Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Октябрь , 16:56

Фәрештә (детектив хикәйә. Дауамы)

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Фәрештә (детектив хикәйә. Дауамы)
Фәрештә (детектив хикәйә. Дауамы)

– Йөрәк тибеше ныҡ шәп. Ҡан баҫымы норманан ныҡ юғары. Дауаханаға алып китергә кәрәк, – тине фельдшер егет.

– Юҡ! – тигәнде белдереп баш сайҡай ғына алды Рәфит.

– Һеҙҙең менән бер-бер хәл булһа, беҙгә яуап бирергә кәрәк бит,  – тине табип. Яуапҡа ручка тотоп яҙған хәрәкәт эшләне Рәфит. – Беҙҙең ярҙамдан баш тартырға мөмкин. Бәләкәс бала түгелһегеҙ бит. Үҙ хәлегеҙҙе белергә тейешһегеҙ,  – тине фельдшер ныҡышып.

– Ярай, туғаным, ағайығыҙҙы ҡарауҙы үҙ өҫтөмә алам. Дауаханаға барһа ла, тыныс ҡына ята алмаясаҡ, –  тине ире янында өлтөрәп торған Рәғиҙә. – Хәл-торошон ҡарап торормон. Хәле насарайһа, һеҙҙе саҡырырмын, – тип вәғәҙәләне лә. 

Яңы көн дә шатлыҡ алып килмәне. Йөҙө ап-аҡ ҡағыҙҙай булып килеп кергән Айбулатты күргәс тә, ниндәйҙер хәүеф барлығын тойоп Рәфиттең йөрәге йәнә лерт итеп ҡалған ине. Бушҡа булмаған икән.

– Ат-ы-ый, – тип, башлаған һүҙен нисек дауам итергә белмәйенсә тын торҙо Айбулат бер мәлгә.

– Йә, бысаҡһыҙ һуймағыҙ мине. Нимә булды, әйтә һал! – тине Рәфит йөрәге тәңгәлен ҡулы менән ҡапшап.

– Аты-ы-ый, бөгөн төндә камералаш ҡатындарҙың береһе Зөлхизәгә сәнскән.

– Нимә?.. Уф, Аллам...

– Тыныслан, атый, тыныслан. Иҫән ул. Бысаҡ бер нисә сантиметр аортаға етмәй ҡалған. Шул үлемдән ҡотҡарған, тинеләр.

– Кисекмәҫтән янына һаҡ ҡуйырға кәрәк, – тине Рәфит йыш-йыш тын алып.

– Һуң төрмә дауаханаһында бит ул, атый...

– Камерала үлтерергә ынтылған кеше дауаханала ғына әмәлен тапмаҫ, тиһеңме?

– Һм-м-м...

– Шул-шул, хәле яҡшырғансы янынан китмәҫкә кәрәк... – Ауырлыҡ менән булһа ла, үҙе тороп эш кейеменә барып йәбеште. – Аҙаҡ икенсе судҡа тиклем нисек булһа ла, өйгә алып ҡайтыу яйын ҡарарбыҙ.

– Был турала мин дә уйландым инде, атый. – Атаһына күлдәген кейҙерергә ярҙамлашҡан Айбулат уның менән ризалығын белдерҙе. – Кисә һеҙҙән ҡайтҡас, үлтереш мәленең схемаһын үҙем төҙөп ҡараным. Метр һикһән кәүҙәле кешегә метр ярымлыҡ Зөлхизә бысаҡ күтәргән хәлдә лә йөрәк тапҡырына сәнсергә буйы етмәҫ ине. Ултырғысҡа баҫмаған бит инде. Ыңғайына үлемесле яра һалыр өсөн дә көс кәрәк...

Зөлхизәнең хәле ауыр ине. Ағаһы менән бабаһын күргәс, йылмайғандай итте. Борсолмағыҙ, тигәнде аңлатып баш бармағын  өҫкә күрһәтергә лә маташты.

 

***

 

Тәфтишсе Илсур Кимович полиция майорын улы менән күргәс, терт итеп ҡалды. Борсолоуын һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, битенә сыҡҡан тимгел-тимгел эҙҙәр уны һатты.

– Зөлхизәнең эшенә күҙ йүгертеп сығырға ине, – тине Рәфит тыныс күренергә тырышып.

– Ниндәй сәбәп менән? – Кереүселәрҙең күҙенә тура ҡарамаҫ өсөн башын күтәрмәй генә ҡағыҙҙары араһында соҡсоноуын белде тәфтишсе.

– Ҡустым, әйҙә, бала-сағаланмайыҡ.

– Мин дә бында уйнап ултырмайым. – Саҡырылмаған ҡунаҡтарынан нисек ҡотолорға белмәгән бүлмә хужаһы тамағын ҡырып ҡуйҙы.

– Беҙ ҙә бында уйнарға килмәнек. Яҡшылап әйткәнде аңламаһаң... – Өлкәндәрҙең һөйләшеүен тыныс ҡына тыңлап торған Айбулат “гөлт” итеп тоҡанды ла китте. – Кеше ғүмере, кеше яҙмышы хәл ителә бында... – Ни арала хеҙмәттәшенең яғаһынан тотоп һелкетә лә башланы.

– Ми-ми-мин һе-е-еҙҙең ба-башы-шығыҙҙы тө-тө-төрмәлә се-серетәсәкмен! – тине Илсур Кимович, Айбулаттың бөрөп алып барған көслө ҡулдарынан арынырға тырышып. Артыҡ ҡаушаһа, тотлоға торған холҡо бар ине уның. Эскесе атайҙың төндәрен ҡайтып әсәһен, балаларын туҡмауҙың шауҡымы шулай нервыларын ҡаҡшатҡан ине.

– Туҡта, улым! Ҡыҙма! Йоҙроҡ менән хәл итеп була торған эш түгел! – Рәфит араларына керергә тырышты.

Саҡ-саҡ Айбулаттың көслө ҡулдарынан арынып, бер ни тиклем тын алғас, Илсур Кимович Зөлхизәнең Рахманды үлтереү буйынса асылған эшен алдарына килтереп бәрҙе.

– Әле ентекләп уҡып ултырырға ваҡыт тығыҙ. Фотоға төшөрөп алырға мөмкинме? – Тиҙ арала үҙен ҡулға алып өлгөргән Айбулат ҡәҙимге тонға күсте.

– Яғанан алғанда рәхсәт һораманың бит! – Илсур Кимович утҡа баҫҡан бесәй хәлендә ине.

– Ғәфү ит. Нервылар...

– Әтеү, һиндә генә бар инде ул нервылар...

– Ярай, егеттәр, ошонда булғанды, ошонда онотайыҡ та ҡуяйыҡ. Бөгөн Зөлхизәгә сәнскәндәр бит. Илсур Кимович ишеткәнһеңдер инде? – Рәфит тәфтишселәрҙең араһын яйларға тырышты.

– Ишеттем. Ки-ки-килеү ме-ме-менән е-е-еткереүселәр та-та-табылды. – Илсур Кимович йәнә тотлоға башланы.

– Ниңә йәп-йәш баланы дөйөм камераға биләнеләр икән? Етмәһә, үлгән егеттең милләттәштәре янына. Улар бер-береһе өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер бит. Башҡорт һымаҡ түгел. Беҙ ҡайһы саҡта үҙебеҙгә үҙебеҙ яу булып ҡуябыҙ. Улар шул арҡала сит ерҙә ерегеп китә лә инде...

 – У-у-уныһында ми-минең не-ней ҡы-ҡыҫылышым ба-бар? Зө-зөлхизәгеҙҙе тә-тәүлек ә-ә-әйләнәһенә ҡа-ҡарап то-тора а-а-алмайым,  – Илсур Кимович йәнә киреләнә башланы.

– Һаҡлап тор, тимәйем. Һүҙ ыңғайына ғына әйтәм. Әйткәндәй, Зөлхизәгә бысаҡ күтәргән ҡатындан һорау алдығыҙмы әле?

– А-а-алдым...

 – Нимә тине?

 – Ни-ни-нимә тиһен... Беҙ ҡа-ҡа-ҡанға ҡа-ҡан ме-менән я-я-яуап би-бирәбеҙ, тип ти-тик то-тора. Йы-йы-йылан а-аяғын ки-киҫкән нә-нәмәләр би-бит у-у-улар... – Шул мәлдә полиция майорының ут сәсеп торған асыулы ҡарашы тәфтишсене был юлы бөршәйергә мәжбүр итте.

– Һеңлең янына бара һалайыҡ, Айбулат! – Үлтереү эше буйынса әҙерләнгән бер папка ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп торған Айбулат атаһы артынан ҡуҙғалды.

Нисек килеп керһәләр, шулай ҡапыл сығып киткән аталы-уллы хеҙмәттәштәре артынан ишек ябылыу менән, Илсур Кимович кемгәлер ҡабаланып шылтыратырға тотондо. Айбулат бер нисә аҙым атлағандан һуң, ҡапыл кире боролоп килеп ишеккә ҡолағын ҡуйып бер ни тиклем тыңлап торғанында: “Те-тегеләр ки-килде. Э-э-эҙгә тө-төшһәләр, ми-мин ге-генә я-я-яуап би-бирмәйем”, – тип кемгәлер янап маташҡанын өҙөк-һурыҡ ишетте.

Зөлхизәнең яраһы ныҡ ине, яйлап төҙәлде. Икенсе көнөнә телгә килде. Үҙ-үҙенә бикләнгән ине ул. Камералашының һөйләүҙәренән теге ике үзбәк ҡатындары ныҡ йонсотоуҙарын белделәр.

– Камераға инеү менән Зөлхизәгә иҙән йыуырға ҡуштылар. Ишек төбөнә генә барып еткән ине, бысраҡ һыулы биҙрәне башына ҡапланылар.  Ыңғайына берәүһе артына тибеп тә ебәрҙе, – тине камералашынан һорау алған саҡта.

 – Ниңә ярҙам һораманы икән? – тине әсенеп Рәфит, уның һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлай алмайынса үрле-ҡырлы йөрөп.

– Ыҙғыш мәлен ишектәге тәҙрәнән килеп ҡарайҙар ҙа китәләр ине...

Тәртип һаҡсылары араһындағы тәртипһеҙлек кинола ғына түгел икән, тип әсенеп уйланы Рәфит. Айбулат менән икеһе Зөлхизә янынан китмәнеләр. Ҡыҙ һауығып ҡабаттан камераға китер ваҡыты еткәндә, Айбулат адвокат менән берлектә Зөлхизәнең Рахмандың йөрәгенә сәнсеүе мөмкин түгеллеген иҫбатлай башлағандар ине. Ҡыҙҙың аяғына махсус беләҙек кейҙерҙеләр. Ул өй биләмәһенән бер нисә метр йыраҡлыҡҡа китә башлаһа, бипелдәйәсәк.

 Зөлхизә атаһының бер туған ағаһының йортона ҡайтҡас та асылманы. Ашарға ла ҡабат-ҡабат өндәшкәндән һуң ғына сыҡты. Ҡунаҡ бүлмәһе ун туғыҙ йәшлек ҡыҙ өсөн өңгә әйләнде. Яраһын ялап, барыһынан да биҙеп ятҡан януар хәлендә ине ул. Әсәй булған кеше ҡыҙының хәле тураһында ишетһә лә, төрмә дауаханаһына ла  бер килеп тә ураманы. Бабаларына килгәс тә, бер шылтыратып та хәлен белмәне. Ҡыҙ үҙе лә әсәһенең юҡлығына артыҡ илтифат итмәне. Бәләкәс сағынан бала ҡараусыға ҡалдырып, көндәр буйы юғалып торған кешегә ҡарата һөйөү хистәре юҡ ине. Өйҙәш кеүек йәшәнеләр.  Мәскәүгә уҡырға киткәс тә, башҡа беренсе курстағы студенттар – яңы тыуған йортон ҡалдырып киткән һабаҡташтары кеүек, әсәһен һағынып йонсоманы. Атаһы иһә юлы төшкән һайын ҡыҙы янына үҙе барҙы, көнөнә бер нисә тапҡыр шылтыратып хәлен дә белеп торҙо.

Бер төндө Рәғиҙә менән Рәфит дөп иткән тауышҡа тертләп уянып киттеләр. Рәғиҙә Зөлхизәнең йоҡлаған бүлмәһенә ингәндә, тоноҡ ҡына ай яҡтыһында, ҡыҙ шыуыша-шыуыша өҫтәл аҫтына инеп барғанын күрҙе. Утты яндырып: “Ҡыҙым, был мин. Рәғиҙә әбейең”, –тигәс, йоҡоһонан саҡ айнып киткәндәй булды. Сыҡҡас, үҙен бәләкәй балалай ҡосағына алып иркәләгән Рәғиҙә әбеһенең башына яурынын һалып илай башланы.

– Күҙ алдымда бысаҡ ялтлаған кеүек булғас, ҡасырға маташтым. Һеҙ кереп утты тоҡандырғас ҡына өнөмдә миңә бер нимә лә янамағанын аңланым,  – тине йәшенә төйөлә-төйәлә.

– Ҡурҡма, ҡыҙым. Беҙ һинең менән, – тип Рәғиҙә ҡулынан килгәнсә, йыуатырға, тынысландырырға тырышты.

– Өҫтәл аҫтында йөрәгемде ус төбөндә тотоп ултырғанда, йәнә бер ваҡиға – Рахмандың үлеме күҙ алдыма килде. Ул артымдан килеп ҡосаҡлағас, мин этәп ебәрҙем. Ул бер нисә аҙымға артҡа китте. Тик шул мәлдә икенсе көслө ҡулдар ҡулъяулыҡ менән ауыҙымды баҫты. Рахман янында бысаҡ ялтлағандай булды ла, мин иҫтән яҙҙым. Әлегәсә был мәлде иҫемә төшөрә алмай инем...

– Төрмәлә үҙеңә сәнскән мәлдәрен иҫләйһеңме, ҡыҙым? – тине Рәғиҙә.

– Тәрән йоҡоға талып ҡына бара инем. Берәү башыма мендәр ҡапланы. Әҙерәк торғас, күкрәгем янғанын ғына һиҙеп ҡалдым. Уянғанда дауаханала инем...

Рәғиҙә Зөлхизәгә тынысландыра торған дарыу эсереп, ҡыҙ тәрән йоҡоға талғас ҡына, янынан сыҡты. Таң атып килә ине был мәлдә. Йәйге төн шулай инде. Керпек ҡағып та өлгөрмәйһең, ҡояш байыған ыңғайына тиерлек ҡабаттан килеп тә сыға. Ҡатынының Зөлхизә янынан сығырын йоҡомһорап көтөп ятҡан Рәфиткә Рәғиҙә барыһын да түкмәй-сәсмәй еткерҙе.

– Зөлхизә әсәһенең һөйәркәһен үлтермәүе көн кеүек асыҡ, – тине Рәфит, йоҡоһо бөтөнләй ҡасып.

– Ниңә әле миңә һөйләгәндәре башта уҡ иҫенә төшмәне икән? – тип аптыраны Рәғиҙә.

– Ул ваҡытта наркотик матдәләрҙе көн дә ҡабул итеп йөрөгәс, аңы буталып, барыһын да мәлендә генә хәтерләй ҙә алмауы бар, – тине Рәфит тәрән көрһөнөп. – Йоҡо дарыуын кем алмаштырған, бына быныһы был сер булып ҡала һаман да... Әйткәндәй, Айбулат әлеге мәлдә үлтереү эшен алып барған тәфтишсене алмаштырыуҙарын һорай...

– Үҙе генә булһа, яҡшы булыр ине лә...

– Әсәһе, яҡын туғандың хөкөм эшен беҙҙә полиция вәкилдәре тикшерә алмай. Закон ҡушмай.

Шул көндө иртә менән Зарина полиция бүлегенә барып тауыш ҡуптарыуы тураһында хәбәр иттеләр.

– Ни өсөн кеше үлтергән енәйәтсе иреккә сыға ул? – тип өҫтәл төйҙө Зарина полиция бүлеге мөдиренең.

– Зөлхизә Ҡорманова Рахман Ҡасаевты үлтереүе тураһында тулы дәлилдәр юҡ. Тикшереү эше дауам итә. Етмәһә, камерала уның ғүмеренә хәүеф янаған, – тине, бындай яһиллыҡты күреп өйрәнмәгән капитан аптырап.

– Нимәһен уның дәлилләйһең? Үлтереш урынында ул булған. Бысаҡтағы бармаҡ эҙҙәре уныҡы, – тип саҡырылмаған ҡунаҡ һаман да төкөрөгөн сәсеүен белде.

– Ғәфү итегеҙ, һеҙ кем һуң ул? – тип саҡ капитандың үҙенең һорау бирергә саҡ башы етте.

– Мин енәйәтсе Зөлхизә Ҡорманованың әсәһе! 

- Әсәһе?! – Капитан бер мәлгә өнһөҙ ҡалды. – Нисек инде үҙ ҡыҙығыҙ өҫтөнән яла яғып, уны төрмәгә ултыртыуҙарын көҫәп йөрөй алаһығыҙ?!

– Енәйәтсенең урыны төрмәлә! – Зарина һаубуллашмайынса ла беҙ энәле туфлиҙары менән туҡ-туҡ баҫып сығып китте.

Мөдир иһә асҡан ауыҙын да ябырға онотоп ултырҙы бер мәл. Зөлхизәнең судынан һуң ошо ҡатындың ишек алдында журналистарға интервью биреүен, әлеге һүҙен уларға ла әйткәс, улары уға һоҡланып: “Фәрештә!” – тип атауҙарын иҫенә төшөрҙө. Тик нишләптер, нужа һурпаһын ныҡ ҡына эскән, кешенең һүҙенә түгел, эшенә ҡарап баһаларға өйрәнгән капитанға был ҡатын, киреһенсә, иблес булып күренде. Теге, “Урал батыр” эпосындағы төрлө сүрәткә инеп кешелек донъяһына яуызлыҡ ҡылған Ҡәһҡәһә кеүек.

Илсур Кимовичтың ришәүәт алыуын ишетеп белһә лә, был енәйәти аҙымын быға тиклем  берәү ҙә дәлилләмәгәс, буш һүҙҙер, тип уйлай ине. Әле нишләптер уға ла ышанысы кәмегәндәй итте. Айбулаттың әйткәндәренә ҡолаҡ һалып, Зөлхизә Ҡорманованың үлтереү эше буйынса тәфтишсене алмаштырырға ҡушылған фарман әҙерләргә сәркәтибен саҡырҙы. Эш көнө аҙағында үҙенә рәхмәт әйтергә кергән Айбулатҡа: “Еңгә тейешле кешең йә ҡанһыҙ, йә психик яҡтан ауырыуҙыр. Ер йөҙөндә ярты быуат ғүмер кисереп бындай әсәйҙәрҙе күргәнем юҡ ине”, – тип тураһын ярып һалды ҡаланың һигеҙенсе һанлы полиция бүлегенең бүлек мөдире. Ни тип яуап бирергә белмәгән Айбулатҡа яурындарын һикертеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Аңҡы-тиңке булып ғаиләһе янына ҡайтып барғанда, Рәил ағалары йәшәгән йорттоң ҡаршыһында хан һарайы кеүек дүрт ҡатлы бейек коттежда төрлө яҡлап камера тороуын иҫенә төшөрҙө. Үлтереш буйынса алып барылған эште теге юлы төшөрөп алған фотоларҙан ҡарап уҡып сыҡҡас, улары иҫәпкә алынмауын аңланы. Атаһының иртә менән шылтыратып, Зөлхизә төндә һөйләгәндәрен әйткәс, үлтереш мәлендә өйҙә өс йәки унан да күберәк кеше булған, тип һығымта яһаған ине. Бар яҡтан төшөрөп торған камераларҙың береһе генә булһа ла, Рәил ағаларына кергән-сыҡҡан кешене эләктереп ҡалыуы мөмкин, тигән уйы тынғылыҡ бирмәне. Эш көнө тамамланған мәлдә ҡала ситенә сығыуы тығындар арҡаһында оҙаҡ икәнлеген аңлаһа ла, ниәтенән төңөлмәне. Бәхетенә күрә, йорт хужалары өйҙә ине. Хәлде аңлатҡас, ҡаршы килмәнеләр.

– Рәилдең ҡапыл үлеме, ҡыҙҙарының енәйәтселектә ғәйепләнеүе ҡурҡыныс төш һымаҡ, – тине олпат ҡына кәүҙәле йорт хужаһы.

– Енәйәт ҡылынған көндө һеҙҙән һорау алдылармы?

– Ҡайҙан?! Бер-бер артлы саҡыртылған полиция, “Тиҙ ярҙам” машиналары килеп ярты сәғәт тә үтмәне, башын аҫҡа эйгән, ҡулдарына бығау кейҙерелгән Зөлхизәне ултыртып алып та киттеләр. Шунан һуң полиция вәкилдәре был тирәлә бөтөнләй күренмәне лә...

Айҙан артыҡ ваҡыт үткән көндө видеотаҫманан әйләндереп ҡарағансы, күршеләренә Марстың машинаһы килеп туҡтаны.

– Зөлхизә киткәндән һуң, ошо ир көн дә тиерлек килә, – тип йорт хужаһы йәнә телгә килде.

Ул көндө төшөрөлгән видеоларҙы тәфсирләп ҡарай торғас, бер тыҡрыҡтан Марстың машинаһы кереп киткәне күренде. Әҙерәк торғас, икенсе камеранан ирҙең үҙе урам эсендә йөрөүен шәйләп ҡалды. Асыуынан тештәрен шығырлатҡан Айбулат үҙе лә һиҙмәҫтән йоҙроғо менән өҫтәлгә һуғып алды.

– Ҡустым, берәй яңылыҡ бармы әллә? – тип янына килеп еткән йорт хужаһынан видеояҙманың күсермәһен алырға рөхсәт һораны.

Ҡараңғы төшкәс саҡ ҡайтып етте Айбулат. Әминәһе атаһын көтә-көтә әүен баҙарына киткән. Кәләше лә йоҡларға әҙерләнгән. Уның ҡайтыуына өсөнсө тапҡырға йылытылған ашты ашағас, ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмауын аңланы. Тәрән йоҡоға талып та өлгөрмәне, телефон шылтыраны. Смс-хәбәр менән ебәрелгән адресҡа тиҙ генә килеп етеүен һоранылар.

 Һоро асфальтҡа йөҙ түбән ятҡан ирҙе тәфтишсе Илсур Кимович, тинеләр. “Йоҡлар алдынан тәмәке тартырға сыҡҡан булған. Ҡатыны ойоп китә. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡапыл уянып киткәс, ире һаман да фатирға инмәүен аңлай. Үҫмер улын уятып эҙләргә сығалар һәм мәйетенә тап булалар. Бысаҡ артынан үпкәһенә ҡаҙалған. Бик оҫта эш ителгән. Бындай үлемесле яранан кеше бер нисә минут эсендә йән бирә. Армияла ҡул һуғышына өйрәткәндә был алымды йыш күрһәтәләр ине”, – тип, мәйеткә бәйле яңылыҡтар менән таныштырҙы участковый Айбулатты. Ептең осо бер яҡтан сиселһә, икенсе яҡтан төйнәлә. Кемдер бик аңлы рәүештә, берсә мәкерле тоҙағын ҡора, берсә эҙен йәшерә. Быларҙың барыһы ла, ысынлап та, Марс менән еңгәмдең эшеме икән, тип уйланды Илсур Кимовчҡа бәйле енәйәт эшен тикшереп таңды аттырғанда.

Дауамы бар. 

Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: