Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Июль , 13:52

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА Машиналы ҡоҙа Юмореска

Ауылға ҡайтҡанда, кейәүе ватып, йүнәтә алмай, ҡалдырып киткән запорожесын, Мансаф ҡарт гараждан урамға этеп сығарҙы. Белмәгән кеше, моғайын да, әле генә конвейерҙан сыҡҡан машина, тип уйлар ине. Сағыу зәңгәр төҫтә. Уң яҡтағы фарын иҫәпкә алмағанда, сыйылмаған, бөгөлмәгән...

Хәрәкәтһеҙлек кешене генә түгел, техниканы ла эштән сығара шул ул.
Ҡарт шундағы эскәмейәгә ултырҙы. Тороп машина тирәләй әйләнеп сыҡты. Тәгәрмәстәрен типкеләп ҡараны, капутын асып аккумляторын, башҡа детальдәрен күҙҙән үткәрҙе һәм ниһәйәт:
-Нәүжели, мин, 40 йыл баранҡа артында йөрөгән кеше, ошо “өтөк”тө генә көйләй алмаҫмын?!. – тип, үҙ алдына һөйләнде. Тауышҡа өйҙән ҡарсығы йүгереп килеп сыҡты:
-Нимә тиһең, атаһы?
-Һиңә әйтмәйем, үҙем менән һөйләшәм.
-Үҙең менән? Ни булған тағы?..
-Әсәһе, әйт әле, мин ошо “өтөк”тө көйләй аламмы, әллә юҡмы?
Ҡарсыҡ бер ҡартына, бер ЗПР – ға ҡарап алды ла:
-Һин заманында ЗИС-тарҙы көйләгән кеше!.. Атаһы, алаһың, кәнишнә алаһың, тине.
-Мин дә шулай тип уйлайым.
Ҡарт руль артына ултырҙы. Күптән йылы арт һыны тоймаған, кипкән күн кресло, шығырҙап китте... Асҡысын бороп, яй ғына газға баҫҡас та, “өтөк” һелкенмәне, ҡыҙырға уйлап та ҡараманы.
***
Был запарожесты нәҫел риликвияһы тиһәң дә була инде. Әхәт ҡоҙаһына, һуғыш ветераны тип, район үҙәге етәкселеге бүләк иткән. Ул тарих уҡытыусыһы, ҡулына ручканан да ауыр эш ҡоралы тотмаған кеше, улдарым үҫкәс йөрөрҙәр әле тип, бүләкте гаражына индереп бикләп ҡуя. Өлкән улының машинаға бик иҫе китмәй. “Кәзә” матайы ла бынамы тигән!.. Шул бәләкәсе - Хәсән, юғары уҡыу йортон тамамлап, өйләнеп, уҡып права алғас ҡына, машинаға йән өрҙө. Ҡала араһында бик йөрөмәһә лә, ял етһә, ғаиләһен, дүрт бажаһын тейәп, ауыл яғына елдерә... Кейәүҙәре шәп Мансаф ҡарттың. Ҡайтыуҙарын һағынып, мунса яғып, ике көнгә эш фронты, һый-хөрмәт әҙерләп көтөп тора. Эше лә миҙгеленә ҡарап инде... Ауылда эш бөтәме?..
Ҡаланан район үҙәгенә тиклем юл яҡшы. Район үҙәгенән силсәүеткә тиклем дә түҙерлек, ә силсәүеттән ауылға тиклем, юл ҡара баҫыу уртаһынан үтә. Аяҙ көн нишауааа, машинаға ауыр булһа ла, ҡойроғон һыртына һалып, тызырыйып һөйрәй меҫкенем. Ә көндәр гелән ҡоро тормай. Ямғыр яуып үтһә, ҡара ер майлы батҡаҡҡа әйләнеп, машинаны орсоҡ урынына бейетә. Ундай ваҡытта бажалар машинанан төшөп, буксавать итһә - этеп, батҡаҡҡа батһа - күтәреп, үҙҙәре билдән бысраҡҡа батып, ауылға тиклем йәйәү ҡайтҡан саҡтары ла күп булды. Шулай, ярайһы ғына хеҙмәт иткәндән һуң, был ҡайтҡандарында теге бахыр машина, һуңғы һулышын алып, “үлде”лә ҡуйҙы.
Йәштәр ҡалаға поезд менән ҡайтып киттеләр. “Өтөк” шулай итеп ауылда ултырып ҡалды.
***
Күрше ауылда йәшәгән Сафа танышы йомош менән һуғылмаһа, һаман шунда ултырыр ине әле ул. Йомошон йомошлап, ҡайтыр юлына сыҡҡас, танышы башы менән машина яғына ымлап Мансаф ҡарттан:
-Йөрөймө?
- Юҡ.
- Үҙең йөрөмәһәң, һат миңә!
Мансаф ҡарт:
-Ул инде, Сафа, йөрөрҙәй машина түгел, әтеү үҙем йөрөр инем... Хәйер, бәлки яҡшылап йүнәтеп алғанда, китер, белмәйем...
-Ҡарап, йүнәтеп ҡарале һин уны, дуҫ! Минең кеүек простой колхозсыға машина тураһында хыялланырға ғына... Йөрөп китһә, хаҡын килешербеҙ, тине.
-Үҙеңдең ЗПР-ң ҡайҙа булды?
-Минең малайҙар уны күптән уйынсыҡ итеп йөрөтөп, ватып бөттө,- тине Сафа ҡарт көрһөнөп. Әле бесәнгә йөрөргә бынамын тигән ине...
-Шулаймы ни?.. Ә бына быны белмәйем, бәлки, ысынлап, бик яҡшы ремонт булғанда йөрөп китер, - тип, Мансаф ҡарт, танышының күңеленә өмөт осҡоно һалды.
-Китер, китер, Мансаф, китер! Һин дә эшләмәһәң, кемдең ҡулынан килһен ул эш?... Унан кире, яҡын-тирә лә уҡыған шофер һин генә, тип тә ебәргәс ҡарт ризалашты. Шунан, тик торғанда, артыҡ аҡса ла кеҫәһен тишмәҫ. Кейәүе лә металлаломға һал, тине. Урамда урын алып ултыра, урыны ла бушар. Ана, үҙенең Москвич һорап яҙған ғаризаһы район үҙәгендә һаман ята. Участник войны тип кенә сиратын алға күсермәһәләр, әле бик оҙаҡ еңел машина ала алмаясаҡ.
* * *
Шулай итеп, хаҡлы ялда ятып арыған Мансаф ҡарт, был машинаны ремонтлап ҡарарға булды. Бер көн гаражына инеп, тимер-томорҙарын ҡараштырып, кәрәктәрен тележкаға айырып алды. Ауыр арбаны машинаһы янына этеп сығарып, мөмкин булған бөтә запчастарын өр яңыға алыштырҙы. Булмағандарын район үҙәгенә барып, һатып алып ҡайтты. Ҡалған иҫке майын, бензинын түгеп, багын яңынан тултырҙы. Шулай аҙна ун көн маташты ул.
-Инде лә ҡыҙмаһа?... Ҡыҙырға тейеш, тип, бисмиллаһын әйтә-әйтә ҡарт руль артына ултырып, асҡысын борҙо, тиҙлек рычағын ысҡындырып, яйлап ҡына газға баҫты.
Ауыр һулыш алып, машина ҡыҙам тигәндәй өмөтләндереп выжлап ҡуйҙы һәм
ҡартты аңлағандай, инәлдереп кенә булһа ла, ҡыҙып китте.
-Һааай, яп яланаяҡ малай, эшләнем бит, - тип, балаларса ҡыуанды ул. Иң бәләкәй тиҙлеккә ҡуйып, ҡапҡа алдында әйләнеп йөрөнө-йөрөнө лә, магазин яғына ыңғайланы. Инеп бер сикүшкә алып сығып, сидениеһы аҫтына тыҡты. Был што бы ҡарсығы күреп, алмаһын өсөн.
Ишек алдында тауыҡтарына ем һибеп йөрөгән әбейе, бабайының ҡәнәғәт йөҙөн күреп:
-Һай, үҙемдең ҡартым, ҡулдарың алтын бит һинең, алтын, тигәс, күңеле иреп китеп, сидениеһы аҫтына тыҡҡан теге сикүшкәне килтереп сығарҙы.
-Быны йыуырға кәрәк, әсәһе, әтеү кире ватылып ҡуйыуы бар.
-Кейәү ҡайтҡас, бергә йыуыр инегеҙ әле.
-Эйе, ти, хәстрүш, мин эшләйем, кейәүең эсһен... Мин нисә көн машина аҫтында яттым, инде билем ҡатты.
-Ярай, ярай, эс инде, әтеү барыбер ҡуймаҫһың һин уны.
Ҡарт машинаны кире ҡапҡа эсенә индереп ҡуйҙы ла, ҡулын йыуып өйгә инде.
Ҡарсығының өҫтәле әҙер ине инде. Ҡайһы арала йәш бәрәңге индереп, ярып бешергән. Баҡсанан йәшел һуған һабаҡтары, ҡыяр, әнис йүгертеп алып инде. Иртәнге шыйыҡ ҡаймаҡ... Ҡарсығы шәп уның. Һүҙһеҙ ҙә аңлай.
***
Кейәүенең ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп алды Мансаф. Тамаҡ ялғап алғас, машина эргәһенә сыҡтылар. Ҡайныһы бик эре генә руль артына ултырып, ҡыҙҙырып ебәрергә уйлаған ине, тик машина ҡыҙманы ла ҡуйҙы. Йәнә капут эсенә инеп киттеләр. Күҙгә салынған бер етешһеҙлек тә юҡ кеүек. Урамға сығарып бер тын этәп йөрөткәс, ҡыҙып китте теге гонаһшымлығы. Күл буйына барып әйләнделәр. Ҡайтышлай магазинга һуғылдылар.
Мансаф ҡарт:
-Ҡарале, кейәү, әллә пока ҡыҙғанда, Сафа ҡарт һатып алам тигән дә, машинаны илтеп бирәйекме тим?..
- Алып барыуын, алып барырбыҙ ҙа ул, ә һуңынан ҡыҙмай ҡуйһа?..
- Урамына индереп ҡуйыу көс. Ҡалғаны уның эше... Унан кире, һүтеп өр яңынан йыйҙым, эсен яңырттым, әле йөрөргә тейеш... Бер аҙ артынан этеп тә ебәрһә, әле йөрөр ул, йөрөй...
-Әллә инде, ҡайны, үҙең ҡара, минең таныш түгел, аҙаҡ һүҙе үҙеңә... Ҡаңғыртмаҫмы?
-Ҡаңғыртмааааҫ. Мин уға көсләп ал тимәнем дә инде, үҙе бәйләнде, һат та һат, тип!..
***
Сафа Мансафты ҡолас йәйеп, ҡапҡаһын шар асып, ҡаршы алды. Машина һатыусы урам эсенә үтмәй, ҡапҡа алдында почетный бер нисә круг биргәс:
-Бар, күршеләреңде көнләштереп, тимер атыңда,
ауылыңды бер итеп әйләнеп кил әле тип, бисмиллаһын әйтеп, Сафаны руль артына ултыртты.
Сафа:
-Булдыраһың, Мансаф, булдыраһың, тип әйттем бит мин һиңә!.. Маладис, рәхмәт! Бөрйән ҡоҙалар ҡунаҡҡа саҡырғандар ине, бик ваҡытлы алып килдең... Кәйефе күтәрелгән Сафа ҡарт йырлап уҡ ебәрҙе:
Мин дә айға менер инем,
Арттан булһа төртөүсө,
Минең Мансаф дуҫым кеүек
Күттән булһа этеүсе, - эйе бит Мансаф дуҫ, һинең кеүек шәәәп дуҫ!..
-Ярай, ярай, әйҙә, поехал! – тип машинаның артынан этеп ебәрҙе Мансаф.
Бер әйләнеп йөрөп килгәс, йәнә ике-өс круг бирҙе машина хужаһы. Шунан ҡапҡаһы эсенә индереп, һүндереп ҡуйҙы.
Алыш-биреш итешкәс, инеп сәй эсеп алдылар. Шунан Сафа Мансафты ауылына алып барып та ҡуяйым тигән ине, ҡарт ҡаршы булды. Бәләһенән баш аяҡ, йә кире ҡыҙмаҫ, тип уйланы ул эстән...
***
Күпме ғүмер үткәндер, йөрөй алдымы ул машинала Сафа танышы, әллә юҡмы?!.. Хәбәр фәлән булманы, әммә:
-Сафа ҡарт Бөрйән ҡоҙаһына үҙ машинаһында ҡунаҡҡа барып ҡайтҡан! – тигән шатлыҡлы хәбәр, ҡарттың данын ауылдаштары алдында бермә-бер күтәрҙе. Ә Бөрйәндәр өсөн ул ғүмерлеккә “Машиналы ҡоҙа” булып ҡалды.
Шулай ҙа бер ауыл аша үткәндә Сафа үҙе инеп:
- Мансаф, пажалуста, шул машинаңды килеп алып кит, үҙем өҫтәп аҡса бирермен... Йүнләп йөрөй алманым мин унда, урамымда урын алып, серванттағы сувенир һымаҡ ултыра шунда, - тип, әйтеп сыҡты.
Мансаф ҡарт, әлбиттә, танышына аҡсаһын ҡайтарып бирҙе. Ә машина әле булһа урамын йәмләп ултыра тиҙәр.
Уҡыусым, һеҙ күршегеҙҙең ҡапҡа эсенә күҙ һалығыҙ әле, бәлки Сафа ҡарттан матур машинаһын һатып алыусылар табылғандыр?..

Читайте нас: