Бына әле лә яңы уҡыу йылына алған, беренсе сентябрҙә тәүгә генә кейеп сыҡҡан ҡиммәтле костюменең салғыйын эҫе плитаға өтөп алды, Ябай эш көндәрендә кеймәҫмен, байрам сараларында, тикшереүҙәр килгәндә кейермен, тигән булғайны ла, ниәте бойомға ашманы, эшкә йыйынғас ҡына әле генә һүндерелгән газ плитаһына тейеп костюм салғыйы иреп сөрөштө. Уянһа ла әле өҫтәл янына ашыҡмаған иренең тамағына ашарын хәстәрләп китергә теләгәйне лә...
. Һуңғы ваҡытта аралары боҙолоп тора ире менән, улай ғына түгел, Зөлфирә бер-нисә көн элек айырылышырға ғариза биреп ҡайтты, былай йәшәү мөмкин түгелдер. Уйламаны түгел, төрлөһөн уйланы, бына ике ай ошо турала икеләнгән ҡарары башынан сыҡмай, нишләргә, ғаиләне һаҡлап ҡалырғамы, юҡмы. Балалары үҫеп таралышҡан, ейән-ейәнсәрҙәре ҡул араһына ингән, уларҙың үҙ ҡәүеме тигәндәй, үҙенең болаңҡы күңел донъяһына уларҙы индергеһе килмәй. Еңел дә түгел үҙенә, ныҡлы ҡарарға ла килә алмай, әммә былай йәшәү ҙә мөмкин түгел.
. Һиңә яңы йыл бүләге булыр, күптән ял күргән дә юҡ, быйылғы йәй ялыбыҙҙа берәй диңгеҙ яры буйындағы ял йортона барып ҡайтайыҡ тигән тәҡдим яһаны ире үткән яңы йыл төнөндә. Ҡыуанып риза булды Зөлфирә, ваҡытын, барыр ерен үҙе тәғәйенләне, икеһенә лә кәрәк ярағын алдан теүәлләне, балаларын иҫкәртте, ейәндәрен ул ваҡыттараҡ ҡоҙағыйҙарына ҡалдырырҙар, юғиһә йыл да уларҙа. Аллаһым бирһә тип әйтмәгәнме, китер мәл етеүгә аяғының шайтанашығын ҡаймыҡтырҙы. Ире яңғыҙым бармайым, күсерәйек, тиһә лә, алынған путевкаһын тоттороп бер үҙен диңгеҙ буйына ялға ебәрҙе.
. Тиҙ генә юнәлмәне аяғы, больницаларҙан алған дарыу-уколдар ҙа ярҙам итмәне, ниңәлер һыҙлауға ҡалды, атлап йөрөү ауырлашты.
. Август айында табибтар тикшереүе үткәндә лә йыуатырлыҡ һүҙҙәр әйтмәнеләр, яйлап үтер, артыҡ йөрөргә тырышма, шулай ҙа эшкә сығырһығыҙ инде, уҡытыусы эше еңел, ултырып эшләргә лә мөмкин тинеләр.
. Диңгеҙҙән ҡайтҡас та ире Себергә вахтаһына эшенә китте, ейән-ейәнсәрҙәрен әсәләрен ҡурсалап каникулға ебәрмәнеләр, үҙен тәрбиәләп кенә йәшәйһе лә йәшәйһе ине лә, бер көн телефон шылтыраны, иренең диңгеҙ буйында танышҡан һөйәркәһе имеш, ул уны ярата, юлынан китеүен һорай. Эҫе майға һыу сәсрәгәндәй ҡайнаны Зөлфирә, балаларына өндәшмәһә лә көйҙө, телефон аша иренә ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәне, уныһы артыҡ бер нимә лә булманы, тип аҡланһа ла, аҙаҡ телефонын бөтөнләй алмай башланы.
. Бына иренең эштән ҡайтҡанына бер аҙна, юнләп һөйләшкәндәре лә юҡ, бары дежур һүҙҙәр, бергә өҫтәлгә ултырып ашауҙан икеһе лә ҡасалар, эште ҙурға ебәреүҙән ҡурҡалар. Бешеренә иренә Зөлфирә, ни тиһәң дә әсәһе өйрәткәнсә ир хаҡын һанлай, өҫтө тәрбиәле, тауыш күтәрмәй, әммә элекке һөйөүҙән бер хистәр ҙә ҡалманы. Тышта оҙаҡлаһа көтөп ала, ҡырҙан ғына иренә һоҡланып ҡарай, тик янына ебәрмәй, үҙен ҡоршау эсендә тота. Кеше килгәндә, балалар булғанда һин дә мин һөйләшәләр, кәңәшләшәләр, аралашалар, икәүҙән- икәү ҡалғанда араларында боҙ һалҡыны.
. Әле лә айырылышыуға ғариза биргәнлеген тыныс, һалҡын бәреп торған һүҙҙәр менән белдерҙе, әйтерһең коммуналь түләүҙәрҙе түләп килгәнлеген әйтте. Иренең ғәжәпләнгән ҡарашын күтәрә алмаҫын тойоп, һүҙҙе оҙайтмаҫҡа тырышып сәбәп табып тышҡа сығып китте.
. Әсенә-әсенә кейемен алыштырып, ошо кисерештәренән арына алмай эшенә, мәктәпкә атлағанда ла йәненә тыңғылыҡ тапманы.
. Район үҙәгендәге мәктәп өйөнә яҡын, эшкә йөрөүе еңел Зөлфирәгә. Элек тәнәфес араларында, бушыраҡ мәлдәрендә ғаиләһенә ҡайтып килергә лә ашҡынып тора ине, хәҙер барыһына ла битараф, хатта өйөнән ҡасып сығырға һылтау булды тигәнерәк уй менән ҡаршы алды беренсе сентябрь көнөн. Тыңғыһыҙ күңеленә эше лә ҡыуаныс бирмәне быйыл, илке-һалҡы йөрөү менән ике аҙна эш ваҡыты үтеп тә китте, бөгөн яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы ҙур йыйылыш, өҫтән хужаларҙың килеүе лә көтөлә.
. Үҙенең тарҡаулығынан файҙаланып уҡыусылар ҙа уны һанға һуҡмайҙар, бәлки оҙайлы йәйге каникул быға сәбәпселер. Юҡ, былай бармай, эштән сығырға, йәки үҙеңде ҡулға алырға, артабан былай йәшәп булмай!
. Дәрестәрҙән һуң дөйөм йыйылышҡа килгәндә ныҡлы ҡарарға килгәйне, үҙенең ҡарарын ныҡлы дәлилләп иҫбатланы, балаларҙы ике-өс көнгә ҡырға походҡа алып барырға рөхсәт һораны. Ҡаршы килеүселәргә үҙенең дөрөҫлөгөн, бар яуаплыҡты үҙе аласағын, ҡыйынлыҡтар булмаясағын белдерҙе, яҙ ковид ауырыуы айҡанлы йыйынһалар ҙа рөхсәт булмаған, быйыл уның класы сығарылыш экзамендәре биреү алдында тора, синыфты бергә берләштереү кәрәклеген белдерҙе, туғыҙынсы синыф, әгәр киләһе йыл уҡыусыларҙан күптәре таралышһа һәр кемдең күңелендә матур иҫтәлектәр ҡалырға тейештер ҙә.
. Рөхсәт алды хужаларҙан, артабан ата-әсәләрҙең рөхсәтен алырға, балаларҙың теләктәрен дә белергә ҡалды, ҡайҙа барырға?
. Ауылда йәшәгән әсәһе менән кәңәшләшкәс, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән, әле хаҡлы ялда булған әсәһе балаларҙы үҙҙәренең ауылына алып килергә кәңәш бирҙе. Өс саҡрым арала булған үҙҙәренең бесәнлеге бик матур урын, хәүефһеҙ ҙә, шунда урынлашырҙар, ҡыуыш ҡорорға атайың ярҙамлашыр, утта бешеренергә һауыт-һаба унда бар, кәрәк-ярағын, ятыр-түшәген үҙҙәре килтерерҙәр, килегеҙ.
. Белә ине әсәһе ҡыҙының күңелендә ниндәй бурандар уйнағаның, үҙе асылып һөйләгәнен көттө, һәр саҡ төплө ҡарарға килгән ҡыҙының артабанғы аҙымын күҙәтте, ярҙам ҡулын һуҙырға теләгәндән ине.
. Исеме данлы булған төйәккә балаларын ебәрергә тырышҡан ата-әсәләр ыңһарлап ҡына ауылға ебәрергә ризалаштылар. Яҡын ара, сығымдар күп талап ителмәгәнгә күптәр ҡыуанды ғына, ә балалар артыҡ илтифат бирмәнеләр, ҡушалар, тимәк барабыҙ, йома көн дәрестән һуң юлға сығырға һөйләштеләр, үҙең менән кем нимә теләй алырға.
. Көтмәгәндә ире лә улар менән барырға теләген белдерҙе, бер ыңғай ҡайны-ҡәйнәһен күрер, унан машинаға Зөлфирәнең ауыр сумкаларын тейәп алып барырға кәрәктер ҙә. Аяғы ауыртмаһа Зөлфирә кирелегенә барып ҡырҡа ҡаршы төшөр ҙә ине, үҙенең хәлен уйлап өндәшмәй ризалыҡ белдерҙе, үҙе лә уның ярҙамына мохтажлығын белә, синыфында ҡарауһыҙ ҡалған балалар йортонан уҡыусылар уҡый, улар уҡытыусы иңенә икеләтә яуаплылыҡ һалырын һиҙенә, бында ирҙәр таянысы бик урынлы.
. Мәктәп ишеге алдында йыйылғанда уларға ҡулына ҙур төйөнсөк тотҡан оло ғына инәй яҡынлашты.
. -Балам, һин ошо балаларҙың уҡытыусыһымы, иртәгә ҡартымдың йыллығы, детдом балаларына хәйер килтергәйнем, бына һеҙҙең походҡа сығырға йыйынғанығыҙҙы күреп һеҙгә бирәм, юлда бешереп ашарһығыҙ һурпалап.
. -Кәрәкмәҫ ине инәй, балаларҙың ашханаһына тапшырығыҙ, беҙ юлға етерлек ашарға алдыҡ ул...
. -Унда хәйер килтерһәң хужаларҙан ҡурҡа ла торалар, сертификат, справка кәрәк тип. Үҙем үҫтергән тауыҡ, дүрт килоға етмәле, кеше саҡырып аят ашы үткәрергә үҙемдең хәлемдән килмәй, үҙемдең күҙемдең тереүендә бабайым мәхрүм булып ятмаһын, балаларға саҙаҡа биреү үҙе ҙур сауап ул, әбейҙәр хәҙер үҙҙәре бай, пенсия алалар. Ал, ал, ҡулымды мәхрүм итмә, саф һауала ашау бара ул, артыҡ булмаҫ, ә һеҙ балалар бабай мәрхүмде иҫкә алырһығыҙ ашағанда.
. Туң, һимеҙ, һуйылған ит тауығын икеләнеп алды Зөлфирә, алһаң һүҙ теймәҫме, алмаһаң кеше ихластан алып килгән йома көнөндә. Ата-әсәләр комитетынан игеҙәк балаларҙың ата- әсәһен тәғәйенләнеләр уҡытыусыға ярҙамсы итеп, көнсөл ире яңғыҙын ебәрмәҫ тә ине, үҙ машинаһында бергәләп барырға булды. Бына һәммәһе лә мәктәп автобусына тейәлеп юлға сыҡтылар, балалар үҙҙәрен тыныс тоталар, һәммәһе лә телефондарына текләгән, тирә-яҡтағы онлайн дуҫтарына фотоға төшөп ебәрәләр.
. Балалар тейәлгән автобус йәй бесәне сабылған ҙур аҡланға килеп туҡтаны, тирә-яҡ тып-тын, себен-серәкәй юҡ, мәктәп машинаһының шофёры әйберҙәрҙе бушатышты ла кире ҡайтырға сыҡты, йәкшәмбе кис килеп аласаҡ.
. Балалар бер мәлдә тынып торҙолар, көҙгө тәбиғәт матурлығын кемдер фотоға төшөрә башланы, берәүҙәр нисектер юғалып ҡалдылар, бында нимә эшләрҙәр, ҡайҙа бында кафе, ҡунаҡхана, газ плитаһы. Бер аҙҙан бөтәһе лә Зөлфирәгә ябырылдылар,
. -Зөлфирә Ирековна минең телефоным тотмай...
. -Апай минең телефонымдың зарядкаһы бөттө...
. -Связь юҡ...
. — Интернет эшләмәй...
. -Балалар мин һеҙгә әйтергә онотҡанмын, бында кәрәҙле телефонға элемтә юҡ, телефондарығыҙҙы йыйып, сумкаларығыҙ төбөнә үк һалып ҡуйһағыҙ ҙа була.
. Ризаһыҙлыҡ ауазы бөтә аҡланды яңғыратҡандыр, аранан берәүһе баш күтәрергә лә тартынманы.
. -Ниңә автобусты ҡайтармаҫ элек әйтмәнегеҙ, кире боролор инек, тапҡандар бер төпкөл урынды, ҡалмайбыҙ бына, ҡайттыҡ.Уға тағы кемдер ҡушылды, хәҙер уҡыусылар Зөлфирәнән икенсе урынға күсеүҙе талап итә башланылар.
. Шул сағында бер ир һүҙе етте лә инде:
. -Әйҙәгеҙ егеттәр ҡоро утын әҙерләйек, ҡыҙҙар ашрға яраштырыр, төнгөлөккә лә кәрәк булыр...
. Балалар һөжүменән юғалып ҡалған Зөлфирә лә иренең күҙҙәренә рәхмәтле ҡарап үҙен ҡулға алды.
. -Әйҙәгеҙ ҡыҙҙар әйберҙәрҙе анау ағас төбөнә урынлаштырайыҡ, унда йылға ла яҡын.
. Бала саҡтан бесән әҙерләгән төбәк яҡын, таныш Зөлфирәгә. Бына был муйыллыҡ төбөндә атаһы иҫке тишек эмаль бакка һауыт-һабаларҙы ҡалдыра, ябыулы, сысҡан теймәҫлек ерҙә. Тағандар серемәҫкә ағас ботағына эленгән, усаҡ тирәһе уратып ҡаҙылып, эргә-тирәһендә таштар ята.
. Ата-әсәләр комитетынан тәғәйенләнгән Әнисә исемле ҡатынды Зөлфирә яҡшылап белмәй, уларҙың игеҙәк малайҙарының синыф йыйылышына күберәк атаһы йөрөнө, йыш ҡына икәүләп килһәләр ҙә ҡатын өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә ине. Әле лә тыныс ҡына үҙ балаларын хәстәрләгәс бысаҡ алып картуф әрсергә йылға буйына төшөп китте, машина тирәһендә соҡонған иренән күҙ һирпеп рөхсәт һорағандай тойолдо Зөлфирәгә.
. Йылға буйында ҡоро ағастарҙы ботаған иренә яҡын барҙы Зөлфирә, ҡаршы килгән ағастар һөйрәгән малайҙар ҡоторошоп шаяралар.
. -Фәнис, малайҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырма инде, мин ҡыҙҙар менән ашарға яраштырам.
. Үҙе лә аптыраны ике айға яҡын иренә тәүгә исеме менән өндәшеүенә, ошоғаса бер-береһе менән аралашыуҙары рәсми һөйләшеүгә тартым ине.
. -Ғәфү итегеҙ, быныһы минең обязанностҡа инмәй, хәҙер берәү ҙә бушҡа эшләмәй, түләүле булһа ғына инде, нисек түләрҙәр.
. Ире шаярып Зөлфирәгә ҡараны, ул да үҙе лә һиҙмәҫтән уның мәрәкәһенә ҡушылып, янында утынға эйелгән малайға ымланы, йәнәһе нимә һөйләйһең һин.
. Ҡулындағы биҙрәләргә тултырылған һауыт-һабаны йыуырға күңелләнеп атлағанын ире һиҙмәй ҡалманы түгел әлбиттә, көлөп тороп ҡалды, ни тиһәң дә бергә йәшәгәнгә күпме йылдар уҙған.
. Ҡыҙҙар менән бергәләп һауыт-һабаларҙы йыуғанда арбаға ат еккән атаһы килеп етте, уны шунда уҡ балалар һырып алды, ҡыҙыҡ ине уларға арба һөйрәгән ат.
-Атай...-һаулыҡ һорашыу ҙә, һағыныу ҙа, таяныу ҙа, башындағы уйҙарына яуап табыу ҙа бары бер һүҙгә һыйҙы атаһын ҡосаҡлаған Зөлфирәнең. Фәнис кейәүе ҡайныһы менән һүҙһеҙ күреште лә атты туғарырға кереште, үҙе малайҙарҙан эйәр-өпсөндәрҙең исемдәрен һорай, белмәгәндәрен өйрәтә.
. Әсәһе ике таба эҫе генә бейек итеп икмәк бешереп ебәргән, туҫтаҡ менән ҡаймаҡ.
. Аҡландан ситтә элек колхоз сабынлығы булған, хәҙер сабылмағанлыҡтан сәүеллек баҫҡан урындан күпләп ҡайын ҡырҡып ҡыуышҡа ағастар әҙерләгәнсе, биҙрәлә уртаға ярылған картуф та бешеп сыҡты, сәй ҡайнаны. Түңәрәкләп күмәкләп ергә ултырып ҡаймаҡлап, әле генә бешкән икмәккә ҡушып ашаған картуфтың тәмлелеге, ултырғысҡа ултырып өҫтәл артында ашап өйрәнгән балаларға ерҙә ултырыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, әйтерһең гел аяҡ һоноп, йөгөнөкләп ултырып өйрәнгәндәр. Сәйҙән һуң малайҙар ҡыуыш ҡорорға тотондолар, Фәнис Әнисәнең ире менән алмашлап бесән сапты. Ауыл малайы булғанға Фәнис оҫта саба, хатта танһыҡлап ағас араларын һелтәй, ә Урал, Әнисәнең иренең исемен дә белде Зөлфирә, бесән саба белмәй икән, көҙгә табан йығылған үләнде эләктерә алмай. Ғәрсел икән үҙе лә, үҙенең булдыҡһыҙлығын күрһәтергә теләмәй көс менән һелтәй.
. -Салғы менән эш иткәндә таһыллыҡ кәрәк, көсәнмә юҡҡа, -Фәнистең һүҙенә үсеккән ир асыулы киҙәнеп салғыһын ташланы, янында торған игеҙәк малайҙары алдында һүгенеп ҡуйҙы.
. Ярай ҡайныһы ишетмәне, йәтеш кенә урынына ултыртыр ине лә ҡыялатып әйтеп, Фәнис кенә өндәшмәне.
. Малайҙарға айырым, ҡыҙҙарға айырым ҡыуыш ҡороп, өҫтөн бесән менән ябып ҡуйғас аҡланға йәм инде, нисектер балалар үҙҙәрен бында хужа итеп тойғандай булдылар. Һәр осоп киткән ҡошҡа, урмандағы ҡыштырҙауға, аяҡ аҫтындағы йыланға оҡшаған ботаҡтарға һиҫкәнеү, шикләнеүҙәре үтте. Аҡланды ҡыйғыпыр ботаҡтарҙан таҙартҡас, атаһы малайҙарҙы ҡыуал ҡырҡырға сәүеллеккә алып инде, һәр кем үҙенә кәрәккәнсә, оҡшағанса ҡыуал әҙерләнеләр, кис балыҡ тоторға хыялланыуҙары. Атаһы быныһын да күҙаллаған, өйөндә булған эреле-ваҡлы ҡармаҡтарын килтергән,ебен әҙерләгән, быныһы тураһында Зөлфирә уйламағайны ла.
. Һауыт-һабаны йыйыштырғас Зөлфирә ҡыҙҙар менән тирә-яҡты өйрәнергә сыҡтылар, йылға аръяғындағы тауҙан тәбиғәт бөтә матурлығы менән асыла, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, меңъяпраҡ, аҡсәскә, тағы үҙҙәре белгән дарыу үләндәре йыйҙылар, былары өйҙәгеләргә күстәнәскә, йылға буйынан ҡарағат сүпләнеләр, япраҡтарын йыйҙылар, быныһы бында сәйгә ҡушырға.Бәшмәктәр осраһа ла уҡытыусылары йыймаҫҡа ҡушты, бәләһенән баш-аяҡ, хәүефле балалар менән бәшмәк йыйыуы. Ә бөрлөгән бар һирәкләп, уны йыйырға мөмкин.
. Тау башында ҡалын тышлы китап формаһындағы альбом тотоп һүрәт төшөргән ҡыҙ янында туҡталды Зөлфирә. Маңлайындағы тирен һөртөп һүрәттәрен ҡарарға ҡыҙҙан рөхсәт һораны. Үҙенең уҡыусыһының һүрәт төшөрөргә яратҡанын белһә лә, синыфта сығарылған ҡул гәзитенең художнигы ул, әле уның төшөргән һүрәттәрен күреп хайран ҡалды.
. Тәбиғәттең матурлығын нисек кенә һынландырмаған, бына юл уртаһындағы нәфис сәскә ярҙам һорап ялбарып баҡҡандай, таштар араһында үҫкән гөл ышыҡҡа һыйынған, ҡаяла үҫкән сәскә ғорурланып арҡаһын елгә ҡуйған, тамыры ныҡлығы күренеп тора.
. Уйсан ҡыҙҙар, наҙлы һылыуҙар, ярһыу ҡатындар төшөрөлгән һүрәттәрен һоҡланып оҙаҡ ҡараны. Быйыл уҡыуҙы тамамлағас ҡайҙа барырын белмәгән бала өсөн тынысланды Зөлфирә, юғалмаҫ был ҡыҙ , талантлы бала, һәр рәсемендә ныҡлыҡ, алдан уйланып эшләнгәне ярылып ята, сөбханалла, күҙҙәр генә теймәһен.
. Тауҙан төшөп йылғаға яҡынланылар, ниәттәре малайҙар нисек балыҡ тоталар икәнлеген ҡарау. Кемеһелер бик етди ҡармағына текәлгән, икенселәре ялҡып янындағы тоторға тырышҡанға ҡамасаулай. Һәр саҡ беренсе булырға тырышҡан Рәшит сәмләнеп балаҡтарын төрөп һыуға уҡ инеп киткән, йәнәһе алда килгән балыҡты ул ҡармаҡлай.
. Һәр уҡыусыһын ғәҙәт буйынса теүәлләгән Зөлфирә балалар араһында Зәкирҙең юҡлығын аңғарҙы. Шым ғына ире Фәнистән уның тураһында һораны, уныһы ҡалҡыуысынан күҙ алмай ғына йылғаның үр яғына ымланы. Япраҡтары һирәгәйә башлаған ағастар араһынан Зәкирҙе тиҙ тапты Зөлфирә, йылға ситендә үҙ шөғөлө менән мәшғүл. Уҡытыусыһының янына килгәнен күргәс ситкәрәк шылып ултырҙы.
. Йылға ситен кәҫ менән быуып яһалма күл эшләнгән, уртаһында утрау, утрауҙа яңғыҙ ҡайын үҫеп ултыра. Күлгә кер сайҡатырғамы, балыҡ ҡармаҡларғамы, һайғауҙан баҫма яһап ҡуйылған, күлдең тирә-яғында томбойоҡтар, ҡамыштар, һыу үҫемлектәре...Күлдән ағып сыҡҡан һыу шарлауыҡҡа әйләнә, уның тирә-яғында ла иҫ китмәле тәбиғәт күренештәре һынландырылған...
. Ожмахты күргән кеше булһа был уның күсермәһе, тиер ине, был яҡта улай күл юҡ, тип еңешер ине берәү, ысын һоҡланғыс тәбиғәттең тере күсермәһен тыуҙырыу өсөн күпмелер дәрәжәлә күҙәтеүсән булырға кәрәктер, талант, тормошҡа һөйөү, тәбиғи ихласлыҡ булыуы мотлаҡтыр.
. Томбойоҡ урынына яландағы бәләкәс һары сәскә, ҡайын урынына ботағы, үлән һабағына ҡаҙалған ҡамыш өҙөгө, күпме фантазия... Гүзәллек тыуҙырыуы шулай еңелме? Юҡ, Зөлфирә былай булдыра алмаҫ ине, уҡыусыһы был һәләте өсөн мотлаҡ дизайнерҙар мәктәбенә юллама алырға тейеш, тормошта матурлыҡ, гүзәллек юғалмаһын өсөн, бары шуның өсөн генә үҫтерергә кәрәк был баланы.
. -Йылан, йылан...- Зөлфирә ҡото алынып тауыш килгән яҡҡа югерҙе. Яр буйында балалар өйкөлөшкән, ҡысҡыралар, һыҙғыралар, йылғаға таш ырғыталар.
. -Ҡайҙа?
. -Ана, ана, йылғаға аръяҡҡа йөҙөп сығып бара...
. Ярҙағы балалар ҡурҡытҡандыр, башын сәңкәйтеп күтәреп ҙур ғына туҙбаш йылан йылғала йөҙөп йөрөй, теге ярға менергә балалар таш ташлап өшкөтәләр.Асыуланалыр үҙенсә һыҙғырып тауыш сығара.
. -Ярай, балалар, ул үҙ төйәгендә, беҙ бында ҡунаҡ ҡына, борсомайыҡ оло кешене, күрәһегеҙме ниндәй ҙур, йәшәгән йыландыр.
. -Туҙбаш ҙурайһа ажлаһаға әүерелә...
. -Йылан ауыҙға инә тей...
. -Арбай тей ул кешене...
. Йылан тураһында һөйләшә-һөйләшә, һәр кем үҙенән өҫтәп ишеткәнең тулыландырып ҡыуышҡа атланылар, бында үҙҙәрен яҡлаулы, һаҡлаулы тойҙолар.
. Балыҡ күп тотолмаған ине, йыуып, тоҙлап ағас ботаҡтарына киптерергә элделәр, бында ла кемдең-кем икәнлеге күренә, кемдер бөтөнләй тотмаған, Рәшит күпме тырышһа ла берәүҙе лә эләктерә алмаған.
. Киске сәйҙән һуң ҡыҙҙар бер ҡыуышта, малайҙар икенсе ҡыуышта ятырға әҙерләнделәр, Әнисәнең ире үҙенең ғаиләһенә айырым ҡыуыш ҡорһа ла, игеҙәк малайҙар унда ятырға ҡырҡа баш тарттылар, ҡатыны ла ҡыҙҙар менән ятырға теләгәнен әйткәс, ир бөтөнләй тауыш күтәрҙе, үҙе менән алып килгән һыраһы булғандыр, уның ҡыҙмаса икәнлеге һиҙелә ине.
. Зөлфирәнең атаһы үҙенең йәйҙән ҡалған ҡыуышын яңыртып, унда мунса кеүегерәк нәмә әтмәләне. Ике биҙрә һыйышлы ҡаҙан, һыуыҡ һыуға сүлмәк, миңлек, мунса ташы ҡыҙып сажлап тора, эсендәге хуш еҫтән баштар әйләнерлек.
. -Бар ҡыҙым, аяҡтарыңды унда бешергән үләнгә тығып ултыр, тирләһәң аҙаҡ ел һуҡмаһын, хәлең етһә сабынып сыҡ. Ҡурҡма балалар өсөн, бында мин дә бар бит әле.
. Көнө буйы аяғөҫтө йөрөүҙән зыңҡып һыҙлаған аяҡтарын ҡосоп оҙаҡ ултырҙы Зөлфирә, сабынырға хәле етмәне, тишек-тошоҡ ҡына күренһә лә мунса эсендә эҫе ине.
. Балалар ятҡандар, малайҙар ҡыуышында атаһы уларға нимәлер һөйләй, ҡыҙҙар үҙ-ара серләшеп көлөшәләр, Әнисәне ире ҡыуышына үҙе менән алып киткәндер, күренмәй.
Бер аҙҙан атаһы ауылға ҡайтырға йыйынды, Зөлфирә күпме өгөтләһә лә ҡалманы, ҡарттарға урын алмаштырырға ярамай имеш, йоҡлай алмайҙар икән.
. Ятыу менән йоҡлап киткән Зөлфирә, юғиһә төндә утты ҡараштырырға, балаларға күҙ-ҡолаҡ булырға, төндө йоҡоһоҙ дежурҙа үткәрергә уйлағайны, сабый бала хөкөмөндәге кеүек тыныс, уйһыҙ йоҡланған. Иртәгеһенә саф зиһен, тыныс күңел, күтәренке кәйеф менән торҙо, Беренсе көн, дөрөҫөрәге, ярты көн тыныс үтте, Иншалла.
Икенсе көн.
Иртәнсәк балалар тороуға кистән Әнисә әҙерләп ҡуйған тауыҡ итенән шешлек ҡыҙҙырырға һөйләшкәйнеләр, ҡайын утынын усаҡҡа мул ғына өҫтәп тоҡандырып ебәрҙе, ҡаҙанға һыу һалып макарон бешерергә әҙерләнде.
. Теге ҡыуыштан Әнисә лә тороп һуғандар турарға, табын әҙерләргә ярҙамлашты, әле иртәрәк үҙҙәре сәй эсеүгә генә балаларҙы уятырҙар, саф һауала йоҡо тәмле, йоҡлаһындар әле йоҡолары туйғансы. Шулай булмай ҙа, ҡайһы аралалыр тороп, һиҙҙермәй генә ҡыҙҙар ҡыуышына кереп уларҙың йөҙҙәрен буярға маташҡан малайҙарҙы күреп сырылдашҡан балаларҙың тауышына йөрәге ярыла яҙҙы Зөлфирәнең.
. Ҡап-ҡара булған ҡыҙҙар ҡаршы торалар, кейемдәре ҡоромға буялған, малайҙарҙың үҙҙәрен йығып һалып буяғандары ҡайҙа, ҡыу-ғәләмәт булған балаларҙы саҡ тынысландырып алды. Күптәнән ихлас көлгәне булмаған икән, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлдө, ул көлгәнгә ирәйешеп киткән балаларға ҡарай ҙа йөҙөнә яһалма ҡатылыҡ сығара, булдыра алмай тағы көлә, балалар уға ҡарап көләләр.
. -Апайҙың битенә ҡарағыҙ әле... Ха-ха-ха...
. Аңламай артына ҡараған була, көҙгөһө ҡайҙа әле, ҡыуыш эсендәлер, уның ҡайғыһы булдымы. Ҡыҙҙарҙан кемдер көҙгө килтереп тотторҙо, ике сикәһе, маңлайы ҡоромға буялған, ҡайҙан булыуы мөмкин, иртәнсәк торҙо, йыуынды, таҫтамалға һөртөндө бер ҡоромдоң эҙе булманы.
. Ситтәрәк көлөп торған иренең эше генәлер, шул килеп кенә хәлен белеште, ике сикәһенән һөйөп үтте, аҙаҡ ҡына белде, иренең башланғысы булған икән был шаярыу, кистән йәшереп ҡором йыйғандар, иртә уянырға һөйләшкәндәр, Зөлфирәнең иртә торорон кем уйлаған.
. Малайҙар кистән әҙерләнгән тал сыбығына теҙеп әҙер ҡуҙҙа шешлек ҡурҙылар, иртәнге табынға йыйылғас тауыҡ ите килтергән инәйҙең бабайы рухына таң менән килеп еткән атаһы аят уҡыны, инәйҙең хөрмәтенә рәхмәт әйтеп бисмиллалап шешлектән ауыҙ иттеләр.
. Бөтәһе лә тынып ҡалғанда, аят уҡығанды тыңлағанда, кем нимә уйланы икән. Берәүҙәре исем өсөн генә битен һыпырһа, арала ҡушылып ирен ҡыймылдатҡандары ла булды, берәү ҙә уға ҡарап элекке кеүек көлмәне, үсекләмәне, атаһының ҡыҫҡа ғына ҡыҙыҡлы, әммә фәһемле вәғәзен ихтибар менән тыңланылар.
. Рәхмәтле ине атаһына Зөлфирә, ауыр саҡта терәк булыуына, балалар ыңғайына йөрөүенә, уларҙың күңелен күрергә тырышыуына мең рәхмәтле.
. Ситкәрәк китеп Әнисәнең ире менән оҙаҡ ҡына ниҙер һөйләште атаһы, аҙаҡ уныһы ҡырҡа боролоп Әнисә эргәһенә килеп бармағын янаны ла ашығыс ҡына машинаһына ултырып ҡайҙалыр сығып китте.
. Зөлфирә көнө буйына кәйефен боҙҙо инде Әнисәнең, иренең йөҙө асыулы ине, тигән уйҙа ҡалһа ла, уныһы бирешмәне, киреһенсә йөҙө асылып, яурыны күтәрелеп китте. Эргәһенә ҡыҙҙарҙы йыйып баштарына таж үрергә өйрәтте, төшкө ашты югереп йөрөп әҙерләште, ҡыҙҙар уның һәр үтенесен тырышып атҡарҙылар, тәмле салаттар яһалды, йәшелсәләрҙе биҙәп теҙеү буйынса үҙ ара-ярыш ойошторҙо, кемдеке матурыраҡ килеп сыға.
. Синыфта иң яҡшыларҙан өлгәшеүсе, етеш ғаиләнән, ярыштарҙа гел алдынғылыҡты бирмәүсе ҡыҙҙың һуңғы арала бошоңҡо йөрөүенә ихтибар иткәйне Зөлфирә. Тик уның менән яҡындан һөйләшергә тура килмәне, юғиһә һигеҙенсене бөткәндә күҙҙәренән нурҙар балҡыған ҡыҙҙың йөҙөнә күләгә төшкән. Рәшит уның ихтибарын яуларға тырыша, сәбәбе ул түгелдер, янында һүҙ ҡушҡанын да ишетмәгән саҡтары була. Каникулда ғына характеры үҙгәреүе мөмкин түгелдер, көслө ихтыярлы ҡыҙыҡай ул.
. -Әйҙә минең менән урманға инеп сығайыҡ әле, иптәш булырһың миңә, йә малайҙар килеп сығыр яңылыш,-төшкө аштан һуң Зөлфирә унан ярҙам һораны, бәхетенә ҡыҙ ҡаршылашманы. Әкрен генә атлап урманға инеп киттеләр, ситләтеп кенә ҡыҙҙан туғыҙҙан һуң ҡайҙа уҡырға барырға теләүен һорашты. Был һорауҙан уның күҙҙәренән йәштәре атылып сығырҙай булыуын тойғас һорауына яуабын төпсөнмәне, күрше ҡаланың перспективаһын маҡтарға, уҡыу йорттарын һайларға мөмкинселек булыуына баҫым яһаны, белә ине уларҙың ғаиләһе шул ҡаланан квартира һатып алғанын.
. -Яратмайым мин ул ҡаланы, барғым килмәй унда, алыҫҡараҡ киткем килә, апайым янына.
. Тормошта үҙең теләгәнсә булмауы ихтималлығын, апаһының үҙ ғаиләһе, үҙ проблемалары барлығын әйтергә теләгәйне лә, ҡыҙ илап битен ҡапланы.
. -Уҡырға ҡамасаулаясаҡ ҡына ул, йәшәгем килмәй минең уларҙың квартираларында, миңә яҙҙырһалар ҙа исем өсөн генә ул, беләм мин нимә өсөн.
. Йыуатырға һүҙ таба алманы Зөлфирә, һүҙһеҙ ҡалды уны тыңлағас, ышанырғамы-юҡмы?
. Үгәй атаһының уны эҙәрлекләүе, төрлө бүләктәр менән алдаштырыуы, хәҙер бына квартира алып биреүе тураһында илай-илай һөйләне ҡыҙ. Хатта буйһонмаһа бер төркөм йәш егеттәрҙе яллай аласағы менән ҡурҡыта ла икән. Әлегә ҡыҙ бирешмәй, тик йәшәүе көндән көн ауырлаша, әсәһенә әйтеү файҙаһыҙ, барыбер ҡыҙын ғына ғәйепләйәсәк, һин генә әүерәттең тиере билдәле. Туғыҙынсыны бөтөп, ул ҡалаға уҡырға индереү, үгәй атайҙың алдан уйланылған планы, аулаҡта осрашырға теләүҙән.
. Башына күҫәк менән һуҡҡандай тойҙо үҙен Зөлфирә, икәүләп ҡосаҡлашып оҙаҡ илаштылар, аҙаҡ һыу буйына барып биттәрен йыуып был серҙе әлегә икеһе генә белергә һүҙ ҡуйыштылар, ҡалаға ҡайтҡас та ныҡлы ҡарарға килерҙәр.
. Атаһы мунса яҡҡан, был юлы тәүҙә ябыҡ, яурындары ҡыҫыңҡы, һәр саҡ бөкөрәйеп йөрөгән малайҙы алып барҙы, алдан нисек уның менән һөйләшкәндәрҙер, уныһын Зөлфирә ҡыҙ менән урманда йөрөп күрмәй ҡалды, детдом балаһы ине малай. Сабындырғандан һуң арҡаһына массаж яһап умыртҡа бағанаһының быуындарын төҙәйтеүен, унан әсәһенең арҡа турайтыр өсөн кейгән корсетын һорап алып килеүен, уны кейҙереп, һаҡ ҡына йөрөргә ҡушыуын аңлатты. Иртәгә лә ошо процедураһын ҡабатларға тырышыр, ҡалғаны малайҙың үҙенән тора, әлегә физкультура дәресенә йөрөмәҫ, ә турникта аҫылынып тороу уға файҙалы ғына икән. Зөлфирә был турала мәктәп фельдшеры һөйләшергә һүҙ бирҙе.
. Малайҙың үҙ-үҙен тотоуына тәүҙә ҡыҙҙар ихтибар иттеләр, ҡарале, Хәсән нисек оҙонайып киткән. Малайҙарға олатаһы үҙе аңғартты, Хәсәнде яңылыш этеп-төртөп ҡуйыуҙан һаҡланырға, яңылыш ҡолап умыртҡа һөйәген ауырттырған. Ышандылар, үҙҙәре үк уның тураһында хәстәрлек күрһәтә башланылар.
. Зөлфирә Фәнисте ауылға магазинға онға ҡайтарҙы, көлгә күмгән икмәк бешерергә уйланы.
. Өс литр банкалағы атаһының өйҙән алып килгән һөтө әсегән ине, кемдең урманда һөт эскеһе килһен, береһе лә эсмәне. Үҙе генә белгән рецепт менән сөсө ҡамыр баҫты, яҡҡан усаҡ ҡуҙын тартып алып, көлгә ҙурҙан йәйеп көлсә күмде. Балалар сәй ҡайнағанын да көтмәй, үҙҙәренә бирелгән өлөштө шунда уҡ эҫеләй ашап бөттөләр, тәмлелегеее..
. Әнисәнең ире Урал ниңәлер һаман кире әйләнеп килмәне әле, ҡайҙа киткәнлеген атаһынан һорап асыҡлай алманы, көлөп, мал тоҙ ялаған еренә кире килә ул, бөгөн килмәһә, иртәгә килеп етер, тигәнерәк яуап алды.
. Әнисәнең ике улы көлөшөп туя алмайҙар, йә әсәләрен килеп ҡосаҡлап алалар, әсәһе лә ҡояшҡа яңы асылған гөлдәй балҡыны. Ҡыҙҙар араһында ваҡытҡа сәстәренә прическалар ярышын ойошторһонмо, тиҙ-тиҙ генә ҡапҡыларға әҙерләһенме, үҙе балалар шикелле ихлас көлә, шаяра, эргәһенә йыйып төрлө ҡыҙыҡлы әңгәмәләр үткәрә, әйтерһең профессионал педагог.
Малайҙар тулыһынса атаһы менән Фәнис ҡарамағында, бөгөн дә балыҡ ҡармаҡларға төштөләр, шиғыр сығарыу, сәсәнлек ярышын үткәрҙеләр, ысын мәғәнәһендә таланттар асыу бәйгеһе тип атарға булалыр был ярышты, Айрат береһенә лә ал бирмәне, һәр береһенә тапҡыр яуаплы таҡмаҡ-шиғырҙарын сығарып ҡына тора.
. Малайҙар тотҡан балыҡтан һурпа бешерҙеләр, кисәге йыуып тоҙлағанын да ҡушҡас телеңде йоторлоҡ уха булды, үҙең тапҡан ризыҡ ҡәҙерле булалыр, бәләкәй генә балыҡтарҙы ла йыуып һурпаға оҙаттылар.
. Аштан һуң аранан бер ҡыҙ яңғыҙы һыу буйына юнәлеүен күрһәләр ҙә бер кем дә әһәмиәт бирмәне, әммә ул ярҙамға саҡырып ҡысҡыра, ҡулдарын болғап сәбәләнә башлағас, кем нисек, шулай югереп янына ашыҡтылар. Ярҙа илап торған ҡыҙ алдында торған ике малайҙы һыуға этеп төшөргәс кенә алданғандарын аңғарҙылар, китте бер-береһен һөйрәкләп һыуға төшөрөү, кем биҙрә, кем сүмес менән тигәндәй бер-береһен һыу менән ҡойондорошыу. Яр буйы батҡаҡҡа әйләнде, һыуланмаған бала ҡалманы, Әнисә лә югереп йөрөп малайҙарҙы баҫтыра, был хәлдән уларҙы ауылдан мотоциклда килгән ике егет кенә аралағандыр, юғиһә Зөлфирәнең уларға ҡысҡырып тамағы ҡарлыҡты, үҙе һыуланып бөттө.
Егеттәр ярҙамында ҙур усаҡ яғып кейемдәрен йыуып киптерергә элделәр, шунда ғына был эштең алдан уйланылған булыуын, иртәнге ҡором менән буялыуға яуап икәнлеге асыҡланды.
. Егеттәр Зөлфирәнең ике туған ҡустылары ине, ауыл ағинәйҙәре ҡала балаларын ҡунаҡҡа саҡырырға ебәргәндәр иртәнге сәғәт ун бергә, үҙҙәре бөтәһе алдында Зөлфирә менән еҙнәләренән кис килеп усаҡ янында гитара моңо аҫтында йырлашып ултырырға рөхсәт һоранылар. Саҡырыусы булып килгән егеттәрҙең һүҙен нисек йығаһың, әлбиттә рөхсәт бирҙе. Уның был һүҙен бөтә синыф ҡул сәпәкәйләп, ,, Урра.." ҡысҡырып ҡеүәтләнеләр.
. Егеттәр ҡайтырға ҡуҙғалдылар, атаһы ял итергә ятты, Зөлфирә балалар шаярған яр буйын ҡараштырып килергә булды, балалар шаярғанда берәй әйберҙәрен юғалтмағандармы, телефон-сәғәттәре төшөп ҡалмағанмы.
. Яр буйында һыуға ҡарап ултырған малайҙы күреп һиҫкәнеп китте, Рәшит икән. Һәр саҡ алда, үҙенең шәплеген, булдыҡлылығын күрһәтергә тырышҡан малай ниңә бында моңайып ултыра.
. -Берәй әйбереңде юғалттыңмы әллә Рәшит, ниңә улай күңелһеҙләнеп ҡалдың, әллә ауырттырҙыңмы бер-бер ереңде?
. -Юҡ та, ниңә улай гел генә миңә тиҫкәре килеп сығып тик тора, әйт әле Зөлфирә апай. Физкультура буйынса гел алда киләм, уҡыуҙа ла тырышам, ниңә тормошта гел тиҫкәре килеп сығып тик тора?
. Рәшит асыуланып ҡулындағы ташты һыуға ташланы.
. Бына нимәһен юғалтҡан икән, үҙенең вайымһыҙ бала сағын юғалтҡан ул, үҫмерлектән сығып егет ҡорона ингән, үҙенең ғәмһеҙ сағын тапмай икән дә.
. Өндәшмәй байтаҡ ултырҙылар, Зөлфирә әйтергәме, юҡмы тип уйланғандан һуң уның үҙе менән асыҡ, тураһын әйтеп һөйләшергә булды.
. - Асыуланма, тураһын әйткәнгә, һиңә тормош артын ҡуймаған, бары үҙең уйлағанса ғына килеп сыҡмай. Бая һыуға сумып йөҙөп ярышҡанда ҡайҙан килеп сығырыңды алдан иҫәпләмәнең. Шуға ла тал тамырына трикоң эләгеп һыпырылып ҡалды, балыҡ тотҡанда ла һыуҙы шаптырлатып кисеп балыҡтарҙы өшкөттөң, шуға ла балыҡ һиңә лә, башҡаларға ла эләкмәне.
Кисә мунсала утты тоҡандырырға теләгәндә, һин үҙеңдең зауыҡлы зажигалкаң менән маҡтанырға теләнең, ҡырҙа утын һәр саҡ еүеш була, шуны иҫәпкә алманың. Ә Ғәлим тәүҙә шырпыһы менән ҡағыҙҙы, ҡағыҙ менән туҙҙы тоҡандырҙы, туҙ утынды яндырҙы, һин ашыҡтың, бары шул ғына.
Ҡайҙа ғына булһаң да инереңдән алда сығырыңды уйла, шунан ғына барыһы ла яҡшы буласаҡ. Һин тәүәккәл егет, һин булдыраһың, тик тәүәкәллегеңә аҡылыңды ек, йәме, минең әйткәндәремде тағы бер ҡат уйларһың әле.
. Зөлфирә уның янынан тороп усаҡ янына килде, уйланһын әҙерәк, насар егет түгел ул, тик ҡупырышыраҡ. Әле килеп киткән егеттәрҙең берәүһе Әлиәгә күҙ һалғанын тойғайны Зөлфирә, Рәшит тә аңғарып ҡалғандыр, ҡыҙғанып ул-был хәл сығарып ҡуймаһын, Фәнисте иҫкәртергә кәрәк.
. Күҙҙәре менән уны эҙләп тапҡанда Фәнистең үҙенә ҡарап текләп тороуын күрҙе, ым менән генән ситкәрәк саҡырҙы, аҡлан буйлап алыҫҡараҡ юнәлделәр.
. -Рәшит ҡустыларҙан күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙын көнләй шикелле, ул-был бола сығарып ҡуймаһын, бер үҙе әллә ни эш ҡыйрата алмаҫ, бына башҡаларҙы эйәртһә...
. -Ярай, үҙеңдең хәлең нисек, ҡайным һиңә тағы мунса әҙерләп йөрөй, аяғыңа ярҙамы тейгәндәй түгелме, әллә яңылышаммы.
. -Ысынлап та, аяғым тураһында онотҡанмын да, әле бына һин иҫкә төшөргәс кенә һулҡылдап һыҙлап ҡуйҙы.
. -Әгәр һин балаларға дискотекаһын үткәрешһәң тағы барырмын мунсаға, әсәй урап ятырға иҫке дебет шәлен дә ебәргән, бөтөн донъяһы күсеп килде инде аҡланға.
Фәнис һаҡ ҡына уның яурынынан ҡосаҡланы, Зөлфирә уның ҡуйынына һырынды, ниндәй танһыҡ еҫ, күнегелгән хәрәкәттәр, бер-береһен һағынған ҡосаҡ.
. -Атай көтәлер мунсаға, минән һуң Маратты ла сабындырып массаж яһармын тигәйне, һин дә мунса төш.
. -Төшәм кисә ике тапҡыр йыуындым инде, бөгөн дә утын әҙерләгәнмен, шундай рәхәтлекте кем кире һүрһен, малайҙар ҙа миңлек тәмен белеп ҡалдылар әле, мунсаға тырышынып торалар.
. Балалар уларҙың юғалып торғанын һиҙмәнеләр ҙә шикелле, дәррәү киске усаҡ яҡтыһында үтәсәк дискотекаға әҙерләнәләр.
. Мунсала эҫе йәш япраҡ быуына аяҡтарын тотҡас бер аҙ ял итергә ятты Зөлфирә, Әнисә етәкселегендә ҡыҙҙар усаҡта картуф өтөп ашарға йыйыналар.
Кис һалҡынса, тик был балаларға кәртә түгел, көҙгө тын, себен-серәкәйһеҙ мәлдең рәхәтен тоялар, уларҙарғы дәрт-дарманды бер ниндәй үлсәү ҙә күтәрә алмаҫ ине, алҡынып-ашып тора.
. Гитара сирткән, уға ҡушылып йырлаған тауышҡа уянып китте Зөлфирә, оҙаҡ ҡына балаларҙың тауыштары буйынса теүәлләне, балаларҙың йырын тыңланы. Улар йырлап үҫкән йырҙар түгел инде, булмыштары, ынтылыштары башҡаса, үткерлектәре, еңмешлектәре менән алдыралар, тырышлыҡтары ла бар, бөгөнгө һыуыҡ һыуҙа ҡойоноуҙары ғына эсен бошорҙо, ауырып китмәһендәр тағы, атаһы мунса яғыуҙан бушаманы инде, күшеккәндәрен ҡыуып индереп кенә торҙо.
. Шәленә уранып ҡарағат япрағы һалынған сәй эсте, усаҡ тирәләй көйгән картуф ҡабыҡтары туҙырап ята, бер бөртөгө лә ҡалмауынан самалағанда оҡшаған балаларға өткән картуф.
. Атаһы ҡайтҡандыр аты, арбаһы күренмәй, малайҙар көн дә ат егергә, туғарырға ашҡынып торалар, ҡыҙыҡ уларға, эргәһендә атаһы өйрәтеп кенә тора.
. Балалар ,,фантик" уйыны уйнайҙар, оҙаҡламай йыйылған фантиктәр хужаларына наказдар үтәү башланды. Элек гармунға бейеп үҫкән Зөлфирәгә ниндәйҙер музыкаға бейеү ят, оҡшатмай, кафе, клубтарҙа ярай инде, усаҡ яҡтыһында, үләнле ерҙә килешмәгән һымаҡ.
. Бына бер ҡыҙҙың фантиге, уға яңғыҙ бейергә ҡушылды, ҡыҙ бер аҙ уйланып торҙо ла бәләкәй сумкаһынан флешка сығарып бер егеткә бирҙе.
Яланды яңғыратып әллә япон, әллә һинд көйө ағылды, ҡулындағы киң ебәк шарфына уралып ҡыҙ бейергә төштө. Бейеү тип тә әйтеп булмай тәү ҡарағанда, нәфис кәүҙәһенә бөгөлөп һығылыуҙар оҡшап тора, күҙҙе айырып алғыһыҙ, елеп-өйөрөлөп китеүҙәренә ҡарап тороуы һоҡланғыс, төрлө хәрәкәттәр яһап осоп ҡуныуы йәнде ҡуҙғыта, бына-бына осоп китеп юғалыр һымаҡ, һәм шул уҡ ваҡытта был ҡыҙҙа ниндәйҙер сихри көс, матурлыҡ, илаһи моңға уралған дәрт барын тойоу тетрәндерә, табындыра, үҙенә тарта.
Бына -бына осоп китеп юғалыр һымаҡ, шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙа ниндәйҙер сихри көс, илаһи моңға уралған дәрт барын тойоу тетрәндерә, табындыра, үҙенә тарта.
Көслө нотала моң өҙөлдө, ҡыҙ хәлһеҙ генә өйөрөлөп ергә сүгәләне. Ошо мәлдә һәр кем уны тотоп алырға, ҡосағына ҡыҫып яратырға, ярһыған күңелен йыуатырға теләгәндер.
. Тик был бейеү генә, ҡыҙ йылмайып тороп баҫты, тирә-яҡ алҡыштарға күмелде. Бынан һуң уйындың ҡыҙығы ҡалманы, бары фантиктәрҙе хужаларына тапшырыу кәрәклеге кеүек кенә үтте.Бөтәһе лә моңға иҫергәйне, бейеү хәрәкәттәренән әсирләнгәйне.
. Зөлфирә лә кисә тамамланғанын белдереп, балаларҙы ятырға саҡырҙы, егеттәр ҙә тиҙ генә йыйынып ҡайтырға ҡуҙғалдылар, ашҡа тараҡан төшкәндәй әрһеҙләшеп табынды йәмһеҙләгеләре килмәне.
. Һәр кем үҙ тойғоларына бирелеп йоҡларға тырышты, Шөкөр, икенсе көн дә тыныс үтте.
.
Өсөнсө көн.
. Бөгөн походтың һуңғы көнө, Әнисәнең ире кисә ҡайтманы, яһаған ҡыуышы буш, игеҙәк малайҙары ла, Әнисә лә унда ятырға теләмәнеләр.
Иртәне бер ниндәй шаярыуһыҙ, ололарса бер-бер береһен сәләмләп тыныс ҡаршыланылар, әйтерһең кисә барыһы ла үҫмерлек осорон оҙатып, киләһе егетлек дәүерен ҡаршыларға әҙерләнәләр. Иртәнгелеккә рис ярмаһынан бутҡа беште, һәр кем үҙ өлөшөн ашап рәхмәт әйтеп тороп китә, бында өйҙәге кеүек берәү ҙә һине ашап бөтөр тиеп ҡыҫтамай, ризыҡ үтемле, усаҡ еҫе, балсыҡ-көл тәме әйткән бутҡаға бер ниндәй ҙә тәмләткес тә кәрәкмәй, иртәнге һалҡынса һауала үлән еҫе аңҡыған эҫе сәйҙе һемереүе үҙе бер ләззәт.
. Сәйҙән һуң ауылға, ағинәйҙәргә ҡунаҡҡа барырға әҙерләнеү мәшәҡәте менән булыштылар, күңелле мәшәҡәт, нисек кейенергә, сәсте ҡапларғамы, оҙон еңле кейем кейергәме... Зөлфирә һәр береһенә нисек оҡшай, шулай кейенергә ҡушты, аҡылы булғандар аҙаҡ үҙенсә һығымта яһарҙар.
. Ауылға йәйәү барырға килештеләр атаһына бөгөн килмәҫкә ҡушты, бер машинаға барыһы ла һыймаясаҡ.
. Ҡунаҡҡа буш ҡул менән бармайҙар, күстәнәскә нимә алып барырға һуң. Әлбиттә Зәкирҙең төҙөгән матур төйәген, күлен, утрауын алып барып булмай, шул тиклем гүзәллекте күргәс күптәр ҡаҙып алып ҡайтырға ла тәҡдим яһаны, әммә матурлыҡ яралған ерендә генә ҡәҙерле, ҡаҙып көсләп күсерһәң нуры бөтәсәк.
. Әлиә үҙенең бейеүен бейейәсәк, Нур йырлар, уның тауышы матур, йыр ыңғайына килешле итеп кәүҙәһен сайҡалдырһа ысын әртистәрең ары торһон. Айрат үҙе яҙған шиғырын уҡыр, ә Гүзәл бындағы төбәкте төшөргән һүрәттәрен бүләк итеп ҡалдырырға булды.
. Әнисә генә икеләнде, башҡаларға эйәреп китһә лә ире ул юҡта килһә оло янъял ҡуптарасаҡ, яңғыҙ ҡалһа ла тауыш буласаҡ, кем менән ҡалдың? Ахырҙа балалары менән бергә булырға ҡарар итте, ни күрһәләр ҙә бергә күрерҙәр.
. Ағинәйҙәр үҙҙәренең бүлмәһендә таҡмаҡлап ҡаршы алдылар, һәммәһе лә милли матур күлдәктә, атлаған һайын үҙенә бер моң менән сылтыраған сулпылары бөгөн байрам икәнлеген иҫкәртә.
. Был төбәктең ҡул эштәрен ҡарап бөтөр-бөтмәҫтән балаларҙы, юҡ бөгөн уларҙы бала тип әйтергә тел дә әйләнмәй, бер төн эсендә үҙгәргән етди егет-ҡыҙҙар, һәр хәлдә үҙҙәрен шулай тоторға тырышалар, әҙгәме был, күпкәме, әммә тырышалар, сәй өҫтәленә саҡырҙылар. Ундағы тәмлекәстәр балаларҙы үҙҙәре үк үрелеп алырға әүрәтәләр төҫлө. Әсәһе бында ине Зөлфирәнең, ҡыҙының тынысланған йөҙөн, артыҡ һылтаҡламауын күреп ысын күңелдән һөйөндө, юғиһә атаһын ат арбаһында барып алырға ла өгөтләгәйне, атаһы Зөлфирәнең йәйәү барырға теләгәнен еткерҙе. Балаларҙан һуң ағинәйҙәр сәйгә ултырҙы, уларға килгәндәр үҙҙәренең күстәнәстәрен тапшырҙы, йырҙар йырланды, бейеүҙәр
башҡарҙылар.
. Әсәһе өйҙәренә саҡырһа ла бара алмай ине, уҡыусыларын ташлап, балалар күргәҙмәләр менән танышҡансы өҫтәлде йыйыштырырға ярҙамлашты, ҡашығаяҡтарҙы һөртөп урынлаштырҙы.
. Фәнис ҡайныһына шул арала барып ярҙам итергә тырышты, һынсыл ҡарт ҡыҙы менән кейәүенең аралары йылыныуға ҡыуанды, әрләмәне, өйрәтмәне, киҫәтмәне, ирҙәрсә ныҡлыҡ күрһәтте.
. Йылы ғына хушлашып ҡайтырға сыҡтылар, балаларға ағинәйҙәрҙең күркәм булмышы, яҡты йөҙҙәре, тыныс фиғелдәре йоғоп ҡалғандай булды, артабан үҙҙәрен тыйнаҡ тоттолар, телефондарына зарядка йыйып ата-әсәләренә бөгөн ҡайтасаҡтарын белдерҙеләр, онлайн дуҫтары менән фотоларын, шатлыҡтарын бүлештеләр.
. Кире сабынлыҡҡа килгәндәрендә атаһы оҙата килде, тик береһе лә арбаға ултырманы, шаяра-көлә, югерә-атлай барғанғалыр юл ҡыҫҡарғандай тойолдо.
. Ит консерваһы менән бешерелгән ҡарабойҙай бутҡаһынан берәү ҙә баш тартманы, ашап бөтөүгә уларҙы алырға мәктәп автобусы килеп етте.
. Моңһоу ҙа, күңелле лә ине үҙҙәрен ҡабул иткән аҡлан менән хушлашыуы, ҡыуыштарын сәүеллеккә тиреп ташып, өйөп ҡуйҙылар, сәйнүк-һауыттар кире бакка йыуылып һалынды, йыйыштырып, сүптән таҙартылған урынлашҡан ерҙәренә йөгөнөкләп ултырып рәхмәт әйттеләр, артабанғы юлдарында ризалыҡ биреүен һоранылар. Ошоноң менән күптән уйланып та, һуңға ҡалған походтары тамам булды, алған тәьҫораттарына бирелеп юлда тыныс ҡайттылар, бер-береһенә итәғәтле булырға тырыштылар. Шулай булмай, оло башын кесе итеп уҡытыусыларының атаһы биргән фатиха был, итәғәтле булығыҙ. Үҙе лә бар булмышы, ғәмәле менән итәғәтле булыуын иҫбатланы.
Автобуста үҙе менән йәнәш ултырған йәмәғәтенең ҡулын ҡыҫып ҡуш ҡулдарын болғап хушлашты Зөлфирә атаһы менән.
. Әнисәнең ире кире килмәне, оҙаҡ үтмәй үҙенең ҡалала икәнлеген, тура юлдан күрше ауылға сығам тигәндә юлда батып ултырып төн үткәргәнен, айыҡҡас ҡына ҡайтырға юл табыуын аңлатырға тырыша ине. Зөлфирә генә был мажарала атаһының ҡатнашлығы барлығын тойомланы, балаларының, Әнисәнең нервылары ял итһенгә шулай ҡарар ҡабул ҡылғандыр, юғиһә барлыҡ юлдарҙы яҡшы белә лә.
Гөлдәр әбей.