Бөтә яңылыҡтар

Атлы азамат. Рауил БИКБАЕВ

Беҙ – һуғыш балалары. Күптәребеҙ атайһыҙ үҫтек, әммә атһыҙ үҫмәнек. Атайҙарыбыҙ беҙҙе атҡа мендермәһә лә, бөтә ауыл малайҙары һымаҡ ат һыртында, ат араһында сыныҡтыҡ.

pofoto.club pofoto.club
pofoto.clubФото:pofoto.club

Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй,

Ир-егеткәй менән ат башы.

Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”

Беҙ – һуғыш балалары. Күптәребеҙ атайһыҙ үҫтек, әммә атһыҙ үҫмәнек. Атайҙарыбыҙ беҙҙе атҡа мендермәһә лә, бөтә ауыл малайҙары һымаҡ ат һыртында, ат араһында сыныҡтыҡ. Ат һарайы ололарҙың ғына түгел, малайҙарҙың да яратып йыйылыр урыныбыҙ булды. Ҡуш йөрәкле дөлдөлдәр, беҙҙең яҡтарҙағы атаҡлы арғымаҡтар тураһындағы олатайҙарҙан ишетеп ҡалған, күптәре легендаға әйләнгән һүҙҙәрҙе йыш һөйләй, шундай малдарҙы беҙ ҙә күрһәк икән тип хыяллана торғайныҡ.

Элек алыҫ ҡышҡы юлдарҙа санала үткән кешеләрҙе ат еле һуғып ҡуймаһын тип борсолалар ине. Ат еле ҡағылған юлсылар ҙа булғандыр, әммә башҡорт кешеһенә ат ене борон сәңгелдәктән үк ҡағылған. Ир-егет менән ат араһында айырылғыһыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килгән. Улар ғүмер буйы юлдаштар, хеҙмәттәштәр, кәрәк саҡта яуҙаштар. Юлдаштар, яуҙаштар ғына түгел, серҙәштәр, фекерҙәштәр. Үҙенең шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да, ҡәҙерле мөхәббәт хистәрен дә, ҡәһәрле нәфрәтен дә ир-егет кешегә бик белгертеп бармаҫҡа тырышҡан, әммә атынан йәшермәйсә һөйләгән, уның менән төптәге серҙәрен дә бүлешкән. Хатта исемдәре лә уларҙың береккән бит, телебеҙҙә ир-ат тигән һүҙ тыуған.

Яндарында аттары булмаһа ла, күмәкләшеп бер ерҙә торған ирҙәрҙе ир-ат йыйылған тигәңдәр. Йылҡы малы элекке һымаҡ ерҙе ҡаплап йөрөмәһә лә, күп ирҙәр аттан күптән һәм ғүмерлеккә айырылһа ла, әле лә ир-ат тиҙәр. Кеше менән танышҡанда “Атың кем?” тип, исемен һорағандар. “Атҡаҙанған” тигән хөрмәтле дәрәжә лә шулай барлыҡҡа килгән. Һәр башҡорт атҡаҙанған тигән маҡтаулы исемде яулай алмаһа ла, һәр ир-азаматыбыҙ борон-борондан атҡа атланған башҡорт булған. Уның исеме-аты атлы башҡорт булған.

Атҡа атланған башҡорт – ҡанатлы башҡорт. Атлы ир – ҡанатлы ир. Улар донъяның күпме тарафтарындағы алыҫ-алыҫ юлдарҙы бергә үткәндәр. Күпме яуҙарҙа алышып, Париждарға лә барып еткәндәр, Карпатта ла тыуған яғын һағынғандар, Уйыл буйҙарында ил һаҡлағандар. Яраланған батырҙы тоғро аттары яу яланынан алып сыҡҡан, үлемдән ҡотҡарған. Батша хөкүмәте Урта Азияны яулау өсөн ойошторолған походтарҙа ҡарҙар яуып, ҡаты һыуыҡтарҙа аттар ҡырылған, яугирҙар туңған. Аты ла, үҙе лә аҙыҡһыҙ, ышыҡһыҙ ҡалған яугир “Һыр” йырындағы “атҡайҙарым арыҡ, кейемем юҡ, нисек уҙғарырмын ҡыш көнөн?” тигән һүҙҙәрҙе әйткән. Илде яҡлап, ирек даулап күтәрелгән ҡыйыу ирҙәр ғаиләләре менән Себерҙәргә һөрөлгәндә, улар менән бергә аттар ҙа Урал еренән айырылғандар. Әйләнеп ҡайтыуҙар бик икеле. Хушлашыу ҡайһы саҡта бәхилләшеүгә әйләнгән. Ир-егеттәргә генә түгел, аттарға ла бик ҡыйын булған. Ләкин кеше генә түгел, ат та тыуған ерҙәрен һағынған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң әллә ниндәй мөғжизәләр менән дөрөҫ юлды табып, Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡан ат тураһында ла уҡыған булды. Тыуған ерҙән айырылған саҡтарҙа “Минең атым боролоп ҡарайҙыр”, “Башҡынайын бороп бер ҡарай” тигән юлдар тыуған. Боронғо оҙон йырҙарыбыҙ сәхнәләрҙән бөгөнгө һымаҡ йыш йырланмаған илленсе-алтмышынсы йылдарҙа төрлө кисәләрҙә “Азамат” айырыуса йыш башҡарылыр ине. “Азамат” йырының “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы” тигән һүҙҙәр беҙ йәш саҡтарҙа телдән төшмәҫ ине. Мин был һүҙҙәр урынына “Ҡайҙа ғына бармай, ҡайҙа йөрөмәй ат тояғы менән ир башы” тип йырлағандарын да беләм. Ысынлап та, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә күрһә лә, башҡорт үҙенең аты менән йөрөгән, аты менән күргән. Атлы яугир эйәрҙә ултырғаны өсөн генә түгел, үҙенең көс-ҡеүәте менән йәйәүленән юғарыраҡ баһаланған.

“Ҡөрьән”дә “Яу табышы” тигән сүрә бар. Тәфсирҙәрҙә аңлатыуҙарынса, улъяны ғәҙел итеп бүлгәндә, яу атына ике өлөш, һыбайлыға бер өлөш, йәйәүле яугирға бер өлөш бирелгән. Яу атының өлөшө яугирҙыҡына ҡарағанда ике тапҡырға артығыраҡ һаналған.

Бик боронғо замандарҙа башҡорттар, үҙҙәренең тотемдары һанап, күп кенә хайуандарҙы изгеләштергәндәр. Бигерәк тә халыҡҡа юл күрһәткән изге бүре тураһында риүәйәттәр күп. Был яҡтан ат ул бүренән ҡалышалыр. Ләкин башҡорттоң бөйөк хазинаһы – халыҡ ижадында аттан башҡа бер генә хайуан хаҡында ла ул тиклем йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр әйтелмәгән. Күпме йырҙарыбыҙҙа ат тураһында береһенән-береһе матурыраҡ, береһенән-береһе мәғәнәлерәк юлдар һоҡландыра. Мин уларға ғүмерем буйы ғашиҡ булдым, башҡорт фольклорындағы төрлө жанрҙарҙа ат тураһындағы шиғри юлдарҙы бергә туплап, үҙенсәлекле бер китап төҙөргә электән үк хыялландым. Был хыялым оҙаҡ йылдар буйы хыял ғына көйө ҡалды. Береһе артынан береһе өйөлөп килгән эштәр был уй-теләгемде тормошҡа ашырырға мөмкинселек бирмәне. Ниһайәт, аттар тураһында халҡыбыҙ быуаттар буйына ижад иткән шиғри юлдарҙың байтағын бергә йыйып, ошо китапты төҙөй алдым. Яҙмышы ир яҙмышынан айырылғыһыҙ булған күпме аҡыллы башҡорт аттары хаҡында йөҙәрләгән йырҙарҙа, атаҡлы эпостарыбыҙҙа, халыҡ ижадының башҡа төрҙәреңдә тыуған шиғри һүҙҙәр уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр тип өмөтләнәм.

* * *

Иң элек “Урал батыр” эпосына иғтибар итәйек. Әҫәрҙә ваҡиғалар туфан ҡалҡҡан һәм донъяны баҫып алған һыу кире ҡайтҡан, ер асылып килгән бик боронғо замандарҙан башлана. Башҡа халыҡтарҙа ла ошо дәүерҙәр тураһында һөйләүсе мифтар бар. Мәҫәлән, шумерҙарҙың “Гильгамеш” эпосында, туфан ҡалҡырын алдан белеп, бик ҙур кәмә әҙерләү һәм ташҡын ваҡытындағы ваҡиғалар бәйән ителә. Бында Гильгамеш үҙенең ҡалаһы Урукты эҙләй. “Урал батыр”ҙа хәл башҡаса. Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан урында йәшәүсе Йәнбирҙе менән Йәнбикә “Ҡайҙан бында килеүен, ата-әсә, ер-һыуы ҡайҙа тороп ҡалыуын үҙҙәре лә онотҡан, ти”. Уҙғандар менән бәйләнеш өҙөлгән, тормош өр-яңыса башланған. Йәнбирҙе менән Йәнбикә “Һунарҙа ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ тотмаған, менәренә – арыҫланды, балығына – суртанды, ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы, ҡан һурырға һөлөктө үҙ иштәре яһаған”.

Шуныһын иҫтә ҡалдырайыҡ: кеше һунарға арыҫлан менеп йөрөй. Ҡулыңда уҡ-һаҙағы юҡ. Кейектәрҙе кейектәрҙән тоттора. Һунарсылыҡ менән көн күрә.

