Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Июнь , 13:33

Айһылыу. Аҙағы. Зөлфирә Таһирова

Тыныс ҡына кейәү башын аҫҡа баҫып, ишек төбөндә тапанып тора бирҙе. —Үт, әйҙә, кейәү, нишләп бала-саға ҡошап унда тораһың?- тине Зәкиә ҡоро ғына итеп. —Айһылыуҙарҙы алып ҡайта килгәйнем, ҡәйнәм,- тип мығырланы Әхмәт.

—Үт, үт, сәй эсербеҙ, һөйләшә торған һүҙ ҙә бар! – Зәкиә, сынаяҡ сылдырлата башағас, Әхмәт, аяҡ кейемдәрен сисеп, урындыҡ ситенә үтеп ултырҙы.
Зәкиә бар һый-ниғмәтен өҫтәлгә теҙҙе, унда хуш еҫле еләк ҡайнатмаһы, ап-аҡ ҡына ҡорот, ярмаланып торған ҡыҙыл эремсек, һап-һары май майы сығып ҡунаҡланы.
—Кейәү, минең Айһылыуым әллә ялҡаумы, урамсымы?– тип һораны ҡәйнә, ҡуйы ғына итеп сәй яһай-яһай.
—Юҡ,– тип ипле генә өндәште Әхмәт.– Был ваҡытта Айһылыу төпкө яҡта ҙур йомшаҡ шәленә уранып мейескә һөйәлеп, тыңлап торҙо.
—Әллә уйнаш итәме, ғәйбәтсеме, йоҡосомо?
—Юҡсы...
—Атыу һиңә атаңдың ҡаҡ башы кәрәкме? – Зәкиә тоҡанып киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды.– Мин һиңә уларҙы ышанып биреп ебәрҙем, яҡлар, ҡурсалар, Мәҙинәкәй атайлы булыр, тип. Артыҡ балам булғандан тоттороп сығарманым, атаңа ла бисә итеп бирмәнем, һиңә бирҙем, ишетәһеңме? Һиңә! Ҡорһағы танауына еткән ҡатыныңды нишләп сығарып ебәрҙең?!
...
—Баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр! Нишләп ғаиләңде яҡлай алмайһың? Нишләп ҡоҙа ул тиклем итеп талай Айһылыуҙы, ә һин күҙ йомаһың? Булды, етте, кейәү! Эсемә һыйған балам, тышыма ла һыйыр! Ебәрмәйем! Килмә лә, йөрөмә лә, ана, үҙегеҙ кеүектән, белемле, уҡыған, бай ата-әсәһе булғандан алығыҙ!
Айһылыу әсәһенең улай ярһығанын бер ҡасан да күргәне лә, ишеткәне лә булманы. Бәпкәләрен яҡлаған инәлек кеүек ҡалай яман туҙына әле!
—Танауың ебеп ултырма бында, кейәү! Һин– ир. Йә балаларҙы алып айырым сыҡ, йә атаңды тый! Улай булмай ҙа инде. Ек күремсе булышып нишләп көсләшеп бергә йәшәп ятаһығыҙ?...

...Ауылдың икенсе осондағы йәтешерәк бер өйҙө һатып алып, башҡа сыҡҡанға ла арыуыҡ ваҡыт үтте. Ғүмер буйы ата- әсәй итәге аҫтында һыйынып ҡына йәшәгән Әхмәт был хәлде ауыр кисерҙе. Үпкәселгә әйләнде, эштән һуҡмыш ҡайтып, өндәшмәй генә ҡапланып ятыуҙы хуп күрҙе. Бәпәй тыуғас та артыҡ үҙгәреш тойолманы. Бала илаһа, енләнеп сығып китә лә, атаһы йортонда ҡуна ҡала. Айһылыуҙың йәбешеп донъя көтөүенә, Әхмәттең һаман мәшәүләнеп йөрөүенә ауыл халҡы ятып аптыраны. Ҡатын өс һыйыр тотто, бер баҙарҙан ҡалмай ҡаймағын, майын, һөтөн эш итеп һатты. Кеше көнлө булманы, балаларына ла иң тәмлеһен ашатты, иң матурын кейҙерҙе. Магазиндан яҙҙырып алыу тигәнде белмәне. Алған килеменә ҡушып Мәҙинәнең пенсияһы килеп торҙо. Ир бәхетенән башҡа бөтәһе лә булды. Тик бына шул әрһеҙләшеп, кеше көлдөрмәйем тип йөрөү ҙә эҙһеҙ үтмәне. Айһылыуҙың бушҡа ғына хәле бөтөр булды, услап сәсе ҡойолдо, былай ҙа арыҡ кәүҙәһе тағы бәләкәсәйҙе. Ауыл фельдшеры уға баш ҡалаға барып, тикшеренеп ҡайтырға кәңәш итте.
—Айһылыу килен, ике балаңды уйла, уларға һау әсәй кәрәк. Кеше ҡулына, кеше тупһаһына тороп ҡалмаһындар, Аллам һаҡлаһын. Эшең менән кешегә, тимбулей бейем менән ҡайныға ярап булмай ул! Сәсең менән иҙән һепер– һин яман, ялҡау булып ҡалаһың! Улайтма, килен. Дөрөҫ эшләмәйһең. Бар, күрен!
—Балаларҙы әсәйем ҡарап торор ҙа ул, һыйырҙарымды йәлләйем, уларҙы ҡалайтам инде!
—Һыйыр һине йәлләйме, һыйыр һине уйлаймы?! Балаларың етем ҡалһа уларҙы ҡарап үҫтерәме?! Кит, ҡалай бер ҡыҙыҡ кешеһең! Ауыл тулы бисә-сәсә, әйт береһенә, ҡыуанып алып ҡала! Ана, Миләүшәсе, бер итәк балаларын туйындыра алмай эт йонсой, йәй буйына, ҡыш буйына ла һауасаҡ! Рәхәтләнеп аҡҡа туйып ҡалырҙар!
Ике баланы әсәһенә алып барып ҡалдырҙы ла Айһылыу Өфөгә китте. Фельдшерҙың әйтеүе дөрөҫкә сыҡты: ҡатын анализдар биреп, әллә ниндәй аппараттарҙа тикшерелә торғас, врач сатай-ботай итеп диагноз яҙҙы: шеш. Донъя ишелеп төшкән кеүек булды. Нимә өсөн? Нишләп? Эх, бер булмағас, булмай икән бәхет тигәнең...Үлеп ҡуйһам...Балаларым... Ҡайҙа ғына барырҙар? Кем генә ҡарар? Берәүгә лә кәрәкмәй тинтерәп, аслы-туҡлы, унда-бында һуғылып йөрөүҙәрен күҙ алдына килтереп йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды, туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аҡты. Йәне әсене. Күңеле һыҙланы. Башы шауланы. Артабан барыһы ла томан эсендә кеүек үтте.
...Ярты йылдан ашыу ятты дауаханала Айһылыу. Бик күп яҙмыштар менән осрашты, бер-береһенә бер туғандай яҡын, ҡәҙерле булып та бөттөләр. Улар яман ауырыуҙы еңә алмай мәңгелеккә күҙҙәрен йомғанда карауатына йомарланып ҡына ятып иланы, йәлләне, сараһыҙлыҡтан йөрәге өшөнө. Эй, Аллаҡайым, бер дауа ла юҡмы икән ни был зәхмәтте еңерлек? Бер гонаһы булмаған сабыйҙар нишләп әсәй һөйөүенән мәхрүм булалар икән? Мәҙинәкәйем, Айнурым...Бәхет ҡошсоҡтарым минең...
Көслө рухлы апайҙарҙы күреп, уларҙан йәшәү өсөн ынтылыш алды. Тик яҡшыға ышанырға, өмөтләнергә, көрәшергә тип тырышты. Иртәнсәк күҙҙәрен асҡанда, мин– һау, мин–бәхетле, тип ҡабатланы, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыны. Йоҡлар алдынан бөтәһенә лә һаулыҡ, ғүмер теләне. Күрше палаталағы ҡатын биргән сүрәләр китабын да гел үҙе менән йөрөттө, әҙерәк ятлап та алды.
Дауаханан сыҡҡас, Айһылыу тура әсәһенең йортона ҡайтты. Йәшлеген, һаулығын бөтөргән ҡайны йортона ла, ул ауылға ла барғыһы килмәне. Инде ҡалған ғүмерен ике балаһы өсөн генә йәшәйәсәк. “Мин бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла юғалмаясаҡмын,”- тине Айһылыу үҙенә. Йыл һайын күренеп торҙо, дауахана юлын күп тапаны, әммә бирешмәне. Яҡындағы ҡаланан квартира һатып алып, ситкә сығып китте. Әхмәттең артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманы, һорашманы. Нимәгә ул? Ул хатта алама төшкә лә торошло түгел...

Читайте нас: