Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Ноябрь , 15:24

АЙБИКӘ (повесть)

Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНА

АЙБИКӘ (повесть)
АЙБИКӘ (повесть)

I.


"Тор, тор инде, Айбикә килен, тор. Был ни бөтмәҫ йоҡо. Йылдай төндә лә йоҡо туймаҫ икән. Ҡыҙыл
эңерҙән ятып йоҡлайһың, ҡояш ауалағансы йоҡо туймаҫ булырмы. Ана һыйырҙарың ызылдашып
торалар, һауа һалып ал!" - тигән тауышҡа Айбикә, күҙен асып, һикереп торҙо. Уның янында,
ҡулына ҡомған тотоп, Ғәйшә тора ине. Ул, Айбикә тороп аяғына итеген кейгәнсе, туҡтамай әрләне
лә, тышҡа сығып китеп, тағы үҙенең түшәгенә инеп ятып, тәмле йоҡоға китте.
Айбикә әле генә, үҙенең алама аласаһы өҫтөнә һалған тышһыҙ ҡара кәпрәнле мендәренә башын
ҡуйып, алама көпөһөн өҫтөнә ябынып йоҡларға ятҡайны. Аҙ ғына серем итергә лә өлгөрмәне, көн
дә иртәнсәк ишетә торған әр, мыжыу, тиргәү уның ҡолаҡ төбөндә яңғырай башланы.
Ул аҫтындағы аласаһын мендәре өҫтөнә ҡайырып ҡапланы ла, бит-ҡулын йыуып, башындағы
яулығын йүнәтеп бәйләп, һыйыр һауырға сығып китте.
Таңдың әрә-һәрәһе, йүнләп аяҡ юлы ла күренмәй. Йоҡо туймаған, күҙҙең ҡабаҡтары ауыртып,
үҙенән-үҙе кире йомолалар. Тәндә ауырлыҡ, әйтерһең, берәү иҫәңгерәтә туҡмап ташлаған да,
шунан яңы ҡалҡып торғанһың. Кисә лә, унан элекке көндәрҙә лә шул уҡ таң, шул уҡ тәндең
ауыртып талыуы, шул уҡ Ғәйшәнең мыжыуы, шулай уҡ һыйырҙар, быҙауҙар, бейәләр, осо-ҡырыйы
юҡ ваҡ йорт эше.
Айбикә сығып биш һыйырҙы быҙауҙары менән эйҙереп һауып алды ла, ике силәк һөттө ишек
алдындағы өлкән аҡ келәт эсенә, сипарат янына ултыртып, һыйырҙарын көтөүгә ҡыуырға китте.
Унан ҡайтып быҙауҙарын, егерме-утыҙ башлап һарыҡты ҡыуҙы, унан ҡайтыуына сипараттан һөт
үткәрҙе, самауыр ҡуйҙы, йылҡы көтөүе төшөү менән, бейәләрҙең ҡолондарын айырҙы, дүрт-биш
көйәнтә һыуға барҙы, икмәк баҫты, иҙәндәрен һеперҙе, һөтөн бешереп ойотто, һауыт-һабаларын
йыуып, тағы ҡаҙанға эркет ҡайнатырға һалды, ул арала бейәләрҙең һауыны етеп, дүрт бейәне
һауып алды.
Шунан һуң ғына Ғәйшә, йылы түшәгенән тороп сығып:
- Ҡана, килен, сәйеңде өлгөрт. Анауҙы уятмай ғына эсеп алайыҡ, уға яңынан самауыр ҡуйырһың.
Көнһылыу менән Ишбулдыны уят, - тине.
Айбикә Көнһылыу менән Ишбулды йоҡлаған бүлмәгә инә. Көнһылыуҙың арҡаһынан тапап:
- Көнһылыу, Көнһылыу! Тор, сәй ултырттым, - ти.
Көнһылыу иренеп кенә күҙен асты ла, әйләнеп ятып, тағы ла йоҡлап китте. Айбикә, әле
Көнһылыуҙы, әле Ишбулдыны уятып, торғоҙа алмағас, Ғәйшә янына сығып:
- Еңгә, Көнһылыуҙарҙың торғолары килмәй. Уяттым-уяттым, тағы йоҡлай ҙа китәләр, - тине.
Ғәйшә, ҡыҙыл сыбар тышлы ҙур мендәрҙең өҫтөнә аяҡтарын бөкләп ултырып, сәй яһай
башлағайны.
- Йә, ярар, йоҡолары туймаһа, ятһындар, ни уларҙы ҡайта-ҡайта маҙаһыҙлайһың, аталары менән
бергә эсерҙәр,- тине. Уға яңғыҙ сәй эсеү күңелһеҙерәк булды, ахры, ул Айбикәгә:
- Килен, барсәле, Көмөш еңгәйҙе сәйгә алып кер, - тине.
Айбикә, Көмөш әбейҙе тиҙ генә үҙе менән бергә алып килеп, боролоп аш өйөнә сығайым тигәйне,
Ғәйшә тағы ла:
- Самауырың һыуынып китте, ҡана, тиҙ генә шаулатып алып кил, - тине.
Айбикә шунан һуң ғына тағы үҙ эшенә тотоноп китте.
Аш өйөндә Ҡотлояр ҡарттың тороуына икенсе самауырҙы ҡуйҙы, икмәк һалды, эркет ҡутарып, уны
тоҡҡа ҡойоп һарҡытырға ҡуйҙы. Сәйҙәрен йыйып алып, уның арты икенсе самауырҙы ултыртыуға,
бейәләрҙең икенсе һауыны етте, уларҙы һауыуға, көтөүҙән һыйырҙар безәкәйләп ҡайта башланы.
Уларҙы, быҙауҙарына ҡушылмаһын өсөн, ҡураға бикләне, уларҙы ғына урынлаштырып әйләнгәнсе
булмай, бесәнселәрҙең береһе килеп етте. Уларға аҙыҡ әҙерләп бирергә кәрәк. Хатта аҙ ғына
ултырып хәл алырға ла әмәл юҡ. Төшкө сәйҙән ҡалған самауырҙағы йылы һыуға икмәк ҡушып,
тамаҡ ялғарға ғына ултырғайны, тағы Ғәйшә тауышы:
- Килен, бында ҡомғаныңда һыу бөткән, шуны ла ҡарап ҡуйырға ярамайһың. Ҡуйсы, ҡуйсы, һиңә
әйтһәң дә бер, әйтмәһәң дә бер. Был тиклем әрпеш булырһың икән. Тастарың әҙәм күҙенә
күрһәтерлек түгел, шуларҙы таҙартып ҡуйһаң ни була. Иртәрәк йоҡонан торһаң, барын да эшләп
өлгөрөр инең. Уятҡанды көтөп йоҡлайһың да ятаһың бит, бер әйтәгүр. Кискә ҡунаҡтар саҡырып
алырға кәрәк, өйөңдө арыу итеп йыйыштырып ал! Ҡаҙан бушанымы? Ике ҡаҙанға ла тултырып аш
һалырға кәрәк. Ҡайнағаң торғас, Асатайға әйтеп килерһең: көтөүенә барып, берәр туҡлы тотоп
ҡайтһын, һуйып алырбыҙ...
Айбикә самауыр төбөнән һикереп тора. Ҡомғанға һыу һала, усаҡтағы тиҙәк ҡуҙын аҡтарып, ҡаҙанға
таҙа һыу ҡоя, тастарын таҙартырға тотона. Ауыҙына ҡапҡан икмәген эш араһында сәйнәп йота, ә
уның яртыһы эселмәй ҡалған шәшкеһе самауыр төбөндә һыуынып көтә.
Ҡотлояр ҡарт - ауылдың яҡшы көн иткән байы. Ул элеккерәк замандарҙа йыл уртаһына бер нисә
хеҙмәтсе, йә булмаһа ирле-бисәле ярлы кешене тамаҡ хаҡына эшләтеп тота ине. Ә хәҙер батрак
тотоусыларға договор яһарға, страховать итергә, уларға ваҡытлы түләргә, кейем-һалым бирергә
кәрәк, уның өҫтөнә бай ҙа булып күренәһе... Ул бына шуларҙың барыһынан да ҡотолоу өсөн
"яңыса", "советса" торорға булып, ун биш-егерме һыйырҙы биш-алтыға, етмеш-һиккән һарығын
егерме-утыҙга, иллеләп йылҡыны ун алтыға ҡалдырып, бейәне лә биште генә һауа. Йәйге, ҡышҡы
йорт эшенә үҙенә килен тейешле булган Айбикәне аҫрарға алып, ҡыр эше, һабан, ашлыҡ, бесән
кеүек эштәргә ваҡытлы яллай. Уның Дутов ваҡытында аҡтар менән Себергә ҡасып китеп юғалған
Ишбулаттан ҡала, ун туғыҙ йәштәрҙәге ҡыҙы менән ун етегә сыҡҡан кесе улы Ишбулдынан башҡа
бала-сағаһы юҡ. Быларҙан Көнһылыу - "яңғыҙ ҡыҙ", Ишбулды "кинйә бала" булғанлыҡтан, икәүһе
лә иркә, икәүһе лә бик ҡәҙерлеләр.
Көнһылыу, ҡала техникумында уҡып, яҙ көндәре һәм ҡышҡы каникулдарға ғына ауылға ҡайта.
Ишбулды быйыл башлап ҡалаға барһа ла, рабфакка инә алмай кире ҡайтты. Уны йәше бәләкәй
булғанға күрә алманылар. Документ яғы ҡурҡынысһыҙ ине. Уның "нағыҙ крәҫтиән" балаһы, "эш
стажы"-фәләндәре тураһында Ҡотлояр ҡарттың бажаһы - сельсовет рәисе Абдулла барыһын да
эшләгәйне.
- Йә, ярар, быйыл йәш икән, киләһе йыл барыр. Хәҙергә икенсе баҫҡыс мәктәптең икенсеһендә
уҡый. Киләһе йыл барыбер урынлаштырам мин уны.
Ҡотлояр ҡарт, түңәрәк ҡара һаҡалын, ҡыҙыл битен һыйпай-һыйпай, аяҡ салып ултырып, үҙенең
ҡорҙаш-тиңдәштәре, ҡоҙалары менән ҡымыҙ, бал эскәндә шулай һөйләшә.
Уның донъяһы теүәл: байлыҡ яҡшы, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, ауырлыҡ күрмәй. Шуның өсөн дә ул
өҙлөкһөҙ шат, ғәмһеҙ, көлгәндә лә, аҡ тештәрен бөтөнләй асып, эйәгенең быуаҡтарын яғаһына
ҡыҫып, ҡатлау-ҡатлау итеп, быуылып, оҙаҡ итеп көлә. Уның төҫө лә, үҙенең йәше алтмыш
биштәргә табанлаһа ла, әле йәштәрсә. Тик сәсендә генә биш-алты бөртөк аҡ бар, - унан зарар юҡ;
ул да тик ана Ишбулат ҡайғыһының ғына шойҡаны. Ләкин ҡайғырып та файҙа юҡ. Донъялар әле
был көйө генә тормаҫ, инша алла, боронғо замандар әйләнеп килһә, бына ҡайтып килер уның оҙон
буйлы, киң яурынлы, ҡупшы кәүҙәле, һәйбәт "боронғо" йәшел буҫтауҙан теккән гимнастеркаһының
яурынына уҡалар таҡҡан Ишбулаты...
Ҡотлоярҙың татлы хыялы, тәмле өмөтө шулай ине.
Тик уның бисәһе генә өлкән улы тураһында күберәк ҡайғырта, күберәк "балауыҙ һыға".
- Әллә ҡайҙа йөрөйҙөр, әллә ҡайҙа тилмерәлер, аслы-туҡлы йәшәйҙер, әллә кемдәрҙең күҙенә
ҡарап ҡалғандыр, әллә берәй ерҙә үлеп ҡалды микән... - Уның уйында төрлө һындар аша
Ишбулаттың тормошо кәүҙәләнә. Ул, балаһының һаулығына тип, хәйерҙәр бирә, "аҡ ҡорбандар"
сала. Тиң-төштәре араһында, оҫтабикә менән һөйләшкәндә генә булһа ла, ҡыҙылдарҙы ҡарғай,
уларҙың бөтөүен, донъяның боронғоса әйләнеп китеүен теләй.
Шул ҡайғыларын бер аҙ бушатҡас уҡ, ҡыҙы Көнһылыу менән маҡтанырға тотона. Башындағы
һәйбәт ҡуйы сәскәле аҡ яулығын төҙәтә биреп, өҫтөндәге йәшел буҫтау кәзәкейенең уҡалы
салғыйҙарын һыйпаштырғылап, сәй эсеп ултырған ваҡыты булһа, ашъяулыҡтың ситен
һыпырғылап, башын күтәрә биреп, Көнһылыуҙы һөйләй:
- Инде бынау ҡалған ике бөртөгөм генә һау булһалар ине, бөтә ҡарап торғаным - шул ике
ҡолонсағым. Маҡтаныуым түгел. Көмөш еңгә, бына минең Көнһылыуым ауылда беренсе ҡыҙ бит.
Төрлө яусы ебәреп кенә теңкәбеҙгә тейәләр, йәше лә етмәгән түгел, еткән, шунда ла атаһы, тороп
торайыҡ әле, ти, уҡып, кеше булһын әле, ти. Ҡалала уҡыһа ла, бик әҙәпле. Ана ҡайһы берәүҙәр
бар, ҡаланан уҡып ҡайттыҡ, тигән булалар ҙа, сәстәрен ҡырҡып, ирҙәр араһына, советҡа
ҡатнашҡан булып, собраниелар яһаған булып маташалар. Ана арғы остоң Әпәләй ҡыҙы
Алмаҡайҙы әйтәм әле: ҡаланан уҡып ҡайтҡас та, әллә кем булып, шәпкә сығырға тырышып,
бисәләргә баҡса сәсергә, картуф ултыртырға өйрәткән булып маташа. Әлеге үҙенең
хәйерселегенә бара. Улар ни, урыҫ кеүек, ер соҡомаһалар, ҡалайтып тамаҡ туйҙырырҙар, тиһең
әллә... Минең Көнһылыуым ҡайҙа ул яҡҡа. Улай итеп бөксәңләп йөрөү түгел, буй ятҡан сүпте
арҡыры алып һалмаҫ. Атаһы ҡаршы түгел түгеллеген: "Ни, ти, эшкә өйрәнеүҙән зыян юҡ, әйҙә,
йөрөһөн, комсомол да булһын, заманы шулай", - ти ҙә ни, мин әйтәм: "Ҡуй, әллә ни аҙып китер,
ана, кейәүгә барғас, теләһә ни эшләр", - тием. Ауыр эште инде уныһын эшләтер хәлем юҡ.
Туймаған тамағым юҡ әле. Берҙән-бер ҡыҙымды, тием. Ҡара хеҙмәткә өйрәнгәнме ни һуң ул. Май
эсендәге бөйөр генә кеүек бит әле ул...
Ҡайһы саҡтарҙа уның һүҙен йөпләп ултырыусы булып:
- Эйе, әйтерең бармы, ҡыҙ саҡ ике килмәй бит. Ҡатын булдың - утын булдың инде ул, - тип
ҡуйһалар, Ғәйшәнең күңеле бөтә лә, Айбикәгә тотона.
- Бына беҙҙең Айбикә киленде әйтәм әле, бер эш нәмәһе белмәй бит, бахырҡай. Әйтә-әйтә,
өйрәтә-өйрәтә йәнең сыға. Хәйер, ул ни күреп үҫкән һуң. Әҙәм рәтле донъя көтөп, мал үҫтереп,
аш-һыу тәрбиәләп өйрәнмәгән бит инде ул. Тик әлеге үҙеңдең яманың булғанға, йәлләп аҫрайһың.
Ире ни, урыҫ булып киткән, ти бит инде. Комунға яҙылғас, билдәле инде, урыҫ булмай, ҡайҙа
барһын, һуң инде. Анау йылы ана, ҡыҙылдар килеп инеп, беҙҙең Ишбулаттар ауылдан сығып
киткәс ни, беҙҙең өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереп, Ишбулатты эҙләтте бит. Ағаһын бикләтеп ҡуйҙы.
"Улыңды тап, әфисәреңде тап!" - ти. Инде урыҫ булмағаны ҡайҙа. Әгәр ҙә ул ағай-эне хаҡын
һаҡлаһа, атаһы менән бер туған ағаһын шулай итер инеме? Ҡуй инде, ул ваҡыттарҙы уйлаһаң,
түбә сәстәрең үрә тора. Хоҙай ҡушмаған эш буламы һуң. Ишбулат ҡайҙа йөрөйҙөр, уныһын кем
белә, шунда ла, ана шул ҡәһәр һуҡҡан Юлдыбай ҡулына төшмәгәненә
ҡыуанам. Атып үлтерер ҙә ҡуйыр ине. Иренең шул уҫаллыҡтарын уйлап, Айбикәне сәйнәп
ташларҙай булам да, тағы ла хоҙайлығыңды уйлайһың...
III
Айбикә арып-талып, төн уртаһы ауғас ҡына, йоҡларға ятты. Әллә бик үтә арығанғамы, әллә
борсоулы уйҙар күп булғанғамы, ул, һуң ятыуына ҡарамай, йоҡлап китә алманы. Уның күҙ алдынан
үткән көндәрҙең картиналары береһе артынан береһе үттеләр.
...Ана әле ун дүрт-ун биш йәштәрҙәге ҡыҙ. Өйҙә ҡартайған әсәһе менән ҡартайған атаһы ғына.
Уларҙың барлығы ун бер балаһы булған булһа ла, төрлөһө төрлө ауырыуҙан үлеп бөтөп, яңғыҙ
Айбикә генә ҡалған. Шуның өсөн дә уны бик яраталар. Булған ғына нәмәләрен Айбикәгә бирергә,
уны йүнәтергә, хәлдән килгән тиклем бөтәйтергә тырышалар.
Айбикәнең күҙ алдына үҙҙәренең бәләкәй генә, соланһыҙ кирбес өйҙәре килеп баҫты. Уның
ҡарындыҡ күҙле тәҙрәләре, ишекте асҡанда ла, япҡанда ла бер эскә, бер тышҡа һуғылып, ҡырп-
ҡырп итеп йырпылдап торалар. Урындыҡ өҫтөнә йәйгән алама кейеҙ өҫтөндә атаһы һәр ваҡыт итек
тегеп, итек ямап, быйма табанлап ултыра. Ҡартлыҡ менән күҙҙәренең күреүе лә насарланған.
Шуға күрә ул, энә һапларға булһа, йә энәһен төшөрөп юғалтһа, тиҙ генә Айбикәне саҡыра ла:
"Балам, энәмде һаплап бир әле; балам, энәм төшөп китте, табып бирсәле",- ти.
Атаһының янында әсәһе лә йә тарамыш ишеп, йә тарамыш һумалалап, ҡайһы саҡтарҙа кешегә
ярым-ярты хаҡҡа, йә бушҡа уҡ ситек йоллоҡлап, ямап ултыра. Күрше бисәләре йәһәт кенә
өҫтәренә көпөләрен бөркәнеп инәләр ҙә, Айбикәнең атаһынан биттәрен йәшерә-йәшерә,
шыбырлап:
- Бибекәй еңгә, бына ҡатамдың билтергенәһе айырылып сыҡҡан, шуны эт теше тартып ҡына тегеп
бирсәле, - тиҙәр. Әбей тиҙ генә тегеп биреп ебәрә.
Айбикәнең берҙән-бер бала, уның да ҡыҙ булыуы ҡайһы саҡтарҙа ҡарт менән ҡарсыҡтың күңелен
бойоҡтора. Улар, икәүһе генә ҡалып, шулай эшләп ултырған саҡтарында, аҡрын ғына, ауыр ғына
һүҙҙәр менән, бер-береһенә ҡарамай ғына, зарланышып алалар. "Эй, әбей, әбей, ҡартайғанда
күрергә ҡалды һинең менән миңә. Сынтимер генә һау булһа ла, хәҙер уға ун өс йәш булыр ине бит
инде. Шул уҡ ир бала ҡартайған көнөмдә ҡул-ҡамытлыҡ итер ине. Хәҙер ни, етмешкә еткәс,
бөксәңләп, эшең ни ҙә, үҙең ни. Ураҡ урайым тиһәң, бил ярамай, тегенәйем тиһәң, күҙ күрмәй... Ат
булһа ла, әллә кеше-маҙарға ҡушылып эшләр инең..." Әбей ҡартының был һүҙҙәренән Айбикәгә
тел тейеүҙән ҡурҡа. Шуға күрә лә уның һүҙен тиҙерәк бүлергә тырыша: "Нисек итәһең, алла
яҙғанылыр инде. Уллы ла илар, улһыҙ ҙа илар, тигәндәр боронғолар. Ҡыҙ булһа ла, ошо
яңғыҙыбыҙ һау була күрһен инде. Әле бына ике йылдан бирле өй эсендәге эште ҡулыма ла
тейгеҙмәй бит. Урыны тура килеп, арыу ғына кеше осраһа ине инде, әллә, бәлки, ярҙамы булыр
ине ..". Һүҙ бүтәнгә борола. Ҡулына энәһенме, беҙенме сәнскән бабай, ҡапыл тертләп:
- Әйемм... һүҙең генә бар булһын, күҙең бар булғыры, - тип асыуланып ала. - Ошо көн болот булһа,
бер нәмә күрмәйем. Исмаһам, ҡырҡ тартмасыһы ла йөрөмәй бит, берәр күҙелдерек алыр инем.
- Ана йәй көнө йөрөгәндә, алайыҡ, тинем мин һиңә. Ҡыйбат, тигән булдың.
- Ҡырҡ тиндән төшмәне бит, кафыр, уныһы ла. Утыҙ биш тин бирҙем бит сусҡаға, бирмәне.
Ҡарт менән ҡарсыҡтың бөтә ҡышы тигәндәй шулай үтә. Уларҙы, бүтән хәлле кешеләр кеүек,
ҡунаҡҡа йыш саҡырмайҙар. Халыҡ зыҡ ҡубып көнө-төнө саҡырышһалар ҙа, быларҙы бик һирәк
кенә ағай-энеләре генә саҡыралар, сөнки саҡырышыусыларҙың күбеһе, икенсе ауылдан килгән
ағай-энеләренә ҡунаҡ күрһәтеп, шулар менән өй һайын йөрөйҙәр. Ә ҡунаҡ күреп тә, саҡыра
алмаҫлыҡ кешеләр ситтә ҡалалар. Быларҙың улай күп кеше саҡырырлыҡ хәлдәре юҡ. Тик бик
һирәк кенә, йылына бер, йә ике тапҡыр, ураҡтан ҡайтҡан саҡтарҙа, аят уҡырға, доға алырға тип,
мулланы, тағы бер нисә ҡартты ғына, ҡурҙаҡ ҡурып, сәйгә генә саҡырып алалар ине.
Тышта буран ҡоторонғандан-ҡоторона. Тәҙрәне яртыһынан ашыу ҡар баҫып киткән. Мөрйә геүләй,
тәҙрә ярығынан ел һыҙғыра, ҡар өрә. Өй иртәнге ут яҡҡандан бирле берҙән-бер һыуына. Был
ваҡыттарҙа Айбикә һабаҡта була. Ул мулла бисәһе Фатимаға һабаҡҡа йөрөй. Бик сатлама һыуыҡ
көндәр булмағанда, ул атаһының бейек тағалы итеп тегеп биргән ҡара итеген сылғау урап кейә лә,
өсөнсө йыл тегелгән, еңе-салғыйҙары ҡыҫҡарып, уңып бөткән ҡыҙыл сатин көпөһөнөң түшенә иман
шартын ҡыҫтырып, ауыл уртаһындағы мәсет эргәһендә торған мулланың өйөнә йүгерә. Өшөп,
туңып, ҡулдары ҡыҙарып ҡайтып килеүгә, әсәһе, усаҡтағы тиҙәк ҡуҙын көл араһынан ҡутарып
сығарып, ут тоҡандырырға әҙерләнә. Тиҙәк, сытырҙарҙы усаҡҡа һала ла мөрйә асырға Айбикәне
көтә.
Айбикә, тиҙ генә йүгереп өй башына менеп, мөрйә өҫтөндәге өлкән ташты, уның аҫтындағы өлкән
көл тоҡсайын алып, мөрйә янына ҡуя ла, йышылып бөткән боҙло баҫҡыстан шыуып төшөп, өйгә
инә. Был ваҡытта инде усаҡ дөрләп яна башлай, бәләкәс кенә йәмшек еҙ самауырға ҡаҙандан эҫе
һыу ҡойоп, шаулатырға ҡуҙ һалып, самауыр соҡалағына ҡуялар. Әсәһе сәй ултырта башлай.
Киндер ашъяулыҡ, замаскалар ҡоршап бөткән, ҡайһыһы тотҡаһыҙ өс шәшкене ҡара батмусҡа ҡуя.
Шәкәр юҡ, ҡара ғына итеп тартылған бойҙай икмәге, һөтһөҙ үлән сәй. Әсәһе сәй яһай, атаһы
Айбикәнең һабағын һораша:
- Бөгөн ни уҡының, ҡыҙым?
- Әбжәткә төштөм инде, атай.
- Яраған. Кәлимәтеңде бөттөң иһә, бүтән йөрөмәҫһең. Ҡыҙ кешегә шул еткән. Әсәһе лә йөпләй:
- Эйе шул, ҡыҙ балаға ни, шул иман белеп, намаҙлығын белдениһә, етте инде, - ти.
Тик Айбикә өс ҡыш буйы өшөп-туңып һабаҡҡа йөрөһә лә, оҫтабикәнең сыбыҡ менән һуҡтырыуы,
сәс тартыу, тырнаҡтарға һуғыуҙан башҡа "әлепсен ә, әлебасын и, әлептәр ә, әлепкикөсөн ән,
әлипкикасын ин, әлепкикөтөр өн" дәресе үтеп, "кәпсен кәләмасылый, кәлимимсемә
кәлимәтикөтөрөртөн кәлимәтөн"гә генә етеп ҡалды.
Үҙҙәренең иген сәсерлек хәлдәре булмағанға күрә, йәйҙең-йәй буйы өсәүләшеп ураҡҡа йөрөп,
ялланып ураҡ уралар. Бәләкәйерәк саҡта Айбикә усма ғына һала торғайны, туғыҙ-ун йәшкә еткәс,
үҙе лә ура башланы. Бәләкәй генә, ябыҡ ҡына ҡыҙыл һыйырҙы күршеләге Нәғимә әбейгә
ҡалдырып китәләр ҙә, ул, йәй буйы һауып, һөтөн эсә, быларға егерме-егерме биш ҡаҙаҡтай май,
ҡырҡ-илле башлап булһа ла ҡорот йыйып, әҙерләп ҡуя ине. Ураҡтан ҡайтҡас, Айбикә әсәһе менән
башаҡҡа йөрөп биш-алты боттай бойҙай әҙерләйҙәр. Бына уларҙың бөтә ҡыш буйына әҙерләгән
запас аҙыҡтары. Улар шуның менән әл-йөл итеп ҡышты сығалар. Шулай ҙа был көндәр Айбикәнең
күңелендә ғүмеренең иң яҡшы, тормоштоң иң рәхәт, иң йылы ваҡыттары булып иҫендә ҡалғандар.
Ә ул көндәр, балалығының ғәмһеҙ мәлдәре, күпкә бармай. Уға яңы ун дүрт йәш тулғайны шикелле,
уны һорап, күрше ауылдан яусы килде. Оҙаҡ тартышып торманылар, "урыны яҡшы, улы аҡыллы,
тип әйтәләр", - тип, ун алты һум мәһәр, туйына бер ҡуй һуйып, уны кейәүгә биреп тә ебәрҙеләр.
Мулла никах уҡыны. Айбикәнең әсәһе күрше-тирәләрҙән һауыт-һаба йыйҙы, шаршау алып килеп
ҡорҙо. Фәрхизә еңгәнең өлкән самауырын алып килеп ҡуйҙы. Үҙҙәренә ағай-эне тейеш
булғандарҙы туйға саҡырҙылар. Айбикәнең туйға килгән ҡәйнәһе, Айбикә ултырған өйгә "килен
һөйөргә" барып, уны һөйөп, ирек-бәхет теләне:
Ҡушағыңа ҡушылып, ҡыуышлы бул, киленсәк,
Аҡ ебәктәй ишелеп, уңышлы бул, киленсәк.
Ауыҙ-башың остаңлап, һүҙсән булма, киленсәк.
Күҙең-башың йылмаңлап, күҙсәк булма, киленсәк,
Һары итегең шартылдап, ауыҙ-башың ялпылдап,
Өйҙән өйгә ҡыҙырып, үпсәк итмә, киленсәк.
Ҡалағандан ҡаптырма, тибәгәндән типтермә;
Баҫымсаҡҡа баҡа айғыр, маңлайыңа сирттермә!
Айбикәнең әсәһе, ҡартын саҡырып ҡына:
- Әй, Айбикәгә ун биш йәш тә тулмаган бит әле, никах яраймы икән һуң? - тигәйне, атаһы:
- Әллә, мулла үҙе беләлер инде, уҡыны бит никахты, - тине.
Бынан тағы ла ҡарсыҡтың илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәренә йәш тулды. Ул, ҡунаҡтар алдында
белгертмәҫкә тырышып, тиҙ генә күҙен һөрттө. Үҙҙәренең өйөндә ирҙәр ҙә саҡ һыйып ултырғанға,
бисәләрҙе Нәғимә әбейҙең өйөнә ултырттылар. Айбикәнең иптәш ҡыҙҙары, күрше еңгәләре, бил
быуып, туй атҡарыштылар. Уның өҙлөкһөҙ илаған әсәһен әбейҙәр йыуатты:
- Ҡуй, илама, Бибекәй. Ҡыҙ бала - кеше кешеһе бит инде ул. Уны ҡырҡ йыл аҫраһаң да, үҙеңә
булмай инде.
- Эйе шул, ҡыҙ бала - ҡунаҡ ҡына шул ул. Ата йортонда мәңге тороу юҡ шул уға. - Ләкин үҙҙәре лә
шул һүҙҙәре артынан уҡ илап ебәрәләр. Уларҙың араһынан ҡайһы берәүһе, был күҙ йәштәрен
таратырға тырышҡандай итеп, моңло тауыш менән "Тәфтиләү" көйөнә йырлап ебәрә:
Ҡарлуғасҡай ҡара, муйыны ала,
Һауаларға менеп тәү юғала,
Ҡыҙ бала тигән ғәзиз бала
Үҫеп еткәс кенә юғала...
- Вә-һә-һәй... Үткән, үткән ғүмерҙәр!..
- Уй-й, ҡалайтаһың, барыбыҙҙың баштан кискән шул.
Шулай итеп көй күтәрәләр. Икенсеһе, өсөнсөһө йырлай. Олораҡтары, аш ашағас, һурпаны, һурпа
бөткәс, сәйҙе шулай йырлап эсәләр. Йәштәр, таҡмаҡ әйтешеп, бейейҙәр, зыҡ ҡубалар ине.
Шуның менән Айбикә ун һигеҙ саҡрымлыҡ ауылға килен булып китте. Уны оҙатҡанда, быйыл
өсәүһенең ураҡ урып алған аҡсаларына алынған ҡыҙыл сатин күлдәген, плис кәзәкейен, бейек
тагалы ҡара итеген кейҙерҙеләр. Түшенә, әсәһенең Айбикәгә тип, ҡыҙының ҡара йәшенән бирле
йыйнаштырып яһаған һаҡалын һалындырҙылар. Башына сәскәле ҡыҙыл кешмир яулығын
бәйләттеләр. Уның артынан биреп ебәрерлек башҡа нәмәһе булмағанға күрә, әсәһе улай
һуғылды, былай һуғылды ла үҙенең күнәрәк юрғаны менән ике яҫтығының береһен арбаға сығарып
һалды.
Айбикәнең иптәш ҡыҙҙары, күрше еңгәләре, бала-саға, әбей-һәбейҙәр, атаһы менән әсәһе,
кейәүҙең арбаһына ултырып, ауылдан сығып, ҡаралары юғалғансы ҡарап ҡалдылар.
Айбикәнең ҡолағында әсәһенең әйткән һүҙҙәре әле лә яңғыраған кеүек:
- Бәхетең булманы бит, балам. Кеше балалары кеүек, селтәр-ҡашмау һалып, елән ябып, ҡыҙыл
шаршау күтәреп, артыңдан малдар ҡыуып оҙата алманым... Бынан һуң бәхетең асылһын инде,
ҡолонсағым!..
Уның әсәһе был һүҙҙәрҙе, Айбикәне оҙатҡанда, арҡаһынан тапап, илай-илай әйткәйне.
"Бәхетең асылһын, бәхетең асылһын!" - Был һүҙҙәр Айбикәнең башында бүтән һүҙҙәргә ҡарағанда
ла ҡабат-ҡабат әйләнделәр ҙә, уның артынса "күрәһең, бәхетем асылмағандыр инде" тигән әллә
ҡайҙағы, күңелдең бер ситендә ҡалған, йөрәккә
ауыр һүҙҙәр менән ҡапландылар.
* * *
Айбикәгә, кейәүҙең ауылы күренгәс, әллә нишләп ҡыҙыҡ һымаҡ булып китте. Был ауыл, уларҙыҡы
кеүек, һыу буйлап ҡына ултырмаған, өйҙәр әллә нисек һыуҙың ике яғына ла теҙелгәндәр ҙә ҡыялап
тауға табан тартылғандар. Урамдары ла, уларҙыҡы кеүек, төҙ генә түгел, ҡыя-мыя киткән. Тик
мәсеттәре генә Айбикәләр ауылыныҡына ҡарағанда бейегерәк, түбәһе лә йәшелгә буялған.
Айбикәгә алыҫтан уҡ күренгән был ауыл әллә ниндәй ят, яңы кеүек тойолдо. Ундағы кешеләр ҙә
әллә ҡалайҙарҙыр, Айбикә барғас, уны барыһы ла һынарҙар, һөйләрҙәр, көлөрҙәр, күрергә
килерҙәр, тикшерерҙәр инде. Эшкә егәрлеме; атлағанда ҡалай баҫа; тиҙ йөрөймө; аяғын һөйрәп
баҫмаймы; һыуға барғанда көйәнтәһен ике яурынлап күтәрмәйме; һыулы силәктәрҙе ерҙән
күтәргәндә сүкәйеп күтәрәме, әллә беләгенә алып күтәрәме; ялтанлап ҡарамаймы; ирҙәр алдынан
арҡыры сыҡмаймы; ҡайнағаларынан тартына беләме, - быларҙың барыһын да тикшереп
торасаҡтар. Хәҙер инде, ҡыҙ ваҡыттағы ялан баш йөрөү урынына яулығыңды сөя тартҡан көйө
яңылыш ҡына ишек алдына сыҡһаң да, бөтә ауылға таралыр. Шуның өсөн хәҙер һәр аҙымыңды
белеп баҫырға, һәр һүҙеңде уйлап һөйләргә, мөмкин тиклем ҡысҡырып көлмәҫкә тырышырға
кәрәк. Был уйҙарҙан уның эсе бошоп китте. Янындағы кейәүе Юлдыбай ҙа ят, өс-дүрт көн эсендә
генә күрешеп белгән кеше бит әле. Тик ул шулай ҙа был ят ауылға, күҙ күрмәгән кешеләргә
ҡарағанда яҡыныраҡ та, һөйкөмлөрәк тә, артыҡ ҡырыҫ та түгел. Атын ҡыуа биреп, бер көй көйләп
ҡуя, йә Айбикәгә һүҙ ҡуша:
- Бына беҙҙең ауыл ошо була инде, кәләш.
Айбикәгә был "кәләш" тигән һүҙҙе лә тәү башлап ишетеү ят, ауыр кеүек булды. Ул, быны ишеткәс,
ҡапыл башын ҡалҡытып, кейәүенә ҡараны. Кейәүе:
- Бәй, һин әллә йоҡлап киткәйнеңме? - тип көлдө.
- Юҡсы, йоҡламаным...
Кейәүе, уның бойоғоп барғанын күргәс, тағы әүрәтергә, мәрәкә һүҙҙәр менән күңелен ауларға
тырышты...
Айбикә, иҫтәлектәренең ошо еренә еткәс, ул ваҡыттағы үҙенең балалығына йылмайып ҡуйҙы.
Унан һуң ауыр ғына итеп көрһөндө лә икенсе яғына әйләнеп ятты. Улай ҙа уның күҙен йоҡо
алманы. Уйҙар туҡтаманылар. Тормоштоң үткән көндәр иҫтәлеге береһе артынан икенсеһе
кәүҙәләнеп үтә торҙолар. Бына ул, килен булып төшөп, ике йыл торҙо. Ҡайны - Малбай ҡарт
ҡартайған инде. Уның береһенән-береһе ваҡ әллә нисә балаһы булған булһа ла, уларҙың күбеһе
үлеп бөткәндәр. Хәҙер уларҙың ике улы, бер ҡыҙы ҡалып, иң өлкәне Юлдыбай ине. Быларын да
үҫтерергә байтаҡ көс кәрәк булғанға, йәй көнө бисәһе менән көтөү көткәндәр. Ҡыш көнөн аслытуҡлы уҙҙырғандар.
Юлдыбай өлкәнәйгәс кенә, ҡарттың ҡулынан эш төштө. Ҡәйнәһе Фәғилә әбей ҙә, ҡарт булһа ла,
әле ныҡ, таҙа, ҡышы-йәйе бер ҙә эшһеҙ тормай. Тире иләп, балаларына тун тегеп кейҙерә,
аяҡтарына итек тегеп, ямап кейҙерә Ул арала башҡа кешеләргә лә эшләй. Яҙлы-көҙлө һарыҡ, ҡуй,
дөйә йөндәре ҡырҡышырға, кәзә тарашырға байҙарға йөрөй. Шуларҙан эш хаҡы урынына алып
ҡайтҡан йөндән балаларына шарфтар, бейәләйҙәр бәйләп бирә Айбикә өйҙәге бөтә эште эшләй.
Йәй көндәре үҙҙәренең аҙ-маҙ игендәрен тиҙ генә йыйып алалар ҙа, өйҙә әбей менән бабайҙы
ҡалдырып, бөтәһе лә ураҡҡа ялланып китәләр. Унан ҡара көҙһөҙ ҡайтып килмәйҙәр. Юлдыбай
ҡыш көндәре лә кешегә ялланып эшләй ине.
Шулай итеп, көндө көнгә ялғап, бер һыйырҙың һөтөн, бер аттың көсөн ҡушып көн күреп ятканда,
"гирман һуғышы" сығып китте. Бер-ике наборҙан уҡ Юлдыбайға ла сират етте - уны һуғышҡа
ҡыуҙылар. Өйҙә эш кешеһе булып Айбикәнең ун өс йәшлек ҡәйнеше Әптерәк ҡалды. Ун алты
йәштәге Сибәрҙе үҙҙәренең ауылына кейәүгә бирҙеләр. Шул йылы уҡ Әптерәй, Иҫәнғол байға
бесән ташышҡанда һыуыҡ тейҙереп, ауырып ҡайтты ла, шул ауырыуынан тора алмай бер ай
ятҡас, үлеп китте. Ҡарт менән ҡарсыҡ Айбикәгә генә ҡарап ҡалдылар.
Айбикәнең ҡайны менән ҡәйнәһе бар саҡтағы ғүмере арыу ғына үтте. Ҡайны тыныс, ҡәйнәһе
бигерәк тә йомшаҡ күңелле һәйбәт әбей ине. Ул һәр ваҡыт Айбикәгә:
- Ҡарап ҡалғаныбыҙ һин инде, балам. Бындағылары бында үлеп бөттө, инде анау ут эсендә
йөрөгән Юлдыбайҙа ни өмөт... Әллә, балки, һуғыштар туҡтап китһә, әйләнеп ҡайтып та килер.
Батшаныҡын белмәҫһең, нишләйем тиһә лә, ирке бар, алла күңеленә рәхимдәрен һалмаҫмы, -ти
торғайны.
Юлдыбайҙан тәүҙә хаттар йыш-йыш ҡына килһә лә, һуңға ҡарай бик һирәк килә башланы. Ҡайһы
ваҡыттарҙа биш-алты ай хат килмәй китә ине. Был ваҡыттарҙа Фәғилә әбей волосҡа барып
ҡайтҡан бер кешене дүрт күҙ менән көтә, ауылдағы улдары һуғышҡа киткән үҙ тиңе әбейҙәргә
барып һорашып, илашып ҡайта. Ҡарт, көндөң-көнө буйы ҡайғыға күмелеп, өнһөҙ-тынһыҙ әбейҙең
һөйләгәндәрен тыңлай ҙа тәрән көрһөнөп ҡуя ине.
1917 йылдың ҡар ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ яуып торған ырашҡылы яҙ көнө ине. Айбикәнең
ҡәйнәһе:
- Килен, көндәр һалҡынайтып тора, төшкә һыуға ғына булһа ла күжә төйөп, бешереп алмаһаң
булмаҫ, балам, бик ҡарын асты, - тине.
Айбикә, соландағы шаңдан бер өлкән туҫтаҡ бойҙай индереп, мейес артындағы ағас килене
сығарып, бойҙайын ебетеп һалып, төйөп алды. Усаҡҡа ут тоҡандырып, ҡаҙанға бойҙайҙы һалып,
ҡайната башланы. Ҡайны мөйөштә, ҡыптыр тунын ябынып, йоҡомһорап ята, ҡәйнәһе нуҡта ишергә
ҡыл шөйкәләп ултыра ине. Ишекте ҡапыл асып, Ирмәт бабай ҡыҙы Хәтирә килеп инде. Әбей
һиҫкәнеп:
- Атаҡ, балам, аҡрын, - тип әйтеп өлгөрмәне, ҡыҙ тынын алырға ла өлгөрмәне, ашыға-ашыға
шатланып:
- Фәғилә инәй, һөйөнсө! Олатай, һөйөнсө! һөйөнсө! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Өсәүһе лә урындарынан һикерешеп торҙолар.
- Ни бар, ҡыҙым, ни булған?
- Һөйөнсө, Айбикә еңгә! Ни бирәһең һөйөнсөһөнә, тиҙ бул, - тине Хәтирә һаман да һүҙен бирмәй.
- Йә, ни бар. Бер самауыр сәй үҙеңә, ни бар, әйт.
- Юлдыбай ағайым ҡайтты! Юлдыбай ағайым ҡайтты, әле генә баҙарҙан атайыма ултырып ҡайтты.
Мин тәүләрәк йүгерҙем...
- Ысынмы, балам. Уй, балам, ысынмы?!
Улар, шулай итеп әлән-борхан булып, йүгерешеп сығырға ҡаталарын кейеп өлгөрмәнеләр -
Юлдыбай менән Ирмәт ҡарт килеп тә инделәр.
Юлдыбайҙың өҫтөндә һоро шинель, башында иҫке бейек бүрек, аяғына өлкән ботинка өҫтөнән
обмотка ураған. Ул, килеп ингәс үк, көлөп ебәрҙе, эсендә бер котелоктан башҡа бер нәмә лә
булмаған тоҡсайҙы урындыҡ ситенә ырғытты ла ашыҡ-бошоҡ барыһы менән дә күрешергә
тотондо.
Өй эсе шатлыҡ менән тулды. Юлдыбайҙың әсәһе, ҡыуанысынан бер илап, бер көлөп, күҙҙәрен
күлдәк еңенә һөртөп:
- Хоҙайым, өнөммө, төшөммө! Хәбәрһеҙ-ниһеҙ бит әле, үлгәндер үк тигәйнем балаҡайымды, һаҡал
ғынаһы үҫеп киткән, - тип һөйләнә-һөйләнә, уның арҡаһынан ҡағып яратты. Атаһының да
ҡыуанысының сиге юҡ. Ул иламай, ә йыйырсыҡланған бите, нурһыҙ күҙе, тешһеҙ ауыҙы менән бер
туҡтамай йылмая ине...
Тирә-күршеләр йыйылып киттеләр. Әллә кемдәр әллә кемдәрен һораша. Ирҙәр, әбейҙәр,
Юлдыбайға яҡын ғына ултырып, ауыҙына инерҙәй булып һорашалар. Йәш һалдаткалар,
урындыҡтың ситенә генә ултырып, тартынып ҡына ҡәйнәләренең ҡолағына шыбырлайҙар:
- Ҡәйнәм, улымды күрмәнеме икән, Юлдыбай ҡайнағанан һора әле...
Юлдыбайҙан өмөтһөҙ хәбәр ишетәләр ҙә баштарын түбән эйәләр, тамаҡ төбөнә төйөн килеп
тығыла, күҙҙәренә йәш эркелә. Ҡайһы берәүҙәр өндәшмәй оҙаҡ текләп ултыра-ултыралар ҙа,
Юлдыбайҙымы, әллә үҙенең йылдар буйы хәбәрһеҙ юғалған яҡын кешеләрен иҫкә төшөрөпмө,
билдәһеҙ рәүештә:
- Баа-хыр ғына... - тип һуҙып ҡуялар. Балалары ҡайтмаған әбейҙәр ҙә:
- Ана, һау булғас ни, ситкә сәселгән ризыҡтарын йыйҙы ла ҡайтып та килде. Минең кескәйем дә
шулай итеп ҡайтып килерме икән, әллә берәй ерҙә, күҙ генәһе тилмереп, үлеп ҡалырмы икән? -
тиҙәр ҙә, йөрәктәрен өҙөп сыҡҡан күҙ йәштәренә быуылып, һүҙҙән туҡтайҙар. Ҡайһылары ялғап
алып китә:
- Әллә инде, юл төштәре күрәм, бөгөн дә төшөмдә һәйбәт йылға буйында икәнмен, тием. Һәйбәт
еҫле һабын менән күпертеп тороп битемде йыуам, имеш. Күбеге төптө бөтмәй икән, тием,
шулайтып ҡына күреп ятҡанда, Зөлхизә уятып ҡуйҙы.
- Эй, ҡалай һәйбәт юл төшө, һин әле. Йылғаһы - юл, һабын күпереге ат тире бит инде. Ҡайтыр,
алла бирһә, улыңдың юлы булыр...
- Үҙем дә шулай тип юрағайным, ни булыр инде...- Төш тыңлаусыларҙың барыһы ла өмөт менән
йылмаялар.
Ул арала Юлдыбайҙан алдараҡ ҡайтҡан һалдаттар ҙа килеп инделәр.
- Йә, Юлдыбай! Ҡайттым, тиген, ә? Шулайтып батшаңды тәкмәстереп ҡайтып килдек шул. Һин
ҡайҙан, Һамар аша ҡайттыңмы ни? Ә, улай булғас, юлда осрашырға тура килмәгән шул. Беҙ
Байрам менән Һарытау аша килеп, Яйыҡ төшөп, шунан урап ҡайттыҡ...
Юлдыбай яуап бирә, үҙе лә һораша, береһенең һүҙен икенсеһе бүлеп, күреш-һораш, шатлыҡтар
менән өй эсе геү итә. Өй эсе, ҡаҙандан сыҡҡан быу, тәмәке төтөнө, кеше тыны менән эҫеп, тынсып
китте.
Ҡайтыусыларҙың күбеһе зәғиф. Ҡайһыһының бер ҡулы юҡ, ҡайһыһының аяғы аҡһаҡ, ҡай
берәүҙәренең бармағы тупыс, ҡайһылары йүткерә, хәлһеҙ, ләкин йөҙҙәрендә өҙлөкһөҙ шатлыҡ,
йылмайыуҙар...
Төрлө ваҡыттар, төрлө ваҡиғалар, һуғышҡа инеүҙәр, яраланыуҙар, больницала ятыуҙар, пленға
төшөүҙәрҙе һөйләп киләләр ҙә барыһынан да яңы, барыһынан да ҡыҙыҡ булған батшаны төшөрөү,
һуғыш туҡтау, ҡайтырға, тигәнде ишеткән саҡтағы шатлыҡтарға туҡтайҙар.
Петроградтан ҡайтҡан Хөсәйен үҙенең ҡыҙыҡтарын һөйләй:- Шунан, малай, Ленин заграницанан
ҡайта, тигәнде ишеткәс тә, вокзалға уны ҡаршы алырға киттек. Ҡара ҡором кеүек, эшселәр,
һалдаттар йыйылып киткәнбеҙ, матростар ҙа бар. Ленин бронабикка баҫып тороп һөйләп ебәрҙе,
әй. Прәмә инде ҡыуанысыңдан ят та үл. "Завод - эшселәргә, ер крәҫтиәндәргә булһын. Батша
төштө, ирек алынды, йәшәһен социалистик революция!" - ти. Беҙ, малай, кәпәстәрҙе һауаға
ырғытып, "ура" ҡысҡырабыҙ. Ундағы шатлыҡтарҙы, ҡуйһаңсы инде. Хатта Ленинға барып әллә
ниҙәр һөйләге килә.
- Һин Ленинды үҙең күргәнһең икән, улай булғас.
- Әй, күреүҙе әйтәһең, янына ғына, яҡын ғына барып ҡарап торҙом, күп булһа, бына минән алып
ана Малбай олатайым тиклем генә булыр арабыҙ.
Барыһы ла ҡыҙығып ябырылалар.
- Йә, йә, ниндәйерәк кеше, мыҡты кәүҙәлелер инде ул.
- Военныйҙыр инде ул һиңә, Ленин булһын да.
- Юҡ, түгел, военный ҙа түгел, артыҡ мыҡты ла түгел. Урта кәүҙәле, яҫы маңлайлы, өлкән башлы
бер
кеше. Өҫтөндә лә пальтә генә, башындағы кипкәһен алып, ҡулына ҡыҫты ла һөйләй ҙә башланы.
Әйтәм бит, ҡәҙемге бер кеше.
- Ҡуйсы, ысынмы?
Уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ ҡатыш аптыраш тыуҙы. Ҡайһылары эстән генә: "Ни ысын булһын,
Хөсәйен күргәнде һөйләй, тиһеңме шул", - тип уйланы.
Бисәләр үҙ-ара һөйләшәләр.
- Уныһы кем һуң ул, һөйләгәндәре? Күпте белә торған Хәбби ҡарсыҡ яуап бирә:
- Бына ошо һуғышты самай туҡтатыусы кеше, ти, ул. Батшаға ҡаршы сығып, уны төшөртөүсе лә
шул булған, ти бит. Һалдаттарға һуғышмағыҙ ҙа-нитмәгеҙ ҙә, ҡайтығыҙ ҙа китегеҙ, һеҙгә бер нәмә
лә булмаҫ, тип әйткән, ти.
Барыһы ла аптырашта ҡалды. Ҡайһылары аҡрын ғына:
- Берәй изге бәндәлер ул. Батша тиклем батшаға ҡаршы тел әйтә алырлыҡ булгас, буш кеше
булмаҫ инде ул,- тип һөҙөмтәләп ҡуялар.
Икһеҙ-сикһеҙ яңы хәбәрҙәр...
Айбикәнең шул көндәге эсенә һыймаған шатлығы иҫенә килеп төштө. Юлдыбай ҡайтып төшөү
менән, әйтерһең, өс-дүрт йыл күргән нужа, ҡайғы-хәсрәттәре бер юлы алып ташланды. Тағы ла
шатлыклы көндәр башланды.

Юлдыбай, ике тапҡыр яраланып, больницаға ингән, шулай ҙа зәғифләнеп ҡалмаған. Тик үтә
ябыҡҡан да хәлһеҙләнгәйне. Ул ауылға советтар һайларға, байҙарҙың ерҙәрен, малдарын
ярлыларға алырға, тағы әллә ниҙәр, әллә ниҙәр эшләргә тип, бер туҡтамай тотоноп китте. Ул
ҡайһы саҡтарҙа ашап-эсергә лә ҡайтмай торғайны.
Айбикә уның һөйләгәндәренең ҡайһыһын аңлай, ҡайһыһын аңламай. "Инде һуғыш бөткәс, тик кенә
ятһа ни була икән", - тип уйлай ине. Ул шул уйын бер нисә тапҡыр Юлдыбайға әйтеп ҡараһа ла, ул,
көлә биреп:
- Әй, бисә, бисә, ул улай ғына булмай шул. Хәҙер бына хөрриәт, донъя үҙебеҙгә ҡалды, шуға күрә
беҙгә эшләргә, донъяны үҙебеҙсә ҡорорға кәрәк. Оҙаҡламай бына ярлыларҙың бөтәһенә лә ерҙе
тигеҙләп бүлеп бирергә итәләр, шуның өсөн эш башында байҙар ултырмаһын, ярлылар үҙҙәре
ултырһын, - тип әллә ни тиклем һөйләй ине. Айбикә ерҙәр, ярлылар, байҙар тигәндәренә төшөнһә
лә, Юлдыбайҙың "эшселәр, заводтар, Ленин, Керенский, большевик, меньшевик" тигәндәрен
аңлап бөтә алмай ине. Ғүмерҙә күрмәгән, ишетмәгән нәмәләр булғанға, төштә күргән кеүек кенә
булып, күҙ алдына килеп өлгөрмәҫ борон таралып ҡалалар ине.
Ләкин был тыныс ваҡыттар оҙаҡҡа һуҙылманы. Юлдыбай ҡайтып бер йылдай ҙа торманы, Ҡыҙыл
гвардияға яҙылып, тағы ла һуғышҡа китте.
Атаһы менән әсәһенең:
- Ҡуй, балам, йөрөмә инде. Ҡарт көнөбөҙҙә беҙҙе ташлап, ҡайҙа бараһың? Һуғыштан туйманыңмы,
ҡайтып саҡ күҙебеҙгә күрендең дә, тағы китәһең! Бына килен дә нисә йыл көттө. Ул бахырға ла
рәхмәт инде. Ҡартайған көнөбөҙҙә беҙҙе ташламай, һаман ҡарап торҙо. Йөрөмә инде!- тип ҡабатҡабат инәлеп ҡараһалар ҙа, Юлдыбай уларға ҡараманы, яңынан китте.
- Әй, әсәй, юҡҡа илашмағыҙ инде. Оҙаҡҡа китмәйем бит мин. Күп булһа, ике ай, уҙа барһа, өс ай
йөрөрмөн дә, бына күрегеҙ ҙә тороғоҙ, тиҙ үк ҡайтып килермен. Хәҙер һуғышмай булмай шул. Бына
бит ишетеп тораһығыҙ, ярлыларға ер бирәбеҙ, фәлән, тип алданылар ҙа, бер нәмә лә бирмәй, эш
башында байҙар ултыра бирәләр. Батшаһын төшөргәс, былары ни нәмә ул, - тип өйҙәгеләрҙе
әүрәтте.
Уны тағы илашып оҙаттылар. Айбикә ул ваҡытта "Тиҙ ҡайт, йәме"нән башҡа һүҙ әйтә алманы.
Уның күҙ йәштәре әйтер һүҙҙәрен әйтергә ирек бирмәнеләр.
- Ул киткәс, өй, үлек сыҡҡан кеүек, бушап, ҡараңғы булып ҡалды. Әбей, һаман һөйләнеп, илауҙан
туҡтаманы.
- Ирекле башын ирекһеҙ итеп, әҙәм үҙ ихтыяры менән ут эсенә ынтылыр икән... Был ниткән бала
булды был, хоҙайым...
Юлдыбайҙы тиҙ ҡайтыр тип, дүрт күҙ менән көтһәләр ҙә, ул тиҙ генә ҡайта алманы. Тик ун
туғыҙынсы йылдың аҙаҡтарында ул үҙенең отряды менән бик ҡабалан ғына үҙҙәренең ауылына
тейеп китте. Ул ваҡытта улар ҡасып барған аҡтарҙы, шулар эсендә Ҡотлояр ҡарттың балаһы -
Ишбулат офицерҙы баҫмалатып ҡыуып баралар ине. Улар иртә менән килделәр ҙә, көн буйы
ҡасҡан-боҫҡандарҙы эҙләп, Ҡотлоярҙың өйҙәрен, һарай, келәттәрен тентеп, мулла балаһы
Аллабирҙене ҡулға алып, кискә ҡарай ауылдан сығып та киттеләр. Айбикәгә был көн шатлыҡлы
төш кенә кеүек булып ҡалғайны. Ул көндө Юлдыбайҙың үҙҙәрендә ултырып ике шәшке сәй эсергә
лә ваҡыты булманы.
Фәғилә әбей менән Айбикә тиҙ генә аҙыҡ-маҙар йүнләп, бауырһаҡ бешереп, тоҡсайға тултырып,
Юлдыбайға бирҙеләр. Ул:
- Юҡҡа мәшәҡәтләнәһегеҙ, - тине. Уны ла алманы. Әсәһе, уға ҡарамай, тоҡсайҙы йәшел брезент
тоғона һалып ебәрҙе.
Юлдыбайҙың шул көндән бик күп үткәс кенә бер хаты килде. "Бөтә полкыбыҙ менән Петроградҡа
киттек" тип яҙғайны. Шунан бирле хаты ла, хәбәре лә юҡ. Әллә үле, әллә тере. "Үҙе булһа, әллә
былайтып йөрөмәҫ тә инем..." Айбикәнең күҙҙәренән эре-эре йәш бөрсөктәре тәгәрәп төштөләр.
Аслыҡ йылда үлеп ҡалган ҡайны менән ҡәйнәһе күҙ алдына килде. Туры ат менән ҡыҙыл һыйырҙы
ла һуйып ашанылар. Ләкин келәттә бер тәпән запас йыйып һаҡларлыҡ байлыҡ булмағас, ҡара
көҙҙән үк асығып, ҡыш уртаһына яҡын үлеп ҡалдылар.
Айбикә лә асығып, күҙҙәре шешенде. Ул эт тә, бесәй ҙә, табылғанда алабута ла ашаны, йәш кеше,
шулай ҙа түҙҙе. Ул арала инде Совет столовой асып, шуның менән тамаҡ ялғанып китте.
Столовойҙы Ҡотлоярҙың өйөндә астылар. Ул ваҡытта ауыл Советы председателе - арғы остоң
Хөсәйене, Ҡотлоярҙың яҡын кешеһе ине. Уларҙың ҡулдарынан һыҡҡандары ғына тама. Үҙҙәре, бер
өйкөм генә ағай-эне, бергәләп эш күрәләр. Ботлап-ботлап аҡ он, какао, дөгөләрҙе бүлешеп алып
ашайҙар. Бисәләре был аҙыҡтарҙы аҙ-аҙлап кейем-һалым, көмөш тәңкәләргә алмаштырып
кейенәләр. Уларҙың һәр береһендә бер-ике ҡаҙаҡ онға йәки бер ҡаҙаҡ иткә алмашып алынған
төрлө ҙурлыҡтағы самауырҙар, өлкән-өлкән яҫтыҡтар менән келәттәре тулып ята. Быны берәй
кеше һиҙеп, уларға һүҙ әйтә икән, столовойҙа ашатмау менән ҡурҡыталар ине.
Ана шул ваҡытта, йортҡа өйрә, икмәк бешертергә кеше кәрәк булғас, Ҡотлояр байҙың бисәһе
Ғәйшә, Айбикәне үҙенә саҡырып алып:
- Айбикә килен, былайтып асығып йөрөмә. Столовойҙан алып ашаған менән... Өйөңә яғырға
утының юҡ, һыуыҡ өйҙә яңғыҙ ултырғансы, беҙгә кил. Миңә арлы-бирле эшләшерһең. Хәҙер кемгә
әйтһәм, шул килә. Тик һине үҙебеҙҙеке тип кенә әйтәм, - тине.
Шул ваҡыттан бирле Айбикә Ҡотлояр байҙа тора. Шунан бирле көнө-төнө эштән бушамай, шул
көндән бирле йүнләп йоҡоһо туйғаны, рәхәтләнеп ял иткәне юҡ. Шунан бирле әрләнә-тиргәлә ине.
Айбикә уйҙарының шул еренә еткәндә, төпкө өйҙөң ишеге асылған тауыш ишетелде. Ул урынынан
һикереп торҙо. Ишектән Ғәйшә күренде:
- Әстәғфирулла. Яңы тороп киләһеңме? Һай-һай, йоҡлайһың да инде. Ҡыҙыл эңерҙән ятып, ҡояш
сыҡҡансы...- тип һөйләнә-һөйләнә, ҡулына ҡомған тотоп, тышҡа сығып китте.
Тик әле ҡояш сығыу түгел, таң яғы яңы аллана башлағайны.
IV
Көн буйынса нуры, йылыһы менән тәнгә йылылыҡ, рәхәтлек биргән ҡояш, инде байырға
яҡынлашып, тау битендәге урман артына йәшеренде. Уның нурының ҡыҙыл уттары, урмандың
тигеҙһеҙ ағастары араһына теҙеп ҡуйған һөңгөләр һымаҡ, уҙалы-ҡаҙалы йыш-йыш булып теҙелеп
торалар.
Айбикә тиҙ генә бейәләрен ағытты ла, һуңға ҡалыуҙан ҡурҡып, ҡабалан-ҡабалан түбәнге осҡа
һыйыр көтөүенә ҡаршы китте.
Ул шулай ашығып ҡына барғанда, юлда уға уҡытыусы Хәҙисә менән Алмаҡай осранылар.
- Айбикә еңгә! Туҡта әле, туҡта! Беҙ һиңә китеп бара инек әле, ярай, үҙең тап булдың. Айбикә
туҡтағыһы килмәй генә:
- Йә, ни? - тине.
Хәҙисә, уға яҡыныраҡ килеп:
- Ай, ашығырҙай булғанһың икән дә баһа! Туҡта, һөйләшәйек әле. - Шулай тигәс, Айбикә бөтөнләй
туҡтаны. Ул әле һары сәсле, күк күҙле, өҫтөнә аҡ кофта менән ҡара юбка кейгән, башына ҡыҙыл
яулыҡты артҡа ҡайырып бәйләгән, аяғына башалтай менән сандал кейгән асыҡ йөҙлө Хәҙисәгә,
әле ҡырҡҡан ҡара сәсле, янып торған ҡара күҙле, яҙғы елгә тутлап өлгөргән ҡара-тура Алмаҡайға
алмашлап ҡарай-ҡарай, йылмайып:
- Йә, ни бар? Тиҙ генә һөйләгеҙ ҙә, ана һыйырҙарым етеп килә, - тине.
Ҡыҙҙар, береһенең һүҙен икенсеһе бүлеп, ашыға-ашыға:
- Еңгә, һин бөгөн клубҡа бар. Унда собрание, шунан һуң уйын була. Бик ҡыҙыҡ була, барырһың,
йәме, - тинеләр.
Айбикә, быны ишеткәс, һиҫкәнеп китте:
- Атаҡ, ҡуйығыҙ, һылыуҙарым, клубҡа барырға ҡайҙа ул... Унда барыу түгел, һеҙҙе күреп
һөйләшкәнде ишетһәләр ҙә әрләрҙәр әле. Эшем дә бик күп, хатта боролорға ла ваҡытым юҡ.
Ғәйшә еңгәм ишетеп ҡалһа... - тип урынынан ҡуҙғала башланы.
Ләкин Хәҙисә менән Алмаҡай уның ай-вайына ҡуйманылар. Уны ҡулынан тотоп туҡтаттылар.
- Юҡты ләпелдәп торма! Ни Ғәйшәнән ҡотоң оса һуң? Һыйырҙары кәрәк булһа, үҙе барып алыр.
- Эшем күп, тигән була, клубҡа барыу эш түгелдер шул! Ғәйшәнең һиндә ни эше бар? Әрләһәләр,
тот та беҙгә кил, - тинеләр.
Айбикә, уйланып:
- Шулай ҙа... - тине.
- Бер ҙә уның шулай ҙа-мулай ҙаһы юҡ. Бараһың тигәс бараһың. Анау көндө лә ни эҙләнек,
бармаған булдың, инде бармаһаң, үпкәләйбеҙ. "Еңгә" тип тә әйтмәйем, - тине Алмаҡай. Хәҙисәһе
элеп алып китте.
- Бик ҡыҙыҡ ошо еңгәм. Кейек кеүек һырт биреп, ҡаса ла йөрөй. Унда әллә бер һинме? Бөтә
бисәләр ҙә бара.
Айбикә бер аҙ ыңғайланды, ҡыҙҙарға ҡарап, йомшаҡ ҡына көлдө:
- Әлләсе... Тегеләрҙең киске тамаҡтарына ла ашатмағанмын, эшемде бөтөрә алһам, уйлап
ҡарармын.
- Бөтөрөрһөң, эшеңде лә бөтөрөрһөң. Әле собрание һигеҙҙә генә башлана.
Айбикә көлөмһөрәп юлына китте. Алмаҡай, уның арҡаһына еңел генә шаяртып һуғып:
- Ҡара, еңгә, һүҙебеҙҙе йыҡма, - тип ҡалды.
Ҡыҙҙар һөйләшә-һөйләшә клуб ыңғайына боролдолар.
Аҡҡондоҙ йылғаһы аръяғындағы типһәнлек буйлап, ҡара болот һымаҡ күсеп, һыйыр, һарыҡ көтөүе
төшөп килә ине. Айбикә күпер төбөнә килеп еткәндә, көтөүгә ҡаршы сыҡҡан ҡыҙҙар, ҡатындар,
әбейҙәр, малайҙар, эркелешеп, көтөүҙең килеп еткәнен көтөп торалар ине. Уларҙың ҡайһыһы үҙара һөйләшә, ҡайһылары көлөшә; бала-саға, береһен береһе этеп йығып, елкәләренә төртөп
шаярышалар; ҡыҙҙар, сәстәрен һыйпап, күлдәктәрен төҙәтеп, йылмайышып, көлөшөп,
ҡупшыланып, ҡулдарындағы сыбыҡтарын уйната-уйната, үҙ-ара әңгәмәләшәләр.
Көтөү быуаға килеп тығылды. Уларҙың ҡайһыһы һыу эсә, һыйырҙар, һарыҡтар аралашып, буталып,
бәрәстәр тезелдәшеп баҡырышалар, һыйырҙар мөңрәшәләр,
бәрәстәрен юғалтып, һарыҡтар баҡырышалар ҙа, табып алғас, еҫкәп, мыҡырлайҙар. Шул арала
ҡайһы берәүҙәрҙең бәйләнеп өлгөрмәгән быҙауҙары көтөүгә ҡаршы сабып киләләр ҙә, инәләрен
табып алып, ҡабалана-ҡабалана имергә йәбешәләр. Ҡатындар араһында сыр-сыу, тауыш
күтәрелә.
- Ҡарлуғас еңгә! Ана, тиҙ бул, һыйырыңа быҙауың ҡушылды, һыртаҡ һыйырыңдың быҙауы, йүгер,
ана, әле генә ҡушылды, тиҙ бул! - тип ҡысҡыралар.
Быны күреп ҡалған Ҡарлуғас, ҡабаланып, ахылдап йүгереп барып, быҙауының томшоғон инәһенең
елененән һелкә тартып ала ла, итәгенә йәбешеп, эшкә оронсоҡлаған ике-өс йәшлек балаһын да,
быҙауын да, һыйырын да әрләй башлай:
- Уй, алланың ҡәһәре һуҡҡыры, төртөнгән быҙау, һәш! Арамға атҡыры һыйыр, һәйкә! Уй, ҡороғоро,
һөтөмдө генә әрәм итте лә баһа. Бына бер балаһы ла боролорға ирек бирмәй бит, рәхмәт төшкөрө
нәмә. Әйҙә, атла, ҡыу быҙауҙы. Ана, сыбыҡты алып ҡыу.
Бала әсәһенең һүҙен тыңлай. Юл буйында ятҡан сыбыҡты алып, танауын мыш-мыш тарта-тарта,
һулаҡай ҡулы менән төшөп барған ҡыҫҡа балаҡлы ыштанының бөрмәһенән күтәрә-күтәрә,
быҙауҙы ҡыуа. Быны тыңламаһа, был сыбыҡтың үҙенә эләгерен һиҙә, шүға күрә бара торғас
һөрөнөп йығылып китһә лә, тауышын сығармай ғына илай. Ул арала әсәһе тағы ҡысҡыра:
- Шәберәк атла, суҡынған. Килмә, тинем мин һиңә; ни нәмәгә илайһың тағы, күҙең шәмәреп. Тым
хәҙер, күҙең сыҡҡыры!
Ҡайһы бер әбейҙәр, үҙе кеүек үк умшырайған ҡарт һыйырҙың арҡаһынан тапап һөйә-һөйә
һөйләнеп, татыу ғына бергә ҡайталар. Малайҙарға етә ҡала: улар һыйырҙарҙың ҡойроғона
йәбешәләр ҙә, сыбыҡ менән бер-икене һыҙыра тартып, туйған һыйырҙы быхылдатып, һөт менән
тулған елендәрен сайҡатып, береһен береһе уҙармандан саптырып, өйҙәренә алып ҡайталар.
Быны күргән әсәләре ярһып ҡаршы баралар:
- Ай, ен ботағы! Нисә тапҡыр әйттем мин һиңә, туйған һыйырҙы шәп ҡыумай ғына алып ҡайт, тип?
Ҡабаланып, атаң башына бараһыңмы, кафыр, - тип ҡыҙып-туҙып, унан-бынан һелтәп ҡалалар.
Малайҙар быны ҡолағына ла элмәйҙәр, әсәләре һуғырға ғына тип ынтылғанда, ҡултыҡ аҫтарынан
сығып ҡасалар.

Ул арала быуаның түбән яғындағы таш кисеүҙән йылҡы көтөүе һыу аръяғына, яланға, сыға
башлай. Уларҙың да ҡолондары сырҡырай, бейәләре кешнәй, айғырҙар тибешә, сыр-сыу, саңтоман күтәрелә.
Айбикә, шул сыр-сыу тауыш, ҡысҡырыштар араһында Ҡотлоярҙың һарыҡтарын, һыйырҙарын,
кәзәләрен айырып алып, урам буйлап ҡыуып ҡайтып китте.
Юлда сәкән уйнап йөрөгән малайҙарҙың уйындарын боҙоп, һаҡы уйнағандарының ашыҡ,
тупайҙарын тәгәрәтеп, көтөү ауылға таралды.
* * *
Айбикә, хужаларын тамаҡландырып, эшен бөтөрҙө лә уларға белгертмәй генә клубҡа барырга
сыҡты.
Юлда кеше күрмәһә ярар ине, кеше осраһа, әллә ни тип уйлар. Унда барғас, ҡалайтып
ултырырмын икән. Ҡайнаға тейеш кешеләр ҙә барҙыр инде, тип шикләнә-шикләнә барҙы.
Ул барып ингәндә, йыйылыш башланғайны. Ул тағы ла ҡаушаңҡырап тупһанан үтергәме, әллә
боролоп китергәме, тип икеләнеп торғанда, алдағы рәттең бирге башында ултырған Алмаҡай, уны
күреп ҡалып, урынынан тороп, аяҡ ослап ҡына ҡаршы килде. Айбикәне ҡулынан етәкләп алып
барып, үҙ янына ултыртты ла уның ҡолағына:
- Бына, еңгә тиһәк, буласы. Әйткән һүҙеңдә торҙоң, - тип шыбырланы. Докладты ҡыш көнө
Ҡотлоярҙың бажаһы Абдулланы төшөрөп ташлағандан һуң уның урынына һайланған батрак Сирай
һөйләй ине.
- ...Инде, иптәштәр, был мәсьәләне собрание һайын ҡуйып, ҡайта-ҡайта ҡоро һүҙ генә һөйләп тора
торғаны юҡ. Бына әле ҡаланан килгән шеф иптәштәр ҙә беҙгә был эштә ярҙам итергә һүҙ бирәләр.
Иген ҡорамалдарын наркомземдан оҙаҡ срокка көтөргә алып була.
Кооперацияға килһәк, бында ла ҡыш уртаһынан бирле яҡшы ғына үҙгәрештәр бар. Шулай булғас,
минеңсә, бында бер ҙә көтөп тора торғаны юҡ, тотабыҙ ҙа, яңы ауылға күсеп ултырып, артель
булып эшләй башлайбыҙ. Шунан колхозға күсергә лә уңайлы була. Минең әйтә торған һүҙем шул,
иптәштәр, - тине.
Ҡаршы сығып һөйләүселәр күп булды, һәр кем, үҙенсә сығып, төрлөһө төрлө уйҙарын әйтте.
Ҡарағолаҡтар төбәгендәге Хөсәйен дә торҙо:
- Һин, ҡустым Сирай, улай еңел генә һөйләйһең дә бит, эш уның менән генә барып сығыр микән.
Бына һинең яҡшы, бер нәмәң дә юҡ. "Бер ат та бер ҡамсы" тигәндәй, туҡалаҡ өйөң дә бисәң,
күтәрендең дә киттең. Ә бына беҙҙең, аҙ булһа ла, донъя, кәртә-ҡура, бала-саға бар. Унда күсеп,
билемде бөксәңләтеп йөрөгәнсе, мин былай ҙа ике ат, өс һыйырым менән үҙ ғаиләмде бик һәйбәт
туйҙырып тора алам, донъям да туҙмаҫ. Унда күскәс, өйҙө боҙорға, яңынан һалырға, кәртәҡураларҙы күсерергә кәрәк, ә быға беҙҙең бөтә малыбыҙ ҙа етмәҫ.
Фазлыйҙар ултырған төпкөлдәге түңәрәктән:
- Эйе, Хөсәйен ағай дөрөҫөн әйтә, дөрөҫөн, - тип шаулаша башланылар.
Ләкин был оҙаҡҡа барманы, төрлө яҡтан һүҙ алыусылар уларға ҡаршы төштөләр.
- Ҡуй әле, Хөсәйен ағай. Юҡты бысылдайһың. Беҙ был турала үткән собраниела уҡ яҡшылап
кәңәштек инде. Һин ул собраниеға килмәнең, шуға күрә яңғырайһың.
Унан һуң Ғәбиҙә еңгә ҡалҡты:
- Һин, Хөсәйен ҡәйнеш, бында Ҡотлояр һүҙен һөйләп торма әле. Үткән собраниеға ни эшләп
килмәнең? Һин ул көндө Ҡотлоярҙа бал эсеп, һыйланып яттың, беҙ белмәй тиһеңме әллә? Шуға
күрә уның йырын йырлап ултыраһың. Күсмәһәң ни әллә, атамдан ары! Берәүҙе лә көсләп күсергән
кеше юҡ, теләй икәнһең, күсәһең, теләмәй икәнһең, тағы ла ана тора.
Хөсәйен быға асыуланды:
- Һеҙ, бисәләр, инде ҡырынға һаплауҙы кешенән һорамаҫһығыҙ. Собрание булғас, әйтергә
ярамаймы әллә? Мин бит "күсмәйем" тимәйем, бында һүҙҙең айышы кәрәк. - Ул тағы ниҙер
әйтергә самалап торһа ла, әйтмәй, урынына ултырҙы.
- Төшөндөк, айышына ла төшөндөк, - тип ҡысҡырыштылар.
Ғәбиҙә еңгә тағы ябырылды:
- Бисәләр ни әле? Һинең ир булыуың ҡороһон, бүркең аҫтында бисәләр аҡылындай ҙа аҡылың
булмағас!
- Ҡуйығыҙ әле, ни ирешергә тотондоғоҙ тағы.
Рәис тауышҡа ҡуйҙы. Унлап кешенән башҡалары "күсергә" тигән ҡарарға ҡул күтәрҙеләр.
Алмаҡай уның артынан һүҙ алып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың артталығы, наҙанлығы, бала-саға, йорт эше
менән ҡаңғырып, бүтәнде эшләргә ваҡыттары юҡлығы, шуның өсөн был артелдең ниндәй
файҙалары буласағы тураһында һөйләне. Был эштә уҡыуҙан каникулға ҡайтыусы йәштәрҙең ныҡ
ярҙам итергә тейешлеге менән бөтөрҙө.
Айбикә был һөйләгәндәрҙең барыһын ысын күңел менән тыңланы. Ул һөйләүселәрҙең артынан,
үҙе лә абайламайынса, халыҡҡа ҡушылып, ҡул сапты. Аҙаҡ, ҡарарҙар сығарып, тауышҡа ҡуйғанда
ла, иң тәүҙә үҙе ҡул күтәрҙе. Уның юлда килгәндәге шикләнеүҙәре әллә ҡайҙа юғалдылар.
"Ысынлап та, мин ни нәмәһенән ҡурҡып торам һуң әле", - тип уйланы.
Йәнгә яғымлы, күңелгә яҡын булған был һүҙҙәрҙән ул батырланып киткән кеүек булды. Боролоп,
собраниелағы халыҡҡа күҙ төшөрҙө. Ауылдың бөтә йәштәре тигәндәй килгәндәр. Ҡайһылары
тәҙрә төбөнә теҙелгәндәр. Сирайҙың бисәһе имсәк балаһын күтәреп килгән. Алмаҡайҙың еңгәһе
менән, оло булыуына ҡарамай, әсәһе лә килгән. Тағы әллә кемдәр, әллә кемдәр. Ана алда,
дүртенсе рәттә, мәзин улы Фазлый менән Абдулла байҙың малайы үҙ-ара аҡрын ғына һөйләшәләр
ҙә, яндарында ултырған Хөсәйендең ҡолағына ниҙер шыбырлап, бисәләр ултырған яҡҡа ҡарап,
мыҫҡыл итеп ауыҙҙарын ҡыйшайтып көләләр. Улар бисәләрен дә алып килмәгәндәр.
Айбикә, кистең һуң булыуына ҡарамай, үҙендә арығанлыҡ һиҙмәне. Уның менән Алмаҡайҙар,
Хәҙисәләр бер яҡҡа ҡайттылар. Юлда Алмаҡайҙың еңгәһе Хөснөй уның менән ҡатар ҡайта ине.
- Айбикә әхирәт, һин дә килгәнһең бит әле. Бер ҙә күренмәй торғайның. Шулай кәрәк шул, беҙ
бына бөтә өй эсебеҙ менән килдек әле, - тип көлдө.
Алмаҡай, быларҙы ҡыуып етеп, еңгәләренең һүҙен бүлде
- Ҡуй, еңгә, Айбикә еңгәмдең килеүенә һоҡланып, күҙ тейгеҙеп ҡуйырһың. Ҡыу сүп һындырып ҡына
һөйләш, - тип көлдө.
Быларҙан алдараҡ Алмаҡайҙың ағаһы Таймаҫ, тағы бер нисә кеше комсомол собраниеһының,
спектаклдең ҡалай үтеүе тураһында һөйләшеп баралар ине. Ҡайһы бер ҡатындар:
- Хәҙисә туғаным, һин оҫтабикә булып бигерәк килештереп һөйләйһең дә инде, - тиҙәр.
- Анау Әхәйҙе әйт әле һин, әйтерһең, ҡойоп ҡойған Ҡотлояр инде. Шуның һымаҡ ҡорһағын да
күпертеп ҡуйған бит әле, әллә мендәр тыҡҡан инде.
Улар шулай шаулаша-көлөшә өйҙәренә таралдылар.
Айбикә ошо көндән һуң йыйылыштарҙан ҡалмай башланы. Яңы ауылға күсеүселәр рәтенә лә
яҙылды. Уның яңғыҙлығы, ярлылығы, кәмһетелеүҙәре онотолған кеүек булып киттеләр.
Ҡотлояр был араларҙа гел асыуланып ҡайта, әле бисәһен, әле балаларын, бигерәк Айбикәне
әрләй. Сәй эсергә ултырғанда ла ҡабағы яҙылмай. Ҡунаҡта булғанда ла, элекке көлөп, кинәнеп
һөйләү урынына, ҡыҙып-туҙып бүтәндәр менән һүҙ көрәштерә:
- Күсһендәр, китһендәр ана ауылдан! Йә, шунан ни сыға тип уйлайһығыҙ? Имеш, күмәкләшеп иген
сәсәләр, күмәкләшеп йәшәйҙәр. Бик шәп инде. Алла бирмәгәнде, күмәкләшеү менән була, тиҙәр
инде! Тәүҙә иген сәсерҙәр, унан бергә тора башларҙар, шунан бисәләре лә уртаҡ була инде.
Өй артында йыйылышып, һөйләшеп ултырғанда ла яңы ауылға күсеүселәр исемлегенә яҙылған
кешеләргә күҙҙәрен кертәйтеп, мыҫҡыл итеп көлөп, сәнсеп, төртөп һөйләй:
- Анау йөрөгән динһеҙҙәрҙе әйтмәйем дә инде. Уларға беште ни, төштө ни. Уларҙың шулай итеп
ҡайнашмай хәлдәре лә юҡ. Бына һине әйтәм әле, Һөйәрғол ағай. Ҡарт башың менән, "ат аҙғыны
тайға эйәрә" тигәндәй, шул малайың комсомол булды тип, ниңә инде шулар артынан сабаһың.
Шөкөр тигән көнөң бар, берәү булһа ла атың, ике һыйырың бар, ана башмағың бауыр күтәргән.
Тыныс башыңды тынысһыҙ итеп йөрөгәнсе, өйҙә генә, намаҙ ҡарты булып ҡына ятһаң, булмаймы?
Һөйәрғол ҡарт, елкәһен һыйпап, башындағы кейеҙ ҡалпағын төҙәткеләп, аҡ һаҡалын һыйпай ҙа,
бер аҙ уйланып торғандан һуң, аҡрын, ләкин күңелгә һеңдерә торған ныҡ, тыныс тауыш менән яуап
бирә:
- Инде, Ҡотлояр күрше, мин күрмәгән нужа ҡалмағандыр. Уныһын үҙең дә күрә киләһең ҡуй. "Аҡыл
йәштә түгел, башта" тигәндәй, әле шул минең малайым, йәш булыуына ҡарамай, ҡартайған
көнөмдә күҙемде асты. Ул бер ат, ике һыйырҙы мин нисәмә йыл хоҙайҙан теләп алғаным юҡ ине,
ана шул Советтың, налогтан ҡотҡарып, ярлыларға ярҙам итеүе арҡаһында яһалдылар. Ал килеп,
"Сисенгән һыуҙан таймаҫ" тигән
мәҡәл дә бар, Ҡотлояр ҡусты. Беҙ инде киләһе яҙҙан башлап үҙебеҙҙең яңы ауылға күсеп
ултырабыҙ. Исмаһам, ҡартайғанда бер рәхәт көн күреп булмаҫмы, - тине.
- Һе... ярай, күрербеҙ әле. Барып сыҡһа, ярай ҙа.
Улар шунан һуң рәтләп һөйләшмәнеләр.
Был ваҡыттарҙа Айбикәгә тыныслыҡ бөтөнләй бөттө. Уның йыйылыштарға йөрөп, күсеүселәр
исемлегенә яҙылғанын белгәс, көнө-төнө әрләй башланылар. Ҡотлояр, урамда һүҙ көрәштереп,
еңә алмай ҡайтҡас, бер көнө Айбикәгә тотондо:
- Айбикә килен, һин минең һүҙемде тыңла әле. Ни тигән эш был. Имеш, бисә башың менән
собраниеға йөрөү, собраниеларҙа тороп һүҙ һөйләп, ул ғына етмәһә, яңы ауылға күсәм, тигән
булып, шул елғыуарҙар артынан эйәр. Туймай барған тамағың бармы, өҫтөң яланғасмы? Әҙерәк
кешенән оялырға, алланан ҡурҡырға, һис юғы, нисә йыл аҫрап торғандың ҡәҙерен белергә кәрәк
ине. Яманмы, яҡшымы, ҡайның менән бер туған ҡайнағаңмын, миңә кәңәш итергә, бәләкәй генә
аҡыллашырға кәрәк ине.
Иренең тауышы аҙыраҡ баҫылғас, Ғәйшә тотондо:
- Йөрөй шунда тыртаңлаған Хәҙисәләр, Алмаҡайҙар артынан. Яҡшы ҡатын булһа, ире лә ташлап
китмәҫ ине. Ирең ана урыҫ булып киткән, ти бит инде. Һинең мәрйә булғың киләлер шул.
Алмаҡайҙар артынан, Алмаҡай булам, тип сәсеңде лә ҡырҡтыр инде, тәүбә әстәғфирулла. Улар
яҡшылыҡҡа өйрәтә, тиһеңдер инде, байғош. Ир-ат араһында ҡортлаңлап йөрөргә өйрәтерҙәр
шунда...
Уларға быйыл ҡыш техникумдан ҡыуылып ҡайтҡан Көнһылыу ҡушылды. Ул, күҙенең ҡыры менән
генә Айбикәгә ҡарап, ауыҙын ҡыйшайтып:
- Какжы, коммунистка була ул! - тине. Быға тиклем хәл йыйып алған Ҡотлояр тағы һүҙ башланы:
- Былай итеп беҙҙе әҙәм көлкөһөнә ҡалдырып йөрөй торған булһаң, бер көн дә торма. "Эт
һимерһә, эйәһен тешләй" ти. Ана тора юлың! Минең Ҡотлояр исемемде бысратып йөрөгәнсе, сыҡ
та кит.
Быға тиклем өндәшмәй торған Айбикә, "сығып кит" тигән һүҙҙе ишеткәс, түҙмәне: - Сығып китеүҙе
мин һеҙҙән һорамайым, һеҙ әйтмәһәгеҙ ҙә, күптән әҙерләнгәнмен. Минең аяҡ-ҡулым һау булһа,
ҡайҙа ла эш табыла, һинең ҡайнаға булыуың бөгөн генә иҫеңә төштөмө ни? Бер туған ағаң астан
үлгәндә, ҡайҙа инең? Биш йыл тороп, өҫтөмә бер ҡат кейем алып бирҙегеҙме? Һаман һеҙҙең
ҡалдыҡ-боҫтоҡ аламағыҙҙы кейеп йөрөйөм. Мин ни эшләп һеҙҙән кәңәш һорайым ти? Кәңәш кәрәк
булһа, ана тора Совет. Ул мине асҡа үлтермәҫ әле. Һеҙҙе судҡа бирәм икән, бөгөн үк башаяғығыҙҙы әйләндереп, эш хаҡымды түләтерҙәр. Әле ҡыуып ҡурҡытмаҡсы булаһығыҙ икән, - тине.
Ҡотлояр, Айбикәнең был ҡыйыулығын күреп, тәүҙә аптырап ҡалды. Ул биш йыл буйы ауыҙ асып
һүҙ әйтмәгән Айбикәнән быны көтмәгәйне. Уның былай аң-таң булыуы бер минутҡа ғына һуҙылды.
Ул Айбикәнең һүҙҙәренән үҙен-үҙе тота алмаҫлыҡ булып ҡыҙып китте:
- Ҡара һин уны! Бына кәрәк булһа, ни һөйләп торған була. Хәйерсе, килеп, тамаҡ туйҙырып
торғаныңдың һыйын бирәһең икән. Бик яҡшы эш эшләйем, тиһеңдер инде. Имеш, судҡа бирә. Бир!
Судыңдан кем ҡурҡа һуң һинең, ахмаҡ. Ит изгелек, көт яуызлыҡ - шул инде бына! - Ул, ике ҡулын
артҡа ҡуйып, асыуына сыҙай алмай, бүлмәнең бер башынан икенсе башына шәп-шәп атлап йөрөй
башланы. Айбикә, уның әрләп бөткәнен көтмәй, аш өйөнә сығып киткәс, тауышланып көрһөндө лә:
- Һе. Вәт һин уны! Ай, донъя... - тип һуҙып ҡуйҙы.
Айбикә шул көнө кис менән бөтә ваҡ-төйәк нәмәһен йыйҙы ла Алмаҡайҙарға китте.
Ул барып ингәндә, Алмаҡайҙың ағаһы менән еңгәһе өйҙә юҡ, Алмаҡай ҙа әллә ҡайҙа сығып
киткәйне. Өйҙә уларҙың әсәһе Гөлйемеш әбей генә усаҡ янында ниҙер мыштырлай ине. Айбикә
килеп ингәс, ул башын ҡалҡытып ҡараны ла:
- Бәй, Айбикә балам, һин икәнһең, һаумыһың? Әйҙә, ултыр, ни эшләп улайтып аяҡ өҫтө баҫып
тораһың? Таймаҫ менән килен атҡа берәр арба ғына бесән сабып алып килергә тип киткәйнеләр.
Алмаҡай Хәҙисә янына киттеме икән, ул да хәҙер ҡайтыр, әйҙә ултыр, - тине.
Айбикә бер төйөнсөк нәмәһен һике ситенә һалды ла, үҙе уның янына ултырып, ҡыймай ғына:
- Инәй, мин һеҙгә бөтөнләй килдем, - тине.
Әбей был һүҙгә аптыраманы, ул быны электән белә ине:
- Йә, ярар. Бик һәйбәт булған. Ул ҡарундарға сәсең менән ер һеперһәң дә, рәхмәт ишетмәҫһең.
Ярай, арыу булған, - тине.
Ул арала көлөшә-көлөшә Алмаҡай менән Хәҙисә килеп инделәр. Улар, Айбикәне күргәс, икәүһе лә
бергә шатландылар:
- Ә, Айбикә еңгә. Килдеңме? Бына шәп булған. Әллә ҡасан әйттек бит. Ҡана, сисен, ни көптәйеп,
кәзәкей кейеп ултыраһың үҙең, - тип уны өҙә-йолҡа шаяртып, сисендереп ташланылар.
- Селләлә берәү туңып үлгән, ти ине, шул һиндер әле.
Айбикә уларға бөгөнгө Ҡотлоярҙың һүҙҙәрен, үҙенең ни тип яуап биргәнен һөйләне. Алмаҡай ҙа,
Хәҙисә лә кинәнделәр генә:
- Әммә яҡшы иткәнһең, үсем дә ҡанды.
- Һәйбәт иткәнһең, әйҙә, белеп торһон, ҡыуып сығарҙым, тип маһайып йөрөмәҫ. Теге ғаризаны
бөгөн иртә менән генә судьяға ебәрҙек, хәҙер, балаҡас, Ҡотлоярҙың артҡы һабаҡтарын уҡытабыҙ
инде.
V
Бәләкәйерәк бер ҡаланың иң ҙур урамдарынан һаналған ике урамының ҡушылған мөйөшө. Унда -
уртаса ҙурлыҡтағы тотош йәшелгә буялған ике ҡатлы ағас йорт. Уның өҫкө ҡатындағы тәҙрәләренә
күҙ төшөрһәң дә, бер нәмә лә күреп булмай. Оло урамға ҡараған был эре-эре биш тәҙрәнең
мөйөшләп, түңәрәкләп, төрлө формаларҙа матурлап эшләнгән эре рамдары бер иле ҡалынлыҡ
быялалар менән күҙләнгән, уның өҫтөнә эстән ап-аҡ селтәр ҡорғандар ҡоролған.
Тик йәй көндәре генә был урамдан театрҙан, кинонан ҡайтыусылар йәки бүтән төнгә ҡалып
йөрөүселәр генә был өлкән матур тәҙрәләрҙең асып ҡуйылғандары аша ишетелеп торған пианино
тауышын тыңлап үтәләр. Унда русса ла, татарса ла, башҡортса ла матур көйҙәр уйнала. Күп
ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың көмөш тауыш менән көлгәндәре ишетелә, ҡорғандар аша бейек-бейек
фикус гөлдәре араһында зал буйлап ҡупшы кәүҙәләрҙең парлашып дәртле вальстар аҫтында
әйләнеүҙәре күренә.
Рәйсә ханым, ошо өлкән урамға ҡараған тәҙрәләрҙең береһенең ҡорғанын асып, урамдың юғарғы
яҡ башынан килә торған тротуарға ҡараны. Ҡышҡы селләнең әсе һыуығы тәҙрәнең тышҡы
ҡатлауын ҡыраутып, ваҡ ҡына урмандар, шыршы ағастары, йондоҙ биҙәктәре, күл ҡамыштары,
ашлыҡ башаҡтары, тағы әллә ниндәй матур биҙәктәр менән биҙәкләп алыуы уға урамды күрергә
ирек бирмәне. Тик үтеп барыусы автобус тәгәрмәстәренең дөңгөрләүҙәре генә Рәйсә ханымдың
ҡолағына тоноҡ тауыштары менән бәрелделәр. Ул шуға ғәрләнгән һымаҡ сырайын һытты ла, "фу"
тип кире әйләнеп, өлкән стена көҙгөһө алдындағы йомшаҡ креслоға ултырып, бәләкәй генә туҫрай
ҡулдары менән күперенке сәстәрен төҙәткеләне. Көҙгө алдында ятҡан замша күндән эшләнгән
күкһел ҡул сумкаһынан бәләкәй генә пудра һауытын алып, тиҙ-тиҙ генә битенә пудра һөрттө.
Икенсе бер оҙонса тимер һауыттың башынан ғына ҡыҙыл помада сығарып, һаҡлыҡ менән генә
ирендәренә тейҙереп, бармаҡ остары менән шымартты ла битен, сикәләрен, эйәктәрен
әйләндерә-әйләндерә көҙгөгә ҡараны. Ул арала йоҡо бүлмәһенән сығып килгән бала ҡараусы
Зәкиәгә боролоп ҡарамай ғына:
- Йоҡлаттыңмы? - тине.
- Йоҡлаттым, Рәйсә апай.
- Өҫтөнә яҡшыраҡ ябырға кәрәк, бөгөн өй һалҡын.
- Яптым, күк ебәк юрғанын яптым, - тине лә, Рәйсәнең бүтән һүҙе булмағанын күргәс, Зәкиә икенсе
бүлмәгә сығып китте.
Ул арала парадныйҙан звонок тауышы ишетелде.
Рәйсә урынынан тиҙ генә торҙо ла, өҫтөндәге киң еңле аҡһыл күк төҫтәге фланель күлдәген
янбаштары буйлап төҙәтә-төҙәтә:
- Зәкиә, бар, ишекте ас. Ишектә кеше бар, - тине. Зәкиә, кухня яғынан сығып, зал аша йүгереп,
коридорға үтте. Рәйсә:
- Ишетеп тораһың, ә шуны әйтмәйенсә асырға ярамайһың,- тип һуҡрана-һуҡрана, аш ашай торған
бүлмәнең ишегенән башын тығып ҡараны ла: - Ну, ошо Сәлимәне. Тәрилкәләрен, приборҙарын
ҡуйған, ә салфеткаларҙы, нисә әйтһәң дә, онота. Фу, билләһи, тәрбиәһеҙҙәр ҙә инде, ошолар
менән башың ҡатып бөтә, - тип һөйләнә-һөйләнә буфет тартмаһынан бер нисә салфетка алып,
өҫтәлгә һалды.
Ул, һөйләнеүенән туҡтап, баҫҡыс буйлап күтәрелгән аяҡ тауыштарына ҡолаҡ һалып, көтә
башланы. Ул, унда бер кешенең генә аяҡ тауышы булмағанын ишетеп, эсенән генә шатланып,
килә икән, тип уйланы. Йәһәт кенә көҙгөгә әйләнеп, тағы бер ҡабат битен, башын, кәүҙәһен ҡарап
сыҡты ла, залға килеп инеүселәргә йылмайып, ҡаршы атланы.
- Абау, Юличка, һин бик оҙаҡ инде. Занятие бөтөүгә ярты сәғәт үтте бит инде, - тип иркәләнеп,
уның күҙҙәренә ҡараны. Тик ул арала Юлдыбай артынан инеп килгән ябай кейемле крәҫтиәнде
күреп, үҙенең өмөтө юҡҡа сыҡҡанын белеп, сырайы һытылды, ҡаштары емерелде, һөмөрө
ҡойолдо.
Юлдыбай йомшаҡ креслолар артындағы, улар менән бер төҫтә үк йәшел бәрхәт менән ҡапланған
түңәрәк өҫтәлгә портфелен һалды ла, сисенә-сисенә:
- Йыйылыш булды, Рәйсүк, мин алдан сығып китермен, тип уйлағайным да бит. Унда минең ҡуйған
мәсьәләм ҡаралды, шуға күрә ташлап сығыу уңайһыҙ булды. Бына ашҡа ҡунаҡ алып ҡайттым, ул -
минең бала ваҡыттағы иптәшем, ауылдашым, таныш, Рәйсүк, - тип, ишек төбөндә тунын сисеп,
быймаларын ҡағып маташҡан Хәйбуллинға: - Әйҙә, әйҙә, уҙ, Таймаҫ. Бына минең кәләш,
танышығыҙ, - тип көлөп өҫтәне.
Рәйсә, теләр-теләмәҫ кенә ҡулын һуҙып: "Рәйсә", - тип күреште. Артыҡ иғтибар итмәй генә тағы
Юлдыбайға әйләнде:
- Ә Хәмит әфәнде ҡайҙа?
- Ә, ысын әйткәндәй, мин уны саҡырғайным да, ул бөгөн бара алмайым, эштәрем бар, тине.
Иртәгә, бәлки, инеп сығыр.
Юлдыбай шат ине. Яҡын дуҫын күреү уның күңелен күтәргәйне, һыуыҡтан ҡыҙарып бөткән битен,
танауҙарын ҡулъяулыҡ менән һөртә-һөртә:
- Ай-ай, бөгөнгө һыуыҡ өтә генә. 30 градустан артыҡтыр.
- Әйтмә инде, юлда ул, бигерәк тә тимер юлға тиклем санала килгәндә, түҙ генә инде. Ауыл һайын
туҡтап, йылына-йылына ике көндән артыҡ килдек. - Улар, юл әңгәмәләрен һөйләшеп, көлөшә
башланылар. Рәйсәнең күңелһеҙлеге тағы ла артты. Ул, ҡапыл ғына боролоп:
- Аш ултыртҡан, - тине лә аш бүлмәһенә инеп китте. Юлдыбай, Хәйбуллинды аш бүлмәһенә алып
инеп, уға өҫтәл янындағы ултырғыстарҙың берәүһенән урын күрһәтеп, үҙе Рәйсә янындағы
ултырғысҡа ултырҙы.
Бешексе Сәлимә аҡ шешә һауыт менән аш индереп ултыртты. Рәйсә уны өндәшмәй генә
тәрилкәләргә бүлеп һалды ла, үҙенең ғәҙәттә ҡунаҡтарға әйтә
торған "рәхим итегеҙ" тигән һүҙҙәрен дә әйтмәйенсә, башын баҫып ашарға тотондо. Көн буйы эсе
бошоуҙары өҫтөнә, Тереғулов Хәмиттең, обедҡа саҡырылып та, килмәүе уның асыуын тағы ла
ҡабартты. Юлдыбай менән бер учреждениела эшләүсе, яҡшы танцевать итеүсе, ҡатын-ҡыҙҙар
янында үтә бөгөлөп-һығылып, анекдоттар менән көлдөрөп эсте ҡатыра торған бухгалтер урынына
Юлдыбайҙың, бынауы йолҡош, әллә ниндәй тәрбиә күрмәгән бер "мужикты" алып ҡайтыуы өсөн
асыуынан, ғәрлегенән илағыһы килде.
Аш тауыш-тынһыҙ ғына ашалды.
Юлдыбай менән Таймаҫ, бер нисә тапҡыр һүҙ башлап ҡараһалар ҙа, иркенләп, йәйелеп һөйләшеп
китә алманылар, һүҙҙәр әллә нисек кенә тел осона киләләр ҙә, шунан үтеп сыға алмаған кеүек,
кире әллә ҡайҙа китеп юғалалар ине.
Юлдыбай күптән бирле күрешмәгән, үҙе өсөн ҡәҙерле булған был иптәшен Рәйсә рөхсәтенән
башҡа ҡунаҡҡа алып ҡайтҡаны өсөн үҙен ғәйепле кеше кеүек һиҙә. Ҡунаҡ киткәс, Рәйсә ни тип
әйтер икән, хәҙер берәй нәмә әйтеп ысҡындырып, битемде ҡыҙартмаһа ярар ине, тигән уйҙар
менән һиҫкәнеп, ҡыпылдап ултыра.
Хәйбуллин да үҙен әллә ниндәй бер күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән урынға килеп ингән дә, сығып
китергә юл таба алмай аҙашып йөрөй торған кеше кеүек күреп, ҡыҫылып, тартынып ултыра. Ул
бындай ваҡыттарҙы боронғо заманда земский начальник ҡаршыһында, герман һуғышында
һалдатта йөрөгәндә офицерҙар янында ғына һиҙә торғайны.
Килеп ингәс, бындағы ҙур-ҙур көҙгөләрҙең мөһабәтлегенә, ултырғыс, креслоларҙың яҡшылығына,
эре тәҙрәләрҙе ҡаплаған аҡ ҡорғандарға, аҙаҡ килеп, Юлдыбайҙың битен аҡҡа, иренен ҡыҙылға
буяған зифа буйлы, матур күҙле бисәһенә берәм-берәм күҙ йөрөткәндән һуң, үҙенең арзанлы
тауарҙан тегелгән, терһәктәренә ямау һалынған ҡыҫҡа ҡара кәзәкейенән оялғандай, оялғандай ҙа
түгел, асыуы килгәндәй булды. Аяғындағы өлкән быйманың ҡары иреп, һары буяулы иҙәнде
сыбарлағанға ла ул тәүҙә тартынған һымаҡ булһа ла, хәҙер Рәйсәнең, ҡалаҡты бармаҡтарының
осо менән генә тотоп, ауыҙын ослайтып ашауына эстән асыуы килде. Уның тырнаҡтарындағы
ҡыҙыл ялтыр лактан ерәнеп китте. "Батҡаҡлы ваҡыт булһын тағы, бынау йәйелгән балаҫ өҫтөнән
итек менән бысратып үтер инем", - тип уйланы. Ул бында үҙен генә түгел, Юлдыбайҙы ла ҡунаҡҡа
ғына, аш ашарға ғына килгән кеше кеүек тойҙо. Юлдыбайға был бисәнең "Юличка" тип һүҙ
ҡушыуы, Юлдыбайҙың уға ҡаршы "Рәйсүк" тип яуап биреүе уға бигерәк тә көлкө булып күренде.
Һурпа эсеп бөтөүгә, Сәлимә килеп инеп, тәрилкәләрҙе, мискиҙы йыйып алып, улар урынына йоҡа
тәрилкәләр ҡуйҙы ла икенсе бер оҙонса таштабаҡ менән ҡаҙ ите, картуф индереп ултыртты. Уны
ашап бөтөүгә, компот килтереп өләште.
Аш ашап бөткәс, Юлдыбай:
- Рәйсә, мин госпланға заседаниеға барам, унан, бәлки, сәғәт ундарһыҙ ҡайта алмам, - тине.
Рәйсә аптырап, ҡаштарын күтәреп, Юлдыбайға ҡараны:
- Һин бөгөн операға барырға икәнен оноттоңмо әллә? Бер заседание ҡалғандан донъя емерелмәҫ
әле, һинән башҡа ла үтер, - тине.
Юлдыбай эсенән: "Ай, хәҙер башлай инде", - тип уйланы. Шулай ҙа төҫ бирмәне:
- Юҡ, ярамай, Рәйсүк, унда бөгөн бик мөһим мәсьәлә - колхоздарҙы бөтә йыл буйынса иген
ҡорамалдары менән тәьмин итеү тураһында йыллыҡ план ҡарала, - тине.
Рәйсә уға ҡаршы бүртенеп китте, урынынан ҡапыл торҙо, ултырғысын шалтыратып өҫтәл янына
шылдырҙы ла:
- Һинең заседаниең да, планың да бөтмәҫ инде. Бармаһаң, барма, мин үҙемә иптәш табырмын
әле... - тине, тиҙ генә йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Уның артынан ингән Юлдыбай уны әүрәтеп
ҡараһа ла, булдыра алманы, ахры, бүлмәнән ҡомһарышып сыҡты ла, тиҙ генә кейенеп, ишек
төбөндә көтөп торған Хәйбуллинға:
- Әйҙә, киттек, - тине.
Икәүләп сығып киттеләр. Зәкиә, улар артынан сығып, ишек бикләп ҡалды.
Тышҡа сыҡҡас, биткә бәрелгән саф һауаның һыуығына улар икәүһе лә иркенләп тын алдылар. Бер
талай өндәшмәй барғандан һуң, Хәйбуллин:
- Юлдыбай, һинең бала-сағаң юҡмы әллә, ни эшләп күренмәйҙәр? - тип һораны.
- Ике малай бар ине, өлкәне үлде. Икенсеһе бәләкәй әле, яңы алты ай тулды.
Хәйбуллин быны һүҙ башы итеп кенә һораны, ахры. Уның Юлдыбай менән иркенләп һөйләшкеһе,
боронғоса серләшкеһе килә ине. Улар, бер ауылда тыуып, икеһе лә бергә һуғышҡа киткәйнеләр.
Ҡыҙыл гвардияға күңелле булып яҙылып киткәндә лә, икеһе бергә китһәләр ҙә, бергәләп оҙаҡ
йөрөй алманылар. Таймаҫ, аяғынан яраланып, больницала ятып ҡалды. Уны, төҙәлгәс тә аяғы бер
аҙ аҡһап ҡалғанға күрә, һуғышҡа ярамай, тип, кире ҡайтарып ебәрҙеләр. Шунан бирле был ике дуҫ
күрешә алғандары юҡ ине. Шуға күрә лә Таймаҫ, Юлдыбайҙы бөгөн занятиела осратып күргәс үк,
уның:

- Таймаҫ, бөгөн һин миңә бар әле, йәме, - тиеүенә:
- Була ул, - тип уға эйәреп үк киткәйне. Уның иркенләп ултырып, үткәндәрҙе әңгәмәләшеп,
хәҙергеләрҙе һөйләшеп, Юлдыбайҙа ҡунып та китергә самаһы бар ине.
Ләкин эш ул уйлағанса булып сыҡманы. Улар тағы ла аҙыраҡ өндәшмәй барҙылар. Таймаҫ тағы
ла:
- Тура әйткән - туғанына ярамаған, тиҙәр, шунда ла һин асыуланма: башың юғалған икән, дуҫ, -
тине.
Юлдыбай Таймаҫтың был һүҙҙәренән бик ныҡ ҡыҙарҙы. Шулай ҙа, белгертмәҫкә тырышып:
- Ниңә? - тип һораны. Ләкин ул Таймаҫ һүҙенең ни турала икәнен яҡшы төшөнә ине.
- Ниңә тип, ниһен һорайһың инде... Үҙең беҙгә ҡарағанда донъяны күп күрҙең ҡуй. Мәскәүҙә лә
уҡының, Кавказда ла булдың, һинең командаң аҫтындағы ҡыҙыл гвардия Петроградты контрҙарҙан
ҡорғаған иң алдынғы көрәшселәрҙең береһе һаналды. Һин хәҙерге эшеңдә лә беҙҙең өсөн иң
кәрәкле урындаһың. Сельхозснабжение - ул колхоздың ике аяғы, ике ҡулы тигән һүҙ. Инде килеп,
үҙең беҙҙең шундай кәрәкле, ҡәҙерле кеше була тороп та, һинең өйгә килеп инһәң, әллә ниндәй
буржуйҙың өйөнә килеп ингән кеүек булаһың. Һинең иҫеңдәлер, Петроградты Юденичтан ҡорғаған
мәлдәрҙә, башҡорт бригадаһындағы ҡыҙылгвардеецтар, буржуйҙарҙың өйҙәренә йөрөп, бирантаран килтергән ваҡыттар? Ундай ҡылыҡтарҙы улар ғына түгел, үҙебеҙ ҙә бик күп ҡылдыҡ инде. Ә
хәҙер шул тормошҡа үҙең инеп киткәнһең. Мин бисәңдең ундай елбәҙәк халыҡтан икәнен белһәм,
ике аяғымдың береһен баҫмаған булыр инем, юҡ.
- Ҡуй, Таймаҫ, һин бик тәрәнгә инеп китәһең. Минеңсә, үҙеңдең юлың тура булһа, бисә менән генә
әллә ни донъя үҙгәреп китмәй инде. Ул миңә ҡатнашмай...
- Һин, Юлдыбай, миңә фәлән-фәсмәтән тигән булып, өҫтән һыйпауыңды ҡуй әле. Боронғо ваҡытта
әле, "ир - баш, ҡатын - муйын", ти торғайнылар. Хәҙер инде ир ҙә, ҡатын да баш булырға тейеш.
Бигерәк тә һинең был бисәң, белмәйем, муйын ғына булып ҡала микән?
Юлдыбай еңелсә көлдө:
- Ҡуйсы әле, Таймаҫ, һин ни әле шул, бисәң дә бисәң, тип ныҡыштың да ҡалдың, үҙе. Бына...
Таймаҫ уны бүлде:
- Ныҡыша тип, ныҡышам шул. Ни эшләп һин шул ҡатынды алдың, әйт әле? Ул һыны-һыпаты менән
һиңә ҡул кеше түгел.
Юлдыбай түбән тауыш менән яуап бирҙе:
- Әй, Таймаҫ, ул нәмәне һиңә һөйләһәң, бик оҙонға китә инде. Шунда ла һинән тана торғаны юҡ
инде уның - мин бик ныҡ яңылыштым, малай. Ҡайҙа йығылырымды ҡайҙан беләйем, һалам түшәп
ҡуйыр инем тигәндәй булды инде был. Икенсе бер иркен ваҡытта һиңә барыһын да һөйләрмен
әле. Хәҙер был мәсьәләне ҡуяйыҡ. Һин бына уны әйт тә, быны ҡуй, миңә ауылдағы үҙгәрештәрҙе,
яңы хәбәрҙәрҙе һөйлә!
Таймаҫ дуҫын артыҡ йөҙәтмәне. Риза булды:
- Ярай, һинеңсә булһын. Ауыл хәбәре тип, ул ун биш минутта ғына һөйләп бөтөрөрлөк түгел, иң
главныйы - тотош ауылыбыҙ менән колхоз булдыҡ. Бөтә хәбәрҙең башы, иң ҡыҙығы ана шунан
башлана инде...
Улар шулай аҡрын ғына боронғоларҙы, уға ялғап хәҙергеләрҙе һөйләшә-һөйләшә киттеләр.
Таймаҫтың аҡрын, һалмаҡ, аҡыллы итеп һөйләүе Юлдыбайҙың үткән көндәре иҫтәлектәрен,
берәмләп аҡтарып ҡараған китаптағы һүрәттәр кеүек, береһе артынан икенсеһен күҙ алдына
килтерҙе.
Ни тиклем дәрт, ни тиклем тырышлыҡ менән эшләнгән ул ваҡыттарҙа... Меңләгән
ҡыҙылгвардееңтарҙың ҡурҡыу белмәҫ йөрәктәре, йөҙҙәренә сыҡҡан батырлыҡтары менән
Петроград, Кавказдағы һуғыштары артта ҡалғандар... Хәҙер ундағы бергә йөрөгән, уйнаған, көлгән,
бергә һуғышҡан, ҡан түккән иптәштәрҙең ҡайһыһы ҡайҙа таралып бөткән инде...
Юлдыбайҙың иҫтәлектәре араһында әллә нисек кенә онотолоп та, күмелеп тә барған бер ваҡиға,
йәки төш кеүек булып ҡалған Айбикә, уның менән үткәргән ҡыҫҡа, ләкин күңелле генә ике йыл
ярым самаһы ғүмер уның күҙ алдына тағы килеп баҫты. Ул Айбикә тураһында һорашырға уйлаһа
ла, тағы ла үткер, тағы ла әсерәк, ләкин тура булған Таймаҫтың һүҙҙәренән тартынды. Онотолорға
тейеш булған, онотоп та бөтә яҙған был ғүмерҙе Таймаҫ алдында ҡуҙғатыу әллә ниңә уңайһыҙ
тойолдо. Унан һуң Юлдыбайҙың уйында Айбикә әллә ҡасан кейәүгә киткән, әллә нисә балаһы
барҙыр һымаҡ булып урынлашҡайны инде. Ул шуга күрә лә был турала ауыҙ асманы, һүҙ
ҡуҙғатмаҫҡа булды.
Таймаҫ ауылды, колхоз төҙөлөштәрен, кулактарҙы һөрөү, иген ҡорамалдарының күпмеһе бар,
күпмеһе етешмәй, тағы әллә ниҙәр тураһында һөйләй-һөйләй килеп, һүҙ араһында Юлдыбайҙың
был эске серенә, ауыр яраһына ла ҡағылды:
- ...Ауылда беҙҙең колхоздың председателе Һөйәрғол ағайҙың улы Алтынбай, урынбаҫары итеп
Айбикәне һайланыҡ, - тине.
Юлдыбайҙың "ҡайһы Айбикә ул" тип һорағыһы килде. Ләкин уның бисәһе Айбикә икәнлегендә шиге
ҡалманы. Таймаҫ көттөрмәне, һүҙен бүлмәйенсә үк:
- Юлдыбай, һиңә Айбикәне хәҙер күрергә кәрәк ине, танымаҫһың да, брат. Егерме алтынсы
йылдың көҙөндә партияға алдыҡ. Ул, теге, һинең был нәҙек сираҡ Рәйсәңде сиртеп кенә йыға.
Үткән ҡыш кантонда асылған тракторсылар курсын бөтөрөп, хәҙер үҙебеҙҙең колхоздың
тракторсыһы булып алды. Ирҙәр менән берҙәй һөрә. Арыуҙы белмәй, талыуҙы белмәй, үткән йәй
ни, яҙҙан алып ҡара көҙгә сәйен икенсе сменала эшләне.
Юлдыбай быға ҡаршы ни тип яуап бирергә, ни тип һүҙгә ҡушылырға аптырағас:
- Ниңә, ул иргә китмәнеме ни? - тип һораны. Хәйбуллин, был һүҙгә көлә биреп:
- Какой уға ир. Ул хәҙер үҙе ирҙәреңде өйрәтә. Әле бына яңәлеп сыҡҡан мәлдә лә, ул беҙҙең
барыбыҙҙан да тәүлә Хәҙисә уҡытыусынан өйрәнә һалып алды ла беҙҙең байтағыбыҙҙы
өйрәтеште. Бик зирәк бит ул үҙе, бахырҡай. Һин уны юҡҡа әрәм ташлап ҡуйҙың, ни бер хат
яҙманың. Нисә йыл буйы көттө бит. Бик
күп ыҙалар сикте, аслыҡ йылдан башлап Ҡотлоярҙа торҙо. Ул бер тинһеҙ эшләтеп, аслы-туҡлы
аҫрап, уның елкәһен кимерҙе. Ну, һуңынан Ҡотлоярҙың да кәрәген бирҙек тә һуң... 1926 йыл яҙ
Айбикәне унан отҡоп сығарып алдыҡ та яҡшылап тороп Ҡотлоярҙы судҡа бирҙек. Суд унан
Айбикәнең дүрт йыл торған хаҡын сытырлатып алып түләтте. Шуның өҫтөнә, Айбикә сыҡҡан йыл
уның мең ботҡа яҡын күмгән игенен табып, үҙен бикләтеп ҡуйҙыҡ. Иген әҙерләү
кампанияларындағы әкәмәттәрҙе һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел инде. Быйыл ғына Ҡотлоярҙың дүрт
ағай-энеһен дә, унан килеп Хәмит мулланың да бөтә нәмәләрен конфисковать итеп алып, ауылдан
һөрҙөк.
- Дүрт ағай-энеһе, кемдәр эләкте?
- Ҡотлояр үҙе, Абдулла, Күргәшбай, Сыбар Шәрип семьялары менән. Әйтәм бит, хәҙер ауылға
ҡайтһаң, ғәләмәт ҡыҙыҡ, эш тә эш, ҡайнашып ҡына сығабыҙ.
- Эйе, күп ваҡыт бит инде. Минең ауылдан һуңғы тапҡыр сығып китеүгә ун бер йыл тула, әйтергә
генә еңел. Бик ҡайтып күрге килә. Әллә ни бер ҙә тура килмәй бит әле. Тәүләрәк уҡыуҙы бөтөрөргә
тырыштым. Үҙең беләһең, йәштән уҡыу күрмәгәс, бик ныҡ тырышырға тура килде. Отпускы
ваҡыттарымды ла уҡып үткәрҙем. Ә хәҙер бына, күрәһең, бер ай отпускыны ла тултырырға ваҡыт
юҡ. Әле анау эште, әле бынау эште бөтөрөп ташлағы килә.
Улар Юлдыбайҙың заседаниеға килә торған йорто янына килеп еттеләр. Уларҙың һүҙҙәре бөтөү
түгел, башланмаған да кеүек булып, урталай өҙөлдө. Ишек төбөндәге электр яҡтыһында туҡтап
һаулаштылар. Юлдыбай сәғәтенә ҡараны:
- Ваҡыт еткән икән. Әйткәндәй, һин Крәҫтиән йортондамы әле? Иртән тағы күрешеп, һөйләшербеҙ
әле.
- Эйе, шундамын. Тик иртән һөйләшеп ултырырға ваҡыт булмаҫ инде. Мин, һинең яныңа инеп, теге
трактор тураһында тағы белешәм дә, сәғәт икелә поезға төшәм.
- Шулай ҡабаланаһыңмы ни?
- Ҡабаланам, иптәш. Миңә бит, үҙең беләһең, сәсеү кампанияһының башына ҡайтып өлгөрөргә
кәрәк. Йорт-башҡармала дүрт күҙ менән көтәләрҙер.
- Уныһы шулай шул. Йә, ярай, хуш инде, улай булһа. Барыһына ла сәләм әйт!
- Ярай, һау бул.
Юлдыбай портфелен һулаҡай ҡултығынан уң яҡ ҡултығына алмаштырып ҡыҫтырҙы ла бейек
баҫҡыс буйлап үргә менеп китте. Таймаҫ, ҡарҙы шағырлата-шағырлата, оло урамға сыға торған
тар тыҡрыҡтың ҡараңғылығына инеп юғалды.
***
Юлдыбай менән Таймаҫ сығып киткәс, Рәйсә асыуынан ары һуғылды, бире һуғылды, йоҡоһонан
уянып, үҙенә ынтылған балаһына ла ҡырын ғына күҙен төшөрҙө лә:
- Зәкиә, ал баланы, - тип ҡысҡырҙы.
Зәкиә малайҙы күтәреп залға алып сыҡҡансы өндәшмәй ҡарап ултырҙы ла, иҫенә бер нәмә килеп
төшкән һымаҡ, ҡапыл урынынан тороп, залдағы телефонды барып шалтыратты. Ул унда йөҙ ун
һигеҙҙе һорағайны, яңылыш ишетептер ахры, йөҙ ун етене тоташтырҙылар. Ниндәйҙер мәктәп
канцелярияһы булып сыҡты. Рәйсә тиҙ генә трубканы элде лә, тағы нығыраҡ бороп, асыу менән:
- Был ниндәй безобразие! Мин йөҙ ун һигеҙҙе һораным, ә һеҙ йөҙ ун етене бирәһегеҙ!
Уға яңынан дөрөҫләп тоташтырғас ҡына, тынысланған тауыш менән:
- Тереғулов әфәнденең фатирымы? Уны телефонға саҡырығыҙ әле, - тине.
Телефондан уның ҡайтмағанлығын әйттеләр. Шуның өсөн ул өҙөнөп-йолҡоноп, асыуланаасыулана комод тартмаларын, гардероб ишектәрен шарт-шорт асып ташлап, кейенә башланы. Ул,
күлдәктәренән әле береһен, әле икенсеһен кейеп, уларын килештермәй, өсөнсөһөн кейеп, көҙгөгә
ҡарап аҙапланғанда, парадныйҙан звонок тауышы ишетелде. Рәйсә тиҙ-тиҙ нәмәләрен йыя һалды
ла, көҙгөлә арлы-бирле төҙәтенгеләп, ишектән инеүсене көтә башланы. Уның күңеленә, Тереғулов
ҡайтышлай инә торғандыр, тигән уй килде.
Ишектән Рәйсәнең гимназияла бергә уҡыған иптәше Наилә килеп инде.
Улар үбешеп күрештеләр. Рәйсәнең йөҙө асылып, күңеле күтәрелеп китте. Ул, ҡаштарын яҙып,
Наиләнең күҙҙәренә ҡарап, ҡулдарын оҙаҡ тотоп күреште. Шатлығынан бер йылмайып, бер көлөп:
- Бына ниндәй яҡшы ваҡытта килдең, Наиләкәй. Минең эсем бошоп, ни эшләргә белмәй йөрөй
инем әле. Күптән бирле күрешкәнебеҙ юҡ бит. Ну, нихәл! Кәйефтәр нисек? - тип һөйләнә-һөйләнә,
Наиләнең пальтоһын, эшләпәһен систереп алып, элгескә элеп ҡуйҙы ла, үҙен ҡултыҡлап алып
барып, залдағы диванға ултыртып, үҙе уның эргәһенә ултырҙы. Улар бер-береһенән һаулыҡтар,
кәйефтәре тураһында һорашып бөткәс, Рәйсә үпкәләңкерәгән тауыш менән:
- Бер ҙә рәтләп күренмәгән булаһың, Наилә. Мин инде бала-фәлән тип сыға алмайым, - тине.
- Һөйләмә инде, Рәйсәкәй. Был арала беҙҙең ниндәй мәшәҡәт, ҡайғылар үткәргәнде белмәйһең
бит әле. Анаҡай ауырып алды, атайҙың да кәйефе юҡ. Беҙҙең бит галантерея магазинын япҡандан
һуң, налогка тип, бөтә өйҙәге нәмәләрҙе яҙып алғайнылар. Кисә наркомфин агенты килеп, ҙур
көҙгөнө, комод, буфет, этажерка, йомшаҡ мебелдәрҙе тейәтеп алып китте. Ике көн эсендә түләп
өлгөрә алманыҡ. Өс ҡатлы таш йортобоҙҙо ла горкомхозға алдылар...
Ул һүҙҙәрен әйтеп бөтөрә алмай, күҙендәге йәшен һөртөр өсөн, башын ситкә борҙо.
Рәйсә үтә ҡыҙғаныулы ҡараш менән Наиләгә ҡараны. Уның яурынына ҡулын һалып, бер аҙ
уйланып торҙо ла әүрәтергә тотондо:
- Илама, Наиләкәй. Мин һеҙҙең xәлдәрҙе белмәй тиһеңме ни? Барын да ишеттем. Ул турала
Юличкаға әйтеп ҡарағайным, тейешле кешеләр менән һөйләшеп ҡараһаң булмаймы, тигәйнем дә
бит, ул туң мужиктан ни сыға һуң. "Ауыҙыңды ла асма. Инде мине ҡала нэпмандарының защитнигы
итергә уйлайһыңмы? Уныһы булмаҫ!" - тигән булып аҡыра. Шуның өсөн әле бына өс көн йүнләп
һөйләшкәнебеҙ ҙә юҡ.
Улар бер аҙ тын ғына торҙолар.
Наилә, ҡул сумкаһынан ал батист яулығын алып, күҙҙәренең йәшен һөрттө.
- Әлбиттә, артыҡ иҫ китә торғаны юҡ. Беҙҙең әле ул нәмәләргә генә ҡарап ҡалған көн юҡ, запас
бар. Шулай ҙа, әллә ниңә асыу килә инде. Теге ваҡытта заграницаға китеп бармай әрәм ҡалдыҡ
шул. Анаҡайҙың кирелегенән булды бит... Бында запасыңды ҡайҙа ҡуйырға ла ҡурҡыныс...
Рәйсә Наиләнең ҡулына йомшаҡ ҡына итеп тейҙе. Күҙе менән ишеккә күрһәтте:
- Аҡрын, ҡыҙҙар ишетмәһен...
Наилә тауышын һәм төҫөн үҙгәртте. Йөҙөнә күңеллелек сығарырға тырышып, Рәйсәгә йылмайҙы.
Уның йәше утыҙҙарға яҡынлауына ҡарамаҫтан, әле булһа балаларса алһыу бите, асыҡ күк күҙҙәре
нурланып киттеләр. Эш күрмәгән бәләкәй генә аҡ, йомшаҡ ҡулдары менән күпергән һары сәстәрен
төҙәткеләне.
- Үҙеңдә ни хәлдәр бар, Рәйсәкәй? Әллә ни эшләп һинең дә төҫөң юҡ.
- Әйтерлек әллә ниҙәр юҡ, Наиләкәй. Бөгөн әллә ниңә береһе арты береһе эс бошорғос ваҡиғалар
менән башым әйләнеп бөттө. Иртә менән теге ебәк күлдәгемә примеркаға барғайным, портниха
бөтөнләй боҙған да ҡуйған. Мин уға итәген плиссе яһарға ҡуштым, ә ул тотҡан да гофрировка
яһаган. Ул ниндәй портниха инде, плиссе менән гофрировканы ла айырмағас. Шуға көн буйы
кәйефем ҡырылғаны етмәгән, Юлдыбай әллә ниндәй бер хәшәрәт мужик эйәрткән дә ҡайтҡан.
Мин төшкө ашҡа Хәмит әфәндене алып килергә ҡушҡайным, ул килә алмай, ваҡыты юҡ, тигән
була. Саҡырмағандыр ҙа әле, ул уны яратмай бит. Мин уның менән һеҙҙең турала һөйләшмәксе
инем, исмаһам, ул берәй сараһын күрһен ине...
- Килә алмауы дөрөҫтөр уның. Хәҙер, беләһең, аппаратты таҙартыу алды бара. Ул шуға күрә
собрание, кружоктарҙан ҡалмай йөрөгән булалыр инде.
- Күрәһең, шулайҙыр инде. Теге ауылдан килгән кешенән ерәнеп үлә яҙҙым. Хәмит әфәнде килә
тип, обедты ла яҡшы ғына әҙерләткәйнем, булманы. "Минең иптәшем, колхоздан килгән", тигән
була. Шул да иптәш булған, имеш. Өҫтөндә - ҡатып бөткән тире тун, аяғында - өлкән быйма,
башында - ҡолаҡлы бүрек. Шул саҡлым асыуым килде, - Рәйсә, сырайын һытып, урынынан тороп
китте.
- Йә, юҡҡа иҫең киткән икән, Рәйсә. Хәҙерге замандың үҙенсә "культурный" халҡы шулар бит инде.
Бер ни ҙә эшләр хәл юҡ.
- Һөйләмә инде. Төкөрөр инем мин уларҙың культураһына! Йыйын йолҡош, шалопай. Беҙҙең
Юлдыбай ҙа шул ук инде, йөҙ һикһән һум жалование алған була, бер нәмәгә етмәй. Аш
бешереүсегә, няняға түләргә кәрәк. Эшләпәм дә ана бит, күрәһең, ун өс һумлыҡ ҡына. Быйыл
биже төҫлөнән пальто тектергәйнем, уның яғаһына ла соболь мехы алырмын, тип ала алманым,
обезьян яға ғына ҡуйҙырттым. Унан, ҡырҡ биш һумға алған батисымдың төҫөн яратмағас, пальтам
төҫө кеүекте алайым, тиһәм, Юлдыбай тора ла асыулана: "Әҙерәк простойыраҡ кейенергә
өйрәнергә кәрәк. Буржуазный ҙа фәлән", - тип тотона. Минең инде, анау Фәғилә һымаҡ, ҡара
быйма кейеп йөрөр хәлем юҡ. Үҙе нарком бисәһе булып, быйма кейеп, шәл ябынып йөрөй.
- Ҡайһы, теге Аҡбулатов бисәһен әйтәһеңме? Уның исеме Фәғиләме ни?
- Шул. Шуны әйтәм. Бер көн ире менән театрға барған булғандар, аяғында - простой туфли,
өҫтөндә - әллә ниндәй вкусһыҙ тегелгән күлдәк, исмаһам, сәсен дә аҙыраҡ бөҙрәләтмәгән. Ире үҙе
- уҡыған ғына кеше, үҙе, нарком була тороп, шул бисә менән нисек ғәрләнмәй тора икән?
- Уның бисәһен бит әле делегатҡа тиҙәр.
- Әй, ҡуйсы. Шуларҙың делегаткалығы ла инде. Исем күтәреп йөрөйҙәр шунда. Урыҫса бер нәмә
лә белмәйҙәр. Улар ни белә тиһең, ни тәрбиә күргәндәр? Юлдыбай ҙа мине шулар һымаҡ итеп
йөрөтөргә тырыша ла, булдыра алмай. Бер көн шулай, жалование алғас, минең "лаковый бирсәткә
алам" тигәнде ишетеп ҡалды ла:
- Ниңә ул ике-өс бирсәткә? Тегеләрең өр-яңы, бурыс та күп, бына аҫрауҙарыңдың страховой
аҡсаһын түлә. Өс ай түләгәнең юҡ та фәлән, тип тотоноп киткәйне, мин еңдерәмме һуң! "Һин
теләһәң ни эшлә, бурыстарыңда ла минең эшем юҡ, әҙәм рәтле кейендерә лә алмағас, ни тип
миңә өйләндең.." - тинем. Аҙыҡ алырға тип биргән алтмыш биш һум аҡсаһына сыҡтым да лаковый
бирсәткә, филдипирос ойоҡтар, одеколон, хушбуй, пудра алып индем. Күрәһеңме, ана комод
өҫтөндә "Садайакко" исемле одеколон. - Ул, урынынан тороп, ҡыуанып йылмайҙы. Комод
өҫтөндәге одеколондарын, хушбуйҙарын Наиләгә һөрттөрҙө. - Һәйбәт бит?
Наилә маҡтаны.
Рәйсә һүҙен дауам итте:
- Ашарына булмағас, әлбиттә, тапты. Ҡайҙандыр тағы ла илле һум аҡса алып ҡайтып бирҙе.
Ирҙәрҙе ул шулай итеп еңмәһәң, булмай ул. - Һөйләнә-һөйләнә бүтән алған нәмәләрен дә
күрһәтте. Ул арала залға ингән Сәлимәгә сәй ултыртырға ҡушты ла, гардероб тартмаларын асып,
ундағы бөтә күлдәктәрен, кофталарын, юбкаларын, бүтән ваҡ-төйәктәрен күрһәтеп: - Былар
барыһы
ла минең старинный нәмәләрем бит? Был запастар булмаһа, әллә ҡасан яланғас йөрөр инем
инде. Хәҙер ни, кооперативтарында сүп тә юҡ бит, хәйерсе!
- Ҡуй инде, һөйләмә, Рәйсүк! Һинең иҫеңдәме, беҙҙең атайҙарҙың кампанион ваҡыттарындағы теге
ҙур аҡ магазин? Ундағы әҙер кейемдәр, алтын-көмөш нәмәләр, ул заграничный ебәктәр!..
- Эй, иҫтә булмаған ҡайҙа ул! Бөгөнгөләй хәтеремдә: минең атай менән һинең өлкән ағайың
Мәскәүгә барған саҡтарында заграничный ҡара ебәктән икебеҙгә пар күлдәк килтергәйнеләр.
- Эйе, эйе, беҙ, ул күлдәктәрҙе кейеп, Хәмит әфәнделәр яһаған танса кисәһенә киттек. Ул ваҡытта
әле ул йәш кенә егет ине. Беҙҙе пар аттар менән ебәреп алдырҙылар...
- Их, ул ваҡыттар!.. Ҡайҙа инде ул...
Улар икәүһе лә алмашлап көрһөндөләр, һөйләшә-һөйләшә сәй эскәнсе, сәғәт ярым ваҡыт үтеп
китте. Сәғәткә ҡаранылар ҙа, биҙәнеп-төҙәнеп, театрға барырға сығып киттеләр.
VI
Утыҙынсы йылдың тәүге айы ине. Айбикә ҡалала беренсе тапҡыр саҡырылған колхозсы ҡатынҡыҙҙар кәңәшмәһенә делегатка булып килде. Беренсе ултырыш кис сәғәт биштә асылды. Бында
нисә-нисә колхоздарҙан килгән делегаткалар ғына түгел, эшселәр төбәгенән дә, төрлө
учреждениеларҙың ҡатын-ҡыҙ бүлектәренән дә әллә ни хәтле кешеләр бар ине.
Президиум һайланды. Ултырышты өлкә ҡатын-ҡыҙҙар юлбашсыһы Юламанова иптәш асты.
Тәүҙә тороп металл заводынан килгән эшсе ҡатын тәбрик итте. Уның яулыҡ аҫтынан күренгән
йыйырсыҡлы бите, соҡорайған күҙҙәре йылмая. Төҫөндә яҡынлыҡ, дуҫлыҡ, шатланғанлыҡ күренеп
тора.
- ...Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, барыбыҙ ҙа Совет власының биргән иркен хоҡуғы арҡаһында ошондай
шатлыҡлы көндәргә килеп еттек. Беҙ был иректе, хоҡуҡты ҡулыбыҙҙа ныҡ һаҡлау өсөн, аралағы
элемтәнең тағы ла нығыраҡ яҡынайыуына ғына түгел, хәҙер инде шул ныҡ элемтә менән
социализмға, социализм ярышының уңышлы һөҙөмтәләр биреүенә тырышабыҙ. - Ул оҙаҡ итеп,
аҡыллы итеп һөйләй. Уның һәр бер һүҙенә Айбикәнең: "Эйе шул, эйе, дөрөҫ", - тип әйткеһе килә
ине.
Уның артынса ҡыҙыл яулыҡлы, тулы битле, көләс йөҙлө комсомолка һөйләне. Ул русса һөйләгәнгә
күрә, Айбикә төшөнмәй ултырһа ла, уның һөйләгәндәрен икенсе бер һары сәсле комсомолка
башҡортсаға әйләндереп биргәс, быныһын да аңланы. Ул район комсомолдар ойошмаһы
исеменән тәбрик иткән икән. Уларҙан аҙаҡ тағы ла береһе артлы икенсеһе тәбрик итеп, беренсе
ултырышты яптылар.
Киске ултырышты асыусы рәис:
- Көн тәртибендә "Ҡыҙыл тыу" колхозынан килгән Тимербулатова иптәштең доклады һәм ВКПбның ҡала комитетынан ебәрелгән иптәш Юлдыбай Аҙнабаевтың быйылғы сәсеү кампанияһы һәм
унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле тураһында доклады буласаҡ. Быға ҡаршы кешеләр юҡмы?
- Юҡ, юҡ ..
Был икенсе докладсының исем-фамилияһын ишеткәс, Айбикәнең өҫтөнә эҫе һыу ҡойолған һымаҡ
булып китте. "Шулмы икән, түгелме икән?.." тигән үткер һорау, уның йөрәге менән ҡуша типкән
кеүек, йыш ҡабатлана, уның арҡаһы буйлап һыу йүгергән һымаҡ була ине.
Ҡалаға барып ҡайтҡан Хәйбуллин Таймаҫтан ул Юлдыбай тураһында байтаҡ хәбәрҙәр ишеткәйне.
Уның ике йылдан бирле ошо ҡалала бисәһе менән торғанлығын, балаһы барлығын, ҡайҙа
эшләгәнлеген дә Таймаҫ һөйләгәйне. Айбикә, был хәбәрҙәрҙе ишеткәс, Юлдыбайҙы көтөүенә
бөтөнләй ҡул һелтәп, өмөтөн өҙөп, ҡалаға килгәндә лә, уның менән осрашыуҙың кәрәге юҡ, тип
уйлап ҡуйғайны. Инде ысынлап та был исем-фамилия уныҡы була торған булһа, Юлдыбай менән
бер ҙә көтмәгәндә генә осрашыу буласаҡ. Бының шулай көтмәгәндә килеп сығыуы Айбикә өсөн
шатлыҡлы ла, уңайыраҡ та, намыҫ өсөн дә еңел булыр кеүек тойолдо.
Тимербулатованың сәғәт ярым һөйләгән доклады Айбикә өсөн һанһыҙ ғүмер һымаҡ тойолдо. Ул
үҙҙәренең колхозы ҡалай төҙөлөүе, төҙөлгән ваҡыттағы ауырлыҡтар, уларҙан нисек ҡотолоуҙары,
кулактар менән көрәш, колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормоштары тураһында һөйләй ине. Айбикә,
күңеле тулҡынланыуына ҡарамайынса, докладты иғтибар менән ихлас итеп тыңланы. "Ҡыҙыл тыу"
колхозын төҙөүҙә кисергән мәшәҡәттәр, эштәр, көрәштәр, еңеүҙәрҙең күбеһе Айбикәләр
колхозында булған, булып үткән ваҡиғалар менән бер төҫ тип әйтерлек. Тимербулатова, һөйләп
килеп-килеп, бер иң ҡыйын урынға еткәндә, Айбикә: "Туҡта, улар бында ни эшләнеләр икән?" тигән
һорау менән тын да алмай көтә. Башҡалар ҙа шулай уҡ тыныс ҡына тыңлайҙар. Залда себен осһа
ла ишетелерлек.
Бына Тимербулатова һүҙен бөтөрҙө, уға шаулашып ҡул саптылар. Төрлө яҡтан яҙып та, һүҙ менән
дә һорауҙар башланды.
Бер аҙҙан йыйылыш рәисе, аҡрын ғына урынынан ҡалҡып, ҡыңғырау шылтыратты.
- Иптәштәр! Ҡарарҙар һуңынан буласаҡ. Икенсе докладсы иптәш Аҙнабаев килеп етмәгән. Хәҙергә
ун минутҡа тәнәфес, - тине.
Халыҡтың күбеһенең сыҡҡыһы килмәне. Ултырған урындарында ғына, үҙ-ара берләшеп, һөйләшә
башланылар, сыҡҡандары ла оҙаҡламай кире инделәр.
Айбикә лә, янындағы бисә менән доклад тураһында бер нисә һүҙ һөйләшеп, сығырғамы, юҡмы, тип
торғанда, звонок та булды.
Рәис сәхнә артынан инә торған ишеккә боролоп ҡараны. Унан һыуыҡҡа өшөп ҡыҙарған бите лә
ағарып етмәгән Юлдыбай килеп инде.
Айбикәнең бите янды. Күҙ алды ҡараңғыланды. Уның башында йәшен тиҙлеге менән: "Шул, шул
үҙе..." - тигән уй, уның артынса: "Ҡалай үҙгәргән дә инде!" - тигән аптыраш уйҙар ҡабатландылар.
Ул, үҙе лә һиҙмәй, яурынына һалған ҡалын күк шәлен, тиҙ генә тартып төшөрөп, ҡулына алды.
Керпеген дә ҡаҡмай, Юлдыбайға ҡарап ҡатты. Аҡрын ғына звонок тауышы.
Юлдыбай һөйләй башланы.
- Иптәштәр! Һеҙ миңә, минең докладымдан тәүҙә, һеҙҙе был беренсе тапҡыр йыйылған колхозсы
ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшмәһе һәм хәҙерге социализм төҙөлөшөнөң иң ҡыҙыу осоронда эшселәр һәм
эшсе ҡатын-ҡыҙҙар менән ҡатарлашып барыусы көрәшселәр булыуығыҙ менән тәбрик итергә
рөхсәт итегеҙ!
Уға геүләшеп ҡул саптылар. Айбикә лә күмәк иптәштәре ыңғайына уларҙың берҙәм ҡул
сабыуҙарына ҡушылды.
Докладсы, кеҫәһенән бәләкәй генә ҡуйын дәфтәре алып, өҫтән генә күҙ төшөрҙө. Еңелсә генә
тамаҡ ҡырҙы ла аҡрын, һалмаҡ итеп һөйләп китте.
Залдағы тынлыҡ, докладсының һалҡын тауышы менән Айбикә лә тынысланып китте. Уның
битендәге бурлат һымаҡ ҡыҙыллыҡ, еңел-еңел аҡ төҫтәр менән аралаша барып, үҙенең ғәҙәти
хәленә әйләнде. Ул инде һалҡын ҡан менән генә Юлдыбайҙың ни турала һөйләгәнен тыңлай
башланы.
- ...Крәҫтиән ҡатыны колхозда үҙенең көсө менән дөрөҫ һәм кәрәгенсә файҙалана аласаҡ. Ул
ундағы асылған яслеләр, ашханалар арҡаһында үҙенең өй эсендәге бер өҙлөкһөҙ соҡсоноп
эшләнә торған бала тәрбиәһе, усаҡ тирәһенән ҡотола аласаҡ. Уның уҡырға ла, белем арттырырға
ла, башҡа общественный эштәргә ҡатнашырға ла ваҡыты арта. Бына ошо эштәрҙе, ҡоро телдә
генә һөйләмәйенсә, ысынлап тормошҡа үткәрһәк, беҙҙәге колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарҙан кадрҙар
еткереү мәсьәләһен дә еңел үтәргә мөмкин булыр ине. Кадрҙар тип беҙҙең төҙөлөщ өсөн иң кәрәк
булған эштәрҙе атҡарыусы белгестәргә әйтәләр. Ә был белгестәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан әҙерләнеүе
бик кәрәк нәмә икәнен һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ белә. Был турала колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар съезының
ҡарарында бына ошолай тип күрһәтелә: "Колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарҙан тракторсылар, машинасылар,
агрономдар, идара рәистәре, хайуан аҫрау эшен белеүселәр һәм башҡаларҙы етештереү эшенә
керешәйек..." Айбикәнең күҙ алдында Юлдыбай түгел, башҡа бер әллә кем, бөгөн генә башлап
күргән бер кеше баҫып һөйләп торған кеүек булып китте.
- Ул Айбикәнең ун дүртенсе йыл илап һалдатҡа оҙатҡан ҡара көпөлө, йәшел яғалы, аяғына аҡ
сарыҡ, башына аҡ киндер ҡалпаҡ кейгән, шыма ҡара, йыуантыҡ оҙон буйлы, тура ныҡ кәүҙәле
Юлдыбайға ла, ун етенсе йыл алама шинель, бейек күкһел бүрек, өлкән ботинка кейеп, биленә
котелок тағып ҡайтҡан ябыҡ Юлдыбайға ла, хатта ун туғыҙынсы йылдың көҙөндә бер генә көн
күренеп киткән Юлдыбайға ла оҡшамай. Ул көҙ ҡайтҡан Юлдыбай бигерәк уҫал ҡиәфәттә ине:
аяғында бейек тағалы ҡупшы итектәр, күн тужуркаһы өҫтөнән яурын аша төшөрөп, билен ҡыҫып
быуған ҡайышына револьвер таҡҡан, үҙе кеүек тере, баҫҡан урынынан уттар сығара торған ҡара
күк атҡа атланған...
Хәҙерге Юлдыбай бөтөнләй башҡа.
Элекке ваҡытта бүрек аҫтынан бөҙрәләнеп, суҡланып үҙ алдына үҙе күҙгә төшөп йөҙәтә торған
шоморт ҡара сәстәрен артҡа ҡайырып ташлағанғамы, маңлайы боронғонан киңерәк, бите
ағарыңҡыраған, ҡулдары ла боронғо көслө, яҫы, ҡара ҡулдарға ҡарағанда бүтән. Улар ағыраҡ та,
нәҙегерәк тә, байтаҡ йомшаҡ та һымаҡ. Ҡара тужурка менән ҡара салбар, яғаһы сигеүле күкһел
күлдәк, аяғындағы һары ботинкалары салбар балағынан аҙ ғына күренеп торалар.
Тағы әллә ниндәй генә үҙгәреш бар кеүек?..
Айбикә, аҙ ғына уйлағандан һуң, уны ла тапты. Бер аҙ ябыҡҡан да элекке ажар мыйыҡ урынына
бармаҡ баҫымы тиклем генә итеп мыйыҡ ҡалдырған.
Был биш минутлыҡ тикшереү арҡаһында Айбикә үҙе менән Юлдыбай араһындағы аралыҡтың бик
алыҫайып киткәнен хәтерләне. Уның тураһындағы быға тиклем "үлеме, тереме?" тигән борсоулы
һорауҙары, эш араһында ла, йөрөгән-торғанда ла "бәлки, ҡайтыр әле" тигән бәләкәй генә өмөт
осҡоно ла Таймаҫ ҡаланан уның хәбәрен алып ҡайтҡас уҡ һүнгәйне инде.
Айбикәнең, ун бер йылдар үткәс, күңеленең бөгөн генә килеп күҙ алдына баҫҡан был яҡын
кешеһен күреү менән ҡуҙғалған тәьҫире, йөрәгенең болоҡһоуы, күл өҫтөнән үткән ҡойон шойҡаны
шикелле йыйырсыҡланып-һырланып яһалған тулҡын ҡайҙалыр алыҫҡа таралып тигеҙләнеп бөттө.
Уның урынында - элеккесә үк тынлыҡ. Ҡояш яҡтыһына ҡаршы ялтырап ята торған тоноҡ, тәрән күл
һыуы тыныслығы ғына ҡалды.
Юлдыбай докладын бөтөрҙө. Төрлө яҡтан һорауҙар, ваҡ ҡына ҡағыҙға яҙылған яҙыуҙар президиум
өҫтәле тирәһенә яуа башланы. Юлдыбай берәмләп яуап бирҙе. Бер аҙҙан рәис урынынан
ҡуҙғалып:
- Иптәштәр, ун минутҡа перерыв, унан һуң прениелар башлана, - тине.
Ултырғыстарҙың, эскәмйәләрҙең дағыр-доғор итеүҙәре, утыҙ-ҡырҡлап кешенең әле генә бер юлы
һөйләшә башлаузары, шау-шыуҙар араһында ҡайнашып, Айбикә лә коридорға сыҡты.
Ул сыҡҡанда, залдың теге ишегенән президиумдағы кешеләр менән аралашып, ауыҙындағы
папиросын тоҡандыра-тоҡандыра Юлдыбай сығып килә ине. Айбикә, аҙ ғына икеләнеп торғандан
һуң, ныҡ ҡына аҙымдар менән уға ҡаршы барып:
- Һаумыһың,
Юлдыбай иптәш? - тине лә күрешергә ҡулын һуҙҙы. Юлдыбай, бүтән таныштары менән
осрашҡандағы һымаҡ, ҡапыл ғына шырпыһын кеҫәһенә тығып, үҙе лә уйлап өлгөрмәҫ борон:
- Һаумыһығыҙ? - тине лә, башын ҡалҡытып, Айбикәгә ҡараны. Ул аптырап ҡаштарын йыйырҙы. Бер
нисә секунд ҡына уйлап торған кеүек булғандан һуң:
- Бәй, Айбикә, һин дә баһа! - тине. Ул үҙенең ҡапыл ҡаушауынан ни тип һүҙ әйтергә аптыраны,
шулай ҙа Айбикәнең күрешергә һуҙған ҡулына ҡаршы ҡул бирҙе.
- Мин шул. Ниңә, танымай ҙа тораһыңмы ни әле?
- Юҡ, таныйым, ни эшләп танымай ти?
- Таныһаң, ярай ҙа. Бына әле һинең докладыңды тыңланым да, күрешәйем, тип сыҡтым.
Улар, башҡа һүҙ таба алмағанға, байтаҡ ҡына тын торҙолар. Был тынлыҡты башлап Юлдыбай
өҙҙө.
- Ярай. Һин ошо колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшмәһенә килдеңме ни?
- Эйе. Ошо кәңәшмәгә һайлап ебәрҙеләр.
- Һин мине күргәс тә таныныңмы? Айбикә көлөмһөрәне. Ләкин үпкәле тауыш менән яуап бирҙе:
- Атаҡ, һин - тамғалы ҡарағайҙы танымай ни. Һин онотоп киткәс тә әллә, беҙ онотҡаныбыҙ юҡсы...
- Һин онотҡас та, тип ни, мин дә онотҡаным юҡ. .
Ләкин Юлдыбайға был яуабы урынһыҙ-кеүек булды. Ул, үҙенең онотмағанлығын дөрөҫләрлек бер
генә лә дәлил юҡ икәнлеген хәтерләп, уңайһыҙланды.
- Бына уның янында торған, хәйләһеҙ ҡара күҙле, төҙ генә ҡашлы, ҡара-тура шыма битле, ябай
ғына кейемле, шырауланып бөткән ҡуллы, ҡасандыр үҙенең бисәһе булған был кешенең алдында
үҙен ғәйепле һанау тойғоһо был минутта Юлдыбайҙы бөтә көсө менән ҡапланы. Уның Айбикәгә
ниндәйҙер йылы һүҙ әйткеһе, ни өсөндөр унан ғәфү үтенгеһе, уның алдында үҙенең бик ҙур
ғәйепле икәнен һөйләгеһе килде.
Ләкин был һүҙҙәргә урын юҡ ине. Айбикәнең бер ҙә ҡаушамаған, тартынмаған төҫө, күҙгә тура
ҡарауы, "докладыңды тыңланым да, күрешәйем, тип сыҡтым" тигән тыныс тауышы, эшмәкәр
һүҙҙәре Юлдыбайҙы тигеҙлек хәленә ҡайтарҙылар. Ул:
- Айбикә, һин бик күп үҙгәргәнһең, - тине. Айбикә бында ла аҙ ғына көлөмһөрәне:
- Тормош үҙгәрә лә, үҙгәртә лә инде ул. Ә үҙең һуң, бер ҙә үҙгәрмәгәнһеңме ни?
- Миндә лә барҙыр инде...
Ул арала звонок булды. Яңынан залға инделәр. Юлдыбай президиум өҫтәле янындағы
урындыҡтарҙың берәүһенә ултырҙы.
Айбикә эстән генә үҙен-үҙе һалҡын тота алыуына ҡыуанды. "Бынан бер өс-дүрт йыл тәүҙә генә
күрһәм дә, бәлки, иламай түҙмәҫ инем",-- тип уйланы.
Ултырыш яңынан гөжләне. Яңынан звонок булды. Тағы тынысландылар. Тимербулатованың
доклады буйынса фекер алышыуҙар башланды. Бик күп ҡатындар тороп һөйләне. Айбикә лә үҙ
фекерен әйтте:
- Бына Аҙнабаев иптәш әйтә: "Беҙҙең колхоздарҙа ауыл хужалығы машиналарына, бигерәк тә
тракторға, мохтажлыҡ ҙур. Уларҙың ҡайһы берәүҙәрен сит илдән алырға тура килә. Шуның өсөн
бурысҡа алыу һәм түләү мәсьәләләре бик ауырға төшә", - тине. Мин был турала шуны әйтер инем:
бына беҙҙең ауылдарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында әле эшкә аштырылмай ятҡан иҫке тәңкәләр,
һаҡалдар, селтәрҙәр, ҡашмауҙар, сәстәңкәләр, тағы шуның кеүек бик күп байлыҡ ята. Бына шул
байлыҡты, ҡоро бушҡа әрәм ятҡырғансы, тоторға ла тракторға задатка итеп бирергә кәрәк. Хәҙерге
беҙҙең яңы тормош өсөн уларҙың ни кәрәге бар? Ул - иҫке тормош ҡалдығы, байҙар йолаһы
икәнен беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ бит инде. Бына беҙҙең колхоздағы бисәләр, үҙҙәренең дөйөм
йыйылыштарында ҡарар сығарып, барлығы 873 һумлыҡ аҡса һәм бүтән көмөш нәмәләр йыйнап
бирҙеләр. Башҡа колхоздарҙан килгән иптәштәр ҙә, ошонан өлгө алып, шулай эшләһәләр,
хөкүмәткә лә, үҙебеҙгә лә бик күп файҙа итер инек.
Айбикә урынына кире ултырҙы, һөйләгәндә ҡыҙарған битен уң ҡулы менән һыпырып ҡуйҙы. Уның
һүҙен яҡлап байтаҡ бисәләр һөйләне. Аҙаҡ бер ауыҙҙан был аҡылды ҡабул иттеләр.
Айбикә һөйләгәндә, Юлдыбай ҙа күҙен алмай ҡарап ултырҙы. Айбикәнең ҡалын ҡара көпөһө,
ҡыҙыл кешмир яулығы, хатта ҡулына тотҡан һарыҡ йөнөнән бәйләнгән шәле лә уның көслөлөгөн,
ныҡлығын, уның һүҙҙәренең ышанысын тағы ла арттырғандай булалар.
Юлдыбай уға һоҡланды: "Ҡайһы арала, ҡайҙан был тиклем өйрәнгән! Уға ҡайҙан был тиклем
ҡыйыулыҡ килгән?" - тип уйланы.
Ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшеүҙәр, аңлашыуҙарҙан һуң, ҡарарҙар сығарылып, ултырыш ябылды.
Айбикә, бисәләр менән ҡайнашып, коридорға сыҡты. Ҡулындағы шәлен башына ябынып торғанда,
күрше колхоздан үҙе менән бергә килгән Мәстүрә килеп, уны ҡултыҡлап алды.
- Әйҙә, ҡайттыҡмы, Айбикә? - тине Улар икәүләшеп ултырыш тураһында һөйләшә-һөйләшә ярты
кварталдан ғына киткәйнеләр, арттарынан Юлдыбай килеп етеп өндәште:
- Айбикә, һеҙ ҙә шул яҡҡа ҡайтаһығыҙмы ни?
- Эйе, шул яҡҡа, Крәҫтиән йортона ҡайтабыҙ
- Ә, улай булһа, юл ыңғайы икән, минең фатир ҙа шул яҡта.
Улар өсәүһе ҡатарлашып тротуар буйлап һөйләшә-һөйләшә киттеләр. Мәстүрә Юлдыбайҙан
үҙенең төшөнмәгән ҡайһы бер мәсьәләләре тураһында һорашты, Юлдыбай яуап бирә барҙы.
Айбикә лә һүҙгә ҡатнашты.
Тик Юлдыбай, үҙ фатирына боролорға бер квартал самаһы ҡалғас, бер аҙ өндәшмәй барғандан
һуң:
- Айбикә, һин миңә асыуланаһыңдыр инде? - тине.
- Юҡ. Ни эшләп мин һиңә асыуланайым?
- Асыуланһаң да, урыны бар инде.
- Әллә, мин асыуланырға уйлағаным да юҡсы.
Улар Юлдыбайҙың борола торған урынына еттеләр. Юлдыбай быларҙың икәүһе менән дә ҡул
биреп күреште. Айбикәгә тағы ниҙер әйтергә теләп туҡталһа ла, бүтән һүҙ таба алмаған һымаҡ,
китеп барҙы.
Быларҙың ни тураһында һөйләшкәндәрен аңламай барған Мәстүрә:
- Ни нәмә һөйләйһегеҙ үҙе? Был кеше һиңә танышмы ни? - тип һораны.
Айбикә тәрән генә көрһөндө лә, бер аҙ өндәшмәй барғандан һуң:
- Был кеше минең ирем ине, - тине. Мәстүрә һаман аңлап бөтә алманы:
- Аһа, аһа, ирем, тисе... Был һуң ҡалалағы бер хеҙмәткәр ҙә баһа?
- Атаҡ, ҡалалағы хеҙмәткәр булһа ни? Борон минең ирем ине, хәҙер ошонда эшләй.
- Йә, һин шунан айырылдыңмы?
- Йә, тип ни, шул инде. Айырылғаным да, айырылмағаным да юҡ. - Ул еңелсә көлдө. - Ул һуғышҡа
киткәндән ҡайтманы, мин ауылда торҙом. Уның хәҙер бында бисәһе бар, балаһы бар. Бына шул
барлығы.
Улар ҡайтып бүлмәләрендә икеһе ике карауатҡа яттылар. Айбикәнең был турала артыҡ
һөйләшкеһе, бүтәнсә һүҙ ҡуҙғатҡыһы килмәһә лә, Мәстүрә һөйләнеүҙән туҡтаманы:
- Бына һин әле! Әйтәм ерле һин дә Аҙнабаева, ул да Аҙнабаев. Ә һин шунда ни эшләп
асыуланмайынса түҙәһең? Мин булһам, әллә ниңә лә былай ҡалдырмаҫ инем. Сикәһенә берҙе
ялтыратып алыр инем. Был ирҙәр ҙә эт булалар ҙа һуң!
- Эт, тип инде, Мәстүрә, уны ни эшләтәһең? Шулай тура килгәндер, күрәһең. Уның сикәһенә
һуҡтың ни, һуҡманың ни, булған эш булған инде. Бисәһе бик матур, ти. Уҡыған да булғас,
күрешкәндәрҙер ҙә осрашҡандарҙыр.
- Ҡуйсы, ҡуй, Айбикә, таш йөрәк икәнһең! Мин булһам, әйтәм бит, өйөнә барып тороп, шул
мишшәнкәһенең сәсен бөртөкләп йолҡоп сығыр инем. Шулай тура килгәндер, тигән булаһың. Ул
мишшәнкәләрҙең юхаланыуына эйәргәс ни, шулай тура килә шул! Улармы, улар йыландар, мин
тегеләй, мин былай, минең тәрбиәм етешмәгән, мине яңыса, пролетарса, тәрбиә итерһең, тигән
булып ҡойроҡ болғап, коммунистарға кейәүгә баралар ҙа әйҙә шунан һуң уларҙы үҙ ҡурайына
бейетергә тотоналар. Мин, өс-дүрт йыл ҡалала кешеләрҙә аҫраулыҡта тороп, ундайҙарҙы күп
күргәнмен инде.
Айбикә бик оҙаҡ тыңлап ятты. Мәстүрәнең был һүҙҙәренең дөрөҫлөгөндә уның шиге юҡ ине.
- Йә, ҡыҙма инде, ҡуй. Юлдыбай ҙа аҡылһыҙ кеше түгел әле. Ни эшләгәнен үҙе белә торғандыр.
Үҙәгенә үтеңкерәһә, ҡул һелтәп ташлар ҙа китер. Сәстәрен йолҡа торған унан ҙурыраҡ, унан
ҡурҡынысыраҡ дошмандар ҙа күп әле. Ана шуларын еңеп алғас, уның һымаҡ өй тауыктары үҙүҙенән бөтә ул.
- Мин дә Юлдыбайҙы аҡылһыҙҙыр тип уйламайым. Бая, ана доклад һөйләгәнендә лә, тыңлап туя
алмай һоҡланып ҡарап ултырҙым. Беҙҙең колхоз мәсьәләләрен шул хәтлем белеп, үҙәгенә инеп
һөйләй. Уның шул иҫенә төшөр ҙә, һуң булыр.
- Иртән беҙҙең йөрөй торған ерҙәр күп, Мәстүрә, әйҙә йоҡлайбыҙ. Ҡыҫыр көйөккә көйөп ятма!
- Шулай шул, иртән бит әле таҡта ярыу заводына, металл заводына, наркомземдың ауыл
хужалығы машиналары складына, кис менән киноғамы, театрғамы алып баралар шикелле.
- "Дворец труда"ға барабыҙ. Театр була.
- Бер көтөү булып йөрөйбөҙ икән. Барлығы нисәүбеҙ әле, утыҙ дүртме?
- Эйе, утыҙ дүрт. - Улар, шулай һөйләшеп ята-ята, төн уртаһы ауғас ҡына йоҡлап киттеләр.
***
Юлдыбай бик оҙаҡ шалтыратҡас ҡына ишек астылар. Аш ашай торған бүлмәлә һөйләшкән,
көлөшкән, йырлашҡан тауыштар ишетелә ине. Ул, өҫтө-башын сисенеп, аш бүлмәһенә инде. Унда
Тереғулов Хәмит, Наилә, тағы Юлдыбайға таныш булмаған, яҡшы кейемдәге ҡара сәсле бисә
менән бер хәйләкәр ҡыҫыҡ күҙле, ас яңаҡлы, осло танаулы, аҡ яғалы, аҡ манжетлы бер ир кеше,
рюмкаларын төкәштерә-төкәштерә, коньяк эсеп ултыралар, барыһы ла ҡыҙмаса ине.
Рәйсә лә бер аҙ иҫергән, бит урталары яна, күҙҙәре һөҙөлә. Улар, Юлдыбайҙы күргәс, барыһы ла
бер юлы шаулашып ҡаршы алдылар.
- Бына үҙе ҡайтты, һаумыһығыҙ, Юлдыбай иптәш?
- Юлдыбай Малбаевич, һеҙ бик оҙаҡ! Рәйсә лә ҡушылды:
- А, Юличка! Һин бигерәк оҙаҡ инде! Ҡунаҡтар һине көтә-көтә арып бөттөләр. Бына таныш. Минең
подругам - Сара ханым. Бына быныһы - уның иптәше Рәфғәт әфәнде Кәримов. Юличка, ашағың
киләме, бына мин һиңә хәҙер аш һалып бирәм.
- Юҡ, юҡ, Рәйсә ханым, иң элек һеҙ уға берәр рюмка коньяк һалып бирегеҙ, унан һуң аш
ашатырһығыҙ.
Юлдыбай ҡунаҡтар менән һалҡын ғына күреште лә, үҙенең эсмәгәнен әйтеп, ашарға ултырҙы.
Ҡунаҡтар, уның ихтыярына ҡуймай, сыуылдашып ҡыҫтай башланылар:
- Юҡ инде, Юлдыбай әфәнде, ярамай!
- Ул ниндәй эш ул, хужа эсмәй, ҡунаҡтар эсеп ултырһындар!
- Аҙ ғына эсегеҙ инде. Әйҙәгеҙ, бына Рәйсә ханымдың һаулығына.
Юлдыбай сабыр ғына төҫ менән тағы ла ҡабатланы:
- Рәхмәт, мине ҡыҫтамағыҙ. Минең эскәнем юҡ. Рәйсә, сикәһен Юлдыбайҙың уң беләгенә һөйкәп,
иркәләнгән күҙҙәре менән уға ҡараны.
- Минең Юличка ғүмерендә лә эскәне юҡ. Әллә, йәнем, ҡунаҡтар хөрмәтенә генә берәр рюмка
әсәһеңме? Мин һорағас, әлбиттә, әсәһең бит, эйе бит?
Ул, тауыштарын нәҙегәйткәндән-нәҙегәйтеп, ҡулына
тотҡан рюмкаһын Юлдыбайҙың ауыҙына яҡын килтерҙе.
Рәйсәнең йылан күҙҙәре кеүек ялтыр күҙҙәре, һылыу ҡаштарының ҡара һөлөк кеүек борғоланыуы,
ауыҙынан аңҡып сыҡҡан коньяк еҫе Юлдыбайҙың ҡапыл асыуын ҡабарттылар. Ул, күҙҙәрен
тултырып, Рәйсәгә ҡараны.
- Был ни эшләүең һинең, Рәйсә? Минең эсмәгәнде белә тороп, ниңә ныҡышаһың? Бер әйттем бит,
булды!
Юлдыбайҙың ҡырҡа әйткән һүҙе, ҡатыраҡ тауышы ҡунаҡтарҙың да, Рәйсәнең дә кәйефтәрен
берҙән боҙоп ебәрҙе. Улар шым ғына бер-береһенә ҡарашып йылмайыштылар ҙа һүҙҙән
туҡтанылар. Шулай ҙа Рәйсәнең ҡунаҡтар алдында сер биргеһе килмәне:
- Уның шул аҙыраҡ иркәләнеү ғәҙәте бар инде, - тине лә, ҡысҡырып көлөп, ҡунаҡтарға ҡараны. Тик
был яһалма һүҙҙәре, яһалма көлөүе унһыҙ ҙа иҫерек булған Рәйсәнең ауыҙынан бүтән
ваҡыттарҙағы һымаҡ тәбиғи булып килешеп сыҡманылар.
Юлдыбай арлы-бирле, генә ашаны ла йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Уның артынан Рәйсә лә инеп,
асыуланырға, үпкәләргә тотондо:
- Абау, һин бигерәк грубый инде! Имеш, ҡунаҡтар менән шундай обращение буламы? Үҙең әллә
ҡайҙа доклад тигән булып киткән булаһың да...
- Бар, бар, ҡунаҡтарың янына кит! Мин бөгөн былай ҙа арып ҡайтҡанмын. Ял итергә бир.
Рәйсә, тағы ниҙер әйтергә уйлап ауыҙын асһа ла, әйтмәй, ишекте шарт ябып сығып китте.
Юлдыбай ишек тауышына сусып уянған малайын барып һөйҙө лә уның сәңгелдәген аҡрын ғына
һелкетеп йоҡлатты.
Уның бөгөн Рәйсәне күргеһе килмәүе, унан бөтөнләй биҙеүе сигенән ашты. Уның менән һөйләшеү
түгел, төҫөнә лә ҡарағыһы килмәй ине. Рәйсәнең көнө-төнө мыжыуы, иркәләнеүе, илауы, үпкәләүе,
көндән-көн арттыра барған юҡ нәмәләрҙе таптырыуы Юлдыбайҙың нервыларын бөтөнләй
ҡаҡшаттылар. Етмәһә, уның был араларҙа көн дә кис һайын әллә кемдәр менән ҡайҙалыр ҡунаҡта
булып, эсеп, кәрт уйнап йөрөүҙәренән ул бигерәк тә туйҙы, үҙенең Рәйсә менән тәү башлап
күрешкән, танышҡан көндәренә асыуы килде.
Егерме дүртенсе йылдың көҙ көндәре ине. Юлдыбай, үҙҙәренең уҡыу йортонан һайланып, ҡала
комиссияһына килгәйне. Ул шунда уны осратты. Рәйсә үҙенең бер инженер ҡыҙы икәнен,
революцияға тиклем гимназия бөтөрөп, үткән йыл нацмен исеменән медфакка инеүен, ағаһын,
большевик булған өсөн, аҡтар үлтергәнен, тағы әллә ниҙәр һөйләне. Юлдыбай ҙа үҙ тормошо,
ҡайҙа уҡыуы тураһында һөйләгәйне. Улар, шул танышыуҙан һуң осраша, һөйләшә, күрешә барып,
бергә лә тора башланылар.
Юлдыбай был ваҡыттарҙа үҙен бәхетле һанай ине. Быға тиклем интектереп килгән наҙанлығы -
белем менән, иҫкесә генә ҡоролған ғаиләһе яңы культурный семья менән алмашына. Бына Рәйсә
доктор булып сығыр ҙа, киләсәктә ни тиклем эштәрҙе беҙ икәүләп эшләрбеҙ, тип уйланы. Ләкин
Рәйсә, Юлдыбай менән тора башлауына һигеҙ ай тигәндә, ҡан аҙлығы һылтауы менән уҡыуын
бөтөнләй ташланы. Бөтә тормошон йорт-ер йыйыуға, кейемгә, һылыуланыуға, ҡунаҡҡа ла театрға
йөрөүгә әйләндерҙе. Уның инженер тигән атаһы ла әллә ҡайҙа, Төркөстан ҡалаларының
береһендә эре сауҙагәр, аҡтар үлтерҙе тигән ағаһы ла һуғыш ваҡытында ҡыҙылдар ҡулға алып
атҡан аҡ офицер булып сыҡты.
Юлдыбай баштараҡ ҙур өмөттәр менән ҡоролған был тормоштоң былай итеп ул уйлағандарҙың
киреһенә әйләнеп китеүенә үкенһә лә, Рәйсә, бәлки, файҙалы бер кеше булып китер, белеме бар,
үткен, яҡшы ғына тәрбиә бирергә кәрәк, тип уйланы. Бара торгас, ул уның кәзәләнеүҙәренә лә
күнгән кеүек булып китте.
Тик бына партияны таҙартыу ваҡытында Юлдыбайға ташланған ғәйептәр, уның сит элементтар
менән бәйләнеше, үҙ учреждениеһынан аҡсалата алған байтак ҡына бурысы, тағы ла шуның
һымаҡ үҙе лә абайламағанда эшләнеп киткән эштәрҙең килеп сығыуы уны ҡапыл иҫенә
килтерҙеләр. Яҡшылап уйлап ҡарағандан һуң, быларҙың барыһы ла Рәйсә арҡаһында, уның
теләүе, һорауы, ҡушыуҙары аша эшләнгәнлектәрен ул хәҙер асыҡ төшөндө. Уны партиянан
сығарырға тигән мәсьәләне ҡуйһалар ҙа, ярлы ғаиләнән сыҡҡан, стажлы коммунист, граждандар
һуғышының яҡшы командиры, әле лә яҡшы хеҙмәткәр булыуын иғтибарға алып, шелтә менән генә
ҡалдырҙылар.
Унан һуң Юлдыбай Таймаҫтың һөйләгән һүҙҙәрен, аҙаҡ, бөгөн генә күргән Айбикәне иҫенә
төшөрҙө. Айбикәгә булған яҡынлыҡ, уның әллә нисек кенә туғандарса яҡын булыуы Юлдыбайҙың
йөрәген һыҙлатты. Ни эшләп уның йөрәгендә Рәйсә шундай тойғоно бер ваҡытта ла уятҡаны юҡ?
Ул бындай һорауҙың бөгөн генә уйына килеүенә гәжәпләнде. "Бахыр Айбикә, асыуланманы ла бит,
исмаһам", - тип уйланы.
Ул, береһе артынан икенсеһен тоҡандырып, әллә нисә папирос тартты. Ә теге бүлмәләге кәрт
уйнаған, ҡысҡырышҡан, көлөшкән тауыштар шул саҡлы кәрәкһеҙ, артыҡ булып ҡолаҡҡа килеп
инәләр, мейегә сәнселәләр. Залдағы стена сәғәте иртәнге биште һуҡты.
Тағы бер аҙҙан һуң уларҙың ҡуҙғалышҡан, үбешеп күрешкән, һаулашҡан, сығып киткән тауыштары
ишетелде. Унда хәҙер Рәйсәнең генә аяҡ тауышы. Ул ҡунаҡтарын оҙатты ла йоҡо бүлмәһенә инде.
Юлдыбайҙың әле булһа йоҡламай ятҡанын күреп:
- Арыным тип, ҡунаҡтар менән ултырманың. Ә үҙең һаман йоҡламай ятаһың! Бүлмәне төтөн менән
тултырғанһын, фу, безобразие! -тине.
Юлдыбай өндәшмәй ятып ҡараһа ла, Рәйсә бер туҡтамай мөңкөлдәгәс:
-- Йә, ят инде, һөйләнеп торма! - тине.
Уның өндәшкәнен генә көткән Рәйсә, тағы ла ҡысҡырынҡырап:
- Юҡ, мин ятмайым! Һин, матур егет, әйт әле, бөгөн төн уртаһына тиклем кем менән, ҡайҙа
йөрөнөң? Йә, әйт әле! - тип екеренде.
Юлдыбай һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырышты:
- Рәйсә, һин бер ҙә юҡҡа, кәрәкмәгәнгә һүҙ ҡуҙғатып сәбәләнмә, һин иҫергәнһең, ятып йоҡла, миңә
лә ял итергә ирек бир.
- Мин бер ҙә сәбәләнмәйем, һин үҙең сәбәләнәһең! Ниңә һин миңә ҡайҙа йөрөгәнеңде
әйтмәйһең?
- Ниңә йөҙ ҡайта һорашырға кәрәк инде? Бая ла әйттем, әле лә әйтәм: колхозницалар
кәңәшмәһендә доклад яһаным.
- Бөтмәҫ инде һинең колхоз-малхоздарың! Өй эсе тулы ҡунаҡ, минең иң яҡын кешеләрем
килгәндәр, ә һин шулар менән әҙәм рәтле һөйләшеп тә ултыра белмәнең! Ҡунаҡ барҙа, исмаһам,
шул кәңәшмә-маҙарҙарыңды ташлап: торор инең. Бер-ике сәғәттән донъя емерелмәҫ ине әле!
Юлдыбайҙың асыуы көсәйгәндән-көсәйҙе:
- Юҡ инде, Рәйсәкәй! Һин үҙең генә уларҙы ҡунаҡ ит. Мин һиңә уларҙы бында килтереп йөрөтмә,
тип нисә тапҡыр әйттем бит инде. Минең ул халыҡ менән һуҡыр тинлек эшем юҡ. Һинең әллә
ниндәй мишшәндәрең өсөн мин собраниенан, совещаниеларҙан туҡтап тора алмайым, ғәфү ит!
- Улар мишшән булһа, һин - мужик! -тине лә Рәйсә иларға тотондо.
- Рәйсә, һинең бүтән боҙоҡлоҡтарың ғына етмәгәндәй, көн һайын былай итеп ыҙғыша, талаша
торған булһаң, беҙгә артыҡ бергә торорға тура килмәҫ.
Рәйсә, һаман илауынан туҡтамай, буҫыға-буҫыға, борсаҡ һипкән кеүек, һүҙҙәрен шытырлатты:
- Тормаһаң, тормаҫһың? Һинең был йортҡа бетең дә кермәгән! Бөтә мебелдәр үҙ артымдан килгән,
атам малы! Мине алған сағыңда, һинең бер юрғаныңдан башҡа ни нәмәң бар ине?!
Юлдыбай, мыҫҡыл итеп, көлөп ебәрҙе.
- Әй, шул еткән, һинең мебелдәреңдең миңә егерме бото - бер тин. Ниңә кәрәк улар миңә?
Рәйсә, уны тыңлап тормай, һаман ҡыҙҙы:
- Тиҙ генә айырылышып ҡотола алмаҫһың әле, балаң бар саҡта. Алимент түләгең килмәһә, әллә
ҡайҙа китә алмаҫһың әле...
Юлдыбайҙың башы әйләнә, ҡолаҡтары сыңлай башланы. Ул асыу менән урынынан һикереп торҙо.
Үткер, ҡаты һүҙҙәрҙе, һалҡын таштар кеүек итеп, Рәйсәгә атты:
- Инде, Рәйсә, һин әйтеп тә төшөнмәнең, төшөнөргә лә теләмәнең, һинән бер арыу кеше сығырмы,
тип көткәйнем, былай булғас, булманы инде. Ана тора бөтә мебелдәрең, кейемдәрең, сүпсарҙарың. Үҙеңә генә хәйерле булһын! Иртәгә загсҡа барабыҙ ҙа, һин үҙ юлыңды ҡара, мин - үҙ
юлымды. Ә баланы мин һиндә ҡалдырмайым, имсәк балалар йортона бирәм, һинең тәрбиәңде ул
күрмәҫ!-тине лә, йоҡо бүлмәһенән сығып, залдағы диванға, ике ҡулын баш аҫтына ҡуйып, салҡан
төшөп ятты.
Рәйсә, илауынан да, һүҙенән дә туҡтап, үҙ алдына ҡарап ҡатты. Ул Юлдыбайҙың бындай ҡырҡа
һүҙҙәренән аптырап ҡалды. Уның ирендәре, ҡулдары беленер-беленмәҫ кенә ҡалтырайҙар ине.
Ул, шулай байтаҡ баҫып торғандан һуң, Юлдыбай артынан залға сығып, ул ятҡан дивандың ситенә
ултырҙы. Төҫөнә асыҡлыҡ сығарырға тырышып, уны иркәләй башланы:
- Йә, асыуланма инде, Юличка! Мин былай ғына бит, асыуланмайһыңмы, эйе бит?
Ләкин Юлдыбай, башҡа ваҡыттарҙа үпкәләшеп ярашҡандағы кеүек, көлөп яуап бирмәне. Ҡаты
ғына:
- Кит, юхаланма! -тине.
Юлдыбайҙың был ике һүҙенән Рәйсә, энә сәнскәндәге кеүек, ҡапыл һикереп торҙо. Ул юрый
әйтмәйме икән тигән уй менән Юлдыбайҙың төҫөнән яуап эҙләне. Ләкин Юлдыбайҙың төҫө боҙ
кеүек һалҡын, ҡомһарған, бер нөктәгә ҡараған ҡуҙғалышһыҙ күҙҙәренең керпектәре ҡағылмай ине.
Рәйсәнең башҡаса тел ҡуҙғатып, һүҙ әйтергә батырлығы етмәне. Баҫҡан еренән аҡрын ғына
ҡуҙғалып, бүлмәһенә инеп китте. Ул ингәс, ишек төбөндә тағы ниҙер көткән һымаҡ бер нисә минут
баҫып торҙо. Яуап булманы. Ул, аҡтыҡҡы өмөтөн өҙөп, карауатта ҡабарып ятҡан аҡ мендәрҙәр
өҫтөнә йөҙ түбән ауҙы...
VII
Яҙғы көндөң иртәнге йылы ҡояшы, дымлы ер өҫтөнә күтәрелгән күкһел быуҙарҙан үтә төшөп,
уларҙы йәшелле-күкле, юлаҡ-юлаҡ төрлө төҫтәге матур нурҙарға әйләндерҙе.
Шоңҡар ауылының тирә-яҡ тигеҙлегенән һөҙәкләнеп барып бейегәйеп киткән ҡырлас тауҙар, унар
саҡрымдарға һуҙылып алыҫаялар ҙа, Ирәмәлдең нәҙек һыҙыҡтар шикелле генә күренгән
ҡаяларына барып тоташалар. Унан да уҙғас, Ирәмәл түбәһенең ҡайһы бер урындарында ала
ҡармы йәки бейек тауҙың битен һыйпап үтеп барған болоттармы икәне лә айырылмай торған
ҡайһылары аҡ, ҡайһылары ҡара нөктәләр генә күренәләр.
- Аҡҡондоҙ йылғаһының аръяғындағы сусаҡ тауҙың итәген ҡаплап үҫкән шыршы, ҡарағайҙар,
йәшел ботаҡтарын яҙғы ҡар һыуына манып алған һымаҡ, тағы ла матур, тағы ла йәшелерәк булып
асылғандар. Улар менән аралаш ҡайын сауҡалары ла, ваҡ ҡына булып шытып килгән бөрөләренең
морондарын күрһәтеп, яҙғы йылы елгә елберләшеп ултыралар.
Шоңҡар ауылының, бынан өс-дүрт йылдар элек бүленеп сығып, яңы ауыл яһап ултырған кешеләре
егерме һигеҙенсе йылда уҡ колхозға күскәйнеләр. Быйыл ҡыш тағы ла иҫке ауылда ҡалған бөтә
ярлы, урта хәллеләре, уларға ҡушылып, йөҙ ун өс хужалыҡтан торған "Оло үҙән" колхозын
төҙөнөләр.
Ауылдың "Урта быуа" төбәге тип аталған байҙар төркөмөнөң бөтә ҡаралтылары, өйҙәре, малдары
"Оло үҙән" колхозына ҡарай.
Ошолар араһындағы Ҡотлоярҙың йорт-ҡаралтылары, өйҙәре тирәһенә колхоздың бүленмәй торған
нәмәләре тупланған. Уның әйләнәһе ярты саҡрымдан ерҙән былай уратып алынған кәртәләре,
түбәһе аҡ таҡта менән япҡан лапаҫтары эсендә "Оло үҙән" колхозының иген машиналары
тултырылған.
Бөгөн иртәнән бирле сәсеүгә сығырға әҙерләнгәнгә күрә, колхозсыларҙың күбеһе ошо лапаҫтар
тирәһендә, машиналар эргәһендә ҡайнашалар.
Ҡыҙыл тимер түбәле бейек һарайҙың төрлө мөйөшөндәге, быйыл ҡыш эшсе райондарҙан килгән
бригада төҙәтеп киткән һабан, тырмалар, сәскестәр, лобогрейкалар - барыһы ла тағы бер ҡабат
эшмәкәр хужаларҙың күҙенән үткәрелде.
Күмәгенең араһында, еңдәрен һыҙғанып, ҡара тиргә төшөп, колхоздың рәисе Алтынбай йөрөй.
- Ҡотлоәхмәт ағай, бар әле, Мырҙаҡай ни эшләп оҙаҡлап ҡалды икән? Бензин көтөп, төшкә ҡалып
барабыҙ!
Уның һүҙе бөтөр-бөтмәҫ, ул, ҡарт булыуына ҡарамай йөлтәңләп, кооператив склады яғына ҡарай
атлай. Алтынбай һәр кемгә үҙ эше тураһында бойороҡтар бирә:
- Әүбәкер ағай, ана һин үҙ төркөмөңдө ал да, сәскестәргә аттарҙы егә башларға кәрәк. Әйткәндәй,
Дәүләт менән Айҙарҙың иҫтәренә төшөрөргә онотҡанмын икән: тимер тырмаға ике көрән атты
егеп, сменаға ҡола бейә менән бурылды екһендәр. Атыу ана ҡара ҡашҡаның әллә ни артҡы
аяғының уңы һылтыңҡырап тора.
Өлкән ишек алдының тап уртаһында ҡатарлап ҡуйылған ике "Интернационал" тракторы тирәһендә
Айбикә менән Әхәй, ҡаштарын йыйып, етди төҫ менән уларҙың бөтә киҫәктәрен тикшереп, барлап,
майлап, бензин ҡойоп, ходҡа ебәреп йөрөйҙәр. Улар тирәһендә колхоздың ҡарт бабайҙары ла
хәлдәренән килгән тиклем ярҙамлашып маташалар.
Ҡотлоярҙың бейек йәшел түбәле ағас өйөнөң урамға сыға торған соланы өҫтөнә "Оло үҙән"
колхозының идараһы" тип яҙылып ҡуйылған. Уның менән ҡатар ҡыҙыл түбәле һары йорт ишегенең
үр яғында "Беренсе баҫҡыс эш мәктәбе" тигән яҙыу күренә. Унда, яҙғы каникул ваҡыты булыуына
ҡарамай, балалар, үҙҙәренең уҡытыусылары менән мәктәптән ҡайтмай, яҙғы эштәр өҫтөндә
ҡайнашалар. Мәктәп янында сәселә торған баҡса урынын йомшартып, орлоҡ шыттырып, ҡош
оялары яһап йөрөйҙәр.
Был өйҙөң ишек алды иркен, келәттәре өлкән булғанға күрә, уның келәттәренә колхоздың
сипараттарын урынлаштырғандар. Унда ла һөттәрен сипараттарҙан үткәргән бисәләр һауытһабаларҙы йыуыштырып мәж килә. Былар төркөмөнөң башлығы Ғәбиҙә еңгәй, итәктәрен
ҡыҫтырып, еңдәрен һыҙғанып, яҫы ҡара йылтыр битен еңдәре менән һыпырып, бойороҡтар биреп
йөрөй:
- Килендәр! Ҡанағыҙ, бынау сипараттарҙы ағас келәттән таш келәткә күсерәйек. Хәҙер көндән-көн
ҡояш ҡыҙҙыра бара, һөт әсей башлар.
- Өлгөрөрбөҙ әле.
- Туҡта инде, Ғәбиҙә еңгә, сәсеүселәрҙе генә ҡырға оҙатайыҡ.
- Туҡта тип ни, хәҙер бына төшкө һауынға көтөү төшә, шуға тиклем әҙер булһын. Әйҙә, әйҙә,
Хөснөй килен, Батый, әйҙәгеҙ!
Ул арала ҡырға китеүселәр, әҙерләнеп бөтөп, һәр кем үҙ урынына урынлашты. Иң тәүҙә геү-геү,
дыр-дыр итеп Айбикә ултырған трактор, уның артлы Әхәйҙең тракторы ҡуҙғалдылар. Улар артынан
бөркөлөп сыҡҡан төтөн, сыр-сыу булып ҡайнашҡан халыҡты аралап, бөтә ишек алдына йәйелде.
Тракторсыларҙьң өҫтөндә - майлы кейемдәр, ҡулдарында ҙур күн бейәләйҙәр, һөргән ваҡытта
кейә торған өлкән түңәрәк күҙле күҙелдеректәрен улар маңлайҙарына күтәреп ҡуйғандар.
Быларҙың ҡуҙғалған тауыштарын ишеткән бисәләр, бындағы эштәргә ҡалыусылар, мәктәптән
сыҡҡан балалар - барыһы ла сәсеүселәрҙе оҙатырға йыйылдылар.
Тракторҙар, ҡырсын түшәлгән ишек алдын иҙеп, йырып, арттарына тағылған дүрт һабанды һөйрәп,
ҡапҡанан сығып киттеләр. Уларҙың алдындағы бәләкәй генә ҡыҙыл флагтар, ҡояш яҡтыһында
тағы ла ҡыҙылыраҡ булып, елберләп баралар.
Тракторҙар артынса икешәр ат егелгән ике сәскес машина, уның арты тимер тырмаларға егелгән
аттар, янындағы сменаға тигән парҙары менән ҡатарлашып, ҡапҡанан ҡаҡлыға-һуҡлыға сыҡтылар.
Улар арты орлоҡтар тейәлгән, аҙыҡтар һалынған, кешеләр ултырған бер нисә арба, улар менән
ҡатар һыбайҙар, шулар араһында агроном менән Алтынбай аттарын аяңлатып баралар. Трактор
геүелдәүе, егелгән аттарҙың бышҡырыуы, бисәләр, бала-сағаларҙың сыр-сыуҙары, ҡысҡырышкөлөштәре менән сәсеүселәрҙе ауылдан оҙатып ебәрҙеләр.
Сәсеүселәр киткәс, бында ҡалғандар һәр ҡайһыһы үҙенә билдәләнгән эшенә тотоноп китте. Көтөү
төшөп килгәнен күргән бисәләр тиҙ генә һыйыр һауа торған һарайға ыңғайланылар. Балалар,
мәктәп янына килеп, үҙҙәренең баҡса ултыртырға тип әҙерләнгән ерҙәрен йомшартырға
тотондолар. Ҡайһы берәүҙәре сәсергә тигән орлоҡтарын, картуфтарҙы агроном ҡушып киткәнсә
әҙерләргә, таҙартырға керештеләр.
Ауылдан сығып киң яландың тигеҙ юлына төшкәс, Айбикә, китер алдынан ғына килгән почтанан
алып, ашығыс ҡына уҡыған Юлдыбайҙың хатын, тағы бер ҡабат уҡырға уйлап, кеҫәһенән сығарҙы.
Хат ҡыҫҡа ғына яҙылғайны, шулай ҙа, тракторҙың һыңар ҡулға ғына бирешмәй, юлдан ситкә
сығыуы, ҡулын һелкетеүе менән, уны уҡый алманы. Ул тракторын яңынан юлға төшөрөп ебәрҙе лә,
хатын бөкләп, кеҫәһенә һалды. Хаттағы "сәсеү кампанияһынан ҡайтҡан Хөсәйенов иптәш урынына
һеҙҙең колхозға барам" тигән шатлыҡлы һүҙҙәр башынан сыҡманылар.
Уның янына, атын юрттыра биреп, Алтынбай килеп етте:
- Айбикә! Туранан сығып булмаҫ, һулға бор. Ташҡын артынан туғай кибеп бөтмәгән, урау булһа ла,
бынау убаны әйләнеп барып сығайыҡ, - тине.
Убаны әйләнеп, ҡалҡыуға күтәрелгәс, Айбикәнең күҙҙәре иге-сиге булмаған баҫыу ҡырҙарына
төштө. Уларҙың ҡайһыһы һөрөлгән, ҡайһыһында көҙ сәсеп ҡалдырған арыш ҡурпыһы, йәм-йәшел
келәм булып, йәйелеп ята. Анау, уң яҡтаныраҡ күренеп ятҡан, былтыр һөрөлөп бөтөлмәгән ерҙе
ул һөрәсәк ине. Уның тракторы, тағы ла дыһыр-дыһыр итеп, киң яланға күк төтөнөн һирпеп ебәрҙе.
Айбикә, иркен тын алып, тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Уның шатлыҡ менән йылмайған йөҙө, аҙ ғына
асылған тештәре ҡояш нурҙарында сағыла ине.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: