Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Октябрь , 16:47

Фәрештә (детектив хикәйә. Дауамы)

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Фәрештә (детектив хикәйә. Дауамы)
Фәрештә (детектив хикәйә. Дауамы)

Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, Заринаның ҡәйнәһен ошаҡлап ҡаршы алыуы ҡайныһының һарыуын бөтөнләй ҡайнатты. Ул көндө татыу ғаилә беренсе тапҡыр бер кемгә бер ауыҙ һүҙ әйтмәйенсә шым ғына ултырып ашаны  төшкө ашты. Тик Заринаны ғына был әйткәндәр үҙгәртмәне. Тиҙҙән ауылда ҡырҡҡа етеп өйләнмәгән, ситтә ваҡытлыса эшләп ҡайтып, өләсәһенән ҡалған йортта шағырағын шаҡ ҡороп ятыусы Илдар менән уйнаш итеүе ишетелде.

“Туңдырма алырға магазинға барғанда бер генә тапҡыр машинаһына ултыртып алып барды. Был ҡырағайҙар әллә нимә уйлап бөткәндәр. Мине нахаҡҡа рәнжетәләр. Күрә алмыйлар”, – тип илап Рәилде ышандырған йәш ҡатын эштәре тамамланмаһа ла, ҡалаға алып китеү сараһын күрҙе. Рәғиҙәне имеп, тейешле тәрбиә күргәнлектән күҙгә күренеп матурйып, ҙурайып килгән Зөлхизәне йәлләп ҡалдылар. Кәкүк әсәй ҡыҙын артабан да үҙе ҡараманы. Бала ҡараусы ялланылар.

Зарина үҙен ҡарау, тәрбиәләү менән генә мәшғүл булды. Көн дә бер үк ваҡытта йоҡларға ятты, бер үк ваҡытта уянды. Иртәнге күнекмәләрҙән һуң үҙе өсөн махсус төҙөлгән диета менән тамаҡ туйҙырғас, тышҡы ҡиәфәтен ҡарау менән булды. Унан һуң магазин ҡыҙҙырҙы. Рәил алыҫҡа эш менән бер нисә көнгә киткән сағында, Зөлхизә бала ҡараусы ҡатын менән тәүлек әйләнәһенә ҡалды. Ундай мәлдәрҙә әсәй булған кеше бирсәткә урынына алмаштырған һөйәрҙәре янында төн уҙғарырға ғәҙәтләнде.

Рәилгә Зарина тураһында нимәлер әйтеү бөтөнләй мөмкин түгел ине. Иргә ҡатынының хыянаты хаҡында әйтергә, күҙен асырға теләүселәргә ул ыңғайына ауыҙҙарын яптырып ҡына ҡуйҙы. Сөнки  уның алдында үҙен яҡлауға, һаҡлауға мохтаж көсһөҙ йән эйәһе  итеп күрһәтеп өйрәнгән ҡатын ире алдында өлтөрәп, ыңғайына һыпырып ҡына торҙо. Рәил алдында бер ваҡытта ла таралмаған сәс, халат менән йөрөмәне. “Һинең өсөн генә матур булғым килә, жаным”, – тип муйынына һырылып, тәүге осрашҡан көндәге наҙын тамсы ла кәметмәйенсә иркәләгән ҡатыны янында Рәилдең донъяһы түңәрәкләнә лә ҡуя ине.

– Аҫыл ҡоштоң үҙе юлыма сыҡты, – тине Рәил һуңғы тапҡыр Рәфиттәргә килгәнендә, йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа дәфтәр тикшереп ултырған еңгәһенә ҡараш ташлап. – Ҡатын булғас шундай булһын ул. Минең Заринам кеүек. Зөлхизә менән икеһен яңы таныштар апалы-һеңлеле итеп ҡабул итә.

– Һәр кемдең бәхете үҙем менән, туғаным, – тине Рәфит. – Ҡайһы ваҡытта бәхетең бәхетһеҙлегең дә булып ҡуя. Һинән көнләшкәндән түгел. Ағай булараҡ кәңәш итеп әйтәм. Киленде артыҡ осондорма. Төрлө хәбәр ишетелә уның тураһында.

– Тағы ла, бер балыҡ башы. Ағай итеп уның менән шатлыҡ бүлешкән булһам...

– Бер туғаным итеп, яҡын күреп әйтәм... Килендең зат-зәүерен, ҡайҙан икәнен үҙең дә йүнләп белмәйһең бит...

– Һуң, ағы-ы-ый... – Рәил Рәфиткә көлөмһөрәп ҡарап алды. – Һин дә олоғая башланың ахырыһы. Бер үк һүҙҙе күп ҡабатлай башланың. Етем үҫкән бала, тинем бит.

– Ата-әсәһенең кем икәнлеген дә белмәйһеңме?

 – Ҡайҙан? Әсәһе ул тыуғас та үлгәнме, баш тартҡанмы шунда... Үҙе лә йүнләп белмәй шикелле...

– Һы... Был ваҡытта үҙеңдең кем икәнлегеңде белеү ауырлыҡ тыуҙырмай инде. Теләк кенә кәрәк...

– Ә бит үҙе ниндәй мәғлүмәтле, аҡыллы, нәзәкәтле. Хан балаһы тиерһең. – Рәил һаман һүҙҙе икенсе яҡҡа бороп, ҡатынын маҡтауын белде. – Уҡымаған китабы юҡ. Кеше организмының төҙөлөшөн өйрәнә. Мине лә үҙемде ҡарарға, һаҡларға өндәй. Модалы итеп кейендерер өсөн бөтөн көсөн һала...

– Һин дә иренеңде ҡабартырға йыйынмайһыңдыр бит? – Рәфит ҡапыл мут йылмайып ҡуйҙы. Килененең һуңғы ваҡытта ҡорт саҡҡандан һуң ҡабарған кеүек бүлтәйгән иренен күргән һайын пырхылдап көлөп ебәрмәҫ өсөн үҙен тыйып тота ине. Әле лә ҡапыл Заринаның ботоклсы ауыҙы күҙ алдына килде.

– Әле бына миҙгелле ризыҡ тип, кесерткәндән аш бешерә. Яман шеш кеүек ауырыуҙар унан ҡурҡа, тип, һәр әҙерләнгән йәшелсә салатына базилик ҡуша. Тоҙ-шлактарың сыҡһын тип, көн дә эҫеһе шартлап торған мунсаға ебәрә. Сығыуыма балан һыуынан әҙерләнгән һут әҙерләй. Һөйләһәң күп инде. Ҡатын түгел, алтын! Торғаны бер фәрештә. Уҡыу ғына эләкмәгән. Быға тиклем әллә ниндәй бидәле табип булыр ине! Үәт! – Рәилдең күҙҙәре янып китте хатта.

– Теләге булһа, һиңә килгәс тә уҡыр ине. Егерме ике йәшлек кенә ине бит...

 

***

 

Сәғәттәр дауамында бер тапҡыр ҙа батмаған ҡалҡыуысына ҡарап ултырған Рәфит Рәил менән бәйле булған ошо ваҡиға-хәтирәләрҙе иҫләп ултырҙы ла, ҡапыл терт итеп ҡалды. Уның ҡапыл ғына гүр эйәһе булыуында ла берәйһенең ҡыҫылышы юҡмы икән, тигән һорау мейеһен игәй башланы.

Ҡустыһының бәүелсәк-креслола телевизор ҡарап ултырған еренән ҡапыл баҡыйлыҡҡа күсеүе аяҙ көндө йәшен атҡандай булды уның өсөн. Мәйеттең күкрәгенә башын һалып: “Бәхеткәйләрем булмады иде. Жаны-ы-ым!” – тип шарылдап илаған ҡатын барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Кемдер йәлләне. Кемдер сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы. Тик үҙе бер ай ҙа үтмәне, иренә алмаш тапты. Әле Зөлхизә үлтергән ир менән асыҡтан-асыҡ йөрөй башланылар. Заринаның ике йөҙлөлөгө һеңгәҙәтә һуғып, аңҡы-тиңке булып йөрөгәндә,  Рәилде тикшергән паталогоанатомды осратты. Бер мәктәптә уҡынылар. Һигеҙенсенән һуң Тимербулат Рәфиттәрҙең ауылында белем алды. Осрашһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ҡыҙыҡһыныуҙары, эштәре лә бер өлкәгә ҡарағас, йыш ҡына бер-береһенә шылтыратып кәңәш һорағандары ла бар. Ул ваҡытта Рәфитте осратҡас, Тимербулат уның ҡустыһын юғалтыу ҡайғыһы менән уртаҡлашты. Сабырлыҡ теләне.

– Рәилде ерләгәндә донъяһын күреп һоҡландым, – тине ул. – Уңғанлығы, малтабарлығы менән мәктәптә уҡығанда уҡ айырылып торҙо бит.

– Һүҙ юҡ. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Ҡырҡ бишен үткәрергә йөрөй ине,  – тине Рәфит моңһоу ғына.

– Эстән һап-һау, шалҡан кеүек ир булған. Тик бына анализдарин күргәс шаҡ ҡаттым, – тине табип.

– Нейә? Нимә булған һуң ул тиклем тиҙ генә гүргә илтерлек? – Рәфиттең тауышы ҡалтыранып ҡуйҙы.

– Ҡаны ныҡ ҡуйырған булған. Көнө-төнө эсеп, бер хәрәкәтһеҙ ултырған кеше тиерһең...

– Һм-м-м... Тик ултырыу уның холҡона бөтөнләй тап килмәй ине бит.

 – Шуны белгәнгә әйтәм дә инде.

– Белгәс һуң?

– Ҡан артыҡ ҡуйырған. Шул арҡала тромбоз барлыҡҡа килгән. Аортаға барып бәрелеү менән Рәилде теге донъяға алып киткән. Янында иң тәжрибәле табип торһа ла, әжәл тырнағынан йолҡоп ала алмаҫ ине...

– Нимәнән ҡапыл ҡан ҡуйырырға мөмкин һуң? – Рәфит һорамай түҙмәне.

– Әйтәм бит, иң тәү сиратта эскеселәрҙең профессионал ауырыуы, тип. Спирт организмға үтеп ингән һайын, һыу составы юҡҡа сыға. Хәрәкәт булмаһа ла, халыҡ телендә әйткәндә ҡан ойоша башлай.

– Тик Рәил йәшел йылан менән мауыҡманы. Байрамдарҙа ла һирәк кенә тотҡолап ала ине. Яңы башҡортҡа әйләнгәс тә, бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, приказ биреп ултырманы. Машина һатылған һәр сауҙа нөктәһенә көнөнә бер тапҡыр барып урай ине. Хеҙмәткәрҙәренең кәйефен, һатыу эшенең барышын үҙ күҙҙәре менән барып күреп ҡайтмаһа, күңеле тынысланмай ине...

– Әтнәкәһе башҡа төрлө булырға ла мөмкин. Мәҫәлән, аҙыҡта.

– Әлләсе... Тәбиғи ризыҡ менән туҡланырға тырышты инде. Ҡатынын беләһең бит. Ит ашаһаң, йыртҡысҡа ҡараған һымаҡ ҡараны. Ата-әсәйемде лә еңә алмаһа: “Йыртҡыстар. Ҡырағайҙар!” – тип битәрләне. Йәнәһе лә, үҙҙәре ҡарап үҫтергән йән эйәләрен бысаҡлайҙар...

– Ишеткеләне-е-ем... – тине Тимербулат көрһөнөп. – Рәмзил ағай менән Айһылыу апай тураһында улай тип әйтергә нисек теле әйләнгәндер...  

Тимербулат менән осрашҡанда күңелһеҙ әңгәмәлә күтәрелгән һорау шул урында асыҡ ҡалған ине. Әле Рәфиткә барыһын да бер епкә теҙеп уйларға, фекер йөрөтөргә, әллә тынлыҡ булышлыҡ итте, әллә саф һауа килеште. Зиһене яҡтырып киткәндәй тойолдо. Рәилде ашаған аҙығы гүргә илтмәнеме икән, тигән уй мейеһен игәй башланы. Тыныслығын юғалтҡан ине ул. Әйберҙәрен тиҙ-тиҙ генә йыйҙы ла, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Өфөгә яғына ыңғайлағас, оҙон булып һуҙылған тығында йәнә бер бала саҡ хәтирәләренең береһе иҫенә төштө.

...Ауылдағы Мөхәммәт күршеһе холоҡһоҙ кеше ине. Ҡатынын әйләнгән һайын: “Ҡыҫыр!” – тип кәмһетер ине. Эскән һайын хәләлен туҡманы. Тыуасаҡ балаларының төшөүендә лә үҙе ғәйепле ине.  Бер мәл сатлама һыуыҡ төндә Нәфисә апайҙың ишектән инер-инмәҫтән гөрҫ итеп йығылғанын, әсәһенең ҡултыҡлап түрбашҡа индергәнен күреп ятты.

– Пәйғәмбәр исемен йөрөтөү менәнме ни?! Эсендә йәне юҡтыр ул хайуандың! – ти әсәһе асыулы һөйләнеп. – Үлтергәнен көтәһеңме, Нәфисә?

– Ҡайҙа барайым һу-у-уң? – тип һулҡылдап илай күршеләре. – Үгәй атай менән ыҙа сигеп йәшәнек. Уның балалары беҙ йәшәгән йортто күптән һатып ашаны.

 – Бер үҙеңә ҡайҙа ла мөйөш табыр инең әле, – тип әсәһе һаман да үҙенекен тылҡый. – Уңғанһың. Төҫ-башҡа ла бынамын тигәнһең. Ярай ҙа, бөгөн ҡасып ҡотолдоң, ти.  Ә сығып өлгөрмәгән булһаң, нимә менән бөтөр ине? – Әсәһе мейес плитәһе тирәһендә уралғаны ул баҫҡан һайын шығырлаған иҙән таҡтаһы аша беленеп тора Рәфиткә. Тиҙҙән таныш, танһыҡ үлән еҫе танауына килеп бәрелде.

– Бәләкәс кенә йотомлап, мә, кесерткән төнәтмәһен эс, – ти әсәһе. – Ҡаныңды туҡтатырға кәрәк бит...

Иртән Рәфит уҡырға барғанында ишек алдынан башлап Нәфисә апайҙарҙарҙың ҡапҡаһына тиклем ҡарҙа ҡыҙарып ҡына туңған ҡан тамсыларын күрҙе. Шул ваҡытта көсһөҙҙәрҙе рәнйетеүсе әҙәмдәрҙең иманын уҡытасаҡмын, был донъяла тәртип, тыныслыҡ урынлаштырасаҡмын, тип үҙенә беренсе тапҡыр һүҙ бирҙе һәм балалыҡ ихласлығы менән ҡапыл  биргән антына һәр саҡ тоғро ҡалып килә. Еңел табыш эҙләмәне. Ришәүәт бирергә маташыусыларҙы ыңғайына урынына ултыртты. Шуға ла, хеҙмәттәштәре араһында хөрмәткә ҡаҙанды. Халыҡ та ихтирам итә.

“Тимәк, кесерткән төнәтмәһе ҡанды туҡтатыу менән бергә, самаһыҙ ашағанда ҡуйырта ла. Рәил үлер алдынан ҡатынының миҙгелле аш, тип был әрһеҙ үҫемлекте бешереүе хаҡында әйтте. Ниндәй маҡсат менән быны эшләгән Зарина? Белепме, әллә аңһыҙ рәүештәме? Күберәк уйланған, белгән һайын һорауҙар арта, сеймәлсек еп нығыраҡ төйөнләнә...” – тип уйланы Рәфит руль артында ҡарашын алыҫҡа төбәп. Тығында ултырғанда базилик, балан һутының кешегә файҙаһы һәм кире яҡтары тураһында ла интернеттан эҙләп алып уҡыны. Тәмләткес үлән яман шеш кеүек ауырыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн профилактик сара һаналһа ла, көнөнә бер япраҡтан да артығын ашарға кәңәш итмәйҙәр икән. Бәләкәс саҡтарынан һыуыҡ тейгәндә эсеп өйрәнгән балан һутын да артыҡ күп ҡулланғанда ҡан ҡуйыртыуға килтергәнен ошо йәшкә етеп саҡ белде. Мәғлүмәт туплаған һайын, ҡустыһы фәрештәгә тиңләгән килененең аңлы рәүештә ирен үлемгә этәргәненә нығыраҡ төшөнөп, иҫе китте. Башы тубалдай булды. Артынан бипелдәткән тауыштарға саҡ иҫен йыйып алға ынтылды.

Өйҙә тағы ла хәтәрерәк яңылыҡ көтә ине. Айбулаттың Зөлхизәнең бүлмәһенән тапҡан дарыуҙары наркотик матдәләр булып сыҡҡан. Лабараториянан шылтыратып әйткәндәр. Был хәбәр Рәфитте бөтөнләй аяҡтан йыҡты. Зөлхизә үҙе наркоманмы? Әллә был балаға берәйһе баҙ ҡаҙамы? Кем, ни өсөн уға үсләшеүҙәре мөмкин? Иҫәпһеҙ-һанһыҙ уйҙар мейеһен игәне. Таңға табан ҡан баҫымы күтәрелде. Ҡул аҫтындағы дарыу ҙа ярҙам итмәгәс, ут йотоп, ире менән бергә ҡайғырған Рәғиҙә “Тиҙ ярҙам” саҡырҙы.

Дауамы бар. 

Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: