Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ноябрь , 17:22

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ (хикәйә)

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА 

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ (хикәйә)
ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ (хикәйә)

Кешеләр! Мин яраттым һеҙҙе! Уяу булығыҙ!

Юлиус Фучик, чех антифашисы.

 

Ҡаҙан аҫтындағы ҡуҙҙы тартырға тип кенә сүгәләгән ерҙән хайран ҡалып онотолған: ғүмер буйы ҡарай ошо усаҡтағы утҡа, ғүмер буйына ҡараптар туя алмай! Яңынан яңы йондоҙҙар ҡабынған, ялтлап һүнгән, күҙҙең яуын алырҙай балҡыштар менән емелдәгән мәңгелек бер йәнәш йыһан һымаҡ күрә лә китә.

Ныҡ ҡына итеп ишек шаҡығанға тертләп ҡалҡынды. Ул арала март буранының һалҡынын эйәртеп, туңған итектәре менән туҡылдашып килеп тә инделәр. Эйелә биреп ингән ике ир-егет һындарын турайтыуға, Фәрхинурҙың ыҡсым өйө бәләкәс, түшәме тәпәш булып киткәндәй тойолдо. Уҙамандарҙың береһе тәртешкәһен тотҡан килеш аптырап торған хужабикәгә ҡарап йылмайҙы:

– Ҡаҙ һурпаһының тәмле еҫе ҡапҡанан килеп инеү менән үк борҡоп китте, – тип малайҙарса танау тартып ҡуйҙы. – Һаумы, инәй, бына һиңә ҡунаҡ алып килдем, – тип юлдашына ымланы. – Өфө тиклем Өфөнөң үҙенән. – Юлдашының ут ҡыҙыуында бит алмалары ҡыҙарып киткәнлектән уғата йәш сырайлы күренгән хужабикәгә сәйерһенә биреп ҡарағанын абайлап йылмайҙы. – Фәрхинур инәй тап үҙе инде. Һин әле уның сәхнәлә һелкетә баҫып бейегәнен күрһәң. Әйттем бит, беҙҙең яҡтың һауаһы саф, һыуы шифалы, шуға оҙон ғүмерлебеҙ, тип. Эйе бит, инәй.

– Һикһән биш йәшендә ат һыбайлап күрше райондан әбей күҙләп йөрөгән Хәмәтҡәле ҡарт менән “етмеш йәшемдә уже икенсе тешем төштө” тип ҡайғырып ултырған Кузьма ҡорҙаш тураһында һөйләмәнеңме әле? – тип ихласлап хәбәргә ҡушылды Фәрхинур. Хәбәрсән егеттең үҙҙәренең силсәүит рәйесе Айбулат икәнен шунда уҡ танығайны. – Маҡтап йөрөйһөгөҙ, рәхмәт төшкөрҙәре, үтегеҙ.

Көткән кешеһе булғас, ғүмер буйы, хатта юҡлыҡ мәлендә лә, ризыҡты мулыраҡ әҙерләргә күнеккән Фәрхинурҙың һыйы йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел.

Төбәп, иркенләп килгәндәр, күрәһең, ҡуш услап күрешеп, үҙен Ришат тип таныштырған ҡунаҡ мул ғына күстәнәсен сығарҙы. Ҡала кешеһенә ауыл өйө ирмәктер инде: стеналағы фотоларҙы иғтибарлап ҡарап йөрөнө лә түрбашта эленеп торған ҙурайтылған фото алдына баҫып:

– Был ирегеҙме, инәй? – тип һораны. Шунан силсәүиткә ҡарап, – Оҡшаған, – тип ҡуйҙы.

Йәһәтләп өҫтәл әҙерләгән хужабикә сәйерһенде, тик төпсөшөргә ҡыйманы: “Кемгә оҡшаған? Ниңә оҡшаған?”

Тормош хәлдәрен һөйләшә-һөйләшә күңелле итеп ашап-эсеп ултырҙылар. Ихлас һорашҡастары, Фәрхинур ҙа иркенләп үткәндәргә төшөп китте – йә гәзит-журналдан хәбәрселер был Ришат тигән улан. Ансамблдәре ҡәҙимге данлы ғына булғас, ундай иғтибар күргәндәре бар Фәрхинурҙарҙың.

Ғүмер ебе тыуымдан үлемгә илткән тура һыҙыҡ түгел, ә дүңгәләк: өлкәнәйгән һайын сабыйлығыңа, инешеңә яҡыная бараһың, тигәндәре дөрөҫ, ахыры. Иртәнсәк нимә эшләгәнеңде кискеһен иҫкә төшөрөү ҡыйыныраҡ булһа ла, алыҫ бала саҡтар, әле кисә генә булған һымаҡ – үҙе яҡын, үҙе ғәзиз.

– Үҙемде иҫләгәндән бейергә яраттым. Атам бахыр, күңелсәк кеше булды. Саҡ ҡына бушаһа, ишек башынан ҡурайын алыр ҙа, әйҙә, ҡыҙым, бейе, тиер ине. Үҫә төшкәс, киске уйын, тиһәң, ашауҙы ла, йоҡоно ла онотор инем. Хатта күрше бабайҙан күтәрмәле сабата үрҙертеп алдым. Шаҡылдата баҫып бейер өсөн. Хәйер, саң-туҙанды борҡотоп ялан аяҡлап та бейергә аптырамай торғайныҡ. Нурулла менән дә бейеп таныштыҡ. Уйын ҡыҙған ғына мәлдә бер егет атын саптырып килеп туҡтаны ла, һикереп төшкән ыңғайға ҡоласын йәйеп миңә ҡаршы бейеп килә бит әй! Һалдат кейемендә. Аяғында кирза итек. Хатта бай егет булып күренде. Күргән-белгән кешем түгел. Ул саҡта әле балалыҡтан йүнләп сыҡмағанмын, егет-еләнгә иҫ киткән юҡ. Миңә тик бейеү булһын. Ә был, үҙенә күрә түгел, һелкетә баҫа бит әй! Бейене-бейене лә, атында елдереп китеп тә барҙы. Күрше ауылдан, етем генә бер егет, тинеләр. Армиянан яңыраҡ ҡына ҡайтҡан. Колхоз аттарын көтә, имеш. Шулай аҙна тирәһе елдереп килеп бейеп йөрөнө лә, күләгә уйнағанда ҡолағыма бышылдай:

– Һин дә нур, мин дә нур – яусы ебәрһәм, миңә сығаһыңмы?

– Ә һин мине уйынға сығараһыңмы?

Һорауымдың сәбәбе шул: атай мәрхүм булып киткәс, ҙур ғаиләбеҙгә баш булып ҡалған өлкән ағайым дилбәгәне үтә ҡаты тота, әйткән ваҡытынан саҡ ҡына һуңлап ҡайтһаң, сыбыртҡыға ынтылыуҙан да тартынмай. Әсәйем яҡлашырға маташһа: “Ана, кейәүгә сығыр ҙа йөрөр, әлегә уның өсөн мин яуаплы”, – тип ебәрә.

– Икәүләп сығырбыҙ, – ти Нурулла.

Мин һармаҡ, уйлап та тормай:

– Улайһа мин риза, тип торамсы. Ниңә, ҡарап тороуға яғымлы, етем булғаны ла һәйбәт, беҙгә ҡыҫылып, тыйып торған кеше булмаҫ.

Йәштәр рәхәтләнеп көлөштө.

– Нисә йәштә инең инде, инәй?

– Ун алтым тулыр-тулмаҫ. Ул замандар өсөн еткән ҡыҙмын инде, үҙем шулай бала аҡыллы булғанмын.

– Шунан, бергәләшеп уйынға йөрөнөгөҙмө һуң?

– Рәхәтләнеп. Тәүге йылда ни мал юҡ, ни ҡош-ҡорт ҡына ла юҡ. Өйҙөң эсендә лә һыйыр мөгөҙөнә элер нәмә юҡ. Бәхетебеҙ инде үҙебеҙгә эйәреп йөрөй. Ишек келәһенә сыбыҡ тығабыҙ ҙа... Бәпәй тыуғас та ҡылығымды ташламаным әле. Нурулла төндә мал көткәндә бәпесте сәңгелдәккә һалып йоҡлатам да йүгерәм. Бер кисте лә борҡолдата баҫып бейеп йөрөй инем, ағайым үтеп бара. Мине түңәрәктән һелкетә тартып алды ла һорай:

– Кейәү ҡайҙа?

– Көтөүҙә.

– Балаң ҡайҙа?

– Өйҙә, йоҡлай.

– Йәш балаңды ташлап уйында йөрөйһөңмө, һармаҡ? Елдер хәҙер тиҙ генә. – Морон төбөмдә сыбыртҡыһының һабын һелкетте. – Артыңдан ҡыуып етһәм, һыҙырам.

Мин елдерәм, ул артымдан һыбай сабып килә, ҡыуып етә лә хрәс – ҡайыш сыбыртҡы һыҙғырып ҡына ҡала. Шунан һуң бала ҡалдырып йөрөү ҡайҙа!

Ҡунаҡтың һиҙҙермәҫкә тырышып стеналағы сәғәткә күҙ ташлап алғанын абайлап, хужабикә хәбәрен йәтеш кенә итеп түңәрәкләп ҡуйҙы.

Шунан Ришат биштәренән бер папка алды. Һүҙҙе нисегерәк башларға белмәгәндәй тәрән итеп һуланы ла:

– Оло бурыс йөкмәп килеп төштөм бит мин, инәй, – тине. – “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай”, – тигән бик хаҡ әйтем бар. Беҙ ана шул дөрөҫлөк ҡоро һүҙ генә булып ҡалырға тейеш түгел, тип эҙәрмәндәр ойошмаһына берләштек. Эшебеҙ төрлө яҡлы. Ҡаты алыштар барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре лә алып барабыҙ. Архивтарҙа эҙләнәбеҙ. Бына Бөйөк еңеүгә 60 йыл тула, шуға ҡарамаҫтан, илебеҙ өсөн башын һалған миллиондарса яугирҙәр хаҡында “хәбәрһеҙ юғалды” тигән мәғлүмәт кенә ҡалған. Ә бит кеше эҙһеҙ юғалырға – энә түгел. Шуға беҙҙең ойошма...

Фәрхинурҙың ҡапыл ирендәре тартышып, ҡулдары һерелдәп китте. Быны абайлаған ҡунаҡ, артабан сурытып тороуҙы урынһыҙға һанап, ҡырт киҫте:

– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, инәй, беҙ һеҙгә ирегеҙ хаҡында хәбәр алып килдек.

– Хат һалғанмы? – Бындай һорауҙы һис кенә лә көтмәгән ҡунаҡтар ҡаушап бер-береһенә ҡарашып алды. Өмөттән балҡып киткән был ҡарашты ни йәнең менән һүндермәк кәрәк? Тик ниндәй һүҙҙәр бар был донъяла әжәл әселәрен шифаларлыҡ?

– Юҡ шул, инәй, – тине Өфө егете. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙең ирегеҙ Көнсыуаҡов Нурулла Харис улы 1942 йылдың 4 ғинуарында фашист концлагерында... аслыҡтан гүр эйәһе булған. Немецтар, үҙҙәренең милләтенә хас теүәллек менән барыһын да бына ошо ҡағыҙға теркәп барған. Бер ниндәй ҙә хата юҡ. Беҙ ҡат-ҡат тикшерҙек. Бында хатта фотоһүрәте лә бар. Стеналағыһына оҡшап тора.

Ришат урынынан торҙо ла, ултырғысын алып, Фәрхинур янына күсеп ултырҙы, уның алдына бер ҡағыҙ һалды.

Фәрхинурҙың атылып сыҡҡан йәштән томанланған күҙҙәре ҡағыҙҙың уң яҡ мөйөшөндә хәләленең фотоһүрәтен сырамытты.

– Ҡайһылай аҙаплағандар һине, йөрәккенәм!

– Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙең тотош дивизиялар ҡамауҙа ҡалып миллион ярымдан ашыу яугир әсиргә эләккән шул. Шулар араһында бик ҡаты яраланған Нурулла ағай ҙа булған... – Ришаттың тауышы әллә ҡайҙан, һаңғырау ғына булып ишетелә.

– Шулайҙыр, – тип бышылданы Фәрхинур. – Һау-сәләмәт килеш дошманға баш биреп тора торған кеше түгел ине ул.

Фәрхинур йәнә фотоһүрәткә төбәлде. Сәгер күҙҙәре менән туп-тура ҡарап тора, әйтерһең дә йылдар аша ҡатынына төбәлгән. Һөйкөмлө йөҙө йонсоу, башы бысраҡ бинт менән сырмалған. “Ни хәлгә төшөргәндәр йөрәккенәмде”.

– Фотоға әсирҙең иҫәп карточкаһы тултырылған мәлдә төшөрөлгән булһа, башындағы йәрәхәте ике айҙан һуң да уңалмаған булған әле, һаман бәйле бит.

Күҙенән субырҙап ҡойолған йәштәре алдындағы ҡағыҙға тамғас, Фәрхинур тиҙ генә яулыҡ осо менән һөртә һалды, ҡан тамырҙары ҡалҡып торған, ғүмер буйы ауыр эш эшләүҙән бармаҡтары кәкрәйә төшкән ҡулы менән һаман-һаман фотоһүрәтте һыйпаны. Йән иретер наҙ ағыла ине был бармаҡтарҙан.

Алтмыш дүрт йылдан ашыу йыйылған һағыш алҡымынан алды. Был оло хәсрәтте йотоп ебәрер өсөн саҡ ҡына булһа ла ваҡыт, аулаҡ кәрәклеген төшөнгән ҡунаҡтар, шауламаҫҡа тырышып, урындарынан ҡуҙғалды.

– Иртәгә иртәнсәк тағы инеп һөйләшеп ултырырбыҙ, инәй, – тине Ришат.

– Йә булмаһа фельдшерға әйтәйемме, инәй, килеп тынысландырғыс укол һалып китһенме әллә? – Силсәүит инде ишек тотҡаһына йәбешкән ерҙән кире әйләнде.

“Кәрәкмәй” тигәнде белдереп башын ғына сайҡай алды Фәрхинур. Көс-хәл тороп, солан ишеген бикләп ҡалды. Шунда тупһанан төшөп барған Айбулаттың:

– Бына Оло һуғыштың тағы бер һалдаты өйөнә ҡайтты, – тигәне ишетелде.

– Еңеүселәр сафына баҫып ҡайтты, Айбулат туған, – тине Өфө ҡунағы.

Фәрхинур ҡабат өҫтәл янына килеп ултырҙы. Үҙе һаман алдындағы фотонан айырыла алманы... Нурулланың ҡарашы тыныс, унда ҡурҡыу ҙа, нәфрәт тә юҡ, һынмаған ихтыяр бар ҙа, үлемесле арыу. Һағындырған, ҡайһылай ҙа һағындырған... 

“Бына ҡайттың, йөрәккәйем. Һинең ни рәүешле ҡайтып килереңде нисәмә төрлөләр итеп күҙ алдыма килтермәнем мин”.

Көтөүҙән бер ваҡытта ла туҡтаманы Фәрхинур. Ел килеп тәҙрә ҡаҡҡан мәлдә лә һиҫкәнеп ҡолаҡ һалыр ине. Ә һуғыш бөтөп, фронтовиктар күпләп ҡайта башлағас, бөтөнләй йоҡоһо ҡасты. Ул йыл ташҡын яман булды, йылға аша һалынған күперҙе ағыҙып алып киткәс, сәсеү бөткәнсе – яңы күпер һалырға ҡул тейгәнсе – ике ярҙы тоташтырып кәмә генә йөрөнө. Төнгә ҡалған юлаусы арғы ярға килә лә һөрәнләй: “Кәмә сығарығыҙ!”

Шундай мәлдә торор ҙа йүгерер ине Фәрхинур. Ҡайтҡан кеше ире булмағанда ла үҙенә күңелен төшөрөргә ирек бирмәне: шул тиклем зарығып көткән саҡта барыбер яуап булыр кеүек ине. Бына бит, алтмыш дүрт йылдан булһа ла хәбәре килде. 

Ә бит хәбәр килтергән егеттәрҙән хат һорап ултырыуы ла буштан түгел ине Фәрхинурҙың.

Аръяҡ урам Зөлмирәгә 1964 йылдың көҙөндә Канаданан хат килеп төштө. Ҡырҡ өсөнсө йылда хәбәрһеҙ юғалған иренән. Һуғышта ирҙәрен, улдарын, атайҙарын юғалтҡандарҙы, ә ауылда юғалтыуһыҙ берәй өй ҡалғайнымы һуң? – барыһының да өмөттәрен кәрәсин һипкәндәй ләүкетеп ебәргән хәл булды был. Йәнен һаҡлап ҡалһа ла иленән яҙған был бисара хатында үҙенең әсиргә төшкәнен, бер немец байында ялсы булып эшләгәнен, һуғыштан һуң хужалары менән бергә Латин Америкаһына китеп барғанын, илдән-илгә йөрөй торғас ҡаты һыуыҡтары менән беҙҙең яҡтарға тартым Канадаға барып төпләнгәнен, сит яҡтарҙа ауылын, һөйөклө ҡатынын, ғәзиз улдарын һағынып йәшәгәнен яҙғайны.

Хәләлен күрергә хыялланыуҙан бер ваҡытта ла туҡтамаған Фәрхинурға был етә ҡалды. Зөлмирәнең ҡыуанысы үҙенә лә йоҡҡандай ҡанатланып йөрөнө. Хатта икәүләшеп мәктәпкә география уҡытыусыһына барып, глобуста Канаданың ҡайһы тирәләрәк икәнен күреп ҡайтҡандары хәтерендә.

“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы”, – тип көйләй-көйләй атлап килгәндә, Зөлмирәнең:

– Һуғышҡа киткәнендә тал сыбыҡтай ҡалған бисәһенең хәҙер тумар умарта һымаҡ булып йыуанайғанын күреп күңеле ҡайтмаҫ микән? – тип шып туҡтағаны, Фәрхинурҙың:

– Йылдар уны аяған тиһеңме? Шуның сама ғазаптар кисергән кеше бит ул, – тигәне... Бәхет көтөүҙән бәхетле булынған инде. Әммә Канада яҡтарынан башҡа хәбәр булманы. Шулай ҙа был тормоштоң әллә ниндәй әкиәттәреңдән мөғжизәлерәк булыуына ышаныс ҡалдырғайны был хат. Хәйер, Нуруллаһының йәнен һаҡлар өсөн илен ташлап йөрөй торған кеше түгеллеген белә ине бит ул. Шулай ҙа бәләкәс кенә өмөткә лә сытырман йәбешкән инде.

Хыял менән йәшәлгән. Хыял менән таңдар аттырылған, хыял солғанышында көндәр үткән. Нурулла менән Фәрхинур өс йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ бергә йәшәп ҡалғайны бит. Ҡабат-ҡабат, бармаҡтарын бөкләй-бөкләй әллә нисәшәр мәртәбә барлаған инде ул бәхетле мәлдәрҙе Фәрхинур. Тик, тәрәндәнерәк уйлап ҡараһаң, ул киткәндән һуң үткән алтмыш дүрт йылдың ҡайһы көнөн унһыҙ үткәрҙе һуң? Эске донъяһында бер генә минутҡа ла янынан ебәрмәне бит ул Нуруллаһын. Иң ас йылдарҙа ла ҡаҙанға уның өсөн дә өлөш һалды, өҫтәл артында уның өсөн урын ҡалдырҙы. “Атайыңдың урынына ултырмағыҙ”, – тиер ине балаларына. Шуның өсөн ҡарында ҡалған малайы ла, атаһы бына-бына ҡайтып инер кеүек күреп, атайлы балалар һымаҡ үҫте.

Өмөткә һис өмөт ҡалмағанда ла өмөтләнгән. Ҡайғыһын да, шатлығын да һөйләп барған. Күңел көмбәҙенән һис кенә лә ебәрмәгән. Әле лә мейес буйындағы урындыҡҡа барып, кирбес йылыһына арҡа терәп ятты ла төн ҡараңғылығына төбәлеп ғәҙәти әңгәмәһен башланы:

“Иҫеңдәме, Нурулла?”

 

* * *

Нурулла йылғыларҙы һуғыш башланғандың тәүге аҙнаһында уҡ алдылар. Фәрхинур икенсе балаһына йөклө ине. Етешеп бөткәйне. Әллә нишләп ныҡ ауыр йөрөнө. Шуға хатта ике йәше тулыр-тулмаҫ ҡыҙҙарын да мунсала Нурулла йыуындырып биргәс, төрөп алып ҡына ҡайтып китте. Кискеһен дә башы мендәргә тейеү менән таңға тиклем йоҡлаған. Уянып китеүгә иренең күҙҙәре менән осрашты: терһәгенә таянған да уға төбәлгән.

– Йоҡлағанда һин үҙең сабый кеүекһең. Кем һине ике бала әсәһе, тиһен инде. – Шулай тигән булды ла һөйәлләнеп бөткән ҡытыршы бармаҡтары менән уның битенән һыйпаны.

Шул төндө алйот кеүек йоҡлап үткәргәненә ғүмере буйы үҙен-үҙе һүкте Фәрхинур. Наҙынан тыйылғанына ла үкенде, илай-илай үкенер ине. Ә ул саҡта “һуңғы” тигән уй башҡа ла инеп сыҡмаған инде. Йәш тә булынған, ун туғыҙы яңы тулған кешенән нимә көтәһең? Ул йәштә үлем хаҡында уйлайһыңмы ни, тормошоң шундай матур булып яңы башланып торғанда.

Ярай станцияға тиклем оҙатып барырға башы еткән. Бөгөнгөләй күҙ алдында, вагондарға тейәлергә бойороҡ көтәләр. Эргәлә ғәм халыҡ диңгеҙ кеүек сайҡала. Гармун уйнаған, йырлаған ҡайҙа, йөрәкһенгән кешеләр, беренсе донъя һуғышын, граждандар һуғышын үткән ҡарттар, үҙҙәрен дә, яугирҙәрҙе лә ҡупайтып ебәргән була: беҙ туҡмамаған нимесме ни ул, йәнәһе.

Ә улар ғүмере был ҡәҙәре кеше күргәндәре булмағас, бер ни тиклем ҡаушай төшөп, уҡыусы балалар кеүек ҡулға-ҡул тотошҡан булғандар ҙа торалар. Эй, ҡуйһаңсы инде: шунда кешегә текләп торғансы иренә бер туйғансы ҡарап ҡалһасы Фәрхинур!

Әйтер һүҙҙәр ҡат-ҡат әйтелгән.

– Балаларҙы һаҡла, Хайран. – Әйләндергән була ла шулай ти Нурулла.

Ә Фәрхинур һаман “берәй нәмәһе онотолоп ҡалмағанмы” тип барлай.

– Йөн носкиҙарыңды юғалтып китмә. Аяғың өшөмәһә, бирешмәҫһең, – тигән була. Иренең йыш ҡына тамағы шешеп йонсой шул. – Йәл, бер генә пар булды.

– Һыуыҡтар төшкәнсе ҡалмабыҙ ул, – ти Нурулла. – Утынығыҙ ҙа аҙ. Ҡар ятҡансы ҡайтып булынһа.

“Әгәр иртәгә һуғыш булһа” тигән йырҙы йырлап йәшәгән бөтөн халыҡтың ҡуҙғалғанын үҙ күҙҙәре менән күреп торғас, һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылмаҫына ышаныстары ныҡ: бына-бына әйләнеп тә ҡайтырҙар. Тик бөтә кеше лә улай тип уйламай, ахыры.

Эргәләрендә генә күрше ауыл ҡыҙы Маруся егетен оҙата. Анда-һанда уйындарҙа, байрамдарҙа осраша торғандар ине. Николайы оҫта гармунсы килеп тороп.

“Коленька, – тип һамаҡлай күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп бөткән Маруся, – мин һине үлә яҙып, үләләр яҙып яратам!” – Николайҙың муйынына аҫылынып, киң күкрәгенә башын сүкеп-сүкеп илай.

“Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә” тигәндәй, сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында ныҡып үҫтерелгәс, Фәрхинурға кеше тойғоларының яланғаслығына шаһит булыуҙарынан уңайһыҙ. Шул уҡ ваҡытта күңелгә шом оялай: әллә Маруся ҡайғы-хәсрәтте алдан һиҙенә микән?

Төрлөһөн уйлап, һушы китеп торғанында, зиһенендә йәшен кеүек ялтлап китә: өс йылдан ашыу түшәк уртаҡлашып, атай-әсәй булып, бер-береһенә, исмаһам, бер генә тапҡыр ҙа “яратам” тип әйткәндәре булмаған икән дә... Әйтеү генә түгел, әйтергә кәрәк икәне, улайтыптар ҡысҡырып, ауыҙ тултырып, үҙәктәрҙе өҙҙөрөп “яратам” тип әйтеп булғаны башына инеп тә сыҡмаған.

Хәләленә һирпелеп ҡараны ла уйынан уҡ ҡыҙарынды. Шулай ҙа:

– Нурулла, – тине.

– Әү, Хайран! – тине ире. Тауышындағы наҙынан быуындары иреп төштө Фәрхинурҙың. Ә Нурулла әйтеп тә өлгөрҙө, бер көслө тауыш: “По вагонам!” – тип һөрәнләп ебәрҙе. Китте ығы-зығы, ҡым-ҡырыз, шау-шыу...

Ә Фәрхинур, иренең еңенә сытырман йәбешкән дә, ебәрә алмай. Аңы менән төшөнә лә, бармаҡтары тыңламай. Ә Нуруллаһы инде яртылаш ҡына бында, яртылаш юлға ҡайырылған... Үҙәктәрҙе өҙөп, аяу менән ҡараны ла, көс менән ҡатынының бармаҡтарын яҙып, ысҡынып йүгерҙе, аяҡтары алда, күҙе һаман Фәрхинурҙа... Тейәлеп тә өлгөрҙөләр, алып та киттеләр. Ғәм халыҡ перрон буйлап йүгерешә, ҡайҙа унда үҙеңдекен табыу...

“Йөрәккенәм, шунда бер-беребеҙҙе һуңғы тапҡыр күргәнебеҙҙе белһәк, нимә эшләгән булыр инек икән?! – тип уйлай Фәрхинур.

“Хат еткән ерҙән хат менән, йыр еткән ерҙән йыр менән, уй еткән ерҙән уй менән хәлемде белгертеп торормон. Хәбәрем килмәгәндә лә бөтөрөнмә, өмөтөңдө өҙмә – бында мәхшәр”, – тип һуғышҡа инер алдынан ебәргән берҙән-бер хатынан һуң ләм-мим.

“Ғүмер буйы үҙемде әрләйем. Шунда поезд артынан йүгереп: “Мин һине яратам, Нурулла!” – тип һөрәнләгән булһам, бәлки, яҙмыш икебеҙгә лә аяулыраҡ булмаҫ инеме икән?”

Шулай йылдар буйы йөрәген өйкәгән һорауын әйләндерә лә ҡабатлай, әйләндерә лә...

Ә Марусяның Николайы ҡайтты бит! Өс йылдан ашыу ут эсендә йөрөп, үлем ҡағыҙы килгәндән һуң ярты йыл үткәс ҡайтып төштө. Был хәбәрҙе ишетеү менән йүгереп барҙы Фәрхинур. Кемдең ҡайтҡанын ишетһә лә, күрше ауылмы, аша ауылмы, яҡын арамы, алыҫмы, йүгерә лә китә торғайны: “Нурулланы осратманығыҙмы? Уның тураһында берәй нәмә ишетмәнегеҙме?”

Ул ни тигән хәбәрһеҙ юғалыу? Төшөп ҡалған бер мәшәүме һуң ул? Баҫҡан урынында ут сәсеп торған ир-егет тә баһа!

Бала булған инде... Һуғыштың ғәрәсәтен башына ла һыйҙыра алмаған.

Барып инде өйҙәренә. Элекке Николайҙан шәүлә генә ҡалған. Бер күҙе йомоҡ, һыңар ҡулы бөгөлмәй, күҙ эйәртмәй гармаун телдәре буйынса йүгергән тилбер бармаҡтары бер-береһенә уҡмашҡан. Әле ҡасан ғына күҙҙең йыуанысы булған һылыу йөҙгенәһенә ҡарарға ҡурҡыныс: танкының эсендә янған.

“Марусяның һөйөүе генә алып ҡалды мине, – тип үҙе һөйләне Николай. – Дөрләп яна инем инде, ҡолағымда һөйгәнемдең: “Мин һине үлеп яратам!” – тигәне яңғырап китте лә, ниндәйҙер ҡөҙрәт, йәшәргә теләк мине тышҡа алып бырғаны!”

“Йәшәргә теләк”, – тине Николай. Ә Фәрхинур Нуруллаһында иң һуңғы сиктә лә тормошҡа сытырман йәбешергә ҡеүәт бирерҙәй һүҙҙе әйтеп өлгөрмәгән.

“Яратам тип әйтеп өлгөрмәгәнмен”, – тип өҙгөләнгәнендә, инде буй еткергән ҡыҙы:

– Белгәндер, әсәй, – тип йыуатҡан булыр ине. – Үҙең әйтәһең бит: “Беҙ йән туғандар”, ти торғайны, тиһең. Наҙға сарсап үҫкән үкһеҙ етем бала яратҡаныңды һиҙмәһә, шул тиклем эҫенмәҫ ине.

– Уны шул тиклем яратҡанымды янымда булғанда мин үҙем дә һиҙмәгәнмен шул... Һулар һауаһы һымаҡ булған Нурулла. Күкрәк тултырып һуларға һауа еткәндә, унһыҙ йәшәп булмағанды кем аңлаһын?!

Йөрәге түҙгеһеҙ әрнеп киткән саҡтарҙа тауҙарға баҫып ҡысҡырыр ине Фәрхинур:

“Нурулла, мин һине яратам!” Ә ҡайтауаз уға ире һымаҡ яуап ҡайтара: “Яратам! Яратам!”

Иҫкән елгә, аҡҡан һыуға, яуған ямғырҙарға һамаҡлар ине: “Был донъяла һеҙҙәргә сиктәр юҡ, еткерегеҙ хәләлемә: “Мин һине яратам, Нурулла!”

Тик улар ҙа һуңлаған, алып барып өлгөрмәгән: 1942 йылдың ғинуарында ул инде киткән булған, был фашистар тормошон тамуҡҡа әйләндергәнгә күрә...

 

* * *

Нуруллаһының яҙмышын белгәндән һуң уйҙарына уйылды ла төштө Фәрхинур. Ятһа ла, торһа ла башында шул бер уй. Төнгө йоҡолары ҡасты, тыуған өйҙән сығып киткәс хәләленең ниҙәр кисергәнен, ниндәй ғазаптар аша үткәнен үҙ башынан үткәргәндәй бер туҡтауһыҙ өйөрөлттө. Уйлаған һайын үкенесе әсерәк, түҙгеһеҙерәк була барҙы. Ғүмере буйына артығын уйлап тормай, тотҡан еренән һындырып йәшәгән Фәрхинур бер төндө түшәгендә улай-былай әйләнгеләп, мейеһе сәсрәрҙәй булып ятты ла, башына килгән фекерҙән тороп уҡ ултырҙы.

“Барам да ҡайтам Германияға! Хәләлемдең аҫыл һөйәктәрен ҡуйынына алған тупраҡты йәшем менән һуғарайым. Сәгер күҙҙәренең иң һуңғы ҡарашы төбәлгән күкте күрәйем. Шул тупраҡ менән күктең алдында ауыҙ тултырып йән ғазабымды әйтеп бирәйем. Шулайтайым. Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер. Донъялыҡтағын донъялыҡта теүәлләйем”.

Кинәт кенә тыуҙы ла ҡуйҙы ул был ниәт. Хәйер, буштан ғына тыуманы инде. Бер ваҡыт БСТ-ла Сәғитова тигән бер ҡәҙимге башҡорт ҡатынының автостоп менән бөтә Европаны йөрөп сыҡҡаны тураһында тапшырыу булғайны. Шуны әҙәм балаһының тәүәкәллегенә, батырлығына хайран булып ҡарағайны. Ана шул һоҡланыуы орлоҡ һымаҡ әллә ҡайҙа бер урында ятҡандыр ҙа, шытып сыҡҡандыр, ахыры. Өлкәнәйгәс, тәүәкәллектең бер ҡыры бар: был ҡарсыҡ алйып бара түгелме, тип шаҡара тыйып ҡуйыуҙары ихтимал. Шуға күрә ниәтен күптән әхирәте һымаҡ булып бөткән ҡыҙына ла асманы. Көндәр саҡ ҡына йылына төшкәс юлланырға ҡарар итте лә, шым ғына йыйына башланы. Йыйына, тип, шул аҡса инде. Аҡсаң булһа, бүтәнен һатаһың да алаһың хәҙер. Тормошо етеш, үҙе тернәксел булғас, пенсияһы байтаҡ йыйылған булырға тейеш тә, тик ҡулда түгел, әйләнештә. Әйләнеш тигәне шул: бурысҡа тип өләшеп бөткән. Уңайһыҙ булһа ла, бер нисә ауылдашынан һораштырып ҡараны ул. Береһе “балалар аҡсаһы алғас” тип сығарҙы. Икенсеһе “кейәүең вахтанан ҡайтһын инде” – тине. Бәғзе берәү: “Кредитыбыҙ күп бит. Саҡ ҡына сабыр итеп торһаңсы” тип илауланы. Шул инде, йәштәргә аҡса күп кәрәк. Машинаһыҙ ҙа булмай, ә уныһы бензинды күп ашай. Өйгә күпме өйәһең. Балаларҙы уҡытырға кәрәк. Аҡсаһын йыйнап алыу килеп сыҡманы, кәйефе генә боҙолдо ла ҡул һелтәне. Етмәһә, яҙы һуңлап килде. Апрель айының пенсияһын йомарлап алғас: “Бер тапҡыр баҙнатһыҙланып ҡалыуым арҡаһында ғүмер буйы үкендем, инде быныһы өсөн үлгәнсе үкенерем юҡ!” – тип сыҡты ла китте Фәрхинур. Автобус менән район үҙәгенә барып еткәйне, Өфөгә тура барғаны киске биштәрҙә генә үтә, тинеләр. Нишләптер башҡа ваҡытта мыжғып йөрөгән таксистар ҙа күренмәй. Киске бишкә тиклем ете сәғәт ваҡыт бар. Әлеге шул Сәғитованы иҫенә төшөрөп, юлға сығырға булды. Бәлки, берәй ылауға эләгеп китер, һис булмаһа, атлай торор. Ике-өс саҡырымға булһа ла маҡсатына яҡыныраҡ булыр.

Машина тигәнең себендән күп бит хәҙер, саҡ ҡына барғайны, бер ап-ағы килеп туҡтаны ла һөйкөмлө генә бала – һикһәнде уҙғас ни хәҙер бөтәһе лә бала – башын сығарып:

– Әбекәй, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны.

– Ошо яҡҡа.

– Ошо яҡҡа булһа, әйҙә, ултыраһыңмы?

– Ултырмаған ҡайҙа, рәхмәт, балаҡай.

– Хатта өләсәмә оҡшап китеп бараһың, әллә улмы тип торам. – Шоферы бигерәк илгәҙәк бала икән. – Ул да бер минут та көтөп торорға яратмай, атлай ҙа китә. Бер көнө машина осраған да, ултыртып алам тиһә: “Юҡ, балалар, мин ашығам”, – тип ҡул һелтәгән. Былар, әбей алйый башлаған, тип китеп барғандар. Бер аҙҙан машиналары боҙолоп торһалар, өләсәм һыпырта һуғып үтеп китеп бара, ти. “Ярар, сәләмегеҙҙе еткерә торормон”, тип көлә, ти үҙе, етмәһә.

– Беҙ йәш саҡтан йәйәү йөрөп өйрәнгәс ни, ултырып сыҙамайбыҙ шул, йыбырлай бирәбеҙ.

– Ошо яҡҡа, тип серле генә әйтеп ҡуйҙың, инәй. Алыҫҡа китеп бараһыңмы? – тип һорай ҡуйҙы егет.

  • Алыҫҡа, – тине Фәрхинур. – Ныҡ алыҫҡа.

Шунан һынсыл ғына ҡарап алды ла, арыу бала икәнен сырамытҡас:

– Германияға, – тип өҫтәне. Тегеһенең ғәжәпләнеүҙән ҡаштары өҫкә һикереп киткәйне, зиһене теүәллеген раҫларға була, сәфәренең маҡсатын әйтә һалды.

– Гитлерҙы юҡҡа еңеп маташҡандар ул, – арттан бер ҡарлыҡҡан ҡалын тауыш сыҡҡас, ҡайырылып ҡараһа, йыуан ғына бер ир олоғара шешәнән һыра һура-һура ҡырын ятып бара. Йә берәй түрә, йә берәй яңы башҡорт байы, ахыры. – Гитлер еңгән булһа, бынау бейә һейлеге урынына кинәнеп баварскийҙы эсер инек, исмаһам.

Фәрхинур башта хатта үҙенең ҡолағы ишеткәнгә үҙе ышанмай торҙо. Ил өсөн йәнен аямаған яугирҙәрҙән мәсхәрәләп көлөү бит был! Башына ҡан һикерҙе, тыны быуылды. Шәлен ысҡындырып ебәрҙе лә артына боролдо:

– Ата-олатаң Гитлерҙы еңмәгән булһа, һин тыумаған да булыр инең, ахмаҡ.

Һеңдергәнсе әйтергә уҡталды ла, үҙен ултыртып алған водителде уйлап тыйылды: был арыу балаға яҡшылығы өсөн һүҙ тейеп ҡуймаһын.

– Балам, – тине. – Машинаңды туҡтат. Туҡтат машинаңды.

Ғәжәпләнеп ҡараған егеткә:

– Төшөр, – тине. – Тыным ҡыҫыла.

– Нимә? – тине теге йыуан. – Дөрөҫлөк өтәме, ата коммунист!

– Һинең һаҫығың уҡшыта, – тине лә юл ситенә килеп туҡтаған машинанан төшә башланы Фәрхинур.

– Ә кем түләй? – тине йыуан мыҫҡыллы тауыш менән. – Хәйерсе пенсияң юлға түләргә лә етмәйме, патриотка?! – тип йәмһеҙ итеп һүгенде. – Туҡта! – тип екерҙе ҡуҙғала башлаған водителгә. – Түләһен, машина һыу менән йөрөмәй!

Фәрхинур кеҫәһендәге ҡулъяулыҡтан мең тәңкәлекте сығарып әле ултырып килгән ултырғысҡа һалды.

Бер минут та туҡтап тормай алға атлай бирҙе үҙе:

– Ник тыуҙым, ҡәбәхәт! Ер ҙә упмаҫ был оятһыҙҙы, ерәнер... – тип ҡәһәтләнде.

Йыуан бай һүгенә-һүгенә тәҙрәнән ҡулындағы һыра шешәһен бәреп китте. Әл дә теймәне. Шул тиклем ҡыҙғайны Фәрхинур, атлау түгел йүгереүгә күсеп киткән икән. Күпмегә етер ине хәле был тиҙлектә, бер машина ҡыуып еткән:

– Әбекәй, тим, әбекәй! Ишетмәйһеңме әллә, ҡайҙа китеп бараһың?

– Алыҫҡа...

– Алыҫҡа булғас, әйҙә, ултыр. – Йәш кенә бер ир яғымлы йылмайып башын һонған. Фәрхинур, ауыҙы бешкән кеше булараҡ, был юлы һынаңҡырап ҡараны. Эргәһендә йәш ҡатын да бар икән.

– Әйҙә, әбекәй, ҡурҡма. Ана, артҡа, ҡәйнәм янына, ҡушарлап ултыр, – тигәс, тәүәкәлләне.

– Былай матур итеп кейенеп балаларыңа ҡунаҡҡа китеп бараһыңмы? – тип һүҙ ҡушты ҡәйнә кеше. Ипле генә күренәләр – асылырға булды.

– Юҡ, Мәскәүгә барам, – тигәс, ир кеше һыҙғырып ҡуйҙы.

– Алыҫ икән шул. Беҙ Стәрлегә генә барабыҙ бит әле.

– Ярар, 250 километрға булһа ла яҡыная бит, – тине ҡәйнәһе.

Бигерәк яғымлы кеше икән. Һүҙ эйәрә һүҙ сығарып тәки Германияһына тиклем һөйләтеп алды. Күңеле кителә биреп килгән Фәрхинурға рәхәт булып китте бер туғарылып һөйләшкәс.

Стәрлегә боролған урында Өфөгә юлланған машинаны үҙҙәре туҡтатып ултыртып ебәрҙеләр, рәхмәт яуғырҙары. Түләргә тип сығарған аҡсаһын ҡәйнә-ҡатын усына ҡабат йомдорҙо.

– Изге юлға сыҡҡанһың, апай. Минең атам да Еңеү көнөнән һуң Прага ҡалаһы янында һәләк булған. Мин дә, атай ул фотоһүрәт була икән, тип уйлап үҫкән баламын. Шул яҡтарҙан уҙғанда минең атайым менән уның яуҙаштарына ла һағынышлы сәләмдәребеҙҙе әйтеп кит. Ихлас күңелдән бирәм, һиңә юл хәйере булһын, – тип үҙе өҫтәп бирҙе.

Ныҡ фыртым машинаға ултыртып ебәргәндәренә көйөңкөрәп китеп бара ине, ҡайһы арала тегеләр быныһына уның тарихын бышылдап өлгөргәндәрҙер, сынъяһауҙан кейенгән машина хужаһы үҙе һүҙ башланы:

– Минең дә ике олатай, бер өләсәй һуғышта ҡатнашҡан. Бер олатайымдың дүрт ағаһы һуғышта һәләк булған. Ул үҙе ҡаты яраланып ҡайтҡан да, минең атайым бәләкәй саҡта уҡ, шул йәрәхәттәр арҡаһында мәрхүм булған. Был һуғыш ҡайғы килтермәгән берәй ғаилә бармы икән беҙҙең илдә? – тип иҫ-аҡылы китеп барҙы. Донъя буйлап күп йөрөй икән, виза хәлдәрен аңлатты. Сит илгә сыға торған паспортын һорап алып ҡараны ла:

– Инәй, уңған юлға сыҡҡанһың ул һин, бына бит, срогы сығыуға өс ай бар әле, – тип ҡыуандырҙы. Өфөгә яҡынлағас:

– Ҡайҙа алып барайым һине, тимер юл вокзалынамы, аэропртҡамы? – тип һораны.

– Минең бында ҡыҙым йәшәй. Шунда инеп баш-күҙ алайым. Мәскәү яғына иртәгә ҡуҙғалырмын, – тигәс, подъезд ишеге төбөнә килтереп төшөрҙө. Фәрхинурҙың:

– Машина һыу менән йөрөмәй бит, балам, бензинлек, – тип биргән аҡсаһын рәхәтләнеп көлә-көлә затлы кенәгәһенә тыҡты ла:

– Инәй, һинең был аҡсаңды мая итеп айырып һалам. Ә быныһы минән һиңә ҡотло юл теләге булһын, – тип биш меңлек тотторҙо. – Ал, инәй, миңә лә уңыш телә. Аллаһы тәғәлә һинең һымаҡ саф кешеләрҙең теләген ҡабул итә ул, – тине.

* * *

Хәбәр итмәй-нитмәй килеп ингән әсәһен күреп, ҡыҙы йығылып китә яҙҙы.

Юл хәлдәренән йөрәкһенгән Фәрхинур ишек төбөнән уҙыр-уҙмаҫ ниәтен таҡылдай башлағас, аптырауға ҡалып бот сапты.

– Ошолай ялпылдап Германияға китеп бараһыңмы? Бигерәк ауылса кейенгәнһең. Ҡала кешеһе бит улай кейенмәй. Европа тураһында әйтеп тә тормайым. Кит-кит, әсәй, кеше көлдөрөп.

– Нишләп көлдөрөп? – Фәрхинурҙың бирешергә һис кенә лә иҫәбе юҡ ине. – Мин бит Европа кешеһенә китеп бармайым, атайыңа барам. Бер саҡ баҙарға барғанда сирәмдәй йәшелгә ҡып-ҡыҙыл сәскә төшкән тауарға күҙе ҡыҙып ҡайтҡайны. Ҡулға аҡса инеү менән һиңә шундай күлдәклек алам, тип эй хыялланған булғайны.

– Килештереп ап-аҡ йөн ойоҡ менән ҡара галуш кейгәнһең... Матур туфлиең бар ҙаһа...

– Кейеп торҙом да сисеп ҡалдырҙым. Калушта атлауы йомшаҡ, еүештә һыуланмай.

– Әсәй, әллә һин Германияға йәйәү бармаҡсы булаһыңмы?

– Барһам барам да етәм, һуғыш ваҡытында беҙҙекеләр түш менән шыуышып Берлингә тиклем барып еткәнде әллә...

Ғүмер буйы башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, гел дөрөҫ, аңлайышлы һәм яуаплы итеп һөйләп өйрәнгән ҡыҙының ҡашы төйөлә башлағанын күреп, Фәрхинур үҙен-үҙе бүлдерә һалды:

– Кеше йөрөп ята ла баһаң. Хатта беҙҙең башҡорт бисәләре лә... Сәғитова тигән ҡатындың машинанан-машинаға ҡул күтәреп бөтөн Европаны урап сыҡҡаны тураһында тапшырыу ҡараманыңмы ни? Ул да йәш түгел, пенсияға сыҡҡас йөрөй башлаған.

– Әсәй, һуң ул йәш пенсионер бит. Һинең кеүек 82 йәштә түгел. Хәҙер һин берәй машинаны туҡтатып, Германияға китеп барам, тиһәң, әбей алйыған икән, тип яҡындағы тилелер йортона тапшырып китәсәктәр.

Фәрхинур юҡҡа бәхәсләшеп ҡыҙының йәнен көйҙөрмәҫкә булды. Уның шымып ҡалыуынан “ҡаты ҡағылдым, ахыры”, тип уңайһыҙланып киткән ҡыҙы инде йомшарыбыраҡ өндәште:

– Әсәй, сит илгә сығыуы улай ябай ғына түгел бит. Башта виза алырға кәрәк, уның өсөн Мәскәүгә барырға.

– Беләм. Мин дә телевизор ҡарайым, китап-гәзит уҡыйым дабаһаң. Ауылда йәшәй, тигәс тә мине бигерәк томанаға һанап китәһегеҙ һеҙ, ҡала кешеләре. Әле бөгөн юлда ла бик һәйбәт, бик донъя гиҙгән кешеләргә ултырып килдем. Аңлаттылар. Мәскәүгә һуғылып китермен. Теге юлы ҡустың сит ил күрһәтәм тип ҡыялып, паспорт та эшләткәйне бит. Шуны ла һалып алдым мин.

– Ул әллә ҡасан булған хәл бит. Срогы сыҡҡандыр инде уның.

– Өс ай ваҡыты бар икән әле, – тип ҡәнәғәт йылмайҙы Фәрхинур.

Ҡыҙы нимә тип әйтергә лә белмәне: “Йәш сағында ла шул ине. Хәҙер ҙә шул: оҙаҡ уйлап тора белмәне, алдына алғанын ҡуйманы”.

– Ярар, әсәй, һин ял ит. Мин көндөҙгө стационарҙа дауаланып йөрөйөм. Иртәгә иртәнсәк уколға барып ҡына ҡайтайым да, ҡустыма шылтыратайыҡ. Ейән-ейәнсәрҙәрең менән дә кәңәшләшәйек. Сит ил мәсьәләләрен хәҙерге йәштәр яҡшыраҡ белә, – тине.

Һүҙҙе икенсе яҡҡараҡ бороп ебәрер өсөн ауыл хәбәрҙәренә төшөп киткән әсәһен ишетер-ишетмәҫ йөрөп сәй әҙерләгәс, йәнә:

– Мәскәүгә билет, визаға түләргә, Германияға билет, шунан ҡайтырға билет... – тип баш сайҡаны. – Бигерәк еңел уйлайһың да ҡуяһың, әсәй.

– Ҡыйын итеп уйлай башлаһам, бер яңғыҙым ҡустың менән икегеҙҙе нисек кеше итеп сығарыр инем?

– Шулай тиһең дә тораһың. Хәҙер бөтөнләй икенсе заман, әсәй.

– Заман башҡа булһа башҡалыр. Кеше шул уҡ. Яманы ла бар, тик яҡшыһы күберәк.

Башҡа һүҙ ҡуйыртып торманы әсә, ике йыл элек кейәү балаҡай инфаркттан көтмәгәндә генә мәрхүм булып ҡалғас, ныҡ бирешеп, һаулыҡҡа туймай киткән ҡыҙына йәлләп ҡарап, шымды.

– Иртәгә мин йөрөп ҡайтҡас, магазинға барып өҫ-башыңды ҡараштырайыҡ, шунан күҙ күрер, – тиеүенән ҡыҙының уның сәфәренә шыпа ҡаршы төшмәгәненә эсе йылынып Фәрхинур үҙенә әҙерләнгән урынға барып ятты.

 

* * *

“Иртәрәк барһаң, уколға сират булмай”, тип һигеҙгә сығып киткән ҡыҙы артынан ишек бикләп ҡалған Фәрхинур, бер сынаяҡ сәйҙе шөрпөлдәтеп эсте лә, кистән үк әҙерләп ҡуйған сумкаһын тотоп, тая һалды. Тәүҙә туҡталышта теҙелеп торған автобус йөрөтөүселәрҙе: “Ҡайһығыҙ Мәскәү юлына тиклем бара?” – тигән һорауы менән аптыратып алды. Ниһайәт, “Әбекәй, аҙашманыңмы? Балаларың ҡайҙа йөрөгәнеңде беләме?” тигән һорауҙарҙы бирештерә-бирештерә булһа ла, ике-өс автобусты алмаштырып ул ергә алып барып еткерҙеләр. Илла-алла менән оло юлға килеп сыҡты, ниһайәт. Кисә юлы уңғанға күрә күтәренке күңел менән дәртле генә юлланған Фәрхинур ғәҙәтенсә трасса буйлап китте. Машина күп, бер туҡтауһыҙ олоғара фуралар үтә – юл ситенән барыу ҡурҡыныс. Туҙандан, ауыр бензин еҫенән, төтөндән күңеле болғанып, башы ауырта башланы. Машина себен кеүек күп, эргәһенән бер туҡтауһыҙ үтеп торалар. Ҡул күтәреп ҡарай, туҡтаусы юҡ. Бер сәғәт барҙымы-юҡмы – ырата алманы. Күңеле төшөп, “Мәскәүгә тиклем – 1300 километр“ тигән яҙыулы бағана янында юлдан ситтәрәк ятҡан бер ҙур ташҡа барып ултырҙы.

Ошолай тиҙлек менән көнөнә биш километр үтһә. Мәскәүгә барып етер өсөн генә лә 260 көн кәрәк була. Әлбиттә, Нурияһы ике-өс көнгә лә сыҙамаҫ: полицияға хәбәр итеп, эҙләүгә бирәсәк. “Улай булмаҫ, булмаҫҡа тейеш, туҡтап ултыртһалар, ошо яҡҡа барған ниндәй машина булһа ла эләгергә кәрәк, – тип уйланы. – Бер километр барһам да кәмей торор. Эй Раббым Аллам, сәфәремде хуп күрһәң, юлыма һәйбәт кешеләрҙе сығарып ҡуйһаңсы”.

Шулай тип теләп бөтөүгә, бик ныҡ борсолған йөк машинаһы туҡтаны ла өлкән генә бер ир һонолоп:

– Әбей, хәлең нисек? – тип һораны.

– Һәйбәт, хатта һәйбәт, – Фәрхинур һикереп тора һалды ла уға табан ашыҡты. – Ошо яҡҡа китеп бара инем.

– Ҡайһы ауылға? – тине руль артында ултырған йәшерәге.

– Ошо трассанан ситкә боролғансы ултыртып алып барып ҡалдырһағыҙ һәйбәт булыр ине.

– Әйҙә улайһа, ултыр.

– Мин был яҡтарҙы белмәйем шул, – тине Фәрхинур аҡланған һымағыраҡ. Һүҙгә-һүҙ ялғанһын тип тә инде. – Бик ауылымдан сығып йөрөргә лә тура килмәне. Ғүмер буйы эш тә эш. Беҙҙең ваҡытта колхоздар көслө булды бит.

– Ҡайһы яҡтан килә ятаһың?

– Башҡортостандың көньяғынан.

– Һөйләшеүең оҡшап тора шул. Беҙҙең бер килен шул яҡтан. Ә ҡайҙа китеп бараһың?

– Германияға юлланғайным, Мәскәүгә инеп виза алып сығырға кәрәк.

Ирҙәрҙең шикләнеп бер-береһенә ҡарашып ҡуйғанын абайлап, Фәрхинур уларҙы тынысландырырға ашыҡты.

– Ҡурҡмағыҙ, уландар. Зиһенем теүәл. – Шунан хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.

– Бигерәк тәүәккәлһең икән, – тине ирҙәрҙең өлкәне. – Балаларың юҡмы ни?

– Балаларым һаулыҡҡа туймай шул. Атаһы фронтҡа киткәндә тыумай ҡалған улым шәп ине лә, өс йыл элек инфаркт булды. Уны борсорға тырышмайым, хатта үтә ныҡ шатланырға ла эшкашмай. Ҡыҙымдың ҡан баҫымы юғары, әле укол алып йөрөй. Уларҙы көтөп ултырырға сыҙамлығым етмәй.

– Әбей, һин йәшәгән, тормош күргән кеше. Тураһын әйткәнгә үпкәләмә.

– Әйт әйҙә, әйт. Үпкәләш юҡ.

– Бөтәбеҙ ҙә шул бер урынға барабыҙ бит инде. Динлеләр Алла алдына ти, атеистар ер аҫтына... Нисек кенә булһа ла тыуымдан ҡалмағанды, үлемдән ҡала алмайбыҙ, – ул нисек йәтешерәк итеп дауам итергә белмәй туҡтаны.

– Улым, һин уратып-суратып йонсома, тураһын яр ҙа һал, – тип дәртләндерҙе уны Фәрхинур. – Күңелеңдә көҙөк булып ҡалмаһын.

– Тураһы шул: үҙеңде йонсотоп, балаларыңды борсоп унда барыуыңдан ни файҙа?

– Һин дөрөҫ әйттең, берәү бер төрлө, берәү икенсе төрлө уйлай. Үлемде түгел, йәшәүҙе лә теүәл генә белеп бөтөп булмай. Шулай ҙа мәрхүмдәребеҙ төшкә инһә лә хәйер бирә һалабыҙ, аят уҡытабыҙ. Шунан йәнебеҙ тынысланып ҡала бит. Шуға күрә миңә лә аҫыл һөйәге ятҡан ергә зыярат ҡылып, доғамды уҡып, эс бушатып ҡайтһам, күңелемдә алтмыш дүрт йыл буйы ҡаҙалып торған бер шырауҙан ҡотолормон һымаҡ. Әруахы алдында ғәйебем кәмер һымаҡ...

Уйға батып барҙылар. Шунан ирҙәрҙең өлкәнерәге шиктән ауырайып киткән ҡарашын төбәне:

– Гонаһың бар инеме ни, әбекәй?

– Эйе, – тип ауыр көрһөндө Фәрхинур.

– Ауыр гонаһмы ни шулай инде ярты быуаттан ашыу тынғы бирмәҫлек?

– Эйе, – тине Фәрхинур. – Кешене был тормошҡа сат йәбешергә мәжбүр иткән бер ауыҙ һүҙемде йәлләгәнмен.

– Ниндәй һүҙ? – тип һораны йәшерәге аптырап.

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем.

– Улай...

Һәр кем үҙ уйына сумып, ярты сәғәттәй шым барҙылар. Шунан ирҙәрҙең өлкәне әңгәмә әле генә өҙөлгән һымаҡ әйтеп ҡуйҙы:

– Улай булғас мотлаҡ барып ет инде һин Германияға. Барып күр бабайыңдың ҡәберен... Әйткәндәй, бабайың, тигән булам. Һәләк булғанда иреңә нисә йәш булған?

– Егерме етенсеһе менән бара ине...

– Егерме етенсеһе менән... Минең улым егерме етенсеһе менән бара. Ә тол ҡалғанда һиңә нисә йәш ине?

– Ун туғыҙ...

– Кесе ҡыҙыма ун туғыҙ тула. Әле бала ғына... Шунан бирле яңғыҙһыңмы?

– Яңғыҙ тип, ике балалы әсә яңғыҙ булмай инде.

– Ҡабат тормошҡа сыҡманыңмы, тиеүем.

– Уның бит “үлде” тигән хәбәре килмәне. Көттөм. Бына-бына ҡайтып килер тип көттөм дә көттөм.

– Нисәнсе йыл алдылар фронтҡа?

– 41-се йыл, 28 июндә.

– 64 йыл буйы көттөң дә көттөң... Минең ҡартинәйҙе лә шулай тип һөйләй торғайнылар. Ул егерме биш йәшендә тороп ҡалған...

Тағы уйға баттылар. Байтаҡ барғас, руль артындағы егет машинаһын юл ситенә алып килеп туҡтатты.

– Әбекәй, беҙ ошо урында был яҡҡа боролабыҙ, – тине ул үкенгән һымаҡ.

– Бынан Мәскәүгә эшселәрҙе вахтаға, коммерсанттарҙы баҙарға йөрөтә торған “Газел”дәр йыш үтә. Һине шуларҙың берәйһенә ҡарап ҡына ултыртып ебәргәндә яҡшы булыр ине лә бит, – тип елкәһен тырнап алды өлкәне.

– Былай ҙа һуңлап барабыҙ шул. Заказчик көтөп тора, – тине йәше сәғәтенә ҡарап. – Ултырып китә алмаһаң, ошонда ғына тор. Әгәр ҙә оҙаҡлабыраҡ китһәң, бәлки, беҙ урап килеп тә өлгөрөрбөҙ. Үҙебеҙ ултыртып ебәрһәк, ышаныслыраҡ булыр ине.

Фәрхинур ҡулъяулығын сисеп аҡса сығарҙы, теге:

– Машина һыу менән йөрөмәй бит, – тигән йәтеш һүҙҙе әйтеп аҡса һондо. – Бензинлек.

– Ун туғыҙ йәшендә ике бала менән тол ҡалған, “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” – тип үҙен-үҙе ҡыйнап алтмыш дүрт йыл буйы ирен көткән зат фәрештәгә торошло ул, әбекәй. Һинән аҡса алһаҡ, минең ҡартинәйҙең рухы рәнйер, – тине өлкәне.

– Һин беҙгә, иҫеңә төшөп киткән сағыбыҙҙа: “Юлдары уң булһын” тип телә, – тине йәше.

Һис уйламағанда йөҙ саҡырымға яҡын араны йәтеш кенә итеп үткәненә күңелләнеп киткән Фәрхинур тора буламы һуң инде, тегеләр боролошта юғалыу менән ашығып Мәскәү юлына төштө. Оҙаҡ барҙымы, аҙмы – абайламаған. Бер “Газель” янына килеп туҡтаны. Кеше йәнле бер әҙәм инде: Яңы йыл шыршыһы һымаҡ кейенеп ялпылдағын сығып юл ситенән атлаған әбей янынан әллә нишләп үтеп китә алмағандыр.

– Һыпырта һуғып ҡайҙа елдерәһең, әбекәй? Һине саҡ ҡыуып еттек бит, – тип ҡысҡырҙы ул ауыҙ йырып.

– Германияға, – тигән яуап булды.

– Германияның үҙенә үкме? – тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе водитель. Ул көлгәнгә пассажирҙары һонолоп ҡараны.

– Башта Мәскәүгә һуғылам, – тип етди генә яуапланы әбей.

– Беҙ Мәскәүгә китеп барабыҙ ҙа ул. Тик урыныбыҙ юҡ шул.

– Әйҙә алайыҡ, инәйҙе, – тине эшселәрҙең береһе. – Алмаш-тилмәш ултырып барырбыҙ әле. Сумкалар өҫтөнә лә ултырып барырға була.

Арлы-бирле һөйләшеп алдылар ҙа, шулай хәл иттеләр.

– Ҡалай йәтеш булды, – тип үҙенең бәхетенә үҙе ышана алманы Фәрхинур.

 

* * *

Былар ҙа һораны сәфәренең маҡсатын. Германияға минут һайын яҡыная барғанына һөйөнөп, бәйнә-бәйнә тағы һөйләп бирҙе Фәрхинур.

“Яратам тип әйтеп өлгөрмәгәйнем”. Йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан ап-аҡ сәсле әбей ауыҙынан “яратам” тигән һүҙ сыҡҡаны башта мәрәкә һымағыраҡ тойолғайны: бер-береһенә ҡарап шуҡ ҡына йылмайышып алдылар. Бара-килә уйға батыңҡыранылар. Шунан араларында бер ҡыйыуыраҡ йәшерәге:

– Ә бит, инәй, һин дөрөҫ әйтәһең. Әле мин дә кәләшкә “яратам” тип әйтергә өлгөрмәй киткәнмен, – тип телефонына тотондо.

“Мин дә, мин дә”, – тип көлкөгә һабыштырһалар ҙа, берәм-һәрәм кем ҡатынына, кем әсәһе менән атаһына, кем балаһына шылтыратып алды.

– Илай, – тине эргәлә ултырып барған егеттәрҙең береһе. Ҡаушай биреп Фәрхинурға ҡараны. – Әйткәйнем, әсәйем шунда уҡ илап ебәрҙесе.

– Һинең тауышыңды ишетеп, ҡыуаныстан илай ул, балам. Шылтыратҡан һайын әйт һин. Әсәй кеше бер ваҡытта ла балаһының йылы һүҙенән туймай ул. – Шунан баҙнатын йыйып һораны:

– Улым, ҡыйын булһа ла, мин дә ҡыҙыма бер-ике ауыҙ һүҙ әйтәйем әле. Хушлашмай ҙа сығып киткәйнем, ут йотоп ултыралыр, бисараҡайым. Ауыл кешеһенә нимәгә кәрәк тип алдыртмай инем, әле ҡарап киләм – һәләк йәтеш нәмә икән!

– Инәй, һин ашыҡмай ғына һөйләш, – тине саҡ ҡына булһа ла яҡшылыҡ эшләргә форсат тыуғанына ҡыуанып киткән егет. – Минең безлимит. Ҡана, номерын беләһеңме?

– Нурия, ҡыҙым, һин мине әрләмә инде. Мин сыҡтым да киттем. “Газел”дә Мәскәүгә китеп барам. Һәләк игелекле кешеләргә тап булдым. Иртәнсәк барып етәбеҙ, тиҙәр. Һин көймә, балам. Һау кеше йөрөй ҙә ята ул. Һау булайыҡ. Мин һеҙҙе ныҡ яратам, балам!

“Мин дә һине ныҡ яратам, әсәй!”...

– Ҡыҙым да илай, – тине Фәрхинур егеткә телефонын һоноп.

– Нишләп бөтәһе лә илай икән, инәй? – тип һаман аптыраны егет.

– Йәшәгән ваҡытта гел әйтеп торорға тейеш һүҙҙе йә үлер алдынан, йә кеше үлгәс кенә әйтеп өйрәнгәнбеҙ ҙә, шуға шомланабыҙ, ахыры, – тине ҡыҙы илағанға күңеле тулып киткән Фәрхинур. – Иң ғәзиз кешеләребеҙҙең эргәбеҙҙә мәңге булырға килмәгәнен уйламай йәшәйбеҙ ҙә...

Байтаҡ барғас, заправкаға туҡтанылар ҙа, арлы-бирле аяҡтарҙы яҙып алырға тип төшә һалдылар. Иң алда ултырып барған бер өлкән генә, ныҡ таушалған ҡиәфәтле ир, тәүгеләрҙән сығып ситкәрәк китте лә телефонына ярым бышылданы:

– Фәүзиә! Был мин инем әле.

– Һин икәнде ишетеп торам. Ни булды? – тигән ҡырыҫ тауыш ишетелде.

– Уйлап килдем-килдем дә, Фәүзиә, тағы бер уйлап ҡуйҙым. Һиңә күптән әйтергә йөрөһәм дә һис форсат таба алмай инем, – тине ир ашыға-ашыға. Нисек дауам итергә белмәйенсә ыҡ-мыҡ килеп урынында тапанды. Шунан тураһын ярып һалырға тәүәкәлләне: – Мин һине ныҡ яратам бит ул!

– Нимә булды һиңә? – тип хәүефләнде теге остағы ҡатын. – Әллә китеп барышлай уҡ эсә башлағанһың инде?

– Юҡ-юҡ, Фәүзиә! – тине абышҡа тыйнаҡ ҡына. – Бер үк үрһәләнмә.

– Атыу нимә булды?

– Юл ыңғайында Хызыр Илъястың үҙе кеүек бер матур кешене ултыртып алдыҡ та...

– Шунан?

– Шул ҡуша: яратҡаныңды ваҡытында әйтеп барырға кәрәк, ти.

– Яратыуын мин дә яратам инде ул, – Алыҫтағы Фәүзиәнең тауышында уйсанлыҡ. – Яратмаһам, эсмә тип шул тиклем көйөр инемме ни? Тик әйтергә кәрәк икән, тип башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ ине.

– Бына шул-шул, Фәүзиә! Әйтергә кәрәк икән, әйтергә кәрәк...

 

* * *

– Инәй, – тине егеттәрҙең береһе ҡабат инеп ултырышҡас, – юл оҙон, әллә беҙгә, ғүмер буйы бер кешене шулай ныҡ итеп нисек яратырға булғанын һөйләп бараһыңмы?

– Һөйләйем, һөйләмәгән ҡайҙа, балалар. – Әҙәм яҡшылығынан күңеле әптән бөтөнәйеп, әллә кем булып киткәйне Фәрхинур. – Өлкәнәйһәң ҡыҙыҡ була икән ул ваҡыт тигәнең, әйтерһең дә артҡа аға башлай – үткән ғүмерең ҡулыңды һуҙып алырҙай булып яҡыная, – тине лә оҙон хәбәренә төшөп китте. – “Миңә сығаһыңмы?” – тигәс, “Сығам”, – тинем бит инде. Шунан ни, ун-ун биш көн эсендә кейәүгә сыҡтым да киттем. Әсәйемдәр йәтеш кенә табын йыйҙы. Күберәк минең туғандар бит инде. Ҡыҙ оҙата барған булдылар. Ситән генә булһа ла өйө бар – әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, колхоз берәүҙең иҫке өйөн алып биргән икән, рәхмәт төшкөрө. Тормошо етеш кенә – заманына күрә инде. Урындығында кейеҙе, иҙәнендә һуҡма балаҫы, яҫтап ятыр мендәре, ябыныр юрғаны, иң шаҡ ҡатырғаны – еҙ самауыры – бар. Әсәйем һәләк ҡәнәғәт булып ҡайтып киткәндә ҡолағыма: “Хәлле генә лә баһа”, – тип ҡыуаныслы шыбырланы. Бер-ике көн үткәйне:

– Килен, самауырымды алайым инде! – тип бер күршеһе инде.

Кискә табан өлкән генә инәй:

– Киленсәк, кейеҙемде алайым тигәйнем, – тип урындыҡтағы аҡ кейеҙҙе һыпырып алып сығып китте. Уның артынса уҡ ике балапан инеп:

– Әсәйем алып ҡайтырға ҡушты, – тип иҙәндәге балаҫты төрөп ҡултыҡтары аҫтына ҡыҫтырҙы.

Кискеһен кейәүем эштән ҡайтыуға шыр яланғас өйҙә тор ҙа ҡал. Эй әңгәмә! Килен төшөргәндә шыҡһыҙ булмаһын тип күрше-күлән бисәләр тырыштырған икән. Бигерәк нәфсеһеҙ ҙә булынған. “Юҡ!” – тип көйә лә белмәйем, урындыҡ өҫтөнә әсәм бирнәгә әҙерләгән ҡорама юрғанды түшәп һалғанмын да ирем ҡайтҡанда шарҡылдап көлөп ултырам. Һармаҡлыҡ инде! Килеп инде лә ҡосаҡлап иланы шунда. Һыр бирмәһә лә, нимә булыр, тип һыҙланып йөрөгән икән, йөрәккенәм. Етем кешенең күңеле китек була бит ул, ни тиһәң дә...

– Эй, инәй, – тине шунда эшсе егеттәрҙең береһе. – Әкиәт кеүек итеп тыңлап ултырабыҙ. Был тиклем юҡлыҡты күҙ алдына ла килтерерлек түгел.

– Шунан нишләнегеҙ инде?

– Нурулла ла шулай тине: “Шунан нишләйбеҙ инде, кәләш?”

“Ҡаҙан аҫырға сыуал бар. Сәй ҡайнатырға ҡаҙан бар. Сәй эсергә үҙең соҡоп яһаған сеүәтәләр бар. Тағы беҙгә ни кәрәк?” – тинем. Дөрөҫө лә шул: ҡулынан алтын ҡойола ине. Эргәһендә, ул кәрәк тә был кәрәк, тип дәртләндереп кенә торһаң, бөтә нәмәне эшләй: тырызын да, кәрзинен дә үрә, тәпәнен дә яһай. Ярты йыл эсендә һауыт-һаба, йорт-йыһазды вис еткерҙе. Ә бит беҙ, ике шырмый, донъя көтәбеҙ, тип үтә тырышҡандарҙан да түгел инек.

Үкһеҙ йәтим ине бит. Яҡты донъяла япа-яңғыҙ булыуҙан ҡаҡшаған булған инде, миңә йәненең яртыһылай күреп эҫенде лә ҡуйҙы ул. Ҡунаҡ-фәләнгә йәки уйынға барһаҡ, саҡ ҡына эргәһенән китһәм дә, үҙе лә абайламаҫтан, күҙҙәре менән мине эҙләй башлар ине. Ҡыҙғанғандан түгел, юҡһыныуҙан... Әхирәттәрем менән шырмыйланып, уның был ҡылығынан көлөп бер була торғайныҡ. Ҡыҙҙар мине йәшерә лә, уның тынғыһыҙланғанын мәҙәк күреп күҙәтә. Борсолоуы тотош биләп алып, сигенә еткәндәй булһа, мине уртаға төртөп сығаралар ҙа, уның ҡыуаныстан йөҙө балҡып, ауыҙы ҡолағына етә. Эй, әңгәмә!

Әллә үҙе артыҡ йәлләү күрмәй үҫкәнгә, эй йәлләй торғайны. Бөтөн донъяны үҙенең йылыһында йылытырға тырышҡандай йәлләй белде. Колхоз эшенән ҡараңғыла ҡайтып инһә лә, көнө буйы бала менән арыйһың, тип керен дә йыуып ташлар ине. Бала илаһа, тора һалып йыуатыр, йүргәген алмаштырыр ине. Икенсе баланы яңғыҙыма ҡарарға тура килгәс кенә төшөндөм мин тәүгеһен ҡайһылай анһат баҡҡанымды...

 

* * *

– Инәй, Мәскәүгә килеп индек.

Фәрхинур ипләп кенә яурынына ҡағылғанға уянып китте. Йомшаҡ түшәгендә боршаланып таңдар аттыра торғайны, ултырған килеш тә ҡайһылай йоҡлаған.

– Бер ярты сәғәттән Германияның виза үҙәгенә килеп етәбеҙ, – тине водитель. Фәрхинур битен-күҙен һыпырыштырып, өҫ-башын ҡараштырҙы. Итәк-митәге сөрөшкән, әрһеҙләнгән. Ашығып шәл-яулығын сисә һалды, туҙрап сыҡҡан сәсен һыйпап ҡабат ябынды. Теге алда ултырған ир олоғара термосынан ҙур бер бокалдың төбөнә хуш еҫле эсемлек ҡойоп һондо:

– Эс, инәй, Фәүзиә үҙебеҙҙең яҡтың үләндәренән ошолайтып шифалы сәй яһай.

Кешеләрҙең шул тиклем ихласынан Фәрхинурҙың күңеле тулды:

– Юлығыҙ уңып, кеҫә тултырып аҡса эшләп, ғаиләләрегеҙҙе ҡыуандырырға насип булһын инде, уландар.

Ул-был иткеләгәнсе килеп тә еттеләр. Ситкәрәк барып туҡтанылар ҙа барыһы ла леһерләшеп оҙата төштө. Саҡ асылып тора, ахыры, кеше байтаҡ. Ҡарауылсы тикшереп үткәреп тора. Бер-ике кешене бороп ебәрҙе. Сос кеше сос инде: водитель егет ул арала бара һалып, ул-былды белеп тә килгән.

– Бик тикшерә, исемлек буйынса ғына индерә.

– Үткәрмәҫ микән...

Ни ҡылырға белмәйерәк торғанда, тиҫтәләгән кеше шәп-шәп атлап килеп туҡтаны.

– Бына бит, – тине шунда бер аҡыллы баш. – Һин, инәй, шым ғына тор ҙа, улар ҡапҡаға яҡынайыу менән урталарына сум, ҡарауылсы арлы-бирле иткәнсе, атла ла кит. Абайлап, кире бора ҡалһа инде, башыңды иҫәүәнгә һалып, урыҫса аңламағанға һалышыр ҙа ҡуйырһың. Иларһың, инәй, ҡысҡырып-ҡысҡырып илаһаң, берәй яҡлашыусы табылыр.

– Ысынлап та... – тиешеп хупланылар.

Барыһы менән дә йәнә бер ҡат хушлашып, рәхмәтен әйтеп, бисмиллаһын ҡабатлай-ҡабатлай бер нисә аҙым яһаны ла, эсе янып киткәнгә, ярҙам һорағандай, артына боролоп ҡараны. Автобустың ишеге төбөнә өймәкләшеп, яу яланына оҙатҡандай борсолоп ҡарап торған булалар, рәхмәт яуғырҙары. Шул саҡ араларынан ҡатар ултырып, урын уртаҡлашып килгән егет айырылды:

– Тороп тор әле, инәй, – тип йүгерә-атлай эргәһенә килде. Йәнә туҙырап сығып килгән сәстәрен яулыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы, ҡыйыш эләктергән төймәһен туралап элде лә, яурынынан күҙгә күренмәгән сүпте һыпырып төшөргәс: – Булды, кәртинкә кеүек булдың, инәй! – тип йылмайҙы.

– Бигерәк яғымлыһың инде, балам. Ҡыҙҙар һымаҡ иплеһең, – тине Фәрхинур уның арҡаһынан һөйөп. – Әсәһенең аҡ һөтөн имеп үҫкән бер инабатлы ғына ҡыҙ тап булһын инде үҙеңә.

Уға ҡапыл рәхәт, еңел булып китте. Йәштәрсә баҫып, ҡапҡаға яҡынлашҡан төркөмгә барып ҡушылды ла, ҡарауылсы башҡаларҙы барлаған арала, ышаныслы атлап үҙәктең ихатаһына инеп тә китте.

– Бирһендәр инде, – тип еңел һуланы “Газел”гә тулған юлдаштары.

– Эстәрендә йәндәре булһа, бирергә тейештәр инде. Тәүҙә беҙҙең илде баҫып алырға тип ябырылғандар, ирен алып китеп үлтергәндәр, ер аҫтына алып барып тыҡҡандар, инде ҡатынына зыяратына барып баш эйергә рөхсәт итмәй торһалар, эт ботонан ҡырын булыр.

 

* * *

Ауылдан ялпылдата һуғып шәпләнеп сығып киткән ине лә Фәрхинур. Әле тирә-яғында байлыҡ, эре-эре кешеләр: виза, Шенген, тағы әллә ниндәй ул ғүмере ишетмәгән һүҙҙәр... Һум тигәнең бөтөнләй телгә лә алынмай, евро, евро, евро... Әллә нишләп ҡаушаны. Үҙенә сит күҙҙәр менән ҡарап өҫтөндәге йәшел сирәм ерлеккә ҡып-ҡыҙыл яран гөлдәре төшкән бөрмәс итәкле оҙон күлдәге, шул уҡ төҫтәге сәсәкле кашемир шәле, ап-аҡ йөн ойоҡ өҫтөнән кейеп алған резинка калушы, үҙ ерендә күркәм генә булһа ла, эргә-тирәһендәге заманса затлылыҡ уртаһында көлкө һәм йәл күренгәнен тойҙо. “Саҡ ҡына байҡайым әле”, – тип ситкәрәк барып ултырҙы ла һеңде.

Осло күтәрмәле туфли кейгән оҙон ботло, зифа буйлы ҡыҙыҡай ҡағыҙ тотоп унда-бында үткәнендә мөйөшкә һыйынған Фәрхинурға күҙ ташлай-ташлай йөрөгәйне. Төш етәрәк, кеше аҙайғас, янына килде.

– Ғәфү итегеҙ, – тине. – Һеҙ берәйһен көтә инегеҙме?

Фәрхинур ашығып ҡулындағы шыптыр эсенән концлагерҙа тултырылған әсир карточкаһын килтереп сығарҙы.

– Германияға барып, иремдең ҡәберен күрергә кәрәк миңә, – тип ҡабалана-тотлоға аңлатырға кереште. – Сик аша үтергә рөхсәт ҡағыҙы бирһәгеҙ тигән инем.

Ҡыҙ уның ҡалтырап торған ҡулынан ҡағыҙҙы алып күҙ йүгертте лә, алдында баҫып торған сәйер ҡарсыҡҡа төбәлде. Уның зиһенендә ярала башлаған һорауын һиҙемләп, сәфәренең ни тиклем әһәмиәтле икәнен төшөндөрөргә ашыҡҡан Фәрхинур йәнә йәнен ҡамсылап:

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәгәйнем, – тип шыбырҙаны. Тауышында яңғыраған үҙәк өҙгөс әрнеүҙән әллә нишләп киткән ҡыҙ, бер нәмә лә өндәшмәйенсә текләгән килеш уйлана биреп торҙо ла:

– Мин хәҙер, – тине.

Шунан туҡылдата баҫып бер ишеккә инеп китте лә байтаҡ юғалып торҙо. Фәрхинурға ныҡ оҙаҡ тойолдо. “Берәй игелекле кешеһе генә тап булһа ине, илаһым”, – тип теләне бер туҡтауһыҙ. Бына ҡыҙ ҡабаттан килеп сыҡты, артынан әйҙәне. Тағы ла күркәмерәк бер урынға килеп инделәр, саҡ ҡына бара биргәс, боролоп киң генә кабинеттың ишеген астылар. Уларҙы урта буйлы, тулы кәүҙәле, алтмыш йәштәр тирәһендәге бер ир аяғөҫтө баҫып ҡаршы алды. Етди ҡиәфәтенән, затлы костюм-салбарынан, күҙелдерегенең алтын ялатылған тирәсенән ҙур түрә икәне күренеп тора. Ул Фәрхинурға өҫтәл янындағы ултырғысҡа ултырырға тәҡдим итте лә, ҡабат алдында ятҡан әсир иҫәбен алыу карточкаһына текәлде. Һалҡынлыҡ бөркөлөп торған фырт кешеләрҙән залда ултырған арала өшәнеп өлгөргән Фәрхинурҙың рәсмилеге күҙгә сәнселеп тоған был түрәгә һирпелеп бағыу менән үк күңеле төштө: ыңғай яуапҡа өмөт бик аҙ ине. Шуға күрә түрәнең ауыҙын да астырмаҫтан үҙе һөйләргә кереште – “юҡ, мөмкин түгел”, тигән һүҙе сыҡҡансы әйтеп ҡалырға кәрәк.

– Иремә китеп бара инем. Илегеҙгә инеп-сығырға рөхсәт ҡағыҙы ғына бирһәгеҙ тигәйнем, улым. – “Нимес тә әҙәм балаһы бит”, тип һаман өмөтләнде үҙе. Ҡалтыранған ҡулдары менән паспорты араһына ҡәҙерләп кенә һалған ике өсмөйөштө сығарҙы. – Быныһы – берҙән-бер хаты. Быныһы – хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙы. Алтмыш дүрт йыл буйы ошо ҡағыҙҙан башҡа бер хәбәре лә булмағайны бит. Ошо көнгә тиклем ике генә бөртөк баламдың атаһы ҡасан, ҡайһы ерҙә, нисек итеп һуңғы һулыш алғанын, ни хәлендә күҙен йомғанын белмәй йәшәнем.

Карточкаға текәлгән килеш баш баҫып ултырған түрә, ниһайәт, ҡалҡып ҡараны. Ҡыҫыҡ күҙле тулы йөҙө ҡыҙарынып-бүртенгән. Бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй, асыуланған кеше һымаҡ ултырғысын кинәт этеп тороп уҡ китте, тәҙрәгә барып тышҡа текләне. Алтын тирәсле күҙлеген систе, кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып ышҡырға кереште.

– Шул ҡағыҙығыҙ ғына кәрәк, – тип һаман лыбырланы Фәрхинур. – Бер сынаяҡ сәйегеҙҙе лә эсмәм, бер һыныҡ икмәгегеҙҙе лә ҡапмам. Өйҙән алып сыҡҡан һыуым да, икмәгем дә шул көйө әле. – Әйтте лә шымды, башҡа нимә тиһең?!

Немец һаман өндәшмәне. Бүлмәлә ауыр тынлыҡ аҫылынып тора. Ул өҫкә баҫып килә. Хатта һулыш алыуы ауыр. Фәрхинур түҙмәне:

– Бер генә зыяным да теймәҫ, – тип яңынан башланы. Сумкаһынан соҡоноп һәлмәк кенә моҡсай сығарҙы. – Ҡәберенә тыуған еренең бер ус тупрағын һалырмын да, бер ауыҙ һүҙемде әйтермен. – Ныҡ булырмын, иламам, тип йән көсөнә тырышып ултырһа ла, ошо урында тәҡәте өҙөлдө. Баянан бирле йотоп ултырған йәштәре тамағының төбөндә мөлкөлдәне:

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәгәйнем...

Немец түрәһе һауа етмәгән кеүек тауышланып тәрән итеп тын алды ла, шәп-шәп атлап килеп Фәрхинурҙың йәнтөйәк тупрағы төйнәлгән ҡулъяулыҡты йомарлаған ҡулып йылы усына ҡыҫты.

– Матушка, – тине. – Һин борсолма. Эшләрбеҙ. Бирербеҙ ул ҡағыҙҙы.

Фәрхинур, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай, мөғжизә һымаҡ күреп, алдына эйелеп торған фырт түрәгә төбәлде – күҙҙәренә лә ышанманы: алтын тирәсле күҙлектең боҫланып киткән быялаһы артында ысыҡ бөртөгөләй тамсы йылтырап тора ине.

– Матушка, – тине немец тағы. – Һеҙ – бөйөк ҡатын.

Йән әсеһе менән ялынғанғамы, өмөтһөҙлөк упҡынына төшөп барған ерҙән ҡыуанысҡа тейенгәнгәме – быуынһыҙ ҙа, телһеҙ ҙә ҡалған Фәрхинурға ҡарай-ҡарай ул шыптыр ҡағыҙға әсир картаһын, алтмыш дүрт йыл буйы ҡат-ҡат ҡулға тотоуҙан тетелеп бөткән һалдат хатын, һарғайып бөтһә лә ҡасандыр тып-тып тамған күҙ йәштәренең эҙен һаҡлаған “хәбәрһеҙ юғалды” тигән аяуһыҙ хәбәр ҡағыҙын ҡәҙерләп һалды.

– Германияға поезд киске сәғәт туғыҙ ун биштә була, – тине ул. – Уға тиклем виза мәшәҡәттәрен нисек тә тамамларға тырышырбыҙ. Тик...

“Тик?” Фәрхинур терт итеп ҡалды.

– Тик, – тине Томас. – Ҡыйын булһа ла, һеҙ минең менән берәр сынаяҡ сәй эсергә риза булығыҙ инде.

* * *

“Ярай һуң, эсербеҙ”, – тигәненә әллә нисәмә ҡат үкенде Фәрхинур. Сәй, тигәс, теге әртис кеүек ҡыҙ бала бер сынаяҡ сәй яһап алып инә лә бөттө-китте, тип уйлағайны. Ә был Томас тигәндәре әллә ҡайҙа эйәртеп алып китте. Уларҙың бөтөн ауылын алып инеп һыйларлыҡ ҙур бер залға ингәс, төпкә үтеп, йомшаҡ ҡына диван һымаҡ нәмәгә ҡара-ҡаршы ултырҙылар. Эргәләренә нескә биленә мәрәкә итеп оҙон ҡара алъяпҡыс бәйләгән бер йәш ир елдереп килде, нимә ашағылары килгәнен белеште. Ашау ҡайғыһымы һуң инде Фәрхинурҙа, “үҙегеҙ беләһегеҙ инде” тиеү менән сикләнде лә, Томастың әллә нәмәләр һанағанына, “уның сама расходланмаһа ла булыр ине” тигәндәй шым ғына ҡарап ултырҙы.

– Мин Рәсәй менән бик ҡыҙыҡһынам, рус яҙыусыларын ифрат яратам. Был йәһәттән ҡәйнәм менән айырыуса ныҡ килешәбеҙ. Урыҫ әҙәбиәтенә мөхәббәте арҡаһында ул ҡыҙына, минең ҡатыныма, Катя тип ҡушҡан, – тип һүҙ башланы Томас, официант алдарындағы бейек фужерҙарға бөлкөлдәтеп ҡойған шифалы һыуҙы уртлағандан һуң. – Ә бына һеҙҙең һымаҡ төпкөлдә йәшәгән кешеләр менән яҡындан күрешеп һөйләшкәнем юҡ ине.

Ул ҡыланғанды мин дә ҡыланырмын, нисек тә ресторан тигән ерҙәрендә ашай белмәгәнгә оятҡа ҡалып ултырмам әле, тип уйлаған Фәрхинур ҙа һыу эсеп ебәргән булды ла, “ә-ә-ә” тигән булып баш ҡаҡты. Тик ғәжәп, немец түрәһе Фәрхинурға ҡарағанда нығыраҡ тулҡынлана ине, ахыры.

– Һеҙгә теге ҡағыҙҙағы яҙыуҙарҙы тәржемәләп бирҙеләрме? – тип һораны ул уйлана биреп ултырғас.

– Эйе, яраланған булған, дезентерия менән ауырыған, шәбәйгән, шунан йәнә аяғын йәрәхәтләгән. Уныһы төҙәлгәс, бер бармағын ҡырҡтырған. Унда ла бирешмәгән. Тәбиғәт ҡосағында йылҡы көтөп, йәй буйы ҡымыҙ эсеп йәшәгән типһә тимер өҙөрлөк ир-егет ине бит ул. Һуғыш алдынан икмәкте лә туя ашай, матур йәшәй башлағайныҡ. Шунан нишләптер ҡапыл ғына китеп барған. Ауыр эштән, аслыҡтан миктәгәндер...

Томас өндәшмәй, карталағы үҙен һеңгәҙәтеп телдән яҙҙырған юлдарҙы әйтергә көсө етмәй: 20179... номерлы әсир тәнендәге бөтә ҡанын алып бөткәнлектән үлгән. IV – һирәк осрай торған ҡан төркөмө, немец яралыларына бик кәрәк булғандыр... Писарь иһә был хәлдең ни тиклем ҡанһыҙлыҡ икәнен уйлап тормаған, матур почерк менән теркәп ҡуйған.

– Минең атайым да фронтта булған, – тине ул. – Сталинград тамуғынан мөғжизә менән генә ҡотолоп сыға алған. Ул фельдшер ине. Ҡамау башланған көндәрҙә госпиталь булып иҫәпләнгән палаткаға снаряд төшөп бик ҡаты йәрәхәтләнгән. Бәхетенә күрә, яралыларҙы алып сыҡҡан самолеттарҙың береһенә тейәп оҙатҡандар. Ул ҡалған ғүмерен фашизмдың енәйәттәрен фашлауға бағышланы. Алла мине шуның өсөн ҡотҡарып алып ҡалғандыр, тип һанай ине. Уны самолетҡа тейәп оҙатҡан хирургтың: “Беҙ, немецтар, үҙебеҙҙе барыһынан да өҫтөнөрәк тип иҫәпләп бик ныҡ хаталандыҡ. Ошо тәкәбберлегебеҙ өсөн хәҙер беҙ ғүмеребеҙ менән түләргә тейешбеҙ”, – тип әйткәнен ҡабат-ҡабат иҫкә алыр булды. “Немец халҡының улы булараҡ, мин үҙебеҙҙең хаталарыбыҙҙы танырға ярҙам итергә, уның ҡабатланыуына ҡаршы йәнем-тәнем менән көрәшергә тейешмен. Шунһыҙ нисек Раббы алдына баҫайым, выжданыма тоғро булмаһам, нисек ярлыҡауға өмөт итәйем; Сталинград тамуғында үҙҙәрен был ғазап эсенә килтереп тыҡҡан Гитлерҙы ҡәһәрләп үлгән йөҙәр мең яуҙашымдың әруахтары алдында нисек яуап тотайым?!” – тиер ине. Һуғыш яраларынан ныҡлап мандый алманы, 52 йәшендә вафат булды. Атайымдың улы булараҡ, мин һеҙҙең алдығыҙҙа бурыслымын.

Ул арала өҫтәлгә бәләкәс кенә кәрзин килеп ҡунаҡланы. Томас унан йомро ғына әпәкәй алып алдындағы тәрилкәгә һалды ла семтеп ҡапты.

– Етешегеҙ! – тине ул. – Рәхим итегеҙ!

Фәрхинур ҙа үрелеп алды, бисмиллаһын бышылдап уртаға һындырҙы ла, ауыҙына алып килә башлаған ерҙән, кире уйлаған һымаҡ, ҡабат алдындағы тәрилкәгә һалды. Ризыҡ ҡабыуы-ҡапмауы аласаҡ яуабына бәйләнгәндәй, һынсыл ҡарап һораны:

– Һеҙ унда, Германияла, бөтәгеҙ ҙә шулай игелеклеме?

Томас уйға ҡалды, йәнә күҙлеген систе, кеҫәһенән ҡулъяулығын алып оҙаҡ ҡына тызыны, ҡабат кейгәс, имтихан тотҡандай ауыр һуланы ла үҙенә төбәлгән талапсан күҙҙәргә ҡарарға баҙнат итте.

– Мин һеҙҙе аңланым, – тине. – Һеҙ немец халҡының фашизм ҡылған енәйәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн үҙенең ғәйебен таныуы һәм тәүбә итеүе тураһында һорайһығыҙ.

Фәрхинур: “Эйе”, – тигәнде белдереп, баш ҡаҡты. Кешенең йөҙөн йыртыу килешкән эш түгел, тигән тәрбиәһе тыйыңҡырап торһа ла, миллиондарса ерҙәштәренең ҡаны хаҡына ул яуап талап итергә тейеш ине.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, немецтарҙың күбеһе тиҙерәк барыһын да хәтерҙән сығарып ташларға тырышты. Айырыуса бөгөнгө быуындың 1939-1945 йылдарҙағы ҡот осҡос ваҡиғаларҙы белергә теләмәүе, оноторға ынтылыуы, артыҡ бер нәмә лә булмаған һымаҡ күрһәтеп, баштан себен осорорға маташыуы бик ҡурҡыныслы. Был донъя өсөн генә хәүефле түгел. Енәйәттәрең өсөн үкенеү, ғәйебеңде таныу, тәүбә итеү немец милләтенең күңеле өсөн йәшәү менән үлем кеүек мөһим икәнен аңлаусылар аҙ. Йыш ҡына бөтә нәмәне лә аҡсаға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ынтылыш, тик шул хаҡта ғына һүҙ ҡуйыртыу беҙҙе ҡабат фашизмдың инешенә һөйрәй. Әйтерһең дә, миллионлаған ҡорбандарҙың йәнен аҡса менән баһаларға була.

Томас Германияның Холокост өсөн Израилгә йөҙәр миллиард марка аҡса түләгәнен һәм уның тирәһендә әленән әле ҡупҡан бәхәстәрҙе күҙ уңында тотҡанын әйтеп өлгөрмәне, боҫорап торған тәмле аш алып килделәр. Киноларҙан, уҡыған китаптарынан немецтарҙы уҡлау йотҡан һымаҡ нәҙек оҙон, ҡаҡса, ҡырыҫ һәм һалҡын итеп күҙ алдына килтергән Фәрхинур һаман алдындағы йыуантаҡ, илгәҙәк, йомарт кешенең ысын немец булғанына ышанғыһы килмәйерәк ултыра ине, арыу, асығыу, ғәҙәттән тыш көсөргәнеш урынына килгән хәлһеҙлек тә үҙенекен иткәндер, табын хужаһының ихласлығына иркенләне, онотолдо, тыуған ауылында әхирәттәре менән шөптөрләтеп һәүетемсә сәй эсеп ултырған һымаҡ тойоп китте.

– Нисек йәшәнегеҙ? – тип  һораны Томас, бер ашты теүәлләп, икенсеһен килтергәнде көтөп, ял итеп ултырғанда.

– Нисек тип, сей иткә ут ҡапмай, йәшәнек инде. Атаһы китеп ике ай үткәс, ҡорһаҡтағы улым тыуҙы. Сентябрь башы, ураҡ ваҡыты, үҫкәнде йыйып алырға кәрәк. Ир-атты фронтҡа алып китеп торалар, беҙҙекеләр туҡтауһыҙ сигенә, фашист Мәскәүҙең янына ғына китеп туҡтаған. Ана шундай дәһшәтле ваҡытта донъяға килде Нурлығаяныбыҙ. Улыбыҙ тыуһа, шулай тип ҡушырбыҙ, тип исемде атаһы һайлағайны. Бөтәбеҙ ҙә нур булайыҡ әйҙә, ҡыҙыбыҙ ана Нурия булды, йәнәһе. Хәҙерге йәштәр һымаҡ бала таптым, тип наҙланып ятыу ҡайҙа. Өсөнсө көндө иртәнсәк бригадир таң менән килеп тәҙрә шаҡыны: “Килен, кеше етмәй, ырҙынға сыҡ инде. Көн боҙолғансы йыйып алмаһаҡ, ҡышҡыһын асығабыҙ бит, – ти. – Фронтҡа икмәк кәрәк”. Фронтҡа кәрәк икән, һикереп тораһың. Ирҙәребеҙ нисек ас килеш һуғышһын?! Ә нимес беҙгә тиклем килеп етһә, нишләрбеҙ? Бындай уйҙан тамырыңда аҡҡан ҡаның туңыр. Сәңгелдәкте күтәреп, саҡ ике йәше тулып уҙған ҡыҙыбыҙҙы бала ҡарарға алып, шул көндө үк эшкә сыҡтым. Һалҡын төшкәс, әсәйем, бәләкәс ҡустымды эйәртеп, күсеп килде, еңелерәк булып китте. Беҙ Нурулланан ныҡ етеш ҡалдыҡ бит: бура тулы ашлыҡ ине, малыбыҙ ишле, һөтлө һыйыр алғайныҡ. Ул бит гел ударник булды. Мин үҙем дә эшкә әрһеҙ инем. Ә еңеүгә тиклем ул запастар бөттө. Берҙән-бер һыйырыбыҙ ҙа ер һөргәндә ҡазаланды. Аттар ҙа ирҙәр менән бергә фронтҡа китеп бөткәс, һыйыр менән ер һөрә башлағайныҡ бит инде. Бына шунда күрҙек аслыҡтың нимә икәнен...

1945 йылдың яҙы, бына-бына һуғыш бөтөргә тора. “Күгүләнгә баҫһаҡ, бирешмәбеҙ”, – тип ҡарҙы өрөп иретерҙәй булып йылы көндәрҙе саҡ көтөп алдыҡ. Ул саҡта Нурлығаянға әле дүрт тә юҡ. Бер көндө әтмәкәйгә барған ҙурыраҡ малайҙарға эйәреп тауға сығып киткән, йәнәһе күп итеп алып ҡайта ла беҙҙең тамаҡты туйҙыра. Оҙаҡ йөрөп ташлағандар эҙләнеп, арығандар. Беҙҙең малай иң арттан һөйрәлеп килгән-килгән дә, хәле бөтөп, тороп ҡалған. Иптәштәре арманһыҙ булып ҡайтып йығылған. Ярай береһе, юғалтып киттек, тип илай-илай әсәһенә һөйләгән әле. Сәсеү мәле, тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙабыҙ, Аяғымды саҡ һөйрәп, “ҡайтам да йығылам” тип килә ята инем, Нуриям ҡаршы сыҡҡан. Ҡайҙан көс килә әҙәм балаһына, торҙом да йүгерҙем. Үҙем тауҙан-тауға сабам, үҙем ҡысҡырам. Ҡараңғы төштө. Ҡайҙан ғына эҙләй беләһең инде. Төн урталарына тиклем йөрөп, таң һыҙылыу менән кеше йыйып алып сығырмын, тип ҡайтырға мәжбүр булдым. Ҡар бөтһә лә төндә һыуыҡ, кейемгенәһе лә шул бит инде. Ҡоро һөйәк балам шыҡырайып ҡына ятыр инде, тип уйлауҙан сәсем үрә тора. Балаҡайымды һаҡлай алмаһам, атаһы ҡайтҡас, нисек күҙенә күренермен?!

Ҡайтып барышлай уҡ өйҙән-өйгә йөрөп әйтеп сыҡтым. Һары таңдан тороп сығып барһаҡ, улыҡайым һәлпелдәп ҡайтып килә.

– Әсәй, – ти балаҡайым. – Һин ҡысҡыра-ҡысҡыра ике тапҡыр эргәмдән үтеп киттең, тик минең тауышым сыҡманы...

Аңын юйғанмы, йоҡлап киткәнме, өшөп уянған. Бәләкәй сағынан зирәк булды, һуғыш балалары бит. “Аяғыма баҫырға хәлем булмағас, исмаһам, йылынырмын, тип тау түбәненә тумарларға булдым”, – ти. Бәхеткә күрә, күрше колхоздың тау аръяғындағы һарыҡ фермаһы янына тумарлап төшкән. Көтөүселәр табып индереп, ашатып, йылытып йоҡлатҡандар ҙа, “әсәң унда ут йоталыр”, тип бер көлсә тоттороп таң һарыһынан ҡайтарып ебәргәндәр.

Ҡыйын булды инде, ҡыйын булмаған ҡайҙа! Еңеү килһен, еңеү килһә бирешмәбеҙ, тип тешләнеп йәшәнек. Һуғыш ҡына бөтһөн, тип бисмилла һымаҡ ҡабатланыҡ. Һуғыш туҡтау менән элекке бәхетле тормошобоҙ кире ҡайтыр һымаҡ ине. Бөтөн илгә килгән афәтте, ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, күтәреү улай уҡ булмаған икән. Туптар тынып, тыныслыҡ килгәс, яҙмыштар айырымланды. Ирҙәребеҙҙең барыһы ла фронтта булғанда, беҙ көллөбөҙ яңғыҙ инек. Бына еңеүселәребеҙ ҡайта башлағайны, улар менән өйҙәренә байрам тулды. Ә беҙҙең өйҙәрҙәге ҡайғы ул бәхет яҡтыһында тағы ла әрнеүлерәк булып китте. Өрлөктәй ике улының ҡара ҡағыҙын алғандан һуң, ауырлыҡтарға мәңге бирешмәҫтәй күренгән, ҡояш һымаҡ яҡты әсәйем кәрәсине бөткән шәм һымаҡ быҫҡып барып һүнде. Һуғыш барған ваҡытта бөтә балалар ҙа атайһыҙ булды, барыһы ла сабырлыҡ менән еңеүҙе, аталарының ҡайтҡанын көттө. Бына кемдеңдер атаһы ҡайтты, кемдекелер ҡайтманы... Етемлектең әселеге бына шунда зиһендәргә барып етте лә инде. Былай мин үҙем Нурулламдың ҡайтып инәсәгенә бер ваҡытта ла өмөтөмдө өҙмәнем, балаларымдан да өҙҙөртмәнем. Әжәл ҡатырған тәненең һалҡынына өтөлмәгәс, “үлде” тигән ҡағыҙ алмағас, ул ҡайҙалыр беҙгә ҡайтырға ашҡынып йәшәй ҙә, ни сәбәптәндер форсаты ғына сыҡмай һымаҡ ине. Аҙмы ни был донъяла мөғжизә! Шунан, ас саҡта тамаҡ хаҡында уйлаһалар, мәктәп йәшенә еткәс, уҡыуға мауыҡтылар. Матур уҡынылар, икеһе лә юғары белем алды, яратҡан һөнәрҙәре буйынса ғүмер буйы рәхәтләнеп эшләнеләр. Белемле булмаһам да, зиһенле инем – уларға таяныс була алдым. Яңғыҙ булманыҡ бер ваҡытта ла, ил менән булдыҡ. Бәхетле заманда йәшәнек бит беҙ – илебеҙгә кәрәк инек...

– Улай, – тине Томас. Уйҙарынан айнығып, һиҫкәнеп киткән Фәрхинур хужаның йүнләп ауыҙына бер нәмә лә ҡапмағанын абайлап, һый тулы өҫтәлгә күҙ йүгертте лә, үҙе лә аңғармаҫтан ғәҙәтенсә ҡыҫтарға тотоноп китте:

– Ынтылып ултырһаңсы, – тине ул ризыҡ-әүҡәтте уға табаныраҡ шылдырып. – Етеш әйҙә барыһына ла, тартынма...

– Мине һеҙҙең: “Бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй”, тигән һүҙҙәрегеҙ аптыратты, – тип һаман төпсөштө Томас. – Нисек инде? Мәҫәлән, бөтә нәмәгә лә асҡыс булған аҡса. Бер кемдең дә, хатта иң бай кешенең дә, аҡса кәрәкмәй, тигәнен быға тиклем ишеткәнем юҡ ине әле.

– Әллә инде, – тип ҡыйынһынды Фәрхинур. – Бына үҙең уйлап ҡара. Бер айлыҡ пенсиямды алып сығып киттем. Юл ыңғай кешеләр машиналарына ултыртып ала, ашата, етмәһә, һаман-һаман өҫтәп аҡса бирә, бирә алғанына ҡыуанып, хәйерле юл теләп ҡала. Шуға күрә яҡшылыҡ аҡсаға ҡарағанда нығыраҡ кәрәк, минеңсә. – Әйтте лә, шуҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы: – Шул арала Мәскәүгә килә һалып, виза тигәнен хәстәрләп, ошондай кәттә кеше менән ҡандайын матур урында ризыҡланып ултырыр өсөн күпме аҡса кәрәк булыр ине һинеңсә?

– Ҡыҙыҡ икән, – тине Томас. – Ҡыҙыҡ философия...

– Фәлсәфәме, юҡмы – белмәйем. Был минең тормош: ҡулыңдан килгәнсе игелек ҡылаһың да артыҡ өҙгөсләнмәйенсә йәшәй бирәһең, шунан яҙған ризығың тешеңде һындырып булһа ла ауыҙыңа барыбер инә.

– Мин советтарҙың еңеүенең серен асырға тырышҡан бихисап тарихи китаптар, мәҡәләләр уҡыным. Унда ниндәй генә фараздар юҡ: йәнәһе, улар дошманды үҙҙәренең ҡанына тонсоҡторған, мәйеттәре менән ҡаплаған; йәки, ҡыш ныҡ һыуыҡ килгән. Ә мин әле генә аңланым: һеҙ яратыуығыҙ менән еңеп сыҡҡанһығыҙ. Тыуған илегеҙҙе, халҡығыҙҙы, бер-берегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы яратыуығыҙ менән...

 

* * *

“Һин шикләнмә, Хайран! “ – Фәрхинур ҡолағына айырым-асыҡ ишетелгән тауышҡа һикереп тороп тирә-яғына ҡаранды. Вагонда ҡараңғы. Поезд тәгәрмәстәре етеҙ туҡылдап, сайҡала-сайҡала алға елдерә. Фәрхинур ҡыбырлағанға эргәләге полкала йоҡлаған немец егете борсолоп ҡалҡынды.

– Балаҡай, – тине Фәрхинур был Томас эйәртеп ебәргән немец егетенә. – Һин минең өсөн борсолма, ҡурҡма ла... Ҡарт булһам да ныҡмын әле мин. Сәләмәтлегемә лә зарланырлыҡ түгел. Һиңә йөк булмам. Тик мин, ахыры, әле бында түгелмен, мин – үткәндәмен.

Фәрхинур күҙен йомоп башын мендәргә терәү менән әлеге тауыш тағы өндәште:

– Һин шикләнмә, Хайран, – Нурулла бит! Был донъяла Нурулланан башҡа уға былай тип өндәшкән кеше юҡ. Бер заман әсәһенең, “хайран ҡалып ҡата ла тора ул беҙҙең Фәрхинур”, тип әрләгәнен ишетеп, көлдө лә: “Ҡалай матур һүҙ әле был, ҡана мин һине шулай тип йөрөтәйем, – тигәйне. – Тик мин генә белгән исемең булһын”.

– Мин ҡаты һуғыштым, – тине Нурулла. – Батыр булдым, тип әйтә алмайым. Беҙ барып эләккән мәшхәрҙә батырлыҡ ҡайғыһы юҡ ине. Ҡурҡышымдан һуғыштым мин. Уларҙың ер тетрәтеп ябырылған танкылары, күкте ҡаплап осҡан самолеттары һеҙгә барып етеп ҡуймаһын тип ҡотом алыныуҙан ул вәхшиҙәрҙең боғаҙҙарын сәйнәп өҙөрҙәй булып айҡаштым. Тик башым йәрәхәтләнеп йығылғанмын. Иҫемә килгәндә ҡоралымдан яҙғайным, әсир инем...

Һулышы быуылды Фәрхинурҙың. “Уй еткән ерҙән уй менән”, – тигән ине Нурулла. Өн кеүек тә һымаҡ, төш тә... Алыҫ үткәндәрҙә, Нуруллаһы менән бергә лә кеүек, бында ла. Әллә йәне унда, тәне бындамы?!

 

* * *

...Көйҙөрөп алып барған ҡояш мейене ҡайната. Үлтереп сарсатҡан. Кипкән ауыҙҙа әрем әсеһе... Тимер юл буйына алып килеп тубыҡландырғандарына һанһыҙ ваҡыт уҙҙы. Әленән-әле берәм-һерәм атыу тауыштары яңғырай – һушһыҙ йығылғандар менән мәшәҡәтләнеп тормайҙар – фашистың пуляһы күп. Тереләр үлеләрҙән көнләшер, тигән мәл етте, ахыры. Тик мин һаман был тормошҡа сат йәбешәм. Хатта ошо хәлемдә лә әжәл менән һеҙҙең арала ҡалҡан һымаҡмын. Аслыҡ, йонсоу, сарсау – кешелектән сығара. Аяҡтағы яра бер туҡтамай һулҡылдап һыҙлай. Күҙ алдым томалана башлаһа, үҙем уңайһыҙыраҡ баҫып яраны ярһытам да айнып китәм: йығылһаң – бөттөң...

Бына даңғырҙап мал ташый торған вагондар таҡҡан состав килеп туҡтаны. Аяҡҡа баҫырға хәлем юҡ. Тик ошондай шарттарҙа ла кешелеген һаҡлап ҡалыусылар бар икән. Бер нисә иптәш ҡултыҡ аҫтынан тотоп ярҙам итә, һөйрәп тигәндәй эскә индерәләр.

Мал ташый торған вагондарға винтовка менән арҡанан этә-төртә тыңҡыслап тултырҙылар. Ятыу түгел, баҫып торорға ла урын юҡ... Айҙар буйы йыуыныу күрмәгән, яралары ялҡынһынған, эрен аҡҡан йонсоу, ғазаплы тәндәрҙән уҡшытҡыс һаҫыҡ еҫ килә.

Вагондағы эҫелек түҙгеһеҙ, сарсауҙан кешеләр һуштан яҙа, сараһыҙлыҡтан һулҡылдап илай. Тел шешенеп ауыҙға һыймай, ирендәр ҡанһырап ярылған.

“Һыу, һыу, һыу,” – бихисап ауыҙҙан бары шул ғына ялбарыу. Ә фашистар хахылдап көлә: “Һыу юҡ. Һыуҙы Сталиндан һорағыҙ, һыу Сталинда ғына ҡалды!”

Барабыҙ, даңғор-доңғор ҡайҙылыр барабыҙ. Көн һайын биш-алты кеше үлә. “Мәйеттәрҙе алығыҙ”, – тип һорайбыҙ. Боҙола башлаған үлектәрҙең еҫенә сыҙағыһыҙ була башлағас, бер көндө кис ҡырын ишек асылды:

– Мәйеттәрҙе ырғытығыҙ!

Ҡоро һөлдәгә ҡалған кәүҙәләргә бишәрләп-алтышарлап барып йәбешкән булдыҡ – көсөбөҙ етмәй... Өлкән йәштәге ике немец инеп штык ҡаҙап сығарып ҡола яланға бырғаны – берәҙәк эттәрҙең үләкһәһе кеүек. Иҫем инерле-сығырлы, шулай ҙа башыма: “Ә бит ҡайҙалыр туғандары йәндәре сығырҙай булып, уларҙың хәбәрен көтә”, – тигән уй килде. Эй йәлләнем шунда һине... Йәнә туҡтай-туҡтай өс көндән ашыу барҙыҡ. Кешеләр сарсауҙан күпләп ҡырыла башлағас, тәбиғәт беҙҙе ҡыҙғанды, ахыры. Бер төндө ямғыр яуа башланы. Ситтәрәк торғандар кейемдәрен сисеп ярыҡтарҙан тыға. Еүеш сепрәкте һығып тамсылап эсәбеҙ.

Нисә көн үткәндер, состав станцияға килеп туҡтаны. Ярыҡтан ҡарап “Хёвельхоф” тип уҡыйҙар. Ҡолаҡ һалабыҙ. Шул саҡ балаларҙың көлгән тауышы ишетелде. Нисә ай буйы һуғыш ғәрәсәте, атыш, аҡырыш, ыңғыраш, ғазап эсендә йөрөп был ҡояш аҫтында көлөү, балалар көлөүе барлығы ла онотолған. Бер генә мәлгә күңел офоғо яҡтырып киткән һымаҡ. Балалар көлә икән, тимәк донъя йөҙөндә тормош дауам итә әле!..

Беҙҙең вагондар янына байтаҡ ҡына бер кем дә килмәне, шуға күрә артабан ҡуҙғалырға сигнал көтөп һалҡын ямғыр һибәләгән тышҡа ярыҡтан оҙаҡ ҡына ҡарап торҙоҡ.

Бына вагон ишектәре асыла башланы. Винтовка тотҡан өлкән йәштәге фашистар екеренеп беҙгә төшөргә бойора. Күкрәк тултырып, тонсоға-сәсәй саф һауа һулайбыҙ. Эттәр лауылдай. Аҡырыныу, атыу тауыштары аҫтында платформала теҙеләбеҙ. Ул арала вокзалдан бер төркөм уҡыусы балалар килеп сыҡты. Улар күңелле сырылдашып эргәләге таш өйөмөнә йүгерҙе. Барып кеҫәләренә таш тултырып алдылар ҙа беҙгә яҡыныраҡ килеп тоҫҡап тороп бәрә башланылар...

Беҙҙең беребеҙ ҙә бында яҡшылыҡ өмөт итмәй ине: һыуыҡ, аслыҡ, яланғаслыҡ эсендә, ҡол хәлендә эшләйәсәгебеҙҙе белә инек. Беҙҙе ҡарауыллаған дошмандарҙың – ә улар араһында күбеһе донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, сәстәре салланған өлкәндәр ине – ҡанһыҙлығын етерлек күреп өлгөргәйнек. Тик фашистарҙың үҙҙәренең балаларын да шул рухта тәрбиәләгәне аяуһыҙ асыш булды.

 

* * *

–  Фрау, фрау, – тине Элиас, – беҙ килеп еттек. Бында беҙҙе машина менән әсәйем көтә.

– Юҡ-юҡ, – тине Фәрхинур. – Бынан ары мин үҙем... Рәхмәт, балаҡай! Инде мин үҙем, үҙ аяғым менән...

“Нурулламдың эҙе ҡалған, ҡаны аҡҡан, тире менән күҙ йәштәре һеңгән, йөҙәр меңләгән әсирҙәрҙең аһ-зары ҡалған ерҙән үҙ аяҡтарым менән”... – Саф һауа етмәүҙән тонсоғоп тышҡа атлыҡты ла туҡтап ҡалды.

Вокзалдың стенаһындағы бронзанан ҡойолған барельефта йәне сығып барған тотҡондоң ғазап ауазы булып ҡатып ҡалған йөҙөн – Нуруллаһын – сырамытып ҡатып ҡалды. Күҙенә таҡтаташҡа яҙылған: “1941 – 1945 йылдарҙа Хёвельхоф станцияһынан Штукенброкҡа, 326-сы шталагҡа, йөҙҙәрсә мең рус әсирҙәрен ҡыуҙылар”, – тигән аяуһыҙ һүҙҙәр ташланды.

– Йөрәгем ярылырҙай булып һине һағынғанда йәнем ошо аһ-зарыңды тойған булыр, Нурулла...

Шул саҡ вокзалдан көлөшә-көлөшә бер төркөм бала килеп сыҡты.

– Аһ, – тип сайҡалды Фәрхинур. Гүйә етмеш йыл элек бәрелгән таш уның сикәһенә килеп ҡаҙалғайны. Аяҡтары абына-һөрөнә таш юлға табан алып китте.

 

* * *

Элиас, кемгәлер эйәргән кеүек элекке концлагерға илткән юлға табан йүнәлгән Фәрхинурҙың артынан нимә эшләргә лә белмәйенсә ҡарап торҙо ла, ситтәрәк туҡтаған машинан төшөп үҙенә табан ашыҡҡан әсәһенә ҡаршы атланы.

– Барһын, – тине әсәһе улының һораулы ҡарашын һүҙһеҙ аңлап. – Беҙ машина менән уның артынан төшөрбөҙ.

Әсәле-уллы шәп-шәп атлап машинаға йүнәлгән арала, уның артҡы ишеге асылып китте лә оҙон буйлы, йоҡаҡ кәүҙәле бик өлкән ҡатын сыға башланы. Ул: “Мутти!” – тип үҙенә табан йүгергән ҡыҙына: “Туҡта!” – тигәндәй ишара яһаны, шунан таяғына таянып, һылтыҡлай-һылтыҡлай инде ҡәҙимге китеп өлгөргән Фәрхинурҙың артынан эйәрҙе.

 

* * *

Кисә киске аштан һуң эш буйынса Рәсәйгә барған ейәне Элиасҡа илселектән бер сәйер ҡунаҡ эйәртеп ебәргәндәрен ишеткәс, үҙе лә көтмәгәндә ҡуҙғыны ла китте Эмма Зильберт. Төнө буйы йоҡлап китә алмай күптән онотолған тип иҫәпләгән хәтирәләре менән алышып сыҡты. Ул замандан, ул йылдарҙағы ҡайғы-хәсрәттән генә түгел, бәхетле мәлдәренән дә ваз кисергә мәжбүр иткәйне бит ҡасандыр үҙ-үҙен. Милләтенә хас сентименталлектән тулыһынса баш тартып, тормошон, аҡылдың ҡаты күҙәтеүе аҫтына ҡуйып, өр-яңынан башлағайны. Бөгөнгө бәхетен ныҡлы маҡсат буйынса ғәмәлгә ашырыуына уғата ғорур ине. Эйе, хәҙерге бәхетенә, әлеге яҙмышына лайыҡ ине ул. Тик ҡасандыр тормошона ҡәһәр булып килеп ингән Рәсәйҙән “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәгәйнем” тип иренең ҡәберенә зыярат ҡылыу өсөн 3 мең саҡырым араға йәйәүләп сыҡҡан был ҡатын тетрәтте уны.

Бөгөн вокзалға йыйынған ҡыҙын аптыратып машинаға сығып ултырыуы ла шунан ине. Әле эргәһенән елпелдәп үтеп киткән Фәрхинурҙы күреү менән, аңлайышһыҙ көскә буйһоноп, ул да урынынан ҡалҡты. Сыҡты ла йәшел ерлеккә ҡыҙыл сәскәләр төшкән оҙон итәкле еңел кәүҙә артынан атланы.

 

* * *

Бына ул Хёвельхофтан Штукенброкҡа илткән тура юл. Унан ағылған осһоҙ-ҡырыйһыҙ колонналарҙы Эмма бик яҡшы хәтерләй. Әсирҙәрҙең ҡиәфәте ҡурҡыныс, кейемдәре йыртҡыланып бөткән, бәғзеләренең аяҡтары бысраҡ һәләмәләр менән уралған, ә күптәре бөтөнләй ялан аяҡ...

Юлдың ике яғынан бейек булып үҫкән ағастар ул йылдарҙа йәп-йәш ине. Әсирҙәр уларҙың япраҡтарын өҙөп ауыҙҙарына тыға, ә конвойҙар бының өсөн приклад менән туҡмай.

Фрау Зильберт кисә генә булған һымаҡ күҙ алдына баҫҡан ҡурҡыныс хәтирәләрҙән айнырға теләп башын сайҡаны, йыш-йыш һулыш алып туҡтап торҙо ла юл сатына ҡарап ҡатты. Күңел күҙе менән икһеҙ-сикһеҙ әсирҙәр ағылған юлға табан велосипедта елдергән егерме өс йәшлек Эммаға төбәлгәйне ул. Тиҙлектән, һалҡынса елдән бит алмалары ҡыҙарған, тулҡын сәстәре елдә туҙраған... Иҫ киткес сибәр ҡыҙ ине Эмма. Гүйә арий расаһы ҡыҙҙарының эталоны итеп яратылғайны: яуырындарын ябып, арҡаһына төшөп торған ҡуйы алтын сәстәр, тән тиреһе яңы яуған ҡарҙан да ағыраҡ, уның аҫтында ҡан тамырҙары күкшелләнеп беленеп тора. Күҙҙәре салт-аяҙ июль күге төҫөндә – зәп-зәңгәр. Хатта буйының оҙонлоғо ла стандартҡа тулыһынса тап килә – 170 сантиметр.

Көндөң болотло булыуына ҡарамаҫтан, Эмманың күңелендә ҡояш: яратҡан һәм яратылған ҡыҙға киләсәге тотош бәхеттән генә торған һымаҡ. Отто инде бер айҙан артыҡ Көнсығыш фронтта. Ул май аҙағында бөйөк фюрерҙың хәрәкәт итеүсе армияһына барырға теләген белдергән саҡта уҡ Германияны алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көткәне билдәле ине. Бының өсөн күрәҙәсе булырға кәрәкмәй, кинотеатрҙарҙа һәр бер сеанс алдынан күрһәтелгән кинохрониканы – “Дойче Вохеншау”ҙың аҙналыҡ сығарылышын ҡарау ҙа етә.

Ысынлап та, туҡтауһыҙ байрамдар, еңеүҙәр, парадтар, тантаналарҙан торған илерткес бер дәүер ине был: Польша, Дания, Норвегия, Бельгия, Голландия, Люксембург, Франция, Югославия, Греция – бер-бер артлы бөйөк фюрер һалдаттарының аяҡ аҫтында ҡоланы! Милләттең яңы теле асылған баланан алып, теше төшөп бөткән ҡартына тиклем: “Бөгөн беҙ – Германияға хужа, ә иртәгә бөтә донъяға хужа буласаҡбыҙ!” – тип йырлаған иң бәхетле йылдары! Бар халыҡтың бер-бер артлы еңеү яулап илде данға сорнаған һөйөклө фюрерға, уның ихтыярын бойомға ашырған ҡаһарман немец һалдатына ниндәй ҙә булһа һәйбәтлек эшләгеһе килә. Һәр бер еңеүҙән һуң Берлин яугирҙәрҙе улар лайыҡ булған хөрмәт менән, аяҡ аҫтарына сәскәләр һибеп, тәбрикләй. Яралыларҙы бүләктәр, төрлө тантаналарға саҡырыу билеттары менән күмәләр, сибәр ҡатын-ҡыҙҙар уларҙың ҡосағына ҡоларға әҙер тора. Ошоларҙы күреп рухланған Отто: “Германияның еңеүен байрам иткәндә һинең һөйгәнең артта торорға тейеш түгел. Мин еңеүселәр рәтендә торасаҡмын”, – тип армияға үҙе теләп, ашҡынып китте. Бынан бер йыл элек йәрәшеп, туйҙы июль аҙағына билдәләгән булһалар ҙа, Эмма ла көймәне. Алдарында сикһеҙ мөмкинлектәр һәм тотош ғүмер ҡосағын йәйеп торғанда туйҙы бер, уҙа барһа ике айға кисектереп тороу нимә инде ул! Ә әле агрономлыҡҡа уҡып йөрөгән Отто романтик ҡына түгел, үткер зиһенле, иҫәпсел кеше лә. Бай ер биләүсенең бәләкәйҙән эшләп үҫкән улы булараҡ, ул ваҡиғаларҙы алдан самалай белә: советтарҙың ерҙәрен яулап алғас, уларҙы эшкәртеү өсөн уның кеүек ҡаты ҡуллы, белемле хужалар кәрәк буласаҡ. Ә инде ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа “Рыцарь тәреһе” менән бүләкләнгән батырҙарын фюрер еңеүҙән һуң көнсығыш өлкәләрҙә ер менән бүләкләйәсәк” тигән хәбәр таралғас, икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй тураһында хыялланыу ғына түгел, һаташа башланы егет. “Күҙ алдыңа ғына килтер, Эмма, ҡара тупраҡлы уңдырышлы ерҙәр, күпме кәрәк, шул тиклем ҡолдар – әкиәт бит был!” – тип һөйләп туймай ине ул күҙҙәре янып.

Советтарға ҡаршы һуғыш башлағандан һуң килгән беренсе хатында Отто былай тип яҙғайны: “Беҙгә, был һуғыш иң күбендә бер өс аҙнанан тамамланасаҡ, тинеләр. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр ике-өс ай кәрәк булыр ул, тип фаразланы. Бер егет кенә: “Йыл буйына барыуы ихтимал”, – тип әйткәйне, беҙ уны көлкөгә ҡалдырҙыҡ: “Ә поляктарҙы туҙҙырыу өсөн күпме кәрәк булды? Ә Францияны? Һин нимә, әллә оноттоңмы?”

Ысынлап та, артта күпме еңеү! Шуға күрә һәр кем немец һалдатының донъялағы иң шәп яугир икәненә һис тә шикләнмәне һәм еңелеү ихтималын башына ла килтермәне.

“Мин ашыға-ашыға Рәсәйгә төпкәрәк инә барам, сөнки Мәскәүҙе ни тиклем тиҙерәк алһаҡ, шул тиклем иртәрәк мин һөйгәнем менән ҡауышасаҡмын, – тип яҙҙы Отто. – Оҙаҡламай беҙ көткән тыныслыҡ көндәре килеп етер һәм беҙ, ниһайәт, ир менән ҡатын һәм, иң мөһиме, атай менән әсәй булырбыҙ”.

Тик июль үтте, август тыуҙы, әммә һуғыштың ахыры күренмәне. Ә Отто хаттарында оҙаҡлағанына аҡланған һымаҡ: “Советтар үҙҙәрен аямай һуғыша, хатта яралылары ла эргәләренә яҡын ебәрмәй. Һыңар ҡулы саҡ аҫылынып торған бер сержант миңә һау ҡулындағы сапер көрәге менән ташланды, ярай әле уны шунда уҡ атып үлтерҙеләр. Ҡоторғандар, бында башҡа бер нәмә лә әйтеп булмай. Улар йыртҡыстар һымаҡ алыша һәм йөҙәрләп ҡырыла”, – тип яҙа ине. Ысынлап та, Мәскәүҙе биноколдән күреүҙәренә ҡарамаҫтан, ни өсөн һаман еңә алмағандарын аңлай алмай ине ул: “Күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы, Эмма, летчиктары һуңғы сиккә тиклем алыша, таранға бара. Улар үҙҙәренең ерҙәге комиссарҙарынан үлемдән дә нығыраҡ ҡурҡалармы икән ни?”

Шуға күрә әле әллә нисәмә километрға һуҙылған колоннаға Эмма ҡапма-ҡаршылыҡлы кисерештәр ҡойононда ҡарап торҙо: имәнес тә, нәфрәт тә, ҡурҡыу ҙа, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә ҡыуаныс та, ризаһыҙлыҡ та тоя ине ул. Ҡыуаныс, сөнки былар шулай күпләп бирелә икән, Отто оҙаҡламай еңеү менән ҡайтасаҡ. Тик ниңә ошо тиклем хәшәрәттәрҙе алып килеп бөйөк Германияның ерен бысратырға кәрәк булды икән, уларҙы үҙҙәрендә генә юҡ итеп булмаймы ни?!.

1941 йылдың авгусында "Фелькишер Беохтер" гәзитенең корреспонденты был лагерь тураһында: “Беҙҙең күҙ алдында ысын мәғәнәһендә әҙәм аҡтыҡтарының хайуани көтөүе пәйҙә булды. Большевиктар Россияһының хәшәрәт бер өлөшө, кеше тоҡомоноң иң түбән, иң имәнес, иң йыртҡыс вәкилдәренең йыйылмаһы! Улар үҙҙәренең енәйәтсел ғәйебен төшөнөп беҙгә ҡурҡып, шик менән ҡарай. Нимә булыр улар менән?!” – тип яҙғайны. Былай тип гәзит хәбәрсеһе генә түгел, Вестфалияның бөтә халҡы уйлай, совет хәрби әсирҙәрен “унтерменш” – кеше булып етлекмәгән хайуани заттар тип ҡабул итә һәм ҡурҡа-ҡурҡа уларҙы, зоопарктағы йыртҡыстар һымаҡ, күрергә килә торғайны.

Бына, ниһайәт, колонналар үтеп бөттө тейерлек... Эмма юлдың ике яғынан да йыйылып киткән байтаҡ халыҡтан алда сығып өлгөрөргә теләп велосипедының педаленә баҫты, шул саҡ көтмәгәндә иң арттан тәнтерәкләгән бер хәшәрәт әсир ҡапыл ҡолап китте лә эпилепсия өйәнәге тотҡандағы һымаҡ башын ергә һуғып дерелдәй башланы. Быны көтмәгән һәм ҡуҙғалып өлгөргән Эмма уның өҫтөнә барып менмәҫ өсөн велосипедын ҡапыл борған ыңғайға йығылып китте, ашыға-ашыға һикереп торҙо ла үлем ғазабынан муйыны уңайһыҙ итеп шаҡарылған әсирҙең ағы әйләнеп барған күҙҙәре менән осрашты. Мәхлүк һуңғы һулышы менән бергә нимәлер хырылданы... Был шул тиклем тиҙ булды – ул арала иң арттан килгән конвой, тағы бер нисә кеше Эмма янына йүгереп килде. Ә ҡыҙ һаман әсирҙең етек сәстәре, һаҡалының һәр бер төгө ҡурҡыныс итеп йыбырлағанына текләгән дә киткән. Шул саҡ ҡапыл был үлектә шул тиклем булып бет мыжғығаны аңына барып етте һәм ул, ҡурҡыныс сырылдап, велосипедын ташланы ла кире йүгерҙе. Ошо ваҡиғанан һуң Эмма был унтерменштарҙы Отто хыялланғанса ҡол итеп тә күрергә теләмәй, киләсәктәге биләмәләренә француздарҙы, һис юғында поляктарҙы алырбыҙ, тип ниәт ҡора башланы.

“Дойче Вохеншау”ҙың август аҙағындағы сығарылыштарының береһендә әсиргә төшкән үзбәк, ҡаҙаҡ һәм башҡа азиаттарҙы күрһәттеләр һәм диктор ул кадрҙарға: “Бына былар большевиктарҙың кеше булып етлекмәгән заттарының бер нисәһе генә,” – тигән аңлатма бирҙе.

 

* * *

Фәрхинур барҙы ла барҙы. Йонсоуҙың сигенә еткән меңәрләгән әсир араһында эләгә-тәгәрәй ул да атланы. Ят ер, ят күк, ят һауа...

 ...Бына уларҙы ошо юл буйлап ҡыуҙылар. Астан ҡырҡылған бисаралар ошо ботаҡтарҙан япраҡ өҙөп ҡапҡан өсөн туҡмалды. Бына ошонда һөрлөктө, бына ошонда ҡанһырап йығылды, бына ошонда приклад менән туҡмай-туҡмай аяҡҡа баҫтырҙылар...

“Ошо залимдар ауылыма, Фәрхинурыма, балаларыма барып етһә... – ошо хәлендә лә сикәләрен ҡыпһыуыр һымаҡ ҡыҫҡан ауыр уйҙарынан, сарыһыҙлыҡтан үрһәләнә ине Нурулла. – Тамуҡ яҡын ғына, ҡул һуҙымында икән ул, Фәрхинур: берәй әҙәмдең күңеленә яуызлыҡ оялап, мәрхәмәт юҡҡа сыҡһа, ундай әҙәм башҡалар өсөн үҙе тамуҡҡа әйләнә икән. Бәндәнең шул ҡәҙәре яуызлығын, сәсәп әҙәмлектән сығыуын уйлап-уйлап та аңлап бөтөрлөк түгел. Беҙҙе мал һымаҡ күрәләр, тиер инең, беҙ бит малға ла аяп ҡарай торғайныҡ, улар өсөн дә эсебеҙ яна ине...

Ниһайәт, беҙҙе сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратып алынған, мөйөш һайын ҡарауылсы вышкалары ҡуйылған урынға алып барып баҫтырҙылар. Аслыҡтың сигенә барып еткәйнек, кискә саҡлы бер бөртөк үлән ҡалманы, кем селәүсен, кем тамыр соҡоп ашай...

Көн артынан көн үтеп, туҡтауһыҙ ямғырҙар башлағас, беҙгә өң һымаҡ нәмә соҡорға рөхсәт ителде. Кем сыбыҡ осо, кем ҡалағы менән маташа, эт һымаҡ бармаҡ менән ер тырнаған ҡайҙа... Ашығабыҙ, арыҡ тәндең аҡтыҡ хәле барҙа баш осона ышыҡ кәрәк. Бер ҡырыйҙа тиҫтәләгән көрәк ята – алырға рөхсәт юҡ. Шунда нисектер аңланым, Хайран – беҙ фашистарға хатта ҡол, эшсе көсө булараҡ та кәрәк түгелбеҙ. Әгәр ҙә мин әҙәмлектән сыҡһам, уларға шул рәхәтлек бирәсәк. “Улар бит кеше түгел ине, улар хатта хайуан да түгел ине, шуға күрә беҙ Ер йөҙөн уларҙан таҙарттыҡ”, тип, үҙҙәрен аҡлар һәм донъя алдындағы енәйәттәрен ҡаплар өсөн уларға беҙҙең әҙәмлектән сығыуыбыҙ кәрәк. Шуны аңлау йәшәргә көс бирҙе миңә: тимәк, алышымды дауам итә алам әле; бурысым – кеше булып ҡалыу. Ә нимә ул кеше булыу, Хайран? Был һорауға яуап һин үҙең бит: игелек, киң күңел, һәр бер йән эйәһенә мәрхәмәт. Эргәмдә мәрхәмәткә мохтажлыҡ күп, яҡыныма арҡа терәп йылымды уртаҡлашһам да мин һаман кеше булып ҡалам әле. Ә мине юҡ итергә теләгән дошман кейеме йылы, ҡиәфәте туҡ, һыны тура, ҡарашы тәкәббер булыуға ҡарамаҫтан – әҙәмлеген күптән юғалтҡан. Эйе, әҙәм балаһының, ҡанһыҙлығы менән үҙен ни тиклем түбәнгә төшөрөргә һәләтле икәнен күрҙем мин уларға ҡарап.

Ошо аңлау рухымды нығытты, йәшәүемә мәғәнә бирҙе. Ниндәй генә ғазап кисерһәм дә киләсәгебеҙ хаҡына тере ҡаласаҡмын, тинем. Керпегеңдең күбәләк ҡанатылай елпелдәп иренемде ҡытыҡлауын тойорға, Нурия ҡыҙымдың ҡояш еҫе сыҡҡан өлпәк сәсен күкрәк тултырып һуларға, имән тубырсығы һымаҡ тығыҙ тәнле Нурлығаян улымды һауаға сөйөргә, уның сыңғырҙатып көлгәнен ишетергә үҙемә-үҙем вәғәҙә бирҙем. Һәр аҙымымды уйлап баҫырға, фашисҡа зыян итә алмаһам да, яҡшылыҡ эшләмәҫкә: шахтаға ебәрҙеләр – аяғымды имгәттем, заводта – бармағымды ҡырҡтырҙым. Ахырҙа, әсирҙәр өсөн ағастан аяҡ һауыттары яһаған оҫтаханала эшкә ҡуштылар. Үҙем кеүектәргә файҙам тейә, тип ҡыуанған булдым. Әҙәм балаһына шундай ғына булһа ла ҡыуаныс кәрәк икән ул, Хайран.

Ә бер көндө лазаретҡа индереп һуҙып һалдылар – ни булғанды аңламай ҡалдым мин. Ҡанымды ала башланылар: еңелеү белмәгән ата-бабамдың мыҡты ҡаны фашист тамырҙарынан ағасаҡ, балаларымдың йәнен ҡыйырға атлыҡҡан вәхшиҙең ағзаларына минең ҡаным ҡеүәт бирәсәк... Сараһыҙлығымдан үрһәләндем, тик һуң ине. Аҡтыҡ ҡаным менән яуызлыҡҡа хеҙмәт итмәҫ өсөн, миңә үлемдән башҡа юл ҡалдырманы фашист... Бер нимәгә ҡарамайынса тере ҡалырға, һеҙгә әйләнеп ҡайтырға ҡарар иткәндә, был золомдоң мөмкинлеге уйыма ла килмәгән ине... Тик фашист йәшәүгә юлымды тотош ҡамаланы. Үҙемә лә, һеҙгә лә меңәр мәртәбә ҡабатлаған вәғәҙәмде боҙмаҫҡа сарам ҡалманы шунда, Хайран!”

 

* * *

Һуғыш ҡыҙа бара, Отто һаман ҡайтмай, Көнсығыш фронтҡа ирҙәр көндән-көн күберәк кәрәк, шуға күрә “вермахт ярҙамсылары” тип ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла төрлө эштәргә йәлеп итә башланылар. Был ваҡытта Эмманың ағаһы менән ҡустыһы ла фронтта ине. Шуға күрә берҙән-бер ҡыҙҙарын әсәһе үҙҙәренән алыҫҡа ебәргеһе килмәне һәм Эмма Хёвельхоф вокзалына эшкә урынлашты. Ошо вокзалға. Шуға күрә бындағы йыртҡыслыҡ гелән уның күҙ алдында барҙы. Эшкә килә ятаһың, ә юл ситендә инде бер нисә үлек аунай. Сөнки сентябрь баштарында лагерҙа барактар төҙөй башланылар, шуға күрә меңәрләгән әсирҙе ете километрға буласаҡ барактар өсөн щиттар алырға ҡыуалар ине. Яурындарына ауыр йөк һалған ауырыуҙар йәки хәлһеҙҙәр юлда ҡолаһа, уларҙы приклад менән туҡмайҙар, штык менән сәнсәләр йә атып үлтерәләр. Башҡалары ел иҫкәнгә сайҡалып, көс еткеһеҙ йөктән эйелеп конвойҙарҙың типкеләүе, сәнскеләүе аҫтында яй ғына алға тәнтерәкләй. Щитты иң тәүҙә алғандар ныҡ алға китә, ә иң һуңғыларына уларҙы йүгерә-атлап ҡыуып етергә тура килә, ә һуштан яҙып йығылғандарҙы башҡаларына щитҡа һалып лагерға алып ҡайтырға тура килә. Йыш ҡына конвойҙар бер нисә кешене этеп йыға ла, йөктәре аҫтында баҫылып ҡалған кешеләрҙән көлөп күңел аса.

Быға шаһит булған кешеләр ҙә был мәрәкәгә йылмайып тамаша ҡыла, сөнки Геббельстың тәүлек әйләнәһенә “әҙәм аҡтыҡтары”, “ҡоторған йыртҡыстар”, “азиаттар өйөрө” тип атаған пропагандаһы, йәлләп тормай юҡ итергә, ер йөҙөнән һепереп ташларға, донъяны уларҙан тиҙерәк таҙартырға саҡырыуы һәр бер немецтың ҡолағында туҡтауһыҙ яңғырап тора.

Ноябрь аҙағында Оттоның хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр килде. Эмманың ҡустыһы Ганс Сталинград йүнәлешендә һуғыша ине. Ҡыш уртаһында уның да хаттары килеүҙән туҡтаны. Бары шунда ғына еңел еңеүҙәрҙән иҫергән Германия айныға һәм ысын һуғыштың нимә икәнен аңлай башланы, ахыры. Әммә Геббельс: “Беҙ көнсығышта шул ҡәҙәрем күп ерҙәр яулап ала алдыҡ, хәҙер үҙебеҙгә нисек уңайлы, шул тиклем оҙаҡ һуғыша алабыҙ. Беҙгә хәҙер түҙемлек кенә кәрәк! Түҙемлек! Еңеү – ваҡытҡа ғына бәйләнгән”, – тип йыуатты.

1943 йылдың йәйендә Эмманың өлкән ағаһы һәләк булды. Ғаиләләрендә СС гәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Зигфрид менән айырыуса ғорурлана торғайнылар. 1941 йылдың июлендә уларҙы фронтҡа оҙатыр алдынан рейхсфюрер Генрих Гиммлер үҙе сығыш яһап: “Был – идеологиялар һәм расалар һуғышы. Бер яҡтан беҙ – арийҙар расаһының ҡиммәттәренә нигеҙләнгән национал-социализм идеологияһы, икенсе яҡтан 180 миллион халыҡ – исемдәрен дә әйтергә ерәнес расалар һәм милләттәр өйөрө. Уларҙың әшәке булмышы шундай ки, уларҙы бер нисек тә үҙгәртеү мөмкин түгел, бары тик һис ҡыҙғаныуһыҙ атырға, бер ниндәй мәрхәмәтһеҙ юҡ итергә, Ер йөҙөн уларҙан таҙартырға тура киләсәк”, – тигән бурыс йөкмәткәйне. Иң һуңғы кистә, табын артында Зигфрид был тарихи осрашыу хаҡында тулҡынланып һөйләгәндән һуң, бөтөн ғаиләләре менән “амин” тип аяғүрә баҫып шнапс күтәрҙеләр. Ә Эмма үҙенең “180 миллион!” – тип тетрәнгәнен, ә ағаһының уны “беҙ бит баштан-аяҡ ҡоралланғанбыҙ, был бит моторҙар һуғышы” тип тынысландырғанын яҡшы хәтерләй. Бына шул ҡаһарман Зигфрид – хәҙер юҡ инде...

 

Күп йылдар үткәс, шул осорҙағы карикатураны күреп, рәссамдың ни тиклем хаҡ булғаны хаҡында уйлағайны Эмма: Гитлер бер ҡулына тимер тәре тотҡан, икенсеһе менән ҡәбергә күрһәтә. Аҫта яҙыу: “Мин һеҙгә дан менән ер вәғәҙә иткәйнем. Хәҙер һеҙҙең тегеһе лә, быныһы ла булды”.

Әммә күпте теләп һуғышҡа атлыҡҡан һәм ҡайҙалыр Мәскәү эргәһендә ятып ҡалған Оттоның тәреһе генә түгел, хатта ҡәбере лә юҡ, ә Зигфридтың иҫтәлеккә тик тимер тәреһе генә ҡайтты. Бөйөк Германия өсөн арий расаһының иң һылыу вәкилдәрен тапҡаны менән ғорурланған һәм малайҙарын антик аллалар менән сағыштырған әсәһен өлкән улы хаҡында “фюрер өсөн батырҙарса һәләк булды” тигән яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҙә, тимер тәре лә йыуата алманы. Ул ҡапыл биреште, ҡаты ауырып, бер нисә ай ғазапланып ятҡандан һуң, һөйөклө малайҙары киткәс дөм-ҡараңғыға әйләнгән яҡты донъя менән хушлашты. Нисәмә йылдар буйы күптәрҙе көнләштереп йәшәгән татыу, өлгөлө ғаиләнән атаһы менән Эмма ғына тороп ҡалды. Әсәһен  юғалтыуҙан айнып та өлгөрмәнеләр, улар ғорурланған, улар ышанған бөйөк Германия юҡҡа сыҡты. “Улай булырға тейеш түгел, түгел ине, – тип үрһәләнде Эмма Раббынан ғәҙеллек талап итеп. – Улар бит Аллаһыҙ советтарға ҡаршы Һинең исемең менән барғайны”.

 

Шулай ҙа яҙмыш атаһы менән Эмма өсөн дә ҡыуаныс һаҡлаған икән. 1947 йылда Ганстан хат килеп төштө: бәхеткә күрә, ул Сталинград тамуғынан ҡотолоп пленға эләккән булған, ә 1954 йылда инде үҙе ҡайтып инде. Элекке шаян, көләс, сибәр егет урынына алдарында күҙҙәре төпкә батҡан, арҡаһы көмрәйгән, ап-аҡ сәсле таныш түгел кеше баҫып тора ине. Апаһының йәлләп ҡарауынан уның ирен ситенә йылмайыу ишараты ҡунды: “ Әгәр ҙә һин мине әсиргә төшкән сағымда, Сталинградтан сыҡҡанда күрһәң, ҡайһылай матурайып киткәнһең тип һоҡланыр инең”, – тине ул. Күргәне бар ине Эмманың. Совет, Америка, Англия кинохроникаларынан әсиргә төшкән немец һалдаттарының йәлләүес йөҙҙәрен бөртөкләп тиерлек әллә нисә тапҡыр ҡараны ул. Йөрәге ҡанһыраһа ла, араларында таныш йөҙҙәрҙе эҙләне, Отто менән Ганс булһасы, тигән өмөтө күҙҙәрен йомолмаҫҡа мәжбүр итә ине. Тик ул был хаҡта ҡустыһына бер ҡасан да һөйләмәне, уны аяны. Сөнки ҡиәфәте генә түгел, ҡылыҡ-фиғеле лә үҙгәргәйне Ганстың: тиҙ генә ҡыҙып китә, йәки сәғәттәр буйы бер нөктәгә төбәлеп уйланып ултыра, юҡтан ғына истерикаға бирелә.

Бер мәлде табын артында ул ҡапыл күгәренеп һикереп торҙо, алдында торған кофеһы салт-аҡ өҫтәл ябыуына түгелде.

– Был нимә? – тине ул йыбырлап китеп барған энә күҙәүендәй генә бөжәккә күрһәтеп. Бер аҙ тынысланғас, ғәфү үтенеп: – Миңә бет һымаҡ күренде лә... – тип көлгән булды. Өҫтәлде йыйып алғандан һуң, һауыт-һаба йыуырға тотонған Эмма янына килде лә, таҫтамал алып тәрилкәләрҙе ҡороторға кереште.

– Ҡурҡма, апай, мин псих түгел. Тик ул бөжәктәр үҙәгемә үтеп бөткән, – тине. Шунан таҫтамалын ситкә һалып, тәмәке тоҡандырҙы ла балкон ишегенә һөйәлде. – Ҡырҡ өсөнсө йылдың 30 ғинуары ине. Иҫемдә ҡалған, сөнки икенсе көнөнә Паулюс, ниһайәт, капитуляция иғлан итте – әгәр ҙә шул тиклем һуҙмаған булһа, унар меңләгән кеше иҫән ҡалыр ине. Беҙ Иоһанн менән темеҫкенеп, берәй ашанты табып булмаҫмы тигән өмөт менән емереклектәр араһында тәнтерәкләп йөрөйбөҙ. Эргәлә меңәрләгән ярым яланғас үлектәр аунай. Ярым яланғас, сөнки кейергә эшкашҡан нәмәләрен әлегә тере яуҙаштары сисеп алып бөткән. Мәйеттәргә иғтибар итеүсе юҡ – күнегелгән. Был емерек ҡала, үҙе өсөн үс алған һымаҡ, беҙҙе ғәмһеҙ-хисһеҙ тере мәйеттәр өйөрөнә әйләндергән инде. Тере мәйет, сөнки хатта үҙеңдең үлемең дә ҡурҡытмай. Күпме йөрөгәнбеҙҙер, ара-тирә осҡан осраҡлы снарядтарҙың береһе шартланы ла Иоһаннға ярсығы килеп ҡаҙалды. Алыҫ түгел яралылар ятҡан подвал барлығын белә инек, дуҫымды шунда һөйрәп алып инеп, әпен-төпөн яраһын бәйләгән булдым. Врач, медицина ярҙамы тигән нәмә күптән юҡ ине инде. Ҡанды күп юғалтыуҙан Иоһанн өшөй башлағас, уны йылытырға тырышып ҡосаҡлап яттым да онотолғанмын. Күпме ятҡанмын, йоҡлағанмынмы, һушһыҙ булғанмынмы, ниндәйҙер йыбырлауҙан иҫемә килдем, битемде һыпырып ҡараным да ҡотом осто: эргә-тирәмдәге үлектәрҙең беттәре, миллионлаған беттәр, хужаларының һыуынған тәндәрен ташлап миңә күсә. Имәнестән нимә эшләргә белмәй атылып тышҡа сыҡтым, ерҙә аунайым, ҡар менән битемде, ҡулымды һыпырам... Хәҙер уйлаһаң, ҡурҡыныс һаташыу һымаҡ...

Эшенән туҡтап тыңлаған Эмма бер һүҙ ҙә өндәшмәне, юлда ятып йән биргән хәшәрәт әсирҙең дерелдәгәнен күҙ алдынан ҡыуырға тырышып ҡабат һауыт-һабаға тотондо.

– Миңә ун биш йәштәр булғандыр, йылдағыса диңгеҙ буйында ял итә инек. Беҙ көн һайын Зигфрид менән иртәле-кисле оҙаҡлап һыу инәбеҙ. Айырыуса ҡояш байып барған саҡта матур: беҙҙең ҡарайып янған тәнебеҙ һуңғы нурҙар яҡтыһында алтынға мансып алынған һымаҡ күренә. Бер көндө әсәйем киске ашҡа саҡырып яр буйына үҙе килде. Тулҡындар менән уҙышып ярға сығып килгән өлкән улының мыҡты, камил, һомғол кәүҙәһенә һоҡланып ҡараны ла:

– Улдарым Аполлондың үҙе һымаҡ матур, – тип арҡамдан һөйҙө. Шул сағында мин әсәйемдең йөҙөнән уға алла әсәһе булыуҙың ни тиклем татлы икәнен күрҙем. Ысынлап та, беҙ үҙебеҙгә үлемһеҙ булып тойола инек. Беҙ Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарҙан да өҫтөнөрәк – был әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ ләззәт сығанағы. Һиңә арий расаһы булып тыуыу бәхете насип булған, һин камилһың – бер кемгә лә, бер нәмә лә иҫбатлауҙың кәрәге юҡ... Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙе аллалар итеп тойоу бәхете биргән бөйөк фюрер өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға ла әҙер инек, – тип дауам итте Ганс. – Оттоға ер, Зигфридҡа дан кәрәк ине, ә мин һуғышҡа советтарҙың әҙәм кимәленә күтәрелеп етмәгән бәндәләрен ер йөҙөнән юҡ итеү миссияһы менән барҙым. Мин танкыларға ҡаршы барырға, кешелек цивилизацияһына янаған ҡырағай азиаттарҙың боғаҙынан алырға әҙер инем. Әле иһә, һөйөклө әсәйемдең “алла”һы, миллионлаған беттәрҙән таланып, үкерә-үкерә бысраҡ ҡар өҫтөндә аунайым! Ә эргәмдә унар меңдән ашыу минең һымаҡ “алла”ларҙың боҙ булып ҡатҡан мәйете аунай һәм улар хәҙер хатта беттәргә лә кәрәк түгел. Әлбиттә, мин былай тип уйларлыҡ, ниндәйҙер һығымталар яһарлыҡ хәлдә түгел инем, әммә мин шуларҙы тойҙом.

Беҙгә бит большевиктарҙан яҡшыраҡ, өҫтөнөрәк булыуыбыҙ һеңдерелгәйне. Ә ҡайһы яғыбыҙ менән яҡшыраҡ? Ундай һорау хатта әсиргә төшкәс тә башыма килмәне. Ысынында, Сталинградта ла, алыҫ төньяҡтағы лагерҙа ла миндә тик бер генә нәмә – ашау ҡайғыһы була торғайны.

Йәп-йәшмен, ҡот осорғос ябыҡмын һәм асмын. Иртән күҙемде тырнап асҡандан алып, төндә ҡара упҡынға ҡолап төшкән һымаҡ онотолғансы бер генә уй: ашау, ашау, ашау... Форсат тейеү менән яҡындағы ауылға һоранырға барам. Кемдер теш араһына ҡыҫтырырлыҡ берәй нәмә бирә, күптәр бирмәй, сөнки үҙҙәренә лә наҡыҫ. Бер көндө йәнә яурыныма утын түмәре һалып сығып киттем. Ҙур ғына өйҙөң ишеген барып ҡаҡтым, өлкән генә ҡатын асты. Түмәремә ымлайым: “Утын кәрәкмәйме?” Йылмайҙы ла, һарай яғына күрһәтә: стена буйлап ыҡсым итеп өйөлгөн бихисап утын. Боролоп китергә торған еремдә, өйгә әйҙәне. Индем. Аш еҫенән башым әйләнеп китте. Әҙәмсә өҫтәл артына ултыртты, ҡуйы, тәмле йәшелсә ашы һалып бирҙе, икмәк телеп тотторҙо. Усына яңағын терәгән килеш текләп ултырҙы ла:

– Бала ғынаһың бит, – тине. “Нишләп минең илемә баҫып индең?” – тип һораманы. Башы менән стенала эленеп торған фотоларға ымланы: – Бәлки, минең уландарым да ҡайҙалыр тинтерәп йөрөйҙөр ҙә, уларға ла берәйһе ошолай игелек итер, – тине.

Үҫкән саҡта беҙгә мәрхәмәт, һөйөү тураһында бик күп һөйләнеләр: өйҙә лә, мәктәптә лә, сиркәүҙә лә... Бөйөк Германияны, фюрерҙы, ата-әсәңде, яҡыныңды, һәм, әлбиттә, Алланы яратыу тураһында, Алланың икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәте һәм һөйөүе хаҡында. Мин бит үлтерергә лә һалдат ҡайышымдың айылында “Gott Mit Uns” – Алла беҙҙең менән – тигән һүҙҙәрҙе ялтыратып барҙым. Ә бында, беҙ Аллаһыҙ тип һанаған Рәсәйҙә, стенаһында коммунистик хеҙмәт алдынғыһы тигән маҡтау ҡағыҙҙары эленеп торған өлкән ҡатындаң өйөндә Алланың ысын мәрхәмәте менән һөйөүен тойҙом. Алла уның менән түгел, Алла уның булмышында икәнен тойҙом.

Оҙаҡ ваҡыттар эсендә беренсе тапҡыр ҡорһағымдағы рәхәт ауырлыҡтан ирәйеп лагерға китеп барғанда ирекһеҙҙән: “Минең әсәйем уның әсиргә төшкән улына шулай яҡшылыҡ эшләр инеме икән?” – тип уйланым да, үҙ-үҙемә: “Юҡ, эшләмәҫ ине”, – тип яуап ҡайтарҙым.

“Һуң беҙ уларҙы “унтерменш”, хайуан тип һананыҡ бит, – тип уйланы Эмма. – Мин уларға икмәк биреү түгел, йәшәргә лайыҡтар тип тә ҡараманым.

Ҡараманым һәм ҡарарға ла теләмәйем! – тип ҡысҡырғыһы килде уның. Нисә йыл элек кенә беҙ ни тиклем бәхетле, ә донъябыҙ ҡайһылай күркәм ине! Шуларҙың барыһы ла ҡайҙа булды һуң?”

“Ни өсөн шулай? Быға кем ғәйепле?” – тигән һорауҙы хатта үҙенә бирергә лә ул әҙер түгел ине. Моғайын, тап шул мәлдәлер, Эмма барыһын да яңынан башларға ҡарар итте. Бөтөн көсөн йыйып үткәнде томаланы ла ғүмер юлын өр-яңынан башлап алып китте.

 

* * *

Тыуа-тыуғандан ошонда йәшәһә лә Эмманың бер ваҡытта ла был юлды йәйәү үткәне булмаған һәм уның хәлһеҙ кеше өсөн ни тиклем алыҫлығын белмәгән икән. Тотош бер ғүмер оҙонлоғо юл, ғазап, ҡайғы, вәхшәт юлы. Алтмыш дүрт йыл буйына көтөрлөк, өс мең километр араны йүгереп килеп етерҙәй булып һағынырлыҡ, шундай мөхәббәткә лайыҡ булырлыҡ кешенең ошо юлдарҙан йөрөгәне... Шул бысраҡ, түбәнһетелгән, туҡмалған, иҙелгән кешеләрҙең һәр береһенең ҡайҙалыр ошолай һағынып көткән кешеләре булғаны... Шуларҙың барыһы өсөн үкенес уның күңеленең ҡасандыр таш һымаҡ ҡатырылған тәрәнлегенән бүҫелеп килеп сығып боғаҙын йыртты... Һыҡтау булып яңғыраны, әсе йәш булып сикәһен өттө.

Үҙе атланы, үҙе иланы, нисәмә тиҫтә йылдан һуң барыһын да – яттарҙы ла, үҙенекеләрҙе лә, шул иҫәптән үҙен дә ҡыҙғанып иланы ул. Ошо юлдан үҙенең күптән үтергә тейеш булғанын уйлап иланы.

 

* * *

Барҙы ла барҙы Фәрхинур. Ете саҡрым түгел, етмеш ете тапҡыр ете ине был ғазап юлы. Аяҡтары үҙҙәре зыяратҡа алып килеп еткергәс, алдында иҫәпһеҙ-һанһыҙ булып теҙелеп киткән ҡәбер бағаналарын күреп иҫе-аҡылы китте. Күпме ҡәһәр, ғазап, рәнйеш, әрнеү... Нисек барыһын да ҡуйыныңа һыйҙыра алдың һин, эй, тупраҡ?! Нишләп шундай ҡәһәрҙәргә дусар булдың һин яҡты донъяның был күркәм төбәге? Аҫтарыңдан һыу түгел, ыу урғыла инеме, нисек шундай ҡәбәхәттәр тыуып үҫте һиндә? Әсәләрҙең аналығы йәһәннәмгә әйләнеп, тамуҡта яныр яһилдарҙы яҡты донъяларға тыуҙырҙымы? Әллә әсәләрҙең түшенән хәләл һөт урынына йылан ағыуы эркелә инеме? Нишләп шундай ҡәбәхәтлектәр ҡылынды ошо күк аҫтында? Ошо күктәргә донъяға гел хайран ҡалып, һоҡланып баға торған яҡты күҙҙәреңде мөлдөрәтеп... – Фәрхинурҙың боғаҙына йыртырҙай булып ҙур төйөн тығылды, – мөлдөр-мөлдөр-мөлдөр итеп, йәнең ҡыйналып, нисә мең тапҡырҙар ҡараның икән, йөрәккенәм?!

Күңеленең әрнеүле һамағы аҫтында меңәрләгән ҡәбер таштары араһында аҙашты Фәрхинур... Һәр береһе өсөн ата-инәһе, йән һөйгәндәре, балалары ҡан йәш түгеп илаған ғәзиз бәндәләрҙең аҫыл һөйәктәрен ҡаплаған ошо тупраҡҡа баҫып торған аяҡтарын ялҡын ялмап, түҙгеһеҙ өтөп алды ла, сараһыҙҙан йәшел сирәмгә тубыҡланды. Һаҡ ҡына яурынына ҡағылғанға башын ҡалҡытты.

– Ул бында, – тине Элиас. – Саҡ ҡына арырыраҡ.

Меңәр саҡырымдарҙы йүгерә-атлап, хәле бөтә ҡалһа имгәкләп килергә әҙер булған аяҡтары бер нисә аҙым ҡалғас быуынһыҙланды.

– Мин хәҙер, хәҙер, – тип ҡарһаланды Фәрхинур хәлһеҙләнгәненә уңайһыҙланып. “Хәҙер, йөрәккенәм”, – тип бышылданы. Инде эргәһенә килеп еткәс тора алмай ултырғанын Нуруллаһына хыянат күреп ҡалҡынды.

Хәләленең аҫыл һөйәктәрен ҡаплаған тупраҡҡа барып тубыҡланғас, маңлайын ғәзизенең маңлайына терәгән һымаҡ йәм-йәшел сирәмгә сәждә ҡылып, ниһайәт, шыбырлай алды: “Мин һине яратам, Нурулла!” Шыбырланы ла үҙ-үҙенә ҡолаҡ һалды – алтмыш дүрт йыл буйы булмышына нышып-нышып тултырылған наҙы тамсы ла бүҫкәрмәгәненә ғажиз булып ҡабатланы: “Йәнемдән артыҡтар күреп яратам, Нурулла!..”

Ике донъя араһын иңләгән был һөйөү һүҙҙәре – Мөхәббәттең мәңгелек доғаһы – тап ошо мәлдә ҡабул ҡылынды булыр: ҡояштың нуры хәләленең йылыһы булып сикәһен һөйгәнде, еләҫ ел уның ҡулдары булып сал сәстәрен һыйпағанды айырым-асыҡ тойҙо шунда Фәрхинур, күңеленә һиллек, йәненә тыныслыҡ ҡунды.

Нуруллаһына барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләне Фәрхинур, меңәрләгән көндәр, йоҡоһоҙ төндәр буйы иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡабатлаған хәбәрҙәренең бер һүҙен дә төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тырышып теҙҙе:

– Балаларың һине, Аллаға шөкөр, ныҡ яратты. Теге бәйгенең иң ҙур бүләген тотҡан килеш тура айғырыңдың муйынынан ҡосоп төшкән берҙән-бер фотоһүрәтеңде ҙурайттырып, икеһенә лә айырым эшләтеп бирҙем. Үҙәктәре өҙөлөп һағынып китһәләр, атайым тураһында һөйлә әле, тип һорарҙар ине. Оҙон-оҙаҡ ҡышҡы төндәрҙә буран олоуына ҡолаҡ һалып әкиәт түгел, һинең турала тыңлап үҫтеләр. Ат өйрәткәндә ҡолап тишелгән башыңдағы яра эҙенән башлап, буранда юғалған ҡолоноңдо эҙләгәндә туңған аяғыңдың зәғиферәк булып ҡалған кескенә бармағына тиклем белә торғайнылар.

Һин киткәс тыуған Нурлығаяныбыҙ, ҡыҙым тыуһа ла, улым тыуһа ла, исемендә Нур булһын, тип әйткәйнең бит – апаһы Нурияға ҡарар ҙа: “Һин бәхетле, һин атамды күргәнһең”, – тигән булыр ине. Ә ҡыҙыбыҙ – ике йәшлек бала нимә иҫләһен инде – мин һөйләгәндән инде. – Эйе, атайымдың мине бейеккә-бейеккә ырғытҡанын иҫләйем. Ул ырғытып ебәрә, ә мин тамсы ла ҡурҡмайым, рәхәтләнеп сырылдап көләм. Шунан атайым көлә-көлә мине тотоп ала, – тип һөйләгән була. Ә Нурлығаяныбыҙ уға көнләшеп ҡарай ҙа: “Мин дә ҡурҡмаҫ инем”, – тиер ине.

– Кеше ҡаны, кеше рәнйеше, кеше ҡарғышы менән һуғарылған был тупраҡ аҫтында ятыуҙары ла еңел түгелдер, йөрәккенәм, – тип бышылданы Фәрхинур кеҫәһенән бер ус тупраҡ төйнәлгән ҡулъяулығын сығарып. – Тыуған ауылыңдың рәхмәт менән һуғарылған пак тупрағы ҡара гүреңде ҡотло итһен, – Ҡап-ҡара бай тупраҡты йәшел сирәмгә ҡәҙерләп таратты ла, ғәзизенең өҫтөнә ябылған затлы юрған һымаҡ һыйпап, уйға талып ултырҙы. – Биштәреңә тығырға онотоп ҡалдырған бер йомарлам кипкән ҡоротто ла алып килдем, Нурулла. Һине оҙатҡанда әсәйем алып килгәйне. Шул хатамды теше төшөп бөткәнсе онотторманы. “Кейәүем минең ҡыр сейәһенең япрағын һалып ҡайнатҡан ҡоротомдо һәләк ярата торғайны”, – тип гүр эйәһе булғансы маҡтанды.

Шул саҡ киҫәк кенә ҡара болоттан яуа башлаған ямғырҙың эре тамсыһы сикәһенә тамды.

– Кемебеҙ илай? – тип һораны Фәрхинур. – Һин илайһыңмы, йөрәккенәм? Әсәм йәнеме? Әллә үҙемме? Күктең үҙе сыҙамайынса йәш түгәме булмаһа?

 

Ҡапыл баш осонда сатыр хасил булғанға ҡалҡып ҡараны: теге немец егете олоғара ҡулсатырын асҡан икән. Ул арала өлкән генә немец әбейе ҡәберҙең икенсе яғына теҙләнде.

Фәрхинур үҙенең хәленә инеп, әрнеүен уртаҡлашып, аяп баҡҡан күҙҙәргә, фрау Зильберттың йылдар, ҡайғылар, тоҙло йәштәр уңдырған аҡһыл-зәңгәр күҙҙәренә, ҡараны ла ғүмер буйы сер уртаҡлашҡан әхирәте һымаҡ күреп:

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәгәйнем, – тине.

– Ә мин, яратам, тип ҡат-ҡат әйткәйнем дә бит, – тип бышылданы Эмма,- берәй игелекле әҙәм ер ҡуйынына һалмаһа, һөйәктәре ҡайҙалыр Мәскәү эргәһендә һаман аунап яталыр инде.

Алыҫ Башҡортостандан алып килеп ҡәбер сирәме өҫтөнә һибелгән ҡара тупраҡты һыйпап ҡара сатыр аҫтында ултырған был өлкән йәштәге ике ҡатынға ошо олоғара донъяла мөхәббәт менән яҡшылыҡтан башҡа бүлешергә бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Ә ҡабат балҡып сыҡҡан ҡояштың шуҡ нурҙары, эргәләге ағастарҙың леперҙәгән япраҡтары, кемуҙарҙан һайраған ҡоштар, һөңгө кеүек тырпайып үҫкән үлән ҡыяҡтарында емелдәгән шаян ысыҡ тамсылары аша ошо ҡәберҙәрҙә ятҡан миллиондарса ҡорбандар һаман ялбара, оран һала:

Тереләр! Әле Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тыныслыҡ һаҡланһын, кешеләр һәм халыҡтар араһында татыулыҡ булһын өсөн бөтөн булмышығыҙ, йәнегеҙ-тәнегеҙ менән тырышығыҙ!

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: