Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Октябрь , 14:32

Шәйҙүк (хикәйә)

Ләйсән СӘЛИМОВА

Шәйҙүк (хикәйә)
Шәйҙүк (хикәйә)

 Сытырайып, бәләкәй ҡулдары менән карауаттың бейек тимер рәшәткәләренә йәбешеп алған ике-өс йәш тирәһендәге кескәй ҡыҙ бала тағы ла буҫлығып илай башланы. Йөрәк төбөнән сыҡҡан тауыш, буш стеналарға  ҡаҡлығып,  көслөрәк яңғырай, әммә уны бер кем дә йыуатырға ашыҡмай. Ауырыу һәм ташландыҡ балаларға тәғәйенләнгән махсус дауаханала эшләүсе аҡ халаттар  өсөн был көндәлек эш мөхите. Сабый илай, сөнки уның баш мейеһендә яман шеш. Операция эшләргә аҡса кәрәк, ә хөкөмәттең әндрәй ҡаҙнаһы юҡ. Ата-әсәһенең наркотиктарҙан алған татлы ләззәте өсөн тән ғазаптары, ғүмере менән түләй.

     Инде  ҡысҡырыуҙан тамам тамағы кибеп өҙөк-өҙөк кенә һулҡылдаған бәләкәстең күҙ йәштәренә битараф булмаған йән эйәһе шулай ҙа бар. Юҡ, ул вахтала ултырыусы күп михнәттәр күргән оло йәштәге инәй ҙә, йәшлек бөркөп торған шат күңелле сибәр шәфҡәт туташы ла, һүрән ҡарашлы шымтояҡ ҡарауылсы ҡарт та түгел. Ул ШӘЙҘYК. Әҙәмдәрҙең күҙенә бер ҡасан да күренмәҫ зат шунда. Барлыҡ көнитмеше – әрнеп илаған балаларҙы табып уларҙың әсе күҙ йәштәрен эсеү.

Бына әле лә ул йәлпәк, еңел генә формаһын үҙгәртергә һәләтле кәүҙәһе менән яртылаш асыҡ форточка ишегенән һурылып үтеп тимер рәшәткәләргә нәҙек ҡулдары менән тотоноуы булды, оҙон иркә теле сабыйҙың алһыу бите буйлап тәгәрәгән йылы тамсыларҙы яларға керешеп тә китте. Шул тиклем тоҙло йәштәр булыр икән дә! Уларҙың әсеһенән хатта Шәйҙүктең тамағы рәхәт итеп ҡурыла. Бер тамсыһын да әрәм итмәй ялап бөтөрөргә кәрәк, артҡанын  үҙе менән алып ҡайтыр. Иң мөһиме – был әсекәйҙәр сабыйҙың йөрәгенә таммаһын. Ябай тамсылар булып күренһәләр ҙә, яман мәкерлеләр улар. Кескәй әҙәмдәрҙең йөрәгенән бар әрнеүҙәрен йыуып сығаралар ҙа, киренән шунда уҡ ҡайтып боҙ булып туңалар. Бер тамсы бер күҙәнәкте үлтерә. Һулҡылдап типкән бәләкәй йөрәк яйлап  тойом һәләтен юғалта. Ниндәй генә ғазаптарға дусар булмаһын, битараф ҡала. Шәйҙүк өсөн йәшәү сығанағы булған күҙ йәштәренең бер бөртөгөн дә тамыҙмаясаҡ ундай кеше. Иң ҡурҡынысы бына ошо, шунлыҡтан Шәйҙүк  әсе тамсыларҙы бит буйлап аға башлау менән теленә эләктереп ала. Артып ҡалғандарын, һалҡын тыны менән туңдырып, гәрәбәләй бер епкә теҙеп муйынына аҫа ла, алып китә. Тик ни өсөндөр, йәш тамсыларын оҙаҡ һаҡлап булмай, бер-нисә көн үтеү менән гәлсәрҙәй бөртөктәр ҡарайып, көс еткеһеҙ ауыраялар. Шәйҙүк йәшәгән ҡала ситендәге ташландыҡ йорттоң подвал иҙәненә бер аҙна эсендә уларҙан тау өйөлә. Егәрле зат ҡара борсаҡтарҙы алыҫ тауҙар ҡуйынындағы ер тишегенә ташып түгә.

       Ауырыу баланың илап хәле бөттө, ситлек-карауатына һуҙылып төштө лә, аңын юғалтты. Артыҡ тамсыларҙан муйынсаҡ тағып, Шәйҙүк тауышһыҙ  ғына тәҙрә аша сыҡты.

      Тышта моңһоу көҙҙөң аҙаҡҡы көндәре. Яланғас ағастар ботаҡ- ҡулдарын һәлендереп йәшел яҙ тураһында хыялланалар. Туңып ярыла башлаған ер тәбиғәт-әсәнең өҫтөнә ҡар юрғанын ябыуын көтөп зарыға. 

    Шәйҙүк яйлап ҡына тротуар ситенән атлай –атлай кешеләрҙе күҙәтә.  Әҙәмдәрҙең күреү һәләте сикләнгән булмаһа, улар ҙа тәне ап-аҡ тоҙ менән ҡапланған бәләкәй кәүҙәле заттың ҡыҫҡа кәкре аяҡтарында яндарынан уҙып барыуын күрерҙәр ине.

    Ул «Уйынсыҡтар» тип яҙылған ҙур  кибет ҡаршыһында туҡтаны. Шәйҙүк тап ошонда үкереп илаусы бәләкәстәрҙең йәштәрен йыш эсә. Балалар ололарҙан  витринаға теҙелгән төрлө тәтәйҙәрҙе талап итеп еңешәләр.

     Ана ике кеше китеп бара. Ҡысҡырып көлә-көлә нимәлер хаҡында һөйләшәләр. Туҡта. Бәләкәй әҙәмдәр илай һәм ғазаплана ғына белә микән? Шәйҙүк бер ваҡытта ла йылмайған сабый күргәне юҡ.

      Кибеттең әйләнмәле ишектәренән йәш ҡатын килеп сыҡты. Ул саҡ ҡына ергә эйелеп кемгәлер өндәште, күкрәгенә бушлыҡты ҡосоп шат йылмайҙы. Яңы ғына ул үкһеп илаған ҡыҙын етәкләп ошо ишектән кереп киткәйне түгелме? Ҡапыл ҡатын бушлыҡҡа ҡулын һуҙҙы һәм ап-аҡ  уйынсыҡ ҡуян хасил булды. Бөтәһен дә аңланы Шәйҙүк. Уның күҙҙәре  бары илаған балаларҙы ғына күрә ала.

  Бәләкәстәр ололар кеүек  йылмаямы икән?

  Шәйҙүк ҡала уртаһында урынлашҡан  балалар йортона йүнәлде. Бында кескәйҙәр башҡа урындарға ҡарағанда йышыраҡ илайҙар. Әсе күҙ йәштәрен яратыусы зат уларҙың ни өсөн ғазапланыуҙарын да белеп бөткән. Күбеһе ата-әсәләрен һағыналар, һәр яңы көндө уларҙың килеүенә өмөтләнеп ҡаршылайҙар. Ҡайһылары үҙҙәренең ниңә илағандарын да белмәй, мөхәббәткә һыуһаған бәләкәй йөрәктәренең әрнеүен  баҫырға теләй. Шәйҙүк һуңғы ваҡытта төшөнә башланы- сабыйҙарҙы илатыусылар – оло кешеләр. Ниңә кәрәк  уларға кескәй әҙәмдәрҙең күҙ йәше? Улар әсе бөртөктәр менән туҡланмай. Әллә сабыйҙарҙың йылмайыуы насар тәьҫир итәме? Улайға китһә, магазин янындағы ҡатын ҡыҙының йылмайыуын күреп нисек шатланады. Аңламаҫһың был кешеләрҙе. Ҡыҙыҡ, Шәйҙүккә ниндәй йоғонто яһар ине икән бала йылмайыуы?

 Балалар йортонда бөгөн тып–тын. Оҙон коридор буйлап тәрбиәселәр генә үтеп йөрөй. Шәйҙүккә шулай тойола. Ысынында иһә бында шундай йәнлелек. Сөнки икенсе балалар йортонан ҡунаҡтар килгән. Yҙҙәренсә бер бәләкәй байрам ойоштормаҡсылар. Моғайын да берәйһе илар, тигән уй менән Шәйҙүк ҡаттар араһындағы тәҙрә төбөнә ултырып көтә башланы.    

    Һауаға эленгән ауыр болоттарҙан тәүге ҡар бөртөктәре ҡойола. Бейек йорттарҙан төшкән яҡтылыҡ нурында улар төрлө төҫкә инеп яналар. Ҡаршыла урынлашҡан ике ҡатлы әкиәттәй матур бина янына туҡтаған машиналар ярты сәғәттән ап-аҡ япмаға төрөндө. Унда ла ниндәйҙер байрам. Шәйҙүк бейек прическалы, ялтыр күлдәкле, сибәр һәм тәкәббер ҡатын-ҡыҙҙарҙы, галстук таҡҡан, ҡулдарына бейек аяҡлы рюмкалар тотҡан һалҡын ҡарашлы ирҙәрҙе иҫәпһеҙ күп яҡты уттар менән балҡыған ҙур тәҙрәләр аша оҙаҡ күҙәтте. Айырыуса уны матур заттарҙың муйындарына аҫылған үтә күренмәле бөртөктәр ҡыҙыҡһындырҙы. Ике тамсы һыуҙай күҙ йәштәрен хәтерләтә улар.

   Ултырған урынында ойоп киткән Шәйҙүкте ҡысҡырышҡан, көлөшкән тауыштар уятты. Бәй, был нимә? Күктә  мең төрлө төҫтәрҙән хасил булған биҙәктәр бейешә. Yәт мөғжизә. Әйтерһең дә, йыһан төпкөлөндә тыуған йәйғор-сәскәләр ергә ҡойола. Был бары тик байрам хөрмәтенә матур йорттоң хужаһы тарафынан ойоштолған фейерверк ине. Ул кисә сит ил фирмаһы менән  миллион долларҙар килтерерҙәй килешеү төҙөнө. Балалар йортоноң бәләкәй төҫһөҙ тәҙрәләре бихисап күҙҙәр менән ҡапланды. Хәйер, уларҙы Шәйҙүк  асыҡ күрҙе.  Урамда геүләшкән оло әҙәмдәрҙең береһе лә ҡаршы яҡҡа ҡараш ташламаны. Шәйҙүктең  дә эш сәғәте һуҡты. Ул бар донъяһын онотоп, бына нисәнсе тапҡыр кескәй әҙәмдәрҙең күҙ йәштәрен эсергә тотондо.

        Ете төн ауғас, көс еткеһеҙ ауыр йөгөн һөйрәп, күренмәҫ зат йортона ҡайтып йығылды. Бөтөн көндәрҙәге кеүек ни эшләптер тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Күҙ алдынан матур бинаның алдында байрам итеүсе кешеләр төркөмө, тар тәҙрәләргә ҡапланған моңһоу йөҙлөләр китмәне.  Төҫлө ялҡын биҙәктәр ямғыры төнгө күктән  яуҙы ла яуҙы. Ахыры ятҡан еренән ҡабат тороп тышҡа сыҡты, аяҡтары үҙенән-үҙе баяғы ике ҡатлы күркәм йорт яғына атланы.

      Шәйҙүк  ашхананың асыҡ ҡалдырылған форточкаһы аша эскә үтте. Ҡап-ҡараңғы бүлмәләрҙә бер кем дә юҡ, бөтәһе лә йоҡлай, күрәһең. Семәрләп эшләнгән бормалы баҫҡыс буйлап өҫкө ҡатҡа йүгерҙе. Ҡапыл йөрәге тертләне, уның бында булғаны бар. Юҡ, был йортта бер ниндәй ҙә сабый йәшәмәй, ул күҙ йәштәрен татыған һәр баланы хәтерләй. Тимәк башҡа сәбәп менән килгән булырға тейеш. Хәҙер ошо мөйөштән боролһа, киң япраҡлы түшәмгә еткән гөл ултырасаҡ.  Ысынлап та. Аяҡ аҫтында ятҡан ҡара йәшел, ҡыҙыл сәскәле йөнтәҫ балаҫтың тәпәйҙәрҙе иркәләүе шундай кинәнес бирә. Бәй, ҡайҙан  ул дөм ҡараңғыла балаҫтың биҙәктәрен айыра?

Уң яҡтағы тәүге ишеккә барып еткәс Шәйҙүк туҡтап  ҡалды. Нәҙек ҡулдары өйрәнелгән хәрәкәт менән тотҡаны ике тапҡыр һулға борҙо. Бер яҡ стенаны алып торған китап кәштәһе, ҡаршыла бейек имән өҫтәл, йомшаҡ кәнәфи, креслолар… Шәйҙүк әйләнмәле ултырғысҡа  ултырҙы ла, аяҡтарын өҫтәлгә һалды. Ҡулдары һәрмәнеп сигараларын эҙләне. Бөттөмө икән ни? Секретаре тағы ла Кубаға заказ ебәрергә оноттомы икән? Эштән ҡыуырға кәрәк уны. Шәйҙүк ҡатып ҡалды. Кем ул? Башына ҡайҙан бындай ят уйҙар килә? Артына боролдо… Стенанала элеүле торған портреттан уға таныш йөҙ текәлгән. Ялбыр ҡаштар аҫтына йәшеренгән уҫал күҙҙәр, маңлайына бураҙна булып ятҡан һырҙар, ҡымталған ҡалын ирендәр… Шәйҙүктең башы әйләнде, уйҙары буталды. Ул һикереп торҙо ла, бар көсөнә бүлмәнән сығып йүгерҙе. Ҡолаҡ төбөндә ел һыҙғырҙы, ә күҙ алдынан йәшен тиҙлегендә элекке тормошо үтте. Портреттағы кеше ул – Шәйҙүк, тик кеше сифатында.

      … Ул, йәтим ауыл малайы, ҙур ҡалаға килеп заводҡа эшкә урынлаша. Ике йыл тир түккәндән һуң, Мәскәүгә юғары уҡыу йорттона инә. Ҡабат тыуған яғына ҡайтып ҙур тиҙлектә карьера баҫҡысы буйлап юғары үрләй. Тырыш етәксе оҙаҡламай иң ҙур химия заводын түгел, ә  тотош илде етәкләй. Ҡырҡ тиҫтәне саҡ ваҡлаған ирҙең донъяһы түңәрәк кеүек күренә ситтән. Юҡ шул. Йылдар үткән һайын борсолоуҙар арта, ә күңел тыныслыҡ тапмай. Нимәнелер яңылыш эшләй кеүек тойола. Тик ул турала уйларға ваҡыт ҡына юҡ.  Яратҡан ҡатынының йәшләй генә, бер йәше лә тулып өлгөрмәгән улын ҡалдырып үлеп китеүе йөрәгенә төҙәлмәҫлек яра булып ятты. Балаһына иғтибар бүлергә ваҡыт тапманы. Һирәк-һаяҡ өйҙә ҡунғанда ла уның үкһеп илауын ишетмәҫ өсөн ҡолағына мамыҡ тығып ята торғайны. Ә һуңынан балалар бүлмәһенең стеналарын бер тауыш та үтмәҫлек итеп ҡалынайттырҙы. Илдәр буйлап йөрөнө, бер байрамдан икенсеһенә сапты, нимәлер һөйләне, кемделер тыңланы… Ләкин тормош, үҙе, кешеләр, улы тураһында уйламаны. Сөнки был һәләтен  юғалтҡайны.  Уҡып та тормай  алдына һалынған бөтә ҡағыҙҙарға ла ҡул ҡуйҙы. Ә ҡултамғаһын  ҡуя белә ине…

        Бөгөн ул үткән ғүмерен яҡшы хәтерләүсе, күҙгә күренмәҫ сабый йәштәре менән туҡланыусы зат. Ул ҡасан үлгән, ни өсөн Шәйҙүккә әйләнгән, теге матур йорттоң хужаһы кем, уның улымы… Бихисап күп һорауҙарға ҡайҙан яуап табырға…

   Шәйҙүк  аҙна буйы бер ҡайҙа ла сыҡманы. Аслыҡтан тәне ҡурышты, хәле бөттө. Башҡаса ул күҙ йәштәре менән туҡланырға теләмәй ине. Өнө менән төшө буталды. Yткән тормошо менән бәйле ваҡиғалар сылбыры бер минутҡа ла тыныс ҡалдырмай һулышын быуҙы. Ни эшләргә?..

 Һигеҙенсе көн тигәндә, Шәйҙүк еңеләйгән кәүҙәһен саҡ һөйрәп үҙенең элекке йортона йүнәлде. Күп һанлы бүлмәләр буйлап йөрөнө лә йөрөнө. Затлы йыһаз, ҡиммәтле балаҫтар, билдәле рәссамдарҙың картиналары менән тулған өй музейҙы хәтерләтә. Бер ҡайҙа ла кеше заты күренмәй. Ҡәбер тынлығы ҡолаҡты яра. Улы был йортта яңғыҙы йәшәй. Ярата белмәгән, бер ниндәй ҙә хис-тойғо кисермәгән кешегә ғаилә нимәгә? Кескәй ваҡытында  йыш илаған балаларҙың йөрәктәре менән нимә булыуын Шәйҙүк хәҙер  яҡшы белә. Бар доньяға битараф кеше бары үҙенең физик теләктәре ҡолона әүрелә.

   Йөрәк әрнеүенә дусар булған зат уйға ҡалды. Ул күҙ йәштәрен эсеүенән туҡтаһа, бер нимә лә яҡшырмаясаҡ. Киреһенсә, тып –тып тамған  мәкерле тамсылар секунд һайын кескәй йөрәктәге һөйөү күҙәнәктәрен үлтерәсәк. Әгәр ул сабый йәштәре менән туҡланыуын дауам итһә, файҙалыраҡ була түгелме?

  Yҙе башҡарған эшкә икенсе күҙлектән ҡарағас, Шәйҙүккә бер ни тиклем еңеллек килде. Хәҙер ул көн дә иртә таңдан тороп илаған балалар янына ашыҡты, тырышып-тырышып күҙ йәштәрен эсте, бер тамсыға ла йөрәккә үтеп инергә ирек бирмәҫкә тырышты. Шәйҙүк йәшәүе кеше һәләтендә булмаған мәғәнә менән тулды.

  Ул буш ваҡытын үткән тормошо хаҡында уйлап үткәрә, хаталарын барлай. Әгәр әлеге белгәндәре һәм кеше сағындағы мөмкинлектәре булһа, Шәйҙүк, һис шикһеҙ, күп нәмәне үҙгәртә бит. Сабыйҙарҙы  бары ололар ғына бәхетһеҙ итә, дөрөҫ булмаған тәрбиә, бөтә сәйәсәт уларҙың күңелендәге яҡтылыҡ орлоҡтарын зәғифләндерә, юҡҡа сығара.

 Бер көн  ауыр эш көнөнән һуң «Уйынсыҡтар» магазины эргәһендә ҡылған сәс бөҙрәләренә күҙҙәре ише зәңгәр күбәләк таҫмалар таҡҡан бәләкәй генә ҡыҙҙың илағанын күреп туҡтаны. Гәлсәрҙәй йәш иркә керпектәрҙән алһыу биттәргә өҙөлөп тама ла, көрән пальтоға  һеңеп, кескәй йөрәккә юл ала. Шәйҙүк  ҡыҙсыҡтың йөҙөнә яҡынлап эшенә кереште.

Ҡараңғы төшөп, магазиндан аҙаҡҡы һатып алыусы сыҡҡас ҡына, бала ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. Көслө ел ҡыуып килтергән мул болоттар ҡала өҫтөнә силәкләп ямғыр ҡоя башланы. Ҡыҙсыҡ машиналар ағышын йырып алға ташланды. Тормоздар сыйылдауы Шәйҙүктең ҡолағын ярҙы. Күләүектәрҙе ярып нәҙек сираҡтарында кешеләр өйөлөшкән урам мөйөшөнә барып етте лә, аяҡтар араһынан түңәрәк уртаһына етте. Ҡап уртала салҡан төшөп сабый ята. Күбәләк керпектәре ағарған сикәләренә ҡунған, көрән пальтоһына буй-буй бысраҡ сәсрәгән. Бары бер нимә аңламаған ел генә, бәләкәсте торғоҙорға теләп, зәңгәр таҫмаларын тартып тағата. Ҡыҙыл тәреле машина килеп туҡтағас ҡына таралышты кешеләр. Аҡ халатлылар ҡыҙыҡайҙы носилкаларға һалып алып киттеләр. Ә Шәйҙүк һаман да тора бирҙе, бите буйлап тәгәрәгән һыу тамсыларын усына алып тәмләп ҡараны. Әллә ямғыр тамсылары…

 Ҡапыл уның күҙҙәренә юл ситендә аунаған һоро нәмә салынды. Был туҙып, тетелеп бөткән, ҡулдан яҙылған йомшаҡ уйынсыҡ ишараты ине. Шәйҙүк хужаһыҙ ҡалған, ни яғы менәндер үҙенә оҡшаған тәтәйҙе алды ла, ҡайтыу яғына йүнәлде.

       Иртән иртүк тороп Шәйҙүк хәстәханаға йүнәлде. Тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп ҡыҙҙы оҙаҡ эҙләне. Таныш йөҙҙө күреп форточка аша бүлмәгә үтте. Тар  карауатта ятҡан бәләкәс кәүҙәгә  төрлө яҡтан нәҙек кенә шлангтар тоташтырылған, шәфҡәт туташы әйләнгән һайын килеп приборҙарға күҙ ташлай. Шәйҙүк ауырыуҙың баш осона килеп ултырҙы, нәҙек ҡулдары менән сәстәренә ҡағылды. Ҡыҙыҡай ҡуҙғалманы, бары керпектәре  дерелдәп ҡуйҙы. Күренмәҫ зат һоро йолҡош уйынсыҡты мендәр аҫтына ҡалдырҙы ла, сығып китте.

    Сабыйҙарҙың күҙ йәштәрен эсеп төп эшен башҡарғандан һуң, Шәйҙүк хәстаханаға йөрөүҙе көндәлек ғәҙәт итеп алды. Сабыйҙы ул бары илаған мәлендә күрә, әммә яйлап уның тын алышын, кәйефен тойорға өйрәнде. Ә бер көн күренмәҫ зат ҡабаттан теге матур йортҡа килеп, туп-тура сарҙаҡҡа менде. Стеналарға теҙелгән кәштәләргә йорт хужаһының уйынсыҡтары теҙелгән. Юҡ нәмә юҡ бында. Бер нисә балалар баҡсаһына етерлек. Уларҙың күбеһенә бер ҙә бала ҡулы теймәгән. Улы уйнарға яратмай торғайны. Шәйҙүк тәтәйҙәрҙе бәхетле итте. Көн дә береһен бәләкәй ҡыҙ янына алып бара башланы. Сабый йоҡлағанда килә лә бүләген ҡалдырып китә. Хәстәхананың кескәй бүлмәһе уйынсыҡтар магазинына оҡшай башланы. Ҙур айыуҙың муйынына зәңгәр таҫма бәйләнде, ялбыр эттең оҙон йөндәре таралды, ҡурсаҡтарҙың сәстәре үрелеп, яңы матур күлдәктәре барлыҡҡа килде. Бөтә уйынсыҡтарға ла иғтибар бүленде. Шәйҙүк бик шатланды,  ҡыҙ һауыға тимәк.

 Шәйҙүк  бер көн айырыуса ҡанатланып килде ҡыҙ янына. Тик хәстәхана бүлмәһендә берәү ҙә юҡ ине. Шәйҙүк килтергән уйынсыҡтар ҙа юҡҡа сыҡҡан. Моғайын да  ҡыҙ һауығып өйөнә ҡайтып киткәндер. Күренмәҫ зат бәүелсәк карауатҡа ултырҙы. Нәҙек кенә  кәкре ҡул суҡтары менән яңы ғына бәләкәстең башын һыйындырған мендәрҙең төҫһөҙ сәскәләренә ҡағылды.  Асыҡ форточка аша асыулы ел һалҡын ямғыр тамсыларын һирпте. Уларҙың бер-ике бөртөгө Шәйҙүктең битенә эләкте.  Тәҙрә тупһаһына менеп баҫып, инде сығып киттем тигәндә:

 – Китмә, зинһар, ҡал. Мин һине шул тиклем оҙаҡ көттөм, - тигән асырғанып ҡысҡырған тауышҡа тертләп ҡатып ҡалды. Быға тиклем бер кемдең дә уға төбәп өндәшкәне булманы. Әллә ҡолаҡтары яңылышамы? Шәйҙүк артына әйләнде. Карауаттың бейек тимер рәшәткәләренә ҡулы менән сытырайып йәбешеп ҡылған сәс бөҙрәләренә алһыу таҫма таҡҡан зәңгәр күҙле ҡыҙсыҡ баҫып тора. Оҙон керпектәренә йәш тамсылары эленгән.

 – Китмә, - тип бышылданы сабый ирендәре. -  Мин һине тап ошолай итеп күҙ алдына килтергәйнем дә. Һинең барлығыңа берәү ҙә ышанманы. Тик мин генә көттөм. Кил яныма яҡыныраҡ.

 Әллә нисәмә йәш тамсылары тыпылдашып, сыңҡылдашып тирә-яҡҡа һибелдгәндәй тойолдо Шәйҙүккә. Ҡыҙыҡай уны күрә! Ул ышанысһыҙ ғына аҙымдар менән сабыйға атланы.  Карауатка үрмәләп менде лә, бәләкәстең йондоҙ-күҙҙәренә  текәлеп туҡтап ҡалды. Уларҙа ике йәш бөртөгө гәлсәрҙәй ялтырай. Ҡыҙсыҡ ап-аҡ кескәй ҡулдары менән һаҡ ҡына Шәйҙүккә ҡағылды. Иркә бармаҡтарын күренмәҫ ҙаттың йомшаҡ тәне буйлап йөрөттө.

– Һин матурһың, ә күҙҙәрең шул тиклем яғымлы. Мин һине әле генә күрергә өйрәндем. Битем буйлап аҡҡан шатлыҡ йәштәре аша.

Ҡыҙыҡай  ҡулы менән күҙҙәрен һыпырҙы ла,  бер бөртөк кенә йәш тамсыһы йылтыраған асыҡ усын Шәйҙуккә һуҙҙы. Инстинктарына буйһонопмы, әллә эске кисерештәргә бирелепме, ул оҙон шыма теле менән гәлсәр бөртөгөн эләктереп тә алды. Әле бер ҡасан да татымаған  тәм әйтте күҙ йәше: тоҙ түгел, ә шәкәр тәме. Шәйҙүктең башында миллион йәштәрҙән торған оло бер шар хасил булды ла, меңдәрсә өлөштәргә бүленеп, йәйғор төҫтәрен һирпеп шартланы. Бөтә йыһан осоп йөрөүсе эре күҙ йәштәре менән тулды, ә Шәйҙүктең ҡапыл еңеләйеп киткән кәүҙәһе улар артынан күккә атылды.

…Ҡойма ямғырҙан барлыҡҡа килгән күләүектәрҙе тәгәрмәстәре аҫтынан тирә-йүнгә  сәсрәтеп, ҡала урамдары буйлап ҡара зәңгәр “Ауди” елдерә. Машина хужаһы оло ғына йәштәге ир, ялбыр ҡаштары аҫтынан уйсан күҙҙәрен йылтыратып, иркә ҡояштың шаян сәс нурҙарының ҡатлы йорттарҙың күҙ-тәҙрәләрендә, витриналарҙа, осраған кеше йөҙҙәрендә бейеүен балаларса һоҡланып күҙәтә.

     Машина тау өҫтөндә түш киреп ултырған Аҡ йорт тапҡырында туҡтаны. Ҡара оҙон плащлы шат ир, сал сәстәрен йылғыр елдән туҙҙыртып, ҙур портфелен һелкә-һелкә ике баҫҡысты бер итеп өҫкә йүгерә. Аңлатып булмаҫлыҡ үҙгәреш кисерә ул үҙендә. Төндә кескәй балаларҙың күҙ йәштәрен ялап йөрөүсе зат икәнмен, тип туҙға яҙмаҫ төш күрҙе. Имеш, бәләкәс ҡыҙҙың бер бөртөк йәш тамсыһы кире әүәлге хәленә ҡайтарҙы. Башҡа һыймаҫлыҡ! Ғәжәп, ул төштәрен бер ваҡытта ла хәтерләмәй торғайны. Ә был төш шул тиклем ысын төҫлө, бына тамаҡ төбөндә әле лә  тоҙ ултырғандай, кешеләрҙең уның менән һаулашыуы  хатта ҡыҙыҡ кеүек, ни эшләптер  үзен ул күренмәҫ зат итеп тоясы. Күңеленә әйтеп аңлатҡыһыҙ наҙ, мөхәббәт, шатлыҡ тулған, ирендәрҙе йыйып алып булмай, йылмайғы килеп тик тора. Иртән иртүк тороп, ир уртаһына еткән улы бүлмәһенә уҙҙы ла, уҫлаптай улын дөпөлдәтеп яратты, һырҙар йүгерә башлаған маңлайынан үпте. Улы уянып атаһының сәйер ҡылығына иҫе-аҡылы китеп ултырып ҡалды.

  Ҡыуанысы тышҡа бәреп сыҡҡан хужаларын күреп Аҡ йорттоң хеҙмәткәрҙәре юғалып ҡалды. Ҡара болоттан да ҡарараҡ йөҙ менән, тешен ҡыҫып һөйләшкән, юғары вазифалы  кешене улар бер ваҡытта ла бындай сифатта күргәндәре юҡ ине. Хәҙер унан нимә көтөргә була инде, тип аптыраштылар.  Хужа ишек төбөндә үрә ҡатып ҡаршы алған ағарынған сәркәтибен яғымлы сәләмләне лә, тиҙ генә урынбаҫарҙарын саҡырырға ҡушып, эш бүлмәһенә инеп бикләнде. Йомшаҡ креслоһына сумып, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла, ҡағыҙға шәпләп нимәлер яҙып ҡуйҙы.

“Донъя тарихында беренсе тапҡыр был республикала Бәхетле Баласаҡ минстрлығы өс йыл дауамында уңышлы эшләп килә. Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителгән барлыҡ ҡанундар, ҡарарҙар иң беренсе улар ҡулынан үтә. Кескәй граждандарҙың тормошона ниндәй йоғонто яһауына ҡарап, уларҙың яҙмышы хәл ителә. Әгәр кире эҙемтәләре була икән, ҡарар юҡҡа сығарыла, йә үҙгәртелә. Ыңғай тәжрибәне өйрәнеү маҡсатында башҡа илдәрҙән килгән белгестәр менән Аҡ йортта бөгөн асыҡ кәңәшмә үткәрелә”, - тип һөйләй Yҙәк телевидениеның илдәге тәүге иң мөһим яңылыҡтар менән таныштырыусы журналисы. Зәңгәр экранда бер төркөм юғары власть вәкилдәре болон сәскәләреләй аллы-гөллө кейенгән балалар түңәрәгендә яңы төҙөлгән кескәйҙәр ҡаласығы буйлап атлай. Шат йөҙлө, ялбыр ҡашлы оло ир уҙаманы йылмая-йылмая, ҡулдарын болғап, ниҙер һөйләй. Ҡаршы яҡтан килеүсе башланғыс класс уҡыусылары араһынан ҡылған сәс бөҙрәләренә күҙҙәре ише зәңгәр күбәләк-таҫмалар таҡҡан ҡыҙыҡай айырылып сыҡты ла, елдәй елеп, тротуарҙан атлаған төркөм уртаһына йүгерҙе. Сал сәсле олпат ир, үҙенә табан елгән ҡыҙҙы күреп, ҡулдарын йәйҙе. Бер-ике, өс – ҡыҙсыҡ  уның ҡосағында! Ялҡынланған сикәләрен ҙур вазифа биләүсенең биттәренә терәп муйынынан һығып ҡосаҡлаған да, ҡолағына нимәлер шыбырлай. Берәү ҙә ишетмәне сабый күңелле ил башлығы менән кескәй ҡыҙҙың уртаҡ серен.

–  Һаумы, Шәйҙүк! Ә мин беҙҙең осрашасаҡты белә инем.  Мин хәҙер ҙур үҫтем, икенсе класта уҡыйым. Һинең турала ҙурайғас китап яҙырмын, был әлегә сер, - тип бышылданы еләк ирендәре, ә күҙҙәре хәйләкәр ҡыҫылды.

Ҡыҙҙың йылғыр ҡулдары уның ҡуйынына йомшаҡ әйбер тыҡты. Олпат ир йөрәге менән тойҙо: был иҫке сепрәктәрҙән тегелгән, күҙгә күренмәҫ зат, сабыйҙарҙың әсе йәштәре менән туҡланыусы Шәйҙүк-ҡурсаҡ ине.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: