Мөхәммәт таң һыҙылғанда, ҡаты ауырыған әсәһенең ыңғырашыуына уянды. Төн буйы ҡоторған буран әле баҫылмаған. Әсәһенә сәй эсереп, яғылмаған мейестән килгән һалҡынға дерелдәп, үҙе лә йылы юрған аҫтына боҫто. Эттәр өргән тауыштар ишетелә. Ул урынынан тороп, урындыҡта йоҡлаған ҡустылары аша апаһын ҡулы менән эҙләне. Бәләкәй генә өйҙә көндәр буйы туғандарына күҙ-ҡолаҡ булып, ауырыу әсәһен тәрбиәләгән ҡыҙ, таңға табан татлы йоҡоға киткән, күрәһең.
– Апай! Апай, тор! Һуңлайбыҙ, – Мөхәммәт апаһына өндәште.
Һыҙланыу, өҙлөкһөҙ йүтәлләүҙән йонсоған әсәләре әллә уянды, әллә йоҡламай ятҡан:
– Балаҡайҙарым, буран төнө буйы ҡоторҙо. Нисек кенә йөрөп ҡайтырһығыҙ инде, – тине әрнеүле тауыш менән. Изге йөрәкле әсә, хәле булмаһа ла, таңға балаларым йылы сәй эсеп китер тип, сәйнүкте көлдөксәләге ҡуҙға күмгән, уты һүнһә лә, эҫе көлдә уның һыуы ҡайнар ине. Берәр шаҡмаҡ шәкәр ҡушып, сәй эскәс, дүрт мөйөштән өргән һалҡын сигенгәндәй, тән буйлап йылылыҡ йүгерҙе. Кистән мейесте уратып киптерергә ҡуйған кейемде кейгәс, Мөхәммәт ирҙәрсә олпатланып киткәндәй булды. Йәш булһа ла, ирҙәрсә хәстәрлек менән имәндән эшләгән бәләкәй санаһын оҙон юлға әҙерләне: “Атайым был сананы алты балаһы Ташөйгән тауында шыуыр тип яһағайны ла бит, һуғыш башланыр, фронтҡа китермен, балаларым йыраҡ араларҙан нужа сигеп, картуф һәм башҡа кәрәк-яраҡ ташыуын һис уйламағандыр инде”, – тип ололарса һөйләнеп алды. Әсәһенең хәлһеҙ тауышы ишетелде, ул һаман балаларын хәстәрләне:
– Улым, соланда май һеңдерелгән торонбаш әҙер, онотоп ҡуймағыҙ. Иҫән- һау ғына йөрөп ҡайтығыҙ, – тип белгән доғаларын уҡып, ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, балаларына аҡ юл теләп, оҙатып ҡалды. Береһенән-береһе бәләкәй туғандары ҡараңғы өйҙә бер ни белмәй йоҡлай. Тышта иһә төн буйы ҡоторған буран юлды шундай оҫта итеп һылаған. Һыҙылып таң ата, ауыл йорттарының һалам башы бай ҡыҙҙары кейгән эшләпәгә оҡшап ҡалған. Ҡайһы берҙәре бигерәк мәҙәк булып күренә, ныҡлабыраҡ ҡараһаң, төрлө һынға оҡшаған. Тынлыҡты эт өргән, алыҫтағы тау яғынан бүре олоған тауыш боҙа. Йорттарҙың тәҙрәһендә ут күренмәй, кем шәм яндырып ултырһын инде, ҡайһы берәүҙәренең мөрйәһенән саҡ-саҡ күренгән төтөн, төлкө ҡойроғо кеүек иркәләнеп, ҡайҙалыр өҫкә күтәрелә. Һәр йортҡа иғтибар итеп атлай торғас, ауылды үтеп, оҙон юлға сыҡтылар.
– Исмаһам, әҙерәк ай яҡтыһы ла юҡ, бигерәк ҡаранғы, – тип ауыҙ эсенән һөйләнеп, ҡустыһы артынан ашыҡты Нәзифә. Ир бала – ир бала инде, сабатала аяғы өшөһә лә, апаһына юл ярып, йәлпелдәп сана һөйрәп атлаған була. Үҫмерҙәрҙең ниәте – егерме биш саҡрымда ятҡан баҙарға барып етеү һәм ярты күнәк булһа ла картуф һатып алыу. Балалар яҡты хыялдар донъяһында йөҙөп, һөйләшә-һөйләшә юлдарын дауам итте. Ҡышҡы юл артыҡ ырамай шул, ҡар йомшаҡ булһа ла, кисеп атларға кәрәк, етмәһә, Нәзифәне алдағы “Мүкле күл“ соҡорон нисек үтәсәктәре борсой. Апаһының уйын һиҙгәндәй, Мөхәммәт һиҫкәнеп ҡуйҙы, был яман соҡор тураһында ысынбарлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргәне, имеш-мимештәрҙе ишеткәне бар.
– Ҡуй инде, кеше соҡорҙан ҡурҡамы ни, Аллаһ бойорһа, һуғыш бөтөп, атайымдар һуғыштан ҡайтҡас, уның аша күпер һалыр әле, ибет? – тип, хәүеф ҡоршауы тигән нәмә үҙенең дә күңелен нығыраҡ биләй барһа ла, апаһын йыуатҡан булды. Ике яҡтан ҡара урман, сатлама ҡышҡы һалҡында ла батҡағы әйләнеп туңмай ятҡан шомло тәрән соҡорло урын юлбаҫарҙар өсөн бик уңайлы, борон- борондан, һуғыш ваҡытында ошонан үткәндәрҙең барлы-юҡлы әйберен талау, ҡатын-ҡыҙҙы мәсхәрә итеү тиһеңме, хатта бер телем икмәк өсөн кеше ғүмерен ҡыйған урын булараҡ яманаты сыҡҡан уның. Шунлыҡтан, ысынбарлыҡҡа байтаҡ имеш-мимештәр уралып, өҫтәлеп, төндә түгел, көндөҙ ҙә ҡурҡыныс соҡорға әйләнгән. Бик ҡыйынлыҡ менән үттеләр был урынды, сабаталар бысранды, еүешләнде, сана табанына йәбешкән батҡаҡ уҡмашып ҡатты.
– Бына яман соҡорҙо ла имен сыҡтыҡ, – тине, өшөгән бит алмаһын шәл осо менән ыуып, йөрәге нимәлер һиҙенгәндәй Нәзифә. Алда сираттағы ҡаршылыҡ – бейек тау. Үҫмерҙәр көстәрен сарыф итмәҫ өсөн, өҙөп-өҙөп кенә һөйләшә:
– Ҡасан барып етәбеҙ баҙарға? Алда тағы бер тау бар. Уға күтәрелеүе еңелдән булмаҫ, апай! – Арыған, еүешләнгән аяҡ бармаҡтары, ҡалыпҡа һалып һуҡҡан кеүек, сабатаға йәбешеп туңды, аяҡтар һыҙлай. Эстә ас бүреләр олой. “Ни өсөн беҙҙе шул тиклем һынай яҙмыш?” – тип Нәзифәнең бөтә тирә-яҡты яңғыратып, ҡысҡырып илағыһы килде. Әммә эстән генә: “Их, ауыҙҙы бер тултырып икмәк тәмен тойоп, йөрәк аша үткәреп, рәхәтләнеп туйғансы икмәк ашаһаң ине. Ҡәһәрле һуғыш тиҙерәк бөтһөн, атайым иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, әсәйем дә һауыҡһын ине”, – тип уйға сумды. Тау башына күтәрелгән һайын әсе ел йөҙ урындан ямалған йоҡа кейем аша һөйәккә үтеп, тәнде ҡапшағандай тойола. Ҡурҡыу, асығыу, донъяға асыу – бергә үрелгән мәл. Ниндәйҙер хәүеф көтөп тирә-яғына ҡарап барған ҡыҙ:
– Ҡустым, ҡустым! – тине хәле бөтөп. – Алда нимәлер бар, ялт-йолт иткәндәй тойолдо.
Мөхәммәт ололарса тыныс тауыш менән:
– Бүреләр, – тине, үҙе лә аңламай, – шул йыртҡыстар осрамаһа ярар ине, тип уйлап ҡына килә инем.
Нәзифә ҡысҡырып илай башланы. Был тауышты ишетеп, шатланғандай, яҡында бүре олоп ебәрҙе. “Уй, Аллаҡайым, беҙҙе бүреләр ашай инде. Мөхәммәт, әйҙә, кире боролайыҡ”, – тип ялбарҙы ҡыҙ, дер ҡалтырап.
– Апаҡайым, бер бөртөгөм, ҡурҡма, илама. Мин бит беренсегә бүре менән осрашмайым, – ҡустыһы Нәзифәне тынысландырырға тырышһа ла, үҙенең дә быуындары ҡалтырай ине. Үҫмер санаһына бәйләп һалынған торонбашты әҙерләне.
– Бүрегә ҡаршы утлы торонбаш менән барайыҡмы? – тип иламһыраны Нәзифә.
– Ҡурҡма, апай, алға атлайбыҙ, әгәр беҙ кире боролһаҡ, улар барыбер беҙҙең арттан киләсәк, – тине Мөхәммәт ҡыйыуланып, – алға атлайыҡ. Янып торған күҙҙәргә яҡынлашҡас, Мөхәммәт торонбашты тоҡандырҙы: “Әсәйемә рәхмәт инде. Ул алдан ҡайҙан белде икән?” Йөрәктәрен устарына тотоп, әммә ҡурҡҡандарын белдермәй, йыртҡыс эргәһенән күҙенә ҡарап атланы үҫмерҙәр. Юлы тиҙ генә атларлыҡмы – хәл бөттө лә ҡуйҙы. Ҡот осҡос бүре, уларҙың ҡар кисеп, эргәһенән генә үтеүенә аптырағандай, юл ситендә ҡалды. Бер нисә саҡрым ара киткәс, ҡурҡыуы үтмәгән ҡыҙ, бер аҙ тынысланғандай тойолһа ла, хәҙер инде үҙ-үҙен еңеүенә ышанмай, һыҡтауын дауам итте. Юл әсәһе һөйләгән әҡиәттәге һымаҡ алыҫ та, ҡурҡыныс та, хәүефле лә, баҙар асылғанға тиклем барып етеп, йомоштарын үтәп, урап ҡайтып өлгөрөргә кәрәк.
Үҫмерҙәр баҙарҙы күргәс, бер аҙ ҡаушап ҡалды, урыҫ телен белмәйҙәр, картуф кәрәклеген нисек аңлатырбыҙ, тип ҡайғырҙылар. Һей, бында тәҡдим итеүселәр күп икән. Ниһәйәт, яйын тапты Мөхәммәт, картуф һатып алып, санала туңып ҡуймаһын өсөн, төрөп бәйләп тә һалды. Нәзифәгә баҙар бигерәк ҡыҙыҡ тойолдо. Вәт кеше күп: кемдер кейем һата, кемдер аҙыҡ-түлек, йәшелсәгә лә бай. Их, шул тәмле ризыҡтарҙы туйғансы ашап, анау ҡумталарҙағы бер телем генә перәник, хөрмә тәмләһәңсе! Ә ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар! Һатыусылар әллә үҙҙәре теккән?! Ошо матур ҡурсаҡ менән бер рәхәтләнеп уйнаһаң ине. “Әсәйем дә теләгән нәмәһен алып ашаһа, һауығып та китер ине”, – тип уйланы ҡыҙ бала. Һатып алырға аҡса тик картуфлыҡ ҡына шул. Баҙарҙағы мөғжизәле донъяны ҡарап сығып, йомошто йомошлағас, ҡайтыу яғына ыңғайланылар. “Беҙҙән башҡа бер кем дә йөрөмәгән, хатта бер эҙ юҡ”, – тип һөйләнде Нәзифә, бурандан һуң ярылып ятҡан эҙҙәренә ҡарап көрһөнөп. Балалар иртәнән бирле бер сынаяҡ сәй менән йөрөй, хәҙер килеп арыу, асығыу, кейем йоҡалығы үҙен бик ныҡ һиҙҙерҙе. Өшөүҙән алға эйелгән, арыған апаһына ҡарап, Мөхәммәттең йөрәген йәлләү, ҡыҙғаныу тойғоһо телде. Аҡ йөҙлө, бөҙрә ҡара сәсле, төҫкә һылыу, ҡустылары өсөн һәр ваҡыт терәк булған апалары уларҙың ғаиләһенең ғорурлығы ла бит. Апаһына иркәләп:
– Ҡараҡайым, бөҙрә сәсем, беҙгә теге тауҙың башына етер өсөн уйһыулыҡ аша, төрлө уйҙарға сумып, атларға ла атларға кәрәк. Артта ҡалырға тырышма, – тип әйтһә лә, икеһенең дә аҙымдары ыраманы.
– Ниндәй бөтмәҫ-төкәнмәҫ юл булды, юлсылар тиккә генә “Тигеҙ уй“ тип атамағандар, күрәһең, был юлды, – тине Нәзифә, ауыр уфтанып.
– Их, апай, һиңә уҡыу эләкһә, һис шикһеҙ, тәбиғәт фәне уҡытыусыһы булыр инең. Балаларға белем биреп, бәхет донъяһына осорор инең, – тип апаһын ҡанатландырҙы ҡустыһы.
– Тауҙан төшкәндә лә, тауға күтәрелгәндә лә, тирә-яғын ике яҡтан да тауҙар уратып алған уйһыулыҡтан ҡасандыр атай-олатайҙарыбыҙ юл һалған. Ошо юл башланып тамамланғансы, уйҙарға сумып атлай ҙа атлайһың, бәлки, шуға ла “Тигеҙ уй” тип атама бирелгәндер, – тине Нәзифә. Оҙаҡ ҡына һәр кем үҙенсә һөйләшмәй, тыныс уйҙарға бирелеп атланы, бәләкәй сана ла балаларҙың эҙҙәрен тигеҙләп, үҙенсә юл һалды. Килгәндә сана буш булғас, еңел ине, хәҙер тауға күтәрелгән һайын ауырлаша барҙы. Нәзифә: “Ҡайҙа, ҡустым, ярҙам итәйем, мин дә һөйрәшәйем инде”, – тине.
– Апаҡайым, алтынҡайым, ашығайыҡ, юғиһә ҡараңғыға ҡалабыҙ, – тине, малай, маңлай тирен һөртөп. – Алда беҙҙе “Мүкләнгән соҡор” көтә бит. Уй, ҡурҡы-ыныс, – үҙе мут ҡына йылмая.
Ҡустыһының уйынлы-ысынлы ярым шаяртыулы тауышына, теҙҙәре ҡалтыранһа ла, рәхәтләнеп көлөргә тотондо. Уйһыулыҡтан сыҡҡан тауыш, әйтерһең дә, сылтырап аҡҡан шишмә сыңлауы ине.
– Хоҙайға шөкөр, тауға күтәрелдек, бүрегә генә ял итергә тимәгән, – тип, санаһын алғараҡ этеп ебәреп, йөк өҫтөнә ултырҙы Мөхәммәт. – Апай, әйҙә, ял итеп алайыҡ, ултыр һин дә, – тип бәләкәй сананан апаһына урын бирҙе үҫмер. Ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмағайны балаларҙың. Тик хәлдәрен бер-береһенә һиҙҙермәҫкә тырышты улар.
– Бында ултырып теге бүрене көтәбеҙме? – тине Нәзифә.
– Юҡ, әҙерәк ял итәйек, хәл бөттө, – Мөхәммәт асығыуын баҫыр өсөн ҡуш услап ҡар ҡапты. Һыр бирмәй килгән ҡыҙ, шуны ғына көткәндәй, ҡустыһы янына ултырҙы, шул саҡ ҡулы саналағы төйөнсөккә тейҙе.
– Мөхәммәт, бында нимә ул? – тип аптырап һораны. – Әсәйем санаға нимәлер һалған, ахырыһы.
Нәзифә ҡабаланып хәлһеҙләнгән, бер аҙ өшөгән бармаҡтары менән төйөнсөктө систе. Төҫө уңған яулыҡтан әсәләре еҫе килә, ә эсендә бер киҫәк һары май ята. Мөхәммәт ҡәҙерләп майҙы усында өйөрөлттө, һалҡында уныһы ҡыртлап икегә бүленде. Ҙурыраҡ киҫәген апаһына һоноп: “Тел аҫтыңа һал “, – тине. Әсәләре, үҙе ашамай, балаларына һалған был ризыҡ тәнгә сихәт, көс өҫтәгәндәй тойолдо. Ярмаланып торған һары майҙы һура-һура ауылға ҡарай атланы балалар. Юл да яҡынайған, көс тә өҫтәлгәндәй тойолдо. Бына ниндәй ҡөҙрәткә эйә икән май айы үләненән эшләнгән һары май. Ауылға килеп ингәндә, йорттарҙа ут юҡ, тик уларҙың йортонда ғына, янған шәм яҡтыһы күҙгә салынды. Бында уларҙы түҙемһеҙләнеп көткән әсәләре һәм ҡустылары ҡосаҡлап алды. Тирләгән үҫмерҙәрҙең кейемдәренән ап-аҡ боҫ күтәрелә, сабаталары шыҡырайып туңған, ә санала оло байлыҡ – бер күнәк ваҡ ҡына картуф ята ине.
Гөлнур ШӘРИПОВА.
Мәләүез районы,
Ҡаран ауылы.
(Хикәйә 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 1-се һанында баҫылды).