Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Октябрь , 11:19

Фәрештә (детектив хикәйә. Аҙағы)

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Фәрештә (детектив хикәйә. Аҙағы)
Фәрештә (детектив хикәйә. Аҙағы)

*****

Иртә менән тәфтишсенең үлеме тураһында атаһы ла хәбәрҙар ине.

– Марсты күҙәтергә кәрәк, – тине атаһы. – Шунһыҙ осона сығырлыҡ түгел, уларҙың был ҡара эштәрен дәлилләп тә булмаясаҡ.

– Тота һалып кемде яллайһың һуң? Яҡшы детектив урамда аунап ятмай бит,  – тине Айбулат бер мәлгә аптырап.

– Мин бит әле ауырыу сәбәпле эшкә йөрөмәйем. Әсәйеңде иҫкәртәйем дә, хәҙерҙән үк күҙәтеү-тикшереү эшен башлайым.

Үҙенә-үҙе эшләгән Марс төш ауғас ҡына йоҡоһон туйҙырып, ҡала уртаһында урынлашҡан офисына юлланды. Унан ҡабат сыҡҡанын оҙаҡ көтөргә тура килмәне Рәфиткә. Сәркәтибе менән етәкләшеп килеп тә сыҡты. Көлөшә-көлөшә машинаға ултырып та киттеләр. “Ғүмере буйы буйҙаҡтар һанын арттырып йөрөһә лә, был буш йөрөмәй икән”, – тип уйланды Рәфит арттарынан яйлап ҡуҙғалғанда. Яҡутов паркында урынлашҡан тыштағы кафела тамаҡ туйҙырғандарын да ситтән генә күҙәтергә тура килде полиция майорынан ҡапыл эҙәрмәнлек эшенә күскән кешегә. Асыҡ иҙеүе менән иң тәү сиратта иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткән алтын оҙон сәсте эшенә алып барып ҡуйғас, Марс Зарина йәшәгән коттеждар йәшәгән ауыл яғына юлланды. Юлда туҡтап гөлләмә алды, иҫерткес эсемлектәр һатылған магазинға кереп сыҡты. “Барыһының да күңелен күрә белә. Береһенең янына ла буш бармай был йылан аяғын киҫкән нәмә”,  –тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә Марс артынан йәнә китте Рәфит.

Туғанының урамына тиҙ генә керә алманы үҙе. Машинаһын икенсе урамда ҡалдырып киткәс, оҙаҡ ҡына инергә урын эҙләне. Бар ерҙә бөтөнлөк яратҡан Рәил бағаналарын кирбестән һалып, нигеҙен цементҡа ултыртып, бейек тимер рәшәткәнән ҡойма ҡуйҙыртҡан ине урамын әйләндереп. Эт тә керерлек түгел. Баҡсаларының артынан урман башлана. Бер нисә йыл ауған ағасты һөйрәтеп килтереп, ҡоймаға һөйәгәндән һуң, шуға йәбешеп менеп китте. Тик осло кәртә барыбер үҙенекен итте. Һикергәндә күлдәге буйынан-буйына шатырлап йыртылды. “Баш һау булһа, мал табылыр. Килгән ҡаза шуның менән бөтһөн”, – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы Рәфит.

Ул йорт янына яҡынлашҡанда, һөйөп-һөйөшөп бер тына һыуһын ҡандырған тол ҡатын менән буйҙаҡ ир, башы тулыһынса ябылып тирә-яғы гөл-сәскә менән биҙәлгән еләҫ күтәрмәнең бер мөйөшөндә бәүелсәкле креслола ҡапма-ҡаршы ултырып, һут эсәләр ине. Ҡасандыр Рәил ҡустыһы төрлө ерҙән алып ҡайтып ултыртҡан емеш-еләк ҡыуаҡтары араһында боҫоп уларҙың һөйләшкәндәрен тыңлауҙан башҡа сара ҡалманы Рәфиткә.

– Теге житлекмәгән тәфтишсе дә китеп барған икән, – тине Зарина хахылдап көлөп.

– Һарыҡ бәрәсе шайы ла юҡ икән бахырың. Ҡаршылашып та өлгөрмәне. Шундайҙар полицияла эшләгәнгә лә илдә тәртип яғы аҡһай инде... – Быныһы Марстың тауышы ине.

– Хи-хи-хи... Сина эләкһә шулай иде. Теге юлы жигерме биш йәшлек кешеде лә ых та итмәй генә теге донъяға ебәрҙең бит...– Зарина ни арала һөйәренең алдына менеп тә ултырҙы. – Бына бит синең ҡулдарын ниндәй көслө. Беләктәрендә мускалдарын нисек уйнап тора. М-м-м... – Ҡатын ирҙе ҡосаҡлап битенән, муйындарынан үбергә, ҡулдары менән иркәләргә кереште.

– Тфү, шайтан арбаһынан төшөп ҡалған нәмә... – Рәфит ергә ласҡылдатып төкөргәндә асыулы уйын саҡ ҡысҡырып әйтмәне. – Диктофон ебәрмәйенсә атаң башын ҡарап тораммы икән? Былар янында йә етлекмәгән тәфтишсе, йә мәмәй ауыҙ шымсы йөрөгәнгә лә эҙҙәренә һаман төшөп булмай инде...

Шаңҡытҡыс һуңғы хәбәрҙәрҙән һуң ҡулдары ҡалтырана-ҡалтырана диктофонын ебәреп, күҙәтеү эшенә йәтешләп ултырғанда, бер-береһенә ас беттәй йәбешкән ир менән ҡатын яратышып туҡтағандар ине.

 – Ирең, һин әҙерләгән ризыҡтан ҡаны ҡуйырып, тромбоз менән үлде. Мин һинең менән тахикардиянан аяҡ һуҙырмын инде, – тип йыш-йыш тын алып өҫ-башын рәткә килтерҙе Марс.

– Монстр ясама әле минән, ха-ха-ха! – Сарафан төймәләрен элгән Зарина иргә йәнә һырыҡты. – Сине артыҡ ныҡ яратҡанға хистәремде тыя алмый ҡалам бит...

Мөхәббәт уйынын ирекһеҙҙән ҡарап ултырған Рәфит ишеткәндәренән, күргәндәренән бер мәлгә шаңҡып ҡалды. Батыр үлеме – мәрйәнән, тигәндәре дөрөҫ икән. Их, Рәил! Ҡатыныңа артыҡ ышаныуың арҡаһында гүр эйәһе булдың инде. Әлеге күренеште күреп, ишетеп торһаң да, һаман уны яҡлыр инеңме икән?! Урыҫтар юҡҡа ғына, ышанһаң да – тикшер, тип әйтмәйҙәр икән, тип уфтанып алды.

Артабан да, был икәүҙе күҙәтеп, тикшереп йөрөүҙең кәрәге юҡ ине. Рәфит сығыу яғын ҡараны. Бер нисә тимер гөл көршәген сәскәһенән бушатып, шулар ярҙамында кәртә аша менеп сығып китә алды. Юл ыңғайы өйөнә ҡайтып өҫ кейемен алмаштырғандан һуң, Зөлхизәнең енәйт эше буйынса тикшереүҙе дауам иткән тәфтишсегә кереп үҙенең материалын өҫтәп ҡуйыуын үтенде. Заринаның биографияһына ҡағылышлы мәғлүмәт алыр өсөн Краснодар өлкәһенә һораулама ебәрергә, Марстың әрмелә ҡайҙа хеҙмәт итеүе хаҡында белергә кәрәк икәнлеген кәңәш итте. “Йәш кенә егет булһа ла, үҙ эшен белгән, яратҡан кеше күренә. Фәтүә сыҡмаҡсы бынан. Иң мөһиме кешелекле. Хәҙерге заманда шул аҡһаҡ бит халыҡта. Ҡанһыҙ хаиндар шуға арта ла”, – тигән уй менән сыҡты Рәфит уның янынан.

Марс әрмелә ҡул һуғышына өйрәтеүсе частә хеҙмәт иткән икән. Быны Айбулат кисен атаһына шылтыратып әйтте. “Әлеге ваҡытта  Зарина менән икеһен ҡулға алырға ордер әҙерләнә. Полиция менән мин дә барасаҡмын”, – тине ул.

 

****

 

Иртә менән бер төркөм полиция хеҙмәткәрҙәре Заринаны өйөндә тап итә алманы. Марсты эҙләп, уның эш урынына барғанда ҡот осҡос фажиғәле күренешкә тап булдылар. Күп ҡатлы эш офистарын берләштергән, урам яғына ҡараған стенаһы тотошлайы менән тиерлек быяланан ғына торған һигеҙенсе ҡатҡа лифт менән менеп кенә еткән инеләр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сыйылдашып ҡысҡырышҡан, дөбөр-шатыр нимәлер ауған тауышты ишетеп аҙымдарын ҡыҙыулаттылар. Марстың кабинетында бер-береһенә йәтсәләй йәбешеп ҡысҡырышҡандар нотариустың сәркәтибе менән Зарина ине.

– Ул минеке! Кем икәнлегеңде лә белмәйһеңме ни, сәй ташыусы әҙәм аҡтығы! Прислуга! – тип, көндәшенең бер ус сәс йолҡомон ҡулына тотҡан килеш, һул яҡ битен тырнап алды Зарина.

– Иреңдең байлығы булмаһа, һиңә төкөрөп тә бирмәҫ ине, дура! – тип, эш урынындағы ҡатын да бирешергә теләмәне. Ыңғайына Заринаны бар көсөн этәп ебәрҙе.

Беҙ үксәле туфлиҙарҙағы ҡатын кәүҙәһен был юлы тота алманы. Бер нисә аҙым артҡа атлағын ыңғайға,ҡайҡайып китте. Тәҙрә араһына ҡуйылған бәләкәй генә рәшәткәләргә һөрлөктө һәм ыңғайына ҡойолған быяла ярсыҡтары менән бергә аҫҡа төшөп тә китте. Ишектән яңы ғына кереп килгән бер төркөм полиция артынан йүгереп барғанда, йәнһеҙ кәүҙә бер машинаның өҫтөндә ята ине.

– Минең ғәйебем юҡ! Иртә менән килеп үҙе бында тауыш ҡуптарҙы! Һуғышырға йәбеште! Үлем менән янаны! – тип, үҙен-үҙе белмәйенсә ҡысҡырған ҡатынды алып китер алдынан тынысландырырға тура килде.

Эш урынына машинаһынан төшөп килгән, бер һөйәркәһе ҡулына бығау кейеп сығып килгәнен, икенсеһен ҡара шыптырға тултырғандарын күргән Марс шунда уҡ барыһын да аңланы. Шыпырт ҡына боролоп ҡабат машинаһы яғына китеп барғанда, Айбулат ҡыуып етеп, ҡулын артҡа шаҡарҙы.

Полиция бүлегенә алып барғас:

  • Минең ғәйебемде дәлилләрлек һеҙҙең бер нәмәгеҙ ҙә юҡ, – тип үҙенә өйөлгән енәйәт эштәренән Марс баш тартты. Үҙен иркен тотто. Уға ҡурҡырлыҡ бер ниндәй ҙә сәбәп юҡлығын иҫбат итергә тырышты. Бары тик Зөлхизәнең камералаштары, уға сәнсеүсе ҡатындар ғына кергәс, ҡарашын аҫҡа йәшереп маташты. Ҡулдарын бер өҫтәл өҫтөнә ҡуйып, бер аҫҡа төшөрөп бармаҡтарының быуындарын шытырлатып бөкләүенән үҙен беҙ өҫтөндә ултырғандай хис итеүен аңларға мөмкин ине.

Тегеләре әҙәп һаҡлап тартынып торманылар:

- Аға, ҡайҙа беҙгә вәғәҙәләнгән аҡса?

– Ҡасан беҙҙе иреккә сығаралар?

– Һеҙ беҙҙе бында оҙаҡ тотмаясаҡтар тинегеҙ бит! – тип бер-береһен уҙҙырып ирҙе бөрөп алып баралар.

Бер ни тиклем уларҙың сыр-сыу килеп, Марсҡа ташланырға әҙер тороуҙарын, был өсәү араһында бәйләнеш барлығын аңлағас, тыйырға тура килде.

– Үҙегеҙҙең ҡайҙа икәнлегеҙҙе онотмағыҙ! Был һеҙгә баҙар түгел! – тип, Зөлхизәнең тикшереү эше үҙенә йөкмәтелгән тәфтишсегә тамаҡ төбө менән ҡаты ғына итеп әйтергә тура килде. Тынһалар ҙа, Марсҡа тишә яҙып ҡарауҙарын дауам иттеләр.

Үҙе йәшәгән подъезда электр велосипедын ошо ике ҡатын урлаған, тигән һылтау менән Зөлхизәнең суды көндө был ике ҡатынды ҡулға алғандар икән. Унан алда, Марс  уларға, ҙур ғына суммалағы аҡса һәм балаларын мәктәпкә урынлаштырырға ярҙамлашырға вәғәҙә иткән. Ярыҡ ялғаш алдында ултырып ҡалыуҙарын, етмәһә, полицияға ялған мәғлүмәт биргән өсөн ҙур ғына күләмдә штраф түләргә тейеш булыуҙарын, кешегә бысаҡ күтәргән өсөн бер нисә йылға рәшәткә артына ултырасаҡтарын белгәс, ҡатындар йәнә телгә килде. Был юлы уларҙы тыйып алып тоторлоҡ та түгел ине. Марсты эттән алып эткә һалып һүктеләр.

– Ике донъя рәхәтен күрмә, мәғлүн! – тинеләр ҡарғай-ҡарғай, ҡабат камераға киткәндәрендә.

Бындай ваҡиғалар ағышын көтмәгән Марс:

– Эҙләнеү эшенә ярҙам итһәм, язаны йомшартасаҡтармы? – тип, тикшереү эшендә теләктәшлек белдерҙе.

– Әлбиттә, – тине тәфтишсе асыу ҡатыш көлөмһөрәп. – Тик ике кешене, етмәһә, полиция вәкилен үлтергән енәйәтсенең яҙмышын нимә көткәнен һин үҙең дә белергә тейешһең...

Шул көндө үк Зөлхизәнең аяғынан уның ҡайҙалығын полицияға махсус программа аша күрһәтеп тороусы беләҙекте систеләр.

– Судҡа шәһит итеп саҡырырбыҙ,  – тинеләр, ғәфү үтенгәндән һуң.

*****

 

Зөлхизә әсәһенең үлемен нисектер тыныс, шулай булырға тейеш, күптән көткән ваҡиға һымаҡ ҡабул итте. Йәнә үҙ-үҙенә бикләнеп, яҡын кешеләрен бер-бер артлы юғалтыу ҡайғыһы аяҡтан йығып ҡуймаһын, тип борсолдо Рәғиҙә.

– Мин бөгөн төшөмдә әсәйемде күрҙем, – тип әйтеп һалды, әбеһе менән икәү генә ҡалғас.

– Нимә тип керҙе һуң ул? – тине, һағайып, ҡамыр баҫып торған еренән. Иртәгә Заринаны һуңғы юлға оҙатҡас уҡытыласаҡ Ҡөръән ашы өсөн бауырһаҡ бешерергә әҙерләнә ине.

– Таң атып килә ине. Ҡап-ҡара күлдәк кейгән, ҡара төҫтәге йоҡа шәл ябынған һыны янымда пәйҙә булды. Мин үҙемдең йоҡлағанымды ла белеп ятам. Төш икәнен дә...

– Һы... – Ҡулына ҡамыры йәбешмәһен өсөн тиҙ-тиҙ баҫырға тотонған Рәғиҙә йәнә һағайып ҡуйҙы.

– Мине кисереүеңде һорарға килдем, ҡыҙым, тине, –  тине Зөлхизә моңһоу ғына.

– Ҡыҙым, тип әйттеме шулай? – Рәғиҙә бүлдермәйенсә түҙә алманы. – Ул бит йәш күренергә тырышып һиңә ҡыҙым тип өндәшмәне. Үҙенә әсәй тип әйтергә лә ҡушманы...

– Эйе. Был юлы ҡыҙым тине... – Зөлхизә моңһоу ғына көлөмһөрәп ҡуйҙы. – Атайың янына мин дә китәм. Яманлап иҫкә алма. Йәнем тыныслыҡ тапмаҫ әтеү, – тине.

– Үҙенең йүнһеҙлеген һуңлап булһа ла аңлаған икән дә... – Артығын ысҡындырғанын аңлаған Рәғиҙә телен тешләне.

– Ғәфү итәм тинем инде, –  тине Зөлхизә әбеһенең әйткән һүҙҙәренә иғтибар итмәйенсә. – Ҡарғыш менән киткәндәрҙе тегендә ныҡ йонсоталар ти бит...

– Ул хәтлемен үк ҡайҙан беләһең ул һин? – Рәғиҙә аптырап ҡуйҙы.

– Атайым үлгәс, үҙемә урын тапманым. Туҡтауһыҙ иланым. Хатта үҙемә ҡул һалырға ла уйлап бөттөм. Шунда хәлемде аңлаған, минең менән Башҡортостандан килеп уҡыған бер студент ҡыҙ мәсеткә барырға тәҡдим итте. Атайым рухына бағышлап ҡөръән уҡыттыҡ, хәйер һалдыҡ. Мулла үҙемде лә өшкөрҙө. Ул доға уҡый башлағайны, мин илай башланым. Үҙем балауыҙ ҙа һыҡҡан түгел кеүекмен. Әммә күҙҙән субырлап йәш аға ине.

– Ниңә икән? – Бауырһағын бысаҡ менән киҫеп майҙа ҡайнатырға әҙерләнгән Рәғиҙә туҡталып, ҡыҙға ҡарап алды.

– Күҙ тейһә, ниндәйҙер ҡара көстәрҙең шауҡымы ҡағылһа, кешене өшкөргән саҡтарында үҙен-үҙе белмәйенсә илай, тип аңлатты мулла.

– Ыста... – Рәғиҙә ысынлап тороп аптыраны. Атеистик тәрбиә менән үҫкән ҡатын бындай нәмәләргә иғтибар ҙа итмәй, һөйләһәләр ышанмай ҙа ине.

– Күңелем бер ни тиклем тынысланды. Атайым менән бергә саҡтағы күңелле мәлдәрҙе иҫләп, уның янымда саҡта үткән ғәмһеҙ бала сағым өсөн эстән рәхмәт әйтә башланым. Бында ла, тегендә лә беҙҙе тик яҡшы эштәребеҙ ерҙә күңел тыныслығында булырға икәнлеген, үлгәс тамуҡ ғазаптарынан  ҡотҡарасағын аңланым... – Зөлхизәнең күҙҙәре йәшләнде. – Әсәйемде мин дә кисермәһәм, былай ҙа тауҙай гонаһлы бисара күңеле тегендә үҙенә урын тапмайынса ҡаңғырасаҡ бит...

– Эй, балам...  – Ҡайнап торған майға бауырһаҡтарын һала башлаған Рәғиҙә, онло ҡулын да һөртөргә онотоп, Зөлхизәне килеп ҡосаҡланы.  – Йәш кенә көйөңә күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙар бирелеп тә һынмауың үҙе батырлыҡҡа тиң бит, – тип ҡушылып иларға кереште.

– Әл дә һеҙ бар. Миңә һәр ваҡыт ышанғанығыҙ өсөн рәхмәт! – тине Зөлхизә һулҡылдай-һулҡылдай.

– Ила, әйҙә, ила. Күңелеңде бушат. Былай ҙа керһеҙ күңелең сафланып ҡалыр... – Ике гүзәл зат ҡосаҡлашып оҙаҡ ҡына балауыҙ һыҡты.

Икенсе көнөнә әсәһен ерләгәндә, Зөлхизәнең илағанын күреүсе булманы. Тораташтай шаҡ ҡатып ҡарап тик торҙо ул. Заринаны урамдан алып сығып барғанда, ике яғынан да ҡултыҡлап тораған Рәғиҙә әбеһе менән Айһылыу еңгәһенә ебәреүҙәрен һораны. Артынан йүгерер, тип борсолған инеләр. Был иһә урынынан да ҡуҙғалманы. Ир-аттар мәйетте алып  киткәс, уға сабырлыҡ теләргә, йыуатырға тырышыусы ҡатын-ҡыҙҙарға баш ҡағып ҡына торҙо. Ерләп ҡайтҡандан һуң, мулла әсәһенең рухына бағышлап доға уҡығас, үҙ ҡулы менән хәйер таратты. Күмәкләшеп доға ҡылғас:  

– Әсәйемдең кем икәнен барығыҙ ҙа белде. Атайым мәрхүм генә уны фәрештә урынына күрҙе. Артыҡ шашып яратыуы күҙен томалағандыр. Әсәйем кемде рәнйетеп өлгөргән, эстән генә уны кисереүегеҙҙе һорайым. Йә булмаһа миңә әйтегеҙ. Уның ғәйебен эш менәнме, ярҙам менәнме, аҡса менәнме юйырға тырышырмын,  – тине.

