Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь , 15:52

Мәхмүт Сәлимов БАШҠОРТ АТЫ

Башҡорт аты әлмисаҡтан халҡыбыҙ менән бергә булған. Башҡорттар ир-егетте атһыҙ күҙ алдына килтерә лә алмаған. Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй, Ир-егеткәй менән ат башы, – тип юҡҡа йырламаған халыҡ. Беҙҙә көслө затҡа “ир-ат” тип өндәшәләр, йәғни ир һәм ат, тимәк, һыбайлы яугир, һаҡлаусы. Ихтирам менән мөрәжәғәт иткәндә, исемгә “атлы” һүҙе өҫтәгәндәр. Мәҫәлән, Мәхмүт атлы, тимәк, һыбайлы Мәхмүт. Ҡанбабаларыбыҙ үҙ ерҙәрендә үҙенсәлекле тоҡом сығарып, иң мөһиме, башҡорт атын килер быуындарға һаҡлай алған. Был – бихисап быуындарҙың эш һөҙөмтәһе, улар донъя көтөр һәм яу сабыр өсөн, ғөмүмән, һәр йәһәттән яраҡлы ат килтереп сығарған. Ат быуаттар дауамында ашатҡан, эсергән һәм ҡурсалаған, шуның менән халыҡ һөйөүен яулаған. Башҡорттарҙың бәхете һәм именлеге һәр ваҡыт тоғро аттарынан айырылғыһыҙ булған. Ҡанатлы ат Аҡбуҙат – башҡорт халҡының төп символдарының береһе. Башҡорттар аттарҙы йырҙарҙа данлай, улар тураһында риүәйәттәр һөйләй, эпостарҙа, бәйеттәрҙә, дастандарҙа, ҡобайырҙарҙа һәм әкиәттәрҙә ҡанатлы аттар батырҙың тоғро дуҫы булараҡ һүрәтләнә. Улар бергәләп тыуған ере, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә. Бер мәл таныш рәссам ысын күңелдән үкенеп, әлегә Урал тауҙары итәктәрендә башҡорт аттары өйөрҙәрен күреп булһа ла, XXI быуатта ат – юғала барыусы йән эйәһе, тине. Шуға ла аттарҙы сағыу буяуҙар менән ҙур картинала һынландырып ҡалдырырға теләне. Рәссамдың ниәте мине һоҡландырып ҡына ҡалмай, ҡулға ҡәләм алып, башҡорт атын хәтерҙәрҙә һаҡлауға, уны лайыҡлы бейеклеккә күтәреүгә ҡулдан килгән тиклем үҙ өлөшөмдө индерергә рухландырҙы. Буласаҡ китабымда хәтирәләр, риүәйәттәр, легендаларҙы туплап, башҡорт атын иң сағыу буяуҙар менән киндерҙә түгел, ә ҡағыҙҙа тасуирларға ниәтләнем. Рәссам һүҙендә торҙо. Далалағы башҡорт аттары тыйып торғоһоҙ ағым булып алға ынтылған һүрәт яһаны, күҙ асып йомғансы улар ҡанаттарын йәйеп, зәңгәр күккә осоп китер һымаҡ. Яңынан осрашҡанда ул тынысланғайны инде. – Мин башҡорт аты беҙҙең картиналарҙа ғына ҡалмаҫына ышанам, – тине ул, шатлығын йәшермәй. – Аттарыбыҙҙың ҙур-ҙур өйөрҙәре Урал тауҙары битләүҙәрендә тибендә ҡылған һайлар, ә яндарында башҡорттар тирмәләрҙә тәмле ҡымыҙ бешер. Ысынлап та, һуңғы осрашыуыбыҙҙан һуң унда нимәлер үҙгәргәйне, ҡыуанысы, ниндәйҙер яҡты өмөтө йөҙөнә сыҡҡайны. – Һин быға ышаһыңмы? – тип һораным, күтәренке кәйефе йоғонтоһона бирелеп. Бер килке һүҙһеҙ торғас, ул йылмайҙы: – Беләһеңме, башҡорт атын яҡлар һәм һаҡлар өсөн халыҡ йыйынға йыйыла. Баймаҡ районында Граф күле янында башҡорт атына арналған беренсе фестиваль уҙасаҡ. Ул хаҡлы булып сыҡты. Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысында июль аҙағында үткәрелгән беренсе республика фестивалендә форумдың төп идеяһы – башҡорт атын һаҡлау мәсьәләһе эшләнде. Төп сараларҙың береһе – “Төбәктәрҙәге ерле ат тоҡомдарын һаҡлау һәм үрсетеү” тигән Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһын уҙғарыу. Конференция эше барышында аҫыл маҡсатҡа өлгәшеү, Рәсәйҙәге ерле ат тоҡомдарын, шул иҫәптән башҡорт аттарын, өйрәнеү һәм үрсетеү буйынса төп бурыстар билдәләнде. Фестивалдә ҙур әһәмиәткә эйә тағы бер идея асыҡланды, уның асылы башҡорт халҡының милли ғорурлығын булдырыу һәм тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала. Был идея үҙ ерҙәрендә йәшәгән башҡорттарҙа, бөтәһенән элек, милли символдарға,ғөрөф-ғәҙәттәргә, тарихҡа, патриотизмға, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа нигеҙләнә. 2023 йылда уҙғарылған фестивалдә “Башҡорт аты” тоҡомо юридик яҡтан яҡланды. Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт  реестрға “Башҡорт аты” тигән төшөнсәне индерҙе һәм уның етәксеһе Юрий Зубов республика Башлығына “Башҡорт аты” брендын файҙаланыуға патент тапшырҙы. – Был беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Иң беренсе сиратта документ башҡорт атының уникаллеген дәлилләй. Был тоҡом беҙҙең биләмәлә  генә төрлө фактор – география, климат һәм кеше факторы йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән. Ошо уның сифаттарын билдәләгән дә инде – ат ышаныслы, ныҡыш, сыҙамлы һәм тоғро, – тине Радий Фәрит улы. “Башҡорт аты” тип тик Башҡортостандан сыҡҡан һәм бында үҫтерелгән тоҡом ғына һанала, был брендты йылҡысылар һәм мал үрсетеүселәр генә файҙалана ала. Башҡорт халҡы төп ҡиммәттәрен: ерҙе, тауҙарҙы, йылға-күлдәрҙе, ҡурайҙы, башҡорт телен, башҡорт бал ҡортон һәм башҡорт атын һаҡлап ҡала алған. Улар күптән инде халыҡтың милли символдарына әйләнгән. Башҡорттар быуаттар буйы, Тәңрегә табынған һымаҡ, атҡа табынған. Күптән түгел генә әле кешеләр үҙ тормоштарын һәм киләсәген аттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған. Хәҙер аттарға фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн кешеләрсә рәхмәт белдереп, башҡорт атының уникаль тоҡомон һаҡлау һәм ҡурсалау өсөн бөтә көстө һалырға ваҡыт етте. Башҡорт атын, халҡыбыҙҙың иң төп милли символдарының береһе булараҡ, полктың хәрби байрағы менән сағыштырырға мөмкин. Хәрби часть һуғыш ваҡытында полк реликвияһы – хәрби байраҡты юғалтһа, хәрби подразделение таратыла. Төп милли символдарын һәм реликвияларын һаҡлай алмаған халыҡ үҙен юғалта, тамырҙарын онота, ваҡыт ағышында һәм ерлектә иреп юғала... Үҙемә генә билдәле тәфсирләүҙәрҙе өҫтәп, башҡорт аты тураһында яҙырға булдым. Был эштә миңә башҡорт аты ярҙамлашты, ул миңә, ысынлап та, башҡорт халҡының тарихын һөйләне, мин уны ишеттем. Башҡорт атына үҙенсәлекле һәйкәл булдырырға ынтылышым булараҡ, эшемә уҡыусылар рәхимле ҡарап, уны тейешенсә баһалар, тип өмөтләнәм.

Мәхмүт Сәлимов БАШҠОРТ АТЫ
Мәхмүт Сәлимов БАШҠОРТ АТЫ

ДОН ДАЛАЛАРЫНДА

Үҙ Ватаныңды һаҡлауҙың күп быуатлыҡ традициялары – башҡорт халҡы тормошоноң нигеҙе, һәр осорҙа ир-ат, яугир, һыбайлының төп тәғәйенләнеше булған.

Намыҫ һәм дәрәжә, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ, көс һәм ихтыяр – яугир башҡорттоң бөтә был сифаттары уның тоғро дуҫы – аттан айырылғыһыҙ. Һәр ваҡыт шулай булған, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла.

2018 йылда Ростов өлкәһе Обливский районы Санеев үҙәнендә Башҡортостан Республикаһы Туймазы ҡалаһы һәм Ростов өлкәһе Каменск-Шахтинский ҡалаһы эҙәрмәндәре яуҙа һәләк булған аттарҙың ҙур ҡәберлеген тапты.

8-се кавалерия корпусының хәрби хәрәкәттәр журналында яҙылыуынса, был районда 1942 йылдың 25 ноябренән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырҙарса һуғыша, Ростов өлкәһе Обливский станцияһына ингән ерҙәрҙә ҡан ҡойошло яу алып бара. 8-се кавалерия корпусы командиры штабҡа аяуһыҙ һәм ҡанлы һуғыш тураһында доклад яһай: “25.11. 42 й. Кешеләр составынан, һәләк булып һәм яраланып, 559-ҙан ашыу яугир сафтан сыҡты. Яраланып, 4 полк командиры, 1 штаб начальнигы, 12 эскадрон командиры сафтан сыҡты. Ат составы – 915 баш. Бер көндә (25.11) дошман самолеттары 1000-дән ашыу осош яһаны. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, дошман авиацияһының бихисап пуляларын иҫәпкә алмағанда, яуҙа ҡатнашҡан һәр кешегә кәмендә 5-6 бомба ташланды. Бындай хәл 26, 27, 28 ноябрҙә лә ҡабатланды”.  (5, 145).

Шулай итеп, 8-се корпус командиры белдереүенә ҡарағанда, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының төп юғалтыуҙары дошман аваицияһынан була. Дивизияның 19 ноябрҙән алып 7 декабргәсә юғалтыуҙарының аныҡ һандары: а) кешеләр составында – 2631 кеше; б) аттар составында – 2098 ат. 18 көндә башҡорт дивизияһы ярты составын тиерлек юғалта. 1942 йылдың ноябренә дивизияның 87 проценты башҡорттарҙан тора. Башҡортостан яугирҙарҙы бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Полктар нигеҙҙә башҡорт аттарынан туплана, унан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) йылҡысыҡ резервынан тулыландырыла бара.

Донбасс өсөн ауыр һуғыштарҙа 1943 йылдың февраленән һуң дивизия “гвардия” тип аталыу хоҡуғын яулай. Гвардия частарын матди-техник тәьмин итеү Ҡыҙыл Армияның тыл структуралары тарафынан үҙәкләштерелеп тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, аттар нигеҙҙә РККА резервының йылҡысылыҡ фермаларынан килә башлай; гвардеецтар башҡаларҙан значоктары менән генә түгел, шулай уҡ һәйбәт кейемдәре менән дә айырылып тора, эш хаҡы ике тапҡырға, офицерҙарҙыҡы – бер ярымға арттырыла һ. б.

Әлегә Сталинград һуғышының йомғаҡлау этабында башҡорт ҡылыссылары дошманды ҡыйрата, юғалтыуҙарға ҡарамай, тыйылғыһыҙ алға бара. Башҡорт аттары үҙ һыбайлылары менән хәрби хеҙмәттең бар ауырлыҡтарын уртаҡлаша, батырҙарса һуғыша, ысын яугирҙар һымаҡ һәләк була.

Урындағы халыҡ Санеев үҙәнендә, шулай уҡ эргәләге Чугунка үҙәнендә һуғышта һәләк булған аттарҙың ҡәберлеге барлығын һәр ваҡыт белә, әммә ваҡыт үтеү менән улар онотола. Ватаныбыҙ азатлығы өсөн баштарын һалған хәрбиҙәр иҫтәлеген мәңгеләштерергә ынтылған кешеләр туғандар ҡәберлегенә обелискылар ҡуя. Улар Обливский районында ғына ла егерме дүрт, һәр береһендә 300-ҙән алып 600-гә тиклем һалдат ята.

Бәлки, хәҙер, ниһайәт, беҙҙең яугирҙар менән бергә һуғышҡан һәм яу яланында һәләк булған аттарҙы ла мәңгеләштерергә ваҡыт еткәндер. Башҡорт аты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында ғына түгел, шулай уҡ башҡа кавалерия частарында ла Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын намыҫ менән уҙған. Аттар еңеүгә ҙур өлөш индергән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Армияның 106 һыбайлыһы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, уларҙың 78-е – 112-се Башҡорт дивизияһынан. “Уларҙың данын хаҡлы рәүештә яугир дуҫтары – яу аттары бүлеште. Аттар еңеү хаҡына ифрат ҙур хаҡ түләне: 8 миллиондан ашыуы һуғыш яландарында ятып ҡалды”, (6, 7) – тип яҙа ауыл хужалығы фәндәре докторы И.Ә. Әхәтова.

*  *  *

112-се Башҡорт дивизияһының хәрби юлы буйлап автойөрөш ваҡытында Обливский тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Валентина Лымарева беҙҙе Глухомановский утарында Веня ағай (Вениамин Урустин) менән таныштырҙы. “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың декабрендә утарҙы азат иткәс, урындағы йонсоған һәм ас халыҡ башҡорттарҙы ныҡ шатланып ҡаршы алды”, – тип һөйләне ул.

Оккупацияны кисергән Веня ағай (ул саҡта уға 14 йәш тулған була) аттарҙы хәтергә төшөрөп, уларҙы йәлләне: “Бер ус бесән дә юҡ, һалам да юҡ, башҡорттар аттарына нимә ашатҡандыр, белмәйем”, – тип аптыраны. Ул башҡорт аттарының ҡаты тояҡтары менән ҡар аҫтынан былтырғы үләнде соҡоп ашағанын белмәй ине.

“Бер ваҡыт, – тип һөйләне ул, – немец бронепоезы эре калибр менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабын утҡа тотто, уларҙың ылауы Глухомановский утары янындағы ҡайын һыҙатында туҡталғайны”. Ҡайындар Дон далаларында һирәк осрай, ләкин 30-сы йылдарҙа бойҙай баҫыуы ситенә уларҙы колхозсылар ултырта, ҡайындар нығына, бейек булып үҫә, кешеләр был яҡтарҙа күренмәгән матурлыҡҡа һоҡланып туя алмай. Йәштәр сауҡалыҡты осрашыу урыны итеп һайлай, унда бер-береһенә мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа ант бирә. Ләкин фашистар дивизия штабы ылауы менән бергә сауҡалыҡты ла юҡ итә. “Шартлауҙарҙан ҡыйратылған тачанкалар беҙгә һуғыштан һуң бында ҡайындар үҫкәнен, бик күп кешеләр һәм аттар һәләк булғанын хәтергә төшөрҙө, – тип һөйләне Веня ағай. – Беҙ штаб ылауҙарының урман һыҙатында туҙҙырып ташланғанын күрҙек, штаб документтары янды, ел уларҙың көлөн далаға таратты. Штаб Алексеевский утарынан килеп туҡталған урында ауған ҡайындар ята, соҡорҙар өңрәйеп тора”.

Һуғыштан һуң ҡайын һыҙатын яңыртырға тырышып ҡарайҙар, хатта бында ни өсөн ағастарҙың үҫә алыуын да төшөнәләр. Уларҙы ер аҫтынан аҡҡан, күҙгә күренмәгән шишмәләр һуғарған. Шишмәләр урыны менән ер өҫтөнә сығып, ҡайын һыҙатын ғына түгел, боронғо казак йылғаһы Чирҙы һуғарып, йәнә йәшеренгән. Ҡайындар яңынан үҫмәгән, ләкин йығылған ағастар аттарҙы аслыҡтан ҡотҡарған.

“Шартлауҙан ауған һәр ҡайын янына һуғыш тынған арала аттар йыйыла, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡайындан юнысҡы ла ҡалмай, – тип һөйләне Веня ағай. – Ҡайһы бер имгәнгән, әммә әлегә йығылмаған ағастарҙы ла аттар ауҙарҙы. Беҙ уларҙың үҙҙәренә бик һирәк тәтегән тәмле аҙыҡты рәхәтләнеп ашағанын күҙәттек”.

*  *  *

Фашист оккупацияһын кисергән балаларға әсәләре менән бергә яу яландарында һәләк булған яугирҙарҙы йыйып алып, туғандар ҡәберлегендә ерләргә тура килгән.

Глухомановский, Солонецкий, Деево утарҙары малайҙары ла шундай ауыр эш башҡара – ҡыҙылармеецтарҙы ерләйҙәр. Оккупация, аслыҡ һәм мәхрүмлектәр балаларҙың үҫеүенә тәьҫир итә. Сибек, йонсоған бәләкәй малайҙар һәм ҡыҙҙар волокушаларға егелеп, һуғыш яландарынан һәләк булғандарҙы йыя.

Балаларҙың иң өлкәненә 14 йәш. Фашистар 15 йәше тулған бөтә үҫмерҙәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Германияға ҡыуа, унда уларҙың ҡолдарса хеҙмәтен иң ауыр эштәрҙә файҙаланалар.

“1942–1943 йылдың ҡышы ҡарлы һәм һыуыҡ булды, – тип хәтерләй В. Урустин. – Балалар һәр иртәлә артиллерия снарядтары йәшниктәренән яһалған волокуша ҡайыштарына егелеп, яландарға сыҡты. Балаларҙың нығынып етмәгән ҡулдары өсөн генә түгел, күңелдәре өсөн дә көс етмәҫлек эш ине был. Азат ителгән утарҙарҙа йәшәүселәргә тәрбиәгә ҡалдырылған бер нисә яралы башҡорт аты тиҙҙән һауыҡты, улар балаларҙың тоғро дуҫына әйләнде. Казактар аттарҙы дауалау серҙәрен белә, уларҙы һәйбәт тәрбиәләү һәм хәстәрлек тә килешә. Аттар азат ителгән утарҙарҙа хужалыҡты аяҡҡа баҫтырырға оҙаҡ ярҙам итте әле. Уларҙы үҫмерҙәр урынына волокушаға ектеләр, балаларға бер аҙ еңеллек килде. Һуғыш яланында табылған һуңғы һалдат ерләнгәс, һәләк булған аттарҙы йыйып, Санеев үҙәненә ташый башланыҡ. Район үҙәгенән немец ғәнимәт бронетранспортерын килтерҙеләр, уның ярҙамында яҙға ҡәҙәр дошмандарҙың серей башлаған кәүҙәләрен, ҡорал, ҡыйралған техниканы һәм тутыҡ ғәнимәттәрҙе йыйҙыҡ. Ошо уҡ бронемашина баҫыуҙарҙан аттарҙың мәйеттәрен йыйырға ярҙамлашты”.

Обливский районындағы 25 туғандар ҡәберлегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары менән 55-се кавалерия дивизияһы яуҙирҙары ерләнгән. Обливский станцияһы янында һәләк булған ике мең баштан ашыу башҡорт аты йыйылып, Санеев үҙәнендә ерләнгән. Әлегә бында батырҙарса һәләк булған һәм ысын яугирҙар һымаҡ ерләнгән аттарҙы кешеләрҙең хәтеренә төшөрөүсе иҫтәлекле таш юҡ. Мин яуҙа һәләк булған аттарға лайыҡлы һәйкәл ҡуя алырыбыҙға өмөтләнәм.

*  *  *

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт һыбайлыларының батырлығы тураһында бихисап миҫалдар һаҡланған, улар араһында ветерандарҙың хәтирәләре айырым урын алып тора. Бер ҡаты яу хаҡында уҡытыусым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажиәхмәт ағай Әхмәтшин һөйләне.

Бер мәл 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы буйлап автойөрөш ваҡытында яҡташтарым һуғышҡан һәм һәләк булған яланға юлыҡмаһам, был яуҙың ҡайҙа булғанын белмәҫ тә, күҙ алдына килтерә лә алмаҫ инем. Ул урын Обливский станицаһы янында. Унда Башҡорт дивизияһы ҙур юғалтыуҙар кисергән, унда уҡытыусым ҡаты яраланған, унда уның ауылдаштары, балалыҡ дуҫтары И. Таулийәров менән Х. Яхин һәләк булған. Күп йылдар уҙғас, Башҡорт дивизияһы яугирҙары 1942 йылдың ноябрь-декабрендә һуғышҡан һәм һәләк булған ошо урынға килдем.

75 йыл эсендә бында урмандар үҫкән, улар һуғыштан һуң ултыртылған, элекке дала ландшафтын үҙгәрткән, ләкин тәбиғәтте үҙгәртә алмаған. Элекке һымаҡ уҡ, иртә яҙҙа Дон далалары аҡһыл-күк сәскәләр ата, ә йәйен бөтә тирә-йүн көйҙөргөс ҡояш аҫтында тотош яна, тик аҡһыл ҡылған ғына елдә тулҡындар булып тәпәш ҡурғандарға тәгәрәй ҙә, итәктәренә һуғылып селпәрәмә килә, еңелсә бөҙөрө офоҡ аръяғындағы сикһеҙлеккә ынтыла.

Көҙөн дала ямғыр аҫтында ҡарая, ә ҡышын көтөлмәгән йәйәүле буран бар тирә-яҡты баҫып ала, артабан ҡырпаҡ ҡар үҙәндәрҙе ҡаплай. Ай аҫтында ҡырағай ялан көтмәгәндә яҡтыра һәм һилләнә. Һөҙәк үҙәндәр һәм һирәк ҡурғандарға киҫешкән Дон далалары икһеҙ-сикһеҙ киңлектәргә йәйелә.

1942 йылдың ноябрендә меңдәрсә аттарҙың тояҡ тауыштары, мылтыҡ шатырлауҙары, пулемет очередтары, кешеләр һәм аттарҙың әжәл алдынан ҡысҡырыуы далалағы төнгө тынлыҡты телә. Ер шартлауҙарҙан һелкенә, йөҙҙәрсә һыбайлыларҙың ҡаны һеңгән ҡар ҡарая...

*  *  *

1942 йылдың 6 октябрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Тербундағы обороналағы хәрби сиктәрҙе Ҡыҙыл Армияның яңы уҡсылар частарына тапшырып, Бабров ҡалаһына марш яһарға приказ ала. Унда, Тербун сигендә, Башҡорт дивизияһы йән аямай дошманға ҡаршы тора, сигенмәй, тыуған ерҙең бер аҙымын да яттарға бирмәй. Хәҙер дивизия алдына яңы хәрби бурыс ҡуйыла.

Төнгө марштарҙа 500 километрҙан ашыу юл үтеп, 2 ноябрҙә дивизия Еланский станицаһына килеп етә, Дон йылғаһының уң ярындағы плацдармда полктарын туплай.

Ҡыҙыл Армия Еланский плацдармында дошман тылдарына артабанғы рейд, хәл иткес фланг һөжүме өсөн йәшерен көсөн туплай. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡуйылған бурысты үтәп, яңы хәрби рубеждарға күсә. Дивизия ҡыҫҡа ғына ваҡытта, Бобров ауылы янындағы кисеүҙәге авиация һөжүменән яраланыусыларҙы иҫәпкә алмағанда, 547 километрҙы юғалтыуһыҙ тиерлек уҙа. Башҡорт аттары, аҙыҡтың наҡыҫ булыуына, фураж менән тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, был юлды юғалтыуһыҙ үтә.

Башҡорт дивизияһында Ҡыҙыл Армияның Сталинградтағы ҡаҡшамаҫ ныҡлығы тураһында ишетәләр, һәм был батырлыҡ миҫалы ышаныс бирә, хәрби һәм әхлаҡи рухты нығыта, уларһыҙ еңеүгә өлгәшеп булмай. Кавалеристарҙы Сталинградты ҡаһармандарса һаҡлаусыларға ярҙамға ашығыуҙары рухландыра.

Марштың йәшеренлеге һәм Ҡыҙыл Армияның Сталинград фронты флангыларында ҙур көстәр туплау сәбәбе буласаҡ оло стратегик операцияның “Уран” тигән дөйөм исеме менән аңлатыла. Хәҙер беҙ Сталинград һуғышының тамамлау этабында фронттарҙың фланг һөжүмдәренең масштабы һәм ҡеүәте хаҡында беләбеҙ, ләкин ул саҡта бер кем дә буласаҡ алыштың маҡсаттарын һәм бурыстарын белмәй. Бөтә күсенеүҙәр бик йәшерен үткәрелә, әммә ветерандарҙың һөйләүе буйынса, бөтәһе лә илебеҙҙең яҙмышы хәл ителәсәк буласаҡ ҙур алышты һиҙемләй. Барыһы ла алышҡа әҙерләнә, еңеүгә бер кем дә шикләнмәй.

19 ноябрҙә меңдәрсә артиллерия залпы Сталинград өсөн бөйөк яуҙың башланыуы хаҡында хәбәр итә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 8-се кавалерия корпусы составында дошмандың Еланский плацдармындағы оборонаһын өҙгәс, яуланған урынды биләй. Башҡорт дивизияһы дошман тылы буйлап хәрби рейдҡа ынтыла. Яугирҙар алдында дошмандың тере көсөн һәм коммуникацияһын ҡыйратыу, шул иҫәптән Обливский станцияһы районында Миллерово – Сталинград тимер юлын өҙөп, артабан Морозовск – Тацинский – Белая Калитва йүнәлешендә һөжүмде артабан йәйелдереү бурысы тора.

5-се танк армияһы частары алдына төп оператив-тактик бурыс ҡуйыла: тышҡы ҡамау ҡулсаһы булдырып, яңы частарҙың Паулюстың солғаныштағы 6-сы армияһына ярҙамға килеүенә юл ҡуймау, фашистарҙы ҡорал, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мөмкинлегенән мәхрүм итеү. Был хәрби бурыс үтәлә – немецтарҙы Сталинград янында ҡорал һәм тере көс менән тәьмин итеү туҡтатыла. Тиҙҙән фашистарҙың 300 меңле группировкаһы ҡамап алынып, әсиргә бирелә. Ләкин төп бурысты үтәрҙән алда Сталинград яуының тамамлау этабындағы һуғыштар нығыраҡ ҡыҙа, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тыйылғыһыҙ алға бара, ныҡышмалы алыштарҙа Дон станицаларын һәм утарҙарын азат итә.

Хәрби рейдтың икенсе көнөндә, 20 ноябрҙә, Блиновский станицаһы биләмәһендә фашистарҙың өҫтөнлөклө көстәре дивизияға һөжүм итә. Һайлап алынған немец батальондары 12 танк ярҙамында өс яҡлап кавалеристарға ҡаршы һөжүм башлай. Ҡылыссылар станица тирәләй оборонаға күсергә мәжбүр була.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Блиновский районы биләмәһендәге һуғыштар хаҡында корпус штабына белдереүенән:

“Ныҡышмалы һуғыштар һөҙөмтәһендә башҡорт дивизияһы частары 400-ҙән ашыу фашисты юҡ итте, дошмандың 163 һалдатын һәм офицерын әсирлеккә алды...”, ләкин беҙҙә лә юғалтыуҙар булды: “...ошо ауыр һуғыштар һөҙөмтәһендә кавалерия дивизияһы частарының 600-ҙән ашыу яугиры һәләк булды һәм яраланды, шул иҫәптән ике полк командиры – подполковниктар Күсимов менән Макаев яраланды”. (5, 141).

Генерал Шайморатов һыбай башҡорттарҙың фашистарға ҡаршы һөжүменә етәкселек итә. Ошо һөжүм ваҡытында уның данлыҡлы саҡырыуы яңғырай: “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!”

Башҡорттар Блиновский станицаһы янында дошманды ҡыйратып, алға ташлана, артабан ҡаты һуғыштар Аржановский станицаһы, Алексеевский утары һәм, ниһайәт, Обливский станцияһы янында була. Бер аҙна эсендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы дошман тылында һуғыша-һуғыша 200 километрҙан ашыу юл уҙып, тиҫтәләрсә станицаларҙы, утарҙарҙы азат итә.

“Был осорҙа, рейд ваҡытында, дивизия дошмандың 7031 кешеһен юҡ итә, 481 кешене әсирлеккә ала, 10 самолет, 25 танк, 8 бронемашина, 12 пушка, 21 минометты ҡыйрата, 5 хәрби кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ келәте шартлатыла, 14 келәт тартып алына һ. б. Башҡорттар үҙҙәренән һан буйынса ике тапҡырға күберәк дошманға зыян килтерә”.  (5, 154).

Башҡорт кавалерия дивизияһы Ростов өлкәһендә ҡаты һуғыштар алып барыуын дауам итә. Ләкин дивизия шунда уҡ Обливский тимер юл станцияһын барған ыңғайға яулай алмай. Фашистар яҡын юлдарҙа күп эшелонлы оборона ҡора, вермахттың ике пехота полкы окоптарҙа урынлаша, станцияның үҙендә эсэс батальоны һәм танкылар була. Немец бронепоезы тимер юл станцияһына яҡын юлдарҙы утҡа тота, артиллерия һәм миномет батареялары фронттың һәр квадрат метрын снарядтар һәм миналарға ҡойондора. Ике аэродромдан осоусы немец самолеттары дошмандың ерҙәге частарын һауала һаҡлай.

Башҡорт кавалерияһы ҡылыссылары Обливский тимер юл станцияһына яҡын юлдарҙа оборона тоторға мәжбүр була, аттарҙы дивизия штабы урынлашҡан Алексеевский утарына илтәләр. Эргәләге флангыла алыштырғыһыҙ командир генерал Чаленко Иван Терентьевич етәкселегендәге 55-се Алтай кавалерия дивизияһы оборона биләй, икенсе флангыға саҡ ҡына һуңыраҡ 40-сы уҡсылар дивизияһы частары һәм подразделениелары килә башлай.

Дивизия юғалтыуҙар кисерә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор М.М. Шайморатовтың 8-се кавалерия корпусы штабына докладынан: “1942 йылдың 19 ноябренән 7 декабренәсә полк командирҙары алмашынды: а) 275-се кавалерия полкында – 6 полк командиры: б) 294-се кавалерия полкында – 5 полк командиры: в) 313-сө кавалерия полкында – 3 полк командиры. Бөтә эскадрондар һәм взводтарҙың кадровый командирҙары һәләк булды. 112-се Башҡорт кавалерияһында юғалтыуҙар – 2631 кеше; аттар – 2098. Дивизияның төп юғалтыуҙары дошмандың авиацияһы арҡаһында күрелә...”  (5, 145).

Ҡылыссылар Чугунка тип аталған үҙән буйлап окоптарға йәшеренә, ләкин дала һаҡлай алмай, башҡорттар дошман авиацияһынан ҙур юғалтыуҙар кисереүен дауам итә. Яланғас далалағы ҡарҙа улар фашист бронепоезы, немецтарҙың артиллерияһы һәм миномет батареялары өсөн еңел сәп булып сыға, дошмандар алдан билдәләнгән квадраттар буйынса окоптарҙағы яугирҙарҙы утҡа тота. Самолеттар көн дә ҡылыссыларҙы бомбаға ҡойондора.

Кавалеристар бер аҙна буйы асыҡ далала, ҡарҙа, үҙәндәрҙә дошман самолеттарынан йәшеренергә тырыша. Шартлауҙар иҫәндәрҙе һәм һәләк булғандарҙы тупраҡҡа күмә, ярсыҡтар һыҙғырып һалдаттарҙың баш өҫтөнән оса ла оса...

Генерал Шайморатов яланғас даланың авиация өсөн еңел сәп булып ҡалыуын аңлай. Ул полктар ҙур юғалтыуҙар кисереүен дауам итеүен белә, командирҙар һәм рядовойҙарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәренән һуң дошманға һөжүм итергә була. Асыҡ далала бомбалар һәм снардтар шартлауы аҫтында һәләк булырға теләмәгән башҡорттар яуҙа үлеүҙе өҫтөн күрә.

Генерал-майор Шайморатов арҡаҙаштарының ынтылышын хуплай, станицаны әҙерәк юғалтыуҙар менән азат итергә форсат биргән тактиканы ҡулланырға ҡарар итә. Ул корпус командованиеһына операцияның маҡсаты тураһында доклад яһай, буласаҡ алыштың деталдәрен флангыларҙағы күршеләре менән килештерә башлай. Генерал Шайморатов оператив-тактик пландың бурыстарын этаплап үтәгәндә, тимер юл станцияһын аҙыраҡ юғалтыуҙар менән азат итергә мөмкинлегенә ышана, иң мөһиме – үҙ һалдаттарын буласаҡ алыштар өсөн һаҡлау.

Юғарғы командование ҡарарҙы раҫлағас, генерал Шайморатов Обливскийға берҙәм һөжүмдең деталдәрен аныҡларға 40-сы уҡсылар гвардия һәм 55-се кавалерия дивизиялары командирҙары менән элемтәгә инә.

“Уран” стратегик операцияһы башланыр алдынан Көньяҡ-Көнбайыш фронты командующийының генерал Шайморатовты 8-се кавалерия корпусы командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләү хаҡында приказы сыға. Генерал һөжүм операцияһы алдынан  дивизияны ҡалдырып китә алмауын аңлай, ҡуйылған бурыстың үтәлеүе уның хәрби тәжрибәһенә бәйле, башҡорттар үҙ командирҙарына ышана. Был тәғәйенләү уның шәхси үтенесе буйынса бойомға ашмай. Генерал М. Шайморатовтың вазифаға инеү тураһындағы кавалерия корпусы приказы хәрби операция тамамланғанға тиклем кисектерелә, ул командир корпусы урынбаҫары бурыстарын үтәүгә тотонмай. Вазифаға билдәләү хаҡындағы приказ ғәмәлгә инмәһә лә, М. Шайморатов инициатива күрһәтеүҙән һәм урынбаҫар, ә ҡайһы берҙә корпус командиры кимәлендә ҡарарҙар ҡабул итеүҙән ҡурҡмай. Ул кадровый офицер, субординацияны бер ваҡытта ла боҙмай, мәҫәлән, корпус командиры оператив-тактик планды һәм дивизия командиры ҡарарҙы раҫлағас ҡына хәрби план буйынса үҙ ниәттәрен күрше соединениелар менән килештерергә тотона.

1942 йылдың һалҡын декабрь иртәһен башҡорттар яу аттарында һыбай ҡаршылай, аттарҙы Алексеевский утарынан төндә килтерәләр. Һыбайлылар иртәнге ҡараңғылыҡта һөжүмгә теҙелә.

Немец самолеттары ҡәтғи расписание буйынса күренә: истребителдәр оҙатыуындағы еңел бомбардировщиктар сафты һаҡлап, дивизия позицияһына оса. Моторҙар геүләүе менән үлем яҡынлаша, ләкин барыһы ла урындарында ҡала, бер кем дә ҡымшанмай. Таралып урынлашыу һәм билдәләнгән ара менән хәрби тәртиптә урындарҙы биләү командаһы яңғырай. Һыбайлылар араһында – 25, тачанкалар араһында 100 метр ара ҡалдырыла. Бындай теҙелеүҙә ғәскәр дошман самолеттарына берәр генә сәпкә әйләнә.

Генерал Шайморатов штаб менән алғы һыҙыҡҡа күсеп, артиллерия дивизионынан алыҫ түгел позиция биләй. Беҙҙекеләр алдан билдәләгән сәптәргә артиллерия әҙерлеген башлай. Батарея дошмандың оборонаһын ҡыйратырға керешә.

Ләкин һыбайлылар һөжүм һыҙығын биләгәнсе, башҡорттарға ғына хас булған, яҙмышты хәл иткес ваҡиға тыуа.

Яуҙа ҡатнашҡан уҡытыусым Хажиәхмәт ағай Әхмәтшин һөйләгәндәрҙән: “Ҡышҡы иртәне хәрби аттарҙа һыбай ҡаршыланыҡ. Беҙ йәшәү менән бәхилләштек, үлемде лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләндек. Күптәр ҡулдарына бетеүен ҡыҫты, эстән генә доға уҡыны. Самолеттар күренеп, тигеҙ геүләү менән һыбайлыларға яҡынлаша башлағас, башҡорттарҙан кемдер ажарланып ҡылысын ҡындан тартып сығарҙы ла яңғырауыҡлы тауыш менән мең башҡорттарының оранын ҡысҡырҙы: “Алас-с-с-с!” Һуғышсан оранды ишеткәндәрҙең барыһы ла уны ҡабатланы, әйтерһең, үҙҙәренә ярҙамға изге уттың килеүен үтенде. Ҡурҡыныс геүләү һыбайлылар сафы өҫтөнән уҙҙы, көтмәгәндә икенсе башҡорт ҡыпсаҡ башҡорттарының боронғо оранын ҡысҡырҙы: “Тоҡсаба-а-а-а!”, уны тағы ла күберәк тауыш хупланы! Ҡылыстар ялтыраны, ауаздар геүләүе, һуңғы алышҡа саҡырып, бер флангынан икенсеһенә тулҡын һымаҡ тәгәрәне. Был иртәнге таңда яугирҙар дошманға ҡарғыш яуҙырҙы! Һуғышсыларҙың тулҡынланыуы аттарға күсте, улар ҡаты тояҡтары менән ерҙе соҡоно, көсөргәнде, түҙемһеҙләнеп дерелдәне. Аттар тиҙҙән дошманға һөжүмгә елдерәсәктәрен белә ине. Башҡорттар үлемгә әҙерләнде! Ҡапыл йәш, яңғырауыҡлы тауыш, яҡынлашып килгән дошман самолеттарының геүләүен баҫып, орандар һәм ҡарғыштарҙың тоноҡ тулҡыны аша ҡысҡырҙы: “Салауа-а-а-ат!”

Башҡаса бер кем дә, бер нәмә лә башҡорттарҙы тыйып тота алманы, изге “Салауа-а-а-ат!” исеме менән улар дошманға ҡаршы ташланды, ҡурҡыныс геүләү һәм меңдәрсә тояҡ тауыштарында дошман окоптарына елдергән был һәләкәтле лаваны бер кем дә туҡта алмаҫ һымаҡ ине.

Иртәнге сәғәттәрҙә асыҡ далала һыбайлыларҙы көтмәгән немец летчиктары бер ниндәй атыуһыҙ улар өҫтөнән аҫтан ғына осоп уҙа.

Немец траншеяларында ла был иртәлә һөжүмде көтмәйҙәр. Батарея командиры капитан М.М. Гәрәев артиллерия дивизионынан һаҡланып ҡалған ике 45 миллиметрлы пушканан һәм ике 76,2 миллиметрлы пушканан алдан билдәләнгән сәптәргә төбәп ут яуҙырырға керешә. Артиллеристар разведчиктар асыҡлаған дошман пулеметтары нөктәләренә һәм миномет батареяларына ата, туп-тура тейеүҙән улар бер-бер артлы күккә оса. Батарея командиры самолеттарҙың тиҙҙән урап киләһен белә, улар батареяларҙы ҡыйратасаҡ. Ләкин ваҡыт бар әле, артиллеристар икеләтелгән көс менән дошман позицияларын утҡа тота.

Артиллеристар барыбер дошмандың инженер ҡоролмаларын өҙгөләп, оборонаның беренсе һыҙығындағы пулемет нөктәләрен ҡыйратырға өлгөрә. Унда йәшеренгән немец һалдаттары менән бергә блиндаж тура атыуҙан һауаға оса, миномет батареяһы бер тапҡыр ҙа атып өлгөрмәй, доттар тонсоға, сәнскеле тимер сыбыҡ уратылып, танкыға ҡаршы терпеләр ҡуйылған алғы һыҙыҡ төтөнгә солғанып, тынып ҡала.

Самолеттар ҡоторған йыртҡыстар һымаҡ Гәрәевтең батареяһын ер менән тигеҙләгәнсе, артиллеристарҙың береһе лә ҡалтыранмай, расчет номерҙарының береһе лә орудиеһын ташлап китмәй, һалдаттар һуңғы мәлгә хәтлем ата. Батарея һәләк була, бары яралы командир иҫән ҡала, дауаланып сыҡҡас, ул 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия) дивизияһы составында Сталинградтан Берлинғаса фронт юлдарынан уҙа. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының артиллерия полкы штабы начальнигы вазифаһында майор Гәрәев һуғышты Эльбала тамамлай. Һуғыш йылдарында алынған яралар уға хеҙмәтен дауам итергә мөмкинлек бирмәй, ул сәләмәтлеге буйынса Ҡораллы Көстәр кадрҙарынан сығарыла. Һуғыштан һуң Гәрәев Миңлеғол Миңлегәрәй улы өйөнә ҡайтып, Шишмә районының Суҡраҡлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә алгебра һәм геометриянан уҡыта. Артиллерист Гәрәев бик күп яҡшы кешеләр, шул иҫәптән минең ике туған ағайҙарым Яҡуповтарҙы, тәрбиәләй, уларҙы математиканы, шулай уҡ Ватанды яратырға өйрәтә. Туғандар хәрбиҙәр яҙмышын һайлай һәм офицер булып китә.

Гәрәевтең артиллеристары арҡаһында башҡорттар яу аттарында кәртәләргә барып етә, артиллеристар яһаған өҙөктәр аша дошманға ташлана. Тачанкалар аттарҙы дошман траншеялары һыҙығы алдында ҡапыл туҡтата, дошманға башын күтәрергә лә ирек бирмәй, пулеметтарҙан атырға тотона. Был ваҡытта башҡорттар дошман оборонаһының икенсе һыҙығына йырып инә, сәнскеле тимер сыбыҡтарҙа түштәре йыртылған, ҡанға батҡан аттар ярһыуҙан дошманды тояҡтары менән тапай. Һыбайлылар блиндаждарҙан йүгереп сыҡҡан фашистарҙы тураҡлай. Еңеү яҡында ғына һымаҡ тойола. Ҡотолоп ҡалған немецтар өсөнсө һыҙыҡтың траншеяларына йүгерә, уларҙы ҡылыссылар эҙәрлекләй. Башҡорттар дошманды сапҡылый. Аҙ ғына тырышлыҡ – һәм дошман оборонаһы өҙөләсәк, кавалеристар Обливскийға бәреп инәсәк. Ләкин шул ваҡыт немец пулеметтары телгә килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрше флангылағы 40-сы гвардия уҡсылар дивизияһы билдәләнгән ваҡытта һөжүмгә күтәрелмәй. 55-се кавалерия дивизияһы эскадрондарын йәшерен генә һөжүмгә әҙерләгән арала көтмәгәндә һөжүм итеү форсатын юғалта, уларҙың уйы асыҡлана, ҡылыссылар яҡ-яҡлы ут аҫтына эләгә, унан дошман самолеттары осоп килеп етә. 55-се дивизия, хатта хәрби хәрәкәттәрҙе башлап та тормай, ҙур юғалтыуҙар менән сигенә. Был ваҡытта башҡорттар яңғыҙы ғына һаман һуғыша. Сәнскеле тимер сыбыҡтар аша бәреп ингән ҡылыссылар эре калибрлы пулеметтар атыуынан аттары менән бергә һәләк була, иҫәндәре, иптәштәренә ярҙамға килергә ынтылып, сәнскеле тимер сыбыҡтарҙы ҡырҡа, ләкин тиҙҙән борғо тауышы – сигенеүгә сигнал ишетелә.

*  *  *

112-се Башҡорт дивизияһының хәрби юлдары буйлап автойөрөш ваҡытында мин был яу яландарын күрҙем. Ошо ерҙәргә ҡарағанда күҙ йәштәренә быуылдым. Уҡытыусым, башҡорт дивизияһы ветераны Хажиәхмәт ағай Әхмәтшиндың хәтирәләрен иҫемә төшөрҙөм, “Салауа-а-а-ат!” тигән оран менән уларҙың ажарланып һуғышып, һәләк булыуҙарын күҙ алдыма килтерҙем! Бик аҙға ғына күҙҙәремде йомдом, миңә меңдәрсә тояҡ тауыштары, аттарҙың кешнәүе һәм башҡорттарҙың орандары, пулемет тырылдауы һәм самолеттар геүләүе ишетелгәндәй булды...

Хәҙер был ерҙәрҙә һуғыштан һуң ултыртылған ағастар һәм ҡыуаҡтар үҫкән, Обливский станицаһы эҙәрмәндәре яу урынында ҡуйған ҙур табыныу тәреһен иҫәпкә алмағанда, элекке алыштарҙы хәтерләтеүсе нәмәләр юҡ тиерлек.

Биш йыл элек, минең менән автойөрөштә булғандар, күҙ йәштәре аша был яландарға баҡты, бында беҙҙең яҡташтар – башҡорттар һуғышҡан, һәләк булған һәм еңгән. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны Хажиәхмәт ағай Әхмәтшин яу атының үлемесле яраланған ауылдашы Ишбулат Таулийәровты һуғыш ҡырынан алып сыҡҡанын, һөжүм ваҡытында һуңынан кәүҙәһе лә табылмаған балалыҡ дуҫы Хәләф Яхиндың һәләк булғанын күргән. Бәреп төшөрөлгән дошман самолеты торбаһынан яһаған ҡурайы ғына мөғжизә менән иҫән ҡала уның. Һуғыштан һуң башҡорттарҙан кемдер табып алған баҡыр ҡурай Берлинға барып етә. Уны турайтып, баҡыр торбаның ярсыҡ тейгән осон ҡырҡалар. Ул ҡыҫҡара, ләкин моңон юғалтмай. Элекке кеүек үк, һәйбәт уйнай, әммә тауышы бер аҙ киҫкенләшә. Ҡыҫҡа ял ваҡыттарында ул моңо менән башҡорттарға алыҫ Уралды хәтерләттереп, күңелдәренә үтеп ингән, артабанғы алыштарға көс-ҡеүәт биргән. Еңеүҙән һуң был музыка ҡоралы өйгә, Яхиндар ғаиләһенә ҡайтҡан. Ҡурай – яугир яраланған, ярсыҡтарҙан йәмшәйгән. Ул, һалдат һымаҡ, дошманға ҡаршы алышҡан, ауыр яраланған. Уны Яхиндар ғаиләһендә ҡәҙерләп һаҡлағандар. Улар улдарының ауылдашын рәхмәт уҡып, хәтергә төшөргән, ул Хәләфтең ысын батырҙарса һәләк булыуын, ҡулына ҡылыс тотоп, ғәййәр алыш ваҡытында күп дошманды ҡыйратырға өлгөрөүен һөйләгән.

Хәҙер ҡурай Ростов өлкәһенең “Самбек бейеклектәре” халыҡ хәрби-тарих музейында һаҡлана. Ҡәрҙәштәренең рөхсәте менән тантаналы шарттарҙа беҙ ҡурайҙы музейға тапшырҙыҡ. Ростовта булһағыҙ, Самбек бейеклектәрендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған стендта баһалап бөтөргөһөҙ ҡомартҡыны күрерһегеҙ.

Таулийәровтың һөлдәһен хәрби аты менән бергә һәләк булған, күп һанлы снарядтар шартлауҙан тупраҡ аҫтына күмелгән соҡорҙарҙың береһенән 80-се йылдарҙа табалар. Йыл да баҫыуға бойҙай сәсәләр, күп йылдар уның өҫтөндә башаҡтар тирбәлә, ләкин бер мәл ҡеүәтле трактор һабаны һалдат һәм уның атының ҡәберен аҡтарып сығара. Уны алыш алдынан һеңлеһенә яҙып, патрон гильзаһына һалған хатынан таныйҙар. И. Таулийәровты Ростов өлкәһе Алексеевский утарында туғандар ҡәберлегендә ерләйҙәр.

Хажиәхмәт Әхмәтшин иһә пулемет очереды ҡул суғын һындырып, уң ҡулының бармаҡтары өҙөлөп сыҡҡансы фашистарҙы ҡыра. Шунда ул ҡылысын һул ҡулына эләктерә лә дошман пуляһы эйәрҙән саҡ бәреп төшөргәнсе һуғышыуын дауам итә, ләкин тоғро аты үҙен һуғыш ҡырынан нисек алып сыҡҡанын, иптәштәре нисек медсанбатҡа алып барғанын хәтерләмәй.

Һуғыш дауам итә. Ҡылыссыларҙың иҫән ҡалғандары сигенгән далала уларҙы немец самолеттары ҡыуып етә. Летчиктар, үләкһә эҙләгән ҡарағош һымаҡ, улар өҫтөндә өйөрөлә, яңғыҙ сәптәрҙе һайлап, түбәндән генә уларға ата. Һуғыштан ярһыған башҡорттар, асыҡ далала дошман пуляларынан тайпылырға теләп, яу аттарында елдерә, осраһалар, уларҙан үс алырға һәм киҫәктәргә тураҡларға вәғәҙәләп, летчиктарға ҡылыс менән янайҙар. Летчиктар тоҫҡау аша башҡорттарҙы күҙәтеп, мыҫҡыллы йылмая, пулеметтарҙан оҙон очередтар ебәреп, гашеткаға баҫа, әммә һыбайлылар нисектер дошман пуляһынан ҡаса. Фашистар самолеттарында далала яңғыҙ һыбайлыларҙы ҡыуып йөрөтә, уларға бомбалар ташлай, пушкаларҙан һәм пулеметтарҙан ата, шулай ҙа бер нисек тә башҡорттарҙы ҡырып бөтә алмай. Аҙаҡ улар командирҙарына, бер һыбайлыны үлтереү өсөн бөтә хәрби запасты бөтөрөргә тура килә, тип доклад яһай.

Башҡорттар далала пуля ямғыры аҫтында өйөрөлсөк уйынсыҡ һымаҡ әйләнә, хатта үлер алдынан да дошманға ләғнәт яуҙыра. Уларҙың ҡылысы ҡышҡы ҡояш аҫтында ялтырай. Ваҡыт етер, иҫәндәр үлгәндәр өсөн дошмандан ҡаты үс алыр.

Был сая һөжүм тураһында Советтар Союзы Геройы генерал-майор Т.Т. Күсимовтың яҙмалары һаҡланған. Фрунзе исемендәге академияла уҡығанда ул 112-се Башҡорт дивизияһының хәрби хәрәкәттәренә анализ яһап, был хаҡта “Авиация осоштары ваҡытында кавалерия частарының эш итеүҙәре” монографияһын яҙа. Күсимов былай ти: “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының дошман авиацияһының тәьҫире аҫтында (Обливский, Сиволобов, Красный Яр) эш итеүҙәре шуны күрһәтте: авиация һөжүмендә интервалдарҙы һәм дистанцияны һыбайлылар араһында – 25–30 метр, пулеметтар, орудиелар һәм пулемет тачанкалары араһында 100–150 метр ҡалдырыу тере көстө һәм техниканы һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы булып тора, был бигерәк тә урында бер ниндәй ышыҡ ер, зенит орудиелары булмағанда зарури. Дошман авиацияһы һәм ер өҫтө көстәре әүҙем һөжүм иткәндә идара итеүҙе юғалтыуға һәм подразделениелар күсешенә юл ҡуймай, отделениеға тиклем бүлергә, һәр ваҡыт алға ынтылырға кәрәк”.  (5, 144).

Немец ҡоҙғандары һәм башҡорт һыбайлыларының ажарлы ҡапма-ҡаршылығы ҡарлы, һыуыҡ һәм асыҡ далала бер генә көн дауам итмәгән, башҡорттар ҙур юғалтыуҙар кисергән, ләкин сигенмәгән. 8-се корпус командиры дивизияның иҫән һуғышсыларын уң флангыға күсереп, Деево – Глухомановский – Сиволобов оборона һыҙығын биләргә ҡарар итә. Ғәййәр һөжүмдә башҡорттар Солонецкий һәм Деево утарҙарын азат итә.

Глухомановский утарында йәшәүсе Веня ағай (Урустин Вениамин) былай һөйләне: “Башҡорттар төн һайын аҡ маскировка халаттарында дошман тылына барҙы, иртән әсир фашистарҙы штабҡа килтерҙе. Беҙҙе азат иткәндәренә ҡыуандыҡ, тиҙҙән ҡәһәр һуҡҡан фашистарҙы тыуған еребеҙҙән ҡыуып ебәрәсәктәрен белдек. Башҡорттар 17 мең фашисты ҡырҙы!” Беҙ иһә еңеүҙән һуң байтаҡ йылдар уҙғас, Веня ағайҙы дүндереп торманыҡ, ысынбарлыҡта иһә 8-се кавалерия корпусы мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 7 меңдән артыҡ фашисты юҡ иткән. Паулюстың армияһы Сталинград янында ҡамап алынып, Ҡыҙыл Армия тарафынан юҡ ителгән! 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, улар Ҡыҙыл Армия сафтарында лайыҡлы һуғышҡан һәм дошманды еңеүгә өлгәшкән.

1942 йылдың декабрендә артиллерия уты артынан танкылар булышлығында һайлап алынған эсэс батальоны Деево утарына һөжүм итә. Башҡорттар уларҙың ҡыҫымына түҙә, бер нисә һөжүмде кире ҡаға. Ул һуғышта отделение командиры А.Х. Мәмбәтов, шулай уҡ рядовой ҡылыссылар Х.М. Ҡунаҡбаев, Н.С. Солтанов, Ш.Т. Шәйхетдинов батырҙарса һәләк була, тағы ла утыҙҙан ашыу беҙҙең һалдат тигеҙ булмаған алышта башын һала. Һикһән йылдан һуң был һуғышта батырҙарса һәләк булған Башҡорт дивизияһынан 12 яугирҙың исеме мәңгеләштерелде.

Деево утары янындағы һуғыштар ауыр һәм ҡан ҡойошло була, ләкин башҡорттар сигенмәй, Обливский станцияһы эргәһендәге ауыр алышты батырҙарса күтәрә. 1942 йылдың декабрь аҙағында 5-се танк армияһының яңы частары һәм подразделениелары килә башлай, улар Солонецкий, Глухомановский һәм Сиволобово утарҙарынан алыҫ түгел урынлаша. Яңы танкылар һәм личный составты тулыландырыу һалдаттарҙа Сталинград һуғышында тулы еңеүгә ышаныс тыуҙыра. Барыһы ла яңы һөжүмгә әҙерләнә.

1942 йылдың 31 декабрендә Ҡыҙыл Армия Обливский станицаһын азат итә, 3000 совет кешеһе әсирлектән ҡотҡарыла, немец бронепоезы, Паулюстың 6-сы армияһын тулыландырыуға әҙерләнгән танкылар һәм снарядтар тейәлгән бер нисә эшелон яндырыла, байтаҡ ғәнимәт тартып алына.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 31 декабрҙә төндә Деево утары янында фашистарҙың оборонаһын өҙә. Ҡылыссылар Чернышковский станицаһында дошман аэродромына ябырыла, 34 самолетты ҡыйрата. Башҡорт ләғнәте фашистарҙың башына төшә. Станицанан алыҫ түгел Красный Яр утары клубында 200 немец летчигы яңы 1943 йылды ҡаршыларға йыйыла. Төн ҡараңғылығынан ҡапыл ҡарлы кейемдәрҙә башҡорттар килеп сыға, часовойҙарҙы хәл ҡылғас, клубҡа инәләр...

Генерал Шайморатов алыштан һуң ҡатынына хат яҙа: “Ҡәҙерлем, Олик, дуҫҡайым, һин, Яңы йылды нисек ҡаршыланың, тип һорайһың. Яңы йылды фрицтар ҡаршыланы. Төндә беҙ уларға ҡунаҡҡа килдек. Кәйефләнеп алған 700 дошманды эләктерҙек, шул тиклемен юҡ иттек. Бик күп ғәнимәт алдыҡ... 44-се йылды бергә, таныштарыбыҙ араһында ҡаршыларыбыҙға шикләнмәйем”. Хат 1943 йылдың 2 ғинуарында яҙылған.

Фашистар барыһы өсөн дә яуап бирҙе. Улар беҙҙең ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы бомбаға тотто, меңдәрсә совет кешеләрен үлтерҙе, үҙҙәренең данһыҙ аҙағын Дон далаларында тапты. Башҡорттар йәнә ҡаршы тора алды, үҙҙәренең һәләк булған иптәштәре өсөн ҡон ҡайтарҙы. Һәләк булған һалдаттар яуҙан һуң 24 туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

Обливский районының Чугунка үҙәнендә башҡорт аттарының иң ҙур ҡәберлеге бар.1943 йылдың яҙында яуҙарға үлгән аттарҙы үҙәнгә ташығандар, унда Обливский станицаһы янында үҙҙәренең һыбайлылары менән бергә һәләк булған ике меңдән артыҡ башҡорт аты ята.

Минең унда башҡорт аттарына һәйкәл ҡуйыу хыялым бар. Һәйкәл кешеләргә башҡорт аттарының ысын һалдаттарҙай һуғышып һәләк булғанын һөйләр ине! Бәлки, аттар алдында кешеләрсә бурысты үтәргә ваҡыт еткәндер?!

(Әҫәрҙе тулыһынса 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 6-сы һанында уҡығыҙ)

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: