Йыл да шулай: февраль, март айҙары етһә – көн аша тиерлек ҡар яуа, бөтә ер, ағастар өҫтөн, йорт – ҡаралты ҡыйыҡтарын ҡарлы ҡалын юрған менән ҡаплай. Шунан ел – дауылы башлана. Беҙҙең Көньяҡ Урал тауҙарының итәгендә урынлашҡан ауыл – ҡасабалар араһында ҡоторонған был аҡман – тоҡман аҙналар буйына һуҙыла ла ҡуя. Ҡаршыға ел иҫһә, ышыҡһыҙ урында күҙҙәремде асырмын, тип уйлама ла.
Бына беҙгә, тимер юлында эшләүселәргә, бик ауырға тура килә был осорҙа. Туҡтауһыҙ яуған ҡар станцияларҙа урынлашҡан, рельстарҙы бер юлдан икенсеһенә күсереүсе стрелкаларҙы ҡаплай, уларҙың араһына тула. Шуға ла ваҡыты менән ҡарҙы көрәп, таҙартып торорға кәрәк. Был – путеецтар бригадаһының эше. Ҡар күп яуғанда, ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, улар алмашлап дежурға сыға. Беҙгә, вагондар ҡараусы – ремонтлаусыларға ла еңелдән түгел. Беҙ хеҙмәтләндергән Шартым – Мансур перегоны алты саҡрымға һуҙыла. Шартым станцияһы тигеҙ ерҙә урынлашһа ла, Саңғалыҡ диорит карьерының ҡырсынташ онтаусы, йыл әйләнәһенә саң – туҙан борҡотоусы заводын, өҫтә, Ирәндек тауының бейек бер түбәһендә төҙөгәндәр. Аҫтан - өҫкә, тепловозға таҡтырылған буш вагондарҙы мендереү бер ни тормаһа ла, ҡырсынташ тейәлгән, һәр береһе етмеш тоннаға тиклем тартҡан ауыр вагондарҙы текә, оҙон үрҙән аҫҡа төшөрөүе еңелдән түгел!
Текә үрҙәр бик хәүефле һанала. Сөнки был яуаплы эштең үҙ ҡағиҙәләре, үҙ хикмәте бар. Беҙ, «вагонник» тар, тәү сиратта поездың тормоздары, уларҙың хәүефһеҙ йөрөшө өсөн яуаплыбыҙ. Ҡышҡы осорҙа рельстар өҫтөнә яуған ҡар тәгәрмәстәр менән тормоз колодкалары араһына тула, уларҙың ҡыҙыулығы эсеһенән иреп, һыуға әйләнеп, тормоздарҙың тотоу кимәлен ҡырҡа кәметә. Ауыр ҡырсынташ тейәлгән вагондар тепловозды арттан гөрә, тепловоз һәм алдағы вагондар рельстарҙан сығырҙай булып, кәмә һымаҡ уңға – һулға сайҡала. Машинист нисек булһа ла составтың тиҙлеген кәметергә тырыша. Шартымка ға етер алдынан, ике саҡрымдай тигеҙерәк урында , ниһәйәт, поездың тиҙлеген кәметергә өлгәшә. Беҙ, мин һәм машинистың ярҙамсыһы, ауыр, көсөргәнешле хәлдән һуң еңел итеп тын алабыҙ. Сөнки был перегонда бер нисә йыл элек ҡот осҡос авариялар булған.
Диорит карьеры заводтан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда минең ауылдашым Илдар эксковаторсы булып эшләй. Ул - уртаса буйлы, киң яурынлы, ҡуңғырт йөҙлө, сөм ҡара сәсле, һоро күҙле, инде ҡырҡ йәшенә кереп барған, донъя күргән ир – егет. Ул үҙе менән бергә эксковатор машинисы булып эшләүсе Пашка – миллионер тураһында һөйләргә ярата. Ниндәй миллионер икән, тип үҙемдә ҡыҙыҡһындым.
Павелды бик сәйер кеше тиҙәр. Ҡала ла үҙ фатирында йәшәй. Эштә егәрле булһа ла, иптәштәре менән артыҡ ныҡ аралашып бармай. Төрлө байрам табындарынан, тыуған көн үткәреү мәжлестәренән төрлө һылтау табып, ситтә ҡала. Үҙе тартмай – эсмәй икән. Уның был сәйер ҡылығына баһа биргән иптәштәре, уны аҡса ҡоло, тип уйлағандар. Шуға ла араларындағы бер әсе теллеһе уға Пашка – миллионер, тип исем таҡҡан. Иң ҡыҙығы шунда: ул башҡорт телен бик яҡшы аңлай, акцент менән булһа ла, бик матур һөйләшә икән. Бала – сағында башҡорттар араһында үҫкән имеш...
Уның был сәйер ҡылығының серен яңыраҡ ҡына ошо карьерҙа тау мастеры булып эшләүсе Сабир Марат улы , башҡаларға Павелдың үҫмер сағынан балалар йортонда тәрбиәләнеүен, күп ауырлыҡтар кисереүен, шуға ла аҙаҡ ярҙам йөҙөнән эшләгән аҡсаһының күпмелер өлөшөн – үҙе тәрбиәләнгән балалар йортоноң иҫәбенә күсереп тороуон аңлатҡан. Баҡһаң, ул үҙенең ял көндәрен, хатта йәй айҙарында алған алған отпускаһын – шул етем балалар араһында уҙғара икән. Бына һиңә Пашка – миллионер, тип ғәжәпләнгән егеттәр. Аҙаҡ әлбиттә, Пашка ға ҡарата уларҙың ихтирамы артҡан.
Илдарҙың һөйләгәндәре минең күңелемдә ниндәйҙер хис – тойғолар уятты, хәтер һандығын аҡтартты. Минең дә заманында үҙемдән бер нисә йәшкә кесерәк, ҡаҡса кәүҙәле, һары сәсле, зәңгәр күҙле, бит алмалары ваҡ ҡына һипкел менән ҡапланған, башҡортса һин дә мин һөйләшкән Пашка исемле дуҫым бар ине. Шул түгелме икән хәҙерге Пашка – миллионер? Эх, илаһи уйҙарға бирелеп, үҙемдең инде бер ваҡытта ла кире ҡабатланмаҫ, бар булмышыма сихри нур, йылылыҡ, ҡабатланмаҫ матурлыҡ сәсеүсе бала – сағыма әйләнеп бер ҡайтайым әле.
...Сентябрь башының йылы, ҡояшлы бер көнөндә, матур ҡарағас урманының ситендә генә урынлашҡан һигеҙ йыллыҡ ауыл мәктәбенең, етенсе класында тарих дәресендә ултырғанда, тәҙрә аша ауыл өҫтөнән ҡуйы, ҡара төтөн күтәрелгәнен күрҙек. Кемдер:
-Янғын! – тип ҡысҡырҙы. Уҡытыусыбыҙ Әкрәм Харис улы:
Шым ғына ултырығыҙ, - тине лә директор бүлмәһенә ашыҡты. Беҙ, түҙемһеҙерәк өс – дүрт малай, уҡытыусы коридорҙа юғалыу менән тышҡа атылдыҡ. Әбейҙәр сыуағының йылы, ҡояшлы көнөндә күселек ауыл халҡы урман сиендәге баҡсаларында бәрәңге ҡаҙый ине. Күрәбеҙ, кешеләр
-Янғын, янғын! – тип ҡысҡырышып ауыл яғына йүгерешә. Беҙ ҙә улар артынан эйәргәйнек, юлыбыҙҙы хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Ришат Искәндәр улы бүлде.
-Йөрөмәгеҙ унда, күрмәйһегеҙме, янғын ҡыҙғандан – ҡыҙа, ана, шифер киҫәктәре шартлап, ярылып хатта бында тиклем осоп килеп етә. Газ баллондарының да шартлауы ихтимал! – тигәс, туҡтап ҡалдыҡ. Ысынлап та, ҡуйы ҡара төтөн, геүелдәп янған ҡыҙыл ут телдәре беҙҙең Тау урамы өйҙәрен солғап алғайны. Беҙ, тиеүем, ул минең класташым, дуҫым Айвар була инде. Етмәһә, беҙ – күршеләр, йорттарыбыҙ бер – береһенә ҡаршы ғына тора. Тамағыма ниндәйҙер төйөр килеп тығылды, күңелемде ҡурҡыныс шом баҫты, күҙҙәрем йәшләнде.
Айвар менән бер – беребеҙгә күҙ һирпеп алдыҡ та, шым ғына, был ығы – зығыла мәж килгән уҡытыусылар, ҡарт – ҡоро төркөмөн урап үтеп, картуф баҡсалары аша ауылға, үҙебеҙҙең урам яғына һыпырттыҡ. Килһәк, унда мәшхәр! Биҙрә тотҡан кешеләр тегендә – бында йүгерешә. Ҡыҙыл төҫтәге өс – дүрт янғын һүндереү машинаһы шатор – шотор килеп янған, эҫелегенән эргәһенә яҡын да барырлыҡ булмаған йорт - ҡураларға һыу һиптерә. Тирә – яҡта илаш, ҡысҡырыш. Аҡ халат кейгән ике апайҙың береһе кемгәлер укол ҡаҙай, икенсеһе тракторист Солтан ағайҙың ҡан һарҡыған башын аҡ бинт менән бәйләй. Бер ят ағай тегеләй – былай йүгерекләп, янғынды киноға төшөрә, телевидениенән килгәндер күрәһең...
Әле янырға өлгөрмәгән эргәләге өйҙәрҙең тәҙрә рамдарын ҡутарып алып, кешеләр йорттар эсенән төрлө кейем, әйберҙәр ташый. Үҙәк урам төрлө кейем – һалым, йорт йыһаздары менән тулған.
...Ошо янғында беҙҙең урамдың ун бер йорто ҡураһы – ние менән бергә янып көлгә ҡалды. Тау урамының иң ситендә урынлашҡан беҙҙең йортобоҙҙың соланына ут ҡапҡайны инде, көс – хәл менән һүндереп өлгөрҙөләр. Ә бына һарай менән мунсабыҙ янып бөттө. Урамыбыҙ янғындан һуң өс – дүрт тәүлек төтәп ятты. Янып бөткән йорттарҙың мейестәре генә һерәйеп тороп ҡалған ҡотһоҙ урам аша үтеүе ҡурҡыныс, ҡыҙғаныс ине. Барыбыҙҙың да күңеле төшөнкө, күҙҙәрҙә -- һағыш. Үҫмер генә булһаҡ та, атай – инәйҙәрҙең өҫтөнә ниндәй ҙур бәлә, ауыр һынау төшкәнен аңлайбыҙ. Өс көн буйына янғын һүндереү машиналары килеп, төтәп ятҡан бүрәнә ҡалдыҡтарына һыу һиптертте. Кистәрен көтөүҙән ҡайтҡан мал – үҙҙәренең тороп өйрәнгән ҡураларын таптырып баҡырышты. Йортһоҙ ҡалған ауылдаштар ваҡытлыса клубта, мәктәп интернатында йәшәне. Алғы баҡсабыҙҙа үҫкән муйыл ағасын янғындан һуң тере ҡалған әтәс – тауыҡтар төнлөк итеп һырып алды. Янғынды ла шул тауыҡтар таратты, тип һөйләнеләр аҙаҡ.
Эш былай була. Үҙҙәре генә өйҙә ҡалған дүрт – биш йәшлек малай менән туғаны, үҙҙәренсә уйнайбыҙ типтер инде, һарай башындағы ҡоро бесәнгә ут төртә. Янғын сыҡҡас, үҙҙәре күл буйына ҡасалар. Был ваҡытта ололар ҡырҙа, бәрәңге баҡсаһында була. Һарай башында йомортҡа һалып йөрөгән, йөндәренә ут тоҡанған тауыҡтар ҡурҡыштарынан күрше ихатаға һикереп, осоп төшәләр. Унда ла ут тоҡана. Етмәһә, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ел ҡотора. Ярай әле, бәхеткә күрә тотош ауыл янып китмәй. Янғынды көс – хәл менән ауыҙлыҡлап ҡалалар.
Аҙағыраҡ, йортһоҙ ҡалған ғаиләләрҙе силсәүит ваҡытлыса ауылдағы буш өйҙәргә урынлаштырҙы. Уларға ярҙам йөҙөнән күпмелер аҡса бүлде. Халыҡ та хәленән килгәнсә ярҙам итте бәләгә тарыусыларға.
Ут күршебеҙ Айварҙың атаһы Тәлғәт бабай урман мастеры булып эшләгәс, улар урмансылар йәшәгән кардон да буш торған бер йортҡа күсеп сыҡтылар. Оҙонлоғо ике саҡырымға еткән Мәрйен күленең төнъяҡтағы өлөшөн Төпкүл тип йөрөтәләр Ул ҡуйы ҡарағай урманы менән уратып алынған бик матур тәбиғәт мөйөшө. Ситтәрен ҡамыш баҫҡан ҙур ғына һаҙлығы ла бар. Йорт күтәргән саҡта халыҡ шунда мүк сығара. Бында, ҡамышлы урында табан балығы ныҡ үрсегән, кәмәлә балыҡ ҡармаҡларға төшһәң, ике сәғәт эсендә бер биҙрә табан балығы ҡаптырырға була.
Төпкүлдең яр ситендә һигеҙ йорттан торған кардон - урмансылар торлағы урынлашҡан. Унда үҙҙәренең ғаиләләре менән урмансы Николай, оҙаҡ йылдар егерь булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Артём ҡарт үҙенең әбейе менән, шулай уҡ урмансы Хәкимйән, балта оҫталары Мәүлитйән менән Айрат, урмансылыҡтың тракторсыһы Фәғәл ағайҙар үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Ауылдан кардонға тиклем бер саҡрым. Юл күл ситенән, ҡуйы урман аша үтә. Шәмдәй төҙ ҡарағайҙар, йөҙйәшәр ҡарағастар үҫә бында. Әкиәттәгеләй гүзәл, матур урындар!
Айвар дуҫым үҙенең Тәлхә ағаһы, Нурия апаһы һәм кардонда йәшәүсе башҡа малай – ҡыҙҙарға эйәреп, ауыл мәктәбенә уҡырға йөрөй. Ҡай саҡтарҙа мин дә уларға эйәреп ҡунаҡҡа барам. Күңелле унда, тыныс. Сафиндар йәшәгән ҙур йорт ныҡлы ҡарағас ағастарынан буралған. Алғы баҡсаларында алмағас, миләш ағастары үҫә.
Ял көндәре булһа – иртән тороп сәй эсәбеҙ ҙә, беҙ, бала – саға, күмәкләп урманға еләк, бәшмәк йыйнарға йөрөйбөҙ. Беҙгә үҙенең Оксана исемле һеңлеһе менән урмансының ҡыҙы Настя ла эйәрә. Ул - беҙҙең тиңдәш, бер синыфта уҡыйбыҙ. Уларҙың себер лайкаһы тоҡомонан булған Стрелка исемле эте лә беҙҙән ҡалмай. Сос, һиҙгер эт ул, әллә ҡайҙа, ағас башында һикерешеп йөрөгән тейендәрҙе, һә тигәнсе күреп ҡала ла, ағас олоно тирәләй өйөрөлөп өрөргә тотона.
Ә мәктәпкә барғаныбыҙҙа Стрелка һәм тағы бер – ике урындағы эт беҙҙе ауылға тиклем оҙатып ҡуя. Ҡайтырыбыҙҙы ла әллә ҡайҙан һиҙәләр. Ҡыуаныстарынан өрөп, ҡаршыбыҙға сабып киләләр. Ауыл эттәре менән дә танышып, дуҫлашып өлгөргәндәр: һис талашмайҙар, бер – береһен еҫкәп, ырылдашып алалар ҙа, үҙ юлдарын дауам итәләр.
Ауылдан килгән юл ситендәге тәге йорт – урмансылыҡ контораһы. Унда Айварҙың инәһе, Нурзиҙә әбей телефонда дежурҙа ултыра. Уның аша кардон халҡы райондан килгән бөтә яңылыҡтарҙы белеп тора. Үҙәктән килтерелгән почтаны ла уға ҡалдырып китәләр. Үҙе бушамаған саҡтарҙа, Нурзиҙә әбей гәзит - журналдарҙы йорттар буйлап беҙгә таратырға ҡуша. Айвар менән икәүбеҙгә эй, оҡшай был эш! Күп осраҡта Настяның әсәһе Светлана апай, беҙҙе үҙе бешергән кәбестә бәлеше менән һыйлап сығара. Уныһы булмағанда ла буш итмәй:
-Ну – ка, поддождите дорогие! - тип ҡулыбыҙға икешәр – өсәр кәнфит тоттора. Настянан оялһаҡ та, әсәһе ныҡышҡас алабыҙ инде. Синыфташыбыҙ үҙе лә ҡәнәғәт йылмайып ҡуя. Ә Артём ҡарттың алсаҡ йөҙлө, киң күңелле Пелагия исемле әбейе, бер көндө хат тапшырғас, ҡыуанысынан сәй ҡайнатып, беҙҙе кәрәҙле бал менән һыйланы. Берҙән – бер улы менән килене, ейәне ҡайҙалыр йыраҡта, ҙур ҡалала йәшәйҙәр икән. Шуға ла хат – хәбәр улар өсөн ҙур шатлыҡ. Лимоновтар электән умарта тота, ана, алғы баҡсаларында биш – алты умарта ояһы күренә. Ғөмүмән, бында йәшәгән башҡорттар менән урыҫтар араһында татыулыҡ, ныҡлы дуҫлыҡ хөкөм һөрҙө. Улар байрамдарҙа бәлештәр бешереп, бер – береһен ҡунаҡҡа саҡырып, күңел аса белде. Тәлғәт бабай үҙенең Бөйөк Ватан һуғышынан алып ҡайтҡан трофей скрипкаһында моңло көйҙәр һуҙып ебәрһә - мәжлес тағы ла күркәмләнеп китәр ине.
Айварҙың апай – ағайҙары күп. Ике апаһы: Сажиҙә менән Флорида кейәүгә сығып, үҙ ғаиләләре менән ситтә йәшәй. Марат менән Булат ағалары Өфөлә, урман техникумында уҡый. Ҡышын улар каникулға ҡайтһа, күмәкләп урманда саңғыла йөрөйбөҙ, йә булмаһа күлдә мәкеләр уйып, суртанға ҡапҡан ҡуябыҙ. Ваҡ сабаҡтар емләнгән шул ҡапҡандарға суртандар йыш эләгә.
Ҡар яуып, урман эсен көрт баҫһа - урмансылар тракторсы Фәғәл ағайҙың ҙур ағас санаһына бесән тейәп, Ҡалҡан күле эргәһендәге ҡоралайҙар төйәк иткән, ҡуйы, ҡалын ҡарағай урманына трактор менән алып барып бушаталар. Ҡаты һыуыҡтарҙа ҡоралайҙарға көрт ярып, аҙыҡ табыуы еңелдән түгел. Шуға ла урмансылар уларҙың яратҡан урындарына бесән, тоҙ киҫәктәре ҡалдырып китә.
...Йәй уртаһында фажиғәле хәл булды. Артём ҡарттың Владислав исемле улы үҙенең ҡатыны менән машинала аварияға эләгеп, мәрхүм булып ҡуйҙылар. Буй – һынына ҡарағанда туғыҙ – ун йәшлек Пашка исемле улдары олатаһы менән оләсәһенең ҡарамағында ҡалды. Һары сәсле, ҡаҡса кәүҙәле, зәңгәр күҙле, теремек малай ине ул. Пашка беҙҙең менән тиҙ дуҫлашты. Көҙөн бергәләп, беҙ – һигеҙенсе, ул – дүртенсе синыфҡа уҡырға төштөк. Бер йыл эсендә ул башҡортса арыу ғына һөйләшергә лә өйрәнде.
Урмансылыҡ хужалығы янғында бәләгә тарыусыларға Үжегән тауы эргәһендәге алтмыш бишенсе кварталдан ағас бирҙе. Халыҡ ағас ҡырҡты, бура бураны, пилорама ла таҡта ярҙырҙы. Йәйен беҙҙең Тау урамында өр – яңы, күркәм йорттар ҡалҡты. Урамыбыҙ күҙгә күренеп иркенәйеп, матурайып китте!
Беҙ туғыҙынсы – унынсы класстарҙы район үҙәге Ташйылға ауылына йөрөп уҡыныҡ. Ундағы мәктәп ҡаршыһында өс ҡатлы балалар йорто урынлашҡан. Бергә уҡығас, беҙ унда тәрбиәләнгән малай, ҡыҙҙар менән аралашып, дуҫлашып алдыҡ. Урта мәктәпте тамамлағас, Айвар Өфөгә – урмансылар техникумына, ә үҙем Златоуст ҡалаһындағы тимер юлсылар техникумына уҡырға индек.
..Уҡыуымды тамамлап, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, мин Төпкүлдәге кардонды - балалар йортоноң йәйге лагерына әйләндереүҙәрен ишеттем. Көндәр йылынып, йәйге каникулға сығыу менән балаларҙы йәйгелеккә шунда урынлаштырып, уларға матур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә мөмкинселек тыуҙырғандар икән! Ә үҙенең эшселәренә урмансылыҡ хужалығы бер тау битләүендә яңы йорттар төҙөп биргән.
Ваҡыт тигәнең һиҙелмәйҙә үтә шул. Һәр беребеҙҙең үҙ донъяһы, үҙ ғаиләһе, яратҡан эше бар бөгөн. Шуға ла тормоштоң ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Тик бына Пашка – миллионер тураһындағы хәбәр генә күңелемә тынғылыҡ бирмәй. Теге, инде күптән мәрхүм булып ҡалған Артём ҡарттың ейәне Павлик түгелме икән, тигән уй минең мейемде быраулай. Айвар менән һөйләшеп – кәңәшләштек тә Пашканы эҙләп, Саңғалыҡ диорит карьерына юлландыҡ. Карьерҙағы эшселәрҙе автобус менән төшкө ашты ашарға, завод ашханаһына килтерергә тейештәр. Ваҡытты самалап юлға сыҡтыҡ.
Эшселәр ашхананан сығып, үҙ – ара һөйләшеп, көлөшөп торалар. Егеттәрҙән һорашып, Павелды эҙләп таптыҡ. Бер иптәше менән ҡайын төбөндә күләгәлә, йәшел үләнгә ултырып, хәл йыя ине. Тәү күреүҙән үк таныным мин уны. Ир ҡорона кергән, шул уҡ теремек Павел инде. Әлбиттә кәүҙәгә ҡалынайған, шул уҡ һарғылт – һары сәстәр, моңһоу, зәңгәр күҙҙәр. Тик битендәге һипкелдәре генә һирәгәйә төшкән кеүек. Ул да беҙҙе тиҙ таныны, ихлас йылмайып:
-Кардонда бергә уйнап үҫкән ағайҙар! – тип ҡыуанып күреште, икебеҙ менән дә дуҫтарса ҡосаҡлашты. Өсәүбеҙгә лә рәхәт булып ҡалды. Һәр беребеҙ бала – саҡтың яҡты хәтирәләренә сумды. Күптә үтмәй эшселәрҙе алып китә торған автобус күренде. Беҙ Павелды алдағы ялға үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырып, ихлас хушлаштыҡ.
Уның менән дуҫлыҡ ептәрен нығытып алғас, беҙгә шул мәғлүм булды. Кардонда йәшәгәндәрендә олатаһы йөрәк сиренән кинәт донъя ҡуя. Пелагия әбей был ҡайғыны күтәрә алмай, ауырып китә һәм өс айҙан һуң үҙе лә яҡты донъя менән хушлаша. Етем ҡалған малайҙы Коневтар ғаиләһе үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайта. Ләкин күптә үтмәй ҡала администрацияһынан ике ҡатын килеп:
-Баланы аҫрауға алыр өсөн тәүҙә кәрәкле документтар юлларға кәрәк, былай ярамай! –тип, үҙ һүҙҙәрен һүҙ итеп, тегеләрҙең ай – вайына ҡарамай, Павелды балалар йортона алып китәләр. Күп тә үтмәй урмансы Коневты урман хужалығы директоры итеп, икесе районға ебәрәләр.
Балалар йортонда Пашка ға еңелдән булмай. Ҙурыраҡ малайҙар тәрбиәселәр күрмәгәндә, бәләкәстәрҙе туҡмап, ҡыйырһытып бара. Ашау яғы ла наҡыҫ була. Ҡайһы бер тәрбиәселәр балаларҙы үҙ итмәй, ят бауыр итеп күрә. Уларға үҙҙәренең күңел йылыһын биреп бөтмәй, тик үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, ваҡыт үткәрер өсөн генә эшкә йөрөй. Бындай кешелекһеҙ, кире ҡараштар, әлбиттә, Павелдың кескәй йөрәгендә ауыр хис – тойғолар ҡалдыра. Ул һәр ваҡыт
-Эх, ҙурайһам, ошо етем балаларға хәлемдән килгәнсә ярҙам итер инем. Атай – инәйҙәрен алмаштыра алмаһам да, уларға ныҡлы терәк булыр инем, - тип хыяллана. Үҙ үҙенә яҡшы, ярҙамсыл, киң күңелле кеше булырға һүҙ бирә.
Урта мәктәпте тамамлағас, заводҡа таш онтаусы булып эшкә керә. Ике йыл Волгоград ҡалаһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, кире шул эшенә урынлаша. Уның тәртипле, тырыш икәнлеген күргән завод етәкселеге егетте эксковаторсылар әҙерләүсе курсҡа уҡырға ебәрә, ҡалалағы дөйөм ятаҡтан урын бирә. Павел ял көндәрендә балалар йортона йөрөй, уларға хәленән килгәнсә ярҙам итә. Балалар уны ихлас көтөп ала. Бигерәк тә йәй көндәрендә ул үҙенең отпускаһын элекке кардон биләмәһендә урынлашҡан балалар йортоноң йәйге лагерында үткәрергә тырыша. Балаларға балыҡ ҡармаҡлау серҙәрен өйрәтә, уларҙы тәрбиәселәре менән еләк, көртмәле иң күп үҫкән урындарға йөрөтә. Үҫмер балалар араһында төрлө мауыҡтырғыс ярыштар ойоштора. Ҡатнашыусыларға, еңеүселәргә бүләкте үҙ аҡсаһына һатып ала, балалар башҡортса уҡып үҫһендәр, үҙ туған телдәрен онотмаһындар, тип йыл һайын уларға гәзит - журналдарға подписка бүләк итә.
Үҙенең дә күңеле ошо изге ергә тартылып торғандыр инде. Сөнки Төпкүл буйында үҙенең бала – сағының иң матур, сағыу миҙгелдәрен олатаһы һәм оләсәһенең тәрбиәһендә үткәргән бит. Ошо изге рухлы төшөнсәләр уны мәңгелеккә ошо урынға бәйләгәндер. Хәтер бит ул – мәңгелек.
...Беҙҙең элекке, бала – сағыбыҙҙағы дуҫлыҡ ептәре нығынғандан – нығынды. Яңы йыл алдынан, балалар йортонда тәрбиәләнеүсе малай - ҡыҙҙарҙы ҡыуандырайыҡ, тип үҙ – ара һөйләшеп, матур осрашыу ойошторорға булдыҡ. Был осрашыуға Павел үҙенең йәш, сибәр ҡатыны, алты – ете йәштәр тирәһендәге, үҙенә оҡшап торған зәңгәр күҙле, оялсан улы менән килгәйне. Машиналарының багажнигын ҡатырға ҡумталар менән тултырып, балалар өсөн Ҡыш бабай күстәстәре килтергәндәр.
Айвар менән бер – беребеҙгә ҡарашып, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙыҡ. Шөкөр, беҙ ҙә буш килмәгәнбеҙ. Тәм – том, төрлө сағыу төҫтәге уйынсыҡтар менән тулы ике сумкамды күтәреп, булмышымда сайҡалып, бына – бына түгелергә торған күңел йылыһын, ололарҙан һәр саҡ ниндәйҙер мөғжизә, изгелек көткән сабыйҙарға өләшер өсөн дуҫтарым артынан атланым.
Рамай Ҡаһир.