Оса һөйәктәре һерәйеп ҡатҡан, күпме ауыр йөктән, күпме ҡолон аҫрауҙан ҡорһағы ике яҡҡа бүлтәйеп аҫҡа һалынып төшкән. Үҙе көскә баҫып тора. Башын эйгән көйө, үҙе дайым юшамға талған, тоноҡ күҙҙәренән сыбашҡып йәш
тама.
Ҡапыл йөрәгем жыу итеп китте: һабан атым өнһөҙ илай ине. Йәш, сапсан, тилбер саҡтарын, өйөр айғырына ҡушылып, өйөрө менән сапҡан, ҡолон үҫтергән, ер һелкетеп йөрөгән саҡтарын һағынып, өн аралаш төш күреп илай төҫлө тойолдо ул миңә. Ат ғүмеркәйенең һуңғы мөшкөл аяныс хәле йөрәгемде өтөп үтте.
Ғәлиулла бабайымдың хәҙерге башҡорт аттарының боронғо тоҡомдары ҡырағай аттар, ҡолан, тарпандар тураһында һөйләгәндәрен ишеткәнем бар минең. Әллә әлеге саптар бейәнең аяныс хәле, әллә әүәл ир-егеттәрҙең ҡанаты булыр аттарҙың хәҙер ҡәҙере китеүе, әллә кешенең йәшлектә йәшнәп, ҡартлыҡта иңрәп ғүмер һуңы мөшкөллөктәре әле бабайымдың һуңғы тарпан хикәйәтен хәтергә төшөрҙө.
Борон ҡырағай аттар, ҡолан, тарпандар бик ишле булған икән. Ҡылғанлы далалар, туғай, үҙәндәр уларҙың төп төбәге булған. Ҡышын йоҡа ҡарҙа тибендә йөрөгән, йәйен төньяҡ урман-далаларына саҡлы йәйелгән. Тора-бара Яйыҡ, Иҙел ,Тын (Дон) буйҙарына халыҡ күсеп төпләнеп ултыра башлағас, далалар һөрөнтөгә әйләнгәс, тарпандарға йәйрәп йөрөр ерҙәре тарайған. Уларҙың байтағы һилерәк яҡтарға таралған. Өҫтәүенә, ите тәмле был ҡырағай йылҡыларҙы һуғым өсөн өйөрө-өйөрө менән ҡыра башлағандар. Шулай итеп, борон ер ябып йөрөгән тарпандар бөтөнләй аҙайып, хатта тамам бөтөр хәлгә еткән.
Уларҙы шул хикәйәт итеп һөйләргә генә ҡалды инде хәҙер.
Шулай ишле тарпандарҙан ҡасандыр бер нисә өйөр генә
иҫән ҡалған. Ул да өйөр башы айғырҙың үтә сослоғо, ажарлығы арҡаһында, ахыры.
Тарпан — үтә һаҡ, тилбер һәм йылғыр йылҡы. Әммә бер ғиллә өйөр башында. Өйөр башы сос икән, өйөр ҙә имен-аман. Бейә, тай, ҡолон, ҡонандар утлағанда ла, юшағанда ла айғыр һәр саҡ уяу. Өйөр уйһыуҙа утлап йөрөй, ә айғыр ҡалҡыулыҡта ҡолаҡтарын шымайтып һаҡта тора. Ул-был хәүеф-хәтәр тойолһа, ужғырып хәбәр һала, өйөр
йәһәт кенә хәүефһеҙ ергә күсә йә ҡасып ҡотола. Ә айғыр
тарпан өйөрҙө ҡурсылап иң арттан бара йә ҡурҡыныс һалған аусы-яусыға, ҡош-ҡортҡа ҡаршы алдан йомола. Айғыр ажар икән, өйөр ҙә иҫән-һау. Өйөргә һил урын һайлаусы, үҙ биләмдәрен билдәләүсе, кәрәк сағында ҡурсыусы, һуғарыуға алып барыусы, юл башлаусы, кире бороусы ла — өйөр башы. Өйөр айғыры талбыр икән, өйөр ҙә туҡ. Айғыр аҫау икән, өйөр ҙә түлле.
Шулай һуңғы тарпан өйөрҙәренең береһендә оло баш, ҡыҫҡа муйын, шырт яллы, сысҡан һыртлы бер һайҙаҡ тай бүтән тай-түлаҡтарҙан айырылыбыраҡ торған икән. Ҡойроҡ сәнсеп сапһа, алғыр булған, йонсоу-йүшән көндәр килһә, талбыр булған. Тай-һәүректәргә ал бирмәгән. Моронона еҫ кергәс, бейәләр тирәһендә уралғылаған. Ужарынған, сапсынған. Ләкин ҡарт өйөр башынан бик тиҙ өлөш алып,
тибелеп-биртенгеләп йыш ҡына шымып ҡалған. Ҡырағай
йәш ҡан ҡайнаһа ла, дарман етмәгән.
Киләһе йылынамы, нисек, күк үлән күтәрелеп, өйөр утығып, тыу бейәләр йомролап алғас, ер-уттан ҡеүәт алып, шырт ял һайҙаҡ тай тарпан аҙау йәш айғырға өйләнгән. Үҙе өйөр башы, бейәләр эйәһе булыр өсөн ҡарт айғыр менән яман алышҡа сыҡҡан, һайҙаҡ тай башта ер тырнап сапсынған, өйөр тирәләй өйөрөлөп йөрөгән, өйөр башына уҡталғылап ҡараған. Былтырғылай бер-ике биртендергәнсе ҡаты-ҡаты тибеп, айҡап өркөтөп ташларға самалаған ҡарт айғыр йәш тарпандың һырт бирмәүенә башта бер аҙ маҙап ҡалған. Алғырлыҡҡа алыш үлем йә ҡалыш төҫөн алған. Хәйләкәр ҡарт тарпан тарпанлап һөжүм ҡылған, яман ужғырып, ҡолаҡтарын ҡайсылап йәш аҙауға уҡталған, бер-ике быраҡтырып осорған, үрһәләнеп күкрәгенә яҫҡынған, өс-дүрт
тапҡыр умыра тешләп алған, баҫтырғылап йөрөткән.
Таңдан башланған алыш көн үҙәгенә ҡыҙа биргән. Ҡанға, туҙанға батһа ла, һөрлөгөп, иңрәп китһә лә, йәш айғыр был юлы бирешмәгән, йәш ҡан ҡыҙа ғына барған. Көсө китә башлаған, арыған ҡарт өйөр башы йәш ҡаты тояҡ, үткер тештәрҙең кәрен нығыраҡ татыған, моронға-башҡа эләккән бер-ике тояҡтан алйып миңрәп .төшкән. Аҙаҡтан аҫау айғырҙың үрәпсеп өҫтөнә ырғыуын, муйынынан киҫә
тешләп, түкмәстереп ебәреүен дә абайламаған. Ергә ауған
ҡарт тарпандың башына, моронона, күкрәгенә, ҡорһағына
ҡатынан-ҡаты тояҡтар төшкән...
Шулай үлемесле алыш йәш айғыр файҙаһына тамамланған. Эшлектән сығарып ташланған баш тарпанға кәре китеп, туйлы ғүмере үтеп, ҡарт алаша хәлендә тереклек итәһе ҡалған.
Ҡанға, туҙанға буталған йәш тарпан кешнәп, ер тырнап сапсып, үҙенең өйөр башы, аҫау толпар икәнеп белдергән. Шомланып, һағайып торған өйөр, тыу бейәләр йәш айғыр тирәһенә ығышҡан. Йылҡы туйлар, түлләр саҡтар еткән.• Йәш йылғыр өйөр башы яйлыраҡ яңы биләмдәр, тупламдар, һыулауҙар тапҡан. Өйөрөн туры толпар айырым бер хиреслек менән ҡурсыған. Хәүеф-хәтәр, ҡытлыҡ, йотлоҡ онотолған. Бейәләр һәр береһе түлләнеп, тай-тулаҡтар, һәүректәр, ҡонан, дүнәндәр ишәйеп киткән, үрсем артҡан. Өйөр туп-туп булып иркен далаларҙы иңләгән, тарпан бауырына етер үлән сәскәле туғай-яландарҙы ҡыҙырған, йәш һайҙаҡлы, туҡ-түлле ҙур өйөргә ҡош-ҡорт та тейә алмаған.
Тик бер яман ҡарлы-боҙло йот йылды өйөрҙән бүленеп мал ҡырылған. Туры тарпан үҙ өйөрөн бауырҙан ҡарҙар йырып тибен ерҙәргә юлланған. Юлда йәш мал-тыуар ятып ҡалған, өйөр миктәгән.
Таяҡ өҫтөнә туҡмаҡ: миктәгән өйөрҙө бер мәл ас бүреләр ҡамаған. Буранлы ҡара төндө бүреләр өйөрҙө олоп, сыйнап дүрт яҡтан ҡыҫа башлаған. Ауырыу, йонсоу ҡолон, тай-тулаҡты уртаға ҡалдырып, бейә-дүнәндәр ҡулсалап, өйөрҙә ҡурсыған, ырғыған бер бүрене тибеп түкмәстереп торған. Турайғыр өйөр тирәләй сабып ҡурсып йөрөгән:
яҡынлашҡан бер бүре өйөрөнә ташланған, тиберен тибеп
осорған, тапарын тапап үткән. Муйынына, түшенә йомолғандарын бырғып ташлаған. Тәнендә умырып тешләнгән бүре эҙҙәре яраһы артҡан, үҙе ҡанһырап хәлдән тайған. Шулай таң беленгәнсе алышып, ас бүреләр өйөрө һөжүмен кире ҡаҡҡан. Тарпан өйөрө тирәләй бүре үләкһәләре ятып ҡалған. Ә аҙағыраҡ имгәнгән йә баш-аяҡһыҙ ҡалған бүреләрҙең ас иҫәндәрен шашынып ашауынан, ярһыуынан:
сың-шың ишетелгән...
Шулай төрлө йот ҡырғындарҙан ҡырылып, ҡош-ҡорттарҙан ҡотолоп ҡалған тарпан өйөрө тағы түлләнеп тернәкләнеп киткән. Яңы тибенлектәргә юлыҡҡан, һил-мул: ерҙәргә мулыҡҡан. Турайғырҙың туйлаған, бейәләрҙең биләнгән, тай-тулаҡтың уйнаҡлаған, ҡолон-ҡолонсаҡтың ҡойроҡ сәнсеп сапҡан саҡтарында дала кешнәү, сырҡырау, тупырлау тауыштарынан геүләп торған. Йәйрәгән йәй,
көҙрәгән көҙ, ҡыҫылған ҡыш яҙылған яҙ менән алышынған.
Турайғырлы тарпан өйөрөнөң иркен-ирәүән, һил-ауҡан, хәүеф-хәтәрһеҙ ғүмере шулай күпме дауам иткәндер, бер саҡ быға барыбер сик еткән. Ҡайҙандыр ҡара сапҡын килеп сыҡҡан. Тарпан тупламын шәйләп һағалай башлаған, һағалап, башта һаҡсы сос Турайғырҙы уҡтан уҙғарғандар, аҙаҡ өйөрҙө ҡамап, боғаллаһын боғаллап, үлтерәһен һөңгө, уҡтан үткәреп ҡырып бөткәндәр. Тарпан һуғымын һоғонғандар. Һуңғы турайғыр тарпан шулай һәләк булған. Һуңғы тарпан өйөрө шулай ҡырылған.
Иркен далаларҙың иркен-ирәүән тарпанҡайҙары юҡҡа
сыҡҡас, улар тураһында бары хөр хәтирәләр, моңһоу хикәйәттәр генә тороп ҡалған. Даланың мең йәшәр сал ҡылғаны ла шул ҡайғы-һағыштан салланған төҫлө.
Хәйер, бынан йөҙ йылдар самаһы элек бер баярҙың йылҡылары утлап йөрөгән яландарҙа, нисектер, бер ҡарт саптар тарпан бейә булған. Күпме япа-яңғыҙ йөрөүҙән ҡаңғырып микән, төрлө ҡош-ҡорттарҙан биҙрәпме, әллә түлләнер өсөнмө, нисектер инде, ҡырағай мал йылҡы көтөүен ҡырлай башлай. Башта йылҡы быны ят итә, яҡын ебәрмәй. Тарпан, яйлап яҡынлашҡас, хәҙер уның үҙенә эйәләшеү еңел түгел: юҡ-барға өркөп-ҡурҡып бара.
Тарпан өйөргә ылығыр, ти. Әкренләп ылыға был, айғыр, тай-тулаҡ тирәһенә һырыға. Хәҙер йылҡы менән утлап йөрөй, юшап тора. Барына күнгәндәй итә. Тик ҡырағай тиһәң дә ҡырағай шул, көтөүсене, әҙәм затын күреү менән ҡырыҫ бышҡырып, шымайып, өйөрҙө
ташлап ҡырға саба, көтөүселәр китһә генә, яңынан өйөргә
килә. Йылҡы малы ятып ял иткәндә, ул һерәйеп аяҡ өҫтө
юшай. Утлауы ла, йоҡлауы ла бергә. Ҡыш йылҡы малы
йылы аҙбарға ингәндә, ул, үҙ ғәҙәтен ҡыуып, ыжғыр яланда ҡала, көс-хәл менән ҡалын ҡарҙа тибенеп аҙыҡ таба, яҙғаса яңғыҙ йән аҫрай, тағы өйрәнгән йылҡы өйөрөнә ҡушыла.
Өсөнсө ҡыш тигәндә саптар тарпан бейә, үҙенең туры ҡолоно менән йылҡыға ҡушылып, йылы аҙбарға инергә баҙнат итә. Инеүе була, баярҙың бойороғо буйынса, уны бүтән йылҡынан айырып, айырым бикләп тә ҡуялар. Кәртә-ҡураны, сик-бикте белмәгән, иреклеккә, иркенлеккә күнгән ҡырағай тарпан меҫкен биккә алйып стенанан-стенаға һуғыла, сапсып-үрәпсеп, бәрелеп-оролоп башын-моронон
емереп, һырт-ҡабырғаларын һыҙырып бөтә. Стенаға бәреп,
һул күҙен сығара. Өс көн, өс төн өҙлөкһөҙ тулап, яман оролоп-бәрелеп, күҙенән яҙып, тамам алйып хәлдән тайғандан һуң, меҫкен
тарпан бейә бер мөйөшкә һырлығып ҡапыл тынып ҡала. Тарпан тарға тарығып, ауыҙына бер тәғәм аҙыҡ ҡапмай, бер йотом һыу эсмәй, бер нисә көн ҡымшанмай ҡатып тора.
Ярһыуы ла, алйыуы ла, бесән-һыуҙан баш тартыуы ла ирекһеҙ иткән әҙәмдәргә сая ҡарыуы булды, ахры, хайуанҡайҙың. Әммә эс-эскә йәбешеп, асығыу, сарсау үҙенекен итә. Ҡырағай саптар семтемләп булһа ла бесән һәрмәштерә башлай, ҡар ашай. Ат ҡараусының ихтыярына буйһоноп, йүгән һалдыра. Тик һуғарырға сығарғанда, ҡулдан ысҡынырға ынтылышы ғына һөҙөмтә бирмәй. Яйлап йүгәнгә күнгән төҫлө тойолһа ла, аяҡҡа тышау, һыртҡа эйәр һалдырырға ирек ҡуймай.
Яҙын кәртәлә саптар бер ҡолон килтерә. Ҡолоно менән әүрәп кәртә-ҡураға ла, ҡулға ла эйәләшкәндәй итә. Ҡолонон аманат һымаҡ алып ҡалып, тарпан бейәне йылҡы менән ҡырға сығарһалар, тарлыҡҡа тарыҡҡан тарпан кешнәй-кешнәй сабып китә. Шул китеүенән ғәйеп була.
Йылы ҡураға, хатта ғәзиз ҡолонсағына ла яландар иркен, үҙ иреклелеген алыштыра алмай хөр малҡай. Күпмелер ирегеп йөрөгәс, елене тиртеп бер төн ҡураға ҡайта саптар, һаҡ ҡына кешнәп, сыңрап ҡолонон таба. Уны саңдау тотҡонлоҡтан ҡотҡарып, икәүләшеп яланға китеп юғалалар. Алдағы ҡышты тарпан бейә лә, ҡолоно ла йылы
ҡураға бүтәнсә ҡайтмай.
Шуның икенсе ҡышынамы Яйыҡ буйында башҡорттар
бер ҡырагай ат күреп ҡалалар. Ҡыҙығып ҡыҙышып китеп,
уны ҡырпаҡ ҡарҙа нисек тә ауламаҡ итәләр. Дүрт-биш
һыбайлы ике көн буйы уны ҡыуалап, ҡамап ҡараһалар ҙа,
һис тота алмайҙар. Өмөттәре өҙөлдө тигәндә, һис көтмәгәндән ҡасҡын малдың тояғы йомран тишегенә эләгеп, аяғын һындырғас ҡына тоталар быны. Аяғы һынып, тыпырсынып, күҙҙәре аларып ятҡан аяныс малды уратып алып, ипләберәк ҡараһалар, был теге һыңар күҙле саптар тарпан булып сыға.
Йылы ҡураны ыжғыр ҡышҡа алыштырған, ирке өсөн
күҙһеҙ, аяҡһыҙ ҡалған был хөр тарпанды ҡыҙғанып, башҡорттар уға ағастан тояҡ яһайҙар, йылы аҙбарҙа аҫрайҙар. Баш, ирек бирмәҫ хайуан ағас тояғын тибеп һындырып, ашау-эсеүҙән баш тартып, аяҡ өҫтө йән бирә. Һуңғы тарпан ғүмере шулай өҙөлә.
Был тетрәткес хикәйәтте ишеткәс, ҡыҙыҡһынып китеп,
мин аҙаҡ тарпандар тураһында әҙәбиәт ҡараштырҙым һәм
һуңғы тарпандарға бәйле ҡыҙыҡлы, ғибрәтле мәғлүмәттәр осраттым. Бабайым һөйләгән ғәҙәти хикәйәт түгел, хәҡиҡәт — булған хәл икән. Ул хәл ысындан да йөҙ йылдар элек — 1879—1881 йылдарҙа — Яйыҡ буйы далаларында булған, һуңғы өйөр тарпандарҙың, һуңғы тарпан тоҡомдарының баш бирмәй, йүгән, эйәр һалдырмай, кеше ҡулына
эйәләшмәй һәләк булыуҙары Ҡара диңгеҙ буйы, Ҡырым
далаларында ла ҡабатланған. Шулай итеп, бынан бер нисә
йөҙ йылдар Үҙәк, Көнсығыш Европа, Урта Азия, Алтай
яҡтарын ҡыҙырған тарпан тоҡомдары аяуһыҙ ҡырып юҡҡа
сығарылған. Элек уларҙы тәмле ите өсөн йөҙәрләп-меңәрләп аулағандар. Көнбайыш королдәре табынында тарпан
ите деликатес урынына йөрөгән.
Кеше тарпан тоҡомон һаҡларға тырышып, уны бүтән
ат тоҡомдары менән тороҡтороп ҡараған. Шырт яллы,
сысҡан һыртлы, ҡыҫҡа тороҡ, ҡаты тояҡ яңы нәҫелдәрен
тапҡан. Поляктарҙың кониҙары, инглиздәрҙең пониҙары
тарпандарҙы йорт аттары менән тороҡтороуҙан килеп сыҡҡан. Немец ғалимдары тарпандың яңы нәҫелдәрен үрсеткәндәр. Башҡорт атын ҡолан, тарпан менән тороҡторғандар.
Ләкин тәбиғәт йыш ҡына үҙенекен иткән. Аттың аҙғыны тарпан тиһәләр ҙә, яңы яһалма нәҫел бер нисә быуындан
йорт аты нәҫеленә кире ҡайтҡан, тарпанлығын тиҙ юйған.
Тарпандарҙың тибендә ҡыш сығыу, һыуыҡҡа сыҙам талбыр
тәбиғәтен, ташҡа бирешмәҫ ҡаты тояғын кире ҡайтарыу,
тарпан тоҡомон тергеҙеү әллә ни һөҙөмтәләр бирә алмай
әле.
Тәбиғилеген һаҡлауға, тәбиғилеккә ни етә. Үҙем һуңғы тарпан тураһында тетрәткес хикәйәт-хәҡиҡәтте иҫкә алам, ә күҙ алдыма нишләптер һаман һабан атым саптар бейә баҫып тора. Ул әллә боронғо талбыр тоҡомдарын, әллә хәҙер ат-йылҡы малына ҡәҙерҙең
китеңкерәүенә, әллә үҙенең һуңғы мөшкөл ҡартлығын уйлап, юшай-юшай илай төҫлө тойолдо миңә.
1981