Үҙемдә һиҙмәҫтән, яңылыш парта ситенә һуғып, ҡап уртаға һындырып ҡуйҙым. Барыһы ла «аһ» итте. Тиҙ генә пластилин киҫәге табып, йәбештереп, кире өҫтәлгә һалдым.
Дәрес башланғас, уҡытыусыбыҙ картанан ниҙер күрһәтмәксе булып, указканы ҡулына алғайны, яртыһы өҫтәлдә ятып ҡалды. Синыфташтарым «пырх» итеп көлөп ебәрҙе.
-Кем һындырҙы? –тип уҡытыусыбыҙ классҡа төбәлде. Тынлыҡ. Башымды аҫҡа эйеп, шым ғына ултырам.
-Тәк, тимәк үҙ ғәйебен танырға теләмәгән был уҡыусы - бик ҡурҡаҡ кеше икән... – тигәйне, ҡыҙарып – бүртенеп, һикереп килеп торҙом.
...Ҡай саҡта үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, яңылыштан ауыр һүҙ әйтеп, йәки төҙәтә алмаҫлыҡ хата, гонаһ эшләп, кеше күңелен китәбеҙ, кеше яҙмышын һындырабыҙ.
Бер киҫелгән икмәкте кире йәбештереп булмағандай, быяла һымаҡ сатнап – ярылған күңелде, өҙөлгән ғүмерҙе кире ялғап булмаясағын, ваҡытында аңлап етмәйбеҙ шул.