Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Ноябрь , 17:45

Бөкрөлөкмө, дөрөҫлөкмө?

Борон-борон заманда бер ауылда бер бөкрө егет йәшәгән, ти. Бөкрө булғанына бик кәмһенгән, ти, егет.

Бөкрөлөкмө, дөрөҫлөкмө?
Бөкрөлөкмө, дөрөҫлөкмө?

Ауылдағы башҡа егеттәргә ҡушылып аулаҡ өйҙәргә, ҡыҙҙар янына ла бара алмаған. Барһа ла, ҡыҙҙар уны һанға һуҡмайҙар икән. Шунан егет бер яңғыҙы урманға китә икән дә урманда йөрөй икән: ҡоштар һайрауын, япраҡтар ҡыштырлауын тыңлап күңелен йыуата икән. Көндәрҙән-бер көндө урманда йөрөгәндә, егет ниндәйҙер ят тауыштар ишеткән. Тауыш килгән яҡҡа киткән һәм бер урман аҡланына килеп сыҡҡан. Ә аҡланда пәрей туйы икән.

Аҡландағы меңләгән пәрей тәгәрәй-тәгәрәй, һикерә-һикерә бейейҙәр икән, ә үҙҙәре: “Шаршамбы, шаршамбы”, - тип ҡысҡыралар икән. Егет аптырашта ҡалған. Ниңә тиһәң, ул көндө шаршамбы түгел икән, йома икән. Ни эшләп йома көндө шаршамбы тип ҡысҡыралар был пәрейҙәр, тип егет: “Бөгөн шаршамбы түгел, йома!” – тип ҡысҡырып пәрейҙәрҙе төҙәтергә теләгән. Ләкин уйынан кире ҡайтҡан. Меңләгән пәрей шаршамбы тип ҡысҡырғанда, бер үҙем йома тип ҡысҡырыу килешмәҫ, тип уйлаған. Һәм шунда, үҙе лә һиҙмәҫтән, пәрейҙәргә ҡушылып: “Шаршамбы, шаршамбы”, - тип ҡысҡыра башлаған. Бөтә пәрейҙәр, кеше тауышы ишетеп, бейеүҙәренән туҡтап ҡалғандар. Егет янына туй атаһы – ҡарт пәрей килгән. “Һин, әҙәми зат, - тигән ҡарт пәрей, - бында ни эшләп йөрөйһөң? – тигән. – Йәнә лә ни өсөн беҙгә ҡушылып шаршамбы тип ҡысҡырҙың, бөгөн бит йома көн”, - тигән. “Меңләгән пәрей шаршамбы тип ҡысҡырғанда, бер үҙем йома тип әйтергә баҙманым”, - тигән егет. “Улай икән, - тип әйткән ҡарт пәрей, - инде улай икән, беҙҙән һиңә ни кәрәк, йәнең ни теләй?” – тип һораған. “Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, бөтә нәмәм етеш. Хатта артығы ла бар, шунан ҡотола алмайым”, - тип егет бөкрөһөн күрһәткән. Ҡарт пәрей егеттең арҡаһынан һыпырған икән – бөкрөнән елдәр иҫкән, төп-төҙ егеткә әйләнгән егет.

Егет ауылына ҡайтҡан. Шишмәгә һыу алырға төшкән ҡыҙҙар сип-сибәр, төп-төҙ егетте күреп, шунда уҡ ғашиҡ булғандар, һыу алырға ла онотоп, егет артынан киткәндәр. Бер-икеһе ғашиҡ булыуҙан һуштарын юйған.

Күрше ауылда тағы ла бер бөкрө егет йәшәй икән. Был егеттең дауаланыуын ишетеп, ул әлеге егет янына килгән. “Әйт әле, зинһар, нисек ҡотолдоң бөкрөңдән?” – тип һораған. Төҙ егет нисек булғанын һөйләмәгән. “Йома көндө урмандағы фәлән урынға бар”, - тип, пәрейҙәр туй яһаған аҡландың адресын биргән. Йома көндө киткән күрше ауылдың бөкрө егете урманға, эҙләп тапҡан аҡланды. Туйҙың ҡыҙған сағына тура килгән. Әлеге лә баяғы пәрейҙәр “Шаршамбы, шаршамбы”, - тип ҡысҡыралар икән. “Эй бахырҙар, - тип уйлаған егет, - пәрей тиһәң пәрейҙәр шул, бөгөн йома көн икәнен дә белмәйҙәр”, - тип пәрейҙәрҙе ҡыҙғанған, һәм: “Бөгөн шаршамбы түгел, йома!” – тип ҡысҡырған. Пәрейҙәр бейеүҙәренән туҡтағандар. Егет янына теге ҡарт пәрей килгән. “Һин, әҙәми зат, - тигән ҡарт пәрей, - бында ни эшләп йөрөйһөң? – тигән. Йәнә лә: - Ни өсөн меңләгән пәрей коллектив менән шаршамбы тип ҡысҡырғанда, бер үҙең йома тип ҡысҡыраһың?” – тигән. “Дөрөҫө шулай, бөгөн йома бит”, - тигән егет. “Дөрөҫө шулаймы ни? Бөгөн йомамы ни? – тигән дә ҡарт пәрей, - һиңә беҙҙән ни кәрәк һуң?” – тип һораған. “Зинһар өсөн, бына шунан ҡотҡарығыҙ”, - тип егет бөкрөһөн күрһәткән. Ҡарт пәрей егеттең арҡаһынан һыпырған икән – егеттең бер бөкрөһө янына икенсе бөкрө үҫеп сыҡҡан. Ҡарт пәрей был бөкрө егеткә теге бөкрө егеттең дә бөкрөһөн өҫтәп ҡуйған, ти...

 

Туфан  МИҢНУЛЛИН дың “Дуҫтар йыйылған ерҙә” пьесаһынан.

 

 

 

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: