Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Октябрь , 14:08

Тимер бығау эҙҙәре (хикәйә). Зифа Ишмырҙина

Хәҙисә кескәй ваҡыттан уҡ ата,әсәһен иҫләмәйҙә.Шуға күрә уны оләсәһе менән ҡартатаһы ҡарап үҫтерҙе.Ҡарттар һөйләүҙәре буйынса Ғәлимә әсәһе ниндәйҙер бик йыраҡ ,поездар үтеп,һүтеп йөрөгән ҡалаға киткән.Эше бик мөһим булғанға уны ауылға ҡайтармайҙар икән.

Былай ҙа оләсәләрен “әсәй”урынына күреп эҫенгән балаға,ул ҡатын ситтә кеүек ине инде. Теремек,еңел кәүҙәле Сафура әбей фермала һаман быҙау ҡараусы булып эшләй ине әле.Шуға ла улар аҡтан өҙөлмәнеләр.Ейәнсәрен дә һәр ваҡыт үҙе менән ҡуша йөрөттө.Аҡмулла бабай колхозға ҡышын сана,йәйен арба эшләне.Икеһе лә эшкә әрһеҙ булдылар.Әбейе аш-һыуға оҫта булып,йоттарын балҡытып тотто.Тик әҙерәк ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ине.Янына барып ҡысҡырып әйтмәйенсә ишетеңкерәмәне.Хәҙисәнең дә әҙерәк ғәриплеге булды.Уң яҡ аяғы аҫҡаңҡырап атланы.Сабый донъяға килгәс тә һыңар аяғы ҡайтышыраҡ икәне һиҙелде.”Тора бара,тигеҙләнәсәк”-тип,йыуаттылар табиптар әсәне.Үҫә төшә,тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, уның кәмселеге нығыраҡ күҙгә ташлана башланы.”Сатан”исемле ҡушаматты ла, йәбештерҙеләр.Оләсәһенең алдына ятып, әллә күпме илағандары булды;”Мәктәпкә бынан түбән бараһы булмаясаҡмын!Ебәрегеҙ мине лә Ғәлиә әсәй янына,китәм бөгөн үк китәм!”-тип.Уныһы ҡытыршы ҡулдары менән ейәнсәренең сөм ҡара сәстәренән һыйпап;”Эй,балаҡай ни хәлдәр генә ҡылайым икән?Ҡулымдан килһә үҙем өҫтәр инем һиңә аяҡтар,ябай түгел ә,көмөштән!”-тип,баланы алдаштырып үҙе уйлап сығарған серле,мөғжизәле хикәйәткә күсә.Уныһы илауынан туҡтап, күҙҙәренән осҡондар сығарып,ысынбарлыҡ донъя диңгеҙендә ағырға тотона. Тормош һәр ваҡыт әкиәттәгеләй дауам итһәсе.Юҡ шул.Уның артында тағы ла шомлорағы ҡалҡып сыға.Ҡыҙыҡай бишенсе класҡа күскән ваҡытта,үпкә сире менән ҡартатаһы мәрхүм булып ҡала.Сафура әбей ҙә бабайын юғалтҡас ныҡ ҡайғырып,хәле мөшкөлләнә төшә.Күптән инде ферма юлын таштап,өй эсендәге ваҡ төйәктәр менән генә булаша.Хәҙисә “Кәкүк”әсәһен эҙләп күпме генә хаттар ебәрһә лә яуап килмәй.Ҡыҙ уның был донъяла юҡлығына тамам ышанып ҡул һелтәргә булды.Һигеҙенсене этеп,төртөп тигәндәй тамамланы ла,оләсәһе юлын дауам итеп фермаға һыйыр һауырға сыҡты.Анда бында һөтөн алып ҡайтып,ҡатығын ойотоп,ҡорот киптерҙе.Эштә бик үк йәштәр булмағанға,үҙенән олораҡ апайҙар ҡыҙға ярҙам итеп,кәңәштәрен бирҙеләр.Иртән иртүк барыуға ферма “бал ҡорто”кеүек геүләп торор ине.Мал ҡараусы ир-аттың “һайтылдап”һыйырҙарҙы айырғандары ҡайҙа.Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡысҡырып көлгәндәре.Эттәрҙең ләүкелдәгәндәре хатта ауылға ишетелә.Ҡыҙ эшкә һәр ваҡыт күрше Зәйтүнә апаһы менән йөрөнө.Иртән иртүк барыуы шомлораҡ.Ҡыш бигерәк тә.Етмәһә ауылға бүреләр төшә тип тә һалдырҙылар.
Һыуыҡ ҡыштар үтеп,ергә йәмле яҙ килде.Бар тирә-яҡ йәшел хәтфәгә күмелде.Хәҙисә был айҙы ун бишен тултырып ҡаршы алды.Ҡарлуғастай ҡыйғас ҡаштары,оҙон керфектәре,әҙ генә бүлтәйеп торған алһыу ирендәр ап-аҡ йөҙөн тағы ла матурлап,сафландырып ебәргән төҫлө.Парта артынан киткәне бирле”Сатан”ҡушаматы әлегә онотолоп тора.Шулайҙа урам араһында бик йөрөргә яратмай.Ҡыҫҡа аяғын күрһәтмәҫ өсөн, оҙонораҡ итәкле күлдәк кейергә тырыша.Бөгөн һауынсы апалары уға бүләк әҙерләгәндәр.Эшкә барыуға барыһы ла, ап-аҡ муйыл сәскәһенән әҙерләнгән гөлләмәләр тотоп ҡаршы алдылар.Бригадир Ләлә апай һүҙ тотоп;”Һеңлекәшебеҙ һинең бөгөн сәскә атҡан ваҡытың менән ҡотлайбыҙ!”-тип,матур һөйләмдәр ҡушып теләктәр әйтеп,нисәлер һум аҡса тотторғас,”теләгәнеңде алырһың”-тип,күҙ ҡыҫты.Унан һуң башҡалар ҡушылды был ихлас ҡотлауҙарға.Араларындағы осоп,төшөп торғаны;”Ҡыҙҙар,былай булмай,эштән һуң Сафура инәйебеҙҙең тәмле сәйен эсеп ҡайтабыҙ”-тип,ҡуйҙы.Барыһы ла бер тауыштан риза булдылар. Ҡыҙ йәһәтләп һыйырҙарын һауып бөтөп, тиҙерәк ҡайта һалып,өҫтәл әҙерләргә ашыҡты.Инәйебеҙ итәктәрен ҡыҫтырып мейес башына менеп төштө.Һауынсылар килеүгә бар нәмә шартына килтерелгән ине.Йырлашып,көлөшөп Сафура әбейҙең уҫал балын эсеп,һәр кем ҡайтырға таралышты.Хәҙисә өйҙәге әсе еҫтән уҡшып йүгереп тышҡа сыҡты.Ниндәй рәхәт,саф һауа,танауына яҙ ,муйыл еҫе килеп бәрелде.Береһенән береһе сутылдашып ҡоштар һайрай.Исмаһам ошондай илаһи минуттарҙы бергә кисереп ултырыусы,әхирәте лә юҡ бит уның.Күптән үҙенең тиҫтерҙәренән ситләшеп бөткәйне шул.Уларҙың һәр береһе кәмһетеп ҡараған төҫлө ине уға.Шуға ла күберәк олораҡтар менән аралашты.Әле,берәүгә лә ғашиҡ булып,мөхәббәт хисе уянғаны юҡ.Атаһы менән әсәһен күрмәй үҫкән балаға, ундайҙәрға күңел төпкөлөнә урын юҡ һымаҡ.Бала саҡтан уҡ йомолоп үҫкәнгәме,ҡаты бәғерләнә башланы.Урамдан үеп барған әсә менән баланың етәкләшеп уҙғанын рәшәткә ярығынан ғына күҙәтеп ҡалыр ине.Кәмһенеүенән,оло өйәңке төбөнә ҡартатаһы эшләп биргән кескәй ҡыуышҡа инеп,ергә ҡапланып илар булды.Әсәһе уны юҡҡа ғына”ғәрип баланы үҫтергәнсе”-тип, ташлап китмәгән.Башына ошондай уйҙар килһә,йөрәге тағы ла дөпөлдәп тибә башлай. Яҡты тормошто үҙенсә кисерә Хәҙисә.Оләсәһенә генә кәрәк ул.Тағы ла яңы көн тыуҙы.Ҡыҙ иртәнге һауынға барырға йыйынды.Сафура әбей ейәнсәрен оҙатып;”Балам, бер юлы Байсәләмгә әйт,өй ҡыйығының мөйөшөн ябып китһен әле,ямғыр яуһа стена һыулана ла тора”-тине.Уныһы”ярар”тигәнде аңлатып баш һелкте.Хәҙисә фермаға барғас та оләсәһе йомошон әйткәйне,иргә.Уныһы күҙҙәрен ялтыратып;”Булдырабыҙ уны,һеңлекәш!”-тине,алдан уҡ ошо һүҙҙәрҙе көтөп йөрөгән кеше кеүек, устарын бер береһенә һуғып алды.Ул да белә кемдең йомошон йомошларға,әбейҙең уҫал әсе балын һәр кем ауыҙ итә алмай шул.Ҡыҙ арып,талып ҡайтҡанда ир ҡушылған эште тамамлап,өҫтәл артында ултыра ине.Өйөндә әрләп ҡаршы алыусы ҡатын-ҡыҙ булмағас,иркенләй бирҙе.Әбейгә ни, хәбәр һатып,көн үткәрергә иптәш кенә булһын. Тора,бара элеккегә төшөп киттеләр. Байсәләмдең дә йәше үтеп бара.Ул да яңғыҙ ҡарға кеүек донъя көтә.Ата-әсәһе йәшләй генә вафат булғандар.Ике ағаһы үҙ ғаиләләрен ҡороп ситкә сығып киткәндәр.Ә,был нишләптер өйләнмәй ҡарт егет булып ултырып ҡалған.Ҡарап тороуға үҙе баҫалҡы,ипле генә итеп һөйләшә.Эсендә нимә ҡайнайҙыр,уны белгән әҙәм юҡ.Ә,инде ҡулынан килмәгән эше юҡ.Ошо осорҙа ғына,әллә күпме файҙа килтерҙе Хәҙисәләргә.Килгән һайын утынын бысып,ярып китер булды.Ә инде ,бер нисә көн килмәй торһа, кемдер етмәгән төҫлө тойолдо уларға.Өй хужабикәләре лә эҫенеп китте шикелле был ир йоратына .Хәҙисә уны яҡын ағаһы һымаҡ үҙ итте.Кескәй ваҡыттан яңғыҙ үҫеп,һәр ваҡыт ишле ғаиләләргә күҙе ҡыҙыға ине.Ә,ир киреһенсә,яңы бөрөләнеп,тулышып килгән ҡыҙҙы,ҡосағына ныҡ итеп ҡыҫып,һутлы ирендәренән үпкеһе килде.Төндәр буйы ҡыҙҙы ана шулай күҙ алдына килтереп уйланып ятыр булды.Бер көн шулай,Хәҙисә киске һауындан арып ҡайтып,тиҙ генә ҡапҡыланы ла, яғылған мунсаға,”сайынырға” тип,инеп китте.Бер аҙ парланып йыуына ғына башлағайны,мөгөҙһөҙ һыйыр һымаҡ, һалмыш Байсәләм килеп кермәһенме,”һеңлекәш,һыуыҡ һыу,алып килдем”-ти.Ә,үҙенең “нәфселәй” күҙҙәре,әләүкә өҫтөндә ултырған сыр яланғас ҡыҙҙы ҡапшай.Хәҙисә ҡурҡышынан сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе.Оран һалыу менән ҡолаҡҡа ҡаты Сафура әбей ишетәме инде һуң уны.Ир,эстән келәне элеп. Оят ерен тас менән ҡаплап,дер ҡалтыранған ҡыҙ янына килеп,шашып үбергә кереште. Әзмәүерҙәй ир янында,ҡыҙ үҙен бәләкәй генә сысҡан шикелле тойҙо.Ҡаршылашып та ҡараны,тик файҙаһыҙға ғына булды.Хәлһеҙләнгән кәүҙәһенә баш була алмай иҙәнгә шылып төштө.Иргә шул ғына етә ҡалды.Ҡалтыранған ҡулы менән ҡыҙҙың сәстәренән һыйпап;”Рәнйемә, миңә бер үк Хәҙисә!Һинең яныңдан мин бер нисек тә тыныс үтеп китә алмайым.Сихырланың бит мине!Һиңә тиклем бер ҡатын-ҡыҙ менән дә улай булғаны булманы.Теләйһеңме?Мин һине кәләшлеккә алам!?”-тине.Ҡыҙ оялышынан да,ҡурҡышынан да нимә тип әйтһен инде.Тороп кейенде лә өйгә ҡарай йүгерҙе.Ошо ваҡыт эсендә ул үҙ,үҙен юҡ иткеһе килде.
Йәмле йәйҙәр,көҙҙәр үтеп,ер үҙенең ап-аҡ юрғанын ябынды.Мунса ла булған ваҡиғаны ир менән ҡыҙҙан башҡа берәүҙә һиҙмәне.Ябылған ҡаҙан,ябыуы менән ҡалды.Тик шунан бирле Хәҙисә ирҙе үҙ янына яҡын да ебәрмәне.Байсәләм Сафура әбейҙәргә һирәк кенә булһа ла килгеләп йөрөнө.Тик,”беҙ ҡапсыҡта ятмай”-тигән кеүек,күпме генә сит күҙҙәрҙән,йәшеренһә лә яйлап ҡорһағы беленә башланы.Эшкә барһа эсен һыҡтырып бәйләп йөрөгән булды.Шулай ҙа,бергә һауынға йөрөгән Зәйтүнә апай,әйтеп ҡуйҙы;”Һин балаҡай,йөклөгә оҡшайһың!Төҫөң дә үҙгәрҙе,башҡалар менән аралашыуҙан ҡаса башланың.Байсәләм берәй эш ҡылып ташланымы әллә?, -тип,алдан шәпләп атлап китеп барған ҡыҙҙың ҡулынан тартты. Уныһы һорау урынына ыҡ-мыҡ итеүҙән башҡа һүҙ әйтә алманы.Ошо осор берәү менән дә йүнләп асылып һөйләшкәне юҡ шул.Үҙ,үҙенә бикләнде.Оләсәһе инде,”ҡарт бүре”һиҙеп тора,ейәнсәренең тамаҡ ашамай, көн дә бойоғоп бер нөктәгә ҡарап тик ултырыуын. Өҫтәүенә өс сүлмәк тигәндәй,йәнен телгеләмәйем,юҡ бар һорауҙар биреп,тип уйланы.Шунда ла үҙ кәңәшен бирҙе;”Байсәләмдең дә яҡын бер кеме юҡ,әллә бергә килешеп тормош ҡороп ҡарайһығыҙмы?,балаға бит атай кәрәк,минең дә йәшем үтеп бара бөгөн,иртән ҡартатайың үҙ янына саҡырыр,һине ҡурсалаусы ир-ат кәрәк балаҡайым!Яҙмышыңа үпкәләмә.Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире.Был яҡты донъяға үҙ ризығың менән тыуғанһың,күрәсәгең ана шулай булыр тип кем уйлаһын.Ҡабул ит һин уны,балам!”-тип,ҡыҙының үҫмер генә көйө саллана башлаған сәстәрен,нәҙек бармаҡтары менән тараны.Хәҙисәгә күптән оләсәһенең аҡыллы,ҡанатлы һүҙҙәре генә кәрәк булғандай,башын яҡынының алдына һалып үкһеп илап ебәрҙе.Саҡ ҡына көлһә лә,күҙенән йәш эркелергә торған, әбейҙә ҡолонсағына ҡушылды.
Хәҙисәнең үҙенә оҡшап,аҡ йөҙлө, ҡап-ҡара сәсле улы тыуҙы.Бала тыуҙырыу йортондағы ҡатындар,уға ҡарап тел шартлаттылар;”Үҙе бала кеүек кенә, етмәһә,баһадир сабый тапты”-тип.Йәш әсәне кемеһелер йәлләп;”Эй,ҡуй инде,ғәриплегенән көлөп береһе мыҫҡыл иткәндер.Йәш баланы әрәм иткәндәр.Ярай ҙа ул әҙәм аҡтығы ҡатынлыҡҡа алып, баш тартмаһа?”-тип,уфтаныштылар.Сабый тос ҡына ине.Әсәһенең тәүҙә һөтө етмәй аптыранғас,палаталағы бер апай йәлләп имеҙҙе.Балаға уҙыуын һиҙгәндән үк Хәҙисә яратмай ине.Унан ҡотолоу сараһын күрер өсөн,оләсһенән йәшереп мунсала төрлө төнәтмәләргә лә ултырып ҡараны.Файҙаһыҙға ғына булды.Аҙаҡ бер аҙна тирәһе үҙе ауырып ятты.Тыуғас та янына алып килеп һалғайнылар,башын борғослап имергә тип, әсәһенең түшен эҙләгән сабыйын алып ырғытырҙай булды.Шунда ла көр тауышы менән ҡысҡырып илап ебәргән балаһының йөҙөнә ҡарамайса ғына, түшен ауыҙына ҡаптырҙы.Уныһы мыш,мыш килеп супылдатып һура башланы.Ҡатын ҡытығынан саҡ түҙеп,имеп йоҡлап киткәнен көтөп, урынына ипләп кенә һалды ла,тороп китте.Тәҙрәнән тышҡа ҡараны.Ана бер матур,олпат ҡына,ауыҙы ҡолағына еткән ир ҡулына гөлләмәләр тотоп тегеләй,былай йөрөнә.Тегендәрәк еңел машинан ыҫпай ғына кейемдәр кейгән ирле ҡатынлы әҙәмдәр төштө.Үҙҙәре был яҡҡа ҡарап ҡул болғай башланылар.Хәҙисә уңайһыҙланып китте,ят әҙәмдәрҙе күреп.Әллә үҙенә сәләм бирәләрме?Әсәһе ҡыҙының бәпес тапҡанын ишетеп ҡайтҡанмы?.Артына әйләнеп ҡараһа артында торған, бүлмәләш ҡатын,уларға яуап итеп ҡул болғай икән.Йөҙөнән шул тиклем ҡыуаныс сатҡылары һирпелеп тора.Йүгереп барып карауатта мышнап йоҡлап ятҡан сабыйын күтәреп тегеләргә күрһәтә башланы.Үҙе һөйләнә;”Анаа,оләс менән ҡартай килгән,Зөлфиә ҡыҙым ҡайҙа?,күрһәт тиҙәр, ии,минең еҫлегөлөм,тәмлекәсем!” -тип,ҡыҙының битенән супылдығы сығарып үпәситә башланы.Ошо минутта уның йөрәген нимәлер сыйып үткән һымаҡ тойолдо.Хәлһеҙләнгән аяҡтарын көскә һөйрәп сабыйы ятҡан карауаты янына саҡ барып етте.
Хәҙисәләрҙе алып ҡайтырға колхоз бригадиры үҙенең еңел машинаһын бирҙе. Ялан сәскәләренән ҡуйы гөлләмәләрҙе Зәйтүнә апалары табиптарға тотторғас.Сабыйҙы үҙ ҡулына алып,бергәләшеп ,геүләшеп ҡайтып та еттеләр.Сафура әбейгә,бергә эшләгән һауынсы апалары ярҙамлашып,өҫтәл ултыртышҡандар. Өрлөккә сөй ҡатып сәңгелдәктә элгәндәр.Сабый ҡайтыуға өйҙә барыһы ла тейешенсә әҙерләнгән ине инде.Иртәгеһен мунсаға һыу ташып оләсәһе менән сабыйҙы йылымыс ҡына һыуҙа ҡойондороп алдылар.Ауыл муллаһына,күрше күләнгә генә әйтеп исем ататтылар.Исемде “Ғимран” тип ҡуштылар.Зәйтүнә апай килһә эй шул баланы уйнатып,көлдөрөп,яратып ҡайтып китә.Хәҙисә баланан һуң өҙлөк булып,бер аҙ дауаханала ятып сыҡты.Түшенең һөтө кәмегәнгә,шешәгә күстеләр.Малай нимә тиҙ асыға,унан төндәр буйы ҡысҡырып илап сыға.Ошо ваҡытта ҡатынға әллә нимә булды.Сабыйын күрә алмаҫлыҡ хәлгә етә башланы.Көндөҙ йоҡларға һала ла,тыштан өйгә инмәҫ өсөн юҡ бар менән булышып тик йөрөр булды.Балаһының ярһып илаған тауышы тышҡа етһә лә,ишетмәмеш була.Аптырап оләсәһе;”Ҡуй балам ал инде,ярһытма шуны.Шешәһен бирһәм дә алмай бит ауыҙына,һинең ҡулына алғанын көтә?”.Хәҙисә өйгә йүгереп инеп кейемен һалды ла,сәңгелдәктә ятҡан сабыйын күтәреп алып ,карауатҡа елләп ебәрҙе.”Тымаһыңмы юҡмы?,мә им тием!”-тип,һөтлө шешәһен баланың ауыҙына көсләп тыҡты.Уныһы ҡурҡышынан тағы ла көслөрәк ҡысҡырып илай башланы.Бер көн шулай имсәк иммәй,башын борғослап эй ярһыны.Әллә берәй ере ауыртҡан булдымы.Ул көнө Сафура әбей күршеләренә йомош менән кереп киткән ине.Был юлы инде,сығарынан сыҡҡан ҡатын улын,стенаға ҡуша бәрҙе.Бахыр кескәй йән эйәһе иҫен юғалтып, тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртып,дауаханаға алып барҙылар.Тормош шулай дауам итә бирҙе.Йәш ҡатындың холҡо таҡа үҙгәрҙе.Аптырағандан үҙен дауаханаға алып барғандар ине табиптар;”Психикаһы боҙолған,был сир тыумыштан булған !”-тип,әллә күпме дарыуҙар яҙып бирҙеләр.Малайына бер йәш тирәһе булғандыр.Ниндәйҙер бер уйынсыҡ таптырып илағас,елкәһенән һөйрәп алып сығып,эт урынына,улының аяҡтарына тимер сынйыр тағып,бағанаға бәйләп ултыртып,үҙе өйөнә инеп китте.Тауышын ишетмәҫ өсөн,башын мендәр менән ҡаплап карауатҡа ауҙы.Әбейҙе яҡын һеңлеһе;”бер аҙ беҙҙә ял итеп ҡайт”тип,икенсе ауылға алып киткәйне.Бәлки яҡлаусы булмағанлыҡтан файҙаланғандыр,әсә кеше. Былай булһа оло кеше,ейәнен улай кәмһетергә юл ҡуймаҫ ине.Көн кискә ауышҡан ваҡыт.Хәҙисә күпмелер башын баҫып ятҡандыр.Арҡаһына алама ғына,йоҡа шәлен һалып тышҡа сыҡты.Тауыш тын юҡ.Бала ла илауынан арып,һалҡындан да ҡасып Аҡтырнаҡтың ояһына кереп,йоҡлап ҡалған.Ҡатынға шул ғына кәрәк ине.Усаҡлығына кереп,ҡаҙан аҫтына яғып ебәрҙе.Тауыҡтарына ем бүрттерергә кәрәк.Һыуы ҡайнап сығыуға бойҙайын һалып ебәрҙе.Тирә яҡҡа тәмле генә,боҫло аш тәме таралды.Оялағы малайҙа,аш еҫен һиҙеп,алдағы ап-аҡ өс тешен күрһәтеп йылмайып кирелеп алды.Һаҡаусалап ;”Әззәү”-тип,тауыш бирҙе. Аяғына баҫып, әсәһенә ҡаршы, бер ике генә аҙым яһағайны.Яңы ғына ҡыуанып,тәпәй баҫып йүгергеләгән аяҡтары тимер сынйырға бәйләнгән килеш, түкмәс атып ,маңлайын һыҙырып та алды.Кескәй ҡулдары менән ергә таянып тағы аяғына баҫты;”Әззәү!”-тип,көслөрәк тауыш сығарып,ҡысҡырып илап ебәрҙе.Хәҙисә сабый баланың илауын , эттең туҡтауһыҙ ләүкелдәгән тауышы һымаҡ ҡабул итте.Шуға ла бер ни булмағандай үҙ эше менән була бирҙе.Бала тамағы ҡарлыҡҡансы;”Әззәү!”-тип,берҙе генә әйтте лә, кире урынына ултырып,аяғындағы тимер бығау менән уйнай башланы.Ул да булмай,ҡайҙалыр йөрөгән Аҡтырнаҡ та ҡайтып инде.Малай этте күреү менән ҡыуанысынан ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.Бының был яғына,иптәш табылды.Уға ҡурҡыныс түгел хәҙер.Ҡатын ҡаҙандағы бойҙай ашын,әҙ генә әсеп ойоған һөткә болғап эт алдына алып барып ултыртты ла,улына ла ашарға “берәй нәмә алып сығайым”- тип,өйөнә кереп киткәйне.Сыҡһа бала, эте менән бергә ,теге бутҡаны йыпыртып ултыралар.Шунда ла,сөмөрәк һауытҡа һалынған бутҡаны улының ҡулына тотторҙо.Уныһы әсәһенең ҡулындағы табаҡты этеп,ике ҡулын яҡынына һуҙҙы.Сөм ҡара күҙҙәрен йәшләндереп;”Һоп ит,Әззәү!”-тигән,булды.Уныһы балаһының күҙҙәренә тура ҡарамаҫ өсөн,нисектер күңеле йомшарып,сынйырын ысҡындырҙы ла.Күтәреп өйгә алып инеп китте.Эй,сабыйҙың ҡыуанғаны шунда.Кескәй ҡулдары менән әсәһенең сәстәренән яратып, алмаш,тилмәш биттәренән үпте.Башын яҡынының күкрәгенә һалып,һөйгән булды.Хәҙисәнең туңған йөрәге ошо кескәй сабыйҙың,иркәләүенә лә,тәмле еҫтәрен лә,һаҡауса матур ғына;”Әззәү!”-тип,өндәшеүенә лә иреһәсе.Юҡ шул.Ул хәҙер улын ғына түгел,бар донъяны күрә алмаҫлыҡ сиккә етте.Ҡасандыр ғаилә дуҫы булған Зәйтүнә апаһы ла ситләште уларҙан.Ауыл халҡы тора бара ҡатынға;”Сатан”дан,”Монашка”ҡушаматы таҡтылар.Уны әҙ генә урам араһында күрһәләр,бер береһенә төртөшөп,әҙерәк ләстит һатып;”ана,”Монашка”килә”-тип,ситкә тайпылдылар.

Көн үтәһе,айҙар,йылдар үтте.Малайҙың атаһы ла ҡайҙалыр олағып юҡҡа сыҡты.Аҡ сәсле,йомшаҡ күңелле, Сафура әбейҙе һуңғы юлға оҙаттылар.Үлерен белгәндер инде.Хәҙисәһенә һәр ваҡыт кәңәш биреп;”Эй,балаҡайым күпме генә,үҙ әсәңдән артығыраҡ,тормошсан тәрбиә биреп ҡараным.Үҙеңә кәрәген алғанһыңдыр тип уйлайым.Һәр кем ғүмерлек түгел.Кемдер тыуа,кемдер үлә тигәндәй.Мин китһәм һеҙгә ауыр булыр инде.Шунда ла бирешмә.Тормоштоң ағышына ҡаршы атла.Үҙеңде,балаңды бер ваҡытта ла сит яттарҙан кәмһетергә бирмә.”Яңғыҙ ҡарға,яҙ килтермәй”тигәндәй.Тормош юлын бергә атларлыҡ пар тап..Шуға күрә һәр нимәне дөрөҫ аҡыл менән эшлә.Зинһар өсөн сабыйың ды ҡара,матур итеп үҫтер.Ул һинең буласаҡ ярҙамсың,йәшәүгә дәрт биреүсе Нурың!”-тине.Әбейгә ейәнсәренең холҡо бер остоҡ та оҡшамаған ине шул.Сафура әбей шул тиклем оло йөрәкле, һүҙгә бай,аҡыллы,талашлашып айырылышҡан парҙарҙы йылы һүҙҙәре менән иретеп ҡауыштыра ине.Йомош һорап килгән һәр кемде лә кире бороп сығарманы.Өҫтәлгә боһрап ултырған самауырын ултыртып,сәй эсереп сығарыр ине.Хәҙисәләр ике ҡулһыҙ кеше кеүек тороп ҡалдылар.Ирҙәр эшенең барыһын да булдыра алмағас,күрше ауылдан йомош фәләнгә килеп йөрөгән Вәлиулла исемле бер әҙәмде индереп алды.Килеп кергәндә йолҡош хәлендәге ир,мунса керетеп йыуындырып алғас,әҙәм рәүешенә инеп ҡалды.Уныһы тик, һалдырырға бик ярата ине.Һәр бер ауыр эштәрҙе башҡарған һайын, “аҡ баш” һораны.Иртәнсәк баш төҙәтергә тағы кәрәк.”Әйҙә,арығаның бөтөр!”-тип,ҡатынды ла үҙ артынан өйрәтеп алды.Өйҙә йүгереп уйнап йөрөгән өс йәшлек малайҙы бар тип тә белмәнеләр.Бала үҙ тамағын үҙе туйҙырырға өйрәнеп китте.Етмәһә үҙенән ҡалған ризыҡтан, тышта ҡойроғон болғап ятҡан Аҡтырнағына ла өлөш сығарҙы.Уныһы ла рәхмәтен әйтә белгән кеүек малайҙың,ҡулын,битен ялап алған була.Бер көн шулай, бесән күбәләп ҡайтҡан әсәләре,йыуынып ашарға керһәләр.Иртәнсәк бешереп киткән,аштары мейес эсендә юҡ.Ҡараһалар баяғы ашлы суйындары эт алдында ултыра.Был хәлде күреп,сығарынан сыҡҡан әсә кеше;”Ғимран!Һин ҡайҙа?”-тип ҡысҡырып ебәрҙе.Ауыҙы йырылған малай әсәһенең тауышын ишетеп,кәртә артынан йүгереп килеп сыҡты ла,ҡыуанысынан; ”Әззәү,ҡайтҡан!”-тип,йүгереп килеп ҡосаҡлайым тигәнсе,уныһы балаһының арҡаһына шыйтыҡ сыбыҡ менән һуғып ебәрмәһенме.Малай әсетеп ауыртыуына сыҙай алмай һикереп,ҡысҡырып илап ебәрҙе.Хәҙисә,эт алдындағы суйынды алып,улының башына бәрҙе;”Был,нимә ул?Ә,ҡайҙа аш?”-тип,аяғын тағы шыйырҙы.Бала аяҡтарын тотоп сүкәйеп,илау ҡатыш;”Әззәү!Ауыта,теймә,һуҡама!”-тине.Эттә баланы йәлләгән кеүек шыңшып алды.Ас кешенең,асыуы яман тигәндәй ҡатын;”Бөгөндән үк өс көн тамаҡһыҙ ултырасаҡһың!”-тип,тағы ла тимер сылбырға эләктереп өйгә инеп китте.Төн етте, өйҙәгеләр уттарын һүндереп ял итергә яттылар.Август айының уртаһы булғанғамы,көҙгә тартым.Кистән үк һалҡынайта башлай.Кескәй Ғимран да илауҙан да,һыҙланыуҙан да арып,Аҡтырнаҡҡа һыйынып тәмле йоҡоға талды.Тау араларында иртәнге ыуыҙланып ҡына ҡалҡып килгән төрлө төҫтәге яҡтылыҡ күренде.Сабый йоҡлаған ҡыуышты йылытырға теләп, ҡояш апай бар нурҙарын шуға йүнәлтте.Эттә;”малайҙы уятып ҡуймайым”- тигән кеүек,һәр бер шыптырҙаған тауышҡа һаҡ ҡына ҡолаҡ һалып ятты.Көн яҡтырыр яҡтырмаҫтан,һәр кем “һәүкәшләп”малдарын көтөүгә ҡыуҙы.Хәҙисә лә,гөмбөрҙәтеп һыйырын һауып,алып сығып китте.Балаһы ятҡан яҡҡа күҙ һалдымы,юҡмылыр инде.Уны кем күрһен инде.Шулай итеп,Ғимрандың бер йәшенән үк тормошо башланды.Ярай тоғро юлдашсыһы Аҡтырнағы бар. Бауҙа бәйле ултырған ваҡыттарында,ас ҡалдырманы.Тегеләр өйҙә юҡ ваҡытта.Һыныҡ,мыныҡ икмәк,һөйәк ташыны.Икәүләшеп ҡатҡан икмәк кимереп,әсегән һөт эсеп тамаҡ туйҙырҙылар.Ә,инде үҫә килә үҙенә йәтеш кенә итеп,аҫтына алам һөләм сепрәк түшәп ҡыуыш ҡороп алды.Был ваҡытта өйгә таҡа ла инмәҫлек булды.Ҡыуышы хәҙер уға туған йортона әйләнде.Бер юлы этен дә өйҙәш итте.Төн етеп,кеше аяғы тымһа,ипләп кенә,бикләнмәй ҡалған,сит усаҡлыҡтарҙағы ризыҡтарҙы өпләне.Тауыҡ кетәктәренән йомортҡалар һелтәне.Кешеләр юғалған әйберҙәрен эттәрҙән күрҙеләр.Үҙ тамағын,үҙе ҡайғыртҡан Ғимранға мәктәпкә лә барырға ваҡыт етте.Уҡытыусылары уҡырға барасаҡ балалары менән ата әсәләрен дә бергә саҡыртты.Сәстәре өртәйгән,сибек кенә малайға ҡарап,директорҙың һушы китте.Ул,һуғыш ваҡытындағы “Концлагерҙағы”иҙелгән пленный балаға оҡшап тора,ине.Йәше етмәй тиергә,етеһе тулып һигеҙенсегә китергә йөрөй.Шунда ла уҡытыусылар үҙҙәрен ҡулға алып.”Балаһы менән әсәһен дә күҙ уңында тотоп,ныҡлап эшләргә,кәрәк!”-тинеләр.Хәҙисә,малайын кейендереп,сумка аҫтырып белем көнөнә ебәрҙе лә,артынса уҡ әшнәһе менән атҡа ултырып ҡайҙалыр сығып киттеләр.Ғимран,бар уҡыусылар менән бергә класҡа инеп ултырғас.Янындағы аҡ бантиклы ҡыҙ.Ҡулын өҫкә күтәреп;”Апай,мөмкинме?,мин икенсе партаға күсеп ултырам,унан һаҫыҡ эт еҫе килә”-тигәс,барыһы ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.Уҡытысылары;”Ярай!”-тип,буш урынға алып барып ултыртты,ҡыҙҙы.Шулай итеп,тәүге уҡыу,танышыу көнө лә үтеп китте.Малайҙың мейеһендә,баяғы әйткән ҡыҙҙың,”эт еҫе”тигән һүҙҙәре мәңгегә һеңеп ҡалды.Һәм ул шул көндән алып.Нисектә булһа класынан үс алырға маташты.Мәктәптән ҡайтҡан ваҡытта кемеһенеңдер,ҡулын тештәне,сумкаларын йыртты,ергә йығып һалып туҡманы.Эттән һөстөрҙө.Йыйылыштарға әсәһен саҡыртһалар ҙа килеп тә әйләнмәне.Һуңынан уға;”Психический бальной”-тип,ҡул һелтәнеләр.Ғимранды ла этеп,төртөп саҡ һигеҙ класты бөтөртөп ҡуйҙылар.Эсеп,тартып йөрөгән малайҙан нимә көтәһең инде.Хәҙисәнең сожителенә көн булманы инде.Егеттән йоҙроҡ көн аша ла эләгеп торҙо.Милиция саҡыртһалар ҙа бушҡа ғына.Өс көнгә бикләйҙәрҙә ҡабат сығаралар.Ә,инде әсәһе нимә сәсһә,шуны урҙы.Берҙән беренән яҡшылыҡ көтмәне.Уныһы аҡырынып екеренеп,икеһен дә өйҙән ҡыуып сығарҙы.Ирле,ҡатынлы ҡайҙа етте шунда йәшәп, йоҡлап йөрөнөләр.Йөҙҙәренән күк төшмәне.Тамаҡ хаҡы өсөн кемдәргәлер,берәүҙәргә ялланып көтөү көттөләр,бәрәңге ҡаҙыштылар.Ғимран шешәләш дуҫтарын,үҙ янына йыйып кәйеф сафа ҡорҙо.Шулай ҙа ауылдаштарына зыян килтермәне.Бер көн кис,нисектер Хәҙисәнең күңеле йомшарып китеп, ярһып илап ебәрҙе.”Нишләп, тормош уға һаман киреһе менән ҡарай һуң?.Берҙән бер балаһының рәнйеше һаман ошо көнгәсә ҡара шәүлә булып торормы һуң?Ярар ҡылған гонаһтары өсөн теге донъя ла яуапты бирер.Тик әлегә яҡты тормошта башҡалар кеүек уның да һөйөп һөйөлөп,тыныс ҡына йәшәгеһе килә бит.Боронғолар белмәй бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде;”Күрәсәгеңде күрмәй, гүргә инеп булмай”-тип.Бер айҙан һуң ир менән ҡатын ауылдан юғалдылар.Һәммәһе лә “ситкә эшкә киткәндәрҙер”- тип уйланылар.Милицияларҙың күңелдәрендә ниндәйҙер шик тыуып эҙләй башланылар.Тирә яҡҡа фотоһүрәттәренә исем,фамилияларын яҙып элделәр.Ғимранды ла һөйрәкләй башланылар.”Ҡайҙа,әсәйеңдәр!”.Уға ни көн дә,айыҡмаған кешегә.”Белмәйем!”-тип кенә яуап бирә.Һалҡын ҡыштар үтеп,ергә йәмле яҙ килде.Ауылдаштары хафаға ҡалды.”Әллә,иҫерек килеш һыуға батып,үлделәрме икән?”.Юҡ,бында ниндәйҙер бик сетерекле хәл бар ине.Урындағы хоҡуҡ һаҡлаусылар,яйлап теге әҙәмдәрҙең эҙенә төшә башланылар.Бар тирә йүнде өйрәтелгән эт менән эҙләргә сыҡтылар.Үҙҙәре менән ҡуша,Ғимранды ла алдылар.Ауылдан ике,өс километр алыҫлыҡтағы бер шырлыҡ эсенә алып инеп киттеләр,эттәр.Егеттә әҙерәк үҙ аңына килгәндәй.”Улар,ошондалар”-тип,әҙ генә беленер беленмәҫ,ҡар һыуҙарынан һуң яңы ғына,йәп йәшел булып үлән ҡапланған балсыҡ өйөмөн күрһәтте лә,ергә сүгәләп ике ҡулы менән башын тотоп илап ебәрҙе.Көҙ айы,әсәләре кемдәргәлер ялланып көтөү көткән ваҡытлары.Нисәмә көндәр буйы айнымаған егет, ғибрәтле үткән бала саҡтарын иҫләп,яҡынынан үс алмаҡсы булып.Уларҙы эҙләп,яланға китә.Өсәүләшеп ултырып бер аҡ башты бушаталар,унан һуң икенсеһен.Араларында оло ғауға ҡуба.Ҡул күтәргән ваҡытта,әсәһе ҡапыл улынан ҡасмаҡсы булып,нимәгәлер эләгеп,сикәһе менән генә ташҡа барып төшә.Шунда уҡ йән бирә.Йыртҡыс кеүек,күҙҙәрен ҡан ҡаплаған егет,бар үсен үгәй атаһына төшөрөп,бар тәнен иҙгесләй.Әҙерәк,айныҡҡандай иткәс ,ҡаршыһын да бер түгел,ике мәйет ятҡанын күрә.Эҙҙе яҙлыҡтырыр өсөн,икәүһен дә туғайға һөйрәп индереп.Ҡойолған япраҡтар менән күмә лә,көрәккә тип ауыл яғына ҡарай ашыға.Ҡараңғы төн дә,ай яҡтыһын да ер ҡаҙып икеһен соҡорға һалып,өҫтөн ҡара тупраҡ менән тигеҙләп ҡуя.Суд ваҡытында һорау алыусы егеткә шундай һорау бирә;”Ҡылған эшең буйынса,үкенәһеңме?”.Егет һорауға яуап итеп;”Юҡ!”тигәнде аңлатып баш һелкте.Ғимранды егерме йылға иркенән мәхрүм итеп,ҡулына тимер бығау һалып,ике яҡтан погонлылар,суд залынан алып сығып киттеләр.Ошо ваҡыт аралығында,егет ҡулдарына ҡараны.”Әсәй,һин мине яҡты донъяға тыуҙырғанда уҡ,ошо тимер бығауҙар менән тапҡанһыңдыр!”-тип,әсенеүле күҙҙәренән йәш эркте.Ҡараусыһыҙ ҡалған йорттары шомло,йәмһеҙ булып ултырып ҡалды.Хужаларына тоғро ҡалған,малайҙы үҙ ояһында өйҙәш итеп,ялбыр йөндәре менән һыуыҡтан һаҡлап, һөйәген уртаҡ бүлешкән Аҡтырнаҡ ҡына нигеҙҙе ташлап китмәй, дуҫы Ғимранды юҡһынып,төндәр буйы олоп сығыр булды.

Читайте нас: