1991 йылдың декабре Ташкентта һәр йылдағыса тиерлек яуынлап килде, йыл бер һанға алғараҡҡа күсер алдынан алты градусҡа уҡ етеп, һыуытып алды, хатта боҙло ямғыр, ҡар яуып үтте.
Ҡыҙыл байраҡтар алып ташланылып, урынына йәшелле-аҡлы-зәңгәрле ерлеккә нәҙек кенә ике ҡыҙыл һыҙат үткәреп, ай менән йондоҙҙар төшөрөлгәне эленгән ҡала үҙәгендә һәм урамдарында “Мөстәҡиллек! Мөстәҡиллек! Мөстәҡиллек!” тип яр һалып, милли әләм болғап, шат үзбәктәр ҡайнаша; әсе сигналлы машиналар ҡолаҡ ярып геүелдәшә; урамдарға йәш дәүләттең 29 декабрҙә һайланған тәүге президенты Ислам Кәримовтың портреттары ҡуйылып, ике көндән ул вазифаһын үтәй башлап, халҡына Ант килтерҙе.
Үзбәкстанда икеләтә байрам - дәүләт яңы статуста президентлы, әләмле булып яңы йыл ҡаршылай...
Ә Сәбиләнең кәйефе һауа торошона ауаздаш, шиғырҙағыса: ырашҡылай, күҙ йәштәре аға боҙ ҡатыш...
l
Ҡырҙан ҡарағанда сәйер генә урынлашҡан кеүек ул урманлы-яланлы төбәктәге Ҡайынлыҡ – ярлауҙан йыраҡ та түгел туғайҙа йәйрәп Ағиҙел ағып ята, ә ауыл бер-береһенән шаҡтай алыҫ кескәй генә ике шишмә араһындағы ҡалҡыуҙа, урам араларында ҡойолар ҡаҙып, йәйҙәрен баҡса һуғарырға һыу еткерә алмай интегеп көн күреп ятҡан була. Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ, үҙем һыу буйҙарында - шул булалыр. Сараһыҙлыҡтан килеп сыҡҡан хәл был - иҫке ауыл йылға ярында урынлашҡан булған да, бер йыл яҙғыһын һыу ныҡ күтәрелеп, түбәнге яҡты тотош ағыҙып алып киткән. Кешеләрҙең дә, малдың да бик әҙе генә ҡотолоп ҡалған. Имен ҡалғандарҙың ҡоттары алыныуы шул тиклем булғандыр, кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр тигән ише, һыубаҫар туғайҙан ҡасып, ҡарҙан әрселеп өлгөргән ошондағы саңдауға артылып, аҡмай ҡалған йорттарын йәһәтләп күсереп һалғандар. Ул мәлдә ауылдың үҫере, яңы остарҙың шишмәләрҙән алыҫлаша барыры, һыу етмәй башлары баштарына ла килмәгәндер инде, тик ҙур йылғанан ғына йырағыраҡ булһын.
Сәбиләләргә яҡын шишмә һыуы ҡатыраҡ, юшҡынлы, унан һыуҙы түтәлдәргә һибергә, йыуыныу-сайыныуға ғына тотоналар. Аҡшишмә тигәне тәмле лә, йомшаҡ та, сәйҙе лә матур сығара, тик ул алыҫ, шуға зарураттан ғына, байрамдай күреп, барып киләләр. Бигерәк тә ҡыштарын ул тарафҡа үтеп тә булмай. Аш-һыуға, сәйгә ҡойо һыуын тотонорға тура килә.
Ҡайынлыҡтың һуңғы булып барлыҡҡа килгән урамын Аҡбалсыҡ осо тип йөрөтәләр, сөнки унан йыраҡ та түгел бөтә ауыл халҡы мейес, өй ағартыуға тотонған майлы ғына балсыҡ соҡоро бар. Яраға ла һалалар, ҡанды туҡтата, йәрәхәтте тиҙ уңалта тиҙәр. Фин һуғышынан яраланып ҡайтҡан ағайҙар шуның ярҙамында аяҡҡа баҫып киткәндәр, ти. Бер мәл әсәһенең ҡулына ҡайнар һыу һирпелеп киткәс, тиҙ генә мейес аҡлағандан ҡалған шыйыҡ аҡбалсыҡҡа тыға һалғайны.
Еҫе тәмле, бала-саға шуны ялап, мейес мөйөштәрен ялтыратып бөтә хатта. Сәбиләләр тап шул оста йәшәй ҙә инде, ҡайһы саҡ йүгерә һалып барып, әлеге соҡорҙан берәй киҫәк балсыҡ алып ҡайтып, әсәләре күреп ҡалғансы кәнфит урынына бер аҙ һурып йөрөп тә өлгөрәләр.
Һуғыш башланғанда Сәбиләгә туғыҙ ғына йәш ине. Өс йәшкә олораҡ Сәлимә апаһы, шунсаға уҡ кесерәк һеңлеһе менән хатта имсәк бала ғына энекәше лә әлеге мәлдән балалыҡ ҡоронан сыҡты тиергә лә мөмкин – атай-әсәй таң һарыһынан ҡыҙыл эңергә тиклем колхоз эшендә, балалар көн оҙоно үҙҙәре генә донъя көтә. Яҡын-тирәне ҡыҙырып, бесәй ҡойроғо, алабута, ат ҡуҙғалағы, мысай орлоғо йыйып, ҡатыҡҡа бутап, ҡош-ҡорт ашаталар, сөнки колхоз булһа ла, игендең бөртөгөнә тиклем ҡырып-һепереп дәүләткә оҙатып торалар. Кесерткәнде әсәһе үҙе ашҡа һалып бешерә. Бәрәңге күмәләр, ике ҙур ҡыҙ биҙрәләре ергә тейә-тейә яҡын шишмәнән йәшелсәгә һибергә һыу ташый – урамдағы ҡоҙоҡ һыуын йәйгеһен кәмей тип, аш-һыуға ғына тотонорға килешкәйнеләр. Ишек алдындағы аласыҡта ауылдан байтаҡ алыҫ урмандан атаһы йыйып алып ҡайтҡан тубырсыҡты һалып, самауыр ҡуялар, көндөҙ ут яҡмайҙар, көн аша ҡайнатырға ҡуйған һыуға һәр береһенә берәр генә йомортҡа төшөрөп бешереп алып, сәй менән генә мөрхәтһенәләр. Арып-талып ҡайтҡан әсәләре төнө менән нимәлер бешереп ҡалдырһа, уны йылытмай ғына ашайҙар, ут сығыуҙан ҡурҡалар.
***
Яҙ ҙа етте. Белоретта ул башҡа яҡтарға ҡарағанда ике аҙнаға яҡын һуңлабыраҡ көсөнә инә: Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе – Ямантауҙың ҡырыҫлығының ҡоһорон күрә. Шулай ҙа ҡояш та хәҙер алсағыраҡ, тау үңере лә ҡышҡы тунынан тиҙерәк арынырға тырышып, быуа яғына гөрләүектәрен атылдыра. Ҡыҙҙар ҙа ялҡытҡан бушлаттарын тиҙерәк ташлап ҡуйып, урамға йоҡараҡ кейенеп сығырға тырыша. Алдаҡсы яҙ йылыһы берсә аҡман-тоҡман менән алмашынып, берсә гөрләүектәрҙе селтәрле боҙ ҡаймаһына төрөп, байтаҡ ҡына көтөргә тура килде әле күлдәксән генә йөрөр ваҡытты.
Ҡала яҙғыһын күксин болотона төрөнә икән, сәскәләре ҡойолғанса уның хуш еҫе заводтан сыҡҡан төтөн ыҫын да баҫып киткән кеүек булды хатта. Яҡындағы урманда ҡоштар сутылдауы, кәкүк саҡырыуы күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ килтерә. Сәбиләнең дә ауылды, әсәһен, туғандарын һағыныуы иңен баҫҡандан-баҫа, хәленән килһә, ҡоштай осоп ҡына ҡайта һалып килер ине. Иртәләрен мендәренең күҙ йәшенән лыс һыу булған яғын аҫҡа әйләндереп һала ла эшкә йүгерә.
Тап шул мәлдә мәктәптең тотош бер сығарылышының яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән хәл пәйҙә булды ла инде.
Ул көндө практикаға барырға тейеш инеләр ҙә, директор ниңәлер уҡыу корпусына йыйылырға ҡушҡан. Сәбиләләр төркөмөн иркен класс бүлмәһенә индергәндә унда беҙҙең милләт кешеләренә оҡшамаған, дүрт ҡырлы биҙәкле түбәтәй кейгән, буйлы сапанлы бер ағай ултыра ине. Башта директор үҙе һүҙ алды, СССР тигән ҙур илдә ауыр сәнәғәтте тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу зарурлығын, Үзбәкстанда уларҙыҡы кеүек үк кабель етештергән завод булыуын, унда эшсе ҡулдар етмәүен тәфсирләп алып китте. Үҙәк Комитет башҡорт металлургтарынан үҙе ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, унда яҡшы кадрҙар әҙерләйҙәр, тигән.
Үҙәк Комитет тигәнде ҡыҙ әллә ни аңлап та етмәй, коммунистарҙың ҙур түрәләре булһа кәрәк. Бәлки камсамулдыҡыларҙыр. Яҡшы эшләй, был ҡыҙҙан рәт сығыр, тип уны ла шулар сафына өндәп ҡыялғайнылар ҙа, Сәбилә ризалашманы, взнос түләгәнсе конверт һатып алып ауылға хат яҙырмын, исмаһам, тип уйланы. Әйтеүен әйтмәне инде, әлбиттә, сәйәси наҙанлыҡтан һалдырырға әҙер генәләр бит, тел белмәүгә һылтанды, иркен һөйләшергә өйрәнгәс инермен, тип ялтанып ҡалды.
Үзбәк әкә урыҫ телен вата-емерә директорҙың һүҙҙәрен ҡабатланы ла ике бөртөк кенә антоновка алмаһын йоҡа ғына итеп ҡырҡып ваҡ-ваҡ киҫәктәрҙе ҡыҙҙарға таратып бирҙе, үлтереп Ташкент тарафтарын маҡтарға тотондо: ул йылы, ул урам буйлап теҙелеп киткән алмағастары, ҡарбуз, ҡауындары – үрелеп алырға ғына йыбанма. Йәйе ҡыҫҡа ғына таулы Белореттың һалҡын ҡышынан биҙрәгән ҡылҡа ғына кейемле үҫмер ҡыҙҙарҙы ымһындырыу ни инде! Етмәһә, бынауындай тәмле алмаларын бер туя ашауың ни тора! Антоновканың бит үҙенән бигерәк еҫе тәмле.
Төпкөл ауылдан ҡалаға металлург һөнәренә өйрәтергә тип саҡыртып алып, ғүмеренең йомро-йомро йомғағы бөтөнләй икенсе тарафтарға, хатта хәҙер яҡын сит ил тип аталған төбәккә тәгәрәп сығып китер тип күрһә, төшөнән дә көлөр ине Сәбилә. Уларҙы, фабрика-завод мәктәбендә уҡып йөрөгән ҡыҙҙарҙы, тап шулай, төшкөһөн завод гудогы оҙон итеп олоп ебәргән ваҡытта, һис ҡасан булмағанса алма еҫтәре аңҡытҡан директор бүлмәһендә, оҫта ғына итеп әүрәтеп, аңын-тоңон аңлап етмәгән ауыл балаларының яҙмышын хәл итеп тә ҡуйҙылар. Сабыйҙарса ғына уйлап, алма еҫенә арбалып сығып китте Сәбилә сит-ят яҡтарға. Хәйер, риза булмаһа ла өйҙә ҡалдырмаҫтар ине.
Ғаиләләренә хәбәр итергә, уйларға ваҡыт та бирмәй, көн эсендә йыйындырып йөҙҙән ашыу үҫмерҙе Үзбәкстанға, теге үзбәккә эйәртеп, практикаға тип ултыртып алып киттеләр. Нина Михайловна Сәбиләгә эҫенеп өлгөргәйне, үҙ ҡыҙы кеүек күреп, ҡосаҡлап, күстәнәстәр һалып оҙатты, улар араһында хатта бер нисә йомғаҡ та урын алғайны.
Ата-әсәһе ваба сиренән вафат булып, бәләкәйҙән үкһеҙ етем ҡалған Таһирбәк атаһының бер туған энеһе ғаиләһендә үҫкән. Уныһы ауыҙын асһа үпкәһе күренерҙәй фәҡир булһа ла, туғанын береһенән-береһе бәләкәй балалары янына һыйындырған, әммә үҙе көн оҙоно эштә йөрөгәс, өй эсендәге тәртип малайҙың еңгәһе өҫтөндә ятҡан. Булмышынанмы, әллә мохтажлыҡтан, итәк тулы бала менән арып-алйыуынан таш бәғерлегә әйләнгәнмелер, нисә ҡараһаң да ауыр аяҡлы йөрөгән ҡатын Таһирбәкте баштан уҡ артыҡ бүрәнә башы, икмәк көйәһе күреп ҡабул итә, кейеме ямау тотмай башлаһа ғына үҙ балаларының эт алаһығыҙ иҫкеһенән берәй нәмә кейҙерә. Малай хеҙмәтсе урынына була, балаларҙы тәрбиәләшеү, йорт эштәре уның көндәлек бурысына әйләнә. Еңгәһенең берәй нәмәгә йәне көйһә, кәйефе булмаһа, талағы ташып, асыуын да аҫрауға төшөрә, туҡмаҡ ашатырға ла күп һорамай, етем көнө – көйөнөс.
Быларҙы ире ҡатынына һөйләмәй, һөйләгәндә лә, ауырлыҡты ла мәрәкәгә әйләндереп, көнитмешендәге бер кәрәкле һабаҡ рәүешле тасуирлай ҙа ҡуя. Үҫтергәндәр, үҙаллы тормошҡа, һынауҙарға әҙерләгәндәр, ҡойолоп төшмәҫкә өйрәткәндәр. Шулары өсөн рәхмәтле була белергә кәрәк тә. Хатта, үҙең бешерһәң, ас йөрөмәҫһең, тип ҡаҙан тоттороп сығарып ебәргәндәр. Эше бик бармағанда ла балтаһы һыуға төшөп йөрөмәй, йән биргәнгә йүн биргән тип, сараһын күреп, килеп сыҡмағанда ла өҙөклөктө сабыр ғына үткәреп ебәрә, өйгә сырайы асылмай ҡайтып ингәне лә юҡ. Шул һыҙаттары менән нәҡ Сәбиләнең атаһы инде, кейәү тупрағы ҡайнынан тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән.
Заводтары Союзда ғына түгел, хатта сит илдәрҙә лә танылыу алып өлгөрҙө – Сәбилә хеҙмәт һалған линиянан ғына ла кабель утыҙлап дәүләткә, хатта Америкаға ла оҙатыла тиҙәр, шуға күрә алдынғы эшселәр торлаҡ менән ауырлыҡ кисермәне. Ике малайҙан һуң нур өҫтөнә нур өҫтәп ҡыҙҙары тыуғас, яңы йорттан икенсе ҡатта дүрт бүлмәле иркен фатир бирҙеләр. Ана шуның алдында алма ултыртты ла инде Сәбилә. Антоновка алмаһы. Ҡасандыр уның еҫенә генә әүрәп йәһәннәм тишеге тарафтарға сығып киткәйне лә.
Таһирбәге бер цехта эшләгән теге Холмурад әкә менән бығаса баҡса үҫтереп ҡарамаған күршеләренә соҡорҙар ҡаҙышып, емеш ағастары ултыртышты. Бер ҡайҙа ла рөхсәт һорап та йөрөмәнеләр. Икәүләп ағастар араһында сит-яттың күҙенә бик ташланмаҫлыҡ итеп бәләкәй генә мунса ла әтмәләп ҡуйҙылар ҙа ишек алдына мискә ултыртып, сәтләүек ҡабыҡтарын шунда йыйып барыуҙарын һоранылар. Имән ағасынан кәм бирмәй икән улары йылыны! Бындай “үҙидараға” ҡайҙалыр ялыу ебәреп, тауыш күтәреп йөрөүсе лә булманы.
Тимербәктәренең исеме есеменә тап килде лә ҡуйҙы, бәләкәйҙән күрше-күләндең гараждарында тимер-томор араһында буталанып, машина майына батып, ташландыҡ берәй деталь тотоп ҡайтып инер булды. Мәктәптәрендә хеҙмәт дәрестәрен көтөп алып, токарь станогында ла “һә” тигәнсе нәйәт итеп эшләп ҡуйырға өйрәнде. Атайыма оҡшаған, тип әсәһе эстән генә һөйөнөп туймай. Уныһы ул әле, ана шул тотоп ҡайтҡан тимер киҫәктәренән мәктәп тамамлар йылы хатта Холмурад әкәһе ярҙамында мотоцикл әтмәләп алып, күрше-күләнде аптыратты.
Батырбәге атаһынан бәләкәй ҡалғас, аралары өс кенә йәш булһа ла, һәр нәмәлә ағаһына эйәреп, уҙаҡлашып үҫтеләр. Алғы тәгәрмәс ҡайҙан тәгәрәй, артҡыһы ла шунан китә бит. Ул да тимер-томор менән мауығып үҫте лә, ҡайҙа ла кәрәк һөнәр тип, металл йәбештереүсе һөнәрен һайланы. Берҙе алһа, берҙе бирә Хоҙай, улдарының тәртәгә иртә инеп, Йәмилә менән икеһен терәкләп, яҙа баҫмай ғына буй еткереүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай Сәбилә.
Йәмиләһен атаһы үҙенә башҡа бер наҙ менән яратты, ҡулында гүйә гәлсәр һауыт, яңылыштан ватып ҡуймайым тигән кеүек ине ҡыланышы. Бер ҡайҙа ла тотҡарланмай, эштән йүгереп ҡайта ла, йоҡлап ятһа ла, күтәреп алып, бүлмә буйлап йөрөй, балконға алып сыға, бәхеткә сумып, шул килеш урамдағы хәрәкәтте күҙәтеү рәхәтлек бирә уға. Ҡыҙы ла тиҙ үк атаһын таный башланы, әсәһенән былай эҫенеп, уны күреүгә ҡош балаһындай талпынып, ҡулдарын һона һала. Теле лә “атай” тип сыҡты бит уның.
***
V1
Йәмиләһе, шөкөр, Өфөлә мединститут тамамланы. Һуңғы курста әсәһенә, ағаларына ауырлыҡ төшмәһен тип артыҡ сығымдарһыҙ студент туйы ғына үткәреп, әсәһе юрағанса, ипле генә башҡорт егете менән ғаилә ҡорҙо. Ул арала Сәбилә лә пенсияға сыҡты, уныһын оҙаҡ көтәһең, тиҙ килеп етә икән. Өс бала әсәһе булараҡ та, ауыр эш категорияһына ингәнлектән дә илле йәшендә хаҡлы ялға ебәрҙеләр. Кабель заводын да үҙгәрттеләр, унда мебель етештерә башланылар.
Инде күңеле урынына ултырып, ыңғай ғына тәгәрәп китеп барған тормошо менән оҙаҡ рәхәтләнергә тура килмәне, әсәһенең иң ҙур терәге булып ҡалған баш балаһы Тимербәктең машинаһына ауыр йөк машинаһы килеп менеп, ғүмерен өҙҙө. Күргән тиклемдәрем әҙ булдымы ни, ниңә ошо тиклем һынауҙар бирәһең, яҙмыш, тип иңрәп, һығылып төштө Сәбилә. Бер дәфтәргә хатта шиғырҙар яҙа башланы
Ташкиндәрҙең урамында
Үҫә икән алмағас.
Сит илдәрҙә һарғаямын,
Бәхеткәйем булмағас.
Ул арала “перестройка” ла “перестройка” тип гәперергә тотондолар, уныһының ни икәнен аңламаһалар ҙа, телевизорҙан “эшсе ҡатлам” вәкилдәренән хуплатып хәбәр һаттырҙылар, ҡайһы саҡ тиктәҫтән тупраҡ өҫтөндә туҙанлап, кескәй генә өйөрөлмәк хасил булған ише, йәмғиәттә әле бер, әле икенсе урында элек ишетелеүе лә мөмкин булмаған сафсата һатыусылар пәйҙә булды.
Ҡайғынан бөтөрөнгән Сәбиләнең уртансы улы Батырбәк Өфөгә һеңлеһе менән кейәүен күрә барып, уның әхирәтенә күҙе төшөп ҡайтҡас, етмәһә, ҡыҙҙың башҡорт икәнен ишеткәс, әсәһенең хәсрәттәре баҫылғандай булып, түбәһе күккә тейҙе, туй йәһәтләтергә тотондо. Һуңғы курста уҡыған буласаҡ килен, Өфөнән китмәйем, ординатурала белем алыуымды дауам итәм, тигәс, етмәһә “перестройка” тигән нәмәнең төпкөлдә бығырлап ятҡан ҡара көстәрҙе ҡалҡытып сығарасағын, бер мәл хатта боғаҙға боғаҙ килерҙәрен һиҙемләгән улы ла, ҡыҙы ла әсәләрен Башҡортостанға ҡайтырға өгөтләргә тотондо ла китте.
Сәбилә аяҡ терәп ҡаршы булды, ҡарасы, сит-ят Ташкентҡа кендеге ит үргән дә ҡуйған икән: һөйөклө иренең, улының мәңгелек йорттары ошонда, уларҙы кем тәрбиәләп торор, тере булмаһалар ҙа күреп һөйләшкәндәй булып эс серҙәрен түгеп ҡайта бит зыяраттан; 16 йәшенән, ғүмеренең күп өлөшөн ошонда үткәргән, Үзбәкстандың ауыр сәнәғәтен күтәрешкән, хеҙмәттәштәре менән аралашып, хәл белешеп, күрешеп йәшәй. Ә Өфөлә ул кем? Икенсе республикаға хеҙмәт итеп, ялға сыҡҡан, инде ҡомо ҡойола башлаған пенсионер әбей. Ситтә – ят бауыр, тыуған илдә – киҫелгән икмәк.
Тик Батырбәге һөйгәне янына барып, фатир белешеп ҡайтты ла ҡәтғи генә итеп:
- Мин Өфөгә күсенәм, әсәй, үҙең үлсәүгә һалып ҡара ла хәл ит: ҡайһы яғы ауырыраҡ тартыр икән – Үзбәкстанмы, Башҡортостанмы. Яңғыҙ ҡалаһың бит, беҙҙең бындағы фатир аҡсаһына Өфөлә шундайҙы уҡ алып була, - тип ҡарар ҡабул итеүҙе үҙенә һөйкәтеп ҡуйғас, йоҡоһоҙ төн үткәрҙе лә, китмәйем, тип киҫеп кенә яуап бирҙе. Бында үҙ фатиры, үҙ көнөн үҙе күрерлек; хәләле менән үткәргән бәхетле көндәре, улының иҫтәлеге, туғандан артыҡ күршеләре, хеҙмәттәштәре. Хеҙмәт алдынғылары менән саҡырып, байрамдарҙа бүләктән мәхрүм итмәйҙәр, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килгәндә, кире ҡайырмайҙар. Бынау антоновкаһын ҡара – тарбайып үҫеп китеп, тәҙрәһенән емештәрен һоноп торған була лаһа!
Батырбәге, әсәһенең яуабын ишеткәс, йөҙө ҡара көйөп китте, әммә үҙе ҡарарын үҙгәртмәй, вагонға һалып оҙатырға багаж әҙерләү мәшәҡәтенә сумды.
-Әсәй, беҙ һине барыбер көтөрбөҙ, ҡайтыр уйың тыуыу менән хәбәр ит, килеп апҡайтып китербеҙ, - тип хушлашты
Балаһына аҡ юл теләп оҙатты ла, абзыҡайым да шунда, балалар бер-береһенә терәк булыр, тип үҙ-үҙен йыуатҡан булды, Таһирбәге, Тимербәге ҡәберстанына һуҡмағын таҡырайтты, үҙендә уларҙы ташлап китерлек көс тапманы. Йәмиләһе бәпәй алып ҡайтһа, ихтимал, баланың балаһы балдан татлы тип, бауырын баҫыр бер әүрәткес булыр ине лә, уныһы, әсәй, ошондай болғауыр заманда кем бала таба, киләсәк томан эсендә бит, тип кенә яуап бирҙе. Әлләсе, һуғыш ваҡытында, унан һуң да еңел инеме ни? Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа тип, әсә булыу бәхетенән баш тартмай инеләр.
***
Антоновка еҫе! Уның бешеп еткәнен йыл да тыны менән тартып алырҙай көтә Сәбилә. Әле лә икенсе ҡаттағы асыҡ тәҙрәнән үрелеп кенә бер нисә алма өҙөп алып, ыҡсым ғына ҡупшы кәрзиненә һалды ла, бер талай кинәнеп еҫкәй-еҫкәй, йыуып алғас, бүлмә уртаһындағы ҡайылған биҙәкле эскәтерле өҫтәлгә, гәлсәр кәнфит һауытына күсереп һалып ҡуйҙы.
Холмурад әкә менән Таһирбәге теге саҡта предприятиенан фатирҙар алғас, бер-береһенә эштән үк таныш күршеләр һүҙ беркетеп, өй алдындағы иркен майҙансыҡ ерен бүлешеп алып, кем сәтләүек, кем йөҙөм, кем шафталы йә армыт, кем өрөк ултыртырға килешкәйне бит. Ә Сәбилә үҙ фатиры тәҙрәһе тапҡырына, нигеҙ буйына, серле йылмайып ябай ғына антоновка алмаһы ултыртҡайны.
Әле бөгөн дә бына тәҙрә асып ҡына ваза тултырып алмалар алды ла, аш бүлмәһенә инеп Тимербәгенән өйрәнеп ҡалғанса былау әҙерләргә тотондо. Кискә мотлаҡ күршеләре кеме ниндәй емеш тотоп, кәрзин тултырып сәтләүек менән килеп инерҙәр, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, ойоҡ энәләрен сиҡылдатырҙар, Сәбилә үҙе йөндән кофта, хатта күлдәктәр бәйләргә оҫтарып китте. Нәҡ бала саҡтағы кис ултырыуҙар... Тик хәҙергеһендә табын тулы йәннәт һыйҙары, өҫтәре бөтөн, күңелдәре туҡ.
Йыл йомғағы, шулай итеп, бер нисә урап сығырға ла өлгөрҙө, балалары йыл да килә алмаһа ла, ташлап ҡуйманы, ә илдәге хәлдәр тау түбәненә тәгәрәгән ҡар өйөмө шикелле ҙурая-ҙурая, тиҙлеген арттырғандан-арттыра башланы. Ул “перестройка” тигәне бәлки бик үк насар нәмә лә түгелдер, “тимер шаршау”ҙар асылып, ана бит Себерҙә эшләп йөрөгән Сәғитйәне хатта Америкаға барып ҡайтҡан, уларҙан бер төркөм инженерҙарҙы нефть эшкәртеү буйынса ниндәйҙер сараға саҡырғандар икән. Ентекләп хат яҙып һалған: “Апый, Ер шары бик бәләкәй генә икән ул. Бер көндө беҙҙе ҡытай ресторанына алып киттеләр. Табынға ултырышыуыбыҙға аш-һыу әҙерләгән яҡтан хужа – ҡытай кешеһе килеп сыҡты. Барыбыҙҙы ла аптыратып, ярайһы төҙөк урыҫ телендә сәләмләне лә:
-Башҡортостандан берәйһе бармы? - тип һораны.
- Бар, - тип ҡул болғаным. – Мин ул.
Хужа һөйөнөп китте:
- Ә Белорет тигән ҡаланы беләһегеҙме?
Мин аптырап ҡалдым, бер-бер яман уйҙан булмаһын, тип шик ҡорто ла төшә яҙып ҡуйҙы. Шулай ҙа:
- Беләм, әлбиттә, мин бит унда уҡыным, - тигәс, күҙҙәренә йәш бөркөлгән ҡытай эргәмә йүгерә-атлай килеп, яҡын туғанындай ҡосаҡлап уҡ алды.
- Мин бит студент саҡта Белореттың металлургия комбинатында практика үттем.
Артабан официанттарын саҡырып алып, шатлығынан ҡоласын йәйеп ебәреп:
- Бөгөн ҡунаҡтарҙы үҙ иҫәбемә һыйлайым, - тип иғлан итте.
Ҡытайҙар ҙа беҙҙең кеүек нескә күңелле икән ул, апый”, - тигән.
Шулай, кешелектең төп ҡиммәттәре лә, тыумыштан һалынмыш яҡшы сифаттары ла цивилизациялы йәмғиәттәрҙә бер үктер инде.
Ҡытай кешеһе нисәмә йылдар үткәс тә онотмай, ошо рәүешле туғандарса ҡабул иткәс, беҙҙә үҙе лә ҡәҙер күргәндер, рәхмәтле итерлек мөнәсәбәт булғандыр. Ике ил ул саҡта бик дуҫ йәшәп, хатта совет илен “оло ағайыбыҙ” тип әйтеүгә үк барып еткәйнеләр бит.
Ҡағыҙҙарҙы күкрәгенә ҡыҫып сығып китеүенә үткәлектә зыңғыр тауыш бирҙе. Ҡалтырана-ҡалтырана, кем бар, тип һораны. Батырбәге икән. Атаһы кеүек үк төплө, ҡойолоп төшөп бармаҫ, баҙай белмәҫ улы ваҡиғаларҙың әлегеләй ҡуйырып китерен тоҫмаллаған булған, бары әсәһен тере күреүгә шатланды, фатир юғалтыуға тап шулай булырға тейеш кеүек ҡарап, хатта иҫе лә китмәгән кеүек күренде. Ана бит, мин поезға бөгөнгә үк билет алдым инде, ти ҙәһә.
- Мал-мөлкәт ҡайғыһымы, әсәй, йән һаҡларға кәрәк. Иң кәрәгеңде генә ал да юлға сығабыҙ. Алтын әйберҙәрең булһа, бир бында.
Әсәһе һаман әле тыныслана алмай, эшләй башлағас тәүге алған ҡашлы һырғаһын, улдары бүләк иткән сылбырын, ынйы муйынсаһын, көмөш беләҙеге менән бармағындағы алтын йөҙөгөн тетрәп торған ҡулдары менән һалып бирҙе. Бар биҙәүестәре шунан ғибәрәт ине, яңғыҙы өс бала үҫтергән ябай эшсе ҡатында ҡайҙан инде ус-ус алтын-көмөш! Ир үлде - итәк йыртылды, тигән ише, балалары аяҡҡа баҫҡансы көмөшөн түгел, баҡырын да еткерә алмай ут йотҡан саҡтары булды бит. Улы ишек төбөндәге иҫке куртканың ватин эслекле кеҫәһен айыра тартып алды ла, энә менән еп һорап алып, бәләкәй генә муҡсай текте:
-Әсәй, юлға кейер күлдәгеңде бир әле.
Ҡатын аптыраһа ла уның әйткәнен үтәне. Тегеһе шунда уҡ күлдәктең тиҫкәре яғын әйләндереп, арт таҡтаһына биҙәүестәр һалынған муҡсайҙы ҡуша беркетеп ҡуйҙы.
- Әсәй, хәҙер ҡырын төшөп кенә ятып, рәхәтләнеп ҡайтырһың, - тип көлөп тә алды. – Арҡаңа ятып булмаҫ инде.
Әсәһенең аҡсаларын үҙ күлдәк яғаһының аҫҡы йөйөн һүтеп шунда тыҡты, күпмеһендер самалап кеҫәһенә һалып алды.
Ҡасып ҡайтҡандарҙан ныҡлап һорашып, юлға әҙерләнеп килгән улы. Батырбәк йыйнап ҡуйылған йөкмәүҙәрҙән ике ҙур ғына сумкаға әсәһенең иң кәрәкле әйберҙәрен, туғандарына бүләккә тип әҙерләгән сепрәк-сапраҡты ғына тултырҙы. Әсәһе ҡалдырырға тура килер нәмәләренән әле береһен, әле икенсеһен ҡулына алып, улынан йәнә бер генә сумка алырға рөхсәт һорап та ҡараны, ул баш сайҡап ҡына ҡуйҙы. Ғүмер буйы, йыш ҡына осто-осҡа ялғап, ауыҙҙарынан өҙөп, хәләл көсө менән йыйған милкен ташлап китеүҙәре! Елдән килмәгән бит. Нимәгә тотонһа ла, зиннәтле булмаһа ла, ҡәҙерле иҫтәлек, ҡомартҡы. Стеналағы келәмде уға теге саҡта миҙал бирелмәгәс, фиҙакәр хеҙмәт өсөн тип бүләк иткәйнеләр, ул да ҡала!
Өйләнешкәс һатып алынған тәүге йыһаз –тимер карауаттың бейек арҡаһынан ашҡансы өйөп балаларына инселәп йыйған түшәк-яҫтыҡтары, күпмә-мендәрҙәре лә Өфөгә ебәрелер сәғәтте көтөп, тапшырылмай ҡалғайны. Тәҙрә төбөндәге йылдар буйы оҡшаған ғыналарын берәмтекләп һайлап, бәпләп үҫтергән гөлдәре! Яратҡан һауыттары! Береһен, һәр саҡ табынды йәмләп антоновка һалырға ғына тотонолғанын, тыуған көнөнә Таһирбәге бүләк иткәйне лә. “Исмаһам, шуныһын алайыҡ, ә? Атайыңдың төҫө бит, ” – ул улына ялбарып ҡараны.
- Ярай, әсәй, берәй керле эске кейемең эсенә тыҡ түлкә, бәлки унда тығылмаҫтар.
- Әй балам, мин бысраҡты түҙҙерә буламы ни инде, - хатта үпкәләп китте әсәһе.
- Улайһа, берәйһенә бәүел ит тә, вазаңды шыптырға төрөп, шуның эсенә йәшер, сумкала иң өҫкә, күҙгә ташланыр урынға һал.
Ытырғанһа ла, Батырбәген тыңларға мәжбүр булды ҡатын.
Диванға ултырып, доға ҡылып алғас, ишекте бикләмәй генә Холмурадҡа асҡыс индереп бирҙеләр.
-Күршеләр үҙҙәренә кәрәк нәмәләрҙе инеп бүлешеп алһындар, - тине Батырбәк.
Холмурад уны илап ҡосаҡлап оҙатты, бер туҡтамай ғәфү үтенде...
Ғүмер буйы, ҡырҡ йылға яҡын шул бер заводта ҡасандыр зектар ғына эшләгән производствола бил яҙмай хеҙмәт итеп, иңдәренә төшкән яҙмыш һынауҙарын баҫалҡы сабырлыҡ менән күтәреп, ошо республика гражданы булып йәшәгән ҡатын тыуған иленә бына шундай “байлыҡ” менән ҡайтып китте.
Йәмиләһе әсәһен йәлләүҙән күҙ йәштәрен саҡ тыйып:
- Ярай, әсәй, йәйгеһен, көндәр йылытҡас барып ҡайтырбыҙ, йәме. Оҡшатһаң, шунда ҡалырһың, - тип яуапланы.
Һаташҡанда ла әле әсәһе, бөтмөшөнә тоғро ҡалып, бәлә һалмаҫҡа, быуылып интегеүҙәрен күрһәтмәҫкә тырышты.
Бер көндө ул ҡыҙына ишетелер-ишетелмәҫ кенә тауыш менән, тыны өҙөлә-өҙөлә:
- Антоновка... ашағым... килә, - тине.
Йәмилә шунда уҡ ағаһына хәбәр итеп, ҡала ҡыҙырып ул теләгән емеште эҙләнеләр, таба алмай бер булдылар. Төрлөһө бар алманың, барыһы ла парафин кеүек, айҙар буйы серемәй ятыусан, еҫһеҙ, бер тәме юҡ. Колхоз баҙарына барып, саҡ тап иттеләр кәштәнән үк әллә ҡайҙарға үҙен танытып ятҡан, ҡасандыр еҫе менән бер вагон үҫмерҙе сит яҡтарға алып сығып китер көскә эйә булған антоновканы.
Тиҙерәк ҡайтып етеп, имен ҡалған теге гәлсәр вазаға береһен киҫкеләп, икенсеһен бөтәүләй әсәһенең карауаты эргәһендәге ултырғысҡа ҡуйҙылар. Алма еҫен һиҙеү менән Сәбилә күҙен асты, йоҡа ғына бер киҫәкте шау һөйәккә ҡалған нескә бармаҡтары менән көс-хәл йөҙөнә яҡын килтереп, ләззәтләнеп еҫкәне лә, ауырлыҡ менән кире һалып, быуылып йүтәлләй башланы. Алмаға һонолған ҡулы ҡамсы кеүек һәленеп төштө; әйтерһең, һуңғы һулышын ғазапланып алмаған - йөҙөндә йылмайыу ҡатып ҡалды. СССР тигән ҙур илгә үҙ-үҙен аямай хеҙмәт итеп, эштән башҡаны белмәй сит тарафтарҙа үҙ тупрағын, һыуын һағынып, зар-интизар йәшәп, Башҡортостанына ҡайтҡайны ла, унда бирелгән ғүмере генә ҡыҫҡа булып сыҡты шул.
Үҙе йәшәгән дәүер менән бергә күҙҙәрен йомдо.
Ә бүлмәлә ҙур бер кәрзин антоновка хуш еҫ аңҡытыуын дауам итте.