Үҙемдән ике йәшкә бәләкәйерәк, Альберт исемле дуҫым бар минең. Дуҫ ҡына түгел, үҙ ҡуҫтымдай күреп, яратам мин уны, ҡурсалайым. Уны яҡлашып хатта бер синыфташымды туҡмаған осраҡ та булды. Альберт быйыл ауыл мәктәбендә һигеҙенсе, ә үҙем район үҙәге – Юкәлелә унынсы синыфты тамамлайбыҙ. Оләсәйем әйтмешләй: Аллаһ бирһә. Дуҫым менән ныҡ аралашабыҙ. Буш ваҡытыбыҙ булһа, йүгерәбеҙ, бокс менән шөғөлләнәбеҙ, урман – тауҙарҙы гиҙеп сығабыҙ. Дуҫымдың атаһы, Сәлим ағай – оҫта балыҡсы, үҙҙәренең дан, ағас кәмәләре бар. Кәмә менән Ташморон утрауы яғына барып, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Унда эре сабаҡ, ҡыҙылғанат һәйбәт ҡаба.
Альберттарҙың йортонда ла булғаным бар минең. Эй матур, етеш йәшәй улар! Өйҙәре – ҙур, иркен. Ауылдың иң матур, бейек урынына һалынған. Ауыл эргәһендәге Аҡкүл уларҙың йортонан ус төбөндәгеләй күренеп тора. Сәлим ағай күл буйында урынлашҡан балалар йортоноң йәйге лагерында ҡарауылсы булып эшләй. Үҙенең өр- яңы «Иж – юпитер 4» исемле, арбалы мотокциклы бар. Ваҡытын да бушҡа ауҙармай ул, ҡараңғы төшһә, кәмәһе менән күлгә төшөп, ауҙар һала. Был эштә уға Альберт та ярҙамлаша. Уларҙан балыҡ һатып алырға хатта район үҙәгенән ҙур етәкселәр килеп йөрөй!
...Йәйге каникулдар башланһа, дуҫым Силәбе өлкәһендә йәшәүсе яҡындарына ҡунаҡҡа барып ҡайта. Түҙемһеҙләнеп көтөп алам мин уны. Ҡунаҡтан бер саҡта ла буш ҡайтмай ул: төрлө үлсәмдәге ҡорос ҡармаҡтар, төрлө төҫтәге матур ҡалҡыуыстар, матур һаплы бәкеләр һатып ала. Силәбе ҡалаһында беҙҙең магазиндарҙа осрамаған әйберҙәр күпләп һатыла икән. Иң ҡыуандырғаны – уның бабаһының бер улы, диңгеҙ флотында, һыу аҫты кәмәһендә матрос булып хеҙмәт итә икән. Үткән йәй ялға ҡайтҡан ағаһы Альбертҡа тельняшка, маска һәм ласталар бүләк иткән. Эй, ҡыуандыҡ ошо шәп бүләктәргә! Ласталарҙы аяҡтарға кейһәң, йөҙөү тиҙлеге ике тапҡырға арта. Ә тельняшканы беҙ алмашлап кейәбеҙ. Уны кейһәң, үҙеңде башҡаларҙан көслөрәк, бер башҡа өҫтөнөрәк итеп тояһың!
Минең хыялым һауа – десант ғәскәрҙәренә эләгеп, шунда хеҙмәт итеү. Ауыл клубында «В зоне особого внимания» исемле киноны ҡарағандан һуң, бар булмышым менән баштарына зәңгәр берет кейгән, ошо ҡыйыу, сос, ҡурҡыу белмәҫ десантсыларға ғашиҡ булдым мин. Үҙемде уларҙың алмашсыһы, хәрби юлдарын дауам итеүсе кеүегерәк итеп күҙ адына килтерәм. Ошо тойғо күңелемә ниндәйҙер көс, бөтмәҫ ғәйрәт өҫтәй. Ә Альберт матрос булырға хыяллана.
Мәктәпте уңышлы тамамлағас, военкомат ҡа барып, Рязань юғары хәрби һауа – десант училищеһенә уҡырға инер өсөн ғариза яҙҙым. Ләкин Өфөлә медкомиссия үткән саҡта, ундай махсус ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итерлек һаулығым юҡлығы асыҡланды. Комиссия ағзаһы булып ултырған бер хәрби офицер: - Унда кереп китеүе бик ауыр ул. Бер урынға ун биш кеше тартҡылаша. Булмаһа документтарыңды Силәбе ҡалаһындағы танкистар әҙерләү училищеһенә тапшыр, үҙеңә ҡайтып йөрөргә лә яҡын булыр, тип, кәңәш биргәне, тыңламаным уны, кире ауылға ҡайттым.
...Альберттың күңеле көр. Синыфташы Ғәзиз менән Затонда урынлашҡан йылғасылар училищеһенә уҡырға инер өсөн , Учалы дауаханаһында медкомиссия үтеп йөрөйҙәр.
--Әйҙә, бергә барайыҡ, ти , дуҫым, унда һине урта белем менән тура икенсе курс ҡа ҡабул итәсәктәр тип ышандыра хатта. Моряк, йылғасы булырға күңел тартмай шул. Хыялым – бейек күктә осҡан самолеттан парашют менән һикереү, десантсы булыу! Үҙебеҙ алдырған “Башҡортостан» гәзитәһендә уҡырға саҡырып, төрлө иғландар килә. Ентекләп ҡарап, уҡыштырып сығам, ләкин күңелемә ятҡан һөнәр осрамай, биллаһи. Бына дуҫым димләгән йылғасылар училищеһенә саҡырыу иғланы. Аҫта фотоһүрәте лә бар. Матур тельняшка кейгән йылғасы егеттәр, күмәкләп, ишкәктәр ишеп, дәү кәмәлә йылға буйлап йөҙәләр. Матур, ҡыҙыҡһындырыусы, романтик күренеш! Бер – нисә көн уйланып йөрөнөм. Ысынлап та , унда уҡырға керһәм, бәлки Өфө ҡалаһындағы берәй ДОСААФ –ҡа парашюттан һикереү түңәрәгенә яҙылып, аҙаҡ танытма ала алһам, бәлки хыялым тормошҡа ашыр тип, уйлап та ҡуям. Альберт та ныҡ өгөтләй.
Киске аш ваҡытында уйҙарымды атай менән әсәйемә лә әйттем. Ҡаршы килмәнеләр. Атайым әйтә: - Минең кеүек иртә таңдан кискә тиклем, май еҫе һеңгән тракторҙа ер һөрөү түгел инде. Йылға буйлап бер порттан икенсеһенә аҡ пароходта йөҙөп, тирә – яҡтағы матур тәбиғәт күренештәренә һоҡланып, ял итеп, ваҡыт үткәрәһең. Уларға эш хаҡын да мул түләйҙәр тип, ишеткәйнем. Оҙаҡ уйламай ғына ризалыҡтарын биреп тә ҡуйҙылар.
Ошо көндәрҙә беҙгә ире, балалары менән әсәйемдең бер туған һеңлеһе, Зөбәржәт апай ҡунаҡҡа килә икән. Улар Шишмә районының, Шәкәр заводы эргәһендәге ҡасабала йәшәйҙәр. Әсәйем : - Апайың менән кәңәшләшермен дә, шуларға эйәреп барып, документтарыңды тапшырып ҡайтырһың, ти. Улар бер аҙналай ҡунаҡ булғас, мин, Зөбәржәт апайым, Муса еҙнәм һәм уларҙың ике үҫмер ҡыҙҙары Гүзәл менән Гөлнара “Учалы – Күмертау” поезына ултыртып, Өфөгә юлландыҡ. Икенсе көнөнә апайым менән Затонға барып, документтарҙы тапшырҙыҡ. Кисен кире ауылға ҡайттым. Хәҙер инде имтихандарға саҡырыуҙы көтөргә ҡалды. Альберт дуҫым минең кеүек штурмандар әҙерләү бүлеген һайлаған. Ә Ғәзиз суднолағы электромеханик һөнәрен оҡшатҡан. Улар быйыл икәүләп һигеҙенсе синыфты тамамланылар.
Имтихан.
Беҙҙе, урта белемле, имтихан тапшырырға килгән иллегә яҡын егетте, ҙур спортзалға урынлаштырҙылар. Бер рәткә генә тимер карауаттар теҙгәндәр, түшәк- кәрәк яраҡтары, тумбочкалар, хатта сәй ҡайнатып эсер өсөн, ике электросәйнүк тә ҡуйғандар. Урынлашып, үҙ – ара танышып, сәй эсеп алдыҡ. Төрлө райондан килгән, ябай ғына ауыл малайҙары. Иртәгә математика фәненән тәүге имтихан тапшырасаҡбыҙ. Кисен йоҡларға әҙерләндек. Коридорҙа вахтер булып ултырыусы ҡарт: - Урамға башҡа бер кемде лә сығармайым, йоҡлағыҙ. Ана, ишек аша бәҙрәф, душ бар тип иҫкәртте. Матур хыялдарға сумып, йоҡларға йыйынғайным, кемдер тышҡы яҡтан, ҙур тәҙрәләрҙең быялаһын туҡылдатты. Етмәһә, - Эй, пацандар, тиҙ генә тәҙрә өлгөһөн асығыҙ! – тип бойороҡ бирә. - Ҡарағыҙ әле, кемдәр йөрөй унда? –тип эстәгеләрҙән кемдер һорап ҡуйҙы. Тәҙрә эргәһендәрәк урынлашҡандар, - Бында йылғасылар формаһын кейгән, өс курсант тора, - тигәстәре, минең күршем, Благовар районынан килгән, Азамат исемле егет: Тәҙрәне асмағыҙ, торорҙар ҙа китерҙәр, тине. Ләкин теге өсәү ныҡыш булып сыҡты. – Тиҙерәк асығыҙ! Беҙ – өсөнсө курстыҡылар, асмаһағыҙ, иртәгә үҙегеҙгә насар буласаҡ, туҡмаласаҡһығыҙ! – тип янай башлағас, кемдер тәҙрә өлгөһенең келәләрен ысҡындырҙы. Тегеләрҙең дөбөр – шатыр асыҡ тәҙрә аша ингәндәрен, спортзалдағыларҙың барыһыла ишетеп, тойоп ятты.
-Давай, быстро скидывайтесь деньгами, сегодня ваши “деды” день рождения отмечают! – тип берәүһе екереп тә ебәрҙе. Тирә – яҡҡа араҡы еҫе таралды. Кемдеңдер, - Нет у меня денег, тигәне ишетелде. Дөмбөлдәткәнсе һуғып, әллә тибеп ебәрҙеләр. Кемдер аһылдап иҙәнгә ҡоланы. Былар өсәүләп, һәр карауат эргәһенә килеп, аҡса һығып, кем бирмәй туҡмап, үҙҙәрен хужа тойоп, рәхәтләнеп юлбаҫарлыҡ ҡылалар. Иллегә яҡын йәш, көслө егет, барыһында ишетеп, күреп, ҡаршылашыу түгел, хатта ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡып ята. Етмәһә, туҡмалыуҙан ҡурҡып, ҡай берәүҙәре аҡсаларын алдан сығарып, әҙерләп ҡуя. Бер нисә көн эсендә имтихандарҙы тапшырып, ҡайтырға юлландыҡ. Инде уҡырға барырға саҡырыу ҡағыҙын көтөргә ҡала. Аҡса талап алыу ваҡиғаһы әлбиттә күңелде ныҡ ҡырҙы. Шулайҙа был берәй яңлышлыҡтыр тип, үҙемде – үҙем тынысландырҙым.
Урынлашыу
Саҡырыу хаттарын алғас, яҡындар, дуҫ – иштәр менән хушлашып, күңелдә ниндәйҙер ғорурлыҡ тойоп, беҙ, өс ауылдаш поезға ултырып, Затонға юлландыҡ. Беҙҙе, егерме биш егетте, икенсе курс ҡа ҡабул итеп, һигеҙенсе синыфтан һуң инде бер йыл уҡып, өлкән курстартағыларҙан туҡмалып, күрмәгәндәрен күреп, сынығып, ләкин үҙ – ара дуҫлашып, бер ныҡлы йоҙроҡҡа уҡмашҡан , егермеләгән курсант эргәһенә килтереп ҡуштылар. Дүрт ҡатлы, ҙур дөйөм ятаҡ. Тәүге ҡатты – беренсе курс, икенсеһендә беҙ, беҙҙән өҫтә – өсөнсөләр, иң юғары ҡатта дүртенсе курс йәшәй икән. Беҙҙе буш торған дүрт урынлыҡ , ыҡсым ғына бүлмәләргә - кубриктарға урынлаштырҙылар. Көн буйына эргәбеҙҙә йылғасыларҙың матур, килешле кейемен кейгән, утыҙ йәштәр самаһындағы, оҙон буйлы, уҫал ғына офицер уралды. Беҙҙе сафҡа теҙеп, һәр беребеҙ менән танышты, бындағы ҡағиҙәләрҙе, курсанттарҙың бурыстарын аңлатты. Ошо көндәрҙә беҙгә лә махсус йылғасылар кейеме бирәсәктәр, тип, ҡыуандырҙы. Һәр бер ҡатта барыһы өсөндә яуаплы – старшина бар икән. Ул беҙҙе сафҡа теҙеп, төшкө ашҡа алып барҙы. Тәүге көн булғанғалыр, бында офицерҙар ҙа байтаҡ. Ҡарап, тәртипте тикшереп йөрөйҙәр. Ашау яғы һәйбәт, мул ашаталар, күңелем күтәрелеп китте. Старшина аңлатыуынса, таңда подъем, югереү, зарядка эшләү, аҙаҡ йыуынып, йоҡлау урынын тәртипкә килтереү. Аҙаҡ сафҡа теҙелеп ашханаға, аҙаҡ уҡырға барыу. Сират буйынса һәр бер кубрикта, һәр бер ҡатта сират буйынса дежурныйҙар тәғәйенләнә икән. Улар үҙҙәре йәшәгән бүлмәнең иҙәнен йыуып сығырға бурыслы. Ә ятаҡ буйынса дежурныйҙар коридорҙа, аш бешереү, йыуыныу бүлмәләрендә, хатта бәҙрәфтә иҙәндәрҙе йыуып, тәртип урынлаштырырға, йыйылған сүп – сарҙы тышҡа сығарып түгергә тейештәр икән.
Штурмандар менән электромеханиктар айырым, төрлө корпустарҙа йәшәйҙәр. Һәр бер бина ла тәүлек буйына бер офицер дежур итә. Кереп – сығып йөрөй торған ишек янында улар өсөн махсус бүлмә бар.
Танышыу
Отбойҙан һуң, өҫкө кейемдәрҙе сисеп, утты һүндереп, үҙ ара шым ғына һөйләшеп, йоҡларға йыйынабыҙ. Коридор буйлап, һәр бер бүлмәне тикшереп, шым ғына ишекте асып ҡарап, дежурный офицер менән старшинаның йөрөгәне күренә. Инде күҙҙәрем йомолоп, әүем баҙарына китергә торғанымда ғына, кемдер ишеккә типте, дөбөр - шатор ишек асылды, кемдер утты ҡабыҙҙы. - Подъем! Что салаги расчувствовались! Нимә булғанын аңлап та өлгөрмәнем, кемдер битемә йоҙроҡ менән килтереп тондорҙо, күҙҙәремә осҡондар күренде хатта. Иҙәнгә осоп барып төштөм, торорға самалағайным, типкесләй башланылар. Бүлмәләш егеттәр ауыртыныуҙан ах – ох килә. Ҡыҙмаса булып алған, беҙҙән бер йыл ғына алда уҡыған дүрт – биш курсант, беҙҙе, йәштәрҙе, яңы килеүселәрҙе, бындаға тәртип менән таныштыра икән! - Под кровать салаги! Беҙҙе типкесләп, төрткөсләп карауаттар аҫтына кереп, йәшеренергә мәжбүр иттеләр. Шар асыҡ ишек аша, башҡа бүлмәләрҙә лә урынлашҡан “молодой»ҙарҙы ла шулай дөмбәҫләп, кемдең кем икәнен күрһәтергә тырышыуҙарын аңланым.
Ял көндәре.
Йома етһә, ял көндәремде ҡайҙа, кемдәрҙә, ниндәй адрес буйынса үткәрәсәгемде белгертеп, “увольнительный” ға ғариза яҙамда, дәрестәр бөтөү менән электричкаға ултырып, Шишмәгә һыпыртам. Апайым - Ял көндәрендә беҙгә килеп йөрө ,тип, ҡат –ҡат тылҡығайны. Һәйбәт, киң күңелле, һылыу ҡатын ул. Шәкәр заводының транспорт хужалығында диспетчер булып эшләй. Муса еҙнәм - оҫта ҡуллы слесарь. Ҡай саҡтарҙа апайым беҙҙең яҡтарға командировкаға ебәрелгән йөк машиналарына ултырып, беҙгә ҡунаҡҡа ла килеп сыҡҡылай. Буш йөрөмәй ул, күстәнәс, тип, бер – ике тоҡ шәкәр, өс – дүрт тоҡ сөгөлдөр ҡалдырып китә.
Күп фатирлы кирбес йортта йәшәй улар. Арыраҡ, урман ситендә мал – тыуар, ҡош – ҡорт аҫрар өсөн төҙөлгән ҡура – ҡаралтылары ла бар хатта. Муса еҙнәгә эйәреп, шунда барған инем, сусҡа аҫрайҙар икән. Унан ҡалған ем – ҡалдыҡтар әрәм булмаһын тип, тиҫтәгә яҡын тауыҡ менән әтәс тоталар. Сөнки заводта эшләгәндәргә арҙан ғына хаҡҡа сөгөлдөр ҡалдыҡтарын һатып торалар имеш. Шуғала кемелер һыйыр, кемелер сусҡа тота.
«Алтын ҡуллы» слесарь Муса еҙнәм самогон ҡыуыу аппаратында эшләп ҡуйған. Шәкәрҙәндән күп нимә юҡ был яҡтарҙа. Аҡмаһа ла – тамып тора, тигәндәй.
Зөбәржәт апай бешеренергә бик оҫта. Итле кәбеҫтә ашын, йә төрлө бәлештәр бешереп, мине һыйлап ҡунаҡ итә. Етмәһә, ҡайтыр сағымда, сумкаға ҡыяр, помидор, май яғылған икмәк киҫәктәре тултырып, күҫтәнәс итеп биреп ҡайтара. Бына, билет, туңдырма һатып алырһың тип, еҙнәм күрмәгәндә, усыма ҡағыҙ аҡсалар йомдора. Гүйә минең ас йөрөгәнемде, аҡса етешмәгәнлеген әллә ҡайҙан белеп – һиҙеп тора!
Апай, уҡыуы ҡыйын, ялҡтым, - тиһәм. – Юҡ инде балаҡай, бер кергәс, уҡыр кәрәк. Түҙ, тырыш, ти. Белемле булыу – ул аҡсалы булыуҙы аңлата. Бына, үҙемдә кейәүгә сығып, балалар тапҡас та, иренмәйенсә ситтән тороп техникум тамамланым, дипломлы белгес булдым, тип, хәбәрен теҙә.
Ял көндәрең етһә, оялма, туп – тура беҙгә кил. Ят кешеләр түгелбеҙ бит, тип, күңелемә ниндәйҙер өмөт орлоҡтарын сәсеп, күңелем торошон ҡояшлыраҡ, нурлыраҡ итеп, арҡамдан һөйөп, яратып оҙатып ҡала.
Таланыу
Бөгөн беҙгә, тәүге йыл уҡырға килгәндәргә, өр – яңы йылғасылар кейемен тараттылар. Тик беҙ унлаған ғына кеше тороп ҡалдыҡ шул. Ҡалғандар туҡмалыу – ҡыйырһытыуға түҙә алмай, йә икенсе уҡыу йорттарына күсте, йә ауылдарына ҡайтып китте. Беҙҙең командир яман ғына. Барыбыҙҙы ла коридорҙа сафҡа теҙеп ҡуя ла, тегеләргә
Һеҙҙең баш – башһыҙлыҡтан, беспределдан ҡурҡып, йәштәр ҡурҡып, ҡасып ҡайтып бөттө. Ҡалғандарына бармаҡ менән тейеп кенә ҡарағыҙ, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтермен, ти. Үҙе саф алдынан һөйләнеп килгән ыңғайы, кинәт кенә, иң нахалыраҡ, ҡалтайыраҡ курсанттарҙың ҡатыуына көтмәгәндә йоҙроҡ менән төртә. Тегеләре « ыһ» итеп, ҡулдары менән эстәрен тотоп, ауыртыныуҙан иҙәнгә бөгөлөп төшә. Шулай итеп, аҙнаһына бер – ике тапҡыр командирыбыҙ тегеләрҙе әҙерәк аҡылдарына ултыртып ала. Ә кисен, теге ҡайтып киткәс, ҡыҙмаҫа булып , шәбәйеп алған курсанттар үҫтәрен беҙгә төшөрә.
Яңы биргән әйберҙәрҙе кейгәс күңелдәр көрәйеп, ҡәйефтәр күтәрелеп киткәйне. Тик был ҡыуаныслы минуттар оҙаҡҡа һуҙылманы.
Кисен беҙҙең бүлмәгә, өс – дүрт ҡыҙмаса булып алған өсөнсө курс егеттәре килеп тулды.
-Ну ка, салаги, быстро сняли свои тельняшки и подарили нам! – тип, өҫтөбөҙгә кейгән, сумкаларға һалып ҡуйған, еңле, ҡалын, ҡыш көнө кейә торған тельняшкаларҙы ай – вайыбыҙға ҡарамай, талап – тартып алып сығып киттеләр . Аҙаҡ берәүһе кире килеп, бысранып, йыртылып бөткән бер тельняшканы иҙәнгә ырғытып китте. Йәнәһе шуны өсмөйөш итеп ҡырҡып алығыҙ ҙа, ромбаларығыҙға беркетеп, тегеп ҡуйығыҙ. Шулай эшләнек тә. Аҙна буйына йә тегеһе, йә быныһы килеп, аяҡ кейемен, йә салбар, ромбаны систереп, үҙенә кейеп, үлсәп ҡарай. Размеры яраһа, әйберҙе үҙенә ала ла, беҙгә үҙенең иҫкеһен ҡалдырып китә.
Был хәтәр ваҡиға ике – өс аҙнанан һуң ғына асыҡланды. Берәйһе ошаҡлаштымы, юҡмы, уныһы билдәһеҙ ҡалды. Бар йөҙөнә асыуы сыҡҡан, ҡыҙмаса булып алған офицер, барыһында сафҡа теҙеп, беҙгә, яңы килгәндәргә бер аҙым алға атларға, ромбаларҙы күтәрергә бойорҙо. Тельняшка урынына тик яланғас тән генә күренде.
Асыуы ҡабарып, ярһыған командир:
-Чья эта работа? –тип, икенсе йыл уҡыған курсанттарҙың бер – нисәүһен бәргесләп ташланы. Ғәйеплеләрҙе таба алмағас,
Не бойтесь, скажите кто снял с вас тельняшки? – тип, беҙгә ҡаҙалды. Ләкин яуап биреүсе табылманы. Кем ошаҡлашһын инде, иртәгә үк туҡмап үлтерәсәктәр бит.
...Ай аҙағында старшина һәр бер курсант ҡа тейешле стипедение аҡсаһын тарата.
Ләкин оятһыҙыраҡ, нахалыраҡ курсанттар, әллә ҡасандан, алдан
- Аҡсаңдың шунса һумын миңә бирерһең, тип, үҙҙәренең “батша ҡарарҙарын” сығарып ҡуялар. Тегеһенә биш һум, быныһына ун һум кәрәк икән. Аҡсаны старшина үҙе тарата. Сиратың етеп, үҙеңә тейешле аҡсаны алырға торғанда уҡ, тегеләр ҡулдарын һоноп, аҡсаңды һыпырып алып та бөтәләр. Хатта старшинаның асыуы килеп:
-Эй, вы, тормозите. Пусть сперва хотя бы расписываются о получение денег, потом делайте что хотите, - ти.
... Ноябрь аҙаҡтарында йылғасылыҡ пароходствоһында практика үткән дүртенсе курс студенттары ҡайта башланы. Яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем, йылға өҫтәре боҙ менән ҡаплана башлағансы, улар төрлө порттарҙа, судно, пароходтар ҙа үҙ һөнәрҙәре буйынса практика үтеп, эш алымдарын өйрәнәләр икән. Етмәһә, ҡулдарына мул ғына итеп, эш хаҡын да түләйҙәр икән. Шундайҙарҙың береһе мине үҙенең бүлмәһенә саҡырып алды ла, бер төргәк аҡсаһын һаҡларға ҡушты. Йәнәһе, бер – ике аҙнанан һуң кире аласаҡ. Ҡаршылашып булмай бит инде, алдым. Бер бәлә булды башыма шул аҡсалар. Ней, кесәгә һыйҙырып булмай, ней йәшереп, һалып ҡалдырыр урын юҡ. Бер пакет эсенә һалып үҙем менән ҡосаҡлап йөрөтәм. Йоҡлар алдынан мендәр тышлығының эсенә тығып, баш аҫтына һалып йоҡлайым. Бәҙрәфкә, ҡул – бит йыуырға, йә ашханаға барһам да, тик үҙем менән йөрөтәм. Йоҡом – йоҡо түгел, аҡсаны сәлдерерҙәр тип, ҡурҡып, уяу ятам. Көйөп, ҡайғырып, ябығып киттем хатта.
Ошо миңә һаҡларға тип бирелгән аҡса – муйыныма тағылған граната һымаҡ булды. Ярар әле ике аҙнанан һуң мине саҡырттырып, аҡсаларын кире алды теге старшекурсник.
Һыйышмайҙар икән...
Бер заман төнгө ун икеләр тирәһендә, янғын тураһында иҫкәртеү сиренаһы геүелдәй башламаһынмы! Нимә булды тип, аптырайбыҙ. Ҡараһам, барыһы ла тиҙ генә кейенеп, аҫҡы ҡатҡа югереп төшә башланы. Кемдер ҡысҡырып ебәрҙе:
-Давайте , быстрее! Внизу собираемся. Местные наших третьтекурсников избили!
Юлдарында торған дежур офицерҙы һанға ла һуҡмай, гөрөшөп , ишектәрҙе емерә яҙып, тышҡа, урамға ашыҡтыҡ. Унда инде унар, ун бишәр кешелек кеҫкәй төркөмдәргә бүленеп, иң яҡында торған йорт баҡсаһының ҡойма, рәшәткәләрен һындарып, йә һурып алып ҡоралланғас, ярым ҡараңғы, төнгө Затон урамдары буйлап югерҙек. Юлыбыҙҙа кем осрай, шуны туҡмап, иҙгесләп, тағы ла алға, ҡараңғылыҡҡа сумдыҡ.
Шуға ла аҙна һайын, дөйөм линейка ла, енәйәт ҡылып, хөкөм ҡарары менән иркенән мәхрүм ителгән курсанттар хаҡында хәбәр итеп, бойороҡ уҡып, ҡалғандар фәһем алһын тип, иҫкәтеп торҙолар. Өфө изоляторына ябылған йылғасылыҡ училищеһе курсанттарын хатта айырым камераларҙа тотоуҙары билдәле булды. Сөнки урындағы халыҡ менән һыйыша алманы йылғасылар.
Һуңғы сара.
Яңыраҡ уҡырға килгәндәрҙән биш кенә кеше тороп ҡалдыҡ. Хәҙер инде бөтә ауыр, бысраҡ эштәр беҙҙең елкәгә төшә. Командир үҙе лә:
Егеттәр түҙегеҙ инде, әкренләп был сәйер мөхиткә өйрәнеп китерһегеҙ әле, - ти. “Сабырлыҡ төбө - һары алтын!» -тип, һүҙҙәрен кинәйәләп, тамамлап ҡуя . Дәрестәрҙән һуң Өфө ҡалаһын тегеләй – былай урап йөрөй торғас, бер иғлан күреп, ДОССАФ ойошмаһына барҙым. Унда парашюттан һикереү буйынса курстарға кешеләр йыйнайҙар икән. Хәйерсегә – ел ҡаршы, тигәндәй, юлым уңманы. Унда тик Өфө ҡалаһында йәшәүсе, шунда прописка ла тороусоларҙы ғына ҡабул итәләр икән.
Хәрәмләшеп, үҙемдең уй- хыялдарымды аңлатып та ҡараным, тик тырышыуым бушҡа ғына булды.
Йылғасылыҡ училищеһын тамамлағандарҙың күбеһе, хеҙмәт итергә хәрби – диңгеҙ флотына эләгә икән. Ә унда өс йыл хеҙмәт итәләр. Был хаҡта белгәс, бөтөнләй “танауым төштө.” Ҡайҙан ғына бында уҡырға килдем тип, үкенә башланым. Апайымдан юллыҡ аҡса һорап алып тороп, бер ялда ауылға ҡайтып килдем. Әсәйем мине күргәс тә
-Эй, балаҡайым, ҡалай ябығып киткәнһең, ауырыйһыңмы әллә ? –тип, борсола башланы.
-Юҡҡа унда уҡырға барғанмын, хәҙер үкенеп бөтә алмайым. Унда уҡып сыҡҡандарҙы хеҙмәт итергә, өс йылға хәрби диңгеҙ флотына ебәрәләр икән, тип, үҙ шиктәремде белгерттем.
Улай уҡырға теләгең булмағас, ҡайт улым ауылға. Аллаһҡа шөкөр, ана, колхоҙыбыҙ гөрләп тора, эшһеҙ булмаҫһың. Илдә сәпсек үлмәй ул, тип, үҙенең ризалығын биреп тә ҡуйҙы. Атайым да асыуланманы. Тыныс, ипле кеше ул. Ауылыбыҙҙағы егәрле, ярҙамсыл, хөрмәтле кешеләрҙең береһе.
...Декабрь башында ауылға ҡайтып, Иблей фермаһына һарыҡ ҡарарға эшкә керҙем. Яҙын хеҙмәткә алдылар. Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрҙәренә эләктем. Шунда хеҙмәт итеүем менән һаман да ғорурланам. Йыл ярым хеҙмәт иткәс, отпускаға ҡайтарҙылар. Шунда таныш егеттәрҙән Альберт менән Ғәзиздең Затонда уҡып йөрөүҙәре, бер – ике тапҡыр ауылға ҡайтып китеүҙәре хаҡында ишетеп, ҡыуандым. Хеҙмәттән ҡайтҡас, биш ай тирәһе, күл аръяғында урынлашҡан «Райсельхозтехника» берекмәһендә автослесарь булып эшләп, уларҙың йүнәлеше буйынса, октябрь башынан ун айлыҡ шоферҙар әҙерләү курстарына уҡырға индем. Дуҫтар менән аралашып, кистәрен клубҡа сығабыҙ, тансыға йөрөйбөҙ. Клубта ғы кино күрһәтеү залынан тыш, телефон урынлашҡан, гармун, баян һаҡланған, ҡышын яғырға мейесе булған бер бүлмә бар. Шунда йыйылып, егеттәр менән бильярд һуғабыҙ, кәрт уйнайбыҙ.
Бер кисен телефон шылтарағас, кемдер алғайны.
Сәлим ағайҙы ашығыс телефонға саҡырталар тигәс, шәп кенә атлап, уларҙың йортона юнәлдем. Элек ауылға бер генә телефон булғас, йыш ҡына кешеләрҙе һөйләшергә клубҡа саҡырталар ине. Сәлим ағай килеп, кемдер менән оҙаҡ ҡына һөйләште. Ҡайтыр сағында ниңәлер йөҙө бик борсоулы ине.
Аҙаҡ ҡына, уға улы Альберттың, сит тарафтарҙа, практика үтеп йөрөгән ерендә, судноһынан эҙһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр итеүҙәрен, уның ауылға ҡайтыуы – ҡайтмауы хаҡында белешеүҙәрен аңланым. Сәлим ағай улы йөрөгән Себер яҡтарына барып, әллә яңлыш һыуға төшөп баттымы икән тип, водолаздар яллап, йылға төбөн тикшерткән имеш, тип, һөйләнеләр. Ләкин дуҫымдың үҙе лә, мәйете лә табылманы.
Шул йылдың көҙөндә Альберттың һигеҙенсе синыфты тамамлаған Малик исемле ҡуҫтыһы ла, Затонға уҡырға ингән булған. Ауыр ҡайғыға батҡан Сәлим ағай , Һаҡланғанды – Хоҙай үҙе һаҡлар, - типтер инде, уртансы улын йылғасылар училищеһенән алып ҡайтып, мин уҡып йөрөгән урынға трактористлыҡ ҡа уҡырға индерҙе.
Ул көндө мин беләгемә ҡыҙыл таҫма тағып, училищегә инә торған урында, ишек эргәһендә дежурство ла тора инем. Малик улын эйәртеп килеп ингән Сәлим ағай шаяртып:
-Старшина, һин минең малайҙы ҡараштырып йөрө инде, йәме, тип, минең менән ихлас күрешеп, директор бүлмәһе яғына ыңғайланы.
... Ул замандан инде әллә күпме һыуҙар аҡты, әллә күпме йылдар үтте. Яҙмышым мине тылсымлы, ҡояшлы, яҡты ижад донъяһына алып килде. Был ғәжәп донъя үҫмер саҡтағы хыялдарым кеүек шундай мауыҡтырғыс, серле булып тойолдо. Түҙмәнем, бөйөк тарих төпкөлөнән сылтырап ағып төшкән көмөш һыулы шиғриәт йылғаһында үҙемдең бәләкәй генә аҡ караптарымды йөҙҙөрә башланым. Күңелем хистәренән, йөрәгем йылыһынан яралған шиғыр – караптарым донъяға тик сафлыҡ, яҡтылыҡ бөркәлер төҫлө.
Бала саҡ хыялдарымды тормошҡа ашырып, ижад йылғаһының бер йылғасыһы булып киттем мин.
Рамай Ҡаһиров.