ултырҙы ир. Күҙҙәре аларып китте лә, бармағын төртөп “ҡурсағы”на ҡысҡырҙы:
– Нимә ҡарап ултыраһың, ҡотҡар мине! Ҡотҡар, тим. Ҡара, аҡайып ҡарап тик ултыра. Минең ни ғәйебем бар һинең алда? Һиңә ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы?
Ҡара, аяғын салып, ҡорһағын ярып йәйелеп ултырған да минең тереләй ғазапланғанды кинәнеп күҙәтә. Белгең килһә, соҡорға мин хужа! Ана шулай, беҙ бөтәбеҙ ҙә шулай. Кешенең ғазаптарынан кинәнес кисерәбеҙ. Беҙҙе бер генә кеше ҡыҙғана, ғүмере буйы бер генә кеше ярата. Кем тиһеңме? Әсә-әй!
Тынып ҡалды. Ғәйепле төҫ менән тағы “колобок”ка баҡты.
– Ә мин һине йәлләйем. Эйе, йәлләйем, сөнки һин кеше түгел, һин – балсыҡ. Йәнһеҙ балсыҡ, – тип арты менән боролоп ултырҙы ла ер соҡорға тотондо.
Ҡапыл нәҙек кенә селәүсен тартып килтереп сығарҙы.
– Оһо, бөгөн минең уңышлы көн, һунарға сыҡһам, болан алған булыр инем икән дә.
Селәүсендең ҡойроғонан (әллә башынанмы) тотоп өҫкә күтәрҙе:
– Һин селәүме? Әсәйең бармы һинең? Һин бөгөн селәү түгел, һин бөгөн... – оҙаҡ ҡына уйлап торҙо, хатта ауыҙҙары шайыҡланып китте. – Һин селәү түгел,
һин – тауыҡ бото! – Селәүсенде өҫкә күтәрҙе лә ауыҙы эсенә төшөрөп ебәрҙе.
– Фу, ҡалай тәмһе-еҙ, ләкин туҡлыҡлы-ы.
“Бына соҡор эсендә лә гонаһ ҡылдым, бер йән эйәһенең йәнен ҡыйҙым, – тип уйланы. – Ә ер өҫтөндә нисә миллион, миллиард кеше был ваҡытта гонаһ ҡыла. Уйлаһаң, күҙ аҡайыр!”
Һуҙылып ятып ерҙе тыңларға тотондо.
– Тсс... – Оҙаҡ тыңланы. – Ете миллиард пар аяҡ туҡ-туҡ, туҡ-туҡ ергә баҫып атлай. Эйе, ишетелә: туҡ-туҡ... Ете миллиард, ун дүрт миллиард аяҡ... Нисек инде шунса аяҡтың берәүһе генә булһа ла ошо урынға, ошо, – асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәй ҡалды, – 10 сутыйлыҡ биләмәгә баҫмай һуң ул, ә?! – Иғтибарлап тағы ерҙең тын алышын тыңланы. – Бер кем килмәй, ә үҙҙәре ергә баҫып атлай. Туҡ-туҡ... Тф-еү, аяҡ тиһәм, был йөрәк тибә бит, атайыңдың ҡара мыйығы, әйтәйем. Үҙемдең йөрәк тибә ләһә. – Ике ҡулы менән йөрәген тотоп ултырҙы. – Туҡ-туҡ, тук-тук... Тип, тип, әйҙә, ваҡыт туҡтамағас, һин типкәс, мин йәшәйем әле.
Тамаҡ туйҙы, төшкө ашҡа “корейский” селәүле фирменный блюдо тамам ғына булды, хәҙер бер тапҡыр бейеп алғанда ла мөмкин, тип уйланы. Нисек тә рухты һүндермәҫкә кәрәк. Тик бейергә ҡапыл күңеленә бер төрлө моң да, көй ҙә килмәне. Шулай ҙа була икән. Ҡалҡына биргәйне, һыҙлауға түҙә алмай ыңғырашып, йығылып китә яҙҙы.
– Аяҡ, аяҡ, бисәкәй, аяҡ шеште, нишләргә? Хирургҡа алып бар мине, Әминә.
Балағын күтәрә биреп, һыҙлаған балтырын тотҡоланы. Шешкән урынды һыйпап ултырыу нисектер бер ләззәт тә бирә ине. Баҫып ҡараны, тик оҙаҡ та тормай, кире ултырҙы. Юҡ, былай сығып булмаясаҡ. Баяғы ҡаҙаҡ менән аяғын соҡорға тотондо. “Әҙерәк эренен ағыҙмайса булмайҙыр... Минең урында атай булһа, ни эшләр ине икән? Ул да эрендән таҙартып, спирт менән йыуып, юл япрағы ҡаплар ине. Шеште былай дегәнәк япрағы ла һура инде. Тик уны ҡайҙан табаһың? Была не была, шунһыҙ был соҡорҙо һикереп сығып булмаясаҡ”.
Күҙен йомдо, ҡаҙаҡты өҫкә күтәрҙе лә шешкә сәнсте. Аяуһыҙ әсе ҡысҡырыуға соҡорҙан тупраҡтар ҡойолдо, күк көмбәҙе сатнап китте. Аңы томаланып, башын ситкә тайпылдырып ята бирҙе. Ә шештән, тире йыртылып, күп кенә эрен ағып килеп сыҡты.
“А-ах. Күп йыйылған, шайтан. Сереп юҡҡа ла сығырмын бер заман...” Шулай ҙа һыҙлауы кәмене аяғының. Дезинфекция эшләргә ине лә, һыу менән йыуып, бер ус араҡы һөрткәндә... тамаҡты ла сылатҡанда. “Яра боҙолоп китеүе бар, ни эшләргә? Минең урында атайым?..”
Иҫенә төштө. Бер шулай урманда утын әҙерләгәндә һөрлөгөп йығылып китеп, Зөбәйер танауын ҡанатҡайны. Ҡанды туҡтатып булмай бит, ҡәһәрең. Танау тишегенә ҡульяулыҡ та тыҡтылар, салҡан да ятып ҡараны. Юҡ. Шунда атаһы танауын ер менән томалағайны. Әлбиттә, тупраҡ аша ҡан һарҡып килеп сыҡты тәүҙә, шунан, ысынлап та, туҡтаны. “Ерҙән дә таҙа, ерҙән дә иманлы нәмә юҡ донъяла”, – тигәйне шул саҡ атаһы.
Тирә-яғындағы саңды, ҡатҡан балсыҡлы ерҙе усына йыйҙы ла яраһына һипте. Ер дауаһы килешер, тип балағын төшөрөп ҡуйҙы.
– Атай, хәҙер һин ҡайҙарҙа икән? – тип ҡуйҙы. – Күктән мине ҡарап тораһыңдыр. Язалана, ҡазалана был балам, тип. Ныҡ һағынам үҙеңде. Һин етмәйһең миңә.
Пенсияға сығып йыл да үтмәне, атаһы ҡапыл ғына биреште. Йүткерҙе, ябыҡты. Үҙе, ауырыйым, тип һис тә бәлә һалманы, үтер ул, тип йөрөнө. Райондан Өфөгә онкологияға йүнәлтмә бирҙеләр. Тикшеренергә. Яҡшыға өмөтләнгәйнеләр ҙә, тик... табиптар, ике айҙан үлә, тинеләр. “Нисек?” – тип аптыранылар. Аҡса бар, тинеләр. Бер ҙә булмаһа, кредит алырбыҙ, тип уйланылар. Мәскәүҙә дауалап ҡараһаҡ, тигән булдылар. Табип, Израилгә, хет Германияға алып бармайһығыҙмы, хәҙер һуң инде, ике айҙан ғүмере бөтәсәк, үпкәһендәге ямаш шеш ҡыҙыл үңәскә йәбешкән, тине. Ҡанһыҙ рәүештә. Уйлаһаң, дөрөҫөн әйтмәйенсә лә булмай инде. Ә атаһы улай уҡ ныҡ ауырыйым тип уйламаны ла, уға әйтмәнеләр. “Тиҙерәк әсәйең янына ҡайтып, уның ҡулынан сәй эсергә ине”, – тип ултырҙы бахыр. Бәлки, һиҙенгәндер ҙә.
– Һиҙенгә-әнде-ер.
Ысынлап та, ике ай ҙа биш көн тигәндә күҙҙәрен мәңгегә йомдо атаһы.
Шуларҙы иҫенә төшөрөп ултырҙы ир.
“Балағыҙ йә яҡынығыҙ яман шеш йә ҡотолғоһоҙ сир менән ауырыймы? Һеҙ бар донъяға... юҡ, тәүҙә үҙегеҙ эстән кисереп, эстән янып, шым булаһығыҙ әле, шунан... ни эшләргә белмәй, бар донъяға яр һалаһығыҙ. “Ул ауырый, һеҙ ярҙам итмәһәгеҙ, ул үләсәк”, – тип һәр кемгә, һәр мәрхәмәтле әҙәмгә өмөт менән бағаһығыҙ. Мин дә шулай һәр кемгә, һәр табипҡа, һәр хәҙрәткә шулай ҡарай инем. “Тик атайҙы ҡотҡарығыҙ, ярҙам итегеҙ, берәй нимә эшләгеҙ, йәшәһен ине...” Хәлегеҙгә ингән һәр кемгә һеҙ ышанаһығыҙ, ҡотолоу, ҡотҡарыу юлдарын тик ул ғына беләлер кеүек. – Уйҙарынан тағы ла ярһый барҙы ир. – Ә уйлаһаң, был ҡайғы килмәҫ борон һеҙ кешелеккә бөтөнләй ышанмай, үҙ көйөгөҙсә көн итә инегеҙ. Хатта Аллаһҡа ла ышанмай, ул – мистика, ул юҡ, тип гонаһлы һүҙҙәр ҙә ысҡындыра инегеҙ. Мин, мәҫәлән, шулай инем. Эшләйем, донъя көтәм. Атай-әсәй мәңге йәшәр кеүек. Ауырлыҡ килгәс, мәсеткә йүгерә һалып барып, доға уҡытып, хәйер ҙә бирҙегеҙ. Мин дә шулай иттем. Аллаһ ишетер, хәҙер бөтәһе лә һәйбәт булыр, тип уйлайым. Баҡһаң, ныҡ, хатта ныҡ ышанаһығыҙ икән Аллаһҡа ла, уның мәрхәмәтенә лә. Мәсет ишеге ҡайһы яҡтан асылғанын да белмәһәгеҙ ҙә. Ҡөрьән ашына доға тыңлар өсөн түгел, тәртибе шулайҙыр, тип һурпа һемерергә барғаныңды оноттоңмо?”
– Берәү хәйер биргән икән дә, – тип мыҫҡыллы йылмайҙы.
“Ярай, мәсеткә инелде, доға уҡылды, хәйер һалынды. Ярҙам да иттеләр, ти, кәрәкле операцияға тейешле сумма ла йыйыла, мәрхәмәтле кешеләр күп, йәлләйҙәр, хәлеңә инәләр... – оҙаҡ итеп йомғаҡҡа ҡарап ҡатты ир. Уйҙарынан уйылғыһы килде. – Тик Хоҙайҙың әмере башҡа, бер ни ярҙам итә алмай. Алмаай. Эйе, Путин иң шәп табипҡа шылтыратып бойормаймы икән, Хоҙайҙың эше, Әжәлдең уйы башҡа, тәҡдире билдәле, ҡотҡарып булмаясаҡ. Һин бер ни эшләй алмайһың...
Бына мин нисек ошо соҡорҙа, ҡотолғоһоҙ ҡоҙоҡта ятһам, шулай бер нисек тә ҡотҡарып булманы атайҙы. Уға һуҙылған арҡан да, баҫҡыс та ярҙам итә алмай ине. Хоҙай олатай ғына еңеллек бирә алды!” – Атаһын һағынып илағыһы килде, тик ни эшләптер күҙ йәштәре сыҡманы. Үҙенең хәле яман шештән дә былайыраҡ ине шул.
Дауамы бар.