Йәнбирҙе ҡарт Йәншишмәне табырға тип, “Ике улын ике арыҫланға мендереп оҙатҡан, ти”. Ағалы-ҡустылы ике егет оҙон юлдар үтә, ҙур ҡыйынлыҡтарға тап була, әллә күпме ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнай. Мин шуларҙың тәүгеһенә – Ҡатил батшаның ер тырнап, үкереп, егетте “елгә осоп туҙғансы мөгөҙөмдә ҡаҡлармын” тип, ужарланып килгән тауҙай үгеҙе менән Урал батырҙың алышҡанына туҡталам. Аяуһыҙ алыш алдынан Урал батыр был дәһшәтле хайуанды ошолай тип киҫәтә: “Донъяла һин кешенән көслө юғын танырһың, үҙең түгел, тоҡомоң менән кешегә ҡол булырһың”. Тапарға, ҡанға туҙҙырып мөгөҙөнә элергә әҙер торған был ғәйрәтле хайуанды Урал батыр еңә. Көрәшкәндә тубығынан ергә батҡан үгеҙҙең ауыҙынан ҡара ҡан аға, өҫкө теше төшә, дүрт тояғы урталайға ярыла. Йәғни ҡырағай мал эйәләштерелгән үгеҙгә, әле беҙ күреп күнеккән мөгөҙлө йорт хайуанына әйләнә. Ҡатил батшаның еңелгән үгеҙенә Урал батыр былай ти: “Үҙең түгел, балаң да мәңге ҡалыр шул көйсә. Кеше көсөн күрҙең һин, кешегә мөгөҙ сөйҙөң һин, кешегә мөгөҙ сайҡама, еңермен тип айҡанма!”

Шулай итеп, ҡаты алыштан һуң Урал батыр үгеҙҙе баш эйҙерә, уны кешенең ҡоло итә. Һунарсылыҡ мөхитендә тыуып үҫкән кеше малды ҡулға эйәләштерә башлай, малсылыҡ дәүеренә күсә. Артабан Урал батыр атлы була, был хайуан уның тоғро юлдашына әйләнә. Һомайҙың егеткә Аҡбуҙат бүләк итеүе эпостағы төп ваҡиғаларҙың береһе. Атһыҙ батыр атҡа атлана, уның донъя менән арала­шыу тиҙлеге, тормоштоң үҫеш мөмкинлектәре күпкә арта. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, Аҡбуҙаттың эйәренең алтын ҡашына тағыулы торған алмас ҡылыс та бик мөһим хәлдәргә ишара яһай түгелме һуң? Йәнбирҙе һунарға һаҙаҡһыҙ ғына йөрөһә, уның улы Урал Аҡбуҙатлы ла, алмас ҡылыслы ла була. Ҡылыс әҙерләү оҫталығына ирешеү иһә кешелек йәмғиәтенең яңы үҫеш кимәленә күтәрелеүен раҫлай бит.

Беҙҙең фольклорсы ғалимдар “Урал батыр” эпосының ентекле өйрәнелгән “Гильгамеш” менән бер дәүерҙә, хатта унан да алданыраҡ тыуған тиҙәр. Һүрәтләнгән ваҡиғалар үҙҙәре үк әҫәрҙең боронғолоғон күрһәтә. Минеңсә, бының шулай икәнлеген конкрет миҫалдар, ҡыҙыҡлы параллелдәр килтереп, асыҡ итеп раҫларға мөмкин. Мәҫәлән, яңы эраға тиклемге дүртенсе-өсөнсө мең йыллыҡтар ҡушылған осорҙа көслө туфан ҡалҡып, Тигр менән Евфрат йылғалары аҡҡан ерҙәрҙе һыу баҫҡан. Бындай ташҡындар башҡа яҡтарҙа ла булғандыр тип фараз итергә мөмкин. Ҡырағай кейектәрҙе йорт хайуанда­рына әйләндереүҙең ун биш мең йыллыҡ тарихы булғанлығы мәғлүм. Ә бына аттарҙы эйәләштереү тарихын тикшереүселәр кешелек үҫешен тиҙләткән, уның эшләү мөмкинлектәрен ныҡ арттырған был ваҡиға яңы эраға тиклемге өс мең йыллыҡта булған тиҙәр. Һәр хәлдә, тимер быуат етмәҫ элек кеше ҡылыс тигән хәрби ҡорал әҙерләй алмаған. Урал батыр үҙе ҡоллоҡ йәмғиәте менән таныш булмаһа, Ҡатил батшаның үгеҙенә “Үҙең түгел, тоҡомоң менән кешегә ҡол булырһың” тип әйтә алмаҫ ине. Урал батырҙың бик күп ҡолдарҙы ҡотҡарыуы ла ул йәшәгән дәүерҙең үҙенсәлеген күрһәтә.

Тағы ла шуны өҫтәп әйтмәксемен. Дүрт яғын диңгеҙ ҡаплаған урындан башланған юл Урал батырҙы ниндәй киңлектәргә алып сыға. Уның батырлығынан диңгеҙ сигенә, тауҙар күтәрелә, үҙе һәләк булғас, тәне ошо ерҙең ҡуйынындағы аҫыл байлыҡ була. Урал ере, уның йәннәт һымаҡ тәбиғәте башҡорттарҙың изге Ватанына әйләнә. Һомай ошо ергә ҡоштарҙы, башҡа йәнлектәрҙе эйәләштерә, Ҡатил батшаның үгеҙе һыйыр көтөүҙәрен эйәртеп ҡайта, Аҡбуҙат йылҡы өйөрҙәрен бында килтерә. Урал батырҙың улдары Урал тауҙарынан башланған матур йылғаларға юл һалалар. Башҡорттоң Ватаны бына шулай барлыҡҡа килә.

Әлбиттә, был мәшһүр ҡомартҡыбыҙҙың ҡасан тыуғанлығын йылын, быуатын билдәләп аныҡ ҡына әйтеү мөмкин түгел. Ләкин әле аталған билдәләр буйынса уның боронғолоғо, яңы эраға тиклемге мең йыллыҡтарҙа барлыҡҡа килгәнлеге бәхәсһеҙ. Әгәр туфан ҡалҡыуы, малдарҙы эйәләштереү, ҡылыслы булыу күренештәре нәҡ улар булған саҡтарҙа уҡ халыҡ хәтеренә уйылмаһа, шиғри һүҙҙә теркәлмәһә, был ваҡиғалар тураһында уларҙан ныҡ алыҫлашҡан яңыраҡ дәүерҙәрҙә быңдай эпосты хатта бик зирәк халыҡ та ижад итә алмаҫ ине.

* * *

Тарихҡа инеп киттек. Аттарыбыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ, “Урал батыр”ҙы тағы ла байҡайыҡ. Аҡбуҙатты эпоста һүрәтләгәнсә, яңынан күҙ алдыбыҙға баҫтырайыҡ. Уның буй-һынында, ҡараштарында, хәрәкәттәрендә ни тиклем матурлыҡ, зифалыҡ, камиллыҡ, көс-ғәйрәт һәм етеҙлек. Аҡбуҙатты яратып тасуирлаған юлдарҙы был китапта яңынан уҡып ҡарағыҙ. Һәр береһе хайран ҡалдыра, һәр һүҙ ни тиклем тапҡыр әйтелгән. Аттың үҙенсәлектәрен сәсәңдәрҙең зирәк ҡарашы ғәжәп үткер күргән. Башҡа халыҡтарҙың фольк­лорында ла ат төрлө яҡлап данланған. Ләкин был йәһәттән “Урал батыр”ға тиңләшерлек миҫалдарҙы еңел генә табып булмай торғандыр. Был әҫәрҙә Аҡбуҙатты һынландырыу һүҙ менән ҡойолған гениаль һәйкәл дәрәжәһендә.

Башҡорт күңелендә атҡа ҡарата оло хөрмәт, уны яратыу, уға һоҡланыу традициялары быуаттан-быуатҡа, әҫәрҙән-әҫәргә дауам иткән. “Аҡбуҙат” эпосында Урал батырҙан ҡалған ҡанатлы толпар менән алмас ҡылыс уның ейәне Һәүбән ҡулына күсә. Бында ла Аҡбуҙаттың һүҙ менән ижад ителгән сағыу, һоҡландырғыс һүрәтен оноторлоҡ түгел.

Ваҡиғаларҙа ат ҡатнашмаған эпос беҙҙә, моғайын, юҡтыр ул. Тәрән зинданға төшөрөлгән Алпамыша янына ҡанатлы, тоғро аты килеп етә. Ҡатын- ҡыҙ толомона тотоноп, батыр шул тәрән соҡорҙан сыға. Бында ҡатын-ҡыҙҙың көсө ҡанатлы толпарҙың ғәйрәтенән дә юғарыраҡ ҡуйылған, көсһөҙ заттың көсө ни тиклем тәрән асылған.

“Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙа йылҡы өйөрө күлдә йәшәй. Асылыкүлдән сығып килгән малдарға Заятүләк әйләнеп ҡарағас, көтөүҙең яртыһы һыу эсенә кире инеп ғәйеп була.

“Аҡһаҡ ҡола”ла хужаһына үпкәләгән ат өйөрҙө ситкә алып сығып китә. “Ҡара юрға”ла аҡыллы юрға егет ғашиҡ булған ҡыҙҙы әүрәтеп алып ҡаса ла егеткә алып ҡайта.

Был йыйынтыҡта ҡобайырҙарҙан да өҙөктәр килтерелде. Һәр һүҙе осҡон сәсрәткән, һәр береһе сәпкә тейә торған ҡобайыр “Тороп ҡалған яңғыҙ тай өйөр булып йөрөр ер – атам кейәү булған ер, әсәм килен булған ер” тип, илде данлаған, “Ҡурҡаҡ булмаҫ ир батыр, өркәк булмаҫ ир батыр, ир-егеттең эсендә эйәрле, йүгәнле ат ятыр” тигән һүҙҙәр менән һыбайлы азаматтарҙы тыуған ерҙе һаҡларға саҡырған.

