Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Август , 15:44

Көтөлмәгән ҡаза. Хикәйә. Зифа Ишмырҙина

Хәлимә тиҙерәк бөгөнгө көндө үткәреп,тыныс ҡына йоҡлап ,иртәнге таңды ҡаршылағыһы килде.Түҙемһеҙлектең сәбәбе,уның яратҡаны эштән ҡайтасаҡ.Әсәһе тыныс йоҡо теләп,үҙ бүлмәһенә инеп китте.

Ә,Хәлимә залда бер юлы телевизор ҡарап йоҡлап китермен әле тип,шунда ятты.Тышта нимәлер шаптырҙағанына ҡапыл уянып китте.Ҡурҡышынан тороп ултырҙы,телевизорын да һүндермәй йоҡлап киткән.Яйлап ҡына баҫып тәҙрә ҡаршыһына килде, тышта йөрәкте өшөттөрөп көслө ел иҫеп,ҡар ҡатыш ямғыр яуа.Стеналағы торған сәғәткә ҡараны,уныһы тек,тек итеп өс һанын һуғып тора."Шулай ғына икән"- тип.Кире йылы юрғаны аҫтына инеп ятты.Арып ҡыҙарған күҙҙәре ҡабат йомолдо.Күпмелер ваҡыт йоҡлағандыр,яман төш күреп тороп ултырҙы.Үҙенә алты йәш кенә самаһын да мәрхүм булған атаһын күрҙе.Атаһы,"аяғым өшөй йылы аяҡ кейеме бирегеҙ әле"- тип,Хәлимәнең эшкә кейеп йөрөгән,ишек төбөндә ултырған быймаһын,ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып сығып китте.Таңдың атҡанын белерлектә түгел.Көн болот булғас,өй эсе лә ҡотһоҙ,ҡараңғы.Ипләп кенә баҫып әсәһе ятҡан бүлмәнең ишеген асты."Әсәй!Уяндыңмы, Хәйерле иртә!-тине.Әсһе лә яуап итеп ҡыҙына матур көн теләне.Тиҙ генә йомортҡа ҡурып,сәй өҫтәле артына ултырҙылар."Әсәй!Мин бөгөн атайымды төшөмдә күреп сыҡтым әле"-тине.Уныһы,"Ә,ярай балам үҙ атайың насарға йөрөмәҫ,хәйер һорайҙыр,күптән аят уҡытҡаныбыҙ юҡ бит.Алла бирһә кейәү балаҡай ҡайтһа бағышларбыҙ"-тип,үҙ алдына уҡынып битен ике ҡулы менән һыпырып ҡуйҙы.Ҡыҙы ниндәйерәк төш күргәнен яҡынына һөйләп торманы.Былай ҙа сирле әсәһен юҡ нимә менән көйҙөрмәйем тип уйланы.Шулай ҙа,бөгөн кәйефе шәп уның.Яратҡаны өсөнсө көн элек үк шылтыратып" Һинең ялыңда һис шикһеҙ киске етеләрҙә өйҙә буласаҡмын тигән"- ине."Әле юлдалыр,яҙмай йә йоҡлайҙыр" -тип, үҙен тынысландырҙы.Һәләт кенә итеп бөрөп мантыйын эшләнеләр әсәһе менән,ике төрлө салатын яһап та ултыртты.Ваҡыт яйлап алға шыла.Етенсе ярты ҡатын тиҙ генә өҫтөндәге халатын сисеп һалып,матур шау сәскәле күлдәген кейеп алды.Әсәһе,ҡыҙына ҡарап көлөп алды,"Көтөүсе бисәһе,кис биҙәнә тигәндәй"-тине.Төнгө ун булды.Ишек шаҡыусы ла,шылтыратыусы ла булманы.Ҡатындың йөрәген нимәлер семтеп алды.Тиҙ генә телефонын ҡулына алып "Мой Любимой" тигән номерға шылтырата башланы.Гудок оҙаҡ барҙы,инде генә бөттө тигәндә,теге яҡ остағы таныш түгел ир тауышы яуап урынына урыҫсалап ҡатынға һорау бирҙе."Һеҙ кем булаһығыҙ,әә,Хәлимә һеҙме.Мин уның дуҫы Андрей булам.Володя әлегә хирургияла,эш ваҡытында кисә туғыҙынсы ятаҡтан ҡолап төштө.Арҡа һөйәге һынған тиҙәр табиптар,хәле бик насар,уға һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк буласаҡ,картағыҙҙың номерын әйтһәгеҙ,мин һеҙгә аҡсаһын күсерер инем"-тип,һау буллашып телефонын һалды.Ҡатын үкереп иларға ла,нишләргә лә белмәне.Тәнтерәкләп барып һыуытҡыстағы,иренә тигән коньякты алып бокалға ҡойоп ҡапыл эсеп ебәрҙе.Уның ыңғайына ҡысҡырып илап ебәрҙе.Үҙ бүлмәһендә тәсбих тартып ултырған Сәбилә әбей тауышҡа ҡапыл тертләп,аш бүлмәһенә килеп сыҡты,сәстәре туҙған башын, ике ҡулы менән ҡосаҡлап,үкереп илап ултырған ҡыҙына,аптырап ҡарап"Әллә бынау эсеп,иҫереп ултыра инде.Кит булмағанды.Ултырма тор битеңде йыу.Һушһыҙ.Хәҙер кейәү ҡайтып инһә"- тине.Уныһы башын ҡалҡытып,ҡулдарын болғап "Әсәй.Кейәүең юҡ. Башҡа ҡайтмаясаҡ.Атайым йүнлегә күренгән тиһеңме,үҙем кейеп йөрөгән быйманы ҡуйынына ҡыҫтырып алып сығып китте"-тип,яҡынының алдына башын һалып тағы илап ебәрҙе.Әсәһе,балаһын үҙенсә тынысландырырға тырышты.Шул килеш Хәлимә йоҡлап та китте.Ярты сәғәттән һуң ғына уянды.Сәбилә әбей ҡыҙының сәстәрен йыйнап бала саҡтағы кеүек иркәләп."Ай,буй бынау илаҡ ҡыҙҙы.Йә оҡоң туйҙымы.Әйҙә,матур итеп миңә аңлатып бир әле кейәү балаҡай менән нимә булған.Илама бүтән.Илау,илауҙы ҡыуа ул"- тине.Өҫтәл нисек булған шулай ултырып ҡалды.Береһенең дә ашағыһы килмәне.Хәлимә душҡа инеп ҡойоноп,үҙендә саҡ көс тапты.Әсәһе әйтмешләй күҙ бысратып ултырыуҙың файҙаһы юҡ.Бөгөн үк поездҡа билет алып,иртәгә юлға сығырға кәрәк тине.Алайҙа барыһы ла ыңғай тура килде.Сумкаһына кәрәкле әйберҙәрен,документтарын һалып,яҡыны менән хушлашып оҙон юлға юлланды.Тимер тәгәрмәстәр бер береһенә тек,тек һуғып ҡуҙғалып та китте.Юлға сыҡҡанда ғына ғүмер йомғағы һүтелә бит ул.Ҡатын да Володяһы менән нисек танышҡандарын күҙ алдынан үткәрҙе.Яратҡаны менән яҡындағы бер төҙөлөштә осраштылар. Ҙур стажлы ҡыҙ ағартыусы,ә ул кирбестәр һалыусы ине.Күк көмбәҙендәй зәп-зәңгәр күҙле,етен сәсле йәш егеткә шунда уҡ күҙ һалғайны. Балалар йортонда үҫкән,Володя эшкә әрһеҙ,аралашыусан булып сыҡты.Хәлимә тигән исемде үҙенсә еңелләштереп Валя тип йөрөттө.Шулай өс ай һөйләшеп,бер береһен яҡындан белешеп бөткәс үҙенән өс йәшкә кесе урыҫ егетен ике бүлмәле квартираһына йәшәргә алып ҡайтты.Атай-әсәйһеҙ үҫкән егет буласаҡ ҡәйнәһенә бик ихтирамлы,ирәбе булды.Әле бына теүәл йыл ярым Иркутский ҡалаһында төҙөлөштә йөрөй ине.Ә,Хәлимәгә бында еңелерәк дауаханаға иҙән йыуыусы булып эшкә урынлашҡайны.Ҡатын күпме йылдар эҙләп тә, инде генә үҙ бәхетен таптым тигән дә ,яратҡаны ниндәй ауыр һәләкәткә осраны.Яҙмыш тигәнең көлдөрә лә,илата ла тигәндәй.Ул да,йәш кенә көйөнсә,тормош упҡынында ҡағылып,һуғылып күпме ауырлыҡтар кисергән.Поезд ҡалаға таңғы алтыларҙа барып етте.Унан төшкәс тә ҡатынды Андрей үҙ машинаһында ҡаршы алып,дуҫы ятҡан дауаханаға алып китте.Барып табиптар менән һөйләшкәс, сәғәт туғыҙҙа операция яһайасаҡтарын белделәр.Шулай ҙа аныҡ ҡына егеттең хәлен бик һөйләп бирмәнеләр.Хәлимә уларҙың тел төбөнән үк аңланы,яратҡаны башҡаса аяғына баҫа алмаясаҡ.Шайтан ғына өмөтһөҙ тигәндәй,операцияның уңышлы тамамлауына өмөт итте.Реанимацияға индермәнеләр."Иҫенә килгәс кенә саҡыртырбыҙ"- тинеләр.Икенсе көн тигәндә ҡатынды Володяһы янына үтергә рөхсәт иттеләр. Яратҡанын күргәс тә,күҙ йәштәрен сығармаҫ өсөн ныҡ итеп ирендәрен тешләне.Тормош иптәше үҙен йәлләгәндәрен берҙә генә яратмай шул.Ауыр ваҡыттар булып китһә,ҡатынына ла,"көслө рухлы,ныҡ бул.Үҙ көсөңә ышанырға тырыш,ситтәрҙән бер ваҡытта ла ярҙам көтмә"-тип өйрәтте.Балалар йорто ныҡ үҙәгенә үткән шул.Шуларҙы иҫләп тә,Хәлимә тыныс ҡына хәлен һорашты.Алып килгән әйберҙәрен,янындағы тумбочкаға ҡуйҙы.Иренә дуҫында бешергән тауыҡ һурпаһын йылы көйөнсә генә,башын ҡалҡытып эсерҙе.Ҡатын нимә тип йыуатырға ла белмәне.Иренең хәле мөшкөл ине шул.Володя үҙе лә бик яҡшы аңлай.Бер аҙ күҙҙәрен йомоп ятҡас әйтеп һалды"Валя,мин инде аяғыма баҫа алмаясаҡмын,бир мине инвалидтар йортона,бағам тип тә яфаланма,мин һиңә артыҡ йөк булып ултырғым килмәй.Тыумыштан бәхетһеҙлегем маңлайыма яҙылғандыр. Һөйгәнем менән бергә булырға яҙмағандыр.Бөгөн үк кире ҡайтыуға билет ал,Андрей ҡабат поездҡа ултыртып ебәрер"-тил,башын ситкә борҙо.Былай ҙа йөрәге һыҙлап ултырған Хәлимәгә,яратҡанының әйткән һүҙҙәре бар тәнен бысаҡ менән телгеләгән кеүек булды.Түҙмәне, күҙенә тулышҡан йәштәренә ирек бирҙе.Нисек итеп, ғүмерлек яратышып өйләнешкән тормош иптәшен ошондай хәлдә сит ерҙә ҡалдырып китһен инде.Ҡатын һүҙендә торҙо.Яратҡанын ярты ай самаһы сабый балаларҙы тәрбиәләгән кеүек ҡараны. Был осраҡта,Андрей дуҫының ярҙамы ныҡ тейҙе.Ҡатынды үҙ йорттарын да йәшәргә айырым бер бүлмә биреп ҡуйҙылар.Көндөҙ ирен инвалид коляскаһына ултыртып саф һауала йөрөттө.Дауаланыу ваҡыты үткәс,һаман да шул дуҫтары Хәлимәләрҙең йәшәгән ҡалаһына үҙ машиналарын да алып барып ҡалдырҙылар.Бер көн ял итеп,ҡунаҡ булғас ҡайтып киттеләр.Ҡәйнәһе лә кейәүен бик ныҡ һағынған икән,күҙҙәренән йәштәр сығарып,яратып арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды.Ҡыҙы,"Әсәй,бына һиңә кейәүең иптәш.Әйҙә икәүләшеп сөкөрҙәшегеҙҙә ултырығыҙ.Былай булһа яңғыҙыма күңелһеҙ тиһең"- тине.Володя ла ҡатыны эштә саҡта тик ултырманы.Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине.Телевизор,компьютер кеүек әйберҙәрҙе тиҙ генә ремонтлай һала.Яҡын тирәләгеләр быны белеп ҡалып бик ҡыуандылар ғына.Тормоштары матур ғына булып алға тәгәрләй башлағанда,әсәһе ҡапыл ғына сирләп вафат булды.Хәлимә кистән үк ашарға бешереп ҡуя ла, иртән иртүк тороп эшкә йүгерә.Ҡатын өндәшмәй генә, ирен яҡты доньяға тыуҙырған әсәһен эҙләй башланы.Таныштары,дуҫтары ярҙамында,сит районда йәшәгән Анна Владимировнаны адресы буйынса барып тапты.Тулы кәүҙәле,зәңгәр күҙле алтмыш биш йәштәр тирәндәге ҡатын ишек төбөндәге ят Хәлимәгә аптырап ҡарап,нимә тип әйтергә лә белмәй торғас"Һеҙгә кем кәрәк"-тине.Ҡунаҡ ҡатын, "мөмкин булһа ,ултырырға "- тип, ултырғысты күрһәтте.Шул арала Хәлимә тиҙ генә ике бүлмәле өйҙөң алғы яғына күҙ йүгертеп сыҡты.Таныш фотоһүрәттәр күренмәйме икән.

Стеналарҙа уңып бөткән күптәнге обойҙар,аш өйҙә һауыт-һаба ултыртырға йәтеш кенә аҡ шкаф,уртала өҫтәл,ике кеше һыймалы диван да,газ плитәһе.Йорттоң хужабикәһе телгә килеп,"Ни йомош тигәйнегеҙ әле?,кстати паспортығыҙҙы күрһәтегеҙ әле,йә берәй мощенникһығыҙҙыр,хәҙер ундайҙар күбәйеп китте,пенсионерҙарҙы һағалап ҡына йөрөйҙәр"-тине.Хәлимә аҫмалы сумкаһынан паспортын алып ҡатынға һуҙҙы,"Мәгеҙ!Мин һеҙ уйлауынса бер ниндәйҙә уғры түгелмен!".Анна Владимировна зәңгәр күҙҙәрен тултырып, ҡатынға ,ҡулындағы документҡа ҡарап,тынысланғандай итеп,һорап ҡуйҙы,"Йомошоғоҙҙы әйтегеҙ ҙә,минең ваҡытым юҡ киске ҡарауылға сығырға кәрәк!"-тине.Хәлимә был яҡтарға ни өсөн килгәнен,матурлап аңлатып бирҙе лә,буласаҡ ҡәйнәһенә ҡараны.Уныһының йөҙҙәре берсә күгәрҙе,ағарҙы.Ирендәре һерелдәп нимә тип әйтергә белмәй, һәрмәләнеп барып диванға ултырҙы.Тәҙрә төбөнән ниндәйҙер дарыуын алып,һыу менән йотоп ебәрҙе лә,"Володя тиһең инде?,Мин уны күптән яҡты доньяла юҡтыр тип йөрөй инем бит,сирләш кенә,сибек малай,ҡатын aлырлыҡ ир булған ә!"-тип,илап ебәрҙе.Ҡунаҡ ҡатын өндәшмәй генә үҙ урынында ултыра бирҙе,"Тынысланыр әле,үҙе.Көтөлмәгән хәлдән һәр кем шулай итә инде!"-тип,уйланы.Анна йәшле күҙҙәрен һөртөп,"Улым,әсәһен эҙләй,тигән?"-тип,ҡабат,ҡабатланы."Ии,бәләкәсемде!Әсәһен уйлаған!Улыбыҙ тыуғанда һәр кем бәхетле ине,ете айҙа уҡ тәпәй баҫып атлап китте,шуҡ,тик тормаҫ малай ине.Урамға сыҡһаҡ,һәр кем уға ҡарап һоҡланды,шунда әллә күҙҙә тейеп бөттөме.Тора,бара дүрт йәшенән генә башыбыҙ дауаханан сыҡмай башланы.Иптәшем заводта эштә.Айына әллә нисә тапҡыр дауаланған ваҡыттарҙа, өйгә иптәштәрен алып ҡайтып эскелек яһап,ғауға ҡуптара торғайны.Был мәжлистәр йыш ҡабатланғас,эшенән дә,квартиранан да ҡыуҙылар.Беҙ урамда тороп ҡалдыҡ.Аҡса юҡ.Ҡалала һине бер тинһеҙ кем индерһен инде.Етмәһә улыма, дарыуға аҡса күп кәрәк.Берәү менән дә кәңәшләшеп торманым,балалар йортона барып ғариза яҙҙым да,бәләкәсемде ҡалдырып киттем..Уныһы итәгемә йәбешеп үкереп илай,бер аҙ,ике ҡулдарын ысҡындырмайса һөйрәлеп килде.Мин тиҙерәк ишек яғына ынтылам.Үҙем ҡысҡырам"алығыҙ,баланы минән,тип"Шул ваҡытта бына,бына йөрәгем урталайға бүленер төҫлө ине.Яҡындағы магазинға инеп бер шешәне алып,ауыҙынан уҡ эсә башланым.Йәнәһе лә әсе һыуҙан ҡайғым онотолоп китер төҫлө..Эй.Иҫләһәң ул ҡараңғы көндәрҙе.Үҙе бер китап яҙырлыҡ."-тип,сикәһе буйлап суптырлап аҡҡан йәштәренә ирек ҡуйып.Анна унан һуң ике тапҡыр тормошҡа сығып ҡараған,тормоштан уңмаған,башҡа балалары булмаған.Үҙе әйтмешләй ныҡ эскегә һалынып китеп,ике тапҡыр әсе һыуҙан дауаланған булған.Хәлимә ҡулындағы сәғәтенә ҡарап алды."Анна Владимировна,дөрөҫөн әйткәндә улығыҙ һеҙҙе эҙләмәй,ә мин эҙләйем.Уға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк.Мин әлеге көндә ике эштә йөрөйөм.Уға икенсе группа инвалидлыҡ бирҙеләр,йөрөй алмай,коляска ла ултыра.Улығыҙ алдындағы оло гонаһығыҙҙы,хәҙер төҙәтә алырһығыҙ тип уйлайым.Зинһар өсөн,беҙгә килер булһағыҙ миңә алдан шылтыратығыҙ.Һәм тағы ла,Володяға үҙем һине эҙләп таптым тип әйтегеҙ,мине ҡыҫтырмағыҙ.Миңә хәҙер такси килә.Хушығыҙ!". -тип,телефон номерын ҡағыҙ киҫәгенә яҙып өҫтәлгә һалды ла,тышҡа атылды.Йылы ғына иҫкән ел,ҡатындың битен иркәләне.Муйынындағы шарфы менән шаярып та алды.Ҡатындың үҙенә лә рәхәт булып китте.Һауаға ҡарап,"Аллаһы Тәғәләм рәхмәт инде һиңә,бар юлымды ыңғай иттең!"Эстән генә үҙенсә уҡынып,ҡаршыһына килгән еңел машинаға ултырҙы.Өйгә инеп тормайынса тура эшенә һуғылды.Бер өс көн үткәс,Анна Владимировна һөйләшкән буйынса,Хәлимәнең телефонына электрон хат ебәрҙе,"Бөгөн һеҙгә киләм,ҡаршы ал!".Сәғәтен дә яҙған.Бөгөн уның алай ҙа ғына ялы,тиҙ генә туҡмас ҡырҡып,аш һалып ебәрҙе,еләктән ләүәшен тыҡты,салат яһаны.Яратҡанының һорауына,"Ҡунаҡ килә,әлегә сер кем икәне!!"-тип,яуабын ҡыҫҡа тотто.Сәғәт биште һуҡҡас,өҫтөнә еңел курткаһын эләктерҙе лә йүгереп,беренсе ҡатҡа төштө.Ул да булмай таныш йөҙ машинанан килеп төштө.Бүлмәгә килеп ингәндә,Володя кем менәндер телефондан һөйләшеп ултыра ине.Ишектән килеп ингән ят ҡатынға ҡарап аптырап ҡалды.Хәлимә тиҙерәк тынлыҡты боҙорға теләгәндәй,"Володя,яратҡаным был һинең әсәйең,Анна Владимировна була!"--тине,улар өсөн шатланып."Валя,һин нишләп юҡты һөйләйһең,минең ниндәй әсәйем булһын!Нисек килгән шулай сығып китһен был йорттан,йә булмаһа үҙем сығам!Күргем килмәй,мин ундай һатлыҡ йәндәрҙе!Нишләп ҡатып ҡалдың!иң ауыр ваҡытта ҡалдырып киттең,бәлки һин мине үлгәндер тип уйлағанһыңдыр,Эйе,ҡара мин әле лә сирләш!."-тип,ярһыуынан ҡысҡыра башланы.Хәлимә йүгереп барып сүкәйгән килеш, яратҡанын күкрәгенә ҡыҫып илап ебәрҙе."Зинһар,өсөн Володя!Һөйләргә бир әсәйеңә.Уға ла анһат булмаған бит.Әйҙә матур ғына итеп сәй табынына ултырайыҡ.Унан һуң бергәләшеп аңлашырбыҙ"-тип,барыһын да өҫтәл янына саҡырҙы.Аш алдынан ,әҙерәк һалып алғас ирҙә әҙерәк тыныслана төштө.Ҡунаҡ ҡатын алдындағыһын кире этеп ултыртты.Хәлимә быға эстән генә ҡыуанып та алды."Ярай эсмәһен.Улы алдында күтәреп ултырһа уңайһыҙ булыр ине".Анна Владимировна душ инеп сыҡҡас.Улы менән байтаҡ ултырып һөйләшеп,аңлаштылар шикелле.Ҡатынға иртәнге алтынан эшкә булғас, тыныс күңел менән,ятып йоҡлап ҡалды Янында ятҡан иренең тулҡынлы етеҙ сәстәренән һыйпап,сабый балалар кеүек яратып торайым тигәнсе,уныһы һөйөклөһенең ҡулынан тотоп үҙенә тартты ла,ҡайнар ирендәренән шашып үбә башланы"Валя,ят инде әҙерәк.Һинән үлән еҫе генә сыҡҡан тәнеңде,сәстәреңде иркәләп ятҡым килә бит,минең.Яратам,өҙөлөп һағынам һин эштә саҡта"-тине."Сәк кенә,йәме"-тип,кире ятты ҡатын.Гел ошолай яратышып,ҡосаҡлашып,бер береңә иркә һүҙҙәр генә әйтешеп ятһаң икән дә шул.Кемдер берәү доньяны алып барырға тейеш.Ярай хәҙер Хәлимәнең күңеле тыныс.Иренең иң яҡын кешеһе янында. Иркенләп,ҡабаланмай үҙ эше менән булыр исмаһам.Тормоштары һин дә мин,түңәрәк йомғаҡ кеүек алға тәгәрләне.Һәр кемдең көтөп алған иң матур Яңы йыл байрамы ишек шаҡыны.Володя ҡатынына салаттар әҙерләште,Анна Владимировна төрләндереп пирогтар һалды.Өй эсенә тәмле еҫтәр таралды.Һәр береһе матур кейемдәрен кейеп өҫтәл артына ултырҙылар.Ҡотлау һүҙен оло кеше булараҡ ҡәйнәһе алды."Балалар,мин һеҙҙең өсөн бик шатмын!Улымды табыуы,миңә артабан да йәшәргә көс,дәрт бирҙе!Алла бирһә өйөмде һатып,аҡсаһын Володяның дауаланыуына бирәм!Алыусылар бар инде.Минән һеҙгә бүләк шул булыр"-тип,күҙ йәштәрен һөртөп,шампан һалынған бокалын күтәреп,"Һеҙҙең өсөн!"-тине.Барыһы ла"Ура!" ҡысҡырып аяҡ үрә баҫтылар.Күңелле йырҙар,йырлап,Анна Владимировна ҡыҙыҡ таҡмаҡтар әйтеп бейеп тә алды.Хәлимә ҡәйнәһен ситтән генә күҙәтеп,"Ҡыҙыҡ,күңелле кеше икән!"-тине.Оҙайлы ялдар үтеп,Хәлимә ҡабат эшенә ашыҡты,өйҙәгеләр үҙҙәренсә сөкөрҙәшеп уны һағынып көтөп алдылар.Ергә йәмле яҙ килде.Бар донъя йәшеллеккә күмелде.Ағастан,ағасҡа ҡунып ҡоштар һайраны.Хәлимәләрҙең дә йортона шатлыҡ килде.Ул балаға уҙғайны.Өсәүһенең дә ҡыуаныстары сикһеҙ.Володяны әйтеп тораһы ла юҡ.Унан да бәхетле кеше юҡ ине был донъяла.Анна Владимировна йәһәтләп өйөн һатып ебәрҙе.Тыуасаҡ сабыйға ла бүләктәр кәрәк була бит инде.Етмәһә берҙән бер ейәне буласаҡ.Хәлимә дауаханаға барып тикшерелде,"әлегә барыһы ла яҡшы,тик артыҡ ауыр күтәрмәҫкә"-тип,ҡағыҙ тоттороп ҡайтарып ебәрҙеләр.Хәҙер инде ике эштә йөрөмәй,почтала компьютер артында ғына ултыра.Ай һайын барып тикшерелгәндән һуң,алтынсыһында барғанында нишләптер анализдары насар булып сыҡты.Ҙурыраҡ ҡалаға ебәрҙеләр.Унда әллә нисәмә бүлмә үтеп хәлдән тайҙы.Яратҡаны түҙемһеҙләнеп сәғәт һайын шылтырата.Ул көнө ҡайтарманылар ҡатынды."Тиҙ арала дауаланырға,ҡабат анализдар алабыҙ"-тип,һалып ҡуйҙылар.Өсөнсө көндө насар хәбәр бирҙеләр."Кисекмәҫтән операция эшләргә кәрәк".Ҡатын быуылып иларға тотондо,"Ҡорһағымдағы сабыйымды нишләтмәксе булаһығыҙ!".Табиптарҙың аңлатырлыҡ һүҙҙәре ҡыҫҡа ине"Туҡтатабыҙ!Һеҙ инде йәш ҡатын түгелһегеҙ.Аңларһығыҙ моғайын. Бик ҡурҡыныс,рак ауырыу таптыҡ.Балаланан түгел ә,үҙегеҙҙән.Мөмкин булһа ҡултамға ҡуйырға иптәшегеҙ кәрәк буласаҡ!"-тинеләр."Ул йөрөй алмай,коляска ла ултыра"-тигәс,табиптар аптырашып бер-береһенәҡарап алдылар."Улай булғас,үҙебеҙ шылтыратырбыҙ!Иртәгә сәғәт унда һеҙҙе әҙерләйәсәктәр.Барыһы ла яҡшы буласаҡ!"-тип,ишекте ябып сығып киттеләр.Ҡатын,ҡабат мендәренә ҡапланып үкһеп илап ебәрҙе. "Нимәһе яҡшы буласаҡ,инде.Эй,хоҙайым ниндәй гонаһтарым өсөн миңә,күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡ ебәрәһең.Володям нимә тиер һуң!инде генә тормошобыҙ түңәрәкләнгәндә!"-тип,иланы ла,иланы.Күҙ йәштәре генә барыһын да еңеләйтһә һуң.Ҡайҙа инде.Иртәнсәк тороуға башы күнәктәй ине.Ҡан баҫымын үлсәгәйнеләр.Күтәрелгән булған Ике тапҡыр янбашына укол ҡаҙанылар.Яратҡаны шылтыратты.Ҡапыл ғына нимә тип аңлатырға ла белмәне."Баланың үҫеүен туҡтаталар,табиптар шулай ҡуштылар"-тине.Ә,үҙенең яман ауырыуы тураһында әйтеп торманы.Ире бала саҡтан ауырлыҡты кисереп,үткәргән кеше .Ҡатынын да үҙенсә тынысландырҙы.Хәлимә реанимация бүлмәһендә уянып китте.Янында ултырған ҡыҙ ҡыуанып,"Иҫенә килде,эй аллаға шөкөр.Һеҙгә һыу эсергә ярамай.Иренегеҙҙе генә сылатам,һеҙгә инде ҡоротлап һурпа эсергә кәрәк,иптәшегеҙ килмәйме!",-тип,татарса сүтерләне.Ҡатын,"Юҡ"-тигәнде аңлатып башын борҙо.Сәлимә исемле йәш табип ҡыҙ бик сөс кенә булып сыҡты.Иртән иртүк тауыҡ һурпаһын алып килде.Кейемдәрен алыштырып,таҙанан кейҙерҙе.Өсөнсө көндө,"Һеҙгә хәрәкәт итергә кәрәк"-тип,коридор буйлап етәкләп йөрөттө.Яратҡаны көндә шылтыратып хәлен белешеп торҙо.Ун икенсе көн тигәндә дауаханан сығарҙылар.Был юлы туғандары ҡаршы алып ҡайттылар.Ҡәйнәһе күҙ йәштәрен түгеп киленен ҡосаҡлап алды."Ярар балалар ҡайғырмағыҙ,һеҙ әле йәштәр ,булыр алла бирһә!Күптәр ҡырҡ,ҡырҡбиштә лә табалар"-тине,йыуатып.Володя ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡлап,сабый балаларҙы иркәләгән кеүек итеп йыуатыу һүҙҙәре менән йоҡлатты.Әҙәмде ваҡыт ҡына дауалай тиҙәр бит.Хәлимәнең хәле мөшкөл ине.Ике тапҡыр химия үтте."Ашҡаҙан биҙе аҫты,ризалашһаң операция эшләргә мөмкин"-тинеләр.Ҡатын был юлы ҡырҡа баш тартты.Ҡәйнәһе лә," аҡса бар бит,юҡ түгел яһат"- тиһә лә,тыңламаны.Өҙөлгән сәскә кеүек,күҙгә ҡарап көндән көн һулыны,кипте.Уға ҡарап Володяһының йөрәге һыҙланы.Үҙ алдына ныҡ йәне көйөп креслоһына һуғып,һуғып алды."Ошондай хәлдә ултырған мин ирме инде,һөйгәнемә бер нисектә ярҙам итә алмағас"-тип, иҫһеҙ аяҡтарына ҡарап.Февраль бураны ҡотора ғына.Әсе елдәр төнө буйы һыҙғырып Хәлимәләр йәшәгән йортто уратты.Тимер түбәләрҙе һелкетте.Төрлө тауыштар сығарып үкерҙе.Ҡатын иренә"Үҙем айырым ғына бөгөн йоҡлап ҡарайым әле.Һин дә тыныс ҡына ял ит"-тип,ҡаршылағы диванға барып ятты.Ҡәйнәһе лә "Тыныс йоҡо "теләп үҙ бүлмәһенә инеп китте.Хәлимәнең төшөнә ап-аҡ кейемдә мәрхүм әсәһе менән атаһы килде.Әсәһе"Ҡыҙым үпкәләмә атайыңа,һеҙгә бында йылы,ана уның аяҡтары өшөгәс теге һин юғалтҡан быймаларҙы кейеп алған.Әйҙә,йылы кейемдәреңде кейҙә,беҙҙең менән бик матур ергә барабыҙ.Ҡара уны тышта һыуыҡ.Өшөп ҡалма"-тип,уны кейендереп алып сығып киттеләр.Иртәнге биштәр тирәһе ине,ҡатын хәлһеҙ генә күҙ ҡабаҡтарын асып ятҡан урынынан ғына тышҡа ҡараны.Кисәге буран тымған икән алайҙа.Көн тыныс,ҡояшлы булмаҡсы.Исмаһам ер ҡаҙыусыларға еңелерәк булыр"-тине лә,ҡаршыһында ятҡан иренә яратып ҡараны,уныһы сабый балалар кеүек мыш,мыш килеп бер нимә белмәй йоҡлай.Тороп арҡаһынан ғына һөйөп,ирендәренән үпкеһе килде.Тик торорлоҡ хәле юҡ ине.Күҙ йәштәре аша,"Бәхил бул,минең яратҡаным!-тип,мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.Хәлимәне ҡәҙерләп мосолман зыяратына ерләнеләр.Туғандары таралышып бөтһә лә Володя яңы тупраҡ өйөмендә яңғыҙы ултырып ҡалды.Кискә табан ғына Андрей дуҫы килеп алып ҡайтып китте.Уның өсөн күктәге ҡояш һүнеп, тормош бер аҙ туҡтап ҡалғандай булды.Хәлимә тере ваҡытта ғына әсәһе менән уртаҡ тел тапҡан булғандар икән.Ә,хәҙер уға ул көндән көн,сит була башланы.Өйҙөң ҡото ҡатынында ғына булған.Әсәһенең дә ҡулынан бар нимә төштө.Улынан йәшереп һалдыра башланы.Бер аҙ күҙ алдында йөрөйҙә,һуңынан ҡайҙалыр юғала.Володяға ла өс айға бер дауаханаға барып тикшерелергә кәрәк.Көндәр буйы ас ултырған ваҡыттары ла булды.Әсәһе шулай йөрөп,аҙаҡ төптән юҡ булды.Хәлимәнең яҡын туғандары Володяның ризалығы буйынса кәрәкле ҡағыҙҙар йүнәтеп дүрт айҙан һуң ғына инвалидтар йортона тапшырҙылар.Ул да ҡатынының яҡындары менән араһын өҙмәне шылтыратып хәлдәрен белешеп торҙо.Ярты йыл үткәс,үҙе кеүек бик күп ауырлыҡтар кисергән,ярты кәүҙәһе ғүмерлек инвалид креслоһына бәйләнгән Света исемле ҡыҙ менән сәстәрен,сәскә бәйләнеләр.

Читайте нас: