Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Октябрь 2024, 10:19

Фәрештә (детектив хикәйә)

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Фәрештә (детектив хикәйә)
Фәрештә (детектив хикәйә)

– Кеше үлтереүсенең урыны төрмәлә! – Зәңгәр күҙле, һап-һары оҙон сәсле, ап-аҡ йөҙлө, барби ҡурсағына оҡшап торған йомро ҙур түшле, ҡырҡҡа етеп килһә лә һомғол кәүҙәле ҡатын зәһәр ыҫылдап үҙенән һорау алған журналистарға шулай тип яуап бирҙе.

– Зөлхизә Рәилевна һеҙҙең ҡыҙығыҙ бит. Бер ҙә йәл түгелме ни?! – Яулыҡ ябынған, оҙон күлдәкле ҡатын микрофонын ҡатынға яҡыныраҡ килтереп һорауын бирҙе.

– Закон алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ. Кеше үлтереү уйын эш түгел. Һәр кем тейешле язаһын алырға тейеш! Ҡыҙыммы ул минең, түгелме... – тине Зарина күҙен дә йоммай. 

– Бүтән берәү булһа, балаһын ярлыҡауҙарын һорап зар илар, инәлер ине. Һеҙ фәрештәлер ул... – тине бер журналист һоҡланыуҙан телен шартлатып.

– Мин дөрөҫлөк яҡлы... – Яуап биреүсе тамағын ҡырып ҡуйҙы.

Хөкөм залынан аңҡы-тиңке булып сығып килгән Рәфит Рәмзилович килененең журналистарға биргән интервьюһының осон ғына ишетеп ҡалды. Йәнә йөрәге тулап ҡуйҙы. Көс-хәл менән машинаға барып ултырғас: “Фәрештә имеш берәү. Йүнле кеше ҡыҙынан саҡ ҡына олораҡ егетте үҙенә әүрәтәме ни? Балаһының башына етте”, – тип асыулы уйлап ҡуйҙы.

Элекке тәфтишсе, полиция майоры быға тиклем хөкөм залына енәйәт эшен тикшерер өсөн килә ине. Бөгөн бер туған мәрхүм ҡустыһының берҙән-бер ҡыҙы Зөлхизәгә хөкөм итеү эшен башланылар. Ун туғыҙ йәшлек баланы егерме биш йәшлек әсәһенең һөйәрен үлтереүҙә ғәйепләп алты йылға рәшәткә артына ултыртып ҡуйырға уйлайҙар. Әсәһенеке кеүек ҙур зәңгәр күҙле булһа ла, эскерһеҙ, был донъяға бер ҡатлы ышаныуҙар менән ҡарап торған күҙҙәрен шар итеп асып: “Рахман танышыу менән бәйләнеп йонсотто. Теге юлы Мәскәүгә уҡырға киткәс тә, смс-хаттар яҙып йәнде көйҙөрҙө. Һуңғы ҡайтҡанда бөтөнләй тынғылыҡ бирмәне. Иҙән йыуып йөрөгәндә бер көндө артымдан килеп ҡосаҡланы.  Йүгерергә сыҡҡанда ла эҙәрлекләне. Ә ул үлгән көндө артымдан эйәреп аш-һыу бүлмәһенә ингән ине. Әсәйем өйҙә юҡлығын әйтһәм дә, сығып китергә ашыҡманы. Былау бешерергә тип ит турап торғанда килеп ҡосаҡлағанын ғына иҫләйем. Уянып киткәндә ҡулымда бысаҡ, ҡанға батҡан егет эргәмдә иҙәндә ята ине. Уға нисек сәнскәнемде лә, ни өсөн үҙем иҫһеҙ йығылғанымды ла хәтерләмәйем. Атайым үлгәндән һуң, йоҡлай алмай йонсоғас, табип тынысландыра торған яҙыу яҙып бирҙе. Уны эсә башлағас, үҙемде күп ваҡыт томан эсендә йөрөгән кеүек тоя инем былай ҙа”, – тип тәфтишселәргә яуап биргәндә әйткән хәбәрҙе хөкөм залында ла һөйләне. Аҙғын егет көсләргә маташҡанда үҙен яҡлаған. Ҡанданмы, әллә үҙенең ҡылығынан  ҡурҡыпмы, иҫтән яҙған. Ә үҙенең аңлайышһыҙ хәле, наркотик матдәләр ҡулланыуҙан, тип һығымта яһалды ла, киләһе судҡа тиклем тикшереү эшен дауам итергә, ҡулға алырға тип ваҡытлыса ҡарар сығарылды.