Башҡорт фольклорының һәр жанрындағы бик күп әҫәрҙәрҙә ат ҡатнаша. Ошондай әкиәттәр, риүәйәттәр, мәҡәлдәр, көләмәстәр бихисап. Йомаҡтар ҙа уларҙы урап үтмәй. “Ҡыйыуҙар ботона ҡыҫтырып, ҡурҡаҡтар етәкләп кил­терер”, “Ҡолағы ҡайсылай, ҡойроғо ҡамсылай”, “Тарта ла тарта, ул тартҡан һайын мөлкәт арта” һымаҡ миҫалдарҙы күп килтерегә мөмкин. Был китапҡа иһә төрлө жанрҙарҙан мин тик шиғри үрнәктәрҙе генә индерҙем.

* * *

Был үрнәктәрҙең күпселеге йырҙарҙан һайлап алыңды. Башҡорт йырҙары башҡорт халҡының йылъяҙмаһы ла, юлъяҙмаһы ла ул. Әҙәм балаһының яҙмышына килгән бәхет тә, бәлә лә кешегә генә түгел, ат башына ла төшкән. Ҡайһы саҡта яу аты йөҙәрләгән яугирҙы ҡаты язанан ҡотҡарырлыҡ көскә әйләнгән. “Ҡара ат” йырында кеше аҡыллы ла, етеҙ ҙә хайуанҡайға “Ынтыл ғына ынтыл, әй, ҡаратым, елбер генә елбер ял өсөн. Аяма ла йәнең, әй, ҡаратым, йөҙ егерме башҡорт ҡаны өсөн” тип, уның буласаҡ ярышта уҙып килерен ялбарып теләгән.

“Ир ғәҙәтен шунан белерһегеҙ, һис һөйләмәҫ кеше ғәйбәтен”, “Дуҫ-ишенән уның дошманы күп, сер бирмәй ҙә йөрөр ир кеше”, “Ир-егеткәй ҡайҙа йөрөһә лә, үҙ илкәйе иҫтән китмәйҙер”, “Ирмен генә тигән ир-егеттең ат башындай булыр йөрәге”, “Малы ла булыр, һаны ла булыр, булмайыҡ беҙ үҙебеҙ сабырһыҙ” – бындай йырҙарҙы йырлаусы һәр саҡ аты менән бергә булған. Ошондай һүҙҙәрҙә халҡыбыҙҙың әхлаҡ ҡағиҙәләре, тормош фәлсәфәһе, шәхестең ил, халыҡ алдындағы ғәйәт ҙур яуаплылығы билдәләнгән. Булдыҡһыҙҙарҙы “Ат туғарып, егә белмәй, ҡыҙҙар һайлаған була” тип хурлағандар. Бик күп йырҙарҙағы һуңғы ике юл алдынан мотлаҡ рәүештә аттарҙың төрлө мәлдәренә, холоҡ-ҡылығына бәйле һүҙҙәр килгән. Йырҙың тәүге ике юлы унан һуңғы ике юлда әйтеләсәк фекергә әҙерлек була, улар араһындағы бәйләнеш, яңғыраш, ауаздашлыҡ тыуҙыра, йыш ҡына хозурлыҡ менән ауырлыҡ ҡапма-ҡаршы килә. “Эскадрон” йырын хәтерләйек. Башта ниндәй матур мәл: “Урал ғына ҡошо һай һандуғас ат менгәндә моңло һайраны”. Әммә был һиллек юҡҡа сыға, илгә ябырылған яу һулышы килеп бәрелгәндәй була: “Ҡындан алып алмас ҡылысымды Урал ташҡайына ҡайраным”. “Әрме” йырының бер строфаһы ҡурай моңо менән башлана: “Бейек кенә тауҙың башҡайында ир-егеткәй ҡурай уйнайҙыр”. Ҡурай моңо ерле юҡтан ишетелмәгән икән, артабанғы кисерештәр үтә ауыр: “Ир-егеткәй, меҫкен, һалдат булғас, ат ялына йәбешеп илайҙыр”. Кешенең ошондай ҡайғылы саҡтарын да аттар аҙ күрмәгән. Ләкин ут-дәһшәт эсендә лә башҡорт егеттәре юғалып ҡалмаған. “Порт-Артур” йырында атын ҡурпыға ебәргән һалдат бына нимә ти: “Дошман һигеҙ, беҙ өсәүбеҙ, ниңә унан ҡурҡырға?”

“Өйҙөрәкәй буйы ҡылған ялан елләп-елләп бейә бәйләргә. Өйҙөрәкәй буйы ҡулдан киткәс, ни йәм табып йәйҙәр йәйләргә?” – быныһы иле таланған, ерҙәрен алдап-юлдап яттар баҫып алған башҡорттоң һыҙланып йырлағаны. Бындай иңрәүле йырҙар ҙа аҙ түгел.

Беҙҙең йырҙар бик киң ваҡыт һәм ер араларын иңләй. Башҡорт аттары, Европа буйлап күпме илдәрҙе үтеп, Сенанан һыу эскән, сит тауҙарға күтәрелгән, сүлдәрҙә яфа сиккән, ҡыҫҡаһы, ҡайһы тарафтарҙа ғына булмаған да нимәләр генә күрмәгән. Ошондай әҫәрҙәрҙе ғалимдарҙың тарихи йырҙар тип атауы һәм шул исем менән бергә туплауы бик дөрөҫ. Күпселек башҡорт йырҙары тарихи ерлектә ижад ителгән. Ғөмүмән, башҡорт халҡының фекерләү үҙенсәлегенә әлеге тарихилыҡ хас. Уның тарихи хәтере әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы һәм шәхестәрҙе һаман да онотмай, улар хаҡында күптән донъяға тыуған йырҙар бөгөн дә йырлана. Мәҫәлән, француз яуы тураһында француз йәки рус фольклорыңда әҫәрҙәр тыуҙымы икән? Әгәр тыуған булһа, улар әле лә халыҡ күңелендә һаҡланғанмы? Булыуы бик икеле. Ә бына башҡорттар был тарихи ваҡиғалар тураһында әле лә йырлай.

Тағы ла бер миҫал. Егерменсе быуат башындағы рус-япон һуғышында беҙҙең илдән күп халыҡтар ҡатнашҡан. Улар араһында башҡорттар һымаҡ “Порт-Артур” тип бөгөн дә йырлағандары бармы икән?

Бөйөк Ватан һуғышында илде яҡлап бөтә милләттәр күтәрелде, ҡаһармандар дан ҡаҙанды. Уларҙың күптәре бөгөн дә халыҡ хәтерендә. Ләкин “Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал” тип әле лә йырлаған башҡорттар һымаҡ башҡа милләттәр ҙә үҙҙәренең һуңғы бөйөк һуғыштағы батырҙарын бөгөн дә данлаймы?

Борон-борондан башҡорт аттары батырлыҡ һәм тоғролоҡ символы ғына түгел, йәшәү сығанағы ла, тормошто алға алып барыусы ҙур көс тә ул. Йырҙарҙа батырлыҡҡа ғына түгел, көн итеүгә, ғәҙәти көнкүрешкә бәйле ҡыҙыҡлы миҫалдар ҙа бар. Шуларҙың береһен Һамар яҡтарында яҙып алынған “Әпәт” тигән йырҙан килтерәм: “Ерән бейә менән туры бейә һауған һайын икешәр эйә. Хайран малдарымдың иткәйен әллә ниндәй дошмандар йейә”. Был йыр, моғайын, башҡорт еренә тағы ла (“Әпәт” тигән исем юҡтан түгелдер) ябырылған барымтанан һуң тыуғандыр. Әрәм булған малдарын кеше көнкүреш хәлдәренә бәйләп (бейә һауыу, ит ашау), һағынып хәтерләй.

Ғүмере буйы итен, ҡаҙыһын, ялын ашап, ҡымыҙын, һурпаһын эсеп йәшәгән, тормошоноң ныҡлы таянысы ла, шатлыҡ-кинәнесе лә булған йылҡы малын башҡорт нисек изгеләштермәһен дә уға арнап йырҙар йырламай нисек түҙһен? Уның донъяға ҡараштарында, рухи тәбиғәтендә, психологияһында ат культы нисек барлыҡҡа килмәһен?

Донъя тураһында, йәшәү, ғаилә хаҡында уйланып, башҡорттоң былай тип йырлағаны ла бар: “Был донъяҡайҙарҙың рәхәтлеге яҡшы ат менән һылыу бисәлә”. Бисәнән алда ат әйтелә. Был үҙенсәлек ҡатын-ҡыҙҙы ҡәҙерләп еткермәүҙән түгел, борондан башҡорттоң булмышына тамырланған инаныуҙан – атты изгеләштереүҙән килә. “Аҡыллы атын маҡтар, иҫәр ҡатынын маҡтар” тигән һүҙҙәрҙе лә ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетеү тип түгел, атты электән килгән ололауҙың ни тиклем көслө булғанлығы тип аңларға кәрәк.

Атты изгеләштереү беҙҙең халыҡта ҡандан килә, быуаттар төпкөлөнән һаҡлана. Фольклорыбыҙҙа аттың магияһы төрлө яҡлап асыла. Ҡылын яндырыу була – Аҡбуҙат батыр янына осоп-елеп килеп етә. Был изге мал еле менән дошман сафтарын йыға. Көс-ғәйрәте сикһеҙ. Уның ауыҙ күбеге яраны төҙәтә. Бик боронғо ваҡыттарҙа ир-егетте аты менән ерләр булғандар.

Ҡайһы бер әкиәттәрҙә бәйән ителгәнсә, изге толпар ергә тибеп шишмә сығарған. Ат тиренең еҫенән йылан ҡурҡҡан. Шуға яланда йәки урманда ҡунғанда эргәгә эйәр-йүгән һалғандар, ятҡан урынды ҡыл арҡан менән уратҡандар. Шул саҡта йыландан ҡурҡмай тыныс йоҡлағандар. Был ғәҙәт әле лә һаҡланған.

Беҙҙең изге мәсеттәребеҙҙең манараһын биҙәгән ай ҙа асылда ат дағаһы ул тип аңлатыуҙарҙы уҡығаным бар.

Бәлә-ҡазанан һаҡланыр өсөн өй янындағы ҡаҙыҡҡа йылҡы малының баш һөйәген элеп ҡуйыу йолаһы яңы заманға тиклем һаҡланған. Уның һөйәге лә ҡәҙерле булған. Беҙ бәләкәй саҡта аттың ыҡсым ғына быуын һөйәге менән бәрешеп, саҡ (саға) уйнай торғайныҡ. Шул һөйәктәрҙе иң күп йыйған малайға башҡаларыбыҙҙың көнләшеп ҡарағаны хәтерҙә.

Беҙ үҙебеҙ ҙә белмәҫтән атҡа бәйле күренештәр менән фекер йөрөтәбеҙ. 1979 йылда мин Ғәзим Шафиҡовтың ҡырҡ йәшенә арнап “Эйәр” тигән шиғыр яҙғайным. Ул шиғыр “Һәр таң һайын йөрәкһетә беҙҙе Уралтауҙың эйәр- һырттары” тигән юлдар менән бөтә. Эйәр-һырт тигәнем үҙемсә образлыраҡ әйтергә тырышыуымдан тыуғайны. Урал һырттарыңда, ысынлап та, эйәргә оҡшап торған урындар бар бит. Күгәрсен районына йыш сәфәрҙәремдең береһендә Бикбулат ауылында тәү ҡат булғайным. Унда Эйәртау бар икән. Мине уның үҙенән дә бигерәк исеме хайран итте. Баяғы шиғырымды яҙғанда мин Эйәртауҙың барлығын белмәй инем. Аҙаҡ тағы ла шуны белдем: ике башын уйһыулыҡ бүлгән Эльбрусты ярһыу аттың тояғы икегә ярған, имеш. Был тауҙы балҡарҙар Менгетау тиҙәр икән. Башҡортса әйтһәк, Эйәртау була. Бындай тап килеүҙәр һис кенә лә осраҡлы түгел. Тирә-яғындағыны һәр халыҡ үҙенең тормош-көнкүрешенә бәйле исемдәр менән атай.

Әле һүҙ күберәк эпостарыбыҙ, ҡобайырҙарыбыҙ, оҙон йырҙарыбыҙ тураһында барҙы. Шиғри жанрҙарыбыҙҙың бик үҙенсәлеклеһе, тик башҡорт фольклорына ғына хас йырҙар-сеңләүҙәр хаҡында ла әйтеп үткем килә. Ҡыҙ баланың тыуған йорттан ғүмерлеккә айырылып, кейәүгә оҙатылғандағы кисерештәрен башҡа халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында ла күрергә мөмкин. Ләкин уларҙың башҡорт сеңләүҙәре һымаҡ төҙөк жанр булып нығынғанын табыуы ҡыйын.

Сеңләү йолаһы беҙҙә һуңғы ваҡыттарға тиклем һаҡланып килде. Туйҙар ваҡытында ҡыҙҙың ошолай үҙенсәлекле йыр йырлап хушлашыуы һаҡланған төбәктәр бәлки әле лә барҙыр.

Кейәүгә оҙатылыр сағында ҡыҙ иң элек атаһына ҡарап сеңләй: “Атаҡайымдың аттары һыуҙан ғына сыҡҡан балыҡтай. Атаҡайымдың биргән ере янып та торған тамуҡтай”, “Ҡапҡа төбөнә тай туҡтаған, асып ебәр, атаҡай, ҡапҡаңды. Биргән малдарын кире ебәр, алып ҡал, атаҡай, балаңды”. Ҡыҙ әсәһенә лә сеңләп өндәшә: “Ҡылсылдама, тимен, турыҡай, ҡыл дилбегәңде өҙөрһөң. Илама ла, әсәйем, илама, үҙегеҙ биргәс, түҙерһең”. Сеңләүсе ағаһы менән еңгәһен дә өлөшһөҙ ҡалдырмай: “Йылҡынан була ҡола тай, һыйырҙан тыуа танаҡай. Туғаныңды утҡа һалдылар, йәл түгелме һиңә, ағаҡай?”, “Атыңа бесән һал, еңгәкәй, ауыҙлыҡтарын ал, еңгәкәй. Башыма яулыҡ япҡансы, татлы йәнемде ал, еңгәкәй”.

Кеше күңелен шул тиклем нескә күрһәткән миҫалдарҙы күп килтерге килә, әммә мәҡәләнең мөмкинлектәре сикләнгән. Был китапты ҡулына алған кеше сеңләгәндәге ҡыҙҙың кисерештәрен һуңғы бүлектәге үрнәктәрҙе уҡып, тулыраҡ белер. Туйҙы яҡшы үткәрер, ҡыҙҙы оҙатыр өсөн аттарҙың иң яҡшылары егелгән. Сеңләүҙәрҙең күпселек строфаларында сеңләүсе ҡыҙ аттарға өндәшмәй, уларҙы телгә алмай ҡалмай. Сеңләүҙәр тураһында һөйләгәндә уларҙың мөһим бер үҙенсәлеге хаҡында ентекләберәк әйтке килә. Ортодак- саль, ҡайһы саҡта хатта фанатик мосолман йәмғиәттәре менән сағыштырғанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошо күпкә иркенерәк булған. Улар һыбай йөрөгәндәр, яу ваҡытында ирҙәре менән хатта Париждарға барып еткәндәр. Билдәле йырҙы үҙгәртеп әйтһәк, ҡайҙа ғына булмаған да ниҙәр генә күрмәгән ҡатын-ҡыҙ башы.

Ләкин киләсәктә илде һаҡлар, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлар батырҙарҙы әсәләр үҫтергән, уларҙың күңелендә халыҡтың тормош аҡылы, йәшәү ҡағиҙәләре, күп һынауҙарҙы үткән тәрбиә мәктәбе нығыраҡ һаҡланған. Әлбиттә, уларҙың бик ныҡ рәнйетелгән, хатта донъянан төңөлөр саҡтары ла аҙ булмаған.

Ҡыҙҙарҙың аһ-зары, мөлдөрәмә тулған күҙ йәштәре күпме сеңләүҙәрҙән йөрәккә түгелә. Һүҙҙәре күңелде яралай. Ләкин кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙарҙың барыһы ла бәхетһеҙ булмаған, әлбиттә. Уларҙың туйҙы шатланып, көтөп алғандары ла туғандарынан айырылғанда йоланы үтәп, барыбер сеңләргә тейеш. Сеңләү ваҡытында ҡыҙға тулыһынса иркенлек бирелгән: ул атаһына ла, әсәһенә лә әйтер һүҙен әйтеп ҡалған. Көсләп кейәүгә бирелгәндәре үҙенең рәнйеү һүҙҙәрен, аһ-зарын асыҡтан-асыҡ әйткән. Бәхетлеләре йола буйынса сеңләгән. Нисек кенә булмаһын, сеңләүҙәр башҡорт ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын арттырған, улар ҡурҡмайынса һүҙ әйтеп ҡала алған.

* * *

Элек-электән килгән ҡунаҡтың дуғаһы менән өйгә доға килә тигәндәр. Йылҡы йылы бәрәкәтле, уңышлы йыл тип ышанғандар. Хыянатһыҙ кешене эт һымаҡ тоғро тигәндәр. Шул уҡ ваҡытта бик асыуҙары килгән саҡта эт тип әрләйҙәр ҙә бит. Ә бына берәйһенә асыуы килгәндә уны ат тип һүкмәйҙәр. Эт хаҡында халыҡтың бик үк йырлап барғаны ишетелмәй. Ә бына атты данлау, уның менән юлдаш булыу, бергә шатланыу, ауырлыҡтарҙы бергә йырып сығыу тураһында башҡорт йырҙарында йөҙәр ҡат ҡына түгел, меңәр тапҡыр әйтелгән.

Был традициялар шиғриәтебеҙҙә лә дауам итә. Уларҙың сағыуц-сағыу өлгәләрен тикшереү, өйрәнеү айырым бер махсус хеҙмәт таларп итә. Был юлы шуларҙың бөгөнгө  көндә яҙылғандарының береһенә – Зөлфиә Ханнанованың шиғырына иғтибарҙы йәлеп иткем килә:

Аттар саба. Азатлыҡтың

Белә улар хаҡтарын.

Төнгөлөккә тышамағыҙ,

Зинһар, башҡорт аттарын!

 

Тышамағыҙ! Ер күп бит ул

Рәсәй тигән киңлектә.

Исмаһам, бер таңға саҡлы

Аттар сапһын иректә!

Аттар сапһын иректә…

Аттарыбыҙ ҙа, халҡыбыҙ рухы ла тышауһыҙ булһын. Урал батыр вариҫтары икәнлегебеҙҙе, аттарыбыҙҙың Аҡбуҙат тоҡомонан булғанлығын онотмаһаҡ, тарихтағы тамырҙарыбыҙҙы тәрәндәнерәк барлаһаҡ, киләсәктә атлар юлдарыбыҙҙы хәстәрлерәк байҡаһаҡ ине.

Март, 2015 йыл.

Читайте нас: