Көҙөн һуғым һуйғанда, өмәгә килгән Рәүзәнә оләсәһенә эйәреп, беҙҙең йортҡа ла килгәйне ул. Шунда таныштыҡ уның менән. Рәүзәнә мәктәптә эшләгәс, Вилдан уға эйәреп мәктәпкә лә барғылай, шуға минең ҡатыным Люциәне лә яҡшы белә.
Яңыраҡ ауыл ситендә, дәү ҡарағай, ҡарағастар үҫкән урман буйлап, элекке, өс саҡрымлыҡ “лыжня” юлынан йүгереп барһам, алдымда квадрацикл эргәһендә уралған йәш кенә ҡатын менән ун йәштәр тирәһендәге ҡыҙ һәм унан бәләкәйерәк малайҙы күреп ҡалдым. Улар ҙа миңә иғтибар итте, өсәүһенең дә күҙҙәре миндә. Был ниндәй ят кеше беҙҙең эргәбеҙгә йүгереп килә, тип шикләнәләр күрәһең.
Һомғол буйлы, оҙон, ҡара сәсле, һылыу ғына йәш ҡатын. Танымағас, былар беҙҙең ауылдыҡылар түгел, берәйһенә ҡунаҡҡа килгән кешеләрҙер, тип уйлап:
-Здравствуйте. Не бойтесь, у меня пробежка, - тип өндәштем. Шулайҙа малайҙың йөҙө таныш күренде. Мин эргәләренән үтеп киткәс, малай әсәһенә:
- Я его знаю. Он жених Люции - Рамай! – тип өндәшкән икән.
...Шулай итеп Вилдан мине таныған, хатта исемемде лә хәтерендә ҡалдырған. Ә уның әсәһен, Рәүзәнә менән Илварҙың ҡыҙҙарын - Рәзинәне, ҡалала йәшәгәстәре, оҙаҡ йылдар күргәнем булмағас, танымағанмын. Ул да мине хәтерләмәгәндер күрәһең.
Йорттарына ҡайтҡас, Рәзинә атаһы менән инәһенә:
-Урманда бер кеше йүгереп йөрөй ине, улым уны Рамай ағайға оҡшатты, тигән. Тегеләр уйланып торғандар ҙа:
-Юҡ булмас, инде алтмышты уҙған ир урманда йүгереп йөрөмәс, тип фараз ҡылғандар. Быны ишетеп торған Вилдан:
-Да, это Рамай, жених Люции! - тип һаман үҙенекен тылҡый икән. Иң ҡыҙығы муж тимәй, ә жених, тип тегеләрҙе көлдөргән.
...Икенсе көнөнә эшкә барғас, Рәүзәнә минең ҡатындан
-Рамай ағай кисәге урманда йөрөмәнеме ул? –тип һораған. Ҡатыным:
-Инде икенсе аҙна йүгерә, пограничник яғы сыҡҡан. Иртәнән тороп, зарядка эшләй, әүҙем, айыҡ тормош алып бара. Йылына шулай ике – өс тапҡыр йәшлеген һағынып, йәшәреп ала ағайың! Аптыраҡ инде, - тигән. Эштең айышына төшөнөп, рәхәтләнеп көлөшкәндәр былар.
Рамай Ҡаһир.