– Йәш кенә булһаң да, күпте аңлайһың, беләһең икән дә, – тине мулла тамағын ҡырып. – Ата-әсәйеңдең был донъяла ҡылып киткән гонаһ-бурыстарын үҙ иңеңә алырға тырышыуың сауап булып әйләнеп ҡайтһын. Һәр ваҡыт юлыңда үҙең кеүек изге күңелле кешеләр генә осраһын, – тип теләк теләне үҙе лә Зөлхизәнән бер нисә йәшкә генә өлкән мулла.

Ҡөръән ашынан һуң кешеләр таралышҡас, Зөлхизә яңғыҙы ғына ҡалырға теләүен әйтте. Рәғиҙә менән Рәфит уға өйҙәренең  ишеге һәр ваҡыт асыҡ булыуын, кәрәк ваҡытта тәүлек әйләнәһенә уларға мөрәжәғәт итә алыуын еткереп ҡайттылар.

Кисен йоҡларға ятырға йыйынғанда, Зөлхизәнең әсәһен ерләгәндән һуң әйткән һүҙҙәре күңеленә тынғылыҡ бирмәйенсә үҙен уйланырға мәжбүр итеүен ҡатынына әйтте Рәфит.

– Ҡәберең янында балаларыңды һине юҡһынып илауҙарын теләһәң, уларҙы үҫтергәндә ҡаҡмай-һуҡмай ғына үҫтер, тиҙәр. Зарина өсөн иһә Зөлхизә тыуыу менән бер артыҡ йән эйәһе булды, – тине Рәфит.

– Йөрәге булған кеше бесәй балаһына ҡарата ла мәрхәмәтлерәк була инде,  – тине Рәғиҙә лә ирен йөпләп, сәс тарап торған еренән. – Был һуң бисараны имеҙмәй күпме астан йонсотто. Һөйәркәһен үлтереүҙә ғәйепләп төрмәгә ултыртып унан ҡотолорға уйлауы бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит...

– Шулай булһа ла, Зөлхизәлә әсәһенә ҡарата һөйөүе бөтмәгән. Уны беҙҙән кисереүебеҙҙе һорауы бөтөнләй көтөлмәгән булды, – тине Рәфит, ҡустыһының ҡыҙы менән ғорурланыуын белдереп.

– Эйе, мин дә уны элек телефонынан айырыла алмаған, атаһының аҡсаһы менән май эсендәге бөйөр кеүек йәшәп боҙолоп бөткән, әсәһенә оҡшап йүнһеҙ генә ҡыҙ булыр, тип уйлай инем,  – тине Рәғиҙә йәнә ире менән килешеүен белдереп. – Тик, май сүлмәге тышынан билдәле тиһәләр ҙә, кешенең тышҡы донъяһына ҡарап ҡына фекер йөрөтөргә ярамай икән шул...

*****

 

Ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, Марсҡа ҡарата хөкөм эшен ябыу буйынса үткәрелгән судҡа Мәскәүҙән уҡыуынан ҡайтҡан Зөлхизә менән Рәфит барҙы. Нотариус булып эшләгән ир, Урта Азиянан аҡса эшләргә тип килгән Рахманды, тәфтишсе Илсур  Кимовичты үлтереүе, Зөлхизәне үзбәк ҡатындарын ҡотортоп үлтертергә тырышыуының ғәйебен таныны.

– Зөлхизәнең ҡулына бысаҡ нисек барып эләкте? – тип һораны судья.

– Артынан килеп йоҡлата торған шыйыҡса менән танауын баҫтым. Рахманға сәнскәс, бысаҡтағы үҙемдең бармаҡ эҙҙәрен йыуып, уның усына ҡыҫтым...

– Уның йоҡо дарыуын да наркотик матдәләр менән һеҙ алмаштырҙығыҙмы? – Судья төпсөнөүен белде.

– Юҡ. Әсәһе. Йәғни Ҡорманова Зарина Марат ҡыҙы.

– Берҙән-бер балаһына ни өсөн үсләште икән? – тине судья аптырап.

– Ҡорманов Рәил Рәмзил улынан ҡалған мираҫты ҡыҙы менән бүлешкеһе килмәне... 

– Үгәй әсәйҙәр тураһындағы ҡурҡыныс әкиәттәрең ары торһон, бындай үҙ әсәйең бар ҙа, – тип судья баш сайҡаны. – Ҡорманов Рәил Рәмзил улын, йәғни ирен ни өсөн үлтерҙе икән Зарина? Был турала һеҙ хәбәрҙәр түгелме?

– Минең менән танышҡас, унан ҡотолорға теләне. Бергә булырға хыялланды. Мине үлеп яратам, тине. Билдәле, иренән айырылып китһә, бер нимәһеҙ сығыр ине.

– Ҡомһоҙлоҡ, йыртҡыстарса һалҡын ҡанлылыҡ үҙенең дә әжәлен яҡынайтыусы сәбәп булған икән... Тик хәҙер йәнә бер нимә аңлашылмай. Һеҙҙе яратҡас, Зарина Ҡормановаға Ҡасаев Рахман менән бәйләнеш ниңә кәрәк булды икән? – тине судья бер мәл тын торғандан һуң.

– Уның менән Зөлхизәне төрмәгә ултыртырға тигән уй менән алдан уҡ планлаштырып, танышты.

– Һм-м-м... Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сериалдарҙы күп ҡарау әтнәкәһе шулай мейеһен шыйыҡлата микән... Тағы ла әйтер һүҙегеҙ бармы?

– Шайтан ҡотҡоһона бирелдем,  – тине ул, рәшәткә аша Рәфит менән Зөлхизәгә ҡарап. – Дөрөҫөрәге, Зарина башымды бутаны. Тормошомдо ожмахҡа әйләндерергә вәғәҙә иткән фәрештә ерҙә үк тамуҡ утына һалып китте. Язаны икебеҙгә лә бүлегеҙ, тимәйем. Үлгән кеше был донъя менән иҫәп-хисапты күптән өҙгән. Тик күп урында уның да ғәйебе, ҡыҫылышы барлығын, судья әфәнде, онотмаһағыҙсы, –  тип башын түбән эйҙе.

Уның сығышынан һуң, прокурорға һүҙ бирҙеләр.

– Ҡорманова Зарина Марат ҡыҙы 1982 йылдың 25 майында Краснодар өлкәһендә донъяға килә. Ғаиләлә бер бөртөк бала була. Атаһы мәктәптә физкультуранан уҡыта. 1990 йылда уның уҡыусы ҡыҙ балаларға бәйләнеүе, енси яҡынлыҡ ҡылырға тәҡдим итеүе тураһындағы һүҙ  директорға барып етә. Балаларҙың ата-әсәһе ялыу менән мөрәжәғәт итә. Уҡытыусыны үҙ теләге менән эштән китеүен һорайҙар. Эшһеҙ ҡалғас, эскегә бирелә. Ҡала бәҙрәфендә кассала ултырған әсәһенең эш хаҡына ғына йәшәүе ауыр була. Айнымай эскән атай кеше, етмәһә, өйҙәге әйберҙе, ризыҡты алып сығып хәмергә алмаштыра. – Прокурор ошо ваҡытта, мине тыңлайҙармы-юҡмы тип уҡыуынан туҡтап, суд залында ултырыусыларға күҙ йүгертеп, тамаҡ ҡырып алды.

– Зарина Ҡорманованың биографияһына ҡағылышлы мәғлүмәтте артабан да дауам итегеҙ, – тине судья, ниндәйҙер шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр ишетәсәктәрен алдан тойған төҫлө.

– Бер көндө эшенән иртәрәк ҡайтып кергән әсәһе Зарина менән атаһын бер түшәктә тота. Төрмәгә ултыртыу менән янап сәрелдәгән ҡатынын ир икмәк киҫә торған бысаҡ менән сала. Һуңынан Зарина Ҡорманова, атаһы уны ун йәше тулған көндө көсләүе, шул ваҡыттан алып, әсәһе өйҙә юҡ саҡта, ҡурҡытып яҡынлыҡ ҡылырға мәжбүр итеүе тураһында полицияға һөйләй. Медицина тикшереүе үткәс, ун өс йәшлек балала ул ваҡытта психик яҡтан тайпылыш булыуын дәлилләгән справка ла килә. Атаһы төрмәлә үлеп ҡала. Ҡыҙ үҙе кеүек ауырыуҙар йыйылған интернатта йәшәй. Ун һигеҙе тулғас, унан ҡаса һәм төрлө урындарҙа йыйыштырыусы булып эшләй. Ике меңенсе йылдар башында Башҡортостанға күсеп килә һәм артабанғы яҙмышы һеҙгә билдәле. Моғайын, әле иҫән булһа ла, уның психик яҡтан һау түгеллеге иҫбатланыр һәм дауаханаға оҙатылыр ине, – тип прокурор һүҙен йомғаҡланы.

– У-у-уф... – Әсәһе хаҡындағы яңылыҡты тетрәнеп тыңлап ултырған Зөлхизәнең ыңғырашыуы  залда ултырыусыларҙы һиҫкәндереп ҡуйҙы.

Марсты егерме йылға иркенән мәхрүм итергә, тигән ҡарар сығарҙы судья. Хөкөм залынан ҡулына бығау кейеп сығып барғанында Зөлхизәгә бер тапҡыр ныҡ итеп тултырып ҡарап алды. Әсәһе тураһында ишеткән яңылыҡтан былай ҙа саҡ-саҡ ултырған ҡыҙҙың арҡа буйы земберләп ҡуйҙы был ҡараштан. Барыһын да күреп-белеп ултырған Рәфит элекке курсташының был ҡарашынан нимә әйтергә теләгәнен төшөнә алманы. Әллә ҡыҙҙа әсәһендәге оҡшаш һыҙаттарҙы эҙләне, әллә уны үкһеҙ йәтим итеүҙә туранан-тура ҡатнашлығы барлығы өсөн кисереүен һораны. Сиселмәҫ йомаҡ һымаҡ күңелендә төйөн булып ҡалды Рәфиттең.

Бешкән алмалай ике бите ҡыҙарған, хөкөм залынан сыҡҡан саҡта аяҡтарын урынынан саҡ-саҡ ҡуҙғатып атлаған Зөлхизәнең хәлен аңлап, Рәфит табип саҡыртыуҙарын үтенде. “Тиҙ ярҙам” машинаһы килгәнсе, ҡабул итеү бүлмәһенә керетеп торҙолар. Уныһы оҙаҡ көттөрмәне. Мөләйем генә фельдшер ҡатын Зөлхизәне ҡарағас:

– Ҡан баҫымы күтәрелгән. Укол һалдым, – тип Рәфит янына сығып әйтте.

– Хәле ҡурҡыныс түгелме һуң? – тине бабаһы борсолоп.

 – Хәҙер ҡан баҫымы яйланыр. Әҙерәк торғас, саф һауаға алып сығығыҙ,  –  тип кәңәш бирҙе табип.

Ҡышҡы көн – арҡан оҙонлоҡ ҡына. Рәфит менән Зөлхизә Юғары суд бинаһынан сыҡҡанда, күҙ бәйләнә башлаған ине. Бағаналарҙа электр уттары йым-йым иткән аллея буйлап атлап киттеләр.

– Әсәйемдең миңә ни өсөн көндәш кеүек ҡарауына әҙерәк төшөнгәндәй иттем,  – тине Зөлхизә бер ни тиклем һүҙһеҙ барғас.

– Ауырыған икән шул бисара, – тигән булды Рәфит ни тип яуап бирергә белмәйенсә.

– Күрәһең, ул мине атайымдан көнләшкән. Уның мине балаһы итеп яратыуын аңлай, төшөнә алмаған, – тине Зөлхизә уфтанып. – Яҡын кешеһе үҙенә ҡарата шундай ҡанһыҙлыҡ күрһәткәнгә инде. Ә бит ул олатай тейешле кеше була...

 – Ҡайһылай итәһең инде, ҡыҙым. Кеше туғанын һайлап ала алмай бит.

– Ата-әсәһен, туғанын һайлай алмай. Әммә үҙең менән йәнәш йөрөгән шайтанды насар эштәрең менән үҫтереп торорғамы, әллә һине һаҡларға тырышыусы фәрештәңә яҡшы эштәреңде яҙыр өсөн мөмкинселек бирергәме, үҙеңдән тора, тиҙәр...

– Яҙмышҡа, һине тәрбиәләгән мөхиткә генә һылтаныу, ысынлап та, дөрөҫ түгелдер, – тип Рәфит тә уның менән килешеүен белдерҙе.  

Дөрөҫлөктөң, ниһайәт, ялғанды еңеү тантанаһы уңайына Рәфит бабаһының ҙур, татыу ғаиләһе менән бер табынға йыйылғас, Зөлхизә йәнә барыһын да аптыратты.

– Мин ситтән тороп уҡыуға күсеп ҡайттым, – тине ул. – Яңы йылдан һуң бер нисә аҙнаға Мәскәүгә барып сессия биреп кенә киләм.

– Атайыңдың теләген тормошҡа ашырмайһыңмы ни, ҡыҙым?  –тине Рәфит был көтөлмәгән хәбәргә бер ни тиклем шаңҡып ҡалып. – Ул бит һинең төплө белем алып, үҙенең эшен дауам итеүсе итеп күрә ине...

– Үҙ аллы уҡыр өсөн хәҙер бөтөн уңайлыҡтар ҙа бар, бабый. Борсолма, – тип йылмайып ҡараны Зөлхизә уға. – Алған белемеңде практика менән нығытҡанда ғына уның һөҙөмтәһе күренә. Әлбиттә, әле үк барыһын да үҙ ҡулыма алам, тимәйем. Уның өсөн минең әлегә тәжрибәм дә юҡ, тормошто ла аңлап етмәйем.

– Ярҙам итергә теләүсе берәйһе табылдымы әллә, ҡыҙым? – тип Рәғиҙә лә һүҙгә ҡушылды. Әсәләрсә ҡурсаларға тырыша ул Зөлхизәне. Был эскерһеҙ баланы атаһының аҡсаһы, байлығы өсөн берәйһе алдап ҡуймаһын, тип борсола ине.

– Юҡсы, – тип оялып ҡына йылмайҙы Зөлхизә. – Айсыуаҡ  ағайым бит баҙар иҡтисадын биш бармағылай белгән кеше. Атайымдың эшен ул дауам итер, тип ышанам. Мин әлегә ярҙамсыһы булырға әҙер.

– Әлләсе, –  тине бындай тәҡдимде көтмәгән Рәфиттең икенсе улы Айсыуаҡ. – Рәил ағайымдың эшен, әлбиттә, дауам иткәндә яҡшы инде...

– Бик хуп, – тине Рәфит. – Рәил ҡустымдың рухы ла шатланыр ине.  

– Ағый, әтеү, әле үк һиңә бер эш бар, – тине Зөлхизә. – Олатайым менән өләсәйем йәшәгән, Рәфит бабай, һеҙҙең тыуған ауылдағы мәсетте төҙөп бөтөрөргә сығымдар кәрәклеген бөгөн интернетта яңылыҡтарҙан күреп ҡалдым. Спонсор эҙләйҙәр. Килемдең күпмелер өлөшөн шул иман йортон төҙөтөп бөтөрөүгә тотонайыҡ. Документ эше менән ярҙамлашһаң ине.

– У-у-у, хәйриә эшенә лә тотонорға өлгөргәнһең! Маладис!  –тип Рәил һоҡланыуын белдерҙе.  

– Тағы ла бер яңылығым бар, – тине Зөлхизә. Үҙенең ике битен гөлт итеп ҡыҙыллыҡ ялмап алды. – Икенсе йомаға мине һоратырға киләләр. Һеҙ минең ғаиләм, барығыҙҙың да ул көндө минең янда булыуығыҙҙы теләйем.

– Бына-быныһы бөтөнләй көтөлмәгән яңылыҡ, –  тип көлөп ебәрҙе Айбулат. – Буласаҡ кейәүҙең кем икәнлеген алдан белә торорға мөмкинме? Ни тиһәң дә профессионал ауырыу үҙенекен итә – кемлеген белмәйенсә тыныслана алмаясаҡмын...

– Йоҡлай ҙа алмаясаҡмын, тиң, – тип янында ултырған ҡатыны көлөп ебәрҙе.

– Эйе. Йоҡлай ҙа алмаясаҡмын. Ә йомаға тиклем тағы бер аҙна бар. Хәлдән таясаҡмын, әтеү. Әйт тә ҡуй инде, – тине Айбулат. Уйынлы-ысынлы.

– Сер түгел. Һеҙ уны барығыҙ ҙа күргәнегеҙ бар. Хатта уны Рәфит бабайым беҙгә үҙе саҡырып килтерҙе. Ул әсәйемде ерләүҙә ҡатнашҡан мулла егет, – тине Зөлхизә оялышынан башын аҫҡа эйеп.

– Үәт, әй! Хәҙерге йәштәр өлгөрҙәр шул! – тип, ҡыҙының яҡшы кеше менән ҡауышасағын уйлап, шатланып көлөп ҡуйҙы Рәфит. –  Ҡапыл кейенеүең үҙгәреүгә иғтибар итеп ҡуйған инем. Йөрәгеңде яулау менән бергә, ыңғай йоғонто ла яһап өлгөргән икән...

Рәғиҙәһе менән икәү генә ҡалғас, Рәфит йәнә үҙенә урын тапманы.

 – Был йөрәк тигәнең шатланһа ла урынынан ҡуба ла ҡуя икән, –  тип, көлә-көлә тынысландыра торған дарыу эсеп.

– Йөрәгең һәр саҡ шулай шатланып ҡына типһен, – тине  Рәғиҙә лә уның өсөн ысын күңелдән ҡыуанып. – Әтеү, һуңғы бер йыл эсендә эт күрмәгәнен күрергә тура килде бит һиңә.

– Эйе. Барыбыҙ өсөн дә ауыр, кемлегебеҙҙе һынар мәл булды, –тине Рәфит көрһөнөп. – Иң мөһиме барыһы ла артта ҡалды. Ысынлап та, беҙҙең арала ла фәрештәләр бар икәнлеген дә ваҡыт күрһәтте...

– Кемдәр һуң улар? – тине, мут йылмайып торған иренә ҡарап. – Иң тәү сиратта көндән-көн яҡшы яҡҡа үҙгәреп беҙҙе ҡыуандырған Зөлхизә инде... Шунан һуң һин ҡәҙерлем...

– Кит юҡты... – Артынан килеп ҡосаҡлаған иренең ҡулын һыйпай-һыйпай, зыңғырлатып көлөп ебәрҙе Рәғиҙә. – Ҡасандан алып фәрештәләр рәтенә индем икән?!.

– Беҙ танышҡан көндө үк. – Ирҙең тауышы ҡалтыранып ҡуйҙы. – Мине һәр ваҡыт яҡлап, һаҡлап, ҡурсалап йөрөткәнһең. Мин генә иҫәр ваҡытында аңлай, төшөнә алмағанмын. Йәшермәйем. Ҡустым ҡатынын маҡтағанда: “Их, ниңә Рәғиҙә лә шулай татлы телле түгел икән!” – тип уйланғаным, күңелде көнсөллөк ҡорто кимергәне булғыланы.

– Күҙҙәрең ялт итеп ҡалыуҙан һиҙелә ине шул...

– Ғәфү ит... Үҙем дә шул мәлдә аңламайынса һине ҡыйырһытҡан, күңелеңде киткән булһам. Ғәфү ит... Беҙ ирҙәр күҙ менән генә яратып яңылышып ҡуябыҙ шул ҡайһы саҡта. Бала кеүек буш ҡыуыҡлы ялтыр тәтәйгә әүрәп гонаһ та ҡылып ташлайбыҙ. Оло йөрәгең менән быларҙың барыһын да аңлап ҡабул итеп, бөтәбеҙгә лә һөйөүеңде бер тигеҙ итеп өләшкәнең өсөн рәхмәт һиңә... Фәрештәм минең...

Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: