Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Октябрь , 11:52

Еҙнә аҡсаһы (ҡыҙыҡ хәл)

Рәлиә КОРОЛЕК 

Еҙнә аҡсаһы (ҡыҙыҡ хәл)
Еҙнә аҡсаһы (ҡыҙыҡ хәл)

Башҡорт туйы аҙналап бара. Әсәйҙең һеңлеһен шулай кейәүгә биреп, нисәнсе көн ҡунаҡ булалар. Әлеге лә баяғы оло бер йәштәге ағай килеп мине "этлеккә" этәләй:
- Бар, ҡара костюм кейгән ағайға бар ҙа "Еҙнәй, аҡса бир" тиген! Балдыҙ кешеләргә шулай аҡса бирергә тейештәр еҙнәйҙәр.

Өләсәйҙең "аташ" тип йыш әрләүенә ҡарамаҫтан, оялыу хисе бар әле миндә. Оҙаҡ уйланып ҡорған артында йәшенеп тора бирәм. "Бар, бар" тип төрткөләй теге апам. Бөтә батырсылығымды усыма йыйып табын артында йыйылған ҡунаҡтар араһына инеп киттем. Өҫтәлдең бер башында апайым менән "Еҙнәй" тигән бер кеше ултыра ине. Тыныс, матур ғына йылмая. Һорайым тинем дә, ҡыйыулығым юҡҡа сыҡты. Белмәгән таныш булмаған кешенән нисек аҡса һорайым мин?

Ярҙамға әсәй килде:
- Нимә булды? Берәй нәмә кәрәкме әллә?
Ҡолағына шыбырлап ҡына:
- Миңә еҙнәйҙән аҡса кәрәк, - тинем.
- Эээээй, әттәгенәһе... Ҡыҙым еҙнәһенән аҡса һорап килгән бит! - тип яр һалып серемде ҡысҡырып әйтте лә ҡуйҙы әсәйем.

Эйе шул, эйе шул, ике бөртөк балдыҙыңа аҡса бирәһең инде, тип хуплап та ҡуйҙы ҡунаҡтар. Фуууух, ярай әле, апа шаяртмаған булып сыҡҡан.
Еҙнәй тигән кешем пинжәгенең түш кеҫәһенән аҡса сығарҙы. Унда 100 һум аҡса ине. Аҡсаны һоноп торған усыма һалды ла, эйелеп кенә ҡолағыма шыбырланы:
- Апайың менән ваҡлап бүлешеп алырһығыҙ, йәме.

Ҡыуанысымдың юҡтыр сиктәре, иртәгә үк магазинға барам. Нимә тине әле, бүлешеп алығыҙ, тине бит. Яртыһы миңә, яртыһы Гүзәл апайыма тимәк. Бөгөлгән урынан йыртып, яртыһын апайыма һонам:
- Мә, был һиңә, еҙнәй бирҙе!
- Әсәй, ҡарале нимә эшләтте был аҡсаны!?!? - тип ҡунаҡтар ишетерлек һөрән һаласы быныһы. "Тауыш" тип йыйылышта ҡысҡырып кешеләрҙе тынысландырған шикелле, ҡунаҡтар ҡапыл бер юлы шымып ҡалдылар. Бөтәһе лә миңә текләп ҡарайҙар.
- Фәридә, ни эшләп аҡсаны йырттың? - тип әсәйем миңә аптыраған ҡараш ташланы.

- Һуң еҙнәй үҙе аҡсаны апайың менән ваҡлап бүләшеп алығыҙ тине ләһә...

Усымда уртаға йыртылған йөҙ һум аҡса ята. Бөтәһе лә ҡысҡырып шарҡылдап көлә минән. Оялышымдан ҡайһы тишеккә инергә белмәй, бер нәмә лә аңламай, зырлатып ҡысҡырып илап ебәрҙем. Илағас, былар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырып көлә башланылар. Үпкәләп бүлмәгә йүгереп инеп киттем дә, йәшенеп илауымды дауам итәм. Шунда әсәйем килеп инде:

- Фәридә, аҡсаны йыртып ваҡламайҙар. Уны магазинда ғына ваҡлап бирә алалар. Хәҙер ул эшкинмәй инде...

Үҙем үҙемде бер әрләп, бер йәлләп илайым һаман...

Шулай ҙа аҡсаны ҡағыҙ, елем менән йәбештереп ҡуйҙыҡ. Магазинда алдылар. Ҡыуаныс!!!

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: