Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Август 2024, 13:50

Ҡыр ҡаҙы. Миннегөл Солтанғолова

Йәш ваҡытта ҡаҙҙар аҫырай инем, һуңынан ҡаҙҙарҙы баҙарҙан алып аҫыраным Шулай, бер йылды, ун йыл тирәләрендә, ҡаҙҙар алдым, баҙарҙан, линда породаларынан, утыҙҙан ашыу итеп.


Көн һайын, көндөҙ ҡарарға барғанда, кис алырға барғанда, бер ҡыр ҡаҙы осоп китә ине, беҙҙең килгәнде күреп. Балалар ҙа, иремдә замечать иткәндәр.
Эй, шул ҡаҙҙы ныҡ йәлләнем, йөрәгем һыҙланы, әллә күпме онота алмай йөрөнөм,хатта күҙ ҡараштарын да тойҙом.
Икенсе йылы, унан башҡа йылдарҙа ҡаҙҙар аҫырарға тура килде. Эйеккә, ҡаҙҙар ҡарарға, алып ҡайтырға барһам да, нишләптер шул ҡаҙҙы көттөм,һаман да йөрәгем һыҙлауы үтмәгәйне әле.
Ул ҡыр ҡаҙы нишләргәндер инде, үлгәндерме, йә булмаһа берәй төркөмгә ҡушылып киттеме, или же инә ҡаҙ булһа, минең ҡаҙҙарҙан йомортҡа һалып, үҙенә
сепейҙәр сығарып, үрсеп киттеме, аллаһы тәғәләгә генә билдәле.
Тик нишләптер шуныһы тағын ғәжәп, бер нисә йыл ҡаңғылдашып, күмәкләп, беҙҙең өйҙөң өҫтөнән үтеп китәләр ҙә, беҙ югерешеп сығабыҙ, балалар фотоға төшөрөп алалар ине. Беҙҙе күргәс, тағы ла бер әйләнеп осоп, шунан юлдарын дауам итерҙәр ине.
Шунан һуң бер ваҡыт юлдан ҡайҙалыр китеп барһам, ҡаңғылдашҡан тауышҡа һиҫкәнеп күтәрелеп ҡараһам, ҡыр ҡаҙҙары, тағы ла бер уратып әйләнеп киттеләр . Шулай булғас ниндәй фараз яһарға була инде, тимәк ул яңғыҙ түгел хәҙер, бәлки ысынлап та үҙенә төркөм яһап алғандыр, минең ҡаҙҙарым ырыҫынан.
Бәлки, шул инә ҡаҙ, мине танып шулай сәләмләгәндер, тигән һығымтаға килдем мин.
Шулай, мөғжизәләр үҙебеҙҙең арала икән.
Бына шулай, аҙна - ун көн тирәһендә, йырым яҙылды, көйө лә бар.

Ҡыр ҡаҙы.

1.
Ҡыуып төшәм , һәр көн һайын
Эркелдереп, ҡаҙҙарымды?..
Бер ҡыр ҡаҙы, көтөп йөрөй
Һыу буйында, ҡоштарымды?..

Ҡушымта.

Ҡыр ҡаҙы, эй, ҡыр ҡаҙы
Ни эшләп берәү , ни эшләп яңғыҙ?..
Ни эшләп ҡалдың, төркөмөңдән
Ни эшләп моңһоу , ни эшләп парһыҙ ?..

2.
Баштарында, ҡара ҡайғы
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡтыр?..
Әҙме ни һуң, был донъяла
Тороп ҡалған , аҙашҡандар?..

Ҡушымта, шул уҡ. 

3.
Иҫтәремдән, сыҡмай һаман
Шул ҡыр ҡаҙы, нисә йылдар?..
Мөлдөрәтеп ҡарауҙары
Яндарына барһам, әгәр?..

Ҡушымта, шул уҡ.

4.
Яңғыҙлыҡтан ялҡманыңмы
Үтте инде нисә йылдар ?..
Үҙ урының әллә таптың 
Һин ҡайҙарҙа икән хәҙер?..

Ҡушымта, шул уҡ.


Читайте нас: