Сирләп киткәндә йәки иҫке яралар ҡапыл һыҙларға тотонғанда, үҙ-үҙемде бер ни менән дә әүрәтә алмай йонсойом, һуңғы йылдарҙа ҙур йыуанысым булған ҡәләмем дә ҡулымдан төшөп китә. Тамам аптырап, ғажизланып, китаптар менән мауығырға самалап ҡарайым, ләкин ошо иң яратҡан эшемә лә күңел төшмәй ҙә ҡуя. Яҙыр өсөн генә түгел, ә уҡыр өсөн дә сәләмәт кәйеф кәрәк шул. Телефондан дуҫ-иштәргә шылтыратып, һөйләшкеләп булашам, ләкин был да ярҙам итмәй. Галямдың мине йәлләп борсолоуы, теләктәшлек күрһәткән күҙ ҡарашы йөрәгемде әрнетә. Табиптарға ҡарышып, бәхәсләшеп тә бер булам. Шунан инде, яҙмышыма буйһоноп, дауаханала ятам. Эй яратмайым да һуң шундағы кейемдәрҙе, бигерәк тә буй-буй һыҙат төшкән сирлеләр “еләне”н. Йәнде биҙҙергес әсе дарыуҙарын йоторға ла ризалашам, әленән-әле энә ҡаҙауҙарына ла, теште ҡыҫып, түҙәм. Шунан инде, аҙыраҡ хәл алғас, һине үҙ яныма саҡырып килтерәм, әсәйем.
Ишектән килеп инәһең дә, етди сырайың менән миңә текләп ҡарай-ҡарай, эргәмә — койка ситенә килеп ултыраһың. Тумырылып бөткән ҡаты бармаҡтарың менән минең хәлһеҙ ҡулдарымдан тотаһың. Өҫтөңдә ҡәҙимге шул алаҡай күлдәгең, башыңда – ситтәре зәңгәр сәскә менән уратылған аҡ яулығың. Һуңғы тапҡыр мин һине ошо кейемеңдә күргәйнем. Ул саҡта Ташшишмәнең ситендәге эре аҡ ҡайындар янына — үҙеңдең мәңгелек йортоңа ҡарай юлға сығырыңа бик аҙ ғына ҡалғанлығы башыма ла килмәгәйне минең. Һин әле һаман да шул көйөнәһең, бөртөк тә үҙгәрмәгәнһең. Хәйер, миндә лә бер үҙгәреш тә юҡ, һануз шул һинең яратҡан улың Мусамын. Тик һин һуңғы тапҡыр күргәндәге янып торған йәш офицер түгелмен инде, ә сәстәре салланып һирәгәйгән, дүрт ейәнле олатайға әүерелгәнмен. Шулай ҙа мин һинең улың булып ҡалам. Үҙем инде һинең йәшеңә етеү генә түгел, хатта уҙып китеүемә ҡарамаҫтан, мине бер ҡарауҙа уҡ таныйһың. Бары тик төҫөңә аҙ ғына ғәжәпләнеү билдәләре сыға, уның сәбәбе шул: мин элекке шикелле бер ҡайҙа ла ашыҡмайым һәм һинең менән һөйләшеп туя алмайым, һорашмаған кешем, һөйләмәгән хәбәрем юҡ. Элек бит беҙ үтә һирәк осраша торғайныҡ, унда ла һанаулы көндәргә генә... Күңел бөткәнсе серләшә лә алмайынса, яңынан оҙаҡ ваҡыттарға айырылыша инек. Их, әсәкәйем минең.
Рәнйемә инде, хеҙмәтем шундай ине бит. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тиҙәр. Үҙем һайлап алған яҙмышҡа үҙем ҡара тап төшөрмәҫ өсөн бер ни менән дә иҫәпләшмәгәнмен. “Әсә күңеле балала, бала күңеле далала”, — тип күңелең дә кителгәндер. Ғәфү ит, әсәкәйем. Аҡланырға тырышаһың, тип тә әйтмә. Хеҙмәтемә башкөлләй сумғайным.
Әле уйлап ҡарайым да, ғүмеремдең иң ауыр, иң ҡатмарлы йылдарын, көн һайын, сәғәт һайын ҡара үлем менән тартышҡан дәһшәтле мәлдәрен тормошомдоң иң мәғәнәле, иң кәрәкле өлөшө тип иҫәпләйем. Йәшлек хыялдарым тормошҡа ашҡан икән, яҙмышыма нисек һуҡранайым? Ҡыҙарып бешкән миләш тәлгәшеләй йәш саҡтарым күҙ алдымда. Әле лә мин ғорур баҫып йөрөйөм икән, кешеләрҙең күҙенә тура ҡарай алам икән, тимәк, ана шул алыҫтарҙа ҡалған йәшлек ялҡыны бөтмәгән әле миндә. Ә иң мөһиме — илем алдында намыҫым таҙа.
Эйе, улары билдәле инде. Һинең менән ул хаҡтарҙа күп һөйләшкәнебеҙ бар.
Был юлы, әсэй, беләһеңме, нимә үтенәм мин һинән... Мине бала сағыма бер генә тапҡыр алып ҡайт әле. Икәүләшеп атлайыҡ әле ҡаҙ үләндәре, баҡа япраҡтары ҡаплаған йәм-йәшел баҫыу юлынан. Күктә ҡояш ҡыҙҙыра. Юл ситендәге арыш араһында күҙҙең яуын алырҙай зәңгәр сәскәләр тулҡына. Бал ҡорттары, иңкештәр бызылдай, сиңерткәләр серелдәй, ҡоштар һайрай. Олоғая барған һайын ана шул сихри тәбиғәт ҡосағын нығыраҡ һағынам. Алып ҡайт әле алыҫ балалыҡ йылдарыма мине, әсәкәйем. Ялан аяҡ йөрөгән ерҙәремә. Эре ат ҡолағы япраҡтары араһынан сылтырап ағып ятҡан һалҡын шишмә һыуын бер генә тапҡыр услап эсәһе ине. Ана шул шишмә һыуҙары таш аҫтынан нисек урғылып сыҡһа, минең йәшлек хыялдарым да шунда тыуып, шунда ҡанатланды ла баһа. Барайыҡ әле шул тыуған төбәккә, әсәкәйем!
Һин өндәшмәйһең, бармаҡ остарың менән генә минең битемдән һыйпайһың. Мин күҙҙәремде йомоп, һинең ҡытыршы ҡулдарыңдың иркәләүенә кинәнәм. Ә ҡарашымды төн ҡараңғылығына төбәһәм, дауахананың һалҡын таш стенаһын түгел, бәлки, һинең йәш сағыңды, алһыуланып торған көләс йөҙөңдө күрәм. Мине юрған тышынан оло ҡалын шәлгә урағаның күҙ алдыма килә.
– Эй, Гөлнәфисә, нимә эшләйһең һин? – Атайым шатлыҡ ҡатыш хәүефләнеү менән ҡысҡыра. – Минең көтөп кенә алған малайымды ниңә улай шәлгә урап мыҫҡыллайһың? Ҡыҙыҡаймы ни ул һиңә?! Ана, ҡыҙҙарыңа бөркәт шәлеңде. Минең Мусамдың ир затынан икәнлеген онотма. Бүрек кейер өсөн донъяға килгән ул. Дөрөҫ бит, улым, ә?
Мин өндәшмәйем. Атайым-әсәйем менән бергә олатайымдарға ҡунаҡҡа барыу өсөн мин теләһә ниндәй ауырлыҡҡа, теләһә ниндәй ғазапҡа ла ризамын. Олатайым менән өләсәйем Имәнлекүл ауылында йәшәй. Беҙҙең Иләкшиҙенән өс саҡрым ғына. Һә тигәнсе барып етәһең. Ә шулай ҙа минең өсөн был араны үтеү ҙур сәйәхәткә торошло. Ошо сәфәрҙән мәхрүм ҡалмаҫ өсөн бөтәһенә лә түҙәм. Бары тик үҙҙәре менән алһындар, ҡалдырып ҡына китмәһендәр!
...Мин тыуғанда, атайымдың берҙән-бер ағаһы ғына тороп ҡалған булған. Ул да Иләкшиҙелә йәшәгән. Ә әсәйемдең иһә Имәнлекүлдә дүрт ағаһы һәм апаһы бар ине. Ҡышын беҙ ана шуларға ҡунаҡҡа барабыҙ. Аҙна буйына береһенән-береһенә йөрөтөп һыйларҙар. Вәт, туған тиһәң дә ярай уларҙы. Бәғзе ваҡыт атайым менән әсәйем икеһе генә барып ҡайтыр ине. Беҙҙе, балаларҙы, минән дүрт кенә йәшкә өлкән Мәхмүҙә апайым ҡарамағына ҡалдырып китәләр. Уны тулыр-тулмаҫтан уҡ Мәхмүҙә апайым ҡул араһына инеп өлгөргәйне. Малдарға ашарға һалыу, һыйыр һауыу, донъя ҡарау – һәммәһе лә уның өҫтөндә. Ул 1936 йылда бала артынан үлеп ҡалды...
Мәхмүҙәнән ҡала әсәйем тағы ла ике ҡыҙ бала тапҡан булған, икеһе лә сабый көйөнсә донъя ҡуйған. Ә 1922 йылдың июлендә мин тыуғанмын. Ғаиләләге тәүге ир бала. Мине ҡәҙерләгәндәр, “өф” итеп кенә торғандар. Уныһы тәбиғи ҙә инде: Әхмәтгәрәевтәр нәҫелен дауам иттереү бурысы төшкән бит миңә.
Мин быны яңылыш әйтмәнем, ысынлап та, беҙҙең фамилиябыҙ Әхмәтгәрәев ине. Билдәле булыуынса, борон беҙҙең халыҡта кешене, фәлән-фәләнович тип исеме һәм атаһының исеме менән атау булмаған. Улы атаһының исемен фамилияға әйләндергән дә ебәргән. Атайымдың атаһын мин белмәйем, ул мин тыуғанға хәтлем үк вафат булған. Шулай ҙа минең өсөн аңлашылмаған бер нәмә бар: миңә исем ҡағыҙын тултырғанда совет закондары менән эш иткәндәре асыҡ, тик ниңәлер “атаһы” тигән графаға Ғайса Әхмәтгәрәй улы тип, ә фамилиямды, ҡыҫҡартып, Гәрәев тип яҙғандар. Шулай итеп, атайым да, мин дә ошо фамилия менән ҡалғанбыҙ. Ә элекке йола буйынса мине Ғайсин, ә улдарымды Мусин тип йөрөтөрҙәр ине. Әле иһә улдарым — Валерий менән Евгений — Гәрәевтәр, ошо уҡ фамилияны ейәндәрем Михаил, Антон һәм Тимур, ейәнсәрем Ольга ла дауам итә.
Быларын һүҙ ыңғайында ғына әйтеп үттем.
Фамилияның нисек яһалғанлығы хаҡында башыма ла килтермәҫтән, мин ғаилә эсендәге беренсе ир балаға бирелгән өҫтөнлөктәрҙе ярайһы уҡ ныҡ һиҙеп үҫтем. Бына шундай хәлде генә алайыҡ. Әгәр ҙә атайым менән әсәйем Имәнлекүлгә ҡунаҡҡа икәүләшеп кенә китә икән, атайым ике көндән ашыу түҙмәй, сабып ҡайтып етә лә мине ашыҡтырып кейендерергә тотона. Үҙе һөйләнә:
– Һағындым һине, улым. Түҙер әмәл ҡалманы. Әйҙә, тиҙерәк бул, киттек.
Ә апайҙарым һаман өйҙә ҡала. Нихәл итһендәр, йолаһы шундай.
Бына бөгөн иһә мине башта уҡ үҙҙәре менән бергә алып китәләр. Ҡыҙҙар өй ҡарап ҡала. Атайым санаға әсәйем менән мине яйлаштырып ултырта, алдыбыҙға юрған яба, шунан күстәнәстәр төйнәлгән төйөнсөктө сығарып һала. Ҡуҙғалып китәбеҙ. Әсәйемдең ҡабырғаһына йылышып, тәмле уйҙарға сумам. Бына Мөнирә менән осрашабыҙ. Ул минән аҙыраҡ өлкәнерәк, шулай ҙа мине тиң күрә, бергәләп уйнайбыҙ. Ниндәй яңы уйындарға өйрәтер икән был юлы?
Уйҙарымды атайымдың көр тауышы бүлә:
– Ҡарәле, Гөлнәфисә, күрәһеңме анауы ҡабаҡ башында сысҡан аулап йөрөгән төлкөнө? Хәҙер эләктерәм мин уны!
Иләкшиҙе менән Имәнлекүл ерҙәрен айырып ағып ятҡан Ҡыуаш йылғаһы туңған. Беҙ әле генә боҙ өҫтөнә килеп төшкәйнек. Әсәйем менән икәүләшеп алан-йолан ҡаранабыҙ, ләкин атайым әйткән төлкөнө күрмәйбеҙ. Ул арала булмай, атайым ашығып ат туғара. Йәһәт кенә атына атланды ла, өс быуынлы ҡайыш сыбыртҡыһын бөкләп тотҡан килеш, турыҡайҙың осаһына берҙе һыҙырҙы.
– Ғайса, йүләрләнмә, ҡайҙа бараһың?! – тип әсәйем һөрәнләп кенә өлгөрҙө. – Туңдыраһың бит беҙҙе, ни ҡыланыуың был?! Туҡта, тим бит!
Ҡайҙа ти ул туҡтау! Атайым, ҡалын итеп төпләнгән быйма үксәһе менән аттың ҡабырғаларын һанай-һанай, йән-фарман елдереүен белә. Беҙ уны шул арала күҙ яҙҙырҙыҡ.
Эй сая ир булған да һуң үҙе! Тормош еңел түгел, балалар күмәк, уларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Донъя баҫҡан үҙен. Ә шулай ҙа һунарсылыҡ ҡомары һүнмәгән. Ниндәй генә мәхрүмлектәр кисермәгән тиһең уны! Ләкин йөрәк ялҡыны бөртөк тә һүрелмәгән. Уныһы аңлашыла ла: һулыш алыуы саҡ ҡына еңелләште. Бурала аҙ-маҙ ашлыҡ бар, түгелгән көс бушҡа китмәне, иген ярайһы уҡ уңды. Өҫтәүенә, туғандарың ҡунаҡҡа саҡырған! Ә эргәңдә һөйгән ҡатының менән улың ултыра. Шундай мәлдә, көс-ҡеүәтең, дәртең ташып сығып барғанда, нисек тыйылып ҡалаһың! Әйҙә, ҡыу атыңды, атайым, йәлләмә, төлкөңдө ысҡындырма! Менгән атың юрғалаҡ түгел, әлбиттә. Ләкин онот уның һабан аты икәнен, әкиәт дөлдөлө итеп хис ит. Үҙең дә егеттәргә биргеһеҙ бит әле һин! Ҡырҡ йәшлек ауыл ҡарты тип әйтергә бер кемдең дә теле әйләнмәҫ. Үҙеңдең йәшлегеңә елдереп бер ҡайтып әйлән! Ә ярты быуаттан һуң мин, һинең ғәзиз улың, бына шулай үҙемдең балалығыма йүгереп ҡайтырмын, йәме! Ҡайҙа ул ҡыҙыл төлкө! Э-һе-һе-е-ей!
Сәғәттән ашыу ултырабыҙ санала. Өшөнөк. Әсәйемдең ауыҙы ла ябылмай, китеп юғалған атайымды әрләй.
Бына текә яр башынан һыбайлы килеп төштө. Атайым ул. Йөҙө ҡыҙарған, аты тирләгән. Әсәйем баянан бирле әҙерләгән әсе һүҙҙәрен түгергә тотонғайны, атайымдың ҡулындағы ҙур ҡыҙыл төлкөнө шәйләп, ҡатып ҡалды. Ә атайым уны санаға килтереп һалды ла ат егергә кереште.
– Әрләмә инде, бисәкәй, күрмәйһеңме ни – үҙеңә яғалыҡ булды бит!
Әсәйем ҡыуаныуҙан балҡый. Ниндәй ҙур төлкө! Ҡоро сыбыртҡынан башҡа ҡулында бер нәмә лә юҡ ине, нисек итеп һуғып алды икән?! Атайым атын егеп бөттө лә тәмәке ураны. Мин уның ҡулдары ҡалтырағанына ғәжәпләнәм, ә төлкөгә әйләнеп ҡарарға ҡурҡам.
Имәнлекүлдә беҙҙе көтә-көтә көтөк булып бөткәндәр. Өләсәйем мине сисендерә, ә Насретдин олатайым менән ҡунаҡтар атайымдың табышын телдәрен шартлата-шартлата маҡтай.
Беҙ ҡунаҡ булған көндәрҙә төлкө тиреһе стенала элеүле торҙо.
Әлбиттә, мин, тәүге малай, ата-әсәмә – ул, олатайым-өләсәйемә беренсе ейән булараҡ, сикһеҙ ҡәҙерле кеше. Ләкин табын йолаһы ҡаты һәм ул мине лә урап үтмәй. Мунсаға ла әсәһенә тағылып йөрөгән Мусаға хәҙергә ирҙәр араһында урын юҡ. Тиҙҙән, бик тиҙҙән — беҙ Ташшишмәгә күскәс, мине мунсаға эҫе башларға ебәрә башлаясаҡтар. Был инде ҙур эш, мин һеҙгә әйтәйем. Ләкин ул саҡта ла әле табындағы урыным бисәләр янында буласаҡ. Ирҙәр менән бергә өҫтәл артына ултырыу бәхете миңә бары тик 45-се йылдың майында ғына тейәсәк. Ул ваҡытта мин – Ташшишмәгә аяҡ баҫҡан тәүге фронтовик. Шуныһы ла мөһим – ауылға тәүләп самолет менән осоп ҡайтып төшәмен.
Нисек кенә тиҙерәк үҫеп, егет булырға атлыҡма, ата-бабаларҙың борондан килгән йолаһына ҡаршы килеү ярамай. Оло табынға һыйҙырмауҙарына бик үк иҫем китеп бармаған сырай менән, өләсәйемдең иркәләүенән нисек тә ҡотолорға тырышып, ирҙәрҙе ситтән генә күҙәтә-күҙәтә, һәр ҡылыҡ-фиғелдәрен ҡаныма һеңдереп ултырам.
Ҡунаҡ өйөнөң иҙәненә кейеҙ түшәлгән. Ҡап урталыҡҡа ашъяулыҡ йәйгәндәр. Үҙҙәре, ир-атты әйтәм, стенаға арҡаларын терәп, түңәрәкләп ултырышҡандар. Түрҙә – олатайым һәм башҡа аҡһаҡалдар. Ишек төбөндәрәк – йәш-елкенсәк. Миңә шуныһы ла мәғлүм: йәшерәктәр, шул иҫәптән минең атайым да, тышта – аласыҡта – берәр рюмка араҡы төшөрөп инде. Ишетеүемә ҡарағанда, араҡы эсергә улар империалистик һәм граждандар һуғышында өйрәнгән. Ә бында – өй эсенә – араҡы индерелмәй. Тәмәке тартыу тигән нәмә лә юҡ.
Уртаға борҡорап ҡайнаған ҙур еҙ самауыр ҡунаҡлай. Ашъяулыҡта – икмәк, бал-май, ваҡ күмәс, бәрәмәс һымаҡ ҡыҙарып бешкән ашамлыҡтар. Бер тына тәм-том менән кинәнешеп сәй эсеп алалар. Шунан, самауыр китеүгә, көрәгә килә. Олатайым стаканға әсе бал ҡоя һәм, ҡунаҡтарға уны хөрмәтләп килгәндәре өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтеп, башта ашыҡмай ғына, уңғанмы икән был нәмә, эсергә ярарлыҡмы икән тигәндәй, тәмләп кенә үҙе күтәреп ҡуя. Шунан инде яңынан тултырып, һул яҡ күршеһенә һона. Иң яҡын кешеһенә. Шулай итеп, ошо бер үк стакан түңәрәктә әйләнә башлай.
...Минең ҡәҙерле кешеләрем бына шулай кәйеф-сафа ҡороп ултыра. Оҙаҡламай яҙ етәсәк бит, һөрөргә, сәсергә, бесән сабырға, ураҡ урырға, ашлыҡ һуғырға күп көс кәрәк. Арымай-талмай эшләргә, иҙеү сисеп, ең һыҙғанып йәй буйына яланда тир түгергә әҙерләнә улар. Шуға көс йыялар. Әйҙә, улар шулай рәхәтләнеп ултыра бирһен, ә беҙ һинең менән, әсәйем минең, өйҙән шым ғына сығайыҡ та ҡышҡы һалҡын кистән йәйге томра көн уртаһына күсәйек. Хәтерләйһеңме, һин миңә ирендәреңде асыулы ҡымтып, ҡаш-күҙеңде емереп ҡараһаң да, торна йомортҡаһын ситән ояла баҫып ултырған ҡаҙ аҫтына һалырға рөхсәт иткәйнең. Ул ваҡиғаны иҫкә төшөрөрҙән алда Иләкшиҙенең кәнсәләр алдындағы майҙанына күҙ ташлайыҡ әле. Ситән буйында бер төркөм ҡатын-ҡыҙ сыр-сыу килә. Һин дә шулар араһында, әсәкәйем. Икенсе яҡ ҡаршыла ир-ат үҙ-ара гәп һуға. Мин һиңә күҙ ҡойроғом менән генә ҡарап алам, сөнки төп иғтибарым район уполномоченныйы атланып килгән велосипедта. Ул саҡта мин велосипед, уполномоченный тигән һүҙҙәрҙе лә белмәйем әле. Миңә алты йәш һәм көҙгөләй ялт итеп торған мөғжизәүи машинаны тәүләп күреүем. Бигерәк тә зың-зың иткән ҡыңғырауы һушты алырлыҡ. Ә райондан килгән әҙәмдәрҙең үтә лә мөһим эш атҡарып йөрөгәнлектәрен һәм уларҙың бик ҡәҙерле икәнлектәрен шунан беләм: улар фатирға төшкән өйҙә мотлаҡ тауыҡ һуйып, туҡмаслы аш бешерә. Был инде ҙур байрамдарҙа ғына була торған һый.
Ул уполномоченныйҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙ халыҡтың йөрәгенә һеңә, сөнки ул һөйләгән хәбәрҙәр ауылдаштарымдың тормошонда яңы офоҡ аса. Һуңынан беҙ яулаған еңеүҙәр, өлгәшкән уңыштарҙың нигеҙе ана шул саҡта һалынды бит.
Ул көндө Иләкшиҙе ауылының аҙ ерле кешеләренә бынан биш саҡрымдай ситтәрәк ятҡан буш урынға күсеп ултырырға тәҡдим яһалды. Унда сабынлыҡтар ҙа бар, мал йөрөтөргә лә иркен, урманы ла яҡын. Иләкшиҙелә тауыҡ сығарырлыҡ та ер юҡ, шуны уйлаһаң, әлбиттә, ул яңы урынға күңел тартыла. Етмәһә, бик һәйбәт шарт тыуҙыралар: яңы нигеҙ ҡороусыларға ике йыл буйына бер тин дә налог һалынмаясаҡ.
Күсеп ултырырға 24 ғаилә ризалыҡ бирҙе. Шулар араһында беҙ ҙә бар. Атайымдың был аҙымына әле лә һоҡланам, сөнки беҙ элекке мунса кеүек кенә өйҙән ҡотолоп, күптән түгел яңы йорт һалып сыҡҡайныҡ. Устарында һөйәлдәре лә бөтөп етмәгән, ә ул ҡабаттан йорт-ҡура төҙөү эшенә тотона. Дәртле, егәрле кеше ине шул атайым. Баш эйергә генә ҡала уның яҡты иҫтәлегенә.
Яңы ауылдың (уны, эргәлә генә таш аҫтынан сылтырап ағып ятҡан һалҡын инешкә арнап, Ташшишмә тип атанылар) урам уртаһында ҡыҙарып еләк бешкәне хәтеремдә. Йорттар бер-береһенә һыйынышып түгел, ә ҙур ара ҡалдырып, иркен итеп теҙелеште. Урамдың киңлеге хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, быҙауҙарға ла, бәрәстәргә лә, ҡош-ҡортҡа ла сәхрә. Яҡында ғына урман. Ҡош һайрауҙарын тыңлауы үҙе генә лә ни тора! Ә иң мөһиме шул— яңы ергә сағыштырмаса йәш, көс-ҡеүәте ташып торған ирҙәр күсеп сыҡты. Уларға иҫке тормош ҡалыбы ярамай. Уларҙың уй-хистәре лә яңыса, фекер йөрөтөүҙәре лә башҡаса. Бөтә булмыштары менән яңыса донъя көтөргә ынтылған кешеләр. Шуны ғына әйтеү ҙә етә: Чеверев отрядында Совет власы өсөн ҡан түгеп ҡайтҡан ҡыҙыл партизан Ғабдулла Сибәғәтуллин, ошо яңы ергә күсеп сығыусыларға мөрәжәғәт итеп, баҫыуҙарҙы ашъяулыҡ шикелле бүлгеләп әрәм итмәйек, әйҙәгеҙ, бергәләп һөрәйек, бергәләп сәсәйек, тине. Ташшишмәләр бер күңелдән ризалашып, межаларҙан баш тартып, күмәкләп тотондо ерҙе эшкәртергә. Районда тәүге дөйөм хужалыҡ — “Ташшишмә” колхозы ана шулай барлыҡҡа килде.
Тәү башлап бөтә ауыл менән бергә баҫыуға сығып, һабанға төшкән мәл күҙ алдында. Ундағы шатлыҡтарҙы әйтеп аңлатырға һүҙҙәр табыу мөмкин түгел. Бергәләп эшләүҙең ниндәй рәхәт икәнлеген халыҡ аңлап алды. Ана шул тәүге матур тәьҫирҙәр арҡаһындалыр, хеҙмәт миңә ғүмерем буйына ҡыуаныс тыуҙыра. Кешеләрҙән артҡа ҡалмаһам ярар ине, тип һәр ваҡыт сәмләнеп, намыҫланып эшләнем. Ошо сифат ҡаныма һеңде.
Ә эштән бәхет булды. Үҫмер саҡтан уҡ мисәүгә генә түгел, ә тәртә араһына ныҡлап егелергә тура килде. Балаларын эш яратыусан итеп тәрбиәләгәндәре, зирәк аҡылдары өсөн ата-әсәләргә, бөтә ауылдаштарға ысын йөрәктән рәхмәт. Кешене эшкә өйрәтеү үҙе бер хикмәтле мәктәп бит ул. Хәтеремдә, атайым менән арбаға ярышлап ултырғанбыҙ ҙа урманға утынға китеп барабыҙ. Бына юлдың тигеҙ, яйлы урынында ул миңә — биш-алты йәшлек малайға — дилбегәне тоттора. Минең түбәм күккә тейә. Кәрәк саҡта ул атты йә тегеләй, йә былай бора, ҡашлаҡты төшкәндә дилбегәне яңынан үҙ ҡулына ала һала, сөнки был аттың түбәнгә табан алып ҡаса торған алама ғәҙәте бар. Бына шулай аҡрынлап мин утау утарға, бесән йыйырға, картуф ҡаҙырға, утын ярырға, ә артабан бесән сабырға, һабан һөрөргә өйрәндем. Ун биш йәшем тулыуға инде, үҙемдең барлыҡ тиҫтерҙәрем кеүек үк, бөтә хужалыҡ эштәре лә ҡулымдан килә ине. Шуныһы мөһим — беҙҙе бер кем дә мәжбүр итеп ҡушманы эшкә, ә үҙ теләгебеҙ менән, хеҙмәттән тәм табып тир түгә инек. Ул ғына ла түгел, һәр ваҡыт сәбәбен табып, кемуҙарҙан ярышып эшләй торғайныҡ. Әйтәйек, көлтә ташығанда, бесән килтергәндә берәүебеҙ, артта ҡалып, берәй йөккә кәмерәк юллаһа, унан да ғәрлегерәк нәмә юҡ ине.
Ауылда минең малай сағымды хәтерләгән бер нисә ҡарт бар әле. Улар, һин бик оялсан инең, ә үҙең өҙлөкһөҙ йылмайыуҙан башҡаны белмәнең, тип һөйләй. Минең һуғышта күрһәткән тәүәккәллегем хаҡында телгә алып, йыуаштан йыуан сыға, тип ҡуялар. Бәләкәй сағымдағы ҡыйыуһыҙлығыма, йомшаҡ күңеллелегемә һис тә ғәжәпләнергә ярамай, сөнки шундай тыныс, татыу, берҙәм ғаиләлә үҫтем. Хәйер, һәммә кешеләр ҙә бер-береһенә яҡын, ҡәҙерле ине. Быуаттар төпкөлөнән һуҙылған “кеше кешегә бүре” тигән әйтемдең “кеше кешегә дуҫ, иптәш” тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән алышынған мәленә тура килде йәшлек йылдарым. Изгелек, бер-береңде ихтирам итеү, кәрәк саҡта бер-береңә ярҙамлашыу Ташшишмәлә айырыуса күҙгә ташлана. Ҡомһоҙланыу, көнләшеү, яуызлыҡ ҡылыу – беҙгә ят сифаттар. Киреһенсә, Ташшишмә халҡы үҙенең һәр кемдең дә мал-тыуарға, кейем-һалымға, ашау-эсеүгә бер сама йәшәүе, күршеһенән бер ниҙе лә йәшермәүе, эскерһеҙлеге менән айырылып торҙо. Бер таяҡ ер өсөн йә бер биҙрә ашлыҡ, йә картуф өсөн талаш сығарыу ваҡиғалары булманы. Ундай вәхшилектәр иҫке тормоштоң серегән нигеҙенә күмеп ҡалдырылды.
Тап бына ошо бер-берең хаҡында ҡайғыртыусанлыҡ, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу, ихлас күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ, алсаҡлыҡ бөтәбеҙ өсөн дә советса йәшәү тәртибе булып әүерелде. Йылдар үткәс, ҡулға ҡорал тотоп, илде дошмандарҙан ҡурсалау бурысы төшкәс, бына шул изге сифаттар ни тиклем ныҡ кәрәк булды! Беҙгә, үҙебеҙ үҫтергән ағастың емешен татып ҡараған кешеләргә, Тыуған илдең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу, үҙебеҙ ҡорған яңы тормошто фашизмға юҡ итергә бирмәү, идеалдарыбыҙға булған хоҡуғыбыҙҙы юғалтмау өсөн бер ни ҙә, хатта ғүмеребеҙ ҙә йәл түгел ине. Ана шуға күрә лә инде мин, һис берәүгә ҡул күтәреп тә ҡарамаған, һуғышыу тигән нәмә төшөмә лә инмәгән кеше, гитлерсыларға ҡаршы тәү көндән үк, үҙ-үҙемде аямайынса, үлемесле алышҡа сыҡтым. Беҙҙең азатлығыбыҙға, бәхетле тормошобоҙға бысраҡ ҡулын һуҙған ерәнгес дошманға булған ҡаты нәфрәт ярһытты йәш йөрәгемде. Ана шуға күрә лә яуҙа бер ваҡытта ла ҡулым ҡалтыраманы.
– Эй, балам, ул хәтлем үк үтә йыуаш, мәмәй малай ҙа түгел инең һин, – тип тыныс ҡына көлөмһөрәйһең, әсәйем. Белеп торам, минең беренсе тапҡыр мәктәпкә барған көнөмдө хәтерләйһең инде һин. Ғәфү ит, әсәкәйем: бер тапҡыр аҙыраҡ әтәсләнеп алғайным шул. Мин уны һинән йәшерергә теләмәйем.
...Мәктәпкә икенсе сиректең аҙағында ғына эләктем. Беҙгә Иләкшиҙеләге элекке күрше апай килгәйне. Ҡәрҙәшерәк тә ине, буғай, хәҙер аныҡ ҡына әйтә алмайым. Һуғым һуйған мәл ине. Эсәк йыуышырға, ҡаҙ йолҡошорға әсәйем һәр ваҡыт уны саҡыра торғайны. Үҙенә күрә өмә була инде. “Ҡаҙ өмәһе” тип әле лә байрам яһайҙар бит. Ул саҡта ла бик күңелле була торғайны һуғым һуйғанда. Ниңә шулай булмаһын: тамаҡ һыйлы, күңел көр.
Һүҙ башым әлеге күрше апай ине бит әле.
– Абау, ҡарасы, нисек ҙур үҫкән, танымай ҙа торам. Муса түгелме һуң был? – тип мине ул күккә күтәреп маҡтап ташланы. Мин, осоноп китеп:
– Мин уҡый ҙа беләм әле, – тинем.
– Ысын түгелдер, булмаҫ. Мәктәпкә аяҡ та баҫмаған көйөңә, нисек уҡыйһың ти ул? – Апайым мине юрамал сәмләндерҙе, ахырыһы. – Йәле, әләйһә, уҡып күрһәт. Алдашмайһыңмы икән...
Мин ”Әлифба”ны һыу кеүек эсә инем. Апайым шаҡ ҡатты. Үҙем дә белмәйем нисек хәреф танырға өйрәнгәнлегемде. Мәхмүҙә апайым дүрт класс бөткәйне. Күрәһең, шуға эйәреп уҡығанмындыр. Улай тиһәң, тағы бер әтнәкә бар. Апайым шул дүрт йыллыҡ белеме менән туҡтағайны. Бишҡурайҙағы ете йыллыҡ мәктәпкә, алыҫ тип, ебәрмәнеләр уны. Тап ана шул уҡыу йылында ғәрәп алфавитынан латинға күстеләр. Беҙҙең өйгә килеп ингән ”Әлифба” латин хәрефле ине. Тимәк, Мәхмүҙә апайымдың латин яҙыуын таныуы икеле. Нисек кенә булмаһын, минең уны уҡый белеүем хаҡ.
Иләкшиҙе апайы минең һәләтемә ысын күңелдән һоҡланды. Ташшишмәлә мәктәп юҡлығына үкенде лә әсәйемде өгөтләргә тотондо.
– Ебәрегеҙ Иләкшиҙегә, үҙемдә тороп уҡыр, – тине.
Минекеләр ризалашты. Шулай итеп, мин мәктәпкә киттем.
Әле лә иҫемдә, унда ни бары ике уҡытыусы булып, ике генә класс бүлмәһе бар ине. Биргеһендә – беренсе менән дүртенсе, арғыһында икенсе менән өсөнсө класс балалары бергә ултыра ине.
Тәү тапҡыр дәрескә инеүем. Мәктәп ҡағиҙәләре хаҡында ҡара томана көйөмә, иң алғы партаға инеп ултырҙым. Был урындың эйәһе ошондай ҡыйыулығымды оҡшатып етмәне, әлбиттә. Мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау өсөн алға килеп баҫты. Башта бер аҙ терһәкләшеп алдыҡ. Шунан йоҙроҡтар эшкә ҡушылды. Асыу-ярһыу, алыш ҡыҙа барҙы. Минең йоҙроҡҡа ҡаршы теге малай осло ҡәләмен һөңгө итеп ҡуйған, имеш. Кереште ҡулдан ҡан ағырға. ”Әлифба”ның бер битен йыртып ала һалып, ҡанды һөрткөләп, йомарлап иҙәнгә ырғыттым да яңынан һөжүмгә күстем. Шул саҡта класҡа уҡытыусы килеп инмәһенме! Бәрелеш хаҡында уға түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙеләр. Уҡытыусы мәсьәләне ҡырҡыу тотто. ”Талант” кимәлемде лә тикшереп өлгөрҙө. Маһайырлыҡ әллә нәмәң юҡ, тигәнде аңғартып, ҡулын һелтәне лә, иҫкәртеп, бармаҡ янап ҡуйырға ла тартынманы. Миңә иң арттағы партаға күсергә тура килде. 1929 йылдың декабрь айы ине был...
Күренеүенсә, осҡормон, һуғыш суҡмарымын, тип әллә ни күкрәк кирә алмайым. Башы ла, аҙағы ла шул. Ә бына тәүге уҡытыусыма айырым туҡталмай ярамаҫ. Мин уға бик ныҡ бурыслымын.
Муса ГӘРӘЕВ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
(Әҫәр менән тулыһынса 2022 йылғы "Ағиҙел" журналының 5-се һанында танышырға мөмкин)