Ҡыҙы урынына күреп яратҡан Зөлхизә өсөн ут йотоп ултырҙы Рәфит. Әсәй кешенең балаһының яҙмышы хәл ителгәндә нишләп рәшәткә аша булһа ла янында ултырмауына аптырап уйлап ҡуйған ине. Юғары суд бинаһының ишек алдында бер өйөр журналистарҙы ауыҙына ҡаратып торғанын күргәс, аңланы киленендә бала ҡайғыһы юҡ икәнлеген.

Бер ни тиклем иҫен йыйып ултырғас, килене Зарина янында элекке курсташы, ҡалалағы иң текә нотариустарҙың береһе Марсты күргәс, терт итеп ҡалды. Тегеләре урамда үтеп-һүткән халыҡтан да тартынмайынса супылдашып үбешкәндән һуң, Рәил ҡустыһынан ҡалған машинаға ултырып сығып киттеләр.

Ҡайтҡас Рәғиҙәһенә күргән-ишеткәндәрен һөйләгәс, ҡатынының артыҡ иҫе китмәне.

– Бәй, ҡасандан бирле Марстың һөйәркәһе бит. Шуны ла белмәйһеңме ни?! Һинең полиция булып йөрөүең... – тип эләкләп тә алды тегенеһе.

– Нисек инде һөйәркәһе? Ә теге Зөлхизә үлтергән егет кеме ине һуң? – тип йәнә аптыраны ир.

– Уныһы ла апһындыҡы ине. Берәүҙән икәү яҡшы, тиҙәрме әле? Шуның һымаҡ инде, – тип яурындарын һикертте лә, – Зөлхизәнең кешегә бысаҡ күтәреүенә нимә тиһәләр ҙә ышанмайым. Кеше үлтереү түгел, бесәй балаһын да рәнйетмәй бит ул. Өс бала тәрбиәләп, егерме йылға яҡын мәктәптә уҡытҡан кеше мин быны ғына беләм, – тип иренең яраһына йәнә тоҙ һибеп ҡуйҙы.

– Мин дә ҡыҙымдың кешегә бысаҡ күтәреүенә ышанмайым да, әммә бөтөн нәмә, хатта үҙенең һөйләгәндәре лә үҙенә ҡаршы бит. Етмәһә, наркотик матдәләр ҡулланған тип тора бөгөн судья, – тине ире аңҡауына йәбешкән телен саҡ-саҡ әйләндереп.

– Алты йыл үҙе бер ғүмер. Унан имен-һау сыҡҡан хәлдә лә, ниндәй ҡиәфәттә, кем булып сыға бит әле, – тип күңелсәк Рәғиҙә сеңләп илап та ебәрҙе. Бер ни тиклем күңелен бушатып алғас: – Бүтәндәрҙең тикшереүенә ышанып ятмайынса, әллә эште үҙ өҫтөңә алаһыңмы? Ундай эштә һиңә ситтән аҡыл һорарға түгел бит, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

“Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы – ҡыҫҡа, тип кемгә ҡарата әйткәндәрҙер, әммә минең ҡатынға ҡарата түгел. Әле ул янымда булмаһа, нишләр инем икән? Бер-бер артлы килеп төшкән ҡайғыларға түҙмәйенсә йә муйыныма элмәк һалыр, йә эскегә һабышыр инем. Ҡатындың әйткәненә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Тимәк, яҙмышҡа күнеп, баш баҫып ултырырға түгел. Бер сараһын күрергә кәрәк”, – тип үҙ алдына уйлап, үҙенең был ҡарарына бер мәлгә күңеле күтәрелеп ҡулдарын ыуып ҡуйҙы.

Ҡапыл ҡустыһы үлеп китеп, әле үҙенең ҡыҙылай яратҡан Зөлхизәнең бәләгә тарыуы ныҡ бөтөргән ине Рәфитте. Тиҙ генә ниндәйҙер дөрөҫ ҡарарға килер, артабан ҡустыһының ҡыҙын ҡотҡарыр өсөн уландары менән йыйылып һөйләшергә, кәңәшләшергә ҡарар итте. Өс улына бер-бер артлы шылтыратып, иртәгә эштән һуң ялдарға үҙенә саҡырҙы.

 Өсөһөнән дә ыңғай яуап алғас, уларҙы иртәгә ҡаршы алыу өсөн пландарын тормошҡа ашырырға кереште. Өфөгә күрше районда йәшәгән бер танышына бер нисә сәғәттән барып етеүе, һатлыҡ бер һарыҡты һуйып эшкәртеп тороуын һораны ла, юлға йыйынды. Килеүҙәренә бишбармаҡ бешереп, шешлеккә ит әҙерләп ҡуйырға уйланы.

Дүрт яҡлы ҙур ағас йорттоң эсенә инеү менән йәш иттең боҫо боҫрап, тәмле  еҫе танауҙарына килеп бәрелгәс тә, өлкән, әлегә берҙән-бер килене Таңсулпан: – Беҙҙән йәшереп кенә әллә берәй ерҙә ферма тотаһығыҙ инде. Килгән һайын яңы ғына һуйылған ит менән һыйлайһығыҙ, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡәйнәһенә өҫтәл ултыртырға ярҙамлашырға ашыҡты.

Айбулат ағалары артынан Айсыуаҡ менән Айтуған да ҡайтып еттеләр. Әлегә берҙән-бер ейәнсәре Әминәнең тәтелдәүенә, улдарының бер-береһенән хәл белешеп һораша-һораша өҫтәл янына йыйылыуҙарына күңеле булып Рәфиттең. Бер мәлгә донъяһы түңәрәкләнеп киткән төҫлө ине лә, төрмә ашына хушһынып, һыуыҡ камерала ултырған Зөлхизә күҙ алдына килгәс, йәнә сырайы ҡараңғыланды. Ундағы үҙгәрештәрҙе һәр күҙәнәге менән тойоп, хәлен аңлап ултырған Айбулат:

– Атай, хәлдәр шул хәтлем насармы ни? – тип һорап ҡуйҙы.

– Аш алдында өндәйшмәй торайым тигән инем дә. Насар шул. Һеңлегеҙҙе уйлап йөрәгем әрней, – тине.

– Зөлхизәнең был эшкә ҡулы барыуына ышанмайым. Сеймәлсек ептең осон табырға кәрәк, – тип Айбулат ултырған урынынан тороп уҡ китте. – Йә тәфтишсе тикшереү барышында нимәнелер күҙ уңынан ысҡындырған, йә бөтөнләй эште тиҙерәк ябыр өсөн илке-һалҡы ғына ҡараған.

– Әсәйең менән беҙ ҙә шул фекерҙә, улым. Кәңәшләшергә һеҙҙе йыйҙым да инде. – Алдына ни арала килеп ултырған Әминәне тупылдатып ярата-ярата һүҙен дауам итте. – Үҙемдең генә осона сығырлыҡ хәл юҡ. Ҡайғы – аш түгел, икән.

– Үҙем ул ваҡытта командировкала булып ҡалдым шул. Ентекләп тикшерерҙәр, Зөлхизәне аҡларҙар тип тә өмөтләнгән инем, – тине атаһы юлынан киткән Айбулат. – Иртәгәнән үҙем эҙләнә, тикшерә башлайыммы әллә?

– Шулай итмәй булмаҫ, улым. Иң тәү сиратта енәйәт ҡылынған урынды ҡарарға кәрәк...

****

Иртә менән Айбулатты үҙенең тупһаһында күреп Зарина терт итеп ҡалды. “Таңға хәтлем күңел асып йөрөп артығыраҡ ҡыланып ташлағанмын. Марстан баш тартып булмай шул. Был хәтлем йөрөһәм, Рәил артынан үҙем дә китеп барыуым бар”, – тип төнө буйы йоҡламай йөрөгәнлектән шешмәкләнгән йөҙөн көҙгөнән күргәндән һуң уйлап ҡуйҙы.

– Әйҙүк, тимәйем. Ҡунаҡ көтмәй инем. Ни йомош, ҡәйнеш? – тине ишекте асҡанда вайымһыҙ ғына.

– Берҙән-бер еңгәмдең хәлен белергә килдем, – тине Айбулат һалҡын ҡаршы алыуға иғтибар итмәҫкә тырышып.

– Ире үлгән, ҡыҙы төрмәлә ултырған кешенең хәле ниндәй булһын? – Заринаның зәңгәр күҙҙәре асыулы янып китте.

– Шуға ҡайғыңды уртаҡлашам, тип йөрөүем дә, – тине Айбулат. Саҡырыусы булмаһа ла, ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан аш-һыу бүлмәһенә уҙып.

Енәйәт ҡылынған урынды күҙҙәр үткәреп ҡарап сыҡҡас, Рахман менән Зарина төшкән фотоға иғтибар итте. Оҙон буйлы, аҫтыртын ҡарашлы Урта Азия яғынан килгән иргә бер ни тиклем ҡарап торғас:

– Зөлхизә өйҙә бейек үксәле аяҡ кейемендә йөрөй торған инеме, – тип һораны.

– Тыштан ингән аяҡ кейеме менән өйҙә йөрөргә бында Европа юҡтаса. Унда ярый юлдарҙы шампунь менән ялтыратып йыуып торалар, – тине еңгәһе. – Нимәгә ул сиңа?

– Былай ғына һорайым. Һеңлем бит, – тине Айбулат.

– Ялан аяҡ йөрөргә яратты. Унда бит крәстиән атасының ҡаны аға. Шуға ишек алдындағы үлән өҫтөндә лә сирҡанмыйса иртә менән ысыҡ кисеп йөрөнө.

– Улай икән. Уның йоҡо бүлмәһенә инергә яраймы?

– Унда тағы нимә оноттоң?

– Берәй фотоһын алайым тигән инем.

– Аныһы тағы нимәгә?

– Атайыма иҫтәлеккә алып ҡайтырға ине. Ҡыҙын һағына...

– Интернетта ла фотоһы туп-тулы...

– Оло кеше бит. Гелән генә интернетҡа инеп, телефон һыпырып ултыра алмай.

Төрлө үләндәр төнәтмәһенән әҙерләнгән сәйҙе бер генә шәшкегә ҡоя башлаған Зарина теләһә нишлә,  тигән кеүек арты менән боролоп баҫты. Айбулат икенсе ҡатҡа, һеңлеһенең бүлмәһенә күтәрелде.

Ҡояш нурҙары төшөп торған ҙур, яҡты бүлмәгә ингәс, Айбулат бер мәлгә туҡтап ҡалды. Компьютер өҫтәлендә ҡыҙҙың уҡыған китаптары ла ята. Бөхтә итеп йыйыштырылған йоҡо карауатының янындағы тумбаның тартмаһын асҡас, йоҡо дарыуы һауыты килеп сыҡты. “Һәләтле тәфтишсе эҙ ҡарап, еҫкәнеп кенә йөрөмәй. Интуицияһына ла таяна”, – ти торған ине уларҙы уҡытҡан профессор. Айбулатҡа ла Зөлхизәнең фотоһы һылтау ғына Зарина алдында. Нишләптер күңеле ике туған һеңлеһенең йоҡо бүлмәһенә әйҙәп тик торҙо һәм бына кәрәкле нәмәһен тапҡандай, тынысланып та ҡуйҙы. Исем өсөн тигәндәй, Рәил ағаһы менән Зөлхизәнең бергә төшкән бер фотоһын алып, йоҡо дарыуын кеҫәһенә һалып еңгәһе янына төштө. Тегеһендә ҡәйнешенең ҡайғыһы юҡ ине. Вайымһыҙ ғына сәйен йота-йота, телефонында соҡсона. Айбулаттың һаубуллашыуына ла өнһөҙ генә ҡул болғап ҡалды.

Ҡайтҡас, күргән-белгәндәрен атаһына һөйләне.

– Зөлхизә өйҙә бейек үксәле аяҡ кейеме кейеп йөрөй инеме? – тип, еңгәһенә биргән һорауҙы ата-әсәһенә лә ҡабатлап бирҙе.

– Юҡсы, – тине әсәһе, ҡамыр баҫып торған еренән туҡтамай ғына. – Өйҙә түгел, сығарылыш кисәһендә лә киске күлдәк менән беҙ үксәле аяҡ кейеме кейә алманы бит бисара...

– Ниңә? – тине Айбулат һаман эштең айышына төшөнә алмай.

– Рәил ағайыңдың фәрештә кәләше ғүмере буйы һимереүҙән, тиҙ ҡартайып үлеүҙән ҡурҡты. Шуға ит аҙыҡтарын бөтөнләй ашаманы. Мода артынан эйәрә берәү...

– Әсәһенең ит ашамауы менән ҡыҙының бейек үксәле аяҡ кейеме кейә алмауында ни ҡыҫылышы бар? –Айбулат һаман эштең айышына алманы.

– Нейә, әсә менән бала араһында нишләп ҡыҫылышы булмаһын, ти?! – тине көлөп ебәрҙе Рәғиҙә, үҙенә һаман да балалыҡ ихласлығы менән күҙенә сур ҡарап торған улына. – Зөлхизәгә ауырлы сағында ла ит ашауҙан баш тартты. Йәнәһе лә һимерә берәү. Шуға ла йөҙө ап-аҡ булып, хәлһеҙ йөрөп тапты. Табиптар ҙа, беҙ ҙә бала эстә саҡта витамин алһын өсөн итле аҙыҡтарҙың файҙаһы тураһында аңлатыу стенаға борсаҡ бәреү менән бер булды.

 – Алай ҙа була икән дә... – тип Айбулат һаман да аптырауын йәшермәне.

– Була шул бына. – Рәғиҙә асыулы итеп әйтеп ҡуйҙы. – Шунлыҡтан, Зөлхизә йыбытҡы ғына бала булып тыуҙы. Ике-өс йәшендә уйнай башлаһа, тиҙ генә арый ине. Тора-бара аяҡ-ҡулдары кәкерәйә башлағас, кальций етмәү арҡаһында һөйәктәре һыныу ихтималлығын да белделәр...

– Рәил ағайым аҡыллы кеше булды бит. Ҡатынына йоғонто яһай алманымы икән ни?! – тип Айбулат балаларса бер ҡатлылыҡ менән һаман да аптырауҙан туҡтаманы.

– Беҙҙең әйткәндәрҙе аңы менән ҡабул итһә лә, йөрәге менән кире ҡағып тик торҙо... Ике һүҙенең берендә: “Минең фәрештәм. Ситтән төшкән киленде рәйнетеп ҡуймағыҙ. Ул күп уҡый, үҙе белә”, – тип алдынан алды.

 – Ағайымдың бер йомшаҡ яғы булған икән дә, – тип Айбулат яурындарын һелкетеп ҡуйҙы.

– Батыр үлеме мәрйәнән, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит, улым,  – тип һүҙгә ҡыҫылды аталары балыҡ тоторға барырға әҙерләнеп йөрөгән еренән. – Бер тапҡыр “ых” та итмәгән имәндәй ир ятты ла үлде бит. Үҙе иҫән булһа, Зөлхизә лә был бәләгә тарымаҫ ине. Мин балыҡҡа йөрөп киләм әле. Уйҙарымды рәткә килтерергә кәрәк...

 

 

*****

 

Рәил бәләкәйҙән алып-һатыу эшенә сос, йылғыр булды. Тиҫтерҙәре арттарына ҡояш төшкәнсе йоҡо һимерткәндә, ул төшкә тиклем бер нисә биҙрә еләк йыйып алып ҡайта ла, ун саҡрымлап йыраҡлыҡта ятҡан трассаға сығарып һата. Йәй башында яңғыҙяҡтан башлай, көҙөн балан, миләш бөткәнсе шул кәсебенән туҡтамай ине. Уҡыуҙа әллә ни ыратманы. Эш менән булышып, бәлки, китап ҡосаҡлап ултырырға ваҡыты ла, хәле лә ҡалмағандыр. Донъя көтөргә бөтмөрлөгө бала сағынан уҡ шулай беленде. Юҡҡа ғына булыр бала – биләүҙән, тимәгәндәрҙер. Уңғанлығын күреп мәктәптә уҡытыусылар ҙа артыҡ бәйләнмәне шикелле. Оло тормошҡа үҙ аллы аяҡ баҫҡанда юғалып ҡалмаҫына ышанғандарҙыр.

Бер мәл йәйге каникулы башланғас, Рәфит үҙе янына Өфөгә алып килде. Ҡайтыр саҡта Рәилдең ике ҙур төйөнсәген күреп иҫе китте. Бер ҡат алмаш кейем менән килгән үҫмерҙең ни алып ҡайтырын башына ла килтермәй ине. Ҡабы менән шыплап тултырылған берәүһендә төрлө төҫлө пружиналы ручкалар ине.

– Бә-ә-әй, каникулың саҡ башланды бит әле. Нимәгә ул һиңә? Был саҡлы ручканы ғүмер буйы яҙышып ҡына ултырһаң да бөтөрә алмаҫһың, – тип көлөмһөрәне.

– Ауылда бындайҙар һатылмай. Алмаздың ағаһы ҡышын уҡ Өфөнән алып ҡайтып биргән ине. Барыһының да күҙе ҡыҙҙы. Хаҡын ике тапҡырға арттырып һатһаң да аласаҡтар, – тип мут йылмайып ҡуйҙы Рәил.

– Икенсе пакетта нимә? – тип ҡыҙыҡһынды Рәфит. – Ауылда ул хәтлем ручканы алырлыҡ уҡыусы ла юҡтыр әле?

– Уныһында ҡыҙҙар өсөн сәс һуҙмаһы.

– Атаҡ! Әллә сәс үҫтермәксе булдыңмы? – тип Рәфит был яуапты ишеткәс бөтөнләй шаҡ ҡатты.

– Нейә, юҡты һөйләйһең?! Уларын да һатам...

– Кит, юҡты. Күкәй йыйыусы Ғәндәлиптәй булып, кеше көлдөрөп йөрөмәһәң... – тип алыпһатар ҡустыһынан көлөргә лә, уға асыуланырға ла белмәгән ине Рәфит шул саҡ.

– Нейә, ауыл ҡыҙҙарының да матур булғылары килмәй тип уйлайһыңмы әллә? – тип ҡустыһы ағаһының был эшенә өнөмәүен аңлап. – Беҙ кемдән кәм һуң?! Төрлө төҫлө ручкалар менән яҙғыбыҙ килә. Ҡаланан ҡайтҡан ҡыҙҙарға беҙҙекеләрҙең дә күҙе ҡыҙа. Күреп йөрөйөм дә инде. Һыуытҡыслы машинам булһа, һеҙҙең күрше туҡталыш янындағы туңдырма заводынан бер-ике йәшник алып ҡайтып һатыр инем әле. Беләһеңме, үҙендә ни бары егерме биш тин тора. Ә ауылда биш-алты һумға һатҡанда ла күпме аҡса эшләп булыр  ине... Ярай, исмаһам, үҙем туйғансы һыйланып ҡалдым. Ҡайтҡас, егеттәргә эсемде ялағыҙ, тиермен инде...

Балалыҡ бер ҡатлылығы үҙендә һаман да сығып бөтмәһә лә, иғтибарлы, тиндән һум эшләргә атлығып торған бөтмөр ҡустыһын шул ваҡытта Рәфит беренсе тапҡыр эшҡыуар сифатында күргән ине. 

– Ул завод тураһында ҡайҙан белдең һуң? – тине йәнә аптырап. – Беҙ ул яҡҡа сығып йөрөмәнек бит.

– Һи-и-и, һинең менән берәй ергә барып буламы ни? Китап ҡорто бит һин. Имтихан бирергә киткән сағыңда үҙем ара-тирәне ҡыҙҙырып йөрөп килдем...

– Аҙашһаң?! – Рәфиттең күңелендә дыуамал ҡустыһына ҡарата ҡурҡыу барлыҡҡа килде. – Аҙашһаң, берәй бәләгә тарыһаң, ата-әсәйемә ни тип яуап бирер инем? Шул турала уйланыңмы, эт малай?!

– Урманда бер яңғыҙым йөрөп ҡайтам бит. Ҡала нимә инде уның менән сағыштырғанда?! Аҙашһаң, тағы ла, тел нимә өсөн?

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ ине. Хәйер, Рәил менән әрепләшеүҙең файҙаһы ла юҡ барыбер. Мең һүҙгә етеп, үҙенекен иҫбатлай торған холҡо бәләкәс сағынан килә.

Ауылға ҡайтҡас та әйберен сиратлап тороп һыпырып алып бөттөләр. Ят таҫмалы һуҙмаларға ҡыҙ-ҡырҡын башта сәйерһенеп ҡарап ҡуйған ине. Ул ваҡытта бик популяр “Лиза” журналынан әртис, йырсыларҙың һүрәттәрен күрһәтеп, ҡыҙҙарға модалы прическа эшләү серҙәренә лә төшөндөргәс, бер-береһенән уҙышып алдылар. Ҡустыһының бындай һәләте барлығын да белмәй йөрөй ине әле Рәфит. Рус телендә сыҡҡан ялтыр тышлы журналды ҡайҙан табыуы тураһында ла аптыраны.

Туғыҙынсыны тамамлаған йәйҙә һөнәрселлек училищеһына имтихан биреп йөрөгәнендә ҡытай баҙарына барып бер тас алҡа, беләҙек, муйынсаҡтарҙы алған ҡустыһын күреп йәнә иҫе китте Рәфиттең.  

– Һайыҫҡан шикелле ялтыр-йолторға ҡыҙығаһың икән дә... Быларҙы үҙең тағып йөрөргә уйлайһыңмы, хи-хи-хи!  – тип көлдө ағаһы. Көнө буйы ҡустыһы артынан баҙар буйлап йөрөп арыған ине.

– Ауылда ҡыҙҙар “Клон” сериалын ҡарап һындары ҡорой бит. Жади, Латифаға оҡшарға тырышып, хатта ҡыҫҡа, кендектәре күренеп торған топиктарҙан да баш тартыусылар бар. Быларҙы “һә” тигәнсе талашып алып бөтәсәктәр, – тип мут йылмайҙы Рәил.

Әйткәндәре раҫҡа сыҡты. Тағы ла бер-ике тапҡыр таслап биҙәүестәр һатып алдылар.

– Ошондай эш менән һин дә булышһаң, бәләкәй генә стипендияға, ата-әсәйемдең биргәненә риза булып ултырмаҫ инең, – тине ағаһына бер мәл.

– Уңмаған юлды ҡыума, тигән боронғолар. Минең уға сослоғом юҡ, – тип ҡул һелтәне Рәфит, ҡустыһының тәҡдименән баш тартып.

Техника серенә төшөнөп, ҡулы оҫтарып алғас, Рәил ҙурыраҡ шөғөл тапты: машина ремонтлау эшенә тотондо. Беренсе курсты тамамлағанда, йыл дауамында автосервиста эшләп, апаруҡ ҡына бол йыйған егет ҡала уртаһында урынлашҡан гаражды ҡуртымға алып, машина запчастәре һатыу менән булышты. Тиҫтерҙәренең ҡайһы берҙәре ҡулдарына диплом алып, ҡайҙа барырға белмәйенсә, аңҡы-тиңке йөрөгәндә, ул ҡала ситендәге бәләкәс кенә автосервис хужаһы ине. Прокурор ярҙамсыһының ярҙамсыһы булып йөрөгән Рәфит ул ваҡытта һаман да тиндәр һынай ине әле. Үҙенән бер класҡа түбән уҡыған ауылдашы Рәғиҙәгә өйләнеп, уҡытыусылар өсөн бирелгән бәләкәс кенә бер бүлмәлә йәшәйҙәр, Айбулаттарын үҫтерәләр ине. Ауылға Рәилдең ҡулдан алынған иҫке генә булһа ла сит ил машинаһында ҡайтып йөрөнөләр.

“Элек ауылда ун ике балаһы булған балта оҫтаһы бер ағай: “Кеше эшләп кенә байый алмай. Бына минең ҡулымдан көнө-төнө балта төшмәй. Балаларҙың тамағынан арттырып булмай. Кем сос, кем урлаша, кемдең артынан этеп, артынан тартып тороусы бай, түрә туған-тыумасаһы бар, шулар ғына мандый”, – ти торғайны. Рәфит менән Рәил, һеҙгә ҡарап, ул ағайҙың әйткәндәренең дөрөҫлөгөнә инандым”, – тип аталары йыш ҡына көлөмһөрәп ҡуйыр ине.

Ысынлап та, Рәил йәшәй, таба белде. Бер нисә йыл автосервисында эшселәре менән бер рәттән майға сумып йөрөп бил бөктө лә, ситтән машина алып ҡайтып һата башланы. Башҡорт байыһа бисә ала, урыҫ байыһа йорт һала, тигәндәре был башҡорт эшҡыуарын урап уҙҙы. Әллә күңеленә ятҡан оҙон сәсте осрата алманы. Ә бына донъя йыйҙы. Ул ваҡытта Өфө ситендә юҡ ҡына хаҡҡа һатылған бер нисә тиҫтә сутый ер алып, төҙөлөш эшен башлап ебәрҙе. Ике ҡатҡа өҫтәп мансардлап һалынған яландай ҙур, бейек йорт янына ни арала саунаһы-ние менән бергә мунсаһы, тиҫтәләгән техника һыймалы гаражы ла ҡалҡып сыҡты. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем урам-тирәһен, баҡсаһын аҙнаһына бер тапҡыр килеп тәрбиәләүсе кешеһен дә тапты. Емеш-еләк ҡыуаҡтары менән бергә күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө сәскә лә үҫте.

Ҡар ҡатыш ямғыры яуып, төнөн туңғаҡҡа әйләнеп, ни арба, ни сана түгел мәлдә Рәил Рәфиткә: “Краснодарҙан юлға сыҡтыҡ. Килен алып ҡайтып киләм. Иртәгә кис өйҙә булабыҙ”, – тип смс-хәбәр ебәрҙе. Рәғиҙәһенең икенсе улдары Айсыуаҡты табырға көнө етһә лә, юлға сыҡтылар. Ел нығыраҡ иҫһә, осоп китергә торған сибек кенә кәүҙәле, ойпаҫланған беретка, ең ситтәре һүтелеп торған пальто кейгән, күҙҙәренән ноябрь айының ҡырыҫлығы бәрелгән киленен тәү тапҡыр күргәс тә: “Эҙләгәнен тапҡан икән”, – тип атаһы ауыҙ эсенән генә мығырлап ҡуйған ине.

Зарина тәүге көндә үк үҙен иркен тотто. Оялыу, тартыныуҙы ла белмәне. Беренсе көндә үк Рәилгә эйәреп мунсаға китте. Ҡәйнә-ҡайнылары алдында: “Раилымды бер күреүдә үк ошаттым. Любовь с первого взгляда”, – тип сут-сут үбеп алырға ла өлгөрҙө. Ҡатын-ҡыҙ тарафынан аҙым һайын яңғыраған бындай тәмле-татлы һүҙҙәрҙе ишетеп өйрәнмәгән өйҙәге башҡа ирҙәрҙең дә күҙҙәре ялт итеп ҡалды. Был ваҡытта Рәил бөтөнләй ирәйеп китә ине. “Беҙ туҡтаған ҡунаҡханала иҙән йыуып йөрөгәнендә шаяртып ҡына һүҙ ҡушҡан инем. Икенсе көндә үк бер түшәктә уяндыҡ. Муйыныма һырылып: “Узен белән алып кит бынан, жаным”, – тип быуып алып бара. Шундай фәрештәне нисек ҡалдырып китәһең инде”, – тип һөйләр булды.  

Йәшәй башлағас та Зарина теҙгенде үҙ ҡулына алды. Уҫлаптай ирҙе орсоҡтай ғына ҡатын рәхәтләнеп, нисек теләй шулай үҙ ҡурайына бейетте. Йүгертте. Ирҙең үҙенең туғандарына, ата-әсәһенә ҡарата ҡарашын да үҙгәртә, араларын һалҡынайта яҙҙы төлкөнән дә яманыраҡ мәкерле хәйләкәр ҡатын.

Хәләл көстәре менән донъя көткән ҡайны-ҡәйнәһен “ҡырағайҙар” тип кенә ебәрер ине. Уларҙы әҙәмгә һынамай маташты. Кесе килендәренең ысын йөҙөн Зәлхизә тыуған йылды күрҙеләр. Рәфиттең өсөнсө улдары Айсыуаҡтан бер айға алдан тыуҙы ул. Йәйен ике килен дә ауылға ҡайтты. Ирҙәре бесән эшләү менән мәжғүл ине. Тулғаҡ ғазабынан ҡурҡып балаһын операция ярҙамында тапҡан Зарина үҙен гәлсәр ваза урынына күреүҙәрен талап итте. Төшкә тиклем йоҡо һимертә. Баҡсанан яңы ғына өҙөлгән емеш-еләк, йәшелсә менән тамаҡ туйҙырғас, йылға буйына, һыу инергә, ҡомда ирәүәнләп ятып ҡыҙынырға китә. Төнө буйы ике сабыйҙы алмаш-тилмәп имеҙеп, көндөҙ ҡәйнәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп арманһыҙ булып арыған, миктәп киткән Рәғиҙә менән икеһен сағыштырып, ҡәйнәһенең бер көндө: “Килен, бында ҡунаҡхана юҡ бит. Артыңдан, исмаһам, һауыт-һабаңды йыйыштырып ҡуй”, – тиеүен оҡшатманы. Төшкөлөккә ашарға ҡайтып килгән ирен ҡапҡа төбөнә сығып ҡаршы алып ошаҡланы. “Мине ситтән килгәс, яратмыйлар иде. Ят бауыр күрәләр. Ана, Рәғиҙәне килен дә килен, тип өзөлөп торалар”, – тип яр һалды. Ире ҡосағында һөйләнә-һөйләнә илап торған Заринаға ҡайныһы:

– Килен, беҙ берәүҙе лә артыҡ күрмәйбеҙ. Ҡәйнәң әйткәндәргә үпкәләргә кәрәкмәй, – тине ҡулын сайып торған еренән.

– Аты-ый... – Тип ҡатынын яҡлап маташҡан улына ҡарап:

– Тураһын әйткән туғанына ла ярамаған инде. Ир булып, әҙерәк дилбегәне үҙ ҡулыңа ал. Ярай, йәш балалы кеше йорт эштәрендә ярҙамлашмай, ти. Һуң бәпесегеҙҙе лә ҡурсаҡ шайы ла күрмәй бит. Ярай ҙа, янығыҙҙа Рәғиҙә еңгәң бар. Әле ул булмаһа һыйыр һөтө менән дүрт айлыҡ баланың ашҡаҙанын боҙор инегеҙ, – тип ҡырт боролоп өйгә инеп китте, бәләкәс килененең аҡылға һыйғыһыҙ ҡылығы тураһында уйланып ҡайтҡан ҡайныһы. Рәилдең бесәндә әйткән хәбәре бысаҡһыҙ һуйған ине уны...

– Ғүмер тигәнең татлы бер төш кеүек үтә лә китә икән. Һәр мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәп ҡалырға кәрәк, – тине Рәмзил осланып килгән күбәнең башына йәшерәк бесән һалып. – Был донъяға килгән һәр йән эйәһенең төп маҡсаты үҙеңдән һуң нәҫел ҡалдырыу, – тип йәнә фәлсәфәгә бирелеп китте алтмышҡа еткән ир.

– Заман ауыр, тип йәштәр хәҙер бала табырға ашыҡмай шул, атый, – тине Рәфит уйсан ғына кәбә төбөн һәнәге менән тырмаштырып йөрөгән еренән.

– Һәр осор үҙ заманы өсөн һынауҙарын ебәреп кенә тора ул. Күп бала үҫтерермен, тигән хыялым бар ине лә. Әсәйегеҙ Рәилдән һуң өҙлөгөп ҡалған, – тине көрһөнөп аталары. – Исмаһам һеҙ мах бирмәгеҙ.

– Ике улым, ике ҡыҙым булыр, тип мин дә хыяллана инем дә. Киленегеҙ бала тапҡан сағында башҡа йөккә уҙмаҫлыҡ итеүҙәрен һораған икән табиптарҙан, – тине Рәил мыштым ғына.

 – Һай, нишана! – тип Рәмзил ҡарт туҙып китте. – Туйып һикереүе шулдыр был килендең. Ҡатын-ҡыҙҙың бар матурлығы әсә булыуҙа, бала бағыуҙа бит. Шундай матур, етеш тормошта бала артынан бала табып, уларҙы тәрбиәләп кенә йәшәргә лә йәшәргә бит инде...

– Хәҙер һуң инде, атый,  – тип Рәил башын түбән эйҙе. – Мин дә унан ундайҙы көтмәгән инем дә...

 

Дауамы бар. 

Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: