Әхирәте йыл да иренә, туғандарына бағышлап аят үткәрә. Быйыл иһә иҫкәртеү яһап саҡырҙы.
– Хәҙер муллалар күп бит, тотаһың да шул беререһенә әйтәһең, икенселәрен дә тыңлап ҡарайыҡ, тигәйнең әхирәт, бына һинең үтенесеңде үтәнем, яңы мулла килә.
Вәзимәнең ваҡыты тарыраҡ булһа ла, әхирәтенә бармай булдыра алманы.
Туған-тыумасалары, таныш-тоноштары арыу уҡ йыйылғайны. Ә өҫтәлгә килгәндә, Сәриә әхирәте табынды муллап ҡорған, төрлө-төрлө емеш-еләк өҫтәлен биҙәп ултыра. Аш-һыуға оҫта шул, булмағандың бары бар. Ауылдан килгән туғандары ла сумка-сумка күстәнәстәр килтергән. Нәҫелдәре шәп, мул ҡуллылар.
Яңы мулла оҙаҡ көттөрмәне. Өй тапҡырында геүләп машина килеп туҡтаған тауыш ишетелде. Вәзимә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тәҙрәгә төбәлде. Аҡ түбәтәй, милли биҙәк нағышланған еләнгә оҡшаған кейем кейгән ят кеше ҡатыны менән машинанан төштө. Бына телефондан һөйләшә-һөйләшә өйгә килеп инде. Мосолмандарса, ир-егеттәргә ҡул биреп күреште, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул һоноуына ҡырын ҡараш ташлап, баш һелкеп кенә үтте, йәнәһе, был ҡәтғи тыйыла.
Мулла абыстайы менән түрҙән урын алды. Ҡунаҡтарҙы дөйөм сәләмләп, аяттың сәбәбен хужабикәнән һорап, ҡалғандарға еткергәс, туранан-тура доға ҡылыуға күсте.
– Хөрмәтле йәмәғәт, мосолман ҡәрҙәштәр! Изгелекле эшемде, изге доғамды мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһтың исеме менән башлайым. Бөтә ғаләмдәрҙең, ҡәүемдәрҙең ғәҙел хужаһы, тәрбиәсеһе булған Раббыбыҙға дан һәм маҡтауҙар булһын! Салауат доғаһы менән аятты асып ебәрәйек.
Тәүге доғаны тамамлауға телефоны шылтыраны.
– Әү! – Хәҙрәттең йөҙө боҙолдо. – Улым, шкафтың икенсе кәштәһендә ята, тип әйттем дә баһа, мин аятта ултырам, борсома!
– Ни һорай? – тип ҡыҫтырылды абыстайы, улының тауышын ишетеп.
– Тик ултыр!
Мулла талғын ғына көйләп “Фатиха” сүрәһен уҡый башланы.
– Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Әррахмәәнир-рахиим! Мәәлики йәүмид-диин. Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғиин...
Аҙағына етеүен көтөп кенә торғанмы, йәнә телефонда аҙан яңғыраны.
– Әү! – яйлап-майлап ҡына өндәште. – Ә-ә-ә-ә! Онотманым, бер сәғәттән килеп етербеҙ, Аллаһ бойорһа! – Шунан аҡланғандай өндәште. – Эй, сыҙамһыҙ кешеләр була бит. Ҡорбан ашына саҡырғайнылар, килмәй ҡуймаһын, тип борсолалар, күрәһең. Аятҡа һуңламайҙар, ваҡытында йөрөйҙәр, – кеҫәһенән йәтеш кенә доғалар китабын сығарҙы. – Бына инде уҡый башлаған сүрәне бүлдереп онотторҙолар, хәҙер...
Мулла бармаҡтарын теле менән ялап китап биттәрен асҡыланы ла, урта тирәлә туҡтап, матур көйгә һалып уҡый башланы. Барыһын таң ҡалдырып, хатта ойотоп уҡыған мәлдә, аят тыңлаусыларҙы һиҫкәндереп, тағы ла көслөрәк аҙан яңғыраны.
– Әү! Әссәләмүғәләйкүм. Юҡ, бөгөн буш түгелмен, миңә аҙна элек яҙылып ҡуялар. Ярай, яҙырмын, кем булаһығыҙ, адресығыҙ? – Кеҫәһенән блокнот сығарып яҙып ҡуйҙы.
Ғәфү үтенеү булһын типмелер, киләһе доғаны тағы ла аһәңле яңғыратып, зыңғырлатып уҡыны. Тауыш былай алайыммы! Йомғаҡлап, теләктәрен, нәсихәттәрен, вәғәздәр әйтә башлауға телефон үҙенең барлығын ҡабаттан иҫкәртте.
– Әле-еү, әссәләмүғәләйкүм! Кем әле был, танымай торамсы?! – Бер аҙ тыңлағандан һуң. – Һеҙ яңылыш шылтыратаһығыҙ, ғәфү итегеҙ, был ... хәҙрәт булам.
Телефон яғынараҡ ҡолағын ҡуйған абыстай сырайын һытыбыраҡ: – Ул ниндәй әҙәм-ишараты, туташмы, ханыммы яңылышып маташа? – тип көнсөл яһалмалыҡ менән һорашып ҡуйҙы.
Хәҙрәт абыстайҙы ишетмәмеш булып, хәҙистәр әйтергә тотондо:
– Кешенең ризығы гонаһтары сәбәпле киҫелә. Рәсүлебеҙ асыҡмайса ашарға ултырмаған, ултырһа, ҡарыны тулғансы ашамаған. Кешенең иң яуыз ғәмәлдәренең береһе – саманан тыш туҡланыуҙыр. Ҡарындың бер өлөшөндә ризыҡ булһа, икенсе өлөшөндә һыу булһын, өсөнсө өлөшө иһә һауа һуларға ҡалһын. Шулай өскә бүлергә кәрәк...
Оҙон-оҙаҡ вәғәздәрен, теләктәрен әйтеп, аятты тамамланы.
“Доғаларҙы шәп уҡый, яттан белә, нәсихәттәре – үҙе бер һабаҡ, тәрбиә. Муллалар аятта, телефондарҙы һүндерегеҙ, ти, ә шул иҫкәртмә боҙолдо. Ни тиһәң дә, аят та булды, оят та булды”, – тип Вәзимә эстән уйлап та өлгөрмәне, уның уйын уҡығандай, хәҙрәт:
– Бөгөн әллә ни күреп шылтыратып ҡаҡшаттылар, әйтәгүр! – тигән булды.