Йоҡлап китте лә башҡа уянманы Хөснулла. Үҙенең үлгәнен дә белмәй түшәгендә ята бирҙе. Йәненең, тәнен ташлап сығып, өй эсендәге күренештәргә үрҙән бағыуын, төш күрәм, тип һандыраны.
Таң атты. Ҡатыны тороп йыуынды ла сәй ҡуйҙы. Хөснулла ҡуҙғалманы. Бына ҡатыны янына килде.
– Мынауҙы, тик ятасы. Йоҡо һимертергә тиһәң, һиңә ҡуш, – тип ҡаты ғына төрттө һәм үҙ мәшәҡәттәре менән икенсе бүлмәгә сығып китте.
Тағы ун-ун биш минуттай ваҡыт үтте.
– Аһ-аһ-аһ, тормаған һаман, – ҡатын кеше тағы янына килде. Нимәлер һиҙенде, буғай, ҡағылмай ғына иренә бер килке текләп торҙо. Шунан һаҡ ҡына ҡулын уның маңлайына һалды һәм шунда уҡ кире тартып алды. Йүгереп ҙур бүлмәгә сыҡты. Телефонды алып, ҡабалан төймәләргә баҫты. Барыһын да үрҙән күҙәтеп торған Хөснулла уның «03» һанын йыйғанын күрҙе.
– «Ашығыс ярҙам», ирем тын алмай… Адрес: Ҡайынҡай урамы, бишенсе йорт. Зинһар, тиҙ булығыҙсы, – трубканы һалды. – Ҡәһәр һуҡҡыр, әллә юрамал ҡылана инде, кеше ҡурҡытып.
Хөснулла бер ни ҙә аңламаны. Ул һин дә мин йоҡлап ята, ә Миңнисаһы сәбәләнә. Хәйер, төштә нимә генә күрмәҫһең – ете донъя аръяғына барып ҡайтаһың, президенттар менән ҡултыҡлашып йөрөйһөң, гүр эйәһе булған атабабаларың менән аралашаһың. Хәҙер уяныр ҙа, ҡатынының тәмле сәйен рәхәтләнеп эсеп алыр, шунан гаражынан машинаһын алып килер, көнө буйына баҡсаһына сығып китер. Бөгөн ял. Ҡабаланаһы түгел...
Хөснулла һуңғы осорҙа йәшәгән һәр көнөнән ниндәйҙер айырым бер кинәнес таба. Йәш сағында ла шулай була торғайны. Кәләш алып, ғаилә ҡороп ебәргәйне, тормошо мәшәҡәттәргә күмелде, тынғыһыҙға әүерелде. Үҙ ниәт-теләктәрен гел өҫтөн ҡуйырға, үҙе өсөн тик үҙе генә хәл итергә күнеккән егет кәңәшләшеп эшләүҙе, ҡайһы ваҡыт башҡаның теләгенә буйһоноуҙы ауыр ҡабул итте. Ни генә тәүәккәлләһәң дә, тағы бер кешенең – хәләл ефетеңдең – фекерен иҫәпкә алмай мөмкин түгел ине ғаиләле иргә. Һәр аҙымыңа отчет та бирәһең өҫтәүенә!
Ҡайҙа барҙың, кем менән күрештең, нимә тураһында һөйләштең… Ғөмүмән, Хөснулла ғаилә тормошонда шәхсәнлеген юғалтты. Хатта үҙ уйҙарын рәткә килтерергә, тиҫтә йылдар дауамында ҡайһы бер фекерҙәренең осона сығырға ла форсат тапмай йөрөнө.
Балалары ҙурайып, урта хәллерәктәр рәтенә инерлек мал-монаят туплағас, ҡатыны ла тынысланғандай булды, үҙенә лә хуш күңеллелек ҡайтты. Тик ваҡыт ҡына көтөп тормағайны. Сәстәренә сал ҡундырҙы, йөрәген насарланы, тынын ҡыҫты, быуындарын ауырландырҙы.
Иллене үткәс, үҙ-ара һүҙ сыҡмаһа ла, бер төптән килешкәндәй, бер-береһенә талапты йомшарттылар. Ҡатыны, ҡайҙа барһа ла, Хөснулланы эйәртеп йөрөүҙе артыҡ күрә башланы. Хөснулла хәҙер гаражында көнө буйы юғалып йөрөһә лә, Миңниса, элекке кеүек, ҡайҙа йөрөйһөң эт һуғарып, тип бәйләнмәй. Яуабын ҡабул итә, ышана, йылы ашы менән һыйлай.
Хөснулла бәйеленән аҙған боҙоҡ кеше түгел. Уға яҙыу өҫтәле булһа, баҡсаһында ерҙә соҡоноп алһа, тимер игәп, эшләмәй ятҡан әйбергә «йән» өрөп ебәрһә, шул еткән. Хеҙмәттәштәре лә үҙен ихтирам итә, журналист булараҡ юғары баһалай.
Тормошоноң ошолай күңеленә ятышлы үҙгәреп китеүенә һөйөнөп бөтә алмай Хөснулла. Һәр тыуған таңдан мөғжизә, оло хәҡиҡәттең асылышын көтөп йән ата.
* * *
Ир һаман да урынында ята. Үҙе төшөндә өй эсен түбә аҫтынан байҡап йөрөй. Телефон трубкаһын урынына ҡуйғас, Миңниса, нишләптер, бик һаҡ ҡына тағы йоҡо бүлмәһенә үтте, яҡын килмәй генә уға оҙаҡ текләп торҙо. Йоҙроҡҡа төйнәлгән бармаҡтарын кимерҙе. Икеләнһә, ҡурҡһа, шулайта ул. Әллә илай ҙа инде – күҙҙәрен һөрткөләп ала. Сәйер, төнө буйы янында түшәктә ятҡан ҡатыны уға ҡурҡып төбәлгән.
Табип килеп инде.
– Ауырыу ҡайҙа? – Һорауы шул булды.
«Ауырыу?!. Ниндәй ауырыу?» – Хөснулла бер ни аңламай.
– Бында!.. – Ҡатыны уны бүлмәгә саҡырҙы.
Табип ышаныслы аҙымдар менән Хөснулланың янына килде, усын маңлайына һалды, ҡулын һәрмәп, пульсын тыңланы, күҙ ҡабаҡтарын асып, бәләкәй генә фонарҙың утын тура күҙ алмаһына йүнәлтте.
Хөснулла бер ни ҙә тойманы.
– Ирең дүрт сәғәт тирәһе элек үтеп ҡалған, – тине табип.
Үтеп ҡалған? Хөснулла ҡапылғара был һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнә алманы.
– Һап-һау ине бит! – Миңниса һығылып илай башланы.
– Татлы үлем, тиҙәр был хәлде. Кеше йоҡлап китә лә уянмай. Үлгәнен үҙе лә белмәй ҡала. Бәхетле кеше һинең ирең, апай. Бәхетле булған, дөрөҫөрәге, –табип үҙен төҙәтеп ҡуйҙы.
Ул үлгән! Йәне кәүҙәһен ҡалдырып, үҙ аллы осоп йөрөүен яңы саҡ аңланы Хөснулла. Төш күрмәй икән, ә үлгән ул!
Йәне үрһәләнеп тыпырсынды. Әлбиттә, булған бушлыҡты биләп алған һәм шул уҡ ваҡытта бер нисек тә үҙен билдәләп булмаған нәмә тыпырсына алһа. Яңы ғына алтынсы тиҫтәне ваҡлағайны, йәшәй генә башлағайны ла баһа!
Гаражында үҙенә эш урыны ҡулайлап алды быйыл ғына. Киң өҫтәл ҡуйҙы, кәрәкле бөтә инструменттарҙы йыйнап тупланы, уларҙы уңайлы тәртиптә стеналағы махсус кәштәләргә, ҡаҙаҡланған сөйҙәргә, йәшниктәргә урынлаштырҙы. Лампа ултыртты.
Китсе, ул өҫтәл артына барып ултырыу түгел, уны күрә лә алмаҫмы бүтәнсә?
Йәне тағы үрәпсеп ҡуйҙы.
Бөгөн баҡсала картуфты күмеп бөтөргә, алма ағастарына, ҡарағат, ҡурай еләге ҡыуаҡтарына һыу ҡойорға ине ниәте. Аҙаҡтан тамылйып бешкән баҡса еләген йыйып алырға, мунса яғырға, һарыҡ итенән әҙерләнгән шешлекте ҡайын ҡуҙында ҡурып, ейәндәрен һыйларға уйлағайны.
Өс ейәне, бер бөртөк сәскәләй ейәнсәре шул тиклем һөйкөмлөләр, шаяндар, шуҡтар һәм отҡорҙар. Ҡартатай, тип үлеп кенә тора үҙҙәре.
Уларҙы башҡа һөйә лә алмаҫмы?
Ҡайһылай үкенесле китеп барҙы уйламағанда!
Шешлек өсөн әҙерләнгән ит һыуытҡыста бығып ултыра. Уны ҡалайтырҙар инде? Кәйеф-сафа табыны өсөн ҡулай ризыҡты йыназа уҡылған йортта ашауҙан тартынырҙар ул. Мәрхүмдең ҡулы тейгән, хәләл көсө һалынған нәмәне ҡапылғара ташларға ла ҡыймаҫтармы икән?
«Әсәләр көтәләр улдарын» тип атаған ҙур мәҡәләһе сығырға тейеш республика гәзитендә. Ул баҫманың киләһе һанына ҡарамала ултыртылған. Ялдан һуң, дүшәмбе көнө, яңы күҙ менән тағы бер тапҡыр ҡарап сығырға, шунан баҫырға килешкәйнеләр мөхәррир менән. Хәҙер ни ҡылырҙар инде. Шылтыратыусы булмағас, үҙҙәре эҙләй башлаясаҡ уны. Шунда ғына хәлен беләсәктәр. Тәүҙә аптырарҙар, шунан тетрәнерҙәр, аҙаҡтан ҡайғырырҙармы икән? Мәҡәләһен сығарырҙар ул сығарыуын. Тик исемен ҡара дүрткел менән уратып алырҙар.
Бәлки, уның тураһында бер кәлимә һүҙ ҙә әйтерҙәр. «Талантлы ине… Иртә китте... Үкенесле юғалтыу...» тип ҡайғы уртаҡлашырҙар.
Иртәгәһенә гәзит уҡыусыларға ла уның үлеп ҡалғаны мәғлүм булыр. «Йәш ине түгелме ни ул?» – тип аптырашырҙар. Тетрәнмәҫтәр, ҡайғырмаҫтар. Таныш-белештәре түгел бит. Гәзитте һалырҙар ҙа әле генә уҡығандарын онотоп та ҡуйырҙар.
Баҫмаға әҙерләгән мәҡәләһенең исеме унда күтәрелгән фәлсәфәүи темаға бер нисек тә ҡағылмай. Кинәйәләтеп алды уны. Ғөмүмән, йәшәйеш хаҡында фекерләй мәҡәләлә.
Унда шундай юлдар бар.
«…кеше ергә бәхет өсөн килә, тип пафос менән шапыртып яҙырға ярата шағирҙар. Ярты быуаттан ашыулыҡ тормош тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: кеше был донъяға ырыу-тоҡом ебен дауам итеү өсөн килә. Йәшәйешебеҙҙең башҡа мәғәнәһе юҡ!
Шул уҡ шағирҙан, нимә ул бәхет, тип һорайыҡ. Аныҡ ҡына яуап булмаясаҡ. Әлбиттә, иң элек ул, мөхәббәт, тиер (шағирҙарҙың яратҡан темаһы, ҡарты ла, йәше лә тылҡый уны). Күңелеңә ятышлы эш, ижад, ғаилә бөтөнлөгө, байлыҡ байманлыҡ, донъялар тыныслығы булыр артабанғы исемлек теҙмәһе…
Мөхәббәтте ғалимдар ауырыу төрөнә индергән. Ул кешегә бәхет килтерә алмай. Ялағайҙай балҡый ҙа, үкенестәргә, ғазаптарға һалып, юҡ була.
Шекспирҙың Ромео менән Джульеттаһы йәштәр өсөн өлгө булырға тейеш түгел. Был әҫәрҙә – тик тормош фажиғәһе генә. Байлыҡ та, ул «байыу», «байлыҡ туплау» төшөнсәләрен йөрөткән хәлдә, йәшәү маҡсаты була алмай. Банк иҫәбендә бер миллиард доллары ятҡан кеше үҙен нисек тоя? Был осраҡта бәхет тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкинме? Юҡ, әлбиттә. Миллиардер иркенләп урамдан үтә лә, кешеләр менән ихлас аралаша ла, тыныс йоҡлай ҙа алмай, Ул – аҡсаһының ҡоло, һәр саҡ һаҡсылары һәм тимер ишек биге артында. Ҡолға бәхет – яҙыҡ күренеш!
Бөгөн барлыҡ ғәм ҡыжыранып мал ҡыуырға, донъя бөтәйтергә керешеп китте. Тормоштоң фанилығын онотоп, ҡәҙерле ғүмерҙәрен ялған ҡиммәттәр артынан ҡыуып сарыф итәләр.
Малһыҙ ҙа тороп булмай был донъялыҡта. Тайгаға китеп, яңғыҙҙары көн иткән старовер Лыковтар ғаиләһе матди йәһәттән мохтаж йәшәнеме икән ни? Юҡтыр. Сөнки матди яҡтан йәшәү кимәлен һәр мөхит үҙе билдәләй һәм шуға ынтыла. Кешенең инеп ятырлыҡ урыны, ел һуҡмаҫлыҡ, ямғыр үтмәҫлек торлағы, астан интекмәҫлек ризыҡ тупламаһы, миҙгелгә ҡарап кейеме булырға тейеш.
Бөгөнгө заманда – машинаһы, телефоны, компьютеры. «А» нөктәһенән «Б» нөктәһенә ун миллион һумлыҡ «Ауди» машинаһында барҙың ни ҙә, алты йөҙ
меңлек Рәсәй машинаһында ни – һөҙөмтә бер үк. Кеше, хәрәкәт итеү процесын уғата ҡатмарлаштырып (ҡыйбатландырып), үҙенә тағы проблемалар өҫтәй.
Ҡыйбат машина күберәк аҡса талап итә, уны табыуға бәйле мәшәҡәттәрҙе арттыра. Урлап алып китмәһәләр, боҙолоп ҡуймаһа ярар ине, тип көнөн дә, төнөн дә хафаланырға мәжбүр итә.
Бөгөнгө тормоштоң ҡайһы өлкәһен алһаҡ та шулай. Шәүлә артынан ҡыуабыҙ.
Кеше – хеҙмәт емеше. Хеҙмәттә, ижади хеҙмәттә уның асылы! Хеҙмәт һәм ижад емеше – нәҫелде дауам итеүгә бәрәбәр төшөнсәләр.
Иҫкә алынған Лыковтарҙың яҙмышы, ғөмүмән алғанда, фажиғәле. Хеҙмәт фиҙакәрлеге күрһәтеп, тайгала тормош ҡора алғандар. Әгәр тереклек итеү өсөн көндәлек көрәш, мөкиббән китеп дингә табыныу булмаһа, улар тәүге ҡышта уҡ һәләк булыр ине. Ләкин рухи бөйөклөк өсөн улар нәҫел тамырҙарын ҡоротоуға барған. Икеләнәм: был лайыҡлы ҡорбанмы икән?
Юҡтыр…
Бөгөнгө заманда хеҙмәттең дә, ижадтың да бәҫе китте. Үҫеп килгән яңы быуындың да шуға биле бушаҡ.
Әсәләр көтәләр улдарын… Улдарын! Тыуған еребеҙҙе гөл-сәскәгә күмерҙәй, ырыуының нәҫел ебен бер ваҡытта ла өҙмәй дауам итерҙәй улдарын…»
Үҙе үлеп ята, ә тормош асылы тураһында фәлсәфәһе донъя күрәсәк. Ниндәйҙер мәғәнәһеҙлек бар кеүек бында. Мөхәрриргә шылтыратып, мәҡәләне һандан алдыртырға кәрәк… Хәйерһеҙ, нисек шылтыратһын ул баҡыйлыҡтан?
Унан фанилыҡ менән кире бәйләнеш юҡ бит.
Һай, ҡайһылай насар хәлгә тарыны...
* * *
– Мәйетте беҙ алып китәбеҙ. Медэксперт үлем сәбәбен асыҡларға тейеш, – тип табип телефондан ярҙамсыларын саҡырҙы.
– Миңә хәҙер нимә эшләргә? – юғалып ҡалған Миңниса күҙҙәрен мөлдөрәтеп табипҡа текләне.
– Ы-ы-ы… Туғандарығыҙға хәбәр итегеҙ, балаларығыҙға, тағы ла… Муллаға...
– Ә?.. – Миңниса йәнһеҙ кәүҙәгә ымланы.
– Былмы? – Табип та ҡарашын мәйеткә күсерҙе. – Бер-ике сәғәттән моргҡа барып белешергә кәрәк. Унда сират инде… Йәһәтләтергә теләһәгеҙ – әмәлен үҙегеҙ беләһегеҙ…
Хөснулланың кәүҙәһен носилкаға күсереп һалдылар ҙа сығыу яғына ыңғайланылар. Йәне лә эйәрҙе. Тик ишек аша үтә алманы. Ниндәйҙер кәртәгә эләгеп, туҡтап ҡалды. Нисек кенә тыпырсынмаһын – уға юл ябыҡ ине.
Хөснулланың йәне яңы асылына һаман күнегә алмай. Уны мәйеткә булған сәйерһенеү, уға ҡурҡып ҡарау албырғатты. Үлһә лә, ул – Хөснулла ла баһа!
Яҡын барырға, ҡағылырға сирҡаналар, ымлап күрһәтәләр, исемен атамайҙар.
Хәҙер ул бөтөнләй юҡмы ни? Кисә генә һөйөшкән ҡатыны уға ҡарарға ла ҡыймай. Ҡайһылай аяныс был тормош һәм уның аҙағы!
Миңниса тағы йоҡо бүлмәһенең ишегенә барҙы. Инмәне. Ишек аша яңы ғына Хөснулла ятҡан урынға бағып торҙо. Аш бүлмәһенә үтеп, нишләптер, һауыт-һабаны шалтыратты. Бәлки, ауыр тынлыҡты ҡыуырға, тауыш сығарырға теләгәндер. Ҡунаҡ бүлмәһенә сығып, иҙән уртаһында байтаҡ торҙо.
Хөснулланың йәне артынан эйәреп йөрөнө.
– Эй Аллам, – тине лә миңрәүләнгән кешегә иҫ ҡайтҡандай, телефон янына барҙы. Төймәләргә баҫҡыланы. – Апай… – сеңләп илап ебәрҙе. Телефондан «Алло, алло, нишләп илайһың? Ни булды?» тигән тауыштар ишетелде. – Апай…
Кейәүең үлде лә ҡуйҙы бит, – Миңниса тағы һыҡтауға күсте. Сымдың теге осонда ла албырғап ҡалдылар, ахыры. Оҙайлы пауза хасил булды.
– Нисек?.. Ҡасан?.. Хәҙер килеп етәм, – тип иҫенә килде Хөснулланың ҡайынбикәһе.
Хөснулланың йәне Миңнисаһын йыуатҡыһы килде. Тик өнһөҙ шаһит булып түбә аҫтында эленеп тик торҙо.
Хөснулланың хәтерен һаҡлаған йәне Хөснулла булып фекерләй ине әле.
Журналист һәр хәлде анализлай башлай, ғәҙәттә.
Миңниса ни ҡылырға белмәй бүлмәнән бүлмәгә йөрөгән арала ул кеше тормошоноң фанилығы тураһында уйланып өлгөрҙө.
Ғалимдарҙың асыҡлауынса, ирҙәрҙең ҡыҫҡа ғүмерле булыуы бабайҙарҙың донъялыҡта кәрәге ҡалмауҙан килә, имеш. Әбейҙәр бала бағырға ярҙамлашһа, ҡартайған ир ғаилә өсөн әрәмтамаҡ ҡына икән. Тәбиғәт кеше интеллектынан ғәйрәтлерәк шул.
«Мин бит яңы иллене үттем. Барыһына ла кәрәгем бар ине әле. Нишләп иртә үлдем?» – тип ҡайғырҙы Хөснулланың йәне, ошоларҙы уйлағас.
Әллә хәҙер ирҙәрҙең бабай йәшенә етмәһә лә кәрәге ҡалмаймы? Булыр.
Малды бит ҡатындар ҙа мул ғына табырға өйрәнде. Хатта ҡайһы осраҡта ирҙәрҙе лә уҙҙырып ебәрәләр. Мөмкинлектәр тигеҙләнгән.
– Апай… – Миңниса, илап, ишектән ингән апаһы менән еҙнәһенә ташланды.
– …Үлеп ятҡан да ҡуйған төндә, – тине һулҡылдау аша.
Апаһы туғандарына әйтеп өлгөргән икән, өй эсе кеше менән тулды.
– Балаларға нисек итеп еткерергә белмәйем. Әмәлен тапсәле, – тине Миңниса апаһына.
Балалары…
Улар икәү. Йәш булһалар ҙа, аяҡтарында ныҡ баҫып торалар. Шап-шаҡтай аталарының үлеп ятыуына ышана ла һалмаҫтар, моғайын. Йәш кеше үлемде уйламай, көтмәй, уны ҡабул итмәй.
– Телефон аша ярамаҫ, барып киләйем… Һин, Әҡсән, тағы берәүҙе ал да моргка дуй. Беҙ бында, ул тегендә яңғыҙ, тигәндәй… Етем мәйеттәй... Ҡуйһаңсы, ҡайһылайтып хәбәр һөйләп торам… Кем уйлаған, – Хөснулланың ҡайынбикәһе бер хәлдә лә юғалып ҡала торғандарҙан түгел шул. Ана, ҡайһылай эшлекле тота үҙен. Кем нимә эшләргә белмәй торғанда, теҙгенде үҙ ҡулдарына алды ла ҡуйҙы.
Зөлфиә ҡыҙының фатирға ингәндә күҙҙәре ҡыҙарып шешенгәйне. Хәбәрҙе ишеткәс, ныҡ бөтөрөнгәндер инде.
– Әсәй!.. – тине лә, быуынһыҙланып, әсәһенең ҡулдарында бауланып эленеп ҡалды.
– Ай Аллам… Тиҙерәк нашатырка бирегеҙ, – тип үрһәләнде әсәһе. Өй эсендә ығы-зығы ҡупты. Йәш ҡатынды диванға һалдылар, кем һыу бөрктө, кем һауа елпене.
Хөснулланың йәне ҡыҙының шул тиклем бөтөрөнөүен ауыр кисерҙе. Һәм үҙенең фанилыҡтан мәңгелеккә китеп барыуына тағы бер тапҡыр инанды.
Азат улы ирҙәрсә сабыр тота үҙен. Диван ҡырыйына барып ултырҙы ла, бер нөктәгә текләп, ҡатып ҡалды.
Телефон шылтыраны. Уға иң яҡын торған ҡоҙаһы алды трубканы.
– Алло… Ярай, – тине лә трубканы һалды. – Алып киләләр…
Өйҙәгеләр бер-береһенә ҡарашып алды. Кемеһелер сығырға уҡталды,
ҡәйнеше нишләптер ике ҡулына ике ултырғыс алды ла, ҡайҙа ҡуйһам уңай булыр икән, тигәндәй, өйөрөлөп, бүлмәне байҡап сыҡты.
– Ә, ҡайҙа?.. – тип, бер кемгә лә төбәмәй, билдәһеҙлеккә өндәште. Уға иғтибар итеүсе булманы. Барыһының да йөҙө хәстәрле һәм хәсрәтле ине. Ниҙер эшләргә кәрәклеген аңлайҙар, тик нимәгә тотонорға, ниҙән башларға белмәйҙәр.
– Әс-сәләмү ғәләйкүм, – ишектән мулла күренде. Бүлмәләге барлыҡ халыҡ бер тындан еңел һулап ҡуйҙы.
– Хәҙрәт, мәйет килә… ята… Алып килергә сыҡҡандар… – үҙен төҙәтте Хөснулланың ҡайынбикәһе. – Кәрәк-яраҡтарын килтергәнбеҙ. Әҙер…
– Бик мәслихәт. Иҙәнгә, ошо тәңгәлгә ябыу ябырға кәрәк… Эйе- эйе, шулай… Тамам… – артабан һәр кем тик мулланың ауыҙына ҡарап торҙо, әйткәндәрен теүәл үтәне.
Бына кәүҙәһен тәғәйенләнгән урынға килтереп һалдылар. Мулла доға уҡып торҙо.
– Атай-й-й… – Зөлфиә ҡыҙынан, уға ҡушылған ҡатынынан башҡа тауыш сығарыусы булманы. Улы шым ғына яҡындарын ҡосаҡланы. Ул да һығылып ҡына илай ине, иң башын һелкендереп. Ирҙәрсә, тауыш сығармай ғына. Ошо мәл ҡайғырыуҙың, ҡайғы белдереүҙең кульминацияһы булды, ахыры.
Артабан һыҡтап илаусы, көтөлмәгән юғалтыуҙан өҙгөләнеүсе булманы. Һәр кемгә ниндәйҙер йомош йөкмәтелде. Хөснулланың туған-ырыуы эшлекле ҡиәфәттә уға ҡарата туғанлыҡ бурыстарының иң һуңғыһын еренә еткереп атҡарыу теләге менән таралыша башланы. Өйҙә мәйет тәрбиәләргә тәғәйенләнгәндәре генә тороп ҡалды.
Ҡайғының шулай тиҙ һүрелеүенә Хөснулланың йәне әрней биреп тә ҡуйҙы.
* * *
Мәйетте тәрбиәләүсе ир-аттың бурысы муллаға ярҙам итеүҙән ғибәрәт ине. «Алып бир», «тотош», «шул еренән күтәр», «әйләндер», «һыу ҡой» тип әйтеп эшләтте ул ярҙамсыларын.
Туғандарының тәненә сирҡанып тотоноуҙарына Хөснулланың йәне тағы яманһыулап алды.
Кәфенде бестеләр, мәйетте төрөп бәйләнеләр. Эштәре тамамланды.
– Халыҡҡа хәбәр итегеҙ, ясин уҡыйбыҙ, – тине мулла.
Өй эсе тағы кешеләр менән тулды. Тауыш сығарыусы булманы. Һәр кем, шым ғына үҙенә урын табып, мулланың башлауын көттө.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!.. Ясин… – мулланың көйлө тауышы Хөснулланың йәнен тынысландырҙы, уға тәғәйенләнеп, өйҙөң таш ябыуы аша үтеп, сағыу нур төштө. – Фасубхааналлаҙии биядихии малакууту кулли шай-ин уа илайхии туджаъуун...
Сүрәнең һуңғы өнө тыныу менән Хөснулланың йәне, нур күрһәткән юлдан кеше төйәге булған тар һәм тынсыу таш диуарҙы ташлап, күк көмбәҙе аҫтынан урын алды. Мәйетте өйҙән сығарыуҙарын, зыяратҡа алып барыуҙарын, ләхеткә һалыуҙарын, уны ябып, тупраҡ ташлауҙарын, ҡәберлектә яңы өйөм хасил булыуын күреп торҙо. Зыяратта аят тауышы тыныу менән ерҙә тыуған тағы бер йән, башҡа әйләнеп ҡайтмаҫҡа, асманға ашты. Мөғжизәле сәйәхәтен башланы.
Сикһеҙ рәхәтлек һәм ләззәт кисерҙе…